бет 36/40 Дата 30.06.2016 өлшемі 4.01 Mb. #168941
таң» минең тормошомда
90 йыллыҡ бай тарихы булған «Кызыл таң» газета- һында ниндәй генә олуғ шәхестәр эшләп китмәгән! Был хаҡта газетаның юбилейына сығарылған энциклопедияла бик күп мәғлүмәт табып була. Тик ундағы ҡоро һандар ғына күп белергә ынтылыусы газета уҡыусыларыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп бөтөрмәҫ. Шуға күрә «Кызыл таң»да бынан илле-алтмыш, хатта етмеш йыллап элек эшләгән, уның менән әле лә бәйләнешен өҙмәгән шәхестәр менән осрашыуҙар үткәреп, улар хаҡында һәр айҙа бер әңгәмә тәҡдим итергә булдыҡ. Беренсе ҡунағыбыҙ — күренекле драматург Нәжиб АСАНБАЕВ.
«Кызыл таң»ға мин туп-тура армия хеҙмәтенән, итек-гимнастеркаларымды һалмайынса, Яҙыусылар союзы юлламаһы менән килдем. Ун өс йәшемдән пьесалар яҙҙым. Беренсе «Ҡунаҡ» тигән пьесамды «Йәш төҙөүсе» газетаһына алып барҙым. Мөхәррире Ғариф Ғөзәйеров ине. Әле лә хәтеремдә: ул минең пьесамды ҡулында оҙаҡ ҡына тотоп торҙо, һәм ул 1939 йылда газетаның өс һанында донъя күрҙе. Шулай итеп, мин һуғышҡа пьесалар авторы булып киттем.
һуғыштан һуң мине һаман армия хеҙмәтендә ҡалдырҙылар. Өфөгә ҡайтарҙылар. Мин яҙышыуымды дауам иттем, Яҙыусылар союзы менән бәйләнештә торҙом. Яҙышыуымды иҫәпкә алып, Яҙыусылар союзы мине хәрби хеҙмәттән саҡырып алып, «Кызыл таң»ға эшкә тәғәйенләне. Ишетеү менән, приказ сыҡҡанын да көтмәйенсә, йүгерҙем газетаға. Ә унда мөхәррир — теге саҡта минең пьесамды «Йәш төҙөүсе»лә сығарған Ғариф Ғөзәйеров. 1949 йылдың көҙө ине был. Мин хәрби кейемдәмен, ҡыйыу инем, туп-тура мөхәррир бүлмәһенә барып индем. Ишек төбөндә ултырыусы секретарь ҡыҙ туҡтатманы ла. Ғөзәйеров ағай мине таныны, сөнки минең әйтеүемсә, газета-журналдарҙа мәҡәләләрем, «Әҙәби Башҡортостан» журналында пьесаларым һәм хикәйәләрем сыға ине. Балалар өсөн яҙыусылар араһында ойошторолған конкурста минең «Кәрим» тигән хикәйәм өсөнсө урынды алды. Унда илле-алтмышлап кеше ҡатнашҡан ине. Ике
607
генә кешегә бүләк бирҙеләр: икенсе урынды Хәсән Мохтар алды. Бүләкте ВЛКСМ әлкә комитетының беренсе секретары Тимер Саяпов тапшырҙы. Хәрби кейемдә сәхнәгә күтәрелеп, честь биреп алдым бүләкте. Шулай итеп, Ғөзәйеров ағай алдында мин үҙемде билдәле кеше итеп тойоп, эшкә килеүем тураһында әйттем. Ҡайһы бүлеккә ултыртырһығыҙ икән, тип һораным. «Пропаганда бүлегенә», тине мөхәррир. Шунда уҡ пропаганда бүлеге мөдире Рәжәп Хәйруллинды саҡырып индерҙе. «Бына һиңә хеҙмәткәр, беләһеңдер инде был егетте, өйрәт эшкә. һуңынан тағы күҙ күрер», тине. Мин шатлыҡтан балаларса һөйөнөп, башым күккә тейгәндәй полкка йүгерҙем. Ике көндән «Кызыл таң»дың пропаганда бүлегендә эшләй башланым.
Рәжәп ағай Хәйруллин оҙон ғына буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡара сәсле бик етди кеше ине. Бик һирәк йылмая, әммә йылмайһа, йөҙөндә лә, эсендә лә бер уҫаллыҡ та ҡалмай ине. Уның шул йылмайыуынан мин бер төрлө рәхәтлек таба инем. Ул мине шунда уҡ эшкә ҡушты.
Ул саҡта Мәскәүҙән ТАСС-тан ҙур-ҙур мәҡәләләр килә ине. Молотовтың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында яһаған сығышы, Сталиндың һөйләгән докладтары, ғөмүмән, Политбюро ағзаларының сығыштары һәм башҡалар. Бына шуларҙы мин тәржемә итеп ултырҙым, һөйләмдәр ауыр, һүҙҙәр аңлашылмай. Бер нәмә белмәйем. «Господствующие круги» тигән төшөнсәне аңламайым ғына бит! һүҙлекте күргән дә юҡ. Махсус тәржемәселәр булманымы икән ул ваҡытта, хәтерләмәйем. Бер аҙҙан Әнғәм Атнабаев, Фәйзи Сиражетдиновтың тәржемә эше менән шөғөлләнеүҙәрен белдем. Ә пропаганда бүлегенә килгән әйберҙәрҙе гел мин тәржемә итәм. Бәлки, мине һынар өсөн шулай эшләткәндәрҙер.
Көн-төн эшләнем, ял көндәрендә лә киләм. Шулай мәҡәләләр әҙер булғас, Хәйруллин ағайға бирҙем. Ҡараштырып сыҡты ла: «Ну, Асанбаев, ҡара таҡтаға әләм мин һине был мәҡәләләрең өсөн», тине йылмайып. Мин бик ҡайғырманым, сөнки теге йылмайыуы ҡотҡарҙы. Ә теге «господствующие круги» тигәнде унан һорарға оялам.
Коридорға сыҡтым. Сәнәғәт бүлегендәге Сәхи ағай Мусиндан һорайым. Өндәшмәй был башта. Унан «идара итеүсе даирәләр тигәнде аңлата», тине. Бер ай шулай тирләп-бешеп журналист һәнәрен үҙләштерҙем. «Үҙләш -
608
терҙем» тиеү дөрөҫ түгел, мин уның тәүге баҫҡыстарын ғына үттем. Ә хәҙер биш-алты йыл уҡыйҙар журналист булыр өсөн. Унан һуң да ысын журналист булып китеүселәр аҙ. Ә мин ғүмерем буйы өйрәндем был һәнәрҙе. Әле лә өйрәнәм. Был — бик ауыр эш. Ул йылдарҙа баш мәҡәлә яҙыу бар ине. Уны иң оҫта журналистар ғына яҙа. Очерк яҙа белергә кәрәк. Уны ла барлыҡ журналистар ҙа яҙа алмай. Ҡыҫҡа хәбәр яҙыу өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Ҡыҫҡаһы, жанрҙарҙың иге-сиге юҡ.
Мин йүнләп тәржемә лә итә белмәйем, яҙыуым да самалы. Хикәйәләрҙе былай арыу ғына яҙам. Ул бит бөтөнләй икенсе жанр, газета жанрынан йыраҡ. Миңә Ленин үлгән көн алдынан Рәжәп Хәйруллин юлбашсыбыҙ музейына барып мәҡәлә яҙырға ҡушты. Бер подваллыҡ, йәғни алты-ете битле мәҡәлә булһын, тине. Мин бик ныҡ ҡына өйрәнеп, ун ете-ун һигеҙ бит яҙҙым. Үҙемә оҡшамай. Мәҡәлә сығыр ваҡыт еткәндә Рәжәп ағай сирләп китте. Унан башҡа бер кем дә һораманы минән был мәҡәлә тураһында. Әй һөйөндөм, был онотто минең мәҡәләне, тим. 19 ғинуарҙа мине Ғөзәйеров ағай саҡырҙы ла: «Ҡайҙа?» — ти. Мәҡәлә лә тимәй, шулай ҡыҫҡа ғына һөйләшә ине. Теге ҙур мәҡәләмде өҫтәленә индереп һалдым. Ҡаршымда уҡ уҡып, төҙәтә лә башланы. Беренсе биттә бер-ике юл ҡалдырҙы. Икенсе биттә шулай уҡ, һыҙа бара, төҙәтә бара. Өҫтәп, ниҙер яҙып ҡуя. «Бына хәҙер машинкала баҫтыр», тип ҡулыма тотторҙо. Ун һигеҙ биттән теп- теүәл алты бит сыҡты. Мәҡәләмде яңынан уҡып сыҡҡас, ғәжәпләнеп торҙом: шул ҡәҙәр йыйнаҡланған, кәрәк фекерҙәр генә ҡалған, үҙе матур, үҙе эстәлекле. Ике көндән ул баҫылып та сыҡты. Ғөзәйеров ағайҙың минең мәҡәләне күҙ алдымда шулай төҙәтеп биреүе минең өсөн ҙур тәжрибә булды.
Газетала шулай матур ғына эшләй башланым. Тик барыбыҙҙың да күңелен тетрәткән бер ваҡиға булды. 1950 йылдың ҡышында, февралдә булһа кәрәк, кинәт кенә обком бюроһы ултырышы булды , һәм беҙгә хәбәр килеп етте: «Ғөзәйеровты партиянан сығарғандар, эшенән алғандар». Иң талантлы журналист, газетабыҙҙың мөхәррире өҫтөнән редакцияның ике хеҙмәткәре КПСС Үҙәк Комитетына ялыу яҙып ебәргән. Йәнәһе, ул редакцияла тәнҡитте ҡыҫа, йыйылыштарҙа үҙенең етешһеҙлектәрен әйтеп сығыш яһаусы кешеләрҙе эҙәрлекләй, уларҙы «эштән ҡыуам», тип ҡурҡыта. Мәскәү ялыуҙы партия әлкә
609
комитетына ебәргән. Өфөләгеләрҙең ҡото оса. Ныҡлап тикшереп тә тормайынса, Ғ. Ғөзәйеровты партиянан сығаралар һәм шунда уҡ эшенән дә алып ташлайҙар. Был хәлгә барлыҡ республика йәмәғәтселеге аптыраны. Мин айырыуса ныҡ тетрәндем, сөнки мин Ғариф ағайҙы үҫмер сағымдан, ул «Йәш төҙөүсе» газетаһы мөхәррире булып эшләгән ваҡытынан алып белә инем. Миңә ул журналистикаға килергә ярҙам итте.
Шул хәбәрҙән һуң бөтәбеҙҙең ҡулынан эш төштө. Барыбыҙ ҙа йәштәр. Ғөзәйеровты бик яратабыҙ. Икенсе көндө редакцияға обкомдың икенсе секретары Петр Каменев килде. Бик уҫал, ҡаҡса кеше. Ябыҡ партия йыйылышын үткәртте һәм ҡарарҙы уҡыны. Бөтәбеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Мин был хәлгә түҙеп тора алмайым, әле түшемдә ордендарым да бар, китель кейеп йөрөйөм, билдә офицерҙар ҡайышы, аяҡтарҙа хром итектәр, «һөйләргә мөмкинме?» — тип һорау бирҙем. Бик ҡоро ғына итеп Каменев: «Бер минут ваҡыт һеҙгә», — тине. «Мин партияла күптән ағзамын, бындай йыйылыштарҙың үткәрелеү тәртибен беләм. Ғәҙәттә, йыйылышта рәйес һайлана, сығыш яһаусыларға регламент ҡуйыла», — тип башланым һүҙемде. Теге аптырап ҡалды. Рәйес һайланмаған ине. Тиҙ генә рәйесте һайланылар, яҙыусы Рәйес Ғабдрахманов булды. «Регламент биш-ун минут булһын», — тинем. «Биш минут!» — тине обком кешеһе. Шунан мин һөйләп киттем. Ғөзәйеровтың ниндәй яҡшы кеше булыуын, бөтә халыҡ яратҡан мөхәррир икәнлеген, йәш хәбәрселәрҙең, ғөмүмән, бөтә журналистарҙың остазы булыуын һөйләнем. Тәнҡитте ҡыҫҡан өсөн ул заманда бик ҡаты яза бирелә ине. Мин бының уйҙырма икәнен иҫбатланым. Кем уның өҫтөнән яҙған? Әйтмәйҙәр. Уныһы һеҙгә кәрәкмәй, тиҙәр. Үҙенең ҡулынан килмәгән, яҙа белмәгән журналист эше был, тинем. Моғайын, ул яҙған мәҡәләләрҙе мөхәрриребеҙ кире борғолағандыр , төҙәтергә ҡушҡандыр. Инде төҙәтеп тә бер нәмәгә ярамағас, пыран-заран килтергәндер. һәр яҙа белеүсе, дөйөм эш өсөн яныусы мөхәррир шулай эшләр ине, тинем. Шуның өсөн партиянан сығаралармы ни, тинем. Шунан быуа йырылды. Йыйылыштағылар йәнләнде. Барыһы ла һүҙ алып һөйләй башланы. Рөстәм Кузеев бик көслө һөйләне. Тағы алты-ете кеше Ғөзәйеровты яҡлап сығыш яһаны.
Шунан һуң мин партия Үҙәк Комитетына хат яҙҙым. Унан бер айҙан Павлов фамилиялы вәкил килде. Мине
610
әлкә комитетына саҡырттылар. Мин унда тағы ла уҫалы- раҡ һөйләнем. Инде ялыуҙы кем яҙғанын белә инек. Мин уларҙы тормошомдан әллә ҡасан һыҙып ташланым, иҫкә лә алғым килмәй. Заманында ул донос яҙыусы бәндәләр ултырған бүлмәгә инеп, икеһенең дә яғаһынан алырға ла әллә нисә тапҡыр уйланым. Саҡ тыйылып ҡалдым. Уларҙың ялыуға тотоноуының бөтә сәбәбе, ысынлап та, яҙа белмәүҙәрендә ине. Эшләп биргән һәр материалыңды мөхәррир башынан ахырынаса «бысратһа», үҙенән дә ниҙер өҫтәп, ҡағыҙ биттәрен сыбарлап бөтөрһә, кемдең эсе бошмаҫ? Мөхәррирҙең түҙемлеге бөтөп, тегеләрҙе «профнегодный», тип атаһа...
Бына ошо ике бәндә (улар икеһе лә мәрхүм инде, исемдәрен әйтмәй әле лә саҡ түҙеп торам) Ғөзәйеровты бысраҡҡа буяны. Үҙәк Комитеттан килгән вәкил ялыуҙы ныҡлап тикшерҙе. Ғариф Ғөзәйеровҡа ҡарата булған ғәҙелһеҙлек төҙәтелде, уны партияға кире алдылар. Оҙаҡ йылдар, лайыҡлы ялға киткәнсе, Башҡортостан радиоко- митетына етәкселек итте. Исеме Башҡортостан журналистикаһы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды.
Был ике бәндә ошо ваҡиғаларҙан һуң мине лә батырырға булдылар. Газетала дежур көнөм. Инде эш бөттө тиергә була. Шунда Стәрлетамаҡтан дуҫым, йәш шағир, йәш ғалим X. Ғиләжев килде. Аҡсаһы бөтөп киткән, бурысҡа һорай. Минең эре аҡса ғына ине. Магазинға инеп ваҡларға булдыҡ. Дуҫтар осрашҡас, йөҙ граммһыҙ буламы! «Урал» ресторанына инеп йөҙәр грамм эстек. Шунда ресторандың ҙур тәҙрәһенән теге бәндәләрҙең береһе ҡарап уҙҙы. Күҙәтеп йөрөйҙәр! Икенсе көндө эшкә килһәм, приказдар таҡтаһында миңә һыу буйы шелтә яҙып элгәндәр. Мин быны былай ғына ҡалдырмаҫҡа булдым. Яуызлыҡты йә яуызлыҡ менән, йә хәйлә менән еңергә кәрәк. Дежур булғанда уҡығанда газета полосаларын тоттом да обкомға киттем. Ә ул полосаларҙа мин тотҡан хата! «Эш ваҡытында эсеп йөрөгән кеше шулай итеп дежур була аламы? Әгәр был хаталарҙы мин тотмаһам, бөгөн газета уҡыусы беҙҙән көлөр ине!» — тип төплө һәм нигеҙле итеп аңлатам идеология буйынса секретарь Ғәббәс Шафиҡовҡа. Ул мине диҡҡәт менән тыңланы ла, «Кызыл таң» редакцияһына шылтыратып, теге шелтәне кире алдырҙы. Яуыздар үҙҙәренең ниәтен тормошҡа ашыра алманы. Был бәндәләрҙең артабанғы яҙмышы ни
611
Аллаға, ни муллаға тигәндәй, тырым-тырағай килеп, исемдәре һүнде һәм мәңгелеккә юҡҡа сыҡты...
50-се йылдың башында ҡатыным педагогия институтын тамамланы. Уға ирекле диплом бирҙеләр. Минең ҡоро газетасы булып ҡына эшләгем килмәй. Яҙышҡым, донъяны өйрәнгем килә. Шул саҡ редакңияға инде күптән танылған шағир, яҡын дуҫым Тимер Арслан килеп инде. Осрашҡанда хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп йөрөй инек. Тормошто өйрәнге килеүемде аңлап, ул мине Октябрьский ҡалаһына саҡырҙы. Газетаның үҙ хәбәрсеһе булырһың, ти. Мин риза булдым. Йәнә мөхәрриргә индем. Ул ваҡытта инде мөхәрриребеҙ Фәйзи Шаяпов ине. Үҙемдең ни өсөн унда күсенергә теләүемде әйттем. Унда икенсе Баку, нефть үҙәге, Октябрьский ҡалаһы бөтә донъяға яңғырай, тинем. Ул мине тыңланы, әлкә комитет менән һөйләшеп, миңә рөхсәт алды. Ул бит газета исеменән эшләне, был эштәрҙе, минең яҙмышымда ҙур роль уйнаны.
Шулай итеп, мин, газетаның үҙ хәбәрсеһе тигән вазифа алып , Октябрьскийға киттем. «Кызыл таң» газетаһы мине оло юлға, яҙыусылар юлына сығарҙы. Күп яҙҙым. Иҡтисад буйынса, нефть сэнәғәтен белгән, партия-совет хеҙмәткәрҙәренән хәбәрселәр төркөмө булдырҙым. Улар һуңынан «Кызыл таң»да әүҙем яҙыша башланы. Ошо йылдарҙа «Кызыл таң»да нефть бүлеге асылды. Шунан, Октябрь- скийҙан аласағымды алып бөтөрҙөм, тип уйланым.
Күңелем яңы тормошҡа ынтыла... Яҙыусы булараҡ та, хәбәрсе булараҡ та бындағы тормош мине ҡыҙыҡһындырмай башланы. Мин йәнә йәшәү урынымды үҙгәртергә теләнем. Пьесаларымды баҫтырырға кәрәк, уларҙы театрҙарға тәҡдим итергә кәрәк. Яҙыусылар союзы менән даими бәйләнешкә мохтажмын. Йәнә «Кызыл таң» хәлемә инде, мине аппаратҡа алды. Минең урыныма Октябрьский ҡалаһына үҙ хәбәрсе булып Кәлимулла Ғәбитов китте. Ул минең фатирға, мин уныҡына күсендек. Мин яңынан пропаганда бүлегенә ҡайттым. Өфөлә өс йыл йәшәгәндән һуң миңә ҡалын боҙ аҫтындағы йылғаларҙа яҙын һауаға тилмергән балыҡ кеүек, донъя тағы тарайҙы. Миңә киңерәк, ҙурыраҡ масштаблы эштәр кәрәк ине. Донъяға Салауат ҡалаһының исеме яңғырай башланы. Унда нефть химияһы, төҙөлөштәр. Салауатҡа күсергә ҡарар иттем. «Кызыл таң»ға рәхмәт, унда тағы мине аңланылар. Ул саҡта мөхәрриребеҙ Ғата Алмаев ине.
612
Эйе, «Кызыл таң»да ул заманда иң дауамлы эшлэгән мөхәррирҙәрҙең береһе булды ул. Үҙ эшен сиктән тыш яратыусы, намыҫлы, итәғәтле, зыялы, тыйнаҡ, ғәҙел етәксе булды ул. Шаяповты эшенән алғас (ә ул бер ҙә юҡҡа алына: газеталағы мәҡәләләрҙең береһендә «Сталинград» һүҙендә «р» хәрефе төшөп ҡала. Хәреф хатаһы республика күләмендә ҙур шау-шыуға әйләнә. Шунан мөхәррирҙе ғәйепләйҙәр ҙә, вазифанан бушаталар. — ред.), редакцияла: «Кем булыр икән мөхәррир?» — тип ҡыҙыҡһыныуҙар артты. Мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Хәридә Сәғәҙиеваның фекеренә барыбыҙ ҙа һәр саҡ ҡолаҡ һала инек. Ул күп һөйләшмәй, йылмайып ҡына ҡарап ҡуя ла үҙ фекерен әйтә. Киләсәктә ҙур яҙыусы буласаҡ Әсғәт Мирзаһитов, Динис Исла- мовтар — арыу ғына егеттәр. Хэридәне хөрмәт итә инек. Бәлки, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та яратҡанбыҙҙыр. Шунда Хәридә апайға: «Әйҙәгеҙ, һеҙҙе мөхәррир итәбеҙ», — тинек. «Рәхмәт, егеттәр, ышанысығыҙға. Тик мөхәрриребеҙ билдәләнгән инде», — ти. Беҙ кемлеге менән ҡыҙыҡһынабыҙ. «Ғата Алмаев, — ти Хәридә апай. — Беҙҙә 1944—1948 йылдарҙа мөхәррир булып эшләп киткән ине. Бик аҡыллы, ипле, матур кеше».
Бер нисә көн Хәридә апай гел Алмаев хаҡында һөйләп йөрөнө. Уның мөхәррир булып килеүенә бик шатлана ине, сөнки Алмаев та, Хәридә апай ҙа яңғыҙҙар. Бәлки, араларында берәр бәйләнеш тә булғандыр. Беҙ бик ҡыҙыҡһынып, яңы мөхәррирҙең килеүен көтәбеҙ. Бер заман коридорҙан итәғәтле иҫәнләшеп берәү үтеп китте. Беҙ тиҙ генә Хәридә апай янына йүгерҙек: «Алмаев килде, буғай!» — тинек. Хәридә апайыбыҙ балҡып китте. Беҙ мөхәррир менән танышыуҙы көтәбеҙ. Тик ул беребеҙҙе лә саҡырманы, йыйылыш та булманы. Бер нисә көндән «планерка»ға йыйылдыҡ. Унда ла күтәрелеп ҡарап ҡына иҫәнләште лә эш тураһында һүҙ алып барҙы. Ул «Кызыл таң» тормошона бөтөнләй ҡыҫылмай кеүек тойолдо беҙгә. Шул көндән башлап редакцияла иркенлек башланды.
Гонорарҙы элек көн дә бирәләр ине. Күп яҙалар, бер «подвал» мәҡәләһенә элекке аҡса менән 400—500 һум ала инек. Эш бөткәс, матур ғына «йыуабыҙ» теге мәҡәләләрҙе. Беҙҙең был «иркенлегебеҙ» Алмаев ағайға ла барып ишетелгәндер, күрәһең. Бер йыйылғанда: «Егеттәр, газетала эшләгәндә араҡы менән дуҫлығығыҙҙы онотоп тороғоҙ әле. Мин үҙем уны ғүмергә эскәнем юҡ.
613
Шуға күрә эскән кешене бер ҙә яратмайым», — ти. Беҙ, егеттәр, барыбыҙ ҙа тиерлек «ярар-ярар», тип баш ҡаҡтыҡ. Сыҡҡас, Атнабаев: «Мин «ярар» тип әйтмәнем», — тип көлә. һуңынан Атнабаев «Ярамайға ҡарамай» тигән шиғыр яҙҙы хатта. Бына шундай ғәҙел, тыйнаҡ кеше ине ул Ғата Алмаев.
Үҙ хәбәрсе итеп Салауатҡа ебәрергә рөхсәт юллағас, тәүҙә Алмаев бер айға мине командировкаға ебәрҙе. Фатир мәсьәләләрен хәл итеп ҡайт, ти. Инде күсенеп эшләй башланым. Бында театр ҙа яҡын. Фатир ҙа ҙур. Бер-бер артлы пьесаларым ҡуйыла башланы. Мин хәбәрсе эшен онотобораҡ ебәреп, гел яҙыусылыҡ менән шөғөлләндем. Үҙ хәбәрсе булараҡ, заданиеларым үтәлмәй ҡала. Айына ете-һигеҙ сит авторҙан мәҡәлә эшләтергә тейешһең, һәм, өҫтәүенә, үҙеңә дүрт-биш мәҡәлә яҙырға кәрәк. Мин сит авторҙарҙыҡын теүәл үтәйем, ә үҙемә яҙырға ваҡыт ҡалмай, сөнки ижад менән күп шөғөлләнәм. Аппаратта бүлек мөдирҙәре ризаһыҙлыҡ белдерә. Айырыуса, Сәхи Мусин миңә ныҡ ҡаныҡты. Мин ул ваҡытта нисек уларҙы мәҡәләләргә тилмерткәнемде аңламағанмын. Мине тыңлата алмағас, түҙгән-түҙгәндер ҙә мөхәрриргә ингәндер инде. Ул ғына түгел, башҡалар ҙа ризаһыҙлыҡ белдергәндер. «Нәжиб Асанбаев яҙмай, ниңә беҙ уны үҙ елкәбеҙҙә тотабыҙ. Йә эштән китһен, йә башҡа хәбәрселәр кеүек яҙһын, Үҙәк комитет ҡуйған норманы тултырһын», тигәндәр. Алмаев ингән береһен тыныс ҡына тыңлаған, бер һүҙ әйтмәгән. Был хәл оҙаҡҡа һуҙылғас, аптырап, әлкә комитетҡа барған. Идеология буйынса секретарь Хәйҙәр Сайранов (мин эштән киткәс, нәҡ ул һөйләне миңә был хаҡта): «Бик шәп пьесалар яҙа. Спектаклдәрен бөтә республика етәкселәре яратып ҡарай. Зыя Нуриев премьера ваҡытында «авторы ҡайҙа», тип һораны хатта. Утыҙ-ҡырҡ кеше араһында берәү план үтәмәй икән, шул һеҙгә ауырмы?» — тигән. Шунан һуң Ғата Алмаев ҡайтҡан да: «Нәжиб Асанбаев тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Обкомда һөйләштем. Ул бик һәйбәт итеп әҙәбиәткә инеп китте. Уға «Кызыл таң» кешеһе булараҡ ҡарайҙар. Уның яҙыусы булып китеүендә газетабыҙҙың роле ҙур. Ул да беҙҙә эшләп, ижад итеүсе яҙыусы булараҡ абруйыбыҙҙы күтәрә. Авторы кем тигәндә, «Кызыл таң» газетаһы хәбәрсеһе Асанбаев, тиҙәр бит», — тип әйткән. Бына шулай , «Кызыл таң» газетаһы минең яҙмышымда ҙур роль уйнаны.
614
йылда мин газетанан киттем. Салауат театрының директоры булдым. Әммә «Кызыл таң» менән минең бәйләнеш бының менән өҙөлмәне. Оло юлға, яҙыусы булырға өйрәткән газетама мин мең рәхмәтле. Ул мине һүҙҙең тәмен, матурлығын, бөйөклөгөн, урынын аңларға өйрәтте, һөйләмдәрҙең нисек төҙөлөргә тейешлеген, ғөмүмән, телдең ҡәҙерен белергә өйрәтте. «Кызыл таң» миңә педагогия, филология институттары бирә торған белемде бирҙе, сөнки мин хәрби кеше инем, партия курстарынан тыш, бер ерҙә лә уҡыманым. «Кызыл таң»ға эләкмәһәм, мин яҙыусы булып та китә алмаҫ инем. Ун йыл хәрби хеҙмәттә булып, мин телдең нескәлектәрен онотҡан инем. Унан, мин бит газетала эшләгәндә төрлө һәнәр кешеләренән интервьюлар алдым, төрлө темаға мәҡәләләр яҙҙым, уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле һүҙҙәр ҡулланыла. Был да мине телдең байлығына, киңлегенә, һүҙҙәрҙең күп мәғәнәһен аңларға өйрәтте. Башлыҡтар бер төрлө һөйләшә, быраулау мастерҙарының теле бөтөнләй башҡа, ябай эшселәр халыҡ телен үҙ итә. Мин, шулай итеп, тел байлығын, матурлығын тупланым. Шулар тора-бара барыһы ла минең пьесаларыма һалынды. Шуға күрә «Кызыл таң»ға ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Шунан һуң, «Кызыл таң»да эшләүселәре лә кемдәр ине бит! Иң тәүҙә ижади коллективтың уңышын мөхәррирҙәр билдәләй.
Ғариф Ғөзәйеров — самородок. Алтындың нимәнән, ниндәй ҡушылмаларҙан барлыҡҡа килгәнен химиктар, физиктар, геологтар белә. Бына шундай иң шәп сифаттарҙы туплап, алтын дәрәжәһендә үлсәнгән мөхәррир ине ул. Ата-әсәһе мосолман, ғөмүмән, Ауырғазы кешеләре бик инсафлы, уҡымышлы кешеләр.
Фәйзи Шаяпов — малай саҡтан уҡ шиғырҙар, хикәйәләр яҙып, ун биш йәшенән үк «Коммуна» газетаһының тикшереүҙәр бюроһы инструкторы булып эшләгән егет. Ул, бәлки, яҙыусы булып та китер ине. Тик етәкселек эшенә йәлеп ителеүе быға ҡамасаулағандыр. Бик олпат кеше ине. һүҙҙе үлсәп кенә һөйләп, артығын әйтмәй. Бер кемгә лә насарлыҡ эшләй белмәй. Үҙенең сабырлығы, тыныслығы, бөтә нәмәне көйләй белеүе менән иң шәп етәксе булды.
Ғата Алмаев — күңеленә бөтә нәмәне һыйҙыра торған кеше. Тик уларҙың береһен дә, айырыуса, кәрәкмәгәнен, тышҡа сығармай ине. Бер ҡасан кешеләрҙе тәнҡитләмәҫ.
615
Үтә зыялы. Башҡалар кемделер тәнҡитләһә, уңайһыҙланып, күҙен йәшереп ултырыр ине. Мин уны бик һағынам.
Таһир Ахунйәнов — мин ул мөхәррирлек иткән осорҙа яҙышманым. Сәбәбе: бик ауыр хеҙмәттә булдым. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры инем. Ишетеп беләм , газетала тәртип урынлаштырған, бик талапсан кеше булған.
Ремель Дашкин — Т. Ахунйәнов үҙ урынына ҡалдырып киткән кадр. Был ваҡытта ла яҙыша алманым. Әммә уның «Кызыл таң» тарихында иң оҙаҡ мөхәррирлек итеүе үк ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләй.
Муса Мөлөков — студент ваҡытынан уҡ газетала эшләй башлаған, бай тәжрибәле, ғилемле был мөхәррир заманында да яҙышырға тура килмәне. Эшем тығыҙ, ижадҡа баш-аяғым менән сумған ваҡытым ине.
Рәсих Ханнанов — ижадгашым, ҡәләмдәшем булараҡ күптән таныш кеше. Бәлки, уның ана шул сифаты мине газетаға тартып килтергәндер ҙә. Мин аралаша, яҙыша башланым. «Кызыл таң»ға минең йәш саҡтағы мөхәббәтем, ынтылыштарым яңынан уянды.
Марат Муллаҡаев —- йәш мөхәррир. Исеме билдәле түгел ине. Бер килеүемдә ишеген асып ҡараным. Ул мине танып алып: «Инегеҙ, Нәжиб ағай», — тип бик асыҡ йылмайып саҡырып индерҙе бүлмәһенә. Мөхәррирлеге менән ҡотлап: «Йыуабыҙмы?» — тинем. Шунда уҡ сейфын асты ла миңә йөҙ грамм һалды. Үҙенә һалмай. Тағы йөҙ грамм эстем. Шулай һөйләшеп ултырҙыҡ. Шунда ул үҙенең пландары менән уртаҡлашты: Әнғәм Атнабаевҡа «халыҡ шағиры» исемен юллау тураһында ине. Унлап яҙыусыға мөрәжәғәт иткән, береһенән дә яуап юҡ икән. Мин шунда уҡ яҙырға риза булдым. «Бирегеҙ миңә машина, мин хәҙер үк дачаға китәм, шунда яҙып килтерәм», — тинем. Ул шулай итте лә. Бер төн эсендә Әнғәм Атнабаев ижады хаҡында егерме битлек мәҡәлә яҙып килтерҙем. Икенсе көндө үк мәҡәлә газетала донъя күрҙе. Беренсе биттән үк башланды ул, унан өсөнсө бит туп-тулы. Шунан китте редакңияға хаттар ағымы! Ҡайҙан ғына яҙманылар! Әнғәм Атнабаевҡа «халыҡ шағиры» тигән бөйөк исем бирелде. Бында мөхәррир Марат Муллаҡаев етәкселегендәге коллективтың батырлығын телгә алыр инем. Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовҡа ҙур рәхмәт, йөрәгендә, йәнендә әҙәбиәткә, шиғриәткә мөхәббәт һаҡлаған кешелә генә шундай мәрхәмәт булыуы мөмкин.
616
Фаил Фәтхетдинов осоронда мин икенсе бер жанр үҙләштерҙем. Бында әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Фәрит Фәтҡуллин менән Фәниә Ғәбиҙуллинаның да роле бар. Минең, публицистика менән ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе. Аҙ ғына ваҡыт эсендә минең ун бишләп публицистик әҫәрем барлыҡҡа килде. Драматург янына, «публицист» тип йөрөтә башланылар. Был мөхәррир ярҙамы менән публицист булып киттем.
Шулай итеп, «Кызыл тац»дың туғыҙ мөхәррирен күреп беләм. Уларҙың эшмәкәрлеге менән танышмын.
«Кызыл таң» газетаһы минең тормошомда ҙур урын алып тора. Мине бик күтәрҙе был газета. Бер нисә тапҡыр газета лауреаты булдым. «Йыл кешеһе» итеп хөрмәтләнеләр. Әле булһа ҡартайырға, ҡулдан ҡәләмде төшөрөргә ирек бирмәй. Бында газетала эшләүсе журналистарҙың да өлөшө ҙур. «Кызыл таң» элек-электән әҙәбиәтебеҙгә бик күп яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы биргән газета булараҡ әле лә шул традицияға тоғро. Ижади коллектив, Фәрит Фәтҡуллиндың, мәҫәлән, «Сәнғәт балҡышы» серияһында ике китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡтар, сәнғәт һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт тормошон яҡтыртыусы тупланма булараҡ бик күптәргә өҫтәл китабы, дәреслек булырлыҡ. Шағир Мөхәммәт Закировтың алты шиғырҙар йыйынтығы бар. Бик талантлы шағир, Ундай шағирҙарҙың газетала эшләүе баҫманың абруйын күтәрә. Фәниә Ғәбиҙуллина — ике шиғыр, бер публицистик мәҡәләләр йыйынтығы авторы. Бынан тыш, йәштәр араһында ла, белеүемсә, әҙәбиәт, шиғриәт донъяһына аяҡ баҫыусылар күп: Айҙар Зәкиев, Ләйсән Яҡупованың күптән түгел генә «Китап» нәшриәтендә беренсе хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ландыш Әбүдәрова, Илдар Фазлетдиновтарҙың шиғыр яҙыуҙарын беләм. Мин был журналистарҙың яҙыу дәрәжәһе, матурлығы буйынса әҙәбиәт донъяһында тотҡан урынын айырам. М. Ғафури, С. Ҡудаш, Ә. Атнабаев, Ә. Мирзаһитов, Ф. Әсәнов, Р. Ғабдрахманов, Ә. Ғайсин, X. Сарьян, Ф. Сиражетдинов, Ә. Байрамов, Я. Ҡол- мой, С. Поварисов кеүек яҙыусылар һәм әллә күпме фән докторҙары эшен юғары квалификациялы журналистар дауам итә. «Кызыл таң»да шундай талантлы , абруйлы кешеләр эшләгәнгә күрә ул уҡымлы газета. Әлегә һуңғы һүҙем: донъяла «Кызыл таң» йәшәһен! Уға ҙур рәхмәт.
617
Ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер сират күперен үткәндә...
(Классик яҙыусы Суфиян Поварисов тураһында уйланыуҙар)
Был хаҡта беҙ өлкәндәрҙән сабый саҡта уҡ ишетеп үҫтек. Ожмахҡа кереү өсөн ана шундай күпер үтергә кәрәк, имеш. Уның өсөн был яҡты донъяла уҡ етди әҙерлегең булырға тейеш. Ҡәләм оҫталары ожмахҡа инеүҙе нисек аңлай икән? Был турала күптән түгел Суфиян Поварисов «Өмет» газетаһында бер шиғыр баҫтырған ине. Ул былай тамамлана:
Яҙам киске шәфәҡтәрҙә, һыҙылып тацдар атҡансы;
Ҡартайһам да һаман яҙам,
Ҡәләмем ожмах тапҡансы.
Ҡәләме эҙләгән ожмах Суфиян өсөн яҡшы әҫәр яҙыуҙыр. Шулай ҙа был яҡшылыҡ ғүмер юлындағы бысраҡтарҙы таҙарта-таҙарта, осраған кәртәләрҙе емерә-емерә, соҡор-саҡырҙарҙы һикерә-һикерэ үтә белеү менән бәйле. Бының өсөн йәнә кешелекле, хеҙмәт һөйөүсән, иғтибарлы, аҡыллы, хис-тойғоларға бай булыу шарт. Тормош баҫҡыстарын үтә-үтә юғары үрләү еңел түгел. Шөкөр, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңә-еңә 85 йәшкә етте Суфиян Шәмсетдин улы. Ул 1924 йылдың 29 авгусында Илеш районының Тыпый ауылында тыуған. 1925 йылда йәмәғәте Әсмәбикә абыстайҙы аяҡһыҙ-ҡулһыҙ алты балаһын ҡалдырып, ата кеше Шәмсетдин мулла яҡты донъя менән хушлаша. Репрессия йылдары. Алты бала, әсәй урамға сығарып ырғытыла. Дүртенсе класты тамамлағас, уҡыуын ташлап, сабата үрергә тотона Суфиян. Сабатаны күп тә, ныҡ та, матур итеп тә яһай. Тирә-яҡта «Суфиян сабатаһы» тигән дан тарала.
Кулактарға ауылда бер түтәл картуф ултыртырға ла, бер кәзә аҫрарға ла рөхсәт ителмәй. Ә йәшәргә кәрәк. Етенсе класты тамамлағас, бәхет эҙләп, ситкә сығып китә Суфиян. Дүрт апаһы ауырлыҡтарҙы күтәрә алмайынса, фанилыҡтан мәңгелеккә күсә. Хәйер һорашып йөрөгән әсәһе кеше ишеге төбөндә йығылып үлә.
618
1941 йыл. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Башҡортостандың Иглин районында 469-сы миномет полкы төҙөлә. Фронтта ул «Башҡорт полкы» тип йөрөтөлә. Полк Юғары Башкомандующий Ставкаһы ҡарамағында була. Йәнә башҡаса әйтһәк, Сталиндың ҡәләм осонда тора. Ҡайҙа хәрби көс күберәк кәрәк, полк шунда ебәрелә. Ул Курскиҙың утлы дуғаһында уҡ күп батырлыҡтар күрһәтә. Днепрҙы кискәндә лә аяуһыҙ көрәшә. Украина- ны үтеп, Көнбайыш Европа илдәрендә (Польша, Румыния, Чехословакия, Венгрия, Германия) һуғышында ла «Башҡорт полкы» исеменә тап төшөрмәй.
Сержант Поварисов башта ошо данлыҡлы полктың беренсе расчеты төҙәүсеһе (наводчик) була. Тылдағы өйрәнеүҙәр ваҡытында уҡ ул шундай эре калибрлы орудиенан (минометтың ауырлығы 360 килограмм, һәр мина 16 килограмм) төҙ ата белеү оҫталығы күрһәтә. Курскиҙың утлы дуғаһында расчет командиры өлкән сержант Уймин үлгәс, уның урынына Поварисовты ҡуялар. Был һынау атыуы (пристрелка яһау) үткәрә торған расчет була. Төҙәүсе алмашынып ҡына тора: берәү ҡаты яраланып, госпиталгә оҙатыла, икенсеһе мәңгелеккә китә, өсөнсөһө төҙ атыу серҙәрен өйрәнә алмайынса яфа сигә. Яңы килгән кешене был сәнғәткә тиҙ генә төшөндөрөп булмай. Шуға күрә Суфиянға төҙәүсе вазифаһын һәр ваҡыт үҙенә башҡарырға тура килә. Төҙ атҡаны өсөн «минометсы-снайпер» тип йөрөтәләр. Был хаҡта газета- ларға яҙып сығалар. Уның расчеты бөтә фронт буйынса өлгө итеп күрһәтелә. Элемтә өҙөлгән саҡтарҙа, аралыҡты тиҙ генә күҙ күреме менән үлсәп атҡан саҡтары ла була. Солғанышта ҡалған мәлдәрҙә взвод, батарея, хатта дивизион командиры вазифаһын да башҡарырға тура килгеләй.
һуғыштан һуң, гел «отлично»ға уҡып, 1951 йылда ҡулына аттестат ала Суфиян. Шул уҡ йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих, филология факультетында уҡый башлай. Уны ҡыҙыл диплом менән тамамлап, өс йыл мәктәп директоры булып эшләй. 1958—1960 йылдарҙа «Кызыл таң» газетаһында — әҙәби хеҙмәткәр.
йылда ул Башҡорт дәүләт университетына эшкә саҡырыла. Йәнә яңы мәшәҡәттәр. Фәндәр кандидаты, фәндәр докторы, профессор булыу. Хәҙер инде ул, фән һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе бергә иҫәпләгәндә, алтмышҡа яҡын китап авторы.
619
Суфиян Поварисов әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү менән шаҡтай һуң шөғөлләнә башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө жанрҙар буйынса эш итә: хәбәрнамә (публицистика), шиғыр, проза, драма әҫәрҙәре яҙа... Барыһы ла уңышлы бара. Шулай ҙа шиғыр, поэмаларға ял бирҙе. Драма хаҡында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкин. Егермеләп ваҡ актлы пьесалар яҙып баҫтырҙы. «Кәрлә йондоҙ» тигән күп актлы комедияһы Башҡорт академия драма театрында , «Туй бүләге» исемлеһе Сибай дәүләт театрында, башҡа күп урындарҙа сәхнәләштерелде. Хәҙерге ваҡытта ул — күренекле публицистарыбыҙҙың береһе. Проза әлкәһенә 1963 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған «Яратам һине, тормош!» тигән повесы менән ныҡлап аяҡ баҫты. Баҫылып сығыу менән повесть әҙәби әҫәр һөйөүсе киң йәмәғәтселекте үҙенә йәлеп итте. Кемдер сценарий яҙғас, радиола тапшырыу башланды. Тапшырыу оҙаҡ йылдар дауам итте. Әйткәндәй, яҡшыға — йәшел сирәм, яманға биҙгәк сире тигән. Бәй, бынан бер нисә ай элек радиоға ҡолаҡ һалһам, «Яратам һине, тормош!» яңғырай. Баҫылғанына 46 йыл бит инде...
Әҫәрҙең уңышы шунда. Суфиян «Кызыл таң»да журналист булып эшләгәндә, төрмәгә ултырырға тейешле 18 йәшлек Мөкәрәмә исемле ҡыҙҙы тәрбиәгә алып, уны мең ҡаршылыҡтар аша яҡшы кешеләр атлай торған юлға баҫтырып ҡуя. Суфияндың сабата үргәндәге, һуғыштағы тәүәккәллеге, шулай итеп, журналист вазифаһын башҡарғанда ла дауам итә. Ләкин уның уңғанлығы был миҫал менән генә сикләнмәй. Күптәргә ярҙам ҡулы һуҙа йәш журналист.
«Яратам һине, тормош!» тигән повесть ошо материал нигеҙендә яҙыла. Уға С. Агиш, Б. Бикбай, Н. Мусин, Ғәли Ибраһимов, Ф. Иҫәнғолов, Ғ. Хөсәйенов кеүек яҙыусылар яҡшы баһа бирә. Ошо беренсе әҫәрендә үк Суфиян Шәмсетдин улы сюжет төҙөү оҫтаһы икәнлеген күрһәтә. Унан һуң унлап повесть баҫтырҙы Суфиян: «Сөмбөл», «Йәшлек йылдары», «Осрашырбыҙ әле», «Ышанам һиңә» — барыһын да ихлас күңел менән уҡыным.
Бер ваҡыт Суфиянға романдар ене ҡағылды. Бай, матур, гүзәл тәбиғәтле Башҡортостан ерендә тыуып үҫкән бөйөк, классик яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов тураһындағы трилогия-эпопеяһы («Пәйғәмбәр таңы», «Күктең етенсе ҡатында», «Ожмахҡа бер аҙым» романдары) Поварисовтың үҙен дә классиктар дәрәжәһенә күтәрҙе.
620
Романдар тураһында газета-журнал биттәрендә 40-тан ашыу мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Китап уҡыусылар конференциялары үткәрелә. Мәктәптәрҙә улар буйынса дәрес бирә башланылар.
Ғәлимйән Ибраһимов — бөйөк шәхес. Ул, академик Коган әйткәнсә, барлыҡ донъя әҙәбиәте даирәһенә күкрәк киреп инеп китерлек. Ниндәй генә юғары дәрәжәгә өлгәшмәне, кем генә булманы ул: Хеҙмәт геройы, академик, революционер, Ленин һәм Сталин менән милли мәсьәлә буйынса бергә эшләүсе, әҙәбиәтсе, телсе, тарихсы, философ, педагог, методист, күп журналдар мөхәррире, ялҡынлы публицист, нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы... Шундай титаник талант тураһында трилогия- эпопея яҙыу өсөн авторға ла Ғәлимйән Ибраһимов белеме кәрәк ине. Бар ул Суфиянда. Бар! Яҙҙы. Классик өлгө күрһәтте.
Трилогия-эпопея — бик һирәк таланттарға бирелә торған жанр. Уны етмеш йәше үткәндән һуң яҙҙы Поварисов. Үҙ-ара һөйләшкәндә беҙ уны ҡыҙғанып та ҡуябыҙ. Юҡ, был ҡыҙғаныу ғына түгел, ә ғорурланыу ҙа! Башҡорт дәүләт университетында лекциялар ҙа уҡып йөрөй бит әле ул. Фән менән етди шөғөлләнә. Ундан ашыу уҡыу-уҡытыу әсбаптары яҙып баҫтырҙы. Йәмәғәт эштәрендә йөҙөп йөрөй. Уңған ат күп егелә. Хәйер, Суфиян сыбыртҡыға мохтаж түгел. Тәүәккәл таш яра. Университетта эшләү дәүерендә «Патриотик тәрбиә», «Эстетик тәрбиә», «Хеҙмәт тәрбиәһе», «һүҙ тәрбиәһе» тураһында халыҡҡа уҡыған 500-ләп лекцияһы (улар газетала ла баҫылып тора) ғына ла ни тора! Ҙур проблема күтәреп, «Кызыл тац»да баҫылған мәҡәләләренең йылдар буйы фекер алышыуға әйләнеп китеүҙәре лә ғалим- яҙыусының уйлау офоҡтары киңлеге тураһында һөйләй.
Бер ваҡыт тәүәккәл Поварисов, ең һыҙғанып, икенсе трилогия-эпопея яҙырға кереште. Өс роман да («Яҙмыш ҡорбандары», «Ут эсендәге мөхәббәт», «Ҡанлы бәхет») баҫылып сыҡты инде. Әҙип был романдарында ла сюжет ҡороу оҫтаһы икәнлеген күрһәтте. Романдарҙа йөҙләгән персонаждар хәрәкәт итә. һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ теле, үҙ характеры ла бар. Әҫәр үҙәгендә — бөтә фронт буйынса «минометсы-снайпер» тип танылған беренсе расчет командиры гвардия сержанты Сәлим Шаһиәхмәт улы Пирмөхәмәтов. Сюжет сылбырына скифтар, шумер- ҙар, һундар, ҡыпсаҡтар, болғарҙар заманындағы ваҡиға
621
лар, тормош-көнкүрештәр, йәшәү рәүеше лә килеп үрелә. Трилогия-эпопея талап иткән эпик киңлектең төрлө ысулдары ҡулланыла. Беренсе романдың беренсе битендә үк Сталин һәм Гитлер образдары менән осрашабыҙ. Уларҙың хәрби стратегияһы, хәрби тактикаһы өс романда ла дауам ителә.
Сталиндың характеры өс романда ла полководец ҡына түгел, кешелекле булыуы менән дә асыҡлана. Бер генә миҫал. Курскиҙың утлы дуғаһында һуғышҡанда, иң ҡаты көрәш ваҡытында, 469-сы полктың хәрби байрағы юғала. Хәрби устав буйынса хәҙер полк тарҡатылырға, офиңерҙар, һалдат погоны тағып, штраф-батальонға китергә, һалдат, ефрейтор, сержант составы башҡа подразделениеға күсерелергә тейеш. Бәхеткә «тюремщик» ҡушаматы алған разведчик таба байраҡты. Дөрөҫөрәге, ут эсенән алып сыға. Героик характерлы полк командиры майор Чернявский байраҡты үбә-үбә илай.
Дөрөҫ, байраҡ теткеләнеп, янып, көйөп бөткән. Унда сепрәк киҫәктәре генә. Хәбәр 5-се гвардия армияһы командующийы генерал-лейтенант Жадовҡа, шул уҡ армияның артиллерия начальнигы генерал-майор Полуэк- тов аша маршал Коневҡа еткерелә. Конев был хаҡта Сталинға шылтырата. Сталин байраҡты Ставкаға алып килергә ҡуша.
Бына янып, кәлгә әүерелеп бөтмәгән байраҡ Сталиндың ус төбөндә. Сталиндың психологик кисерешен шул тиклем тәрән тасуирлай яҙыусы. Уҡығанда, ҡаты күңелле фронтовик булһам да, күҙемдән йәш килде. Бындай психологик тетрәнеүҙәр Ватан яҙмышы, кешеләр яҙмышы менән бәйле. Сталин һуғыш һөрөмө һеңгән байраҡты музейға тапшырырға ҡуша. Полкка яңы байраҡ бирә. Яңы байраҡ полкка яңы оптимистик рух, яңы патриотик күтәренкелек, яңы еңеү ялҡыны алып килә.
Ә бит өс роман үҙәгендә — ни бары сержант Пир- мөхәмәтов етәкселек иткән 1-се расчеттың хәрби хәрәкәте. Уның хаҡында очерк, хикәйә, повесть яҙып ҡына ла ҡәнәғәтләнергә мөмкин ине кеүек. Ләкин автор бөтөнләй башҡаса уйлай. Трилогия ижад итә. Фәлсәфә фәнендә ғөмүмилек, айырмалылыҡ категориялары бар. о Был осраҡта берҙән-берлек ғөмүмилек эсендә йәшәй. Йәки берҙән-бер расчет хәрәкәте ғөмүмилек барлыҡ фронт менән бергә хәрәкәт итә. Уның шулай икәнлеге уҡыусыға һиҙелмәй ҙә.
622
Фронт тураһында яҙыу еңел түгел, әлбиттә. Урыҫ яҙыусылары араһында күпме ҡәләм оҫталары бар. Башҡа милләттәрҙә лә юҡ түгел. Шулай ҙа Курск дуғаһындағы һуғыш тураһында Поварисовтыҡынан башҡа бер генә роман да яҙылманы. Трилогияның беренсе романын ике мәртәбә уҡып сыҡҡан тәнҡитсе, филология фәндәре докторы, профессор, фронтовик, һауа десанты ветераны, разведчик Миҙхәт Ғәйнуллин былай тип яҙып сыҡҡан ине: «Яҙмыш ҡорбандары» романының сюжет, композиция, тел-стиль сараларының оҫталығы, һүрәтләнгән характерҙарҙың тормошсан, йәнле булыуҙары Суфиян По- варисов ижадын яңы баҫҡысҡа күтәрерлек ҙур уңышы, тип әйтеп була. Был әҫәр әҙәбиәтебеҙҙә етди, мөһим хәрби-сәйәси проблемаларҙы тарихи реаллегендә дөрөҫ һәм мауыҡтырғыс һүрәтләүе менән башҡорт әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙанышы, тип баһалауға лайыҡ».
Икенсе («Ут эсендәге мөхәббәт»), өсөнсө («Ҡанлы бәхет») романдары баҫылып, «трилогия-эпопея» атамаһы алғас, был баһа йәнә күтәрелеп китә. Быларҙан тыш, Суфиян Поварисовтың «Төнгө фәрештәләр» тигән романы донъя күрҙе. Шул уҡ бай, халыҡсан, образлы тел, эпик киңлек, һоҡланып уҡый торған әҫәр. Романдың төп ҡаһарманы — Бәләбәй ҡыҙы, Советтар Союзы Геройы, төнгө осоусы Мәғүбә Сыртланова. Тағы ла шуныһы шатлыҡлы, беҙҙең олуғ әҙибебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын, үҙенең 85 йәшен ҡаршылап, нәшриәткә «Беҙ фронттан ҡайтҡанда» тигән яңы романын тапшырҙы. Минеңсә, Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов һәйкәлде иҫән саҡта үҙенә үҙе ҡойҙо. Ғәҙәттә, «классик яҙыусы» тигән атаманы, әҙип үлеп, оҙаҡ йылдар үткәс биреүсәндәр. Фронтташ дуҫым Суфиян был исемгә лә үҙе иҫән саҡта өлгәште. Уның шулай икәнлеген беҙ Башҡорт дәүләт университетында Поварисовтың 85 йыллыҡ юбилейын үткәргәндә лә аңланыҡ. Был хаҡта тәрән мәғлүмәтле әҙәбиәт, тел белгестәре, йәмәғәтселек даирәһенән килгән әһелдәр тулҡынланып һөйләне. «Кешелекле», «изге күңелле», «һөйкөмлө», «талантлы», «белемле», «намыҫлы» кеүек һүҙҙәр Суфиян өсөн шифалы ямғырҙай булғандыр. Ундай шәхес ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер сират күперен үтмәйенсә ҡалмай ул.
Юбилейҙан һуң, «Суфиян Поварисов башҡорт әҙәбиәтенең тере классигы!», «Суфиян ниндәй бәхетле» тигән ҡанатлы һүҙҙәр ҙә ишетелде. Мин Суфиян Пова-
623
рисовтың тормош юлы, әҙәби һәм ғилми эштәре тураһында күп яҙҙым. Улар «Кызыл таң», «Башҡортостан» газеталарында ла донъя күрҙе. 5 томдан торған һайланма әҫәрҙәремдә лә баҫылып сыҡты. Фронтташ һәм ҡәләмдәш дуҫым тураһында йәнә бер мәртәбә яҙырға йөрәгем ҡушты.
йыл, гинуар
БӨЙӨК ИЛДЕҢ БӨЙӨК ТӨБӘГЕ
Башҡортостан яҙмышы хаҡында һүҙ алып барган «Тарих яҙыр инем ташына» рубрикаһы уҡыусылар тарафынан ҡыҙыҡһынып ҡабул ителде. Тарихты, үткән 20 йылды байкауга, бөгөнгә анализ биреүгә, ■ киләсәкте күҙаллауга ҡоролган фекер алышыу иле , ере, халҡы яҙмышы өсөн битараф булмагандарҙы тагы ла бер сафҡа йыйҙы.
Башҡортостандың, халыҡ яҙыусыһы Достарыңызбен бөлісу: