Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет33/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   29   30   31   32   33   34   35   36   ...   40

һүҙ ыңғайынан шуны ла әйтеп үтәйем, Наилә. Ғәжәп ҡыҙыҡ та инде был шағир халҡы. Бигерәк тә мәскәүҙә- келәр. Ҡасандыр Бэлла Евтушенконың тәүге мөхәббәте булған, һәм улар аҙыраҡ бергә тороп та алған, имеш. Хәҙер икеһенең дә үҙ ғаиләһе бар. Ә йәшлектәге дуҫлыҡ һаман да дауам итә. Юғиһә шулай икәүҙән-икәү генә әҙәби осрашыуҙарға йөрөмәҫтәр ине. Бәлки, мин яңылышамдыр?

Беренсе булып Бэлла Әхмәҙуллина сығыш яһаны. Уның нәҫелендә татар ҡаны бар, тиҙәр. Үҙенең туған

531




телен беләлерме, юҡмы, әммә руссаһы — иҫ китмәле! Минеңсә, ул һирәк рустар аңлай торған телдә яҙа. һүҙҙәре бик сәйер яңғыраны, бөтәһен дә аңлай ҙа алманым. Элек ишетеүемсә, Бэлла Әхмәҙуллина әлеге көн түгел, ә XXI быуат кешеләре өсөн ижад итә икән, йәнәһе. Әҫәрҙәрен француз, немец һәм инглиз телдәренә тәржемә итеүе еңелерәк булһын өсөн шулай «кудренный-муд- ренный» итеп яҙа, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй Мәскәүҙең әҙәби даирәләрендә. Бэлла шиғырҙарын оҙаҡ уҡыманы. Сәбәбе — аудиторияның ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Шулай итһә, уны ҡат-ҡат һорап тағы ла уҡыталар икән. Әле лә шулай булды. Унан шағирәне һорауҙар менән күмделәр.

  • Илдәге «епшек көн» һеҙгә нисек тәьҫир итте?

  • Бер нисек тә! Миңә ул әллә бар, әллә юҡ, белергә лә теләмәйем. Мин халыҡ өсөн яҙам. Дөрөҫөн генә әйткәндә, «епшек көн»дөң тыуыуы ул беҙҙең файҙаға түгел. Хөкүмәт диссиденттарҙы аулай. Бына епшек көн килде, тип асыҡ ауыҙҙар күтәрелеп сығыр ҙа, себештәрҙе аулаған төйлөгән кеүек, КГБ уларға ташланыр...

  • һеҙ ҡаһарман рухлы шағирә шул, Бэлла!

  • Юҡ, ана, Женя Евтушенко ҡаһарман, мине лә ҡурсалай, бөтә рус әҙәбиәтен дә етәкләй!

  • Бэлла, әйтегеҙ әле, ниндәй милләт халҡы һеҙҙе күберәк уҡый?

  • Мин рус шағирәһе. Әҫәрҙәрем донъяның етмеш ике теленә тәржемә ителгән. Ә бына Женяны бөтә Ер шары үҙ итте. Уның китабы сыҡмаған бер генә ил бар, ул — Ватикан... Сөнки Папа итальянса уҡый...

Евтушенко бик оҙаҡ уҡыны шиғырҙарын. Беҙ уны тетрәнеп тыңланыҡ. Уға ни өсөндөр Мәскәүҙә диссидент тамғаһы һалынған. Ә бына шиғырҙарында бер ниндәй ҙә идеологик ҡытыршылыҡтар юҡ, киреһенсә, һәр бер строфаһы, һәр бер куплеты шиғриәттең гәүһәре булып балҡый. Бәлки, үҙенең саф, тәрән мәғәнәле уйҙары, киләсәккә ынтылған телмәр-сығыштары менән яңы әҙәби донъяны уятыуы өсөн ҡайһы бер әҙәмдәрҙең асыуын килтерә торғандыр? Шулай булыуы бик мөмкин... Был ша- ғирға ла ҡыҙыҡлы ғына һорауҙар яуҙы:

  • Женя, Рәсәйҙә һеҙҙән дә талантлыраҡ бүтән шағир бармы?

  • Бар! Ул — Евгений Евтушенко!

532


Зал рәхәтләнеп көлдө. Ә Евтушенко үҙе көлмәне, киреһенсә, йөҙө тағы ла нығыраҡ етдиләнде генә.

  • Мин милли шағирҙарҙан Рәсүл Ғамзатовты, Ҡай- сын Кулиевты, Мостай Кәримде, Олжас Сөләймәновты яратам!.. Улар бөйөк шағирҙар!..

Евгений Евтушенконың был һүҙҙәре беҙ, башҡорттарҙың, йөрәгенә һары май булып ятты, рәхмәт яуғыры!..

һорауҙар икеһенә лә күп булды. Бөтә һөйләшеүҙең мәғәнәһе түбәндәгегә ҡайтып ҡала. Бөйөк рус шағирҙары Александр Пушкин менән Михаил Лермонтов™ бөтә донъя уҡыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет иле ни өсөндөр шундай бөйөк шағирҙарҙы тыуҙыра алмай. Есенин менән Маяковский баҡыйлыҡҡа бик иртә киттеләр, оҙағыраҡ йәшәһәләр, бәлки, рус әҙәбиәтенең бөйөклөгөн бөтә донъяға танытырҙар ине. Бэлла Әхмәҙуллина менән Евгений Евтушенко һәм исем-шәрифтәре юғарыла телгә алынған милли шағирҙар шундай өмөт тыуҙыра: рус шиғриәтенең киләсәге ҙур. Сит илдәрҙә лә беҙҙе күп уҡыйҙар хәҙер. XVIII—XIX быуаттарҙа рус зыялылары (хатта батшалары ла) француз, немең һәм инглиз яҙыусыларын нисек ябырылып уҡыһа, алдағы йөҙ йыллыҡтарҙа, киреһенсә, бөтә мәҙәни донъя рус әҙәбиәтен күтәреп алыр һәм үҙ итер, Алла бирһә!..

Тик был осрашыуҙан минең күңелемдә бер төйөр ҡалды, Наилә. Әгәр ҙә хөрмәтле мәскәүҙәр беҙҙең Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов кеүек талантлы шағирҙарыбыҙҙың һәм йәшерәк быуын вәкилдәрен Абдулхаҡ Игебаев, Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Рафаэль Сафин, Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Хәсән Назаровтар- ҙың ижады менән таныш булһалар, иманым камил, моғайын, икенсе төрлөрәк һайрарҙар ине... Быныһы, әлбиттә, киләсәк эше!

Наилә! Хатым бик оҙонға һуҙылды, һүҙем күберәк әҙәбиәт тураһында барҙы, шикелле. Ирең яҙыусы булғас, шулай булыр инде, нишләмәк кәрәк?..

Ярай, хуш! һеҙҙе бик һағынам, шуны онотма!..

1962 йыл

533


Ун бишенсе хат

Наилә, сәләм!

Мин иҫән-һау, уҡыуҙар һәйбәт бара, үткән йыл башлаған комедиям да яҙыла, финалын күрәм дә инде. Аяз Ғиләжев миңә һис тынғылыҡ бирмәй, уҫал татар шул ул. Ниңә һаман да шул пьесаңды тамамлай алмайһың инде, тип йәнгә тейә. Әгәр берәй күршеләге яҙыусы янына инеп ултырһам, шунда уҡ артымдан килеп тә етә. Рус дуҫымдың да тетмәһен тетә, һин бөйөк милләт вәкиле, ваҡ милләт вәкиленә эшләргә ҡамасаулайһың, тип һүгә тегене. Әллә беҙҙе, былар хәмер сөмөрөргә йыйыналар, тип уйлай инде. Рус дуҫым да аптырап ҡалмай, һеҙ, татарҙар, яу ҡуптарырға әүәҫ халыҡ инде, был ғәҙәтегеҙ Сыңғыҙ хандан ҡалғандыр, ти. Бына шунан һуң китә инде бәхәс ҡыҙып: «һин тарихты белмәйһең икән, беҙҙең ул монголдарға бер ниндәй ҙә ҡатнашыбыҙ юҡ, беҙ икенсе халыҡ. Беҙ — Ҡазан татарҙары, ата-бабаларыбыҙ болғарҙар», — тип яуаплай уға Аяз. Унан миңә боролоп, әйҙә киттек, ти. Нимә эшләмәк кәрәк, маҡсаты изге булғас, буйһонам инде, сығып эшкә ултырам.

Аяз Ғиләжевты яратам мин, Наилә. Уңған, егәрле егет. Әҙәбиәт тип үлә инде, билләһи! Үҙе әйтмәһә лә беләм: татар халҡының бөйөк яҙыусыһы булғыһы килә уның. Булыр ул, мотлаҡ өлгәшер был теләгенә! Быға тиклем яҙған әҫәрҙәре бик юғары кимәлдә, халыҡ та ярата, тәнҡитселәр ҙә маҡтай. Уның шулай көнө-төнө эшләүенең икенсе бер сәбәбе лә бар. һин дә беләһең, Наилә, ун һигеҙ йәшендә Ҡазан университетында уҡығанда, Сталин хаҡында бер юҡ ҡына һүҙ ыскындырғаны өсөн ҡулға алынып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә Аяз. Ҡаҙағстандағы төрмәләрҙә һәм лагерҙарҙа алты йыл ғазап сигә, шунда бөтә йәшлеген имгәтә, Сталин вафатынан һуң ғына ҡотола ул был тамуҡ утынан. Әлбиттә, унда ижади эш менән шөғөлләнә алмаған бит инде. 'Ошо хәйерһеҙлектә үткән алты йыл ғүмере өсөн дә яҙа ул хәҙер. Университетта үҙе менән бергә уҡый башлаған тиҫтер яҙыусыларҙы ижадта ҡыуып етергә, хатта ки уларҙы уҙып китергә хыяллана. Ә ниңә, был насармы ни, Наилә?! Маршал булырға хыялланмаған һалдат донъяла юҡ икән, Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов кеүек бөйөк әҙиптәр дәрәжәһенә күтәрелеү тураһында көнө-төнө хыялланмаған татар

534


яҙыусылары ла юҡтыр ул, минеңсә, ә Аяз үтә лә сәмле зат!..

Наилә, минең дә биш йыл ғүмеремде армия алды. (Бөйөк Ватан һуғышында үткән дүрт йылды мин иҫәпкә алмайым, уныһын Хоҙай үҙе ҡушҡан.) Мин дә, Аяз кеүек, ана шул биш йыл өсөн дә ижад итергә тейеш түгелме ни?! Тимәк, мине лә ике сменалы эш көтә! Эйе, эйе, рустар әйтмешләй, танауыңдан ҡан киткәнсе эшләргә лә эшләргә!..

Аяздың етешһеҙ яҡтарын да күрә башланым әле мин. Бәлки, яңылышамдыр, ул башҡорт әҙәбиәтенең ҙурлығынан, атап әйткәндә, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ғәлимов Сәләм, Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙәрҙән бер аҙ көнләшә шикелле. Үҙе өсөн түгел, ә татар әҙәбиәте хаҡына. Йәнәһе, татарҙа ла яҡшы шағирҙар аҙ түгел. Хәсән Туфан, Сибәғәт Хәкимдәр менән ғорурлана Аяз. Мин дә ул шағирҙарҙы ныҡ яратам, тиһәм, дуҫымдың ауыҙы шунда уҡ ябыла һәм көнләшеүе лә бөтә. Әлбиттә, ул да минең кеүек үк, юғары талаптар, ҙур критерийҙар менән ҡарай әҙәбиәткә. Таланттарҙы хөрмәт итә. Бына шуның өсөн дә уның башҡорт әҙәбиәтенән көнләшеүе буш ҡыуыҡ кеүек тиҙ генә шартлай ҙа, беҙ яңынан ике әҙәбиәтебеҙ өсөн дә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ!

Эйе, Хәсән Туфандың шиғриәте иҫ китмәле тәрән, юғары художестволы, ул бер кемде лә ҡабатламай, уның бөтәһе лә үҙенеке, йөрәге-бәғере түренән нескәреп, нәфисләнеп, тотош моңға әйләнеп сыҡҡан шиғриәт. Эйе, ул Туҡайҙар, һаҙый Таҡташтар затынан. Уның исеме хәҙер Ҡазанда пәйғәмбәр урынына йөрөй. Бында ижадының гүзәллеге менән бергә, уның ауыр яҙмышлы шағир булыуы ла мөһим роль уйнай, минеңсә. 18 йыл һөргөндә булған, әммә һынмаған, һығылмаған, рухи бөйөклөгөн юғалтмаған титаник шәхес ул!

Ә беҙҙең Рәшит Ниғмәти менән Мостай Кәрим, Наилә? Сабый сағында уҡ үкһеҙ етем ҡалған гүзәл шағи- рыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев? Улар ҙа бит бик ауыр яҙмышлы шағирҙар! Мостай Кәрим егерме ике йәше тулыр-тулмаҫ яу ҡырына китә, унда фашист минаһының ярсығы түш кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, ҡанға батырып, күкрәген яралай. Саҡ үлмәй ҡала шағир. Үҙе әйтмешләй, һуғыштан ул ике ауыр яра, үпкә сире, ике шиғыр китабы һәм Тыуған илгә икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәт менән ҡайта.

535




Минең әлеге һүҙем Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти тураһында, Наилә. һин бит, беҙ Октябрьский ҡалаһында йәшәгәндә, 11-се урта мәктәптә әҙәбиәт уҡытҡан кеше. Әле лә хәтеремдә, программала күберәк татар яҙыусылары булһа ла, һин, янып-көйөп, башҡорт яҙыусылары ижады хаҡында ла ҙур хәстәрлек күрә инең! Хатта Рәшит Ниғмәтиҙе Октябрьскийға саҡырып килтереүсе лә һин булдың.

Иҫеңдәме икән, һинең үтенесең буйынса, Рәшит Ниғмәтиҙе мәктәпкә алып килеү өсөн мин Өфөгә юлландым. Ағайыбыҙ килде, тик ул бер үҙе генә түгел ине. Уға Әхнәф Харис, Кирәй Мәргән һәм Әнүәр Бикчәнтәев тә тағылғайны, һин юғалып ҡалманың, «Үлтер, улым, фашисты!» әҫәренең авторы өсөн генә әҙерләнгән кисәне бөтә башҡорт әҙәбиәте байрамына әүерелдерҙең. Әммә осрашыуҙың йөҙөк ҡашы барыбер Рәшит Ниғмәти булды.

Әнүәр Бикчәнтәев русса сығыш яһаны, хикәйәһен дә ошо телдә һөйләп ишеттерҙе. Кирәй Мәргән, профессорҙарға ғына хас олпатлыҡ менән әҙәби терминдарҙы күп ҡулланып, үҙенең «Нарыштау итәгендә» исемле романы өҫтөндә нисек эшләгәне тураһында бэйэн итте. Уларҙың икеһенә лә алҡыштар күп яуҙы, икенсе төрлө әйткәндә, үпкәләрлек булманы. Ә бына Рәшит Ниғмәти урынынан тороп, залға бер ҡарап алғас та, балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡапыл аяҡ өҫтө баҫып ҡул саба башланы. Оҙаҡ ҡына дауам итте был алҡышлауҙар, һин, Наилә, балалар ултырышып бөткәс тә, бөйөк шағирға мөрәжәғәт итеп: «Рәшит ағай, беҙҙең һеҙгә ҡарата шундай ҙур мөхәббәт «Үлтер, улым, фашисты!» тигән поэмағыҙ өсөн ул!» — тинең.

Шағир яуап итеп бер генә һүҙ әйтте:

  • Рәхмәт! — тине. һәм бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң былай тип дауам итте. — Мин һеҙҙе, ҡала балалары булғас, русса ғына һөйләшәһегеҙҙер, тип уйлағайным. Ниндәй бәхетле яңылышыу! Башҡорт теле — донъялағы иң бай, иң матур телдәрҙең береһе. Сәләмәтлегем бик самалы булғас, миңә һуғышта ҡатнашырға тура килмәне. Фронттан бик күп хаттар алдым. «Үлтер, улым, фашисты!» тигән поэмағыҙ беҙҙең менән бергә һуғыша!» — тип яҙҙылар яугирҙар. Эйе, башҡорт теле фашизмды еңергә ярҙам итте. Башҡорт теле Нарыштау итәгендә нефть вышкаларын ултыртты, башҡорт теле Октябрьский тигән

536




матур ҡаланы төҙөштө. Шуның, өсөн мин бында рәхәтләнеп үҙ телемдә һөйләшәм!..

Уҡыусылар тағы ла дәррәүерәк алҡышланы шағирҙы. Унан Рәшит Ниғмәти ирҙәрсә ҡалын матур тауыш менән «һинең кәләшеңдең хаттары» тигән поэмаһын яттан уҡырға кереште. Бына ул — шағир, исмаһам! Ниндәйҙер бер мөғжизә булды уны тыңлауы! Беҙгә, Наилә, һинең менән 1958 йылда Ялтала яҙыусыларҙың ижад йортонда ял иткәндә Константин Симоновтың сығышын тыңларға насип булды. Поэзияһы киң ҡоласлы, моңло-аһәңле булһа ла, шиғырҙарын тәьҫирле итеп уҡый алманы ул. Мин Рәсүл Ғамзатов менән Евтушенколарҙы ла күп тыңланым, икеһе лә, һис шикһеҙ, һөйләү ҡеүәһенә эйә ораторҙар. Ә бына Рәшит Ниғмәти кеүек бөтә йәнен, йөрәген шиғырға әйләндергән бүтән шағирҙы белмәйем мин...

Рәшит Ниғмәти башҡорт халҡының бөйөк шағиры. Әммә ни өсөндөр, уны йыш ҡына онотоп та ҡуябыҙ түгелме? Ул бит Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә башҡорт шиғриәтен үҙ елкәһендә күтәреп торған ҡаһарман әҙип. Уның «Тыуған илем өсөн», «Әсә һүҙе», «Үлтер, улым, фашисты!», «һинең кәләшеңдең хаттары» тигән патриотик шиғырҙары һәм поэмалары оноторлоҡмо ни?! Башҡорт шиғриәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр бит улар!

Мин Рәшит Ниғмәти хаҡында Аяз дуҫым алдында тотош бер телмәр тоттом. Ул ғәжәпләнде һәм ҡыуанысынан минең ҡулымды ҡыҫты. Был уның башҡорт әҙәбиәтен ҙурлауы ине, әлбиттә.

Мостай Кәримдең «Таш өҫтөндәге гөлдәр» тигән шиғырынан:

Әгәр уттар үткән минец йөрәк Мөмкин икән таиска әйләнеү, һицә булган мөхәббәтем минец - Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме, -

тигән өҙөктө уҡып ишеттергәс, Аяз, уйға ҡалып: «Эйе, былар, ысынлап та, икеһе лә бөйөк шағир шул!» — тине.

Наилә, балаларыбыҙ тураһында һиңә күп яҙам, шулаймы? Был һиңә ышанмауҙан да, мин булмағас, бер үҙеңә уларҙы ҡарауы, тәрбиәләүе ауырҙыр инде, тип ҡайғырыуҙан да түгел. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ара-тирә күңелемә шундай борсолоуҙар тулап килеп инә. Балалар

537




тураһында уйлаһам, миңә рәхәт була, яңғыҙлыҡта үткән тормошомдо ла матурлай был. Үҙемде өйҙәгеләй хис итәм, һинең менән бергә йәшәгән йылдарымды күҙ алдына килтерәм, был миңә яңы көс, илһам бирә, мине яҡты өмөттәр менән байыта... Шатлыҡтарымдың ике генә сығанағы бар, береһе — һеҙ, икенсеһе — әҙәбиәт.

Балалар темаһына күскәнсе, аҙыраҡ ҡына үҙем тураһында һөйләп үтәйем әле, Наилә! Минең, пьеса яҙыуҙан башҡа, бер генә һәнәрем дә юҡ икән дә баһа! Берәүҙәр өҙҙөрөп гармунда уйнай, икенселәр моңло итеп йырлай, өсөнсөләр рәсем төшөрөргә оҫта, дүртенселәр бейей.

Ә ниңә һуң мин гармунда булһа ла уйнай белмәйем? Сөнки бала сағымда, үҫмер йылдарымда уйнарға бик теләһәм дә, гармун алып биреүсе булманы. Атайым фажиғәле вафат булғанда, миңә ун бер йәш тә тулмағайны әле. Мин етем үҫтем. Беҙҙең ауылда ла тиҫтерҙәрем араһында гармунсылар күп кенә ине. Донъяла уларҙан да бәхетлерәк кеше юҡтыр кеүек тойола ине миңә.

Әҙәм балаһы моңһоҙ йәшәй алмай. Уның йөрәгендә бөтә башҡа тойғоларға ҡарағанда ла моңға күберәк урын бирелгән. Хатта мөхәббәт тә моңдан ярала. Моң йөрәкте боҙоҡ уйҙарҙан һаҡлай, уларҙы үҙенә яҡын да ебәрмәй. Шуға ла моңло донъя матур донъя, моңло кеше — матур кеше. Шағир Хәким Ғиләжев берәйһенә асыуы килһә, уны «Эй, моңһоҙ!» тип әрләй торғайны. Мин быға башта аптырай инем, һуңынан ғына аңланым моңһоҙлоҡтоң нимә икәнен. Моңһоҙ, тимэк, бәғерһеҙ. Моңһоҙ, тимәк, ул — таш йөрәк, хисһеҙ-уйһыҙ кеше. Ул яғымлы ла, мөләйем дә, итәғәтле лә, миһырбанлы ла, ярҙамсыл да була алмай, кеше ҡайғыһын да аңламай. Ундайҙарҙың йөрәгендә моңға урын юҡ, унда алама тойғолар ғына хөкөм һөрә. Моңһоҙҙар үҙҙәре лә бәхетле була алмай. Ҡанһыҙҙар күберәк бына ошондай әҙәми заттарҙан барлыҡҡа киләлер, моғайын...

Әле әйткәндәрем берәй музыка ҡоралында уйнамаһаң, моңһоҙ булаһың тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Моңһоҙ кеше музыка ҡоралында уйнай алмай ул, был уның тәбиғәтенә ят нәмә. Музыка ҡоралы моңлоларҙы тағы ла моңлораҡ итеү өсөн яҡын кешеләренә матурлыҡ өләшеү өсөн кәрәк.

Бына, Наилә, беҙ һинең менән залдың түренә үк күҙҙең яуын алырлыҡ пианино керетеп ултырттыҡ. Ярай әле һин үҙеңдең моңло тауышыңа ҡушып көйҙәр ҙә уйнап

538




ебәрәһең ҡайһы берҙә. Шунда уҡ донъя моң менән тула, өйгә йәм-ҡот инә. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа пианинола уйнарға өйрәнһә, ниндәй һәйбәт булыр ине, ә? Дилараның йәше үтте булһа кәрәк, ә бына Әлфиәнең нәҡ ваҡыты — уны хәҙерҙән үк музыка мәктәбенә бирергә кәрәк. Үҙе аҙыраҡ уйнаштыра ла бит әле, тимәк, ҡыҙыҡһына!

Наилә, шәйләйһеңме, һинең кеүек бик һылыу булмаҡсы бит ҡыҙыбыҙ, шулаймы? Бәлки, ул пианистка була ла алмаҫ, ә бына үҙе өсөн, ғаиләһе өсөн ниндәй ҙур ҡыуаныс булыр пианинола уйнауы! Беҙгә лә рәхмәт әйтер ине аҙаҡ...

Ярай, Наилә, килештек! һин үҙең дә ошолайыраҡ уйлай инең бит пианино алыу теләгең тыуғанда. Был минең генә ҡарарым түгел, һинең фекерҙәреңде лә иҫкә төшөрәм.

Наилә! Хәҙер һинең миңә шундай бер һорау биреүең мөмкин:

  • Нәжиб, бына һин йырламайым да, гармунда уйнарға ла насип булманы, тиһең, ә, Аллаға шөкөр, моңһоҙ кеше түгелһең бит? Яҙыусы булыуыңды ла иҫәпкә алһаҡ, һинең моңло булыуың ҡайҙан килә ул, нәҫелдәнме?

  • Эйе, Наилә йәнем, тәбиғәт мине моңдан мәхрүм итмәгән. Минең йөрәгем тулы моң. Иң тәүҙә етемлек моңло итте мине.

Үҫмер сағымда үҙемде ҡыҙғандым. Беҙҙе, кулак яһап, өйөбөҙҙән мунсаға ҡыуып сығарыусы, ауырыу атайымды урынь^нан һөйрәп торғоҙоусы, ҡулдарына бығау кейҙереп, төрткөләй-төрткөләй өйҙән алып сығып китеүсе, минең бала сағымды, йәшлегемде урлаусы НКВД кешеләре ҡылған бөтә яуызлыҡтар йөрәгемде яраланы, бөтә булмышымды һағыш-моң сорнап алды. Атайым ауыл Советында һорау алғанда йөрәге ярылып вафат булғас, дүрт балаһы менән яңғыҙ тороп ҡалған әсәйемде йәлләнем. Күп йылдар үткәс, әсәйем хәтерләүенсә, мин төн уртаһында ишек алдына сығып, күктән фәрештәләр төшкәнен көтөп ултырғанмын. Уларға һөйләйһе моң-зарҙарым күп булғандыр инде. Ул фәрештәләр төшмәгәс, бөтә ҡайғыларымды яҙып уларға хат итеп ебәрергә хыялланғанмын мин — сабый. Ул хат яҙылмай ҡалған, ә йөрәгемдәге моң йәшәгән. Күп йылдар үткәс, ул моң-һағыштар аҡ ҡағыҙға төшкән һәм ваҡ ҡына хикәйәләр, бер шаршаулы пьесалар булып яҡты донъяға сыҡҡан. Ошо моңдар мине яҙыусы итте.

539




Бөйөк Ватан һуғышында мин дошман танкыларына ҡаршы атыусы батареяға етәкселек иттем. Ауыр һуғыштарҙа өс тапҡыр батареямды, тиҫтәләрсә иң ҡәҙерле яу- гирҙарымды юғалттым. Ҡаһармандарҙың һыуынырға ла өлгөрмәгән кәүҙәләрен ҡулыма алып, ер ҡуйынына һалғанда, ниндәй ғазаплы, үкенесле, һағышлы уйҙар кисере- үемде мин үҙем генә беләм, Наилә.

Еңеү көнө беҙгә икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡтар алып килде. Унан мин һине мәңгелеккә үҙ ҡосағыма алдым. Былары инде икенсе төрлөрәк моңдар ине. Шатлыҡ, бәхет моңдары. Ошо моңдар бөтә ғүмер юлымда мине оҙата бара, һине һөйөүсе йәнгә әҙәби әҫәрҙәр бүләк итә...

Эйе, беҙ һинең менән моңло йәндәр! Балаларыбыҙ ҙа моңло булыр, Алла бирһә!

Шишмәләр иҫән сағында, Иҙелдәр кибәме ни, тигән бер шағир. Кеше йөрәгендәге моң ана ошо шишмә ул, Наилә. Ә Иҙел тигәне — Тыуған ил, халыҡ, милләт.

Моңға яҡын тағы ла ғәжәйеп бөйөк бер һүҙ бар. Ул — ғәм тигән гәүһәр. Моң үә ғәм, бына ошо ике хазина әҙәм балаларын донъяла кеше итеп йәшәтә лә инде. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа ошо бөйөк сифаттарҙан мәхрүм булмаһын ине, Наиләкәй! Минең дә ғүмерем буйы ватансыл тойғоло, ысын кеше, аҡыллы кеше, тәүфиҡлы кеше, кешелекле кеше булғым килде. Был теләктәремдең нигеҙе — асылында ана ошо моңло һәм ғәмле булып ята бит!

Тағы ла шул һандуғастар һайрауы, кәкүктәр ҡысҡыры- уы, туғайҙарҙа йөрөгән аттарҙың кешнәүе, бесән өҫтөндә салғы яныған тауыштар, киске эңер-меңерҙәрҙә көтөүҙәрҙең ҡайтыуы, әсәй-апайҙарҙың таң һарыһында, йылы йәйге кистәрҙә һыйырҙарҙың елененән тарта-тарта һөт һауыуҙары, тауҙарҙың иңрәүе, өй мөрйәләренән аҡ төтөндәр ағылыуы, ураҡ өҫтөндә комбайндарҙың гөрөл- дәүе, йылғалар ағышы, тулҡындар ҡағышы, шишмәләр сылтырауы кеүек илаһи мәлдәрҙә үҙеңде бәхетле һанап, шуларҙы ғүмергә лә онотмаҫ өсөн күңелеңә һалып ҡалдырыу ҙа әҙәм балаларын ғәмле-моңло итә. Бигерәк тә ижад кешеләрен...

Эй, Наилә! Яҡты донъяла ысын кеше булып йәшәүҙең серҙәре былар ғынамы ни?! Бик күп ул Хоҙай бирмеш изге миҙгелдәр. Тотоп ала ғына бел! Үҙең өсөн дә, илең, халҡың өсөн дә файҙалана ғына бел! Беҙгә — һинең менән миңә — балаларыбыҙға был турала бер туҡтауһыҙ һөйләргә һәм аңлатырға кәрәк. Ана, элекке бер хатымда

540




бәйән иткән донъялағы бөйөк әҫәрҙәр барлығын да белеп үҫһендәр, шуларҙы уҡырға тырышһындар ине. Бөйөк шағирыбыҙ Аҡмулла: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» — тигән бит.

Булды, Наиләкәй, күп әңгәмәләштем бөгөн һинең менән! Миңә бик рәхәт булып ҡалды! Бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаһам да, барыбер берәй файҙаһы тейер әле һиңә. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй ҙә, боҙолмай ҙа.

Хуш, аҡыллым!

1962 йыл, Мәскәү

Ун алтынсы хат



Наилә, шатлыҡ! Өфөнән бик матур бер хат килде. Ғабдулла Ғиләжев яҙған. Ташкентта Хәмзә исемендәге Үзбәк академия драма театрында минең һөйөклө «Рәй- сә»мде ҡуйырға йыйыналар икән. Театрҙың художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Ходжаев сәхнәләштерәсәк. Үзбәк теленә театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире, Та- тарстанда тыуып үҫкән Мәликбаев тигән кеше тәржемә иткән. Спектакль көҙгә тәғәйенләнгән. Наилә, ҡотлайым, Ташкентҡа премьераға икәү барабыҙ, Алла бирһә. Яраймы? Бер уйлағанда, был бит бик ҙур ваҡиға! Хатта Ғабдулла Ғиләжев дуҫым да шатланған. Әле беҙҙең менән бергә уҡыусы үзбәк яҙыусыһы Мәүлән Икрамовҡа ла әйттем, ул да ҡыуанды. «Ой, Нәжиб, былай булғас, байыйһың, — тигән була. — Үзбәкстанда утыҙҙан артыҡ драма театры бар, Хәмзә театры ҡуйғас, улар ҙа сәхнәләштерәсәк пьесаңды».

Наилә, был хәбәрҙе Ғабдулла Әхмәтшин ишетһә, үҙен ҡайһылайыраҡ итеп тойор икән? Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли, Татарстандың иң күренекле театр белгесе ыңғай фекер әйткәндә, ул бер үҙе яманлап сыҡты беҙҙең спектаклде. Тәнҡите кешесә булһа, бер хәл ине әле, тотош уйҙырмаларҙан тора бит. Ярай әле, бөтә академия драма театры коллективы бер тауыштан мине яҡлап, үҙенең ҡәтғи һүҙен әйтте. Бер кемгә лә баш эймәҫ театр белгесе Әминә Аралбаеваға ла ҙур рәхмәт инде, «Рәйсә» өсөн рельсҡа арҡыры ятырға ла әҙер ине бит ул һылыуҡай!

Эйе, пьесамдың Хәмзә театрында ҡуйылыуы бик ҙур шатлыҡ. Мин, Наилә, үҙем өсөн генә түгел, ә бөтә баш

541




ҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте өсөн дә шатланам. Уҡыуҙы тамамлап, Башҡортостаныма ҡайтҡанда йөҙөм яҡты буласаҡ...

Бына шулай, Наилә, һыуҙар аға, ғүмерҙәр ҙә уҙа тигәндәй, уҡыуҙың да яртыһын тамамлап киләм. Быныһы ла бит үҙенә күрә бер һөйөнөс! И, мин йүләр, ғүмеремдең уҙыуына шатланам түгелме һуң? Әҙәм балаһы шулай инде ул, һәр саҡ бөгөнгө көндөң тиҙерәк үтеүен теләй. Уның өсөн алдағы көн ҡиммәтерәк. Ә ни өсөн был шулай һуң? Тимәк, ул нимәгәлер өмөтләнгән, яңы шатлыҡтар һәм әллә ниндәй ҙур бәхеттәр килер, тип хыялланған. Ә ул бәхет тигәнең һиңә ҡойроғон да тоттормай, бына шуның өсөн дә йән эйәһе алдағы көнгә өмөт бағлай. Ә ғүмеренең үтеүе тураһында уйламай ҙа. Был ҙур яңылышыу, хаталы ҡараш. Улай ярамай. Киреһенсә, көнөңдөң тиҙ үтмэүен теләргә, уның һәр бер минутын, һәр сәғәтен тулыраҡ файҙаланып ҡалырға кәрәк, сөнки үткән ваҡыт кире ҡайтмай, ул инде һинеке түгел, ә тарихтыҡы. Тарихты бит халыҡ барлыҡҡа килтерә. Ә айырым кеше, шәхес уның бер вәкиле. Үҙ халҡыңдың тарихы данлы булһын өсөн, һин дә уға тос өлөш индерергә бурыслы.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   29   30   31   32   33   34   35   36   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет