Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет35/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40
кос бирә

Бөгөн - Баискортостандыц халык яҙыусыһы, Салауат Юлаев һәм Дуҫлыгк ордендары кавалеры, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтыц тыуган көнө

Әҙип был көндә тыуыуы менән һәр ваҡыт ғорурланған һәм әле лә ғорурлана. 7 ноябрь Октябрь революцияһы байрамы булараҡ тарихтан һыҙылып ташланһа ла. Яҙыусының тормошона, ижадына был көндөң тәьҫире, көсө күп булған, шуға ла ул уның өсөн һаман да ҡәҙерле. Т ыуған көнө — 87 йәше тулыу алдынан Нәжиб ағай менән йәшәү мәғәнәһе, яңғыҙлыҡ, мөхәббәт, ҡартлыҡ тураһында гәп ҡорҙоҡ.

«Йәшәү — ул физик хәрәкәт, — тип башланы һүҙен әҙәбиәт аҡһаҡалы. — Ҡатыным Наилә үлгәндән һуң мин күберәк хәтирәләр донъяһына сумам. Тормошома икегә бүлеп ҡарайым, Наилә менән бергә сағым һәм ул ҡалдырып киткәндән һуңғы көндәрем. Улары хатта оҙонораҡ төҫлө. Ә йәшәү — ул яҡын кешең менән аралашыу, уны тойоу, донъяла барған ваҡиғаларға хаҡ биреү. Ҡатының бешергәндәрҙе тәмләү, уның балаларға, һиңә булған мөнәсәбәтен күреү. Алдағы көнгә бергәләп пландар ҡороу. Быларҙың береһе лә юҡ хәҙер. Хәтирә — ул йәшәү түгел.

Бына шундай халәтемдә газеталарҙың береһендә (ә мин уларҙы күп алдырам: «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Өмет» һәм башҡалар) Стәрлетамаҡта йәшәүсе Зөбәржәт исемле ханымдың шиғырҙарына тап булдым. Мин уның һәләтен күңелемә ныҡ яҡын ҡабул иттем, һөйөү — мөхәббәт хистәре йөрәктә хәл ителә бит. Наиләмдең юҡлығын аҡыл менән йөрәгемә аңлатам. Йөрәк тыңлармы-юҡмы, әгәр тыңламаһа, шартлауы ихтимал. Уның тыңлауы миңә ныҡ кәрәк, сөнки эшләйһе эштәрем бар. Наиләмдең ҡушып ҡалдырған эштәре, үҙемдең ижади пландарым... Йюлдең ун туғыҙынан һуң бына ошо уйҙар мине йәшәтә.

Унан, минең ҡайғымды баҫырға дуҫтарым ярҙам итә. Минең кеүек хәлдә ҡалыусылар — ғалим-яҙыусылар Суфиян Поварисов, Әхәт Ниғмәтуллин. Улар ҡатындарынан башҡа, хатта ғаиләләренән башҡа тиҫтә йылдан артыҡ йәшәйҙәр бит. Улар менән көн дә һөйләшәм, улар хәләтен аңларға тырышам. Үҙемде тынысландырам. Кеше

19*

579




кеше хәлен белмәй, үҙ башына төшмәһә, тиҙәр. Уларҙың тыныслығына, сабырлығына һоҡланам. Миңә үҙемде тынысландырыу ауырыраҡ бирелә. Шулай ҙа бындай хәлем өсөн бер кемдең дә ғәйепләгәне юҡ әле: нисек бар — шулай ҡабул итәләр. Наиләмдең үлеме миңә ныҡ тәьҫир итте. 63 йыл бергә пар ҡанат булып рәхәтләнеп остоҡ бит. Наиләмде был ҡәҙәр илаһилаштырыуымдың тағы бер сәбәбе бар. Ирҙе ир иткән дә, юҡ иткән дә — ҡатын, тигән әйтем бар бит. Наиләм мине кеше лә, яҙыусы ла итте. Ул әҙәбиәт уҡытыусыһы булды. Урыҫ, татар, башҡорт әҙәбиәттәрен, классиканы яҡшы белә ине. Әгәр ул минең өсөн, балалар, ғаилә өсөн үҙен ҡорбан итмәгән булһа, яҙыусы уҡ булмаһа ла, әҙәбиәт донъяһында йә тәнҡитсе, йә әҙәбиәт белгесе булыр ине. Шағирә Фәниә Чанышева ла тәүҙә ғаиләһенә, балаларына, иренә тоғро хеҙмәт итте бит. Яҙыуын һуң башланы. Әгәр ул иртәрәк яҙыша башлаған булһа, Ғилемдар Рамазановты ла уҙып китер ине, тиеүселәр булды. Шулай булһа ла, ул шәп шағирә булып танылды.

Дуҫтарым юҡтыр тип уйлап яңылышҡанмын икән. Ни тиһәң дә, ҡәләмдәштәрем М. Кәрим, Н. Нәжми, Д. Исламов, Ә. Атиабаев, Ә. Бикчәнтәев, Ә. Мирзаһитов, Ғ. Ибраһимов һәм башҡалар — береһе лә юҡ. Үҙемдән күпкә йәш яҙыусылар, артистар, журналистар ай буйына шылтыратып, ҡайғымды уртаҡлашты. Ижадташ дуҫтарым Н. Ғәйетбаев, Р. Кинйәбаев, X. Назар, 3. Нурғәлин, Т. Килмөхәмәтов мине ҡайғым менән яңғыҙ ҡалдырманылар. Күп икән мине хөрмәт итеүселәр. Хатта хөрмәтте лә нығыраҡ күрһәтә башланылар, театрҙарҙың йылы мөнәсәбәтен тойҙом. Мине күңел төшөнкөлөгөнән дуҫтарым, ижадташтарым ҡотҡарҙы. Ҡасандыр үҙем эшләгән «Кызыл таң»ымдың ныҡлы ярҙамын, терәген тойҙом. Был донъяға кәрәклегеңде, кешеләргә файҙаңды тойоу йәшәргә көс бирҙе. Кешелек ҡырыҫланды, халыҡта мәрхә- мәтлелек бөттө, изгелек, кешелеклелек кеүек сифаттар юғала бара, тиҙәр. Баҡһаң, быларҙың береһе лә һүнмәгән икән, тоя, күрә, һиҙә белергә генә кәрәк. Бына быйыл йәй мин шуларҙы кисерҙем.

Наиләмде мәңгелеккә оҙатҡан көндәрҙә Ҡаҙандан йәш дуҫым Роберт Миңнуллин шылтыратты. Үҙенең 60 йәшлек юбилейын Аҡтаныш районында үткәрә икән. Минең ҡатнашыуымды бик теләй. Балаларым менән килешкәс, ризалығымды белдерҙем. Кешеләр менән аралашыу миңә

580




көс бирҙе, рухландырҙы. Унан Салауат театры үҙе менән мине Ҡаҙанға гастролгә алып барҙы. Гастролдәрен минең «Зәйтүнгөл»өм менән астылар. Халыҡ күп ине. Спектаклде йылы ҡабул иттеләр. Мине сәхнәгә саҡырҙылар. Шунда йәшәү мәғәнәһе, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте тураһында һөйләнем. «Татар һәм башҡорт халыҡтары бер-береһенә туғандарса яҡын. Дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, ижади бәйләнештәргә бер ниндәй дәүләт сиктәре лә кәртә була алмай, һеҙҙең хөрмәттән мин яңынан тыуҙым», — тинем. Алҡыштарға күмделәр. Йәшлек дуҫтарым булмаһа ла, йәш ҡәләмдәштәрем — Роберттың ғалим энеһе Ким Миңнуллин, Туфан Миңнуллин, Нур- мөхәммәт Хисамов етәкләп кенә йөрөттө. Бик рәхәт икән хөрмәттә йөрөү. Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Аяз Ғиләжев менән бик дуҫтар инек. Мәскәүҙә бергә уҡыныҡ. Күптән мәрхүм дуҫымдың ҡатыны Нәҡиә мине эҙләп табып, өйөнә саҡырҙы. Аяздың хаттары менән таныштырҙы. Бик шәп, әҙәби әҫәргә тиң хаттар яҙа ине ул. Шуларҙы Нәҡиә ханым китап итеп сығарырға йыйына икән. Бына ниндәй маҡтауға лайыҡ эш менән шөғөлләнә! Уның был тырышлығы мине лә ҡыҙыҡтырҙы. Минең дә хаттарым, миңә яҙғандары ла, үҙемдекеләр ҙә архивымда күп бит. Тимәк, уларҙы тәртипкә килтереү эше тора алда: йәшәргә кәрәк!

Ҡайтып етеүгә Өфө «Нур» татар дәүләт драма театрынан шылтыраттылар. Улар минең бынан утыҙ биш йыл элек яҙылған «һыу юлы» спектаклемде ҡуйырға әҙерләнәләр икән. Бына ниндәй шатлыҡ! Беренсе булып тыуған яғым — Баҡалыла күрһәттеләр уны. Төп героиням Зөләй- ханы уйнаусы Гөлназ Мөхәммэҙиева ла Баҡалы ҡыҙы бит. Яҡташтарым һағынған театр тамашаларын. 85 йәшемде үткәргәндә улар алдында отчет тотоп, тормош кәбәнемде ослап ҡуйҙым тип уйлаған инем. һеҙҙең алҡышлауығыҙ миңә, ижадыма йылы мөнәсәбәтегеҙ тағы көс бирҙе. Икенсе кәбәнемде башларға тура килер инде тип һүҙ биргән инем. Әле бына шул кәбәнде юғары күтәреп булышам. Баҡалынан донъяға кәрәклегемде тойоп ҡайттым. Яҙыусылар араһында шундай ғыйбәрә йөрөй: була бер төрлө яҙыусылар, уларҙың әҫәрҙәре үҙҙәре тере саҡта уҡ үлә; икенселәренеке үҙҙәре менән бергә үлә; өсөнсөлә- ренеке үҙҙәре үлгәндән һуң да йәшәй. Минекеләр нисек булыр, әммә бынан утыҙ биш йыл элек яҙылған пьесамды бөгөн ҡабат ҡуялар икән, тимәк, мин иҫән әле. Икенсе

19' 1.0129.11

581




кәбәнемде ҡойоуға килгәндә, архивым бай минең. Шуларҙы тәртипкә килтерәм. Ижадыма ҡарата яҙылған рецензиялар, маҡтау һүҙҙәре, тәнҡит мәҡәләләренән, ҡәләмдәштәремдең яҙмаларынан һәм үҙемдең башҡалар ижадына бағышланған сығыштарым, очерк, эсселарҙан торған «Ғүмер юлы» тип аталған йыйынтығымдың беренсе томы быйыл донъя күрҙе. Икенсе томын да туплап бөтөрҙөм. Илленән артыҡ папкала бик күп ҡыҙыҡлы материалдар һаҡлана. Уларҙы тәртипкә килтереү бик ауыр эш икән. Эшем күп әле, туғанҡай. Хаттар яҙғым килә. Бик күп кешеләргә әйтер һүҙҙәрем бар. Күптән түгел генә Аяз Ғиләжев менән аралашҡандағы хәтирәләремде яҙып, ҡатыны Нәҡиә ханыма һалған инем. Хатымды оҡшатып, «Ватаным Татарстан» газетаһында баҫтырып сығарған. Ҡатыным Наиләгә лә әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрем ҡалған. Балаларыма иҫтәлек итеп, йәштәргә һабаҡ булһын тип, «Наиләмә хат» тигән әйбер өлгөрөп килә күңелдә. Уның жанры ла быға тиклем әҙәбиәттә күренмәгән жанр булыуы ихтимал.

Салауат театрының 75 йыллыҡ юбилейы был сезонда. Йәнә миңә шылтыраттылар. Яңы пьеса һорайҙар. Был йәштә, был халәттә ниндәй яҙыу, тип уйланым башта. Унан үҙемдең кешеләргә кәрәклегем, улар алдындағы бурысым еңде: ун һигеҙ көн эсендә өр-яңы пьеса яҙҙым. Бер ҡасан да бындай тиҙлектә ижад иткәнем юҡ ине. «Ете ҡыҙ» тип атала ул. Оҡшатҡандар театрҙа. Ҡуйырға әҙерләйҙәр. Ҡайһылыр газетала бер йәш режиссер: «Беҙгә 70—80 йәшлек драматургтар кәрәкмәй», — тип яҙып сыҡты. Мин уның менән килешмәйем. Ҡайҙа һуң йәш драматургтар? 87 йәштә пьеса яҙыуымды һорайҙар икән, тимәк, йәштәргә өмөт юҡ, тигән һүҙ бит. Миңә юрый тынғы бирмәҫкә һөйләшкәндәй, үҙебеҙҙең Олег Ханов Ырым- бурҙан «Сейәле тау» пьесаһын һоратып алды.

Кеше ҡәҙерен, уны яратыуыңды нығыраҡ аңлау өсөн яҡының менән бер аҙға ғына булһа ла айырылып тороу кәрәк икән. Мәскәүҙә уҡығанда уҡ аңлаған инем быны. Унда йөрәк хисенә күберәк таянғанмын. Наиләмде ни ҡәҙәр яратыуымды, ниндәй ҡәҙерле кешемде юғалтыуым- ды әле аҡыл менән аңланым, һәм йәштәргә кәңәшем шул: һаҡлағыҙ ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе. Рәнйетеүҙән һаҡ булығыҙ. Минең айырылып тороғоҙ тигәнде башҡа мәғәнәлә аңлай күрмәһендәр берүк! Ғөмүмән, яратып ҡушылған ир менән ҡатындың күпмелер ваҡыттан һуң судлашып

582




ай ы р ылы ш ыуҙар ы н күңелем менән дә, аҡылым менән дә ҡабул итә алмайым, башыма һыймай. Беренсе яратыу хистәрен кисергән, мөхәббәт тураһында серләшкән миҙ- гелдәрҙе, бала көтөү шатлыҡтарын, сабыйҙы бала табыу йортонан барып алғанда ата булыуҙың йөрәкте елкеткес ғорурлығын нисек оноторға мөмкин! Был ваҡиғаларҙы бит әленән-әле, йылдар үткән һайын яңынан-яңы иҫкә төшөрөп, йәнә бергәләп ләззәтле минуттар кисерелә. Ә икенсе ҡатынға өйләнгәс, былар хаҡында ни тип һөйләшеп була һуң? Ир менән ҡатын араһында уларға ғына аңлайышлы, икеһе өсөн генә ҡәҙерле серҙәр була. Уларҙы нисек итеп икенсе ҡатын менән бүлешмәк кәрәк?! Уның үҙ кисерештәре, башҡа кеше менән... Уның шатлығы һинеке була алмай. Ҡатындан-ҡатынға йөрөүселәр бар бит. Төндәр йоҡламай бәүелткән, ауырығанда һулышың менән өрөп терелтерҙәй булып ҡараған ғәзиз балаларыңды нисек ташлап сығып китмәк кәрәк? Ә ҡартайған көндә улар күҙенә нисек ҡарарға? Беренсе ҡатындары иҫән булып та, икенсе, өсөнсө ҡатынға әйләнеүселәрҙе аңлай ҙа, ҡабул итә лә алмайым. Әйләнеү тигәндән, Наи- ләм үлер алдынан: «Әйтәһе һүҙем бар, — тип янына саҡырып алды ла, — өйләнмә, матур мөхәббәт менән йәшәнек бит», — тине. Хәҙер бына һәр хәрәкәтемде, һәр һүҙемде Наиләм нисек ҡабул итер ине икән, тип йәшәйем. Уның алдында яуап тотҡан кеүек. Балаларым, ейәндәрем менән, бәлки, элек дорфараҡ та, аталарса ҡәтғийерэк тә һөйләшкәнмендер. Ул саҡта уларҙы яҡларға, минең яңылышымды төҙәтергә Наиләм бар ине. Ә хәҙер һәр ҡылыҡ- ғәмәлдәрем өсөн үҙем генә яуаплы. Шуға күрә яҡындарыма ла, дуҫтарыма ла, ғөмүмән, һәр кемгә яҡшылыҡ эшләгем генә килә. Элеккенән дә матурыраҡ йәшәргә кәрәк. Бөгөн тормошомдоң мәғәнәһе ошо. Балаларым нимәлер эшләп еткермәһә лә, ҡәнәғәтһеҙлек белдермәйем. Минән дә һәйбәт кеше юҡ хәҙер. Ҡартлыҡтың рәхәте лә, бәхете лә ошолор, сөнки һинән аҡыллы һүҙҙәр, кәңәш кенә көтә бит кешеләр. Тәжрибәле, оҙон тормош юлы үткән кеше булараҡ, миндә кәңәш итерлек кенә аҡыл бар.

Мин үҙ ғүмеремдә күп уҡыным, институт бөтөрмәһәм дә. Әле лә уҡыйым. Күҙҙәрем насар күрһә лә. һәм йәштәргә лә уҡығыҙ, күп уҡығыҙ, тип кәңәш итәм. Бөйөк ша- ғирыбыҙ М. Аҡмулла ла «уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» тигән бит. Бына 87 йәшемде шундай эш-ғәмәлдәр, уй-тойғолар

19"

583




менән ҡаршылайым, дуҫҡай», — тип тамамланы һүҙен Нәжиб Асанбаев.

Уның, күңел күтәренкелегенә, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәүенә, кешеләргә ярҙам итергә әҙер тороуына ысын күңелдән һоҡланырлыҡ. Афарин, Нәжиб ағай! һеҙ әҙәбиәт һөйөүселәргә, театр яратыусыларға, ғөмүмән, кешеләргә бик кәрәк әле. Шуға ла, бер нәмәгә ҡарамай, һау-сәләмәт булып, ижади тормошто йәмләндереп, йәнләндереп, күптәргә үрнәк булып йәшәргә лә йәшәргә әле!

«Кызыл тац»

Батырҙарҙы иҫкә алғанда онотмаһын беҙҙе Тыуған ил!



  • Йәштәргә тарихтан мәғлүм, мин үҙем күреп-ишетеп беләм: шәхес культы йылдарында башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе, л Октябрь революцияһына ҡәҙәр, совет власы осоронда ижад иткән ҙур яҙыусыларыбыҙ — Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Төхфәт Йәнәби, Булат Ишемғолов, һәҙиә Дәүләтшина һәм башҡалар яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлаштылар. Әҙәбиәт донъяһында ҡараңғылыҡ хөкөм һөрҙө. Зыялы кешеләр, уҡытыусылар бигерәк тә, нимә эшләргә белмәне. Мин әле мәктәптә уҡып йөрөй инем, дәреслектәрҙе йыйып алдылар. Мәктәп программаларының яңылары әле эшләнмәгән. Ҡайһы яҙыусының ижадын өйрәнергә, кемдең шиғырҙарын уҡырға белмәйбеҙ. Бигерәк тә башҡорт мәктәптәре ауырлыҡ кисерҙе. Хатта беҙҙең дәфтәр тышындағы рәсемдәрҙә лә халыҡ дошманы ҡулын «күрҙеләр». «Три богатыря» картинаһы төшөрөлгән дәфтәрем бар ине, уны ла уҡытыусылар алып ҡалды. Алтынсы-етен- се генә класта уҡығанлыҡтан, был хәлдәрҙең асылына төшөнөп тә бөтмәгәнмендер.

Ғәлимйән Ибраһимовты йотлоғоп уҡый инем. Гонаһ шомлоғона, «Йәш йөрәктәр» романын, нишләптер, мәктәпкә алып барҙым. Уҡытыусым китапты күреү менән әллә нишләне. Дәресте туҡтатты ла мине бүлмәнән алып сығып китте. Уҡытыусылар бүлмәһе айырым йортта ине. Шунда алып барҙы. Бөтә педагогтар алдында мине халыҡ дошманының әҫәрҙәрен уҡыуымды фашланы. Мине ныҡ ҡына әрләне, тағын ниндәй китаптар уҡыуымды һораш-

584


ты. Мин түкмәй-сәсмәй барыһын да һанап сыҡтым. Шунда Афзал Таһиров исемен әйткәс, уҡытыусы тертләп китте, тиҙ генә уны ла алып килергә ҡушты. Ул «һатылған ҡыҙҙар» хикәйәһе ине. Унан класташтарымды берәм- берәм саҡырып тикшерҙеләр. Бына шундай осорҙа мин әҙәбиәткә тартылдым.

Өфөгә барғас, Яҙыусылар союзына киттем. Ҡулымда бер шаршаулы пьесам бар. Уны Яҙыусылар союзы рәйесе Йософ Гәрәйгә күрһәттем. Ул миңә «Йәш төҙөүсе» га- зетаһына барырға кәңәш бирҙе. Үҙе газета редакцияһына шылтыратып һөйләште. Пьесам ошо газетаның өс һанында баҫылып сыҡты. Мин үҙемде яҙыусы итеп хис итә башланым. Йәш яҙыусылар менән аралаштым. Бәхеткә, ул йылдарҙа әҙәбиәткә төркөм-төркөм йәш яҙыусылар килде: Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Тимер Арслан, Сыңғыҙ Ханов, Ибраһим Абдуллин, Ғәли Ибраһимов. Барыбыҙ ҙа техникумдарҙа, училищеларҙа, институттарҙа уҡыйбыҙ.

1939 йылда Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезы булды. Шунда яңы идара һайланылар һәм һәләтле ижади йәштәр менән эшләү өсөн билдәле яҙыусы Әкрәм Вәлиҙе тәғәйенләнеләр. Бер саҡ ул беҙҙе — йәш яҙыусыларҙы — саҡырып алды ла «Әҙәби фондтан йәштәрҙе үҫтереү, илһамландырыу маҡсатынан аҡса бүлдек, һеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ», ти. Фамилиям исемлектә беренсе торғандырмы, Әкрәм Вәли, миңә ҡарап, «Энем, һиңә 500 һум аҡса бирәбеҙ. Өҫ-башыңды ҡара. Ваҡытыңды әрәм-шәрәм итмә, яҡшы әҫәрҙәр яҙ», ти. Минең башым күккә тейҙе. Стипендия алтмыш һум ине. Ә бында 500 һум! Яҙыусылар союзының беренсе ярҙамын һәм уның дәрәжәле урын икәнен шунда тойҙом.

Мин шулай яҙыусылар араһына кереп киттем. Редакцияларға йөрөйбөҙ, әҙәби кисәләрҙә ҡатнашабыҙ, ҡыҫҡаһы — ҡайнай ижади тормош. Китаптар сығарыу — ижадтың иң юғары нөктәһе. Мостай Кәрим — арала иң күренеклеһе. Уның да китабы булмаған әле. 1938 йылда Вәли Нафиҡов менән икеһенең шиғырҙары тупланған «Отряд ҡуҙғалды» тигән йыйынтыҡтары сығыу йәш яҙыусыларға сәм өҫтәне. Унда Ғәли Ибраһимов менән Әхмәт Шаки- риҙың икеһенә бер китап сығарырға^ рөхсәт булды. Башҡорт әҙәбиәте шулай гөрләп китте. Йәштәр күпләп килә. Араларында ҡыҙҙар ҙа бар: Кәтибә Кинйәбулатова, Фәү- зиә Рәхимғолова.

585




Инде матур ғына ижади мөхиткә кереп барғанда һуғыш башланды. Беҙ, Н. Островскийҙы уҡып, Фурманов- тың «Чапаев»ын ҡарап үҫкән егеттәр, илдең патриоттары инек. «Тыуған илдең бер ҡарыш ерен дә дошманға бирмәйбеҙ!» тигән лозунг аҫтында өлкәндәр менән бергә беҙ, йәш яҙыусылар, барыбыҙ ҙа һуғышҡа киттек. Ни аяныс, күп кенә талантлы егеттәр яу ҡырында башын һалды. Мәлик Харис, Хөсәйен Ҡунаҡбаев, Бәҙрүш Моҡамай, Мазһар Абдуллин, Сабир Кинйәкәй, Әхмәт Шакири, Ғәли Әхмәҙи, Низам Ҡәрип, яҙыусы булып формалашҡан, исемдәре әҙәбиәт әлкәһендә танылғандарҙан Али Кар- най, Хәй Мөхәмәтйәров, Сәғит Мифтахов — барлығы егермегә яҡын яҙыусы батырлыҡ күрһәтеп һәләк булды. Мәлих Харистың бер шиғырындағы юлдарҙы хәтерләйем:

Эй гүмерҙец һуцгы сәгәте, һин мицә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарҙы иҫкә алганда Онотмаһын беҙҙе Тыуган ил!

Бәхеткә, дошманды ҡыйратып, түштәренә икешәр- өсәр, унан да күберәк ордендар тағып, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Тимер Арслан, Ғәли Ибраһимов, Ибраһим Абдуллин, Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Динис Исламов, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев һәм мин дә иҫән-һау әйләнеп ҡайттыҡ. Динис Ис- ламовтың биш ордены бар ине: ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.

Үҙемдең быуын яҙыусыларын мин «һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары» тип атар инем. Беҙ рота, батарея, эскадрондар менән етәкселек иттек, фронт газеталарында эшләнек, еңеүгә лайыҡ өлөш керттек. һуғыштан һуң да мах бирмәнек. Уҡыуҙарын өҙөп фронтҡа киткәндәр яңынан институтҡа керҙе. Ошо яугир яҙыусылар араһында фән кандидаттары, фән докторҙары булды: Ғилемдар Рамазанов, Миҙхәт Ғәйнуллин, Нур Зарипов.

Мостай Кәрим — башҡорт әҙәбиәтен бөтә донъя аренаһына алып сыҡҡан халыҡ шағиры. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе булып эшләне, РСФСР, СССР Яҙыусылар союздарының секретары булды, РСФСР Юғары Советына депутат булып һайланды. СССР Дәүләт, Ленин премиялары, Станиславский

586




исемендәге һәм республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Соңиалистик Хеҙмәт Геройы. Әҙәбиәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. һуғышҡа институттан киткән, күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар тағып ҡайтҡан егет тыныс хеҙмәттә лә батыр булды.

Хәким Ғиләжев Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлап китте һуғышҡа. Пехотала взвод командиры була. һалдаттарын һөжүмгә күтәреп, иң алдан барғанда дошман минаһына эләгеп ике аяғы ла ҡаты яралана. Әммә сафта ҡала. һуғыштан һуң институт тамамланы. Стәрлетамаҡ институтында уҡытты. Унан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләне. Яҙыусылар союзына етәкселек итте. БАССР Юғары Советы депутаты булды.

X. Ғиләжевты «Әҙәби Башҡортостан» журналына баш мөхәррир итеп ҡуйғас, яҙыусылар донъяһы йәнләнеп китте. Меҫкен генә, йоҡа ғына бер журнал ине. Тэүҙә ул журналдың исемен үҙгәртте. «Ағиҙел» тип поэтик исем бирҙе. Үҙенә бик шәп ярҙамсылар йыйҙы: Рафаэль Сафин, Шакир Янбаев, Ғәли Ибраһимов, Әхиәр Хәкимов, Фәрит Иҫәнғолов кеүек талантлы йәштәрҙе йыйып, журналдың эстәлеген яҡшыртты. Бер нисә һанлыҡ запас булдырҙы. Яҙыусылар менән ныҡлы бәйләнешкә керҙе, һәр береһе- нә темалар бирҙе, яҙышырға сәмләндерҙе. Талапсан, үҙ һүҙле, уҫал, әммә ғәҙел булды. Шиғырҙары матур. Әҙәбиәткә яугир шағир булып кереп ҡалды.

Ғәли Ибраһимов менән беҙ педагогия институтына бергә уҡырға керҙек, дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә торҙоҡ. Армияға ул бер йылға алданыраҡ китте, һуғыштан ҡайтҡас, тағын осраштыҡ. Ул ваҡытта инде Ғәли Ибраһимов Ишембайҙа техникумда уҡыта ине. Ҡайтҡас та институтҡа ситтән тороп уҡырға кергән, инглиз телен үҙләштергән. Оҙаҡламай Өфөгә күсте, «Башҡортостан» газе- таһында эшләй башланы һәм бер-бер артлы үҙенең повестарын, романдарын баҫтыра башланы. «Бер полк кешеләре» тигән иң беренсе романы башҡорт әҙәбиәтендә ҙур ваҡиға булды. Дошмандар утҡа тотҡан тимер юлдарын тергеҙеүҙә ҡатнашҡан, иң баштарына рельстар күтәреп, бомбалар аҫтында эшләгән ошо батыр яугир хеҙмәт фронтында ла батыр булды.

587




Уның «Кинйә» романы үҙе ни тора! Ул башҡорт әҙәбиәтендә Пугачевтың стратегы, штаб начальнигы, төп кәңәшсеһе һәм уның аҡыл сығанағы булған бөйөк Кинйәнең образын тыуҙырҙы. Уға ҡәҙәр тарихсыларҙан башҡа бик күптәр әле Кинйәнең кемлеген белмәйҙәр ине. Әлбиттә, ул романына нөктә ҡуя алманы, әммә уның яҙылған өс өлөшө әҙәби хазина булды.

Ғилемдар Рамазанов — һуғыш ваҡытында ҡаты яраланған шағир. Уның ике ҡулы ла мина ярсығынан зәғифләнеп ҡалған ине. Шул килеш тә ул постан китмәгән — яу ҡырында ҡалған. Фронт газеталарында яҙышҡан, һәм уның яҙыусылыҡ һәләтен күреп алып, дивизияның политбүлегенә хәрби писарь итеп саҡыралар. Түшенә ике орден тағып ҡайта, һуғыштан ҡайтҡас, юғары белем алып, фән докторы дәрәжәһенә ҡәҙәр күтәрелде. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижадын бик төплө өйрәнеп, монография яҙҙы. «Жизнь замечательных людей» серияһына керерлек әҫәр ине ул. Күп йылдар башҡорт әҙәбиәтенең иң аҡыллы, тәрән фекерле, киң ҡоласлы тәнҡитсеһе булды. Шул тәнҡитсе булып ҡына ҡалһа ла, ул бөйөк Ғилемдар булыр ине.

Әммә ул шағир ине, уның йөрәге шиғриәттән тора ине. Бына тигән поэмалар, шиғырҙар яҙҙы. Ул — ундан артыҡ поэма авторы. Атаһына бағышланған поэмаһы үҙе генә ни тора! «Атай янында» тип атала ул. һуғышта Мәскәү янында һәләк булған атаһының ҡәберен эҙләп таба һәм шул эҙләнеүҙэрҙэге кисерештәр һөҙөмтәһендә тыуған поэма ул. Был поэманы иламайынса уҡыу мөмкин түгел. Кем һуғышты күргән, кем һуғышта үҙенең яҡындарын юғалтҡан, хатта һуғышты күрмәгән кешеләр ҙә ул поэманы тыныс күңел менән уҡый алмай.

Назар Нәжми һуғышҡа һуңыраҡ китә. Ул хәрби хеҙмәтен Новосибирскиҙа башлай. 1944 йылға ҡәҙәр шунда хеҙмәт итә. Унан фронтҡа китә һәм һуғышты Берлинда тамамлай. Шағир — шағир инде! Муса Йәлил үткән юлдарҙан үҙенең дә йөрөүен хис менән йырланы. Гете тыуған ерҙәрҙә булыуын да шиғырға һалды. «Халыҡ шағиры» тигән бөйөк исемгә лайыҡ булды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты булды. Салауат Юлаев һәм Максим Горький исемендәге Дәүләт премиялар лауреаты. Бик күп матур поэмалар авторы: «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Иблис», «Дуҫ тураһында ун

588




бер йыр», «Йыр тураһында баллада», «Ике Зөләйха» кеүек поэмаларында ваҡиғалар драматизмы тетрәндерә. «Татар теле», «Милли йәнем» шиғырҙары иҫ киткес!

Назар Нәжмиҙе башҡорт әҙәбиәтендә лә, татар әҙәбиәтендә лә берҙәй яраттылар. Ул татар яҙыусылары менән бик дуҫ ине. Уларҙың ижадын гел күҙәтеп барҙы, һәр бер яңы китаптың авторына рецензия рәүешендә хат менән яуап бирә торған ине. Мин уның был шөғөлөнә бик ғәжәпләнә инем, ниңә ваҡытын әрәм итә икән тип. Уның ул хаттары әле «Ҡазан уттары» журналында баҫыла башланы. Әле ҡараһаң, ул хаттар үҙе бер жанр булған да баһа! Эпистоляр жанр.

Беҙҙә Назар Нәжмиҙе Мостай Кәрим менән бер дәрәжәлә ҙурлап йөрөтәләр. Урыҫтарҙың Пушкин менән Лермонтовты сағыштырған кеүек. Пушкинды бөйөк тиһәләр ҙә, минең үҙемә, шағир булараҡ, Лермонтов оҡшай. Бына беҙҙә лә шулай. Назар Нәжмиҙең шиғриәтен нығыраҡ яратыусылар бар. Ул бер шиғырында башҡорт халҡына мөрәжәғәт итеп, «ниндәй улың һуң мин?» тип уйлана, һәм үҙенең ниндәй ул икәнен яҙа ла, бөйөк халыҡтан ғына шундай улдар сыға, тигән фекерҙе үткәрә.

Муса Ғәли һуғышта һалдат булған. Ауыр яраланып ҡайта. Ғүмер буйына ул саф шағир булып йәшәне һәм ижад итте. Бер повесть яҙҙы шулай ҙа. Ә былай уның ижады гел шиғриәттән торҙо. Баҫмалары күп. Шағирҙың һәр саҡ үҙ стиле булды. Яратып, «аристократ шағир» тип тә йөрөттөләр. Аҡ йөҙлө, аҡ күңелле булыуынан, «аҡ шағир» тип тә атанылар. Муса Ғәлиҙең шиғри техникаһы бик юғары булыуы мине һоҡландыра. Урыҫтар әйтмешләй, комар носа не подточит. Рифмаһы ла, ритмика, ритмы ла тел тейҙермәҫлек, ҡойоп ҡуйылған, һоҡланып уҡырлыҡ поэмалар тыуҙырҙы. «Ҡояш еле» тигән поэмаһының аталышы ғына шағирҙың нисек нескә тойомлай белеүен күрһәтә, һуғыштарҙа яраланып ҡайтҡан Муса Ғәли ғүмере буйына ең һыҙғанып эшләне, гүзәл шиғырҙары, поэмалары менән башҡорт әҙәбиәтенә ҙур өлөш кертте.

Ибраһим Абдуллин Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ҡаты яраланып ҡайта. Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһының Туймазы, Шаран райондары һәм Октябрьский ҡалаһы буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Тәүге йылдарҙа күберәк ауылда йәшәне. Өфөгә күскәс, Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙа уҡыны һәм бер

589




үк ваҡытта М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамланы. Беҙҙә әҙәбиәт институтын тамамлаусылар күп түгел. Әнүәр Бикчәнтәев, Мөкәрәмә Садиҡова, Шакир Янбаев, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов, Хәсән Назар, Рәми Ғариповты хәтерләйем.

Ибраһим Абдуллин бик иртә пьесалар яҙа башлай, һуғышҡа ҡәҙәр үк «Ал яулыҡ» тигән пьесаһы Ҡыйғы театрында ҡуйылды. Ун һигеҙ йәшлек кешенең ҙур театрҙа пьесаһы ҡуйылһын әле! Артабан яҙған пьесалары ла сәхнәләрҙән төшмәне. Нефтселәр тормошона бағышланған «Девон фонтандары» тигән драмаһы республика конкурсында беренсе премияны алды. Бер заман Башҡорт дәүләт академия драма театрының бөтөн репертуары гел Ибраһим Абдуллин пьесаларынан ғына тора башланы. Беҙ уның шундай егәрлегенә, өлгөрөүенә һоҡлана инек.

Проза әлкәһендә лә һынатманы. Бер нисә повесть, тиҫтәләгән хикәйә яҙҙы. «Хуш, Рим!», «Ҡош юлынан барам», «Тол ҡатындар иламай», «Ҡояш батмай ҙа батмай» романдары авторы. Башҡорт әҙәбиәтенә драматург, прозаик булып кереп ҡалды.

Шәриф Бикҡол һуғышта зенит батареяһы менән етәкселек итә. Йәш кенә лейтенант. Ике тапҡыр ауыр контузия ала. Әммә сафта ҡала. Нишләптер, тыуған ауылына «Батырҙарса һәләк булды» тигән ҡара ҡағыҙ ебәрелә. Күкрәгенә I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм бер нисә миҙал таҡҡан яугир иҫән-имен ҡайтып төшкәс, шаҡ ҡаталар.

Ут эсенән иҫән сыҡҡан Ш. Бикҡол Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған «Әле йәшәйбеҙ икән» тигән роман яҙҙы. Ә башҡорт әҙәбиәтенә ул йырсы шағир булып кереп ҡалды. Уның шиғырҙары — тотош эпоха, һөйөклө ҡатыны Рәйсә ханымға егермегә яҡын йыр бағышлаған шағир ул. Халыҡ теленән төшмәгәне — «Әл дә һин бар әле донъяла». Уны популяр йырсы Радик Динәх- мәтов халыҡҡа еткерҙе. Ул — мәңгелек йыр. Үлә торған түгел.

Шәриф Бикҡол һуғышҡа ҡәҙәр сыға башлап, һуғыш осоронда туҡталған «Пионер» журналын тергеҙҙе. Журналдың популяр булып китеүендә һәм уның тирәһендә балалар яҙыусылары үҫеүендэ Шәриф Бикҡолдоң тырышлығы ҙур булды. Ҙур бер төркөм йәш яҙыусылар тәрбиәләне ул. Балалар өсөн яҙыусылар юҡ дәрәжәлә ине.

590




Шуға ла «Пионер» журналын «Шәриф Бикҡол журналы» тип атап йөрөнөк. Бер үк ваҡытта ул «Башҡортостан пионеры» газетаһын ойошторҙо, уның тәүге мөхәррире лә булды. Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары вазифаһын да башҡарҙы.

Тимер Арслан Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда армияла ине. Ул Көнбайышта хеҙмәт итте. Фашистарҙың беренсе яуын окопта ҡаршылай, һәм ҡыҙылармееңтар араһынан беренсе булып дошманға үҙенең нәфрәтле пуляларын сик буйында станковый пулеметтан яуҙыра, һуғыштан һуң да бер йыл хәрби хеҙмәттә ҡала. Ҡайтҡас ситтән тороп Башҡортостан уҡытыусылар институтын тамамланы. Октябрьский ҡалаһында урта мәктәптә уҡытты. Бына нәҡ шул ваҡытта ул мине Октябрьский ҡалаһына саҡырҙы ла инде. Мин уның ярҙамы менән Октябрьскийҙа, «Кызыл таң»дың үҙ хәбәрсеһе булараҡ, әҫәрҙәрем өсөн бик күп материал тупланым. Өс йыл бер ҡаҙанда ҡайнаныҡ. Тимер Арсландың нисек шиғырҙар, поэмалар яҙғанына шаһит булдым. Ул «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе ине. Хәтерҙә ҡалған: бер ваҡыт икәүләп промыслаларға һөйләшеп, хәбәрҙәр йыйырға сығып киттек. Бер ауыл аша уҙғанда күҙебеҙ ҡапҡа төбөндә бик моңайып ултырыусы бабайға төштө. Тимер Арслан шоферҙы туҡтатты ла шул бабай янына барып һөйләшә башланы. «Бабай, һинең моңайып ултырыуыңдың сәбәбен эйтәйемме?» — ти был. «Күрәҙәсеме ни һин, әйт!» — ти бабай. Шунан Тимер Арслан һөйләп китте: «һинең картуф баҡсаңда нефть тапҡандар. Хәҙер шуны быраулай башлаясаҡтар. Ә Ок- тябрьскийҙағы улың һине йәшәргә үҙенә саҡыра. Ә һинең киткең килмәй...» Бабай: «Әй, улым, өҫтөнә баҫтың, нәҡ шулай!» — тип илап уҡ ебәрҙе. Шунан Т имер Арслан ни өсөн сәфәргә сыҡҡанын да онотто. «Әйҙә, Нәжиб, ҡайтайыҡ», ти был. Ҡайттыҡ. Бер ярты эстек. һәм ул шул көндә үк поэма яҙа башланы. Тормоштоң үҙендә ҡайнап, нефтсе ҡыҙҙар, егеттәр тураһында яҙҙы ул шулай шиғыр-поэмаларын. Сатира-юмор әлкәһендә бик ныҡ эшләне. 1950—1970 йылдарҙа «һәнәк» журналының бер генә һаны ла Тимер Арслан юмор-сатираһынан башҡа сыҡмай ине. Шулай итеп, яуҙағы батырлығын хеҙмәттә дауам итте.

Минең быуын яҙыусыларының ғүмере юҡҡа үтмәне. Тыуған илде иң ҡәбәхәт, иң ҡәһәрле дошмандан яҡлап, һаҡлап ҡалды, һуғыштан һуң да ең һыҙғанып эшләне,

591




ижад итте, башҡорт әҙәбиәтен күтәрҙе. Мин үҙемде шундай шәхестәр менән бер осорҙа ижад итеүем менән бәхетле һанайым...

* Н< *

Нәжиб ағай шулай тине лә сал сәсле башын түбән эйҙе. һәр береһе тураһында илһамланып һөйләгән ҡәләмдәштәренең береһе лә иҫән түгел икән шул... Аҡһаҡал, әйтерһең, улар алдында үҙен ғәйеплерәк тойҙо, ғәфү үтенде кеүек.

Юҡ, Нәжиб ағай, һеҙ бөгөнгә хәтирәләрегеҙ менән уларҙы яңынан сафҡа баҫтырҙығыҙ, шуға ла уларҙы белгән, ижадтары менән һоҡланған кешеләр һеҙгә рәхмәтле генә. Ә белмәгән йәштәргә ул дәрес булды. Үҙегеҙ ҙә бит Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры булғанһығыҙ. Ҙур батырлыҡтар күрһәтеп, дүрт орден — I һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы», ике Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгәнһегеҙ. һуғыш тамамланғас та һеҙҙе хәрби хеҙмәткә ҡалдырғандар.

Яҙыусылар союзы юлламаһы менән демобилизацияланып ҡайтҡас, «Кызыл таң»ға эшкә килгәнһегеҙ. Илленсе йылдарҙа «Рәйсә» һәм «Фәйзи» пьесалары менән сәхнәләргә шаулап менгән, «Ҡыҙыл паша» менән Рәсәйҙең генә түгел, беренсе булып донъя тамашасылары күңелен яулаған, илле йылдан артыҡ Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарын даими рәүештә үтемле һәм актуаль әҫәрҙәр менән тәьмин итеп, һуңғы йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди тураһында эпик пландағы драма-трилогия яҙған данлыҡлы шәхес бит һеҙ! Бынан тыш, «Миләш-Миләү- шә», «Зәйтүнгөл», «Аҡ сирендәр», «Яралы яҙмыш», «Алтын бишек», «Ҡыңғырау сәскә» кеүек популяр әҫәрҙәрегеҙ әленән-әле сәхнәләргә менә. «Ҡыҙыл паша» әҫәре буйынса Мәскәүҙә фильм-спектакль төшөрөлөп, уны 22 ил һатып алды. Серияла үткән X Халыҡ-ара фестивалдә Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡыҙыл паша» спектакле менән ҡатнашты. Зәки Вәлиди тураһындағы трилогияғыҙ буйынса Салауат театры «Көҙән башҡорто» тигән спектакль ҡуя. Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы режиссеры

А. Абушахманов та был әҫәр буйынса спектакль әҙерләй.

592




Әлеге көндә лә әллә нисә театрҙа һеҙҙең спектаклдәр уйнала — былар һеҙҙең бәхет тураһында һөйләй бит! һәм ҡәләмдәштәрегеҙҙең яҡты хәтирәһе алдында тормошоғоҙ менән дә, ижадығыҙ менән дә һынатмауығыҙҙы иҫбатлай.

Шулай итеп, Башҡортостан яҙыусылары республика данын донъя күләмендә яңғыратты. Башҡортостан нефте, алтыны, көмөшө, балы, гәрәбәләй ашлығы менән бөтөн донъяға танылған икән, бында шул байлыҡ хаҡында матур әҫәрҙәр тыуҙырған яҙыусыларҙың да өлөшө бар.

«Кызыл тац»

Хоҙай минең теләктәремде һәр ваҡыт үтәй



Әле яңыраҡ, 88 йәше тулыр алдынан, Нәжиб Асанбаев «Кызылтаң» газетаһы редакцияһы коллективы менән осрашты. Әйткәндәй, ул уныц «Кызыл таң» газетаһында эшләй башлауына 60 йыл тулыу уңайы менән ойошторолған ине. Ғәжәп йылы шарттарҙа уҙған был осрашыуҙа газета уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырырҙай нәмәләр күп булды.

Башта һүҙҙе баш мөхәррир Фаил Фэтхетдинов алды.

  • Беҙҙең газетаны сығарыуҙа Башҡортостандың буласаҡ халыҡ шағирҙары эшләгән, — тине ул. — һеҙ уларҙы яҡшы беләһегеҙ. Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Әнғәм Атнабаев. Әле бына беҙҙең ҡаршыла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев ултыра. Шулай уҡ фән донъяһына «Кызыл таң» газетаһы бик күп күренекле ғалимдар биргән: Үзбәк Ғимаҙиев, Суфиян Поварисов, Радик Сибәғәтов, Марсель Бакиров, Бәйнә Сәлимгәрәева. Ә инде Ҡазан дәүләт университетында журналистика факультеты асылғас, беҙҙә ун йыл эшләп киткән Илдар Низамов бик күп йылдар уның деканы булып торҙо. Шулай уҡ беҙҙең газетала буласаҡ Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары ла эшләгән: Әсғәт Мирзаһитов, Әнүәр Бикчәнтәев, Абдулхаҡ Игебаев...

Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Нәжиб ағай Асанбаев юҡҡа ғына килмәне. Ул — беҙҙең коллега, ҡәләмен «Кызыл таң»да сарлаған, быйыл «Кызыл таң»да эшләй башлағанына нәҡ 60 йыл! Беҙ Өфө «Нур» татар дәүләт драма театры менән

593




тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, унда йыл һайын иң яҡшы артистарҙы һәм үткән сезондың иң яҡшы спектаклен билдәләйбеҙ. Нәжиб ағай Асанбаевтың «һыу юлы» спектакле үткән сезондың иң яҡшы спектакле тип табылды. Еңеүселәргә беҙ Еңеү алиһәһен — «Кызыл таң» реакцияһы тарафынан булдырылған «Ника»ны тапшырабыҙ. Тамашасылар алдында беҙ уны тапшырҙыҡ инде. Хәҙер үҙебеҙҙең коллектив алдында ла ошо һынды һәм таныҡлыҡты тапшырырға рөхсәт итегеҙ.

Унан һүҙ Нәжиб ағай Асанбаевтың үҙенә бирелде.

  • Дуҫтар, мин ике ауыр операция кисерҙем. Бер аҙна эсендә. Бер метр венаны киҫтеләр. Өс көндән — ашҡаҙанға операция. Туғыҙ көн реанимацияла яттым. Унда аңыма килгәндә, шуны уйланым. Бөтә ғүмеремде мин «Кызыл таң»да үткәрҙем. Минең дуҫтарым күпме? Дошмандарым күпме? Кемдәр улар? һуғышҡа хәтле булған ваҡиғаларҙы, һуғыш юлдарын, һуғыштан һуңғы йылдарҙы күҙ алдынан үткәргән инем, минең иң яҡын дуҫтарым «Кызыл таң»да икән! Ысынлап та. Минең йәштә инде алдашмайҙар, һәм мин, әгәр иҫән сыҡһам, ошо яратҡан кешеләр менән күрешер инем, тип Хоҙайҙан һораным. Ә Хоҙай минең теләгемде һәр ваҡыт үтәй. һуғышта, иҫән ҡалһам, әсәйемде ҡайтып күрер инем, тип һораным, шуға ирештем, һуғышта иҫән ҡалһам, донъялағы иң матур ҡыҙға әйләнермен, тигән инем (бындағы ҡыҙҙар ғәфү итһен, һеҙ, бәлки, матурыраҡһығыҙҙыр), минең өсөн донъяла Наиләмдән дә матурыраҡ ҡыҙ юҡ ине...

«Кызыл таң»ға бынан 60 йыл элек, 1949 йылдың 27 сентябрендә эшкә килдем.

Дуҫтар, һеҙ инде минең биографиямды яҡшы беләһегеҙ. Мин Баҡалы районының Ахман ауылында тыуғанмын. Өфөгә йәйәү килдем, алты көн, сөнки аҡса юҡ ине. Финанс техникумына керҙем. Унда бер йыл уҡыным да, ун класты үҙлегемдән тамамлап, пединститутҡа керҙем. Унда бөтә йәш яҙыусылар, иптәштәр уҡый ине. Уҡырға кергәс, бер бүлмәлә 1939 йылдың көҙөндә киләсәктә «Кинйә» романын яҙасаҡ Ғәли Ибраһимов, Ҡадир Даян- дың энеһе Барый Даян, Хәниф Кәримдең энеһе Заһир Кәримовтар менән торҙоҡ. Барыбыҙҙы ла военкоматҡа саҡырҙылар, иптәштәрҙе армияға алдылар. Мине ҡалдырҙылар. «һин офицер буласаҡһың, һине Рязань артиллерия училищеһына ебәрәбеҙ», тинеләр. Мин әйтәм, мин унда бармайым, мин, тим, яҙыусы булам. Ничего, ана Лев

594


Толстой ҙа армияла хеҙмәт иткән, тинеләр. Юҡ, мин армияға бармайым, тим. Попробуй, тиҙәр. Ҡайтып киттем дә ректорға ғариза яҙҙым, заочноға күсеп, «Наркомпрос» аша, Йәрмәкәйгә уҡытырға юлландым. Йәрмәкәйҙән армияға киттем, 1941 йылда һуғыш башланды.

Бик патриот инем. Мин генә түгел. Беҙ — Корча- гиндарҙы уҡып, Чапаевтарҙы ҡарап үҫкән кешеләр. Минең түшемдә биш-алты значок бар ине — ПВХО, ГТО... Мин винтовканан «десяткаға» тейҙерә инем. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттем, һуғыш башланғас, мин һуғышҡа китәм, тинем. Ебәрмәһәгеҙ, мин йәйәү китәм, һигеҙ мең километр... Мин — патриот, мин һуғышырға, Тыуған илемде яҡларға тейешмен! Аптырап бөттөләр. Минең бәхеткә бер заман, Көнбайышҡа ебәреү өсөн 100 кеше һорағандар. Мине шул йөҙ исемлегенә керттеләр. Ҡо- толдолар минән. Беҙ киттек, һәм ҡайҙа килеп төштөгөҙ тиерһегеҙ? Рязанға! Ҡасҡан инем унан башта, тәки шунда килеп эләктем! Алты ай уҡығас, 41 йылдың декабрендә һуғышҡа керҙем. Бер заман танкыларға ҡаршы атҡанда нимәлер муйынды ҡыҫа, тотоп ҡараһам — ҡап-ҡара ҡан... Мина ярсығы башҡа ҡаҙалған, яртыһы сығып тора. Тартып алдым, шунан аңды юғалттым...

Тағы ла яраландым, контузиялар алдым. Улар барыһы ла чепуха булған икән. Ә бына был юлы реанимаңияла ятҡанда саҡ үлмәнем. Үлмәнем шуның өсөн — дуҫтарҙы иҫкә алдым, дуҫтар тартып сығарҙы. Әгәр донъяла һөйөү бар икән, һинең йөрәгеңдә һөйөү бар икән, кемгәлер ҡарата йылылыҡ бар икән, һинең бөтә күңелең бай була. Әгәр һинең йөрәгеңдә һөйөү юҡ икән, күңелендә йылылыҡ юҡ икән, һинән ярлы кеше юҡ донъяла.

Бына миңә «Нәжиб ағай, нисек һин донъяла оҙаҡ йәшәйһең», тиҙәр. Мин әйтәм, мин оҙаҡ йәшәйем шуның өсөн, мин ун һигеҙ йәшкә ҡәҙәр алабута, кесерткән ашап үҫтем, тим, мин бөйөк вегетарианец, тим. Оҙаҡ йәшәүем- дең тағын бер сере — минең кешеләргә асыуланғаным юҡ. Асыулана беләм мин, дошманлыҡ һаҡлай белмәйем.

Шулай дуҫтар, һуғыш ауыр булды. Мин дүрт орден менән ҡайттым. Беҙҙең яҙыусыларҙан иң күп орденлы Динис Исламов ине. Уның биш ордены ине. Унан ҡала мин, унан китә Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Рамазанов һәм башҡалар.

һуғыштан һуң «Кызыл таң»да эшләнем. «Кызыл таң» мине яҙыусы итте. Нисек яҙыусы итте? Мин нимә

595


һораһам, шуны эшләнеләр. Октябрьскийҙа өс йыл «Кызыл таң»дың үҙ хәбәрсеһе булдым. Шунда «Рәйсә+Фәй- зи» тигән пьеса яҙҙым. Бер заман мәжлестә ултырам. Минең янда бер ир ултыра. «Нәжиб, ниңә гел минең ҡатынға ҡарап ултыраһың», ти. «һинең ҡатының матур. Беҙ, яҙыусылар, матурлыҡты яратабыҙ. Шуға ҡарайым», тим. Әлеге ир, «бына һин минең башҡа ҡатындарҙы күрһәң», ти. «Ниңә, һинең ҡатындарың шулай бик күпме ни?» тимен. Барыһын да теҙеп баҫтырһаң, Өфөнән Ырымбур- ға ҡәҙәр телеграф бағаналарын алыштырып була, ти. Наиләмде алдым да ҡайтып киттем, был бәндә менән бергә ултырмайым, тинем. Ҡайтып «Елғыуар» тигән комедия яҙырға ултырҙым. Бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ҡәләмемде атып бәрҙем дә, ниңә, мин әйтәм, был кешегә мин әҫәр яҙам әле?! Донъяла бит матур кешеләр күп. Ысынында, күршелә Рәйсә тигән ҡатын йәшәй ине. Ире ташлап киткән. Мин тоттом да «Рәйсә» тигән пьеса яҙҙым. Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйҙы «Рәйсә»не. Ҡазанда булды премьера. Татарстан яҙыусыларының съезына тура килде ул. Хәсән Туфандың яңыраҡ һөргөндән ҡайтҡан сағы ине, ул да бик яратҡан спектаклде. һәм ҡунаҡханаға беҙҙе ҡотларға килделәр Нәби Дәүли менән. Ул миңә үҙенең беренсе китабын бүләк итте. Мин уны һаҡлайым. «Нәжиб Асанбайға. Туғанлыҡ иҫтәлеге. Хәсән Туфан. 1958 йыл, 1 июль», — тип яҙған. Мин архивҡа күптән түгел 60 папка тапшырҙым. Иланым хатта. Мәйтәм, ғүмерҙе тапшырҙым. Күңелем иланы. Ә бына Хәсән Туфандың китабын тапшырманым.

Бер заман минең өйгә бер ҡатын менән ир килеп керҙеләр.

  • Иҫәнмеһегеҙ, Һеҙ беҙҙе таныйһығыҙмы? — тинеләр. — Беҙ Октябрьскийҙан, беҙ Рәйсә менән Фәйзи. Беҙҙе бөтөн донъяға «рисуай» иттегеҙ. Бына беҙ ҡушылдыҡ. Бергә йәшәйбеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт, — тинеләр.

Яҙған әҫәрҙәреңдең кешеләргә ярҙам иткәнен күрһәң, йәшәү рәхәт.

Ә еңел булмаған ижад юлымда һеҙҙең кеүек, «Кызыл таң»сылар кеүек дуҫтарым, ярҙамсыларым булыуы ҡыуаныс, бәхет минең өсөн. Бергә йәшәйек. Үтенесем шул. Ә Хоҙай быға ҡәҙәр минең теләктәремде һәр ваҡыт үтәй килде. Был юлы ла кире ҡаҡмаҫына иманым камил.

«Кызыл тац»

596


Академтеатрҙың йондоҙло сәғәттәре

Башҡортостандың бай тарихлы, олпат һәм һәр саҡ йәш сәнғәт усағы — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры быйыл үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрле- тамаҡта үҙенең ижади эшмәкәрлеген башлаған театрҙың тәүге художество етәксеһе режиссер һәм актер В. Мор- тазин-Иманский була. Ул сәхнәгә беренсе булып Ф. Сө- ләймәнов-Инандың «Салауат батыр» драмаһын алып сыға.

Хәйер, театрҙың тарихына төшөп китһәң, «Мең дә бер кисә» әкиәтендәге һымаҡ, оҙон төндәр, көндәр буйына һөйләрлек фәһем, фекер, хикәйәт бар был сәнғәт усағында. Ә бына мәшһүр драматург, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаев ака- демтеатр хаҡында нимәләр һөйләр икән? Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, хөрмәтле газета уҡыусылар, уның үҙен дә театрҙың тиҫтере тиергә була. Үҙ заманында ул академ- театрҙа директор вазифаһын да башҡарған. Нәжиб ағай менән бергәләп үткән быуатҡа әйләнеп ҡайтайыҡ әле.

  • Нәжиб ағай, театр үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Моғайын, һеҙҙең күңелегеҙҙә был сәнғәт усағы хаҡында әйтәһе һүҙҙәр тумаланғандыр?

  • Йә Раббы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ла 90 йәш тулған! 90 йыл — бер ҡараһаң, был бит үҙе бер аҡһаҡал ғүмере. Әммә улай тип кешеләргә ҡарата ғына әйтеп була торғандыр, ә мәңгелек күҙлегенән баҡһаң, бәлки, был юбилей — театрҙың матур йәшлегелер?! Нисек кенә булмаһын, 90 йәш — 90 йәш инде ул, уны ҙурлап, ҡәҙерләп, хөрмәт менән билдәләү — театрға, башҡорт сәнғәтенә, артистарға, унда эшләүсе һәр хеҙмәткәргә, тамашасыға ихтирам билдәһе.

Академтеатр — ул бай тарихлы, үҙенә генә хас тра- диңиялы, үҙ йөҙө булған, бөгөн дә үҙенең романтик рухын һаҡлап алып ҡалған Рәсәй театрҙарының береһе. Хатта әйтер инем: бындай театрҙар Рәсәйҙә ҡалманы ла тиерлек.

Үҙ заманында миңә ике йыл Юғары әҙәби курстарҙа уҡыу бәхете тейҙе. Шуға ла МХАТ, Мәскәүҙең Бәләкәй театрының репертуарын, тамашасы зауығын, эшмәкәрлеген яҡшы беләм. Академтеатр улар менән тиңләшә ала. Бөгөн үрҙә әйтелгән театрҙар бик ваҡланған, сәхнәгә те-

597




лэһэ нэмэ алып сығалар, система алышыныуы йәш режиссерҙарға ла, артистарға ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Ә бына академтеатр, илдә ниндәй генә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, үҙ йөҙөн һаҡланы. Ул бөгөн дә романтик рухта эшләүсе милли театр. Театрҙың ҡарашы яҡты киләсәккә төбәлгән, уның бөйөк рухы изге ғәмәлдәргә, эштәргә хеҙмәт итә.

  • Нәжиб ағай, һеҙҙең булмышығыҙ театр донъяһы менән беренсе тапҡыр ҡасан осрашты?

  • Үҙебеҙҙә, Баҡалы районында беренсе тапҡыр театр ҡарай башланым. Исмәғил исемле режиссер М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектаклен әҙерләй, ә мин — уның суфлеры. Дәртләнеп, йәштәр бергәләшеп эшләп йөрөгәндә, режиссерыбыҙ юҡҡа сыҡты. Аҙаҡтан ғына уның репрессияға эләгеүен әйттеләр, фамилияһын да белмәйем, әммә ана шулай Исмәғил режиссер булып хәтерҙә ҡалды ул егет. Уның эшен дауам итеп, «Ғәлиәбаныу»ҙы сәхнәгә сығарҙыҡ.

Ошо уҡ йылда мин бер шаршаулы «Ҡунаҡ» пьесаһын яҙҙым. Уны ла сәхнәләштерҙек. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Өфөгә юлланғанда, арҡамдағы ҡапсығымда «Ҡунаҡ» та ята ине. 1939 йылда «Иәш төҙөүсе»лә, ул пьесамды хатта баҫып та сығарҙылар. Ғәли Әхмәти ярҙам ҡулы һуҙып ебәргәйне. Ул яҙыусы, бик күп Башҡортостан әҙиптәре кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында һэләк булды. С. Мифтахов, М. Харис, А. Карнай кеүек батырҙарса ауған яҙыусылар исемлегенә ул да ингән.

Беренсе ҡараған спектаклем Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһы булды. Унда төп ролдә актриса Тәлиғә Бикташева уйнаны.

1939 йылда С. Мифтаховтың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» пьесаһын студент саҡта Ибраһим Абдуллин менән галер- канан ҡараныҡ. Иҫ киткес спектакль ҡуйҙы артистар! Юлайҙы — Булат Имашев, Айһылыуҙы Зәйтүнә Бикбулатова уйнаны. Уларҙың йөҙҙәренең яҡтылығы, күҙҙәренең мөхәббәт осҡондары сәсеп тороуы һәр тамашасыны әсир итте! Залдағылар бик оҙаҡ ҡул сапты, уларҙы сәскәгә күмде. Тамаша бының менән генә тамамланманы әле: спектаклде ҡараусылар артистарҙы тышта көтөп тора. Кемдер рәхмәт әйтергә тырыша, һоҡланыуын белдерә, икенселәр артистарға яҡындан булһа ла ҡарап ҡалайым, ти. Мин дә артистарҙы тышта көткән меңәрләгән тамашасы араһында баҫып торам. Бына улар театрҙан килеп

598




сыҡты, актриса Зәйтүнә Бикбулатова минең янымдан ғына үтеп китте, һәм ошо мәлдә күңелемдә оло, яҡты хыял уянды: мин дә ана шулай тамашасылар иҫе китеп ҡарарлыҡ пьеса яҙһам ине, артистар онотолоп уйнарлыҡ әҫәр тыуҙырһам ине, тинем. Булат Имашев, Зәйтүнә Бикбулатова менән һоҡланған кеүек, ғүмер буйы артистарға һоҡланып йәшәйем. Артистар — минең өсөн ғәзиз, иң ҡәҙерле, кешеләргә бәхет, өмөт өләшеүсе, үҙҙәрен бүләк итеүсе һәнәр эйәләре.

  • Хыялығыҙ фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгән бит, Нәжиб ағай?

  • Эйе, ана шул театрға артабанғы килеүем хаҡында һөйләгем килә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 4—5 йыл хеҙмәт итеп, 1955 йылда тыуған яҡҡа ҡайтып төштөм, һауалар зәңгәр, таңдар иркен, донъя тыныс ваҡытта, әлбиттә, йөрәктәге хыялдар иҫкә төшә. «Беҙгә егеттәр килде» исемле яңы пьесамды яҙҙым. Режиссер Шәүрә Мортазина Ғәзим Ғарипов, Фәриҙә Камалетдинова, Вәли Ғәлимов кеүек исемдәре киң билдәле таланттар менән сәхнәләштерҙе был әҫәрҙе. Үҙемдең бөгөнгө юғарылыҡтан ҡараһам, пьесам өйрәнсек кенә булыуын аңлайым, әммә ул мине театр донъяһына алып сыҡты. Ошо урында бик ҙур ғорурлыҡ менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән пьесаларымды телгә алып үткем килә. «Рәйсә» (1958), «Фәйзи» (1962), «Кәләш әйттергәндә» (1964), «Кеше бәхете» (1966), «Алтын бишек» (1969), «һыу юлы» (1972), «Зәйтүнгөл» (1976), «Аҡ сирендәр» (1976), «Ҡыҙыл паша» (1982), «Майҙан тотабыҙ» (1987), «Миләш-Ми- ләүшэ» (1990), «Рәйсә+Фәйзи» (1992), «Бер йәшлектә — бер ҡартлыҡта» (1994), «Яралы яҙмыш» (1996). Алла бирһә, киләһе йыл талантлы режиссер Айрат Абушахманов «Зәки Вәлиди» тигән пьесамды сәхнәләштерәсәк, әле репетициялар бара. Академтеатр менән ижади дуҫлығым бер ҡасан да өҙөлгәне юҡ.

  • Нәжиб ағай, академда «Рәйсә», «Аҡ сирендәр», «Ҡыҙыл паша» кеүек спектаклдәрегеҙ шаулап барҙы. Ошо осорҙо иҫкә төшөрөп үтәйек әле?

  • «Рәйсә», «Аҡ сирендәр», «Ҡыҙыл паша» спектаклдәрен Мәскәүҙә күрһәттеләр. «Рәйсә» Кремль театрында барҙы.

«Ҡыҙыл паша» — ул башҡорт театрын донъя аренаһына алып сыҡҡан спектакль. Үҙенә күрә театр донъя

599


һында көтөлмәгән ваҡиға, фурор булды ул. Башҡортостан етәкселеге был әҫәр өсөн өҫөбөҙҙө бик ҙурланы: режиссер Лек Вәлиев, артист Әхтәм Абушахманов Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булдыҡ. «Ҡыҙыл паша»ны 22 ғәрәп иле һатып алды. СССР Мәҙәниәт министрлығына хәбәр итеп, мине Сирияға спектаклдең: премьераһына саҡырҙылар. Мәҙәниәт министры, Сирия илсеһе менән бергә ҡараныҡ был пьесаны. Ә 1985 йылда Бөтә донъя ғәрәп илдәре фестиваленә тотош академтеатр коллективын саҡырҙылар. Тап ана шул гастроль ваҡытында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев төнгө өстә минең ҡулымда үлде. Уны ундағы тамашасы, фестивалдә ҡатнашыусылар шул тиклем үҙ иткәйне. Спектаклде яратып ҡараусылар көндөҙ артистарҙы ҡаланың күркәм урынында осрашыуға көтөп тора. Кувейт артисткаһы Фәриҙә Хөсәйен Ҡуда- шевҡа ғашиҡ булды. Тәржемәсе аша аралашҡанда Фәриҙә: «Мин һеҙҙе атайым һымаҡ итеп яраттым», — тине. Хөсәйен Ҡудашевтан да хәлдәрен, ғаилә тормошон һорашалар. Ул: «Минең ҡатыным да — Фәриҙә. Был фестивалгә Кувейттан актриса Фәриҙә килеүен белгәс, уны эйәртеп торманым. Ниңә миңә бында ике Фәриҙә?!» — тип шаярта.

Ғәрәп иле театрҙар фестивале булһа ла, унда Герма- ниянан да ҡатнаштылар. Немең театры режиссеры шулай уҡ Хөсәйен Ҡудашев менән ҡыҙыҡһынды, Исрафилов менән һөйләшкәндә: «Театр, режиссер өсөн иң ҙур бәхет, байлыҡ — ул талантлы артистар булыу», — тине. Ҡудашевты үҙҙәренә лә саҡырып булашты, ә ул, минең Башҡортостаным бар, саҡырһағыҙ, тотош театрҙы саҡырығыҙ, үҙегеҙ килегеҙ, тип яуап ҡайтарҙы.

Минең бәхетем бар ул. «Ҡыҙыл паша» спектаклендә бик талантлы артистар уйнаны. Төп ролде — дипломат Кәрим Хәкимовты башҡарған Әхтәм Абушахмановтың уйнауы үҙе генә ни тора! Уны Башҡортостан тамашасылары ғына түгел, элекке СССР тип аталған бөйөк илдең барлыҡ театр һөйөүселәре революционер, Граждандар һуғышы геройы, Яҡын Көнсығыш илдәрендәге беренсе совет илсеһе булған яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың үҙе тип ҡабул итте һәм шул турала һоҡланыуын белдереп авторға, театрға йөҙҙәрсә хаттар яҙҙылар.

Ундағы етәкселек тә беҙгә иғтибар, ихтирам күрһәтә белде. Ҡала, ил хозурлығына ла тамаша ҡылдыҡ. Миңә

600




бер сумаҙан аҡса ла тәҡдим иттеләр, беҙҙең етәкселек алмаҫҡа ҡушҡас, аҡсаны алманым. Драматургтар — бай халыҡ, минең бөтә нәмәм дә бар, тинем. Тик уңайҙан файҙаланып, әкиәттәге һымаҡ, Әлфиә ҡыҙымдың үтенесен белдерҙем. Нәҙек ҡара ҡайыш һорағайны, ул йылдарҙа шундайҙар модала ине. Алып барып күрһәттеләр: ҡайыштарҙың ниндәйе генә юҡ! Улар араһынан ҡыҙым тасуирлағанын күрһәттем. Уларҙың бүләген ҡыҙыма бү- ләк итеп алып ҡайттым.

«Ҡыҙыл паша» буйынса фильм-спектакль эшләнде, ул СССР үҙәк телевидениеһы аша ла күрһәтелде. Рәссам Таң Еникеев эшләгән декорацияларға күптәр һоҡланды, фильм-спектаклде төшөрөүгә лә уңайлы тип таптылар. Сирияла уның декорацияларын, уның рәссам булараҡ һәләтен өйрәнергә кәрәк, тип әйттеләр хатта. Т аң Еникеев — академтеатр балҡышының бер сағыу нуры. Ул эшләгән декорацияларҙа насар спектакль ҡуйып булмай. Уның рәсемдәре тамашасы зауығын байыта, артистарға йөҙөп эшләргә мөмкинлек тыуҙыра. Ул минең «Рәйсә», «Фәйзи», «Ҡыҙлы йорт» (Салауат башҡорт драма театрында ҡуйылды) әҫәрҙәремә лә декорация яһаны.

«Рәйсә» спектаклен айырым телгә алып китке килә. Спектакль хаҡындағы фекер алышыуға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Мостай Кәрим дә килде. Әй мине маҡтанылар, Мостай ҙа йылы һүҙҙәрен йәлләмәне, башҡаларға ҡушылды. Спектакль, алда әйткәнемсә, 1958 йыл сәхнәләштерелде. Фурор булды. Рэйсәне — Рәғиҙә Янбулатова, Фәйзиҙе — Рим Сыртланов, Зөһрәне Ләлә Әхтәмова уйнаны, Бәхти Ғайсин көйҙәр яҙҙы. Халыҡ спектаклде бик яратып ҡабул итте.

Ошо уҡ йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡаҙанға йәйге гастролгә юлланды, шунда беренсе тапҡыр «Рәйсә» Ҡазан тамашасыһына күрһәтелде. Ә беҙ Сәйфи Ҡудаш, Фәрит Иҫәнғолов, Әнғәм Атнабаев, Ғариф Ғүмәр, Әнүәр Бикчәнтәев Ҡазанда татар яҙыусылары съезында йөрөп ятабыҙ. Был сараға Төркмәнстандан Бирде Кирбабаев, Үзбәкстандан Әсҡәт Мөхтәр һәм башҡа бик күп билдәле яҙыусылар килгәйне. Уларҙы мин «Рәйсә»нең премьераһына саҡырҙым, утыҙлап яҙыусы барҙы. Татарстанда «Рәйсә»не бик шәп уйнанылар, халыҡ ярты сәғәт аяҡ өҫтө тороп ҡул сапты, сәскәгә күмделәр. Йәш саҡта Булат Имашев менән Зәйтүнә Бикбулатованы көткән кеүек, тышта беҙҙе лә һабантуйға

20- 1.0129.11

601




йыйылған һымаҡ халыҡ көтөп тора. Ҙур шатлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем. Етмәһә, аҙаҡтан ҡунаҡханаға 18 йыл төрмәлә ултырып ҡайтҡан Хәсән Туфан менән Нәби Дәүли килде. Ярай әле, дуҫтар килһә тип, коньяк, кәнфит, һый алып ҡуйғайным, улайһа, кем белә, оятҡа ҡалыуың да бар. Хәсән Туфан шунда йәшел ҡәләм менән яҙып, китабын бүләк итеп ҡотланы.

«Рәйсә» спектакле 20 йыл академдың репертуарынан төшмәй барҙы, уны ҡабат та ҡайтарҙылар. Лек Вәлиев репетиция ваҡытында үлде. 1992 йылда режиссер Рифҡәт Исрафилов уның хөрмәтенә спектаклде эшләп бөтөрөп, сәхнәгә сығарҙы. «Рәйсә» оҙон ғүмерле, бәхетле әҫәр булып сыҡты. Быйыл 9—10 декабрь Туймазы татар театрында уны режиссер Байрас Ибраһимов сәхнәгә алып сыға.

  • һеҙ академтеатрҙа директор булып та эшләгән кеше!

  • һүҙҙе шунан башлайыҡ. 1956 — 1959 йылдарҙа мин Салауат ҡалаһында «Кызыл таң»дың үҙ хәбәрсеһе булып эшләнем. Әммә театр тигән донъя менән бер «ағыуланғас», яҡшы мәғәнәлә әйтәм, унан китеп булмай икән. Мөхәррир мәҡәләләр һорай, ә мин бөтөнләй башҡа донъяла йәшәйем. Собкор булып артабан эшләп булманы, Салауат башҡорт драма театрына директор итеп ҡуйҙылар. Унда пьесаларым сәхнәгә сыға башланы. Үҙемде драматург итеп танытҡас, мине Мәскәүгә Юғары әҙәби курстарға ебәрҙеләр. Уҡып ҡайтыу менән тура академға юлландым. Был осорҙа унда минең әҫәрҙәр бара ине инде. Ғәзим Туҡаев, Арыҫлан Мөбәрәков ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Шул ваҡыт директор Ғабдулла Ғиләжев үҙенә саҡырып алды ла: «Асанбай, һин ҡайҙа йөрөйһөң ул? Мин Мәҙәниәт министрлығына китәм, ә һин минең урынға ҡалаһың», — ти. Ана шулай һис уйламағанда ике йыл театр директоры булып та эшләп алдым. Унда беҙ режиссер Шәүрә Мортазина менән бик дуҫ эшләнек. Ул теләһә ниндәй әҫәр яратмай, ә беҙгә яңы спектакль кәрәк. Вольтерҙың «Мөхәммәт»ен ҡуйырға булдыҡ. Әммә бөтәһе лә шик менән ҡарай, пьесаның сәхнәгә сығырына ышанмай. Обкомға Константин Николаевич Розановҡа киттем. Спектаклде сәхнәгә сығарыу өсөн рөхсәт кәрәк бит инде, ул Зыя Нуриевҡа һылтана. Шулай итеп, Аллаға тапшырҙыҡ та Шәүрә Мортазина менән репетициялар эшләргә тотондоҡ. Ә ул спектаклде уйнаусыларҙан башҡа берәүҙе лә репетицияға индермәй, төп ролгә тәғәйенлән

602




гән ҡайһы бер артистар больничный алып, сиргә һабышты, сөнки спектаклдең уңышынан шикләнделәр. Марат Солтанов тигән бик шәп артист бар ине, ул төп ролде башҡарҙы. Беҙ хатта тап уның уйнауына аҙаҡ һөйөнөп тә ҡуйҙыҡ, сөнки ул үҙ эшенә бик етди һәм ижади ҡараны. Төп ҡатын-ҡыҙ ролен — Альмираны башҡарыусы Гөлли Мөбәрәкова айырыуса һоҡландырғыс образ тыуҙырҙы. Спектакль әҙер.

Тапшырыр алдынан күрһәткән көндә кемдәрҙе саҡырайым икән тип Политпросвещение директоры Гулинға киттем. Ә ул мәлдә Өфөлә мосолман дине белгестәренең конференцияһы бара ине. Ул хатта шатланып китте, ҡунаҡтарҙы ҡайҙа алып барырға белмәй тора инем, ти.

Спектаклде тапшырыуҙы ҡарарға халыҡ күп йыйылды. «Провал» көтөүселәр ҙә тәнҡитле ҡараштарын сәхнәгә төбәгән. Ә спектакль шул тиклем шәп уйналды, хатта фекер алышыуға күскәс, тотош зал тиерлек маҡтау һүҙҙәрен яуҙыра башланы. Сығыш яһаусыны Гулин үҙе билдәләне, Мәскәүҙән профессор Климов «Мөхәммәт»те бик ҙурланы, режиссерҙы, артистарҙы еңеү менән ҡотланы. Уны беҙгә Мәскәү тамашасыһына ла күрһәтергә насип булды. «Мөхәммәт» — академтеатрҙың йондоҙло сәғәттәренең береһе.

  • Тағы ниндәй әҫәрҙе йондоҙло сәғәткә тиңләр инегеҙ?

  • Бер көн миңә Мостай Кәрим шылтырата, һиңә киләм әле, урыныңда булаһыңмы, ти. Осраштыҡ. Ул миңә «Ай тотолған төндә» әҫәрен уҡыны. Берәй ике сәғәткә һуҙылғандыр, аҙаҡ мин режиссер Шәүрә Мортазинаның һүҙе менән: «Без дураков! Пьеса шәп!» — тинем. Мин һиңә ышанам, тине Мостай һәм Шәүрә Мортазинаға ҡалдырып китте. Худсоветҡа саҡырһағыҙ, үҙем уҡыр инем, тип тә өҫтәне. Бөтәһе лә әҫәрҙе тын да алмай тыңланылар һәм аҙаҡ ҡул саптылар. Зәйтүнә Бикбулатова, юҡ-бар әйбер менән булашҡансы, хәҙерҙән үк ошо пьесаға тотонайыҡ, тине. Шәүрә Мортазина «Ай тотолған төндә» пьесаһын сәхнәләштерҙе. Был әҫәр — башҡорт сәхнәһенең генә түгел, донъя драматургияһының өлгөһө, тип әйтә алам. Уны Рәсәйҙең 80 театры ҡуйҙы, Мәскәүҙә уйнанылар. «Ай тотолған төндә» — академдың йондоҙо.

Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың «Ғәлиә»һе академтеатрҙың күп йылдар дауамында шулай уҡ йондоҙло миҙгеле булды.

603




Йәш режиссер Айрат Абушахманов Америка яҙыусыһы К. Кизиҙың «Кәкүк ояһы» тигән психологик трилле- рын академтеатр сәхнәһендә ҡуйып, беҙҙең башҡорт театр сәнғәтен донъя күләмендә яңғыратты. Быныһы ла олуғ театрыбыҙҙың йондоҙло мәле ине.

  • Нәжиб ағай, сер булмаһа, ни сәбәпле һеҙ академ- театрҙан директорлыҡтан киттегеҙ?

  • Дөрөҫөн әйткәндә, актриса Зәйтүнә Бикбулатова мине унда директор итеүгә лә күп көс һалды, шунан эштән китеүгә лә йоғонто яһаны (көлә). Уны мин Салауат театрында эшләгәндә Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсә- йемдең сал сәстәре» спектакленә Әсә образына саҡырғайным. Элек шундай алмашлап уйнау тигән йола була торғайны, ә Салауат театрынан Рәмзиә Әҙелшииа ака- демға килде. Зәйтүнә Бикбулатова спектаклдә бик матур уйнаны, мин сәхнәнән уны уңышы менән ҡотлап, бөйөк актриса булыуы хаҡында һөйләнем, Лесковтың һайланма әҫәрҙәрен бүләк иттем. Күрәһең, уның күңеле булғандыр инде һәм ул, Ғабдулла Ғиләжев урынына мине тәҡдим иткән.

Ә инде аҙаҡ яҙыусы дуҫтар менән йыш осрашып аралашыуҙы күргәс: «Асанбаев театрҙа «драма секцияһы» ойоштора, сәхнә ундай урын түгел», — тип мине эштән ебәреүгә лә йоғонто яһаны. Драматург пьеса яҙырға тейеш тигәс, үҙем ғариза яҙып, эштән киттем, һәр ваҡыт шулай: төп ролдәрҙә уйнаған актрисалар театр, репертуар, ролдәр менән идара иткән.

  • Академтеатрҙа үткән быуаттың икенсе ярты йыллығында эшләгән режиссерҙарҙы, әҫәрҙәрен сәхнәлә күргән драматургтарҙы һеҙ күреп, аралашып беләһегеҙ...

  • Башҡорт дәүләт академия драма театры — театр сәнғәтенең флагманы, милли драматургияны үҫтереүсе илаһи көс, мәҙәни донъя. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ибраһим Абдуллин, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаев, Рафаэль Сафин, Ғабдулла Әхмәтшин, Мөкәрәмә Садиҡова, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Рәлиф Кинйәбаев, Сөләймән Латипов — һәр заманда академтеатрҙың йөҙөн билдәләр әҫәр ижад иткән, итәсәк драматургтар.

В. Мортазин-Иманский, М. Мәһәҙиев, Б. Имашев, В. Ғәлимов, Ш. Мортазина, Ғ. Ғиләжев, Л. Вәлиев, Р. Исрафилов, В. Сәйфуллин кеүек ҙур режиссерҙар — театрҙы академтеатр иткән шәхестәр, уларҙың үҙҙәрен дә тап ошо театр бөйөк иткән.

604




Ошо режиссерҙарҙың береһе хаҡында айырым әйтеп китергә теләйем. Ул — Рифҡәт Исрафилов. Флорид Бүләков атлы драматургты асҡан, үҫтергән режиссер ул. «Бибинур, аһ, Бибинур!» пьесаһы менән улар Рәсәй премияһына ла лайыҡ булды. Был ижади дуэт бик емешле эшләй.

  • Артистар — изге һәнәр эйәләре, тинегеҙ...

  • Артистар — улар театрҙың, йөҙөн билдәләүселәр. Академтеатрҙың тарихына ғына күҙ һалайыҡ. Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Ғималетдин Минһажев, Хажи Бохарский, Арыҫлан Мөбәрәков, Булат Имашев, Рәғиҙә Янбулатова, Зәйтүнә Бикбулатова, Ғәзим Туҡаев, Әҡлимә Садиҡова, Хөсәйен Ҡудашев кеүек артистар театр сәхнәһенә меңәрләгән тамашасыны йыйған, рухи байрам ойошторған.

1959 йылды мин шулай уҡ театрҙың бәхетле, йондоҙло йылдарының береһе, тип атайым. Мәскәүҙә Луначарский исемендәге ГИТИС-та уҡып ҡайтҡан Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Муллаян Сө- йэрғолов, Зинира Атнабаева, Шамил Рәхмәтуллин, Гүзәл Сәғитова, Хәкимйән Сәғитов кеүек артистар театрға яңы һулыш өрҙө, олоғайып барған коллегаларына лайыҡлы алмаш булды. Гөлли Мөбәрәковаға СССР-ҙың халыҡ артисткаһы исеме бирелеүе үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй.

Артабан театрға яңы ижади тулҡын булып Рифҡәт Исрафилов, Эльвира Юнысова, Олег Ханов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Әхтәм Абушахманов, Илһөйәр Ғизетдинова, Рәфил Нэбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов, Илфат Йомағолов, Сара Буранбаева, Алмас Әмиров, Айрат Абушахманов, Азат Йыһаншин килде. Улар ижад усағына яңы ялҡын өҫтәне. Театр хәҙер донъя аренаһын яулай, уның сығыштарын Төркиә, Италия, Беларусь тамашасылары алҡышлай.

  • Киләһе йыл академтеатр «Зәки Вәлиди» исемле әҫәрегеҙҙе сәхнәгә сығара.

  • Эйе, мин әле лә театрҙан китергә йыйынмайым. Улар минең ижадыма ихтирам менән ҡарай, театр менән ижади дуҫлыҡ, аңлап тороуыңса, бик электән булдырылған. Академда «Яралы яҙмыш» спектаклен сәхнәләштергәйнеләр. Ул V «Театр яҙы» республика фестивалендә «Драматургия» номинаңияһында еңеү яуланы. Ижади бәйләнеш әленән-әле һөҙөмтәһен бирә килә.

605


«Зэки Вәлиди» пьесаһын да режиссер Айрат Абушахманов тамашасы күңеленә еткерерлек итеп сәхнәләште- рәсәгендә шигем юҡ. Миңә уның менән Салауат башҡорт драма театрының 75 йыллығы уңайынан «Ете ҡыҙ» пьесаһын әҙерләгәндә яҡындан танышырға насип булғайны. Айрат Абушахманов — булмышы, таланты, уй-фекер йөрөтөүе менән Булат Имашев, Шәүрә Мортазина, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов юлын дауам итерҙәй, үҙе айырым бер йондоҙ булырҙай режиссер. Әле премьераны көтөп, ижад бәхетен кисергән мәлем.

Элегерәк театрҙарҙың ижади мөмкинлеге хаҡында һүҙ сыҡһа, унда Шекспирҙың Отеллоһын уйнарлыҡ артист бармы, тигән һорау ҡуйыла торғайны. Был осраҡта СССР-ҙа Александр Остужев, Николай Мордвинов, Үзбәкстанда — Саламбек Хаджиев, Осетияла — Тхавсаев, Башҡортостанда Арыҫлан Мөбәрәковты телгә алдылар. Башҡорттарҙа Отеллоны уйнарлыҡ артист булды, ә бит бик күптәрҙә юҡ. Был үҙе ижади бәхет! Был үҙе театрҙың бөйөклөгө!

Актерлыҡ һәләте, бөйөклөк — һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет, тип уйланғаным да бар. Бөйөктәр 100 йылға бер тыуа тиһәм, 50 йылға бер тыуған осраҡтар ҙа була, күрәһең. Белмәйем, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Отеллоны уйнармы, юҡмы, әммә мин унда тап ана шул роль кимәлендәге ижади юғарылыҡ күрәм. Ул бик күп спектаклдәрҙә иҫ киткес ролдәр тыуҙырҙы, киләсәктә лә тамашасы уны сәхнәлә күреү бәхетенә өлгәшер, тип өмөт итәм.

Театр әле үҙенең яңы йәшлеген кисерә, яңы осорона аяҡ баҫа. Уның әлеге етәксеһе Рәйес Исмәғилев элекке традицияларын һаҡлап, театрҙың дәрәжәһен, мәртәбәһен белеп, коллективты яңы ижади бейеклеккә әйҙәй. Етәкселектең, артистарҙың бер бөтөн булып ижад ите- үен күреп, һөйөнөп йәшәйем! М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тигән һоҡланғыс донъяла ижад итеүсе һәр кемде сәнғәт усағының 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайым! һау-сәләмәт булһындар, ижади уңыштар теләйем, алда яңы йондоҙло сәғәттәр көтөп торһон!

2009 йыл

606


ОШОНДА МИН ТЕЛДЕҢ МАТУРЛЫҒЫН, БАЙЛЫҒЫН ҺӘМ ТӘМЕН АҢЛАНЫМ

«Кызыл

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет