|
|
бет | 39/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
|
645
нәмә беҙҙең яҡтарға барыбер ҙә һуңлабыраҡ килә, ахырыһы, тип ҡуям. Ваҡ нәмәләр менән булышабыҙ.
-
Нәжиб ағай, иртәгә һеҙҙең тыуған көнөгөҙ, һеҙҙе «Кызыл таң» газетаһы уҡыусылары һәм коллектив исеменән юбилей йылына аяҡ баҫыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, ижади усағығыҙҙың һүнмәүен теләйбеҙ. Элеккесә, иртәгә — Октябрь байрамы, һеҙ был көндө ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
-
7 ноябрь... Мин уны тыуған көн булараҡ бер ҡасан да байрам итмәнем. Октябрь революңияһынан үҙемде ҙур ҡуйманым, шуға күрә беҙ уны ғаиләлә Октябрь байрамы булараҡ байрам иттек, һүҙ уңайынан ғына мине иҫкә алалар ине. Әле лә үҙгәреш кермәне. Система алышынды, СССР тарҡалды, әммә СССР ирешкән уңыштары, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүебеҙҙе Октябрь революцияһының ҡаҙаныштары итеп ҡабул итәм. Мин һағынам Октябрь байрамын...
2010, 6 ноябрь
V бүлек ОЧЕРКТАР
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ҺӨЙӨКЛӨ УЛЫ
Мин Мостай Кәримдең ҡорҙашы булараҡ, шул байрам көндәрендә уның хаҡында бер нисә һүҙ әйтмәһәм, гонаһ булыр, сөнки беҙ бит алтмыш йылдан артыҡ инде бер мөхиттә ҡайнап, ижад ғазаптарын һәм ләззәттәрен дә бергә татыныҡ.
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килә. 1935 йылда Өфөгә килә һәм педагогия рабфагына уҡырға инә. 1937—1941 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем ала. Институтты тамамлап, ҡулына уҡытыусы дипломын алырға йөрөгәндә генә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. һәм егерме бер йәшлек шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Мостай Кәрим тыуған илен немең-фашист илбаҫарҙарынан яҡларға фронтҡа китә. Ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби училище тамамлағас, артиллерия дивизионының элемтә взводы командиры вазифаһын башҡара. Ул ауыр яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, 1942 йылдан башлап һуғыштың аҙағына тиклем, «Ватан намыҫы өсөн» һәм «Совет һуғышсыһы» тигән фронт газетала- рында хәрби журналист булып эшләй.
Украинанан фашист илбаҫарҙарын ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Бөйөк Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын Вена ҡалаһында ҡаршылай. Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә, һәм тағы ла Мостай Кәримдең үҙ һүҙҙәре менән әйтһәк, һуғыштан ул «ике
647
шиғырҙар йыйынтығы, ике тән яраһы, Тыуған иле, халҡына икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәт һәм туберкулез ауырыуы менән» ҡайта...
Беҙҙең бәхеткә, уны табиптар үлемдән ҡотҡарып алып ҡала.
һуғыштан ҡайтыу менән Мостай Кәрим, тән яраларының һыҙлауына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып ижад эшенә тотона. Бер үк ваҡытта көслө рухлы, энергиялы Мостай Кәрим бик күп ижтимағи эштәрҙе лә алып бара. 1951 йылдың көҙөнән алып 1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзын етәкләй. 1962 йылдың майында уны РСФСР Яҙыусылар союзы секретары итеп һайлайҙар. Ул коммунистар партияһының XIX, XX, XXI, XXII съезда- рында делегат булып ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар БАССР һәм РСФСР Юғары Советтарының депутаты була. Ә 1963 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.
Мин Мостай Кәримде 1938 йылдан бирле беләм. Бергә Яҙыусылар союзының ижади секңиялары эшендә ҡатнаша инек. Ул педагогия институтының өсөнсө курсында белем алғанда мин шул уҡ юғары уҡыу йортона яңы уҡырға ингән башлап яҙыусы инем.
Мин тәүге күргәндән үк Мостай Кәрим, йәш булыуына ҡарамаҫтан, республиканың танылған шағиры ине инде. Уны 1939 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар. Мостай Кәрим — күп яҡлы талант эйәһе. Ул, тиҫтәләрсә шиғырҙар китаптарын донъяға бүләк иткән ҙур шағир булыуы менән бергә, бына тигән прозаик та, драматург та, тәрән фекерле тәнҡитсе лә, ялҡынлы публицист та. Уның әҫәрҙәре буйынса диссертация яҡлап, фән кандидаты, фән докторы булыусыларҙың һаны бихисап.
Бөгөнгө көндә Мостай Кәрим үҙе лә Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы докторы (бәлки, акаде- мигылыр ҙа әле?!).
Йыйып әйткәндә, Мостай Кәрим — заманыбыҙҙың бөйөк шағиры. Уның ижады быуаттарҙы үҙ эсенә ала, әҙәм балаларын алға барырға, киләсәкте күҙ алдына килтерергә, яҡты донъяла дөрөҫ йәшәргә ярҙам итә. Ул пәйғәмбәрҙәргә тиң зат.
648
Яҙыусы Таһир Таһиров (Таһир Ахунйәнов) әйтмешләй, Мостай Кәрим — даръя ул. Минең дә уның ижадына баһа бирер көсөм дә, мөмкинлегем дә юҡ. Әммә, үҙем дә яҙыусы булараҡ, уның драматургияһы хаҡында бер нисә һүҙ әйтергә теләйем.
Мостай Кәрим «Туй дауам итә», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Яңғыҙ ҡайын», «Йырланмаған йыр», «Ташлама утты, Прометей», «Диктаторға ат бирегеҙ», «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт», «Салауат», «Киске табын» кеүек юғары художестволы драмалар, комедиялар һәм фарстар ижад итте.
«Ай тотолған төндә» — тормош, әҙәм балаларының ундағы урыны, кешенең хоҡуғы, бәхете тураһында тәрән уйланыуҙарҙы сағылдырған көслө трагедия ул. Үҙенең ҡайнар хисле, юғары эмоңиональ күтәренкелек менән ижад ителгән был әҫәрендә драматург ҡатлаулы, тәрән һәм тулы ҡанлы образдар тыуҙырыуға өлгәшкән.
Минең бында Мостай Кәрим менән Сыңғыҙ Айытма- товтың исемдәрен йәнәшә ҡуйып, бер фекер әйтәһем килә: Сыңғыҙ Айытматов үҙенең «Быуаттарҙан да оҙоно- раҡ көн» тигән романында маңҡорт төшөнсәһен тасуирлап бирҙе. Үҙенең ата-әсәһен танымаған, туғандарын, халҡын, илен-ватанын онотҡан, уйлауҙан, фекер йөрөтөүҙән, йәшәү мәғәнәһен аңлауҙан, мөхәббәт ләззәтен кисереүҙән, ғөмүмән, хис-тойғоларҙан мәхрүм ителгән хәтерһеҙ әҙәм балаһының образын тыуҙырҙы.
Ә бит беҙҙең Мостай Кәрим ул маңҡортлоҡҡа яҡын торған «Кешеләр һәм ҡанундар» тигән күренеште Сыңғыҙ Айытматовтан байтаҡ элегерәк (1964 йылда) үҙенең «Ай тотолған төндә» исемле трагедияһында сағылдырған ине. Кешеләр ҡанундар уйлап сығаралар ҙа үҙҙәре үк шул ҡанундарҙың, йәмғиәттә йәшәп килгән хөрәфәттәрҙең, иҫке йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ҡолона әйләнәләр. Кеше шәхесенең эске азатлығын сикләү тураһындағы был фекер Мостай Кәримдең дә әҙәбиәттәге бер асышы ине. Тик шуныһы: Сыңғыҙ Айытматов, айырым бер ырыу, айырым бер милләт халҡына ғына хас булған йола тураһында һөйләп, тарыраҡ донъяны тасуирлаһа, Мостай Кәрим иһә ил-дәүләттәр күләмендә фекер йөрөтә. Уға масштаблылыҡ, глобаллек хас. Ана шул кешенең эске азатлығын сикләй торған нәмә — ҡанундарға, йолаларға,
649
ғөрөф-ғәҙәттәргә табыныу беҙҙең йәмғиәттә кешелек донъяһы үҫешен тотҡарлай торған бер фажиғә булараҡ ҡабул ителде.
«Ай тотолған төндә» трагедияһы тетрәткес сәхнәләргә бай әҫәр. Аҡъегет менән Зөбәржәт иҫке ырыу ғәҙәттәренә ҡаршы сығалар, кешелекһеҙ һәм мәрхәмәтһеҙ тәртиптәргә нәфрәт белдерәләр, уларҙы икеһен бергә бау менән бәйләп, далаға бүреләр араһына ҡыуалар, әммә улар, көслө ихтыярлы булараҡ, рухи яҡтан еңелмәй ҡалалар. Диуана менән Дәрүиш образдары үҙҙәренең тыумышы, донъялыҡта йәшәүе һәм һөйләшеү манералары менән башҡорт драматургияһына бер яңылыҡ индергәндәй булды. Ә Тәңкәбикә — ғөмүмән, Шекспир әҫәрҙәренә хас яңғырашлы образ, тиер инем мин. Тотанаҡлы ла, ҡаты ҡуллы ла, әсә булараҡ үҙенең балаларын бәхетле иткеһе лә килә, әммә ул шул уҡ ваҡытта ҡанундарға буйһонорға ла мәжбүр. Ул драманың башынан аҙағына тиклем ике ут араһында йәшәй. Был уның фажиғәһе. Трагедиялағы Шәфәҡ тә күп яҡлы, тәрән психологик образ, ул үҙенең күңел матурлығы, сафлығы менән яраттыра.
«Айгөл иле» лә бик уңышлы эшләнгән драма, ул үҙенең төп пафосы, рухы менән бөгөнгө көндө сағылдыра, унда фашизм, һуғыш тыуҙырған фажиғәләр ҡалҡыу һүрәтләнгән. Тәрән фекерле, фәлсәфәүи әҫәр булараҡ, ул үҙенең эмоционаллеге, романтик күтәренкелеге, поэтик деталдәргә бай булыуы менән айырылып тора.
Тәүге мөхәббәт утында янған, бөгөнгө йәшәйеште романтик хыял һәм ҡырыҫ ысынбарлыҡ бәрелешендә аңлай торған үҫмер ҡыҙ Айгөл һәм йәш егет Ричард образдары бик көслө эшләнгән.
һуғыш арҡаһында тыуған иленән, берҙән-бер балаһынан айырылып сит илдә йәшәргә мәжбүр булған Зөлхәбирәнең фажиғәле яҙмышы айырыуса тетрәткес. Ул ире итальян Пиккио менән тыуған иленә ҡайтҡас, ҡыҙ сағындағы яҡын дуҫтары унан йөҙ бора, барыһы ла уға нәфрәт менән ҡарай. Үҙ иленең, мөхитенең рухын сағылдырған, бөтә нәмәгә һатыу-алыу, файҙа күреү күҙлегенән сығып ҡараған Пиккио образы ла бик колоритлы эшләнгән. Драманың икенсе төп образы — Йәғәфәр, көслө рухлы, оло йәнле, ысын кеше булараҡ күҙ алдына килеп баҫа.
650
Башҡортостан драматургияһында һәм театр сәнғә- тендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы ҙур роль уйнаны. Нәфис тел, халыҡсан еңел юмор менән яҙылған был комедияла ауылдағы ҡыҙыҡ күренештәр, һәр төрлө мәҙәктәр, йәнле тормошта була торған күңелле ваҡиғалар кәүҙәләндерелә. Әҫәр йыр-моңға бай, ата- бабаларҙан ҡалған йолалар әҫәрҙең туҡымаһына көсләп түгел, ә бик тәбиғи рәүештә үрелеп бирелгән.
Мостай Кәрим элекке СССР-ҙың иң күренекле драматургтарының (А. Арбузов, В. Розов, Н. Погодин, Кор- нейчуктар кеүек) береһе булараҡ танылды. Ул хатта РСФСР Яҙыусыларының съезында драматургия тураһында төп докладсы булып сығыш та яһаны.
Уның «Ай тотолған төндә» әҫәре илдең һикһәндән артыҡ театрында ҡуйылды, һәр ерҙә ҙур уғ;ыш менән оҙаҡ йылдар барҙы.
Күптән түгел генә Өфө «Нур» татар дәүләт театры «Киске табын»ды сәхнәгә ҡуйҙы. Спектакль ҙур уңыш менән бара. Был үҙе генә лә М. Кәрим драматургияһының үлемһеҙлеге тураһында һөйләй.
Шуныһы ҡыуаныслы, Мостай Кәримдең оло ижады элекке СССР-ҙа ла, бөгөнгө Рәсәйҙә лә, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла бик ҙур баһа алды. Мостай Кәрим — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы һәм башҡа күп премиялар лауреаты.
Мостай Кәримдең исеме бөтә донъяға билдәле. Уның әҫәрҙәре донъяның бик күп телдәренә тәржемә ителгән, китаптары ла бик күп илдәрҙә нәшерләнгән.
Уның беҙҙең арала йәшәүе, ижад итеүе — барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет ул!
Мостай Кәримгә һаулыҡ, именлек, тағы ла ҙурыраҡ ижади уңыштар теләп ҡалайыҡ.
«Өмет», 2004 йыл
БИШ ТАТАР
Башҡортостан татарҙарының 3 августа Өфөлә үтәсәк икенсе съезы республикала йәшәүсе татарҙарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм артабан үҫтереү, уларҙың башҡа халыҡтар менән дуҫлығын һәм милләт-ара килешеп йәшә
651
үен нығытыу, ғөмүмән алғанда, татарҙар берлегенең аҫыл мәғәнәһен тикшереү һәм киләсәк тормошобоҙҙо яҡшыртыу маҡсатында тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн саҡырыла. Был йыйында шулай уҡ халҡыбыҙҙың уҙған биш йыл эсендә булып үткән милли һәм рухи яңырышына баһа биреләсәк.
Татарҙар берлегенең аҫыл мәғәнәһен боронғо ата- бабаларыбыҙ үҙҙәренең дастандарында һәм риүәйәттәрендә лә яҙып ҡалдырған. Уларҙың береһендә бына шундай даһи һүҙҙәр бар:
Ил китер ҙә ниҡалыр?
Ил киткәндә йортҡалыр,
Йорт киткәндә һөтҡалыр,
Аҡ күкрәктән һөт имгән Һүҙе татлы телҡалыр.
Тел китер ҙә ниҡалыр?
Яҙгандан яҙган хатҡалыр,
Баш китер ҙә ниҡалыр?
Быуында типкән ҡан ҡалыр.
Быуындан быуын сабылһа,
Ул сагында ниҡалыр?
Беҙ алда торған йыйыныбыҙҙа бына ошо бөйөк хәҡиҡәтте тәрәндән аңлау, татарҙарҙы берләштереүҙең төп идеологияһы — татарҙың тамырына барып етеү, татарҙарҙың татарлығын уятыу тураһында ла һүҙ алып барырбыҙ, тип уйлайым.
Мин был мәҡәләмде «Биш татар» тип атаным. Мин «ун татар», «утыҙ татар» хаҡында ла яҙа алыр инем. Әммә был ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә уларҙың барыһы тураһында ла һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
Кемдәр һуң ул «биш татар» тигәндәрем? Үҙем яҡшы белгән, көн һайын тип әйтерлек аралашып йәшәгән ҡәләмдәш дуҫтарым, йәғни, үҙҙәре татар була тороп та, башҡорт әҙәбиәтенә ысын күңелдән бирелеп хеҙмәт итеүсе яҙыусылар хаҡында ғына һөйләргә теләйем. Суфиян Поварисов, Азат Мағазов, Рафаэль Сафин, Рауил Шаммас һәм Әсхәр Кәшфуллин кеүек күренекле әҙиптәр республика татарҙарының оло йыйынын ниндәй ижади
652
күстәнәстәр менән ҡаршылай һуң? Әлеге һүҙем бына шул хаҡта барасаҡ.
Был әҙиптәрҙең һуңғы йылдарҙа иң күп эшләгәне, моғайын, Суфиян Поварисовтыр. Унан һуң арала иң өлкәне лә. Аҡһаҡал! Суфиян Поварисовты йәнендә та- тарлыҡ йәшәгән һәммә кеше беләлер, тип уйлайым. Шулай ҙа, ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тигәндәй, бында уның кем икәнлеге тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов Курскиҙың утлы дуғаһынан Прагаға тиклем данлыҡлы һуғыш юлын үтеп, Украина, Польша, Румыния, Венгрия, Чехословакия һәм Германия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеү көрәшендә ҡатнашҡан ғәййәр яугир ҙа. Уның күкрәген Дан һәм «Ватан һуғышы» ордендары, күп һанлы миҙалдар биҙәй. Ул I960 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Филология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары белеменең почетлы хеҙмәткәре. Үҙ ғүмерендә меңгә яҡын әҙәби әҫәр һәм фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарҙы. Суфиян Поварисов шағир ҙа, драматург та, тәнҡитсе лә, әҙәбиәт белгесе лә, тел ғалимы ла, прозаик та булып киң танылды. Уның күп кенә драмалары һәм комедиялары М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Сибай дәүләт театрында һәм башҡа урындарҙа донъя күрҙе. Эйе, уның ижады күп яҡлы, күп ҡырлы. Әммә дуҫыбыҙҙың проза әлкәһендә уңыштары айырыуса ҙур. Ул — мәшһүр прозаик. Ә күп һанлы хикәйә, ундан артыҡ повесть, биш романында ул үҙенең ысын мәғәнәһендә нәфис һүҙ оҫтаһы, ҙур яҙыусы икәнлеген күрһәтте. Революционер һәм бөйөк татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимов тураһында «Пәйғәмбәр таңы», «Күктең етенсе ҡатында», «Ожмахҡа бер аҙым» романдарын ижад итеп, Суфиян Поварисов әҙәбиәтебеҙҙең яңы үрҙәрен яуланы. Уның ошо трилогия- эпопея республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе беҙҙең барыбыҙ өсөн дә үҙе бер оло ҡыуаныс булды.
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, тыныс йылдарҙа хәрби хеҙмәтен полковник дәрәжәһенә етеп тамамлаған һәм 1972 йылда отставкаға сығыу менән повестар һәм романдар яҙырға тотонған талантлы әҙибебеҙ Азат Мағазов
653
башҡорт әҙәбиәтенә үҙ темаһы, үҙ проблематикаһы һәм реаль тормоштан алынған геройҙары менән килде. Совет осоусыларының батырлыҡтарын һәм патриотизмын сағылдырған «Шоңҡар юлы», «һауаларҙа йондоҙ» һ. б. повестары менән бик тиҙ арала китап уҡыусыларҙың оло мөхәббәтен яулап алды. Бына ун йыл инде ул киң ҡоласлы проза әҫәре өҫтөндә эшләй. Трилогия-эпопеяны тәшкил иткән романдарының «Әйләнә тирмән ташы» һәм «Аға һыуҙар» тигән әҫәрҙәре татар телендә баҫылып та сыҡты инде. Өсөнсө өлөшөн дә тамамлап килә. Был романдарҙа ваҡиғалар, нигеҙҙә, яҙыусының тыуған яҡтарында, Миәкә районында, Дим йылғаһы үрендә, уға ҡоя торған Әйәҙе буйҙарында бара. «Әйләнә тирмән ташы» һәм «Аға һыуҙар» романдары башҡорт әҙәбиәтендә күренекле ваҡиға булды. Минең уйлауымса, шундай яҡшы әҫәрҙәр яҙып, йөҙ меңдәрсә китап уҡыусыларын ҡыуандырған Азат Мағазовҡа Башҡортостан татарҙарының икенсе съезын ҡаршылау бик күңеллелер!.. Милләттәштәре алдында уның намыҫы саф, йөҙө яҡты, тимәк?!
Бына өсөнсө татарға ла сират етте. Был беҙҙең дуҫыбыҙ Рафаэль Сафин булыр. Халҡыбыҙҙың ҙур шағиры! Драматург та ул! Бик аҙ әҙиптәр өлөшөнә төшкән көмөшө лә бар әле уның. Ниндәй көмөш, тиһегеҙме? Рафаэль Сафин, Башҡортостанда тыуып-үҫкән татар егеттәренән беренсе булып, Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлаған шәхес ул. Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүЛеге мөдире булып эшләне. «Ағиҙел» журналы редакцияһында поэзия һәм сәнғәт бүлеген етәкләне. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарҙы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең урынбаҫары тигән бик тә яуаплы һәм маҡтаулы вазифаһын да иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең әҙәби мөхитебеҙҙең төпкә егелеп тартҡан йөк аты ла булған икән әле ул...
Үҙе ул Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы егете. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһын алғаны юҡ, әммә... өмөтһөҙ шайтан, ти, алыр, алыр, Алла бойорһа! Ул бит инде был бүләккә күптән лайыҡ яҙыусы! Беҙгә ни бары уға ҡарата иғтибарлы ғына булырға кәрәк...
654
Үҙенең, илле йылдан артҡан ижади ғүмерендә ниҙәр ҡырҙы һуң Рафаэль Сафин? Уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө ифрат ҙур, уларҙы тулыһынса тасуирлау өсөн тотош монографиялар яҙырға кәрәктер. Ә халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк, Рафаэль Сафиндың шиғырҙарында ҡыйыу фекер йөрөтөү, донъяны тоя белеү, тормошҡа талапсан ҡараш бар. Быныһы уның «Тормош ҡушыуы» тигән иң тәүге шиғыр китабына ҡарата әйтелгән ине. Ә унан һуң Рафаэль Сафин «Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе», «Аҡ моңдар», «Яҙҙар көтәм», «Күңелем йондоҙҙары», «Ут эсендә бейеү» һ. б. шиғыр китаптарын баҫтырып сығарҙы, был йыйынтыҡтар уны мәртәбәле шағир итеп күтәрҙе. Рафаэль Сафин — донъяға ғашиҡ шағир. Ул тәбиғәткә, кешеләргә ҡарап, матурлыҡты, гүзәллекте күреп, ысын шағирҙарса һоҡлана белә. Уның шиғриәте кешеләр күңеленә моң һала, беҙҙең йөрәктәрҙе наҙлы һүҙҙәр менән иркэләй, ул әҙәм балаларына бәхет өләшә һымаҡ...
Рафаэль Сафиндың «Ут эсендә бейеү» тигән шиғырҙар, поэмалар һәм пьесалар китабынан бер шиғырҙы һеҙгә тәҡдим итмәйенсә булдыра алмайым, хөрмәтле газета уҡыусыларым. Был шиғыр «Мәсетле ҡайындары» тип атала.
Йөрөгән сссктарымда минтарайып,
Үҙ-үҙемә хатта ят булып,
Юлым төшәп Мәсетлегә килһәм, Мәсетленецтайындарын күрһәм,
Донъяларым китә кктырып.
Аһ, был ниндәй сагыу ссктайындар!
Сагыла хатта, сагыла күҙҙәрем.
Ҡайынкайҙар шундай һылыукайҙар,
Тот та кейәүгә бир үҙҙәрен.
Машинацдан төш тәтал үҙец дә Мөгжизәле урман буйында,
Ҡал да, эх, бер йөрө,
Йөрө бейеп,
Ҡоҙа бу лып тайын туйында!
Мин, 1990 йылда яҙылған был шиғырҙы уҡығас та, Мәсетлегә барғым килеп йөрөнөм. Эйе, ошо шиғри юлдарҙы яратыу тойғолары алып барҙы мине бер заман Мәсетлегә.
655
Рафаэль Сафин, Ҡазанда йәшәгән бөйөк драматург дуҫыбыҙ Туфан Миңнуллин һәм мин фәҡирегеҙ ҙә — өсәү бергә барҙыҡ. Шағир ҡасандыр таң ҡалып йырлаған шул ҡайындар араһына инеп (улар инде аҙ ғына ҡалһалар ҙа), беҙ тыуған еребеҙҙе данлаған Рафаэль Сафин шиғриәтенә тағы бер тапҡыр мәҙхиә уҡыныҡ...
Бөйөк татар әҙибе Әмирхан ағай Еники әйткәнсә, хуш, хәҙер инде һүҙем шағир Рауил Шаммас хаҡында. Был талантлы татар тураһында ла бик күп йылы һүҙҙәр әйткем килә, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе бик күптән беләбеҙ. Ижадыбыҙҙа уңыш-ҡаҙаныштарға ирештек, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Йыш ҡына осрашып торабыҙ, көн дә тип әйтерлек телефондан да һөйләшәбеҙ. Рауил күп яҙа, матур яҙа. Шиғырҙарын ул ҡойоп ҡуя. Уның барлыҡ яҙғандарын да уҡып барам, улар минең йәнемә һары май булып ята, һәм шунда уҡ ҡартлығым артҡа сигеп, йәшлегем яңынан әйләнеп ҡйтҡандай була.
Рауил Шаммас бик алсаҡ күңелле кеше. Уның йылмаймаған сағын күргәнем юҡ. Уның ғаиләһе лә шундай ҡунаҡсыл. Ҡатыны Гөлсөм ханым да Рауилға оҡшаған, асыҡ йөҙлө, тәмле телле, өйөнә барып инһәң, өрмәгән ергә ултыртмай. Үҙе бик шаян да: «Рауил, берәй шиғырыңа мине лә ҡыҫтыр әле!» — тип әйтеп кенә тора. Ә шағир ире оҙаҡ көттөрмәй, Гөлсөмөнә бағышланған шиғырҙары бик күп уның. Ә улдары Алмас ун йәшенән үк шиғыр яҙа башланы. «Аманат» журналының даими авторы ул хәҙер. Шиғыр конкурстарында бер нисә тапҡыр бүләкләнде хатта. Егеттәр ҡорона аяҡ баҫып килә. Шиғриәттә лә атаһы кеүек уңышлы эшләр, моғайын. Бирһен Хоҙай!..
Былары әле дөйөм һүҙҙәр генә булды шикелле. Ә ет- диерәк фекер йөрөткәндә, Рауил Шаммас Башҡортостандың иң талантлы шағирҙарының береһе. Ул ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары сығарҙы. «Ағиҙел» журналында ла, «Кызыл таң» һәм «Башҡортостан» газеталарында бик йыш баҫыла уның шиғри шәлкемдәре.
Рауил Шаммасты мин тәүҙә мөхәббәт йырсыһы итеп ҡарайһым килә. Бына уның «Яраларҙы һөйөү дауалар» тигән йыйынтығынан бер шиғыр.
Угым осто йырсск-йыраҡтарга,
Иәйәләремтсалды ицемдә.
656
һинеңҡар аштарың яралаган Яраларымҡалды күцелдә.
Ажкан уҡтар киреҡайтмагандай,
Кире-ҡайтмаҫ кеүек инең һин.
Ҡайтмаҫ угым һымаҡ югалһаң да,
Яңы таңым булып килдең һин.
Йәйәләрем - иңдә, һин - янымда,
Уңалдылар инде яралар.
Йөрәктәге һөйәү яраларын Бары һөйәү генә дауалар.
Шәп бит, шайтан алғыры! Мөхәббәткә, һөйөү-һөйө- лөүгә, ғашиҡ йәндәргә бағышланған шиғырҙары бихисап уның. Эйе, ысынлап та, мөхәббәт йырсыһы ул Рауил Шаммас. Шулай ғына булһа ла етер ине. Ләкин шағирҙың таланты шундай киң һәм күп яҡлы, уның шиғриәтендә халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһен сағылдырған фәлсәфәүи лирика һәм халыҡсан юмор ҙа етерлек. Шулар менән бергә, Рауил Шаммас шиғриәтендә фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек яҡшы сифаттар ҙа хас.
Күптән түгел генә «Кызыл таң» газетаһында Рауил Шаммастың «Кеше, тиҙәр һинең затыңды...» исемле өр- яңы шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡты. Мин уны ҡат-ҡат уҡыным. Дуҫымдың үҙенә лә әйттем, рәхмәт, тинем, шәп шиғырҙар яҙғанһың, тинем. Ул һөйөндө, яҙыусы, филология фәндәре докторы Әхәт Ниғмәтуллин да шылтыратып тәбрикләгән икән! Бына шул шәлкемдән бер шиғыр уҡыйыҡ әле...
Емелдәй тиҫбе таштары,
Төҫһөҙ ир енен ҡыймылдатып Тиҫбе тартаҡарт әсә - Күңеле менән бөтә гүмерен Гүйә, иләккә һала.
Емелдәй тиҫбе таштары,
Әйтерһең дә тереләр - Улар, гүйә, уй япрагын Ярырга әҙер бәрәләр.
Уй япрагын яра-яра, һикәлтә юлдар бара - Ошо юлдарҙан уҙа бит,
657
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|