Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет14/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   21

8 - Д. Юлтый

225




лә юҡ. Был ҡыҙҙы ҡотҡарыу урынына, уға иптәш булып, бергәләп батыу ҡурҡынысы секунд һайын яҡынлаша. Ысҡынмаҫ өсөн тырмашыуҙан тырнаҡ шәбеләрем аҡтарыла, бармаҡ биттәренән ҡан һарҡа. Шунда күҙ ҡырыйым менән ярҙан таҡта, бау-маҙар тотоп төшөп килгән кешеләр төркөмөн шәйләп ҡалдым. Был миңә көс өҫтәне. Ҡыҙға һуҙылған ҡулым хәлен юғалтҡан инде, һис үҙемдеке шикелле түгел; ә боҙға тырнаҡтарым менән сатырлатып йәбешкән икенсе ҡулым ут кеүек яна.

Ярҙан, алдарына таҡталар түшәй-түшәй, беҙгә кешеләр яҡынлаша. Улар бер аҙым үткәнсе, миңә тотош бер тәү лек ваҡыт үткәндәй була. Сөнки мин үҙ көсөм менән генә, был зәңгәр күҙле һылыуҙы ҡотҡарыу түгел, бынан үҙем иҫән сығыуҙан да тамам өмөт өҙгәйнем. Шунда ҡапыл минең өҫкә йыуан арҡан килеп төштө.

  • Тотон! — тигән тауыш килде артымдан.

Мин арҡандың осон ҡыҙға ырғыттым да үҙем дә бер ҡулым менән йәбештем. Уғаса булмай, миңә таҡтаның бер башын этеп еткерҙеләр. Мин уны батыусы ҡыҙға табан шыуыштырҙым. Бына шулай арттағылар — мине, мин ҡыҙҙы тартырға тотон- доҡ. Бер арала миңә, һыңар ҡулымды бушатып, уның менән, мәкенән ҡалҡынып, күкрәге менән боҙ ситенә ятып маташҡан ҡыҙҙың яғаһынан эләктереп алып, күтәрелергә ярҙамлашырға форсат тыуҙы. Ҡыҙҙың боҙ өҫтөнә сығып еткәнен әҙерәк хәтерләйем әле. Шунан үҙем дә һуштан яҙғанмын, ахыры. Мине тиҙ ярҙам каретаһы больницаға илткән. Больницаға беренсе мәртәбә инеүем ине был. Боҙ өҫтөндә булған мажара миңә аҙаҡ төштә күргән кеүек кенә тойола башланы, үлем ҡурҡынысы онотолдо.

Больницала ятыуымдың өсөнсө көнөнә бер сибәр генә йөҙлө сестра врач бүлмәһенә саҡыра килде. Унда мине тулы түңәрәк йөҙлө, шулай уҡ ҡуйы ҡара һаҡаллы врач ҡаршыланы. Уның эргәһендә аҡ халатҡа төрөнгән һурылған йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡыҙ ултыра ине. Мин уны шунда уҡ танып алдым, һәм боҙ өҫтөндә бынан өс көн элек кенә булған, аяныс күренеш күҙ ал- дымдан емелдәп үтте. Хатта арҡа һабағым буйлап һалҡын семерләү йүгерҙе, тубыҡ быуындарым ҡалтыранды, юғалып ҡалдым, ауыҙ күтәреп, ҡыҙға бер һүҙ ҙә өндәшә алманым.

Э ҡыҙ иһә, миңә ҡарап, бик яғымлы итеп йылмайҙы ла докторға боролоп өндәште:

  • Мине бына ошо егет ҡотҡарҙы!

Доктор миңә ултырырға ҡушты. Минең үҙгәреп китеүемә игтибар итептер ахыры:

  • Хәлегеҙ бик ауырмы әллә? — тип борсолоп һораны:

  • Юҡ. Хәлем бик һәйбәт, — тип яуап бирҙем мин, тик, ҡыҙҙың ҡарашы менән осрашмаҫ өсөн, түбән ҡараным.

  • Һеҙ электән таныш инегеҙме? — тип һораны доктор минән.

226


Мин ауыҙымды асҡансы, ҡыҙ яуап биреп өлгөрҙө;

  • Юҡ, беҙгә тәү тапҡыр боҙ өҫтөндә танышырға тура килде. Ерҙән килдеме, әллә күктән килеп төштөмө — шулай ҙа ул минең ҡотҡарыусым булды...

Мин, уның музыка төҫлө яңғыраған яғымлы тауышына һоҡланып, башымды түбән эйгән килеш ултыра бирҙем.

  • Дуся менән беҙ бына шулай таныштыҡ...

Хикәйәһен ошо ергә еткергәс, Индрил мотлаҡ туҡтай. Ул

башын әйә, намаҙ уҡығанда сәждәгә киткәндәй булып, өнһөҙ ҡала, йөҙөн тәрән һағыш баҫа. Шунан ул, сәхнәлә герой ролен уйнаған артист кеүек, беҙгә сикәһе менән әйләнә лә ҙур илһам минуттары татыған ҡиәфәттә, бер нөктәгә төбәлеп ҡатып ҡала. Беҙ, унан күҙҙәребеҙҙе айырып ала алмай, бер талай ҡатып ултырабыҙ, тауыш та сығарырға ҡурҡабыҙ. Тынлыҡты Байғужа боҙа:

  • Мәжнүн! — ти ул, ауыҙын мыҫҡыллы ҡыйшайтып. — Ул үҙенең Ләйләһен хәтерләй!

Беҙ көлөп ебәрәбеҙ.

Индрил, үҙенең илһамлы ҡиәфәтен юғалтып, тертләп ҡуйғандай була, ғәфү үтенгәндәй йылмайып, Байгужанан һорай:

  • Э кемдәр улар — Мәжнүн, Ләйлә?

Байғужа яуап бирмәй, миңә ымлап баш ҡаға. Индрил, яуап өмөт итеп, миңә борола. Мин Ләйлә менән Мәжнүндең Көнсығыштың бик данлыҡлы ҡиссаларының береһенең геройҙары икәнен ҡыҫҡа ғына һөйләп бирәм.

Минең аңлатыуымды тыңлап бөткәс, Новиков Байғужаның сағыштырыуын бик урынлы тип таба һәм, салҡан йығылып китеп, һыны ҡатып көлөргә тотона. Индрил быға һис үпкәләмәй, үҙе лә ҡушылып, рәхәтләнеп көлә һәм аҙаҡ аҡланырға тотона!

  • Улар бит әкиәттәге кешеләр, ә беҙҙең фажиғә — ысын булған хәл. Сағыштырып келәүегеҙҙе бик үк урынлы һанамайым, — айырма бында ер менән күк араһы кеүек.

Шуның менән уны мәрәкәләп көлөп алыу бөтә һәм Индрил һөйләүен дауам итә:

  • Танышып алғас, беҙ Дуся менән тиҙ арала бер-беребеҙгә эҫенешеп киттек. Ул мине ныҡышып-ныҡышып үҙҙәренә саҡыра башланы. Ләкин мин уларға тиҙ генә бара һалырға баҙнат итмәнем: кейемдең дә рәте юҡ, кеҫә лә буш. Э уны бер көн күрмәй түҙер хәлдәрем ҡалманы. Ял көндәрен, тәҡәтем ҡалмай, сабырһыҙланып көтөп алам. Мин инде уның янына барырға үҙемдә ҡыйыулыҡ таба башлағайным. Кистән үк бик яҡшылап кейемдәремде таҙартҡылап, рәткә килтерәм, шыр- тайып тиҙ үк сикәмде баҫырға әҙер торған төктәрҙе айырыуса бер тырышлыҡ менән ҡырам. Ә был сәсмәй үҫә торған үҫемлек минең сикәләрҙе, эйәкте бик иртә һәм бик ҡуйы булып баҫа башлағайны. Атлығып барырға сығам, аяҡтарым ергә

8’

227




теймәй. Юл буйы һөйләшергә иң матур һүҙҙәр һайлап барам. Ә бына, үҙен күреүем була, бөтә әҙер һүҙҙәр баштан сыға ла бөтә. Әйтер һүҙҙәреңде генә түгел, көллө донъяңды онотторорлоҡ ҡыҙ ине шул ул Дуся.

Шулай итеп, Дуся минең бар ғәмемде биләне. Саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы — уның янына йүгерәм. Курсҡа әҙерләнеүҙе бөтөнләй оноттом, тамам кейәү егетенә әйләндем. Беҙ икәүләп киләсәккә пландар ҡора башланыҡ. Ҡыҙҙың сәләмәтлеге йүнәлеү менән, өйләнешергә булдыҡ. Йәнәһе, ул модиска була, ә мин — электротехник. Тик йүнәлеү урынына Дусяның һаулығы көндән-көн насарайыуға китте. Теге ваҡытта һалҡын тейеүҙән уның үпкәһенә зыян килгән. Ул бик йыш йүткерә, тик ниңәлер ауырыуын минән йәшерергә тырыша. Әммә быны эшләүе уға бик ҡыйын — тик торғандан ҡапыл ғына сәсәп, быуылып-быуылып йүтәлләп ала ла китә. Уның ауырыуы мине бик ныҡ бошондора, был борсолоу миңә көнө- төнө тынғылыҡ бирмәй, йөрәгемде ауырттырып өйкәп тора. Ни эшләргә белмәй, мин бер врачтан икенсеһенә, бер аптеканан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә йүгерәм. Тик беҙҙең пландарыбыҙға үтәлеү насип булмаған икән шул. Июль айында Дуся был донъяны ҡуйҙы. Мин ҡайғымдан башымды ҡайҙа илтеп тығырға белмәй йөрөгән саҡта, һуғыш башланды. Мин фронтҡа доброволец булып китмәксе булдым. Заводта иптәштәрем минең был ниәтемдән бот сабып көлдөләр:

  • Иҫәр, күпме ереңде, нисә заводыңды дошмандан һаҡларға бараһың? Ашыҡма, былай ҙа сират етер әле, — тип теләгемдән һыуындырҙылар.

Индрил шым ҡала, тәрән уйға талып, тәмәке төрә башлай.

Новиков һүҙгә керешә:

  • Байғужа һине Мәжнүн тип дөрөҫ әйтте, һин дә барыбер, уның кеүек, һөйгәнең менән ҡауыша алмаған булыр инең. Һуғыш башланды. Бына ни рәүешле йөрөп ятабыҙ. Әллә бөгөн, әллә иртәгә... — ти ул, түшәмгә текләп ятҡан килеш.

  • Үткән эш инде, — тип һуҙа Индрил, уфтанып, — күпме һағынһаң да, кире ҡайтарып алып булмай. Һөйләгәнемә үпкәләмәгеҙ. Иҫтән сыҡмай бит, ни эшләтәйем? Һеҙгә һөйләһәм, әҙерәк йөрәк ялҡыны баҫылып ҡала, — ти Индрил, аҡланғандай итеп. Ул урынына менеп ята ла башҡаса һүҙгә ҡушылмай. Күрәһең, беҙгә һөйләгәндән генә йөрәге баҫылмайҙыр шул. Йөҙөнә шәүлә булып төшкән тәрән һағыш билдәләре тиҙ генә таралырлыҡ түгел. Эйе, Дусяһының фажиғәле үлеме егетебеҙҙе бик ныҡ тетрәткән икән шул. Юғиһә бер онотмаһа, бер онотор, һыуыныр ине. Хәҙер уға шаяртып өндәшеүсе юҡ. Киреһенсә, тәүҙә әҙерәк шаяртып, төрттөргөләп алыусыларыбыҙҙың күңелен үкенес көйҙөрә.

Һәр кем үҙ уйҙарына бирелгән, баштан үткәндең кире ҡайтҡыһыҙ татлы хәтирәләре, киләсәге хаҡында хәстәрлек

228




менән мәшғүл. Һуғышҡа инер алдынан кешеләргә әҙ генә тыныс ял бирелгән мәлдә, уларҙың фекерҙәре айырыуса йылдам эшләүсән була. Ул саҡта сәскә кеүек матур йәш саҡтар, тағы ла гүзәлерәк булып, күҙ алдынан үтә, үҙәктәрҙе өҙҙөрөп һа- гышландыра. Йәшлек сәскәләре һәр кем өсөн ғәзиз. Алдыңда дәһшәтле мәхшәр билдәһеҙлеге торғанда, ул сәскәләр айырата матурыраҡ булып тойола. Улар хаҡында ойоп-ойоп тағы ла оҙағыраҡ уйлағы, күҙ алдында асығыраҡ төҫтә күрге, онотолоп, шулар менән йыуанғы килә. Тик оҙаҡҡа йыуатып тора алмай шул артта ҡалған йәшлек хәтирәләре. Күҙ алдына үҙебеҙ кисергән һәм алда тағы ла ҡурҡынысыраҡ һүрәттә кисерәсәк ҡан йылғалары, ут даръялары, үлем сәсеүсе туп гөрһөлдәүҙәре, тонсоҡторғос ағыулы газдар, йөрәктәрҙе туңдырып, тәндәрҙе семерләтеп, башҡа уй-тойғоларҙы ҡыҫырыҡлап сығарып, тупаҫ рәүештә бәреп килеп инә.

Бына Индрил бер ҡыҙ фажиғәһе ваҡытында булған таны- шыуын, беренсе мөхәббәтен көллө матурлығы һәм хәсрәте менән бергә, түшенә ҡаҙаған ал сәскә кеүек, ҡәҙерләп һаҡлай. Ул — уның хазинаһы, бәлкем, хәҙергә ошо хәтирәләр уның берҙән-бер байлығылыр. Ваҡытында бит улар егеттең тормош юлын яҡтыртып торған, уға көс биргән, йәшәүен мәғәнәле иткән. Хәҙер инде ул йәшлегендә кисергән оло шатлыҡлы ла, төрән хәсрәтле лә булған ошо хәлдең хатта бәләкәй генә бер өлөшө булһа ла, ҡабат ҡабатланыуын өҙөлөп теләй. Кешеләр ҡылған эштәрҙә күргән иң яҡшы яҡтарҙы Индрил Дусяһының сифаттары менән тиңләштереп үлсәй; ошо яҡшы сифаттарҙы бер бөтөн итеп уҡмаштырып, донъяла хөкөм һөрөп ятҡан бөтә яуызлыҡҡа ҡаршы ҡуйғыһы килә уның.

Беҙҙе өйөндә ихлас күңел менән ҡабул итеп ҡунаҡ итеүсе Альфреда исемле йәш ҡатында ул Дусяһында булған күп кенә сифаттарҙың кәүҙәләнешен тапты, ахыры, шуға ла бит уға, иң яҡын кешеһе менән мөғәмәлә иткәндәге кеүек, һөйөп, иғтибарлы ҡарай. Индрил йыш ҡына:

  • Альфреда — иҫ киткес яҡшы күңелле ҡатын,—тип һоҡланып ҡуя. — Йәш сағында ул, моғайын, ғәжәп сибәр булғандыр. Ни тиклем ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар кисермәһен, әле лә артыҡ бирешмәгән. Батыр ҡатын. Эгәр Альфреда белемле ҡатын булһа, бик күп кешеләрҙе бәхетле итер өсөн көрәшсе булыр ине, тип уйлайым мин, — тип тә фараз итеп ҡуя.

Новиков Индрилдың хыялилығын һөйөп етмәй, йыш ҡына «изге фәрештә» тип мыҫҡыл иткән булһа, Альфреда хаҡында һүҙ сыҡҡанда, тын ҡала, иренен мыҫҡыллы ҡыйшайтырға уйламай ҙа, баш ҡаға-ҡаға һүҙҙе хуплап уйланып ултыра ла ирҙәрсә тәрән көрһөнөп ҡуя.

Беҙ бөгөн Альфреда янына һуңғы мәртәбә инеп сыҡмаҡсы булабыҙ. Буранбай күптән унда киткән инде. Беҙ уға ҡайһы бер аҙыҡ-түлектәребеҙҙе алдан алып барып, аш-һыу әҙерләүҙә

229




хужа ҡатынға булышырға ҡушҡанбыҙ. Башҡаларыбыҙ, көн элгәре барып, аяҡ аҫтында уралып, ҡамасаулап йөрөмәҫ өсөн хәҙергә казармала тәмле хәтирәләргә бирелеп ваҡыт һуҙабыҙ. Беҙҙең ошо төркөмгә күптән түгел генә килеп ҡушылған Хәкимйән Иртуғанов унда беренсе тапҡыр барырға йыйына. Шуға күрә беҙҙең арала Альфреда хаҡында барған әңгәмәгә ҙур иғтибар менән ҡолаҡ һалып ултыра, үҙе һүҙгә ҡыҫылмай.

Иртуғанов — Пенза губернаһының Инсар әйәҙе кешеһе. Йәш сағында ул ҡырҡтартмасы булған, тартмаларын артмаҡлап ярты Рәсәйҙе ҡыҙырып сыҡҡан. Аҙағыраҡ Мәскәүҙә дворник булған, шунан Бакуҙа нефть промыслаларында эшләгән. Һуғыш башланыр алдынан ғына һалдатҡа алынған, хәҙер инде уның яурынында унтер-офицерҙың ике таҫмаһы бар, ә күкрәген Георгий тәреһе һәм бер миҙал биҙәй. Тик ул унтер таҫмалары менән дә, күкрәгендәге тәре менән дә маһаймай, үҙен ябай һалдат һымаҡ баҫалҡы тота. Был тәре менән миҙалды нимә өсөн бирҙеләр, тип һораһаң, Иртуғанов ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирә:

  • Офицерҙарҙы атҡан өсөн.

Уның был яуабына Новиков һоҡланып бөтә алмай.

Бер мәл Иртуғановты отделение командиры итеп тәғәйенләргә уйлағайнылар ҙа, теге ҡырҡа рәүештә баш тартты:

  • Мин был ике таҫманы кешеләр өҫтөнән командовать итер өсөн таҡманым. Әйҙә, кемдең офицер булғыһы килә — шул командовать итһен, мин былай ҙа һуғыша беләм.

Иртуғановтың был тәүәккәллеге Новиков күҙе алдында уның дәрәжәһен тағы ла үҫтереп ебәрҙе.

  • Бик шәп егет был, уны үҙебеҙҙең мөхиткә алырға кәрәк, — тине ул бер нисә мәртәбә.

Иртуғанов русса яҡшы һөйләшә, бик күп көләмәстәр белә; тик уларҙы һөйләгәндә үҙе һис көлмәй, башҡалар көлөүҙән туҡтағанды вайымһыҙ сабыр ҡиәфәттә көтөп ала ла йәнә ялғап алып китә. Ул ҡылыҡ сифаттарының ҡайһы бер һыҙаттары менән беҙҙең Новиковҡа тартҡан. Киң күңелле, ваҡланыуҙы йәне һөймәй, һүҙен бик үлсәп һөйләй, шуға ла әйткән бер һүҙе мәғәнәле, урынлы булып сыға. Кем алдында ғына булмаһын, һүҙен үткәрә белә. Рядовой һалдатмы ул, унтер-офицермы, офицермы — уның үтенесен кире ҡаҡмай; сөнки ул һәр кемдең күңеленә яраҡлы асҡысты таба белә.

Беҙ әле Иртуғанов менән етерлек дәрәжәлә яҡынлашып өлгөрмәгәнбеҙ, шуға күрә бөтөнләй үк сиселеп китеп һөйләшә алғаныбыҙ юҡ. Ләкин беҙ уның күңелендә йәшеренеп ятҡан бик ҙур көс барын яҡшы һиҙемләйбеҙ. Беҙҙең өсөн файҙалы көс булырмы ул, юҡмы — һынап ҡарамағанбыҙ әле.

Тап бына бөгөн ошо Иртуғанов атлы ир-егет беҙҙең менән Альфредаларға бара ла инде.

230

IB


ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Егерме градуслы һалҡындар Дунаевец ҡалаһында оҙаҡ тора алманы. Ҡурып барған салт аяҙ селләне өшәнеш йонсоу көндәр алмаштырҙы. Ергә аҡтарылып төшөп килгән тәпәшәк ҡарағусҡыл һоро болоттар өҙлөкһөҙ ямғыр һибәләй. Көньяҡ- көнбайыштан иҫкән һалҡын дымлы ел үҙәктәргә үтеп ҡалтырата.

Урамдар үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙламыҡҡа әйләнде, бысраҡ күләүектәр менән ҡапланды. Уларҙа әүәлгесә һалдаттар мыж- ғышып йөрөмәй, нужалары төшөп сыҡҡандары ла, иҙеүҙәре әсенә баштарын йәшереп тәмәке ҡабыҙалар ҙа, тиҙерәк урамдың елдән ышыҡ яғына сығып, бөршәйеп алып, юлдарында булалар. Тиҙ көндә фронтҡа оҙатыласаҡтарын һәр кем белә.

Ҡуйыртмаҡланып ятҡан бысраҡ урамдан бата-сума бара торғас, беҙ өймәкләшеп Альфредалар ишек алдына барып тулдыҡ. Буранбай йүгереп ҡаршы сыҡты. Беҙҙең менән күрешер өсөн, күтәрмә төбөндә Альфреда, алсаҡ йылмайып, ҡулдарын алъяпҡысына һөртөп тора. Индрил, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, башын кеселекле рәүештә түбән эйҙе,лйул рәүешсә торған килеш ҡатындың ҡулын ҡуш услап тотҡан хәлдә оҙаҡ-оҙаҡ ҡыҫты. Альфреданы беҙҙең һөйләү буйынса ғына белгән Иртуғанов, миңә ҡасан иғтибар итерҙәр икән, тигән шикелле, сабыр ғына көтөп торҙо. Альфреда һәммәбеҙгә лә бер тигеҙ ҡараш менән иҫәнләшеп сыҡты.

  • Бына, Буранбай менән әҙерәк әҙерләнеп булашҡан булғайныҡ. Оҡшатырһығыҙмы икән? Рәхим итеп, етешегеҙ, — тип ул беҙҙе өҫтәл янына ултырышырға саҡырҙы. — Тик, зинһар өсөн, өйҙә тартмағыҙсы. Аштың тәмен ебәрәһегеҙ, — тип уйынсаҡ ҡына итеп киҫәтеп тә ҡуйҙы.

Бармаҡ араларына бер үк ваҡытта кисетен дә, йыртып алған ҡағыҙҙы ла күнегелгәнсә оҫта итеп ҡыҫтырып, тәмәке урап булашҡан Иртуғанов, был һүҙҙән уңайһыҙланып, ҡыҙарына төштө, әле беребеҙгә, әле икенсебеҙгә күҙ йүгертте.

  • Их, был хәтле тәмле аштар алдынан бер бәләкәй ҙә булһа икән! — тип уйынлы-ысынлы хыял итеп ҡуйҙы Новиков.

  • Ярар, ярар, юҡтың башын ауырттырма инде. Алдыңа ни килгән — ҡәнәғәт булып, йыпырта ғына бир, — тине Байғужа.

Алға килгән ҡайнар борщ, ысынлап та, телеңде йоторлоҡ тәмле ине. Тирләп-бешеп һоғонорға тотоноп киттек.

  • Офицерҙар һыйымы ни! — тип һоҡлана Новиков, ҡашыҡ артынан ҡашыҡ һурпаны аһ-уһ килеп ауыҙына оҙатҡан арала.

Аштан һуң Альфреда абрикос компоты менән ҡабарып бешкән күмәстәр килтереп ҡуйҙы.

  • Ашағыҙ, әсегеҙ, рәхәтләнеп күңел асып ултырығыҙ. Бик һәйбәт кешеләр бит һеҙ барығыҙ ҙа. Хушлашыу мәжлесе өсөн бер нәмә лә йәл түгел, — тине күңеле йомшара төшкән Аль-

231




фреда, күҙ йәштәрен саҡ-саҡ тыйып тотоп. Быны һиҙеп ҡалып, уның күңелен күтәреү яйын эҙләгән Индрил:

  • Альфреда һылыу, хушлашыу хөрмәтенә барыбыҙға ла ҡарап бик матур итеп бер йылмай әле. Шул һинең беҙгә бәхетле юл теләүең булыр, — тип һалды.

Альфреда башта ҡыҙарынды. Ҡыҙарыныу уның матурлығын тағы ла арттырып ебәрҙе. Шунан ул, ысындан да, ғәжәп ихлас матур йылмайҙы. Ысындан да, уның йылмайыуы: «Бәхетле булығыҙ!» — тигән теләген айырым-асыҡ итеп аңлатып тора ине. Был йылмайыуҙан һуң беҙҙең бәхетле булыу теләге шашҡын хыялға әйләнде. Был йылмайыу, гүйә, беҙҙең бәхетле булыуыбыҙға тулы ышаныс тыуҙырҙы. Әйтерһең, ошо мөләйем ҡатын барыбыҙға ла мөһим йомош ҡушҡан шикелле, бәхетле булырға наказ бирҙе, һәм беҙ ул наказды мотлаҡ үтәргә өҫтөбөҙгә йөклөмә алдыҡ.

Шулай рәхәт минуттар кисереп өҫтәл янында ултырған сағыбыҙҙа, тәҙрә алдында сандыр буйлы һуҡыр ҡарт пәйҙә булды. Уны мәйет төҫө ингән сирләшкә бер үҫмер етәкләгән. Улар икеһе лә, һалҡындан тештәре тешкә теймәй, ҡалтырана.

Тәҙрә артынан һуҡыр ҡарттың ялбарыулы тауышы ишетелде:

  • Хөрмәтле хужалар, һеҙҙең күркәм табынығыҙҙа бер гармун уйнап сығырға мөмкин булмаҫмы икән?

  • Әйҙүк, әйҙүк, — тип Индрил менән Новиков, урындарынан ырғышып тороп, уны инергә саҡырҙылар, ә Буранбай ҡартты ҡаршыларға ишек алдына уҡ сығып китте.

Альфреда тәҙрә яңағына һөйәлеп уйға батҡан Индрил янына барҙы, ҡыйыуһыҙ нәзәкәтлелек менән уның иңбашына ҡулын һалды, улар бер-береһенә әйтеп аңлатҡыһыҙ тәрән һағыш менән ҡараштылар, йәнә түбән ҡаранылар. Был моңһоу, өнһөҙ тамашаға шаһит булғыбыҙ килмәй, алдан һөйләшеп ҡуйған шикелле, барыбыҙ бер юлы, һуҡыр музыкантты ҡаршыларға тигән һылтау менән, ишеккә йүнәлдек. Беребеҙ — ҡарттың үҙен, икенсебеҙ — уны йөрөткән сирләшкә үҫмерҙе етәкләп, өсөнсөбөҙ — туҙып бөткән гармунды ҡосаҡлап, өйгә кире индек. Беҙ ингәндә, Индрилдың беләге Альфреданың иңбашында ине, һәр икеһенең дә керпектәрендә тос тамсылар аҫылынып тора. Индрил шунда уҡ беҙгә ҡаршы килде, ҡарт менән үҫмергә урын күрһәтте. Ҡоро һөлдәгә ҡалған үҫмер, әлбиттә, арҡаһы менән йылы мейескә һөйәлеүҙе артығыраҡ күрҙе.

Ҡарт бер ҡайғылы көйҙө уйнап сыҡҡас та, Индрил унан һорай һалды:

  • Күҙегеҙҙән ҡайһылай яҙҙығыҙ, олатай?

Ҡарт усы менән бер күҙенән башлап сикәһе буйлап түбән төшөрөп, шырт баҫҡан эйәгенән уратып, шунан икенсе күҙ урынына мендереп, яй ғына һыйпап сыҡты. Нурһыҙ йөҙөнә йылмайыуға оҡшаш бер нәмә сығарҙы, гармунының телдәренә

232




баҫҡылап, тәрән уфтаныу һымаҡ ауаздар сығарҙы, яй ғына һүҙ башланы:

  • Нисек, тиһегеҙме? Һәр ерҙә һорайҙар уны. Һәр ерҙә һөйләйем. Тик унан ғына күҙ асылып китмәй шу-ул... Һеҙ ҙә бына һуғышҡа китеп бараһығыҙ. Тик, балаҡайҙар, күҙҙәрегеҙҙән яҙырға Хоҙай ҡушмаһын. Мин дә бит уларҙы япон һуғышында юғалттым. Эй-йе-е, мине һуғыш, һуғы-ыш күҙһеҙ ҡалдырҙы! Беҙ ни, офицерҙарҙың әтәсләнеүенә ышанып, япош- каны бүрек менән бәреп йығырбыҙ, тип кенә барғайныҡ та, улай булып сыҡманы. Шундай иттереп ҡыҫып алдылар, йәҙрәләрҙе һиптерә башланылар, бәреп йығырға тип әҙерләп барған бүректәребеҙҙе лә юғалтып, аяҡтарыбыҙҙы көскә-көскә һөйрәп ҡасып ҡотолдоҡ. Ҡайһыбыҙ аяҡһыҙ, ҡайһыбыҙ ҡулһыҙ, бәғзебеҙ, бына минең ише, күҙһеҙ ҡайттыҡ, ә бик күптәребеҙ- ҙең ғәзиз баштары Маньчжурия ерҙәрендә тәгәрәп ятып ҡалды. Ул һуғыш миңә нимә бирҙе тиһегеҙме инде? Бына күрәһегеҙ, ун ике йыл хәҙер ошолай тәҙрәнән тәҙрәгә, тупһанан тупһаға йөрөп, хәйерселәп йән аҫрайым. Исмаһам, әжәле лә тиҙерәк килеп алмай бит. Был һуғ ;һе кеүек. Меңәрләп

рорға тигән шикелле, һул Ҡулын өмөтһөҙ һелтәне лә, ҡабат һорау биргеләгәнсе, өлгөрөп ҡалайым, типтер инде, тағы гармун телдәренә баҫҡыланы, моңло көйгә һыҙҙырып ебәрҙе, ҡар- лығыңҡыраған тауыш менән үҙе лә ҡушылды:

Һуҡыр ҡарт рус-япон һуғышының ҡот осҡос мәхшәрҙәре хаҡында, унан һуң эшсе халыҡ өҫтөнә ябырылған ҡанлы афәт хаҡында йыр менән бәйеткә тартым оҙон хикәйәт һөйләне.

Бәйет барыбыҙҙы ла бик ныҡ әҫәрләндерҙе. Альфреда күптән инде һығылып-һығылып илай. Хәсрәтле йыр аралаш уның һулҡылдау тауышы былай ҙа тулышҡан күңелдәргә өҫтәмә ауырлыҡ һала. Йоҙроҡтарыбыҙ ирекһеҙҙән йомарланған. Һуҡыр ҡарт бер аҙ тын алып торғанда, Новиков, ярһып китеп:

  • Бына бит, туғандар, был олатай һуғыш хаҡында әсе хәҡиҡәтте йырлай. Беҙ һуғышып йөрөйбөҙ... Баштарҙы һалабыҙ... — тип һүҙ башлағайны, ҡарт, уның һүҙен ошо урында өҙөргә теләгәндәй, аһ-зар тулы бәйетен тағы ла моңлораҡ итеп дауам итте. Ярһыуы ҡанмаған Новиков тәҙрә янына китте лә,

ғәрип-ғөрәбә... Меңәрләп



нимөһен һөйләп то-

Йәшәгәндәр туғандар, Эшсе халыҡ булғандар... Көнө-төнө эшләп тә, Аслы-туҡлы торғандар... Япондарҙың йәҙрәһенән Башын һалған берәүһе... Мукден тигән ерҙәрҙән Күҙһеҙ ҡайтҡан берәүһе...

233




Альфреданың үтенесен дә онотоп, ҡулдары ҡалтыранған килеш тәмәке төрөргә тотондо.

Һуҡыр музыкант, башын бер яҡҡа ҡыйығайтып артҡа ташлап, бер ни күрмәгән күҙҙәре менән ниндәйҙер нөктәгә төбәлеп, уйнай ҙа уйнай. Ул инде беҙгә гармуны менән бер бөтөн булып күренә; икеһе бер йөрәк булып уҡмашып, халыҡ өҫтөнә ябырылған ҡайғы-хәсрәтте, бер бөтөн моңға өйләндереп, бәйән итәләр. Уның бармаҡтары гармун телдәренә ҡағылмаған да кеүек; әйтерһең, сал сәсле был һуҡыр музыканттың күңел ҡылдарына гармун телдәре туранан-тура тоташҡан да унан ағылып сыҡҡан зарлы моңдарҙы тәкрарлап ҡеүәтләп кенә бара. Хатта был моңдоң йыр моңо икәне лә онотола, ул меңләгән халыҡтың бер күңелдән иңрәү ауазы булып ишетелә. Ул — йәшләй тол ҡалған ҡатындарҙың, етем балаларҙың, урамға ташланған ғәрип-ғөрәбәнең нәфрәт ауазы; музыкант юғары тондарға күсеп, көслө аккордтар алғанда, ниндәйҙер протест, буй- һонмаусылыҡ ноталары ҡеүәтле аһәңдәр булып дөрләп китә; улар көрәшкә саҡырыу ораны булып ап-асыҡ яңғырай; урам тулы халыҡтың ер һиңкетеп атлап барыу тауышы ишетелгәндәй булып, уларға ҡушылырға йөрәкте елкетә. Көслө аккордтар фронттағы һалдаттарға өндәү булып яңғырағандай: «Эй, туғандар! Ҡанлы һуғышты туҡтатығыҙ! Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ! Балаларығыҙҙың һәм ҡатындарығыҙҙың ҡанын әсеүселәрҙән үс алығыҙ!»

Гармун телдәре иң юғары тауыштар менән ошо ҡеүәтле оранды ташланы ла ҡапыл тынды. Музыкант, яурынын турайтып, гармунының әлмәктәрен эләктерә башланы. Беҙ, музыка тыңлағанда ниндәй хәлдә торһаҡ, хистәребеҙҙән айный алмайынса, һаман шул килеш ҡатып торабыҙ.

Беренсе булып Байғужа телгә килде:


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет