Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде


Мөҡәддәс — изге, бөйөк, хөрмәтле. 2 Тәнбиһ



бет12/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   21
Мөҡәддәс — изге, бөйөк, хөрмәтле.

2 Тәнбиһ — киҫәтеп, иҫкәртеп әйтелгән һүҙ; киҫәтмә, иҫкәртмә.

199




даттар араһындағы был тауышҡа һалҡын ҡан менән ҡарай алманы. Башта бик тын ғына тыңлап, иҙән буйынса атлап йөрөнө. Үҙенең яңы ғына сығып килгән мыйығын бармаҡтары менән юғары күтәреп ыуҙы. Ҡапыл ғына бер лампа алдында йыйылып, шаулашып ултырған һалдаттар араһына инеп, кәүҙәһен тура тотоп, күҙҙәрен ҙур асып, танау буйынан һөйләй башланы:

  • Ьеҙ уставты уҡығанһығыҙҙыр бит? Унда ни һөйләй? Раз һеҙ һалдат, уны һис оноторға ярамай. Ә һеҙҙең был һөйләгән һүҙҙәрегеҙ береһе лә уставҡа һыймай. Ьеҙ, беренсенән, социалист түгел, һалдат! Икенсенән, һеҙ батшаға хеҙмәт итергә ант иткәнһегеҙ. Шулай булғас, һеҙ устав буйынса ғына һөйләргә тейешлеһегеҙ.

Шул һүҙе һуңында ул бөтәһенә лә һынау менән ҡарап сыҡты. Үҙенең командирлығын күрһәтергә тырышты. Бының һүҙенә бер кем дә яуап бирмәне. Бөтә шау-шыу баҫылды. Ҡайһы берҙәре баштарын түбән баҫып көлдөләр. Ул киткәс, бер-береһенә төртөшөп:

  • Ул тағы ла бер таҫма алырға тырыша, — тинеләр. Һүҙҙе икенсегә борҙолар. Ысынлап та, Захаров бөтә унтер-офицерҙар араһында үҙен нығыраҡ күрһәтергә тырышыусы кеше. Ул үҙе йәш, таҙа егет. Уның биттәре ҡып-ҡыҙыл булып, өрөлөп тора. Йөрөгәндә лә офицерҙар кеүек йөрөргә тырыша, ҡабарына, көсәнә. Бөтә энергияһы менән үҙен унтер-офицер итеп күрһәтергә көс түгә. Ул, команда биргән саҡта, ниндәй ҙә булһа берәй офицер тауышына оҡшатырға, үҙенең тауышын үҙгәртергә тырыша. Шул арҡала унан ҡайһы ваҡыт кәзә тауыштары ишетелә. Үҙе йәш булыуға ҡарамаҫтан, ҡарт унтерҙар кеүек һүгенергә, аҡырынырға ярата. Ләкин уның аҡырыныуы бала әтәс кеүек сыға. Шуның өсөн дә ҡарт һалдаттар, уға «бала әтәс» тип ҡушамат биргәндәр. Шуға күрәме, һалдаттар занятие ваҡытында уның приказын үтәһәләр ҙә, занятие һуңында уға ҡарамайҙар, хатта һөйләшмәйҙәр ҙә. Шул арҡала ул үҙен ситтә тота. Буш ваҡытында үҙенең койкаһында яңғыҙ ултыра. Һандығынан кескәй генә көҙгөһөн һәм сәс щеткаһын алып, сәсен щеткалай, мыйығын төҙәтә, погондарын рәтләй. Һис булмаһа, тап-таҙа итеген яңынан таҙартырға тотона. Ундай эштәре бөтһә, койкаһына ятып, устав ҡарарға тотона.

Уға бер кем дә ҡамасауламай. Бер кем дә бер һүҙ өндәшмәй, бер кем дә унан йомош һорамай. Әгәр ҙә үҙенең һалдаттарға йомошо төшһә:

  • Господа, һеҙҙә шул булмаҫмы икән?.. — тип бик мөләйем һәм мәҙәни итеп һорарға тырыша.

Беҙҙең Таминко уга «эске дошман» тигән исем ҡушты. Әгәр ҙә Захаров тураһында һүҙ сыҡһа:

  • Беҙгә унан һаҡ булырға кәрәк, ул иң ҡурҡыныс кеше. Ул хеҙмәт күрһәтеү, начальствоға ярау өсөн беҙҙе түгел, үҙенең

200




атаһын да атырға мөмкин. Күрәһең бит, ул шуның өсөн яралған, шуның өсөн генә йәшәй. Ундай кешене бер ваҡытта ла фронтҡа ебәрмәйҙәр. Сөнки ул бында, үҙ кешеләрен һуйырға кәрәк, — тип характерланы. Байғужа, Захаров тураһында беҙҙең арала һуҙ сыҡһа:

  • Мин унтер-офицерҙар ғазраилы. Фронтта булһа, мин уны күптән ебәргән булыр инем. Тура килһә, бында ла ҡоро ҡалмаҫ. Ләкин ул бер ҙә йөрөмәй. Ундай кеше үҙенән ҡурҡа ул, — тип, йүткергән һарыҡ кеүек көлөп ала.

Шул рәүештә, беҙҙең батальондың эске тормошонда ике донъя йәшәй, ике донъя фекере көрәшә. Полковник Зенченко телмәре, Захаровтар сынйыры арҡыры, «бар эш тә юғарынан эшләнә бит» тигән ҡурҡаҡ һалдаттар араһында урын тапһа, беҙҙең донъя һәм уның асыҡ фекере: «Ниңә беҙ үҙ атайҙарыбыҙҙы, үҙ кешеләребеҙҙе үлтерәйек?» — тип, һуғышҡа асыҡ протест яһаған һалдаттарҙан башлап, Буранбай аша, һуғышҡа ҡаршы асыу менән янған меңдәрсә эшселәр массаһына барып тоташа. Хәҙер беҙҙең батальон үҙенең тышҡы төҙөлөшө, ҡуйылған маҡсаты менән, «эске дошмандар менән — үҙ ата- әсәләре менән һуғышырға» ҡуйылһа, үҙенең эске тормошонда, үҙенең тышҡы тормошона ҡаршы булған фекер менән һуғарыла. Ул һәр көн үҫә, киңәйә, Захаровтарға һауаны һәр көн тарайтҡандан-тарайта. Хәҙер Индрил фәлсәфәһе өҫтә шауламай, ул хәҙер һалдаттар араһында юл өңгән, ул, яҙғы ҡарҙы тишеп төшкән һыу кеүек, түбән төшә, түбәндән аға, түбәндә йыйыла. Ул киңәйә, ул ҙурая, ләкин уны Захаровтарҙың күҙҙәре үлсәй алмайҙар.

ЕГЕРМЕ ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Август аҙағы. Һауа ҡыҙыу, урамда саңдар күтәрелгән. Крәҫтиәндәр үгеҙ егеп, арбаларына ашлыҡ, алма, картуфтар тейәп баҙарға киләләр. Арба эргәһенән үгеҙ ҡыуып килгән кешеләр — аҡ һаҡаллы ҡарттар, балаларын арбаға ултыртҡан ҡатындар киләләр. Бер генә лә йәш кеше күренмәй. Бер йәш, арыҡ йөҙлө кеше арбаһына ултырып бара. Үгеҙҙәрҙе ун биш йәшлек бер бала ҡыуа, ул сатан, ағас аяҡлы кеше.

Беҙҙең ҡаршыла өс этажлы йорт һалалар. Унда эшләүселәрҙең бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙҙар, һалдаткалар. Араларында ир затынан десятниктар, ҡарт мастерҙар ғына күренәләр. Ҡала урамындағы бөтә йәш кешеләр һалдат кейемендә, һалдат формаһында күренәләр.

Мин шуларға ҡарап, һуғыш дәһшәтен уйлап ятам. Йөрәк әсенә, күңел тулҡынлана, тыуған ауыл күҙ алдына килә. Беҙҙең иптәштәр, беҙҙән өлкән ағайҙарҙың бөтәһе лә һуғышта, тик унда ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар, бисә-сәсәләр генә ҡалғандар.

201




Ауылдың иң йәнле кешеләре дәрт менән ташып, ауылға йәм биреп торған кешеләр юҡ, улар ҡан эсендә йөрөйҙәр. Уларҙың күпмеһе иҫән ҡайтыр, күпмеһе ғәрип булып таяҡ таянып ҡайтырҙар. Хаттарға ҡарағанда, әлдә лә беҙҙең кескенә ауылдан күп кешеләр юҡ: үлгәндәр, хәбәрһеҙ юғалғандар.

Шул уйҙарга күмелеп ятҡанда, Новиков ҡайтып инде. Ул уңышлы һунарҙан ҡайтҡан кеүек шат, көләс йөҙлө ине. Йөрәгендәге ниндәйҙер бер шатлыгын әйтергә теләгән һымаҡ, ул минең янға килде:

  • Бир ҡулыңды! — тине. Ҡул бирҙем, ул миңә бик оҙаҡ әйтер һүҙен әйтә алмай торҙо. Шунан һуң:

  • Беләһеңме? Беҙ һине бөгөн ҡунаҡҡа оҙатабыҙ! — тип, яғанан тотоп, ятҡан урынымда мине һелкергә башланы. Мин аптырап ҡалдым:

  • Ниндәй ҡунаҡ булыу тағы? Хәҙер байрам түгел бит! — тип, ятҡан урынымдан тороп ултырҙым. Ул миңә ҡаршы ултырып:

  • Ә беҙ байрам итергә уйлайбыҙ! — тине, тауышын түбәнәйтеп, айырым бер тулҡын менән һөйләргә тотондо:

  • һеҙ бөгөн Таминко менән икәүләп эшселәр йыйылышына бараһығыҙ. Ләкин һаҡ булырға, шыма йөрөргә кәрәк булыр. Унда һуғыш тураһында һөйләйәсәктәр.

Минең йөрәк йыш-йыш тибә башланы. Быуындар ҡалтырап китте.

  • Ниңә мине? — тинем, Новиковҡа ҡарап ҡалдым. Ул аптыраған төҫ менән:

  • Әллә барырға теләмәйһеңме?

  • Юҡ, ниңә һин түгел, ниңә Индрил түгел?

  • Уларҙың һорауҙары шулай. Һеҙ мосолман һалдаттары исеменән бараһығыҙ. Ә Таминко беҙҙең исемдән.

Мин уйға ҡалдым. Батальонда беҙҙән башҡа бөтәһе егермеләп мосолман һалдаттары бар. Мин шулар исеменән эшселәр йыйылышына барам.

  • Ул турала ни һөйләрмен? Мосолмандар бында бик аҙ бит!

  • Һеҙҙең брат фронтта әҙме ни! һеҙҙең брат Рәсәйҙә әҙ йәшәйме ни? Һеҙҙең брат һуғыш ауырлығын күрмәйме ни?

Новиковтың һуңғы һүҙе яңы ғына уйлаған ауылды күҙ алдына килтерҙе. Минең аптырауым ҡапыл юғалды. Ҡалтыра- уым бөттө. Шул минут мин үҙемде ана шул халыҡтарҙың бер кешеһе, шуларҙың йөрәктәрен аңлаусы бер кешеһе итеп хис иттем, тулҡынлана башланым. Ысынлап та, бит һуғыштың ауырлығын кисереүсе бер мин генә түгел. Беҙҙең халыҡтың барыһы ла кисерә. Был һуғыштан бер кем дә риза түгел, һуғыштың бөтөүен теләйҙәр, һәр бер килгән хатта шул турала яҙалар. Беҙҙең ауылдан, беҙҙең яҡтарҙан киткән һалдаттар, унда ҡалған ата-әсәләр һуғыштың бөтөүен, тыуған илдәренә ҡай- тыуҙарын теләмәйҙәрме ни? Әлбиттә, теләйҙәр. Мин шуны

202




әйтергә, шуны һөйләргә тейешмен. Мин уларҙың бөтәһен дә аңлайым. Беҙ фронт буйынса Польша, Белоруссия, Украина ауылдарын үттек. Ашлыҡтары сабылған, ауылдары яндырылған, таланған, асыҡ һауала ҡалған ярҙамһыҙ крәҫтиәндәрҙе күрҙек. Беҙ уларҙың да йөрәктәрен беләбеҙ. Беҙ һуғыштың бөтә дәһшәтен, бөтә һәләкәтен күҙ алдына килтерә алабыҙ. Сөнки беҙ үҙебеҙ шул уттар , эсендә булған, пуля, снарядтар аҫтында, ҡанда йөҙгән үлектәр өҫтөндә йөрөгән кешеләр. Әгәр ҙә күңелде бөтә киңлеге менән асып, шул дәһшәттәр тураһында һөйләргә булһа, бөтә кешеләрҙең йөрәктәрен һыҡратырлыҡ итеп һөйләй алабыҙ. Ул турала беҙ бөтә кешеләрҙең әсенгән йөрәктәрен әйтеп бирә алабыҙ.

Шул тулҡынлы тойғолар мине ҡапыл еңеләйтеп ебәрҙеләр. Шул йыйылышҡа тиҙерәк, тиҙерәк барыу теләге тыуҙы. Йөрәк ярһыны:

  • Ҡасан була? Ҡасан барабыҙ? — тип Новиковҡа түҙемһеҙлек менән һорау бирҙем. Ул:

  • Бөгөн йәкшәмбе көн бит. Шул уңай менән Таминко командирҙан төнгө сәғәт ун бергә тиклем танышыма, яҡташыма ҡунаҡҡа барам тигән һылтау менән рөхсәт һорарға китте, — тине. Шул һүҙҙәрҙе әйткәндә, Новиковтың йөҙө көлә, тештәре йылтырай ине.

Обедтан һуң Буранбай Таминко менән мине артынан эйәртеп, үҙе тротуар буйлап эре атланы. Беҙ фронт буйында шулай Буранбайҙы алдан төшөрөп, уның киң яурынына, оҙон, һалмаҡ аҙымдарына ҡарап, бер нисә йөҙ саҡрым юлдар үтә инек. Бөгөн дә ул Кременчуг урамы буйлап, үҙенең яурынына ҡаратып, Таминко менән беҙҙе эйәртеп алып бара. Ул һөйләшмәй, беҙ һорашмайбыҙ, эстәге тулҡынлы тойғолар аҫтында Буранбай артынан атлайбыҙ.

Көн асыҡ, аяҙ. Ҡояш тура ҡарай. Танауға алма еҫтәре бәреләләр. Ҡайһы бер йорттарҙа ҡойма артында бешеп, ҡыҙарып ултырған алмалар башҡа ваҡыттағы кеүек беҙҙе ҡыҙыҡтырмайҙар. Беҙ уйҙарыбыҙ менән мауығып барабыҙ.

Беҙ, ҡаланың ситенә етәрәк, бер кескәй генә өй алдына туҡталдыҡ. Буранбай беҙҙе ҡалдырып, эскә инде. Таминко, тирә-яғына ҡаранып, ҡулдарын ыуып:

  • Ошонда буламы икән? — ти. Тәҙрә арҡыры өй эсенә күҙ һалабыҙ. Унда һис хәрәкәт күренмәй. Тик ишек алдында бер нисә бала шаярып, тауышланып йөрөй, ағастан яһалған мылтыҡтар менән һуғыш уйыны уйнайҙар.

Ишектән урта йәштәрҙәге ҡатын башын тыҡты. Беҙгә ҡарап:

  • Һалдаттар, инегеҙ! — тип ҡысҡырҙы. Беҙ ашығып ингәндә, өйҙә башҡа кешеләр юҡ, тик яңғыҙ Буранбай тәмәке тартып ултыра, беҙҙе саҡырып индергән хужа ҡатын янған мейес алдында ухыуатын тотоп, көршәк суйындарҙы әйләндерә баш

203




ланы. Өйгә кәбеҫтә һурпаһы еҫе йәйелгән, әҙерәк төтөн дә сыҡҡан. Улар асыҡ тәҙрәнән ингән саф һауа менән бергә танауҙарға әскелтем булып инәләр.

Өй эсе яртылаш ҡаласа, яртылаш ауылса йыйыштырылған. Стена буйында ауыл эскәмйәһе, ишек төбөндә тимер карауат, ул шаршау менән әйләндерелгән. Ике ағас балалар карауаты күренә. Стенаға ҡаҙаҡланған кескәй генә шкафта төрлө һауыт- һабалар. Өҫтәлдә бер гөл тора. Шуларҙан башҡа өйҙә күҙгә күренгән йыһаз юҡ. Беҙ өйгә ингәс, бик оҙаҡ тын ғына ултырҙыҡ. Көйләшмәй генә тәмәке тарттыҡ. Хужа ҡатын һаман мейес эргәһендә булашты. Беҙ, үҙ-ара әкрен генә бышылдап һөйләшә башлағас, хужа ҡатын, мейескә ҡараған көйөнсә:

  • Мин һеҙҙе оҙаҡ көттөрәм, буғай, хәҙер эшемде бөтәм. Бына янған мейескә аштарҙы ултыртырға кәрәк. Шунан һуң китербеҙ, — тине, һаман үҙ эше менән булды. Беҙ Таминко менән тағы ла ҡайҙалыр барырға кәрәклеген белдек. Тәҙрәнән урамға ҡарап, тын ғына ултыра башланыҡ. Көтөү сабырһыҙлығы менән бер-бер артлы тәмәке тарттыҡ. Урамда хәрәкәт юҡ. Өй тирәһендә үҙ йомоштары менән боларып йөрөгән ҡатын-ҡыҙ- ҙар, уйнаған ваҡ балалар, өй алдында, ҡояш йылыһында ултырған ҡарттар ғына күренәләр. Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, урамда ир заты күренмәй, улар ҡайҙалыр юғалғандар.

Хужа ҡатын мейес ябып, ухыуаттарын урынына ҡуйҙы ла ашығып ҡулдарын йыуа башланы:

  • Бер дуҫыбыҙҙың бала исеме туйы була. Унда йыйылғандарҙыр инде. Эле һуң түгел, өлгөрөрбөҙ, — тип ҡулдарын һөрттө. Беҙ Таминко менән, хужа ҡатындың был һүҙенә ғәжәпләнеп, Буранбайға ҡараныҡ. Уның төҫөндә һис үҙгәреш юҡ. Күҙҙәрен өҫтәл аягына текәгән дә түбән ҡарап ултыра. Таминко сыҙаманы, Буранбайҙың ҡолағына үрелеп:

  • Йыйылышҡа түгелме ни? — тине. Буранбай хәрәкәтһеҙ:

  • Барабыҙ бит. Шунда күрербеҙ, — тине, тағы шул хәлендә ҡалды. Таминко менән беҙ тағы ла ҡараштыҡ. Таминконың йөҙөндә ниндәйҙер йылмайыу күренде. Ул минең сабырһыҙлыҡты һиҙеп:

  • Тыныс бул! — тине. Беҙ тағы ла тындыҡ. Хужа ҡатын карауат эргәһендәге шаршау артына инеп кейенә башланы. Шул тынлыҡты ҡыҫҡартыу өсөн, мин тағы тәмәке төрҙөм. Ҡатындың һүҙҙәренән мәғәнә эҙләргә тотондом. Өйҙән сығыр алда хужа ҡатын минең ҡулға сепрәккә төрөлгән бер нәмә бирҙе. Ул икмәк ине. Мин уны тотоп, баҫып ҡарағас, ҡатын тиҙерәк аңлатырға кереште:

  • Хәҙер шулай үҙ икмәгеңде тотоп йөрөргә тура килә. Беҙ унда күмәк булабыҙ бит. Беҙҙе туйҙыра алмаҫ, — тине.

Беҙ бер тыҡрыҡтан сыҡтыҡ та баҡса буйлап киттек. Был юлда бер кем дә юҡ. Тик беҙ генә барабыҙ. Аулаҡ булыуға ҡарамаҫтан, бер кем дә һөйләшмәй. Оҙаҡ барырға тура

204




килмәне, кескәй генә урамға индек тә бик күп ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар шаулашып ултырған ҡапҡаға туҡтаныҡ. Беҙҙе алып барған ҡатын:

  • Василий Сергеевич өйҙәме, ҡунаҡтары килгәнме? — тине. Бер нисә тауыш бер юлы:

  • Өйҙә, өйҙә, инегеҙ! — тинеләр. Ҡапҡанан ингәс үк, уң яҡтағы бейек баҫҡысҡа күтәрелдек. Мещандарса йыйыштырылған бер өйгә индек. Башлап өйҙәге кешеләр менән Буранбай күреште, уның артынан беҙ күрешеп сыҡтыҡ. Электән таныш кешеләр кеүек, беҙгә түрҙән урын күрһәттеләр. Беҙ башта ҡыйып уҙмай торҙоҡ. Сәстәренә сал инә башлаған, шуға төҫкә бик йәш күренмәгән бер кеше беҙҙең ҡултыҡтарҙан тотоп урындарға ултыртты. Беҙ берәм-берәм ундағы кешеләргә күҙ төшөрөп сыҡтыҡ. Улар ҙа беҙгә ҡаранылар. Ысынлап та, өйҙә байрам төҫө аңҡый, өҫтәл ябылған, өйгә аш еҫтәре таралған, бындағы кешеләр таҙа, яңы кейемдәр кейенгәндәр. Бөтәһе лә ҡунаҡ ҡиәфәтендә ултыралар. Етмәһә өҫтәлдең бер башында «баян» гармун ултыра. Ләкин бындағы кешеләрҙең төҫтәре етди, уларҙың йөҙҙәрендә байрам тантаналары күренмәйҙәр.

Бер ҡаҡса ғына кеше Таминко эргәһенә килеп ултырҙы, яртылаш украинса һөйләшә башланы. Э Таминко уға бөтөнләй украинса яуап ҡайтарырға тотондо. Ҡаҡса кеше күберәк беҙҙең батальон тураһында һорашты. Башҡалар быларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып тыңланылар. Таминко ашыҡмай ғына батальон, ундағы һалдаттарҙың настроениелары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был турала башҡалар һүҙгә ҡатнашманылар. Бер ҡалын мыйыҡлы, тулы битле, поварға оҡшағаныраҡ берәү хужаға:

  • Мәжлесте башларға кәрәк! — тип баш һелкте, хужа тәҙрә төбөнә барып, баш тығып, тыштағыларға ҡысҡырҙы.

  • Балалар, һеҙ шаулашып ултырығыҙ! — тине. Өҫтәлде асты. Гармунды сигелгән яғалы бер йәш егеткә бирҙе. Ҡунаҡтар өҫтәлде әйләндереп ултырҙылар. Хужа тағы тәҙрәгә ҡарап:

  • Теге эттәр еҫкәнеп йөрөп кенә торалар. Бала-сағаларға ышанып бөтөп булмаҫ, үҙебеҙ ҙә ҡараштырып торорбоҙ. Быға тиклем беҙҙең тирәлә ундай-бындай булғаны юҡ. Ярай әле, бик ваҡытлы йыйылдыҡ. Көнө лә тура килде. Әйҙә, мәжлесте башлағыҙ! — тине.

Өҫтәлгә фрукттар, закускалар ҡуйҙылар, ике тәрилкә икмәк ҡырҡып килтерҙеләр. Ҡыҙыл араҡы һымаҡ эсемлекте стакандарға ҡойҙолар. Гармун тағы ла өҫтәлдең мөйөшөнән урын алды. Тәпәшәк кенә түңәрәк битле бер еврей, әлеге таҙа, повар ҡиәфәтле кешегә ҡарап:

  • Иптәш Иваненко, һеҙҙән башларға кәрәк булыр. Башта заводтарҙан һәм армиянан килгән вәкилдәрҙе дөйөм хәл менән таныштырырға кәрәк. Унан һуң конкрет мәсьәләләр тураһында һөйләшербеҙ, — тине. Иваненко урындығы менән бер аҙ

205




артҡа шыуыша төштө. Хужа урам яғындағы тәҙрәне япты. Берәү ҙә ҡойолған стакандарҙы күтәрмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар ишек төбөндәге эскәмйәләргә урынлаштылар. Иваненко һүҙгә башланы:

  • Иптәштәр, хәҙерге хәлдең ауырлығын, бөтә эшсе һәм ярлы крәҫтиән массаһының һуғышты бөтөрөү, икмәк һәм ысын ирек өсөн ынтылыуын һәр кем белә. Ошо көндә Питер эшселәре, бөтә ауырлыҡтарға, ҡорбандарға ҡарамаҫтан, икмәк өсөн, солох өсөн геройҙарса көрәш алып баралар. Беҙ революцион пролетариаттың алдынғы авангардының көрәшенә ҡушылырға, ул көрәшкә ярҙам итергә тейешбеҙ. Хәҙерге көндә бөтә Рәсәйҙең һәм бөтә Европаның ундан туғыҙ өлөш халҡы солох өсөн көрәшә. Империализм һуғышының дәһшәте эсендә ҡалған кешелекте тик пролетариат ҡына ҡотҡара аласаҡ һәм пролетариат ҡына был эште башҡара аласаҡ. Империализм һуғышынан тыуған объектив шарттар бөтә кешелек донъяһын баҫҡысҡа ҡуйҙылар: йә тағы ла миллиондарҙы һәләкәткә бирергә, йә мәҙәни илдәрҙә, бөтә власты революцион пролетариат ҡулына тапшырып, социалистик алмашыныуҙы тормошҡа ашырырға. Хәҙер кешелек шул һорау алдында тора. Хәҙерге көндә Рәсәй был һуғыш менән ауыр положениеларға осраны. Был положение хөкүмәттең бөтә механизмын ҡаҡшатты. Хәҙерге көндө Николай II Германия менән сепарат килешеү яһарға теләһә лә, уны булдыра алмай, уның союзниктары Англия, Франция һәм уларҙың бындағы илселәре бөтә көстәре менән һуғышты дауам иттереү политикаһын үткәрәләр, һуғышты Германия, Англия һәм Франция буржуалары алып бара. Улар сит илдәрҙе талау өсөн, ваҡ халыҡтарҙы быуыу өсөн, бөтә донъялағы финанс өҫтөнлөгөн үткәреү өсөн, төрлө илдәрҙәге эшселәрҙе ахмаҡландырыу, уларҙың берлектәрен емереү юлы менән һәләк була торған капиталистик төҙөлөштө ҡотҡарыу өсөн һуғышалар.

Хәҙер батша монархияһының бөтә сереклеге, уның Распутин исеме аҫтында эшләгән фәхшәт шайкалары, Рәсәйҙә еврейҙар, эшселәр, революционерҙар ҡаны менән буялған йыртҡыс батша ғаиләһенең бөтә сере асылды. Рәсәй — хәҙерге көндә Романовтар монархияһының әшәкеһе ҡойған ҡан менән тейәлгән бер арба, ошо көндә уны миллионлаған эшсе, крәҫтиән массаһы һөйрәй, ҡанлы һуғыш эсендә алып бара. Ул хәҙер ер ситенә килгән, ул ауырға, тонсоғорға тейеш. Хәҙер беҙ шул момент алдында торабыҙ. Был эште ойошҡан революцион пролетариат ҡына эшләргә мөмкин. Питер эшселәре шул ауыр хәлде үҙгәртеү өсөн тарихи көрәш алып баралар. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең тауышты күрһәтеү өсөн урамдарға сығырға, демонстрациялар яһарға тейешбеҙ. Беҙ һуғыш ауырлығын күргән миллион крәҫтиән массаһын, һугышҡа тартылған миллион һалдаттарҙы үҙ артыбыҙҙан эйәртергә, елкәбеҙҙә булған хурлыҡлы батша монархияһын, уның ҡанлы һуғышын алып ырғытырға тейеш

206




беҙ. Революцион пролетариат алдында ҙур ҡыйынлыҡтар торалар. Кешелекте ҡандан ҡотҡарыу өсөн беҙ ул ҡыйынлыҡты күтәрергә тейешбеҙ. Капитализм бомба өҫтөндә тора. Хаҡлыҡ туп тауыштары менән ҡапланған. Бөтә Европа туп, мылтыҡ, ҡан менән биҙәлгән. Хәҙерге көндә фронт буйында ашлыҡтар, ауылдар яндырылалар. Улар урынына миллиондарҙың киҫелгән баштарынан «туғандар ҡәберҙәре» үҫәләр. Был дәһшәткә сик биреү беҙҙең ҡулда, бөтә донъя пролетариаты беҙҙең яҡта, уны беҙ генә башҡарырға тейешбеҙ!

Иваненконың һуңғы һүҙҙәре эстән ҡайнап сыҡтылар. Уның һимеҙ биттәре тиргә күмелделәр. Ул туҡтағас, мәжлес бер аҙ ваҡыт тын ҡалды. Иваненко ҡуъяулығы менән тирҙәрен һөрттө. Урындығы менән өҫтәлгә яҡын килеп, стакандағы эсемлекте эсте. Теге тәпәшәк еврей Кофман кеҫәһенән сәғәтен сығарып ҡараны, бер йәш кенә ҡатынға:

  • Беҙгә ун минут. Башҡа вәкилдәр конкрет тәҡдимдәр генә индерерҙәр. Ваҡыт тар. Ашығырға кәрәк! — тине. Ишек төбөндә ултырған простой ғына бер йәш ҡатын сыҡты. Ул өҫтәл эргәһенә килмәне. Арҡаһы менән мейескә һөйәлде. Зәңгәр ҙур күҙҙәрен түбәгә терәп һүҙ башланы:

  • Беҙҙең күңелдәгене Иваненко иптәш һөйләп бирҙе. Ул турала мин ни әйтәйем? Бөтәбеҙҙең дә хәл билдәле инде. Бына мин үҙем дә өс бала менән тол ҡалдым. Ирем һуғышта үлде. Үҙемде заводтан ҡыуҙылар. Беҙҙең кеүек эшһеҙҙәрҙең хәле минеке кеүек инде. Беҙгә иң тәүҙә икмәк кәрәк. Беҙ былай ҙа асҡа үлергә яҡынбыҙ. Беҙгә айырым һорап бер нәмә лә бирмәйҙәр. Шуның өсөн дә күмәкләп сығырға кәрәк. Эшселәр араһында күбеһе минең кеүек ҡатын-ҡыҙҙар, һалдаткалар. Улар ярты хаҡҡа, ас эшләйҙәр. Мин шуларҙан һайланып килдем. Уларҙың барыһы ла урамға сығырға әҙер. Минең әйтә торған һүҙем шул, башҡаны әйтмәйем.

Ул үҙенә бирелгән ваҡыттан аҙ һөйләне. Тәҡдимдәр ҡыҫҡа яһалдылар:

  • Киләһе йәкшәмбе көн эшселәрҙең һуғышҡа ҡаршы демонстрацияларын ойошторорға, «икмәк, солох!» лозунгыларын күтәреп сығырға, һалдаттар араһында эшселәрҙең демонстрацияларына ҡаршы сыҡмаҫ өсөн агитация алып барырға!

Мәжлес бөтөү менән, урам яҡ тәҙрә асылды. Йәш егет үҙенең «баян» гармунын һуҙып ебәрҙе. Ике ҡатын таҡмаҡ әйтеп, гармунға бейей башланылар. Урамдағы бала-сағалар ябырылып өйгә инделәр. Өй эсендә шау-шыу башланды.

Заводтарҙан килгән делегаттар шул шау-шыу уйын эсендә үҙ- ара һөйләшәләр, аңлашалар, киләһе йәкшәмбе көн буласаҡ демонстрацияның планы тураһында асыҡлыҡтар индерәләр ине.

Иваненко менән Кофман, мәжлес бөткәс тә, оҙаҡ торманылар. Хужа уларҙы оҙатты. Беҙҙе ҡалдырҙылар. Беҙҙең Таминко мәжлес кешеһе булып китте. Көлкөләр һөйләне,

207




мәжлесте көлдөрҙө. «Баян»да уйналған дәртле бейеү көйөнә осоп-осоп бейене.

Беҙ ҡайтҡанда, ҡала осона тиклем гармун менән килдек. Уларҙан айырылғас, Буранбайҙы алға төшөрөп, ҡайтыу яғына атланыҡ.

ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Эшселәрҙең демонстрация менән урамға сығыуы тураһында хәбәр алып өлгөрмәнек, беҙҙең урамдан бер нисә атлы полицейскийҙар сабып уҙҙылар. Улар артынан биш-алты жандарм йәйәүләп уҙҙы. Урамда халыҡ хәрәкәте башланды. Ләкин беҙгә сығырға приказ юҡ ине әле. Иптәштәр түҙә алмайҙар. Унда- бында бәүеләләр. Демонстрация беҙгә күренмәй. Иптәштәр үҙ- ара ғасабиланып һөйләшәләр:

- Насар ойошторғандар! Полиция көсө менән генә баҫырға уйлайҙар ахыры.

Бер нисә городовой беҙҙең урамға килделәр. Беҙҙең казарма тапҡырынан ҡала халҡын үткәрмәйҙәр. Беҙгә лә казарманан сыҡмаҫҡа приказ булды. Беҙ тәҙрәләрҙән түҙемһеҙлек менән урамға ҡарайбыҙ. Урамда халыҡ үткәрмәй торған городовойҙарҙан башҡа бер кем дә күренмәй. Иптәштәрҙең рухтары төшө башланы:

  • Әгәр ҙә беҙ ошо тиклем эш алып барып та, урамга сығып, уның һөҙөмтәһен күрмәһәк, бынан китергә кәрәк!

Дүртенсе ротаға урамға стройға сығырға приказ бирҙеләр. Беҙҙең барыбыҙ ҙа икенсе ротала. Ул ротала ҡырымлы Сәйет Мәмәт тигән бер һалдат бар. Уға ышанып етеп булмай. Сөнки беҙгә яңы ҡатышҡан һалдат. Дүртенсе рота ишек алдына сығып теҙелгәндә, башҡа роталарҙың һалдаттары ҡысҡыралар:

  • Ьеҙ фронтҡа киттегеҙме? Ҡара, үҙ кешеләребеҙгә атмағыҙ!

Ул тауыштар беҙҙе шатландырһа, тышҡы команда составының асыуын килтерҙе. Прапорщик әсе тауыш менән ҡысҡырҙы:

  • Ундағы безобразиеларҙы туҡтатығыҙ! Ул ниндәй тауыш! Кемдәр улар аҡыралар! Үҙҙәрен тотоп наказание бирегеҙ!

Захаров йүгереп инде. Бөтә һалдаттарға команда бирҙе:

  • Тәҙрәнән баштарығыҙҙы алығыҙ! Урындарығыҙға ултырығыҙ!

Уның һүҙен тыңлаусы юҡ. Сөнки унда икенсе рота һалдаттары, улар Захаровтан көләләр.

  • Бөтә батальонға команда биреү өсөн һиңә тағы егерме йыл хеҙмәт итергә кәрәк! Команданы үҙ взводыңа бир!

Захаров ҡыҙарҙы. Сыға башланы. Ишек төбөнә еткәс:

208




  • Ярай, мин тейешле урынға әйтермен! — тип бармаҡ янап, тиҙерәк сығыу яғын ҡараны. Бында күмәк көлөү тауышы күтәрелде. Беҙ дүртенсе ротаға ниндәй приказ бирелеүен тыңлайбыҙ. Ләкин бында приказ бирелмәне, барыһын да ишек алдына сығарып, строй менән урам буйлап алып киттеләр. Ә беҙ һаман казармала тәҙрә төптәрендә ултырабыҙ.

Беҙ генә түгел, бөтә һалдаттар тулҡынлана башланылар. Дүртенсе ротаның урамға сығыуы тураһында шаулаша башланылар:

  • Бөгөн йәкшәмбе көн, ниңә беҙҙе казармала тоталар?

Был шау-шыуҙы баҫыусы булманы, фельдфебель инеп, беҙҙең ротаға сығырға приказ бирҙе. Новиков менән Байғужа иң алдан атылып сыҡтылар. Беҙ башҡалар ағымына әйәреп сыҡтыҡ.

Беҙҙе ике квартал алып киткәс, туҡтатып, беҙҙең рота командиры подпоручик приказ бирҙе:

  • Площадҡа сығырға, шунан демонстранттарҙы ҙур урамға, бигерәк тә военный начальник йортона табан, үткәрмәҫкә!

Беҙҙе бик ҡыҙыу алып киттеләр. Беҙ площадҡа еткәндә, бер төркөм эшселәр юғары урамдан площадҡа инә башланылар. Унда полиция кордоны тора, эшселәрҙе үткәрмәҫкә ҡамсы һелтәйҙәр. Ләкин, эшселәр кордонды емереп, площадҡа сығырға тырыштылар. Бер нисә атлы полиция ҡамсы менән эшселәргә һөжүм итә башланылар. Ул арала полициялар өҫтөндә һауаға күтәрелгән таштар күренделәр. Ьауаға бер нисә тапҡыр мылтыҡ атылды. Был мылтыҡ тауышы һалдаттарҙы ҡапыл хәрәкәткә килтерҙе:

  • Ҡара, ҡара, эшселәрҙе аталар!

Шул ваҡыт демонстрация тулҡыны ҡапыл площадҡа һирпелде. Флагтар менән эшселәр колонналары ағыла башланылар. Икенсе урамда бик әсе ҡатындар тауышы күтәрелде. Сиркәү артындағы тыҡрыҡтан балаларын күтәргән, яулыҡтары төшөп сәстәре туҙған бер ҡатын йүгереп площадҡа сыҡты, демонстрацияға табан йүгерә башланы. Уны бер атлы полиция ебәрмәҫкә тырыша, ул аҡыра.

  • Мә, мә, баламды тапа!

Уның артынса тәртипһеҙ рәүештә площадҡа сыҡҡан ҡатын- ҡыҙҙар күренә башланылар. Улар әсе тауыш менән донъя яңғыраталар. Кис береһенең һүҙен аңлап булмай. Улар күбәйҙеләр. Демонстрацияға ҡушыла башланылар. Площадь бер нисә минут эсендә эшселәр менӘн тулды. Улар беҙгә табан килә башланылар. Бер нисә эшсе беҙгә яҡын килделәр:

  • Беҙҙе атырға килдегеҙме, һалдат иптәштәр?

Бер атлы полиция уларҙы ҡыуа башланы. Улар, һүгенеп, кире сигенделәр. Ул арала беренсе рота беҙҙең артҡа килеп туҡтаны. Э беҙҙең ротаны демонстранттарҙы әйләндереп алыу өсөн бер рәтләп площадҡа алып киттеләр, берәм-берәм теҙә

209




башланылар. Ул арала эшселәр араһында берәү юғарыга менеп һөйләргә тотондо. Уның тауышы беҙгә әҙ генә ишетелә. Эшселәр һөйләгән кешегә яҡын һыйыналар. Полиция эшселәрҙе йырып, уртаға инергә теләне, ләкин улар ебәрмәнеләр. Бер нисә полицияны ҡанға туҙҙырып туҡмап сығарҙылар. Беҙгә демонстранттарҙы площадтан ҡыуырға, таратырға приказ булды. Мылтыҡтарҙы ҡулға тотоп, эшселәрҙе ҡамап, штыктар менән ҡыҫырға команда бирҙеләр. Беҙ штыктарҙы алға төҙәп, эшселәргә яҡыная, уларҙы ҡамай башланыҡ, эшселәр араһында шау-шыу башланды. Улар һалдаттарға ҡысҡырырға тотондолар:

  • Үҙ туғандарығыҙға атаһығыҙмы?

  • Һеҙ мылтыҡтарығыҙҙы беҙгә түгел, үҙ туғандарығыҙҙы ҡанға батырған кешеләргә ҡаршы төҙәгеҙ!

  • Мылтыҡтарығыҙҙы ташлағыҙ!

  • Долой һуғыш!

  • Икмәк!

Тауыштар күбәйҙеләр. Һалдаттар, мылтыҡтарын ергә ҡуя башланылар. Ҡайһы берәүҙәре, мылтыҡтарын тотҡан килеш, урындарында баҫып ҡалдылар, һалдаттар араһында ла:

  • Долой һуғыш!

  • Даешь мир! — тигән тауыштар күтәрелде. Һалдаттарҙы урталарына һөйрәп индерә башланылар. Бер төркөм эшсе һалдаттар сафы булып артҡа сыҡтылар. Һалдаттар менән эшселәр бутала башланылар. Таминко, Новиков, Индрил өсәүләп саф буйына йүгерҙеләр.

  • Штыктарығыҙҙы алығыҙ! Эшселәргә атмағыҙ!

Был арала ҡайҙалыр мылтыҡ тауыштары күтәрелде. Беҙҙең арттағы беренсе рота һалдаттары тәртипһеҙ рәүештә демонстранттар эсенә инәләр. Байғужа ниңәлер ҡыҙып киткән, ул тоҡтомалға һауаға ата, үҙе:

  • Долой һуғыш! — тип ҡысҡыра. Эшселәр көлөшәләр.

Эшселәр моменттан файҙаландылар. Улар тиҙлек менән һалдаттар араһына буталырға, уларҙы урталарына йыйырға керештеләр. Бер нисә минут эсендә площадь һалдаттар һәм эшселәр менән тулды. Офицерҙар һалдаттар араһынан сығып ситкә тайпылдылар. Военачальник йортона китеп юғалдылар. Унан бер ни тиклем атлы жандармдар, полковник Зенченко һәм бер нисә офицер килде. Халыҡты йырып, демонстранттар араһына инергә теләнеләр. Ләкин уларҙы индермәнеләр.

Бер оратор сығып һөйләй башланы. Ул һуғыш тураһында бер нисә һүҙ әйтеп өлгөрмәне, ҡайҙалыр мылтыҡ тауышы ишетелде. Шуның артынан пулемет тырылдап ҡуйҙы. Уларҙың пулялары бында килмәнеләр. Ул атыш демонстранттар араһында асыу тыуҙырҙы, ораторҙың һүҙен өҙөп, улар военачальник урамына ағыла башланылар. Улар араһында һалдаттар ҙа бергә ағылды. Военачальник йортоноң ҡапҡаһы төбөндә бер нисә ат

210




лы полиция күренде. Демонстранттар уларға табан таш яуҙыра башланылар. Улар ниңәлер ҡаршылашманылар. Ҡапҡаға инеп юғалдылар.

Военачальник йорто тураһында шау-шыу тағы күтәрелде:

  • Долой һуғыш! Долой ҡанескестәр!

  • Икмәк! Мир!.. — тигән лозунгылар йышайҙылар. Ҡайҙандыр демонстранттар өҫтөнә аттылар. Пулялар выжлап үтеп стеналарға бәрелделәр. Ләкин яраланыусы кеше булманы. Был пулялар ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡҡан кеүек булды. Эшселәр таштар менән военачальник йортоноң тәҙрәләренә бәрә башланылар. Һалдаттар араһынан бер нисә тапҡыр мылтыҡтан да ебәрҙеләр. Ул атыу эшселәрҙең рухтарын тағы күтәрҙе. Демонстрация ағымы оло урамға сыҡты. Унда тағы туҡталып ҡалған трамвай эшселәре ҡушылдылар. Тротуар буйынса ҡарарға килгән халыҡтар тулдылар. Оло урамды уҙғас, беҙҙең һалдаттар берәм-берәм тарала башланылар. Эшселәр үҙ төркөмдәре менән үҙ заводтарына йүнәлделәр. Уларға бер урында ла ҡаршылыҡ булманы. Һалдаттарҙан айырылғанда:

  • Йәшәһен революцион һалдаттар!

  • Беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ! Башҡа ваҡытта ла беҙҙең менән булығыҙ! — тип ҡысҡырҙылар.

Һалдаттар киске сәғәт алтыла ғына казармаға йыйылып бөттөләр. Ул көн обед ашауҙың да тәртибе булманы. Ҡайтҡан береһе столовыйға инде. Ашап сыҡты. Һуңғараҡ ҡалғандарға обед та булманы. Ләкин ниңәлер обед тураһында тауыш сығарманылар. Ужин булыуын көттөләр. Шунан һуң берәү ҙә урамға сыҡманы, казармала ҡалдылар. Ул көн казармаға килеүсе офицерҙар ҙа булманы. Тик дежурный офицер ғына казармаларҙы ҡарап сыҡты. Ул да бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

һалдаттар араһында рух үҙгәрҙе. Төркөм-төркөм йыйылып йырларға, шаулап һөйләшергә тотондолар. Бөгөн һалдаттар араһында күберәк фронт һөйләнде:

  • Беҙҙе барыбер фронтҡа ебәрерҙәр инде!

  • Что нам малярам! Беҙҙең братҡа ҡайҙа ла бер инде!

  • Аҡтыҡҡы көндәр, давай гулять итәбеҙ!

  • Фронтҡа барабыҙ ҙа һуғышты бөтөрәбеҙ!

Ҡайҙандыр гармун алып килгәндәр. Береһе уйнай, башҡалары бейейҙәр. Ә беҙҙең иптәштәр, һорау була ҡалһа, аранан һис кемде бирмәү тураһында агитация алып баралар. Һәр роталағы ышаныслы кешеләр арҡыры һалдаттар араһына тараталар.

Ул кис менән казарма тәртибе боҙолдо. Проверка һуңында ла, дневальныйҙың һәм дежурныйҙың һүҙенә ҡарамайынса, төнгө ун икегә тиклем шаулаштылар.

211


ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Иртәгеһенә ҡалаға ҡайҙандыр көслө полиция отряды һәм бер эскадрон казачий килде. Беҙҙең батальонды, мылтыҡһыҙ- ниһеҙ генә стройга теҙеп, ҡала ситенә алып сыҡтылар. Һалдаттар араһында шиктәр тыуҙырҙылар:

  • Әллә беҙҙе ябырға алып баралармы?

  • Әллә атырға уйлайҙармы?

  • Ниңә беҙ мылтыҡтарҙы алманыҡ икән?

Полковник Зенченко бер нисә казачий офицер менән аттарҙа беҙҙең эргәгә килделәр. Беҙҙең менән иҫәнләште. Батальонды дүрт мөйөшләп теҙҙерҙе, үҙҙәре уртаға инделәр. Полковник Зенченко ат өҫтөнән һөйләй башланы:

  • Братцы! Бөгөн мин һеҙгә әрнегән йөрәк менән, һеҙҙе ҡыҙғанып һөйләйем. Һеҙ фронттарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән һалдаттар, бында, эске тәртипһеҙлекте баҫыуҙа үҙегеҙҙе юғалтып ҡалдырҙығыҙ. Был беҙҙең маҡтаулы рус һалдаты, рус армияһы өсөн хурлыҡ! Һеҙҙең арағыҙға шпиондар ингән. Беҙҙең алдан тәнбиһ итеүебеҙгә ҡарамаҫтан, шуларҙы тотоп бирмәнегеҙ. Хәҙер бөтә гарнизон алдында ышанысығыҙҙы юғалттығыҙ. Әгәр ҙә арағыҙҙағы хыянатсыларҙы бөгөн үк тотоп бирһәгеҙ, һеҙҙе бында ҡалдырабыҙ. Әгәр ҙә бирмәһәгеҙ, барығыҙҙы ла дисциплинарный батальондарға таратабыҙ. Һеҙгә бер көн ваҡыт! Шул ваҡыт эсендә йә беҙҙән рәхим, йә беҙҙән ҡаты яза!

Һүҙ бөткәс тә, һалдаттар хәрәкәтһеҙ ҡалдылар... Беҙҙе алып ҡайтырға команда булды. Полковник Зенченко казачий офицерҙар менән үҙ юлына китте. Беҙ, йырлашып, ҡалаға ҡайттыҡ.

Казармаға ҡайтып ингәндә, беҙҙең мылтыҡтар юҡ ине. Барыһын да йыйғайнылар. Аҙаҡтан подсумкаларҙы, патрондарҙы тапшырырға ҡуштылар. Беҙҙе ул көн занятиеға алып сыҡманылар. Һалдаттар һорауҙар көтә башланылар. Беҙ аранан кешеләр бирмәү тураһындағы агитацияны тағы ла көсәйттек. Һалдаттар иркенләп ҡалала йөрөһәләр ҙә, беҙ һаман казармала ҡалдыҡ. Сөнки һалдат эсендәге һәр бер хәрәкәтте күҙәтеү, тикшереү — беҙҙең беренсе бурыс ине.

Шул көн эшсе кварталдарҙа көслө тентеү һәм арестар барыуы ишетелде. Һалдаттар араһында ла төрлө хәбәрҙәр йөрөй башланы:

  • Архангель яғына, урман эсенә ебәрәләр, имеш...

  • Себергә, Ҡытай сигенә оҙаталар, имеш...

Хәҙер фронт тураһында һөйләмәй башланылар. Ҡайҙа ебәрелеү тураһында баш ваттылар.

Бер нисә һалдат, ҡасыу уңайын ҡарап, вокзалға ла барып килделәр. Унда жандармдарҙың күбәйеүен ҡайтып һөйләнеләр. Һалдаттар араһында төрлө фекер тыуҙы. Ҡайһылары үкенәләр.

212




  • Беҙ алдан уҡ әйттек бит. Хәҙер бына һуғыш бөтөр алдында башты юғалттылар...

Башҡалары уларҙан көләләр:

  • Унда йәш кәләш көтә торғандыр! Хәҙер киткәс, баш китте инде. Хәҙер үкенеү менән бер файҙа ла сыҡмай. Ничево, ҡайғырма, күмәк булабыҙ бит!

Ул көн бер һалдатты ла сығарманылар, һораманылар.

Иртәгеһенә беҙгә юл өсөн икмәк, сохари һәм консервалар бирҙеләр. Беҙҙең ротаға Дунаевец ҡалаһына запас полкка китергә приказ булды. Башҡа роталарҙы тағы ла ниндәйҙер урындарға ебәрергә булғандар.

  • Дунаевец ҡалаһы фронтҡа яҡын. Тимәк, фронтҡа китәбеҙ.

Шул көн кис менән беҙҙе эшелонға тейәнеләр, һәр вагон ишегенә ҡарауыл ҡуйҙылар. Поезд ҡуҙғалғанда, һалдаттар вагон ишегенән:

  • Долой һуғыш!

  • Даешь мир! — тип һөрән һалдылар. Беҙ тағы ла фронтҡа, тағы ҡан эсенә бара инек. Ләкин хәҙер беҙ тәүҙә оҙатылған кеүек пушка иттәре булып түгел, бәлки, хәҙер беҙ асыҡ фекер, сыныҡҡан көрәш тәжрибәләрен тейәп бара инек.

Хәҙер беҙ һуғыштың бөтә серен, эске маҡсатын беләбеҙ. Хәҙер беҙ ул турала иркен, асыҡ һөйләшәбеҙ. Хәҙер ул турала беҙ көрәш юлын да беләбеҙ. Ул көрәшкә һалдаттарҙы ойоштора ла беләбеҙ.

Сентябрь көндәре. Киске һалҡын ел вагон тишегенән инеп, беҙҙең вагондағы тимер мейестең утын өрә. Индрил утҡа ҡаршы ултырған да һөйләнә:

  • Кешеләрҙе һәләк итә торған техниканы үҙ файҙаңа буйһондороу пролетариат ҡулында икән. Мин хәҙер ул аҡылды таптым. Хәҙер пролетариат менән бөтә ер шарының күсәрен өйләндерергә мөмкин һәм өйләндерәсәкбеҙ! — ти. Вагондағылар уның һүҙен тын ғына тыңлайҙар. Ә вагон ишегенән ингән елдәр беҙҙең мейестең ҡыҙыу күмерҙәрен өрәләр...

Беренсе китап бөттө.


ИКЕНСЕ КИҪӘК



БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Беҙ Дунаевец ҡалаһына килеп урынлаштыҡ. Был ҡала тимер юлдан бик алыҫта ята. Шулай булһа ла, унда буҫтау фабрикалары бар икән. Улар хәҙер әшләмәйҙәр. Тирәләрендә эшкәртелмәгән сырье тау-тау булып өйөлгән. Ҡалала казармалар булмау сәбәпле, беҙҙе ошо фабрика корпустарына урынлаштырҙылар.

Беҙ Дунаевец ҡалаһына килгәс, ҡапыл һыуытып ебәрҙе; һалҡынлыҡ егерме градусҡа етте, ҡар төштө. Бындагы кешеләр әйтеүенсә, Украинала ундай һыуыҡтар бик һирәк була икән.

һалҡындан интегеүебеҙ генә етмәгән, өҫтәүенә беҙгә укол ҡаҙанылар. Тиф ауырыуы тарала башлаған икән дә, был уколды шунан һаҡланыу өсөн һалғандар икән... Индрил уколды ауыр кисерҙе, ана, ул ауырып ята. Ул миңә сәй ҡайнатырға ҡуша.

  • Кухняла әҙер ҡайнаған һыу бар, хәҙер килтерәм, — тим.

Минең һүҙҙәрем уның хәтерен ҡалдыра; ул, терһәгенә таянып, ҡалҡына ла, ҙур асылған күҙҙәрен миңә төбәп, һөйләргә керешә:

  • Булат, һин мине аңламаның. Кухнянан килтерелгән шыйыҡ сәй ниңә кәрәк миңә? Һин тәмле итеп үҙең ҡайнат. Ана, Висла буйында ҡайнатҡайныҡ бит әле. Ух, тәмле булғайны! Хас шуның һымаҡ итеп ҡайнат.

Индрил бөгөн мине ялҡытып бөттө. Саманан тыш күп һөйләй, эсте бошора. Мин бит инде уны бер һүҙенән үк аңларга күнегеп бөткәнмен. Э ул Висла буйында кисергән әллә ниндәй хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөргә тотона ла китә. Төшөнәм мин Инд- рилдың күңелендәген — уның, боғорлап ултырған котелокка ҡарап, донъяһын онотоп тораһы, шунан ах та ух килеп тын ала-ала, арҡаһынан атылып тирҙәре сыҡҡансы, тәмле сәй һемергеһе килә.

  • Хәҙер ҡайнатабыҙ уны, — тип тынысландырам тегене.

  • Сәй ҡайнатыуҙан да еңелерәк нәмә юҡ. — Мин, стеналағы ниндәйҙер бер нөктәгә тексәйеп, ҡаштарын емереп уйла

214




нып ултырған Байғужаның тауышын ишетәм: — Беҙ уны момент әшләй алабыҙ. Тик бынауында ултырып сәй әсеүҙең ни ҡыҙығы бар? Әллә булмаһа...

Индрил инде, һүҙҙең ҡайҙа табан барғанын шунда уҡ шәйләп алып, урынынан ҡалҡынып ултырҙы ла хәлһеҙ ҡулы менән Байғужаның арҡаһына һуғып алды:

  • Беләм, беләм. Теге хозяйка өйөнә барып... Байгужаның бөгөн мине һыйлағыһы килә. Әйҙәгеҙ һуң, киттек. Унда йылы, эйе бит, Байғужа?

  • Өҫтөнә баҫтың. Мин дә шуны әйтмәксе инем, — тип Байғужа урынынан торҙо. Уның артынса Индрил да тормаҡсы була. Беҙ уға ярҙамға ашығабыҙ, аяғына баҫырға, кейенергә булышабыҙ. Хәлһеҙ ул, тик сер биргеһе килмәй.

  • Әйҙә киттек, Булат, бөгөн бит беҙҙең буш көн. Новиков менән Буранбай беҙҙе эҙләп табырҙар әле. Бындағыларға әйтеп китербеҙ.

Байғужа менән беҙ ҙә йөҙҙәребеҙҙе һыта-һыта кейенәбеҙ. Уколдан һуң быуындар ҡатып, көллө тән ауыртып тора. һәр укол ҡаҙағандан һуң беҙгә ял бирәләр, занятиеларға алып сыҡмайҙар. Беҙҙең бөгөн бына шундай көнөбөҙ. Ә Буранбай менән Новиков кухняла дежурҙа. Шуға ла улар бөгөнгө уколдан ҡотолоп ҡалдылар. Иртәгә ҡаҙатырға тейештәр. Индрил улар өсөн хафалана:

  • Беҙ нисек тә ҡотолдоҡ инде. Ул бахырҡайҙарға иртәгә ыҙаланаһы бар...

  • Эйе шул, — тип уның һүҙен ҡеүәтләй ҡайышын ҡыҫы- быраҡ быуып булашҡан Байғужа.

Күпселек һалдаттар уколдан һуң сырхаулап яталар. Беҙҙең йыйынғанды күреп, берәүһе хәстәрле тауыш менән әйтә:

  • Ҡайҙа бараһығыҙ, обед етә бит. һеҙгә лә аш алып ҡуйырғамы?

  • Ҡайғырмағыҙ, унда бөгөн беҙҙекеләр дежурҙа. Онотмаҫтар әле, — тип тынысландыра уны Индрил.

  • Уныһы ла хаҡ.

Беҙ урамға сығабыҙ. Йәш ҡар, күҙҙе сағылдырып, емелдәй. Буран тымған. Шулай ҙа електәргә үтерлек итеп әсе ел өрә. Дунаевең халҡы өсөн бындай һалҡын — бер ҙә генә лә күнегелмәгән хәл. Урал итәктәрендә, Ирәндек буйҙарында шашынып ҡоторған аҡман-тоҡман ише бурандарҙы, беҙҙәгеләй шыҡырайтып бөрөп ала торған селләле ҡыштарҙы украиндарҙың ғүмерҙә лә татығандары юҡ. Шуға күрә уларҙың оҙон ҡуңыслы быймалары ла, толоп, тундары ла юҡ. Беҙ бурандар, тынды ҡурып алып бара торған ҡаты һыуыҡтар, быймалар, тундар, толоптар хаҡында һөйләй башлаһаҡ, улар, әкиәт тыңлағандағы шикелле, ауыҙҙарын асып тыңлайҙар; шунан беҙҙең яҡтағы тормош шарттары хаҡында һорашырға тотоналар. Был тәңгәлдә инде Буранбай айырыуса һүҙгә әүәҫләнә;

215




күҙҙәрен йомоп алып, хыялға бирелеп, башҡорт далалары, көтөү-көтөү йылҡы, ҡуй малдары, ҡымыҙ, һөт, ит хаҡында, үҙенән дә ҡуша биреп, һөйләп алып китә:

  • Беҙҙең яҡта ҡымыҙ, һөт-ҡатыҡты һатыу, һатып алыу тигән нәмә юҡ. Бушлай бирәләр. Итте лә буш ҡына ашаталар. Берәйһе һуғым һуйһа, бөтөн ауылды йыйып һыйлай...

Тыңлаусыларҙың күҙҙәре тоҙҙай була.

  • Моғайын, алдайһығыҙҙыр әле. Тотторорҙар бушҡа! Булмаҫ.

Буранбайға ҡыйын. Сөнки ул ошо урында ғына һүҙенең хаҡлығын тәсдиҡләп1 бирә алмай. Ул: «Шулай! Ысынлап та, шулай!» — тип ихлас ҡабатлай-ҡабатлай, тәмәке төрөргә керешә.

Шунда әңгәмәлә ҡатнашҡан еврейҙар, баштарын сайҡап- сайҡап, үҙ телдәрендә бәхәсләшеп алып китәләр.

Ҡасан ҡайтып күрербеҙ тип, күптән танһыҡлаған ҡарға кинәнеп баҫа-баҫа, арҡаларҙың һыҙлағанын да онотоп, алға атлайбыҙ. Ьәр кем үҙ уйына бирелгән. Бер мөйөштә ҡайнар пирожки һатыусы еврей ҡарты, һалҡындан бөршәйеп, ҡобараһы осоп тора.

  • Москалдәр, ниңә беҙгә һыуыҡ алып килдегеҙ? — тип шаяртырға тырышып өндәшә ул беҙгә.

  • Бына, ҡарт, һине беҙҙең яҡҡа алып бараһы ине! — ти уға Байғужа.

Бер мөйөшкә боролғас, ҡаршыға тап булған бер еврей әбейе беҙҙе туҡтатып, ҡапылдан рәхмәт уҡырға тотондо ла китте:

  • Ьәйбәт егеттәр һеҙ, рәхмәт һеҙгә! — ти ул беҙгә, күкрәгенә усын ҡуйып. Мин, бер ни төшөнмәй, юлдаштарыма ҡарайым.

  • Таныны бит, — ти Индрил. — Погром булған көндө беҙ уның өйөндә булғайныҡ бит.

Ныҡлабыраҡ ҡарағас, ҡарсыҡты мин дә таныным.

  • Онотмаған өсөн үҙеңә лә рәхмәт, — тим мин, йылмайып.

Ҡарсыҡ менән һүҙҙе артыҡ ҡуйыртмай, ары китәбеҙ. Ул,

биленә тиклем бөгөлә-һығыла, беҙгә изге теләктәр теләп, оҙатып ҡала. Был хәл күптән түгел булып үткән хәлдәрҙе минең иҫемә төшөрә.

Был ҡалаға килеп урынлашҡас, шулай бер көндө мунсаға барып ҡайттыҡ та, әҙерәк хәл алырға тип, ятып торҙоҡ. Шул мәл урамдан әллә ниндәй шау-шыу ишетелә башланы. Беҙ ғауғаланып йүгереп сыҡтыҡ. Ҡараһаҡ, урам буйлап ҡаластар, колбаса, папирос-маҙар күтәргән һалдаттар тәртипһеҙ рәүештә агыла. Хатта бәғзе берҙәре өр-яңы офицер фуражкалары, башҡа кейем-һалым да ҡосаҡлаған.

1

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет