Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет13/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   21
Тәсдиҡ — раҫлау һүҙе йәки тамгаһы.

216


  • Ҡайҙан алдығыҙ? — тип һорайбыҙ тегеләрҙән.

  • Ҡалала еврей погромы башланды. Лавкаларын талайҙар. Беҙ ҙә шунан алдыҡ, — тине ахылдап төшкән бер һалдат.

Беҙ сауҙа рәттәренә табан ашыҡтыҡ. Урам тулы мәхшәр кеүек халыҡ. Күбеһенсә һалдаттар. Магазиндарға этешә-төртө- шә, эркелешеп тулалар, ҡулдарына нимә эләгә — шуны күтәреп сығалар. Гражданский кейемдәге берәү һалдаттарға ҡарап ҡысҡыра:

  • Бөтә еврейҙар — немец шпиондары. Туҡмағыҙ еврейҙарҙы! Дунаевецта уларҙың духы ла ҡалмаһын!..

Шулай ҙа уның ҡысҡырыныуҙары һалдаттарҙы ҡотортоп, сәмләндереп ебәрә алмай. Араларынан берәүһе, асыуланып, төкөрөгөн сәсә:

  • Ни эшләп әле ул, әллә ниндәй бер вольный, һалдаттар менән командовать итә?

Беҙ аптырашыбыҙҙан бағана кеүек ҡатып торабыҙ. Ьәр тарафтан — өйҙәренән, ишек алдарынан илаш, үҙәк өҙгөс ҡыйҡыу-һөрән, ялыныу-ялбарыу тауыштары ишетелеп тора. Быларҙы ишетеү күңелгә бик ауыр, булып ятҡан был вәхшәттең мәғәнәһенә төшөнөү ҡыйын.

Шул ике арала толпаның бер өлөшө баҙар майҙанына ябырылды. Беҙ, ни эшләргә белмәй, был күренешкә шаһит булып ҡаушап торған мәлдә, беҙҙән элегерәк бында килеп өлгөргән Буранбай инде күптән, ниндәйҙер лавкаға инеп, унан ике шешә лимонад менән бер нисә ҡап папирос һелтәп сығырға ла өлгөргән.

  • Хужаһы ташлап ҡасҡан, барығыҙ, һеҙ ҙә берәй нәмә эләктереп ҡалығыҙ. Юғиһә, хәҙер ташып бөтөрөрҙәр, — тине ул беҙгә.

Шунда яныбыҙға ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Новиков бер талай ваҡыт, әйтер һүҙ тапмағандай, башын сайҡап, уға тишеп ҡарап торҙо ла мөмкин тиклем йомшаҡ итеп әйтте:

  • Ташла, Буранбай.

Тегенең үҙе ташларға самаһы булмағанын күргәс, өндәшмәй генә, шешәләрҙе уның ҡулынан тартып алды ла көрткә ырғытты. Оятынан ҡыҙарған Буранбай папиростарҙы аяҡ аҫтына ҡойҙо.

Беҙ халыҡ араһына барып индек. Ь.әр ерҙән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның аһ-зары, сеңләп илашыуы ишетелеп тора. Ҡылынып ятҡан был яуызлыҡҡа нәфрәтләнгән Новиков, һалдаттарҙың бер төркөмөнән икенсеһенә йүгереп, уларҙы өгөтләргә тотондо:

  • Туғандар, ни эшләүегеҙ был? Оялығыҙ! Безобразиены ташлағыҙ! Мирный халыҡты ниңә таларға? Еврейҙар ҙа беҙҙең ише кеше бит. Улар араһында ла бедняктар, эшселәр бар. Бынау ҡатындарҙың, балаларҙың ни ғәйептәрен таптығыҙ? Ташлағыҙ, туғандар, ташлағыҙ!..

217




Һалдаттар уның тирәһенә өйөлөшә башланылар. Бәғзеләре сәлдергән әйберҙәрен шинель сабыуҙары аҫтына, ҡуйындарына йәшерергә тырышып, шым гына тыҡрыҡтарға инеп күҙҙән юғалыу яғын ҡарайҙар.

Килеш-килбәте менән маклерға оҡшаған берәү шунда уҡ Новиков тирәһенә тупланған төркөм янына килеп етте. Был — бая ғына погром яһарға өндәп йөрөгән оратор ине. Маңлайынан тирен һөртә-һөртә, ул шелтә тоны менән һалдаттарҙы өгөтләргә лә тотондо:

  • Туғанҡайҙар, һеҙ эске дошман менән көрәшеүҙең ни икәнен белмәйһегеҙ икән әле. Император хәҙрәттәренә биргән антығыҙҙы оноттоғоҙмо ни? Бында еврейҙар шпионлыҡ итә, немецтарға булыша. Э һеҙ уларҙы яҡларға уйлайһығыҙ. Был бит безобразие.

  • Ҡайҙан килгән был начальник тағы ла? — тип уның һүҙен бүлеп ҡысҡырҙы Новиков. — Нимә беҙҙең менән командовать итәһең? Беҙ бында мирный халыҡ менән һуғышырға килмәнек. Марш бынан!

Теге оратор йәнә нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡайны, Новиковтың ярты бот дәүмәле йоҙроғо уның өнөн тыҡты. Шуны ғына көтөп торған шикелле, Байғужа менән тағы бер нисә һалдат тегеңә ташландылар ҙа ҡарға тәгәрәтеп дөмбәҫләргә тотондолар. Новиков араларына төшмәһә, меҫкендең хәле мөшкөл ине.

Бынан ҡуҙғалып китеп, икенсе урамға боролғас, беҙҙе бер ефрейтор ҡыуып етте лә һүҙебеҙгә ҡушылды:

  • Дөмбәҫләп бик шәп иттегеҙ теге әҙәм аҡтығын. Ул — маклер, армияға һуғымлыҡ мал йыя. Фамилияһы — Кушнарев. Ҡот осҡос әшәке бәндә! Гел офицерҙар ҙа генералдар тирәһендә генә урала. Охранка агенты, күрәһең. Еврейҙарҙы ене урынына күрә.

  • Ярай, дөрөҫ иткәнбеҙ икән улайһа, — тине Новиков шым ғына, башын түбән эйеп барған хәлдә. Ул ефрейтор менән артыҡ сиселеп китеп һөйләшергә ихласлыҡ белдермәне. Шуны тойоп, тегеһе оҙаҡламай беҙҙән айырылып ҡалды.

Шул мәл ҡапыл бер өй алдынан илай-илай бер еврей әбейе килеп сыҡты ла урам ашаһына — беҙгә ҡарай йүгерҙе; алды- быҙға килеп туҡтап, нимәлер әйтергә теләне, тик әйтмәне, кире боролоп, өйөнә ҡарай тәнтерәкләне. Беҙ уның артынан йүнәлдек. Өйҙән илаш-сырылдаш, иңрәүҙәр ишетелеп тора. Мин беренсе булып барып индем. Күрәм: дүрт һалдат ҙур һандыҡтың аҫтын-өҫкә килтереп тентеп яталар.

  • Нимә эҙләйһегеҙ һеҙ бында? — тип һораным. Тегеләр, һүҙемде ҡолаҡтарына ла элмәй, һандыҡты аҡтарыуҙарында булдылар. Шул арала юлдаштарым да килеп инде.

  • Туғандар, ни эшләүегеҙ был?!

  • Бына әшәке йәһүдтәр араҡыларын йәшергәндәр ҙә бирергә теләмәйҙәр, — тип асыулы һүгенде бер һалдат.

218




  • Минең бер ҡасан да араҡы менән һатыу иткәнем юҡ. Нахаҡтан яла яҡҡандар, — тип һыҡтаны әбей, беҙгә ҡарап.

Күкрәгенә сабыйын ҡыҫып тотҡан йәш ҡатын, быуынһыҙланып, беҙҙең алдыбыҙға тубыҡланды ла күҙ йәше аша былай тип ялбарҙы:

  • Билләһи тип әйтәм, беҙҙә бер тамсы ла араҡы булғаны юҡ! Үҙем ауырыу. Ирем әщһеҙ, өҫтәүенә ғәрип. Бына әсәйем ни тапһа, шуның менән туҡланып торабыҙ. Араҡыға түгел, икмәккә лә аҡсабыҙ юҡ.

Был тамаша беҙгә ҡот осҡос ауыр тәьҫир итте. Ҡаны сиктән сығып ҡыҙған Байғужа үҙенә яҡыныраҡ торған һалдатты тәгәрәтә һалып йыҡты. Һалдаттарҙың икенсе береһе, үҙ сиратында ҡулына әләккән бер таяҡты һәрмәп алып, миңә киҙәнде. Шунда Новиков уның таяғын тотоп өлгөрҙө, минең баш иҫән ҡалды. Шау-шыу ҡупты. Талаусылар дүртәү, ә беҙ биш кеше. Өҫтәүенә, икеһе биш-алтыға ҡаршы тора алырлыҡ Байғужа менән Буранбай беҙҙең арала. Буранбай теге талаусының ҡулынан миңә киҙәнгән таяғын ҡайырып алды ла, тегеләрҙе уңлы- һуллы ҡайыҙлап, бер стенаға ҡыҫырыҡларға тотондо. Тауыш тағы ла көсәйҙе. Хужа ҡатындар ҡурҡыуҙарынан икенсе бүлмәгә сығып бикләнделәр. Ахыр сиктә, талаусылар инәлергә тотондолар:

  • Беҙ ғәйепле. Зинһар, туҡмамағыҙ!

Әммә Буранбай менән Байғужа шул тиклем ярһып киткәндәр — тегеләрҙең ялыныу-ялбарыуҙарына ыжламайҙар ҙа. Ҡыҫырыҡлап алғандар ҙа әйҙә ҡайыҙлайҙар! Берәүһенең танауынан ҡан субырлап аға, ул инде ҡаршылыҡ та күрһәтмәй, бары тик һуғыуҙан битен генә йәшерә. Беҙ иптәштәребеҙҙе саҡ һыуындырҙыҡ. Көрмәкләшеү-дөмбәҫләшеү шуның менән бөттө; тик Буранбай, һаман ярһыуын тыя алмай, тегеләрҙең өҫтәренә атланып менеп бара.

  • Хәҙер үк әҙегеҙҙе юғалтығыҙ! Юғиһә яҡшылыҡ өмөт итмәгеҙ. Бынан кире мирный халыҡты талау ниәтен башығыҙҙан сығарығыҙ. Марш бынан! — тип команда бирҙе Новиков һәм тегеләр өтәләнеп сығып та тайҙылар.

Улар китеү менән, күрше бүлмәнең ишеге асылды, унан ҡарсыҡ килеп сыҡты ла аяҡтарыбыҙға йығылды. Уның артынса башҡалары ла шулай итте.

Ҡарсыҡ күҙ йәше менән беҙгә рәхмәт уҡырға тотондо:

  • Ой, рәхмәт һеҙгә, балаҡайҙарым! Беҙҙе бәләнән ҡотҡарҙығыҙ. Күктән төшкән фәрештәләр кеүек килеп индегеҙ бит. Һалдаттар араһында ла миһырбанлы әҙәмдәр була икән дә баһа. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Беҙ уны тубыҡланып торган еренән аяғына баҫтырҙыҡ та бында оҙаҡ йыбанып тормай сығып киттек. Ҡарсыҡ, һаман бөткөһөҙ рәхмәттәрен уҡыуында булып, беҙгә эйәрә биреп ҡалды.

219




Урамда тыныслыҡ урынлашҡайны инде. Беҙ үҙебеҙҙең ятағыбыҙға йүнәлдек. Шулай ҙа һаҡлыҡ сараһы кәрәк ине. Новиковтың кәңәше буйынса, һилерәк тыҡрыҡтар һайлап, урай- урай ҡайттыҡ.

Бына бөгөн сәй ҡайнатып эсергә тип китеп барған юлыбыҙҙа тап булған әбей ана шул көндө беҙ таланыуҙан аяп ҡалған ҡарсыҡ ине инде.

  • Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ. Беҙ һеҙҙе маҡтап һөйләп бөтөрә алмайбыҙ. Ьеҙ — бик һәйбәт кешеләр, — тине ул беҙгә ниндәйҙер күңел иреткес әсәләрсә бер йылылыҡ менән. Ҡарсыҡтың һүҙҙәренән Индрилдың хатта күңеле йомшарып уҡ китте. Ауыртҡан арҡаһын йыйырғылай-йыйырғылай ул фәлсәфәгә тотондо:

  • Ьугыш... Ьуғыш... Әҙәм балалары унан ни саҡлым михнәт күрәләр?! Бына бынау әбекәй бахырға һуғыш бысағыма кәрәкме ни инде? Меҫкенкәй, етмәһә, ул беҙгә рәхмәт яуҙырған була...

Башҡаларыбыҙ күңелдән уның һүҙҙәрен хуплаһаҡ та, өндәшмәй генә, баш баҫып атлауыбыҙҙа булдыҡ.

Беҙ барасаҡ өйҙөң ихлас күңелле хозяйкаһы, килеүебеҙҙе тәҙрәнән күреп ҡалып, шат йылмайып ҡаршыланы. Индрил, офицер алдында торған шикелле, честь биреп сәләмләне уны. Беҙ өйгә индек.

Был өйҙә беҙ айырыуса бер төрлө йылылыҡ һәм күңел ҡәнәғәтлеге кисерәбеҙ. Барыбыҙ ҙа, гүйә, тыуып-үҫкән өйөбөҙгә ҡайтып төшкәндәй булабыҙ. Индрилдың йөҙө иһә айырыуса ялтлап яҡтырып китә. Ул һүҙсәнләнә төшә, үтә мауығып, стеналарға эленгән фоторәсемдәрҙе ҡарарға тотона, шкафтағы китаптарҙы аҡтара, аралаш кухняға сығып, хужа ҡатынға ниндәй булһа ла ярҙам күрһәтергә тырыша.

Был юлы ла Индрил, сырхаулап тороуына ла ҡарамаҫтан, хәстәрсән төҫ менән уның тирәһендә уралырға кереште. Ҡатындың мейес ауыҙындағы өсаяҡ аҫтына ут яғырға йыйынғанын белеп алғас та, ауырыу кеше икәнен дә онотоп, утын ярып индерҙе, үҙе үк ут тоҡандырҙы. Мейес ҡабырғаһының ярыла башлағанын күргәс, балсыҡ иҙеп, үҙе һылап бирҙе. Шул тиклем иғтибарлылыҡ, хәстәрлек күргәс, ҡатындың күңеле нескәреп китте, ахыры, ул үҙенең бәхетле көндәрен хәтерләргә тотондо:

  • Минең мәрхүм ирем дә шундай хәстәрлекле кеше ине. Ьеҙҙең кеүек, йорт эшен бик ярата ине. Фабриканан былай ҙа йонсоп ҡайта бит инде; шулай ҙа өйҙә лә, мотлаҡ, эшһеҙ тормаҫҡа тырыша. Ә ял көндәрендә өйҙә баш ҡалҡытмай эшләй торғайны. Үҙе лә бик күңелле кеше ине, теләһә нәмә менән беҙҙең дә күңелде күтәрергә тырышып ятҡан көнө ине. Ни эшләмәк кәрәк, һәйбәт кешеләр оҙаҡ йәшәмәй, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Алты ғына йыл бергә тороп ҡалдыҡ. Ике балабыҙ булды. Уларының да шатлыгын күрә алманым. Икеһе лә

220




ҡыҙылсанан үлде. Улары тере булһалар ҙа, исмаһам, бер йыуанысым булыр ине.

Өсаяҡ аҫтындағы утҡа ҡарап ултырған Индрил тәрән итеп көрһөнөп ҡуя:

  • Эй-йе-е, был һуғыш бик күп яҡшы кешеләрҙе һәләк итте. Бик күп ғаиләләр үкһеҙ ҡалды. Бына беҙҙең кеүектәргә әжәл һаман килеп етә алмай, йөрөйбөҙ шунда донъя ҡыҙырып, ыҙа сигеп...

Индрилдың һуңғы һүҙҙәренән ҡатын кеше, ҡорт саҡҡан шикелле, тертләп китте.

  • Ҡуй-ҡуй, ҡолаҡҡа яҡмаҫтайҙы һөйләмәгеҙсе, зинһар! Ьеҙ йәшәргә тейешһегеҙ. Бына бит мин ниндәй аңра. Үҙемде- кен һөйләп алдым да киттем. Яңылыш һүҙ әйтһәм, ғәфү итегеҙ. Ьеҙ ҙә, минең ирем кеүек, яҡшы кеше. Ахырыһы, мин инде кешеләр менән кешесә һөйләшергә, яҡшы мөғәмәлә итергә лә онотоп бөткәнмен, — тине лә ул, урындыҡҡа быуынһыҙланып сүгәләп, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.

Индрил урынынан һикереп торҙо, Буранбай менән мин йәһәт кенә уның янына барып еттек.

  • Юҡ, юҡ, һеҙ бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтмәнегеҙ! Бына мин әйтер һүҙемде һеҙгә аңғартып еткерә алманым да шуның менән һеҙҙе рәнйеттем шикелле. Фронттан фронтҡа һөйрәлеп йөрөй торғас, бына беҙ үҙебеҙ түмәр кеүек тупаҫланып бөткәнбеҙ икән. Ғәйеп итмәгеҙ инде беҙҙе! — Индрил уның эргәһенә сүгеп ултырҙы ла иркә генә итеп арҡаһынан һөйөп йыуата башланы. Хужа ҡатын уның һайын ярһып китте, яурын баштары биҙгәк тотҡандағы шикелле ҡалтырана.

Буранбай нил ектәндер ағарынып киткән, ул әле миңә, әле Индрилға ялбарғандай итеп ҡарай.

  • Ни булды һуң әле! Әллә һин, Индрил, берәй тейешһеҙ һүҙ ысҡындырҙыңмы?

Беҙ өндәшмәнек. Өйҙә бары хужа ҡатындың тыйыла алмай үкһеп-үкһеп илауы ғына ишетелеп тора. Уға ҡарап тороу бик ауыр, шуға күрә мин, тәҙрәгә барып ҡапланып, тәмәке төрөргә тотондом.

Урамды көрт баҫҡан. Ҡаршылағы лавка янында ике ҡатын тора. Улар лавкасы еврей менән һөйләшәләр, аралаш, беҙҙең хужа ҡатын шикелле, яурындарын һелкетеп-һелкетеп ҡуялар. Бәлкем, улар күптән түгел булып үткән погром хәлдәрен ҡоттары осоп һөйләйҙәрҙер, бәлкем, уларҙың да ирҙәре һуғышта һәләк булғандыр ҙа еврей ҡартына ҡайғыларын һөйләй торғандарҙыр. Бары бер генә нәмә асыҡ: юҡ-бар ләстит һатмай улар, йөрәк әрнеткес хәсрәтле нәмә һөйләйҙәр.

Бөгөн бер генә ел әҫәре лә юҡ. Ағастар ялбыр аҡ бәҫ менән ҡапланған. Улар бер хәрәкәтһеҙ ҡатып ултыра, шунлыҡтан тәрән ҡайғылы уйға сумғандарҙыр төҫлө. Улар ҙа йәм-йәшел

221




япраҡтарға, аҡ сәскәләргә күмелеп, йәйҙең йылы еленә тибрә- неп, ҡыштырлап ултырған саҡтарын һағыналарҙыр һымаҡ.

Бына урам буйлап бала күтәргән бер ҡатын үтеп бара. Башы түбән эйелгән, уйсан ҡарашы аяҡ аҫтына төбәлгән. Ул ҡулдан бәйләнгән ҡыҙыл ойоҡ һәм алаптай ҙур ботинка кейгән; аягын ерҙән айырып алмай тиерлек, һөйрәлеп атлап бара. Күрәһең, ул тәрән, ауыр уйға батҡан да атлап барыуын бөтөнләй онотҡан. Балаһы, ҡулдарын болғай-болғай, тирә- яғындағы төрлө нәмәләргә төртөп күрһәтә-күрһәтә, көлә-көлә нимәләрҙер һөйләй; тик әсәһендә уның кескәй шатлыҡтарын уртаҡлашыу ҡайғыһы юҡтыр, ахыры.

Артымдан Индрилдың:

  • Сәй ҡайнаны! — тигән тауышын ишеттем. Ул, урынынан ҡубып, мейес ауыҙына барҙы. Уның артынан хужабикә лә эйәрҙе, сәйгүн аҫтынан ҡыҫҡыс менән күмерҙәрҙе тарта башланы. Был арала Буранбай сумкала ҡутарынды.

Индрилдың шат тауышы һәм сәйгүндең күңелле бығырлап ҡайнауы ҡатын кешенең күҙ йәштәре менән өйгә тулған хәсрәт һөрөмөн шунда уҡ ҡыуып таратты. Ҡатын сәй бешерергә кереште. Ул инде әүәлге алсаҡ, мөләйем төҫөн алғайны, тик илауҙан ҡыҙарынған күҙ ҡабаҡтары һәм бөтөнләй кибеп етмәгән керпектәре генә уның яңы ғына хәсрәтле ауыр минуттар кисергәнен белдереп тора ине.

Күңелле итеп сәй эселде. Хужабикәнең ил ауынан барлыҡҡа килгән уңайһыҙлыҡ онотолдо. Һис юғында, уны берәү ҙә ҡабат иҫкә төшөрмәне. Индрил бик мәрәкәләп беҙҙең фронт буйлап йөрөгән саҡтағы мажараларҙы бәйән1 итергә тотондо. Ҡатын уны мауығып тыңлай һәм аралаш, күҙенән йәштәре атылып сыҡҡансы, рәхәтләнеп көлә. Был күңел күтәренкелегенә бәйле матур күҙ йәштәре ине. Уның көлөүе Индрилдың күңелен оторо күтәреп, осондороп уҡ ебәрә. Ул инде, сама тойғоһон да онотоп, булған хәлдәргә булмағандарҙы йомарт бутап һиптерә башлай. Барыбыҙҙың да йөҙҙәребеҙ, оҙаҡ йонсоу көндәрҙән һуң беренсе мәртәбә болотто йыртып ҡояш нурҙары ергә ҡарағандағы шикелле, ҡыуаныслы яҡтылыҡҡа сумған.

Буранбай әллә инде Индрилдың һөйләүенән бер ҡыҙыҡ та тапманы, әллә йонсоғайны, өҫтәл янынан диванға күсеп, һөйәлеп ултырҙы. Күп тә үтмәй, уның танауы бер көйгә һалып алып һыҙғыра ла башланы. Индрил уны әҙерәк мәрәкәләп алмаҡсы булғайны ла, хужа ҡатын уны шунда уҡ тыйҙы:

  • Ҡағылмағыҙ, йоҡлаһын, әйҙә, арығандыр, меҫкенкәйем. Хәҙер һеҙгә лә урын йәйеп бирәм, серем итеп алығыҙ. Фронтҡа барып ҡапҡас, йүнле-башлы йоҡларға ла ирек булмаҫ әле үҙегеҙгә, — тине ул һәм юрған-яҫтыҡтарын ҡутарып ала ла

1 Бәйән. — ниҙер хаҡында хәбәр итеп һөйләгән һүҙ.

222




башланы. Индрил ҡарышып маташҡайны ла, ҡатын уны тыңларға ла теләмәне. Беҙгә буйһонорға тура килде. Ул Буранбайҙың һалынып төшкән башы аҫтына ла йомшаҡ мендәр ҡыҫтырып ҡуйҙы; тегеһе, күҙен асмай ғына, аяғын диванға һуҙып ебәрҙе. Йомшаҡ урынға ятҡас, арҡаларҙың ауыртыуы ла тиҙ үк, ҡул менән алып ташлағандай, баҫылды ла ҡуйҙы; беҙ, артыҡ талымламай, тәрән йоҡоға сумдыҡ.

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Көн һайын була килгән строевой занятиелар туҡталды, беҙгә яңы кейем-һалым бирҙеләр. Иртән барлауға ғына сығаралар, шунан ҡабат казармаларға тулабыҙ. Ә унда иртәнән алып ҡара кискә тиклем туҡтамай торған шау-шыу өйҙө күтәреп алып бара: гармунда уйнайҙар, төрлө йырҙар йырлайҙар, һикереп төшөп, тыпыр-тыпыр бейешеп тә алалар. Ҡайһы бер му- тыраҡ һалдаттар әллә ҡайҙан араҡы ла табып, ҡыҙмаса йөрөү әмәлен дә табалар. Көтмәгәндә тоҡтомалдан әтәсләнешеп, һүҙгә лә килешеп алалар, хатта биргеләшеп тә китәләр. Һуғышалар, тиҙ үк ярашалар, тағы һин дә мин булып, эсергә, йырларға, бейешергә, көлөшөргә тотоналар.

Был ығы-зығы беҙҙе үҙ эсенә йәлеп итә алмай, беҙ башҡаларҙан айырымыраҡ торабыҙ. Кременчугтан киткәнебеҙҙән бирле артыҡ телгә алырлыҡ яңылыҡ булманы. Буш ваҡыттарыбыҙҙа әлеге Альфреда исемле ҡатындың өйөнә барып, әҙерәк күңел асып, ял итеп ҡайтабыҙ. Унан ҡайтыу менән, йәнә лә йөҙәткес һалдат йөгөн тартырға егеләһең. Бындай эс бошорғос тормоштан Новиковыбыҙ бөтөнләй риза түгел; Кременчугта үткәргән көндәребеҙҙе йыш ҡына һағынып иҫкә ала:

  • Бына Кременчугта күңелле ине, исмаһам. Эшләйем тиһәң, эш тә бар ине. Эшселәр менән элемтә тотоу ни тиклем яҡшы ине, үҙебеҙҙең халыҡ шул улар. Берәй яҡҡа башты алып сығып китәһе ине. Бында бит, зыяраттағы һымаҡ, тере әҙәм дә юҡ төҫлө. Күпме буҫтау фабрикалары бар, береһе лә эшләмәй. Уларҙағы эшселәр ҡайҙа булып бөттө икән? — тигән һорауҙы ҡуя ул һәм, көттөрмәй, үҙе үк шуға яуабын да бирә: — Беҙҙе ҡыуалап илтеп тыҡҡан шикелле, уларҙы ла фронтҡа — ут эсенә илтеп тығып бөткәндәрҙер инде.

Новиковтың һүҙҙәренә беребеҙ ҙә ҡыҫылмай. Эүәлерәк уның менән бер аҙ бәхәсләшеп алырға ярата торған Индрил да һуңғы мәлдә үҙ эсенән генә уйланыусан булып китте, тегенең менән эләгешеп китергә бер теләк тә белдермәй. Был арала ул йәшлек хәтирәләренә йышыраҡ бирелә, шуны беҙгә тәмләп-тәмләп һөйләй.

Индрил йәш сағын Норвегияла һәм Финляндияла үткәргән, унда балыҡсылар менән эшләгән. Ул йыш ҡына үҙенең тыуған ҡалаһы Ревелде иҫенә төшөрә:

223


  • Берәй тапҡыр һеҙҙең Ревель килькаларын ашағанығыҙ бармы? Ах, белһәгеҙ икән. Беҙҙең Ревель тап шул килькаһы менән дан тота ла инде. — Кәм ул Фин ҡултығының ҡурғаш кеүек һоро ауыр һыуҙары менән йыуыла торған ярҙағы бик матур был ҡала хаҡында, хыялға бирелеп, һөйләргә тотона. Балтиканан иҫкән елдәр Ревель өҫтөнә томандар, ямғыр болоттары ҡыуалап килтерә икән. Улар, ҡалын булып, өҫтө-өҫтөнә өйөлөшөп, ҡаланың һанһыҙ үткер манараларына әленешеп торалар, ти.

Индрил шулай мауығып һөйләп алып китһә, уның тауышы үҙенә бер төрлө моң булып ағыла башлай; әйтерһең, ул һөйләмәй, ә ниндәйҙер әкиәттәге илаһи бер гүзәл ҡаланың фажиғәһе хаҡында хәсрәтле-моңло йыр һуҙа. Ревелдең тарихын тыңлау күңелдәргә ауыр шом һала. Индрил дуҫыбыҙ хикәйәтен Выш- городта Преображенский соборын төҙөүгә бәйләнешле ғибрәтле ваҡиғаларға алып барып еткерә башлаһа, уны тыңлауы ла ауырлаша. Эстондарҙың береһе лә был соборҙы яҡшы һүҙ менән телгә алмай.

  • Рус батшаһы беҙҙең илде баҫып алғас, беренсе эше итеп, Бригита тигән изге храмыбыҙҙы ҡыйраттырҙы, шунан беҙҙең яратҡан Вышгородыбыҙҙа йәмһеҙ Преображенский собор төҙөттө, — тип асына эстондар.

Индрил Петроградта эшләгән сағы хаҡында һөйләргә тотона икән, ул үҙе шунда ғашиҡ булған Дуся исемле ҡыҙҙы иҫенә төшөрә.

  • Их, шәп ҡыҙ ине лә бит ни, ғүмере генә ҡыҫҡа булды шу-ул, — тип тәрән уфтана ул. Был ҡыҙ тураһындағы иҫтәлектәрен дуҫыбыҙ нисә мәртәбә генә һөйләмәһен — беҙ тын да алмай тыңлайбыҙ. Беҙҙең иғтибар Индрилды айырата ҡанатландырып ебәрә, ул тағы ла илһамланыбыраҡ, күңелдәрҙе бөтөнләй нескәртерлек итеп, лирик аһәңдәр менән моңло итеп һөйләүгә күсә. Тәүҙә, әлбиттә, ул ҡорораҡ тотоп башлай:

  • Эшем бик ауыр, жалованьены бик аҙ алам, өҫтәүенә, ты- рышып-тырышып электромеханиктар курсына инергә әҙерләнәм.

Был өлөш әле тарҡау ғына тыңлана. Хатта был әңгәмә бер ситтә ғәмһеҙ тәмәке тартып ятыусы Байғужаның асыуын ҡабарта:

  • Ташла әле шул бер бөтмәгән курстарыңды! — тип ҡырт бүлә ул Индрилды һәм, беҙҙең яҡҡа һыртын биреп, әйләнеп үк ята. Был иҫкәртеүҙән һуң Индрил, әңгәмәһенең баш өлөшөн бер аҙ ҡыҫҡарта төшөп, йәһәтерәк Дусяһы хаҡында һөйләүгә күсә һала:

  • Яҙ башы ине. Бөгөнмө-иртәгәме Невала боҙ ҡуҙғалырға тора. Шул саҡта бер мәл миңә күпер буйлап йылға аша сығырға тура килде. Иртәнсәк ине был. Шул тиклем матур иртә, ундайҙар Петроградта һирәк була: күк салт аяҙ, зәп-зәңгәр,

224




яҙғы ҡояш шул ҡәҙәремсә сағыу яҡтырта, уның нурҙарының иркә йылылығы, хатта иртүк булһа ла, беленеп тора ине. Мин, матур иртәгә һоҡланып, сихырланған шикелле, хыял донъяһында йөҙөп барам. Атламайым да — йөҙөп барам. Шул саҡ ни ишетәм, күпер аҫтынан килгән: «Ҡотҡарығы-ыҙ! Ҡотҡарығы- ыҙ!» — тигән йән өҙгөс тауыш мине һиҫкәндереп, аңыма килтерҙе. Был тауыш йөрәгемде телеп алғандай булды. Мин шунда уҡ, күпер рәшәткәһенә күкрәгем менән ятып, түбән ҡараным. Унда, боҙ уйылып төшкән бер күләүектә, ҡанаты һынған күгәрсен кеүек, зәңгәр кейем кейгән бер ҡатын-ҡыҙ заты ба- та-ҡалҡа тыпырсына ине. Уйылып төшкән боҙ ситенә тырнаҡтарын батырып, ул мәкенән сығырға тырыша, ләкин һәр берендә ҡулы тайып китеп, башы менән һыу төбөнә сумып сыға. Мине шул фажиғә булып ятҡан ергә магнит һурып алдымы ни — аптырашып ҡарап торған үткенселәргә бәрелә- һуғыла күперҙе үттем дә ярҙан боҙ өҫтөнө тәгәрәнем.

Мин уға яҡынлашҡанда, батып барыусы хәлдән тая башланы, ахыры, — уның тауышы бик насарланды.) Мин, һыу инергә тип түҙемһеҙләнеп килгән кеше төҫлө, юл ыңғайында пальтомды һәм башҡа кейемдәремде һалып ырғыта-ырғыта, батыусыға табан атлыҡтым. Бер ун сажиндар самаһы эскә инеүгә, брҙ сатырлап ярылды; мин бер аяғым менән һыуға батып та сыҡтым. Сослоғом етте. Шунда, ҡаушап ҡалып, әҙерәк яйлап торһам, үҙем дә һыу төбөнә китәһем икән. Батыусы үлемесле ғазап сигеп быстырлаған мәкегә яҡынайған һайын, боҙ өҫтөнә сығып ятҡан күләүектәр йышайҙы. Барып етергә ике сажин самаһы ҡалды тигәндә, артабан ат лар лыҡ мөмкин лех^ тә бөттө. Боҙ, көҙгө кеүек, шып-шыма тайғаҡ ине. Ул батыусы интеккән мәкегә табан иңкеү. Шуға күрә мине лә үҙ ҡарынына тыны менән һурып алып барғандай. Боҙ өҫтөндә бер генә таяныс та юҡ. Ә теге меҫкендең ҡысҡырыуҙан бөтөнләй тамағы ҡарлығып бөткән инде. Ул боҙ сите умырылыуҙан торған һайын киңәйә барған мәкелә бер бата ла бер ҡалҡа. Мин инде, артабан атлап барыу мөмкинлеге ҡалмағас, уға табан күкрәгем менән шыуышып яҡынлаша башланым. Батып барыусының зәңгәр күҙле, һары сәсле йәш кенә ҡыҙ булыуын да шәйләп алдым. Ул, минең үҙенә яҡынлашыуымды күреп, һуңғы көсөн йыйып ялбарырға тотондо: «Ҡотҡарсы! Ҡотҡара күр, зинһар!..» Уның ялбарыулы ҡарашы бөтөн ҡурҡынысты онот- торҙо. Ә мин үҙем дә бит муртайған яҙғы боҙҙа ҡыл өҫтөндәге шикелле генә торам. Яр башында йыйылған кешеләр миңә нимәләрҙер ҡысҡыралар, ләкин улар минең аңыма килеп етмәй. Мин бары ҡыҙҙың: «Ҡотҡар! Ҡотҡар!» — тигән һүҙҙәрен генә ишетәм. Мин уға һыңар ҡулымды һуҙам. Ул ҡулыма ике ҡуллап сатырлатып аҫылына, ләкин, мин уны үҙемә тартыу урынына, ул мине түбәнгә үҙе янына упҡынға һөйрәй. Бигерәк шыма һәм ауыш шул боҙ өҫтө. Таяныр йәки эләгер бер йөйө


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет