Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет19/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

Минең йәнәштә Вафин фамилиялы бер татар һалдаты ята. Атыш тынғас, ул да урынынан ҡалҡынды, өҫ-башын ҡаҡты

269




һәм, янсығын сығарып, тәмәке төрөргә кереште. Тәмәке тартыуына ҡарамаҫтан, Вафин — үҙе былай бик динле кеше; ҡурҡыныс килгән ваҡыттарҙа, иренен ҡыбырлатып, бер өҙлөкһөҙ доғаларын уҡый. һуғышҡа тиклем ул тире-яры менән һатыу итеүсе бер Мәскәү сауҙагәрендә приказчик булып әшләгән.

Вафин тәмәкеһен, айырыуса ләззәтләнеп, бер-ике мәртәбә лә һурырға өлгөрмәне, беҙҙең окоп ҡаршыһында ғына гөрһөлдәп снаряд ярылды. Вафиным тәмәкеһен атып бәрҙе лә:

  • Лә-хәүле!.. — тип ҡысҡырып ебәреп, ергә ауып китте. Ул ташлаған тәмәке һаман баҙлап ята ине әле. Уны күршеһендәге Попов күреп ҡалды һәм, шатлыҡтан ауыҙын йырып, үрелеп ала һалды ла ҡомһоҙланып һурырға кереште. Ҡурҡыуынан әҙерәк айный төшкән Вафин, урынынан тороп, өҫ-башын ҡаҡҡыланы, Поповтың ауыҙына тилмереп ҡараған килеш:

  • «Ҡырҡ»ты ҡалдыр инде! — тип ялбарҙы. Кисет төбөн ҡырып ураған булған икән шул меҫкенкәйем.

  • Үҙемә лә «ҡырҡ» ҡына тейҙе бит. Ярай инде «егерме» һен ҡалдырырмын, — тине Попов, уның хәленә инеп.

Вафин өлөшөнә тейгән «егерме»не алып ҡына өлгөрҙө, — окобыбыҙ өҫтөнә йәнә снарядтар яуа башланы.

Ҡыҙыл баҡыр ҡояш яҡындағы һары урман артына ауышҡас, беҙҙең өҫтә инде снаряд һәм шрапнелдәрҙән тын алғыһыҙ ут дауылы ҡоторорға кереште лә китте. Ер һиңкетеүсе шартлауҙарҙан ҡолаҡтары тоноп, баштары шаңҡып ҡалған кешеләр, һәммә ихтыяр көстәрен, өмөттәрен юғалтып, дауыл ҡоторған океанда йөҙгән юнысҡылар хөкөмөндә инеләр. Бындай ваҡыттарҙа кешеләрҙә көллө кешелек тойғолары юҡҡа сыға, тупаҫлана. Уларға әле генә һин дә мин һөйләшеп йөрөгән, хәҙер инде боттары — ботса, ҡулдары — ҡулса айырылып ятҡан, хатта баштары сәрпәкләнеп мейеләре һытылып аҡҡан йән күршеләренең мәйеттәре лә бер төрлө лә тәьҫир яһай алмай. Һәр ҡайһыһы үҙ ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуҙы ғына ҡайғырта, уларҙың бөтә ғәмен шул хәсрәт кенә биләй, шуның өсөн генә хәстәрлек күрә улар...

Ҡапылдан ғына немецтар артиллерия утын беҙҙең тылға күсерҙеләр һәм шуның артынса уҡ окоптарға мылтыҡ һәм пулеметтарҙан ҡанығып ут яуҙырырға тотондолар. Бының мәғәнәһе һәр кем өсөн асыҡ инде — хәҙер улар атакаға күтәреләсәк! Иҫән ҡалған һалдаттар винтовкаларын сытырлатып ҡыҫып тотоп, дошманды көтә башланылар. Дошманыңдың атакаға күтәрелеү ҡурҡынысы тыуғанда, кешелә бер генә уй була: «Мин ҡаршыма килгәндәрҙе юҡ итергә тейешмен, юғиһә улар үҙемде юҡ итәсәк», һәм һинең көллө хәрәкәттәрең ошо уйыңа буйһона.

Шунда пулеметтар тынып ҡалды, һәм бер нисә минуттан немецтар, ҡаты ҡысҡырышып, беҙҙең окоптарға ябырылды. Бер кем дә беҙгә бер төрлө лә команда бирмәне, ҡаршы то-

270




рорғамы, сигенергәме икәнен дә белмәйбеҙ. Атака алдынан булған атышта беҙҙең барлыҡ командирҙарыбыҙ ҙа сафтан сығып бөткәйне. Бындай мәлдәрҙә һалдаттар үҙҙәрен иреклерәк һиҙәләр, һәм һәр ҡайһыһы үҙ белдеге менән эш итә. Бөгөн дә шулай булды — немецтар яҡынайғанын күргәс тә, урындарын ташлап, бер-бер артлы артҡа йүгерә башланылар. Беҙҙең көстәрҙең бөтөнләй тарҡалғаны, немецтарға ҡаршы тора алмая- сағыбыҙ көн кеүек асыҡ ине. Өҫкә ябырылып килгән ҡурҡыныс мине лә артҡа һөйрәне. Мин, телефон аппаратын ташлап, ҡасыусылар артынан йүгерҙем. Бөтә ер снарядтарҙан йырмасланып бөткән. Ҡараңғыла, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, аталанып йүгереп барғанда, снаряд ярылыуҙан яһалған соҡорҙарҙы тиҙ генә шәйләп алып буламы ни — әленән-әле һөрлөгөп, тәгәрәйем дә китәм, тәкмәсләп барам да төшәм. Ғәжәп хәл, бындай ваҡыттарҙа ауыртыу ҙа һиҙмәйһёң, аңыңдың асыҡлығын да юғалтмайһың. Бер ямға гөрһөлдәп барып төшөүең була, пружина менән сөйөп ебәреләһеңме ни — шунда уҡ һикереп сығып йүгерәһең, икенсеһенә барып баш түбән осҡансы, шулай елдерәһең генә...

Иҫләмәйем, күпме йүгергәнмендер, ҡапыл кемдер аяғыма күҫәк менән килтереп һуҡҡан кеүек булды. Мин, һуғыусынан һаҡланған төҫлө, үҙ ихтыярымдан тыш, артыма әйләнеп, винтовкам менән һелтәндем. Ҡулымда ниндәйҙер хәлһеҙлек барлыҡҡа килгән икән, ул ысҡынып китте. Уны һәрмәп алып тороу ҡайғыһы ҡайҙа инде ул, аяғымдың сәнсеп ауыр- тыуын да онотоп, туйтаңлай-туйтаңлай ары саптым... Үҙебеҙҙең элекке окопҡа барып төшкәс кенә туҡтаным, биҙгәк тотҡандағы шикелле ҡалтыранам, тештәр тешкә теймәй, тамағым сатнап кипкән, күҙ алдымда йәшелле-ҡыҙыллы ут дүңгәләктәре бейешә.

Бер аҙ тын тартып, аңымды йыя башлағас, тәнемдең өшөп ҡалтырағанын һәм аяғымдың үлтереп һыҙлағанын тойҙом. «Ьыу! Ьыу!» Тик уны ҡайҙан алаһың?

Ҡапыл шомло шау-шыу ҡупты.

  • Газ! Газ! Маскаларығыҙҙы кейегеҙ!

Шул саҡ танауға ниндәйҙер бер емеш еҫенә оҡшаған апа- руҡ тәмле генә еҫ бәрелде, тик уны һулауҙан тын ҡурыла, күкрәк ҡыҫа башланы. Мин противогазымды кейҙем, тик ул тын алыуҙы бигерәк ситенләштерҙе; аҙ гына сыҙаным да уны битемдән йолҡоп алдым. Был ваҡытта инде әлеге «емеш еҫе» юҡҡа сыҡҡайны, һауа әүәлгесә таҙа ине инде.

  • Әлдә ел тиҫкәре бәрелде. Газды немецтарҙың үҙҙәре өҫ- төнә ҡыуып алып китте! — тип шатланып ҡысҡырҙы берәү.

Был мәлдә атыш тамам тынғайны. Ниңәлер немецтар өҙлөкһөҙ рәүештә һауаға ракеталар сөйөргә керештеләр, улар тирә- яҡты әллә ҡайҙарға саҡлым яҡтырта. Дошман торған ерҙә ығы-зығы ҡупҡаны әллә ҡайҙан тойолоп тора, унда ҡыйҡыу-

271




һөрән күтәрелде. Немецтар ебәргән газ, кирегә әйләнеп, тегеләрҙең үҙҙәрен тонсоҡтора башланы.

Тын алыу сикһеҙ ауыр, тамағыңа таяҡ тыҡҡандармы ни, өҙлөкһөҙ осҡолоҡ тоттора, хәлде ала. Өҫтәүенә, уң аяҡ һынды ҡатырып ауырта. Итегемдең эсе тулы һыу. Ҡайҙа батып, һоҫоп алдым икән уны, хәтерләмәйем. Ҡулымды ҡуңысыма тығып ҡараһам — ул ҡап-ҡара ҡанға мансылып сыҡты. Шунда ғына аяғым яраланғаны аңыма етте.

  • Яраланғанмын, ахыры, — тинем мин эргәмдә һаман да әле противогазын һалырға ҡурҡып ятҡан һалдатҡа. Ул рота командирының денщигы булып сыҡты. Ул әйткәнемде ҡул ымымдан аңлап алды ла, противогазын һалып, аяғымды ҡапшарға кереште.

  • Эйе, аяғыңа бәргән. Сис тиҙерәк итегеңде, бәйләй һалайыҡ.

Йәһәт-йәһәт кенә бәйләштергәс, ул миңә һис кисекмәй артҡа китергә ҡушты. Шул ыңғай, ҡыҙыулыҡ менән һикереп тормаҡсы булғайным, башым зырлап әйләнеп китте, йүтәл тотто; тын алырға ирек бирмәй, быуылдырып уҡшыта башланы.

  • Булмай! — тип көс-хәлгә әйтә алдым да ыңғырашып ергә сүгәләнем. Бер генә быуыным да ҡалманы.. Э тамаҡ сатнай...

Шул ике арала яҡында санитарҙар күренде. Улар мине күрмәй үтеп тә китергә булғайнылар, денщик ҡырҡыу ғына итеп әйтте:

  • Алығыҙ. Аяғына баҫа алмай. Өҫтәүенә, газ менән ағыуланған!

Уның был һүҙҙәре һәм санитарҙарҙың шунда уҡ уны тыңла- уы минең күңелемде тултырып ебәрҙе. Уларҙы, барыһын да ҡосаҡлап, рәхмәт уҡый-уҡый үбәһеләрем килде, тик быға бөтөнләй хәлем ҡалмағайны.

Санитарҙар мине күтәреп носилкаға һалдылар. Рәхмәт тойғоларымды башҡаса белгертә алмағас, мин уның менән хәлһеҙ ҡулымды күтәреп болғап хушлаштым.

Тымыҡ көҙгө кис. Бер ерҙә лә атыу ишетелмәй. Санитарҙар мине урман ауыҙына еткерҙеләр ҙә повозкаға һалдылар.

Артабан нимә булғандыр, иҫләмәйем. Мин санитарный поездың ваннаһында ятҡан хәлдә аңыма килдем. Ваннала йыуғас, ярамды ҡабат бәйләнеләр ҙә ниндәйҙер дарыу эсерҙеләр, уның артынса ауыҙыма бер стакан һөт ҡойҙолар. Ләкин мин уларҙың бер тәмен дә тойманым. Көллө тәнем хәлһеҙлектән таралып төшөп бара, күҙ ҡабаҡтарын күтәреп асырлыҡ та көс ҡалмаған. Йәнә носилкаға һалдылар ҙа икенсе вагонға алып киттеләр. Шунда инде мин тағы ла һушымды юйҙым. Аралаш, төшөмдәге һымаҡ ҡына, ҡолағыма тәгәрмәс тыҡылдағаны һәм паровоз ҡысҡыртҡаны килеп бәрелгәндәй була, ләкин быларҙың береһен дә алдыма йыя алмайым.

272


УНЫНСЫ БҮЛЕК

Мине йомшаҡ ҡына итеп иркәләп уятҡандай иттеләр. Иң беренсе итеп тотош аҡтан кейенгән шәфҡәт туташтарын күрҙем. Тәүге минуттарҙа әллә ни әшләп улар миңә бығаса күрелмәгән илаһи йән эйәләре һымаҡ булып күренделәр, шуға бер аҙға уларҙың һәр хәрәкәтен ғәжәпһенеп күҙәтеп яттым. Сестра- лар, мине ипләп кенә урынымдан ҡалҡындырып, халат һәм аяғыма сәпелдәк-ҡата кейҙерҙеләр. Берәүһе дарыу менән һөт килтерҙе.

  • Эс, эс. Ике тәүлек бит инде аңыңа килә алмайһың. Тамағыңа тәғәм дә ҡапҡаның юҡ. Дүрт тапҡыр укол һалдыҡ. Яраң былай артыҡ ауыр түгел. Тик ҡаның күп аҡҡан да газ менән ныҡ ағыуланғанһың, — тине ул миңә.

Әллә ни эшләп был һүҙҙәргә минең бер генә лә иҫем китмәне, әйтерһең дә, улар миңә һис/ҡағылмай ине. Тирә-яғыма ҡарап алғас, мин үҙемдең һаман да\ вагонда икәнемде белеп алдым. Тәҙрәнән вокзалдың ҙур бинаһы күренеп тора, платформала кешеләр ҡайнаша.

  • Ниндәй станция был? — тип һораным һәм үҙемдең тауышымды үҙем таныманым.

  • Петроград, — тине эргәмдә торған сестра. Был хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡылым да ҡыбырламаны. Шул саҡта башым ҡапыл ғына ауырая һәм зыр-түңәрәк килеп әйләнә башланы, күҙ алдарын ҡуйы томан ҡапланы; мин, хәлһеҙләнеп, ҡабат мендәргә ауҙым. Ләкин миңә, ятып, ҡабаттан һушһыҙлыҡ томанына сумырға ихтыяр ҡуйманылар.

  • Юҡ. Юҡ. Беҙ һине хәҙер ошонда төшөрәбеҙ ҙә лазаретҡа оҙатабыҙ, — тинеләр.

Тиҙҙән мине, носилкаға һалып, вагондан сығарҙылар.

Көн йонсоу. Коро болот ҡала өҫтөн ҡалын булып ҡаплаған. Ваҡ ҡына һалҡын ямғыр бер өҙлөкһөҙ һибәләй. Шулай ҙа мин саф һауаны, туймаҫтай булып, ҡомһоҙланып һулайым; күкрәктәрем киңәйеп китте. Платформала күмәк кешеләр йыйылған, улар беҙҙе сәләмләйҙәр. Кемдәрҙер минең носилкама кәнфиттәр, папиростар ырғытты. Күкрәгемә килеп төшкән бер ҡап папиросты ҡулыма алып ҡараным, уның тышына «Зефир» тип яҙылғайны.

Беҙҙе ябыҡ машинаға тейәнеләр ҙә шаулы урамдар буйлап алып киттеләр, ләкин урамдың үҙен күреп булмай.

Хәрби лазаретта ун көн ятҡас, мин урынымдан әкренләп тора, ҡултыҡ таяҡтарына аҫылынып аҙыраҡ йөрөштөрә башланым. Бер мәл коридорҙа торған бик ҙур көҙгө ҡаршыһына барып еттем. Ҡараһам, ҡотом осто. «Был минме?» — тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙым. Эйе, мин үҙемде үҙем таныманым. Йөҙөм күм-күк булғайны. «Эгәр ғүмерлеккә ошолай ҡарасҡы ҡиәфәтендә ҡалһам!.. Ҡот осҡос! Ҡайтып, әҙәм күҙенә нисек күренермен?» -— тигән уй сарпып үтте мейемде.

10-Д. Юлтый

273




Мин, ҡурҡып, битемде устарым менән ҡапланым; шунан, был ҡотһоҙ көҙгө янынан нисек етте шулай тәнтерәкләп китә һалып, һылтыҡлай-һылтыҡлай урыныма барып ауҙым. Күҙемдән соборлап ағып киткән йәштәремде башҡалар күреп ҡалмаһын өсөн, башымды йәһәтерәк одеял менән бөркәй һалдым. Сестра шулай ҙа минең сәйер ҡыланышымды һиҙеп ҡалған икән, шунда уҡ яныма килеп етеп, кәйефем ҡырылыуының сәбәбен төпсөнөргә тотондо. Мин уға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтара алмайым; күҙ йәштәре, тамағыма төйөлөп, быуып алып бара. Бер төрлө лә яуап ала алмағас, ахыр сиктә, ғәжәпһенгән сестра эргәмдән китеп барҙы, ҡабат минең карауатым янына килмәҫ булды.

Икенсе көндө иртән палатаға врач инде. Мин, көллө тәнем уттай ҡыҙышып, хәл өҫтөндә ята инем. Температурам утыҙ туғыҙ градусҡа тиклем күтәрелгән.

  • Туғанҡай, ни булды һиңә? Берәйһе рәнйеттеме әллә? Былай һауығыуға бараһың шикелле. Яраң уңала. Газ да артыҡ зарар килтермәгән. Үпкәң таҙа ҡалған. Һиңә бары әҙерәк тынысланып ял итергә генә кәрәк, — тип, бала шикелле итеп, башымдан һыйпап, йыуатырға кереште.

Мин, күңелем нескәреүҙән бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса, битемә төртөп күрһәттем, йәнә мендәремә ҡапландым.

Минең ни өсөн өҙгөләнеүемде аңлап алған врач, уйланып, әҙерәк шым торҙо, шунан мине йәнә йыуатырға тотондо:

  • Битең өсөн ғауғаланаһыңмы ни? О-о, йәш егет ҡайғыһы бына нәмәлә икән! Ҡыҙҙар яратмаҫ, тип ҡурҡаһыңмы? Баһадир, һине лә ҡыҙҙар яратмағас!.. — Ул шаяртып арҡамдан һөйөүҙән туҡтаны ла етди итеп әйтте: — Эйе, ҡәһәр төшкөрө газ шулай иткән һине. Тик, минеңсә, бөтөргә тейеш. Беҙ һине спеңиалист-врачҡа күрһәтеп ҡарарбыҙ.

Бынан һуң мин аҙыраҡ тыныслана төштөм. Бер-ике көндән мине тире ауырыуҙары буйынса белгес булған врач ҡараны, һөртөргә әллә ниндәй шыйыҡ дарыуҙар бирҙе. Көнөнә унар мәртәбә көҙгөгә барып ҡарайым. Ә хәҙер инде битемдең төҫө элеккенән дә ҡурҡынысыраҡ булып, хас та мәйеттеке шикелле, күкһел һороға әйләнә бара ине.

  • Әгәр шул көйөнсә ҡалһам? — тигән һорау башымдан китмәй, йөрәгемде ауырттырып өйкәп тик тора.

Өмөтһөҙлөгөм шул сиккә етте, өйгә хат яҙыуҙан да төңөлдөм. Битем шул көйөнсә, мәйеттеке шикелле булып ҡалһа, мин унда ҡайтып нисек күренермен? Әсәйемдең ҡото осоп, йөрәге ярылып үлер бит. Әҙерәк һауыҡҡас, миңә, бәлки, отпуск бирерҙәр. Әгәр шул ике арала битем әүәлге асылына ҡайтмаһа, мин, билләһи, унда ҡайтып күҙ көйөгө булмаясаҡмын.

Төндәр буйы йоҡламайым — ауыр уйҙар теңкәгә тейә. Йыш ҡына күҙ алдыма Мәрйәм Ҡарашайскаяның һыны килеп баҫа.

274




Ул, могайын, әле Петроградталыр. Өҙөлдөрөп-өҙөлдөрөп уны күргем килә, ләкин был теләгемде башымдан көсләп ҡыуып сығарырға, уны бөтөнләйгә оноторға тырышам. Петроградтағы адресын яҙып бүләк иткән дәфтәрен фронтта ҡайҙалыр юғалтҡайным, хәҙер инде хәтер дәфтәренән уның үҙенең дә иҫтәлеген мәңгелеккә һыҙып ташлағым килә. Бында уның менән берәй төрлө яңылыштан ғына осрашырға тура килгән сүрәттә лә, мин барыбер танытмай ҡасасаҡмын. Ни йөҙөм менән күренәйем мин уға ошо ҡиәфәтем менән? Был һис кенә лә мөмкин хәл түгел. Мин уны тиҙерәк, тиҙерәк оноторға тейешмен!

Көн һайын ошо ҡарарымды күңелемдән нығытам, ләкин Мәрйәмдең аҡҡоштай һыны ҡараҡ шикелле һағалап боҫоп ҡына килә лә күҙ алдыма тере булып баҫа, үҙ ихтыярымдан тыш күңелемде иләҫ-миләҫ килтереп, рәхәт иттереп ҡытыҡларға тотона. Мин, ныҡышып-ныҡьинып, уны уйымдан ҡыуалайым, башҡаса иҫемә төшөрмәҫкә күҙ бирәм.

Фронтта ҡалған иптәштәремә лә хат яҙғаным юҡ әле, әллә ни эшләп теләк тә тыумай. Мин бөтә барлығым менән үҙ хәсрәтемә генә бирелгәнмен. Хатта тәҙрәнән урамға ла ҡарағым килмәй. Ҡайһы берҙә, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп киткән саҡтарымда, был лазареттан тиҙерәк ҡотолаһы ла, кеше күҙенә салынмай, ҡарурманға ҡасып, унда дөм яңғыҙлыҡта йәшәйһе ине, тигән ҡырағай хыялдарға ла ысын ихластан сумып китәм.

Бер мәл, мосолман һалдаттарына бүләктәр өләшергә, тип, Петроград мосолмандары лазаретҡа килде, тинеләр. Улар «Йәм- ғиәти хәйриә» тигән шәфҡәт ойошмаһының вәкилдәре икән. Быны миңә палатабыҙҙың сестраһы Мария Павловна әйтте:

  • Мосолман байҙарынан вәкилдәр килде. Бүләктәр алып килгәндәр. Мин һинең исемеңде әйттем. Әйҙә минең менән при- емныйға!

Мин, тиҙ генә урынымдан тороп, халатымды яурыныма һалдым да ишеккә йүнәлдем, һәм шунда башыма ҡылт итеп: «Э улар араһында Мәрйәм дә булһа?!» — тигән уй килде. Был уйымдан үҙемдең ҡотом осоп, халатымды һалып аттым да карауатыма ҡабат ауҙым. Мария Павловна мине саҡырырға ҡат- ҡат инде. Тик мин барыуҙан, төрлө һылтауҙар табып, ҡырҡа баш тарттым.

Килеүселәр сығып киткәс, тәҙрәгә үрелеп, мин улар артынан оҙаҡ ҡарап торҙом. Тегеләр дүртәү ине: өс ир һәм бер ҡатын кеше. Мин ҡатын кешегә айырыуса диҡҡәт менән ҡараным. Был — бик яҡшы кейенгән, тулы, һомғол кәүҙәле бер ханым ине. Башына бик матур ҡалпаҡ кейгән. Ҡурҡыуым бушҡа булған, улар араһында Мәрйәм юҡ ине. Мин, тынысланып, койкама ултырҙым. Оҙаҡламай Мария Павловна килеп инде, ул миңә тип ҡалдырылған бик ҙур төргәкте алдыма килтереп ҡуйҙы. Унан алмалар, кәнфит, печенье һәм бик күп га-

275


зета, журнал, китаптар килеп сыҡты. Мин алдыма килгән тәмле-татлы ниғмәттәрҙе палаталағы һәммә иптәштәргә таратып бирә һалдым да үҙем ҡомһоҙланып газета-журналдарға ҡаҙалдым. Бында «Ваҡыт», «Йолдыз», «Нур» газеталары, «Дин вә мәғишәт», «Шура» журналдары һәм төрлө дини китаптар бар ине. Мин китаптарҙы иғтибарһыҙ ғына мендәр аҫтына тыҡтым да газета, журналдарҙы йотлоғоп уҡый башланым. Миңә, һуғыштың ҡот осмалы ут-һыуҙарын кискән кешегә, татар газеталары бик булдыҡһыҙ, йомшаҡ булып күренде. Уларҙа беҙҙең йөрәктәрҙә ҡайнаған уйҙар ҙа, беҙҙең телдәр әйтергә ҡысып торған һүҙҙәр ҙә — береһе лә юҡ ине. Фронттағы хәлдәр хаҡында яҙылған мәҡәләләр, балалар уйыны хаҡындағы шикелле, үтә бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ яҙылғайны. Күберәк урын дин мәсьәләләренә бирелгән. Үлемесле һуғыш барғанда, бик күп халыҡтарҙың яҙмыштары ҡыл өҫтөндә торғанда, һуғыш яланында миллионлаған ғәзиз баштар һалынғанда, татар матбуғаты муллалар, мәсеттәр хаҡында бик ҙур хәстәрлек менән тулған, әйтерһең дә, бөгөнгө көндә шунан да ҙур, мөһим мәсьәлә юҡ донъяла. Ниңә был газеталар фронттарҙа бер ҙә юҡҡа һәләк булған миллиондарҙың нәфрәт ауаздарын сағылдырмай? Ниңә улар ошолай мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоуға ҡаршы көслө оран күтәрмәйҙәр? Нисек күтәрһендәр инде, уларға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын тигәндәй, үҙҙәрен тәьмин иткән хужаларының табандарын яларҙай булып, улар алдында ялағайланалар.

Был газета һәм журналдар миңә көтөлгән рухи аҙыҡты бирә алманылар. Ҡоро ымһыныуым ғына булды. Улар миңә йәндән мәхрүм әшәке нәмәләр булып тойолдолар, бары асыуымды ғына ҡабарттылар. Йөрәктәрҙе ярһытып, тотоп тыйғыһыҙ дәрт менән тултырыусы ялҡынлы һүҙҙәр уҡығы, көслө оран булып яңғыраған йырҙар ишетке, уларға эйәреп, азатлыҡ өсөн ҡайнар көрәшкә атлыҡҡы килә...

Битемдәге йәмһеҙ ҡара тантар аҡрынлап юйыла бара, ләкин мәйет төҫө һаман да китмәҫкә ҡырталаша; үҙемә ҡалһа, мин торған һайын йәмһеҙләнә барам шикелле.

Газ менән ағыуланыуҙан һаман булһа ныҡлап ҡына сихәтләнеп бөтмәйем әле. Ваҡыт-ваҡыт быуылып йүткерәм, шул саҡта күкрәгем сәнсеп-сәнсеп ала. Аяғымдағы ярам тамам уңалды тиерлек инде, яйлап-яйлап таяҡһыҙ ҙа йөрөй ала башланым. Минең бар хәсрәтем — битем зәғифләнеп ҡалыуҙан ҡурҡыуҙа. Төҙәлерме икән ул, бөтөнләй һулып ҡалмаммы икән йәшләй генә?

Өҙәләнеүемде һиҙептер, ахырыһы, Мария Павловна, битемә массаж яһағанда, минең менән эсемә-бауырыма инеп һөйләшә. Бер арала ул миңә серҙәрен дә систе. Уның һөйгән егете флотта хеҙмәт итә икән. Тегенең хаттарының ҡайһы бер урындарын да уҡып күрһәткеләй.

276


  • Саша — бик һәйбәт кеше, — ти Мария Павловна. — Беҙҙең танышып дуҫлашҡанға өс йыл инде. Айырылышҡаныбыҙға ла йыл тулып китте. Уны Ҡара диңгеҙ флотына ебәрҙеләр. Беҙ вәғәҙәләшкәнбеҙ. Иҫән йөрөп, һау ҡайтһа, бергә тора башларға һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Үлеп һағындым мин уны! Юҡһыныуҙарым- ды һин күҙ алдарыңа ла килтерә алмайһың... — Ул, бер аҙ уйсанланып, моңайып тора ла һүҙҙе миңә бора: — Битеңдәге таптарҙы бөтөрөрбөҙ, ҡайғырма. Моғайын, һинең дә һөйгән ҡыҙың барҙыр әле. Ул да һине һағынып көтә торғандыр. Аҡыллы ҡыҙ булһа, һин ошо көйөңсә ҡайтып төшһәң дә, ул һине яратыр. Э шулай ҙа беҙ барыбер һинең битеңде элеккенән дә матур итербеҙ.

Уның яғымлы һүҙҙәрен тыңлауы миңә рәхәт тә, әҙерәк ауыр ҙа. Ысын йөрәге менән ихлас итеп әйтә шул ул быларҙы.

Мария Павловна һөйләгәндә, уның ҙур зәңгәр күҙҙәре киң асыла, тулы алһыу бит остаЬында, һыу өйөрмәһе кеүек, матур соҡорҙар барлыҡҡа килә. \

  • Ьыңар аяҡлы йә һыңар ҡуллы булып ҡайтһа ла, иҫән генә йөрөп ҡайтһын инде Сатаҡайым! — тип ҡуя ул, тәрән көрһөнөп, һәм тағы ла дәртләнеберәк миңә массаж яһарға керешә. Ул массаж яһағанда, мин, күҙҙәремде йомоп, ләззәт донъяһына сумам, бәхетле минуттар кисерәм. Бар булған хәсрәттәрем юҡҡа сыға. Уның йылы, йомшаҡ ҡулдарынан көллө тәнем буйлап рәхәт йылылыҡ тарала, ошо хәлдә оҙаҡ-оҙаҡҡа донъяңды онотоп ятаһы килә. Ул массаж яһағанда миңә сикһеҙ рәхәтлек биргән ошо наҙлы ҡулдарҙы, ҡуш услап тотоп алып, ҡомһоҙланып үбергә тотоноп китеү теләге көсәйгәндән-көсәйә, тик баҙнат итә генә алмайым.

Мария Павловна сығып киткәс тә, мин уның хаҡында оҙаҡ- оҙаҡ уйланып ятам, уның иҫ киткес йылы, шәфҡәтле күңеленә һоҡланып бөтә алмайым. Ул оҙағыраҡ инмәй торһа, ысын- ысынлап һағыш кисерәм. Сашаһы һап-һау ҡайтып төшөп, бәхетле генә булһын ине ошо рәхимле зат.

Петроградтың ҡапыл-ҡапыл алмашынып тороусан дымлы климаты миңә зарарлы тәьҫир итте булһа кәрәк — биҙгәк тота башланы. Газдан дауаланып та өлгөрмәгәнмен, бына һиңә кәрәк булһа, сүп өҫтөнә сүмәлә. Врачтар мине, артабан дауалар өсөн, Мәскәүгә оҙатырға кәрәк тип таптылар. Бер яҡтан, быға шатланған булһам да, Мария Павловна менән айырылышыу бик яманһыу булды. Мин китәһе көндө ул лазаретта күренмәне — ауырый, тинеләр. Уның менән хушлашмай ҙа китеү миңә айырата ауыр тәьҫир итте. Был сибәр һәм үтә шәфҡәтле күңелле ҡыҙҙың һыны минең хәтеремдә бик оҙаҡҡа һаҡланыр.


УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

«Алтын көмбәҙле Мәскәү!» тигән һүҙҙе быға тиклем миңә бик йыш ишетергә тура килгәйне. Ысынлап та, Мәскәүгә килеп инеү менән, һинең күҙеңә иң тәүҙә иҫәбе-һаны булмаған сиркәү манаралары һәм көмбәҙҙәре ташлана. Сиркәүҙәр аҙым һайын осрай. Уларҙың күбеһенең манаралары үҙҙәренән һуңыраҡ һалынған бейек өйҙәрҙән дә тәпәшерәк булып ҡалған. Мәскәү кешеләре миңә, Петроградтыҡыларға ҡарағанда, һүлпәне- рәк, ауырыраҡ ҡуҙғалыусан булып күренделәр. Бында күберә- ген һәлмәк атлап йөрөүсе ҙур һаҡаллы йыуан кешеләр осрай.

Урамдарҙың күбеһе кәкре-бөкрө, уларҙан иҫәпһеҙ-һанһыҙ тар тыҡрыҡтар бормаланып-бормаланып бер ситкә үрмәләп китәләр. Йорттары ла тигеҙ түгел. Биш-алты ҡатлы мөһабәт йорттар менән йәнәшләп, ергә сүгеп бөткән бер ҡатлы иҫке ағас йорттар ултыра. Лавкаларҙа бик ҡалын кейенеп алған, ҡыш бабайға оҡшап торған һаҡалтай сауҙагәрҙәр ултыра. Үтеп-Һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәммәһен дә улар кейек аңдыған һунарсы күҙе менән ҡаршы алалар һәм оҙатып ҡалалар.

Ьәр бер сиркәү ҡаршыһында ғәрип-ғөрәбә, һуҡырҙар тулып йөрөй. Улар үтеп барған һәр кемгә ялбарып ҡулдарын һуҙалар, ҡыҙғаныс иңрәүле тауыштар менән хәйер-саҙаҡа һорайҙар. Урам буйлап китеп барған ҡарсыҡтар, һәр сиркәү ҡаршыһында туҡтап, ишек башындағы тәрегә ҡарап, маңлайҙарын ергә бәрә яҙып, бөгөлә-һығыла суҡыналар. Трамвай туҡтаған урындарҙа күпселеге йыуан кешеләр вагондарға ашыҡмай ғына ауыр атлап менәләр. Уларҙың баҫҡыс буйлап менеп еткәнен көткөләгән арала, трамвай инде ҡуҙғалып та китә. Минең шикелле трамвайҙа йөрөп өйрәнмәгән кешеләр бындай хәлдәрҙә ауыҙ асып тороп та ҡалалар. Мәскәүлеләр үҙҙәре ундай хәлгә тарымайҙар.

  • Әфәнделәр, әфәнделәр, йәһәтерәк ҡыймылдағыҙ! — тип ҡабаландыра улар, ҡыҫылышып. Әгәр инде шунда вагон ҡуҙғала башлаһа, баҫҡысына баҫҡан көйө аҫылынып китергә лә ҡурҡмайҙар.

Сиркәү ҡыңғырауҙарының өҙлөкһөҙ саң ҡағыуына һәм трамвай тәгәрмәстәренең бер туҡтауһыҙ әсе шагырлауынан бындай тауыштарға күнекмәгән баш һиңкеп ауырта башлай.

Беҙҙе вокзалдан лазаретҡа бына шундай трамвайға ултыртып алып барҙылар. Лазарет трамвай юлынан байтаҡ ситтә, аулаҡ урамдарҙың береһендә, ҙур баҡса эсенә урынлашҡан портта булып сыҡты. Ул бер байҙың утарына йә булмаһа дачаға оҡшағайны. Беҙҙе тултырған тауыҡ кеүек һимеҙ сестра- лар ҡаршыланылар, врачҡа приемға алып инделәр. Врач — тәбәнәк кенә буйлы кеше, ләкин күҙҙәре ҙур. Ул көрәктәй һаҡал үҫтергән. Врач беҙҙән бер нәмә лә һорашып торманы, хатта беребеҙгә бер һүҙ өндәшмәне; бары ауырыу тарихтары

278




быҙҙы ҡарап сыҡты ла палаталарға тәғәйенләп оҙатты. Мин, был әллә телһеҙме икән, тип тә уйлап ҡуйғайным; тик беҙ сыға башлағанда ғына, ул ниндәйҙер бер әш буйынса бер сест- раға шундай тупаҫ итеп екерҙе, — ирекһеҙҙән барыбыҙ ҙа артыбыҙға әйләнеп ҡараныҡ. Уның бәләкәй генә йөҙөнә һис килешмәгән ҙур күҙҙәре шул тиклем уҫал, зәһәрле йылтырайҙар ине, беҙ, шөрләгәндәй, тиҙерәк бүлмәнән сығып китеү яғын ҡайырҙыҡ. Хатта үҙемә тәғәйенләнгән палатаға килтереп индергәс тә, мин уның ағыу сәсеп йылтыраған күҙҙәрен күреп торғандай булдым.

Беҙҙең был лазаретҡа килеп урынлашыуыбыҙға өс көн үтте инде, әммә беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе тикшерергә, хәлебеҙҙе белешергә бер кем дә килгәне юҡ әле; беҙ бары сестраларҙы ғына күрәбеҙ. Шулай ҙа ваҡытында ашарға бирергә онотмайҙар, хатта палатала тәмәке тартырға ла рөхсәт итәләр. Тәүҙә беҙ бындағы тәртипһеҙлектәргә аптырап ҡарағайныҡ; шунан, бер ни тиклем күнегә төшкәс, ҡуйылған иректән файҙаланып, шаярыша, хәлдән килгәнсә күңел аса башланыҡ. Күпме генә шаулашмайыҡ, беҙгә иҫкәртеү яһаусы юҡ, бары сәғәт төнгө ун бер тулғанда ғына, утты һүндереп, беҙгә ятырға ҡушалар.

Дүртенсе көн тигәндә, градусниктар килтереп, температураларыбыҙҙы үлсәнеләр. Пал атал ағыл арҙың һәммәһенең дә температураһы яҡшы булып сыҡты. Был хәлгә күптәр борсолоша башланы. Сөнки, температура арыу булһа, лазареттан сығарып, фронтҡа кире ебәреүҙәре мөмкин ине. Бындай тын, аулаҡ урынды бер кемдең дә ташлап, ут эсенә ҡабат барып ингеһе килмәй ине.

Ағай-эне хәйлә ҡора башланы, нисек иткәндә температураны юғары итеп күрһәтеп була, йәнәһе. Был мәсьәлә буйынса беренсе булып йәмшек танаулы шаҙра бер һалдат үҙ фекерен уртаға ҡуйҙы.

  • Градусникты буҫтау одеялға ныҡ итеп ышҡыһаң, температура шунда уҡ күтәрелә лә китә, — тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты ул.

Уның артынса иң төпкө мөйөштә ятҡан ырғаҡ танаулы һалдат үҙенең ҡиммәтле тәҡдимен индерҙе:

  • Сестра градусник килтерер алдынан ғына, стакан менән ҡайнар һыу индереп, тумбочкаға йәшереп ҡуйырға кәрәк. Сестра градусникты ҡуйып киткәс тә, уны шул ҡайнар һыуға тығып алырға кәрәк. Шунан инде ни булғанын күрерһегеҙ.

Был тәҡдим барыһы өсөн дә ҡулай булып күренде, ә әлеге йәмшек танаулы һалдаттың кәңәшен тәүге тәҡдимде тормошҡа ашырыу берәй төрлө мөмкин булмаған сүрәттә генә файҙаланырға ҡарар ителде.

Тәү мәртәбә температурабыҙҙы үлсәгән көндө лә, иртәгеһенә лә беҙҙең палатаға врач инмәне. Өсөнсө көнөнә, иртәнге сәй ваҡытында сестра йәнә беҙгә градусниктар ҡуйып сыҡты. Был

279




мөлдә ауырыуҙарҙың күптәре ауыҙҙарына килтергән сәйҙәрен дә кире ултырттылар. Ҡайнар сәйҙе ни өсөн һаҡлағандары мәғлүм инде.

Минең койкам ишек төбөндә генә тора. Шуга күрә градусник беренсе булып миңә эләкте. Ауырыуҙарҙың бөтәһе лә миңә төбәлделәр, мин градусникты ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырҙым да тумбочкама табаныраҡ шылыштым, унда яңы эсә башлаған сәйем ултыра ине. Хәҙер инде уңайлы ваҡытын ғына самалап алаһы ҡалды.

Сестра өс-дүртебеҙгә градусник ҡуйҙы ла палатанан сыҡты. Шунда уҡ бөтә ауырыуҙар ҙа ығы-зығы килә башланылар:

  • Сәйегеҙгә тиҙерәк тыға һалығыҙ! Беҙ ишектә ҡарауыллап торорбоҙ! — тип ҡысҡыралар.

Беҙ, градусник алғандар, уны әҙерәк сәйгә тығып торҙоҡ та шунан, алып, ҡултыҡ аҫтарыбыҙға ҡыҫтырҙыҡ һәм, бер ни булмағандай, вайымһыҙ төҫтә түшәмгә ҡарап яттыҡ. Тиҙҙән сестра, инеп, минән градусникты алды. Ул 38,3-тө күрһәтә ине. Сестра, аптырап, күҙҙәрен таҫырайтты.

  • Ьуң кисә генә температурағыҙ арыу ине бит әле. Бөгөн уға ни булған?

  • Белмәйем. Бөгөн төнө буйы башым бик ныҡ ауыртты, — тип ярҙым да һалдым мин, күҙемде лә йоммай.

  • Докторға әйтергә кәрәк, — тине сестра.

Минең күршеләрҙең температуралары ла шаҡтай күтәренке булып сыҡты. Ҡайһы берҙәренеке хатта 40-ҡа еткән!

Сестра, аптырап, бот сапты.

  • Ҡарап тормаҡҡа берегеҙҙең дә төҫөгөҙ үҙгәрмәгән. Э температурағыҙ юғары. Ғәжәп!

Ул палатанан сығып китеү менән, беҙ барыбыҙ ҙа мендәрҙәребеҙгә ҡапланып көлөшөргә тотондоҡ.

Был мутлыҡҡа өйрәткән һалдат маҡтанып та алды:

  • Молодцы! Шәп эшләнегеҙ. Мин бында саҡта, хур булмаҫһығыҙ!

Беҙҙең был тантана оҙаҡҡа һуҙылманы: сәйебеҙҙе эсеп бөтөрөргә лә өлгөрмәнек, теге көндө беҙҙе лазаретҡа ҡабул иткән врач, сестрабыҙҙы эйәртеп, килеп инде. Ул башта ауырыуҙарға алмаш-тилмәш күҙ йүгертеп сыҡты. Бер килке тәҙрәләргә, түшәмгә ҡарап торҙо, маңлайын йыйырғылап «һм-һм!» тине. Беҙ, ауырыу кешеләр төҫө алып, шымтайып ятабыҙ, ҡайһы берҙәребеҙ хатта еңелсә генә ыңғырашып та ҡуя. Врач уҫал ғына итеп сестраға тексәйҙе. Тегеһе, ғәйепле кеше һымаҡ, түбән ҡараны.

  • Нилектән булды был? — тип аптырай врач. — Әллә, төнө буйы форточкаларҙы асыҡ тотоп, һалҡын алдырттыңмы? Әллә ҡайнамаған һыу эсерҙеңме? Һис башҡа һыйырлыҡ хәл түгел. Барыһының да температураһы бер юлы күтәрелһенсе әле!.. Әллә аҙыҡ насар сифатлы булдымы икән?

280




Температураларыбыҙҙы үҙенең күҙ алдында ҡабат үлсәргә ҡушмаһа ярар ине тип, тын алырға ла ҡурҡып ятабыҙ. Бәхетебеҙгә ҡаршы, был аҡыл уның башына килмәне. Врач сығырға боролдо һәм шул ыңғай әйтеп китте:

  • Күрәһең, быларҙың барыһын да еңел аҙыҡҡа күсерергә кәрәк булыр.

Сығып киткәндәрҙең аяҡ тауыштары алыҫлашҡас та, ауырыуҙар бер-бер артлы урындарынан ҡалҡына, бер-береһенә һүҙһеҙ генә ымлашып, шырҡ-шырҡ көлөшә башланылар. Бер нисә етеҙерәге ишек төбөнә барып та еткән инде, ишекте ҡыҫып ҡына, врач менән сестра бүлмәләренә инеп киттеме икән тип, күҙ һалалар, хатта тегеләрҙең арттарынан телдәрен сығарып күрһәтәләр. Бер нисә минут үтеүгә инде, палатала ҡәҙимге йәнлелек хөкөм һөрә ине. Еңеүсе ҡиәфәте менән урындарынан һикерешеп торалар, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр, көлөшәләр, тыпырлашалар. Әммә был байрамыбыҙ оҙон ғүмерле булманы. Төшкө аш ваҡытында шатлығыбыҙ ҡапыл һүрелде. Байтаҡ ял итеп, һауығып килгән организмыбыҙ ныҡ ашау талап итә ине, беребеҙ ҙә аппетит юҡлыҡҡа зарланмай. Ә беҙгә был юлы берәр тәрилкә шыйыҡ ҡына һурпа ла әҙ генә аҡ со- хари килтерҙеләр.

  • Ниңә былай?

  • Ни эшләп ашауҙы насарлаттығыҙ? — тип һуҡранышырға тотондолар.

Тауышҡа сестра йүгереп килеп етте.

  • Доктор шулай ҡушты. Ьәр ҡайһығыҙҙың температураһы юғары. Берегеҙгә лә итле аш ашарға ярамай.

Бының өҫтәүенә, ашауҙан һуң берәр аспирин порошогы эсергә ҡуштылар.

Ауырыуҙар, төп башына ултырғандарын тойоп, бер-береһенә ҡараштылар.

  • Бына һиңә юғары температура!

Бирелгән аштар елп итеп ҡалды, кесе телгә лә йоҡманы, аппетит шундай күтәрелеп китте, баяғынан да нығыраҡ асыҡтырҙы. Әүәлге ашауҙар иҫкә төшөп, ауыҙҙан һыуҙар килә. Бер һалдат ҡысҡырып хыял итергә тотондо:

  • Их, хәҙер алдыма ике ҡаҙаҡ һимеҙ һарыҡ ите менән боҫорап торған картуф килтереп ҡуйһындар ине! Ну һуғыр ҙа инем! Шунан, тын алмай, бер сүмес кеүәҫ һемерәһе лә ятып йоҡлайһы ине!..

Уның хыялдары беҙҙең буш ҡорһаҡтарҙы, үкерер дәрәжәгә еткереп, ҡотортоп ебәрә. Берәү, түҙмәй, теге һалдатҡа екерә:

  • Өнөңдө тыҡ йәһәтерәк! Юғиһә тамағыңа һөйәк ҡаҙалыр!

Ғәҙәттә төшкө аштан һуң йоҡлай торғайныҡ. Бөгөн йоҡо

алмай. Бәғзеләребеҙ, бөгөнгө ахмаҡ хәлгә ҡалыуыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, һындарыбыҙ ҡатып көлә, икенселәр, ауыҙ эҫтәренән мығыр-мығыр килеп, юғары температура ысулдарын өйрәткән

281




әлеге һалдаттарҙы һүгәләр. «Юғары температура оҫталары» үҙҙәре, бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, аҫтыртын ғына көләләр.

Киске ашҡа әҙерәк эремсек, берәр стакан ҡайнар һөт һәм бәләкәй-бәләкәй генә киҫәк икмәк тараттылар. Был юлы кешеләр йыуашайып ҡалғандай күренәләр ине инде, һуҡраныуҙар ҙа ишетелмәй. Алдарына килгәндең ләззәтен мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙырға тырышып, өнһөҙ-тынһыҙ, яй ғына ашай бирәләр.

Аштан һуң тағы бер көтөлмәгән күңелһеҙлек булып алды — беҙгә тәмәке бирмәҫкә бойороҡ алынды. Сөнки, йәнәһе, беҙ барыбыҙ ҙа ҡаты ауырыуҙар, тартыу беҙгә бик зарарлы.

Быға ҡаршы инде берҙәм баш күтәрҙек.

  • Был ни хәл?! Беҙҙе астан да, тәмәкегә лә һыуһатып тамам үлтермәксе булалармы ни былар?!

  • Врачтың бойороғо шундай, — тип ҡыҫҡа ғына әйтте сестра.

Палаталағыларҙың янсыҡ төптәрендә ҡалғанды шунда уҡ ҡаҡҡылап тартып бөттөк. Катып алырға ла сығармай, тотамлап торалар.

Бер нисә көн буйы шулай ыҙалап, тамам хәлдән тайҙырҙылар, асыу, ярһыуҙың тамам сигенә сығарҙылар тигәндә, бер көн иртән тағы ла температураларҙы үлсәмәксе булдылар. Был юлы инде градусниктарҙы ҡайҙа ул сәйгә маныу, буҫтау одеялға ышҡыу!

Барыбыҙҙы ла ҡарап йөрөп сыҡҡас, күңеле бик ныҡ күтәрелеп киткән сестра:

  • Ьәммәгеҙҙең дә температурағыҙ һәйбәтләнгән! — тип ҙур ҡәнәғәтлек менән белдерҙе.

Уның теленән ошо һүҙҙәр ысҡыныу булды, тирә-яҡтан, ҡысҡырырға ла тотондолар:

  • Ашауҙы элеккесә итегеҙ инде хәҙер!

  • Ҡоро һыуығыҙ теңкәгә тейҙе!

  • Тартырға килтерһендәр!

  • Доктор ҡушһа, барыһы ла булыр, — тип сығып китте сестра.

Беҙгә йән ингәндәй булды. Бөгөн һимеҙ һурпа һәм ит аша- ясағыбыҙға өмөт бар ине. Асығыуыбыҙ үҙен тағы ла нығыраҡ һиҙҙертте. Төшкө аш ваҡытын еткерә алмай, күҙҙәребеҙ тондо. Берәү ҙә урынында тик ултырып сыҙаша алмай. Әле беребеҙ, әле икенсебеҙ кухня тирәһенә барып, унан килгән тәмле еҫтәрҙе еҫкәштереп әйләнә.

Көтөп алған ваҡыт етте, палаталар буйлап төшкөлөктө таратып йөрөй башланылар. Ахыр сиктә, беҙгә лә сират етте. Быныһы тағы нимә? Ҡараһаҡ, йәнә кисәгесә шыйыҡ һурпа менән әҙ генә сохари!

  • Ни эшләүегеҙ был? Мыҫҡыл итәһегеҙме әллә?! — тип ауырыуҙар аш килтергән ҡатын өҫтөнә ябырылдылар.

282


Тегеһе, ҡото осоп, артҡа сигенде:

  • Минең ни ғәйебем бар? Нимә биргәндәр — шуны килтерҙем.

Тауышҡа сестра йүгереп килеп етте һәм былай тип аңлатып бирҙе:

  • Докторҙың бойороғо шундай. Ул бөгөн дә һеҙгә еңел аш бирергә ҡушты. Уның бойороғон беҙ боҙа алмайбыҙ.

Был яуап ҡына беҙҙе тынысландыра алманы, тағы ла нығыраҡ шаулаша башланыҡ. Әлбиттә, бының менән бер нәмәгә лә ирешә алманыҡ. Үҙебеҙ бешергән бутҡа, бына инде үҙебеҙгә һоғонорға тура килә. Беҙ алдыбыҙға килгәнде өндәшмәй генә ашарға тотондоҡ...

Өҫтәүенә, ашағандан һуң ятып ял итеп торған арала беҙҙе теге йәмшек танаулы һалдат ирештерергә тотондо. Баҡтиһәң, ул, ниндәйҙер юлын табып, кухняға үтеп ингән дә поварҙар менән танышып алған. Тегеләр уны саманан тыш һыйлағандар. Ул палата буйлап ҡорһағын кәпәйтеп йөрөй һәм беҙҙе үртәй:

  • Кем туймай ҡалды, бына минең ҡорһағымды ялағыҙ. Мин әле генә өс тәрилкә һурпа менән ике өлөш ит ашап сыҡтым. Төкөрәм мин һеҙҙең эшкинмәгән докторығыҙға! Ә миңә ҡағылырға уйлаһағыҙ, барығыҙ өҫтөнән дә ялыу яҙам. Фәлән дә фәлән, тием, уларҙың температураһы һаман да юғары, ти- ем, улар, бары туйғансы ашар әсән генә, алдашып, температураларын кәметеп күрһәтәләр, тием. Ул бит барыбер, үҙе килеп, һеҙҙең тән ҡыҙыулығығыҙҙы үлсәп йөрөмәйәсәк, ә минең һүҙемә ышанасаҡ.

Уның шуҡ һүҙҙәренә берәү ҙә ҡушылманы, көлөүсе лә булманы. Барыһы ла одеялдарын баштарына тартып бөркәнгәндәр ҙә тегенең лығырлауын ишетмәмешкә һалышалар.

Әммә йәмшек танауҙың теле һис тик тормай, ул һаман мыҫ- ҡыллауын дауам итә. Ас кешенең асыуы яман, ти. Ьикереп тороп, тегене һуғып йығырға ҡулдар ҡысый. Был теләк миндә генә булмаған икән. «Ҡайнар сәйгә градусник маныу оҫтаһы» ҡырлас танау, йәмшек танау үҙ эргәһенә килеп, тегенең ҡолаҡ төбөндә генә безелдәгәнен һағалап ятҡан икән — ҡорһағына ҡуш йоҙроҡлап төртөп ебәрҙе. Йәмшек танау ыһ итте лә, быуынһыҙланып, иҙәнгә сүгеп ултырҙы. Яҡындараҡ ятҡандар шунда уҡ һикерешеп торҙолар. Берәүҙәре эсен тотоп иҙәндә сүгәләп ултырған йәмшек танауҙы күтәреп аяғына баҫтырҙы, икенселәре, әтәсләнешеп китмәһендәр тип, тегеләрҙең араһына барып баҫыу сараһын күрҙе. Тауыш ҡуптарыу үҙебеҙ өсөн бик ҡурҡыныс икәнде һәр кем белә ине. Сөнки «еңел аштың» был лазаретта, дауалау сараһы ғына түгел, тәртип һаҡлау ҡоралы ла булып торғанын төшөнөп өлгөргәйнек инде. Тартай теленән таба, ти, теге йәмшек танауға ап-аруҡ ҡына эләккән икән. Бер һүҙ өндәшмәй, урынына барып ятты ла, одеялын башынан бөркәнеп, кискә тиклем әллә иланы, әллә еңелсә генә ыңғырашты. Бәлки, икеһе лә аралаш булғандыр.

283




Айырым бер палатаға ауыр яралылар урынлаштырылғайны. Бер тапҡыр шул палата янынан үтеп барғанда, ҡайһылыр береһенең, татарсалап:

  • Эй Хоҙайым, бер гонаһһыҙ башҡайыма ниңә был тиклем яфалар һалдың инде?! — тип иңрәгәнен ишеттем. Минең ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Тиҙерәк уны күргем, хәлен уртаҡлашҡым килде. Мин палатаға индем дә:

  • Бында кем мосолман? — тип һораным.

Миңә күҙе тапҡырынан уратып, башы ҡалын итеп марля менән уралган берәүҙе күрһәттеләр һәм:

  • Ҡысҡырыбыраҡ өндәш. Ул контужен, насар ишетә, — тип киҫәттеләр.

Повязка аҫтынан был яралының бары ауыҙы менән ҡара һаҡал баҫҡан эйәге генә күренә.

  • Хәлең нисек? Ҡайһы ереңдән яраландың? — тип ҡысҡырып һораным мин.

Яралы минең һүҙҙәремде аңланы булһа кәрәк, башын бора төштө, ҡапыл хәрәкәт менән ике ҡулымды ла һәрмәп тотоп алды һәм тулҡынланған хырылдауыҡ тауыш менән һөйләп китте:

  • Аллаға шөкөр, бында мосолмандар ҙа бар икән әле! Мин бит хәҙер тома һуҡыр ҡалдым. Бер пуля ике күҙемдән дә яҙҙырҙы. Өҫтәүенә, контужен булдым, һаңғырауландым. Кисәнән бирле, Аллаға шөкөр, әҙерәк ҡолағым асылғандай итә башланы. Хәлем ауыр, туғанҡай. Хатта ҡош телендәй хат та яҙа алмайым бит хәҙер. Әлдә һин килеп сыҡтың әле. Грамот- ныйһыңмы, туғанҡайым?

  • Әҙерәк һуҡалайым.

- Бик һәйбәт! Хоҙай ғүмереңде бирһен. Миңә бәләкәй генә хат яҙып бир инде. Ҡайҙа ятҡанымды белһәләр, бәлки, ҡатыныммы, туғандарымдың берәйһеме килеп, хәлемде белеп китер. Мин инде уларҙы ҡабат күрә алмам, исмаһам, тауыштарын ишеткем килә...

  • Ярар, ағай кеше, йәһәт кенә ҡағыҙ, ҡәләм алып киләйем дә...

  • Бик-бик рәхмәт, туғанҡайым! Ике донъяның рәхәтен күр!

Мин палатама йүгерҙем. Унда иптәштәрем магазиндан

ҡыты-мыты аҙыҡ алырға ебәрергә кемдән нисә тин сыға, шуны бергә туплап яталар икән. Үҙҙәре шарҡылдап көләләр. Йәмшек танау ҙа, ҡыҙарған күҙҙәрен ышҡый-ышҡый, көлөргә тырыша. Әле генә шул билдәле булған: теге меҫкен, поварҙар менән танышып алып, өс тәрилкә һурпа менән ике өлөш ит ашау түгел, кухняға үтеп инә лә алмаған икән. Темеҫкенеп еҫкәнеп йөрөгән еренән дежурныйҙар төрткөләп ебәргән булғандар; бында ҡайтып, теле тик тормаған өсөн, иптәштәренән дә өҫтәү алды. Палаталағылар уны ҡыҙғаналар, хәҙер ашарға алып ҡайтырҙар, тип йыуаталар. Ьалдат булһа ла, һуғыш

284




ғәрәсәтен үтеп, яраланып сығырға өлгөрһә лә, мыйыҡ та үҫмәгән бала ғына шул әле ул.

Мин һуҡыр һалдат янына әйләнеп килдем дә, ҡағыҙҙы тумбочкаға һалып, яҙырға әҙерләндем.

  • Йә, ағай кеше, әйтеп тор, яҙа башлайым.

Яралы кеше ярһығаныраҡ тауыш менән әйтте:

  • Нимәһен әйтеп торорға инде. Һәр береһенә сәләм ҡуйырһың да, хәлемде күреп тораһың бит, үҙең белгәнсә, теҙеп, килештереп яҙ. Адресын ҡуй, мин йүнәлә биргәс, берәйһе шуның менән юллап килеп алыр әле.

  • Кемгә яҙырға?

  • Ҡатыным Шәмсиә исемле. Шунан ун йәшлек улым менән Ғәйшә исемле һеңлем бар. Бына шуларға сәләм ҡуй инде. Э үҙем — Фәтхулла... Басиров. Юҡ, юҡ, хәлем хаҡында үҙем әйтеп тора алмайым. Телем әйләнмәй... Үҙең белеп яҙ. Тик ҡоттарын алырлыҡ уҡ булмаһын.

Мин, башҡа бер нәмә лә һорашып тормаҫҡа тырышып, ҡыштыр-ҡыштыр яҙырға тотондом: «Шәмсиә ҡәҙерлем! Һиңә күптән-күп һағыныслы вә һарғайышлы сәләмдәремде күндереп ҡалам...» Абдулла менән Ғәйшәгә лә ҡайнар сәләмдән өлөш сығарғас, бик оҙаҡ уйланып ултырҙым да: «Йәнә шул да мәғлүм булһын...» тип башлап, яйлап-яйлап ҡына Фәтхулла ағайҙың хәлен бәйән иттем, мөмкинлектәре булған тәҡдирҙә килеп күреүҙәрен үтендем.

Яҙып бөткәс, хатты эйәһенә уҡып күрһәтергә иткәйнем дә, теге ике ҡулын бер юлы сәбәләнеп һелтәне.

  • Ҡуй, ҡуй, туғанҡай, зинһар өсөн... ишеткем дә килмәй!

Мин, хатты һалып, конвертты йәбештерҙем дә адресын

һораным.

  • Мәскәү, Уланский тыҡрығы, йорт 7-се, фатир 6-сы, — тине Басиров.

  • Э һин үҙеңдең ҡайҙа ятҡаныңды беләһеңме? — тип аптырап һораным мин.

  • Юҡ, белмәйем.

  • Һуң беҙ бит Мәскәүҙең үҙендә ятабыҙ!

  • Китсәле! Мин бит фронт тирәһендәге берәй ҡалалалыр тип уйлай инем. Шаяртмайһыңмы һин мине?

  • Ни эшләп шаярып торайым, ти. Беҙ Мәскәүҙәбеҙ.

Басиров шатлығын артыҡ белгертмәне, аһ-уһ та килмәне,

бер аҙға шым ҡалып, уйланып ятты. Шунан һүрән генә тауыш менән әйтте:

  • Яҙ адресты, туғанҡай. Әйҙә, хат барыбер бара торһон. Аҙаҡ күҙ күрер.

Мин адресты яҙҙым да хатты йәшниккә төшөрҙөм; шунан Басиров хаҡында сестраға инеп әйттем. Уның Мәскәү кешеһе икәнен ул да белмәгән икән. Иртәгә адресы буйынса кеше ебәрмәксе булды.

285




Басиров менән осрашыу миндә ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Мин, төнө буйы йоҡо төҫө күрмәй, уның фажиғәле яҙмышы хаҡында уйланым, ғаиләһе, яҡындары менән уның тәүге осрашыуы нисек булыр икән, тип күҙ алдыма баҫтырырға тырыштым. Шәмсиәһе, ирен фронтҡа оҙатҡанда, ул тома һуҡыр булып ҡайтыр тип башына ла килтермәгәндер. Сәсенә ҡарағанда, Басировтың күҙҙәре, моғайын, һоро булғандыр. Ә улар хәҙер мәңгегә юғалған. Иртәгә уның өйөнә хат та барып төшөр, лазареттан кеше лә барыр. Ҡайғы хәбәрен нисек ҡаршылар икән улар?

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Мин ятҡан лазарет — берәүҙең хосуси лазареты булып сыҡты. Уны миллионер Чичкиндар үҙ аҡсаларына тоталар икән. Бында режим бик үк ҡаты түгел, уның урынына дауалау ҙа, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү ҙә насар. Улар фельдшер менән сестралар ҡарамағында ғына торалар. Ә баш врач лазаретҡа аҙнаһына ике-өс ҡабат ҡына килә. Ҡаты яралыларға аҙнаһына бер мәртәбә икенсе лазареттарҙан врачтар саҡырталар.

Ашауҙы насар тип булмай, курорттағы һымаҡ тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ, тәмле лә, мул да. Фронттарҙа асҡа ҡаҡланып килгән, күп ҡандарын юғалтҡан кешеләргә, айырыуса һауығып бөткән тиерлек беҙҙең палата халҡына, был ярап ҡала.

Был лазаретҡа килеп ингәндән бирле мине врач ҡарағаны юҡ әле. Мин инде үҙемде тамам һауыҡҡан итеп тоям. Хатта мине күпме хафаларға һалған битемдэге таптар ҙа үҙҙәренән- үҙҙәре бөтөүгә баралар.

Көҙгөгә ҡараған һайын, мин Мария Павловнаны һағынып иҫкә алам. Уның йомшаҡ ҡулдарының битемә иркә генә итеп ҡағылыуҙары һаман әле сикәләремде рәхәт итеп йылытып тора һымаҡ.

Бөгөн беҙҙең палаталағыларға йән инде: «еңел аш» язаһынан ҡотҡарып, беҙгә яҡшы аш килтерҙеләр. Ашап, билбау аҫтын нығытып алғас, әҙәмдең күңеле көрәйеп, күтәрелеп китте, көлөшә-көлөшә һөйләшә башланылар. Минең дә бөгөн кәйефем бик яҡшы. Коридорға сығып, көҙгөгә ҡараным. (Хәҙер инде уға ҡарарға ҡурҡмайым.) Эскә батҡан яңаҡтарыма ит ҡуна башлаған, битемә алһыулыҡ ҡайта төшкән, таптары беленмәй тиерлек инде. Быныһы мине айырыуса ҡыуандырҙы. Нисә әйтһәң дә, егет кеше бит әле мин. Ауылда ҡалған туғандарым, фронттағы иптәштәремде бигерәк ныҡ һағына башланым. Бөгөн барыһына ла хат яҙмаҡсы булдым. Хәҙер минең уларға яҙырлыҡ шатлыҡ һүҙҙәрем бик күбәйҙе. Ул һүҙҙәрҙе йыр итеп йырлағыларым килә.

286




Мин ошо уйҙарым менән мәшғүл булғанда, урамдан орган тауышы ишетелә башланы. Шул тиклем моңло итеп уйнай ул, хас та минең бөгөнгө тойғоларымды белә лә, шуны музыкага һалып, башҡаларға аңғартып бирә.

Ауырыуҙарҙың аяғына баҫырҙайҙары, яурындарына халаттарын һалып, тиҙерәк ишек алдына һибелделәр. Мин дә уларға эйәрҙем. Ишек алдында һуҡыр органсы тора ине, ул органы өҫтөнә бүркен ҡуйған да «Маруся» тигән көйҙө әйләндерә. Уның янында бәләкәс кенә, ҡаҡса ғына ҡатын тора; ул ҡар- лығыңҡыраган тауыш менән теләкһеҙ генә йырлай, йырлағанда йөҙөнә бер тамсы ла хисләнеү билдәһе сыҡмай. Күңеленән түгел, ихтыярһыҙ көндән йырлағанын ул хатта йәшерергә лә тырышмай.

Маруся, ты Маруся,

Открой свои глаза...

Шулай ҙа уларҙы уратып алған ауырыуҙар ҡатынды йотлоғоп тыңланылар һәм бөтәһе лә тиерлек бер юлы кеҫәләрендә соҡсонорға керештеләр, унар-ун бишәр тинлек маркалар табып, органсының кәпәсенә һалдылар. Күптән музыка ишеткән юҡ ине. Аулаҡ утарға оҡшаған тын лазарет янына органсының килеп сығыуы көллөбөҙ өсөн дә байрам һымаҡ булды. Аҙаҡ килеп, органсының кәпәсендә аҡсалар өйөлөп китте, улар араһында хатта иллешәр тинлек ике марка ла бар ине. Уны оҙаҡ- оҙаҡ ебәрмәй тоттолар; әле бер көйҙө, әле икенсене уйнарға ҡуштылар. Бөтә донъямды онотоп, йотлоғоп музыка тыңлап торғанымда, сестра сығып, еңемдән тартты. Ул миңә бер нисә тапҡыр өндәшкән булһа кәрәк инде.

  • Басиров һине таптыра, — тине ул. Мин, үҙемдең уға ниңә көрәк бул ыуым хаҡында ла уйлап тормай, вайымһыҙ ғына ҡиәфәт менән улар палатаһына йүнәлдем. Унда, Басировтың койкаһы янында, арыу ғына кейенгән ике ҡатын ултыра ине. Уларҙы күргәс, мин, баҙнатһыҙлана төшөп, ишек төбөндә туҡтап ҡалдым. Быларҙың береһе, һис шикһеҙ, Басировтың ҡатыны ине, икенсеһе, моғайын, һеңлеһелер. Улар янына барып, нисек итеп кенә үҙемде танытаһы икән?

Тегеләр мине ошо палаталағы бер ауырыуҙыр тип уйланылар, ахырыһы, миңә иғтибарһыҙ ғына һирпелеп ҡаранылар ҙа кире боролдолар. Мин халат сабыуҙарымды ҡаушырыңҡырай төштөм дә, сәсемде һыйпап, нимәлер булһа ла әйтергә кәрәк табып, тамаҡ ҡырып алдым, ләкин тамағымдан тауыш сыҡманы. Әгәр Басировтың күҙҙәре күргән, ҡолағы ишеткән булһа, ул мине саҡырып алып, үҙе үк таныштырыр ине. Был хәл булмаҫтай булғас, миңә үҙемдең батырлығыма ғына таянырға тура килде.

  • һаумыһығыҙ, ханым! — тип сәләм бирҙем мин, уларға яҡыная төшөп.

287




Улар хәҙер миңә үтә иғтибарлы ҡаранылар; мин, оялып, аяҡ осома ҡараным. Тапалып, йәмшәйеп бөткән йәмһеҙ сәпел- дәк-ҡатамды күргәс, тағы ла нығыраҡ уңайһыҙландым. Ә уларҙың аяҡтарында — үтә күренмәле ебәк ойоҡтар, бик затлы, ҡупшы туфлиҙар.

  • Ултырығыҙ, әфәнде. Беҙҙең Фәтхулла һеҙҙе саҡырғайны булһа кәрәк, — тине өлкәне.

Саҡырғандарын ишеткәс, мин уларға диҡҡәт менәнерәк күтәрелеп ҡараным. Уларҙың йөҙҙәрендә тәрән ҡайғы һыҙаттары ярылып ята ине. Күҙҙәренән йәштәре тәгәрәп төшөргә генә тора. Уларҙың хәлен аңлағас, ахыр сиктә минең телем асылды.

  • Фәтхулла әфәнденең үтенесе буйынса кисә мин хатты һеҙгә яҙғайным булһа кәрәк, — тинем мин.

Күҙәмәгә Фәтхулланың һеңлеһе булырға тейешлеһе — йәше- рәге шунда уҡ миңә рәхмәт уҡырға тотондо.

  • Рәхмәт һеҙгә, бик ҙур рәхмәт, әфәнде! Һеҙҙең хатты ҡат- ҡат уҡып илай торғас, үҙебеҙ һуҡырайыша яҙҙыҡ инде. Беҙгә ҡайғы хәбәре килтерҙе ул хат, тик беҙ уның буйынса бына Фәтхуллабыҙҙы таптыҡ. Ғәфү итегеҙ инде, әфәнде, рәхмәтебеҙҙе әйтәйек тип, һеҙҙе беҙ саҡырып борсорға батырсылыҡ иттек. һеҙ яҙмаһагыҙ, ағайымдың ҡайҙа икәнен ҡасан белер инек әле?

Был рәхмәттәрҙе мин һис кенә лә көтмәгәйнем. Шул тиклем рәхмәт алырлыҡ ниндәй генә яҡшылыҡ эшләнем һуң әле мин уларға? Ҡайтарыр яуап та тапманым. Хәлдәрен уртаҡла- шыуымды һис юғында күҙ ҡарашым менән генә булһа ла белдерәйем тип, мин ҡыҙға күтәрелеп ҡараным. Таң ҡалдым! Хоҙайы-ым! Ни тиклем сибәрлек! Ҙур ҡара күҙҙәре күл ҡамы- шындай һөрмәле оҙон керпектәр менән ҡаймаланған; ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйғас ҡара ҡаштары, төҙ танауы, һытылырға торған алһыу ирендәре уны көнсығыш хикәйәттәрендә һүрәтләнә торған гүзәл ҡыҙҙарға оҡшатҡан да ҡуйған. Фәтхулла ла уға оҡшаған булһа, бик сибәр кеше булғандыр ул. Күҙҙәре лә, моғайын, һеңлеһенеке кеүек матур булғандыр. Мин Фәтхулланың ҡатынына ла күҙ йүгертеп алдым. Шәмсиә, тигәйне бит әле. Уның сәстәре һарғылт, күҙҙәре зәңгәр, бите аҙыраҡ һипкелле. Маңлайы киң, йөҙөнөң башҡа һандарына бәрәбәр ҙур танаулы, ҡалын ғына иренле. Былар уның көслө ихтыярлы ҡатын икәнен әйтеп тора.

Улар менән минең һүҙем бәйләнеп китә алманы, шуға мин, Фәтхулланың ҡолағына эйелеп:

  • Хәлең нисек, ағай? Бына туғандарың күрергә килгән икән... Мин бик шатмын... — тинем.

Фәтхулла миңә боролдо ла, кисәгесә, ҡулдарымды һәрмәп тотоп алды.

  • Бик ҙур рәхмәт, туғанҡайым! Әлдә һин тап булдың әле. Юғиһә ҡайҙа ятҡанымды әле һаман белмәгән булыр инем. Бы

288




на... килгәндәр... Ә мин уларҙы күрмәйем... — Фәтхулланың һүҙе шунда өҙөлдө. Уның яурындары ҡалтыраша башланы. Тауышһыҙ ғына илай ине шикелле ул. Мин ситкәрәк китергә уйлағайным да, Фәтхулла минең ҡулымды тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Шунда инде ҡатыны ла сыҙамдың сигенә сыҡты, үкһеп, иренең күкрәгенә ҡапланды. Фәтхулла, минең ҡулымды ысҡындырып, ҡатынын ҡосаҡланы, арҡаһынан һөйөп йыуатырға тотондо. Мин ситкәрәк киттем. Бик тә күңелгә ауыр ине. Фәтхулланың һеңлеһенең дә, бирешмәҫкә тырышыуы күренеп торһа ла, ахыр сиктә, түҙеме бөттө, һығылып төшөп, илай башланы, битен баҫып, палатанан сығып уҡ китте. Был ауыр күренешкә артабан да шаһит булып тороу мөмкин түгел ине. Мин палатанан яй ғына сыҡтым. Басировтың һеңлеһе, коридор ишегенең яңағына һөйәлеп, буҫығып-буҫығып илай ине. Уның янына барып, сәсенән һыйпап йыуатҡым килде, тик бындай хәлдә ҡайҙан табаһың инде уның күңеленә йыуаныс бирерҙәй һүҙҙәрҙе? Аптырағас, мин, бөксәйеп алып, үҙебеҙҙең палатаға инеп киттем.

Иҫәнләшмәй ҙә сығып китеү уңайһыҙ булды. Тик ни хәл итеп, уларҙың үҙ ҡайғыһы — ҡайғы булғанда, хушлашып йөрөйһөң инде. Кире инеп, был ауыр күренешкә ҡабат шаһит булғы ла килмәй. Ниндәй генә яҡшылыҡ эшләй алам һуң мин уларға?

Мин үҙ койкама барып ауҙым. Басировтың фажиғәле яҙмышы, уның ғаиләһенең тәрән ҡайғыһы тураһындағы уйҙар, болотло көн шикелле, мине баҫҡандан-баҫа бара. Ҡасан йоҡлап киткәнмендер — хәтерләмәйем. Киске аш килтергәс, уяттылар. Тамағыма аш барырлыҡ түгел ине.

Иртәгеһенә иртән мин өйҙәгеләргә һәм фронттағы дуҫтарыма хат яҙырға ултырҙым. Ниндәйҙер ҙур дәрт, юғары илһам менән яҙҙым мин уларҙы. Был тиклем йылы һүҙҙәрҙе барыһына ла ҡайҙан табып бөтөрҙөм икән? Хаттарҙың һәр береһендә үҙемдең хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә хәбәр итеү менән бергә һәр бер хатта Басировтың ауыр хәлен дә һөйләп бирҙем. Фронттағы иптәштәремдең һәр береһенә айырым-айырым яҙҙым. Улар, бәлки, хәҙер бергә лә түгелдәрҙер. Иҫәндәрме икән инде улар? Мин фронттан киткәндә, Байғужа, еңел яраланып, дивизионный лазаретта ята ине; бары Новиков, Индрил һәм Иртуғановтар ғына әлегә һау-сәләмәттәр ине. Ундағы хәлдәр мәғлүм инде. Бер минут элек кенә һин дә мин булып йөрөгән кеше икенсе минутта был донъяны ҡуйған булып сыға. Иҫәндәрме икән минең дуҫтарым? Уларҙы уйлай башлаһам, әллә ни эшләп Басиров тоҡтомалдан күҙ алдыма килә лә баҫа. Уның кеүек һуҡыр ғына булып ҡалмаһындар инде.

Иптәштәрем хаҡында уйлағанда, яңынан Новиковтың һуғыш хаҡындағы ҡырҡыу, нәфрәтле һүҙҙәрен, Индрилдың оҙон, аҡыллы, баҫалҡы фәлсәфәһен тыңлағы килеү теләге тәҡәт

289




бирмәй. Уларҙың инде яңы һүҙҙәре барҙыр, уларҙы яңы иптәштәренә һөйләй торғандарҙыр. Бәлки, инде улар мине һәләк булған тип иҫәпләйҙәрҙер, һирәк-һаяҡ ҡына, мәрхүм, тип иҫкә алаларҙыр. Э уларҙың һындары минең күҙ алдымда тере булып уйнап тора. Ьәр береһе менән донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, фронт юлдарының үлемесле хәтәрлектәрен бергәләп баштан кисергән йән дуҫтарымды, айырылышҡанға ваҡыт күберәк үткән һайын, уларҙан алыҫлашҡан һайын, нығыраҡ һағына, йөрәгемә яҡыныраҡ күрә барам. Бергә саҡта күрә лә белмәгәнмен икән; уларҙың һәр береһенең яңынан-яңы күркәм сифаттарын торған һайын күберәк асам.

Ҡайһы берҙә Новиковтың ҡаштары емерелә, ул, телен йотҡандай, өнһөҙ ҡала торғайны. Ғәҙәттә, бындай мәлдәрҙә ул иренен мыҫҡыллы ҡыйшайтып, аралаш тешен шығырлатып, хәҙер кемгәлер осоп ҡунырҙай булып асыуланып, ҡырын ята торғайны, ә ҡулына алған берәй нәмәне был мәлдә өҙлөкһөҙ рәүештә бармаҡтары менән ыуалай ҙа ыуалай. Бындай саҡтарында уға һүҙ ҡушып тороу ҙа файҙаһыҙ. Уның был ҡылығының дауыл алдынан була торған тынлыҡ икәнен төшөнөп өлгөргәйнек инде. Ошондай ваҡытында уға өндәшеп бимазаламаһаң, дауыл тиҙерәк ҡуба. Үҙен борсоған уйҙар әсенә генә һыйышып ҡала алмай, ташҡын булып бәреп тышҡа урғыла. Ул ҡулында әүәләгән нәмәһен һелтәнеп атып бәрә, тирә- яҡтағыларҙы тертләтерлек итеп, ҡапыл урынынан һикереп тора, шунан инде әсендә ҡайнағандар тышҡа атлыға башлай:

  • Ьуң әҙерәк мейеләрҙе ҡыбырлатып, ошо ябай ғына хәҡиҡәтте төшөнөргә ваҡыт бит инде! Кем өсөн түгәбеҙ беҙ был ҡан даръяларын? Аңра һарыҡтар өйөрө беҙ, вәт! Их, бөтөн донъя ишетерлек итеп ҡысҡырыр әмәлен табаһы ине. Ьуғымға килтерелгән хайуанмы ни беҙ? Тик шуға оҡшап торабыҙ инде... Үҙ ҡәҙеребеҙҙе үҙебеҙ белеп, тауыш күтәрмәгәс...

Бына шулай ҡапыл ғына ул ялҡынлы үткер һүҙҙәр һибергә тотона, улар, мейегә үтеп инеп, көйҙөргөс осҡондар ҡабыҙалар, тәрәнгә йәшеренеп йоҡомһорап ятҡан фекерҙәрҙе уяталар, терелтәләр. Кемдеңдер алҡымынан матҡып алып, һелкетке килеү теләге тыуа.

Бындай мәлдәрҙә Индрил, ниңәлер, һул ҡулының бармаҡтарын тырпайтып, сәсен өҙлөкһөҙ артҡа тарарға тотона. Был ваҡытта уның киң тигеҙ маңлайы тағы ла киңерәк булып күренә, ә ҡара күҙҙәре тағы ла үткерерәк ҡарашлыға әйләнә. Уның күңелен көслө тойғолар биләп алғанда, йөҙөндә айырыуса рухланыу билдәләре балҡып яҡтырып китә. Ул, бер нөктәгә төбәлеп, һүҙен башлап алып китә:

  • Минеңсә, донъя һуғыштан һуң да был хәлендә ҡала алмаҫ, ҡырҡа үҙгәрер. Ни әйтһәң дә, кешенең аҡылы тик тормай, һаман эшләүендә, яҡшы тормош әмәлдәрен әҙләүендә бит. Ҡасандыр бер Стенька Разин да, Пугачев та иҙеүселәренә ҡар

290




шы яу булып баш күтәргәндәр. Ниндәй ваҡытта әле! Э 1905 йылда Петроградтың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр. Питер эшселәренә был юлы бөтә һалдат, бөтә ил ҡушылһа, улай ғына булмаҫ әле...

Бик оҙаҡ һөйләй ул был хаҡта, һөйләгән һайын рухлана бара.

Бөгөн килеп дуҫтарымдың һөйләгән һүҙҙәре асыҡ булып иҫкә төшә, һәм уларҙың тауыштары, айырым-асыҡ булып ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тора һымаҡ. Шулар менән рухланып, мин был хаҡта үҙемдең мөнәсәбәтемде иптәштәремә оҙон-оҙон итеп яҙҙым. Тик, белмәйем, цензура үткәрерме икән? Быны, уларҙан яуап хаты килмәйенсә, белеп булмай.

Мин күберәк ваҡытымды Басиров янында үткәрәм. Хәҙер инде ул аҡрынлап ҡына урынынан ҡуҙғала һәм, минең яурыныма таянып, ары-бире йөрөштөрә ала башланы. Күҙе ҡабат күреүҙән өмөт өҙөлгән икән инде, врачтар, һис юғында әүәлгесә яҡшы ишетһен өсөн, күп көс һалырға тотондолар. Уны ҡарарға йыш ҡына специалист-врачтар килеп тора. Уларҙы Ба- сировтың ҡатыны үҙ иҫәбенә яллап ебәрә икән. Хәҙер инде Фәтхулла ап-аруҡ яҡшы ишетә һәм быға һөйөнөп бөтә алмай.

  • Әлдә ҡолағым асылып килә әле. Уныһы ла ишетмәһә, бер нәмәгә яраҡһыҙ ит киҫәге булып ятыр инем шунда, — ти ул ҡат-ҡат. Мәскәүҙә яҡындары эргәһендә булыуына ла ул ҡыуанып бөтә алмай. — Улар янында булмаһам, күптән теге донъяла булыр инем, — тип ҡуя.

Кеше, ниндәй генә хәлдә булһа ла, йәшәргә тырмашып ята, бер нигә яраҡһыҙ булып ҡалғанда ла, яҡты донъянан һис туймай ул.

Мин бөгөн Басиров янында бик оҙаҡ ултырҙым. Миңә ул үҙенең үткән ғүмерен һөйләне:

  • Мин үҙем Ҡазан губернаһының Төтөш әйәҙендә тыуғанмын. Миңә алты йәш саҡта атайым, ғаиләһен алып, эш эҙләргә сығып киткән. Шунан бирле минең тыуған еремдә бер генә мәртәбә лә булғаным юҡ. Ҡайһы ерҙә тыуғанымды паспортым буйынса ғына беләм. Атайым нефть промыслаларында ла эшләне, күмер ҙә соҡоно, һуңынан тире иләүсе һәнәренә өйрәнеп алды. Ул бик күп йылдар Мәскәүҙә, бер туган Ҡарамышев- тарҙың фирмаһында эшләне. Шунда үлеп тә китте. Унан бына беҙ Ғәйшә менән икәү тороп ҡалдыҡ. Атайым иҫән саҡта, әҙерәк уҡып ҡалғайным; ул үлгәс инде, малай ғына көйөмсә, шул уҡ Ҡарамышевтарға эшкә ялландым. Башта тамаҡ хаҡына гына эшләнем. Аҙағыраҡ айына биш һум аҡсалата ла бирә башланылар. Бер аҙҙан бүрек тегеү һәнәрен үҙләштерҙем. Ай-й, мин теккән ҡаракүл бүректәр бөтә Мәскәүҙә дан тота ине. Куғыш алдынан инде мин айына етмеш биш һумға тиклем эш хаҡы төшөрә башлағайным. Хәҙер ул һөйгән эшемдән ваз кисергә тура килер.

291




һөйләүенән шул урында өҙөлөп, ул, ҡаны ҡыҙған кешеләрсә, сикәләрен, башын ышҡырға, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, күҙенең повязкаһын төҙөткеләргә тотондо. Уға ҡарап тороуы ҡыйын ине, йыуатыр һүҙҙәр ҙә юҡ. Басиров ауыр ғына көрһөндө лә былай тип өҫтәп ҡуйҙы:

  • Улым бик йәш, шуныһы ҡыҙғаныс. Мин уны уҡытырмын, кеше итермен тип өмөтләнә инем. Незнай инде, ни эшләргә хәҙер? Уға ла, үҙем кеүек, сабый ғына көйө фабрикант тупһаһына барып, бүрек һалырға тура килмәһә ярай ҙа бит...

Басиров һөйләгәндә, мин бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡыҫтырманым. Бары аҙаҡтан ғына әйтеп ҡуйҙым:

  • Йәштәргә хәҙер мөмкинлек ҙурыраҡ булыр әле. Улар үҫкәнсе, һуғыш та бөтөр.

Басиров бер аҙға, башын артҡа ташлай биреп, өндәшмәй ултырҙы, шунан былай тип ҡуйҙы:

  • һин, Булат туғанҡай, миңә бик ҙур ярҙам күрһәтәһең, һин бында саҡта мин бынан йырылып сыға алһам, үҙеңде бер алҡынғансы һыйлап ебәрер инем.

Был вәғәҙә мине бик мауыҡтырҙы. Мин инде бер нисә мәртәбә уларҙың тормошон, Ғәйшә исемле сибәрҙең нисек йәшәгәнен күҙ алдыма килтерергә тырышып ҡарағайным. Минең улар ғаиләһендә булғым килеү теләге көсәйгәндән-көсәйә ине. Ғәйшә ағаһы янына килеп киткән саҡтарҙа, мин уға ҡарап-ҡарап, үҙем дә һиҙмәҫтән, уфтанғылап та ҡуям.

Миңә Басировтарҙың өйө бик күркәм итеп йыйыштырылған, бик яҡтылыр булып тойола; унда мине, моғайын, яҡты йөҙ менән ҡаршыларҙар, мин үҙемде сикһеҙ бәхетле итеп тойормон шикелле. Тик быга тиклем улар өйөндә булыу хыялымды тормошҡа ашырырға һылтау таба алмай ғына йөҙәй инем. Басировтың был һүҙе мине ҡанатландырып уҡ ебәрҙе.

Килеп тарыған ҡыуаныстандыр, ахыры, мин һүҙгә әүәҫләндем дә киттем, үҙемдең башымдан үткәндәрҙән Басировҡа ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләргә тотоноп алып киттем. Һөйләүгә мауығып, ҡайһы бер нәмәләрҙе арттырыбыраҡ та ебәргеләйем шикелле. Ундай урындарҙа әҙерәк туҡтап, Басировтың асыҡ ҡалған урындарынан йөҙ сырайының үҙгәрешен күҙәтәм. «Эй-й туғанҡай, әҙерәк фәстерәһең түгелме?» — тип, маҡтан- сыҡлыҡта ғәйепләп, мыҫҡыллап ултырмаймы икән? Уның сырайына ышанмау, һөйләгәндәремдең дөрөҫлөгөнә шикләнеп ҡарау ғәләмәттәре ҡалҡмағас, артабан дауам итәм. Күңелем килһә, апаруҡ һүҙ оҫтаһымын да икән үҙем! Башым нимәнән дер таҙарынып, асылып ҡалған һымаҡ, фекерҙәр таҫмалай ағылып сығып ҡына тора. Бындай рухланып, илһамланып киткән саҡтарым һирәк була шул.

292


УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Петроградҡа ҡарағанда, Мәскәү ҡояшлыраҡ ҡала, тиҙәр. Ысынлап та, мин лазареттан Басировтарға йүнәлгәндә, ҡышҡы көн булһа ла, салт аяҙ ҡояшлы ине. Бындай көндәрҙә Мәскәү йылмайып тора һымаҡ, тик сиркәүҙәрҙең алтын ялатылған манараларының ҡояш нурҙарында һалҡын емелдәүе был йылмайыуҙы һыуыта төшә һәм ошо матур ҡаланы беҙгә, ситтән килгән кешеләргә, ят яһай.

Ҡояш нурҙарына ҡойонған шаулы урамдарҙың береһенә сыҡҡас, үҙемде иректә һиҙеп, былай ҙа яҡшы кәйефем тағы ла нығыраҡ күтәрелеп китте. Кәр ерҙә бик күп тәҙрәле күп ҡатлы йорттар... Уларҙа кемдәр тора икән? Был йорттарҙа тороусыларҙың һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос нәмә икәненән хәбәрҙары бармы икән? Миллиондарҙың йәшәү менән үлем сигендә ниндәй яфалар күргәндәрен беләләрме икән? Миңә ҡалһа, был ғәләмәт ҙур өйҙәрҙең ҡалын стеналары аша һуғыш шаңдауы, миллиондарҙың аһ-зар ауаздары үтеп инә алмайҙарҙыр, шикелле. Унда, моғайын, тыныс ҡына, ғәмһеҙ генә тормош ағалыр, эстәре бошоуҙан кешеләр кирелеп, ауыҙҙарын асып иҫнәйҙәрҙер һымаҡ.

Ҡышҡы ҡояштың һалҡын нурҙарына ҡойоноп ултырған Мәскәү миңә әкиәттәге ҡала һымаҡ булып күренә. Бындағы урамдар, урам буйлап өҙлөкһөҙ ағылған кешеләр, өйҙөр, хатта айырым кирбесенә тиклем — һәммәһе лә миңә ят бауыр булып күренә. Бары һирәкләп осраштырған һалдаттар ғына, нисектер, туғандарым кеүек яҡын тойолалар. Улар ҙа Мәскәү хаҡында, тап мин уйлағанса уйланып, үҙҙәрен был ҡалала ситһенеп киләләрҙер, моғайын.

Мин Басировтарға китеп барам. Лазарет ҡапҡаһынан сыҡмаҫ борон улар ғаиләһе, туғандарым кеүек, яҡын булып тойола ине. Урамға сығып, башымдан Мәскәү тураһындағы әлеге уйҙар үткәс, үҙем алдан көткән осрашыу шатлығы яйлап һүрелә барғандай, уларға ҡарата яҡынлыҡ тойғоһо кәмей төшкәндәй булды. Улар өйөндә мин күҙ алдына килтергән гүзәллек, ниңәлер, атлаған һайын, төҫһөҙләнә бара. Уларҙы күргем килеү теләге лә байтаҡ кәмене; мин бары унда трамвайға ултырғаным өсөн генә, трамвай алып китеп барғаны өсөн генә барамдыр төҫлё. Хәҙер инде, әллә кире боролаһымы икән, тип тә уйлаштыра башланым. Уларҙың йортона барып етә алмам кеүек, барып еткән сүрәттә лә, өйҙәренә инергә баҙнат итмәм кеүек. Басировтар ғаиләһе менән уларҙың үҙҙәренең өйөндә осрашыу хыялы быуға әйләнеп осоп бөтөп бара; уның урынын ниндәйҙер үкенес, хатта нимәгәлер асыу килеү тойғоһо биләй. Нимә өсөн, кемгә асыуланам мин, һис тә асыҡ итеп атап әйтеп бирә алмайым. Покровский ҡапҡаһы тәңгәлендә мин трамвайҙан төштөм һәм бер ғәмһеҙ, бер маҡсатһыҙ урам ҡыҙырып

293




йөрөгән кеше аҙымы менән тротуарға сыҡтым. Тәмәке тоҡандырҙым, үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙе күҙәтеп, бер урында оҙаҡ баҫып торҙом, әш юҡтан эш булһын тип, вывескаларға күҙ йөрөттөм. Тора торғас, кешеләрҙән ояла башланым. Улар минең һис мәғәнәһеҙгә бер урында тапанып тороуымдан шикләнәләрҙер йәиһә көләләрҙер һымаҡ тойола. Шунан мин күңелемдән генә: «Ни булһа ла булыр», — тип ҡул һелтәнем дә, ҡулдарымды шинель кеҫәһенә тығып, Уланский тыҡрығына ҡарай эре-эре аҙымдар менән атланым. Шинелемде фронттан сыҡҡаны бирле беренсе мәртәбә кейергә биргәйнеләр. Уның бер кеҫәһендә бармағы иҙерәп тишелеп сыҡҡан һыңар һалдат бейәләйе, икенсеһенең төбөндә окопта тартылып бөтмәй ҡалған махорка бар ине. Кеҫәмдәге «байлыҡ» мине йәнә килеп ҡы- йынһыратты, әйтерһең дә, инде мин Басировтарға барып ингәс, мотлаҡ уны кемдер ҡапшап ҡараясаҡ. Мин ҡулдарымды кеҫәмдән тиҙ генә тартып алдым да, һалдаттарса тыҡ-тыҡ баҫып, ары киттем.

Бына мин Басировтар квартираһының алдында торам, ләкин ишек шаҡырға ҡыйыулығым етмәй әле. Баҫҡыста үҙемдең артымда аяҡ тауыштары ишеткәс кенә, шаҡырға батырлығым етте, сөнки менеп килеүсе мине ошо ишек алдында асыҡ бер маҡсатһыҙ һерәйеп торған хәлдә тап итһә, әллә нәмә уйлауы бар ине. Ишек асылып китеп, унда Шәмсиә ханымды күргәс, мин, ни өсөндөр, артыма сигенә биреп ҡуйҙым һәм, инергә артыҡ теләге булмаған кешеләрсә, урынымда тора бирҙем.

  • Рәхим итә күрегеҙ!

Ошолай ихлас күңел менән саҡырғанды ишеткәс кенә, урынымдан ҡуҙғалдым. Алғы яҡҡа ингәс тә әле, тирә-яғыма күҙ йүгертеп, бер аҙ баҫып торҙом. Өй эсе тып-тын ине. Шәмсиә ханым артымдан ишек элгесен эләктереп ҡуйғас, миңә сисенергә, түргә уҙырға ҡушты. Сәйҙәрҙә бик затлы пальтолар эленеп тора, улар янында минең шинелем бигерәк меҫкен күренә. Мин үҙ ихтыярымдан тыш кеҫәләремде сабыуым менән йәшерә биреп ҡуйҙым. Ҡаушауымдан мин быларҙы бик килешһеҙ хәрәкәттәр менән эшләнем, арҡамдан тир бәреп сыҡты, ҡыҙарынғанымды һиҙҙем. Миңә ҡала квартираларында бик һирәк булырға тура килә шул, һәм уларға ингән һайын ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ һиҙәм, ятһынып, ҡаушап ҡалам.

  • Үтегеҙ, үтегеҙ! — Шәмсиә ханым мине түргә уҙырға ҡыҫтаны.

Шуның артынса эске бүлмәләрҙең береһенән Фәтхулланың ҡарлығыңҡыраған тауышы ишетелде:

  • Әйҙүк, әйҙүк, Булат. Беҙ һине күптән көтәбеҙ. — Уның тауышын ишеткәс кенә, миңә йән инеп ҡалды, һәм мин бәләкәй генә йыйнаҡ залға үттем. Унда йомшаҡ мебель ҡуйылған. Гөлдәр бик күп. Стеналарҙа яҡшы картиналар. Кеше ниндәй

294




матур нәмәләр солғанышында йәшәй, ә үҙе шуны күреү мөмкинлегенән мәхрүм тигән уй башымдан йүгереп уҙҙы.

Мин ҙур көҙгөлә үҙемдең һынымды күрҙем. Затлы нәмәләр тулы залда ул айырыуса меҫкен булып күренә.

һул яҡта йоҡо бүлмәһе. Фәтхулла шунда карауатта ята. Уны лазареттан өйөнә ҡайтарыуҙарына өс кенә көн була әле. Мин, уның янына уҙып, иҫәнләштем. Фәтхулла, ҡалҡына биреп, миңә ике ҡулын да һондо, мин ҡулдарымды биргәс, ул уларҙы оҙаҡ ебәрмәй ҡыҫты. Килеүемә ихлас күңелдән һөйөнгәне күренеп тора. Был минең ҡыйыуһыҙлығымды ҡыуа башланы. Мин инде, Фәтхулла янына йәп ләп ултырып алып, уның менән һөйләшә башларға ғына йыйынғайным, бүлмәгә биттәре һалҡындан алма кеүек булып алһыуланған, уйнап торған ҡара күҙле теремек бер малай шаулап килеп инде. Ул шаҡмаҡлы пальто, ҡаракүл бүрек кейгән. Кейеме уға бик килешеп тора.

  • Һаумы, ағай, — тип минең менән ҡыйыу ғына иҫәнләште ул, һалҡында өшөгән бәләкәс кенә йомшаҡ ҡулын биреп күреште, шунан атаһына ташланды. — Атай, хәҙер күҙең ауыртмаймы инде?

  • Юҡ, ауыртмай, улым.

  • Атай, ә докторҙар һиңә яңы күҙ яһап ҡуя алалармы?

  • Ҡуя алалар... быяланан.

  • Э быяла күҙ күрәме һуң?

  • Улым, беҙ унда фонарҙар ҡуйырбыҙ.

Был һүҙҙәрҙе Фәтхулла шаян тон менән һөйләһә лә, уның ғазап кисергәне күренеп тора ине. Күрәһең, улын үҙенең йөрәген телгеләй торған һорауҙар биреүҙән туҡтатыр өсөндөр инде, Фәтхулла улын күкрәгенә ятҡырып, ҡосаҡлап һөйҙө лә сығып сисенергә ҡушты.

  • Мин сисенеп тормайым, — тине малай. — Мин һалдат ағайҙы күрергә генә индем. Мин хәҙер Фуат менән уйнарға сығам. — Шунда уҡ сығып та китте.

Мин, тиҙерәк Ғәйшәне күреү теләге менән, минут һайын залға сыға торған ишеккә ҡайырылып ҡарайым. Ҡолаҡтарым, берәй ерҙән уның матур тауышы ишетелмәҫме икән тип, аулай. Ҡыҙыҡ, нимә тип һүҙ ҡушаһы икән уға?

Мин көткән Ғәйшә урынына алъяпҡыс быуған Шәмсиә ханым ишектә күренде, ул комодта соҡсонорға тотондо, эш араһында, үҙ-үҙенә әйткән төҫлө, ауыҙ эсенән генә:

  • Э улар һаман да юҡ, — тип ҡуйҙы.

Минең ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Кемдәр икән ул «улар»? Э Ғәйшә булһа, ниңә «ул» гына тимәй? Йәнәһе, мин үҙем гел Ғәйшәне уйлап, уны күрергә өмөтләнеп торғас, һүҙ мотлаҡ уның хаҡында ғына барырға тейеш инде. Моғайын, ул әхирәттәре менән бергә ҡайтырға тейештер. Шуға «улар» тигәндер.

295




Мин өҫ-башыма тағы ла иғтибарлыраҡ итеп күҙ йүгертеп сыҡтым. Итегемдең башы ҡырылған икән. Ниңә инде шунда юл буйында таҙарттырып алырга башыма килмәне икән? Ҡулдарым да уйға ҡалдырҙы, тырнағымды киҫергә лә онотҡанмын да баһа, улар араһына кер тулған. Мин уларҙы тиҙерәк шырпы менән таҙартырға тотондом. Фәтхулла ағай быны, әлбиттә, күрмәй инде.

  • Окоптарҙа ятҡан саҡта ошолай матур, тыныс өйгә ҡайтылыр тип, башҡа ла килтереп булмай ине бит инде. Беҙгә лә яҙған икән ошондай тыныслыҡта әҙерәк рәхәтләнеп ултырырға, — тинем мин, оҙаҡҡараҡ һуҙылған тынлыҡты боҙор өсөн генә.

  • Эй-йе-е, туғанҡайым... — тине лә Фәтхулла ағай, йәнә тын ҡалды. Күрәһең, ул үҙенең ауыр яҙмышҡа тарыуы һәм киләсәге хаҡында хәсрәтле уйға талғандыр. Мин дә уның кәйефенә бирелдем, әммә ишеккә күҙ һалыуымдан туҡтаманым.

Шунда Фәтхулла улының яңғырауыҡлы тауышы ишетелде:

  • Атай, еҙнәмдәр килде!

- Бик һәйбәт, бик һәйбәт! — тине Фәтхулла һәм, урынынан тороп, кейенә башланы. Мин залға сыҡтым. Тиҙҙән ишектә урта буйлы, әҙерәк һипкелле аҡшар1 ир күренде: ул өр-яңы ҡаракүл бүрек, шундай уҡ яғалы ҡиммәтле тауарҙан тегелгән пальто кейгән. Уға ҡаракүл жакет кейгән Ғәйшә әйәргән.

Сисенгәс, ир кеше залға үтте, минең менән үтә ҡоро итеп иҫәнләшкәс, Фәтхулла бүлмәһенә инеп китте.

  • Һин тороп мәшәҡәтләнмә, беҙ һинең әргәңө үҙебеҙ ултырырбыҙ, — тине ул минең менән иҫәнләшкәндәге кеүек үк ҡоро һәм ҡырҡыу тауыш менән.

Үҙемә ҡарата һауалы мөнәсәбәт күрһәткәс, миндә лә тәкәбберлек тойғоһо уянды, үҙемде бында артыҡ һанап, тиҙерәк хушлашып, сығып киткем килде, ләкин шунда алдыма, ҡояштай балҡып, Ғәйшә килеп баҫты һәм, ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫып, иҫ китмәле яғымлы итеп йылмайҙы:

  • һаумыһығыҙ! Беҙ һеҙҙе күреүебеҙгә ифрат шатбыҙ. Ағайым ҡайтҡаны бирле һеҙҙе һөйләп бөтөрә алмай.

Ғәйшә һылыу менән аяғүрә тороп иҫәнләшкәс, мин йомшаҡ диванға кире ултырҙым. Ул да миңә яҡын ғына килеп ултырҙы. Килеп ингәс тә, Ғәйшәнән өйгә тәмле хуш еҫ таралып киткәйне; ул бик матур ал күлдәк кейгән, муйынына йоҡа ғына аҡ ебәк шарф ураған. Беләк йыуанлыҡ ҡалын ҡара сәс толомон яурыны аша нәфис ҡалҡыу күкрәгенә һалған.

Уны бысратыуҙан ҡурҡҡан шикелле, мин ситкәрәк шылыштым.

Илгәҙәк Ғәйшә, миңә табан тартыла төшөп, бер ҡатлы ғына һорауҙар менән күмеп ташланы.

1

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет