Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет20/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21
Аҡшар — аҡһыл һары сәсле, аҡ сәсле.

296


  • Ьеҙ фронтта оҙаҡ булдығыҙмы?

  • Ике йылдан ашыуыраҡ.

  • Әлдә иҫән сыҡҡанһығыҙ әле.

  • Күрәһең, Алла һаҡлағандыр.

  • Унда, фронтта, нисек ашаталар?

  • Эләккәндә ашайһың, әләкмәһә, асҡа әләңләп тик йөрөйһөң.

  • Унда үлгәндәрҙе нисек күмәләр?

  • Атыш туҡталғансы, улар ауған урындарында тәгәрәп ята бирәләр, шунан арлы-бирле йыйыштырып, ҙур итеп соҡор ҡаҙып, барын бергә шунда ауҙаралар.

  • Ҡот осҡос!.. Үҙҙәренә фронт яҡынлашҡас, шул тирәләге ауыл кешеләре снарядтарҙан нисек йәшеренәләр?

  • Улар өйҙәрен ташлайҙар ҙа тылға ҡасалар.

  • Ә һеҙ немец һалдаттары менән нисек һөйләшәһегеҙ?

  • Мылтыҡтан бер-беребеҙгә атышып...

Беҙ ошондай һүҙҙәрҙе һөйләшеп ултырған арала, Фәтхулла менән Ғәйшәнең ире залға сыҡтылар. Ҡунаҡ кеше миңә һирпелеп тә ҡараманы, бары Фәтхулла менән генә һөйләшеүендә булды.

Шунда Шәмсиә ханым, был яҡҡа сығып, беҙҙе өҫтәл тирәләй ултырышырға саҡырҙы. Мин бер ситтән генә ултырырға иткәйнем дә, Шәмсиә ханым, ай-вайыма ҡарамай, иң түрҙән, Фәтхулла янынан, урын күрһәтте, икенсе яғыма һис бер тартыныуһыҙ Ғәйшә килеп ултырҙы. Тағы ла урыным уның йәнәшәһенән тура килгәс, минең күкрәгем ҡыҫа башлаған төҫлө тойолдо, тауышым да, тәбиғилеген юғалтып, нисектер, ҡалтырауыҡ булып сыға башланы. Мин Ғәйшәгә боролоп ҡарамаҫҡа тырышып, йышыраҡ Фәтхулла менән һөйләштем. Тик Ғәйшә һис кенә лә мине тыныслыҡта ҡалдырырга теләмәне, бер ҡатлы гына һорауҙарын яуҙырҙы ла яуҙырҙы. Мин урлап-урлап ҡына уның иренә күҙ йүгертеп алам. Үҙен ҡоро тотоуына ҡарап хөкөм йөрөткәндә, уның көнсөл кеше икәнлегенә иманым камил ине. Ә алсаҡ Ғәйшә үҙен бик иркен һиҙә.

Ғәйшәгә ҡарата булған бөтә хыяли уйҙарым юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡасан килеп күрермен икән тип атлығып торған Басировтар өйөнөң ярты йәме кәмене лә ҡуйҙы. Мин был өйҙә үҙем өсөн һис ғәҙәти булмаған, әллә ниндәй зиннәтле һарайҙарҙа ғына була торған нәмәләр күрермен, уның эсе тулы бәхет тә шатлыҡ ҡыналыр, тип күҙ алдыма килтерә инем. Әлбиттә, алдан уйлаған матурлыҡтарҙың күбеһе бар был өйҙә, ләкин унан шатлыҡ ҡасҡан. Өйҙәгеләрҙең барыһының да өҫтөнә ауыр ҡайғы болото аҡтарылып төшкән; күрәһең, әле был өйҙә бик оҙаҡ ҡайнар йәштәр түгерҙәр, әсе яҙмыштарынан зарланырҙар, киләсәк тормоштарын нисек итеп ҡороу тураһында баш ватырҙар. Күренеүенсә, был — юнылған

297




таш кеүек һалҡын, һипкелле битле кеше менән Ғәйшә һылыу ошо ғаиләнән оҙаҡламай һыуынырҙар. Ул саҡта инде Фәтхулла менән Шәмсиә ханыма ауыр тормош йөгөн икәүләп кенә тартырға тороп ҡалыр.

Ошо уйҙар менән мәшғүл булып ултырғанымда, Ғәйшә миңә йәнә өндәште:

  • Фәтхулла ағайым һеҙҙе, һуғыш хаҡында бәйеттәр сығарған икән, тигәйне. Шуларҙың берәйһен беҙгә әйтеп күрһәтегеҙ әле.

Ул минең иң ауыртҡан еремә ҡағылды. Нисек инде мин ошонда бәйеттәремде әйтеп ултырайым?

Тик шунда Фәтхулла үҙе лә, Ғәйшәнең һүҙенә ҡушылып, мине ҡыҫтарға тотондо.

  • Ысынлап та, Булат туғанҡайым, беҙгә берәй бәйетеңде уҡып ишеттер әле. Бик матур итеп, килештереп сығарғанһың һин уларҙы.

Мин бөтөнләй юғалып ҡалдым. Мин бит ул бәйеттәремде бындай урындарҙа кешеләргә уҡып йөрөр өсөн түгел, хаттарыма яҙып ебәрер өсөн генә сығара инем. Бер мәл, Фәтхулла ағай менән лазаретта һөйләшеп ултырғанымда, телем сиселеп китеп, уға бәйеттәремде уҡып күрһәтәһе иткәйнем шул. Күрәһең, ул, өйөнә ҡайтҡас, шуларҙы һөйләп тә өлгөргән.

Мин, ҡыҙарынып, ыҡ-мыҡ иттем, арҡамдан тир бәреп сыҡты. Шунда һылтауын да таптым:

  • Уларҙы алып килмәгәнмен бит әле. Яттан белмәйем. Икенсе бер ваҡытта килтереп уҡып китермен, — тинем мин, асылда бар бәйеттәремде яттан белһәм дә.

Бүтәнсәләй ҡыҫтап булашманылар, шулай ҙа Ғәйшә әйтеп ҡуйҙы:

  • Ьеҙ уны, күсереп яҙып, миңә иҫтәлеккә ҡалдырырһығыҙ, ярармы?

  • Ярар, күсерермен, — тинем мин әүәҫ кенә. Ғәйшә бер туҡтауһыҙ һөйләшә һәм күберәген гел миңә өндәшә. Уның ире бары Фәтхулла менән генә әңгәмә алып бара, унда ла уларҙың һүҙҙәре бары сауҙа мәсьәләләре, приказчиктарҙың хәле тирәһендә генә өйөрөлә. Тел төптәренә иғтибар итеп хөкөм йөрөткәндә, кейәү кеше приказчик булырға тейеш ине.

Ә Ғәйшәнең һорауҙары башлыса һуғыш, фронт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Үҫеп буйға еткән, кейәүгә сыҡҡан кеше булһа ла, уның һорауҙарының барыһы ла тиерлек балаларса бер ҡатлы булып сыға, хатта шулай һөйләшеүе наҙлы, илгәҙәк йәш ҡатынға килешеп, уны биҙәй һымаҡ. Үҙе өҫтән-мөҫтән һөйләп, еңелсә генә бирелгән яуаптарға ла ҡәнәғәт була.

Өҫтәл тирәләй ултырған сағыбыҙҙа ул иренә бер генә тапҡыр ҙа күтәрелеп ҡараманы һәм уға өндәшмәне лә. Шулай уҡ ире лә уны бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырҙы.

298




Ни эшләптер, мәжлес тамам булғансы, миндә гел Ғәйшәгә ҡарата ҡыҙғаныу тойғоһо ғына булды. Ул миңә бик яңғыҙҙыр, эс серҙәрен һөйләшер, уртаҡлашыр кешеһе лә юҡтыр һымаҡ тойолдо. Был мөхиттә уға, моғайын, күп нәмәләр етмәйҙер, һәм ул ҡайҙалыр пырылдап осоп сығып китергә һәр ваҡыт талпынып йәшәйҙер. Хәрби аэропландар хаҡында һүҙ ҡуҙғалғас, ул хыялдарын ҡысҡырып уҡ әйтеп һалды:

  • Их, ул аэропланға ултырып, алыҫҡа-алыҫҡа осоп китеп була торғандыр! Мин, ир кеше булһам, бында, Мәскәүҙә, түҙеп ултырмаҫ инем. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға осор ҙа китер инем.

Был саҡта уның ҡиәфәте бөтөнләй үҙгәреп китте: алһыу бите бер аҙ ослая төшкәндәй булды, ҡаштары юғары сөйөлдө, нурлы күҙҙәрендә өр-яңы осҡондар йылтырашты. Унан күҙҙе айырып алыу ҙа ҡыйын был ваҡытта. Тик... ярамай.

Аш янында күпме ултырғанбыҙҙыр, мин ваҡыт тойғоһон юғалттым. Шунда кейәү кеше кеҫәһенән ҙур көмөш сәғәтен сығарып ҡараны һәм Ғәйшәгә өндәште:

  • Беҙгә ваҡыт, һөйөклөм.

Улар ҡуҙғалдылар. Миңә лә ваҡыт етте.

  • Ҡатын кешенең ҡырылмаһа ҡырҡ эш инде ул. Беҙҙең менән күңел бөткәнсе һөйләшеп ултырып та булманы, — тип Шәмсиә үкенеп алды. Ысындан да, был арала Шәмсиә ханым бер өҙлөкһөҙ өҫтәл янынан аш яғына, унан өҫтәл янына йүгергеләп кенә торҙо шул. Табын тирәһенә һирәк йоҡто.

Китер алдынан Ғәйшәнең ире минең менән, күрешкәндәге кеүек үк, үтә ҡоро хушлашты, ә Ғәйшә, бик күп, бик йылы теләктәрен әйтә-әйтә, минең ҡулымды оҙаҡ ҡыҫып торҙо.

  • Вәғәҙәгеҙҙе онота күрмәгеҙ. Миңә бәйеттәрегеҙҙе күсереп бирерһегеҙ, йәме? — тине ул иң ахырҙан.

Мин әүәҫ кенә баш ҡаҡтым.

Ул китте, өй эсе буп-буш булып ҡалды, шулай ҙа мин үҙемде ул арһыҙ иркенерәк хис иттем, тәмәке тоҡандырҙым.

Фәтхулла ағай менән Шәмсиә ханым мине ҡыҫтай-ҡыҫтай йәнә өҫтәл янына ултырттылар. Беҙ, һуғыш хәлдәрен һөй- ләшә-һөйләшә, тағы оҙаҡ-оҙаҡ сәй янында ултырҙыҡ. Ахыр сиктә, һүҙ Ғәйшә яғына ыңғайланы. Фәтхулла, ауыр ғына көрһөнөп:

  • Һеңлем бик аҡыллы бала ине, тормоштары нисек кенә булып китер икән инде, незнай, — тине.

Мин урамға сыҡҡас та әле, уның ошо һүҙҙәре ҡолаҡ төбөмдә сыңлап барҙы.

Һәйбәт ҡатын шул Ғәйшә!

299


УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Тын лазареттан сыҡҡас та, мин шау-шыулы казармаға барып эләктем. Нисектер, ҡыйын булып китте. Бында таҙа йомшаҡ постелдәр ҙә, төрлө тәмле-татлы аштар ҙа юҡ. Ьалам тултырылған ҡаты матрас йәйелгән нарҙарҙа йоҡлайһың, ун кешегә бер ҡалай кәстрүлгә аш һоҫоп килтерәләр. Бындай ҡапыл үҙгәрешкә тиҙ генә күнегеп китеп булмай, эс боша. Занятиеларға ике генә сәғәткә сығаралар, шулай ҙа сәғәт алтыла уҡ уяталар, бары төнгө ун берҙә генә ятҡыралар. Ярма өйрәһе, балыҡ киҫәге һәм бер ҡашыҡтан ғына ҡарабойҙай бутҡаһы бирәләр. Бында кешеләр иректәренән тамам мәхрүм — ҡайҙа ҡыуалаһалар, шунда бараһың; меңләп кешегә нимә әҙерләйҙәр, шуны ашайһың.

Башта мин казармаға күнегә алмай интектем. Буш ваҡытымда нарҙа түшәмгә ҡарап тик яттым. Тышҡа сығып йөрөгө лә, үҙемә сит һымаҡ күренгән ҡояшҡа ҡарағы ла килмәй. Мин бөтә донъяға, хатта ҡояшҡа ла асыулы инем. Уның нурҙары ла бында яғымлы түгел, ул беҙҙең казарма тәҙрәләренә ирекһеҙҙән генә төшәлер һымаҡ. Уның һалҡын нурҙары күңелде иркәләмәй, йөрәкте шатлыҡ тойғолары менән тултырмай. Ҡайҙандыр аңҡыған серек еҫе лә уның нурҙарынан сығалыр кеүек. Тирә-яғымдағы йәмһеҙлектәрҙе күрмәҫ өсөн, мин шинелем менән башымды бөркәйем, һалам тултырылған яҫтыҡҡа битем менән ҡапланам. Ул, эсендә сысҡан йөрөгән һымаҡ, шикле ҡыштырлай. Йоҡоға китә алһаң, йоҡоң да тыныс булмай. Уяулы-йоҡоло ятҡанда, әллә нәмәләр күреп, һаташып төн сығаһың. Йә ниндәйҙер шөкәтһеҙ нәмә һине баҫа башлай, йә аҫтыңдағы нарың ҡыйшайып китеп, төпһөҙ йәһәннәм упҡынына осаһың, йә үҙеңде ауыр йөк тейәлгән повозкалар өҙлөкһөҙ үтеп торған юл өҫтөндә ятҡан итеп күрәһең. Улар һине тапап, һытып үтергә өҫтөңә киләләр, һин тороп ҡасырға уйлайһың, ләкин ниндәйҙер ауырлыҡ һине ергә ҡыҫа, бер ағзаңды ла ҡуҙғата алмайһың. Ҡысҡырырға теләйһең — тик тауышың сыҡмай; ҡот осҡос мажаралар араһында тыбырсына торғас, шыбыр тир булып килеп уянаһың. Уянғас та әле, хәтәр тойғоларыңдан байтаҡ ваҡыт арына алмай, һиңкәҙәп ятаһың. Башың ауырта, ауыҙыңда әллә ниндәй алама тәм була. Туҡмап ташланған кеше кеүек, көллө тәнең һыҙлап килеп тораһың, шул хәлеңдән тиҙерәк арыныр өсөн, бак янына бараһың һәм бер көрөшкә һыуҙы шабырлатып эсеп ебәрәһең. Аҙаҡ ауыҙыңда тутыҡҡан тимерҙең насар тәме ҡала, ниндәйҙер әсе әйбер ҡабып, тиҙерәк ауыҙ тәмен кире ҡайтарғы килә. Ул теләгеңде ҡандырыр әмәл булмағас, сараһыҙҙан йыуан итеп махорка төрәһең дә ҡомһоҙланып һурырға тотонаһың. Алдындағы тәмәке төтөнө пәрҙәһе аша тирә-яҡтағы йәмһеҙ күренештәр үҙгәрә төшә, башың еңелсә әйләнә башлай, һәм бер нисә минутҡа ғына

300




күңелең яһалма рәүештә күтәрелеп тора. Нервыларың тыныслана төшә, башыңдағы уйҙар йәһәтерәк ҡымйыша башлай, төрлө хәтирәләр бер-береһен йылдам алыштырып тора. Фронттағы көндәр, унда ҡалған дуҫтар, өйҙәге яҡындарың бер-бер артлы яманһыулатып иҫкә төшә. Бер арала, үҙем дә абайламаҫтан, уйым менән Басировтар өйөнә лә барып кергәнмен булып сыға. Беренсе булып, әлбиттә, Ғәйшәнең гүзәлдәрҙән-гүзәл һыны алға килеп баҫа, уның матур көмөш тауышы ҡолаҡ төбөндә илаһи музыка һымаҡ яңғырап киткәндәй була. Ошондай татлы хәтирәләр өҫтөңә ябырылып, бер нисә минут самаһы ләззәтле онотолоу мәле кисереп торғас, ҡапыл ниндәйҙер бер тупаҫ тауыш һине һиҫкәндереп ысынбарлыҡҡа ҡайтара, йөрәк, әсетеп, сәнсеп ала, үҙеңде мыҫҡылланып, хурланып, сүплек соҡорона илтеп ташланған кеше итеп һиҙәһең...

Надеждин тигән бер һалдат менән яҡындан танышҡас ҡына, был һоро казарма тормошо әҙерәк йәнләнә, мәғәнәлегә әйләнә башлағандай итте, күңел төшөнкөлөгөм кәмеүгә китә башланы.

Казармаға килгәнемдең тәүге көнөнән үк Надеждин минең менән яҡындан аралашырға теләге барлығын һиҙҙерҙе. Минең башҡорт икәнемде белеп алғас, ул:

  • Минең атайым да Урал заводтарының береһендә эшләгән. Мин дә шунда, Уралда, тыуғанмын, — тине. — Атайым мәрхүм һәр ваҡыт башҡорттарҙы яратып телгә ала торғайны. Улар, дуҫ булышып, ҡунаҡҡа йөрөшкәндәр. Уларҙың ҡымыҙҙарын, бишбармаҡ, ҡаҙыларының тәмлелеген һөйләп бөтөрө алмай торғайны. Башҡорттар бик яҡшы һыбай йөрөйҙәр, бик сая һуғышсылар, тип иҫкә ала ине.

Надеждин менән тәү күрешеп һөйләшкәс үк, миндә уға ҡарата яҡынлыҡ тойғоһо тыуҙы.

Бөгөн шулай бик насар кәйефле хәлдә ауыр уйҙарға талып торғанымда, ул минең эргәмә килде.

  • Тыуған яҡтарыңды һағынаһың, ахыры? Һуғыш һине лә тамам туйҙырғандыр инде. Эйе, уны тиҙерәк бөтөрәһе ине, — тине ул миңә.

Надеждиндың был һүҙҙәре төшөнкө хәлемдән әҙерәк айнытып ебәрҙе, ләкин ҡапылда нимә әйтергә белмәй торҙом әле уға.

Минең ҡыйынһырап ҡалғанымды күреп, ахырыһы, ул шунда уҡ һүҙҙе икенсегә борорға тырышты:

  • Һин бушаған һайын яҙаһың да яҙаһың, нимә яҙаһың ул? — тип һорай Һалды.

Былай тип һорау биргәндәрен мин яратмай инем. Ниңә кәрәк инде уға минең нимә яҙыуым? Ниңә юҡ менән ҡыҙыҡһына икән? Мин иҫтәлектәр, көндәлектәр яҙа барам, бәйет һымаҡ нәмәләр яҙғылайым, уларҙы нисек итеп һәр кемгә һөйләп йөрөйһөң? Ҡайһы бер наҙаны был арҙан көлөп ҡарай;

301




бәғзеһе һөйләгән һайын, йәнде көйҙөрөп, нығыраҡ төпсөнөргә тотона. Шуға күрә лә мин Надеждинға тура ғына яуап бирмәнем:

  • Шунда юҡ-бар инде.

Надеждин артыҡ төпсөнөп, быуынға төшөп торманы, һәр беребеҙҙең теңкәһенә тейгән һуғыш һәм һалдат яҙмышы хаҡында һөйләүгә күсте:

  • Мин бөгөн фронттағы бер иптәшемдән хат алдым. Унда бер нисә полк һөжүмгә барыуҙан баш тартты, тип яҙа. Көнбайыш фронтта бөтә дивизиялар ҙа баш күтәргән, офицерҙарын ҡырып сыҡҡандар. Бына хәҙер эштәр ҡайҙа бара. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки фронттағы һалдаттар ярым астар, ярым яланғастар, ә тегендә, тылда, ғаиләләре аслыҡтан, яланғаслыҡтан яфа сигә. Хәҙер Мәскәүҙә лә икмәккә мохтажлыҡ көсәйгән. Эшсе ғаиләләре төн уртаһынан икмәккә сиратҡа баҫа. Май, ит тураһында инде ауыҙ асаһы ла юҡ.

Надеждин тынып ҡалды һәм, бер талай уйланып ултырғас, бышылдауға күсеп тигәндәй әйтте:

  • Беҙҙең ғәскәрҙәр хәҙер гел сигенә. Беҙ һуғышта еңеләсәкбеҙ икәне көн кеүек асыҡ хәҙер, сөнки хөкүмәт башында эшкинмәгән бәндәләр ултыра, командование ла бер нигә яраҡһыҙ, буштан-бушҡа миллионлаған һалдатты ҡырҙыртты, ә бында һимеҙлектәренән сыҙаша алмаған жандармдар бер ғәйепһеҙ эшселәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аттыралар, төрмәләр лыҡа тултырылған. Бындай хәл шул көйөнсә өҙлөкһөҙ дауам итә алмаҫ. Халыҡ, бер килеп, ҡалҡыныр ҙа әйтер: «Был хөкүмәт ил менән идара итерлек түгел, сөнки ул беҙҙеке түгел, беҙ хәҙер үҙ хөкүмәтебеҙҙе һайлап ҡуябыҙ!» Хәҙер эш шуға бара.

Надеждиндың тәүге һүҙҙәре миңә аңлайышлы инде, былар — һәр бер һалдаттың һарыуын ҡайнатҡан әсе хәҡиҡәт, ә бына аҙаҡҡы һүҙҙәре минең өсөн бөтөнләй яңылар. Беҙ фронтта саҡта һуғышты туҡтатыу хаҡында йыш ҡына әңгәмәләшә инек, әммә берәү ҙә хөкүмәткә, батшаға тел тейҙерергә батырсылыҡ итмәй ине, ә бына Надеждин асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һалды. Их, әле яныбыҙҙа Новиков менән Индрил булһа икән! Ул саҡта беҙҙең һүҙ бик тәрәнгә китер ине. Мин иһә үҙем Надеждинға бары:

  • Дөрөҫ әйтәһең. Хәҙер инде был һәр бер һалдатҡа мәғлүм, — тип әйтә алдым.

Надеждин һиҙелерлек йәнләнеп китте, ҡулын яурыныма һалып, ҡыҙыбыраҡ һөйләп алып китте:

  • Һүҙҙәр һөйләшеү — бер эш, ә бына шул һүҙҙәрҙе бойомға ашырыр өсөн беҙгә ойошорға, бергә тупланырға кәрәк, һуғышҡа һәм хөкүмәткә ҡаршы хәл иткес көрәшкә күтәрелергә кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа бер төптән булып, дәррәү ҡупһаҡ, бер устай генералдар һәм офицерҙар ни ҡыра ала? Э бит хөкүмәт бары уларға ғына таяна...

302




Шул саҡта мин Надеждинға текләберәк ҡараным. Уның түңөрәгерөк йөҙө оҙонсалана төшкән, төпкә батҡан күҙҙәрендә осҡон тоҡанған һымаҡ булған. Былар барыһы ла уның йөҙөнә ғәйрәт һәм ҡыйыулыҡ билдәләре булып һыҙатланғайны. Уның был һуғышсан сәме миңә лә йоға башланы.

Мәскәү минең күҙ алдымда торған һайын әкиәттәге кеүек гүзәллеген юя бара. Бик күп тәҙрәле ҙур өйҙәрҙә тороусы ғаиләләр барыбер шул уҡ Басировтар һымаҡ бәхетһеҙ ғаиләләрҙер. Әгәр ҙә меңләгән һалдаттар: «Бөтһөн һуғыш!» — тип оран

һалып, урамдарға сыҡһалар, был өйҙәрҙең эсендә ятҡан ҡулһыҙ, аяҡһыҙ, һуҡыр Басировтары ла үҙҙәренең ауазын был оранға ҡушыр ине.

Надеждин менән әңгәмәнән һуң мин үҙемде бөтөнләй икенсе төрлө хис итә башланым. Башымда бер өҙлөкһөҙ ул әйткән фекерҙәр ҡымйыша. Бына мин күҙ алдымда «Бөтһөн һуғыш!» тигән лозунгылар күтәргән эшселәр һәм һалдаттар колонналарын күрәм, улар араһында үҙем дә бар. Был уйҙар, бер минең генә түгел, бик күп, бик күп һалдаттарҙың ғәмен биләй. Кистәрен һуғыш хаҡындағы әңгәмәләр айырыуса көслө булып ҡабынып китә.

  • Беҙҙе ҡабат фронтҡа илтеп тығырҙар ҙа йәнә һуғышырға бойорорҙар. Хәҙер ҡайһы ахмаҡ һөжүмгә, күрәләтә үлемгә барһын инде.

  • Барыһын да ҡыйрата һуғып ташлап, өйҙәргә таралырға кәрәк.

Бындай фекерҙәр инде ғәҙәтигә әйләнеп киткән. Уларҙы, һис йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Ғәҙәттә, Надеждин уларға һығымта яһай:

  • Хәҙер барыһы ла шулай уйлай. Тик был ниәттәребеҙҙе беҙ, бер бөтөн булып тупланып, ҡырҡа көрәшкә ҡалҡһаҡ ҡына, бойомға ашыра аласаҡбыҙ. Әгәр ошо талаптарыбыҙ менән урамға сыҡһаҡ, беҙгә меңләгән эшселәр ҙә ҡушылыр, әгәр инде улар элегерәк сыҡһа, беҙгә ҡушылырға әҙер булырға кәрәк. Бының өсөн улар менән тығыҙ бәйләнешкә инергә, бер төптән булырға кәрәк. Бөтәбеҙ берҙәм күтәрелһәк, бының менән хөкүмәт иҫәпләшмәй булдыра алмаҫ.

Надеждин яһаған һығымталарға бер кем дә ҡаршы төшмәй, бары ла тынып, тәрән уйға тала. Был дәһшәтле тынлыҡ дауыл алдынан булған хәтәр тынлыҡҡа оҡшай.

УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Яңы 1917 йылды казармаларҙа ҡаршыланыҡ. Беҙҙе мунсаға, шунан кинематографҡа алып барҙылар, итле аш, майлы бутҡа, аҡ икмәк бирҙеләр. Яңы йыл бүләге итеп хат яҙырға конверт һәм ҡағыҙ тараттылар, папиростар бирҙеләр. Тик һал

303




даттарҙы бының менән генә алдап әүрәтә алмаҫһың, улар яңы кейем-һалым биреүҙе талап иттеләр, күптәренең итектәре юҡ, тишелгән ботинкалар кейеп йөрөйҙәр, шинелдәре эшлектән сығып туҙған, хатта ҡайһы берҙәре ҡыш та гимнастерка, салбарҙан ғына йөрөй. Күптәр, шуға һылтанып, занятиеларға сыҡмайҙар, нарядтарҙан баш тарталар. Байрам һылтауы менән һалдаттар ошо хаҡта тауыш күтәрҙе.

Төшкө аштан һуң беҙгә казармалар алдына теҙелергә бойорҙолар. Өс мең тирәһе һалдат сафҡа баҫты. Сафтар ти- геҙләнешкәс, ҡаршыбыҙға бер полковник, бер поручик һәм штатский кейемле бер кеше сыҡты. Полковниктың сәләменә һалдаттар бер теләкһеҙ, тырым-тыраҡай яуап бирҙеләр. Полковниктың йөҙө ҡомһарып уҡ китте.

  • Туғандар! — тип беҙҙең алда телмәр һөйләргә тотондо ул. — Ьеҙ — батыр һуғышсылар, һеҙ инде һуғыш яландарында булып, ватан өсөн ҡандарын түккән кешеләр. Тыуған илде яуыз дошмандан һаҡлауҙы дауам иттереү өсөн һеҙгә яңынан фронтҡа китергә тура килә. Беҙ һуғышты тулы еңеү менән тамам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең еңәсәгебеҙгә шик юҡ, ул саҡта дошман беҙҙән солох үтенәсәк, шунан инде һуғыш та бөтөр. Ьеҙҙең арала хыянатсылар бар, улар беҙҙең еңелеүебеҙҙе теләйҙәр, улар беҙҙең ватаныбыҙҙың ҡыйралыуын теләйҙәр, аҡ батша хәҙрәттәренә тел тейҙерәләр. Улар — немец шпиондары. Әгәр араларығыҙҙа шундай кешеләр барлығы беленә икән, уларҙы тотоп бирегеҙ, был — һәр бер намыҫлы рус һуғышсыһының бурысы. Ьеҙгә Яңы йылда барығыҙға ла бәхет теләйем! Данлыҡлы рус армияһының ҡоралына еңеү теләйек! Ура!..

Ьалдаттар полковниктың һүҙен насар ҡеүәтләнеләр — «ура» тауышы бик шыйыҡ, һүрән һәм тарҡау ишетелде.

Шул мәлдә ниндәйҙер бер буш йәшник табып килтерҙеләр. Уға штатский кейемдәге кеше менеп баҫты. Ул эшләпәһен систе лә ҡулдарын болғай-болғай һөйләргә тотондо. Уның тауышы, йәш әтәстеке кеүек, сыйылдаҡ һәм йәмһеҙ ине.

  • Ҡәҙерле туғандар! Бөйөк Россияның тоғро улдары! — тип һүҙен күңел болғатҡыс шәрбәтле итеп башланы ул. — Беҙҙең ватаныбыҙ әле ауыр көндәр кисерә. Дошмандар беҙҙең еребеҙгә ҡыйратыусы, үлемесле йәҙрәләрен һибеүҙәрен дауам итәләр. Дошмандар беҙҙең ерҙәребеҙҙе баҫып алырға теләй, беҙҙе ҡолдар яһарға теләй. Юҡ, рус халҡы быға ирек ҡуймаҫ. Ул һуңғы тамсы ҡаны ҡалғансы, үҙенең ватанын һаҡлар, үҙенең бер бөтөн бөйөк империяһын яҡлар. Мин социал-демократтар партияһы исеменән шуны белдерәм: беҙ ватаныбыҙҙы һатырға теләмәйбеҙ. Ауыр һынау көндәрендә һәр кем бар көсө менән ватанға ярҙам итергә тейеш. Беҙҙең дәүләтебеҙ еңгәс, беҙҙең ил еңеү тантанаһы үткәргән саҡта, хөкүмәт алдында үҙебеҙҙең талаптарыбыҙҙы ҡуйырбыҙ, ә хәҙергә бөтә көсөбөҙҙө ватанды

304




һаҡлауға ғына сарыф итергә тейешбеҙ. Беҙҙең арала ниндәйҙер ҡотҡо һүҙҙәрен бышылдап, йәшерен рәүештә тарҡатыу эше алып барған дошмандар һүҙенә бирелмәйек, дошманды үҙ еребеҙҙән ҡыуып сығарайыҡ! Хәҙер ватанға һөйөү һәм уға бирелгәнлек бар нәмәнән дә өҫтөн торорға тейеш!..

Ҡапыл ораторҙың таҫма кеүек һыҙылып ҡына аҡҡан һүҙҙәрен аранан уҫал ҡысҡырыуҙар бүлде:

  • Долой хыянатсыны!

  • Долой һатлыҡ йәнде!

Был тауыштар һоро һалдат массаһын ҡуҙғытып уҡ ебәрҙе, улар тын ятҡан күл өҫтөнән ҡапыл көслө ел иҫеп үткәндәге шикелле тулҡындылар. Бөтә һалдаттар ҙа ҡуҙғалыша, һуҡра- ныша башланылар. Шау-шыу ҡупты. Офицерҙар, ярһынышып: «Смирно!» — тип аҡыралар, ләкин уларҙың екеренеүҙәре күтәрелгән дәһшәтле тауыш эсендә күмелеп, юғалып ҡалалар, бер төрлө тәьҫир ҙә яһай алмайҙар. Оратор, ҡулы менән көслө ишаралар яһап, һалдаттарҙы тәртипкә саҡырып маташты; бер төрлө лә тәьҫир итә алмағас, ҡултығына эшләпәһен ҡыҫҡан хәлдә аптырап ҡатып тороуында булды. Офицерҙар полковник тирәһенә өйөлөштөләр ҙә ни хаҡындалыр ҡыҙып-ҡыҙып кәңәшләшергә керештеләр. Улар ҡотортоп ярһытылған йыртҡыстарға оҡшап ҡалдылар, тирә-яҡтарына күҙ һала-һала, ҡаушап ары- бире йүгергеләйҙәр. Оратор инде аптырашынан күҙен асалаҡ- йомалаҡ итеп, бер аҙ хәрәкәтһеҙ баҫып торҙо ла, телмәрен артабан дауам итергә мөмкинлек тыуыуынан өмөт өҙөп, йәшниктән төштө. Шуны ғына көткән шикелле, сафта торған һалдаттар тәмәке тоҡандырҙылар. Һалдат массалары өҫтөнән һорғолт ҡуйы төтөн күтәрелде. Сафтар тарҡалды, һалдаттар төркөмдәргә уҡмаша башланы. Штатский кейемдәге кеше лә, офицерҙар ҙа юҡҡа сыҡты. Тарҡалған колонналар алдында бары бер фельдфебель генә ҡысҡырынып йүгереп йөрөй:

  • Казармаларға таралырға-а!

Ярҙарынан ташып сыҡҡан яҙғы һыу кеүек урғылышып, һалдаттар казарма ишектәренә ябырылды.

Бына ошондай ваҡиға менән барып осланды беҙҙең яңы йылыбыҙҙың тәүге көнө.

Кисенә шау-шыу казармаларҙың эсендә көсәйеп китте. Ҡәҙимге тәртип бөтөнләй юҡҡа сыҡты: ҡысҡырып һөйләшәләр, гармун тарталар, йырлашалар.

Был кистә минең янға Надеждин килде. Ул бик күңелле ҡиәфәттә күренә. Ҡулымды бик ныҡ иттереп ҡыҫҡас, ҙур ҡыуаныслы хәбәр әйтергә теләгән кеше төҫө менән минең күҙҙәремә тура ҡараны:

  • Беләһеңме?

  • Нимәне?

  • Һалдат массаһына хәҙер аң керҙе, тигәйнем бит. Бөгөнгө ваҡиға — үҙенә күрә бер көрәш бит инде ул. Массаның көсөн

11 - Д. Юлтый

305




күрҙеңме? Күпме генә тиреләренән сығырҙай булып тырышмаһындар, күҙҙе томаларға ирешә алманылар, һалдаттар өҫтөнлөк алды, ә бына улар ҡулдарына ҡорал алһа, нимә булыр? Ул саҡ бөтә Мәскәү беҙҙең ҡулда булыр.

Надеждиндың һуңғы һүҙҙәре мине һағайтты. Был тиклем ҙур Мәскәү беҙгә ниңә кәрәк? Уны ни эшләтәйек беҙ? Һуғышты туҡтатыу өсөн уның ни әһәмиәте бар? Э Надеждин уны алырға уйлай. Ҡарамаҡҡа ул тыныс кешегә оҡшай, ҡысҡырмай ғына һөйләшә, ә үҙе башында ниндәй ҙур хыялдар йөрөтә! Әйтәйек, беҙ Мәскәүҙе үҙ ҡулыбыҙға алдыҡ та, ти, ә беҙ уны һаҡлай алырбыҙмы? Фронт та унан бер нисә йөҙ саҡрымда ғына.

Мин аптырап һорай һалдым:

  • Нимәгә кәрәк беҙгә Мәскәү? Беҙгә үҙебеҙ талап иткәнде генә бирһендәр. Ьуғышты туҡтатһындар ҙа үҙебеҙҙе өйҙәргә таратһындар.

Надеждин ҡыҙып-ҡыҙып миңә аңлатырға тотондо:

  • Мәскәү менән Петроград беҙҙең ҡулға күсһә, бер кемдән бер нәмә һорап торорға ҡалмаясаҡ. Ул саҡта бит власть үҙебеҙҙең ҡулда була. Һуғышты ҡасан теләйбеҙ, шунда туҡтатабыҙ. Ҡан ҡойошто бөтөрәбеҙ ҙә кемдәр теләй, шуларҙы өйҙәренә таратабыҙ. Халыҡ үҙе күтәрелеп, власты үҙ ҡулына алмай тороп, батша хөкүмәте беҙҙең талаптарҙы үтәргә уйлап та ҡарамаясаҡ. Был — факт!

Надеждиндың шул һүҙҙәрен ишеткәс, башымдағы уйҙарым асыҡлана төштө. Новиков та шундайыраҡ һүҙҙәр һөйләй торғайны бит. Тик ул был хәт ле асыҡ итеп әйтеп кенә бирә алмай торғайны, ә Надеждин, бөгөнгө ваҡиғаларға, фронттағы ваҡиғаларға нигеҙләнеп, ышандырырлыҡ итеп ярҙы ла һалды.

Ул миңә сәйәси партиялар, уларҙың етәкселәре хаҡында күп кенә мөһим нәмәләр һөйләне. Партиялар барлығы хаҡында миңә быға тиклем дә ишеткеләргә тура килгәйне, ләкин мин улар алып барған эш хаҡында ла, уларға кемдәр етәкселек иткәнен дә өҙөм-йортом ғына белә инем. Ул большевиктар партияһы тураһында, уның хаҡ эше хаҡында айырыуса рухланып һөйләй. Бер арала ул үҙенең дә ошо партия вәкиле икәнен белдереп алды.

Большевиктар хаҡында фронтта ла мин йыш ҡына ишетә инем, тик, ниңәлер, офицерҙар уларҙы немец шпиондары, ватанды һатырға ҡотортоп йөрөүсе хыянатсылар, тип атай инеләр. Ә Надеждин һүҙҙәренән мин уларҙы дөм икенсе яҡтан күрҙем, уларҙың инанған имандары, көрәштәре — тап бына беҙҙеке, имеш, тә баһаң. Большевиктар партияһы — эшселәрҙең үҙ партиялары икән. Шуға күрә эшселәрҙең төп массаһы улар яҡлы икән. Миңә айырыуса большевиктарҙың бөтә халыҡтарға тиң хоҡуҡ биреү өсөн көрәшкәндәре оҡшаны. Бынан һуң Надеждин миңә айырыуса яҡын булып әүерелде.

306




Бер заман ул миңә шундай һүҙҙәр әйтте ки, улар минең хәтеремә, ташҡа соҡоп яҙылған кеүек, тәрән инеп урынлаштылар, мейемдә балҡып янған усаҡ тоҡандырҙылармы ни:

  • Был һуғыш бары капиталистар мәнфәғәтендә генә асылған, ә эшселәр һәм крәҫтиәндәр өсөн бары ҡанлы фажиғә булып ҡына тора. һуғыш — кешелектең тәнендә үлемесле, ғазаплы шешек ул. Уны һис ҡыҙғанмай ярып ағыҙырға кәрәк. Һуғышҡа ҡаршы һуғыш асыу, революция — бына ошо операция була ла инде. Был лозунгыны большевиктар күтәргән. Уларҙың байрағы кешелекте һәләкәттән ҡотҡарыу байрағы булып тора. Большевизм — ул кешелектең выжданы. Большевизм — кешелек донъяһының кешелеклеге өсөн көрәш. Был көрәште бары эшсе синыф үҙенең большевиктар партияһы етәкселегендә ярлы крәҫтиәндең берҙәм ярҙамына таянып ҡына алып бара һәм унда еңеп сыға ала...

Кешенең башында яңы мауыҡтырғыс уйҙар тыуһа, уның төн йоҡолары тамам ҡаса. Мин бөгөн керпек тә ҡаҡманым. Ә бөтә казарма тәрән йоҡоға талған. Йөрәгем көслө тибә, нервыларым шартлап өҙөлөрҙәй булған; уйҙарым, яҙғы ташҡын һымаҡ, урғыла, ҡайнай. Кеше, сағыштырмаса, үҙе әллә ни ҙур булмаған йән эйәһе булһа ла, уның башына нимәләр генә һыймай? Уйҙары менән ул, ҡанат ҡуйған һымаҡ, әллә ҡайҙарға оса, диңгеҙҙәр кисә, тауҙарҙы артыла, ҡоштар осоп менә алмаҫлыҡ бейеклектәргә олғаша, ул күк күкрәүҙәрҙән дә көслөрәк тауыш менән оран һала, уның тауышын бөтә донъя ишетә ала. Был тауыш — йөрәк тауышы, хәҡиҡәттең үҙ тауышы. Шуға ла уны көллө ғаләм ишетә һәм аңлай.

Бөгөн беҙҙең алда тамаҡ йыртҡан оратор дошманды еңгәнгә тиклем һуғышырға өндәне. Ярай, тагы ла миллион йәндәр, яңы ҡан даръялары бәйәһенә еңеүгә өлгәштек тә ти, тыуған ауылдарыбыҙға таралыштыҡ ти, шунан ни булыр? Беребеҙ аяҡһыҙ, беребеҙ ҡулһыҙ, беребеҙ, Басиров һымаҡ, күҙһеҙ ҡайтҡан кешеләр ни генә эшләй алыр инек? Башта беҙҙе ҡыҙғанырҙар, шунан оноторҙар, яҙмыш ҡулына тапшырырҙар, һинең ыҙа сигеүҙәреңә ситтән генә шаһит булырҙар. Э һин, әҙ-мәҙ хеҙмәткә яраҡлы булһаң әле, ғаиләңде астан үлтермәҫ өсөн, көнө-төнө михнәт йөгөн тартырһың, элекке үк байҙарыңды байытырһың.

Ә кешегә һәр ваҡыт нимәгәлер ынтылыу тойғоһо хас. Ул, иң башта, әҙәмсә арыу ғына итеп йәшәргә теләй. Ләкин бының өсөн кеше азат булырға һәм уның ҡулында үҙенең ынтылыштарын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр булырға тейеш.

Большевиктар, бер ниндәй ҡаршылыҡтарҙан да ҡурҡмай, алдарына ошоноң өсөн көрәш иманын ҡуйғандар. Был иман беҙ — һалдаттар өсөн дә бик яҡын, уртаҡ иман, ул беҙҙең йөрәктәребеҙҙә көрәш уты баҙлата. Ялҡын тоҡанған йөрәк бығаса ишетелмәгән, ләкин йөрәк елкеткес матур, көрәшкә саҡырыусы йырға ҡушыла. Был йырҙы кисекмәҫтән башҡалар

307




ҙа бер юлы ишетеп алһын һөм шунда уҡ дәррәү рәүештә уға ҡушылһын ине, бығаса кеше ишетмәгән-күрмәгән ҡеүәтле күмәк йыр барлыҡҡа килһен ине, ул кешеләрҙең мейеһен ҡуҙғытып, йоҡомһорауҙан һиҫкәндереп уятһын ине, үҙҙәренең фажиғәле яҙмыштарына ҡаршы баш күтәрергә яуға алып сыҡһын ине. Был йыр дошман пуляларының, ағыулы газдарҙың юлына ҡалҡан булып баҫһын ине. Был ҡеүәтле йырҙа кешеләрҙең туғанлығы, кешенең мөһабәт ижади көсө, кеше ғүмеренең матурлығы, уның бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ ҡиммәте данланһын ине.

Эй кеше! Ул, бары ул ғына, ижади уй-фекерҙең сығанағы бит! Ул үҙенә тәбиғәттең һуҡыр көстәрен дә буйһондора ала, уның өҫтөнән үҙ хөкөмөн хөкөм итеп ҡуя ала. Кеше үҙе тыуҙырған гүзәл ижады менән тәбиғәт матурлығына йәм өҫтәй. Ул мөһабәт һарайҙар төҙөй, матур ҡалаларҙы барлыҡҡа килтерә, иҫ киткес гүзәл сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә. Техникаға эйә булып, кеше юлды бик ныҡ ҡыҫҡарта торған ғәйрәтле паровоздар яһаған; дәһшәтле, дауыллы диңгеҙ, океандарҙы аша ҡыйыу рәүештә ярып сыға алырлыҡ пароходтар төҙөгән, ирекле ҡоштарҙан да йылдамыраҡ тиҙлек менән һауаға сөйөлә торған аэропландарҙы ла тыуҙырған ул хатта. Былары бик шәп. Тик кеше үҙенең ишеләрҙе ҡырыу өсөн ҡоралдар ҙа уйлап сығарған: дары, мылтыҡ, туптар, газ. Шуларҙы ҡулланыу өсөн һуғыш та — кеше ижады.

Кеше ижад итә, бының өсөн ул бөтә ғүмерен арнай, дан менән солғана, ләкин үҙенең ижады кешелек өсөн файҙалымы әллә, киреһенсә, һәләкәтлеме икәненә һәр ваҡытта ғына хисап биреп еткерә алмай. Йыш ҡына кеше ҡиәфәтле икенсе бер йыртҡыстар уның ижадын кешеләрҙең үҙҙәрен үк үлтереү өсөн файҙаланалар...

Был бәйләнсек уйҙарҙан арынып, тиҙерәк онотолғо килә, ләкин йоҡо алмай. Яңы йыл күстәнәсе итеп бирелгән папиросты алып тоҡандырам, нарҙарҙа бөгәрләнеп-бөгәрләнеп йоҡлаған иптәштәремә күҙ йөрөтөп сығам. Күптәр йоҡо аралаш тынысһыҙ борғоланалар, уфылдайҙар, ыңғырашалар, һаташалар. Арғы мөйөштәге бер ҡарт һалдат ҡына йоҡламай шикелле. Ул һалам мендәрен әленән-әле төҙәткеләп һала, ни өсөндөр, йыш ҡына кеҫәләрен һәрмәп ҡарай, шунан бер аҙға тын ҡала. Күрәһең, уға ла ниндәйҙер ауыр уйҙар тынғы бирмәй.

Керле тоноҡ тәҙрә уйымынан ҡаршы яҡ стенаға сағыу булып ай яҡтыһы төштө. Бер ниндәй уйһыҙ мин уның яҡтылығын күҙәтеп яттым һәм шунда йоҡлап та киткәнмен...

...Тимер рәшәткә араһынан көс-хәлгә һыйып, мин ялан ергә барып сыҡтым. Үләндәр шул тиклем йәшелдәр, ә сәскәләр шул хәтле асыҡ матурҙар, уларға күҙ ҡамаша. Мин бейек үләндәргә күмелеп атлап барам, аҙым һайын тирә-яғыма күҙ һалам. Мин

308




нимәнәндер ҡурҡам. Сөнки мин бер яңғыҙым, тирә-яҡта бер кеше заты юҡ. Мин атлап барған туғай үҙемә бик тә таныш күренә — ул беҙҙең ауыл янындағы туғай ҙа баһаң. Мин, үҙебеҙҙең ауылды күрмәксе булып, үрелеп-үрелеп ҡарайым. Ләкин ул күренмәй. Э мин бит бары уны күрер өсөн генә шулай ашҡынып ҡайтып киләм.

Ҡапыл мин бер ҙур өй алдына барып сыҡтым, шунда мин бер ҡатындың үҙемә ҡысҡырғанын ишетәм: «Унда инә күрмә, һәләк булырһың. Был бит — батша өйө!» Мин тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға төштөм. Мин инде ул өйгә ингәнмен дә, имеш. Стенала батша ғаиләһенең портреты эленеп тора. Уртала Николай II үҙе. Ҡапыл һүрәттәге кешеләргә йән инде. Николай II миңә асыу менән тишеп ҡараны, уның артынса башҡалары ла миңә нәфрәт тулы күҙҙәре менән төбәлделәр. Мин ғәйепле төҫтә башымды эйҙем һәм бынан нисек сығып ҡотолаһы икән, тип уйланым. Шунда батша уҫал итеп әйтте: «Ниңә минең болондо тапап йөрөйһөң? Нисек килеп сыҡтың һин бында?» Мин һорауға яуап бирә алмайым, батшаның ғаилә ағзаларына ҡарайым. Уларҙың биттәре күм-күк, сырайҙары хәсрәтле, үҙҙәре бышын-бышын доға уҡыйҙар. Бер яҡ ситтә мин тар ғына ишек күреп ҡалдым, тоттом да шунан сығып йүгерҙем, бер йылға буйына барып сыҡтым да шуның ярынан йүгерә башланым. Бер аҙ йүгергәс, берәүҙең былай тип һөйләгәнен ишеттем: «Хәҙер һуғыш бөттө инде. Күпселек һалдаттар өйҙәренә таралдылар. Улар, арбаларға ултырып, батшаның болоно аша уҙалар, тапаталар. Батша уларға асыулана». Мин уңға боролоп ҡараным, унда кешеләр теҙелешеп тауға менеп баралар ине. Улар барыһы ла һуғыштан ҡайтып баралар шикелле.

Мин уянғанда, барса һалдаттар ҙа торғайны инде. Мин, күргән төшөмдөң һәр бер ваҡлығын хәтеремдә яңыртырға тырышып, күҙемде асҡан көйөнсә, тағы ла бер аҙ урынымда яттым әле. Кәйефем яҡшы уҡ күтәренке, көллө тәнемдә әллә ниндәй еңеллек һиҙелә. Минең кәйефемдең яҡшылығын белеп, уны тағы ла яҡшыртырға теләгән шикелле, күрше нарҙа ятҡан бер һалдат былай тине:

  • Бөгөн иртәнгене ашағас, беҙҙе томанлы картина ҡарарға алып баралар.

Мин егеттәрсә етеҙлек менән урынымдан һикереп төштөм дә йыуынырға сығып киттем.

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

10 ғинуарҙа, фронтҡа оҙатыр алдынан, беҙгә яңы кейем- һалым бирҙеләр һәм мунсаға алып киттеләр. Ғинуар уртаһы етеп килеүгә ҡарамаҫтан, көн йылы ине. Беҙ мунсаға, сафҡа

309




теҙелешеп, йырҙар йырлап киттек. Көн матур булғанғалырмы, фронтҡа китер алдынан булғанғамы, кешеләрҙең күңеле үрһәләнеп тора, улар айырыуса ҡысҡырып йырлайҙар.

Миңә ҡалһа, минең үҙемдең тауышым да бөгөн көслөрәк яңғырай һымаҡ, әйтерһең, ул, күкрәгемә һыйыша алмайынса, ҡеүәтле гөрләүек шикелле, гөрөлдәп тышҡа урғыла. Йыр ыңғайына аяҡтар ныҡ һәм берҙәм баҫалар. Аҙымдарҙың берҙәмлегенән тән еңеләйә, баштар юғарыраҡ күтәрелгән. Мәскәү кешеләренә ғорурлыҡ менән былай тип ҡысҡыраһы килә:

  • Тыңлағыҙ, бына беҙ нисек яҡшы йырлайбыҙ!

Мин үҙебеҙҙең йыр башлаусыға иғтибар иттем. Был — киң күкрәкле, ҡалҡыу маңлайлы, ҙур танаулы, ҡалын иренле, әҙерәк кенә һипкел баҫҡан мыҡты егет ине. Ул йыр ыңғайына ныҡ-ныҡ баҫып атлай, ҙур ҡулдарын киң итеп һелтәй. Әгәр ҙә ул ҡулын һелтәгән мәлдә берәйһенең башы уның ҡулы аҫтына тап була икән — иҫән ҡалыуы икеле. Йыр башлаусы югары ноталар алғанда, ул башын артҡа ташлай һәм эйәге тамағы менән бер кимәлгә тура килә.

Ул, бөтә ғәмен йырға биреп, бик хисләнеп, мөкиббән китеп йырлай, үҙенең илһамланыуын башҡа һалдаттарға ла йоҡтора. Барыһы ла уға оҡшатырға тырышып йырлайҙар; уның кеүек үк ныҡ-ныҡ баҫып атлайҙар, ҡулдарын тырышып-тырышып һелтәйҙәр, баштарын текә тоталар.

Беҙҙең күп тауышлы йырыбыҙҙа һуғышта ғазап сиккән миллионлаған кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәте, уларҙың һуғышҡа ҡаршы көслө баш күтәреү ауазы ишетелә. Был йырҙа йөҙәр йыл ултырған, ағастарҙы ла тамыры менән аҡтара алырҙай көслө дауыл тауышы ишетелә, был йырға ер тетрәткес көс- ҡеүәт йәшеренгән...

һалдаттар мунсала ла бөгөн үҙҙәрен айырыуса бер төрлө хис иттеләр, — әйтерһең дә, инде туйға барырға әҙерләнгән кейәүҙәр. Барыһы ла бер-береһенә асыҡ йөҙлөләр, бер-берен ғәҙәттәгесә мыҫҡыл итешеп көлөү, әрләшеү, һүгенеүҙең өнө лә юҡ. Ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарынған битле һалдаттар, мунсанан сыҡҡас, тағы теҙелделәр.

  • Шағо-ом марш! Айт, два, три... Айт, два, три... Левой, левой!.. — тигән команда, һалдаттар массаһын үҙ хөкөмөнә буйһондороп, ҡабат урам буйлап алып китте, беҙҙең сафтар хәҙер диңгеҙ тулҡынын хәтерләтә ине. Мунсанан һуң йырлатмайҙар; һалдаттар шуға, баштарын эйә биреп, үҙҙәренең берҙәм аяҡ тауыштарын тыңлап, уйланып ойоп барған төҫлө күренәләр.

Колонна Театр майҙанына етеп килгәндә, беҙҙең алда урамды атлы полиция быуғайны. Атлылар ҡул күтәрҙеләр, һәм колонна командаһыҙ-ниһеҙ туҡтаны. Һалдаттар, аптырашып, тирә-яҡтарына ҡарана башланылар.

  • Берәйһен трамвай тапағанмы әллә? — тип һораны күршем. Шул мәлдә Тверский урамынан халыҡ ағымы урғы

310




лып килеп сыҡты, урыны-урыны менән улар өҫтөндә ҡыҙыл байраҡтар елберләй ине.

  • Кемделер ерләйҙәр шикелле, — тине бер һалдат.

Шул мәлдә Ҙур театр янында ла бик күп халыҡ төркөмө барлыҡҡа килде. Атлы полицейскийҙар ҙа урамда күбәйгәндән- күбәйҙе, улар бер баштан икенсеһенә сабышып йөрөйҙәр.

Петровка яғынан кешеләрҙең яңы ташҡыны урғылып килеп сыҡты. Был ҡеүәтле колонна беҙҙең сафтарға килеп һуғылды, беҙҙе уратып үҙ эсенә алды. Беҙ сафтарҙы тарҡатмаҫҡа тырышып, һаман баҫып торабыҙ. Килеп туҡтағандарҙың береһе, беҙгә мөрәжәғәт итеп, ҡысҡырып һөйләргә тотондо:

  • Һалдат иптәштәр! Һеҙ — барығыҙ ҙа эшсе-крәҫтиән балалары. Һеҙ инде дүрт йыл буйы фронттарҙа ҡан ҡояһығыҙ. Э беҙ бында аслыҡтан, яланғаслыҡтан яфа сигәбеҙ. Һеҙҙең ата- әсәләрегеҙ, балаларығыҙ аслыҡтан шешенә. Беҙгә һуғыш кәрәкмәй. Беҙ бына шуны әйтер өсөн урамға сыҡтыҡ. Туғандар! Беҙгә ҡушылығыҙ!..

Ораторға һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәнеләр, — атлы полицейскийҙар ҡылыстарын болғап килеп еттеләр ҙә халыҡты беҙҙән ҡыҫырыҡлап сигендерә башланылар.

Шул мәл Надежд ин дың көслө тауышы ишетелде:

  • Эшселәр — беҙҙең туғандарыбыҙ. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә ҡайнаған хәҡиҡәт һүҙҙәрен әйтәләр. Беҙ, һалдаттар ҙа: «Беҙгә һуғыш кәрәкмәй!» — тибеҙ. Был һуғыштан беҙ бер генә лә отош алмайбыҙ, бары ҡан ҡоябыҙ ҙа меңәрләп-меңәрләп ҡырылабыҙ. Бына бит — беҙҙең ата-әсәләребеҙ, сабыйҙарыбыҙ аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа дусар ителгәндәр. Бөтһөн һуғыш! Бөтһөн батша хөкүмәте! Бөтһөн...

Надеждин да һүҙен ослай алманы; атлылар беҙҙең колоннаны ҡыҫырыҡлап тарҡата башланылар, тапап киләләр. Аҡрынлап беҙҙең колоннаға юл астылар, беҙҙе Охотный рядҡа табан ашыҡтырып ҡыуаланылар. Беҙ инде, баяғыса тигеҙ сафтар булып түгел, һарыҡ көтөүе кеүек, теләһә ҡайһылай тәртипһеҙ эркелешеп барабыҙ. Охотный рядтан сиркәү эргәләп уҙғанда, баҙар яғынан ҡапыл эшселәр төркөмө килеп сыҡты ла беҙгә ҡушылды.

  • Полиция беҙҙе нагайкалар менән туҡмарға, атырға уйлаша. Китмәгеҙ, беҙҙе ташламағыҙ. Шаһит булығыҙ, яҡлашығыҙ! — тип ҡысҡырышты улар.

Уларҙың тауышын ишеткәс, колонналар яйлап туҡтаны. Ҡыйыу ғына ҡиәфәтле бер тәбәнәк буйлы һалдат шунда бер эшсене ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөргә тотондо. Шуны ғына көткән кеүек, һалдаттар эшселәрҙе үҙ ҡосаҡтарына ала башланылар.

Бер эшсенең битен нагайка ярып ебәргән, ҡаны тамсылап тора. Ул фуражкаһын систе лә, ҡулдарын ныҡ-ныҡ һелтәп, үҙен ҡамап алған һалдаттарға нимәлер һөйләргә тотондо. Телмәр һөйләүсе эшсене күреп ҡалып, полицейскийҙар уның яны

311




на йырып инмәксе булғайнылар ҙа, тик һалдаттар ике араға ҡалын стена булып баҫтылар. Тегеләр, бер ни әшләй алмайынса, артҡа сигенделәр һәм бер аҙҙан, тағы ла ҙурыраҡ көс туплап, аттарын ҡамсылай-ҡамсылай, һалдаттар менән эшселәр бергә аралашҡан төркөмдө йырып инә башланылар. Нәфрәтле тауыштар ишетелде:

  • Их, йәл, винтовкалар үҙебеҙ менән түгел!

  • Ҡорал ҡулда булһа, беҙ һеҙҙең менән һөйләшә белер инек!

  • Ҡанескестәр!

Полицейскийҙар күбәйгәндән-күбәйә. Нагайкаларын уңлы- һуллы һелтәп, төркөмдәрҙе йырмаслап йөрөй торғас, улар эшселәрҙе һалдаттарҙан аралап ала алдылар. Беҙҙе ашыҡтырып, көсләп алға ҡыуаланылар. Тик оҙаҡламай алдағы рәттәр, нимәгәлер төртөлөп, ҡабат туҡтаны. Һалдаттар, привалдағы шикелле, ашыҡмай ғына тәмәке көйрәтә башланылар. Туҡтағанға тәүҙә аптырап ҡалһалар ҙа, әкренләп тынысландылар. Мәскәүҙең иң уртаһында туҡтаған һалдат колонналары, офицерҙарҙың аҡырыу-екереүҙәренә лә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен бик ирекле һиҙеп, шаулашырға, ҡысҡырынырға, хатта йырлашырға, бейешергә тотондолар. Бөтәһенең дә йөҙө көләс, һәр кем үҙен тантаналы байрамдағы һымаҡ хис итә.

Ҡапыл ҡайҙандыр яҡындан ғына мылтыҡ тауыштары ишетелде, һалдаттар ҡапыл тындылар, атыу тауышы ишетелгән яҡҡа һағайып ҡаранылар. Ҡайһы берҙәре ҡандарына һеңешеп бөткән ғәҙәттәре буйынса патрон сумкалары аҫылынып торорға тейеш булған урындарына — янтыҡтарына үрелделәр. Шул саҡ беҙҙең янға кавалеристар эскадроны яҡынлашты. Улар араһында күбеһе офицерҙар ине. Бер полковник беҙгә ҡысҡырып мөрәжәғәт итте:

  • Туғандар, Манежный урамына сығығыҙ ҙа казармаларығыҙға ҡайтығыҙ.

Һалдаттар, ни эшләптер, быны үтәлергә тейешле бойороҡ итеп ҡабул иттеләр һәм күрһәтелгән йүнәлешкә эркелештеләр. Кемдеңдер команда биргәнен дә көтмәй, сафтар йәнә тигеҙләнде: казармаларыбыҙға йәһәтерәк ҡайтып етергә кәрәклеге ҡапыл иҫенә төшкән кешеләрсә шәп-шәп атланыҡ.

Беҙҙең колонна алдынан хәҙер һыбайлы өс офицер төшкән. Улар кемдәр, беҙҙе улар ҡайҙа алып баралар —• бер кем дә белмәй һәм был хаҡта уйлап та ҡарамай ине.

Арбат майҙанына сыҡҡас, туҡтарға команда бирҙеләр. Шунда, тулы тәртип урынлаштырып, колонналарҙы теҙҙеләр, үҙебеҙҙең казармаларға ыңғайлатып алып киттеләр. Шым ғына атлайбыҙ, күрәһең, барыбыҙ ҙа ауыр уйҙарға бирелгәнбеҙ. Меңләгән кешенең шундай уҫал тынлыҡ һаҡлауы теләһә нәмәне хәҙер ҡарынына йотоп алырға әҙер булып, дәһшәтле тынлыҡ һаҡлап ятҡан тәрән упҡынды күҙ алдына килтерә ине.

312


УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Иртәнсәк арабыҙҙа Надеждин юҡлығы беленде. Уның серле рәүештә юҡҡа сығыуы хаҡында төрлөсә фараз иттеләр:

  • Кисә ишетелеп ҡалған атыш мәлендә яралағандарҙыр.

  • Бәлки, ул эшселәр менән киткәндер.

  • Полиция ҡулға алған булырға тейеш.

Ләкин береһе лә асығын ғына әйтә алманы. Надеждиндың юғалыуын мин бик ауыр кисерҙем. Казарма яртылаш бушап ҡалғандай тойолдо. Төндә, уның хаҡында уйланып, урынымда борғоландым да борғоландым. «Бәлки, ул иртән ҡайтып та инер, үҙе менән бик күп мөһим хәбәрҙәр алып ҡайтыр», — тип үҙемде тынысландырырға тырыштым. Иртән, йыуынғас, берәй урында Надеждинды тап итмәмме икән тип ниәтләнеп, мин һәммә казарманы ла йөрөп сыҡтым, ләкин бының бер һөҙөмтәһе лә булманы. Мин бик тә күңелһеҙләндем. Ьәр урында ла һалдаттар кисә булып үткән хәл тураһында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшәләр, ләкин минең уларҙың береһенә лә ҡушылғым килмәне.

Мин үҙебеҙҙең ротаның фельдфебеле Ефремов янына барҙым да үҙемде өс сәғәткә ҡалаға сығарыуын үтендем.

Койкаһында ятҡан фельдфебель:

  • Һин Мәскәүҙекеме ни? — тип һораны.

  • Юҡ, мин үҙем Мәскәүҙеке түгелмен, тик бында туғандарым бар, — тип алданым. Мин Басировтарға барып сыҡмаҡсы, шуның менән Надеждинды юҡһыныуымды әҙерәк баҫмаҡсы булғайным.

  • Бар. Тик һуңлама. Бөгөн төндә булмаһа ла, иртәгә иртән беҙҙе оҙатасаҡтар, — тине фельдфебель һәм миңә увольнительный яҙып тотторҙо. Мин, хатта Ефремовҡа рәхмәт әйтергә лә онотоп, йүгереп сыҡтым һәм тәмәке тоҡандырырға тип туҡтаным. Тик тартҡым килмәй булып сыҡты. Тоҡандырмайса, урамға сығырға ашыҡтым. Трамвайҙа барғанда ла әле мин тоҡандырылмаған тәмәкемде ҡулымда тотоп барам, имеш. Мин уны йәһәтерәк кеҫәмә тығырға ашыҡтым.

Юғалған иптәшемде осратмаммы икән тип, мин һәр бер үткенсенең йөҙөнә өмөт менән ҡарайым, тик файҙаһыҙ. Хатта Басировтар ишеге алдына килеп еткәс, баҫҡыстан төшөп килгән хәрби шинелле берәүҙе күргәс, ул үтеп киткәнсе, ишекте шаҡылдатмай, өмөт менән ҡарап торҙом. Эргәмдән ниндәйҙер музыка ҡоралы күтәргән ҡаҡса ғына оҙон буйлы кеше үтеп китте. Күтәргән әйберенә ҡарағанда, ул хәрби оркестр музыканты булырға тейеш ине.

Мин Басировтарҙың ишеген шаҡығанда, яҡындан ғына скрипка тауышы ишетелеп торҙо. Мин шунда, шаҡыуҙан туҡтап, түбәнгә ҡараным. Әллә теге музыкант туҡтап уйнай башланымы икән? Тик ул күренмәй ине инде. Ә музыка дауам итә. Уның моңдары мине биләп алды, әҫәрләнеп, мин бер аҙ тыңлап

313




торҙом да ҡабаттан нығыраҡ итеп шаҡырға мәжбүр булдым. Шунда уҡ скрипка тауышы өҙөлдө, һәм эстән ишеккә табан килеүсе ашығыс аяҡ тауыштары ишетелде. Минең йөрәгем, аяҡ тауыштары кемдеке булыуын алдан һиҙемләп, күкрәгемде бүҫеп сығырҙай итеп тибергә тотондо. Шул саҡ ишек асылып китте, минең алдымда, асыҡ йылмайып, Ғәйшә баҫып тора ине. Уның матур күҙҙәре мине магнит һымаҡ эскә тартты, мин, эскә үтеү менән, Ғәйшәнең йомшаҡ ҡулдарын ҡабаланып усыма алдым. Уның йылы усынан, нәфис бармаҡтарынан килгән рәхәтлек йөрәгемә барып ҡағылды, ҡан тамырҙарым буйлап йүгерҙе.

Мин артымдан ишекте ябырға ла онотҡанмын, имеш, ә бары Ғәйшә үрелеп уны япмаҡсы булғас ҡына, иҫемә килеп, уның ҡулын ысҡындырҙым, иҫәнләшергә ауыҙымды аса алдым. Ғәйшә, ишекте япҡас та, ашығып залға инеп китте һәм ағаһына ҡысҡырҙы:

  • Фәтхулла, юғалған Булатыбыҙ килде! Ысынлап әйтәм, Булат килде!

  • Ысынмы? Рәхим ит! Рәхим ит! — тине Фәтхулла теге яҡтан шат тауыш менән.

Был ихлас ҡаршылауҙан миңә сикһеҙ рәхәт булып китте. Мин, тиҙ генә сисенеп, төҙәтендем дә залға индем. Минең беренсе күргән нәмәм — диванда ятҡан скрипка булды. Баяғы скрипка тауышы, баҡһаң, ошонан килгән икән. Мин: «Уны кем уйнай икән?» — тип уйлап, бер аҙ уға ҡарап торҙом.

Шунда Фәтхулланың түҙемһеҙ тауышы килде:

  • Йә инде үтә һал был яҡҡа, үт!

Мин унда ингәндә, Ғәйшә ағаһына ҙур хәстәрлек менән пинжәген кейергә ярҙам итә ине.

  • Бына ул Булат, — тине ул, миңә ҡарап матур итеп йылмайып.

Мин Фәтхулланың ҡулын ҡаты итеп ҡыҫтым, шунан ҡулымды Ғәйшәгә һонорға иттем, ҡапыл ғына уға икенсе мәртәбә ҡул һуҙырға уйлағаным иҫемә төшөп, ҡыҙарынып киттем. Э Ғәйшә минең яңылышымды һәм ҡаушап ҡалыуымды күрмәмешкә һалышты. Мин оялышымдан хатта ҡулдарымды кеҫәмә үк тығып ҡуйҙым.

Фәтхулла менән беҙ залға сыҡтыҡ. Мин уға текләберәк ҡараным, уның бер ни тиклем таҙара төшкәнен, битенә ит ҡунғанын күрҙем. Ул бик яҡшылап ҡырынған, сәсен матурлап тараған. Ҡара күҙлеге булмаһа, бик сибәр кеше булыр ине ул. Бының өсөн иң кәрәк нәмә — күҙҙәре генә етешмәй.

Ул сирләп ятҡан арала, күп кенә күркәм һыҙаттары йәшеренеп күренмәй торған икән. Тауышы ла бик матурланған.

Әңгәмә юлға һалынып киткәс, мин кисә Театр майҙанында булып уҙған хәлдәрҙе Фәтхуллаға һөйләп бирҙем, иртәгәнән дә ҡалмай үҙебеҙҙе фронтҡа ебәрәсәктәрен әйттем. Ул мине бүл

314




дермәй генә тыңланы, мин һөйләп бөткәс тә әле, бер талай өндәшмәй уйланып ултырҙы. Ахыр телгә килде:

  • Мин шунда булһам, мотлаҡ бер нисә полицейскийҙың күҙен соҡоп алған булыр инем. Улар ҡоралһыҙ кешеләр менән һуғышҡанда ғына батырҙар бит, — тине ул, ярһынып маңлайын ыуа-ыуа. — Ҡайҙан ғына белеп бөтөрәһең инде. Мин бит хәҙер һуҡыр кеше. Күҙем күргән саҡта, хужаларым минең өсөн өлтөрәшеп торалар ине. Ике һүҙҙең береһендә: «Һинең ҡулдарың алтын, Фәтхулла!» — тиҙәр ине. Мин намыҫ менән эшләй инем. Минең тауар иң югары сифатлы гына булып сыға ине. Минең ҡулымдан уҙғанда иң насар ҡаракүл дә первый сорт булып сыға торғайны. Мин теккән әйберҙәр менән Ҡара- мышевтар сит ил баҙарҙарында дан тота башланылар. Хатта уларға тиңләшер конкурент та булмай торғайны. Уларҙың тауарына Россияла ла, сит илдә лә ихтыяж бик ҙур була ине. Байҙарҙың һәм генералдарҙың ҡатындары мин эшләгән нәмәләр менән һоҡланып бөтә алмайҙар ине, уларҙы һатып алмайса, китә алмаҫ булдылар. Ә мин бер ҡатлы алйот булып сыҡтым, үҙем һуғышҡа китер алдынан һәнәремдең бар серҙәрен байҙарыма асып киттем. Хәҙер улар шуларҙы ҡулланып эшләйҙәр. Ә мине, шул серҙәрҙең эйәһен, һуҡыр ҡалып, улар өсөн файҙам бөткәс, хатта килеп күрергә лә уйламайҙар. Басировтың донъяла барлығын улар күптән онотҡан инде.

Һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә, Басировтың тауышы үҙгәреп, ҡалтыранып китте. Шул мәлдә Фәтхулланың бүлмәһенән Ғәйшә сыҡты.

  • Фәтхулла, зинһар, шул хаҡта һөйләмәҫе. Тыңлауы ла ауыр, — тине ул ялбарыу тауышы менән.

  • Йөрәк яна бит, һөйләмәй булмай.

  • Бына хәҙер сәй ҡайнатам. Сәй янында икенсе бер күңеллерәк нәмә һөйләшерһегеҙ.

  • Минең һеңлем алтын ул. Күрәһең, минең күңел йыуанысым булыр өсөн генә тыуғандыр инде, — тине Фәтхулла, миңә табан боролоп.

Ғәйшә аш яғына сығып китте. Мин уның артынан һоҡланып ҡарап ҡалдым. Шул арала Фәтхулла миңә табаныраҡ шылып ултырҙы һәм бышылдап һөйләүгә күсте:

  • Ғәйшә менән икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булып сыҡтыҡ, ахырыһы. Үҙемде, беләһең, һуғышҡа алып, күҙһеҙ яһап ҡайтарҙылар. Инде әҙәм рәүешле генә йәшәй башланыҡ тигәндә... Өҫтәүенә, мин юҡта Ғәйшәне бер йүнһеҙгә димләп биргәндәр. Тегеһе ике ҡатын айырған булып сыҡты. — Фәтхулла, башын эйеп, тынып ҡалды. Сөнки залға Ғәйшә инеп килә ине. Мин йәнә уға ҡарап ҡатып ҡалдым, күҙемде лә айырып ала алмайым. Унан сибәрлек, сафлыҡ, көр күңеллелек бөркөлөп тора, ул бөтөнләй йәп-йәш ҡыҙ һымаҡ ҡына күренә әле. Бындай мәлдә кеше бөтәһен дә белергә, тормоштоң тәмен тулыһынса та

315




тырға ашҡына. Әгәр сәскәләргә шул мәлдә ямғыр булмаһа, бер өҙлөкһөҙ ҡояш ҡыҙҙырһа, ул ҡыуара, һарғая һәм йомшаҡ ҡына ел ҡағылып киткәндә лә ҡойола башлай. Ә инде шул саҡ, тап кәрәк сағында ғына, йылы ямғыр һибәләп, сәскәләрҙең битен йыуып китһә, шуның артынса уҡ рәхимле ҡояш, ялт итеп килеп сығып, йылы нурҙары менән наҙлап иркәләһә, сәскәнең йөҙө көләслектән емелдәп китә; сәскә ҡыуана һәм ҡыуанған һайын матурлығы арта бара. Бынан һуң инде уның матурлығын һалҡын елдәр ҙә, дауылдар ҙа, йонсоу көндәр ҙә кәметә алмай; бары, төрлө һауа шарттарына ҡарап, сәскәнең матурлығы ла төрлөсәгә әйләнә бара. Йонсоу көндәрҙә ул матурлығын йәшереп һаҡлап тора, дауылдарҙа үҙенең йәшел кейеме эсенә йомарланып, йәшендәргә ҡушылып, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ҡот осмалы фажиғәләр тураһында уйсан, хәсрәтле йыр һуҙа, ә ҡояшлы салт аяҙ көндәрҙә уның бәбәк йөҙөндә саф һәм шатлыҡлы йылмайыу өҙлөкһөҙ балҡып тора, кешеләрҙең күҙ яуын алып, күңелдәренә бихисап кинәнесле тойғолар бирә.

Бөгөн Ғәйшә ана шундай сәскәләрҙән дә матурыраҡ ине. Ул диванға ултырҙы ла, скрипканы ҡулына алып, бер нисә аккорд сығарҙы. Миңә инде быларҙың барыһын да төшөмдә генә күрәмдер һымаҡ булып тойола башланы. Күҙ алдымды өрөңкө томан баҫты, һәм мин музыка тулҡындары тибрәтеүенә эйәреп, ултырған урындығым-нием менән күктәргә олғашып барғандай хис иттем үҙемде. Ғәйшә инде ер ҡыҙы түгел, ниндәйҙер илаһи зат булып күренде; ул муза ине хәҙер, алтын ҡыллы арфа уйнаусы илаһи муза ине...

Фәтхулланың тауышы мине тағы ла ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Уны ишетеп, мин ҡапыл һиҫкәнеп уянғандай булдым.

  • Әллә ниндәй, бер эшкинмәгән бәндәгә биреп, һәләк иттеләр ҡыҙыҡайҙы, — тип уфтанды Фәтхулла. — Бәләкәйҙән үк музыканы үлеп ярата ине. Бик бирелеп өйрәнде. Үҙем иҫән саҡта, уҡытыусылар яллап уҡыта инем. Барыһы ла бер тауыштан уны бик ҙур талант тип маҡтайҙар ине. Бына был скрипканы мин уға йөҙ илле һумға һатып алып бирҙем. Ъуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, уны тағы ла уҡытырмын тип ниәтләй инем. Тик насип булмаған икән шул...

Был һүҙҙәрҙе Фәтхулла ағай Ғәйшә ниндәйҙер йомош менән ҡапыл ғына эске бүлмәгә инеп киткән арала әйтте. Шунан бик иркә итеп тегеңә өндәште:

  • Йә сыҡ инде, һылыуым, «Евгений Онегин»дан Ленский арияһын уйна әле беҙгә!

Фәтхулла һеңлеһенән уйнарға үтенгән ул көй хаҡында мин бығаса ишеткәнем дә юҡ ине, хатта ул әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дә аңламаным.

Ғәйшә уйнап ебәрҙе. Скрипка ҡылдары иҫ киткес моңло көй сығара. Миңә был гүзәл ауаздарҙан әле һауанан ҡолап төшөп, ауыр яраһынан үлеп барған аҡҡоштоң зарлы ҡысҡырыуы, әле

316




балаһын юғалтҡан ҡоралайҙың хәсрәтле тауышы, әле буранда аҙашҡан сабыйҙың илауы ишетелеп торғандай булды. Ғәйшә бөтә донъяһын онотоп әле башҡарған көйҙө мин беренсе мәртәбә ишетәм, әммә ул миңә бик тә таныш кеүек тойола. Мин ошо көй аша кемдеңдер бик ҙур тормош фажиғәһе хаҡында үҙәк өҙгөс ҡайғылы хитап тыңлағандай булдым, унда кеше теле менән һөйләп биреүе бөтөнләй мөмкин булмаған тойғолар бәйән ителде. Скрипка ҡылдарынан тибрәнеп сыҡҡан юғары аһәңле ауаздар, ҡолаҡҡа ғына ишетелеп ҡалмай, бөтә тәнгә тарала, ҡан тамырҙары буйлап йүгерешә, бығаса татып та ҡарамаған юғары тойғолар уята. Ошо музыка ыңғайына бығаса һис кенә лә әйтелмәгән тойғоларыңды һөйләп бирге килә, тик телгә ундай көслө һәм тапҡыр һүҙҙәр килмәй, был мәлдә йөрәктә ҡайнаған хистәрҙе әйтеп бирергә кеше теле һәләтһеҙ.

Шул мәл мин Ғәйшәгә күтәрелеп ҡарарға баҙнат иттем. Уның нурлы күҙҙәре югарыға ҡараған, тәне, скрипка һыҙған ҡулдарының хәрәкәтенә эйәреп, нәзәкәтле һомғол сайҡала. Шуға күрә, был моңдар, скрипка ҡылдарынан түгел, уның тәненән ағылып килеп, нәфис бармаҡтары аша тышҡа урғылып сығалар һымаҡ. Ғәйшә бары үҙенә генә аңлайышлы телдә кешеләргә быгаса күрелмәгән-татылмаған тойғолар хаҡында һөйләй төҫлө. Юҡ, был һис тә мин бығаса бер нисә мәртәбә күреп белгән, мин һоҡланып ҡараған ер һылыуы түгел, ҡул һуҙып буй еткеһеҙ серле зат. Уның фани донъяла ҡәҙимге кешеләр араһында йәшәүе мөмкин түгел. Ул, күк ҡабағы асылып, кешеләр күҙе алдында бик аҙға ғына балҡып пәйҙә булып киткән гүзәл күренеш! Э ни эшләп һуң, улай булғас, ул, ошо илаһи зат, һипкелле битле тупаҫ кешенең ҡатыны икән? Юҡ, мине алдағандарҙыр! Минең быға ышанғым килмәй.

Казармаға ҡайтҡанда ла әле, мин урамдағы тауыштарҙың береһен дә ишетмәнем, әле һаман Ғәйшә скрипкаһының ҡабатланмаҫ моңдары минең ҡолаҡ төбөмдө яңғырап килә ине.

УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Онотолмаҫлыҡ ошо көндән һуң бер аҙна үтеүгә, мин Көнбайыш Украинала — Ровно ҡалаһында инем инде. Беҙҙе бында бик ашығыс хәлдә килтереп бушаттылар. Вагондарҙан сыҡҡас та, бик ҡаты конвой аҫтында казармаларға килтереп тултырҙылар һәм унан ҡалага бер кемде сығармаҫ булдылар; хатта занятиеларға ла йөрөтмәйҙәр, буш ваҡыттан күп нәмә юҡ.

Казарма тирәләй көнө-төнө жандармдар һәм казактар патруллек итә. Кем дә кем казарманан сығырға баҙнат итә, уны шунда уҡ патрулдәр тотоп ала ла, һөйләшеп-нитеп тә тормай, гауптвахтага ултырта.

317




Казармаларҙа һыуыҡ, сиктән тыш насар ашаталар. Һалдат- тар ризаһыҙлыҡтарын асыҡтан-асыҡ белдерә башланылар:

  • Беҙҙе ни эшләп аристандар һымаҡ тоталар? Былай ыҙалағансы, тиҙерәк фронтҡа оҙатһындар ине.

Һаҫыған балыҡтан бешергән һурпа, күгәргән икмәк ашап, бер маҡсатһыҙға һалҡын казармала ятыуы бик ҡыйын ине, һәм беҙҙең һәр беребеҙ бөтә донъяға асыулы ине.

Һалдаттар араһында сир таралды — биҙгәк көсәйҙе. Күптәре ашҡаҙаны менән интегә. Сирләгәндәрҙе околодокка оҙаталар. Тик унда берәй төрлө дарыу бирәләр ҙә йәһәтерәк кире бороп ҡайтаралар. Теге бахырҙар һалҡын казармаларҙа, йоҡа шинелдәрен ябынып, дер-дер ҡалтырашып, ыңғырашып яталар. Беҙҙең казармалар концентрационный лагерға оҡшап ҡалды.

  • Ниңә былай мыҫҡыл итәләр икән?

  • Ни эшләп һаман бында тоталар?

Һәр кем шул һорауҙы бирә һәм үҙе, шуның яуабын таба алмай, ыҙалана. Төрлөсө һығымтаға киләләр.

  • Хөкүмәт бөтөнләй бөлөп ҡалған. Ул инде һуғышты артабан алып барырға хәлһеҙ. Шуға күрә, немецтарға булған үстәрен беҙҙән алыу өсөн, ошонда асҡа ҡаҡлап үлтермәксе булалар.

  • Хәҙер улар беҙҙең ҡулға мылтыҡ бирергә ҡурҡа.

Улар һалдаттарҙың эшселәр яғында икәнен беләләр, шуға бына ошонда ҡоралһыҙ көйө бикләп тоталар.

Ҡорал етешмәй икән. Шуға фронттағы һалдаттарҙың бер өлөшөн немецтар ҡырып бөтөрөп, уларҙан ҡорал бушағанын көттөрөп ятҡыралар.

Тора-бара был фараз итеүҙәр уҫал янауға әйләнеп китә:

  • Барыбыҙға ла бер юлы ҡуҙғалырға ла, ҡоралды баҫып алып, ҡаланың аҫтын өҫкә килтерергә, шунан өйҙәргә таралырға кәрәк.

Бындай һүҙҙәр кешеләрҙең мейеләрен айҡап сыға, уларҙы тәрән уйланырға мәжбүр итә.

Асылда кеше, юғары һәм матур тойғолар эйәһе булараҡ, һәр саҡ матурлыҡты һәм иректе ярата. Тик, әгәр һинең ир- кеңде ҡыҫалар йәки унан да аянысы, унан һине бөтөнләй мәхрүм итәләр икән, азатлыҡ бигерәк тә ҡәҙерле күренә; уны ҡайтарыр өсөн әллә ниҙәреңде бирерҙәй булаһың. Киң болондарға барып сығаһы, унда бер ғәмһеҙ шаярып-көлөп, ырғып- һикереп уйнағы, бейек-бейек тауҙарға менге килә. Унан тирә- яҡтағы осо-ҡырыйы күренмәгән яландар ус төбөндәгеләй булып күҙ алдында йәйелһен ине; йә булмаһа ул тау сал тулҡындар ҡағып иркәләүсе диңгеҙ ярында булһа икән, шунда баҫып, күкрәгеңдән ташып сығып килгән шатлығыңа сыҙай алмай, ҡысҡырып йырлап ебәр ине.

Ни генә теләмәй тойғоларға бай кеше күңеле?! Э бит бына ошондай хөрлөккә ашҡынып тороусы йөрәкле меңәрләгән кешеләр бөгөн һалҡын, бысраҡ, ҡараңғы казармаларҙа, зиндан

318




дағы шикелле, яфа сигәләр; улар хәҙергә үҙҙәренә ирек алыр өсөн көсһөҙҙәр, шуға ситлектәге көслө йыртҡыс шикелле, тештәрен шығырлаталар. Әйтерһең дә, уларҙың өмөттәре, кешелек хыялдары, ынтылыштары казарманың бысраҡ таш иҙәненә һалып, аяуһыҙ мыҫҡыл итеп тапала. Быны минут һайын тойоп тороуҙан йөрәгең һулҡылдап һыҙлай, ҡан тамырҙарыңа ағыу йүгерә һымаҡ. Был мәлдәрҙә кешеләр бөтә донъяға, хатта үҙҙәренә яҡтылыҡ биргән ҡояшҡа, айға ла асыулылар.

Бына ошондай ялҡытҡыс көндәрҙең береһендә көтмәгәндә генә ишек алдына сығып, теҙелергә команда бирҙеләр. Һалдаттар, тревога сигналы булғандағы шикелле, дәррәү сығып йүгерҙеләр, бер-береһен тапаттылар, ҡыҫылып, ишеккә тыгылышып, ни ары, ни бире китә алмай торҙолар. Ситтән ҡарап торғанда, был күренеш хас та янғындан ҡотолорға ашығыусыларҙы хәтерләтә ине.

Көн болотло һәм йылы ине, ябалаҡлап ҡар яуа. Боро һалдат сафтары оҙаҡламай ҡар менән ҡапланды, улар көслө ел иҫеп китһә, тирә-яҡҡа һибелеп, бөтә нәмәне күмеп китерлек көрт өйөмдәре булып күренә башланылар.

Сафтар алдына ниндәйҙер бер офицер сығып баҫты ла команда бирҙе:

  • Частары Көньяҡ һәм Көнбайыш фронттарҙа булмаған түбәнге чиндарга ун аҙым алға сығырға, бүтәндәр үҙ урынында ҡала.

Колонна икегә айырылды.

Мин урынымда ҡалдым, сөнки минең часым ошо фронтта һуғыша булырға тейеш ине.

Команда үтәлгәс, офицер былай тине:

  • Частары бында булмаған түбәнге чиндарҙан маршевый батальондар төҙөлөп, айырым дивизияларға ебәреләсәк. Ә инде частары был фронтта булғандар үҙ частарына ҡайтарыласаҡ.

Был хәбәр мине бик һөйөндөрҙө, мин еңел тын алдым. Күрше-тирәмдәғе һалдаттарға күҙ һалырға тотондом, беҙҙең ди- визияныҡылар юҡмы икән, тием. Часта ҡалған иптәштәремде тиҙерәк күрге килеү теләге тыуҙы. Бәлки, Новиков, Индрил, Байғужа һәм Иртуғанов һаман да элекке полкыбыҙҙалыр. Улар менән осрашыу ҡайһылай ҡыуаныслы булыр! Мин уларға Пет- роғрадта һәм Мәскәүҙә күргәндәремдең барыһын да һөйләрмен. Бигерәк тә Надеждин хаҡында төпсөбөрәк һөйләрмен, унан ишеткәндәремде түкмәй-сәсмәй иптәштәремә лә ишеттерермен. Алдан уҡ һиҙеп торам: иптәштәрем дә Надеждинды мин һөйләгән буйынса яратырҙар.

Беҙҙең дивизияның Ровно ҡалаһынан ҡырҡ биш саҡрымда ялда икәне мәғлүм булды. Унда ебәреләсәк һалдаттар ун һигеҙ кеше йыйылды, һәм беҙҙе бер өлкән унтер-офицер етәкселегендә иртән иртүк йәйәүләп шунда оҙаттылар.

319




Көн йонсоу, ҡуйы томанлы ине, шуға күрә лә тирә-яҡтағы бөтә нәмә лә беҙгә серле һәм ят күренә. Һоро томан артынан ҡапыл ғына алдыбыҙға килеп баҫҡан ағастар бик бейек булып тойола. Ҡаршыбыҙға һирәк кенә осраған һыбайлылар күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән илдәрҙән киләләрҙер ҙә улар унан ҡот осҡос яман хәбәрҙәр килтерәләрҙер һымаҡ. Урмандар, йөҙҙәрен йәмерәйтеп, тын торалар, уларҙың иге лә, сиге лә юҡтыр, төпһөҙ диңгеҙҙәр ситенә саҡлы һуҙылып киткәндәрҙер кеүек.

Беҙ, үҙ иркебеҙгә ҡуйылған һалдаттар, ҡабаланмай ғына барабыҙ, ҡайҙа күңелебеҙгә оҡшаһа, шунда туҡтап ял итәбеҙ. Урман ауыҙҙарында туҡтап, зифа буйлы ҡарағайҙар төбөндә һуйҙайып ятып алыуҙар бигерәк тә рәхәт була. Ятаһың, ҡарағайҙарҙың томанға төрөлгән остарына ҡарайһың, уларҙың оҙонлоҡтарының күпмерәк булырын хатта тиҙ генә самалап алып та булмай. Уларҙан да бейегерәк күтәрелеп, тирә-яҡҡа ҡарап торғо килә. Уйсан ҡарағайҙар менән йәнәшләп үҫкән уҫаҡтар яҙ яҡынлашыуын хәбәр итәләр. Уларҙың ботаҡтары йәшкелт бәрәләр менән ҡапланған. Тағы ла аҙмы-күпме ваҡыттан ошо бәрәләр ярылыр ҙа уларҙан ыуыҙ кеүек кенә һарғылт йәшел япраҡтар баш күрһәтер. Ҡояштың йән өргөс нурҙарынан һәм шифалы йылы ямғыр тамсыларынан кинәнеп, улар шунда уҡ турығышып үҫеп китерҙәр, талғын ғына ел ҡағылғанда ла күңелле ҡыштырлашып көллө урманға йәм биреп ултырырҙар. Ә хәтәр, көслө елдәрҙә бейек ағастарҙың баштары диңгеҙ шикелле тулҡыныр, ҡарт олондар шығырлап һығылыр... Тәбиғәттең ошондай сәскә атҡан мәлен тыныслыҡта, шат күңел менән тап бына ошонда көтөп алаһы ине, тигән теләк тыуа.

Ә беҙ яңынан окоптарға ҡайтып барабыҙ. Кем белә инде, ул тыныс яҙғы көндәрҙе көтөп алыу беҙгә насип булырмы? Бәлки, ул ваҡытта был ағастарҙың баштарынан снаряд өйөрмәләре осор, мөһабәт ғорур ҡарағай, уҫаҡтарҙы сәрпәкләр, яҙ иркәләре — сабый ғына япраҡтарҙы аяуһыҙ ялҡын һулышы менән өтөр. Ә шул ағастарҙың төптәрендә генә әллә кем- дәрҙең ғәзиз балаларының ҡәҙерле кәүҙәләре ҡәҙерһеҙләнеп, ҡанһырап ятыр...

Был хәлде күҙ алдына килтереү ҙә ауыр, аяныс!

УН ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Беҙҙең дивизияның штабы Софейка тигән ауылда булып сыҡты, ә полктар яҡындагы урман араһында ҡаҙылған землянкаларға урынлашҡан. Дивизия штабында беҙҙе бер татар һалдаты ҡаршыланы. Оҙон буйлы, аҡ йөҙлө был егет штабтың писары булып сыҡты. Беҙҙең исемлектәрҙе ҡарап сыҡҡас та, ул миңә татар телендә өндәште:

320




  • Һеҙ мосолман кешеһе икәнһегеҙ ҙә. Ҡайһы яҡтарҙан булаһығыҙ?

  • Һамар, губернаһынан.

  • Яҡташ тип әйтерлек икән.

  • Э һеҙ үҙегеҙ ҡайҙан?

  • Татарстан дан.

Беҙ шунда уҡ бер-беребеҙҙе яҡын күрә башланыҡ. Ул мине каптинармусҡа алып барып, тейешле аҙыҡты алышып бирҙе лә шунан үҙенең землянкаһына сәй әсергә алып ҡайтты. Беҙ уның менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул миңә фронт хәлдәрен һөйләне, мин уны Мәскәү яңылыҡтары менән таныштырҙым.

Абдулла Хәсәнов тигән был егет бер ҡарт уҡытыусының улы булып сыҡты. Ул рус мәктәбендә лә уҡыған, ә һуғыш алдынан ғына Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә ингән, тик уны тамамларға өлгөрмәгән, 1914 йылда һалдатҡа алынған. Бер йыл самаһы фронтта рота писары булып йөрөгән, шунан бына дивизия штабына әләккән.

Хәсәновтың тауышы көслө түгел, әммә бик яғымлы. Бәлки, ул атаһының һөйләү рәүешенә ғәҙәтләнеп алғандыр; уҡытыусылар шикелле, асыҡ, ышандырырлыҡ итеп һөйләшә, шуға ла һинең иғтибарыңды шунда уҡ биләп ала. Уның менән әңгәмәлә миңә айырыуса уның офицерҙарҙан ишетеп ҡалған һүҙҙәре тәьҫир итте:

  • Мин штаб офицерҙарының һөйләшеүенә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалам. Улар һуғыш хаҡында ла, батша тәхете тураһында ла дөм икенсе төрлө һөйләй башланылар. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Петроградта эшселәр араһында көслө хәрәкәт башланған, батша тәхете бик ныҡ ҡаҡшағанға оҡшай. Распутин- дың үлтерелеүе ишетелгәс, офицерҙар был темаға айырыуса күберәк һөйләшә башланылар. Улар араһында хәҙер көн һайын ошо хаҡта ҡыҙыу бәхәстәр сыға ла китә, яңы, бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтеп ташлайҙар. Командование хәҙер бик ауыр хәл кисерә, һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла алмаҫ, ахыры. Мәскәүҙә булған хәлдәр тураһында һеҙ һөйләгәндәр ҙә тап бына шуны раҫлай.

Хәсәновтың ваҡытын күп алмаҫ өсөн китергә булдым һәм был хаҡта уға әйттем.

  • Юҡ, юҡ, мин тәүлек буйы дежурҙа торҙом. Хәҙер ваҡытым бар, — тип мине тынысландырырға ашыҡты ул.

Бынан һуң шунда уҡ ҡына ҡуҙғалып тороп китеү уңайһыҙ ине. Мин үҙебеҙҙең часть хаҡында әйттем, унда иптәштәрем барлығын белдерҙем, фамилияларын да атаным.

Хәсәновтың ҙур һоро күҙҙәре киң булып асылды.

  • О-о, мин уларҙың береһен беләм бит, — тине ул ихлас ҡына. — Ул беҙҙең штабта телефонист.

  • Ҡайҙа ул? — тип ҡысҡырып, урынымдан һикереп торғанымды ла һиҙмәй ҡалдым.

321


  • Ул кисә дежурҙа булғайны, бөгөн ял итә торғандыр.

Йөрәгем ярһып тибергә кереште, мин йәһәт кенә ишек янына барып еттем. Минең бик ныҡ тулҡынланғанымды күреп, Хәсәнов башҡаса тотмаҫҡа булды, һәм үҙе лә минең артымса урынынан ҡуҙғалды.

Беҙ тышҡа сыҡҡас, ул бер землянкага төртөп күрһәтте:

  • Элемтәселәр ана тегендә тора.

Мин Хәсәновҡа ҡулымды йәһәтерәк биреп күрештем дә тиҙерәк теге землянкаға табан ашыҡтым. Ашығыуымдан хатта яңы дуҫыма һыйы өсөн рәхмәт әйтергә лә онотҡанмын. Бығаса һуғыштың бөтә әсеһен-сөсөһөн бергә татыған дуҫтарымды тиҙерәк барып күрергә ашҡыныу минең аяҡтарыма бығаса күрелмәгән тиҙлек бирҙе. Уларға һөйләргә тигән яңылыҡтар, снаряд эсенә һалынған дары кеүек, күкрәгемде шартлатырға теләгәндәй ине. Йөрәгем иптәштәремде һағыныуҙан атлығып сығырҙай булып дөпөлдәй, бөтә донъяның ҡайғы-хәсрәттәре хәҙер минең өсөн юҡҡа сыҡҡайны. Гүйә, миңә ҡанаттар үҫкән дә, улар мине бейек-бейектәргә күтәреп осороп алып баралар...

Күрһәтелгән землянка янына яҡынлашҡанда, уның ишегенән ҡулына котелок тотҡан Индрил үҙе сығып килә ине. Ул миңә, тере кеше булып түгел, ниңәлер, бер күреүҙә, хыялымда йөрөгән һын һымаҡ ҡына булып тойолдо. Мин телдән яҙҙым, күҙҙәремде томан баҫты, һәм, ҡаҡҡан бағана һымаҡ, баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым.

Мине күргәс, Индрил да, нисектер, алға һонолдо ла, үҙ күҙҙәренә ышанмаған кеше шикелле, туҡтаны.

Икебеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ.

  • Күҙемә күренәһеңме әллә?! — тине ул, ахыр килеп.

  • Индрил! — тип ҡысҡырып ебәрҙем мин, бөтөнләй ят тауыш менән.

Индрилдың ҡулынан котелогы шылтырап ергә төшөп китте, һәм уның оҙон ҡулдары мине ҡармап ҡосаҡлап алды.

  • Күҙҙәремә ышанмайым. Булат, ысынлап та, был һинме?!

Индрил, ҡосаҡлаған көйөнсә, мине землянкаға алып инде,

һәм беҙ унда, әйтер һүҙ тапмағандай, бер-беребеҙгә ҡарашып оҙаҡ торҙоҡ. Ҡапыл осрашыу икебеҙҙең дә һушыбыҙҙы алғайны, икебеҙ ҙә нимәнән һүҙ башларға белмәйбеҙ.

  • Мин хәҙер сәй ҡайнатып килтерәйем. Шунан туйғансы һөйләшербеҙ, — тине Индрил, ахыр килеп. — Ой, һағындыҡ та һуң һине, Булат! Биңә һөйләр һүҙҙәребеҙ ҙә күбәйҙе.

Ул ашығып землянканан сығып китте. Көслө тулҡынланыуҙан миңә эҫе булып киткәндәй булды, маңлайымдан тирҙәр бәреп сыҡты.

Балам түшәлгән иҙәндә ике һалдат йән белмәй йоҡлай; күрәһең, дежурҙан ҡайтҡандарҙыр. Мин уларға диҡҡәт менәне- рәк ҡараным, тик йөҙҙәре таныш булмай сыҡты. Шулай булһа ла, Индрил менән бергә йәшәгәс, улар миңә бик яҡын кешеләр

322




булып тойолдо. Уларҙы тиҙерәк уятҡым, яҡындан танышҡым килде, тик бигерәк рәхәтләнеп йоҡлайҙар шул. Арығандарҙыр. Мин дә шаҡтай йонсоғанмын, ахырыһы, Индрил сәй ҡайнатып йөрөгән арала, йоҡом килә башланы. Күҙ ҡабаҡтарым ауырая, тәнем рәхәт кенә иттереп ойой һәм күҙ алдымда окоп стеналарына һөйәлеп йоҡлаған һалдаттар күренә башланы.

  • Бына сәй ҙә әҙер! — Индрилдың шулай тип яғымлы өн- дәшеүе мине һиҫкәндереп ебәрҙе.

Индрил сәй урыны әҙерләгән арала мин сисендем дә уға ҡаршы ултырып, дуҫымдың йөҙөнә ентекләберәк ҡараным. Ул, ни эшләптер, ныҡ ҡына бирешкән, яңаҡтары ослайған, танауы ҙурайғандай булған, ҡара һоро күҙҙәре эскә батҡан, улар тирәһендә ваҡ ҡына һырҙар барлыҡҡа килгән. Киң маңлайында әүәлгесә бер генә лә һыр юҡ, һәм ул тағы ла киңәйә төшкән һымаҡ. Индрилдың өҫтөндә ике күкрәк кеҫәле шул уҡ гимнастерка, уны мин танымай буламмы һуң инде, сөнки кеҫәләрен үҙем тегеп биргәйнем. Уларҙың береһенән яҙыу кенәгәһе, икенсеһенән тәмәке ҡағыҙы менән ҡәләм башы күренеп тора.

Индрилдың кеҫәләре ҡыҙыҡ ҡына хәтирәне иҫкә төшөрҙө. Ғәҙәттә һалдат гимнастеркаларының кеҫәһе булмай, кеҫәләр офицер гимнастеркаларына ғына тегелә. Бер мәл беҙҙең ротаға кеҫәле гимнастерка кейгән бер һалдат килде. Унан күрмәксе, һалдаттар гимнастеркаларына үҙ ҡулдары менән кеҫә тегә башланылар. Белер-белмәҫ ҡул менән, өҫтәүенә, йә ҡара, йә аҡ еп менән тегелгән кеҫәләр бик йәмһеҙ күренә ине. Мин кеҫә тегеүҙә барыһынан да оҫта булып сыҡтым. Әлбиттә, был ваҡ эш ине, ул бик күп ваҡытты ала, шулай ҙа минең теккән кеҫәләр оҫта тегенсенекенән ҡалышһалар ҙа, аҙ ғына ҡалышаларҙыр. Шулай итеп, мин ротабыҙҙа кеҫә тегеү буйынса мәшһүр оҫта булып дан алдым. Ялда ваҡытта мине заказдар менән күмеп ташланылар. Эш өсөн бер әсмүхәме шунда, ярты әсмүхәме тәмәке алғас, мин ул заказдарҙы бик ҙур әүәҫлек менән еренә еткереп башҡарам. Бер талай ваҡыттан инде, беҙҙең ротаның ғына түгел, тотош батальондың һалдаттары, кеҫәле гимнастеркалар кейеп, ҡупшыланып йөрөй башланылар.

Шул шөғөлөм иҫкә төшөп, мин үҙ алдыма көлөп ебәрҙем. Ашарға әҙерләп булашҡан Индрил көлөүемде үҙенә ҡабул итте:

  • Минең аштан көләһеңме әллә? Күрәһең, лазареттарҙа һеҙҙе хан һыйында тотҡандарҙыр. Белеп тор, беҙҙә ундайҙар тәтемәйәсәк.

  • Юҡ, мин, үҙем теккән кеҫәләр иҫемә төшөп, көлөп ебәрҙем.

  • Эй, шулаймы ни! Мин был гимнастерканы һинең төҫөң итеп һаҡланым. Уға ҡараған һайын, һине һағындым, — тине Индрил һәм үҙе лә кеҫәләренә көлөмһөрәп ҡарап ҡуйҙы.

Мин һүҙҙе икенсегә борорға тырыштым.

  • Йә, тиҙерәк бүтән дуҫтар хаҡында һөйләй һал инде. Ни хәлдә улар? Иҫәндәрме?

323


  • Мин дә, ни эшлән был һаман һорашмай тора икән, тип уйлай башлағайным инде. Новиков полк штабында телефонист булып тора, ә Байғужа обозға күсте. Уның эш хәҙер рәхәт. Иртуғанов хәҙер фельдфебель булып алды. Уны тағы ла Георгий тәреһе менән бүләкләнеләр.

  • Нимә өсөн?

  • Һуғыш барғанда, офицерҙарҙы атҡаны өсөн.

  • Нисек улай?

  • Ул шундай кеше инде, ҡойроғона баҫыуы ҡыйын.

  • Улайһа, ул хәҙер һеҙҙең менән түгелме ни?

  • Юҡ, уның беҙҙән киткәне юҡ, үҙ эшен башҡарып йөрөй.

Уның һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһен аңламай, уйға ҡалдым:

«Фельдфебель булды. Георгий тәреһе алды. Һуң бит ул тәреләрҙе һуғышта күрһәткән айырыуса батырлыҡтар өсөн генә бирәләр».

Минең аптырауымды күреп, Индрил ялғап алып китте:

  • Иртуғанов тураһында шикләнмә, ул үҙебеҙҙең егет. Э бына беҙ һине башҡаса фронтҡа әйләнеп ҡайтмаҫһың инде, тип уйлағайныҡ. Һинең килеп төшөүең — беҙҙең өсөн һис көтөлмәгән хәл. һине күреүемә бик тә, бик тә шатмын, әлбиттә, башҡаларыбыҙ ҙа һөйөнөп бөтә алмаҫтар. Бында хәҙер беҙҙең өсөн эш күп, шулай уҡ төрлө яңылыҡтар ҙа етерлек. Мин хәҙер һинең әйләнеп килеүеңде телефондан Новиковҡа хәбәр итәйем, шунан улар йүгерешеп килеп тә етерҙәр. Барыһын да бергәләшеп һөйләшербеҙ. — Индрил шулай тине лә землянканан ашығып сығып китте.

ЕГЕРМЕНСЕ БҮЛЕК

Быйыл Украинала яҙ башы ҡояшлы һәм йылы булды. Былтыр көҙҙән ҡойолоп, инде яртылаш серегән япраҡтарҙы ҡалҡытып, үләндәр бик иртә баш ҡалҡытты. Яңы ғына сыҡҡан матур үләндәргә аяҡ менән баҫып йөрөү ҙә йәл. Йәш үләндәр ҡояшҡа ҡарап һөйөнөп, уға ҡулдарын һуҙған сабый балаларҙы хәтерләтәләр. Уларҙың ҡыуаныслы матур тормошо алда әле. Улар, көнгә тартылып, үҫеп китерҙәр, ҡалын йәшел келәм булып ерҙе ҡапларҙар, төрлө төҫтәге матур сәскәләр атырҙар, тәгәрәшеп еләктәр бешер.

  • Быйыл яҙ иртәләне, — тиҙәр украин крәҫтиәндәре, гөлтләп килеп сыҡҡан үләнгә ҡарап, шунан ҡараштарын фронт яғына төбәйҙәр ҙә тәрән көрһөнөп ҡуялар. — һуғыш ошо арала ла бөтмәһә, ерҙәребеҙ быйыл да ҡыҫыр ҡалыр инде.

Шундай ҡояшлы көндәрҙең береһендә беҙ, иҫке дуҫтар, йәнә бергә йыйылдыҡ. Был минең өсөн үтә шатлыҡлы бер байрам булды. Новиков, Индрил, Байғужа, Иртуғанов һәм мин ҙур урмандың ситендә, яҙҙың хуш еҫтәрен бөркөп торған ерҙә, ҡояш

324




нурҙарына кинәнеп ятабыҙ. Һәр беребеҙҙең йөҙө уйсан һәм етди. Мин Мәскәүҙә үҙем шаһиты булған ваҡиғаларҙы әле генә бәйнә-бәйнә һөйләп бөтөрҙөм, дуҫтарым, ишеткәндәренең тәьҫиренә бирелеп, өндәшмәй генә тәмәкеләрен көйрәтәләр.

Беҙҙең баш: особоҙҙа, әллә ниндәй мөғжизәле ҡиәфәттәргә инеп, өрөнкө аҡ болоттар ағыла ла ағыла. Быға тиклем үткән ғүмерен бер ауыҙ һүҙ менән дә телгә алмаған Новиков, ни сәбәп менәндер, бөгөн тап шул хаҡта әүәҫләнеп һүҙгә тотондо. Бәйләй башларҙан элек ул аҫтына йәйелгән шинелен ипләберәк йәйеп, салҡан төшөп ятты, аҡ болоттарға ҡарап, оҙаҡ-оҙаҡ өндәшмәй уйланды; күрәһең, йәшлек хәтирәләрен берәм-берәм күҙ алдынан үткәреп, барлап сығыуы булғандыр.

  • Эйе, дуҫтар, — тип башланы ул һәлмәк кенә, шунан, беҙҙең иғтибарыбыҙҙы туплар өсөндөр, әҙерәк шым торҙо. — Уҙған ғүмер минең шәптән булманы, артабанғыһын өҙәм рәүешлерәк итеп йәшәге килә. Үткән ғүмерем миңә нимә генә бирҙе? Атайым, бер һыныҡ икмәк эҙләп, Мәскәү янындағы шахталарға килгәндә, миңә бары һигеҙ генә йәш ине әле. Э беҙ, уның балалары, ете йән инек. Бына шул тиклем ишле ғаиләнең тамағын туйҙырып ҡара инде! Улар бит, сәүкә балалары кеүек, һары суҡыштарын асып, бер туҡтауһыҙ ашарға таптырып сырылдашып ҡына торалар. Быны һөйләп тә тораһы юҡ инде. Мин үҙем ун йәшемдән эшләй башланым. Нисәмә шахтала, нисәмә заводта ғына эшләп китергә тура килмәне —- бер төрлө лә һәнәргә эйө була алманым. Ун туғыҙ йәшемә хәтлем ҡара эшсе генә булып йөрөнөм. Бер ваҡытта ла йүнле эш хаҡы төшөрә алманым. Буғыш алдынан ғына, ярҙамсы булып эшләп, тимерсе һәнәренә өйрәнә башлағайным, шунда уҡ һалдатҡа алдылар. Бына ошонда башты һалырға тура килһә, тимәк, был донъяла бер генә рәхәт тә күрмәй киттем тигән һүҙ була инде. Юҡ, шайтан алғыры, йәшәге килә әле, кешесө йәшәге килә! Быға тиклем беҙ йыуаш быҙау инек бит. Э бына һуғыш өйрәтте, күҙҙәребеҙҙе асты... Беренсе мәртәбә осрашҡаныбыҙҙы һәр берегеҙ хәтерләйҙер инде. Э бына Булат бөгөн нимәләр һөйләй? Мәскәүҙә күргәндәрен нисек итеп һөйләп бирҙе ул! Күҙҙәре тамам асылған егетебеҙҙең!

Индрил шунда үҙенең ҡәҙимге фәлсәфәһенә бирелеп алмай булдыра алманы:

  • Бала ла бит тыуыу менән аяғына баҫып атлап китмәй. Башта сәңгелдәктә ята, шунан ултыра башлай, ҡурҡа-ҡурҡа ғына аяғына баҫа, беренсе аҙымдарын яһай, ә бер аҙҙан ҡараһаң, йүгереп үк йөрөй. Шулай үҫә бит кеше. Ваҡытында уҡыу эләккән булһа, беҙ барыбыҙ ҙа былай ғына булмаҫ инек әле.

Индрилдың был һүҙҙәренә бер кем дә айырыуса иғтибар бирмәне. Шуға күрәлер, ахыры, ул үҙе лә фәлсәфәһен артыҡ ҙурға һуҙып тормай, тынды.

325




Шунда Иртуганов үҙенең шаҙрараҡ йөҙөн күтәрҙе. Уның тәрәндә ултырған ҡара күҙҙәре айырыуса бер төрлө сатҡылар һибеп, йылтырап китте.

  • Һуғыш — ул ҡанлы уйын, — тип һүҙ башланы Иртуғанов. — Уны бер кем дә яратмай. Тик һуғыштың яҡшы яғы ла бар: унда һинең ҡулыңа ҡорал тотторалар һәм һин унда үҙеңде хужа итеп тояһың. Мылтыҡтан бит кемгә теләйһең — шуға атып була. Бына мин, әйтәйек, ошо винтовкам менән үҙебеҙҙе ғүмер баҡыйына интектергән алпауыт Александров™ атып үлтерҙем.

Новиков аптырауынан урынынан ырғып уҡ торҙо.

  • Нисек инде, әллә һин, мылтығыңды алып, ауылыңа ҡайтып килдеңме?

  • Юҡ, ҡайтып килмәнем. Мин уны бында ғына дөмөктөрҙөм, — тип көлөмһөрәне Иртуғанов.

  • Бер ни төшөнмәйем.

  • Беҙҙең батальондың командиры капитан Александров беҙҙең ауылдың күршеһендә генә йәшәгән алпауыттың улы ине. Ул татар крәҫтиәндәрен бик күп мыҫҡыл итте. Мин йәш кенә үҫмер саҡта әле ошо Александров мине ҡайыш ҡамсыһы менән бик ныҡ итеп ярғайны. Бында осрашҡас, Александров мине таныманы, ә мин, был ҡәбәхәт йән ҡабаттан үҙ утарына әйләнеп ҡайта алмаясаҡ, тип әсемдән генә ант итеп ҡуйҙым. Көҙгө һөжүмдәрҙең береһендә мин үҙемдең антымды үтәнем.

  • Шулай дөмөктөрҙөм тиһең инде? Молодец! — тине Байғужа, Иртуғановҡа һоҡланып ҡарап.

  • Эйе. Хәҙер был әш буйынса инде минән дә шәберәк оҫта юҡтыр фронтта, һөжүмгә күскән ваҡыттарҙа мин иң әшәке офицерҙарҙы беренсе эшем итеп юҡҡа сығарам да командованиены үҙ өҫтөмә алам, шулай итеп ҡулдан килгән саралар менән һалдаттарҙы үлемдән һаҡлап алып ҡалырға тырышам.

Бына ошоларҙы ишеткәс кенә, Иртуғановтың нисек итеп фельдфебель чинына өлгәшкәне һәм Георгий тәреһе менән наградланғаны әҙерәк аңлашыла төштө. Ул — көслө ихтыярлы һәм ҡаты характерлы командир. Уның үҙ фекере һәм үҙ пландары бар, уларҙы ул, бер ниндәй ҡаршылыҡтар менән дә иҫәпләшмәй, тормошҡа ашыра белә, һалдат массаларын да үҙ артынан эйәртә.

  • Һәр ҡорал ике яҡлы эш эшләргә мөмкин, — тип һүҙгә кереште Индрил, һуҡ бармағын һелкеп. — Әйтәйек, бына һунар мылтығынан кейекте лә үлтереп була; ә инде уның менән һаҡһыҙ ҡыланһаң, яңылыш үҙеңә лә атып ҡуйыуың бар. Был бит инде бик ябай хәҡиҡәт. Бына Иртуғановтың һүҙҙәрен тыңлағас, минең башыма шундай уй килде әле; әгәр ҙә бына һалдаттар үҙҙәренең ҡулындағы ҡоралды үҙҙәренең ихтыяждарын үтәүгә йүнәлдерһәләр, ул саҡта бит донъя тетрәткес эш эшләп була. Ә ундай хәлдең булыуы бик мөмкин. Һалдаттар фронтта күпме иптәштәренең һәләк булғанын үҙебеҙҙең дә һәләк

326




бул ыуыбыҙ көн кеүек асыҡ, тип аңдарына килерҙәр. «Ни эшләп һуң әле мин немец һалдатына атам? Уны үҙемә лә атырға ҡотортоп, үҙемә үлем саҡырам?» — тиер улар. Немец һалдаттарының

да башында ошо уҡ уйҙар ҡайнамай тип беләһегеҙме ни?

Әлбиттә, ҡайнай. Бер мәл килеп шундай ҙа хәл булыр әле: бөтә фронт тарҡалып бөтөр, беҙҙең менән командовать иткән офицерҙар үҙ һалдаттарының уҡ пуляларынан ҡасырҙар. Кисә Иртуғанов үҙенең алпауыты Адександровты дөмөктөргән икән, бөгөн, иртәгә уны башҡалар ҙа эшләр. Төптәнерәк уйлаһаң, бына беҙҙең алда ниндәй тетрәткес хәлдәр булырға тора.

Индрилдың маңлайына эре тир тамсылары бәреп сыҡты, ул йыш-йыш тын ала, хатта һөйләүенән сәсәп туҡтағандай булды.

Новиков уға ҡарап көлөп ебәрҙе.

  • Әгәр мин армия менән командовать иткән булһам, уны

бер ергә йыйыр инем дә, Индрил, һине тотош армия алдында сығып нотоҡ һөйләргә ҡушыр инем. Беҙҙең алда һөйләгәндә генә лә әле, ҡара тирҙәрең сыҡты, ә бына тотош армия алдында һөйләһәң, һуштан яҙып йығылыр инең, моғайын.

  • Һөйләргә минең генә көсөм етмәҫтәй булһа, башҡалар ярҙам итер. Бары һин командующий булып ал да хәҙер үк армияңды йый.

Төшкө аш ваҡыты етте. Беҙ урындарыбыҙҙан өндәшмәй генә ҡуҙғалдыҡ та землянкаларыбыҙға ҡарай атланыҡ. Беҙҙең кәйефтәребеҙ күтәренке ине, ниндәйҙер бик үк асыҡ та булып етмәгән яҡты өмөт менән атланыҡ беҙ.

ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ БҮЛЕК



Мине дивизия штабында элемтә командаһында ҡалдырҙылар. Хәҙер мин Индрил менән бергә йәшәйем. Көн һайын Хәсәнов Абдулла менән күрешәм. Ул минең менән шаҡтай ныҡ дуҫлашып алды, тик, ниңәлер, минең дуҫтарым менән борсағы бик бешеп етмәй. Мин уларҙы маҡтап һөйләргә тотонһам, Абдулла теләр-теләмәҫ кенә тыңлай ҙа һүҙҙе йәһәтерәк икенсегә борорға тырыша. Хәсәнов татар милләтенең яҙмышы һәм уның ҙур эшмәкәрҙәре хаҡында айырыуса, йыш һәм ҙур ихтирам менән һөйләй. Ләкин уның был фекерҙәре миңә сәйерерәк тойола.

  • Әгәр татар милләте айырым дәүләт төҙөп ебәрһә, ул Көнсығышта иң көслө дәүләт булыр ине. Көнсығыш сәнәғәте һәм сауҙаһы тотош уның ҡулында булыр ине, — ти ул.

Был фекерҙәр минең өсөн ят һәм аңлайышһыҙ. Әгәр инде ошо фекерҙәр мәҙрәсәлә, берәй дәрестә һөйләнһәләр, уларҙың асылына төшөнөргә тырышҡан булыр инең; ә бында, фронт шарттарында, мөстәҡил1 татар дәүләте тураһында һүҙ алып барыу — миңә һаташыу кеүек тойола.

1

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет