Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет18/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

260




дарҙы утҡа тотто, ә хәҙер инде нығытмаларҙы һәм тимер сыбыҡ заграждениеларҙы ҡайыҙлай. Беҙҙең позицияларҙа ятып сыҙар әмәл ҡалманы. Полк штабы менән телефон әлемтәһе лә өҙөлдө. Рота командиры Акимов, бер ниндәй күрһәтмәләр ҙә ала алмай, утҡа баҫҡан бесәй шикелле, ары саба, бире һуғыла. Аптырағас, ул батальон командирына вестовой артынан, ни эшләйһе икән, тигән һорау менән пакет ебәрҙе. Ләкин ул те- генән бойороҡ көтөп ала алманы, шрапнель ярсығы уны башынан ауыр яраланы. Бер ни тиклем ваҡыттан беҙгә окоптарҙың икенсе һыҙығына сигенергә тигән бойороҡ булды, тик һуң ине инде. Снарядтар һәм шрапнелдәр ямғыр урынына тупырлаш- ҡан саҡта, асыҡ ялан аша унда күсеү, туранан-тура һәләкәткә барыу икәне һәр кемгә күренеп тора ине. Бары, һыҙланыуҙары- на сыҙаша алмаған яралылар ғына, ҡотолоу өмөт итеп, нығытмаларҙан сығып, артҡа йүгермәксе булалар, һәм шунда уҡ уларҙы снаряд ярсыҡтары, сал ғы менән сапҡан кеүек, ергә йыға. Ҡорбандар һаны ишәйгәндән-ишәйә бара. һаҙлыҡ һәм урман өҫтөн зәңгәр һөрөм ҡаплай башланы. Шомло тауыштар ишетелде:

  • Газ! Газ! Маскаларығыҙҙы кейегеҙ!

Юҡ, был газ булып сыҡманы, тымыҡ көндә ергә һылашып ятҡан төтөн генә икән. Беҙҙең окоптарҙа инде иҫән ҡалғандарға йәшеренерлек тә төҙөк урын ҡалмағас, ҡайһы берәүҙәр, сыҙаша алмай, уң флангылағы урманға йүгерешә башланылар. Тик унда снарядтар ямғыры көслөрәк булып сыҡты. Немецтар, өҫтәмә көстөң ошо урман ышығына йәшереп килтереләсәген тоҫмаллап ахыры, был урманды айырыуса ныҡ дөмбәҫләйҙәр ине. Көслө дауыл аҡтарғандағы шикелле, һауаға тамырҙары менән ҡуптарылған ағастар күтәрелә, һындырылған ботаҡтар оса, мөһабәт имәндәр шытырлап ергә ауа. Көслө пожар ҡотор- ғандағы һымаҡ, урман осо ҡара төтөн менән тулған. Урманда үҙҙәренә ышыҡланыр урын эҙләп китеүселәр, береһе лә тиерлек кире әйләнеп ҡайтмай, юҡҡа сыға барҙылар. Урман эсе мәйеттәр менән тулды. Яралыларға иғтибар итеүсе лә юҡ, был ҡот осҡос вәхшәттә һәр кем үҙенең ҡотолоп иҫән ҡалыуы хаҡында ғына ҡайғырта. Бында инде һалдаттар юғарынан килгән бойороҡҡа буйһоноп түгел, үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу тойғоһона буйһоноп ҡына эш итә.

Кис менән, ҡояш байыр алдынан, канонада бер аҙ тына төштө, ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән күкте ракеталар һәм прожекторҙар йырмасларға кереште.

Был арала окоптарҙың икенсе линияһына резервта булған ниндәйҙер полк килеп урынлашҡайны. Позицияны ташлап киткән беҙҙең батальондың роталары тырым-тыраҡай таралышып, буталышып бөттөләр. Тамам ҡараңғы төшкәс, алмашҡа килгән полк алғы һыҙыҡҡа күсте. Беҙҙең полктың ҡалдыҡтарына яҡындағы бер әрәмәлеккә — элек беҙҙең штаб урын

261




лашҡан тирәгә йыйылырға бойороҡ булды. Ҡоҙғондан ҡурҡып, үлән араларына ҡасышып бөткән себештәр шикелле, берәмләп- берәмләп беҙ күрһәтелгән урынға йыйыла башланыҡ. Йөҙгә яҡын кеше тороп ҡалғанбыҙ.

Иртәнән бирле минең Иртуғановты ла, Кригер-Соколов- скийҙы ла күргәнем юҡ. Йыйылғандар араһында ла, күпме генә эҙләһәм дә, улар күренмәне. Мин инде, улар үлмәнеме йәки яраланманымы икән тип, хәүефләнә башланым. Индрилды күрәйем тип, мин штаб урынлашҡан ергә киттем, тик полк штабын бынан ике саҡрым самаһындағы бер бәләкәй ауылға күсергәндәр икән.

Беҙҙе сафҡа теҙҙеләр ҙә шунда алып киттеләр. Был емерек ауылға килеп еткәс тә, мин шунда уҡ Индрилды эҙләп киттем. Үҙемдең дә иҫ китте, бәхеткә ҡаршы, мин Индрил эргәһендә Иртуғановты ла осраттым. Осрашыуыбыҙ бик ҡыуаныслы булды, беҙ бер-беребеҙҙе оҙаҡ-оҙаҡ ҡосағыбыҙҙа ҡыҫтыҡ. Улар ҙа мине инде тере килеш күреүҙән өмөт өҙөп бөткәндәр.

Мин инде, түҙемем бөтөп, ҡалган иптәштәрем хаҡында һорашырға ғына тип ауыҙымды асҡайным, уйымды белгән кеүек, Индрил алданыраҡ өлгөрҙө:

  • Новиков иҫән, ә Байғужа аяғынан яраланған. Ул көндөҙ үк бында килгән, уны артҡа оҙатҡандар. Яраһы артыҡ ауыр түгел — ярсыҡ балтырын ярып киткән. Яраһын бында, пунктта, бәйләгәс, тылға ул, сатанлай-сатанлай булһа ла, үҙ аяғы менән киткән.

  • Э беҙҙең ярым поляк, ярым немецыбыҙҙың яурынына пуля тейҙе, — тип шарҡылдап көлдө Иртуғанов, мәрәкә һөйлә- гәндәге кеүек. — Егетең был фронттан тайырға күптән һылтау эҙләп йөрөй ине. Хатта минән, берәй еремә атып, еңелсә генә ярала әле, тип тә үтенә ине. Бәхетенә иреште. Яурынын үҙем үк бәйләп ебәрҙем. Тик ул киткәс, канонада бигерәк көсәйҙе шул, иҫән-һау сыға алдымы икән?

Беҙ һөйләшкән арала алғы һыҙыҡта атыш тағы көсәйеп китте. Беҙгә йәнә бер ергә тупланырға бойорҙолар. Барлау булды. Беҙҙең полк ярты кешеһен юғалтҡан булып сыҡты. Һирәгәйеп ҡалған роталарҙы резервтан килгән ярты меңләп кеше менән тулыландырҙылар ҙа таң алдынан йәнә алғы һыҙыҡҡа сығырға тигән әмерҙе иғлан иттеләр.

һалдаттар асыуланышып һуҡрана башланылар:

  • Ҡасандан бирле йүнле-башлы ашаған, эскән, йоҡлаған юҡ. Был көйөбөҙсә, беҙ тағы ни хәл итеп һуғышҡа инәйек, ти?!

Иртуғанов һалдаттар араһында йүгергеләп йөрөй һәм тегеләрҙе:

  • Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Шау-шыу күтәрегеҙ! — тип ҡоторта.

Шунда һалдаттар алдына полковник Харченко килеп баҫты

262


ла хырылдауыҡ тауышы менән һөйләй башланы:

  • Туғандар, һуғыштың законы шундай: һуғышсан бойороҡтарҙы беҙ һис бер ҡаршылашмай, еренә еткереп үтәргә тейешбеҙ. Бөгөн генеральное наступление башлана. Беҙ, дошманды окоптарынан һөрөп сығарып, Софийка ауылын алырға тейешбеҙ. Шунан һуң беҙгә ял бирәсәктәр. Аҙыҡ тураһында ҡайғырмағыҙ. Хәҙер бында кухня килтерәләр.

Ни эшләптер, Харченконың һүҙҙәрен тыңлағас, һалдаттар тыныслана төштөләр. Шау-шыу тынды, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына әле һаман һуҡраныуҙар ишетелгеләп ҡала.

  • Немецтар беҙҙе мәңгелеккә ял итергә һалырға тырышырҙар инде, — тип ҡуйҙы берәү.

Кухнялар килеүен хәбәр иттеләр. Бер нисә көн һуҙымында бер ҡабым ҡайнар аш төҫө күрмәгән һалдаттар, котелоктарын шылтыратып, уға ҡаршы ташландылар. Шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙгә берәр пачка папирос өләшәсәктәре лә билдәле булды. Ашап алғас, һәр урында папирос уттары баҙлашты. Ошондай ҡыҫҡа ғына ял осоронда ҡот осҡос ут даръяһынан иҫән ҡотолоп сыҡҡан кешеләр әкренләп аңдарына килә, тыныслана башланылар, үҙ-ара әңгәмәләр китте.

  • Ай-яй, кәрәкте бирҙеләр ҙә һуң немецтар бөгөн! Аяҡҡа баҫып торор әмәл ҡалманы! — тип аптырай бер ҡарт һалдат һәм, шунда йәнә хәҙер үк ут эсенә ҡыуып алып инәсәктәрен иҫенә төшөрөп, тәрән көрһөнә лә асынып әйтеп ҡуя: — Тағы һәләкәткә илтеп тығалар инде беҙҙең ғәзиз баштарҙы...

Был хаҡта кешеләрҙең артыҡ һүҙ ҡуйыртҡылары килмәй, ауыр тынлыҡ урынлаша. Һалдаттар алғы һыҙыҡтан ишетелгән көслө атыш тауыштарына һағайып ҡолаҡ һалып торалар ҙа, унда өҙлөкһөҙ ләүкегән уттарға ҡарап, уфтанып ҡуялар:

  • Ай-Һай, унда эштәр ҡыҙыу бара! Донъяның аҫты-өҫкә килә, буғай...

Алыҫ түгел урында төн пәрҙәһен артҡа сигендереп балҡышҡай дәһшәтле ут туфандарын кешеләр, беренсе тапҡыр күргән- дәге шикелле, шомланып байҡайҙар, уларҙың күңелендә иҫән ҡалыуға өмөт осҡондары торған һайын кәмей бара.

Теҙелергә команда булды. Үҙҙәрен батҡыл һаҙлыҡ һурғанға ҡаршы торған кеүек, һалдаттар, үҙ иректәренән тыш буйһоноп, яй ғына теҙелделәр. Уларҙың ихтыярҙары үҙҙәренә буйһонмай, аяҡтары тыңламай, улар алғы һыҙыҡтан ишетелгән үлем музыкаһы тактына ҡушылып атлап баралар шикелле.

Тәүҙә беҙҙе урман юлынан дүртәрләп теҙеп, колонна менән алып барҙылар. Урмандан сыҡҡас, цепҡа таралып, ут һыҙығына табан ята-шыуыша-йүгерә киттек. Мин яурыныма һалған катушканы күтәреп йүгерәм. Унан телефон сымы тағатылып артҡа ҡала бара. Ьөжүм ваҡытында телефонистың эше — иң ауыр эштер, моғайын. Уға дошман пуляларынан да һаҡланырға, шул уҡ саҡта телефон сымын да һуҙа барырға, ваҡыты-

263




ваҡыты менән аппаратты тоташтырып, линияның төҙөклөгөн дә белә барырға кәрәк. Башҡа һалдаттарҙың бер ҡалҡыуҙан икенсеһенә тиҙ генә йүгереп, боҫа-боҫа барырға мөмкинлектәре бар, ә телефонистың йүгереү тиҙлеге үҙенең етеҙлегенән генә тормай, катушканың әйләнеп, тимер сымдың таралыу тиҙлегенә бәйләнгән.

Беҙ окоптарҙың алғы һыҙыҡтағыларына яҡынлашҡанда, унда ятҡан полк, тимер сыбыҡ заграждениеларҙы аша сығып, дошман окоптарына яҡынлап бара инек инде. Немецтар, күрәһең, уларҙың ябырылып килгәнен һиҙеп ҡалды; пулемет уты байтаҡ көсәйҙе, бер үк ваҡытта улар өҫтөнә снарядтар ҙа йышланып яуа башланы.

Беҙгә лә тиҙерәк тимер сыбыҡ заграждениелар аша үтергә бойороҡ булды. Бойороҡҡа буйһоноп, һалдаттар алға ташландылар, тик пулялар ямғыры аҫтында күптәре шунда уҡ, көлтәләр кеүек, ергә ауҙылар. Яралыларҙың ҡайһы берҙәре, алйып китеп, йә күкрәктәрен, йә баштарын тотҡан хәлдә, һаҡлыҡ сараһын бөтөнләй иҫтәренән сығарып, аяғөҫтө баҫып, туп-тура артҡа, окоптарға, кире йүгерәләр, ләкин хәлдәре бөтөпмө, икенсе пуля тейепме, шунда уҡ яңынан аяҡтан йығылалар.

Дошмандың ут ғәрәсәте аҫтында булғанда бары бер генә уй менән йәшәйһең: пуля һәм снарядтарҙан нисек һаҡланырға, йәшеренер урынды ҡайҙан табырға? Үлемде һәр минут һайын көтәһең. Ләкин бындағы үлем көтөү, ҡайһы берәүҙәр иҫәпләүенсә, күңел нескәрткес тойғолар килтермәй, әйткәндәренсә, үткән тормош картиналары ла бер-бер артлы һыҙландырып күҙ алдынан үтмәй, тормош менән айырылышырга тура килерен уйлап, үкендермәй ҙә. Үлем шәүләһе бында, башың осона ҡылысын күтәргән әжәл сифатында, бер туҡтауһыҙ һине эҙәрлекләп кенә йөрөй. Тик ниңәлер ошондай ваҡыттарҙа күңелдә ҡот осҡос үлемгә ҡаршы баш күтәрге килеү, уны инҡар итергә тырышыу теләге тыумай, үлем бары һиңә кире ҡаҡҡыһыҙ тормош законы булып тойола башлай. Үлге килмәү тойғоһо һиндә һәр ваҡыт йәшәй, ләкин өнөн-тынын сығармай, шым ғына йәшәй; уны берәү ҙә теле менән әйтмәй. Киндә йәшәгән кешелек тойғолары тирә-яҡта эшләнеп ятҡан ҡот осҡос вәхшәт күренештәре менән томалана, көслө утҡа ырғытылған ҡоро юнысҡы ише, күҙ асып йомғансы янып юҡҡа сыға...

Дошман окоптарына ябырылырға команда бирҙеләр. Бындай мәлдәрҙә кешеләр, команданы ишеткәс, дәртләнеп китә, уға һис бер икеләнмәй буйһона.

Пулялар сафтарҙы салғы кеүек саба, берәүҙәр ыңғырашып ауа, икенселәре үлем алдынан һуңғы мәртәбә сайылдап ебәрә. Ләкин тереләрҙе былар ғына туҡтатып тора алмай, улар һаман алға ынтылыуҙарында булалар. Кешеләр һәр аҙымдарында үлемде күҙ алдарында күрә баралар, унан ҡотолоп ҡалыу әмәлен эҙләйҙәр, эйеләләр, ергә һыйыналар, шыуышалар, бер

264




минутҡа үлемде кисектерәләр, ә икенсе минутта әжәл тағы улар өҫтөндә ялман ҡылысын һелтәй. Минең эргәмдә ауыр яралы бер һалдат ята. һуғыш тыммайынса үҙенә бер ҡайҙан да ярҙам килмәҫен белә ул, шуға, һуңғы көсөн йыйып, ятҡан урынынан көрәге менән ерҙе ҡаҙып, тупрағын башы тәңгәленә өйөргә тырыша. Бына ул тамам хәлдән тайҙы ахыры, был эшенән туҡтап, көрәге менән башын ҡапланы ла, урғылып аҡҡан ҡанын туҡтатыу ниәтендә һыңар ҡулы менән яраһын баҫҡан булды. Бына был мәлдә инде кеше тормоштоң ҡәҙерен айырыуса белә, үҙенең ғүмерен ситтән килеп берәү ҙә ҡотҡар- маясағын белеп, иң һуңғы сараларҙы ҡулланып булһа ла, уны мөмкин ҡәҙәре үҙ көсө менән оҙайтырға тырыша. Ләкин инде уны һуңғы көсө ташлап сығып бөтөп бара; уның хәле ҡыл өҫтөндә, ғүмере, бына-бына ботағымдан өҙөлөп төшәм тип, көслөрәк ел килеп ҡағылғанын көтөй торған көҙгө ҡыу япраҡты хәтерләтә. Ел килеп ҡағылыр, ул өҙөлөп төшөр, уны тапап, иҙеп китерҙәр...

Ҡапыл эргәмдә генә бомба ярылды. Һауа тулҡыны мине ерҙән йолҡоп алды ла бер яҡ ситкә йомарлап ырғытты. Мин бер нисә секундҡа аңымдан яҙҙым. Мин ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта тирә-яғымда ниҙәр ҡылынып ятҡанын онотоп торҙом, был тойғо әле мин әҙерәк аңыма килә башлағас та, бер ни тиклем дауам итте. Асылда, был ниндәйҙер ләззәтле онотолоу ине: башым уйҙарҙан бөтөнләй азат, бая ғына бер төйөн булып уҡмашҡан, өҙөлөргә етешеп көсөргәнешкәй нервыларым бөтөнләй бушаҡланған, мин еүеш ерҙең үткер тәмле еҫен ҡомһоҙланып еҫкәп ятам. Бына мин аҡрынлап тәнем ҡалтыранғанын тойҙом. Был — мине ысынбарлыҡҡа кире ҡайтарҙы. Әйтерһең дә, мин әле бер йәшник эсендә бикле томаланып ятҡанмын да ҡапыл уның ҡапҡасын асып ебәрҙеләр: ҡолаҡтарым яңынан ишетә, күҙҙәрем яңынан күрә башланы, — йыйып ҡына әйткәндә, тирә-яғымдағы ҡот осҡос ғәрәсәтте мин яңынан тоя башланым. Был ваҡытта пулялар һине ҡурҡытмай, бары уларҙың ҡолаҡ төбөндә бәйләнсек шөпшә кеүек безелдәүҙәре генә һине ярһыта. Асыуың ҡабара, кемгә асыуланғаныңды ла асыҡ ҡына белмәйһең һәм, шул асыуың менән һуҡыр рәүештә тешләнеп, алға ынтылаһың. Һиңә ҡаршы һәм һинең әҫтәңдән, яҡ-яғыңдан зыйнашып осоусы пулялар, снарядтар ташҡыны һауаны шул ҡәҙәре тығыҙлап тулғандар, һинең уларҙан тының тарлыға, һауа ҡыҙған тимер кеүек ҡыҙыуға әйләнә, киң ялан тар булып ҡала. Гүйә, тын алған һайын, һинең әсеңә ялҡын ағылып инеп, ихтыяр көсөңдө яндырғандай тойола.

Тик барыбер бер талай ваҡыттан айыҡ аңың үҙеңә ҡайта, ҡыҙған башың һыуына төшә һәм алдыңа:

Нисек ҡотолорға? — тигән һорау килеп баҫа.

Тирә-яғыңа күҙ ташлайһың, ҡотолорға бер әмәл дә юҡ икә- нен күрәһең — һәр тарафта үлем хакимлығы тантана итә. Алға

265




ла, артҡа ла йүгерергә тәҡәтең дә, мөмкинлегең дә юҡ. Ҡотолор өсөн берәй эш ҡылырға үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө күрәһең, шуға инанаһың икән — бары бер генә теләгең тороп ҡала: ергә һыйынырға. Берҙән-бер таянысың ул. Уга төпкәрәк инеп һыйынырға. Шул уй-теләгең менән ҡанатланып, көрәгеңә тотонаһың һәм бар көсөңә ярһып-ярһып меҫкен еркәйҙе соҡорға, йырмасларға тотонаһың. Был секундтарҙа үҙең ҡаҙып башың тәңгәленә өйгән һәр ус тупраҡ һинең ғүмереңде оҙайтҡандай тойола.

Уң флангыла «ура» ҡысҡыра башланылар — тимәк, беҙҙекеләр атакаға китте. Немец окоптары яғынан атыу тынды. Минең тирәләгеләр ҙә ҡалҡына башланы, улар ҙа көслө «ура»ға ҡушылдылар, алга ташландылар. Был оран көс бирә, рухты күтәрә, үс алыу тойғоһо — үҙеңдең ғүмереңде киҫергә ҡаныҡҡан пуляларға, снарядтарға үс тойғоһо уята. Уларҙың зыйыл- дашыуы, гөрһөлдәшеүе тынып, уларҙы һин ишетмәй башлағанда тотоп тыйғыһыҙ шатлыҡ барлыҡҡа килә һәм һинең күкрәгеңдән оран булып урғып сыға. Йөрәкһеп ҡысҡыраһың, юҡ, еңеү өсөн тантана итеп түгел, әле генә күкрәгеңде ҡыҫып торған бөтә нәмәнән, бөтә тойғонан тиҙерәк арыныр өсөн шашып һөрәнләйһең.

Снарядтар тарафынан өҙгөләнеп-йолҡҡоланып ташланған тимер сыбыҡ заграждениеларҙы үтеп, дошман окоптарына барып ингәндә, унда бер нисә немец һалдатын ғына тап иттек. Береһенән башҡалары, шунда уҡ әсир төшөргә ризалыҡтарын белдереп, ҡулдарын күтәрҙеләр. Тик мыҡты кәүҙәле әлеге берәүһе генә ҡоралын ташламаны, ул штыгын беҙгә ҡарай тырпайтҡан хәлдә, тәкәббер рәүештә ҡаршы тороуында булды. Арабыҙҙан берәү уға терәп атып ебәрҙе; теге, киҫеп ауҙарылған имән кеүек, гөрһөлдәп окоп төбөнә ауҙы.

Беҙ немец окоптарына бәреп ингәс, ике яҡтан да атыш бөтөнләй тынды. Яралыларҙы йыйып ала башланылар, әсир төшкәндәрҙе тылға оҙатырға керештек. Үлгәндәргә һаман ҡул етмәй әле, әжәл үҙҙәрен ҡыуып еткән ерҙә улар, йөктән ауып ҡалған бүрәнәләр шикелле, бәрә-тара килеп тәгәрәшеп яталар.

Шунда уҡ әле генә үҙебеҙ баҫып алған окоптарҙы яйлашты- рып нығытырға, ҡулайлаштырырға керештек. Таң һыҙыла башлағайны, яҡтырғансы, һәр кем үҙенә йәшеренер урын әҙерләп ҡалырға тырыша. Бындай ваҡыттарҙа окоптар юғарынан килгән бойороҡ буйынса түгел, һалдаттарҙың үҙ ихтыяры менән нығытыла. Сөнки һәр кем яҡтыра башлау менән үк бындай хәлдәрҙә атыштың яңынан ҡотороноп китәсәген асыҡ һиҙемләй.

Тамам яҡтырҙы. Томан ҡатлауын ярып, ҡояш сыҡты. Алғы һыҙыҡта һаман дәһшәтле тынлыҡ хөкөм һөрә. Дауыл алдынан була торған шомло тынлыҡ был. Бындай тынлыҡтан һуң үлемесле ут ғәрәсәте башланасағын һәр һалдат белә. Был

266




уй баштарынан һис китмәгән кешеләр өндәшмәйҙәр. Ләкин уларҙың кисерештәрен, бер һүҙһеҙ, сырайҙарына ҡарап та белеү еңел.

Ҡояш сығыу менән, барыһы ла иртәнге тамаҡ хаҡында ҡайғырта башланылар. Үҙҙәренең запас ашамлыҡтары булмағандар шунда уҡ аунап ятҡан немец мәйеттәренең тоҡсай- сумкаларын тентергә керештеләр. Тик, ғәҙәттә, немецтарҙың сумкаһы бик фәҡир була — сыҡһа, шунда берәй бәләкәй генә киҫәк сусҡа майы, маргарин йә көнбағыш майы һөртөлгән йоҡа ғына телем икмәк килеп сыға. Сыҡмаһа — ул да юҡ. Уның ҡарауы, уларҙың флягаларында һәр ваҡыт тиерлек ҡыҙыл шарап була һәм рус һалдаты уны иң яҡшы табыш тип иҫәпләй. Ошондай шатлыҡҡа тарыһа, ул, үҙен иң бәхетле кеше итеп һанап, ауыҙын ләззәтле сәпелдәтә-сәпелдәтә, ваҡ-ваҡ йотомдар менән рәхәт сигеп һемерә. (

Минең алдымда ла бер немец мәйете ята. Уның, ни эшләптер, яраһы ла, аҡҡан ҡаны ла күренмәй — ҡаты йоҡоға талған кеүек ята ул. Күҙе ҡыҫыҡ ҡына ҡалған, бер ҡулын күкрәгенә һалған, икенсеһен ситкә ташлаған. Быға тиклем минең бер генә лә мәйеткә былай тексәйеп ҡарап торғаным юҡ ине. Ә был юлы эргәмдә генә берәү ята, мин ирекһеҙҙән уға нығытып ҡарайым. Уның сумкаһын ҡутарған һалдат миңә бер төргәк хаттар һәм фотокарточкалар сығарып бирҙе. Фотоларҙың береһендә был һалдат фронтҡа китер алдынан төшкән, ахырыһы. Ул үҙе өр-яңы хәрби формала; уның эргәһендә сәсен шыма итеп тараған, ауылса итеп тегелгән шаҡмаҡлы кофта һәм ҡара оҙон юбка кейгән йәш ҡатын тора. Уның йөҙөндә ҡайғы шәүләһе. Уларҙың ике яғына — береһе ете, береһе биш йәштәр самаһындағы ике ҡыҙыҡай баҫҡан. Улар ҡыҫҡа ғына аҡ күлдәктәр кейгәндәр, сәстәренә күбәләк банттар таҡҡандар. Ҡыҙҙар икеһе лә көләс йөҙлөлөр. Әлбиттә, был сабыйҙар аталарын ниндәй ҡурҡыныслы юлға оҙатҡандарын аңлап етмәйҙәр. Бары аталары кейеп алған өр-яңы хәрби формаға һоҡланып, уның менән ғорурланып ҡарайҙар. Эй сабыйҙар, әле һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ бит әле! Атайығыҙҙың әле ниндәй хәлдә ятҡанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ!

Минең алдымда ятҡан үлек немец һалдаты тере сағында был карточканы алып, уға күҙҙәрен мөлдөрәтеп-мөлдөрәтеп бик йыш ҡарап торғандыр, һөйөклө ҡатынын һәм ҡыҙҙарын өҙөлөп-өҙөлөп һағынғандыр. Ә был хаттарҙа, моғайын, мөлдөрәмә тулы һөйөү һәм һағыш һүҙҙәрелер.

Немецса уҡый алмауыма үкенеп, мин хаттарҙы ла, карточкаларҙы ла мәйеттең сумкаһына кире һалып ҡуям. Бынан һуң да, күҙемде айырып ала алмағандай, мәйеттең йөҙөнә ҡарап торам.

Меҫкенкәйем! Ни өсөн һуғышып йөрөнөң һин? Минең менән һинең арала ниндәй генә дошманлыҡ булһын инде? Әйтерһең,

267




ата малы бүлешәбеҙ! Дошман булыу түгел, беҙ бер-беребеҙҙе белмәй инек тә бит. Хатта бына беребеҙ мәйет булғас ҡына күрешергә тура килде. Нимә хаҡына беҙ бер-беребеҙҙең күкрәгенә тоҫҡап, үлем пулялары аттыҡ икән? Бер талай ваҡыттан бына һинең үлем хәбәре ғаиләңә, балаларыңа, яҡындарыңа барып юлығыр. Улар сәстәрен йолҡоп илашырҙар. Улар әле һинең был донъяны ҡуйғаныңды белмәй ҙә бит; улар әле сәғәт, минут һанап, һинән сәләм хаттар көтә. Э һин инде һалҡын окоп төбөндә һуңғы тыныңды алып, ғәзиз йәнеңде биргәнһең. Һин хәҙер мәңгегә ер ҡуйынына инәсәкһең. Һинең бит хатта үҙеңдең айырым ҡәберең дә булмаясаҡ. Дошман мәйеттәрен улай тәрбиәләп айырым-айырым күмеп торорға ҡайҙа инде ул ваҡыт, айырыуса теләк! Һөйөклө ҡатының, балаларың, туғандарың бары үҙеңдән ҡалған рәсемеңде генә, күкрәктәренә ҡыҫып үбә-үбә, күҙ йәше менән сылатырҙар...

Бөгөн көн сыуаҡ, болотһоҙ күктән ҡояш сағыу ҡыҙҙыра. Ул бөгөн дошман яҡлы һымаҡ. Сөнки бындай аяҙ көндө алыҫта күккә олғашып торған немец аэростатынан беҙҙең яҡтағы теләһә ниндәй хәрәкәтте лә шунда уҡ шәйләп алалар, шунда уҡ теүәл генә тоҫҡап алып, хәрәкәт булған урынға снаряд яуҙыра башлайҙар. Беҙ яңы баҫып ингән немец окоптарында үҙебеҙҙе ҡараҡтар һымаҡ хис итәбеҙ. Беләбеҙ, дошман беҙгә бөгөн айырыуса хаслыҡлы, беҙҙең хәрәкәттәребеҙҙең һәр береһен диҡҡәт менән күҙәтә һәм беҙҙе бынан нисек кенә булһа ла кире бәреп сығарыу яғын ҡарар. Һәр минутта яңынан һуғыш ғәрәсәте ҡубыуын, үҙебеҙ әле генә кисереп үткән ҡурҡыныстың ҡабатланыуын көтөп, барыбыҙ ҙа ҙур хәүеф эсендә йәшәйбеҙ, күптәр килгән юлдарына әйләнеп күҙ һалып- һалып ҡуя. Бындай мөлдәрҙә кешене ҡояш та һөйөндөрмәй. Ул беҙгә ҡарап тора ла дошманға: «Күр, ана, улар анауында боҫҡан!» — тип әйтеп тора төҫлө. Ә беҙҙең ҡараштарыбыҙ, күккә түгел, ергә төбәлгән. Беҙ үҙебеҙҙе ҡотҡарырлыҡ һикәлтәләр, соҡорҙарҙы алдан ҡараштырып һайлау менән мәшғүлбеҙ. Ер — ул беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ, һаҡсыбыҙ.

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК



Көҙгө аяҙ көндәрҙә Украинаның яландары, урмандары иҫ киткес матурҙар. Һауала томанһып тын торған төтөн шаршауы аша һарғайған япраҡлы ағастар, өҫтәренә алтын бөркәнсек ябынған төҫлө, ғәжәйеп матур күренәләр. Емеш баҡсаларына күмелеп ултырған ап-аҡ хаталар, күңел тыныслығына, ялға өндәп, тәҡәт бирмәй әүрәтеп, үҙҙәренә тартып торалар.

Тик алғы һыҙыҡҡа яҡын урындарҙа бындай матур күренештәрҙе табып булмай инде. Ауылдар ҡыйратылған, үртәлгән,

268




өйҙәр урынында көл-күмер өйөмдәре генә ҡалған. Гүзәл урмандар ҙа снарядтарҙан теткеләнеп бөткән, һынған, сәрпәкләнгән, тураҡланған ағастар, үлә алмай ғазапланған ҡаты яралыларҙы хәтерләтеп, иңрәшәләр төҫлө. Был күренештәр күңелгә бигерәк ауыр тойола.

Урманда ауыр снарядтар ярылғанда, йөҙйәшәр имәндәр, биҙгәк тотҡандағы шикелле, ҡалтыраналар, бер туҡтауһыҙ ҡыҙғаныс ыңғырашалар. Уларҙың иңрәүҙәре йөрәктәргә үтеп айҡап сыға торған моң-һағыш, хәсрәт менән тулы украин йырҙарын хәтерләтә. Улар әле һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын үҙ елкәләрендә татыған украин халҡының әсе аһ-зарының ауаздары булып ишетеләләр. Сабыйҙарын күкрәктәренә ҡыҫып, яна башлаған өйҙәренән ҡасып сыҡҡан меҫкен ҡатындарҙың ҡурҡыуҙан аларған күҙҙәре, буҙарған йөҙ-сырайҙары күҙ алдына баҫа. I


Ҙур алһыу ҡыҙыл түңгәләккә әйләнеп, ҡояш байыуға бара. Кис яҡынлашыуы һалдаттың күңел кисерештәренә яңыса тәьҫир итә; уларҙы тағы ла нығыраҡ хәүеф алдына ҡуйып, һағайыуҙы көсәйтергә мәжбүр итә. Ҡараңғы төшөүгә, һәр кем өр-яңынан үлем менән алышырға әҙерләнә башлай. Ьуғышта кеше — тере барометр ул, уның һәр күҙәнәге алда буласаҡ тетрәнеүҙәрҙе, шартлауҙарҙы ҙур һиҙгерлек менән тоя һәм уға ҡаршы торорға үҙендә көс туплай, әҙерлек алып бара башлай.

Һиҙемләп көткәнебеҙ дөрөҫкә сыҡты — әйләнә-тирәбеҙҙә еңел снарядтар ярылырға кереште. Улар, ғәҙәттә, ҡаты атыш башланырының тәүге хәбәрселәре булып киләләр. Улар артынса, алыҫтан уҡ дәһшәтле олошоп, беҙҙең өҫкә ауыр снарядтар килә башланы. Улар, шартлауҙары менән ер һелкетеп, мейеләрҙе һиңкетеп, килеп ярылалар, окоптарҙы емерәләр, тупраҡ бағаналарын күккә олғаштырып, кешеләрҙе ер менән күмәләр, үлем сәсәләр. Был мәлдәрҙә кеше ғүмере себендекенән дә ҡәҙерһеҙерәккә әйләнә, ә кеше үҙен себендән дә көсһөҙөрәк итеп һиҙә. Ҡурҡыныс ябырылғанда, ҡанатлы себен, исмаһам, хәүефһеҙ урын әҙләп, безелдәп осоп китә ала; ә кеше ергә һыйына; үлемесле снарядтар ямғыр урынына өҫтөнә яуғанда, бары ергә генә һыйына ала ул.

Ҡоторонҡо атыш булып алғас, бер килке тынлыҡ урынлаша — әллә артиллеристар әҙерәк хәл ала, әллә яңы снарядтар килтергәнде көтәләр. Иҫән ҡалған һалдаттар, тонған күҙҙәре менән тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана, терелеп ҡәберҙәренән килеп сыҡҡан мәйеттәр шикелле, боҫоп ятҡан өңдәренән һөйрәлеп сыға башлайҙар. Улар шунда уҡ үҙҙәрен һаҡлап алып ҡалған урындарын ипкә килтерергә, емерелгән урындарын нығытырға тотоналар; ашарына аҙығы бары — ашарға, тартырына бары тартырға керешә.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет