222. Улар һинән ҡатындарҙың айға бер тапҡыр була торған күреме тураһында ла һораштырыр. Һин әйт:
— (Ҡатын-ҡыҙ өсөн) ул бер яфа инде, — тип. — Шуға күрә, күрем ваҡытында ҡатындарығыҙға теймәгеҙ, (енси мөнәсәбәттәргә кермәгеҙ), улар таҙарынғанға тиклем ҡатындарығыҙға яҡынлашмағыҙ. Таҙарынғас, улар менән, Аллаһ бойорғанса ғәмәл ҡылығыҙ, һәр хәлдә, Аллаһ тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата.
223. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең өсөн иген баҫыуыҙыр. Иген баҫыуығыҙға теләгәнегеҙсә барығыҙ. Алдан уҡ әҙерләнеп, үҙегеҙ (ҙең киләсәгегеҙ, ләззәтегеҙ) өсөн яҡшы ғәмәлдәр ҡылығыҙ. Һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ, хәҡиҡәтән, һеҙ Уның хозурына барасаҡһығыҙ. Иман килтергән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙәр ирештер.
224. — Валлаһи, изгелек ҡыласаҡмын, мин тәҡүәлеккә күсәсәкмен, мин кешеләрҙе дуҫлаштырыусы, — тип, бер ҡасан да Аллаһ исеме менән ант итмәгеҙ, үҙ юлығыҙға кәртә ҡуймағыҙ. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.
225. Аллаһ (үҙегеҙ белештермәйенсә биргән, хөсөтө-мәкере булмаған) антығыҙҙағы хаталар өсөн язаламаҫ. Фәҡәт күңелегеҙҙәге хөсөтлөк өсөн яза бирер. Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлелер.
226. Ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ант иткән кеше (ҡатынын йәнә теләһә лә) дүрт ай көтөргә тейеш. Ирҙәр шунан һуң антынан ваз кисһә (кәффәрәт итһә, өс көн ураҙа тотһа) ҡатындары менән яҡынлыҡ ҡыла алалар. Шик юҡ, Аллаһ етди рәүештә ярлыҡаусы, ысындан да, кисереүсе.
227. Айырылырға теләү ҡотолғоһоҙ булһа, (ир менән ҡатын) айырылыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ ишетеп, күреп тороусы. (228) Талаҡ алған ҡатындар башҡа иргә сығырға теләһә, өс тапҡыр күрем күргән ваҡыт уҙғансы сабыр итер. Айырылған ҡатындар, әгәр улар Аллаһҡа ышанһалар, Әхирәт көнөнә инанһалар, үҙ аналыҡтарындағы (беренсе иренән балаға уҙғанлығын) яралғыһын йәшерһә, хәләл булмаҫ. Айырған ир ошо (өс ай) ваҡыт эсендә, татыуланырға теләп, ҡатынын кире ҡайтарһа, хәйерле булыр. Ирҙәрҙең ҡатындары өҫтөнән хоҡуҡтары булған кеүек, ҡатындарҙың да ирҙәре өҫтөнән хоҡуҡтары бар. Ләкин йола буйынса ирҙәрҙең (ғәйлә башлығы булараҡ) ҡатындар өҫтөнән булған хоҡуғы күберәк. Аллаһ мотлаҡ еңеүсеҙер, хәҡиҡәтән, хөкөм сығарыусы һәм хикмәт эйәһеҙер. (229) Талаҡ (ир менән ҡатындың айырылыуы) ике өлөштән тора. Ир кеше ҡатынын ике тапҡыр талаҡ итһә, яңынан торорға теләһә, ҡаршылыҡһыҙ ҡатынын кире алырға хаҡлы, яҡшылап торорға хоҡуҡлы. Йәки яҡшылыҡ менән, тейешен биреп, айырып ебәрә. Айырғанда ҡатындарығыҙҙың мәһерен (уларға бүләк ителгән нәмәләрҙе) алып ҡалыу хәләл булмаҫ. Әгәр улар икеһе лә Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына. Әгәр ҙә шул сиктәрҙе уҙырбыҙ тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын иренә ҡалым малын, мәһерен биреп, азатлыҡ (талаҡ) алыр. Ул сағында уларҙың икеһе лә гөнаһлы булмаҫ. Һөйләнгәндәрҙең барыһы ла Аллаһ ҡуйған сикләнеүҙәрҙер. Шул сиктәрҙе боҙмағыҙ. Шул сиктәрҙе боҙған кешеләр залим булыр. (230) Ир кеше ҡатынына өс тапҡыр талаҡ әйтһә, ул ҡатын иренә хәләл булмаҫ; икенсе бер ир менән никахлашып, унан талаҡ алғас ҡына, беренсе ир ошо ҡатын менән йәнә никахлаша ала. Был эштә гөнаһлылар юҡ. Әгәр ҙә улар алға табан Аллаһ билгеләгән сиктәр эсендә йәшәүҙәренә инанһалар. Бына былар Аллаһтың сикләүҙәре булыр. Аллаһ был сикләүҙәрҙе аңларҙай белемле кешеләргә бәйән итә.
231. Ҡатынығыҙҙы айыраһығыҙ икән, уның ғиддәте (билгеләнгән ваҡыты) уҙғас, яҡшылап ҡына тороғоҙ йәки яҡшылап ҡына айырып ебәрегеҙ. Ләкин һеҙ уны йәберләп, ирекһеҙләп тотмағыҙ. Шулай ҡыланған кеше, үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Аллаһтың аяттарын көлкөгә әйләндермәгеҙ. Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәттәрен, һеҙгә өгөт-нәсихәт бирер өсөн индергән Китабын (Ҡөръәнде) һәм уның хикмәттәрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Аллаһтың язаларынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ. Хәҡиҡәтән, Аллаһ барыһын да белеп тора.
232.. Ҡатынын айырғас һәм ҡатындың ғиддәте үткәс, алға табан ҡатыны менән шәриғәтсә йәшәргә теләһәләр, уларҙың яңынан никахлашыуына ҡамасауламағыҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә иман килтергәндәргә ошондый өгөт бирелә. Был һеҙҙең өсөн бик тә файҙалы һәм сафлыҡтыр. Был эштәрҙең барыһын да Аллаһ белер, һеҙ белмәҫһегеҙ.
233. Әсәләр балаларын ике йыл дауамында имеҙергә тейеш. (Был хөкөм) имеҙеүҙән туҡтарға теләгәндәр өсөн. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса (әсәләрҙең) ашау-эсеүе, кейеме баланың атаһы өҫтөнән булырға тейеш. Бер кемдән дә мөмкинлегенән артығы һоралмаҫ. Балаһы арҡаһында әсәһен рәнйетеү, бала өсөн атаһын рәнйетеү булмаһын.
Мираҫсы өҫтөнә төшкән вазифа ла шулай уҡ. (Баланың атаһы үлеп китһә, имеҙеүсе ҡатынды ашатыу-эсертеү мираҫсы өстөнә төшә.) (Ата-әсә) араһында ризалыҡ һәм уртаҡ килешеү булһа, (ике йәше тулмаған баланы) күкрәктән айырырға теләһәләр, икеһенә лә гөнаһ булмаҫ. Балаларығыҙҙы имеҙер өсөн йола буйынса башҡа ҡатын яллаһағыҙ, гөнаһ юҡтыр. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: шик юҡ, Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ, шуны күреп тора.
234. Арағыҙҙан берәү үлһә, уның тол ҡалған ҡатындары (башҡа ир менән аралашмайынса) йәки айырылған ҡатын яңғыҙы дүрт ай ҙа ун көн (ғиддәт) көтөп йәшәр. Бына ошо ваҡыт уҙыуға, улар шәриғәт ҡушҡанса, үҙ баштарына йәшәй башлаһа, һеҙҙең өсөн гөнаһ булмаҫ. Аллаһ һеҙ нимә эшләһәгеҙ ҙә, хәҡиҡәтән, беләҙер.
(«Ғиддәт ваҡытында тол ҡалған ҡатын кейәүгә сығырға, мәрхүм иренең өйөнән сығып йөрөргә, биҙәнергә тейеш түгел. Ошо ваҡыт эсендә ҡатындың иренән ауырлымы, юҡмы икәне беленер. Ауырлы булһа, ҡатын шул йортта бала тыуғансыға ҡәҙәр ҡала. Һуңынан башҡа кешегә кейәүгә сыға ала. Ауырлы булмаһа ла, ғиддәт ваҡыты уҙғас, ҡатындың кейәүгә сығырға хоҡуғы була. Ғиддәт ваҡытында ҡатындың ауыры төшһә, ғиддәтте аҙағына ҡәҙәр дауам итеү ихтыяжы ҡалмай». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
235. (Ғиддәт тотҡан) ҡатындарға (никах менән) өйләнергә теләүегеҙ йәки шуға өмөт итеп, эстән генә хыяланып йөрөүегеҙҙә гөнаһ юҡ. Аллаһ беләлер, һеҙ уларҙы (был ҡағиҙәләрҙе) һис тә онотмаҫһығыҙ. Ләкин (ғиддәттәгеләрҙең) үҙҙәре менән йәшерен вәғәҙәләшмәгеҙ, әҙәп сиктәрендәге ғәҙәти һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. (Мәжбүри булған) ғиддәт ваҡыты ахырына килеп етмәйенсә, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, ғиддәт уҙмайынса, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һеҙҙең күңелегеҙҙәге ниәттәрҙең барыһын да, әлбиттә, белеп тора. Уның язаларынан ҡурҡығыҙ һәм йәнә белеп тороғоҙ: хәҡиҡәтән, Аллаһ бик күп мәрхәмәт итеүсе, Ул сабырҙыр.
236. Никахлашҡандан һуң, ҡатынға ҡағылмаған булһағыҙ, ҡалым-бирнә алынмаған булһа, был ҡатынды талаҡ итһәгеҙ, гөнаһ юҡ. Мөлкәтегеҙ рөхсәт иткәнсә, мәтди ҡыҫынҡылыҡта булғанда ла, йола буйынса (айырылған ҡатынға) ярашлы итеп өлөш биреп ебәрегеҙ. Был эш изгелек итеүсенең бурысыҙыр. (237) Һеҙ уларҙы ҡағылмаған килеш айырһағыҙ, уларға мәһер тәғәйен иткән булһағыҙ, ул ваҡытта тәғәйенләнгән малдың яртыһы уларға булыр. Әгәр улар үҙҙәре мәһерҙән баш тартһа, ҡулында никах шарты булған кеше ғәфү итһен. (Һәй, ир кешеләр) һеҙҙең киң күңелле, бер-берегеҙгә изгелекле булыуығыҙ тәҡүәлеккә яҡын булыр. Һеҙгә бирелгән өҫтөнлөктө онотмағыҙ. Шөбһәһеҙ, һеҙ нимә ҡылһағыҙ, Аллаһ шуны күреп тора.
238. Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы (икендене) ҡалдырмайынса дауам итегеҙ. Түбәнселек менән Аллаһҡа итәғәт итеп, намаҙ уҡығыҙ. (239) Ләкин (һуғыш ваҡытында, ташҡын баҫҡанда йәки шуға оҡшаш ҡурҡыныстар булғанда, итәғәт менән иркенләп намаҙ уҡырға мөмкинлектәр булмағанда) шөбһәле мөхиттә лә аяҡ өҫтө йәки ат өҫтөндә барғанда, (Ҡиблаға ҡарарлыҡ шарттар булмағанда ла) намаҙ уҡығыҙ. Ҡурҡыныс (йәки сирегеҙ) уҙып киткәндән һуң, элек белмәгәнегеҙҙе Аллаһ һеҙгә нисек өйрәткән булһа, шулай, Аллаһты маҡтап, намаҙ ҡылығыҙ.
240. Берәүһе ҡатындарын тол ҡалдырып үлеп китһә, үлер алдынан ҡатындарына уның өйөндә мохтажлыҡ күрмәйенсә, бер йыл йәшәргә рөхсәт икәнлеге тураһында васыят әйтһен. Әгәр (тол ҡалғас) улар үҙ теләктәре менән өйҙән китһәләр һәм үҙҙәре теләгәнсә, шәриғәтсә йәшәй башлаһалар, гөнаһ юҡ. Аллаһ — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр эйәһе.
241. Талаҡ ҡылынған ҡатындарға ирҙәре (шәриғәт ҡушҡанса) мал бүлеп бирергә тейеш. Ҡатын хаҡын боҙмау — мөьмин мосолмандарҙың изге бурысы.
242. Һеҙҙең зиһендәрегеҙгә барып етһен тип, Аллаһ аяттарын бына шулай аңлата.
243. Үлемдән ҡасып, меңдәрсә кешеләрҙең үҙ өйҙәренән атылып сыҡҡандарын һин күрмәнеңме ни? Аллаһ уларға:
— Үлегеҙ! — тине.
(Улар үлде) шунан һуң уларҙы терелтте. Хәҡиҡәтән, Аллаһ кешеләргә миһырбанлы, ләкин күптәрегеҙ шөкрәнә ҡылманығыҙ. 244. Аллаһ юлында һуғышығыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һис шөбһәһеҙ, ишетеп-белеп тороусы.
245. Әжәткә биргән кеүек, Аллаһ ҡаршыһында изгелек ҡылыусы (хәйер, зәкәт биреүсе) кем ул? Аллаһ та уны (дәрәжәһен, малын) ҡат-ҡат арттырыр. Аллаһ кемдеҙер ҡыҫтау йәшәтер, кемдәрҙеҙер мул йәшәтер. Бөтөнегөҙ ҙә бары тик Аллаһ хозурына килтереләсәкһегеҙ.
246. Мусанан һуң килгән Исраил тоҡомоның етәкселәрен күрмәнеңме? Улар үҙҙәренә ебәрелгән пәйғәмбәргә:
— Беҙгә бер хаким күндер ҙә, беҙ Аллаһ юлында һуғышырбыҙ, — тинеләр. Пәйғәмбәр ҙә әйтте:
— Һеҙҙе һуғышҡа яҙһаҡ та, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ бит, — тине.
Улар әйтте:
— Ни эшләп һуғышмайыҡ, ти! Беҙҙе йорттарыбыҙҙан ҡыуып сығарҙылар, балаларыбыҙҙан мәхрүм иттеләр, — тинеләр.
Ләкин кәферҙәр менән һуғышыу фарыз ителгәс, уларҙың күбеһе (һуғыштан) баш тартты, бик әҙе генә һуғышты. Аллаһ барыһын да (монафиҡтарҙың ике йөҙлө ғәмәлдәрен) бик яҡшы белеп тора.
247. Уларға Пәйғәмбәр әйтте:
— Хәҡиҡәтән, Аллаһ һеҙгә хаким итеп Талутты күндерҙе, — тине. Улар әйтте:
—Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хаким итергә унан да лайығыраҡбыҙ. Байлығы ла, малы ла булмаған кеше нисек итеп беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итер икән? — тинеләр.
Пәйғәмбәр әйтте:
— Ысындан да, Аллаһ Талутты һеҙгә хаким итте, ул белем өлкәһендә лә, ҡеүәте менән дә һеҙҙән өҫтөн. Аллаһ — милекте кемгә бирергә теләһә, шуға бирә. Аллаһ мәрхәмәт эйәһе, ғилеме менән йомарттыр, барыһын да белеп тороусы.
248. Пәйғәмбәрҙәре уларға әйтте:
— Уның (Талуттың) хөкөмдарлыҡ ғәләмәте шул булыр: һеҙгә бер һандыҡ килер, эсендә Раббығыҙҙың тамғаһы булыр һәм (һандыҡта) Муса нәҫеленән, Һарун ырыуҙары мираҫҡа ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Фәрештәләргә шул эш тапшырыласаҡ. Әлбиттә, шунда һеҙгә ҡәтғи бер ғәләмәт (һәм, ғибрәт) бар. Әгәр ҙә һеҙ иманға килгән булһағыҙ.
249. Ғәскәре менән Талут юлға сыҡты. Ул әйтте:
— Шөбһәһеҙ, бер инешкә тап килтереп, Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарар. Шул йылғанан берәйегеҙ (ҡомһоҙланып) һыу эсһә, минең менән бара алмаҫ. Эсмәгән кеше минең менән булыр. Бер ус ҡына һыу алып эсһә, ул да минең менән барыр, — тине.
(Йылғаға килеп еткәс) ғәскәрҙең күп кешеһе туйғансы һыу эсте. Бик әҙе генә һыу эсмәне. Ниһайәт, ул (Талут) үҙенең мосолмандарҙан торған ғәскәре менән йылғаны кисеп сыҡты. Ҡайһы берҙәре әйтте:
— Бөгөн Ялут ғәскәренә ҡаршы һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ, — тинеләр.
Аллаһ менән һис шикһеҙ ҡауышасаҡтарын белгәндәр әйтте:
— Аллаһ ярҙамы менән әҙ генә кеше менән дә күп һанлы ғәскәрҙе еңгәндәр бар, - тинеләр. Аллаһ сыҙам кешеләр менән бергә булыр.
250. Улар (Талут әмерендәгеләр) Ялут ғәскәренә ҡаршы сыҡҡанда әйттеләр:
— Йә, Раббыбыҙ, беҙгә түҙемлек бир. Аяктарыбыҙҙы нығыт, был кәферҙәр өйөрөнә ҡаршы һуғышҡа беҙгә ярҙам ит, — тинеләр.
251. Шулай итеп, улар (һуғыш башланыр-башланмаҫта) Аллаһ ярҙамы менән уларҙы (дошмандарҙы) ҡыуып таратты. (Мөьмин ғәскәре менән килгән) Дауыт Ялутты үлтерҙе. Аллаһ уға (Дауытҡа) хөкөмдарлыҡ һәм пәйғәмбәрлек дәрәжәһе бирҙе, ул өйрәнергә теләгәндәрҙе Аллаһ өйрәтте.
Әгәр ҙә Аллаһ кешеләрҙе бер-берҙәренә ҡаршы һуғыштан тыйып тормаһа ине, Ер йөҙөндә, мотлаҡ, гел генә фетнә сығып торор ине. Аллаһ ғәләмдәгеләрҙең барсаһына мәрхәмәтле.
252. Былар — Аллаһтың аяттарыҙыр. (Ий, Мөхәммәд) быларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ. Һин, әлбиттә, Беҙҙең илсебеҙ.
253. (Был сүрәлә зикер ителгән) ул пәйғәмбәрҙәрҙе Беҙ бер-берһенән өҫтөн күрҙек (берһендә булған айырым-айырым һәләт икенсеһендә булмаҫ). Аллаһ уларҙың берһе менән һөйләшә, икенселәрен бөйөк дәрәжәләргә күтәрә. Мәрйәмдең улы Ғайсаға аңлайышлы, асыҡ аяттар индерҙек һәм уны Рух-Әль Ҡутдус менән ҡеүәтләндерҙек. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә ине, улар артынан килеүсе кешеләр, үҙҙәренә асыҡ китаптар килгәндән һуң да, бер-берҙәрен үлтермәгән булырҙар ине. Ләкин улар дошманлаштылар. Нәтижәлә, уларҙың ҡайһыһы иман килтерҙе, ҡайһылары кәферлеккә китте. Аллаһ уларҙың бер-берҙәрен үлтереүҙәрен теләмәһә, үлтертмәҫ ине. Әммә шуныһы бар, Аллаһ үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылыр.
254. Ий, иман килтергән бәндәләрем, Беҙ һеҙгә биргән ризыктарҙы Әхирәт көнө килеп еткәнсе үк (Хаҡ юлында) сарыф итегеҙ (саҙаҡа бирегеҙ, йәтимдәргә ярҙам итегеҙ, зәкәт бирегеҙ, хаж ғибәҙәте ҡылығыҙ). Ул Көн килеп еткәс кенә алыш-биреш тә, дуҫлыҡ та, шәфәғәт тә булмаясаҡ. Кәферҙәр золом итеүселәрҙең үҙеҙер.
255. Аллаһтың Үҙенән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул (мәңге) тере. Заты менән Ул һәр ваҡыт бар. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла тотмай. Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн нәмә Уныҡы ғына. Аллаһтың рөхсәте булмағанда, бер кем дә, бер кемдең дә гөнаһтарын ярлыҡай алмай. Ул Үҙе яралтҡандарҙың алда нимә күрәсәген, үткәнендә нимә күргәндәренең (ҡылғанын, ҡылмағанын, ҡыласағын, белгәнен, белмәгәнен, йәшергәнен, йәшермәгәнен) барыһын да белеп тора. Кешеләр уның ғилеменән башҡа бер нәмә лә эшләй алмаҫ. Уның көрсийе (ғилеме) күктәрҙе һәм Ерҙе үҙ эсенә алған. Аллаһҡа күктәрҙе, Ерҙе һаҡлап тороу һис тә ҡыйын түгел. Аллаһ ғәйәт бөйөк, ғәләмәт тә олуғтыр.
(«Был аят «Аятел Көрси» тип атала. Көрcиҙе, ғәҙәттә, тәхет тип тә анлаталар. Ләкин ул беҙ аңлаған сифаттағы тәхет түгел, әлбиттә. Аллаһтың көрсийе, Аллаһтың тәхете. Ул күктәрҙе, Ерҙе үҙ эсенә алырҙай киң, оло, сикһеҙ. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ әйткән, имеш: көндәрҙең, иң олоһо — Йома. Һүҙҙәрҙең иң олоһо – Ҡөръән. Ҡөръәндең иң оло сүрәһе - Баҡара. Баҡараның иң олуғ аяты —Аятел Көрси булыр, тигән»
Хәсән Чантай тәфсиренән.)
256. Диндә ирекһеҙләү (көсләү) юҡ. (Ҡөръән ингәс) Хәҡиҡәт менән ялған бер-берҙәренән айырылды. Шайтандан баш тартып, иман килтергән кеше бер ҡасан да ҡутарып алып булмай торған тотҡаға (дөрөҫлөккә, Исламға) йәбешкән булыр. Хәҡиҡәтән, Аллаһ барыһын да ишетеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы.
257. Аллаһ — иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы. Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып, нурға алып сығыр. Кәфер иткәндәрҙең дуҫы иһә шайтандыр. Ул нурҙан айырып, кешеләрҙе ҡараңғылыҡҡа алып керер. Шайтандар (һәм уларға эйәргән бәндәләр) — йәһәннәм эйәләре. Улар шунда ҡалыр.
258. (Ий, Мөхәммәд) Аллаһ биргән мөлкәт менән аңһат ҡына байыған бер кешенең Ибраһим менән Раббы хаҡында нисек һүҙ көрәштереүен күрҙеңме һин? Ибраһим:
— Минең Раббым үлтерер ҙә, терелтер ҙә, — тине, теге бәндә:
— Мин дә үлтерә лә, терелтә лә алам, — тине. Ибраһим әйтте:
—Аллаһ Ҡояшты Көнсығыштан сығара, Әйҙә, һин уны Көнбайыштан сығарып ҡара, — тине, кәфер тотлоғоп ҡалды. Аллаһ гөруһтарҙы (залимдарҙы, Илаһи хөкөмдәр тураһында тартышырға аҙапланғандарҙы) тура юлға күндермәҫ.
259. Йәки түбәләре ишелеп, нигеҙҙәре емерелгән бер биҫтә биналарының емеректәре янынан уҙып барыуысыны күрмәнеңме? (Ул үҙ алдына):
— Аллаһ был үле биҫтәне нисек итеп яңынан терелтер икән? — тине. Аллаһ уны йәнһеҙ итте. Йөҙ йылдан һуң терелтте.
— Һин күпме ваҡыт бында яттың? — тип һораны. Тегеһе әйтте: — Булһа, бер көндөр, бәлки әҙерәктер ҙә, — тине. Аллаһ уға:
— Юҡ, һин йөҙ йыл үле килеш яттың. Бына ризыҡтарыңа, эсемлектәреңә ҡара, улар әле һаман боҙолмаған. Шунан һуң үҙеңдең ишәгеңә ҡара. Инсандарға ғибрәт булһын тип, һине терелттек. Хәҙер ишәгеңдең һөйәктәренә ҡара. Нисек итеп Беҙ уның һөйәктәрен бергә йыйып, уға ит ҡундырасаҡбыҙ, — тине, (Ишәк, терелеп, әүәлге рәүешен алды.)
Быны күргәс, ул (Ғөзәйер) әйтте:
— Мин белдем инде: шик юҡ, шөбһә юҡ, Аллаһтың ҡөҙрәте бөтөн нәмәгә лә етә икән, — тине.
(М. Ғәли яҙыуынса, йөҙ йылдан һуң терелгән кеше ул — йөҙ йылдан һуң төрнәкләнгән Израил халҡының яҙмышына ишара. Боҙолмаған ризыҡ, һөйәктәренә ит ҡунып, йәнә терелгән ишәк тураһындағы хикәйәне лә күсермә мәғәнәһендә аңлау кәрәк. Был —төш һәм хикәйәт.)
260. Ибраһим:
— Йә, Раббым, мәйеттәрҙе нисек итеп терелткәнеңде миңә лә күрһәт, зинһар, — тине. (Аллаһ уға:)
— Әллә Миңә ышанмайһыңмы? — тине.
— Ышанам,—тине Ибраһим. — Ләкин (үҙ күҙҙәрем менән күреп) күңелемде тынысландыраһым килә.
(Аллаһ) әйтте:
— Дүрт ҡош тот. Уларҙы үҙеңә эйәләштер. (Һуңынан уларҙы һуйып, боттарын-саттарын айырып, һәр берһенән берәй киҫәк алып), айырым-айырым тау башына итеп ҡуй. (Өйөңә ҡайтҡас, ҡоштарыңды) саҡыр. Улар һинең янға осоп ҡайтыр. Шуны белеп тор, Аллаһ — мотлаҡ ҡөҙрәт эйәһе, хөкөм һәм хикмәт сахибеҙер.
(Тәржемәселәр, тәфсирселәрҙең күбеһе шулай яҙа. Ләкин Ҡөръән теле белгестәре араһында башҡаса аңлатыусылар ҙа бар. Аллаһ Ибраһимға дүрт ҡош тотоп, уларҙы өйрәтергә һәм дүртеһен дүрт тауға итеп ҡуйырға бойора. Өйрәтелгән ҡоштар, Ибраһим Пәйғәмбәр саҡырғас, юлдан яҙмайынса, әйләнеп ҡайта.)
261. Малдарын Аллаһ юлында сарыф иткәндәрҙең хәле, ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта йөҙ бөртөк орлоҡ биргән бер дана орлоҡтоң хәле кеүектер. Ихтыяр иткән кешеһенә Аллаһ ҡат-ҡат ниғмәт бирер. Аллаһ муллыҡ эйәһе һәм барыһын да белеп тороусы.
262. Малдарын (Аллаһ юлында) сарыф итеп тә, биргән малдары өсөн үкенмәгәндәр, кешене рәнйетмәгәндәр Аллаһтың әжеренә лайыҡ. Уларға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ, улар өҫтөнә ҡайғы килмәҫ.
263. (Кешеләргә) тәмле һүҙ әйтеү һәм (уларҙың) хаталарын кисерә белеү, рәнйетеп, теләр-теләмәҫ бирелгән хәйерҙән артығыраҡ. Аллаһ (ҡолдарының саҙаҡаларына) мохтаж түгел, Ул бай һәм сабыр.
264. Әй, мөьминдәр, кешеләргә күрһәтер өсөн генә саҙаҡа-мал бирмәгеҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ышанмаған кәфер кеүек, хөсөтлөк менән, кешене рәнйетеп саҙаҡа бирмәгеҙ. Был кешенең хәле, өҫтө тупраҡ менән ҡапланған таш-ҡаяныҡы кеүек; ҡойоп ямғыр яуғандан һуң, ҡая-таш шып-шыма булып ҡала (таш өҫтөндәге тупраҡ иген сәсһәң дә уңыш бирә алмай, уны ямғыр йыуып алып китә). Былар (донъялыҡта) ҡылған (яҡшы) эштәренең берһенән дә (сауап) ҡеүәт ала алмаҫтар. Аллаһ кәферҙәр гөруһына (өйөрөнә)һидәйәт бирмәҫ.
265. Аллаһ ризалығын алырға теләүселәр һәм рухтарында булған иманды нығытыу өсөн, малдарын сарыф иткәндәрҙең хәле ҡалҡыулыҡтағы гүзәл баҡса кеүектер. Баҡса өҫтөнә ямғыр яуһа, ике ҡат уңыш йыйып була. Ямғыр мул яумаһа ла (һис юғында ул баҡсала) дым ҡалыр. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғандарығыҙҙы күреп тора.
266. Хөрмәләр, йөҙөмдәр шаулап үҫкән, шишмәләре ағып тороусы, еләк-емеш тулы баҡсаһы булған кеше ҡартайып, (ҡарт булһа ла) бала-сағалары ғәзиз сабый булып, утлы өйөрмә сығып, шул баҡсаны яндырып китеүен теләр инеме икән? Бына, Аллаһ һеҙгә аяттарын шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ (һәм бер нәтижәгә килерһегеҙ).
267. Әй, мөьминдәр, йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән сығарғандарыбыҙҙан (саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ. Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерәнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә) алырҙай затһыҙ малды бүләккә бирмәгеҙ (үҙегеҙгә оҡшамаған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал хәйергә бирелмәҫ). Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ.
268. Шайтан һеҙҙе:
— Фәҡир буласаҡһығыҙ, — тип ҡурҡыта. Һеҙҙе ул фәхешлеккә саҡыра (һеҙҙе боҙоҡлоҡҡа, һаранлыҡҡа өндәй). Аллаһ иһә һеҙгә үҙенән ярлыҡау һәм муллыҡ вәғәҙә итә. Аллаһ — сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, барыһын да белеп тороусы.
269. (Аллаһ Тәғәлә) хикмәтен теләгән кешеһенә бирер. Кемгә хикмәт (аҡыл, ғилем) бирелһә, хәҡиҡәтән, уға күп хәйер бирелгән булыр. Сәләмәт аҡыллы кешеләрҙән башҡа быны бүтәндәр яҡшы аңламаҫ.
270. Саҙаҡа малын ҡайҙа ҡуйғанығыҙҙы йәки кемгә лә булһа нәҙер ителгән малығыҙҙы ҡайҙа сарыф иткәнегеҙҙе Аллаһ белеп тора. Залимдар өсөн һис бер ярҙам булмаҫ.
271. Саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ, яҡшы булыр. Саҙаҡаларығыҙҙы фәҡирҙәргә йәшертен бирһәгеҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр. Шуға күрә, (Аллаһ) гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ барыһынан да хәбәрҙар.
272. (Ий, Мөхәммәд) уларҙы (бәндәләрҙе) һидәйәткә ирештереү һиңә йөкләнмәй. Кемгә теләһә, Аллаһ һиҙәйәтте шуға бирә. Бирелгән хәйер (мал) үҙ файҙағыҙға булыр. Һеҙ малдарығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн генә бирәһегеҙ. Аллаһ юлында сарыф иткән малдарығыҙ (саҙаҡалар, зәкәт, хәйер) өсөн һеҙ артығы менән бүләкләнәсәкһегеҙ. Һеҙ (сауап мәсьәләһендә) хаҡһыҙ рәнйетелмәйәсәкһегеҙ.
273. (Саҙаҡа) үҙҙәрен Аллаһ юлына бағышлағандарға (фәҡирҙәргә, ғалимдарға) бирелергә тейеш. Сөнки улар Ер йөҙө буйлап йөрөй алмай. Уларҙың хәлен белмәгән кешеләр, уларҙың тыйнаҡ һәм ғорур булғанына ҡарап, был әҙәмдәрҙе бай тип иҫәпләйҙәр. Һин уларҙы (үҙҙәренә генә хас) ғәләмәттәренән танырһың. Улар (ҡыйын хәлдә булһалар ҙа күҙгә керә-керә) хәйер һорамай. Һеҙҙең (Хаҡ юлында) күпме мал сарыф иткәнегеҙҙе, шик юҡ, Аллаһ белеп тора.
274. Малдарын иртә-кис, йәшертен йәки йәшермәйенсә (Хаҡ юлында) сарыф иткәндәргә Аллаһ хозурында әжерҙәр бар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға ҡайғы килмәҫ.
275. Риба (әжәткә биреп торған аҡсанан-малдан арттырып алынған харам керем) ашағандар иһә шайтан зәхмәте һуҡҡан тилеләр кеүек, ҡәберҙәренән торасаҡтар Улар:
— Сауҙа итеү ҙә риба кеүек бит, — тигәндәре өсөн шундай хәлдә ҡалырҙар. Аллаһ алыш-биреште хәләл итте, рибаны харам ҡылды. Әгәр ҙә кемдер Аллаһтан (риба алмаҫҡа) әмер килгәс, рибанан баш тартһа, әмер килгәнгә ҡәҙәр алған рибаһы ғәфү ителер, уның эше Аллаһ хөкөмөндә булыр. Кем ҡабаттан (был аят ингәндән һуң) риба ала ҡалһа, улар йәһәннәм әһелдәре булыр һәм улар шунда мәңгегә ҡалыр. (276) Аллаһ рибаның бәрәкәтен ебәрер (әжәтте арттырып алған кеше, барыбер, ул аҡсаның рәхәтен күрмәҫ). Саҙаҡа биргән кешеләрҙең малдарын арттырыр. Аллаһ (рибаны, харамды хәләл тип танығандарҙы) кәферҙәрҙе, гөнаһлыларҙы яратмай.
277. Мөьминдәр, изгелек ҡылғандар, намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зәкәтен биргәндәр Раббының хозурында әжерҙәрен табырҙар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға хәсрәт тә килмәйәсәк. (278) Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, алынмаған рибаларығыҙҙы алмағыҙ. (279) Шулай эшләмәһәгеҙ, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һуғыш асҡан кәферҙәр кеүек булырһығыҙ. Был эштәрҙән тәүбә итһәгеҙ, малығыҙ-байлығығыҙ — маяғыҙ үҙегеҙгә ҡалыр. Шулай ҡылһағыҙ, һеҙ ғәҙелһеҙ булмаҫһығыҙ, үҙегеҙгә лә ғәҙелһеҙлек булмаҫ. (280) Әгәр (һеҙгә бурыслы кеше әжәтен ҡайтарырға) ҡыйын хәлдә ҡалған булһа, бурысын түләр өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хисаплап, үҙегеҙ белеп, ул бурысты алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.
281. Аңлы булығыҙ! Аллаһ хозурына барасаҡ Көн тураһында уйлап, ҡурҡып йәшәгеҙ. (Ул Көндө) һәр кемгә үҙе ҡылғандар өсөн түләү итеп, ғәҙеллек менән тамам өлөш (йәннәт йәки йәһәннәм) бирелер.
Достарыңызбен бөлісу: |