101. Бына шундай илдәр бар. Һиңә һабаҡ булһын тип, улар тураһында бәғзе ғибрәттәр һөйләйбеҙ. Хаҡтыр, пәйғәмбәрҙәре уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе. Баштан уҡ ялғанға сығарып, хәҡиҡәтткә улар инанырға теләмәне. Кәферҙәрҙең күңелдәрен Аллаһ ана шулай итеп йоҙаҡлай. (102) Уларҙың күбеһен антҡа тоғро тапманыҡ. Дөрөҫө шулдыр, уларҙың күбеһе тура юлдан яҙған, тигән нәтижәгә килдек. (103) Унан һуң улар артынан Мусаны аят-мөғжизәләребеҙ менән Фирғәүенгә һәм уның халҡына юлланыҡ. Улар мөғжизәләрҙе инҡар итте. Ҡара, фетнәселәрҙең ахыры нимә менән бөттө? (104) Муса әйтте:
— Әй, Фирғәүен, мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан һеҙгә күндерелгән бер пәйғәмбәр, — тине. (105) — Мин Аллаһ тураһында бары тик дөрөҫөн генә һөйләргә бурыслымын. Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ бер дәлил килтерҙем. Исраил улдарын (Яҡуп балаларын) азат итеп, миңә биреп ебәр, - тине.
«Ул ваҡытта Фирғәүен Яҡуп балаларын золомда, ауыр эштәрҙә эшләтеп, йәберләп тота ине. Шул халыҡ араһынан сыҡҡан пәйғәмбәр булараҡ, хәҙрәти Муса үҙ халҡын Фирғәүен золомынан ҡотҡарып, Мисырҙан Фәлистынгә ҡайтарыуҙы талап итте».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
106. (Фирғәүен) әйтте:
— Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, алып килгән мөғжизәңде күрһәт, ҡарап ҡарайыҡ, - тине. (107) Шунан һуң хәҙрәти Муса ҡарышҡы таяғын ергә ташланы. Таяҡ шунда уҡ аждаһаға әүерелде... (108)... Һәм ҡулын кеҫәһенән сығарҙы. Ҡарап тороусыларға ул шунда уҡ ап-аҡ булып, ялтырап күренде. (109) Фирғәүен кешеләре әйтте:
- Был бик тә оҫта сихырсы икән, - тинеләр. (110) - Ул һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға килгән. Ни ҡылабыҙ? — тинеләр. (111) Һуңынан әйттеләр:
— Уны ла, ҡәрҙәшен (Һарунды ла) көттөрөп тор. Һәм ҡала буйлап йомошсоларыңды юлла...
(112) ... Улар бөтөн сихырсыларҙы йыйып килтерһендәр, — тинеләр. (113) Сихырсылар Фирғәүен янына йыйылды, улар:
— Беҙ уны еңһәк, беҙгә ҡиммәтле бүләктәр булырмы? — тинеләр. (114) (Фирғәүен):
— Әлбиттә, — тине. — Һәм дә һеҙ минең иң яҡындарымдан буласаҡһығыҙ. (115) (Сихырсылар):
— Ий, Муса, һин иң беренсе булып ташлайһыңмы, әллә беҙме? — тинеләр. (116) (Муса):
— Һеҙ ташлағыҙ, — тине.
Улар (сихыр таяҡтарын) ташлап, кешеләрҙең күҙен быуҙылар, ғәжәйеп ҡурҡыныс сихырҙар күрһәттеләр.
117. Беҙ ҙә Мусаға:
— Ҡарышҡыңды ташла, — тип бойорҙоҡ. Уның ҡарышҡыһы тегеләрҙең уйҙырма йыландарын йотоп бөтөрҙө. (118) Шулай итеп, тегеләрҙең ялғандары асылды, Хәҡиҡәт еңде; уларҙың ҡаҙанырға теләгән уңыштары юҡҡа сыҡты. (119) Бына шулай итеп, (Фирғәүен менән уның ҡәүеме) еңелде һәм улар хурлыҡҡа төшөп йыраҡлаштылар. (120) Сихырсылар иһә сәждәгә йығылдылар. (121) — Ғәләмдәрҙең һәм (122) Муса менән Һарундың Раббыһы булған Аллаһҡа инандыҡ, — тинеләр.
123. Фирғәүен әйтте:
— Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ нисек итеп (Аллаһҡа) иман килтерҙегеҙ? Был, һис шикһеҙ, халыҡты шәһәрҙән ҡыуып сығарыу өсөн һеҙҙең тарафтан ҡоролған тоҙаҡ. Ләкин тиҙҙән (башығыҙға төшәсәк) бәләне күрерһегеҙ. (124) Ант итеп әйтәм, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы арҡылы-торҡоло сапҡылап ташлаясаҡмын, унан һуң бөтәгеҙҙе лә аҫып ҡуясаҡмын, — тине. (125) Әйттеләр:
— Беҙ, ысынлап та, Раббыбыҙға йүнәлдек. (126) Һин бары тик Раббыбыҙҙы аяттары беҙгә индерелгәнгә күрә генә, Аллаһҡа инанғаныбыҙға асыу итеп кенә беҙҙән үс алаһың. Йә, Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, мосолман булараҡ йәнебеҙҙе ал, — тинеләр. (127) Фирғәүен ҡәүеменең аҡһаҡалдары әйтте:
— Муса һәм уның ҡәүеме һине, тәңреләреңде ташлап, Ер йөҙөндә шаҡшы (әшәкелек) таратып йөрөһөндәр тип, уларҙы иҫән ҡалдыраһыңмы? — тинеләр. (Фирғәүен):
— Беҙ уларҙың ир-егеттәрен үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырасаҡбыҙ. Әлбиттә, беҙҙә уларҙы иҙәрлек кенә ҡеүәт бар. (128) Муса үҙ ҡәүеменә әйтте:
— Аллаһтан ярҙам көтөгөҙ, сабыр итегеҙ, — тине. — Шик юк, Ер йөҙө Аллаһтыҡылыр. (Шул Ергә) Ул Үзе теләгән бәндәләрен вариҫ итә. Әжер Аллаһтан (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандарҙыҡы булыр. (129) Улар:
— Һин беҙгә (пәйғәмбәр сифатында) килгәнсе лә, һин килгәндән һуң да беҙҙе йәберләнеләр, — тинеләр.
Муса:
— Аллаһ дошманығыҙҙы һәләк итер, тигән өмөт бар, — тине. — Һәм улар урынына һеҙҙе ергә хужа итеп ҡуйыр. Унан һуң инде һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙға ҡарар.
130. Хаҡтыр, Беҙ ҙә Фирғәүенгә эйәргәндәрҙе: һабаҡ алһындар тип, йыл һайын ҡоролоҡ, ҡытлыҡ менән интектерҙек. (131) Уларға бер уңыш (муллыҡ) килһә, улар:
— Был беҙгә шулай тейеш, — тип әйтәләр.
Әгәр өҫтәренә берәй бәлә (мур ҡырылышы) килһә, Муса менән уның шәкерттәрен ғәйепләйҙәр. Мәғлүмдер, улар өҫтөнә килгән бәлә Аллаһ тарафынандыр. Ләкин уларҙың күбеһе был хаҡта белмәй. (132) Һәм улар (Мусаға) әйтте:
— Беҙҙе сихырға тотар өсөн, әллә ниндәй мөғжизәләр күрһәтһәң дә, барыбер беҙ һиңә ышанасаҡ түгелбеҙ, —тинеләр.
133. Беҙ ҙә мөғжизәлар булараҡ, улар өҫтөнә бер-бер артлы Туфан әфәтен, саранча ҡазаһын, бөжәктәр өйөрөн, баҡалар һәм ҡан ямғырҙарын яуҙырҙыҡ, улар һаман тәкәббер булдылар һәм гөнаһлы ҡәүемгә әүерелделәр. (134) Баштарына яза (мур) килгәс әйттеләр:
— Эй, Муса, һиңә биргән антыбыҙ хөрмәтенә беҙҙең өсөн Раббыңа доға ҡыл, әгәр өҫтөбөҙҙән был ғазаптарҙы алдырһаң, һиңә ышаныр инек һәм Исраил улдарын һиңә биреп ебәрер инек, — тинеләр.
135. Беҙ улар өҫтөнән язаны билгеле бер ваҡытҡа ҡәҙәр алдыҡ, ләкин улар тағын һүҙҙәрендә торманылар. (136) Беҙ аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙан һәм аяттарға ғәмһеҙ булғандарҙан үс алдыҡ һәм уларҙы диңгеҙгә батырҙыҡ.
137. Хурлыҡтарға ҡалған был көсһөҙ ҡәүемде Беҙ эсе бәрәкәт менән тулған ерҙең Көнсығыш тарафына һәм Көнбайыш тарафына вариҫ ҡылдыҡ. Сабыр иткәндәренә күрә, Раббының Исраил улдарына биргән вәғәҙәһе үтәлде. Фирғәүен һәм уның ҡәүеме төҙөгән йорттарҙы һәм үҫтергән баҡсаларҙы харап иттек.
138. Яҡуп тоҡомон диңгеҙҙән үткәрҙек, улар (диңгезҙҙе кискәс) юлда барғанда боттарға, һындарға табына торған халыҡты осратты. Шунан юлдаштары әйтте:
— Эй, Муса, уларҙыҡы кеүек тәңре (һәйкәлен) беҙгә лә яһап бир, — тинеләр.
Муса әйтте:
— Ысынлыкта һеҙ бик тә наҙан бер халыҡ икәнһегеҙ, — тине.
139. Шик юҡ, былар күңелендәге (дин) бөтөрөләсәк һәм уларҙың ғәмәле (яһаған һындары ла) нәжес һәм яраҡһыҙ булыр. (140) Муса әйтте:
— Аллаһ һеҙҙе бөтөн яралтылғандарҙан өҫтөн ҡуйҙы, ә мин һеҙгә Аллаһтан башҡа бер тәңре яһайыммы? (141) Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, һеҙҙе иң әшәке язалар менән йәберләп тотҡан Фирғәүендән ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙҙең улдарығыҙҙы үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдыра ине. Бына шунда Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе һынап ҡараны ла инде. (142) (Ғийбәҙәт ҡылыр өсөн) Мусаға утыҙ төн вәғәҙә иттек һәм уға ун төндө өҫтәнек; шулай итеп, Аллаһ тәғәйенләгән ваҡыт ҡырҡ төн булды. Муса ҡәрҙәше Һарунға әйтте:
—Халҡыбыҙ араһында етәксе булып минең урынға һин ҡалаһың, уларҙы тура юлға өгөтлә, (ғәҙел бул) юлдан яҙғандарға эйәрмә, — тине.
143. Тәғәйен иткәнебеҙ ваҡытта Муса (Тур тауына) килде, Аллаһ менән һөйләшкән ваҡытта:
— Йә, Раббым, зинһар, миңә күрен, Һине күрәһем килә, — тине.
Раббы иһә:
— Һин мине күрә алмаҫһың, ләкин ана шул тауға ҡара, әгәр ул үҙ урынында ҡала бирһә, һин дә мине күрерһең, — тине. Раббы тауға тәьҫир итте (нурын һирпене), тауҙы (шартлатып) пыран-заран килтерҙе. Муса иһә һуштан яҙҙы. Аңына килгәс әйтте:
— Дан Һиңә! Һинең сифатыңда кәмселек юҡ, тип аңланым, Һиңә тәүбә иттем. Иман килтергәндәрҙең беренсеһе мин. (144)(Аллаһ)
— Эй, Муса, — тине. — Һиңә биргән вазифалар менән һәм һүҙем менән һине кешеләрҙең башлығы итеп һайланым. Биргәнемде ал һәм шөкөр ит.
145. Нәсихәт һәм бөтөн нәмәләрҙең асылына ҡағылышлы нимә бар, барыһын да таҡталарға яҙып, Мусаға бирҙек (һәм әйттек):
- Быларҙы ал һәм ҡеүәтеңдән килгәнсә һаҡла, халҡыңа ла әйт, бында яҙылғандарҙың иң яҡшыларын ҡәғиҙә итһендәр. Тиҙҙән мин һеҙгә юлдан яҙғандарҙың урынын күрһәтәсәкмен.
146. Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә тәкәберләнгәндәрҙе аяттарымдан йыраҡлаштырасаҡмын. Бөтөн аяттарыбыҙҙы күрһәләр ҙә, улар иман килтермәҫ. Тура юлды күрһәләр ҙә, ул юлға төшмәҫтәр. Аҙғынлыҡ юлын күрһәләр, шул юлдан китерҙәр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәре һәм уларга иғтибарһыҙ ҡалғандарына күрә, улар (Аллаһ тарафынан) шул хәлгә төшөрөлдө.
147. Аяттарыбыҙҙы һәм Әхирәттә ҡауышасағыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең ғәмәлдәре юҡҡа сыҡты. Улар ҡылған гөнаһтарынан да артыҡ яза алыр, тип уйлайһығыҙмы? (Улар ҡылған гөнаһтары өсөн генә яуап тотасаҡ.) (148) (Муса ҡырҡ көн ғийбәҙәт ҡылырға, Аллаһ менән һөйләшергә Тур тауына киткәс) уның ҡәүеме үҙ алтындарын йыйып, мөңрәй торған быҙау һыны яһатты. (Тәңребеҙ, тип шул быҙауға табына башланылар.) Ул (быҙауҙың) үҙҙәре менән һөйләшә алмағанын, уларға тура юлды күрһәтә алмағанын улар күрмәйме ни? Уны тәңре итеп табындылар һәм залим булдылар.
149. Улар хаталарын аңлап, ҡулдарына һуғылғас, әйттеләр:
— Әгәр Раббыбыҙ ярлыҡамаһа, рәхимлек ҡылмаһа, беҙ, мотлаҡ, зыян күреүселәр араһында булырбыҙ, — тинеләр.
(«Ғәрәптәрҙә хата эшләгәнде аңлағас, аяныс хәлдәрҙә ҡалғанда, усты усҡа бәреп, ике теҙгә һуғыу ғәҙәте бар ине. Был — ҡылған эшкә үкенеү, асыныу ғәләмәте».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
150. Муса асыныуынан ҡыҙған хәлдә ҡайтып:
— Мин киткәндән һуң һеҙ ниндәй хәтәр эштәр башҡарҙығыҙ, Раббыбыҙҙың әмерен көтмәйенсә, ашығыс хата яһанығыҙ, — тип ул ҡулындағы яҙыулы таҡталарын ергә ҡуйҙы һәм ҡәрҙәшенең (Һарундың) сәсенән тотоп, башын үҙенә табан тартты.
Туғаны:
— Әсәйемдең балаһы, был ҡәүем мине, ысындан да, көсһөҙ һананы һәм мине үлтерә яҙҙы. Һин мине һүгеп, дошмандарыбыҙҙы һөйөндөрмә, мине залимдар рәтендә һанама, — тине.
(Әсәйемдең балаһы — бер туған ҡәрҙәштәр араһында оло хөрмәт менән әйтелә торған һүҙ.)
151. (Муса):
— Йә, Раббым, үҙемде лә, туғанымды ла кисер, зинһар, беҙҙе рәхмәтеңдән ташлама. Сөнки Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә иң мәрхәмәтлеһе бит, — тине.
152. Быҙауҙы (тәңре) һанағандарға Раббының ғазабы төшәсәк һәм уларға донъя тормошонда ла хурлыҡтар буласаҡ. Беҙ ялған уйлап сығарыусыларҙы шулай язалайбыҙ. (153) Яманлыҡтар ҡылғандан һуң тәүбә итеп, иман килтергәндәрҙе Раббы, һис шикһеҙ, ярлыҡар, ғәфү итер. (154) Асыуы ҡайтҡандан һуң, Муса яҙыулы таҡталарын алды. Шундағы яҙыуҙарҙа Раббынан (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандар өсөн вәғәз һәм мәрхәмәт (вәғәҙәһе) бар ине. (155) (Аллаһ хозурында яуап тотар өсөн) ҡушҡан ваҡыт эсендә, билгеләнгән урынға Муса үҙ халҡы араһынан етмеш кеше һайлап алып килде. Был кешеләрҙе дәһшәтле ер тетрәүе тотҡас, Муса әйтте:
— Йә, Раббым, ихтыяр итһәң, мине лә, уларҙы ла башта уҡ һәләк иткән булыр инең. Арабыҙҙағы бер нисә ахмаҡ кешенең гөнаһтары өсөн бөтөнөбөҙҙө лә һәләк итерһеңме ни? Был бары тик беҙҙе һынап ҡарауың ғынамы? Һынау аша теләгәнеңде аҙаштырып, теләгәнеңде тура юлға күндерергә маҡсат итәһең кеүек. Һин беҙҙең хужабыҙ, беҙҙе ярлыҡа, беҙгә миһырбанлы бул, ярлыҡаусыларҙың иң күркәме — Һин! — тине...
156. ... беҙгә был донъяла ла, Әхирәттә лә гүзәл тормош әйлә. Һис икеләнмәйенсә, беҙ Һиңә баш эйҙек.
Аллаһ бойорҙо:
— Теләгән кешегә ғазап бирермен, мәрхәмәтем бөтөн нәмәгә етәрлек. Уны (гөнаһ эшләүҙән) һаҡланғандарға, зәкәт биргәндәргә һәм аяттарыма инанғандарға (сауап) яҙасаҡмын.
157. Ҡулдарындағы Тәүрәт менән Инжилдә яҙылған илсегә, өмми (уҡый-яҙа белмәгән) Пәйғәмбәргә эйәргәндәр бар, бына шул Пәйғәмбәр уларға изгелек эшләргә ҡуша, уларҙы яманлыҡтан тыя, уларға саф-паҡ нәмәләрҙе хәләл итә, әшәкеләрҙе харам ҡыла. Ауырлыҡтан азат итә, (хорафат) сылбырҙарын сисә. Шул Пәйғәмбәргә инанып, уға хөрмәт күрһәткән, уға ярҙамсы булған һәм уның менән берлектә индерелгән нурға (Ҡөръәнгә) эйәргәндәр ҙә бар, бына шулар инде ҡотолор, рәхәткә ирешер.
158. Әйт:
- Әй, кешеләр, дөрөҫтән дә мин күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы булған Аллаһ тарафынан һәммәгеҙгә ебәрелгән илсемен. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул терелтә лә, үлтерә лә. Шулай булғас, өмми Пәйғәмбәр булған илсеһенә, Аллаһҡа һәм уның аяттарына инанып, иман килтергәндәр Аллаһҡа йүнәлер һәм тура юлды табыр, — тип.
159. Мусаның ҡәүемендә хаҡ менән тура юлды тапҡан һәм ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүсе бер төркөм бар.
160. Беҙ уларҙы (Яҡуп нәҫелен) ун ике ҡәбиләгә бүлдек. Ҡәрҙәштәре (сүлдә) унан һыу һораны, Мусаға:
— Ҡарышҡың (таяғың) менән ташҡа һуҡ, — тип бойорҙоҡ. Шул мәлде үк унан ун ике шишмә бәреп сыҡты. Һәр ҡәбилә эсер өсөн үҙ шишмәһен билгеләне. Һуңынан улар өҫтөнә болот ебәреп, күләгә яһаныҡ. Уларға Илаһи ҡөҙрәт хәлүәһе һәм бүҙәнә ите ашаттыҡ.
— Һеҙгә биргән ризыҡтарының иң сафларын ғына ашағыҙ, — тинек.
Әммә улар (һүҙемде тыңламаҫтан) Миңә түгел, үҙҙәренә зыян эшләне. (161) Уларға әйтелде:
— Ошо шәһәргә урынлашығыҙ, теләгәнегеҙҙе ашағыҙ. Ҡапҡанан эйелеп керегеҙ һәм: (Аллаһтан) ярлыҡау теләйбеҙ, тип әйтегеҙ. Хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Изгелек ҡылғандарға алға табан тағын да күберәк муллыҡ бирербеҙ, — тип әйтелде. (162) Ләкин уларҙың кәферҙәре үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе башҡаһы менән алмаштырҙылар. Беҙ ҙә сиктәрҙе уҙғандары өсөн шул кәферҙәр өҫтөнә Күктән яза индерҙек.
163. Һин уларҙан диңгеҙ ярындағы халыҡтың хәле тураһында һораш. Нисек итеп улар шәмбе көндө хөрмәтһеҙлек менән сиктәрҙе уҙҙылар. Шәмбе ял көнө ине, һыуҙағы балыҡтар ташҡын-ташҡын булып яр ҡырына килде, ял булмаған көндәрҙе балыҡ килмәй ине. Боҙоҡ эш ҡылғандарҙы Беҙ шулай һынайбыҙ.
(«Диңгеҙ ярындағы ул шәһәр Мәдйән менән Тур араһындағы Әйлә исемендәге ауыл ине. Исраил тоҡомондағы халыҡ йомға көндө байрам итергә теләмәйенсә, ял көнө итеп шәмбене билгеләне. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә уларға ял көнө - шәмбелә эшләүҙе, балыҡ тотоуҙы тыйҙы. Ял булғас, ял итегеҙ, йәнәһе. Башҡа көндәрҙе яр буйына балыҡ өйөрө килмәгәнгә күрә, улар ул көндө балыҡ тоторға ярамаһа ла, ҡанунды боҙоп, күп итеп балыҡ тоттолар. Йәғни улар сиктәрҙе боҙҙолар. Был иһә Аллаһтың хәйлә менән уларҙың ҡанундарға турамы-юҡмы икәнен һынауы ине. Хаттин ашыу — сығырҙан сығыу, билгеләнгән ҡәғиҙәләрҙе боҙоп, ситкә сығыу. Хәт — сик тигән һүҙ».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
164. (Улар араһында хаттин ашмағандар ҙа бар ине) ҡайһы берҙәре (балыҡ тотоусыларҙы тәртип боҙмаҫҡа) өгөтләй башланы. Башҡалары өгөтләүселәргә әйттеләр:
— Аллаһ барыбер уларҙы һәләк итәсәк һәм (Ҡиәмәттә) хәтәр яза бирәсәк, шул халыҡты ни өсөн өгөтләйһегеҙ, — тинеләр. Өгөтләүселәр әйтте:
— Раббыбыҙ ҡаршыһында хөрмәт ҡаҙаныр өсөн, өгөттән һуң, бәлки, улар тәүбәгә килер, тип өмөт иткән инек, — тинеләр. (165) Улар үҙҙәрен өгөтләгәнде онотҡас, Беҙ ҙә әлеге өгөтләүселәрҙе ҡотҡарҙыҡ, сиктәрҙе уҙғандарҙы, ҡылған гөнаһтарына күрә, хәтәр яза менән язаланыҡ. (166) Һүҙ тыңламайынса, тыйылғандарҙың сигенән сығырға теләгәндәргә Беҙ:
— Мәхлүҡ маймылға әүерелегеҙ, — тинек. 167. Раббың:
— Әлбиттә, Ҡиәмәт көнөнә саҡлы уларға иң яман яза бирәсәк кешеләрҙе ебәрәсәкмен, — тип вәғәҙә итте. Шик юҡ, Раббың тиҙ хөкөм итеүселер, һәм Ул — ярлыҡаусы, мәрхәмәт эйәһелер. (168) Уларҙы төркөм-төркөм итеп Ер йөҙөнә тараттыҡ. Улар араһында ла яҡшы кешеләр бар; ямандары ла күп. Бәлки улар үҙгәрер (тура юлға баҫыр) тип уларҙы һәм именлек, һәм дә яманлыҡ менән дә һынап ҡараныҡ.
169. Уларҙан һуң алмашҡа донъяға тағын да яманыраҡ ғәҙәтле ҡәүем килде һәм улар китапҡа (Тәүрәткә) вариҫ булды. Улар фани донъяның юҡ-бар малына ҡыҙыҡты.
— (Нимә генә ҡылһаҡ та, йәғни Тәүрәтты боҙһаҡ та) беҙ барыбер ярлыҡанасаҡбыҙ, — тип.
Уларга тағын шундай ниғмәттәр килһә лә, улар һис тартынмайынса аласаҡ. Әйе! Китапҡа Аллаһ хаҡында дөрөҫөнән башҡаны өҫтәмәйбеҙ, тип ант итмәнеләрме ни улар? Китапҡа яҙылғандарҙы уҡыманылармы ни улар? Әхирәт йорто фәҡәт (гөнаһ эшләүҙән һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға ирешмәнеме ни? (170) Китапҡа ныҡлап ышанып, намаҙҙы дөп-дөрөҫ итеп уҡығандарға, изгелек ҡылғандарға Беҙ әжерен кәм итмәҫбеҙ.
171. Бер ваҡыт (күләгә яһаусы болот кеүек итеп) Исраил тоҡомоның баш осона тауҙы күтәрҙек; улар, өҫтөбөҙгә тау төшәсәк икән, тип ҡурҡтылар.
Беҙ уларға әйттек:
— Һеҙгә биргәнемде (таҡтаға яҙылған Тәүрәтты) ҡеүәтегеҙҙән килгәнсә һаҡлаһағыҙ (боҙмаһағыҙ) һәм шунда яҙылғандарҙы онотмаһағыҙ, ҡотолорһығыҙ, — тинек. (172) Ҡиәмәт көнөндә:
- Беҙ бынан хәбәрһеҙ инек, - тип әйтмәһендәр өсөн, Раббың әҙәм балаларынан, уларҙың тәненән тоҡомдарын сығарҙы, уларҙы үҙенә шаһит итте һәм әйтте:
— Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни? — тине. Улар ҙа:
— Әлбиттә, шаһит булдыҡ (Һин беҙҙең Раббыбыҙ), — тинеләр.
173. — Әүәлеңдә ата-бабаларыбыҙ Аллаһтан башҡаларга табына ине; беҙ уларҙан һуң килгән тоҡом (улар табынғанға табындыҡ); ялғанға эйәргәндәрҙең ҡылған эштәре өсөн беҙҙе лә һәләк итерһеңме ни инде? — тип аҡланырға теләмәһендәр өсөн (шулай эшләнек). (174) Бәлки (бер Аллаһҡа ғына инанырҙар) инҡарсылыҡтан уаз кисерҙәр тип, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп аңлатабыҙ. (175) Һин уларға үҙенә аяттар индерелгән кеше тураһында уҡып күрһәт: ул аяттарымды инҡар итте, шуға күрә, шайтан уны үҙ артынан эйәртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты.
176. Теләгән булһаҡ, һис шикһеҙ, аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дәрәжәгә күтәргән була инек. Ләкин ул донъя малына йәбеште һәм ҡомһоҙлоҡ нәфсеһенә эйәрҙе. Уның хәле хас эт тормошо кеүек ине. Янына табан килә башлаһаң да, телен сығарып йыш-йыш һулар, янынан китһәң дә, телен аҫылындырып һулап ҡалыр. Бына, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙың хәле шундай булыр. Был ҡиссаны аңлатып бир, бәлки ҙә һабаҡ алырҙар. (177) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең хәле үҙҙәренә зарар эшләүсе ҡәүемдеке кеүек — ямандыр. (178) Аллаһ әмере менән барған кеше тура юлды табыр. Ул аҙаштырған кеше күп зыян күрер. (179) Дөрөҫө шул, Беҙ ендәр менән кешеләрҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар — күрмәй, ҡолаҡтары ла бар — ишетмәй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүгерәк. Сөнки улар ғәмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә иғтибарһыҙ ҡала бирәләр.
180. Иң гүзәл исемдәр Аллаһтың исемдәреҙер. Шулай булғас, шул гүзәл исемдәр менән доғалар уҡығыҙ. Уның исемдәрен боҙоусыларҙы ташлап китегеҙ. Ҡылған гөнаһтарына күрә, улар язаһын аласаҡ.
181. Беҙ яралтҡан халыҡтар араһында шундай бер өммәт бар: һис туктамайынса Хәҡиҡәтте (Аллаһ әмерҙәрен) алға ебәреүсе, ғәҙеллек урынлаштырыусы. (182) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әкрен-әкрен һәләкәткә килтерәбеҙ.
183. Мин уларға кисектереү (бер аҙ ваҡыт, кисектереү, һынау ваҡыты) бирәм, әммә минең язам (хәйләм) бик тә хәтәр буласаҡ. (184) (Мөхәммәдтең) аҡылдан яҙмағанлығы тураһында ҡәүемдәштәре уйлап ҡараманымы ни? Ул бары тик (алда ҡурҡыныс яза барлығы тураһында) иҫкәртеүсе генә. (185) Күктәр һәм Ерҙәге төҙөк тәртип (менән идара итеүсе Аллаһ икәнлеге) тураһында уйлап ҡараманылармы? Аллаһ яралтҡан һәр нәмәгә иғтибар итеп, әжәлдең (бөтөн донъя ғарасатының) киләсәгенә ышанып ҡарамайҙармы? Шулай булғас, улар (Ҡөръәндән башҡа) тағын ниндәй китапҡа ышанырҙар икән инде? (186) Аллаһ аҙаштырған кешегә Аллаһтан башҡа тура юл күрһәтеүсе булмаҫ. Һәм Ул уларҙы аҙғынлыҡ эсендә аҙашҡан килеш ҡалдырыр. (187) Һинән Ҡиәмәттең ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. (Әйтерһең дә, һин быны беләһең.) Әйт һин уларға:
— Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә(ҙер), — тип. — Уның ваҡытын Унан башҡа зат асыҡлай алмаҫ. Күктәр һәм Ерҙәгеләргә лә был ауыр мәсьәлә. Ул һеҙгә ҡапыл килер, — тип. — Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә, — тип. — Кешеләрҙең был турала ғилеме юҡ. (188) Әйт:
— Мин Аллаһтың әмеренән башҡа үҙемә файҙа ла, зарар ҙа эшләй ала торған көскә эйә түгел, — тип. — Әгәр ҙә мин серҙәрҙе белһә инем, әлбиттә, үҙемә тағын да күберәк файҙа эшләгән булыр инем һәм миңә һис бер әшәкелек йоҡмаҫ ине. Мин бары тик иман килтергәндәргә вәғәз һөйләүсе һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткереүсе генә, — тип.
189. Һеҙҙе бер йәндән (Әҙәмдән) яралтҡан да, уның хозуры өсөн ҡатынын (Һауаны) яралтҡан да — Улдыр. Ул уны ҡаплағас, (Һауа) еңел йөклө булды. Ул бер аҙ ваҡыт шулай йөрөнө. Йөгө ауырайғас, Раббыға:
— Әгәр ҙә Һин беҙгә изгелекле, кәмселекһеҙ бер бала бирһәң, беҙ, һис шикһеҙ, шөкөр итеүселәрҙән булыр инек, — тип доға ҡылдылар. (190). (Аллаһ) уларға сәләмәт бала биргәс, һуңынан кешеләр был баланы Аллаһҡа тиңләштерҙеләр. Аллаһ улар тиңләштергәндән өҫтөн. (191) Улар бит үҙҙәре яралтылған кешеләр. Ҡулдарынан һис нәмә килмәгән, булдыҡһыҙ шул нәмәләрҙе улар (Аллаһҡа) тиң һынайҙармы?
192. Улар (уйҙырма Илаһтар) башҡаларға ла, хатта үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙам итә алмаҫ. (193) Тура юлға саҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙгә эйәрмәҫ; саҡырмаһағыҙ ҙа эйәрмәҫ, һеҙгә барыбер (нәтижәһе булмаҫ). (194) Аллаһты инҡар итеп, табына торғандарығыҙ ҙа һеҙҙең кеүек ҡолдарҙыр. (Әйткәнегеҙ) дөрөҫ булһа, уларҙы (ғийбәҙәт ҡылып) саҡырығыҙ, улар һеҙгә (доғаларығыҙға) яуап бирһен. (195) Уларҙың (һындарҙың) йөрөр өсөн аяҡтары бармы, әллә тота торған ҡулдары бармы, әллә күрә торған күҙҙәре бармы, юҡһа, ишетә торған ҡолаҡтары бармы? Әйт:
- Табынғандарығыҙҙы саҡырығыҙ, унан һуң үҙегеҙ булдыра алғанса миңә тоҙаҡ ҡороғоҙ, миңә хатта күҙ асырға ла ирек бирмәгеҙ, - тип. (196) - Шик юҡ, минең ярҙамсым — Китап индергән Аллаһ. Ул бөтөн ихлас изгелеклеләрҙең ярҙамсыһыҙыр. (197) Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған һындар һеҙгә лә, үҙҙәренә лә ярҙам итерлек ҡеүәткә эйә түгел. (198) (Кәферҙәрҙе) тура юлға сығарырға теләһәгеҙ, улар һеҙҙе ишетмәҫ, һин уларҙың һиңә ҡарап торғандарын күрерһең, ләкин улар һине күрмәҫ. (199) (Эй, Рәсүлем) һин ярлыҡаныу юлын тот (киң күңелле бул, кешеләрҙе кисерә бел). Изгелеккә саҡыр һәм наҙандарҙан йыраҡ тор. (200) Шайтан һине (юлдан яҙырға, гөнаһ ҡылырға) ҡоторта башлаһа, Аллаһҡа һыйын. Ул ишетеп-күреп тора. (201) Тәҡүәлеккә ирешкәндәргә шайтан ҡотортоуы ҡағыла башлаһа, (Аллаһты иҫкә төшөрөп, зикер итәләр) һәм тура юлды бик тиҙ табалар. (202) (Шайтандар иһә) дуҫтарын (наҙандарҙы, боҙоҡлоҡҡа тартылғандарҙы) аҙғынлыҡҡа һөйрәйҙәр, унан һуң инде улар (тоҙаҡҡа эләккәндәрҙе тиҙ генә) ысҡындырмайҙар.
203. Әгәр ҙә һин уларға мөғжизә (аяттар) килтермәйенсә торһаң, улар:
— (Ни өсөн былай оҙаҡланың?) Үҙеңдән сығарып туплаһаң (һөйләһәң) ине, — тип әйтәләр.
Әйт:
— Мин бары тик Аллаһ уахи иткән әмерҙәр буйынса ғына эш йөрөтәм. Был (Ҡөръән) — Раббыбыҙҙан килгән күңел күҙҙәрегеҙҙе аса торған аяттарҙыр; иман килтергәндәр өсөн тура юл һәм мәрхәмәттер, — тип.
204. Ҡөръән уҡылғанда бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ. (205) Иртәләрен, кистәрен үҙ алдыңа, ҡаты булмаған тауыш менән, ялбарыу менән, ҡурҡыу менән Раббыңды иҫкә ал (ғийбәҙәт ҡыл, намаҙ уҡы). Хәбәрһеҙҙәрҙән (ғәмһеҙҙәрҙән) булма. (206) Шик юҡ, Раббы ҡатындағылар (фәрештәләр) Уға ҡоллоҡ итеүҙәре менән тәкәбменәннмәйҙәр. Уны маҡтайҙар һәм бары тик Аллаһҡа ғына сәждә итәләр.
Достарыңызбен бөлісу: |