Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим


Үҙҙәренә Китап өлөштәре индерелгәндәргә ҡарағыҙ! Боҙоҡлоҡто һатып алалар һәм һеҙҙе лә юлдан яҙҙырырға маташалар. 45



бет8/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   48

44. Үҙҙәренә Китап өлөштәре индерелгәндәргә ҡарағыҙ! Боҙоҡлоҡто һатып алалар һәм һеҙҙе лә юлдан яҙҙырырға маташалар.

45. Аллаһ һеҙҙең дошмандарығыҙҙы үҙегеҙҙән дә яҡшы белә. Ысынлыҡта, һеҙгә Аллаһтың дуҫлығы һәм ярҙамы етәр.

46. Йәһүдтәрҙең бер төркөмө (китап) һүҙҙәрҙең урында­рын (Тәураттәге Рәсуллулла саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләмдең вазифаларына ҡағылышлы өлөштәрен) алмаштырҙылар. Телдә­рен юрамал боҙоп, динебеҙҙе мыҫҡыл итеп:

— Ишеттек (Ҡөръән һүҙҙәрен), әммә ҡаршы килдек, (ҡаршы насар һүҙҙәр булған) ишет­мәгәнеңде ишет (рағиинә), — тинеләр.

Әгәр улар:

— Ишеттек, итәғәт иттек, тыңла һәм беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул, — тигән булһалар ине, шик юҡ, үҙҙәре өсөн тағын да яҡшы­раҡ булыр ине, ләкин кирелектәре арҡаһында, Аллаһ уларҙы ҡәһәрләне. Уларҙың бик әҙе генә иман килтерҙе.



(«Йәһүдтәр Аллаһ тарафынан индерелгән Тәүрәтты боҙҙолар. Һүҙҙәрен, мәғәнәләрен үҙгәрттеләр, һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһиссәлләмдең Аллаһтан илсе булып киләсәге тураһындағы хәбәрҙе юҡҡа сығарҙылар. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәр булып килгәс, уның тураһында юҡ-бар ғәйбәт, мыҫҡыллы һүҙҙәр тараттылар. Әйтәйек, «рәғийнә» һүҙе «беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул» мәғәнәһендә йөрөй. Шул уҡ һүҙҙе оҙон итеп, «рәғий-инәә» тип әйтһәң, «беҙҙең көтөүсебеҙ» мәғәнәһен ала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

47. Әй, Китаплы ҡәүем! Йөҙөгөҙҙө боҙоп үҙгәрмәҫ, ҡара йөҙҙәрегеҙҙе артҡа ҡайырып ҡуйғансы, шәмбе көндө Аллаһ хөкөмөн боҙғандары өсөн ҡарғалғандар кеүек ләғнәт алған­сы, үҙегеҙгә бирелгәндәрҙе (Тәурәт, Инжилде) дөрөҫләп, иман килтерегеҙ. Аллаһтың әмере, һис шикһеҙ, еренә еткереләсәктер.

48. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүселәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ, бы­нан башҡа гөнаһлы булғандарҙы, Үҙе теләһә, ярлыҡар. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүсе иң ҙур гөнаһҡа батып, ялған уйлап сығарған кеше булыр.

49. Үҙ-үҙҙәрен намыҫлы итеп күрһәтергә тырышҡандар­ҙы күрҙеңме? Юҡ, Аллаһ Үҙе теләгәнде паклар һәм һис кем хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.

50. Ҡара, Аллаһ тураһында ниндәй генә ялғандар уйлап сы­ғармайҙар динһеҙҙәр, көн кеүек асыҡтыр: был улар өсөн етәрлек гөнаһ.

51. Үҙҙәренә Китаптың бер өлөшө индерелгәндәрҙе күрҙеңме? Боттарға (таш һындарға, ағас һындарға), шайтан­ға ышаналар, һуңынан кәферҙәр өсөн:

— Былар Аллаһҡа иман килтереүгә ҡарағанда турыраҡ юл, - тип һөйләйҙәр.



(«Китап индерелгәндәр, йәғни әһле китап кешеләренән берәүһе Мәҙинәнән Мәккәгә килеп, мөшриктәрҙе хәҙрәти Мөхәммәдкә һәм мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡоторта башлай. Шунда мөшриктәр: беҙҙең динебеҙ дөрөҫмө, әллә Мөхәммәдтең динеме, ҡай­һыбыҙ тура юлда? - тип һорайҙар. Һеҙ тура юлда! - ти баяғы жәсүс. Джибит менән Тағут исемендәге ике бот-һын-һәйкәл бар ине. Джибит тигәне, имеш, киләсәкте әйтеүсе, Тағут тигәне, имеш, сихыр­сы. Тағут — сихыры менән кешеләрҙе аҙҙырыусы. Аллаһ уларҙың барыһын да инҡар итте. Был аят ошо ваҡиғаға ишара итә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

52. Улар — Аллаһ ҡәһәрләгән кешеләрҙер. Аллаһтың ләғнәтен алғандарға ярҙамсы табылмаҫ. (53) Әллә уларҙың хакимлеккә ҡөҙрәттәре бармы? (Ундай ҡөҙрәттәре булһа) улар кешеләргә хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә өлөш бирмәҫ ине. (54) Әллә улар Аллаһ йомартлығы менән кешеләргә бирелгәндән (Ҡөръән һәм ниғмәттәрҙән) көнләшәләрме? Юҡһа, беҙ бит Ибраһим тоҡомона ла Китап һәм хикмәттәр бирҙек һәм уларға бөйөк хөкөмдарлыҡ тапшырҙыҡ. (55) Уларҙың бер өлөшө уға ышанды, ҡайһылары унан йөҙ сөйөрҙө. Уларға хәтәр утлы йәһәннәм етәр. (56) Шик юҡ, аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселәрҙе утта яндырасаҡбыҙ. Тире­ләре көйөп бөткәс, ғазап дауам итһен өсөн, яңыһы менән алыштырасаҡбыҙ. Аллаһ һәр ваҡыт өҫтөн һәм хөкөмдар.

57. (Аллаһҡа) инанып, изгелекле булғандарҙы мәңге йәшәр өсөн, үҙәндәренән шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә кере­тербеҙ. Шунда улар өсөн саф-пак кәләштәр булыр, уларҙы рәхәтлек биреүсе ағас күләгәләрендә йәшәтербеҙ.

58. Һеҙгә аманат ителгән малдарҙы эйәләренә ҡайтарыуы­ғыҙҙы һәм кешеләр араһында хөкөм йөрөткәндә ғәҙеллек менән эш итеүсегеҙҙе Аллаһ һеҙгә әмер итте. Бына шулай, Аллаһ һеҙгә гүзәл рәүештә өгөт бирә. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

59. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәй­ғәмбәргә һәм үҙ арағыҙҙан һайлап ҡуйылған идарасыларығыҙға буйһоноғоҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусылыҡ ки­леп сыҡһа, Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанған булһағыҙ, хәл итеү­ҙе шәриғәт ҡушҡанса башҡарығыҙ. Был хәйерле лә, нәтижә­ле лә буласаҡ.

  1. Һиңә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) һәм һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Тәүрәт, Зәбур, Инжилгә) инанабыҙ, тип әйтеүселәрҙе күрмәнеңме ни? Ләкин үҙҙәре (Аллаһтан башҡа берәүҙе) Тағутты (сихырсыны) хаким итергә теләйҙәр, гәрсә уларға Тағутҡа баш эйергә ҡушылмаған. Әммә, шайтан уларҙы боҙоҡ юлға керетеп, йыраҡҡа илтеп, аҙаштырырға теләй.

61. Уларға:

— Аллаһ индергәнгә (Китапҡа) һәм Рәсүлгә йүнәлегеҙ! — тип әйткәс, монафиҡтарҙың һинән тиҙ йыраҡлашҡанда­рын күрерһең. (62) Ҡулдары менән башҡарған эштәре (гөнаһ­тары) арҡаһында уларға берәй бәлә-ҡаза килһә, Аллаһ исеме менән ант итеп:

— Беҙ фәҡәт изгелек ҡылырға, үҙ-ара ярҙамлашырға телә­нек, — тип һиңә нисек килерҙәр икән?

63. Ике йөҙлөләрҙең күңелдәрендә нимә булһа, шуны Аллаһ белә, улар менән дуҫлашма. Уларҙы өгөтлә һәм уларға үҙҙәре тураһында тәьҫирле вәғәз уҡы. (64) Беҙ һәр пәйғәмбәр­ҙе, Аллаһ рөхсәте менән, уға итәғәт итһендәр, тип күндер­ҙек. Әгәр ҙә улар үҙҙәренә зыян эшләп, һинең янға килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһалар, пәйғәмбәр ҙә Аллаһҡа улар өсөн ғәфү һораһа ине, Аллаһ артығы менән уларҙы ярлыҡар ине, кисерер ине. (65) Юҡ, Раббың исеме менән ант итәм, үҙ араларында сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы тәртипкә килтерер өсөн, улар һине хөкөмсө итерҙәр, һуңынан һинең хөкөмөңә ысын күңелдән риза булып, һис ҡаршылыҡһыҙ мосолман булырҙар, шуға ҡәҙәр улар иман килтермәҫ.

66. Әгәр уларға:

— Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ йәки йорттарығыҙҙы ташлап сығығыҙ, — тип бойорһаҡ, уларҙың бик әҙе генә әйткәнде үтәгән булыр ине.

Әгәр ҙә улар бойорғанды еренә еткереп башҡарһалар ине, улар өсөн бик тә хәйерле һәм дә имандарын тағын да нығытыу булыр ине.

(«Әсхәбү Кирамдан байтаҡ ҡына кешеләр дин юлында шаһид кит­те, иҫәндәре йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды. Йәһүдтәр менән монафиҡтар иһә улай эшләмәнеләр, киреһенсә, улар милләттәштәрен үлтерҙеләр, уларҙы йорттарынан ҡыуып сығарҙы­лар». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

«Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ» ғибәрәһенең күп төрлө тәржемәһе бар.

И. Крачковскийда: убейте самих себя.

Т. Кочигитта: үҙегеҙҙе үлтерегеҙ.

М.Ғәлиҙә: пожертвуйте своей жизнью.

Ә. Йазырда: нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ, йәғни хөсөтлөгөгеҙҙе, туймаҫ нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ, тип әйтелә».

67. Шул ваҡытта, әлбиттә, уларға тарафыбыҙҙан оло бүләк бирер инек. (68) Һис шикһеҙ, уларҙы тура юлға сыға­рыр инек.

69. Кем Аллаһҡа һәм Рәсүлгә итәғәт итһә, бына шулар Аллаһ тарафынан хуп күрелгән пәйғәмбәрҙәр, ғәҙел һәм тоғро булған хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шаһиттар һәм изгелекле әҙәмдәр менән бергә буласаҡтар. Улар гәжәйеп иптәштәр. (70) Был йомарт­лыҡ Аллаһтандыр. Аллаһтың белгәне еткән.

71. Әй, иман килтергәндәр, уяу булығыҙ, саф-саф булып һуғышҡа сығығыҙ йәки бөтөнөгөҙ бер юлы барығыҙ.

(«Тыныслыҡта йәшәргә теләһәләр ҙә, ҡәүемдәр үҙҙәрен дошмандар­ҙан һаҡлар өсөн һуғышҡа әҙер булырға тейеш булған. Әҙер бул һин һуғышҡа, әгәр теләһәң иҫән-именлек, тип әйтәләр. Именлекте һаҡлар өсөн, Ер йөҙөнән золомды, яулап алыуҙарҙы һебереп түгер өсөн, ысын дин һәм выждан азатлығын һаҡлар өсөн, Ислам һуғышырға рөхсәт бирә, мосолмандарҙы Жиһадкә саҡыра. Мосолмандарҙың вазифа­һы — азатлыҡ һуғышына, бары тик азатлыҡ һуғышына һәр ваҡыт әҙер булыу». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

72. Һеҙҙең арағыҙҙа кисегеүселәр ҙә (Жиһад һуғышына артта ҡалыусылар йәки төрлө һылтауҙар табып, һуғышҡа бармаусы­лар ҙа йәки тәүбәгә килергә һуңлаусылар ҙа) бар. Һеҙгә берәй бәлә килһә:

— Аллаһ миңә рәхмәтле булды, (ярай әле) мин улар менән (һуғыштағылар менән) бергә булманым (юҡһа, үлгән йәки яра­ланған булыр инем), — тип әйтер.



73. Әгәр Аллаһ һеҙгә берәй мөлкәт бирһә (һуғышта еңеп, ғәнимәт малы бүлеү), әйтерһең дә, арағыҙҙа дуҫлыҡ бул­маған кеүек:

— Аһ, әгәр мин дә һеҙҙең менән бергә булһам инем, мин дә ҙур уңыш ҡаҙанған (күп малға эйә) булыр инем. — тип әйтер ине.



74. Аллаһ юлында Әхирәтте был донъя урынына һатып алыусылар һуғышһын. Аллаһ юлында һуғышҡан кешегә, ша­һит булған кешегә йәки еңгән кешегә Беҙ оҙаҡламай оло әжер бүләк итәсәкбеҙ. (75) - Һеҙгә нимә булды? Ни өсөн һеҙ Аллаһ юлында һуғышмайһығыҙ?

— Раббыбыҙ, беҙҙе залим халыҡлы ҡаланан сығар, беҙгә бер яҡлаусы, ярҙамсыңды ебәр, — тип ялбарыусы көсһөҙ ирҙәр, ҡатындар һәм балаларҙы яҡлап ни өсөн һуғышмайһығыҙ?



76. Иман килтереүселәр Аллаһ юлында һугышырҙар, иманһыҙҙар иһә Тағут (шайтан) юлында һуғышырҙар. Шуға күрә, шайтандың дуҫтарына ҡаршы һуғышығыҙ, шик юҡ, шайтан ҡорған тоҙаҡ(үәсүәсә) зәғифтер.

77. — Ҡулдарығыҙҙы (рөхсәт ителмәгән һуғыштан) тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ, — тигәндәрҙе (ишетмәнегеҙме) күрмәнегеҙме ни? Һуңынан уларға һуғышыу фарыз ҡылынғас, араларынан бер төркөм, Аллаһтан бик ныҡ ҡурҡҡан кеүек, хатта артығы менән ҡурҡҡандай, кешеләрҙән ҡурҡа башланылар:

— Раббыбыҙ, ни өсөн Һин беҙгә һуғышырға ҡуштың? Безҙҙе (һуғыштан) бер аҙға ғына булһа ла кисектерһәң, булмаҫ­мы? — тинеләр.

Һин уларға әйт:

— Донъя тормошо ҡыҫҡа, — тип. — Аллаһтан ҡурҡҡандар өсөн Әхирәт хәйерлерәк һәм һеҙгә ҡыл ҡәҙәре лә хаҡһыҙлыҡ эшләнмәҫ. (78) Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе тотор. Бейек һәм нығытылған ҡәлғәләрҙә булһағыҙ ҙа. Үҙҙәренә бер изгелек килһә:

— Был — Аллаһтан, — ти әйтәләр. Баштарына бәлә килһә:

(Ий, Мөхәммәд) быныһы — һинән, — тип әйтәләр.

— Барыһы ла Аллаһтан, — тип әйт.

Был әҙәмдәргә нимә булған? Әйткәнде аңламайҙар.



79. Һиңә килгән изгелектәр Аллаһтан. Башыңа килгән бәләләр үҙеңдән. Һине кешеләргә илсе итеп күндерҙек. Аллаһтың шаһитлығы етәр.

80. Рәсүлгә итәғәт иткән кеше, ысынлыҡта, Аллаһҡа итәғәт иткән булыр. (Ул итәғәттән) йөҙ сөйөргәндәргә килгән­дә, һине улар артынан күҙәтеүсе, һағалаусы итеп ебәрмәнек. (Һин улар өсөн яуап бирмәйһең.)

81. Улар:

— Беҙ итәғәт иттек! — тип әйтәләр. Әммә һинән айырылғас та, уларҙың бер өлөшө төндәрен йәшертен генә һин әйткәндәрҙең киреһен эшләй. Аллаһ та улар­ҙың йәшертен эштәрен яҙып бара. Һин уларҙан айырыл. Аллаһҡа тәүәккәллә. Вәкил булараҡ, һиңә Аллаһ етәр.



82. Ни өсөн кешеләр Ҡөръән тураһында дөрөҫ фекерлә­мәйҙәр икән? Әгәр ҙә ул өръән) Аллаһтан башҡа зат тара­фынан күндерелгән булһа, шунда өръәндә) ҡаршылыҡтар булыр ине.

83. Уларға именлек йәки ҡурҡыныс хәбәр килһә, улар быны башҡаларға һөйләй; әммә, был турала Рәсүлгә йәки үҙҙәренең хөкөмдарҙарына еткерһәләр ине, эштең асылын аңлағандар, уның нимә икәнен белгән булырҙар ине. Аллаһ һеҙгә ниғмәт бирмәһә, рәхмәтле булмаһа ине, һис шикһеҙ, бик күптәрегеҙ шайтанға эйәреп китер ине.

84. Аллаһ юлында һуғыш. Үҙеңә йөкләтелгәндән башҡа­һына һин яуаплы түгел. Мөьминдәрҙе өгөтләп рухландыр. Бәлки Аллаһ кәферҙәрҙең һөжүмен тыйыр. Аллаһтың ҡөҙрә­те һәм язаһы дәһшәтлеҙер.

85. Кем берәй изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем әшәкелек ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул әшәкелектән булыр. Аллаһ һәр нәмәгә хакимдер.

86. Сәләм (бүләк) биргәнгә һеҙ унан да матурыраҡ (ар­тығыраҡ) сәләм (бүләк) бирегеҙ. Йәки уны тигеҙ сәләмләгеҙ (бүләкләгеҙ) Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне хисапта тота.

87. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ, әлбиттә, Ул һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә бергә туплаясаҡ; бында бер ниндәй ҙә шик булыуы мөмкин түгел. Һүҙҙә тороу мәсьәләһендә Аллаһтан да вәғәҙәлерәк кем бар?

88. Һеҙ ни өсөн монафиҡтар мәсьәләһендә икегә айырыл­дығыҙ. Гәрсә, Аллаһ ҡылғандарына күрә уларҙы йөҙ түбән килтерҙе. Уларҙы Аллаһ ҡыуып ебәргән тура юлға кире бормаҡсы булаһығыҙмы? Һин уларҙы Аллаһ аҙаштырған юл­дан алып сығырға дөрөҫ юл таба алмаҫһың.

89. Үҙҙәре кеүек кәфер булыуығыҙҙы теләгәндәр менән дуҫлашмағыҙ. Улар йорттарын ташлап сыҡҡанға (Аллаһ юлы менән башҡа ергә күсеп киткәнгә, һижрәт иткәнгә, йәғни мосолманлыҡҡа күскәнгә) саҡлы. Әгәр ҙә улар йөҙ сөйөр(өп, һеҙҙе һатһа, һеҙгә хыянат ит)һә, уларҙы тотоғоҙ, тотҡан ерҙә үлтере­геҙ һәм уларҙың берһен дә дуҫ йәки ярҙамсы итеп алмағыҙ, әгәр ҙә (90) улар һеҙҙең менән килешеүҙәр төҙөгән халыҡтан булмаһа йәки улар, күңелдәре төшөп, һеҙҙең менән дә, үҙ халҡы менән дә үҙ-ара ла һуғышмаҫҡа ҡарар ҡылған булмаһалар. Аллаһ их­тыяр итһә, уларҙың күңеленә яулап алыу теләге кертер ине, улар һеҙҙең менән һуғышыр ине. Әгәр ҙә улар һуғыштан баш тар­тып, ситкә китһәләр, һеҙҙе килешеүгә саҡырһалар, ул ваҡытта Аллаһ уларға ҡаршы барырға һеҙгә юл ҡуймаҫ.

91. Һеҙҙең ышанысты, үҙ халҡының да ышанысын ҡа­ҙанырға (күренеп, ләкин хыяныт итеүселәрҙе) тырышыусыларҙы ла осратырһығыҙ. Уларҙы фет­нәгә ҡыҫтаһалар, баш-аяҡтары менән фетнәгә ҡатнашырҙар. Әгәр улар (һөжүмде туҡтатып) һеҙҙән йыраҡлашмаһалар, килешеү тәҡдим итмәһәләр, һеҙгә ҡулдарын оҙайтһалар, уларҙы осратҡан ерҙә үлтерегеҙ. Бына шулай итеп, һеҙгә шундай ҡәтғи фарман бирҙек.

92. Яңылышлыҡ менән булмағанда, мосолманды мосолман үлтерергә тейеш түгел. Яңылышлыҡ менән мосолманды үлтергән кеше бер мосолман ҡолон азат итергә тейеш һәм мәрхүмдең ғаилаһенә ҡан һалымы түләргә тейеш, әгәр мәрхүмдең ғаилаһе, киң күңелле булараҡ, ул һалымдан баш тартһа ғына инде. Үлтерелгән мөьмин һеҙгә дошман ғаилаһенән булған саҡта, бер мөьмин ҡолдо азат итеү зарур. Мәрхүм һеҙҙең менән дуҫ ҡәүемдән булһа, ғаилаһенә ҡан һалымы һәм бер мөьмин ҡолдо азат итеү тейеш. Был шарттарҙы үтәй алмаған кеше иһә, уның тәүбәһен Аллаһ ҡабул итһен өсөн, тоташтан ике ай ураҙа то­торға тейеш. Аллаһ барыһын да белә, Ул — хикмәт эйәһеҙер. (93) Кем дә кем мәкер менән кеше үлтерһә, эстәрендә дөрләп ут янған йәһәннәм уның мәңгелек язаһыҙыр. Аллаһ уға ғазап бирер, ләғнәт ебәрер һәм уның өсөн ауыр яза әҙерләр.

94. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ юлында һуғышырға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ. Һеҙгә сәләм биргәнгә, фани донъяның ваҡытлыса малына ҡыҙығып:

- Һин мосолман түгел! – тип әйтмәгеҙ.

Сөнки Аллаһтың хозурында бик күп мал бар. Әүүәлеңдә һеҙ ҙә шундай инегеҙ, әммә Аллаһ һеҙгә рәхимле булды. Шуға күрә, аҡты ҡаранан айыра белегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙан хәбәрҙар.

95. Сәбәп менән (һуғышҡа бармай) ҡалған мосолмандар­ҙан башҡа, өйөндә (сәбәпһеҙ) ултырып ҡалған мосолмандар Аллаһ юлында малдарын, йәндәрен ҡыҙғанмайынса, Жиһад һуғышына биргән мосолмандар менән бер тигеҙ булмаҫ. Аллаһ Жиһад юлында малдарын, йәндәрен ҡыҙғанмағандарҙы өйҙә ултырып ҡалғандарҙан өҫтөн итте. Гәрсә, Аллаһ уларҙың барыһына ла гүзәллек (ожмах) вәғәҙә итһә лә. Әммә мөжәһидтәрҙе (иман өсөн һуғышыусыларҙы) өйҙә ҡалғандарға ҡарағанда ғәйәт оло әжер менән бүләкләйәсәк. (96) (Уларға) Аллаһ дәрәжәләр, ярлыҡауҙар һәм рәхмәт бирҙе. Аллаһ ярлыҡаусы һәм гөнаһтарҙы кисереүсеҙер.

97. Үҙҙәренә үҙҙәре ҡыйынлыҡтар килтергәндәрҙең йән­дәрен алғанда фәрештәләр:

— Нәмә генә эшләнегеҙ һуң һеҙ? — тип һорарҙар. Улар иһә:

— Беҙ Ер йөҙөндә (кәферҙәр араһында) көсһөҙ инек, — тип яуапланыр.

Фәрештәләр:

— Аллаһтың биргән ере һеҙгә киң түгел инеме ни? Һижрәт итергә кәрәк ине, - тип әйтерҙәр.

Бына уларҙың барасаҡ ере — тамуҡтыр. Аһ, ул бик тә хәтәр ерҙер. (98) Яйын һәм тура юлын таба алмаған, меҫкен­лектә булған ирҙәр, ҡатындар, балаларҙы, күсенергә көсө етмәгәндәрҙе (99), бәлки, Аллаһ ғәфү ҙә итер. Аллаһ яр­лыҡауға әҙер тора, Ул — кисерә белеүсе.



100. Аллаһ юлында һижрәт иткән кеше Ер йөҙөндә үҙенә йәшәрлек матур урын һәм муллыҡ таба алыр. Кем Аллаһ һәм Рәсүленә йүнәлеп, һижрәт итер өсөн, өйөн-ватанын ташлап китеп, шунда үҙ үлемен тапһа, уның әжере Аллаһ та­рафынан бирелер. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсе.

(«Кәферҙәрҙең рәнйетеүҙәренә сыҙай алмайынса, мосолмандарҙың, йорт-ерҙәрен, малдарын ташлап, Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеп китеүе «Һижрәт» тип атала. Миләди менән 622 йылда сәхәбәләре менән хәҙрәти Мөхәммәд Мәҙинәгә күсә. Аллаһ өсөн, иман һаҡлау маҡсаты менән Рәсүлгә эйәреп, улар яңы ерҙә яңы тормош ҡороп йәшәй башлайҙар. Кәферҙәр золомында йәшәүсе башҡа ерҙәге мосолмандар ҙа торған урындарын ташлап, Мәҙинәгә күсенәләр. Хәлһеҙҙәр, сирлеләр, күсеп китергә мәтди-бәдәни көсө етмәгәндәрҙән башҡа, барса мосолмандарға ла һижрәт итеү за­рур ҡылынды. Күсәр мөмкинлектәре булған хәлдә лә, имандарын ҡотҡарып ҡалыу форсатынан файҙаланмайынса, малдарын ҡыҙғанып, йорт-ерен ҡалдыраһы килмәйенсә, кәферҙәр араһында ҡалып, ниндәй яфалар, кәмһетеүҙәр кисерергә мәжбүр булғандарға кинәйә. Һижрәт тураһындағы аяттар ингәс, Мәккәлә йәшәүсе бер сирле мосолман күп аҡса биреп, үҙен Мәҙинәгә саҡлы күтәреп барыр­ға кешеләр яллай. Ләкин юлда барғанда үлә. Бохариҙың бер хәдисендәгесә, мосолмандар Мәккәне алғандан һуң, һижрәт зарурлы­ғы ла юҡҡа сыға. Шарттар үҙгәрә торған һайын, зарурлыҡтар ҙа үҙгәрә»

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)



101. Донъя буйлап сәйәхәт иткән сағығыҙҙа кәферҙәр та­рафынан һеҙгә һөжүм ҡурҡынысы янай икән, намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыһағыҙ, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, кәферҙәр һеҙҙең асыҡ дошмандарығыҙ. (102) Мөьминдәр менән бергә булып, уларға намаҙ ваҡытында, уларҙың бер өлөшө, ҡоралдарын яндарына ҡуйып, һинең менән бергә намаҙ уҡыһын. Шулай итеп, намаҙҙа сәждә иткән саҡта башҡалары арҡа тарафта һаҡта торһондар. Һуңынан намаҙ уҡымағандары һинең янға килеп, намаҙ уҡыһындар һәм улар ҙа һаҡланыу йөҙөнән ҡоралдарын яндарына алһындар. Кәферҙәр улар һеҙҙең ҡоралдарығыҙ, кәрәк-яраҡтарығыҙҙың һаҡһыҙ ҡалыу­ын самалап, өҫтөгөҙгә ташланырға әҙер тора. Әгәр ҙә һеҙ ямғырҙан интекһәгеҙ йәки сирле булһағыҙ, ҡоралдарығыҙҙы бер ҡырға ҡуйып тороуҙан һеҙгә гөнаһ юҡ. Ләкин барыбер һаҡ булығыҙ. Шик юҡ, кәферҙәргә хур итеүсе ғазап әҙерләнгән. (103) Намаҙҙы бөтөргәс, аяҡ үрә лә, ултырып та, уң яҡҡа ҡырын ятып торғанда ла уйығыҙ Аллаһҡа йүнәлгән булһын. Именлек ваҡытында ла намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Сөнки намаҙ мосолмандарҙың теүәл ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгән ғибәҙәтеҙер.

104. Дошмандарығыҙҙы эҙәрлекләгәндә арыу-талыуҙы бел­мәгеҙ. Һеҙ (һуғышта) интеккән кеүек улар ҙа интеккән бит. Шулар өҫтөнә һеҙ Аллаһтан улар өмөт итә алмағандарҙы(ярҙамын, ризалығын, йәннәтен) өмөт итә алаһығыҙ. Аллаһ — ғилем һәм хикмәттәр эйәһеҙер.

105. Хаҡтыр, кешеләр араһында Аллаһ өйрәткәнсә хөкөм йөрөтһөн тип, һиңә Китап индерҙек. Хыянат ҡылыусыларҙы (хатта мосолман булһа ла) яҡларға булма.

106. Һәм Аллаһтан ярлыҡау һора, сөнки Аллаһ ярлыҡау­сы һәм мәрхәмәтле.

107. Үҙҙәренә хыянат иткәндәрҙе яҡлама, Сөнки Аллаһ хыянатлыҡты һөнәр итеп һайлағандарҙы һәм гөнаһлыларҙы яратмаҫ.

108. Кешеләрҙән йәшерә алһалар ҙа, Аллаһтан йәшерә ал­маҫтар. Гәрсә төндәр буйы Уның ризаһына ҡаршы һүҙҙәр һөйләп, аҫтыртын эштәр маташтырһалар ҙа, Аллаһ улар янында булыр. Аллаһ хыянатсыларҙың ғәмәлдәрен сорнап алыусыҙыр.

109. Ярай, һеҙ донъяла уларҙы яҡланығыҙ, ләкин Аллаһҡа ҡаршы (йәғни ялған шаһитлыҡ ҡылған, алдашҡан, урлаш­ҡан, зина ҡылған) кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөндә, вәкил булараҡ, кем яҡларға алыныр?

110. Яманлыҡ ҡылып та, үҙенә зыян эшләп тә, һуңынан Аллаһтың ғәфү итеүен теләһә, Аллаһ ярлыҡар, ғәфү итер.

111. Гөнаһ эшләгән кеше үҙенә зыян эшләгән кеше бу­лыр. Аллаһ барыһын да белә, Ул - хикмәттәр эйәһеҙер.

112. Кемдер яңғылышмы, яңғылышмайсамы хаталанһа йәки гөнаһ ҡылһа, һуңынан ғәйебе булмаған кешегә үҙ ҡылғанын һылтаһа, хаҡтыр, яла яғыусы ҙур гөнаһҡа тарыған кеше булыр.

113. Әгәр ҙә Аллаһтың һиңә ҡарата мәрхәмәте һәм рәхмәте булмаһа ине, уларҙың бер өйөрө һине юлдан яҙҙырырға тырышҡан булыр ине. Улар бары тик үҙҙәрен аҙаштырҙы­лар. Һиңә һис бер зарар эшләй алманылар. Аллаһ һиңә Китап һәм хикмәттәрҙе индерҙе һәм һиңә белмәгәнеңде өйрәтте. Аллаһтың рәхмәте һиңә, ысындан да, киң булды.

114. Йәшертен кәңәштәренең күбеһенән фай­ҙа юҡ. Саҙаҡа биреү, кешеләрҙе татыулаштырыу тураһында һөйләшкәндәр былар һанына кермәй. Аллаһтың хуплауын теләп, ошо эштәрҙе башҡарған кешегә Беҙ оҙаҡламай олуғ әжер бирәсәкбеҙ.

115. Тура юлды (Исламды) табып та, Пәйғәмбәргә ҡар­шы сығып, тура юлдан яҙып, яман юлға керһә, уны яр­ҙамдан ташларбыҙ, йәһәннәмгә кертербеҙ. Аһ, бик тә хәтәр ер ул йәһәннәм.

116. Аллаһҡа тиң эҙләгәнде Аллаһ кисермәҫ. Ошо гөнаһтан башҡа гөнаһтарҙы, теләгән кешеһен ғәфү итер. Аллаһҡа тиң эҙләгән кеше — тура юлды таба алмаҫ дәрәжәлә аҙашҡан иң ҙур гөнаһлы булыр.

117. Улар (мөшриктәр) Аллаһты инҡар итеп, бары тик бер төркөм тешеләргә (ҡатын-ҡыҙ енесенән булған һындарға) табына башланылар, улар бары тик шайтанға эйәрәләр.

(Теше — әсә енесле бот, таш һын, ағас һәйкәл. Элек әсә һындар­ға табыныу ғәҙәти булған. Ярҙам һорап, теләктәр теләп, доға уҡыу, Аллаһтан башҡа затҡа ялбарыу - иң ҙур гөнаһ. Теше - әсә, һаулыҡ, һыйыр, бейә, һарыҡ, кәзә, тигәндәрҙе лә үҙ эсенә ала.)

118. Аллаһ шайтанға ләғнәт ебәрҙе. Шайтан әйтте:

— Ант итәм, ҡолдарыңдан үҙ өлөшөмә тигәнен алыр­мын. (119) Уларҙы, һис шикһеҙ, (тура юлдан) яҙҙырып, буш хыялдар менән аҙҙырасаҡмын,теләктәрен уятырмын, ҡәтғи әмер итәсәкмен (улар күп илаһтәргә табына торған ҡәүем булараҡ,) малдарҙың ҡолаҡтарына тамға һалырға, шик юҡ, уларға Аллаһ яралтҡандарҙы (китаптарҙы, динде) үҙгәртергә бойорасаҡмын, — тине.

Аллаһты инҡар итеп, шайтанға эйәргән кеше ҙур зарар­ҙарға дусар булыр.

120. (Шайтан) уларға һүҙ бирер һәм уларҙы (ялған вәғәҙәләре менән) өмөтләндерер, гәрсә шайтандың вәғәҙәләре ялғандан башҡа була алмай. (121) Бына уларҙың урыны — йәһәннәмдер. Унан ҡасып ҡотолорлоҡ ер таба алмая­саҡтар.

122. Иман килтергәндәрҙе һәм изгелек ҡылғандарҙы мәңге шунда йәшәр өсөн үҙәндәренән шишмәләр ағып ятҡан йәннәттәргә урынлаштырасаҡбыҙ. Аллаһ быларҙы ысынлыҡ булараҡ вәғәҙә итә. Ә вәғәҙәлә тороу яғынан Аллаһтан да ғәҙел кем бар?

123. Был (йәннәткә кереү-кермәү) һеҙҙең хыялдарығыҙҙан тормай, был китап тотҡандарҙың хыялынан да килмәй, кем дә кем берәй яманлыҡ ҡылһа, уның язаһын татыр һәм Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла таба алмаҫ.

124. Ир кешеме ул, ҡатынмы — изгелекле эш ҡылған һәр мосолман йәннәткә керер һәм хөрмә орлоғо ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.

125. Ғәҙел эштәр ҡылып, үҙен Аллаһҡа бағышлап, Ибра­һим хәнифтең Аллаһты бер тип таныған динендә булған кешенән дә дини кеше булырмы икән? Аллаһ Ибраһимды үҙенә дуҫ итте.

126. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтың милкелер. Аллаһ барыһын да Үҙ ҡосағында (идараһында) тота.

127. Һинән ҡатындарға ҡағылышлы шәриғәт хөкөм­дәрен һорайҙар. Әйт Һин:

— Уларға ҡағылышлы хөкөмдәрҙе һеҙгә Аллаһ былай аңлата. Уларға Китапта яҙылғанды (мираҫты, мәһерҙе) бир­мәйенсә никахлашырға теләһәгеҙ, йәтим ҡатындар, көсһөҙ ба­лалар һәм үкһеҙҙәр менән ғәҙел мөғәмәләлә булырға тейешлеге­геҙ хаҡында һеҙгә уҡылған аяттар бар. Ғәҙеллек ҡылһағыҙ, Аллаһ уны белеп тора, — тип. (128) Әгәр бер ҡатын иренең үҙен оҡшатмауын һиҙһә йәки үҙенән биҙгәнен аңлап та, үҙ-ара килешеп, айырылмайынса йәшәһәләр, гөнаһ юҡ. Килешеү һәр ваҡыт хәйерлерәк. Кешенең эсендә һәр ваҡыт көнләшеү-һаранлыҡ йәшәй. Әгәр татыуланып, (ҡатынығыҙҙы рәнйетеүҙән) һаҡланһа­ғыҙ, изгелек ҡылып, яҡшы йәшәһәгеҙ, хәйерлерәк булыр. Шик юҡ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙар. (129) Бик теләһә­геҙ ҙә, һеҙ ҡатындарығыҙҙың барыһына ла тигеҙ ғәҙел була алмаҫһығыҙ, берһенә генә тартылып, башҡаларын ирле килеш, тол хәлендә мәхрүм ҡалдырмағыҙ. Әгәр араларығыҙ татыулан­һа, гөнаһтан ҡурҡһағыҙ: шик юҡ, Аллаһ ярлыҡар һәм кисерер.



(«Бер нисә ҡатын менән ғүмер кисереү ир кешенең ғәҙел булыуын талап итә. Һәм мәтди яҡтан ир кеше ҡатындарын тигеҙ ҡарарға, торор-ятыр урындар, ашау-эсеү, биҙәнеү, кейем-һалым, бүләк ти­геҙ булырға, икәүҙән-икәү генә ҡалыу ваҡыттарын да ир кеше тигеҙ бүлергә тейешле. Хис һәм мөхәббәт мәсьәләһендә, әлбиттә, уларҙың барыһын да тигеҙ яратыу мөмкин түгел, әммә бар нәмәнең дә уларға тигеҙ бүленеүе зарури».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет