Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет6/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   48

77. Ысынлап та, Аллаһҡа биргән һүҙен-антын донъя ма­лына һатҡан кешеләргә Әхирәттә һиc бер насибы булмаҫ. Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, уларҙы пакламаҫ-аҡламаҫ. Уларҙы хәтәр газап көтә.

78. Китаплы халыҡ араһында шундай төркөмдәр бар, улар Китапта яҙылғандарҙы (Тәүрәтты, Инжилде) боҙоп уҡыйҙар, шуны дөрөҫ яҙыу, тип әйтәләр; гәрсә, ул һүҙҙәр был китаптарҙа яҙылмаған ине. Был — Аллаһтан ингән һүҙҙәр, тип әйтәләр; ул (өҫтәлгән һүҙҙәр) Аллаһтан түгел. Улар, дөрөҫ­лөктө белгән килеш, күҙ ҙә йоммайынса, ялған һөйләйҙәр. (79) Аллаһтан китап алып, аҡыл-зиһенгә эйә булып, пәйғәм­бәрлекте ҡабул итеп, һуңынан:

— Аллаһҡа ғына буйһонмағыҙ, уның урынына миңә лә ҡол булығыҙ, - тип ғәмәл ҡыла башлаһа, ул килешә торған эш булмаҫ. Үҙегеҙ өйрәнеп, башҡаларҙы ла өйрәткән Китап­тағыса:

- Аллаһҡа тоғро ҡол булығыҙ! — тип әйтергә кәрәк.

80. — Фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә Тәңрегә табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы. Йәки һеҙҙе мосолман иткәндән һуң, (ысын пәйғәмбәр) яңынан һеҙҙе кәферлеккә өндәрме?

81. Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе ант иттерҙе. Бына Мин һеҙгә Китап менән хикмәт (Тәурәт менән Инжилде) бирҙем. Бе­р аҙҙан һеҙҙең ҡулығыҙҙағыларҙы раҫлау-дөрөҫләү өсөн тағын бер Пәйғәмбәр киләсәк. Уға шикһеҙ иман килтерерһегеҙ һәм уға һәр ваҡыт ярҙам итерһегеҙ. Ошо шарттарҙы ҡабул итәһегеҙме?

(Улар):


  • Ҡабул итәбеҙ, — тип яуапланылар.

(Аллаһ) әйтте:

— Улайһа, бер-берегеҙ алдында шаһит булығыҙ, Мин дә һеҙҙең менән бергә шаһит, — тине.



82. Кем дә кем ошо шаһитлыҡтан баш тарта, йөҙ сөйөрә, бына шундайҙар фәсиҡ, зиндиҡ (имандан ҡасҡандар) бу­лыр.

83. Хәҙер улар Аллаһтың диненән башҡа бер дин эҙләп киттеләрме? Бәлки, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә Уға буйһона, ниһайәт, уларҙың барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килтереләсәк. (84) Әйт:

— Аллаһҡа иман килтерәйек. Беҙгә индерелгән (Ҡөръәни Кәрим)гә, Ибраһимға, Исмәғилғә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм улдарына индерелгәндәргә, Мусаға, Ғайсаға һәм пәйғәм­бәрҙәргә, Раббыларынан бирелгәндәргә лә инандыҡ. Улар араһынан һис берһен артыҡ-кәм күрмәйбеҙ. Беҙ Уға бирелгән бәндәләрбеҙ, — тип. (85) Исламдан башҡа дин эҙләгән ке­шенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул Әхирәттә лә хәтәр зыянға-язаға дусар буласаҡ (ул отолоусыларҙан булыр). (86) Иманға килеп тә, Рәсүлдең хаҡ булғанлығына шаһитлыҡ ҡылып та, үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар иңеп тә, һуңынан инҡарсылыҡҡа (Аллаһты, Пәйғәмбәребеҙҙе танымауға) кереп батҡан ҡәүемде Аллаһ нисек итеп ярлыҡаһын, ти? Аллаһ фәсиҡ-зиндиҡтарҙы тура юлға сығармаҫ. (87) Хаҡтыр, Аллаһтың, фәреш­тәләрҙең, бөтөн кешеләрҙең ләғнәте улар башына. Бына уларҙың язаһы шул булыр. (88) Улар бының эсендә (ләғнәттә һәм йәһәннәмдә) мәңгегә ҡаласаҡ. Уларҙың газап­тары һис кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ, уларға иғтибар итеүсе лә булмаҫ. (89) Бынан һуң тәүбә итһәләр һәм тура юлға баҫһалар, башҡаса булыр. Сөнки Аллаһ, ысындан да, кәмселектәрҙе кисереүсе, киң күңелле, ярлыҡаусы. (90) Хаҡ­тыр, иманға килеп тә, һуңынан кәферлеккә күскәннәр, алға табан кәферлеген тағын да арттырғандарҙың тәүбәләре ҡабул ителмәҫ. Бына шулар инде аҙашҡан бәндәләр. (91) Хаҡтыр, кәфер итеүселәр һәм кәфер булараҡ үлгәндәр Ер йөҙөн тултырырҙай миҡдарҙағы алтындарын түләһә лә, са­ҙаҡалары ҡәтғи ҡабул булмаҫ. Бына шундай улар. Бик хәтәр ғазап уларҙың өлөшөҙөр. Уларҙың һис бер ярҙамсыһы ла булмаҫ. (92) Һеҙ һөйөклө әйберҙәрегеҙҙе (мал-мөлкәт, саҙаҡа, зәкәттәрегеҙҙе Аллаһ юлында) сарыф итмәһәгеҙ, изгелеккә ирешә алмаҫһығыҙ. Һеҙ нәмә сарыф иткәнегеҙ-итмәгәнегеҙҙе лә Аллаһ белеп тора.



93. Тәүрәт индерелгәнгә ҡәҙәр Исраилдың үҙенә ашарға ярамаған ризыҡтарҙан (дөйә ите, дөйә һөтөнән) башҡаһы Исраил улдарына харам түгел ине.

Әйт Һин:


— Әгәр ҙә һеҙ тура юлда икәнһегеҙ, Тәүрәтты алып киле­геҙ ҙә уҡығыҙ, — тип. (94) Бынан һуң (йәғни Тәүрәтты уҡығандан һуң) Аллаһ аяттарына ҡаршы ялған уйлап сығарып һөйләһәгеҙ, һеҙ залимдар-зиндиҡтар булырһығыҙ. (95) Әйт:

— Аллаһ дөрөҫөн һөйләй, шуға күрә, Аллаһты бер тип бел­һәгеҙ, Ибраһим ышанған дингә йөҙ тотоғоҙ, ул мөшрик түгел ине, — тип.



96. Хаҡтыр, әҙәмдәр өсөн һалынған һәм тура юл күрһәтеүсе беренсе Йорт ул, әлбиттә, Мәккәләге Йорт (Кәғбәҙер).

97. Шунда ап-асыҡ аяттар, Ибраһим баҫҡан ерҙәр бар. Шунда кергән кеше именлектә булыр. Юлын тапҡан (көсө еткән, хәленән килгән) кешеләрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырга бурыслы итте. Берәйһе инҡар итә икән, Аллаһ уға (һәм ғәләмдәге бер нәмәгә лә) мохтаж түгел.

98. Әйт:

— Әй, китап тотҡан ҡәүем, һеҙ нимә генә ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһтың, ысынлап та, барыһын да күреп торғанын беләһегеҙ, шулай булғас, ни өсөн Аллаһтың аяттарын инҡар итәһегеҙ? — тип.



99. Әйт:

— Әй, китап тотҡан ҡәүем, үҙегеҙ (Исламдың хаҡ дин икә­нен китаптарығыҙҙан уҡыған килеш) күреп торған килеш, ни өсөн һеҙ иманлы кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырга тыры­шаһығыҙ, үҙегеҙ шунда кәмселек табырға маташаһығыҙ. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белмәй түгел. (100) Әй, иман килтергәндәр, әгәр ҙә үҙҙәренә китап индерелгәндәр араһындағы төркөмдәргә баш эйәһе булһағыҙ, һеҙҙе иманығыҙҙан ваз кистереп, кәфер итәсәктәр. (101) Аллаһтың аяттарын уҡып торғанда, пәйғәмбәре лә арағыҙҙа ултырғанда, нисек итеп һеҙ Аллаһҡа кәфер итәһегеҙ? Кем Аллаһҡа (диненә) ныҡлап тотонһа, хаҡ­тыр, ул ысынлыҡта тура юлды тапҡан булыр. (102) Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡыр­ға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолман­лыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үле­геҙ). (103) Барығыҙ ҙа бер булып, Аллаһтың арҡанына өръәнгә, Ислам диненә) тотоноғоҙ, сөнки айырылғанда һеҙ бер-берегеҙгә дошман инегеҙ, Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе берләштерҙе. Уның ниғмәте арҡаһында ҡәрҙәштәр булдығыҙ һәм йәнә һеҙ аҫтында ут янып торған упҡындың ҡырыйында инегеҙ, унан һеҙҙе Ул ҡотҡарҙы. Аллаһ һеҙгә аяттарын бына шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, тура юлға ирешерһегеҙ. (104) Һеҙҙән шундай бер өммәт булырға тейеш, улар һәр кемде хәйерле эштәргә, изгелеккә өндәрҙәр, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырырҙар. Бына шундайҙар мораҙҙарына ирешкән ке­шеләр булыр. (105) Һеҙ үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар килгәндән һуң да талашып, айырылышып бөткәндәр кеүек булмағыҙ: бына шундайҙарҙың хәле бик тә яман буласаҡ. (106) Ул Көндө нисә йөҙҙәр (сырайҙар) аҡланыр, нисә йөҙҙәр ҡап-ҡара буласаҡ. Ҡара йөҙлөләргә килгәндә:



— Иманығыҙҙан ваз кистегеҙ бит, бына кәферлегегеҙгә тамам ғазап татығыҙ, — тип әйтеләсәк. (107) Йөҙҙәре аҡ булғандар иһә Аллаһтың рәхмәтенә юлығасаҡ. Улар шул рәүештә мәңгегә шунда (йәннәттә) ҡаласаҡ.

108. Былар Аллаһтың хаҡ аяттары, уларҙы һиңә укыйбыҙ. Аллаһ бәндәләренә хаҡһыҙлыҡ ҡылырға һис тә теләмәй.

109. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө Аллаһтыҡылыр. Бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ҡаршыһына килтерелер. (110) Һеҙ — кешеләрҙең именлеге өсөн (Ләухел Мәхфүздә һайланып) донъяла мәртәбәгә күтәрелгән иң изгелекле бер ҡәүем. Изгелеккә өндәп, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырҙығыҙ. Аллаһҡа ышанаһығыҙ. Китаплы кәферҙәр ҙә шулай ышанһа ине, үҙҙәре өсөн хәйерлерәк булыр ине лә бит. Улар араһында ла иман килтергәндәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе фәсиҡтәр.

111. Улар рәнйетеүҙән башҡа һеҙгә һис бер нәмә эшләй ал­маҫ. Әгәр һеҙҙең менән һуғыша башлаһалар, улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡтар. Һуңынан уларға ярҙам итеүсе булмаҫ. (112) Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа ҡотола алмаҫ, сөнки уларға еңелеү тамғаһы ебәрелгән инде. Тик, улар Аллаһтың бауына өръәнгә) тотонһондар, кешеләргә (мөьминдәргә) һыйынһындар. Улар Аллаһтың әсе ҡәһәренә дусар булды. Өҫтәренә меҫкенлек һирпелде. Бының сәбәбе шулдыр, Улар Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, кәфер булды­лар, пәйғәмбәрҙәрҙе хаҡһыҙға үлтерҙеләр. Буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн (Беҙ кәферҙәрҙе язаға тоттоҡ). (113) Уларҙың барыһы ла бер түгелдер. Китаплыларҙың араһында диндә ныҡ баҫып тороусы өммәт тә бар­ҙыр, улар тәүлек сәғәттәрендә сәждәгә китеп, Аллаһтың аяттарын уҡыйҙар. (114) Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышан­ғандар, изгелеккә өндәүселәр, яманлыҡтан ваз кистереүселәр, изгелекле эштәрҙә ярышыусылар — бына шулар изгеләрҙер. (115) Улар ни ҡәҙәр хәйерле эш ҡылһалар, әлбиттә, Уның әжеренән мәхрүм ҡалмаҫтар. Аллаһ тәҡүә кешеләрҙе яҡшы белә. (116) Хаҡтыр, Ул (Аллаһ) кәфер иткәндәрҙе уларҙы малдары ла, балалары ла, һис бер нәмәнән (Аллаһтың ғазабынан) ҡотҡара алмаҫ. Улар—йәһәннәм әһелдәре. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (117) Кәфер кешеләрҙең был донъяла халыҡҡа (ихласһыҙ) биргән малдары (саҙаҡалары) һалҡын елгә оҡшаштыр, ул ел үҙ-үҙҙәренә золом итеүсе ҡәүемдең игендәрен һәләк итте. Аллаһ уларға золом итмәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе.

118. Ий, иман килтергәндәр, үҙ тоҡомоғоҙҙан (мосолмандарҙан) башҡаларҙы дуҫ итмәгеҙ. Улар (кәферҙәр) һеҙгә яман­лыҡ һәм хөсөтлөк ҡылыу эштәрендә әҙер буласаҡтар, улар һеҙҙең бәләгә тарығанығыҙҙы көтөр. Хаҡтыр, уларҙың нәфрәте боғаҙҙарынан сыҡты. Күңелдәрендәгеһе (хөсөтлөк) тағын да яманыраҡ. Уйлай белгәндәр өсөн беҙ аяттарыбыҙҙы асыҡ итеп индерҙек. (119) Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, улар һезҙҙе яратмай. Һеҙ китаптарҙың барсаһына инанаһығыҙ, улар һезҙҙең менән бергә булғанда ғына: «инанабыҙ», тип әйтәләр. Үҙ-ара ҡалған саҡтарында улар зәһәрлектәренән бармаҡтарын сәйнәй башлайҙар. Әйт уларға:

— Асыуығыҙҙан шартлағыҙ! — тип.

Шөбһәһеҙ, Аллаһ уларҙың эсендә нимә бар, барыһын да белеп тора.

120. Һеҙгә яҡшылыҡ килһә, улар ҡара көйә. Һеҙгә берәй бәлә килһә, улар ҡыуана. Әгәр һеҙ сыҙам булһағыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланһағыҙ, уларҙың хәйләләре һеҙгә һис нисек тә за­рар килтерә алмаҫ. Шөбһә юҡ, нимә ҡылһалар ҙа, Аллаһ гөнаһлыларҙы (язаһы менән) сорнап алыусыҙыр.

121. Бына һин мосолмандарҙы һуғыш өсөн уңайлы урын­дарға теҙергә тип, иртән иртүк өйөңдән сығып киттең. Ысын­лап та, монафиҡтар, кәферҙәр нимә ҡылһа ла, Аллаһ барыһын да мөкәммәл ишетеп, белеп тороусы.

122. Шул ваҡытта һеҙҙең аранан ике ғәскәр ҡурҡыуға төштө. Аллаһ уларға ярҙам итте. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанырға тейештәр.

123. Хаҡтыр, һеҙ Бәдер һуғышында көсһөҙ һәм ҡауша­ған инегеҙ, Аллаһ һеҙҙе еңеүгә ирештерҙе. Аллаһтың яза­һынан ҡурҡығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. (124) Шул ваҡытта һин мөьминдәргә:

— Индерелгән өс мең фәрештә менән Раббыбыҙҙың ярҙа­мы һеҙгә етмәйме ни? — тип әйттең. (125) Әлбиттә, һеҙ түҙемлек менән Аллаһ юлында булһағыҙ, көтөлмәгәндә (дошман) һөжүм(е) булһа, Раббыбыҙ һеҙгә һайлап алынған биш мең фәрештә менән ярҙам итәсәк. (126) Аллаһ быны (фәрештәләр менән ярҙам итеүҙе) фәҡәт һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн һәм күңе­легеҙ тынысланһын, тип эшләне. Еңеү, хөкөм һәм хикмәттәрҙең хужаһы бары тик Аллаһтыр.



127. Кәферҙәрҙең бер өлөшөн сабып үлтерһендәр тип, уларҙың икенсе өлөшө баштары аҫҡа килһен, мораҙҙарына ирешә алмай­ынса, ҡасһындар тип. (Мин һеҙгә ярҙам иттем.)

128. Бәндәләремдең эштәрендә һинең һис бер ҡатнашың юҡ. Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итер йәки уларҙы, залим булғандары өсөн, ғазаптарға һалыр. Сөнки улар ысындан да за­лим.

129. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө лә Аллаһтың милке. Кемде теләй, шуны ярлыҡай Ул, кемде теләһә, шуға яза бирә. Аллаһ киң ихтыярлы, ярлыҡаусы, ысынлап та, гөнаһтарҙы кисереүсеҙер.

130. Әй, иман килтергәндәр, рибаны ҡат-ҡат арттырып алмағыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, мораҙығыҙға ирешерһегеҙ.

(Риба — әжәткә биреп торған аҡса, мал өсөн арттырып түләтеү, ломбард, процент аҡсаһы, ростовщиклыҡ.)

131. Кәферҙәр өсөн әҙерләнгән уттан (йәһәннәмдән) һаҡланығыҙ. (132) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, ярлыҡау һәм рәхмәткә ирешерһегеҙ. (133) Раббыбыҙҙың ярлы­ҡауына һәм тәҡүә мосолмандар өсөн әҙерләнгән йәннәткә, күктәр һәм Ер кеүек иркен урынға ынтылығыҙ.

134. Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешеләрҙең кәмсе­лектәрен кисерә белеүселәр (өсөн ул йәннәт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

135. Боҙоҡ эштәре менән гөнаһлы булғандарҙы, үҙҙәренә үк насарлыҡ эшләгәс, һуңынан Аллаһты иҫкә төшөрөп, тәүбә итеп, гөнаһтарын ярлыҡауҙы теләгәндәрҙе Аллаһ ярлыҡар. Аллаһтан башҡа уларҙы кем ярлыҡар? (Әлбиттә), улар гөнаһ ҡылыуҙарын күрәләтә дауам итмәһәләр. (136) Бына уларға шундай әжер -Аллаһтың ярлыҡауыҙыр: гөл-баҡсалар араһында ағып ятыусы шишмәләр изгелек ҡылғандар өсөн ғайәт гүзәл бүләк һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

137. Ысынлыҡта һеҙҙән әүүәл бик күп ғибрәтле ваҡиғалар, илаһи ҡанундар булып уҙған ине инде. Шуға күрә, Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итегеҙ, (аяттарҙы) ялған тип иҫәпләгәндәрҙең хәле нисек булғанын күрерһегеҙ (ғибрәт алырһығыҙ!).

138. Был (Ҡөръән) кешеләр өсөн бер хәбәрҙер, (яманлыкҡтарҙан) һаҡланыу өсөн диндар кешеләргә бер ҡотолоу юлы һәм өгөт-нәсихәттер.

139. (Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, әгәр ҙә һеҙ мөьмин-мосолман икәнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ.

140. Әгәр ҙә һеҙ (Ухуд һуғышында) яраланған булһағыҙ, (Бәдер һуғышында) башҡа ҡәүемгә лә (кәферҙәргә) шундай уҡ хурлыҡ килгән ине. Ул көндәрҙе беҙ сиратлашты­рып торорбоҙ. (Бер көндө кәферҙәр еңер, икенсе көндө мосолмандар еңеүсе булыр.) Аллаһ иман килтергәндәрҙе асыҡла­һын өсөн һәм арағыҙҙан шаһидтар һәм шаһиттар һайлаһын өсөн, кәферҙәрҙе (морҙар ҡылып), һәләк итһен өсөн шулай хуп күрҙе. Аллаһ ғәҙелһеҙҙәрҙе яратмай.

(«Иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн» ғибәрәһе «ли йәғләмә»нең мәғәнәһен аңлатаҙыр. Аллаһтың мәңгелек ғилеме менән мосолманды кәферҙән айыра белергә тейешлебеҙ. Шуның сәбәбе менән «шаһидтар» мәғәнәһендә килеүсе «шүһәдә» һүҙен «шаһиттар» тип тә тәржемә итәләр».

Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)



141. Аллаһ иман килтергәндәрҙе гөнаһтарҙан тыйылып, паҡлыҡҡа сығарыр өсөн, кәферҙәрҙе һәләк итер өсөн шу­лай эшләне.

142. Юҡһа, һеҙ Аллаһ юлында (Жиһадта, Ғәзәүәттә) һу­ғышҡандар менән һуғышмағандарҙы, түҙемлектәр кисергән сабырҙарҙы асыҡламайынса ғына, Аллаһ һеҙҙе йәннәткә кер­тер, тип уйлайһығыҙмы?

143. Ысынлап та, әжәл килгәнсе үк үлем (шаһидлыҡ) те­ләнегеҙ, бына инде һеҙ бер ҡарауҙа уҡ үлемде (күрҙегеҙ) таты­нығыҙ.

144. Мөхәммәд ул — фәҡәт пәйғәмбәр генә. Унан элек тә әллә нисә пәйғәмбәр (был донъяға) ки­леп киткән ине. Хәҙер ул үлһә йәки үлтерелһә, баҫҡан ере­геҙҙән кирегә боролорһоғоҙмы? (Йәнә кәфер булырһығыҙмы?) Кем дә кем иманын ташлап, динһеҙлеккә күсә икән, Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Аллаһ шөкөр иткәндәр һәм сабыр-сыҙам булғандарға әжер бирәсәк.

145. Аллаһтан хәбәр иңмәйенсә, һис бер кемгә әжәл килмәҫ; (үлем) тәҡдирҙә яҙып ҡуйылған сәғәттә генә килер. Кем дә кем был донъяла ниғмәт-сауап теләһә — бирербеҙ, кем иһә Әхирәт сауабын теләһә, уны ла бирербеҙ. Беҙ шөкөр итеүселәргә әжер бирәбеҙ.

146. Күпме пәйғәмбәрҙәр килеп китте, улар менән иңгә иң ҡуйып, күпме мөьминдәр (Жиһад юлында) һуғышты, улар Аллаһ юлындағы көрәштәрҙә ҡурҡаҡ һәм ваҡ йәнле булманылар, (дошманға) буйһонманы. Аллаһ сыҙамдарҙы ярата. (147) Бына улар әйткән һүҙ:

— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һәм эшебеҙҙә сиктән ашҡан хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. (Һуғышҡанда) теҙ быу­ындарыбыҙҙы нығыт. Кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙамсы бул, — тигәндәренән башҡа һүҙ юҡ. (148) Ниһайәт, Аллаһ уларға һәм донъя ниғмәтен (мал, шәрәф, дан-шөһрәт), һәм Әхирәт сауабының гүзәллеген бирҙе. Аллаһ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы ярата.



149. Әй, иман килтергәндәр, әгәр кәфер иткәндәргә буй­һонһағыҙ, улар һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер яһарҙар һәм хәтәр бәләләргә тарығандар хәленә төшөрөрҙәр.

150. Хаҡтыр, һеҙҙең ярҙамсығыҙ Аллаһтыр. Ул — ярҙам итеүселәрҙең иң хәйерлеһе.

151. Беҙ кәферҙәрҙең күңелдәренә ҡурҡыу һалдыҡ, сөнки улар, Аллаһтан әмер килмәгән көйөнсә, Аллаһҡа тиңдәш итеп мәхлүҡҡә табына. Уларҙың барасаҡ ере лә йәһәннәмдер. Ғәҙелһеҙ залимдарҙың бараһы ере бик тә хәтәр урын.

152. Аллаһ һеҙгә биргән вәғәҙәһен үтәне. Аллаһ ярҙамы менән һеҙ кәферҙәрҙе еңә башланығыҙ. Ниһайәт, шундай бер форсат асылды, Аллаһ теләгегеҙҙе (еңеүгә ынтылышығыҙҙы) башҡарырға һеҙгә мөмкинлек бирҙе, ләкин һеҙ ҡаушап ҡалдығыҙ. (Пәйғәмбәрҙең) әмере хаҡында тартҡыла­ша башланығыҙ. Һеҙҙең донъя теләктәре­геҙ ҙә, Әхирәт теләктәрегеҙ ҙә бар ине. Һуңынан Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарау өсөн (бер-берегеҙгә кемдең кем икәнен күрһәтер өсөн) һеҙҙе уңыштан ситкә борҙо һәм Ул һеҙҙе ғәфү итте. Аллаһ ысынлыҡта мосолмандарға миһырбан эйәһелер.

153. Ул ваҡытта һеҙ, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәҫтән (һу­ғыш майҙанынан) тауға табан ҡаса инегеҙ. Пәйғәмбәр иһә һезҙҙең артығыҙҙан (минең янға йыйылығыҙ, тип) ҡысҡырып ҡал­ды. Шуға күрә, Аллаһ һеҙҙе әфәт өҫтөнә әфәт биреп язаланы. Ҡулығыҙҙан ысҡынғанға (ғәнимәт малына) ла, башы­ғыҙға төшкәнгә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа белеп тора.

(Ғәнимәт - һуғышта еңелгән дошмандың, дәүләттең малын еңеүселәр ала. Бына шул мал «ғәнимәт» тип атала. Һуғышта үлтерелгән дошмандың шәхси әйберҙәрен: атын, ҡоралдарын, ҡатында­рын еңеүсе ала. Бына шулар «үлжә» тип атала. Урыҫсаһы -трофей.)

154. Һуңынан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгә тыныс йоҡо бирҙе, бер төркөмөгөҙҙө йоҡо алды, икенселәрегеҙҙең күңеленә шом кереп ятты. Улар Аллаһ хаҡында жәһилийәт заманындағы кеүек өръән ингәнсегә тиклем ваҡыттағы кеүек) кәфер фе­кер йөрөтә башланы:

— Был эштән беҙгә ниндәй файҙа? — тинеләр. Әйт һин уларға:

— Барса эштәр ҙә Аллаһтыҡы, — тип.

Улар күңелдәрендә һиңә әйтмәгән мәкер һаҡлайҙар. Улар:

— Был эштәрҙән беҙгә файҙа булһа, беҙ был урында үлте­релмәгән дә булыр инек, — тип әйтәләр.

Шулай ҙа, һеҙ өйҙәрегеҙҙә ҡалған булһағыҙ ҙа, тәҡдиренә үлтереләсәге яҙылған булғандар, үлтереләсәк урынға үҙҙәренән үҙҙәре сығып киткән булырҙар ине. Аллаһ эсегеҙҙәге мәкерле уйларығыҙҙан арындырыу һәм күңелдәрегеҙҙе пакландырыу өсөн шулай ҡылды. Күңелдәрегеҙҙә нимә бар – бөтөнөһөн дә Аллаһ белеп тора.



155. Хаҡтыр, (Ухуд һуғышында) ике ғәскәр ҡара-ҡаршы килгән көндө һеҙҙе ташлап ҡасҡандарҙы ҡайһы бер хаталары арҡаһында шайтан абындырҙы. Йәнә лә Аллаһ уларҙы ғәфү итте инде. Аллаһ ярлыҡаусы , сабыр һәм баҫынҡы.

156. Ий, иман килтергәндәр, һеҙ кәфер итеүселәр һәм донъя буйлап сәфәргә сыҡҡан йәки һуғышта ҡатнашҡан ҡәрҙәштәре хаҡында:

— Әгәр беҙҙең янда (өйҙә) ҡалған булһалар, үлмәгән булырҙар ине, уларҙы үлтермәгән булырҙар ине, — тип әйтеүсе­ләр кеүек булмағыҙ.

Аллаһ быны, уларҙың йөрәктәре хәсрәткә талһын, тип башҡарҙы. Йәнде индергән дә, йәнде алған да — Аллаһтыр. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Аллаһ күреп торор. (157) Әгәр Аллаһ юлында үлтерелер йәки үләр булһағыҙ, шуны белеп тороғоҙ, Аллаһтың ярлыҡауы һәм рәхмәте улар йыйған бөтөн байлыҡтан да хәйерлерәктер. (158) Ысынлап та, үлһәгеҙ йәки үлтерелһәгеҙ ҙә Аллаһ хозурында йыйыласаҡһығыҙ. (159) Аллаһтың рәхмәте менән һин уларға миһырбанлы булдың, әгәр ҙә һин уларға рәхимһеҙ булһаң, һис шикһеҙ, улар һинән ҡа­сыр ине. Уларҙы һин кисер инде. Уларҙың гөнаһтары кисе­релһен, тип доға ҡыл, улар менән кәңәшләшеп эш башла. Ныҡ­лы бер ҡарарға килһәң дә, Аллаһҡа тәүәкәллә. Сөнки Аллаһ Үҙенә тәүәкәлләгәндәрҙе ярата.

160. Аллаһ һеҙгә ярҙам итеп торғанда һеҙҙе һис кем еңә алмаҫ. Әгәр Ул һеҙҙе ташлаһа, унан башҡа һеҙгә кем ярҙам итер? Мөьминдәр бары тик Аллаһҡа ғына таянырға тейеш.

161. Пәйғәмбәр аманатҡа хыянат итмәҫ. Кем аманатҡа хыянат итһә, Ҡиәмәт көндө шул хыянат йөгөн күтәреп, Аллаһ хөкөмөнә килер. Һуңынан һәр кем изгелегенә күрә сауап, һәр кем үҙ гөнаһаһына теүәл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менән язаланмаҫ.

162. Аллаһтың ризалығына эйәргән кеше менән Аллаһтың асыуына дусар булған кеше тигеҙ булырмы? Һуңғы­һының урыны йәһәннәмдер. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урындыр.

163. Уларға (Аллаһ ризалығын алғандарға) Аллаһ ҡатын­да дәрәжәләр бар. Аллаһ уларҙың ҡылғандарын күреп тороусы.

164. Хаҡтыр, әһиллек заманндарында) ап-асыҡ һәм мотлаҡ аҙашҡан булһалар ҙа, үҙ араларынан пәйғәмбәр һайлап, Аллаһ мөьминдәргә ғәйәт киң рәхмәтле булды. Пәйғәмбәр уларға Аллаһ аяттарын уҡый, уларҙы яманлыҡтарҙан арындыра, уларға Китапты (Ҡөръәнде) һәм хикмәттәр өйрәтә.

165. (Бәдер һуғышында дошманығыҙ башына) ике ҡат бәлә килтерҙегеҙ, (Ухуд һуғышында) үҙегеҙгә ҡайғы килгәс, һеҙ:

— Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тип әйттегеҙ. Әйт һин:

— Ул ҡайғы үҙегеҙҙән, — тип. Шөбһәһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә.

166. Ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы һуғышҡанда һеҙгә килгән ҡайғы (еңелеүегеҙ) Аллаһ ихтыяры менән булды. Ысын мөьминдәрҙең кем икәнен асыҡлар өсөн. (167) Һәм монафиҡтарҙың ысын йөҙөн асыу өсөн ине. Уларға:

— Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йәки үҙегеҙҙе ҡотҡа­рыу яғын ҡарағыҙ, — тип әйтелде. Улар:

— Һуғыша белһәк, һеҙгә эйәргән булыр инек тә, — тинеләр. Улар ул көндө иманлы булыуға ҡарағанда, кәферлеккә яҡыны­раҡ тора ине. Күңелдәрендә булмағанды улар ауыҙҙары менән һөйләп торҙолар. Әммә, Аллаһ уларҙың күңелендәге йәшерен уйҙарын белеп тора. (168) Үҙҙәре һуғышҡа бармайынса, һуғышҡа киткән туғандары тураһында:

— Беҙҙең һүҙҙе тотҡан булһалар, үлтерелмәгән булырҙар ине, — тип һөйләүселәргә әйт:

— Әгәр ҙә һеҙ, ысындан да, хаҡлы икәнһегеҙ, улайһа, үҙегеҙгә килә торған үлемде лә кире бороғоҙ, (ҡулығыҙҙан килһә), — тип. (169) Аллаһ юлында һәләк булғандарҙы (шаһидтарҙы) һин үлгәнгә иҫәпләмә. Киреһенсә, улар тереҙер һәм Раббы янында ризыҡлыҙыр. (170) Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ниғмәттәр өсөн ҡыуанып, уларҙан һуң да киләсәк шаһидтар хаҡында:

— Уларға һис бер ҡурҡыныс булмаҫ, уларға ҡайғы-яза ла булмаясаҡ, — тип ҡауышыуҙан алдан уҡ хисләнеп, һөйөнәләр. (171) Улар Аллаһтан килгән ниғмәттәргә һәм уның йомартлығына һөйөнәләр. Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылғандарға тейәсәк әжерҙе Аллаһ йуймаҫ. (172) (Ухуд һуғышында) йәрәхәтләнгәндән һуң Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең өндәүен ҡабул итеп, изгелек ҡылғандар, тәҡүә, диндар булғандар өсөн бик ҙур әжер буласаҡ.



173. Бер төркөм кешеләр мөьминдәргә:

- Дошмандарығыҙ һеҙгә ҡаршы ғәскәр тупланы, бер үк һаҡ булығыҙ, — тип әйткәс, мөьминдәрҙең иманы тағын да арта төштө, улар әйтте:

— Аллаһтың ярҙамы беҙгә етәр, Ул яҡшы (ярҙамсы) вәкилдер.

174. Шулай итеп, улар үҙҙәренә һис бер зыян килтермәйенсә, Аллаһтың йомартлығы биргән ниғмәттәрҙе төйәп ҡайт­ты. Улар Аллаһтың ризалығына лайыҡ булды. Аллаһ — миһырбан һәм йомартлыҡ эйәһеҙер.

175. Ысынлыҡта иһә, мосолмандарҙы (кәфер ғәскәре килә, тип) үҙ дуҫтары менән ҡурҡытыусы шайтандыр. Иманлы булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, бары тик Минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ.

176. Кәферлектә ашҡынып ярышыусыларға ҡарап, һин хафаланма. Улар Аллаһҡа һис бер зарар килтерә алмаҫ. Әхирәт көнөндә Аллаһ уларға яҡшы өлөш сығармаҫ. Уларға бик тә хәтәр яза әҙерләнгән.

177. Шуныһы хаҡтыр, иманын һатып, кәфер булғандар Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Улар өсөн хәтәр ға­зап әҙерләнгән.

178. Кәфер иткәндәр (язалары кисектерелгәнгә күрә) үҙҙәре өсөн хәйерле, тип яңғылышмаһындар. Гөнаһтарын арт­тыра төшһөн тип, Аллаһ уларға форсат бирә. Уларға хәтәр ғазап бар.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет