ғилләһе
-
Түрәләр, эшҡыуарҙар минән йыш ҡына яҙмышым, киләсәгем нисегерәк күренә, алда минең менән нимә була, ниндәй ҡыйынлыҡтар көтә, кеүек үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ишетергә теләй, — тип үҙенең эшендәге хәлдәр тураһында һөйләй биоэнерготерапевт. — Мин был хаҡта бер нәмә лә әйтмәйем һәм әйтергә лә ярамай. Сөнки һәр кем был донъяға үҙенең яҙмыш юлынан үтергә килә. Хоҙай ҡушмаһа, ел дә иҫмәй, ямғыр ҙа яумай, үлән дә һелкенмәй. Уның ҡөҙрәте менән тыуғанһың, ерҙә йәшәйһең икән, рәхмәтле бул, изге ғәмәлдәр ҡыл, ата-бабаларыңдың ҡылыҡтары өсөн дә яуап тотҡаныңды бел! Уларҙың уйлағандары, ҡылғандары мәғлүмәт полеһы менән туғандарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә ҡайта, карма-яҙмыш рәүешендә күсеп килә. Бер нәмә лә тиктомалдан ғына булмай. Мәҫәлән, нәҫелеңдә аҫылынған ҡәрҙәшеңдең гонаһы ун ете быуынға тиклем бирелә һәм төрлө эҙемтәләрҙә төҫмөрләнә. Кеше үлә лә бөтә тип уйламағыҙ. Үҙенә ҡул һалған кешеләрҙең йәндәре осоп китә алмай, Хоҙай Тәғәлә биргән әжәлдәре еткәнсе ер менән күк араһында саған япрағылай ҡалтырап аҫылынып тора.
Кеше ете ҡат аура солғанышында, урауында, биләүендә беҙ күрмәгән нурҙар (ептәр) менән күккә тоташҡан. һәр кемдең торошо, хәл-әхүәле, ҡылыҡтары мәғлүмәт-ҡөҙрәт әлкәһе менән бәйләнештә. Сөнки бөтә
64
нәмә бер ҡуласала: күк, ер, кеше; көн, төн; аҡ, ҡара; [■үмер, үлем; изгелек, яуызлыҡ; гонаһһыҙ, гонаһлы...
Әйткәндәй, иң ауыр гонаһ — Хоҙай Тәғәләне инҡар итеү, уға инанмау, мин-минлеккә бирелеү. Илаһ юҡ, тиеү мәғлүмәт-ҡөҙрәт полеһын йырта. Ошо урында соҡор хасил була, соҡорға кем нимә теләй, шуны ташлай, бөтә булмышыңды ҡарайта. Аураның тишелеүе, фантомдың юғалыуы бихисап бәләләр, ҡыйынлыҡтар вә сирҙәр тыуҙыра. Йән ауырыуы булған эскелек, дыуамаллыҡ, яһиллыҡ та шуңан килгән касафат. Мәғлүмәт- ҡөҙрәт әлкәһе тишелгән кеше эскегә тиҙ һабыша. Был осраҡта тәнде генә дауалау ыңғай һөҙөмтә бирмәй, йәнде лә таҙалау талап ителә.
Тормошта, күп һыналыуынса, эскелектән тамам арыныр өсөн кеше ауырлыҡ кисерергә, ғазапланырға, ыҙа сигергә, упҡынға осорға, шунан һиҫкәнергә, иҫенә килергә һәм ҡанындағы «шайтан шәрәмәттәре»н ҡыуып сығарырға, уларға әүрәмәҫкә ынтылырға тейеш. Тәбиғи име — доғалар уҡып, аураны ямау, бөтәйтеү, ҡеүәтләнеү. Ысын күңелдән ышанып уҡыһаң, күп уҡыһаң ғына «шайтан» ҡаса, ҡан, йән таҙара, донъяға ҡарашың үҙгәрә. Доға уҡылған һыу ҙа боҙолмай, шифалы, сихәтле имгә әйләнә бит! Хоҙайға юл — фәҡәт сафлыҡ! Тәндең сәләмәтлеге лә — күңел сафлығы һөҙөмтәһе.
Мөхәббәт тылсымы
Мөхәббәт энергияһы булғандарҙың, сабырҙарҙың, сыҙамдарҙың, күркәм донъя ҡорғандарҙың йәне өҫкә күтәрелә. Эскәндәрҙең, тартҡандарҙың, талашҡандарҙың, кеше ғүмеренә ҡул һоноусыларҙың йәндәре ваҡлана, теткеләнә. Улар үҙҙәренә үҙҙәре тамуҡ көҫәй, тамуҡ таштарын әҙерләй. Бындай бәндәләрҙең йәне тәүҙә ҡомға, унан тупраҡҡа, шунан үләнгә, үләндән һуң ағасҡа әйләнә. Артабан йәнлек булып, йөҙәр йыл үткәс кенә үҙгәреп, ҡабат кешегә килә. Шуға ла әҙәм затына, донъя малына ныҡ ҡыҙығып, йәнен түбән төшөрмәҫкә, ә өҫкә күтәрергә кәрәк.
Ҡул, аяҡ һыҙлауы, йөрәк, ашҡаҙан, бауыр, бөйөр сирҙәре — күңел бысраҡлығынан. Сырхауҙар ата-бабаларының һауалылығы, тәкәбберлеге, көнсөллөгө, аяуһыҙлығы һәм үҙҙәренең шәфҡәтһеҙлеге өсөн яуап
JI 1.0025.11
65
тотҡандарын төшөнмәй. Ауырыйһығыҙ икән, шундай торошоғоҙ менән килешегеҙ, ризалашығыҙ, хатта бик ауыр мәлдә бөтәһе менән бәхилләшегеҙ. Уйығыҙ менән үҙегеҙҙе ергә күмгәндән һуң, йәнегеҙ таҙарып, иртәгеһенә ярты сирегеҙ юғалыр. Сөнки сиребеҙҙе ергә күмеп, аҡсаға, байлыҡҡа, хәрәмгә тамыр йәйеп, ысҡына алмаған йәнебеҙҙе аҡтарабыҙ. Асылы шул: ерҙәге байлыҡҡа йәнең-тәнең менән йәбешергә ярамай. Йән таҙа булырға тейеш.
-
Афғанстанда үлемесле яраланып, иҫ белмәй мәрттә ятып, унан туҡһан йәшлек әбей рәүешендә сыҡтым. Ауыр хәлемде, йәрәхәттәремде, һыҙланыуҙарымды Хоҙай Тәғәлә тәҡдире, күрәсәк, яҙмышҡа төшкән өлөш, йәғни матрица итеп ҡабул ҡылдым, — ти Регина нәсихәттәрен дауам итеп. — Сөнки юғары аң ул — Илаһ, хаҡ юлы — дин, иң килешле име — Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары. Доға уҡыу мәғлүмәт полеһын таҙарта, ҡөҙрәт өҫтәй. Бынан бөтә нәмә һәйбәтләнә башлай. Шулай итеп, байығыу ерлегенә тамыр йәйә барған йән ҡупһын өсөн Хоҙайға ҡайтыу, Ҡөрьән уҡыу, күп изгелек ҡылыу зарур. Изге Китап тура юлдан барыу өсөн бирелгән. Уны уҡыу — Илаһҡа мөхәббәтте белдереү.
Төп вазифаһы йән таҙалау булараҡ, Регина кешеләрҙең аураһын ҡарап, мәғлүмәт-ҡөҙрәт полеларының өҙөлгән урындарын тоташтыра. Аура алама уйҙарҙан, ҡылыҡтарҙан, эштәрҙән, башҡаларҙы рәнйетеүҙән боҙола вә тишкеләнә, һәм мәғлүмәт әлкәһенә инеп, ҡай- тауаз һымаҡ үҙеңә кире ҡайта. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа бер нур, йәғни еп менән бәйләнгәнбеҙ, һәр кемдең йәнендә Хоҙай нуры йөрөй. Кемделер кәмһетәбеҙ икән, тимәк, үҙебеҙҙе түбәнһетәбеҙ. Аҡты ҡаралау — мөхәббәт етмәүҙән, мөхәббәтте аңламауҙан.
Регинаның фекеренсә, кеше һис ҡасан шуны хәтерҙән юймаҫҡа тейеш: иң бөйөгө — Хоҙай, шунан — мөхәббәт, артабан — инәй. Ожмахҡа юл инәйҙең аяғы аҫтынан үтә. Фанилыҡ вә баҡыйлыҡ икеһе лә бер. Мөхәббәт — ул Хоҙай. Мөхәббәткә иһә үлем юҡ. Халыҡ әйтмешләй, уның өсөн йән генә фиҙа.
Боронғо риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, Аллаһы Тәғәлә үҙендә булған илаһи мөхәббәтте, яратыу тойғоһон Әҙәм менән Һауаға ебәргән, уларҙың нәҫелен ҡөҙрәте менән һуғарып, күңелдәрен йылытып, һөйкөмлөлөк нурҙарын
66
да ҡойондорған һәм иң көслө затҡа әйләндергән. Шунан бирле кешелек донъяһы мөхәббәт ҡөҙрәте менән йәшәй. Яу, һуғыш иһә мөхәббәтте бөтөрә, кешене үлтерә. Шуға ла ер йөҙөндәге барса халыҡтың иң төп вазифаһы — мөхәббәт тылсымын һаҡлау.
Мөхәббәт ҡөҙрәте затың — кеше, атың яҡшылыҡ булыуҙан, олоно оло итеүҙән, кесене кесе тиеүҙән, уларға йорт ҡорошоуҙан, бәхет-байман табышыуҙан, шифалы һүҙҙәр әйтеүҙән, ихлас йылмайыуҙан, изге теләктәрҙән килә. Яҡшы кеше мөхәббәт көсө менән үҙенә мөхәббәт һарайы һала һәм уның йәне йәннәттә була.
Кешеләр менән әҙәпле, яғымлы мөғәмәләлә булыу — хикмәттең башылыр. Ҡәрҙәштәреңә мөхәббәт вә мөләйемлек аша үҙ-ара яҡынлыҡ, дуҫлыҡ тыуыр, йылы мөнәсәбәттәр урынлашыр, ығы-зығы, низағ кәмер, ауырлыҡ бөтөр. Һәр яңы көндө изге уйҙар, теләктәр, ниәттәр, күңел бөтөнлөгө, шат рух менән ҡаршылау ғүмерҙе йәмле, мәғәнәле итер.
Ирҙәр — имән тамыры, тигәндәй, ир — табыусы, донъяны хәстәрләүсе, именлектә тотоусы, йорт-илде ырыҫлы итеүсе. Ҡатын-ҡыҙға, мохтаждарға күберәк ярҙам иткән һайын уның мөхәббәт көсө арта, ҡыйынлыҡҡа бирешмәй, сафта ҡала, бурыстарын еренә еткереп башҡара. Мөхәббәт уты, ялҡыны булмаһа, тормош һынауын, юлын үтә алмай.
Айҙың да йондоҙо булған кеүек, ир-егеттең дә йондоҙо бар. Ул — ҡатын-ҡыҙ, һөйгән йәр. Уның эске торошо, мөнәсәбәте, йөҙө йәйге көн һымаҡ ҡояшлы булһа, иренең дә күңеле урынында була. Илаһи мөхәббәт ҡояш нурылай һис ҡасан бөтмәй. Ирҙе лә, ҡатынды ла шул мөхәббәт нуры йылыта һәм йәшәтә. Шуға ла мөхәббәт ҡөҙрәтен кәметмәү фарыз.
Телгә алыуыбыҙса, ҡатын-ҡыҙ ер йөҙөнә һөйөргә, һойөлөргә, бала табырға һәм бағырға, нәҫелде дауам итергә килә, тәбиғәт булараҡ өҫтәрәк тора. Ошо юғарылыҡтан ҡарап, нәфис зат әрләшә, ирен түбәнһетә икән, ир ҙә, ер ҙә әрней. Хатта, теле менән әйтмәһә лә, ирҙең рәнйеүе мәғлүмәт полеһына эләгә. Йәберһенеү көслө затты енси көсһөҙлөккә килтерә. Насар мөғәмәләһенән мәғлүмәт полеһы өҙөлә башлаған ҡатын-ҡыҙ иһә берәй бәләгә дусар була. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ асы
67
уы, нәфрәте мөхәббәт көсөн ҡаҡшатып, ҡара болоттай күккә ашып, ер тетрәүе, яман ғәрәсәт, дауыл кеүек афәттәр килтереүе лә ихтимал. Шуға ла тәбиғәт асыллы, булмышлы ҡатын-ҡыҙ эске торошон таҙа тоторға, йөрәк, күңел әрнетеүгә юл ҡуймаҫҡа, әҙәпле, иренә тоғро булырға тейеш. Булмаһа, ирҙәрҙе бәләгә дусар итә.
Күренекле ислам ғалимы Ғабдулла ибне Йәғәфәр ҡыҙын кейәүгә биргәндә башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға ла фәһем булыр ошо нәсихәтте әйткән: «Әй, балам, көнләшеүҙән, үҙ һүҙеңде генә һүҙ итеүҙән һаҡлан, сөнки ул айырылышыуҙың асҡысы. Күп әрләшеүҙән, даулашыуҙан, иреңдең кәмселектәрен генә күреүҙән һаҡлан, сөнки ул мөхәббәтте һүндерә, дошманлашыуға алып килә...»
Регинаның һөйләүенсә, бәғзе ҡатын-ҡыҙ уға кемделер арбарға, ҡаратырға булышлыҡ ҡылыуын һорап мөрәжәғәт итә. Был — магия, сихыр, кешене бәйләү. Сырмалған ир-егеттәрҙең юлы быуыла, ирлеге бәйләнә, яҙмышы туҡтала, эштәре уңмай. Ҡатын-ҡыҙ сылтырап аҡҡан шишмәләй саф булһа, мөхәббәте ҡояштай балҡып торһа ғына ир үҙен бәхетле тоя, балҡып, нурланып йәшәй. Шуға ла Регина һылыуҙарға: «Мөхәббәтегеҙ ҡояш һымаҡ нур сәсһен, күңелдәргә йылы бирһен!» — тип теләк теләй. Бал ҡорттары ла бер мәлдә ҡанаттарын елпеп, ваҡыт-ваҡыт умарта эсен елләтеп, сафландырып ала. Уларҙан фәһем алып, миллионлаған ҡатын-ҡыҙ донъяны мөхәббәткә күмә, тормошобоҙҙо йәмләй, еребеҙҙе йәшәртә, ир-егеттәрҙе ҡара көстән һаҡлап ҡала...
Мөхәббәтһеҙҙәр иһә әүермәнгә әүерелә, аламаны шайтан ҡойоно һымаҡ өйөрмәләй, йорттан йортҡа күсерә. Кешеләр хәүефтән, күңел аҙҙырыусыларҙың, йәғни вәсүәсәләүселәрҙең яуызлығынан, күңелдәргә вәсүәсә, ҡотҡо һалыусыларҙан ҡотолор өсөн Илаһҡа һыйына. Сөнки хәҡиҡәт — Аллаһы Тәғәлә, ул биргән юғары аҡыл, йәшәү ҡануны, өгөт-нәсихәт. Уны һөйөп, уға тәрән ышанып, инанып ҡына тормош мәғәнәһен төшөнөргә, күңелеңдә именлек табырға, шик-шөбһәнән ҡотолорға мөмкин.
Кемдәрҙелер күрә алмау, күршеләреңде яратмау — мөхәббәтһеҙлек, камилһыҙлыҡ билгеһе, етешһеҙлекте
68
ҡылыҡһырлау һыҙаты. Уйҙарың, ҡараштарың ыңғай, күңелең мөхәббәт, шәфҡәт менән тулы икән — һин ҡөҙрәтле һәм сәләмәт. «Мин барығыҙҙы ла яратам!» тиеү — күңел киңлеге һәм хушлығы билдәһе. Шуның менән беҙ бер-беребеҙҙе шатландырабыҙ, нурландырабыҙ, таҙартабыҙ, ағартабыҙ. Рухи ҡөҙрәт йылы хистәрҙән, һәйбәт мөғәмәләнән, яратыуҙан арта. Хәҡиҡәтте төшөнөү яҡын күреүһеҙ, үҙ итеүһеҙ мөмкин түгел. Эскерһеҙ мөхәббәт ике ҡапма-ҡаршы яҡты яҡынлаштыра, яраштыра, дуҫлаштыра. Был — мөхәббәт тылсымы, мөхәббәт мөғжизәһе!
Хикмәт, аҡыл шунда: һөйләшкәндә, фекер алышҡанда, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә бәхәс, һүҙ көрәше ҡупһа ла, үҙ-ара ҡаршылыҡ тыуһа ла, иш-ҡуш- тарыңа әсеңдә мөхәббәт булһын. Уларҙың һәр ҡайһыһы, яҡшымы, яманмы, иғтибарға һәм хушһыныуға мохтаж, һин уларҙы ғәфү әйлә! Быға өлгәшеү өсөн эске торошоңдо, донъяға, кешеләргә ҡарашыңды, мөнәсәбәтеңде үҙгәртеү зарур. Күрә алмаған кеше менән булышһаң, уның гонаһын үҙеңә һураһың, уны таҙартаһың.
Иң илаһы — Хоҙай Тәғәләгә мөхәббәт. Ул киң күңелле, мәрхәмәтле вә хөрмәтле кешеләр юлына күндерә. Уға, таҙарыныуға юл фәҡәт яратыу тойғоһо аша ғына бара. Яҡты күңел хисе, нуры менән. Тибет- тар ни асылдан, сығанаҡтан рухи ҡөҙрәтле? Ғаләмгә, тәбиғәткә, кешеләргә мөхәббәт тойғоһонан. Кем булыуына ҡарамаҫтан, кешене ярат, ҡәҙер ит!
Яҡшыны әйт, ямандан ҡайт
Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ йәнәш булған, ҡабатланған кеүек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ та тәбиғи. Кеше гелән матур, ҡояшлы көн теләһә лә, төндө лә инҡар итмәй. Шуның һымаҡ яҡшыға ҡыуанған, ә ҡыйынлыҡҡа түҙгән, сыҙаған, уны күркәм сабырлыҡ менән кисергән кеше генә ҡөҙрәткә эйә. Бер-береңде күрә алмау, яратмау, ҡотортоу, ҡотҡо таратыу, мыҫҡыллау, рәнйетеү, мәкер көсәйһә, ер бысранып, тын ала алмай, кешенең дә ҡөҙрәте аҙая, бөтә. Быны сырхауҙар, үҙ- үҙенә ҡул һалыусылар, үлеүселәр артыуы аңғарта. Йәне бысранған кеше, ҡәүем иблис ҡармағында һәм ҡарамағында. Илаһ алдында иң һөйкөмһөҙҙәр — ҡысҡы
69
рышҡан вә дәғүәләшкән бәндәләр. Кеше, ил-йорт, башҡа ҡәүемдәр менән тартышыу, булышыу — мәғәнәһеҙ, әхлаҡһыҙ әҙәмдәр эше. Шуға ла эске торошто таҙартҡан, рухты сафлаған ғәмәлдәр ҡылыу фарыз.
Иманлы, әҙәпле, мәрхәмәтле кешенең яҡшылығы, яҡтылығы уны, нәҫелен юғарыға күтәрә, рәхимһеҙлеге иһә түбәнгә төшөрә. Өҫкә артылырға теләүсене байлыҡҡа ҡыҙығыуы, уғрылығы, ҡәрҙәштәрен талауы аҫҡа тарта. Намыҫы таҙа, илаһи ҡөҙрәткә инанған кеше нәфсеһен аҙҙырып, байлыҡ артынан ҡыумай, уға табынмай, һатлыҡ йәнгә, аҡса ҡолона әйләнмәй, Иуда һымаҡ утыҙ көмөш ялтыр өсөн остаҙына хыянат итмәй. Нәфсе ҡолоноң иң илаһийы — мөхәббәте юҡ. Ғөмүмән, алыуға ҡарағанда, биреү мең тапҡыр рәхмәтлерәк. Биргәндеке бөтмәй, ҡоромай. Дин асылы буйынса, Хоҙай Тәғәләнән матди байлыҡ һорарға ярамай. Һораныу, теләнселәү ҡөҙрәтеңдең аҫталығын күрһәтә. Күптәр аңламайынса, белмәйенсә һорай. Киреһенсә, уларға: «Хоҙайым, ни ҡылһаң да ризамын, ете быуын ата-бабамдың гонаһтарын ғәфү әйлә!» — тиеү хәйерле. Сөнки Ул — кисереүсе, ярлыҡаусы. Яҡты донъяға килеү, Аллаһы Тәғәлә өлөшөнә риза булыу — үҙе ҙур шатлыҡ һәм байлыҡ.
Әшәке әҙәм бысрағына батып, яманлыҡ ҡылыу тулҡындары, тибрәлештәре менән киләсәк быуын нәҫелдәштәренең яҙмыштарын йома, үргә табан юлын быуа. Булған ғына ҡөҙрәтен ғәйбәткә сарыф итеүсе ете быуынын бысрата. Талашҡандарҙың, тартышҡандарҙың — күҙҙәре бәйле, ҡөҙрәте аҙ. Ғәйеп ташлау, күрә алмау, мыҫҡыллау, баҡырыныу — мөсһөҙҙәрҙең, бахырҙарҙың ҡылығы вә алымы. Ямандан ҡайт, яҡшыны әйт тигәндәй, яҡшы һүҙ — ярты ырыҫ. Күңеле киңдең генә донъяһы киң. Шуны ныҡлап төшөнөү мәле килеп етте.
Яҙғанды, Хоҙай ебәргәнде ҡабул итә белеү — еңелдем тиеү. Халыҡ тапҡыр әйткәнсә лә бит, алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, тиер. Һис кенә лә үҙеңде Илаһтан өҫтөн күрергә ярамай. Күрһә, йүләр генә күрер. Йәнен аламалыҡтан арындырыу ниәтенән Хоҙай Тәғәлә әҙәмдәргә юғалтыныу, михнәт, бәлә-ҡаза, ауырыу ебәрә. Был — ҙур ишара. Зиһенең булһа, уйла, төшөн, аҡылыңа кил, Хоҙай Тәғәләнең берлеген вә ҡөҙрәтен аңла, күңелеңде таҙала, иманға ҡайт!
70
Ғаилә ҡөҙрәте ир — ҡатын мөнәсәбәттәренә ныҡ бәйле. Халыҡ әйтеүенсә, ир ҙә ир булып ҡатындан тыуа, аҡыллы ҡатын — хазина. Биоэнерготерапевт Регина Әһлиулла ҡыҙының ҡарашы ла быға ауаздаш. Уныңса, ҡатын-ҡыҙ — тәбиғәт, ир иһә — ер. Тәбиғәт булараҡ, нәфис зат ир-атҡа яғымлы, наҙлы, мөхәббәтле булырға тейеш. Сөнки ир хаҡы — Тәңре хаҡы, йәренең йәне хаҡы. Яҡшы ҡатын ғына — өй йәме, йән аҙығы, донъя тотҡаһы. Яҡшы ҡатын ғына йәшәртер, яман ирҙе лә яҡшы итер, моратына ирештерер. Күп ирҙәр менән сыуалған ҡатын-ҡыҙ ҡөҙрәтен юғалтыр. Ҡөҙрәтһеҙ ҡатын иренән туҡмала. Уға ундай ирҙе Хоҙай үҙе бирә. Хоҙайҙың хозурына ҡайтыр өсөн таҙарыныу, сафланыу фарыз. Ғаилә тормошонда ла һауалылыҡтан, үҙ туҡһаныңды ғына туҡһан итеүҙән, мин-минлектән арыныу, ҡапма-ҡаршылыҡты үсәмәй, талашмай үткәреү хәйерле.
һәр бала үҙ булмышы, ҡөҙрәте, байлығы менән донъяға тыуа. Әлмисаҡта уның башынан һыйпаһаң, хатта тау-таш һөйөнә, ти. Мәгәр балиғ булғас та уға бөтә нәмәне биреүҙе дауам итһәк, хаҡ юлға әйҙәмәһәк, күндермәһәк, йәш кеше тәбиғи ҡөҙрәтен, тормош көтә торған эске торошон юғалта, тора-бара вампирға, елек һурыусы убырға әйләнә. Даими рәүештә биреп, тәьмин итеп тороусы уның юлын яба. Айырыуса инәйҙәр улдарын шулай итә. Туйындырыусы, кейендереүсе булғас, еңелгә күнеккән «тай-тулаҡ» уҡымай, эшләмәй, әрәм тамаҡ булып, ҡыл ҡыбырлатмай йәшәй, үҙенең көс-ҡеүә- тенән яҙа. Ата-инә әрнеүе, әсенеүе рәхимһеҙ балаға зәхмәт һымаҡ ҡағыла. Рәнйеш төшкән бала рухи яҡтан тамам зәғифләнә, йәшәүгә һәләтен юғалта. Йыш ҡына: «Балам ҡырҡ йәшкә етте, һаман минең пенсиямды ашай. Нишләргә инде?..» — һымаҡ зарланыуҙы ишетергә тура килә. Быға зарланыусылар фәҡәт үҙҙәре ғәйепле. Сит илдәрҙә балиғ булғандан һуң йәштәрҙең үҙ аллы йәшәүен хуп күрәләр һәм быға өлгәшәләр. Үҙенең көсө, башланғысы, эше менән донъя көтөү, үҙенең хеҙмәте менән үҙен тәьмин итеү, үҙ юлы менән үҫешеү — йәш кеше өсөн иң яҡшы сифат, иң күркәм юл.
Һәммәбеҙгә мәғлүм, был донъяға бер кеше лә мәңгелеккә килмәй, һәр кем әхирәткә сәфәр ҡыла. Шуға
71
ла хозурҙа булыр, киләсәк нәҫелдәр бәхете өсөн сәләмәт күңел, изге ғәмәлдәр менән йәшәү шарт. Изгелек, мәрхәмәтлелек, әҙәплелек, яғымлылыҡ, инсафлыҡ, аҡ күңеллелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, йомартлыҡ — ҡан- бабалар аманат ҡылған иң аҫыл рухи хазина. Был күркәм, кешене кеше иткән ҡылыҡтар, сифаттар, үҙенсәлектәр, ғәҙәттәр ҡөҙрәтебеҙҙе вә мәртәбәбеҙҙе арттыра. Кеше туҙан ауырлығы саҡлы ғына изгелек эшләгән булһа ла әжерен күрер, туҙан ауырлығы саҡлы ғына боҙоҡлоҡ ҡылһа ла ғазабын татыр. Кешеләр алдында сырайыңды һытма, маһайып йөрөмә! Тәкәбберләнеү һәм маҡтаныу Хоҙай ҡушҡан юл түгел. Изгелек эшләһәгеҙ — үҙегеҙ өсөн, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа — үҙегеҙ өсөн. Сафланған кешеләр генә уңышҡа ирешер. Иман килтергәндәр, изге ғәмәл ҡылғандар хаҡ, тура юл үтер, донъяуи бурыстарын бойомға ашырып, юғары күтәрелер, ете быуынына ярҙам итер, шәжәрә ағастарын күркәмләндерер, уларға Аллаһы Тәғәләнең бөтмәҫ- төкәнмәҫ әжере бирелер. Күренекле болгар күрәҙәсеһе Ванганың рухи васыятнамәһе буйынса ла әҙәм балалары бәхетле булыр өсөн үҙҙәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, алтын кеүек эстән таҙа, башҡаларға шәкәр кеүек татлы булырға, Аллаһы Тәғәлә ҡанундары буйынса йәшәй башларға тейеш.
* * *
Биоэнерготерапевт Регина Әһлиулла ҡыҙының ҡараштары, фекерҙәре, кәңәштәре, өгөттәре, теләктәре халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәш-елкенсәгебеҙҙе тормош мәғәнәһен төшөнөргә, йәшәйеш асылын өйрәнергә, яҡшылыҡҡа, сафлыҡҡа әйҙәй. Ғүмер юлында, тормош- көнкүрештә беҙҙең йәмғиәткә әҙәп, иман юлдаш булмаған саҡта, ватандаштарыбыҙҙың һәр ҡайһыһының ҡөҙрәтен тергеҙеү, ил-йортобоҙҙоң именлеген тәьмин итеү, йөндәребеҙҙе таҙалау һәм сафлау айырыуса зарур. Регина һылыу ил инәһеләй, Хоҙай илсеһеләй ошо үтә лә мөһим бурысты, вазифаны бойомға ашырыу юлында. Был юл — хәйерле юл, сауаплы юл, изге юл!
72
МИЛЛИ КӨРӘШ ОСТАҘЫ
Йыйын гөж килә. Ҡайҙа
ҡарама, халыҡ ҡыуанып тама-
ша ҡыла. Түңәрәк күл тирәләй
аттар елә. Берәүҙәр һайғауға
үрмәләй, икенселәр уҡ ата,
өсөнсөләр кипкән үлән тулты-
рылған тоҡ менән бәрешә...
Көрәш майҙаны айырыуса
ҡыҙған:
-
Билбауыңды ҡыҫҡараҡ
тот!
-
Әйҙә, Бикйән... Бирешмә!
-
Әнә шулай, әнә шулай, —
тип туҡтауһыҙ дәртләндерәләр,
сәмләндерәләр.
Күкрәген киреп, ҡулбаштарын уйнатып, уртаға Ырыҫҡол сыға. Әллә ни арала Бикйәнде биленән һығып, мамыҡ яҫтыҡтай күтәреп тә ала. Малайҙар сәпәкәй итә, ирҙәр һөрәнләй:
Аҡһаҡалдар ғорурлана:
-
Ырыҫҡолға, ундай бәһлеүәнгә, еткән көс бармы икән тирә-йүндә!
Батырҙар тураһында байтаҡ хәтирәләр һаҡланған барын-табындарҙың хәтерендә. Ҡалмыҡ батырын еңгән Ырыҫҡол бәһлеүән тураһындағыһын Учалы районы Иманғол ауылы егете Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов та ишетеп үҫә һәм күңеленә һеңдерә.
«Яйыҡ башындағы Ҡарт Муйнаҡ ауылында бер башҡорт ырыуы йәшәгән. Барын-табындарҙың төйәгенә ҡалмыҡтар баҫышып торған, һиллекте, именлекте боҙған. Ҡарт Муйнаҡта ырыу башы Үтәғол батыр булған. Ул үҙ башынан күп кенә ҡалмыҡ яуын кисергән.
Йылдар үткән. Бер көн ҡалмыҡтар сапҡын ебәргән һәм талап ҡуйған: «Шул хәтлем ерегеҙҙе бирегеҙ, әгәр бирмәһәгеҙ, яу менән киләбеҙ». Үтәғол ҡарт быға риза булмаған, шундай шарт ҡуйған: «Ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡтағы бер тау янында ике яҡтың да иң көслө батырҙары осрашһын. Кем батыры еңә, ер шуныҡы булыр».
73
Сапҡын ҡайтып киткәс, Үтәғол ҡарт энеһе Ырыҫ- ҡолдо саҡыртып алып әйтә: «Белеп тор, әҙерләнеп көтөп тор, энем, һиңә ҡалмыҡ батыры менән көрәшергә тура килер. Ҡалмыҡтар батырын ике яҡлап арҡан менән бәйләп килтерер. Ул үкереп, ерҙе тырнап, сәсрәтә ташлап килер, үҙе яланғас булыр, тәне май менән майланған булыр. Ике һөңгө буйы ара ҡалғас, арҡанды ысҡындырырҙар, батыр һиңә ташланыр. Көрәшкән саҡта ул һинең аяҡтарың араһына керергә тырышыр, шул саҡта һин уның ике һебәлегенән (һебә ҡабырғаларынан) тотоп, һауаға ырғыт. Һин бит, бер ус дубылғы ҡабығын һығып, һыуын ағыҙған егет, көсөң етер, дарманың бар».
Билдәләнгән көн килеп етә. Үтәғол ҡарт ҡәрҙәштәре менән шарт ҡуйылған тау янына бара. Күп тә үтмәй, ҡалмыҡтар ҙа күренә. Үтәғол һөйләгәнсә, ҡалмыҡ батыры үкереп, ер тырнап, балсыҡ борхотоп килә. Алыш башлана. Ике яҡтың да халҡы батырҙарына көс-ҡеүәт өҫтәп ҡысҡырыша. Ҡалмыҡ батыры Ырыҫҡолдоң аяҡтары араһына керергә маташҡан саҡта, башҡорт батыры тегенең ике һебәлегенән матҡып ала ла һауаға ырғыта. Батырҙары еңелгәс, ҡалмыҡтар һуғышмайынса боролоп ҡайтып китә. Башҡорттар үҙ батырын данлап, байрам яһап, күңел асып, ерҙәрен һаҡлап алып ҡалыуҙарына ҡыуана».
Был тарихи хәл-ваҡиға риүәйәт булып быуындан быуынға күсә һәм йәнтөйәкте ҡурсалауҙа, башҡорт халҡының булмышын күрһәтеүҙә көрәштә, алышта еңеп сығыуҙың әһәмиәтен аңғарта. Башҡа ниәттән дә ир- егеттәр көс һынаша. «Алпамыша» эпосында Барсынһылыу үҙен көрәшкә саҡырған бер бәһлеүән егетте күтәреп һауаға сорғота. Алпамыша уны биленән алып сөйөп ебәргәс, көрәшеп еңгәс кенә ҡыҙ егеткә буйһона, уға йәр була. «Минәй батыр менән Шүлгән батша» эпосында һыу һөлөгө шикелле Таңдысаға күҙҙәре төшкән егеттәр көрәшеп ҡараһалар ҙа, ҡыҙҙы ташлай ҙа, йыға ла алмай. Таңдыса мөһабәт кәүҙәле Минәйгә ҡулын бирә. Көрәш башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә киң сағыла. Егет риза булып, көрәш тота, ете көн, ете төн көрәшә һәм, еңеп сығып, моратына ирешә. Батырҙар йыйындарҙа, майҙандарҙа ла бил бирмәй, зат-нәҫе- ленең данын арттыра, йорт-еренең мәртәбәһен күтәрә,
74
рухын баҙлатҡан, дәрт-дарман өҫтәгән бүләктәргә лайыҡ була. Т Т Туға көрәштең мәртәбәһе лә, әһәмиәте лә ҙур.
Милли көрәш — ул ике кешенең баҫҡан көйө бер- береһенең билдәренә билбау (ҡушаҡ) һалып, уны ныҡ итеп тотоп, кем йығарҙан көс һынашыуы. Көрәшселәрҙең береһе икенсеһен келәмдән айырып, йәғни өҫкә күтәреп, арҡаһына һалырға (ташларға) тейеш. Был ысын һәм тулы еңеү. Еңеүсе йыйған балл буйынса ла билдәләнә. Көрәштә көс кенә түгел, таһыллыҡ та кәрәк. Таһыллыҡ иһә — көрәштең ыңғайын, яйын, әмәлен белеү сифаты, сослоҡ, йылдамлыҡ.
Боронғо дәүерҙәрҙә ырыу, ил-йорт йыйындары көрәшһеҙ үтмәгән. Балалар ҙа, ир-егеттәр ҙә, ҡарттар ҙа, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көс һынашҡан. Йәш батырҙар исемле батырҙар менән көрәшергә баҙнат ҡылған.
Көрәш — бик күп төрки халыҡтарының милли йолаһы, тамашаһы. Быуындарҙан быуындарға күскән был ылыҡтырғыс, арбағыс йола беҙҙең заманда йыйындарҙың, һабантуйҙарҙың күркәм күренеше булып, шөһрәтле спорт төрөнә әйләнде. Меңәр йыллыҡ тарих төпкөлөнән килгән көрәш Урал, Иҙел буйҙарында ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа тарафтарында ла, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш илдәрендә лә бик популяр.
Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, иң яҡшы тренеры, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интер- наты тренеры, республика категорияһындағы судья Жәлил Динмөхәмәт улы Йосоповтоң фекеренсә, башҡорт- татар милли көрәше быуаттар буйына камиллашҡан һәм башҡа йолалар, ҡиммәттәр кеүек милли мәҙәниәтебеҙҙең аҫыл өлгөһөн, өлөшөн тәшкил итә. Көрәштең милли төрҙәренең төп алымдары көрәш буйынса ҡайһы бер олимпия төрҙәренең техник йәһәттән эш итеү сығанағы ла. Мәгәр спорт төрө булараҡ милли көрәш даирәһен киңәйткәндә, ярыштар үткәргәндә, уның халыҡҡа хас үҙенсәлектәрен, ысулдарын һаҡлау зарур. Әйтәйек, башҡорт-татар көрәшендә аяҡ салыу ҡулланылмаған, күкрәккә төшөрөү ярамаған. Башҡорт көрәшенә классик көрәш һаналған грек-рим көрәше бик яҡын. Көрәшсе билдән түбән тотонмайса, аяҡ салмайынса,
75
кәүҙә һәм ҡулдар алымдары менән тиңдәшен арҡаһына һалырға тырыша. Әммә билбау ҡулланылмай.
Милли көрәштең башҡорт халҡына хас күренешен, асылын билдәле ғалим, этнограф Сергей Иванович Руденко «Башкиры» тарихи-этнографик очерктар китабында ошолай яҙып ҡалдырған:
«Гости, у которых в деревне имелись приятели или родственники, на һабантуй приезжали с вечера, прочие же приезжали утром в день праздника, останавливались у знакомых или просто на майҙан. Майҙан устраивался где-нибудь на возвышенности вблизи деревни; с южной его стороны располагались полукругом холщевые палатки, открытые к центру, или устраивался полукруг из небольших березок. Там же стояла жердь с привязанными к ее вершине полотенцами и платками, указывающими издали на место сборища. В тени берез или навеса сидели почетные лица, гости и хозяева; здесь они пили чай, наблюдали за борьбой и другими состязаниями.
Весь народ собирался на майҙан после полудня, по выходе стариков из мечети после молитвы. Собравшись на майҙан, народ занимал места или в тени навесов, или, располагаясь полукругом, с противоположенной стороны так, что майҙан замыкался полным кругом. В центре круга начиналась борьба (көрәш). Она состояла в том, что борцы, выступая на середину майҙан, сбросив с себя верхнее платье (оставались только в штанах и сорочке) и, засучив рукава рубашки, сходились и схватывались, перекинув друг друга через спину кушак (билбау), концы которого держали в руках, обмотав вокруг кисти. Расставив ноги и испытывая друг друга в ловкости и силе, они пытались положить противника на лопатки. Медленно и тяжело переступая с места на место, поворачивая друг друта то в одну, то в другую сторону или припадая на одно колено, они старались перекинуть противника через голову или прижимали его к груди, стараясь сломить его сопротивление, наваливались на него всей тяжестью тела или поднимали на воздух и, наконец, обернув раза три вокруг себя, бросали на землю.
Постепенно на арене вместо двух-трех собирались десятки пар борющихся. Только когда схватятся два
76
одинаково ловких и сильных противника, долго и упорно борющихся, на этой паре сосредотачивалось все внимание зрителей. Как только одному из них удавалось побороть противника, вся толпа одобрительным гулом приветствовала победителя. Случилось при этом, что раздавались и шумные протесты родственников или друзей побежденного, смотревших что-нибудь незаконное в приемах борьбы победителя. Поборовший подходил к одному из стариков, раздающих награды, и получал от него пару яиц, платок или просто лоскуток материи. Полученный приз победитель сейчас же дарил кому-нибудь из лиц почетных, отцу, дяде или старику, которые обыкновенно отдаривали его деньгами (монетой в 50 коп. или рублем). У зауральских башкир строго соблюдалось правило, по которому раз побежденный уже больше не боролся. Из борцов, победивших десятки противников, подбиралась группа силачей (бәһлеүән), которые начинали состязаться между собой, и в результате оставался один-два непобедимых богатыря (батыр). Местами эти состязания в борьбе славились настолько, что батыры приезжали на һабантуй за много километров померяться силами и ловкостью с другими силачами и батырами».
Күрәһегеҙ, бында башҡорт көрәше ентекле генә һүрәтләнгән, тыйылған алымдар ҡулланылыу бәхәс тыуҙырғаны ла әйтелгән. Халҡыбыҙҙа йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа, туй уҙғарғанда, ҡунаҡ йыйғанда һәм башҡа милли байрамдарҙа ла көрәшеп ярышалар. Еңеүселәргә сигелгән таҫтамал, күлдәк-ыштан, түбәтәй, ҙур йыйындарҙа иһә һимеҙ һарыҡ бирәләр. Батыр уны баш осонда күтәреп йәки елкәһенә һалып, маҡтау, данлау тауыштары аҫтында көрәш майҙанынан алып сығып китә. Бындай күренештәрҙе Жәлил дә бәләкәй саҡтан күреп үҫә. Мәжлес мәлендә бәғзе берҙә ихатаға сығып, бал кәгеп алған ирҙәр көс һынаша, Динмөхәмәт ағай һис кемгә бирешмәй. Мәгәр ниңәлер һабантуйҙарҙа майҙанға сыҡмай. Улы Жәлил саңғыла йөрөү, йүгереү, һикереү, волейбол, футбол уйнау кеүек спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, тиҫтерҙәре менән көрмәкләшә, айҡаша ла.
1969 йыл. Иманғолда күмәк хужалыҡ һабантуйы бара. Майҙанда көрәшселәр ойпалаша. Иманғолдар күр
77
ше ауылдыҡыларға бил бирә лә ҡуя. Судья Үзбәк ағай Шәрипов намыҫландыра:
-
Хурлыҡ бит! Ғәрлеге ни тора! Ниндәйен ҙур ауылдан дан һаҡлар кеше юҡ. Әйҙә, булмаһа, Жәлил энем, һин көрәшеп ҡара.
Жәлилдең иһә ун һигеҙе лә тулмаған, ололар менән майҙан тотоу тәжрибәһе лә юҡ. Шулай ҙа уртаға сыға, сәмләнеп, Ҡоҙаш, Рәсүл, Урал ауылдары егеттәрен йығып бөтә. Йыл һайын көрәшеп бүләк алған ике өлкән ағайҙы ла салҡатан һала һәм беренселекте яулай. Ауылдаштары һоҡлана, маҡтай, данлай:
-
Маладис! Һыр бирмәнең.
-
Затыңа оҡшап, ҡөҙрәтле икәнһең.
-
Рәхмәт! Мәртәбәбеҙҙе күтәрҙең.
һәр кемдең телендә — Жәлил. Ғәййәрлеге — ҡыҙҙарҙың күңеленә хуш, ғашиҡ нурын сәскәндәй, күҙҙәре йондоҙҙарҙай емелдәй. Егеттәр көнләшеберәк ҡарай һымаҡ. Жәлил — батыр, Жәлил — афарин!
-
Бүләккә костюм бирҙеләр. Шатлығымдың сиге юҡ, түбәм күккә тейгән. Әйтерһең, тау күсергәнмен, хазина тапҡанмын. Осоп тигәндәй өйгә ҡайттым, — тип ошо мәлде хәтерләй Жәлил. — Атайым тыныс ҡына һорай:
-
Әллә еңдең, улым?
-
Барыһын да арҡаларына әйләндереп һалдым. Бына пинжәк, ҡара салбар...
-
Мине әйләндерә алаңмы һуң?
-
Ниңә өйләндермәҫкә. Әйҙә, көрәшеп ҡарайыҡ.
Сирәмгә сыҡтыҡ таҫтамалдар тотоп. Кәүҙәгә елле
алтмыш өс йәштәге атайым мине, ҡапыл билемдән ҡыҫып алып, атып та ебәрҙе. Икенсе тапҡыр тағы елгәрҙе. Үҙе көлә:
-
Бар, кәстүмеңде колхоз идараһына кире алып барып бир...
һинән дә көслөрәктәр, таһыллыраҡтар барлығын, кәпәренеп, һауаланып китмәү кәрәклеген аңғартып, бына шулай улына һабаҡ бирә Динмөхәмәт ағай. Хужалыҡ һабантуйында еңгән егетте ике-өс аҙнанан Учалы ҡалаһында үткәрелгән «Йәштәр көнө» байрамына ебәрәләр. Йәш көрәшселәр райондың һәр яғынан килгән. Һәр кемдә дарман, еңеү сәме. һайланмыштар араһынан Жәлил Юлдаш ауылынан Нуретдинде, йәнә утыҙ йәш
78
тәр самаһындағы Зөфәр ағайҙы ла еңә. Ниһайәт, майҙанда Мулдаштан бәһлеүән кәүҙәле егет менән икәү ҡалалар. Берҙе йығып һалғас, теге: «Һинең менән шаярырға ярамай», — ти. Йәнә билдәргә билбау һалына. Яйлап йөрөтөп сөйөрәм тип ынтылғанда, иңкеүерәк ергә баҫҡан Мулдаш бәһлеүәне үҙе Жәлилде киҫкен рәүештә күтәреп арҡаһына һала. Ул беренсе, Жәлил икенсе урынды ала.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, милиция органдарында эш башлағас, Жәлил көрәш менән шөғөлләнеүен дауам итә. Резина-техник изделиелар заводының спорт залында тренер Нурвил Хәлил улы Сөләймәнов етәкселегендә оҫталығын камиллаштыра. Учалы урман машиналары эшләү, ҡатырға-рубероид заводтарында эшләгән осоронда спорт секциялары ойоштороп, инде үҙе йәштәр менән күнекмәләр үткәрә. Тәүге уҡыусыларынан хәҙер мәктәп директоры булған Айтуған Ғәйнуллин йәш үҫмерҙәрҙе көрәшергә өйрәтә, Урал Шәмиғолов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министры урынбаҫары, Фәйзрахман Ҡадиров милли көрәш буйынса Рәсәй кимәлендә танылыусы, Фәһим Шакиров физик культура уҡытыусыһы...
Тарихҡа баҡһаҡ, башҡа көрәш төрҙәре менән бергә милли көрәштең дә үҫеше, даирәһе киңәйеүе күҙал- лана. Йыйындарҙың, милли байрамдарҙың иң күркәм тамашаларының береһе булған көрәш 1932 йылда Урал — Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә һәм унда башҡорт көрәшсеһе X. Н. Әминев абсолют чемпион була. 1948 йылдан Башҡортостан чемпионаттары уҙғарыла башлай. Тәүге чемпиондар тураһында матбуғат баҫмалары яҙып сыға. 60-сы йылдар аҙағында Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында, 70-се йылдар башында «Урожай» ирекле спорт йәмғиәтендә (хәҙер физкультура-спорт клубы) көрәш секциялары ойошторола. 1966 йылдан Башҡортостанда көрәш федерацияһы эшләй. РСФСР Министрҙар Советы эргәһендәге физик культура һәм спорт комитеты 1970 йылда «Милли спорт төрҙәре буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры» исемен билдәләй. Халыҡ геройы генерал Миңлеғәли Шайморатов, «Ленинсы» — «Ленинец» гәзите приздарына «Йәш батыр» турнирҙары уҙғарыла. Батырҙарының исемдәре телдән төшмәй, алыҫтарға
79
ишетелә. Көрәш менән мауығыусылар ишәйгәндән- ишәйә, йәш көрәшселәр әҙерләү зарурлығы көсәйә. 1991 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, 1999 йылда Сибай институтында көрәш бүлектәре асыла. Билбау менән көрәш буйынса Башҡортостанда РСФСР (1973), Рәсәй (2001, 2005) һәм донъя (2007) чемпионаттары үтә, республикабыҙҙың йыйылма командаһы өс тапҡыр чемпион исемен яулай, күп тапҡыр көмөш приз ала. Бик күп көрәшселәр чемпион исеменә лайыҡ була. Оло еңеүҙәргә өлгәшеүҙә тренер Жәлил Йосоповтың да өлөшө тос.
Илдә төҫлө металлургия флагманы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында ла был милли спорт төрөнә иғтибар көсәйә. Таусыларҙың байтағы башҡорттар, тау батырҙарылай, дәрт-дармандары ташып торғандары ла күмәк. Уларҙы милли көрәш алымдарына өйрәтеү өсөн Жәлил Йосопов тренер итеп саҡырыла. Учалы ҡалаһында «Батыр» клубы ойошторола, тәү мәлдә подвалда урынлаша, һигеҙ йылдан һун; ғына «Төҙөүсе» Мәҙәниәт йортона күсә. Күнегеүҙәргә егеттәр күп һәм бик ихлас йөрөй, комбинаттан ғына түгел, башҡа предприятиеларҙан да киләләр, хатта өс тренер шөғөлләнеп өлгөрә алмай. Ныҡышмалы, маҡсатҡа ярашлы күнегеүҙәр уңышҡа, ҙур ҡаҙаныштарға илтә. Егерме ете егет спорт мастеры, утыҙҙан ашыу батыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионы булыуға өлгәшә. Улар араһынан Дим Сафин — биш, Жәлилдең улдары Марсель Йосопов — дүрт, Руслан Йосопов — дүрт, Ким Латипов ике тапҡыр чемпион. Йәнә Урал Шәйхисламов, Илдус Әсәҙуллин, Хәлил Әхмәтйәнов, Ришат Игликов — Рәсәй чемпиондары. Хәлил Ғәлимов, Эдуард Ғәтиәтуллин, Ғәҙел Бикмөхәмәтов, Илдар Садыҡов, Әдис Халиков кеүек көрәшселәр ҙә клубтың төп көсөн тәшкил итә. Жәлил Динмөхәмәт улының ғорурланып әйтеүенсә, «Батыр» клубы Силәбелә, Наманганда (Үзбәкстан) үткән халыҡ- ара турнирҙарҙа ҡатнаша, ун биш мәртәбә Башҡортостан кубогын яулай, республика йыйылма командаһының яртыһын учалылар тәшкил итә. Улар Салауат Юлаев кубогына асыҡ турнирҙарҙа һәм башҡа ярыштарҙа ла даими сығыш яһай. Бынан тыш төрлө тамашаларҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙарҙың иҫәбе, һаны юҡ.
80
Милли көрәш ғәйәт популяр булыу сәбәпле, йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа, район-ара ярыштарҙа, профессионал көрәшселәрҙән башҡа, махсус әҙерлек үтмәгән ир-егеттәр ҙә ҡатнаша.
Беҙҙең заманда милли көрәштең мәртәбәһе күгәрел- гәндән-күтәрелә, даирәһе киңәйгәндән-киңәйә, батырҙар халыҡ-ара спорт аренаһына сыға. Жәлил Йосоповтың һөйләүенсә, быға нигеҙ уҙған быуаттың 70—80-се йылдарында уҡ һалына. Район, ҡала һабантуйҙарында еңеүселәр, шулай ук күрше әлкәләрҙән, республикаларҙан ҡунаҡтар саҡырылып, баш ҡалабыҙ Өфөлә турнирҙар уҙғарыла, батырҙарға ҡиммәтле бүләктәр бирелә. Асыҡ чемпионаттарҙа Башҡортостан, Татарстан, Силәбе, Һамар, Удмурт, Сыуаш, Таулы Алтай, Тыва, Ҡарасәй- Черкес, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Турнирҙар Ашхабадта, Татар- станда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ла ойошторола. Билбау менән көрәш байтаҡ донъя халыҡтарына хас күренеш булараҡ, Төркиә, Иран, Ираҡ, Ҡытай, Монголия кеүек илдәр ҡатнашлығында халыҡ-ара турнирҙар уҙғарыу ынтылышы бары хуплауға һәм бойомға ашырыуға лайыҡ.
Бындай шарттарҙа Башҡортостаныбыҙҙа ла милли көрәшкә иғтибар көсәйә. Айырыуса йәш алмаш әҙерләү зарур. Тәжрибәле остаз булараҡ, Жәлил Динмөхәмәт улы Йосоповҡа Башҡортостан Республикаһының «Көрәш» милли спорт федерацияһын етәкләргә тәҡдим итәләр. Тәүҙә ул Учалынан килеп-ҡайтып йөрөй, чемпионаттар мәлендә айҙар буйы ятып эшләй, шунан бөтөнләйгә Өфөгә күсеп килә. Уңайлы шарттар, фатир вәғәҙә итәләр.
Кесе йәштән көрәш сәме һеңеп, көрәш менән шөғөлләнеп, батырҙар менән көс һынашып, майҙандарҙа дан алған ир-уҙаман, Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы исемен яулаған Хажиәхмәт Миңлеәхмәт улы Ҡотошов дуҫы Жәлил менән һөйләшеп ултырғанда, уны йәш үҫмерҙәр, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары менән шөғөлләнергә өгөтләй. Гимназия директоры Әлфир Сулпан улы Ғайсин да бик ихлас саҡыра:
-
Беләһегеҙ, беҙҙең гимназия — милли кадрҙар әҙерләү үҙәге. Кил, республикабыҙҙың төрлө яҡтарынан,
81
йәнә Силәбе, Ҡурған, Ырымбур әлкәләренән, Төмәндән йыйылған малайҙарҙы көрәшергә өйрәт, спортсылар әҙерлә. Үҙеңдең улың да бында укый.
Жәлил ризалаша. Милли көрәш буйынса күнекмәләргә саҡырып, иғлан яҙып эленә. Башта бәғзе бер атай-инәйҙәр шик-шөбһә лә белдерә: «Көрәшеү кәрәкме? Имгәнмәҫтәрме?..» Жәлил Йосопов кем икәнен таныта, үҙенең улдарының ун бер-ун ике йәштән көрәш менән шөғөлләнеүҙәрен әйтә. Рухы ҙур башҡорт билбау тотоп көрәшә белергә тейеш.
Инде етенсе-ун беренсе кластарҙан егерме-егерме биш йәш үҫмер көн һайын кистәрен спорт залына килә. Тренер бер-ике аҙна эсендә генә ысын көрәшсе оҫталығына эйә булыу мөмкин түгеллеген, бының өсөн ике-өс йыл ваҡыт, күнекмәләр кәрәклеген аңлата. Әйтәйек, Учалыла «Батыр» клубында шөғөлләнеүселәр аҙна эсендә шулай шөғөлләнә: дүшәмбе — күнегеүҙәр ярҙамында яҙылыу, һелкенеү, көрәшеү; шишәмбе — яҙылыу, толоп (чучело) ташлау; шаршамбы — көрәш; йома — тренажерҙа күнегеү, һелкенеү, көрәшеү; шәмбе — йүгереү, саңғыла йөрөү. Гимназияла ла уҡыусылар көрәшә башлар алдынан төрлө күнегеүҙәр эшләй, күпер һымаҡ тора, сальто яһай, йығылырға, балаҫты тойорға өйрәнә. Йәнә ырғымыс менән һикерәләр, сүгәләйҙәр, турникта тартылалар, арҡан буйлап үрмәләйҙәр, баскетбол уйнайҙар... Дәрт, көс-ҡөҙрәт, ҡыйыулыҡ, таһыллыҡ шулай ойоша һәм уҡмаша. Бының өсөн дөрөҫ туҡланыу, витаминлы аҙыҡтар ашау ҙа зарур, мәҫәлән, алма, әфлисун, грек сәтләүеге, бал, ҡымыҙ, йылҡы ите...
Хәрәкәттә — бәрәкәт. Мәшһүр остаз Жәлил Йосопов күнектергән команда танылғандан-таныла бара. Стәрлетамаҡта үгкән уҡыусылар спартакиадаһында ҡала командалары араһында беренсе урынды яулайҙар. Рәми Ғариповтың 75 йыллығына арналған ярышта ла һынатмайҙар, Өфөнөң Дим, Совет райондары, Һупайлы биҫтәһе командаларына таһыллыҡтарын күрһәтәләр. Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура һәм спорт хеҙмәткәре Гөлөс Әғзәмов иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш буйынса уҡыусыларҙың республика фестивалендә егерме туғыҙ команда ҡатнаша. Жәлилдең биш егете финалға сыға һәм дүртәүһе Башҡортостан
82
чемпионы була. Уларға гимназияла бөтә уҡыусылар алдында миҙалдар ҡабаттан тапшырыла. Егеттәрҙең абруйы күтәрелеп китә, ҡыҙҙар ҙа башҡасараҡ, яғым- лыраҡ ҡарай. Бынан һуң көрәшергә теләүселәр тағы ла ишәйә. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы үткәргән ярышта беренсе урынды алыу һәм «Башҡортостандың йәш батыры» исеменә лайыҡ булыу тағы ла мәртәбәне арттыра. Инде милли көрәш буйынса Башҡортостан, Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу маҡсат итеп ҡуйыла.
Милли көрәш менән мауыҡҡан һәм шөғөлләнгән йәш үҫмер тегендә-бында ҡаңғырып йөрөмәй, насар ғәҙәттәргә бирелмәй, тартмай, эсмәй, сәләмәт тормош менән йәшәй. Быға Жәлил Йосоповтың дүрт улының булмышы, тормошо асыҡ миҫал. Оло улы Рәзим — милли көрәш буйынса спорт мастеры, подполковник. Марсель — спорт мастеры, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы, Силәбе әлкәһенең милли көрәш буйынса спорт федерацияһының башҡарма директоры, Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиленең милли эштәр буйынса урынбаҫары, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы. Руслан — юрист, милиция лейтенанты, спорт мастеры, Салауат — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы, атаһынан, ағаларынан үрнәк алып, милли көрәш менән әүҙем шөғөлләнеүсе. Үҙ тиңдәре араһында Башҡортостанда һәм 2008 йылда Ҡазанда үткән Рәсәй чемпионатында 1-се урынды яуланы.
Жәлил Динмөхәмәт улы уҡыусыларына изге доға һымаҡ ошо ысынлыҡты, хәҡиҡәтте ҡабатлай: «Милли көрәш — гуманлы көрәш, йүнлелеккә, яҡшылыҡҡа, дөрөҫ йәшәргә күнектерә, сыныҡтыра, рухты вә һаулыҡты нығыта, халҡыбыҙҙың дәрәжәһен күтәрә, данын арттыра».
ИҘЕЛ КИСМӘЙ ИЛ БУЛМАЙ
Булыр бала биләүҙән, тигән ҡанбабалар. Был әйтем Иҙел Миһран улы Агишев уҙаман булмышын, яҙмышын да яҡтыртып, балҡытып ебәрә һымаҡ. Ул сығышы менән Туҡ буйы башҡорто Миһран Лоҡман улы Аги
83
шев ғаиләһендә, Баймаҡ райо-
нының төпкөл Шырмай ауы-
лында тыуған. Әхмәтзәки
Вәлиди халҡының хоҡуҡтары
һәм азатлығы өсөн көрәшкән
шанлы йылдарҙа атаһы Йы-
лайыр төйәгендә милиция
начальнигы булып эшләй.
Эҙәрләү, репрессия мәлендә
Миһран Лоҡман улы кеше
күҙенән алыҫыраҡ Бөрйән
төйәгендәге Әтек, Ғәлиәкбәр,
Ҡотан, Ырғыҙлы, Кейекбай
ауылдарында йәшәй, 1943 йыл-
да Иҫке Собханғолға килеп
төпләнә.
1934 йылда Иҙел Әтектә уҡый башлай. Уҡытыусыһын ул әле лә хәтерләй. Әхмәт Жаналин инәһе
Хөсниямалға туған тейеш булһа ла, шуҡ малайҙы ҡаты тота. Хәйер, бөтә укыусыларҙы үҙенә ҡаратҡан ғәжәйеп сифаттары ла күп була уның: ғилемле остаз, рәссам, йырсы, гармунсы, хатта бейеүсе лә. Күп һәләткә эйә һәм шәкерттәренең дә һәләтен асҡан ысын мөғәллим. Башланғыс кластарҙа бала нисек уҡытыла, киләсәктә лә ул төплө белемле була икәненә ныҡлы инана Иҙел Миһран улы һуңынан.
1937 йылда Ғәлиәкбәр ауылына күсеп, башланғыс класты бик яҡшыға тамамлай ул. Йәш математик Әптрәхим Хәмитов бишенсе-етенсе класс уҡыусыларына арифметика, алгебра, геометрия ғилемен башҡорт телендә төшөндөрә. Ситтән килгән рус теле уҡытыусыһы Фәриҙә Фәйзуллина, химия, ботаника уҡытыусыһы Хәлимә Ҡорбанова уҡытҡан фәндәренә ҡыҙыҡһыныу вә һөйөү уята, Йҙелде «әртис» һәнәренә лә ылыҡтыра, тормош һабағын да бирәләр.
Етенсе класты бөткәс, Иҙел иһә үҙе ике йыл Иҫке Монасип, Яңы Собханғол мәктәптәрендә уҡытып ала. Мәктәптә кассир, район мәғариф бүлегендә бухгалтер булып та эшләй.
1944 йылда ата-инәһенең тыуған яғы Туҡсоранға ҡунаҡҡа ҡайта. Ҡотлөмбәт ауыл советы рәйесе, туған тейеш Мөьминә апаһы уны Ҡотлөмбәт башланғыс мәктәбендә уҡытыусы итеп ҡалдыра. Иҙелдең Ғәлиәкбәрҙә
84
алған «әртис» һәнәре бында ярап ҡала, ауыл клубы мөдире булып та эшләй. Ауыл советы секретары Рәхи- мә Аллабирҙина менән бергәләп репетициялар үткәрә, йәштәрҙе сәнғәткә ылыҡтыра, ике аҙнаға бер мәктәп бинаһында, парталар өҫтөнә ишектәр теҙеп, өй беренсә йөрөп йыйылған шаршау, мендәр, юрған кеүек әйбер- ҙәр менән сәхнәне йыһазлап, тамаша күрһәтәләр.
«Ғәлиәбаныу» пьесаһында Рәхимә — Ғәлиәбаныу, Иҙел иһә Хәлил образын башҡара. «Мине бай улы мылтыҡтан атҡас, бөтә тамашасы, уй, Иҙелде үлтерҙеләр бит, тип илай. Күрәһең, пистон шартлауы ла ысын атҡан һымаҡ тойолғандыр инде, — тип ул йылдарҙы йылмайып хәтерләй Иҙел Миһран улы. — «Хажи әфәнде әйләнә» пьесаһын да ҡәрҙәштәребеҙ ихлас ҡарай, ҡыҙыҡ урындарҙа йығылып көлә, ҡул саба ине».
Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ, тигәндәй, Иҙел хәрби кеше булыу уйы менән талпына, Чирчик танк училищеһына (Үзбәкстан) имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Тик ошо училищены тамамлаған башҡорт егеттәрен осратып, уларҙың кәңәше буйынса бында уҡырға ҡалмай, ә Одесса пехота училищеһына юллана. Әмәлгә ҡалғандай, унда дежурҙа торған өлкән лейтенант Гредневты осрата, ул яҡташ булып сыға. Ырымбур әлкәһенән икәнде белгәс: «О, земляк...» — тип училищены маҡтарға тотона. Өлкән лейтенант хәтле ҙур кеше хуплағас, училищеға инеп китә Иҙел.
Мәктәптә балалар менән өс йылдан артыҡ эшләгәнен иҫәпкә алып, ул ротаның беренсе взводына алына. Взвод командиры өлкән лейтенант Бойко уны үҙенә ярҙамсы итеп тәғәйенләмәксе. Әммә ажғырып торған ҡала егеттәре күңеленә ятмай Иҙелдең. Был взводта немец телен яҡшы белгәндәр шөғөлләнә. Шуға күрә уны дүртенсе взводҡа, инглиз телен башлап өйрәнгән курсанттар янына күсерәләр. Взвод командиры өлкән лейтенант, милләте буйынса хакас Тутатчиков уны яҡын күрә, үҙ телендә өндәшә.
Бына шулай ауыл малайы хәрби училищеның курсанты булып китә. Атаһы училищены беренсе разряд менән тамамлап ҡайтҡан улы менән ғорурлана. Башҡорт мәктәбендә башҡорт телендә уҡыуы Иҙелгә артабан белем алыуҙа тотҡарлыҡ булмай. Ғәмәлдә мәктәптә фәндәрҙең ентекле, төплө төшөндөрөлөүе мөһим. Ул
85
шуға инана. Хәҙер милли телдә уҡытыу бик тә ҡыуаныслы күренеш. Мәгәр ун-ун беренсе кластарҙа рус телендә уҡыуға ирек ҡуйыу зарур. Аҡмулла яҙғанса, ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң, белем-һөнәр бер- ҙән-бер әмәл булыр.
Иҙел Миһран улы өсөн училищела уҡыған йылдар ҙур асыштар мәле була. Элек барлығын да белмәгән инглиз телен үҙләштерә. Инглиз теле уҡытыусыһы Мәскәү сит телдәр институтына инергә тәҡдим итә хатта. Ләкин Иҙел Миһран улы сит илгә, Румынияға, хеҙмәткә ебәрелә.
Училищела уҡып йөрөгәндә Иҙел Миһран улын ғүмерлек уйға һалған тағы бер ваҡиға була. Беренсе курсты тамамлап, Өфө аша каникулға ҡайтып килә. Перронда башҡортҡа оҡшаған бер нисә ҡыҙ көлө- шә-көлөшә татарса хәбәрләшеп тора. Иҙел, яндарына барып, иҫәнләшеп, уларға һүҙ ҡуша. Шул саҡ бер егет пәйҙә була. «Ниңә башҡортса һөйләшәһең?» — ти был. «Бәй, башҡорт булғас, башҡортса һөйләшәм инде», — тип яуаплай Иҙел. Ул да булмай теге егет: «Мин дә башҡорт», — тип уның күкрәгенә төртөп ебәрә. Ошо көнгә тиклем бармаҡ осо менән дә бер кемгә теймәгән Иҙел егеттең яғаһынан ала. Шау-шыуға милиция, хәрби патруль килеп, икеһен ике яҡҡа алып китә. Иҙел хәлде һөйләп биргәс, комендатура бүлмәһендә йыртылған погондарын тектереп, көлөшә-көлөшә сығарып ебәрәләр.
«Был ни хәл? Нисек инде татарса һөйләшкән башҡорт булыуы мөмкин? Өнөммө, төшөммө?» — тип уйлана ул. Бөрйән менән Ырымбур, Туҡ буйы башҡорттары менән аралашҡан Иҙел башҡорттоң башҡорт һәм татар теллегә бүленеүен белмәй. Шул арҡала ҡул күтәргән егеттең ысын башҡортмо, әллә ҡотҡосомо икә- нен дә аңғармай. Был уй уға һуңыраҡ килә.
Румынияла хеҙмәт итеп йөрөгән Иҙел 1951 йылда ялға ҡайта. Өфөлә Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан бер әбейгә фатирға инә. Әбей башҡортса һөйләшә, ҡыҙҙары татарса. «Ниңә шулай?» — тип төпсөнгәс: «Башҡортса һөйләшһәң, көләләр, башҡортса уҡырға башҡорт мәктәбе юҡ», — тиҙәр. Был Иҙелде сикһеҙ уйҙарға һала.
Армиянан ҡайтып, Өфөлә физик культура техникумында уҡый башлағас, олоһо ла, кесеһе лә: «Ниңә
86
башҡортса һөйләшәһең?» — тип әйтеүе инде аптыратмай уны. Әлеге көндө күрше ҡатындың: «Мин 1948 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Ул ваҡыт шәһәрҙә бер башҡорт та юҡ ине», — тип әйтеүе әсендерә лә, көлдөрә лә Иҙел Миһран улын. Ысынлап та, ул ваҡытта башҡорт артистары, дикторҙары сәхнәнән төшөү, урамға сығыу менән татарса һөйләшә ине. Замана ҡоло булғандарҙыр инде. Ул йылдарҙың, башҡортса һөйләшергә тартыныуҙың нәжәғәй-ялағайы әле лә ялтлап ҡала.
Тел, милләт яҙмышы өсөн көрәшергә, аныҡ саралар күрергә кәрәклеген төшөнә Иҙел Миһран улы. Баймаҡ баҡыр иретеү комбинатында физкультура буйынса инструктор булып эшләп йөрөгән еренән Өфө кизе-ма- мыҡ комбинатына физкультуранан инструктор, ә бер йылдан Черниковкалағы ике баракта урынлашҡан 55-се, 56-сы татар-башҡорт мәктәптәренә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә инә.
1958 йылда 72-се мәктәп төҙөлөп, татар-башҡорт мәктәптәре шунда күсә. Башта татар кластары һаҡланһа, артабан улар ҙа бөтөрөлә. 1959 йылда кластарҙы һаҡлауҙы һорап, Иҙел Миһран улы КПСС-тың Башҡортостан әлкә комитетының беренсе секретары 3. Н. Ну- риевҡа хат яҙа.
Өфөлә «һуңғы Һартай» булған мәктәптәр милли мәктәптәрҙе баш ҡалала ғына түгел, ә бөтә Башҡортостанда яҡлау зарурлығын күрһәтә. Тап бына ошо осорҙа Иҙел Миһран улы йөрәкһенеп туған телен данлаған шиғырын яҙа:
Аҡ биләүҙә ятҡанда уҡ Ҡаным менән тәнемә һин Айырылмаҫлыҡ булып мәцге һеңдең, сәсән әсә телем.
Тылсым тулы өндәреңдән Теҙҙем атай, әсәй һүҙен.
Белем донъяһында йөҙҙөм,
Әсә телем, астыц күҙем.
Йөрөштөрҙөм сит ерҙәрҙә, һөйләштерҙем ят телдәрҙә.
Күңелем түренән төшмәнең,
Әсә телем, һис кенә лә.
87
Бер туҡтауһыҙ сылтырап аҡҡан Шигимәләрҙәй аҡһын һүҙем.
Ьөйләп туймам, тыцлап туймам,
Зәмзәм һыуы — әсә телем.
Иҙел Миһран улын, бөтәһенән элек, ҡайһы бер түрәләрҙең башҡорт теленең «ғүмере»н егерме йыл менән сикләүе һағайта. Хәҙер был фараздар әйтелеүгә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте, ләкин башҡорт теле, Аллаға шөкөр, йәшәй һәм йәшәйәсәк тигән ышаныстабыҙ.
Иҙел Миһран улы юғары белем алырға ынтыла һәм 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. 1960 йылда Башҡортостан радиоһында һөйләгән сығышында ул: «Мине, утыҙға еткән кешене, университеттан диплом алып сығыу түгел, ә тәү сиратта халҡыма тоғро хеҙмәт итеү теләге алып килде», — ти.
Бер йыл үткәс, Иҙел Миһран улы көндөҙгө бүлеккә күсә. Курс эштәрен мәктәп тормошон сағылдырған темаларға яҙа. Гәзит-журналдарҙан уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эше тураһында кәрәкле материалдар туплай. Сығарылыш имтихандарын бик яҡшыға тапшыра, диплом эшен дә уңышлы яҡлай. Өфөлә төпләнгән, фатиры, ғаиләһе булған Иҙелде Балаҡатай районының Билән урта мәктәбенә ебәрергә булалар. Мәгәр ул Өфөлә эш эҙләй. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына конкурста ҡатнашырға саҡырыла. 1964 йылдың сентябренән институтта эш башлай.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә башҡорт мәктәбе асыу хыялы менән янған Иҙел Агишев аныҡ эшкә тотона. Ата-инәләрҙән ҡултамғалар йыйып, Мәғариф министр- лығына хат яҙа, Өфө ҡала мәғариф бүлегенә лә бара. Уның 1-се республика интернатында башҡорт ҡала балалары өсөн ике класҡа урын табыу, һуңынан 114-се мәктәпте ҡала балалары өсөн башҡорт мәктәбе итеп үҙгәртеү идеялары министр тарафынан кире ҡағыла, ә ҡала мәғариф бүлеге мөдире Т. И. Хөсәйенов тарафынан яҡлана. Ярҙам һорап партияның Башҡортостан әлкә комитетына мөрәжәғәт итә. Министр бер класс ҡына асырға рөхсәт менән мәктәп-интернат директоры Т. X. Аслаевҡа ебәрә. 1965 йылда ҡала балалары өсөн бер класс асыла. 1967 йылда күберәк ҡултамғалар йы
йып, Иҙел Миһран улы Өфө башҡорт балалары өсөн айырым мәктәп асыу мәсьәләһен күтәрә. Йыйылған ҡултамғалар партияның әлкә комитетына тапшырыла. Күп тә үтмәй хатты тапшырған Иҙел Агишев, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Шакир Бикҡолов әлкә комитет секретары Т. И. Ахунйәнов кабинетына саҡырыла...
Икенсе көндө Иҙел Миһран улына мәғариф министры урынбаҫары шылтыратыуы һәм ата-инәләрҙең ғаризалары менән үҙенә килергә ҡушыуы тураһында әйтәләр. И. И. Ғөбәйҙуллин уны йылы ҡаршылай, 91-се гимназияла башҡорт кластары асырға булғандарын әйтә, ата-инәләрҙән документтар йыйырға ҡуша. Был изге эшкә һуңынан күренекле мәғрифәтсе булып танылған Мөхәммәтғәли Ғәли улы Исҡужин да әүҙем ҡушыла.
91-се гимназияла башҡорт кластарын асыу гимназия директоры Ә. X. Ғәббәсовта, район һәм ҡала мәғариф бүлектәрендә, ҡала советында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Уйҙары — нисек тә башҡорт кластарын булдырмау, ата-инәләрҙе тарҡатыу, бәхәс тыуҙырыу. Июль айы баштарында ата-инәләр 91-се гимназияға йыйыла.
Йыйылышты асып, ҡала мәғариф бүлеге мөдире С. Н. Шерстобитов тура һорау ҡуя: «Башҡорт мәктәбе асылыр, ләкин балаларҙы ниндәй телдә уҡытырбыҙ?» Иҙел Агишев: «Был турала хатта асыҡ яҙылған, башҡортса уҡытҡан мәктәп асыуығыҙҙы һорайбыҙ», — ти. Икеләнеп ҡалған ата-инәләрҙең күбеһе йыйылыштан сығып китә.
Мәгәр бүлмәлә ҡалғандар башҡорт мәктәбен асыу уйынан баш тартмай. Мәктәп директоры, ҡала мәғариф бүлеге артабан нисек кенә тырышмаһын, ата-инәләр теләгенән сигенмәй, ун бер бала менән 1-се класс асыла. Мең ҡаршылыҡтар менән 91-се мәктәптә йыл һайын берәр класс арта бара.
Ниһайәт, 1970 йылда күптән көтөлгән башҡорт мәктәбен асыу тураһында ҡарар сыға. 20-се мәктәп физика-математика йүнәлешендә эшләргә тейеш була. Мәғариф министры Ф. X. Мостафинаның кәңәше буйынса мәктәпкә инглиз йүнәлеше бирергә килешелә.
Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп беренсе көндән үк биш йөҙ илле биш уҡыусы менән комплектлана, уларҙың йөҙ егермеһе мәктәп
89
эргәһендәге интернатҡа урынлаштырыла. Иҙел Миһран улы интернат советының рәйесе вазифаһын башҡарырға риза була, йыл һайын мәктәпте яңы балалар менән тулыландырыуға ярҙамлашыу эшен дә үҙ өҫтөнә ала. Мәктәп директоры Туғыҙаҡ Илһам улы Йәһүҙин дә ҡаршы төшмәй, сөнки Йҙел Миһран улының мәктәп эшен яҡшы төшөнгәнен, тырышлығын Башҡорт дәүләт университетында бергә бер өҫтәл артында уҡыған сағынан уҡ белә.
1971 йылдың ғинуар айҙарында ул «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Яңы мәктәптең яңы проблемалары» тигән мәҡәләһен баҫтыра. Был йүнәлештә дәүләт органдары менән бәйләнешкә инә. 1973 йылға ике йөҙ ун биш урынлыҡ интернат, залды ашхананан айырыу, интернат бинаһын мәктәп бинаһы менән тоташтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1972 йылда эш башлана. Ләкин байтаҡ эш эшләгәндән һуң төҙөлөш туҡтатыла.
-
1972 йылдың авгусында партия әлкә комитетының республика милли мәктәптәрен планлы рәүештә рус телендә уҡытыуға күсереү тураһындағы ҡарары йөрәкте өшөттө, — ти Иҙел Миһран улы. — 20-се мәктәп директоры Т. И. Йәһүҙин башланғыс кластарҙы русса уҡытыуға күсермәне. Өлкән кластар ғына күсте, мәгәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылыуын дауам итте.
Милли үҫеште сикләү, ҡыҫырыҡлау һәр йәһәттән көсәйә. Медицина институтында, «Совет Башҡортостаны» редакцияһында булған хәлдәр, республиканың милли мәктәптәрен рус телендә уҡытыуға күсереү ошо хаҡта һөйләй. 1973 йыл аҙағында Иҙел Агишев КПСС Үҙәк Комитетына «Башҡорт АССР-ында етәксе кадрҙарҙың күсеш тенденцияһы» тигән мөрәжәғәтен тапшыра. Бында ул аныҡ факттарҙа республикала башҡорт интеллигенцияһының хәлен тасуирлай, был хәлгә иғтибар итеүҙәрен һорай.
Иҙел Миһран улы ошо мөрәжәғәт менән генә сикләнеп ҡалмай, КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Контроль комитеты рәйесе А. Я. Пелыпеға Башҡортостанда башҡорт мәктәптәренең, башҡорт теленең аяныс хәле, көнбайыш башҡорттарының татар мәктәптәрендә уҡыуы, был хәлдең башҡорт теле файҙаһына хәл ителергә тейешлеге, КПСС-тың Башҡортостан әлкә комитеты
90
ның быға битарафлығы тураһында яҙа. Мөрәжәғәттең тәүгеһе, күрәһең, әлкә комитетына ебәрелеп, иғтибарһыҙ ҡала. Икенсе мөрәжәғәт буйынса кемдәрҙер Өфөгә килә. Был хәбәр Агишевҡа ла ишетелә. Нисек кенә тырышһа ла, ул тикшереүселәр менән осраша алмай. 1979 йылдың апрель айында Иҙел Миһран улын әлкә комитеттың ойоштороу бүлеге мөдире Г. В. Федотов үҙенә саҡыра. Ул билдәләнгән ваҡытҡа килә. Бүлмәһендә Ф. В. Солтанов та ултыра.
-
Г. В. Федотов мин яҙған хаттан өҙөктәр уҡый ҙа: «Видите, как он отчеканивает», — ти, — тип көсөргәнешле мәлде хәтерләй Иҙел ағай Агишев.
Уҡыған өҙөктәрҙән Иҙел Миһран улы Үҙәк Контроль комитетына яҙған хат тураһында һүҙ барғанын аңлай. Г. В. Федотов: «Бөгөнгө «Вечерняя Уфа» гәзитен уҡынығыҙмы?» — тип һорай ҙа унда Өфөнөң бер нисә мәктәбендә башҡорт теле өйрәнелеүе, көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ауылы иҫәпләнгәндәрендә быйылдан уҡ (1979 йыл) башҡорт телен уҡытыу инде- релеүе тураһында әйтә һәм, ысынлап та, ошо йылдан әйтелгән регионда башҡорт теле уҡытыла башлай. Мәгәр был ғына ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндермәй.
1979 йыл аҙағында Иҙел Миһран улы яңы факттар менән көсәйтелгән «Башҡорт АССР-ы милли мәктәптәрен русса уҡытыуға күсереү» тигән хатын КПСС Үҙәк Комитетына тапшыра. Бер мәл уны партияның олкә комитетына саҡырып, мәғариф министры ҡатнашлығында ҡыҙҙыралар. Иҙел Миһран улын дөрөҫтө яҙмағанлыҡта ғәйепләп, үҙ фекерҙәренән баш тартырға өндәйҙәр. Тик ул баш тартмай. Уны коллективта тикшерергә ҡарар ҡылалар.
1981 йылдың апрель аҙаҡтарында институттан ун бишләп кешене әлкә комитетына саҡырып, мөрәжәғәттең һығымтаһы менән таныштырып, Иҙел Миһран улын милләтселектә ғәйепләргә күрһәтмә бирелә. 14 майҙа йыйылыш була. Әлкә комитет хеҙмәткәре әлеге резюме менән таныштырғас, сығыштар башлана, ләкин бер кем дә Агишевты милләтселектә ғәйепләргә баҙнат ҡылмай. Йыйылыш ҡарарында ла милләтселектә ғәйепләү урын тапмай. Шулай ҙа институт директоры, үҙенең бурысы һанаптыр инде, уны кабинетына саҡырып, икәү-ара һөйләшеүҙе кәрәк таба.
91
Бик күптәр кеүек Иҙел Агишев та илдә М. С. Горбачев идара итеү мәлендә йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтенә ҙур өмөт бағлай. Мәгәр унда милли мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйылмай. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә ил халҡы үҙҙәренең милли мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай, ирек, мөстәҡиллек даулай.
Иҙел Миһран улы был ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. Юғары органдарға хаттар яҙып ҡына ҡалмай, Өфөлә үҙәктән килгән комиссия ағзалары менән осрашып, үҙ фекерҙәрен әйтә, ике тапҡыр Мәскәүгә КПСС-тың Үҙәк Комитетына, РСФСР Мәғариф мини- стрлығына барып ҡайта. Башҡорттар йәнтөйәктәрендә милли йөҙөн һаҡламаһа, ҡайҙа һаҡлар? Милләт бит милли мәғарифы, мәҙәниәте, теле, үҙенсәлектәре менән мәңгелек. Уларҙы, зиннәттәрҙең зиннәтен, һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуындарға аманат ҡылыу — изгеләрҙән-изге эш, маҡсат һәм бурыс.
Ҡыуанысҡа күрә, хәҙер, XXI быуат башында, Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, башҡорт ауылдарында байтаҡ фәндәр башҡорт телендә уҡытыла. Был ҡаҙаныш, һис шикһеҙ, көсөргәнешле көрәш менән өлгәшелде. Көрәшмәйенсә, даулашмайынса еңеү юҡ.
Иҙел Миһран улының төп эше Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының һүҙлек бүлегендә һүҙлек төҙөү булды. Ике томлыҡ русса-башҡортса һүҙлекте төҙөүҙә ҡатнашты. Аңлатмалы һүҙлекте төҙөүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Йәнә ул — Т. X. Аслаевтың тиҫтәнән ашыу методик хеҙмәттәренең, М. Ғ. Ғималованың «Башҡорт әҙәбиәте методикаһы»ның редакторы, И. Ғ. Ғәләүетдиновтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» тигән китабын руссаға, ғилми хеҙмәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итеүсе лә... Иҙел Миһран улы милләттәштәре араһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып киң таныла. 1988 йылдан Башҡорт мәҙәниәт клубы етәксеһе, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге тип үҙгәртелгәс, администраторы булып 1991 йылға тиклем эшләй. 1995 йылдан «Аҡтамыр» башҡорт үҙәгенең эшен йәнләндереүгә тос өлөш индерә, 2000 йылдың башынан алып 2006 йылға тиклем уның рәйесе вазифаһын башҡара.
92
«Аҡтамыр» ҡатнашлығы менән асылған мәктәптәр һаны Өфөлә етегә етә. Салауат, Күмертау ҡалаларында ла башҡорт мәктәптәре, бынан тыш, тиҫтәгә яҡын башҡорт балалар баҡсалары асыла. Халыҡ әйтмешләй, Иҙел кисмәй, ил булмай шул.
1998 йылда Иҙел Миһран улы «Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫеш концепцияһы йәки ысын федерализмға юл» тигән хеҙмәтен яҙа. Ул унда ваҡмы-эреме һәр милләттең милли суверенитеты булырға тейешлеген яҡлай. Был хат Рәсәй Президенты В. В. Путинға, Башҡортостан Президенты М. Ғ. Рәхимовҡа, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ла тапшырыла. Мәскәүҙән яуап килә. Унда авторға рәхмәт еткерелә һәм тәҡдимдәренең ҡараласағы тураһында әйтелә.
Иҙел Миһран улының тағы бер ғәжәйеп сифаты — көйҙәр яҙыуы. Көйҙәренең байтағы матбуғат аша халыҡҡа танылған. Архивында туҡһанға яҡын көй бар. Күп кеше: «Һинең музыкаль белемең юҡ, көйҙө нисек сығараһың?» — тип шик тә белдерә икән. Быға ғәжәпләнә торғаны юҡ — башҡорт халҡының классик оҙон көйҙәре музыкаль белемлеләр тарафынан сығарылмаған да баһа! Бер байрамда уның бер нисә йырын ишетеп, танылған йырсы Ғилман Сәфәрғәлин: «Иҙел ағай, йырҙарығыҙ миңә бик оҡшаны. Мин уларҙы өйрәнеп, йырлаясаҡмын», — ти. Тик хәҙер ул әхирәттә инде.
Әйткәндәй, Иҙел Миһран улы бала сағын, үҫмер йылдарын башҡорт моңдарына бай Бөрйән районында үткәрә. Халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен ныҡ ярата. Көй сығарыу маһирлығына был да булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Ата-инәһе мәжлестәрҙә, йыйындарҙа халыҡ көйҙәрен башҡара. Улар йырлаған «Зөбәйҙә» менән «Айһайҙуҡ» әле лә иҫендә Иҙел ағайҙың. Тыуған ил, тыуған төйәк, фани донъя, егет даны тураһындағы халыҡ йырҙары айырыуса күңеленә хуш. Уларҙа — ҡанбабаларыбыҙҙың аҡыл-зиһене, аманаты.
Билдәреңә быуган билбауыңдың Билдәреңә сыга буяуы.
Ҡайҙа гына барһа, ай, хур булмаҫ Tip мен тигән ирҙең уяуы.
93
Карагай ҙа тигән йылгыр агас Көслө елдәргә лә бирешмәй.
Tip-егетмен тигән кешеләргә Башын тубән эйеу килешмәй.
Егет кенә булһац, әй, дәртле бул,
Дәртле иргә Хоҙай мал бирә.
Дәртец генә булып, донъяц булһа,
Килмәҫ ирҙәр килеп хәл белә.
Ошо йырҙа йырланғанса, Иҙел Миһран улы Агишев — һис ҡасан башын түбән эймәгән, башҡорт телен, мәктәбен, донъяһын ҡурсалап көрәшкән, көслө елдәргә лә бирешмәгән ирмен тигән ирҙең уяуы. Фәһем алырлыҡ яҙмыш.
КҮҢЕЛДӘРҘӘ ЙӘШӘЙ ЫШАНЫС Аҙашҡан моң
Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында ғүмер кисергән, Әхмәтшәриф атлы ул, Флорида исемле ҡыҙ үҫтергән Миңзифа менән Әхмәтғәриф Бикбаевтар ғаиләһенә оло ҡыуаныс өҫтәп, тағы бер уғыл донъяға килә. Атай кеше башы күккә тейгәндәй һөйөнә, үҙен яңынан тыуғандай хис итә. Бала, айырыуса ир бала, ата-инәһенә алтын бағана бит. Уға замансараҡ итеп Риф тип исем ҡушалар. Бәпәй күрергә килеүселәр теләк әйтә: «Инәңә — иш, атаңа ҡуш бул! Тәүфиҡлы, ғүмерле бул! Сәләмәт бул, бәхетле бул!» Үҫә төшкәс, инәһе яйы сыҡҡан һайын: «Атаңа рәхимле бул! Атаңды тыңла! Олоға — кесе, кесегә — оло, барыһына шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө бул!» — тип өгөт-нәсихәтен биреп тора.
Өйгә бәхет булып, ата-инәһен, туғандарын ҡыуандырып, бала тәпәй баҫа, атлап китә, теле сыға, донъяны танып белә башлай. Ҡыуаныс менән тулы сәғәттәр, көндәр, аҙналар, айҙар, йылдар үтә, ата-инә балаһына бағып йыуана, хозурлана, уны сәпәкәй иттерә, алҡын- дыра-талпындыра, матур егет булыр ул, бик ҙур кеше булыр ул, тип үҫтерә. Күңеле моң менән һуғарылһын тип, биш йәшендә үк Рифкә гармун алып бирәләр.
94
Атаһы башҡарған «Ашҡаҙар»,
«Уйыл», «Һандуғас» кеүек баш-
ҡорт халыҡ йырҙарын, инәһе
яратҡан ауыл көйҙәрен тың-
лап үҫә ул. Отоп алып, үҙе лә
йырлап ҡарай. Шунан инде
мәктәптә, клуб сәхнәһендә
«Ирәндек», «Гөлнәзирә», «Әсә-
йемә», «Бүләк» йырҙарын
дәртләнеп йырлап, барыһын
да хайран итә.
Үҫмер сағы тураһында
һөйләшеп ултыра торғас, Риф
хәтирәләргә бирелеп һәм
хәҙерге торошон, булмышын
төшөндөрөп, шулай тине: «Моң ғәйәт ҙур көскә эйә
бит ул! «Уйыл»ды көйләгәндә, йырлағанда атайымдың
күҙҙәре йәшкәҙәй, мин дә моңға әүрәйем, сорналам, тә-
нем леберләп, дерелдәп китә. Күпме йылдар үткәс, нин-
дәйҙер тылсым менән тағы ошо хис-тойғоно кисерәм!»
Уның ошолай тиеүендә хикмәт бар. Ун бер йәштәр са-
маһында күҙ тейеүҙәнме, сихырҙанмы, башҡа сәбәптән-
ме, йәш үҫмерҙең моң ғәйрәте кәмей. Мәгәр ҡумыҙҙа,
гармунда өҙҙөрөп уйнай. Һәләтен үҫтереү өсөн бишен-
се кластан һуң Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен-
дәге гимназия-интернатҡа уҡырға килә. Бында иһә
пианинола, торбала һәм башҡа музыка ҡоралдарында
уйнарға өйрәнә. Ҡыуанысҡа күрә, хәрби бурысын үтә-
гән саҡта ла музыка менән шөғөлләнергә насип була,
Санкт-Петербургта юғары дөйөм ғәскәри-команда учи-
лищеһы тынлы оркестрында уйнай.
Йылдың дүрт миҙгеле, миҙгелдәренең сыуаҡ та, ҡоро ла, ямғырлы ла, һалҡын да көндәре булған һымаҡ, кешенең ғүмерендә лә төрлө мәлдәр була. Йыш Ҡына кеше тәбиғи асылы, булмышы, ҡөҙрәте буйынса һәләттәрен ғәмәлләштерә алмай ҡырын һуҡмаҡтан китә, аҙашып та йөрөгөләй. Риф иһә, асылы моң донъяһында икәнен белһә лә, йәй башында ғына һайраған һандуғастай, йәмле мәлен көтөп, тынып торорға мәжбүр була.
Аптырарлыҡ, мәгәр хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Риф Һикбаев тегенсе шөғөлөн үҙләштерә һәм Мораҡтың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында йыл
95
дан ашыу ошо һәнәре буйынса эшләп ала. Аҫыл таш ер ҡуйынында ятҡан һымаҡ, егеттең күңел төбөндә аҫыл моң ята. Күңелдә бар иһә телгә килә, күңелдәргә керә. Салауат ҡалаһы ял паркындағы концерт төркөмө етәксеһе сағында был хис-тойғо тағы ла көслөрәк урғый. Уйлана егет. Бөтә төр тиерлек музыка ҡоралдарында уйнай белә. Малай сағынан уҡ йырсы булырға, үҙе лә көйҙәр ижад итергә хыяллана. Ошо изге хыял бойомға ашмаҫ микән ни?.. Ҡанатланып, талпынып Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Әммә, инеш сығанағын дәү таш ҡаплап ятҡандай, моң күҙәүе асылмай.
Кисерештәр нисек кенә күңелен телгеләмәһен, уй- теләгенең ҡасандыр бер тормошҡа ашырына ышанысын юғалтмай егет. Ошо ышаныс Өфө сәнғәт институтына дәртләндереп, илһамландырып алып килә. Бокал буйынса педагог Миләүшә Мортазина Рифтең тауышында үҙенә хас сифаттар, милли сағыулыҡ булыуын билдәләй. Ихлас күңелдән вокал бүлегенә ҡабул итәләр, театр бүлегендә лә шөғөлләнергә фатиха бирәләр. Фольклор асылдарын танып белергә лә форсат таба үҙенә һәм башҡаларға ла талапсан студент. Ул үҙенең һәр йәһәттән булдыҡлылығы, тырышлығы, ихласлығы, хаҡлығы, ғәҙеллеге, абруйы менән айырылып тора, эсмәй ҙә, тартмай ҙа.
Вәғәз күндергән сафлыҡ
Бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған мәшһүр ғалим, әҙип, мөғәллим, философ, Шәреҡ белгесе һәм дин эшмәкәре Ризаитдин бине Фәхретдин- дең мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә күндергән бер вәғәзен уҡыу Рифтең зиһененә ғәйәт оло, һәр кем үтәргә тейешле изге аманат булып уйыла: «...Бер-берегеҙ менән яҡшы тороғоҙ, ҡәрҙәштәр рәүешендә йәшәгеҙ, дуҫлыҡ, тыныслыҡ, өлфәт һәм мөхәббәт берлә ғүмер итергә тырышығыҙ, үҙегеҙ һөйгән яҡшылыҡты мосолман ҡәрҙәштәрегеҙ өсөн дә һөйөгөҙ, үҙегеҙ өсөн яратмаған нәмәләрҙе мосолман ҡәрҙәштәрегеҙ өсөн дә яратмағыҙ. Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ, алдауҙан, уларға хыянат итеүҙән һаҡланығыҙ. Кешеләргә яҡшылыҡ теләй торған булығыҙ, бер-берегеҙгә зарар юлды көҫәп тор
96
мағыҙ, һүҙ йөрөтмәгеҙ, кешеләрҙең араларын боҙмағыҙ, бер-берегеҙҙе сағып, мосолман ҡәрҙәштәргә зыян ҡылыуҙан һаҡланығыҙ. Арағыҙҙа үпкәләшеүҙәр, рәнйешеүҙәр булһа, килешегеҙ, бирәсәк бурыстарығыҙҙы ҡиәмәткә ҡалдырмағыҙ, донъяла ваҡытығыҙҙа ризалашығыҙ. Ҡануниәтебеҙҙә ҡаты рәүештә тыйылған нәмәләрҙән: иҫерткес эсемлектәр эсеү, отош уйыны уйнау, фәхеш ҡылыу, кеше малын урлау, золом ҡылыу, ялған һөйләү, вәғәҙәлә тормау кеүек насарлыҡтарҙан бар көсөгөҙ менән һаҡланығыҙ.
Ата-инәләрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ! Сәләмәт ваҡыттарында хеҙмәттәр ҡылып, доғаларын алып ҡалырға тырышығыҙ, үлгәндәренән һуң үҙҙәрен онотмағыҙ, улар өсөн доғалар уҡып, изгелектәр ҡылып, рухтарына бағышлағыҙ. Ҡатындарығыҙ менән яҡшы көн күрегеҙ, бер-берегеҙгә шәфҡәтле, мәрхәмәтле булығыҙ, бер-берегеҙҙең хәтерен ҡалдырыуҙан, ҡаты һүҙ әйтеүҙән һаҡланығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙамсы, серҙәш, бер йән, бер тән булып ғүмер итегеҙ, бер-берегеҙгә йыуаныс булығыҙ, бергәләп шатлыҡтарығыҙҙы, ҡайғыларығыҙҙы уртаҡлашығыҙ. Балаларығыҙҙы яҡшы холоҡтар берлә холоҡлаидырырға — әҙәпле, инсафлы, диянәтле итеп үҫтерергә тырышығыҙ, иң башлап балаларығыҙ өсөн үҙегеҙ яҡшы күсергес булығыҙ, ҡәрендәштәрегеҙҙең хәлдәрен белеп, һорашып, ҡатнашып йөрөгөҙ. Бигерәк то ҡатын-ҡыҙ ҡәрендәштәрегеҙгә риғәйәле (иғтибарлы, ҡайғыртыусан), шәфҡәтле, шулай ук ҡарттарға, ҡарсыҡтарға, меҫкендәргә, йәтимдәргә ярҙамсыл булығыҙ...»
Был вәғәз — күркәм, мәғәнәле йәшәү рәүешен төшөндөргән фәһемле өгөт-нәсихәт, йола-ғәҙәт, әхлаҡ- оҙәп ҡағиҙәләре йыйылмаһы. Фәҡәт изгелеккә әйҙәгән оцдәмә Риф Әхмәтғәриф улы өсөн дә йәшәйеш ҡанунына әйләнә. Күрмәккә лә, үрнәккә лә бар булыу өсөн 1’иф тиҫтерҙәре менән институтта «Сафлыҡ» ойошмаһын ойоштора. Ниәте — күркәм холоҡлоларҙы берләштереп, изге рухи мираҫҡа таянып, тылсымлы көстө уятыу, генетик хәтерҙе тергеҙеү, яҡшылыҡҡа саҡырыу, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, йәнде-тәнде сәләмәтләндереү...
Сәнғәт институтының проректор ярҙамсыһы итеп к уйылған Риф Бикбаев арҡаҙаштары Әхәт Мөхәмәтшин, Филүс Үтәгәнов, Имза Биктимеров, Вәкил Яҡупов
97
менән утыгышып, сәләмәт көнитмешкә әйҙәй: Нарду- ған, Науруз байрамдары, спорт ярыштары үткәрә; Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Нуриман, Әбйәлил төбәктәренә сәйәхәттәр ойоштороп, һабаҡташтарын тәбиғәт ҡомартҡылары, милли ҡиммәттәр менән таныштыра; күңелгә им бирерҙәй тарихи һәм нәфис әҙәбиәт тәҡдим итә... Ятаҡта иһә көнитмешкә, уҡыуға ҡот биргән тәртип урынлаштырыла, студенттарҙан таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ талап ителә, тәмәке тартыу, эсеү тыйыла, ауыл ҡыҙҙары һәм егеттәре яман йоғонтоларҙан ҡурсалана һәм һөҙөмтәлә күркәм йәшәргә теләгән теләктәштәр ишәйә.
Мәгәр ҡәтғи тәртип менән килешмәй, аҡылын артҡа, асыуын алға ҡуйғандар ҙа була. Кешегә ай менән ҡояш та ярамай тигәндәй, «Сафлыҡ» ойошмаһының эскелеккә ҡаршы көрәше, ҡылған ғәмәлдәре бәғзеләр- ҙең, хатта ки фән әһеленең зитына тейә, асыуын ҡабарта. Тура әйткән туғанына ярамаған кеүек, сетерекле хәл килеп тыуа. Кешеләргә түбәнселек итһәң дә, үҙең түбәнһенеү ирмен тигән ир-егеткә төҫ түгел. Сәнғәт йорто умарта күсе һымаҡ ҡуҙғып, ҡәрҙәштәр үҙ-ара уҡ ҡаҙаша, сағыша башлаһа?.. Былай һис тә ярамай. Тауышы ла асылмағас, урғылмағас, Риф институттан китергә мәжбүр була.
Һынау вә сауап
Төрлө кешеләр менән танышҡан, ихлас аралашҡан, уларҙың эше, донъяһы менән ҡыҙыҡһынған егет Өфөлә Иршат исемле ағайҙан бәйләм бәйләү оҫталығына өйрәнә. Заманына күрә әмәле тигәндәй, тыуған яғына ҡайтҡас, артабан тормош көтөр өсөн ҡулай ҙа, отошло ла була был һәнәр. Ҡатын-ҡыҙ эше тип тартынып, уңайһыҙланып тормай, бөтә күңелен һалып бәйләүгә тотона. Мауығып махсус баҫмалар уҡый, «Нива» бәйләү машинаһын һатып ала.
-
Тәүҙә ойоҡбаштар бәйләнем, тора-бара башлыҡтар, шәлдәр, кофталар, юбкалар бәйләргә өйрәндем. Ептәрҙе Ырымбурҙан барып алам, — тип шөғөлө менән ентекләберәк таныштырҙы Риф. — Бәйләмдәрем ҡулланыусыларға оҡшаны. Заказдар бирә башланылар. Тирә-
98
яҡ ауылдарға хәбәр тиҙ таралды, Мәләүездәге комплекс та һатыуға ҡабул итте. Етендән бәйләнгән һәм тегелгән оҫ кейемдәрен эшҡыуарҙар Башҡортостанға Белорус - сиянан килтереп һатҡанда, үҙебеҙҙә бәйләм менән шөғөлләнеү күпкә йәтешерәк, килешлерәк бит.
Риф мөкиббән китеп, үтә лә мауығып бәйләм бәйләү менән мәшғүл була. Ағаһы Әхмәтшәрифтең өс ҡыҙында кейем бәйләүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡатыны Вәсилә лә иренең кәсебенә шат. Иренеп, өмөтһөҙлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ятмай, эсмәй, тартмай, эшләй, таба. Бындай йүнсел кешегә нисек ҡыуанмайһың инде. Бәйләмдән башҡа ул миндек, селектән һепертке бәйләү, һалабаш һалып, йүкә бумала, йәнә кәрәк һаптары эшләү эшен дә йәнләндерә. Кәсебе ырай. Әлбиттә, туғандары ла дәррәү ярҙамлаша. Ботаҡтарҙы балта менән ботамай, ипләп кенә, һаҡ ҡына баҡса ҡайсыһы менән ҡыйып ала. Етештергән көнкүреш тауарҙарына, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарына ихтыяж ҙур. Салауат, Кү- мертау, Өфө предприятиеларына тапшыра. Ул үҙ иңендә һынауынса, тырышһаң, әмәлдәрен тапһаң, ауылда ике ҡулыңа эш табырға, етеш көн итергә, гөрләтеп донъя көтөргә мөмкин. Теләгең, дәрт-дарманың ғына булһын!
Йүнсел хужа, эшҡыуар булараҡ, Риф үҙен генә уйламай, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, хәстәрләмәй. Ул фани донъялағы ғүмерен тәүфиҡ вә һидайәткә күндерергә, ауылдаштарына, ерҙәштәренә игелек, шәфҡәт ғәмәлдәре ҡылырға ниәт итә.
Ҡышын бер көн шулай бәләкәй башҡорт ауылы күренеше, көнитмеше Рифтең күңелен әллә нишләтә. 1>айтаҡ өйҙәр эйәһеҙ, йәнһеҙ, мөрйәләренән төтөн сыҡмай, ихаталарынан бала-саға тауышы ишетелмәй, тәҙрәләре ҡараңғы. Башҡа йорттарҙа ла тормош һүнеп, ботөп бара. Ҡалған-боҫҡан ир-ат шәрәмәте эскегә һабышып, аңҡы-тиңке йөрөй, бер нигә эшкинмәй, көндәрен бушҡа, ғүмерҙәрен әрәмгә уҙғара. Үҙҙәре лә һәнәрһеҙ, балаларын да эшкә өйрәтмәйҙәр, күнектермәйҙәр. Шулай артабан да дауам итһә, бөтә бит ауыл, ҡорой бит нәҫел! Тетрәнә егет. Вайымһыҙлыҡтан, эскелек батҡылынан ҡотҡарырға, эш кешеһе итергә ине бауырҙаштарын. Нисек күңелдәрен пакландырырға, сәләмәтләндерергә, тәүбәгә килтерергә?.. Ғүмеребеҙ ҡыҫҡа, үтә лә
99
китә. Мин бит үҙем дә донъяға мәңгегә килмәгәнмен! Риф ярҙам өмөт иткәндәй күккә баға, аҡ ҡар бөртөктәре эҫенеп киткән битенә, устарына ҡунып ирей. Шул мәл, бала саҡта сәхнәгә сығып, ауылдаштары алдында йырлаған ваҡыттағы һымаҡ, тәне земберләп, зиһене яҡтырып киткәндәй була.
Ҡәрҙәштәрен ғәфләт йоҡоһонан уятырға, йәғни ғәмһеҙлектән, моңһоҙлоҡтан арындырырға ваҡыт, тигән фекергә килә эшҡыуар. Ятты ла торҙо, торҙо ла ятты, йоҡланы ла ашаны, ашаны ла йоҡланы — был Урал ата нәҫеленең тормош ғәҙәте түгел. Йәһәтерәк ошоно төшөндөрөү, иләүһерәп йөрөүҙән азат ҡылыу, уяу хәлгә килтереү фарыз.
Ҡарауһыҙ хәлдәге ауыл зыяраты эсен ныҡ бошора егеттең. Әруахтарҙың рухы рәнйегәндәй тойола уға. Тәүәккәлләп, ауылдаштары менән баҙнат ҡылып, ауыл хакимиәте менән кәңәшләшеп, өмә яһап, зыяратты кәртәләп ҡуйғас, күңеле тынысланғандай, бөтәйгәндәй була Рифтең. Мәгәр йәне һаман тынғы белмәй, ниндәйҙер илаһи эш ҡылырға өндәй, әйҙәләй.
Ғибәҙәт ҡылыу, хаҡ юлға өндәү өсөн мөбәрәк йорт, ҡәҙерле йорт — мәсет булһа, ауылыбыҙҙың ҡото, йәме, ҡәрҙәштәребеҙҙең иманы артыр, боҙоҡтары тәүбәгә килер ине, тигән уй күңелен биләй. Фәрештәләрҙең «Амин!» тигән сағына тура килгәндәй, уйын хуплап, уны ғәмәлләштереү юлында йомарт, ярҙамсыл туғандар осрап тора. Изге йортто күмәк көс менән күтәрәләр, Өфө ҡалаһынан эшҡыуар Марс Юлбарисов матди ярҙам күрһәтә, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Иман йорто һалыныуына айырыуса ололар ныҡ ҡыуана, рәхмәттәр әйтә, доғалар, аяттар уҡый.
Ошо хәлдәрҙән һуң Риф Әхмәтғариф улы әүәл ни сәбәптәндер юғалып, аҙашып ҡалған моңоноң күңелендә яңынан яралыуын, уяныуын, бар булмышын солғап, сорнап ала барыуын тойомлай. Урманда йөрөгәндә, яҙ һулышынан һәм йәменән күккә ашып моң түккән һабан турғайылай, йөрәге һайрай башлай. Уның мәрхәмәтлеләге, киң күңеллелеге, ҡан ҡәрҙәштәренә эскерһеҙ ярҙамы, ҡылған яҡшылыҡтары Хаҡ Тәғәлә сауабы вә әжере булып үҙенә әйләнеп ҡайтҡандыр, күрәһең. Яҙмышы, юлы яҙлығып, сәнғәттән, моң донъяһынан айырылып тороуы, үҙенә лә, ҡәрҙәштәренә лә файҙалы
100
эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе, бәлки, Риф өсөн һынау булғандыр. Ошо етди һынау аша лайыҡлы үткән кеше сафланалыр, рухи һауығалыр, ҡөҙрәтләнәлер, уның тәбиғи һәләттәре тағы ла баҙығыраҡ асылалыр...
«Сорғояҙ нурҙары»
Тап ошо илаһи мәлдә Күгәрсен районында «Күгәрсен һандуғасы — 2008» йырсылар йыйыны иғлан ителә. Моң шишмәһе юлы асылған Риф Әхмәтғариф улы ла унда ҙур теләк менән ҡатнаша һәм тамашасыларҙың алҡышынан, «Афарин!» тиеүенән тағы ла нығыраҡ илһамлана. Ошо илһам уға моңдаштарын әйҙүкләп, ижади төркөм тупларға ҡөҙрәт бирә. Финанс көрсөгө осоронда бындай башланғысҡа йөрьәт итеүе, тәүәккәллек ҡылыуы Рифтең иң тәүҙә ҡәрҙәштәренең йәшәйеше, яҙмышы тураһында йөрәге һыҙыуынандыр.
Төркөмгә «Сорғояҙ нурҙары» тигән сағыу исем бирәләр. Исем ерлекле, асыллы. Йәнтөйәктәрендә Сор- 1юяҙ тигән хозур аҡлан, болон бар. Уның күңелдәре пурлы, моңло ҡыҙҙарының һәм улдарының яҙғы, йәйге ҡояштыҡылай нурҙары донъябыҙҙы яҡтыртып, ырыуҙаштарын сафландырырға, сәләмәтләндерергә тейеш. «Сорғояҙ нурҙары»ның етәксеһе Риф Бикбаев был хаҡта үҙе шулай ти:
-
Маҡсатыбыҙ — сәхнәләрҙә халыҡ алдында йоғонтоло, мәғәнәле, фәһемле сығыштарыбыҙҙың илаһи аҡ нурҙары менән яҡташтарыбыҙҙы уятыу, уларҙың донъяларын елләтеү, зиһендәрен асыу, булмыштарын яҡшы- ға үҙгәртеү, күңелдәренә тамырланған алама ғәҙәттәрҙе ҡарағура, сүп үләне һымаҡ йолҡоп ташлау, уларҙы вайымһыҙлыҡтан йолоу, яҡтыға, күркәм йәшәргә әйҙәү...
Риф Әхмәтғариф улы һәм уның рухташтары мораттарын бойомға ашырыу юлында. Был хаҡта Күгәрсен районының «Мораҙым» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһына ырыуҙаштарҙан йыш килгән хаттар ҙа асыҡ һөйләй: ««Сорғояҙ нурҙары» төркөмө һәүәҫкәрҙәре
Аралбай ауылы халҡы алдында йөрәктәргә үтеп инерлек моңло, дәртле йырҙары менән сығыш яһаны... Фәһемле сығыштары менән гел шулай тамашасыларға ҡыуаныс, йәм алып килһендәр... «Сорғояҙ нурҙары»
101
төркөмөнөң үҙешмәкәр артистары Юлдыбай ауылы тамашасыларын да йыр-моң иленә сәйәхәткә саҡырҙы. Риф Бикбаевтың синтезаторҙа, гармунда уйнауын, башҡорт халыҡ моңдарын, үткән быуаттың 80-се йылдарының хәтерҙәрҙән юйылмаған тәрән мәғәнәле йырҙарын тамашасылар алҡыштарға күмде. Зилә Янбулатова үҙе яҙған шиғырҙары, Миңзифа Бикбаева, Рафаэль Ғәлләмов шат йырҙары менән йөрәктәрҙе елкендерҙе. Регина Янбулатованың «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе, Радик Шафиҡовтың төрлө быуын йырҙары, Гөлсирә Мәүли - тованың һүҙ ҡөҙрәте лә буҙалай һәм ҡымыҙҙай шифа булып, һыуһындарҙы ҡандырҙы».
Әйткәндәй, Риф Бикбаев рухташы, күңелдәше Рәзилә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә һәм күңелгә ятышлы башҡа шиғри әҫәрҙәргә тиҫтәнән ашыу көйҙәр ижад иткән. «Сорғояҙым», «Сорғояҙ бөркөттәре», «Дуҫтарыма», «Моңдар тама күңел түренән», «Булмаһын юғалтыуҙар» кеүек моңло йырҙары сихри көсө менән тулҡынландыра, уйландыра.
Булмаһын шул хаҡһыҙ югалтыуҙар, Ғашиҡтар гел бәхет кисерһен. һәр бер атҡан йәмле алһыу тацдар Барыһына бәхет килтерһен.
Ә йөрәк бит һаман ниҙер көтә,
Күцелдәрҙә йәшәй ышаныс.
Ышанысым — йөрәк һагышынан,
Бер мәл кисерермен ҡыуаныс.
«Сорғояҙ нурҙары» төркөмө һәүәҫкәрҙәре моң, бәхетле минуттар өләшеп, үҙҙәре лә ҡыуаныс кисерә, ҡәрҙәштәрен дә ҡыуандыра. Ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөгәндә Риф рухташтары менән халыҡ таланттары, оҫталары, кәсеп-шөғөлдәре, ғаилә хәлдәре тураһында ла белешә, мәғлүмәттәр йыя һәм уларға төрлөсә булышыу, ярҙамлашыу әмәлдәрен күрә. Әйтәйек, кемдәргәлер ҡатын, кемдәргәлер ир, йәғни тормош юлдашы кәрәк. Яңғыҙҙарҙың ҡайҙа йәшәүен, йәшен, балалары булыу-булмауын яҙып алып, компьютерға индерәләр һәм уларҙы «Димсе» клубы аша таныштыралар, осраштыралар. Бик кәрәк һәм матур башланғыс был.
102
Яҡташтарын етеш көнкүрештәре, донъялары, бәхетле йәшәүҙәре өсөн ғәжәп файҙалы эштәр атҡарырға, тырышлыҡтары, йүнселлектәре, шәфҡәтлелектәре менән яҡшы исем, хөрмәт ҡаҙанырға, балаларын да һәнәрле, тәүфиҡлы итергә өндәй һәм шул юҫыҡта бәрәкәт, ырыҫ килтергән ғәмәлдәр менән мәшғүл Риф һәм уның рухташтары. Был хаҡта «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе Флүрә Заһирова хаҡлы рәүештә ғорурланып ошолай тип яҙа: «Үҙ ихтыяры, башланғысы менән, фәҡәт
йөрәге ҡушыуы, аң-зиһене асылыуы, ҡанбабалар ауазы буйынса халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәр-ынйылары булған, бөтә булмышыңды биләп алған боронғо оҙон көйҙәр, еңел-елпе түгел, ә тәрән мәғәнәле, бөгөнгө көнгә ауаздаш йырҙар, сығыштар аша битарафлыҡ, маңҡорт- лоҡ упҡыны алдында торған кешеләр күңеленә юл яра, уларҙы үҙ асылына ҡайтырға, йәшәйешебеҙ ҡанундарына тап килмәгән алама ғәҙәттәрҙән арынырға саҡыра, һүнеп барған өмөттәрҙе уята, нур бөркә, йәшәртә, йәшәтә «Сорғояҙ нурҙары» ижади төркөмө...»
Милләттәштәребеҙҙе рухи ҡиммәттәребеҙ менән һауыҡтырыу, уларға йәшәйеш, үҫеш йүнәлештәрен күрһәтеп, ауылдарыбыҙҙы яңыртыу, йәнләндереү кеүек изге маҡсаттарға ирешеребеҙгә ышанысы ҙур Риф Әхмәтғариф улының. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында йәшәйеш, көнкүреш, ғаилә йолаларын ҡәрҙәштәребеҙгә еткереүгә, халыҡ байрамдарын үткәреүгә иғтибар итеп, Күгәрсен районы хакимиәте лә изге маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы күҙ уңында тота: сәләмәт тормош алып барыуға өгөтләү; кешенең аҡыл үҫеше, уйлау, фекер итеү кимәленә булышлыҡ иткән йолаларҙы, рухи хазиналарҙы күрһәтеү; бер-береңә рәхимле мөнәсәбәт булдырыу, аралашыу культураһын үҫтереү; тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; йәш быуынға кешене кеше иткән әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен күндереү...
Ҡанбабаларыбыҙ ожмахтай күргән мәшһүр Уралын, уның илаһи урындарын, сығанаҡтарын, йәннәттәй хозурҙарын, Ирәмәлен, шифалы саф һыуҙарын ҡурсалаған, ҡара көстәрҙән һаҡлаған, тәндәргә сәләмәтлек биргән балын, ҡымыҙын, буҙаһын, рухты сафландырған йолаларын, моңдарын, ҡурайын быуындан быуынға аманат ҡылған. Быны тәрән төшөнөп, боронғолар һүҙен,
103
аҡылын, васыятын ҡәҙерләп, ололап, Риф Бикбаев һәм уның афарин теләктәштәре ҡәрҙәштәребеҙҙе йәшәү һуты биргән, йорттарына ҡыуаныс килтергән, ҡот, ырыҫ өҫтәгән тылсымлы ҡөҙрәт менән һуғара.
РУХ ӨСӨН,
Достарыңызбен бөлісу: |