ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет18/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   27

ЮҒАРЫ СИНЫФТАРҘА ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ

Юғары синыфтарҙа үтелә торған обзорҙар айырым яҙыусыларҙың ижады менән тығыҙ бәйләнештә һәм уларҙың фонында әҙәбиәт тарихында идея-эстетик яҡтан айырыуса әһәмиәтле урын тотҡан әҫәрҙәр текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителә.

Обзорҙар һәм яҙыусының ижад юлын үткәндә анализлана торған әҫәрҙәр менән текстуаль өйрәнелә торған әҫәрҙәр араһында ҙур айырма бар.

Монографик темалар эсендә үтелгән әҫәрҙәр яҙыусы ижа¬дын системалы һәм эҙмә-эҙлекле итеп күҙ алдына баҫтырыу, уның үҫеш эволюцияһын, әҙәбиәт тарихында тотҡан урынын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанлыҡтан, нигеҙҙә, обзор өсөн өйрәнелһәләр, текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тулыраҡ анализлау талап ителә. Бындай әҫәрҙәр синыфта һәм өйҙә үҙ аллы ентекле уҡыты¬лыуға һәм текст өҫтөндә күҙәтеү яһау юлы менән йөкмәтке һәм форма берлеге принцибы нигеҙендә анализланырға те¬йештәр. Текстуаль өйрәнеү өсөн идея-художестволы яҡтан айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәр һайлана. Шуның өсөн был әҫәрҙәрҙе уҡыусыларҙың эмоциональ ҡабул итеүе, уларҙа һүрәтләнгән тормош күренештәрен йәнле картина, тере об¬раз итеп күҙ алдына баҫтырыуҙары бик мөһим.

Бының өсөн уҡытыусыға художестволы әҫәрҙе ҡабул игеү психологияһын, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен яҡшы белеү мөһим.

Әҫәрҙе әҙәбиәт ғилеме, психология, педагогика фәндәре өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар нигеҙендә өйрәнеү уҡыусылар¬ҙың унда һүрәтләнгән образ һәм картиналарҙы эмоциональ ҡабул итеүен, күҙ алдына килтереү өсөн үҙ хыялы менән картиналар төҙөү һәләтлеген үҫтереү, ижади хыялдарын, об¬разлы фекерләүҙәрен байытыу өҫтөндә эш алып барыу кәрәклеген күрһәтә. Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү психологияһы¬на нигеҙләнеү уны өйрәнеүҙең этаптарын, һәр этапҡа хас метод һәм алымдарҙы дөрөҫ һайларға ярҙам итә.

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙа төп урын һәм төп иғтибар әҙәби әҫәрҙең үҙен өйрәнеүгә бирелергә тейеш.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙә текст өҫтөндә эштең бөтә этапта¬рын: уҡыу, йөкмәткене үҙләштереү өҫтөндә эш, тексты яҡшы белеүгә нигеҙләнгән анализды эҙмә-эҙлекле итеп алып барған¬да ғына уҡытыуҙың эффектлылығын тәьмин итергә мөмкин.

Әҫәрҙе уҡыу алдынан, уны эмоциональ ҡабул игеүгә әҙерләү маҡсатында, шулай уҡ анализ яһау алдынан әҫәрҙең идеяһын төшөнөүгә кәрәкле мәғлүмәттәр биреү өсөн инеш дәрестәр үткәрелә. Әҫәрҙе өйрәнеүҙең һуңғы этабында йом¬ғаҡлау үткәрелә.

Инеш дәрестәр

А. А. Липаевтың милли мәктәптәрҙә рус әҙәбиәте әҫәрҙәрен өйрәнеү методикаһы тураһындағы китабында инеш дәрестәр үткәреүҙең маҡсаты, йөкмәткеһе һәм методтары тулы һәм системалы яҡтыртылған. Был ҙур хеҙмәттә инеш дәрестәрҙең маҡсаты түбәндәгесә билдәләнә:

1. Уҡыусыларға әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү алдында торған бурыстарҙы асыу, бының өсөн уҡыусыларҙа тейешле әҙерлек булдырыу.

2. Уҡытыу-тәрбиә эшендә системалылыҡ һәм эҙмә-эҙле¬лекте тәьмин итеү маҡсатында элек үтелгән дәрестәр менән бәйләнеш булдырыу.

3. Әҫәр өҫтөндә артабан эшләгәндә (уҡыу һәм анализ яһауҙа) яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн кәрәк булған мәғлүмәттәр биреү1.

Инеш дәрестәрҙең йөкмәткеһенә А. А. Липаев биографик, тарихи, әҙәби-тарихи характерҙағы мәғлүмәттәр биреү, әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһенә, әҫәрҙәрҙең идея-художестволы үҙенсә¬лектәренә ҡыҫҡаса обзор, инеш дәрестәрҙә бирелә торған бөтә мәғлүмәттәрҙең берҙәмлеге кеүек һорауҙарҙы индерә.

Инеш дәрестәрҙең төп методик формалары итеп автор уҡытыусының һүҙе һәм әңгәмә, комментарийлы уҡыу кеүек методтарҙы һанап күрһәтә.

' Липаев А. А. Изучение произведений русской литературы в национальной школе. М., 1957. - 6-сы бит.

Рус әҙәбиәтен уҡытыу буйынса 3. Я. Рез редакцияһында баҫылып сыҡҡан методика китабында инеш дәрестәрҙең маҡ¬саты хаҡында: «Улар уҡыусыны әҫәрҙе ҡабул итеүҙе, уны дөрөҫ аңлауҙы тәьмин итеүгә, әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, тейешле эмоциональ атмосфера булдырыуға хеҙмәт итергә тейештәр» , - тип әйтелә.

Юғары синыфтарҙа инеш дәрестәрҙә яҙыусы йәшәгән һәм ижад иткән, уның әҫәрҙәрендә сағылдырылған тарихи осорҙар хаҡында мәғлүмәттәр биреү айырыуса ҙур урын алып тора. Ләкин һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡкан бик күп методик хеҙмәттәр беҙгә һәр саҡ тарих һәм социология менән артыҡ мауығыуҙан һаҡ булырға кәрәклек хаҡында иҫкәртеп торалар.

Инеш дәрестәрҙә, беренсенән, уҡыусыларға элек үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уны яңы дәрес менән бәйләүгә ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Сөнки М. Н. Рыбникова яҙғанса, методистың оҫталығы ҡатмарлыны ябай итеп күрһәтә, яңыны таныштан, ә иҫкелә ниндәйҙер яңылыҡты таба белеүендә күренә.

Инеш дәрестәрҙе ошо дидактик ҡағиҙәгә таянып үткәр¬гәндә, уҡытыусы һәр тема, һәр әҫәрҙе өйрәнеүҙә уҡыусылар¬ҙың V—VIII синыфтарҙа үҙләштергән белемдәрен иҫкә төшөрөү һәм уны яңы материал менән бәйләүҙе күҙ уңында тоторға гейеш.

Инеш дәрестәр уҡыусыларҙы яҙыусының ижадын ҡабул итеүгә әҙерләй, уларҙың үҙ аллы эштәрен стимуллаштыра. Яҙыусының ҙур күләмле әҫәрҙәрен үтер алдынан үткәрелә торған инеш әңгәмә ваҡытында ул әҫәрҙең йөкмәткеһе, об¬раздары, нисек башланып, нисек тамамланыуы хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәттәр биреп үтеү. айырыуса ҡыҙыҡлы эпи¬зодтарҙы уҡып күрһәтеү, иллюстрациялар күрһәтеү кеүек алымдар ҙа уңышлы ҡулланылырға мөмкин.

Программаға ингән байтаҡ яҙыусыларҙың тормошо, ижа¬ды, йәмәғәт эшмәкәрлеге, уларҙың айырым әҫәрҙәре буйынса эшләнгән кинофильмдарҙы, телевизион фильмдарҙы коллектив рәүештә ҡарау һәм уларҙан алған тәьҫораттар хаҡьшда дәрестә фекер алышыу уҡыусыларға айырыуса ҙур йоғонто яһай.

М. Кәрим ижады хаҡында «Аяҡтарым юлда, күңелем йыр¬ҙа» киноочеркы, 3. Биишева, Ш. Бабич, һ. Дәүләтшина, Р. Ға¬рипов тураһындағы фильмдарҙы, «Салауат Юлаев», халыҡ ижады сюжеты нигеҙендә эшләнгән «Алтын атлы һыбайлы», М. Кәримдең «Ай тотолған төндө», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрҙәре нигеҙендә төшөрөлгән фильмдарҙы. Я. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман» романдары ни¬геҙендә эшләнгән телефильмдарҙы ҡарау, М. Аҡмулла, М. Ға¬фури, һ. Дәүләтшина, Р. Ғарипов музейҙарына, тыуған яҡты өйрәнеү, художество музейҙарына, яҙыусылар тыуған һәм йәшәгән, әҫәрҙәрендә сағылдырылған урындарға экскурсиялар яһау - барыһы ла инеш дәрестәрҙе төрләндерә, байыта тор¬ған мөһим саралар булып торалар.

Әҙәби әҫәрҙе уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү

Уҡыусыларҙа китап уҡыу күнекмәһе тәрбиәләү, уларҙы китап һөйөүселәр итеп, уҡығанды дөрөҫ баһалай, уны ысын мәғәнәһендә тормош дәреслеге итеп ҡарай торған кешеләр итеп тәрбиәләү күп яҡлы, ҡатмарлы һәм ауыр проблема.

Юғары синыфтарҙа китап уҡыу күнекмәһе биреү уҡыу¬сыларҙың V—VIII синыфтарҙа алған белемдәренэн, күнекмәлә¬ренән үҫеп сыға. Уҡытыусы юғары синыфтарҙа уҡыусыларҙың китап уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү, камиллаштырыу тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрергә, уның менән даими рәүештә етәкселек итергә тейеш.

Юғары синыфтарҙа, ваҡыт аҙ булыуға ҡарамаҫтан, әҫәрҙең тексын уҡыуға мөмкин тиклем күберәк урын би¬рергә кәрәк. Күләме ҙур булмаған лирик китаптар, поэмалар (тулыһынса йәки айырым өҙөкгәре) дәрестә тасуири уҡылыр¬ға тейеш. Рус әҙәбиәте методистарының хеҙмәттәрендә өйҙә уҡыу менән дәрестә уҡыу араһындағы айырма һәм ундай уҡыуҙың әҫәрҙең идея-эстетик асылын төшөнөүҙә айырыуса әһәмиәтле булыуы хаҡында тейешенсә яҡтыртылды. Уҡытыу¬сы синыфта әҫәрҙе тулыһынса уҡырға йәки уның өҙөктәрен дәрестең төрлө этаптарында йәлеп итергә мөмкин. Тәүге мәртәбә тотошлай тасуири уҡыу йәки айырым бүлектәргә комментарийҙар, аннотациялар биреү, йөкмәткене үҙләштереү процесында әҫәрҙең эҙмә-эҙлеклеген һаҡлау өсөн тулы йәки ҡыҫҡартып һөйләү менән ҡатнаштырып уҡыу, анализ ваҡы¬тында текстың айырым өҙөктәрен уҡып күрһәтеү йәки уҡылған өҙөк буйынса әңгәмә алып барыу кеүек төрлө эш алымдары файҙаланыла.

Әҙәби әҫәрҙе уҡыу эш һәм һорауҙар ярҙамында ла, һорауҙарҙан башҡа ла булырға мөмкин. Әҫәрҙән эстетик ләззәт алырға өйрәтеү маҡсатында уҡыусыларҙың үҙ аллы һорауҙарҙан, биремдәрҙән, конспект яҙыу кеүек эштәрҙән башҡа уҡыуын мәктәп практикаһында киңерәк ҡулланырға кәрәк. Тексҡа ҡарата һорауҙар һәм эштәр биреү йөкмәткене үҙләштереү һәм анализ яһауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙе бөтөн итеп ҡабул итеүҙә айырыуса комментарийлы уҡыу ҙур роль уйнай. Уны икенсе төрлө әҫәрҙе бөтөн көйгә өйрәнеү (целостное изучение) тип тә йөрөтәләр.

1X-XI синыфтарҙа әҫәрҙәрҙе уларҙың бөтөнлөгөн юҡҡа сығармай уҡыу һәм уға әҙәби-тарихи яҡтан, шулай уҡ уның идеяһы, художестволы форма үҙенсәлектәре яғынан коммен¬тарийҙар биреү юлы менән өйрәнеү айырыуса эффектлы алым булып тора. Был осраҡга уҡыу, йөкмәткене үҙләште¬реү, сюжетына, ваҡиғаларға, геройҙарға баһа биреү анализ яһау менән бергә алып барыла. Р. Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты!» әҫәрен өйрәнгәндә комментарийлы уҡыу алымы иң уңышлы алымдарҙан һанала. Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы, 3. Биишеваның хикәйәттәре. «Яҡтыға» три¬логияһы, М. Кәрим әҫәрҙәрен комментарийлы уҡыу юлы менән өйрәнеү анализ яһағанда йөкмәтке менән форма бер¬леге ггринцибын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, әҫәрҙәрҙең эффектлылығын арттыра. Шулай игеп. әҫәргә ана¬лиз яһау уны уҡыу, йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итеү һәм күҙ алдына баҫтырыу нигеҙендә алып барылғанда ғына уҡыусылар тарафынан сәнғәт әҫәре итеп ҡабул ителә ала. Бының өсөн, әҫәрҙе уҡығандан һуң, йөкмәткене күҙ алдына баҫтырыу өҫтөндә махсус эш үткәрелергә тейеш. Мәҫәлән, Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол» драмаһын анализлау алдынан уның йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә үҙ аллы эш алып барыу талагг ителә. Алдан әҙерләнгән уҡыусыларҙан беренсе шар¬шауҙы ролләп уҡытыу, айырым күренештәрҙе магнитофон яҙмаһынан тыңлау, бер йәки бер нисә күренеш буйынса уҡыусыларҙың алдан әҙерләнгән инсценировкаларын ҡарау, ҡайһы бер шаршауҙарға аннотациялар яҙыу алымдары менән йөкмәтке тулыһынса үҙләштерелә. Уҡыусылар өйҙә әҫәрҙе уҡып, уны сәхнәлә барған кеүек итеп күҙ алдынан үткәреп, икенсе дәрестә һөйләргә әҙерләнеп киләләр. Әҫәрҙәге ваҡиға¬ларҙы. образдарҙы йәнле итеп күҙ алдына баҫтырыу һәләтле¬ген үҫтереү өсөн, шулай уҡ телдән һүрәт төшөрөү (устное рисование) алымдары, киносценарийҙар төҙөү айырыуса эф¬фектлы. Текст өҫтөндә ошондай эш алып барғандан һуң, өйҙә уҡылғандарға нигеҙләнеп, әҫәрҙә сағылдырылған осор, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп һөйләү, об¬раздарҙы төркөмләү, улар араһындағы конфликтты билдәләү, образдарҙы асыу саралары, пьесаның жанр үҙенсәлектәре ха¬ҡында сығыштар әҙерләп килергә эш бирелә. Ошондай эштәрҙән һуң ғына уҡыусылар әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһен бөтә тәрәнлегендә үҙләштерә алалар.

ӘҘӘБИ ӘҪӘРГӘ АНАЛИЗ

Анализдың маҡсат

Юғары синыфтарҙа әҙәби әҫәргә анализ яһау уҡытыуҙың урта баҫҡысы V-V1II синыфтарҙа үҙләштерелгән белемдәр, күнекмәләр нигеҙендә алып барыла. 1X-XI синыфтарҙа ана¬лиз үҙенең күләме, ҡатмарлылығы, тарихилыҡ принциптары¬ның аңлы һәм тәрән үҙләштерелеүе менән әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙең яңы этабын тәшкил итә.

Анализ уҡыусыларҙың әҫәрҙе уҡыу ваҡытында алған тойғоларын тәрәнәйтә, һүрәтләнгән ваҡиғалар, образдар донъя¬һына алып инеп, яҙыусының әҫәрендә ҡуйылған идея-эсте- тик, фәлсәфәүи проблемаларҙы, уның һүрәтләнгән ваҡиғалар¬ға мөнәсәбәтен, әйтергә теләгән фекерен, донъяға ҡарашын төшөнөргә ярҙам итә.

Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә әҙәбиәт уҡытыу бу¬йынса үткәрелгән бәхәстәрҙә әҫәрҙе анализлау мәсьәләһе иң күп фекер уятҡан мәсьәләләрҙең береһе булды. Бәхәстә ҡат¬нашҡан күп кенә яҙыусылар, уҡытыусылар анализ әҫәрҙе ваҡлауға, уның бөтөнлөгөн, эмоционаллеген юҡҡа сығарыуға алып килә тигән тәнҡит фекере менән сығыш яһанылар. Ошо тәнҡит фекерен үтә бер яҡлы аңлаған ҡайһы бер автор¬ҙар анализды бөтөнләй кире ҡаҡтылар.

Юҡ, беҙ мәктәптә әҫәрҙәрҙе бер-бер артлы анализлап, уҡыусыларҙы сәнғәт әҫәрен бөтә элементтарында күрергә өйрәтәбеҙ. Ә кем сәнғәт әҫәрен уның бөтә деталдәрендә һәм конструктив элементтарында күрә, шул уны икенсе бер ки¬тап уҡыусыға ҡарағанда эстетик яҡтан тулыраҡ һәм яҡшыраҡ ҡабул итергә тейеш һәм шулай ҡабул итә. Сәнғәтте анализ¬лауға тәрәнерәк инә барған һайын, ул уны дөрөҫөрәк кенә түгел, бәлки көслөрәк тә ҡабул итә; ул роман йәки шиғыр¬ҙы уҡығанда аҙыраҡ түгел, бәлки сәнғәт телен күрергә, анализларға һәм аңларға өйрәтелмәгән китап уҡыусыға ҡара¬ғанда күберәк эмоция һәм күңел кисерештәрен тоя.

Әҙәби әҫәрҙе анализлауға әҙерлек

Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү һүрәтләнгән ваҡи¬ғалар, эпизодтар араһындағы бәйләнеште, образдарҙың тышҡы ҡиәфәтен, һөйләшеү үҙенсәлектәрен күҙ алдына килтереү менән генә сикләнмәй, бәлки уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, характер үҙенсәлектәре кеүек мөһим мәсьәләләр ҙә асыҡлана.

Анализға әҙерлек этабында уҡытыусы әҫәрҙе уҡыу, йөкмәткене үҙләштереү процесында тыуған тәьҫирҙәрҙең тағы ла байыраҡ, сағыуыраҡ булыуына ирешеү, әҫәрҙең туҡыма¬һына тағы ла тәрәнерәк үтеп инеү хәстәрлеген күрә. Шун¬дай эштәрҙең бигерәк тә әҫәрҙе уҡыуҙан алған эмоциональ тойғоларҙы тәрәнәйтеүгә йүнәлтелгәндәренә, уҡыусыларҙың әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы бер ботөн күренеш итеп, йәнле образдарҙы үҙ хыялдары ярҙамында күҙ алдына килте¬реү (воссоздающее воображение), киносценарийҙар төҙөү, телдән һүрәт эшләү кеүек төрҙәренә иғтибарҙы айырыуса көсәйтеү кәрәк.

Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш¬ҡорт гимназия-интернатынын Х синыфында уҡытыусы бала¬ларға Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын анализлар алдынан, үҙҙәренә оҡшаған бер эпизод йәки картинаны күҙ алдына килтереп, шуның буйынса «Әгәр рәссам булһам» тигән темаға инша яҙырға эш бирә. Иншалар уҡыусыларҙың был эште бик яратып башҡарғанлыҡтарын күрһәтә.

Был эштәр әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы уҡыусы һүрәттәге кеүек итеп нисек күҙ алдына килтереүе нигеҙендә яҙылыуы менән әһәмиәтле. Беренсенән, һәр картина, эпизод уҡыусы хыялы менән тултырылып, өҫтәлеп, үҙенсәлекле итеп күҙ алдына килтерелһә, икенсенән, һәр уҡыусы һүрәтләнгән картинаның үҙенә нисек тәьҫир итеүе, үҙендә ниндәй тойғо уятыуы хаҡында ла яҙа, үҙенен мөнәсәбәтен белдерә. Өсөнсөнән, күп кенә эштәрҙә картиналар, эпизодтар¬ҙы һүрәтләү анализ менән бергә үрелеп алып барыла.

Уҡыусылар тәбиғәтте лә. Гөлйөҙөм менән Айбулагтың осрашыуҙарын да, көтөүселәрҙең яланда көтөүҙә булыуҙарын да һүрәтләп яҙғандар.

Уҡытыусының ошо эштәрҙең бер нисәһен генә уҡып үтеүе лә анализға әҙерлектә әһәмиәтле урын тота. уҡыусы¬ларҙың образлы фекерләү, күҙаллау һәләтен үҫтерә, эстетик- эмоциональ тойғоларын байыта.

Анализдың состав элементтары

Әҙәбиәт ғилеме фәне нигеҙендә анализдың элементтарын билдәләү әҫәрҙе тикшереү өсөн асҡыс булып хеҙмәт итә. Анализ элементтарына түбәндәге пункттар инә:

1. Тарихи шарттар. Тормош тарафынан ошо тарихи мо¬ментҡа яҙыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән ижтимағи про¬блемалар.

2. Яҙыусы, уның донъяға ҡарашы.

3. Әҫәрҙең темаһы һәм идея йүнәлеше.

4. Төп геройҙары (характерҙары).

Әҫәрҙең төп проблемалары ниндәй дәрәжәлә һәм йүнәлештә хәл ителә? Был геройҙарҙың тормошо һәм харак¬терҙарында булған типик һыҙаттар.

5. Икенсе дәрәжәләге геройҙар, уларҙың типиклығы. Улар¬ҙың үҙ-ара һәм төп герой менән бәйләнеше. Төп проблеманы асыҡлауҙа уларҙың роле.

6. Әҫәрҙең сюжеты. Сюжет үҫеше. Экспозиция, төйөнлэ- неү, кульминация, сиселеү. Әҫәрҙең характерҙарын һәм идея йүнәлешен асыуҙа сюжет һәм уның үҫеше ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

7. Башҡа компоненттар, диалог, портрет, пейзаж инде¬релгән эпизодтар һәм автор сигенеүе, геройҙың индивидуаль телмәре, уның характерҙарҙы һәм әҫәрҙең идея йүнәлешен асыуҙағы роле.

8. Образдарҙы һәм идея йүнәлешен асыу сараһы булыу йәһәтенән әҫәрҙең теле: уның лексикаһының эпитет, метафо¬ра, поэтик сиктаксис һәм ритмикаһының үҙенсәлеге.

9. Әҫәрҙең жанры. Уның жанр үҙенсәлеге нимәлә?

10. Яҙыусының традицияһы һәм новаторлығы. Ул үҙенән элек яҙған яҙыусыларҙың ниндәй традицияларын дауам итә һәм әҙәби оҫталыҡ әлкәһендә ниндәй яңылыҡ өҫтәй? Уның яңы темалары һәм идеялары, яңы характерҙарҙы асыуҙа яңы саралары, композиция, телдә яңылыҡтары бармы? Әҙәбиәттә ул яңы ағым тыуҙырҙымы, элекке ағымдарҙың теге йәки был яғын үҫтерҙеме, тәрәнәйттеме?

11. Яҙыусының үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн әһәмиәте.

Юғарыла бирелгән схема әҫәрҙе анализлағанда уның ниндәй яҡтарына иғтибар итергә кәрәклекте күрһәтә.

Анализды ниндәй тәртиптә, ниндәй эҙмә-эҙлелектә алып барыу мәсьәләһен, әҫәрҙең үҙенсәлегенән, уҡыусыларҙың әҙерлектәренән сығып, һәр осраҡта уҡытыусы үҙе билдәләй. Шулай уҡ әҫәргә ҡарата ошо схемала күрһәтелгән элемент¬тарҙың барыһы ла ҡулланылмаҫҡа ла мөмкин.

Был схема әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе менән форманың айырылғыһыҙ берҙәмлеген, художестволы форманың әҫәрҙең идея мәғәнәһен асыуҙағы ролен асыҡ сағылдыра. Унда әҫәрҙең идея йөкмәткеһенә ҡарата форма булып хеҙмәт иткән образдар, композиция, тел саралары - барыһы ла бер маҡсатҡа уның төп мәғәнәһен асыуға хеҙмәт итеүе асыҡ күрһәтелә.

Схема әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡарауға, унын бөтә компо¬ненттарының идея йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итеүен күрһәтеүгә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешле мөнәсәбәтен асыҡ¬лауға комплекслы яҡын килергә мөмкинлек бирә.

Анализды әҫәрҙен сюжетын, идеяһын асыуҙан да, компо¬зицияһын, телен анализлауҙан да, образдарға ҡылыҡһырлама биреүҙән дә башларға мөмкин.

Ҡайһы бер осраҡта уҡытыусы әҫәрҙең идеяһын асыуға ошо элементтарҙың ниндәй ҙә булһа бсреһенә төп иғтибар¬ҙы йүнәлтеү, әҫәрҙең бер йәки бер нисә компонентын ен¬теклерәк анализлау юлы менән дә ирешергә мөмкин.

Әҫәрҙе анализлау юлдары

Һуңғы йылдарҙа методикала анализ яһауҙың эҙмә-эҙлеле¬ген күрһәтеүҙә өс гөрлө юл билдәләнде. Беренсе юл ав¬тор эҙе буйынса анализлау. Был юлды икенсе төрлө сюжет буйынса, йәки эҙмә-эҙлекле анализ, йәки бөтөн анализ тип тә йөрөтәләр. Ҡайһы бер авторҙар уны комментарийлы уҡыу тип ҡарайҙар.

Автор эҙе буйынса анализдың нигеҙендә комментарийлы уҡыу ята. Йәғни әҫәргә анализ яһау уның сюжеты ниге¬ҙендә, ваҡиғалар һүрәтләнгән тәртиптә алып барыла. Анализ¬дың был юлы комментарийлы уҡыуҙан тәрәнерәк итеп алып барылыу, әҫәрҙе тикшереүгә күберәк урын бирелеү менән айырылып тора.

Автор эҙе буйынса анализлау әҫәрҙе уҡыу йәки йөкмәткене һөйләү процесында уның бөтә компоненттарын эҙмә-эҙлекле тикшерә, баһалай барыу ул. Уҡыусыларҙың әҫәрҙе уҡыуҙан алған тәьҫораттарын тағы ла көсәйтеү, уларҙың идея мәғәнәһен төшөнөүҙә ниндәй роль уйнауын асыҡлау әҫәрҙең уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонтоһон артты¬рыуҙа ҙур роль уйнай.

Анализдың был төрө текстағы һәр образды, һәр деталде ентекле өйрәнергә, һәр бер һөйләм һәм һүҙҙең нәфислеген, матурлығын тойорға, һәр геройҙың күңел кисерештәрен төшөнөргә, улар менән бергә ҡайғырырға йәки шатланырға мөмкинлектәр бирә, шулай уҡ тәбиғәтте һүрәтләгән урындар¬ҙы, автор ҡылыҡһырламаһын, лирик сигенеүҙәрҙе һәм башҡа сюжеттан тыш элементтарҙы нығыраҡ күрергә һом баһаларға ярҙам итә.

Автор эҙе буйынса анализ яһағанда ла, уҡытыусы әҫәрҙең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға тейеш, бер әҫәргә ҡарата уңышлы булған юл икенсе әҫәр өсөн яраҡлы булмауы ла мөмкин. Сөнки һәр бер уңышлы юл йәки ме¬тод, әҫәрҙең үҙенсәлектәренән, урындағы шарттарҙан сығып алып барылмағанда, схематизм һәм стандартлаштырыуға алып килергә мөмкин.

Автор әҙенән анализ яһау юлы ла бөгә әҫәрҙәрҙе үткәндә лә ҡулланылырға тейешле универсаль юл түгел. Был юлдың художестволы яҡтан айырыуса матур, тел- һүрәтләү сараларына бай булғандарын тикшереүҙә башҡа юлдарға ҡарағанда әһәмиәтлерәк булыуы мөмкин.

Мәҫәлән, Х синыфта 3. Биишеваның «Яҡтыға» әҫәрен үткәндә, автор эҙе буйынса анализлау ваҡиғалар барған урынды, киҫкен конфликтҡа ҡоролған сюжетты, күтәренке романтик рухта һүрәтләнгән сағыу характерҙарҙы, тәбиғәт күренештәрен, тел-стиль биҙәктәрен эмоциональ ҡабул итеү менән уларҙың идея мәғәнәһен аңлатыуҙы бер юлы алып барырға мөмкинлек бирә.

Шул рәүешле, әҫәрҙе уҡығанда аңлатмалар бирә барыу уны үҙләштере үҙәге ике этапты: эмоциональ ҡабул итеү менән анализ-синтез ярҙамында идея мәғәнәһен асыу этапта¬рын бергә ҡушыуҙа эффектлы юл булып тора.

Анализ яһауҙы эҙмә-эҙлекле итеүсе икенсе юл - әҫәрҙе образдары буйынса анализлау юлы - һуңғы йылдарҙа шулай уҡ күп кенә тәнҡит фекерҙәре уятҡан мәсьәләләрҙең береһе булды.

Образдарҙы ниндәйҙер бер социаль төркөм вәкиле итеп кенә ҡарау, иғтибарҙы уларҙың социаль-синфи һыҙаттарын һанап биреүгә генә йүнәлтеү, гере, йәнле кеше образдарын күҙ алдына баҫтырыу урынына ҡоро схема тәҡдим итеүгә алып килде. Әҙәби әҫәрҙәге образдарға ҡылыҡһырлама биреү методтарын һәм алымдарын тәнҡитләп сығыш яһаған яҙыусылар С. Михалков, А. Т. Твардовский ваҡ һорауҙар би¬реп артыҡ ваҡлап, бик оҙаҡҡа һуҙып, бер үк таушалған һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат һөйләү кеүек кәмселектәрҙе айырыуса билдәләп үттеләр. Образдарҙы өйрәнеүҙәге был етешһеҙлектәр¬ҙе ҡайһы бер уҡытыусылар, методистар бер яҡлы аңлап, ҡылыҡһырлама биреүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк икән тип аңланылар.

В. Г. Щербина үҙенең «Проблемы преподавания литературы в средней школе» тигән китабында, образдарҙы өйрәнеүҙе баһалап еткермәү әҙәбиәттең кеше тураһындағы ғилем бу¬лыу үҙенсәлеген иҫәпкә алмау булыр ине, тип бик дөрөҫ әйтте. Сөнки әҙәбиәт, М. Горький әйткәнсә, кеше тураһын¬дағы ғилем (человековедение) булғанлыҡтан, унда кеше тор¬мошо, кеше образын һүрәтләү төп бурыс булып тора. Образ¬ға анализ яһағанда, уның әҫәрҙең төп фекерен асыуҙағы функцияһын, яҙыусы ҡуйған проблемаға булғағг мөнәсәбәтен күрһәтеү бик мөһим.

Образдарҙы өйрәнеү, ғәҙәттә, образдар системаһын өйрәнеү, уларҙы төркөмләү аша конфликтты билдәләү юлы менән алып барыла

Теге йәки был характерҙы дөрөҫ аңлау әсән авторҙың позицияһын билдәләү ҙур әһәмиәткә эйә. Автор позицияһын геройҙың портретын, кейемен, уны уратып алған шарттарҙы һүрәтләүендә лә, уның үҙен тотоуын, кешеләргә булған мөнәсәбәтен, эш-ҡылыҡтарын, телмәрен, кешеләрҙең уның тураһында әйткән һүҙҙәрен тасуирлағанда автор ҡылыҡһыр- ламаһында ла күрергә мөмкин.

Геройҙың характеры үҫештә, үҙгәрештә, төрлө ваҡиғалар аша, фекерҙәр көрәше эсендә, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙа һүрәтләнә.

Геройҙарҙың характеры кешеләргә булған мөнәсәбәтендә генә түгел, бәлки уларҙы уратып алған әйберҙәр һәм тәбиғәт образдары аша ла асыла.

Геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү уҡытыусының синыфты алдан әҙерләүен талап итә.

Өйгә бирелгән һорауҙар ярҙамында образдарҙы әҫәрҙең йөкмәткеһенән айырып алып ҡарау, уларға әҫәрҙән миҫалдар яҙып килеү уҡыусыларҙы үҙаллылыҡҡа өйрәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Уҡыусылар өйҙә яҙып килгән миҫалдар ярҙамында теге йәки был образдың эше, ҡылыҡтары, үҙен тотоуы, ҡиәфәте, һөйләү манераһы һ.б. тикшерәләр, уларҙы баһалайҙар. Ге¬ройҙы характерлаусы теге йәки был сифаттарҙы һанап сығыу менән генә сикләнмәй, бәлки уларҙы әҫәрҙең сюжеты, про¬блемаһы менән бәйләнештә ҡарау - анализды синтез менән ҡушып әҫәрҙең идея-художестволы функцияһын асыу мөһим бурыс булып гора.

Әҙәби әҫәрҙе тикшереүҙең өсөнсө юлы - проблемалы анализ.

Проблемалы уҡытыуҙың асылын билдәләп, психолог Т. В. Кудрявцев: «Проблемалы уҡытыу кешенең үҙ аллы фе¬керләү эшмәкәрлегенең психологик законлыҡтарына ни¬геҙләнгән әүҙем уҡытыу системаһы» , - тип билдәләне.

Проблемалы уҡытыу мәсьәләһен яҡтыртҡан психологтар, методистар - барыһы ла был юл менән уҡытыуҙы пробле¬малы ситуация төҙөү, проблемалы һорауҙар ҡуйыу һәм ошо проблемала ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү тип күрһәттеләр.

Әҙәбиәт дәрестәрендә проблемалы уҡытыу мәсьәләһе М. А. Цейтлин, Н. И. Кудряшев. Л. Н. Лесохина, Г. И. Белень¬кий, Н. Д. Молдавская, Л. В. Тодоров һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә яҡтыртылған.

Башҡорт әҙәбиәтен проблемалы уҡытыу хаҡында айырым мәҡәләләр һәм Х. Ш. Зиннәтуллинаның китабы баҫылып сыҡты.

Проблемалы уҡытыу уҡыусыларҙың белем алыуҙа ижади эҙләнеүҙәре, проблемалы һорауҙарға яуаптар табыуҙары. асыш яһауҙары рәүешендә алып барыла.

Проблемалы һорауҙар - үҙҙәрендә ҡаршылыҡлы фекерҙәр тотҡан һәм уҡыусыны ошо ҡаршылыҡтарҙы сисеү өсөн уй¬ланырға, асыштар яһауға алып килгән һорауҙар улар. Был һорауҙар уҡыусыларҙың аҡыл операцияларын үҫтереүгә йүнәлтелә һом әҫәрҙе анализлау, синтезлау, сағыштырыу, дөйөмләштереүҙәр яһауҙы үҙ эсенә ала.

Әҙәбиәт уҡытыуҙа проблемалылыҡ мәсьәләһе күп кенә ғалимдар тарафынан яҡлау тапһа ла, методик әҙәбиәттә киң генә сағылдырылһа ла, әле һаман да хәл ителеп бөткән мәсьәлә тип ҡарап булмай. Сөнки төрлө ғалимдарҙың хеҙмәт¬тәрендә был проблема төрлөсә яҡтыртыла. Уны һәр бер ме¬тодист ғалим үҙенсәрэк аңлата.

Беренсенән, ҡайһы бер методистар проблемалы уҡытыуҙы, башҡа фәндәрҙәге кеүек фекерләүҙе, танып белеүҙә үҙаллылыҡты үҫтереү аспектында ҡараһалар, икенсе ғалимдар әҫәрҙе проблемалы анализлауҙы уның проблемати¬каһын тикшереү тип баһалайҙар.

Методистарҙың бер төркөмө проблемалы уҡытыуҙа бәхәстәр, икенселәре уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре төп урынды алырға тейеш тип иҫәпләйҙәр. Проблемалы уҡытыуҙы әҙәбиәт дәрестәрендә ҡаршылыҡлы һорауҙарҙы сисеү рәүешендә генә аңлау был фәндең үҙенсәлеген иҫәпкә алмау булыр ине. Шуның өсөн әҙәбиәт дәрестәрен мәсьәләләр сисеү һәм логик төшөнсәләр формалаштырыу тип уйлау уҡытыуҙы ҡоро аңлатыу һәм аң менән ҡабул итеү предметы итеп ҡарауға алып килер ине.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет