Яҙыусылар ижадын яҡтыртҡанда, ижадының үҫеш этапта¬рын билдәләүсе әҫәрҙәргә айырыуса ентекле анализ биреп үтеү уҡыусыларҙың әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуын артты¬рыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
Дәреслектәрҙең методик эшләнешендә әҙәби текст өҫтөндә эште көсәйтеү, уҡыусыларҙың иғтибарын текстың айырыуса матур, образлы, идея-эстетик, эмоциональ йоғонто яһауҙа әһәмиәтле урындарына йүнәлтеү әҫәрҙе үҙ аллы анализлай белеү күнекмәләрен, ижади һәләтлектәрен үҫтереү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү бурыстарын тормошҡа ашырыу талабы ҡуйыла.
Программа һәм дәреслектәргә ҡарата түбәндәге талаптар ҡуйыла:
1. Бөтә материалдың методологик яҡтан тотанаҡлы бу¬лыуы.
2. Әҙәби-тарихи процесты осорҙарға дөрөҫ бүлеү.
3. Әҙәби факттарҙы һайлауҙа һәм анализлауҙа тарихилыҡ принциптарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу.
4. Әҙәбиәттең һүҙ сәнғәте булыу үҙенсәлегенә таяныу һәм әҫәрҙе анализлауҙа йөкмәтке менән форма берлеге принцип¬тарын тормошҡа ашырыу.
5. Әҙәбиәтте башҡа фәндәр, һынлы сәнғәт, театр сәнғәте һом музыка менән бәйләп уҡытыу.
6. Яҙыусының тормошо һәм ижад юлына бөгөнгө көн та¬лаптарынан сығып анализ биреү, әҙәбиәт үҫешендәге ролен асыу.
7. Программа буйынса өйрәнелә торған яҙыусының тормо¬шо һәм ижади эшмәкәрлеген өйрәнгәндә ғалимдарҙың, яҙыусы һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең әҫәрҙәрен киң файҙаланыу.
8. Текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәргә ен¬текле анализ яһау.
9. Тарихи осор, ижтимағи-сәйәси хәл. мәҙәниәт торошо, әҙәбиәттең һәм сәнғәттең башҡа тармаҡтарының үҫешен яҡтыртыусы күҙәтеүҙәрҙе яҙыусыларҙың ижады менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнеү.
Ю. Дәреслектең йөкмәткеһен, методик төҙөлөшөн хәҙерге заман дидактикаһы ҡаҙаныштары нигеҙендә уҡыусыларҙың та¬нып белеү һәләтлектәрен, фекерләү ҡеүәһен, ижади әүҙем¬лектәрен үҫтереүгә йүнәлтеү.
11. Дәреслектәге һәм хрестоматиялағы материалдарға би¬релгән һорауҙарҙың күп төрлө, уҡыусылар аңларлыҡ ауыр¬лыҡта, билдәле бер эҙмә-эҙлелектә, әҫәр өҫтөндә алып барыла торған эш этаптарын сағылдырыуға йүнәлтелгән булыуын тәьмин итеү.
12. һорау һәм эштәрҙә яңы материалды элек үтелгәндәр¬гә нигеҙләнеп алып барыуҙы күсәгилешлелекте тормошҡа ашырыу.
13. Әҙәбиәт теорияһынан мәғлүмәттәр биреү, үтелгәндәрҙе системалы рәүештә йомғаҡлай барыу.
14. Уҡыусылар өсөн төҙөлгән дәреслек, хрестоматиялар- ҙағы материалдарҙы яҙыусылар ижады буйынса яҙылған мо¬нографиялар, очерктар, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы бу¬йынса хеҙмәттәр менән бәйләп өйрәнеү.
ОБЗОР ТЕМАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ
Обзор темаларҙың йөкмәткеһе, структураһы тарихи осор һәм шул осорҙағы әҙәбиәттең үҙенсәлегенән, материалдың характерынан сығып билдәләнә. Улар, нигеҙҙә, уҡыусыларға аҙ таныш булған йәки бөтөнләй таныш булмаған ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы тарихи осорҙар, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт тари¬хы, ижтимағи фекер үҫеше хаҡында мәғлүмәттәр биреүҙе күҙ уңында гота.
Обзор темаларға материал һайлағанда, уҡытыусы, берен¬сенән, осорҙо яҡтыртыусы мәғлүмәттәр менән мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт хаҡындағы материалдарҙың күләме, нис¬бәте хаҡында уйларға, тарихи материалдарҙың әҙәбиәтте ҡыҫырыҡлап сығарырлыҡ дәрәжәлә күп булыуына юл ҡуй¬маҫҡа кәрәк.
Обзор темаларҙың әҙәбиәт курсында тотҡан урыны, бу¬рысы һәм маҡсаттары, уларҙың монографик темалар менән бәйләнеше хаҡында ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр йәшәп килә. Ҡайһы бер методистар обзор һәм монографик темалар йөкмәткеләре, төҙөлөштәре, методтары буйынса бер- береһенән ныҡ ҡына айырылалар тигән ҡарашты яҡлаһа, икенселәре обзор темаларҙы өйрәнеүҙе мөмкин тиклем моно¬график темаларға яҡынайтыу яғында тора.
Осорҙо, әҙәби процесты дөрөҫ яҡтыртыу өсөн иң әһә¬миәтле әҫәрҙәрҙе обзор эсендә бирелә торған башҡа әҫәр¬ҙәрҙән айырып алып, уны мөмкин тиклем тулыраҡ анализ¬ларға кәрәк. Йөкмәткеһе яғынан әһәмиәтле әҫәрҙәрҙе тулы анализлау, дәрестә текстың мөмкин тиклем күберәк ҡулла- нылыуы обзорҙарҙы монографик темаларға яҡынайтыуҙа мө¬һим роль уйнай. Әҙәби текстың өҙөктәрен магнитофон яҙма¬һынан тыңлау, уҡыусыларҙың ятҡа һөйләүе, өйҙә яҙып килгән аннотацияларҙы уҡып күрһәтеү, сығыштар, докладтар яһау дәрестең эмоционаллеген күтәреүҙә, белем биреүҙең ныҡлығын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнайҙар.
IX синыф дәреслегендэге «Башҡортостанда боронғо ҡулъ¬яҙма әҙәбиәт», «XIX быуатта Башҡортостанда яҙма һәм баҫма әҙәбиәт», «XX быуат башында Башҡортостанда әҙәбиәт» тигән темалар ҙур тарихи осорҙар, шул осорҙағы әҙәбиәт торошо хаҡында мәғлүмәт биреүҙе маҡсат игеп ҡуя.
Обзор темалар эсендә айырым яҙыусылар ижадына, айы¬рым әҫәрҙәргә тулыраҡ ҡылыҡһырлама биреүҙе күҙ уңында тотоу кәрәк. Мәҫәлән, «XIX быуатта Башҡортостанда яҙма һәм баҫма әҙәбиәт» тигән теманы үткәндә, ҡайһы бер күре¬некле рус яҙыусылары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр биреү, уларҙың әҫәрҙәренә ентеклерәк туҡталыу, текст буйынса уҡыусыларҙың өйҙә башҡарған үҙ аллы эштәрен тикшереү, әҫәрҙәге өҙөктәрҙе ятҡа уҡыу, магнитофон яҙмаһынан тыңлау кеүек эштәрҙе башҡарыу был теманы ҡабул итеүҙе әүҙемләш- тереү, йәнләндереү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә. «Башҡортос¬танда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт» бүлеген үткәндә, тарихи осор, шул осорҙағы мәҙәниәт тарихына, ҡулъяҙма әҙәбиәткә ҡыҫҡаса обзор яһау менән сикләнергә тура килә.
«XX быуат башында Башҡортостанда әҙәбиәт» бүлеге М. Ғафуриҙың революцияға тиклемге. 111. Бабич ижадтарын, Х синыфта үтелә торған «Башҡорт совет әҙәбиәтенең фор- малашыуы» обзоры М. Ғафуриҙың Октябрь революцияһынан һуңғы ижадын һәм Д. Юлтый ижадтарын үҙ эсенә ала. С. Мифтахов, Ғ. Сәләм, һ. Дәүләтшина ижадтары «30-сы йыл¬дар әҙәбиәте» бүлегенән һуң, Р. Ниғмәти «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте», ә Б. Бикбай, 3. Бии¬шева. М. Кәрим, Н. Нәжми ижадтары «һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте» бүлегендә өйрәнелә. XI синыф программаһына ингән «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте» бүлеге үҙенең төҙөлөшө менән юғарыла һаналған обзорҙарға ҡарағанда үҙенсәлекле урын алып тора. Бөгөнгө осор әҙәбиәте жанрҙар принцибы нигеҙендә «Хәҙерге башҡорт поэзияһы», «Хәҙерге башҡорт прозаһы», «Драматургия» хаҡындағы бүлектәргә бүлеп би¬релә, күренекле яҙыусыларҙың әҙәби портретын өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйыла.
Әҙәби портреттарҙы үткәндә, әҫәрҙәрҙе мөмкин тиклем тулыраҡ уҡырға, уның уҡыусыға эмоциональ тәьҫир итеүенә иғтибар бирергә кәрәк.
«Совет әҙәбиәте» тип аталған инеш бүлек, «Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы», егерменсе, утыҙынсы йылдар әҙәбиәте тураһындағы бүлектәр тейешле теоретик кимәлдә, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итеп яҡтыртыуҙы һорай, теге йәки был осорҙа ижад игелгән бөгә әҫәрҙәрҙе лә һанап бирергә тырышмай, әҙәбиәт үҫешендә баҫҡыс булып торорҙай иң әһәмиәтлеләренә генә туҡталырға кәрәк.
Обзор темаларҙы өйрәнеү методтары
Дидактика, психология фәндәре әлкәһендә һуңғы йылдар¬ҙа баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәрҙә дәрестәрҙе мәктәптәрҙә киң урын алған методтарҙың береһе - уҡытыусының һөйләүе нигеҙендә генә өйрәнеү практикаһы ҡаты тәнҡитләнде. Был хеҙмәттәрҙә белем биреүҙе хәтер эшмәкәрлегенә генә нигеҙ¬ләнеп алып барыуҙы күҙ уңында тотҡан метод һәм алымдар¬ҙың балаларҙың үҙаллылыҡтарын, фекерләү һәләтлектәрен үҫтереүгә тотҡарлыҡ яһауы һыҙыҡ өҫтөн ә алынды.
Әҙәбиәт уҡытыуҙы тик уҡытыусының һөйләү методы менән генә үткәреү бигерәк тә обзор темаларҙы өйрәнгәндә йыш осрай. Уҡытыу процесындағы бындай бер яҡлылыҡтан ҡотолоу өсөн уҡыусыларҙың хәтерҙәрен үҫтереүгә, фекерләү эшмәкәрлегенә йүнәлтелгән эш төрҙәрен дә бергә ҡушып алып барырға кәрәк.
Шулай итеп, уҡытыусы, обзор темаларҙы үткәндә, теге йәки был тарихи осорға, әҙәбиәткә хас факттарҙы һанап биреү менән генә сикләнмәҫкә, бәлки уҡыусыларҙың иң яҡшы әҫәрҙәрҙе үҙ аллы уҡыуҙарына ирешергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта өйҙә уҡылған әҫәрҙәрҙе үҙ аллы анализлай белеү күнекмәләрен үҫтереү өсөн уҡыусыларға индивидуаль эштәр тапшырыу, дәрестә лекция барышында ошо алдан әҙерлән¬гән уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлауҙы ойоштороу дәресте йәнләндерә.
IX синыф га обзор т емаларҙы өйрәнеү
Фактик материалды ҡабатлау, системалаштырыу ниге¬ҙендә уҡыусыларҙың яҙма әҙәбиәт булмаған бик боронғо осорҙарҙа фольклорҙың тотҡан урыны, ижтимағи-эстетик әһә¬миәте, халыҡ тормошо, халыҡ тарихы менән бәйләнеше, унда халыҡтың көнкүреш үҙенсәлектәре, ижтимағи идеалы, эстетик, философик, педагогик ҡараштары, синфи аңы сағы¬лышы, фольклорҙың халыҡтың художестволы аңы үҫешендә, яҙма әҙәбиәт һәм фән үҫешендәге мөһим роле хаҡындағы белемдәре киңәйтелә.
«Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт» тигән обзор лекция методы менән өйрәнелә.
IX синыфтың әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡытыусы әҙәби ма¬териалды Башҡортостан тарихы менән бәйләүгә айырыуса ҙур урын бирә. Уҡыусыларҙың тарих фәндәре буйынса бе¬лемдәренә таянып, билдәле тарихи осорҙоң үҙенсәлектәре, ижтимағи-сәйәси хәл, мәҙәниәт торошо хаҡында мәғлүмәттәр биреү маҡсатында инеш дәрес үткәрелә. Теге йәки был осор¬ҙоң үҙенсәлектәрен тулыраҡ итеп асыуҙа халыҡ ижадынан, тарихи романдарҙан өҙөктәр уҡыу, иллюстрациялар күрһәтеү, сәнғәт әҫәрҙәрен йәлеп итеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт тураһындағы лекцияны түбәндәге план буйынса алын барырға мөмкин:
1. Ҡулъяҙма китаптар. Уларҙың урыны, йөкмәткеләре.
2. Китап күсереүселәр. Уларҙың халыҡ араһында аң-бе¬лем таратыуҙағы роле.
3. Дидактик шиғырҙар. Уларҙың йөкмәткеләре, үҙенсәлек¬тәре.
4. Был осорҙа торки теленең башҡорт халҡы өсөн яҙыу теле хеҙмәтен үтәүе.
«Сәсәндәр ижады» бүлеге обзор менән монографик тема араһында үҙенсәлекле урын алып тора. һәр сәсәндең ижа¬дын өйрәнеү уны монографик темаларға яҡынайта.
Был теманы өйрәнгәндә, уҡытыусыға түбәндәге момент¬тарға иғтибар итеү кәрәк:
1. Сәсәнлек ижадының XVI XVIII быуаттарҙа ныҡ тарал¬ған булыуы. Был осорҙарға ҡыҫҡа ғына күҙәтеү яһау.
2. һәр сәсәндең ижадын үҙе йәшәгән тарихи осор менән, тарихи ваҡиғалар менән бәйләнештә өйрәнеү. Баш¬ҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡан йәки уларға етәкселек иткән яугир сәсәндәр ижадына, уларҙың шәхесенә айырыуса иғтибар биреп, үҙ ғүмерҙәрен халыҡ бәхете өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкә бағышлауҙарын асыу.
3. Сәсәндәрҙең йәмғиәт тарихында һәм мәҙәниәт тормо¬шонда тотҡан роле.
4. Атаҡлы башҡорт сәсәндәренең «фольклор менән яҙма әҙәбиәт традицияларын үҙенсәлекле берләштереүсе уртаҡлыҡ¬тағы уртаҡ ижадсы, индивидуаль ижад башланғысы вәкиле»1 булыуын асыу.
5. Сәсәндәрҙең халыҡ шағиры һәм философы, педагогы һәм тарихсыһы, илдең абруйлы аҡһаҡалы булыуын, уларҙың халыҡты тәрбиәләү, аҡыл-тәжрибә биреүҙәге ролен күрһәтеү.
6. Башҡорт сәсәндәре, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙҙарҙағы аҡындар, төрөкмәндәрҙәге бахшиҙар, әзербайжан менән дағстанлыларҙа ашуғтар ижадтарының уртаҡ яҡтары хаҡында аңлатыу.
7. XV быуат аҙағында - XVI быуат башында йәшәгән Ҡобағош сәсән хаҡында һөйләгәндә, уның Ҡарағөлөмбәт ханға, бейҙәргә буйһонмауын, халыҡ яҡлы булыуын, халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Ҡобағош сәсәндең Үҫәргәндән Бикбау бейҙе, Бөрйәндән Иҫке бейҙе, Ҡыпсаҡтан Ҡарағужаҡты, Тамъяндан Шаҡманды, ярҙам һорап, аҡ батшаға ебәреүен, йәғни Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында уның прогрессив ролен күрһәтеү.
Ҡобағоштоң халыҡ вәкиле, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы булыуын сағылдырған:
Түрә түгел, ҡарамын. Түрә түгел, ҡарамын, Толпар менгән хандарға Яуға ҡаршы барамын, ау. Яуға ҡаршы барамын, -
' Хөсәйенов Ғ. Б. Заман, әҙәбиәт, әҙип. - Өфө, 1978. - 48-се бит .
тигән юлдарын әҙерләнгән уҡыусынан тасуири уҡытыу йәки магнитофон яҙмаһынан тыңлау. VIII синыфта үтелгән «Аҡмырҙа сәсәнден Ҡобағош сәсән менән әйтешкәне» ҡоба- йырындағы:
Булаттан үткер, яу ҡыйған, Ҡан сығармай яу һуйған. Ил сигендә дан алған. Ил тышында һан алған, Ханға ҡаршы уҡ булған. Бейгә ҡаршы ут булған - Сәсән булмай, кем булһын. Сәсәнгә I иң кем булһын:
Яманлыҡты яҡламаҫ, Дошман хәтерен һаҡламаҫ, Яҡшылыҡты һөйөр ул. Илдең зарын һөйләр ул. Яуға саҡырып өндәр ул, Дауға саҡырып өндәр ул,
тигән юлдарҙы ятҡа һөйләтеү һәм сәсән образына хас төп һыҙаттарҙы асыу. Шулай уҡ Ҡобағош хаҡында ҡаҙаҡ аҡыны Алсынбайҙың өләңендә әйтелгән:
Истәк аҡыны Ҡобағос Ҡурайын бер гөжләтеп оран салды, Ай-хайлап өләңен жарып салды. Әйтескәндә Бисәбайың сарсап ҡалды, Өнө тығылып, Ҡобағостан үлеп ҡалды, -
тигән юлдарҙы уҡып күрһәтергә мөмкин. Был юлдар баш¬ҡорт һәм ҡаҙаҡ сәсәндәре араһында һүҙ ярыштары булыуын, Ҡобағош сәсәндең халыкгың ижтимағи тормошондағы ролен, хандар, бейҙәр менән килешмәүсән, халыҡты батырлыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәүсе үткер аҡыллы, йор һүҙле кеше булыуын күрһәтә. Бейҙәргә, хандарға тоғро хеҙмәт итеүсе, үҙ ижадын хандарҙы маҡтауға йүнәлтеүсе Аҡмырҙа, илен ханға һатҡан, халыҡтың уяулығын томалаған, илде тән менән ҡаплатҡан кеше итеп һүрәтләнә.
Ябалаҡтай ҙур ханға. Йөндәй осор ваҡ данға Илен ҡоштай бәйләгән, Тотоп ханға һыйлаған Илендәге бей булһа, Төндәй, илде ҡаплатҡан. Тирбәтеп илде йоҡлатҡан.
Ант итеп ханға бирелгән. Теле яндай кирелгән Аҡмырҙа булмай, кем булһын, ау, Аҡмырҙа булмай, кем булһын,
тигән өҙөктө укын күрһәтергә йәки магнитофон яҙмаһынан тыңлатырға мөмкин.
Байыҡ сәсән ижады хаҡында мәғлүмәт XVIII-XIX быуат¬тарҙа Пугачев ихтилалы. 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиға¬лары менән бәйләп аңлатыла, уның тормош һәм сәсәнлек ижадындағы мөһим факттар: ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеш¬кәне, Салауат батырҙы халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә саҡы¬рыуы, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорт халҡын француз баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкә өндәүе һәм, һуғыш тамамланғас, 102 йәшкә еткән Байыҡ сәсәндең һуғыштан ҡайт¬ҡан башҡорт һуғышсыларын ҡурай уйнап ҡаршы алыуы кеүек мөһим тарихи ваҡиғалар һанап күрһәтелә. Уҡытыусының һөйләүе Байыҡ сәсән әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, «Байыҡ көйөн» фонояҙманан тыңлау менән аралаштырып алып барыла.
«XIX быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт» темаһы буйынса уҡытыусының лекцияһы та¬рихи осорға ҡылыҡһырлама, мәҙәниәт, әҙәбиәт үҫеше хаҡын¬да мәғлүмәттәрҙе эсенә алырға мөмкин. Тарихи осор хаҡын¬да уҡыусыларға Башҡортостан тарихы буйынса мәғлүмәттәр биргәндә, уҡытыусы түбәндәгеләргә иғтибар итә.
1. Башҡортостанда XVIII быуаттың аҙағы XIX быуат башында үткәрелгән административ үҙгәрештәр.
1798-1863 йылдарҙа Башҡортостанда кантондар идара¬лығы индерелеүе. Башҡорттарҙың хеҙмәт итеүсе казак ғәскәрҙәре хәленә күсерелеүе, хәрби ҡатлам итеп иғлан ите¬леүе. Башҡортостандың 16 кантонға, кантондарҙың йорттарға бүленеүс, һәр йорттоң бер хәрби команда булыуы. Һаулығы ярарлыҡ һәр бер ир кешенең 25-тэн алып 50-гә тиклем хеҙмәт башҡарырға тейеш булыуы.
2. VII синыф өсөн «Туган әҙәбиәт» дәреслегенән «Йәнтүрә хикәйэһе»ндәге башҡорт ғәскәрҙәренең хәрби кейемдәрен та¬суирлаған урындарҙы уҡыу. Шул осорҙағы башҡорт һуғыш¬сыларын сағылдырған һүрәттәрҙе эпидиаскоп аша күрһәтеү.
«Башҡорттар Дрезденда», «Башҡорттар Гамбургта», «Баш¬ҡорт һыбайлыһы» һәм башҡа боронғо гравюраларҙың репро¬дукцияларын ҡарау.
Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын ҡыҫҡаса иҫкә алып үтеү.
3. XIX быуат башында башҡорт һуғышсыларының Рәсәй¬ҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлауҙа ғына түгел, бәлки рус армияһының күп походтарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында 30 башҡорт полкының ҡатнашыуы. Был осорҙо сағылдырған йырҙарҙы иҫкә төшорөү. йырлап күрһәтеү йәки фонояҙманан тыңлау.
Был һуғышта күрһәткән батырлыҡтары әсән 137 офицер һәм һалдаттың орден һәм миҙалдар менән бүлокләнеүе.
Башҡорт ғәскәрҙәренең рус-торәк һуғышында (1828-1829 йылдарҙа), 1853 1856 йылдарҙа алып барылған Ҡырым һуғышында ҡатнашыуҙары һәм күрһәткән батырлыҡтары ха¬ҡында ҡыҫҡаса аңлатма биреп үтеү.
4. Башҡортостанда был осорҙа халыҡгың ер эштәре, мал¬сылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу, һөнәрселек менән шөғөлләнеүе. 1834-1835 йылдарҙа башҡорт халҡының фео¬даль тәртиптәргә, ҡаты эксплуатацияға һәм христиан диненә көсләп күсереүгә ҡаршы ихтилал күтәреүе хаҡында мәғ¬лүмәттәр биреү.
5. XIX быуаттың тәүге яртыһында мәктәп һәм мәҙрәсәләр селтәренең үҫә башлауы. Ҡарғалы, Стәрлебаш, Ашкаҙар- Балыҡлы мәҙрәсәләре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү. 1783 йылда Өфөлә Екатерина II указы менән Рәсәй мосол¬мандарының дини идараһы асылыуының реакцион ролен, уның йоғонтоһоноң суфый шағирҙар ижадында сағылыуын күрһәтеү. Улар ижадындағы аскетлыҡ һәм мистиканың асы¬лын аңлатыу, Һ. Салихов ижадының үҙенсәлектәрен асыу.
«XIX быуаттың икенсе яртыһында мәҙәниәт торошо һәм әҙәбиәт» тигән теманы өйрәнгәндә уҡытыусы түбәндәге мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға иғтибар итергә тейеш:
1. XIX быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи осорға ҡылыҡһырлама. Рәсәйҙә крепостной правоның емерелеүе, бының сәбәптәре. Башҡортостанда кантондар идаралығын бөтөрөү һәм яны административ бүленеште раҫлау тураһын¬дағы положениеның прогрессив роле. Башҡортостанда капи¬тализмдың үҫеше. Идеологик һәм синфи көрәштең киҫкен төҫ алыуы.
2. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда мә¬ҙәниәт һәм әҙәбиәт. Рус-башҡорт мәктәптәре селтәренең киң- әйеүе. Башҡортостанда прогрессив-демократик йүнәлештәге мәҙәниәт һәм әҙәбиәттең үҫешендә рус мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең роле. Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең киң йэйелеүе (Р. Г. Игнатьев, М. В. Лоссиевский, С.Г.Рыбаков, Ф.Д.Нефедов). Рус әҙәбиә¬тендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше сағылышы (Л. Н. Толстой. Д. Н. Мамин-Сибиряк, Г.И.Успенский. М.Е.Сал¬тыков-Щедрин, Н. А. Крашенинников).
3. Мәғрифәтселек хәрәкәте һәм әҙәбиәте. Унда демокра¬тик мәғрифәтселек һәм буржуаз реформаторлыҡ (йәҙитселек) ағымдарының айырымлана барыуы. Демократик мәғрифәтсе¬лектең прогрессив яҡтары, сикләнгән моменттары, шуларҙың әҙәбиәттә сағылышы. Әҙәбиәттә мәғрифәтселек реализмының тыуыуы.
Башҡортостандағы мәғрифәтселек әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре М. Аҡмулла һом М. Өмөтбаев.
4. Был осор әҙәбиәтендә башҡа йүнәлештәр, ағымдар.
Был теманы үткәндә, уҡытыусының лекцияһы алдан әҙер¬ләнгән уҡыусыларҙың рус яҙыусыларының, ғалимдарының Башҡортостан тураһындағы әҫәрҙәрен анализлаған сығыштары менән аралаштырып алып барыла. Р. Г. Игнатьев, Ф. Д. Нефе¬дов, С. Г. Рыбаков, Л. Н. Толстой һ. б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә аңлатмалар бирелә, өҙөктәре тасуири уҡып күрһәтелә.
Туғыҙынсы синыфта өйрәнелә торған һуңғы обзор «XX быуат башында Башҡортостанда әҙәбиәт» бүлеге ошо осорҙағы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади хәл тураһында, халыҡтың милли аңы уяныуы, милли әҙәбиәттең үҫеше хаҡында төшөнсә биреү менән башлана.
Мәғрифәтселек идеяларын, артабан демократик һәм рево¬люцион талаптарҙы күтәреп сығыу яғынан М. Ғафури ижа¬дының әһәмиәте һыҙыҡ өҫтөнә алына. Был осорҙағы әҙәби хәрәкәткә (М. Ғафури, Д. Юлтый, А. Таһиров ижадтарына) ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирелә.
Х синыф)а обзор темаларҙы өйрәнеү.
«Башкорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы (1917-1929)»
Был тема Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы осорондағы башҡорт әҙәбиәтенә обзор лекция мето¬ды менән үтелә. Таҡтаға дәрестең темаһы алдан яҙыла. Дәрес планы түбәндәге пункттарҙы үҙ эсенә алыуы мөмкин:
1) башҡорт демократик әҙәбиәте вәкилдәре М. Ғафури, Д. Юлтый, А. Таһиров һ. б. яҙыусыларҙың Октябрь револю¬цияһын ҙур ышаныс менән ҡаршы алыуҙары;
2) граждандар һуғышында ҡатнашҡан бер төркөм йәш¬тәрҙең әҙәбиәткә килеүе (Ғ. Ғүмәр, Т. Йәнәби, Ш. Фидаи һ. б.);
3) граждандар һуғышы йылдарында патриотик йөкмәткеле поэзияның тыуыуы (М. Ғафуриҙың «Татар егетенә», «Ант»; Д. Юлтыйҙың «Атлан, батыр!» һ. б.);
4) был осорҙа руссанан тәржемә ителгән «Интернацио¬нал», «Марсельеза», «Ҡурҡмай, алға!» («Смело, товарищи, в ногу!»), «Ирек ҡорбандары» («Вы жертвою пали») кеүек ре¬волюцион йырҙар менән бергә башҡорт шағирҙарының ши¬ғыр һәм йырҙары барлыҡҡа килеүе («Ҡыҙыл шиғырҙар һәм йырҙар» тигән йыйынтыҡтың баҫылып сығыуы);
5) башҡорт совет прозаһының тәүге үрнәктәре;
6) граждандар һуғышы осоронда башҡорт драматургияһы.
Башҡорт әҙәбиәте Октябрь революцияһын «Ҡыҙыл бай¬раҡ» шиғыры менән ҡаршыланы.
Революциянан һуң яҙылған «Хисап көнө» шиғырында М. Ғафури, халыҡ көсө менән байыған эксплуататор синыф¬тарға мөрәжәғәт итеп, уларҙың хеҙмәтсән халыҡҡа эшләгән яуызлыҡтары өсөн хисап көнө етеүен сағылдырһа, «Инҡилап» шиғырында революцияны ысын ынйыларҙы — ҡаһарман эш¬селәрҙе «ваҡ халыҡтарҙан» айырыусы «ваҡ ҡына бер ҡыл иләк» тип атай.
Дауыт Юлтый Октябрь революцияһын Украиналағы Пол¬тава ҡалаһында һалдат булып ҡаршы ала. Ул, ҡулына ҡорал тотоп, Совет власын урынлаштырыу өсөн арыу-талыу белмәй көрәшә. Был хаҡта Д. Юлтыйҙың автобиографик очеркынан өҙөк уҡып күрһәтергә мөмкин.
А. Таһиров Октябрь көндәрендә Ырымбурҙа Совет вла¬сын урынлаштырыу көрәшендә ҡатнаша. Шул уҡ йылдарҙа ижад иткән Ш. Бабич ижадында ҡайһы бер икеләнеүҙәр бу¬лыуға ҡарамаҫтан, улар ижады артабан революцияның көслө йоғонтоһонда үҫеп китә...
Пландың өсөнсө пункты был осорҙа башҡорт әҙәбиәте тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатын күҙ уңында тота.
Уҡытыусы Октябрь революцияһының халыҡтарҙың быуат¬тар буйы быуылып килгән ижади көстәренең үҫеше өсөн киң юл асылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, М. Ғафуриҙың «Яңы көстәргә» (1924) шиғырының:
Майҙан асылды яңы кәҫтәргә, Беләк һыҙғанып, Дәррәү ҡуҙғалып, Донъя яңғыратып Эштәр эшләргә,
тигән юлдарын уҡып күрһәтә.
Граждандар һуғышы йылдарында сыға башлаған «Баш¬ҡортостан хәбәрҙәре», «Ҡыҙыл юл», «Шәреҡ ярлылары» гәзиттәре менән бер рәттән «Ҡыҙыл яу», «Ҡыҙыл йондоҙ», «Ҡыҙыл курай» кеүек фронт гәзиттәре сыға башлай. Улар¬ҙа Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы фронт¬тарында ҡатнашҡан бер төркөм йәштәр үҙҙәренең ялҡынлы шиғырҙары, нәҫер һәм хикәйәләре менән сығыш яһайҙар. Шул йылдарҙа әҙәбиәткә килгән Шамун Фидаи, Кәшфи Ҡәрипов, Фатих Мэжити кеүек йәштәр халыҡ бәхете өсөн ғүмерҙәрен дә йәлләмәй көрәштеләр һәм батырҙарса һәләк булдылар.
Шул уҡ осорҙа әҙәбиәткә килгән Ғ. Ғүмәр, И. Насыри, Т. Йәнәби, Ғ. Дәүләтшин кеүек күп кенә яҙыусылар үҙҙәрен һуңыраҡ әҙәбиәттең күренекле вәкилдәре итеп таныттылар.
Граждандар һуғышы йылдарында яңы заманға хас патри¬отик йөкмәткеле поэзия тыуҙы. М. Ғафуриҙың «Ант», «Татар егетенә», Д. Юлтыйҙың «Атлан, батыр!» шиғырҙары граждан¬дар һуғышы, шул осорҙа тыуған яңы патриотик поэзияның гүзәл өлгөләре булдылар.
Был осорҙа башҡорт прозаһының тәүге үрнәктәре барлыҡҡа килде. Проза әҫәрҙәре үҙенең тематикаһы яғынан революция һәм граждандар һуғышы ваҡиғаларын, хеҙмәтсән халыҡтың яңы тормош өсөн алып барған героик көрәшен, батырлыҡта¬рын тасуирлауға йүнәлтелде. Был героика Шамун Фидаиҙын нәҫерҙәрендә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың «Башҡорт ярлыларына», «Ҡыҙыл Өфөм», А. Таһировтың «Ирек улы Иркәбай» әҫәрҙәрендә сағылды. Д. Юлтыйҙың 1919 йылда баҫылып сыҡ¬ҡан «Бәләкәй Ҡотош». М. Ғафуриҙың «Ярлы кешеләр», «Ҡыр ҡаҙы» тигән китаптарына ингән хикәйәләре халыҡтың рево¬люцияға тиклемге ауыр тормошон яңыса сағылдырҙы.
Граждандар һуғышы осоро башҡорт драматургияһының да тыуыу йылдары булды. Башҡорт профессиональ театры айырым һәүәҫкәрҙәрҙең үҙешмәкәр драма түңәрәктәре, ҡала¬ларҙа һәм Ҡыҙыл Армия пастарында ойошторолған башҡорт- татар труппалары нигеҙендә барлыҡҡа килде.
1919 йылдың аҙағында Стәрлетамаҡта ойошторолған Бе¬ренсе Башҡорт театры башҡорт драматургияһының тыуыуы өсөн нигеҙ булды.
Был театрҙың репертуарында рус, татар драматургтары¬ның әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре лә ҡуйылды.
Ғәбделрәүеф Ниязбаевтың «Беренсе тан», «Ҡыҙыл истиҡ¬бал өсөн көрәш» пьесалары драматургияла революцион йү¬нәлештең, яңы кеше образының уңышлы хәл ителеше яғынан ҡиммәтле әҫәрҙәр булдылар.
Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» пьесаһы халыҡтың милли- колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен сағылдырған тәүге тарихи әҫәр булды.
Юғарыла тәҡдим ителгән материал уҡыусыларға алдан бүлеп бирелгән һорауҙар буйынса синыф алдында сығыш яһау өсөн дә файҙаланылырға мөмкин.
«Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте» темаһын өйрәнеү
Был теманы өйрәнеүҙе ошо осорҙон үҙенсәлектәрен асыу¬ҙан башларға кәрәк.
20-се йылдарҙың башында илебеҙ алдында халыҡ хужа¬лығын аяҡҡа баҫтырыу һәм нығытыу бурысы менән бергә мәҙәниәт өлкәһендәге хәстәрлектәр һыҙыҡ ӨҪТӨНЭ алына.
Был йылдарҙа дөйөм белем биреү мәктәптәре, китапхана, уҡыу өйҙәре, педагогия һәм сәнғәт техникумдары, халыҡ мәғарифы институттары эшләй башлай.
Ҙур Башҡортостан ойошоп, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күскәс, матбуғат селтәре киңәйә. 1919 йылда Стәрле- тамаҡта ТӨҘӨЛГӘН китап нәшриәте 1922 йылда Өфөлә «Баш- книга» нәшриәте итеп үҙгәртелә.
«Шәреҡ ярлылары», «Йәш юҡһыл», «Яңы ауыл», «Башҡор¬тостан йәштәре» тигән яңы гәзиттәр. «Яңы юл» (1923), «Бе¬лем» (1924) тигән әҙәби-сәйәси журналдар сыға башлай. Был гәзит-журналдарҙың эшен юлға һатыуҙа Д. Юлгый, М. Ғафури, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол кеүек яҙыусыларҙың роле ҙур булды.
Достарыңызбен бөлісу: |