ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет19/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   27

Бына шуның өсөн проблемалы һорауҙар ҡуйғанда, әҫәрҙә эмоциональ һәм рациональ башланғыстарҙың, белем һәм тәрбиә биреүҙең берҙәмлеген иҫтә тоторға кәрәк. Һорауҙар әҫәрҙең йөкмәткеһенә лә, формаһына ла ҡағылған булырға, тойғо һәм фекерҙәрҙе синтезлаштырыуға йүнәлтелергә те¬йештәр.

Икенсенән, проблемалы анализды, башҡа юлдар һәм ме¬тодтар кеүек үк универсалләштерергә ярамай, бәлки башҡа юлдар, методтар, алымдар менән ҡатнаштырып ҡулланырға кәрәк.

Проблемалы уҡытыуҙы башҡа методтарға ҡаршы ҡуй¬маҫҡа, уҡытыуҙа методтан сығып әҫәрҙе һайламаҫҡа, бәлки әҫәрҙән сығып методтар һайларға кәрәк.

Әҫәрҙең бөтә компонеттарын анализлау аша синтезға - уның идея мәғәнәһен асыуға килеү төп маҡсат булғанлыҡ¬тан. методтар, алымдар ошо маҡсаттан сығып һайланырға, бер-береһе менән төрлө бәйләнештә ҡулланылырға тейештәр.

Шулай итеп, проблемалы анализ юлы - башҡа юлдар, методтар менән бәйләнештә, берҙәмлектә ҡулланғанда ғына эффектлы булырға мөмкин. Уҡытыу методтарын тормош та¬лаптарына яраштырыу бурысы уларҙың белем һәм тәрбиә биреүҙэге, шулай уҡ балаларҙың аҡыл үҫешен тәьмин итеү- ҙәге ролен артабан көсәйтеүҙе талап итә.

Әҙәбиәт дәрестәрендә иң эффектлы метод һәм алымдар¬ҙы һайлау мәктәптә уҡытыу предметы булған әҙәбиәттең үҙенсәлектәренән сығып билдәләнә.

Метод һәм алымдарҙы һайлағанда, анализ ваҡытында би¬релә торған аңлатмаларҙы уҡыусылар әҫәрҙе уҡыу процесын¬да алған тойғоларға нигеҙләнеп алып барыуҙы күҙ уңында тоторға корәк.

Уҡытыуҙың маҡсаттары, йөкмәткеһе һәм методтарының үҙ-ара бәйләнеше һәм берҙәмлеге метод һәм алымдарҙың белем, тәрбиә биреү, фекерләү һәләтлектәрен үҫтереүгә йүнәлтелеүен тәьмин итә.

Дәрестәрҙе мәктәп курсының айырылғыһыҙ бер өлөшө булған синыфтан тыш уҡыу менән органик бәйләнештә алып барыу уҡыусыларҙың үҙ аллы анализлау күнекмәләрен, фекерләү һәләтлеген үҫтерә.

Әҙәбиәтте мәктәптә өйрәнелә торған башҡа фәндәр, ту¬ғандаш әҙәбиәттәр, сәнғәт төрҙәре менән, шулай уҡ бер әҫәрҙе икенсе әҫәр менән, әҫәрҙең компоненттарын үҙ-ара бәйләп, сағыштырып өйрәнеү, ошо нигеҙҙә проблемалы ситу¬ациялар тыуҙырыу, проблемалы һорауҙар ҡуйыу әҙәби факт һәм күренештәрҙең күп яҡлы бәйләнештәрен асырға, шуның нигеҙендә уҡыусыларҙың ассоциатив хәтерҙәрен, ижади хыял¬дарын байытырға, анализ, синтез кеүек аҡыл операцияларын, образлы һәм логик фекерҙәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘРҘЕ ЖАНР ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ НИГЕҘЕНДӘ ӨЙРӘНЕҮ

Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Уҡыусылар лирик поэзия өлгөләре менән мәктәпкәсә йәштә үк таныша башлайҙар. Башланғыс синыф программа¬һында ла бик күп лирик әҫәрҙәр өйрәнеү күҙ уңында тото¬ла. V—VIII синыфтарҙа, әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү менән бергә, әҙәбиәт теорияһынан лирик. эпик. лиро-эпик, драматик төрҙәр, һәр бер төрҙөң үҙенсәлектәре тураһында тулы ғына мәғлүмәттәр бирелә.

Юғары синыфтарҙа, лирик әҫәрҙәрҙе үткәндә, уҡыусылар¬ҙың әҙәбиәт теорияһынан V—VIII синыфтарҙа алған белем¬дәренә нигеҙләнеү, ятланған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөп үтеү талап ителә. Түбәнге синыфтарҙа шиғри телмәр менән проза телмәре араһындағы айырманы, шиғри әҫәрҙәргә хас ритм, рифма, строфа, ижектәр һаны, баҫымдарҙың роле, уларҙа ба¬ҫымлы, баҫымһыҙ ижектәрҙең сиратлашып килеүе, башҡорт шиғыры үҙенсәлектәре тураһында элементар мәғлүмәттәр би¬релә. Лирик шиғырҙарҙың үҙенсәлектәрен Ф. Рәхимғолованың «Ҡыш», М. Хәйҙең «Ватан», М. Ғафуриҙың «Яҙ башланыуы», М. Харистың «Хаг», «Онотмаһын мине Тыуған ил», Н. Нәж- миҙең «Тыуған ҡалама йыр». Ғ. Туҡайҙың «Йәй көнөндә», Р. Ниғмәтиҙең «Беҙ тыныслыҡ яҡлы», М. Кәримдең «Ләйсән», Салауат Юлаевтың «Тыуған илем», «Уралым» һ. б. шиғырҙар¬ҙы өйрәнгәндә үҙләштерәләр.

Юғары синыфтарҙа был әҫәрҙәр барыһы ла ҡабатлана, иҫкә төшөрөлә, бигерәк тә уҡыусы балаларҙың шиғырҙарҙы ятҡа һөйләй белеүҙәренә иғтибар ителә.

Юғары синыфтарҙа яҙыусыларҙың ижадына анализ яһағанда, уҡытыусы ул әҫәрҙәрҙе темалары, жанрҙары, об¬раздары яғынан сағыштырып, параллелдәр ҡуйып, яңы тема менән бәйләй, өҙөктәрен ятҡа һөйләүҙе талап итә.

Уҡыусылар лирик әҫәрҙәрҙә төп иғтибарҙың кешенең төрлө ваҡиғалар, тәбиғәт күренештәре, ғөмүмән, донъя тура¬һындағы уй-тойғоларын, хистәрен сағылдырыуға йүнәлтеле- үен төшөнәләр. Лирик әҫәрҙәрҙә тормош күренештәре шағир¬ҙың шатлығы, ҡайғыһы, кисерештәре аша баһалана.

Лирик әҫәрҙә тормош картиналарын, ваҡиғаларҙы, айы¬рым кешеләрҙең портретын, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү урын алып торһа ла, улар барыһы ла шағирҙың эске донъяһы менән бәйләнеште сағылдыралар.

Юғары синыфтарҙа уҡыусылар конкрет әҫәрҙәр өлгөһөндә лирик төрҙөң ҡобайыр, йыр, шиғыр, парса (торән фекерле, фәлсәфәүи йөкмәткеле, мәҡәлдәргә яҡын торған бәләкәй шиғ¬ри әҫәр), шиғырҙар циклы, ода, мәдхиә (маҡтау шиғыры), мәрҫиә (вафат булған кешенең яҡшы сифаттарын маҡтап яҙған шиғыр), элегия (ҡайғы һәм һағыш менән һуғарылған шиғыр) һ. б. ваҡ жанрҙарға бүленеп йөрөтөлөүен күрәләр.

Лириканың да, эпостың да айырым үҙенсәлектәрен са¬ғылдырған лиро-эпик әҫәрҙәргә поэма, баллада, нәҫер жанр¬ҙары инеүе хаҡында мәғлүмәттәр алалар.

Лирик әҫәрҙәрҙең тематик төрлөлөгөнә ҡарап, фәлсәфәүи лирика, гражданлыҡ лирикаһы (публицистик лирика), пейзаж лирикаһы, мөхәббәт лирикаһы кеүек төрҙәргә бүлеп йөрөтөлөүе хаҡында ла мәғлүмәттәр бирелә.

Лирик әҫәрҙәрҙә шағир лирик геройҙың уй-тойғоларын ғына түгел, бәлки унда төрлө хистәр, кисерештәр уятҡан тормон! картиналарын да күрәбеҙ. Лирик әҫәр шағир йөрәге аша үткән иң нескә кисерештәрҙе тасуирлап, беҙҙе үҙе менән ошо хис донъяһына алып инә, шағир менән бергә кисерергә, бергә тулҡынланырға өйрәтә. Лирик поэзияның үҙәгендә торған лирик герой образы шағир шәхесенән, уның донъяны аңлауы, баһалауынан башҡа булмаған кеүек, уның үҙ заманы өсөн. үҙ замандаштары өсөн хас сифаттарҙы дөйөмләштереүҙән тыш булыуы ла мөмкин түгел.

Лирикала объектив ысынбарлыҡ шағирҙың донъяны аңлауы, төшөноүе, субъектив ҡарашы аша сағыла. Шулай итеп, лирикала тормош картиналары ғына түгел, бәлки ша¬ғирҙың үҙе һүрәтләгән тормош күренештәренә мөнәсәбәте лә сағыла. Уҡыусыларҙың лирик поэзияны үҙләштереүе уларҙың әҙәбиәт теорияһынан алған белемдәренә нигеҙләнеп алып ба¬рыла. Ләкин бында лирик поэзияның үҙенсәлектәрен үҙләштереү генә етмәй, бәлки уҡыусыларҙың уның нескәлек¬тәрен, нәфислеген тойоуы, уның менән тулҡынлана, һоҡлана белеүенә ирешеү айырыуса мөһим.

Лирик поэзияны ҡабул итеүҙә уҡыусыларҙың тәжрибәһе, элек уҡылған әҫәрҙәрҙән алған тәьҫирҙәре, кисерештәре мөһим роль уйнай. Әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы һәр кем үҙ тәжрибәһе, хыялы, тойғолары менән байытып ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы әҫәрҙең объектив йөкмәткеһенән бөтөнләй ситләшеп китергә лә тейеш түгел. Уҡытыусы әҫәрҙең уҡыусылар тарафынан автор күргәнсә, ул һүрәтләгәнсә ҡабул ителеүенә ирешергә тейеш.

Шағирҙарҙың шиғырҙарындағы тормош картиналары, тәбиғәт күренештәре менән бәйле һүрәтләнгән уй-тойғолар уҡыусының үҙ тойғоһо итеп ҡабул ителгәндә генә әҙәби әҫәрҙең йоғонтоһо көслө була ала.

Шулай итеп, лирика, әҙәбиәттең башҡа төрҙәре кеүек үк. кешенең эске кисерештәрен генә түгел, тормошто бөтә күп төрлө яғы менән сағылдыра, тышҡы донъяның кешегә йо¬ғонтоһон күрһәтә.

Лирик әҫәрҙе синыфта өйрәнеү алдынан уҡытыусы уның идея-эстетик йөкмәткеһен анализлап, тасуири уҡырға әҙерләй. Мәҫәлән, уҡытыусы Ғ. Сәләмдең лирикаһын өйрәнгәндә уның метеорҙай балҡып яҡтырып үткән ғүмер юлы, шағир һәм гражданин булыуы, уның ижтимағи һәм ижади әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, йәшәүҙе ҡайнар һөйгән, илгә, халыҡҡа күберәк хеҙмәт күрһәтеү уйы менән янып йәшәгән Ғ. Сәләм үҙенең «Йөрәк түрендә» шиғырында:

Арыған тимә, Тән талһа ла.

Күҙҙәремдә бойоғоу күренмәҫ. Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәрте Йөрөтәм мин йөрәк түрендә! -

тип яҙҙы.

Ләкин ярһыу йөрәкле шағир ун ғүмер түгел, С. Агиш әйткәнсә, «яргы ғүмер ҙә йәшәп бөтә алманы, әммә ун ғү¬мергә һыйып бөтә алмаҫлыҡ гүзәл әҫәрҙәр тыуҙырып өлгөрҙө».

Тормошто өҙөлөп һөйгән, ярһып, янып йәшәгән шағир¬ҙың ялҡынлы йөрәге тибеүҙән бик иртә туҡтаны. Б. Бикбай, Ғ. Сәләм үлеме айҡанлы яҙған «Ахыры үкенескә булғандыр» шиғырында тәрән ҡайғыһын белдереп:

Һин яҙмаҫһың инде. Ҡайтмаҫһың да.

Күпме көтһәм дә күҙ талдырып. Ауыр ҡайғым, утлы ҡурғаш кеүек. Тиңһеҙ аҙап менән яндырыр, -

тип яҙҙы.

Ғ. Сәләм үлеменән өс йыл элек яҙылған «Ғүмер» шиғы¬рында Б. Бикбай:

Кешеләрҙе ғүмер оҙонлоғо ғына Оҙаҡ йәшәтмәне, йәшәтмәҫ; Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотолмаҫлыҡ. Файҙалы итә бел һин, иптәш! -

тип яҙғайны. Шул уҡ фекерҙе Х. Кәрим «Дуҫымдың үлеме» шиғырында:

Иртә үлем генә

күңелдәрҙән Юя алмаҫ һине, Ғ. Сәләм. Шағир ғүмере йылдар менән түгел,

Шиғыр ғүмере менән үлсәнә. -

тигән Һүҙҙәр аша сағылдырҙы.

К. Әхмәтйәнов Ғ. Сәләм тураһында түбәндәгесә яҙҙы: «Метеор!» Шағирға арналған мәҡәлә һәм иҫтәлектәрҙең ба- рыһында ла тип әйтерлек ошо һүҙҙе осратырға тура килә. Үҙ есеменең һуңғы атомына тиклем тирә-йүнгә яҡтылыҡ итеп сәсеүгә биргән метеор менән Ғ. Сәләмдең иртә өҙөлгән ялҡынлы ижад ғүмере араһында, ысынлап та, ҙур оҡшашлыҡ бар. Шағир ҙа үҙенең бөтә йөрэк йылыһын һәм бөтә көсөн халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеүгә бирҙе. «Быуаттар¬ҙың һәр бер иртәһен йырға ҡушып йырлау» өсөн, ке¬шеләргә күберәк поэтик нур өләшеп ҡалыу өсөн ул ашығып йәшәй белде. Үҙенең йөрәк түрендәге «ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәртен» башҡорт йыры хаҡына мөмкин тиклем тулы¬раҡ файҙаланып ҡалырға тырышты»'.

Ғ. Сәләм характерының төп һыҙаттарының береһе - тор¬мошҡа әүҙем мөнәсәбәт, үҙеңдең көсөңдө, кәрәк булһа, бөтә ғүмереңде Тыуған илгә, халыҡ бәхете өсөн көрәшергә ба¬ғышлауҙа күренә.

Ғ. Сәләм иле өсөн бер ғүмерҙең генә аҙ булыуына, үҙендә ике йөрәк булмауға үкенеп, «Поезд кигге» шиғырында:

Офоҡ аралары... Кип ҡоласлы. Ҙур ил Союз... Ҡайнар йыр килә; һаҡсылар ҙа кәрәк, Төҙөүсе лә... Их...

Ниңә икәү түгел был йөрәк. -

тип яҙҙы.

Ғ. Сәләм әҙәбиәткә килгән һәм ижад иткән йылдар бары ун ғына йылды - 1929-1939 йылдарҙы үҙ эсенә ала. «Ун ғүмергә етерлек йәшәү дәрте йөрөткән шағирҙың ижад ғүмере бары ун йылдан тора» . тине был йылдарҙы иҫкә алып Б. Бикбай.

Был ваҡыт аҙаҡ ҙур яҙыусылар булып киткән Р. Ниғмәти, А. Карнай, М. Хәй, Ғ. Сәләм, Х. Ҡунаҡбай, Х. Кәрим, С. Ку¬либай, Ә. Вәли һәм башҡа бик күптәрҙең эркелешеп әҙәбиәткә килгән осоро ине.

Ғ. Сәләм әҙәбиәткә килгән был ун йыл илебеҙ тарихында ҙур мөһим ваҡиғаларға бай, ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы йылдар булып танылдылар. Ғ. Сәләмдең тормошо һәм ижады ошо за¬ман һулышы менән һуғарылды. Р. Ғарипов әйткәнсә, «шағир йөрәгенә заман ярып керә». Илебеҙҙәге бөйөк үҙгәрештәр һәм төҙөлөштәр уға илһам, бөтмәҫ дәрт һәм көс бирҙе.

Шағирҙың башланғыс ижадын өйрәнгәндә, уҡытыусы ике һыҙатты айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейеш. Берҙән, ша¬ғир Башҡортостан гиганттарын, төҙөлөш пафосын данлай («Еңгән цехта», «Поезд китте», «Колонналар килә»). Был әҫәрҙәрҙә төҙөлөш пейзажын йырлау өҫтөнлөк алһа, икенсе яҡтан, ул ошо көрәш эсендә тыуған яңы кеше образын һүрәтләй.

Башланғыс ижадында Ғ. Сәләм Башҡортостандың яңынан тыуыуын. аграр илдән индустриаль илгә әйләнеүен, ҡылған үҫкән, ел һыҙғырған далаларҙың төҙөлөш гиганттары менән ҡапланыуын айырыуса ҙур илһам, оптимистик рух күтәрен¬келеге, ғорурлыҡ менән йырланы. «Башҡортостан» шиғырын¬да ул:

Ер тоҡанған...

Утлы лава бәрә.

Киң һауала ҡаты гөрһөлдәү,

Был бит - Башҡортостан!

Яңынан тыуа,

Аграр илдән сталь, тимергә... -

тип яҙһа, «Шаттарҙан шат көләбеҙ» шиғырында яңы тормош төҙөүсе кешеләрҙең патриотизмын, киләсәккә өмөт, ышаныс менән ҡарауын. корәш пафосын сағылдыра.

Кешеләр араһында яңы мөнәсәбәттәрҙең тыуыуы «Кирбес һәм мөхәббәт тураһында баллада» исемле әҫәрендә тағы ла ҡалҡыуыраҡ һүрәтләнеш таба. Был шиғырҙа шағир кешенең хеҙмәткә булған мөнәсәбәтенең нисек итеп уның әхлаҡ йөҙөн, ғаиләгә, мөхәббәткә булған мөнәсәбәтен билдәләүен күрһәтә.

Шағир үҙ ижадында яңы поэзия өсөн көрәш темаһына ҙур урын бирҙе. 1934 йылда Башҡортостан яҙыусыларының Беренсе сьсзында сығыш яһап. яҙыусыларҙы әҙәби ижадҡа талапсан булырға, яңы кешенең формалашыуын. заман ге¬ройының уй-хистәрен тәрәнерәк һүрәтләргә саҡырҙы.

Ҡайһы бер яҙыусыларҙың яңы заман геройының уй-той- ғоларын, эске донъяһын тәрәнерәк һүрәтләү урынына, тимер- күмерҙәрҙе һүрәтләү менән мауығыуҙарына ҡаршы сыҡты. Р. Ниғмәтиҙең «Баҫыу хөкөмө» әҫәрен юғары баһалап, автор:

Шундай шиғырҙарҙы һәр беребеҙгә

Эшләйһе бар тағы ла күберәк.

Юҡһа беҙҙең йырҙа:

Күмер - кейәү,

Таштар кәләш булып йәшәйҙәр, -

тип яҙҙы, шуның менән поэзияның төп маҡсат герой ту¬раһында йыр яҙыу тигән фекерҙе ҡеүәтләне.

Тәүге шиғырҙарында шағир күберәк төҙөлөштәр романти¬каһын йырлаһа. «Республика иртәһе», «Һәйкәл», «Беҙҙең урам байрағы» әҫәрҙәренең нигеҙендә лирик геройҙың әхлаҡи кисерештәре, тыуған Ватан, халыҡҡа мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғолары һәйкәл, байраҡ кеүек символик образ¬дарҙа сағыла.

Был әҫәрҙәр шағирҙың оҫталыҡ кимәленең күтәрелә, донъяға ҡарашының камиллаша барыуын күрһәтәләр. Был оҫталыҡтың камиллаша барыуы әҫәрҙәрендәге стиль, ритм үҙенсәлектәре әлкәһендә лә күренә. Ғ. Сәләм үҙенең лирик шиғырҙарында ла, поэмаларында ла элек кешелеге кәмһе¬телгән айырым шәхестәрҙең илдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә яңынан тыуыуын, йәғни яңы сифаттарға эйә булыуын, йәмғиәттең гуманистик асылын күрһәтә. Йәмғиәт менән шәхес гармонияһы идеяһын раҫлай.

Ғ. Сәләм лирикаһында империализмды фашлау, буласаҡ һуғышҡа әҙерлек. Ватанды һаҡлау идеяһы ҙур урын алып торҙо.

Шағир «Тыуған илгә һөйөү артҡан һайын, күрә алмау артты дошманды» тип яҙып, патриотизм, интернационализм хистәрен данланы, уларҙы буласаҡ көрәшкә әҙер булырға саҡырҙы.

Ғ. Сәләм үҙенең «Улар бишәү ине» шиғырында:

Беҙ ҡасан һун Ватан мөхәббәтен Айырым ҡуйҙыҡ шәхси һөйөүҙән.

тип яҙып, ватансылыҡ, интернационализм кеүек тойғолар шәхси тойғолар менән берҙәм булғанда ғына кеше үҙен ту¬лыһынса бәхетле итеп тойоу, илһам менән эшләү, ижади һәләтлеген үҫтереү өсөн тулы мөмкинлек аласаҡ тигән фе¬кер үткәрҙе.

«Ғүмер» поэмаһында йәмғиәт һәм шәхес мөнәсәбәте, йәшәү һәм батырлыҡ мәсьәләһе, кешеләр бәхете, йәмғиәт именлеге өсөн башҡарылған батырлыҡтың үлемһеҙлеге, халыҡ алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо һыҙыҡ өҫтөнә алып үтелә.

Ғ. Сәләмдең лирикаһын өйрәнгәндә уҡыусылар был жанр¬ға ҡараған әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәрен тәрәнерәк үҙләштереүгә ирешәләр. Ләкин уның ижады лирик шиғырҙар менән генә сикләнмәне. Ул лирик һәм лиро-эпик поэмаларҙың гүзәл өлгөләрен дә бирҙе.

Лирик әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәрен йомғаҡлағандан һуң, Ғ. Сәләмдең лиро-эпик «Бала» поэмаһын өйрәнеүгә күселә.

Уҡыусыларҙың лирик әҫәрҙәр хаҡындағы белемдәре «Шо¬ңҡар», «Бала» поэмаларын өйрәнеү процесында лиро-эпик әҫәрҙәргә хас үҙенсәлектәрҙе үҙләштереү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.

«Ғ. Сәләм үҙенең әҫәрҙәрендә янып йәшәргә, тормоштан артта ҡалмаҫҡа саҡыра. Уның лирик геройҙарына бәхет.

йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыу хас. Ғ. Сәләм, бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, илебеҙ, халҡыбыҙ тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе күтәргән, беҙҙен өсөн ул бөгөн дә тор¬мош уҡытыусыһы, ғәҙеллек уҡытыусыһы булып тора. Уның кеүек тормошҡа әүҙем мөнәсәбәттә, «кеше булған кешенең бөтә нәмәлә эше бар» тигән ҡараш менән йәшәйбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт Ғ. Сәләм кеүек йәшәргә, тормош эсендә янырға әҙер!» был һүҙҙәр Х синыф уҡыусыһы иншаһынан.

Эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе анализлау күнекмәләрен үҫтереү уларҙың жанр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуға нигеҙләнә. Уҡыусылар эпик әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән бик бәләкәй йәштән, тәүге әкиәттәрҙе уҡығанда уҡ таныша баш¬лайҙар. V VIII синыфтарҙа эпик әҫәрҙәр менән практик та¬нышып ҡына ҡалмайҙар, бәлки уларҙың жанр үҙенсәлектәре хаҡында теоретик белем дә алалар. Мәҫәлән, V синыфта программаға ингән әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә әкиәт, мәҫәл, хикә¬йә, VI синыфта бәйет, легенда, VII синыфта лирик һәм эпик әҫәрҙәрҙең айырмаһы, повесть, роман тураһында төшөнсә бирелә.

Программаға ингән айырым әҫәрҙәрҙе анализлау ваҡы¬тында уларҙың элементтары геройҙары, ваҡиғаларҙы хикәйә итеү, тасуирлау, пейзаж, портрет, диалог, монолог, автор ҡылыҡһырламаһы, сюжет, композиция һәм автор обра¬зы, уның һүрәтләнгән ваҡиға һәм геройҙарға мөнәсәбәте ха¬ҡында төшөнсә алалар. V-VII синыфтарҙа «Ҡамыр батыр», «Аҡьял батыр», «Урал батыр», «Ҡариҙел», «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән», «Алтын тамсы» кеүек әкиәт¬тәрҙе өйрәнгәндә уҡыусылар уларҙың төп үҙенсәлектәре: фантастикаға ҡоролоуҙары, хайуандарҙы, эйберҙәрҙе кеше си¬фаты аша һүрәтләү, традицион башланыу һәм тамамланыу, гипербола, даими эпитет, ҡабатлауҙар, әкиәттәрҙең стиле ха¬ҡында төшөнсәләр алалар.

Әкиәттәрҙәге халыҡ бәхете өсөн көрәшеүсе Аҡъял батыр, Ҡамыр батыр. Урал батыр кеүек образдарҙа халыҡтың үҙен азатлыҡҡа сығарыу өсөн көрәшеүсе батыр хаҡындағы хыялы, эстетик идеалы, яҡты өмөттәре, тәрән аҡылы һәм оптимиз¬мы сағылыуы аңлатыла. Уларҙың өс төркөмгә бүленеүе, һәр төркөмдөң үҙенсәлектәре, шулай уҡ башҡа жанрҙар менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары күрһәтелә. Түбәнге синыфтар¬ҙа үҙләштерелгән был белемдәр юғары синыфтарҙа фольклор менән яҙма әҙәбиәт араһындағы мөнәсәбәт, уларҙың үҙ-ара йоғонтоһо, фольклорҙың яҙма әҙәбиәтте үҫтереүҙәге роле, традиция һәм новаторлыҡ кеүек мөһим идеяларҙы үҙләште¬реү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.

V-VIII синыфтарҙа хикәйә жанрын өйрәнеүгә айырыуса ҙур урын бирелә. Али Кармайҙың «Урманда», Д. Юлтыйҙың «Бәләкәй Ҡотош», Ф. Иҫәнголовтың «Хәмит күпере» кеүек хикәйәләрҙе үткәндә текст өҫтөндә күҙәтеүҙәр алып барыу нигеҙендә уҡыусыларҙың иғтибары был жанрға хас үҙенсә¬лектәргә: уларҙың нигеҙендә бер-ике генә ваҡиға алыныуын. был ваҡиғаларҙың төп герой тирәһенә тупланып бирелеүен, йөкмәткенең йыйнаҡ, сюжет линияларының тамамланған бу¬лыуын күрһәтеүгә йүнәлтелә.

Шул рәүешле хикәйәләрҙе тасуири уҡыу, йөкмәтке өҫтөндә эш, анализ яһау һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙа уларҙың геройҙары, композиция үҙенсәлектәре һәм идея мәғәнәләре хаҡында теоретик белемдәр формалаша.

Әҫәрҙең өлөштәре, уларҙың эҙмә-эҙлекле урынлашыуы, үҙ-ара бәйләнеше һәм бөтөнлөгө хаҡында теоретик белем биреүҙә әҫәрҙең планын төҙөү өҫтөндә эш алып барыу мөһим урын тота.

Эпик әҫәрҙәрҙе анализлауҙа уларҙы төп элементтарына бүлеп ҡарау: әҫәрҙең темаһын, образдар системаһын, компо¬зиция, тел элементтарын айырып алып тикшереү әһәмиәтле. Шул рәүешле, әҫәрҙең гәп элементтарының үҙ-ара бәйләне¬шен, һәр элементтың идея йөкмәткене асыуҙағы ролен билдәләү уның йәш быуынға тәрбиә биреүҙә әҙәби процеста тотҡан урыны хаҡында мөһим төшөнсәләрҙе үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Художестволы ижадтың төп асылы - тормош күренештә¬рен, ваҡиғаларҙы индивидуалләштерелгән образдар аша һүрәтләү. Шуның өсөн дә образдарҙы өйрәнеү - әҫәрҙе ана¬лизлағанда беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙең ком¬позицияһы, сюжет, сюжеттан тыш элементтар - барыһы ла образдар системаһы менән бәйләнештә өйрәнелә.

Геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, улар араһындағы ҡаршы¬лыҡтар. уларҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары, характерҙары сюжет ярҙамында асыла. Сюжетты өйрәнеүҙә план төҙөү әһәмиәтле роль уйнай, шуның өсөн дә план төҙөү эшенә юғары си¬ныфтарҙа ла ҙур урын бирелә. План әҫәрҙә һүрәтләнгән ва¬ҡиғаларҙың. эпизодтарҙың урынлашыу тәртибен генә түгел, улар араһындағы бәйләнеште лә күрһәтә, шуның менән әҫәрҙе бөтөн итеп ҡабул итергә ярҙам итә.

Әҫәрҙең композицияһы сюжетты ғына түгел, сюжеттан тыш элементтарҙы: портрет, пейзаж, тасуирлау, авторҙың хикәйәләүе, геройҙарға биргән ҡылыҡһырлама, монолог, диа¬лог тураһындағы төшөнсәләрҙе лә үҙ эсенә ала. Троптар (эпитет, сағыштырыу, метафора, метонимия, аллегория, ги- пербола, синекдоха, ирония) шулай уҡ композицияның состав элементтарына инәләр.

Әҫәрҙең художестволы бөтөнлөктө тәьмин итеүсе өлөштәренең урынлашыуы һәм үҙ-ара бәйләнеше уның композицияһы тип атала.

«Эпик төрҙөң ҙурыраҡ күләмдәге жанрҙарын, - роман-эпо- пеяларҙы үткәндә, уларҙы лирика һәм драма жанры менән сағыштырып ҡарау айырыуса әһәмиәтле. Тормошто лирик геройҙың кисерештәре, уй-тойғолары аша һүрәтләүсе лирика йәки сәхнәлә артистарҙың уйнауы аша сағылдырыусы драма менән сағыштырғанда, эпик зәргә ҡараған әҫәрҙәрҙең ваҡиға¬ларҙы, кешеләр араһындағы ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәрҙе күп яҡлы һәм тулы итеп һүрәтләү мөмкин¬леге киңерәк. Эпик төргә ҡараған роман-эпопеяларҙа тормош ваҡиғалары киң ҡолас менән төрлө яҡлап, ашыҡмай, бөтә ваҡ деталдәренә тиклем ентекләп, күп һанлы геройҙар яҙмы¬шы. уларҙың көнкүреше, үҙ-ара мөнәсәбәте, симпатия, анти¬патиялары, ҡаршылыҡтары аша һүрәтләнә. Шул рәүешле, ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр йәмғиәт һәм айырым шәхестәр тормо¬шондағы мөһим ваҡиғаларҙы, кешенең донъя менән күп яҡлы бәйләнешен, үҙ-ара мөнәсәбәтен, психологияһын тулы һәм күп яҡлы итеп һүрәтләүҙә лирика һәм драма менән са¬ғыштырғанда ҙур өҫтөнлөккә эйә.

Эпик әҫәрҙәрҙең ваҡиғаларҙы хикәйәләүгә нигеҙләнеүе, уларҙың башланыуын, үҫеүен, тамамланыуын күрһәтеүсе сю¬жетҡа ҡоролоуы. ошо ваҡиғаларҙың кеше яҙмышы, кеше характеры менән тығыҙ бәйләнештә һүрәтләнеүе, һүрәтләнгән ваҡиғаларға мөнәсәбәтен сағылдырыусы автор образы хаҡын¬дағы теоретик мәғлүмәттәрҙе үҙләштереүе - әҫәрҙәрҙе үҙ аллы анализлау, уның идея-эстетик мәғәнәһен дөрөҫ аңлау һәм баһалау күнекмәләрен үҫтереүҙә мөһим шарт булып тора.

IX-XI синыфтарҙа уҡыусылар эпик төргә ҡараған бөтә жанрҙар менән танышып бөтәләр. Эпик төр һәм уның жанр¬ҙары тураһында программаға ингән конкрет әҫәрҙәрҙе күҙәтеү, уларҙың йөкмәткеһе өҫтөндә күп төрлө эш үткәреү, идея-эс¬тетик анализ яһау нигеҙендә формалашҡан был белемдәр XI синыф аҙағында системалаштырыу, йомғаҡлауҙы талап итә.

IX синыфта «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостарын үткәндә, эпос төшөнсәһенең ике мәғә¬нәлә йөрөтөлөүе: беренсеһендә бөтә эпик әҫәрҙәрҙе аңлатһа, икенсеһендә халыҡ тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы, дөйөм халыҡ мәнфәғәттәре өсөн көрәшеүсе батырҙарҙы һүрәтләгән халыҡ ижады жанрының ошо исем менән билдәләнеүе асыҡ¬лана.

Юғары синыфтарҙа эпик төрҙөң үҙенсәлектәре хаҡында белем биреүҙә М. Ғафури. Д. Юлтый, Һ. Дәүләтшина, 3. Бии¬шева, Ғ. Хөсәйенов, Н. Мусин ижадтары айырыуса мөһим урын тота.

3. Биишева ижадын өйрәнгәндә, эпик әҫәрҙәрҙең иң бәләкәй формаларын да, башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алып торған хикәйәт жанрын да, мораль-этик теманы яҡтыртыуҙы бурыс итеп ҡуйған повестарҙы ла, «Яҡтыға» роман-эпопеяһын да осратырға мөмкин.

Юғары синыфтарҙа Һ. Дәүләтшинаның «Айбикә» повесы өлгөһөндә повесть жанрына хас үҙенсәлектәр иҫкә төшөрөлә. Уҡыусылар повеста Айбикә образының формалашыуын, уның характерындағы үҙгәрештәрҙе, үҫеште күрһәтеүсе бер нисә ваҡиға алыныуын асыҡлайҙар. Повестарҙың нигеҙенә төп герой менән бәйле бер нисә ваҡиға алынып, ул ҡаршы¬лыҡтар, бәрелештәр эсендә үҫһә лә, уға күп планлылыҡ хас булыуы асыҡлана.

Башҡорт әҙәбиәтендә повесть иң киң таралған проза әҫәре, шуға күрә уға программаларҙа ла ҙур урын бирелгән.

«Оло Эйек буйында», «Емеш» романдарында граждандар һуғышы һәм Илсеғол ауылы кешеләренең йәшәргә өйрәнеүе уяныуы күрһәтелә. Был процесс Хаммат, Иштуған, Айһы¬лыу, Таиба әбей. Урыҫ Иҙрис, Хисбулла, Баҙъян, Шәүрә, Бибеш образларында айырыуса асыҡ сағыла.

«Емеш» романында ауылда яңы тормош төҙөү өсөн көрәш, бөйөк боролош йылдары осорондағы ваҡиғалар тасу¬ирлана. Волком секретары Хаммат, уҡытыусы Иштуған, Әхәт кеүек халыҡ эшенә йәнс-тәне менән бирелгән кешеләр яңы тормош төҙөү өсөн көрәште дауам итәләр. Улар Емеш, Байрас, Алеша кеүек яңы быуынды тәрбиәләү, уҡытыу, ҙур тормош юлына сығарыу өсөн күп көс һалалар. Тормош төпкөлөнән сыҡҡан Емештең үткән юлы, уның формала- шыуы башҡорт халҡының үткән юлы - уның кәмһете¬леүҙән ҡотолоп, уяныуы. яҡтыға юл алыуы, ҡатмарлы рево¬люцион көрәштең һөҙөмтәһе лә ул.

Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү

Юғары синыфтарҙа драма әҫәрҙәренән Б. Бикбайҙың «Ҡар¬луғас», М. Кәримдең «Ай тотолған төндө», «Айгөл иле», «Салауат» драма һәм трагедиялары өйрәнелә.

Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», Б. Бикбайҙың «Салауат», «Ҡа¬һым түрә», М. Кәримдең «Салауат» драмалары халыҡ тормо¬шоноң, халыҡ тарихының, ил яҙмышының драматизм менән тулы. көсөргәнешле мөһим боролош осорҙарын сағылдыра¬лар.

Уҡытыусы әҫәрҙәрҙе алдан уҡырға ҡуша.

Әҫәрҙе өйрәнеү уның яҙылыу тарихы, сәхнәлә ҡуйылыуы, йыл әҫәрҙен яҙыусы ижадында, башҡорт драматургияһы һәм геатр сәнғәтендә тотҡан урыны хаҡындағы инеш һүҙ менән башлана.

Ҡарағолдоң милли-колониаль һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәшкә күтәрелгән халыҡ массалары башында тороуы, халыҡ мәнфәғәттәре менән янып йәшәүен уның азатлығы өсөн үҙен-үҙе аямай көрәшеүсе батыр булыуын өйҙә яҙып килгән миҫалдар менән дәлилләйҙәр.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет