ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет21/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   27

Д. Юлтыйҙың Октябрь революцияһынан һуңғы поэзияһын өйрәнеү шулай уҡ яҙыусының тормош юлы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла.

Д. Юлтый 1918 йылда Туҡсоранға ҡайтып, совет власын урынлаштырыу эштәрен, хәрби комиссар, партия секретары вазифаларын башҡара.

«Октябрҙең беренсе көндәрендә мин ижад өҫтөндә ултыра алманым. Украинала Ҡыҙыл гвардия сафында йөрөгән саҡтар-

яҙырға түгел, йоҡларға ла ваҡыт табылмай торғайны. ( Әҙәби эш менән 1919 йыл, Беренсе революция армия шта¬бында «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзите идараһында эшләй башлағас кына, шөғөлләнергә керештем. Беренсе тапҡыр «Ирек тауы¬шы» менән «Атлан, батыр!» тигән шиғырҙарым һәм бер нисә нәҫеремде сығарҙым» тигән юлдар уҡып күрһәтелә һәм «Ирек тауышы» шиғыры магнитофондан тыңлана.

«Атлан, батыр!» шиғырын М. Ғафуриҙың «Татар егетенә» шиғыры менән сағыштырып, уҡыусылар был шиғырҙар өсөн уртаҡ һыҙаттарҙы билдәләп, уларҙың икеһендә лә халыҡ бәхете, азатлыҡ өсөн көрәшергә, батырлыҡҡа саҡырыу идея¬һы сағылыуы хаҡында һөҙөмтәгә киләләр.

Д. Юлтыйҙың биографияһынан мөһим ваҡиғаларҙы, Ф. Юл- тыеваның иҫтәлектәрен, әҫәрҙәренән өҙөктәрен уҡып үтеү дә¬рестең эффектлылығын, тәрбиәүи йоғонтоһон күтәрә.

Яҙыусы тормошоноң һуңғы осорҙары менән бәйләп, уныц ижадында яңы йөкмәткеле реалистик поэзия өсөн көрәш темаһын («Күк шағирына», «Маташмағыҙ ҡәбер еҫкәтеп»), яңылыҡтың еңеүен сағылдырыу («һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә») әһәмиәтле.

Д. Юлтый 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хәр¬би комиссариатында «Ҡыҙыл батыр» гәзитен ойоштороуҙа ҡатнаша, 1921 йылда «Башҡортостан» гәзитенең редакторы итеп тәғәйенләнә. 1921 йылда Д. Юлтыйҙың «Урал моңдары» китабы, 1920 йылда «Ҡарағол» драмаһы донъя күрә. Уты¬ҙынсы йылдарҙа тәүгеләрҙән булып ҙур күләмле эпик әҫәр - «Ҡан» романын яҙҙы.

Дауыт Юлтыйҙың ижады әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәр¬ҙәре тарафынан юғары баһаланды.

«Дауыт Юлтый башҡорт әҙәбиәтен башлап ебәреүҙә һәм үҫтереүҙә, милли матбуғатты тыуҙырыуҙа һәм театр сәнғәтен нығытыуҙа ғәйәт ҙур хеҙмәт күрһәткән яҙыусы. Юлтыйҙың ут-һыуҙар кискән ғүмер юлында, йәмәғәт һәм ижади эшмәкәрлегендә башҡорт халҡының рухи күтәреле¬шенең, милли мәҙәниәте үҫешенең яҡты сәхифәләре сағыла». (Ғайса Хөсәйенов).

«Дауыт Юлтый үҙ осоро башҡорт әҙәбиәтенең алдынғы фекер эйәһе, сыныҡҡан вәкиле һәм уның нигеҙ бағаналары¬ның береһе ине. Ул тәбиғәте буйынса ҡунаҡсыл, йомарт, дәртле йырсы егет һәм һуғышсан башҡорт булған кеүек, үҙенең тыуған Уралына һәм Үмер буйҙарына, башҡорт хал¬ҡының данлы милли көйҙәренә. Салауат, Ҡарағол кеүек халыҡ ҡаһармандарына ысын күңелдән ғашиҡ ине, әҫәрҙәрендә уларҙы данлай, ҙурлай ине». (Нәҡи Иҫәнбәт).

Үҙенең эшенә, тыуған еренә табынып, ғүмере буйына уға азатлыҡ яулап көрәшкән халҡыбыҙҙың тоғро улы шәхес культы ҡорбаны булды.

Рәми Ғарипов шәхес культы алып килгән һәләкәт тура¬һында:

Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Ҡотоптарға осоп етелә; Бер ҡараһан, утыҙ етелә Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә. Баштар ҡайтып кермәҫ гүрҙәргә Аҫыл ирҙәр алып кителә, -

тип яҙғанынса, 1937 йылда нахаҡ бәлә яғылып. Дауыт Юл¬тый ҙа ҡулға алына, һәр яҡлап изге йәнле шәхес 1938 йыл¬да атып үлтерелә. Һуңынан уның исеме аҡланыуы тураһында Рауил Бикбаев:

Тулҡынлана Туҡтың ай ҡылғаны. Көҙгө елгә һағыш-моң һыҙып. Һин бит минең йәшлек күктәремдә Болот ҡаплап торған йондоҙом. Тәҙрәләрем асыҡ. Күгем аяҙ. Баш өҫтөндә балҡый ҡош юлы. Күңелемә тауҙай шатлыҡ ҡайтты. Тауҙай ҡайғы менән ҡушылып, -

тип яҙҙы.

Д. Юлтыйҙың биографияһын һәм ижад юлын ошондай берҙәмлектә өйрәнеү уның үҫеш эволюцияһын күрһәтә һәм «Ҡарағол», «Ҡан» кеүек ҙур күләмле әҫәрҙәрен текстуаль өйрәнеү өсөн ерлек әҙерләй.

Рәшит Ниғмәт и ижады

Әҙәбиәтебеҙҙең иң ҙур, иң талантлы шағирҙарының бе¬реһе булған Р. Ниғмәти утыҙ йылдан артыҡ ижад дәүерендә башҡорт әҙәбиәтен үҙенең гүзәл шиғырҙары, поэмалары, сәхнә әҫәрҙәре менән байытты. «Шағирлыҡ таланты уны по¬эзия түренә күтәрҙе һәм халыҡгың мөхәббәтен ҡаҙанған дан¬лыҡлы шағир итеп танытты», - тине Р. Ниғмәти ижады буйынса ғилми тикшеренеү алып барған профессор Ғ. Хөсәйенов. Р. Ниғмәтиҙең бала сағы Куйбышев әлкәһенең Больше-Черниговский районында Б1рғыҙ буйына урынлашҡан Диңгеҙбай ауылында үтә. Ул Ниғмәтулла исемле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнә.

Үҙе тыуып-үҫкән Ырғыҙ буйҙары тураһында Р. Ниғмәти былай тип яҙған: «Ырғыҙ һыуы осо-башы күренмәгән киң ялан уртаһынан ағып ята. Ошо йылға буйына теҙелеп Хәсән ауылы, Кинйәғол, Ҡыпсаҡ, Диңгеҙбай, Бөрйән тигән башҡорт ауылдары, Украина, Петровка тигән рус ауылдары ултырған». Р. Ғарипов «Ырғыҙ буйы» шиғырында:

Ырғыҙ буйы алты ауыл, Алтыһы ла алтындан. Алтын улар аҡ күңелле. Ныҡ күңелле халҡымдан, -

гип яҙған.

Р. НИҒМӘТИ үҙенең бала сағы тураһында: «Мин ҡулыма уйынсыҡ тотоп үҫмәнем. Ҡалас, керәндил, кәнфит тигән нәмәне атайым йылға бер-икеме була торған йәрминкәнән берәр ҡаҙаҡлап ҡына алып ҡайта торғайны. Ләкин мин һәм минең менән бер тиҫтер малайҙар - минең дуҫтарым - шатлыҡты тиҙ таптыҡ. Минең атайымдың эсе тулы хазина булып сыҡты: ул иҫәбенә сыҡмаҫлыҡ күп әкиәт белә ине. Йәйге кис һалҡынында ей эргәһендә, ут алмай торған ҡышҡы кистәрҙә беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ», - тип яҙа. Бәләкәй Рәшиттен был бәхете оҙаҡҡа бармай. Туғыҙ йәшендә уның әсәһе, ун йәшендә саҡта атаһы үлеп китә. Үкһеҙ етем ҡалған Рәшит башта Самар, унан һуң Украина- ла балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөләге Ле¬нин исемендәге мәктәпкә уҡырға инә. Уны тамамлағас, баш¬та Мәскәүҙә, һуңынан Өфөлә рабфакта уҡый. Туймазыла район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. БӨЙӨК Ватан һуғышы башланыр алдынан Өфөгә күсеп килеп, төрлө гәзиттәрҙең редакцияларында эшләй. Күп яҡлы талант эйәһе Р. Ниғмәти тиңдәшһеҙ һәм ҡабатланмаҫ шиғыр оҫтаһы булыу менән бергә үҙен күренекле драматург, оҫза тәржемәсе, ял¬ҡынлы публицист итеп танытты. Р. Ниғмәтиҙең беҙгә ете пьесаһы билдәле.

Үҙенең күп һанлы әҫәрҙәрендә патриот шағир Р. Ниғмәти туған халҡына дан йырланы, үҙенең бар талант көсөн ха¬лыҡҡа, Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы.

Туған халҡыбыҙ һәм хөкүмәтебеҙ Р. Ниғмәтиҙең талантын юғары баһаланы, уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы һәм ике тап¬ҡыр «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләне, илле йәше тулыу уңайы менән уға Башҡортостандың халыҡ ша¬ғиры тигән исем бирелде.

1959 йылдың февралендә 50 йәше тулыуын байрам итергә йыйылған халыҡ алдына сығып, шағир: «Бөтәһе өсөн дә мин һеҙгә баш эйәм, ҡәҙерле иптәштәр!» - тип, үҙенең тэрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдерә.

Р. Ниғмәти ижадына инеште Ғ. Хөсәйеновтың «Халыҡ шағиры Ниғмәти» тигән китабындағыса шағир үлгән көн, уға бағышлап яҙылған шиғырҙарҙы уҡыу менән башлап ки¬тергә мөмкин.

Синыф алдына Р. Ниғмәтиҙең портретын элеп, ижадының әһәмиәте хаҡында һөйләгәндән һуң, алдан яҙылған магнито¬фон яҙмаһынан юғарыла күрһәтелгән китаптан түбәндәге өҙөк тыңлана.

«Илле туғыҙынсы йылдың көҙө әллә нисегерәк килде. Сентябрь башында көндәр йылы ғына булып сыуаҡлап тор¬ҙо ла ай аҙағында һауа бөтөнләй боҙолоп китте. Тиҫкәре һалҡын ел төньяҡтан өйкөм-өйкөм ҡара болоттар ҡыуып килтерҙе һәм ямғыр ҡатыш рашҡы яуа башланы. Ә октябр¬ҙең икеһендэ инде бөтә ерҙе ап-аҡ ҡар ҡапланы... Был көҙ уғата бәйелһеҙләнде: иртә төшкән ҡар ирергә йыйынманы, киреһенсә, ойоҫҡогоп һаман яуа бирҙе. Йәйге йәшел кейем¬дәрен һалырға ла өлгөрмәгән тәбиғәт ҡар аҫтында ҡалды. Япраҡтарға һырылған ҡуръяҡ ҡар ауырлығын күтәрә алма¬йынса, ағастар баштарын түбән эйҙеләр, ҡыяҡ үләндәр ҡар баҫымынан ергә лыпыштылар.

Ғорур тәбиғәт ярһып һәм тынып сәйер бер мәл кисерә

ине.


Ошо миҙгелдең һалҡын бер таңы - 13 октябрь иртәһе йөрәктәргә һалҡын һәм ауыр хәбәр - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең үлеме ҡайғыһын алып килде. Гүйә, ошо ауыр ҡайғыны һиҙенеп, ярһыған һәм сәйер- һеҙләнгән тәбиғәт шикелле, ауыр хәбәрҙән баштар эйелде. Үлем беҙҙең аранан ҙур һәм ҡайнар йөрәкле шағирҙы алып китте. Ҙур юғалтыуҙан уның ҡәләмдәштәре лираһында иңрәү¬ле йыр сыңланы, шиғыр һыҡраны:

Һай, туланы ғорур тәбиғәт. Һай, ярһыны бөгөн ер тыны. Баш осонда һыҡтай көҙгө моң Тынды тип бер ғүмер тулҡыны.

Муса Ғәли шиғырынан, гүйә, тәбиғәт менән бергә ҡай¬ғырыусы шундай моң түгелде» .
Р. Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады.

Публицистик лириканың үҫеше

Йыһазландырыу: Бөйөк Ватан һуғышы осорон һүрәтләгән картиналар, плакаттар, Р. Ниғмәтиҙең был йылдар¬ҙағы ижады (баҫылып сыҡҡан китаптары), айырым әҫәрҙәренә ҡарата эшләнгән иллюстрациялар, йырҙар, шиғырҙары яҙыл¬ған магнитофон яҙмалары, фонохрестоматия.

Дәрес барышы. I. Р. Ниғмәтиҙең 30-сы йылдар¬ҙағы поэзияһы хаҡында уҡыусылар өйҙә әҙерләгән ижади I эштәрен уҡып йәки һөйләп бирәләр.

II. Яңы материал үтеү.

1. Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған бер йәки бер нисә картина буйынса фекер алышыу.

2. һуғыш осоро хаҡында йыр тыңлау йәки уҡыусыларҙан йырлатыу.

3. Уҡыусылар күреп белгән һуғыш ветераны хаҡында һөйләшеү.

4. Ватан һуғышы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр яҙылған плакат һ. б. ошондай материалдарға нигеҙләнеп ҡыҫҡа ғына әңгәмә үткәреү.

5. Р. Ниғмәтиҙең 30-сы йылдарҙағы ижадының тыуған ергә һөйөү, патриотизм, интернационализм, мөхәббәт һәм нәфрәт кеүек тән мотивтарының Ватан һуғышы осоронда дауам итеүе, публицистик лириканың үҫеше хаҡында уҡытыу¬сының инеш һүҙе.

Шағир лирик поэзияһында Совет Ватанын, халыҡтар дуҫ- I лығын, Совет Армияһын, халыҡ бәхете өсөн көрәштә ғүмер¬ҙәрен биргән батырҙарҙы данлаған. Ватан һуғышы башланғас, [ ул был мотивтарҙы яңыса балҡытып ебәрә. Ватанға мөхәббәт, I дошманға нәфрәт, бөтә көстө еңеү яулауға туплау идеяһы уның публицистик поэзияһының топ лейтмотивына әйләнде.

6. Шағирҙың был осорҙа яҙылған шиғырҙары, уларҙың идея-эстетик йөкмәткеләре, образдары хаҡында алдан биреп ҡайтарылған һорауҙар ярҙамында семинар үткәрелә. Уҡытыусы «Тыуған ил өсөн» шиғырына анализ биргән уҡыусынан Ватан, халыҡ образдарының нисек һүрәтләнеүен асыҡлауҙы, шиғыр¬ҙың аҙағында көслө пафос менән әйтелгән саҡырыу хаҡында һөйләүҙе талап итә. «Үс ал, патриот!», «Әсә һүҙе», «Баҫыуға, туғандар!», «Украина», «Ҡарт белорус йыры», «Башҡортостан һүҙе», «Герой тураһында поэма» әҫәрҙәре хаҡында уҡыусылар¬ҙың сығышын тыңлағандан һун дөйөмләштереү яһала.

III. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

241


Р. Ниғмәтиҙең Ватан һуғышьшың иң хәтәр айҙарында яҙылған «Ер» очеркындағы: «Ер! Уның һәр бер ҡарышы.

I/.9 1.0117.05


һор ваҡ ташы. һор бер зифа ҡайыны ҡаты көрәш менән яулап алынған. Бына был оло таш аҫтында һинең атайың ятҡан. Атайың, ағайың ошо ерҙе яҡлаған,^ уның өсөн ҡанын ағыҙған. Ул ошо ергә, таштарға һеңгән. Йәшәһен ер! Атай¬ҙар һәм ағайҙар ҡаны менән йыуылған һөйөклө ер йәшәһен'

1917. Октябрь. Беҙ яртылаш үлгән ерҙе яулап алдыҡ. Беҙ уны тәрән мөхәббәт менән дауланыҡ. Ғинуар һыуыҡта¬рында ер менән бергә өшөнөк ер ҙә. кешеләр ҙә өшөнө. Шуның өсөн дә беҙ бик ныҡ һөйәбеҙ үҙ еребеҙҙе!», — тигән юлдарҙы уҡып күрһәтә, ул һүҙҙәрҙе юғарыла уҡылған ши¬ғыр юлдары менән сағыштыра. Шулай уҡ Маяковскийҙың:

Ташлайһың

һом китәһең елдереп, һауаһы морс һымаҡ Тәмле ерҙәрҙе. - Ләкин

бергәләп өшөгән ереңде Мөмкин дә түгел

һөймэүең, -

тигән шиғыр юлдары иҫкә төшөрөлә. Р. Ниғмәти очеркының: «Ҡанлы фашизм беҙҙең ерҙе. тормошто һәм бәхетте, шат¬лыҡты тартып алыу өсөн беҙҙең өҫкә ташланды.

- Юҡ! Беҙ үҙ еребеҙҙе бер кемгә лә бирмәбеҙ!» - тигән ялҡынлы һүҙҙәре уҡып күрһәтелә.

«Үс ал, патриот!» шиғырында шағир ил һаҡлаусы яугир- ҙарға мөрәжәғәт итеп, үҙебеҙ төҙөгән Ватандың һәр ташы. һәр һүнгән домна өсөн үс алырға саҡырһа, «Әсә һүҙе» бал¬ладаһында шағир улына мөрәжәғәт иткән әсә образында Ва¬танды дөйөмләштереүгә ирешкән. Әсә улын оҙатҡанда бар тәбиғәт тын ҡала. Елдәр ҙә иҫмәй, һалҡын шишмә йырҙары ла тынып торалар, ҡамышлыҡтар ҙа шаулашмай, ҡош та¬уыштары ла ишетелмәй. Әсәнең улын ҡыйыулыҡҡа саҡырған һүҙҙәре - Ваган наказы бөтә тәбиғәтте, бөтә илде ҡуҙғата, ерҙе тирбәтә, йөрәкте ярһыта.

Талдарҙа ҡоштар һайраны. Тулҡынды иген, Шаулашып торҙо урмандар, - Был Ватан ине Батырҙар иле.

Әсә һүҙен ҡырҙар, урмандар, заводтар, ҡатындар һәм ирҙәр, тауҙар һәм ерҙәр тыңлай, йәғни бөтә Ватан күтәрелә.

«Баҫыуға. туғандар!», «Күберәк нефть. иптәштәр!». «Нәфисәнең бүләге». «Колхозсы дуҫтарға», «һинең аҡсаң»

кеүек шиғырҙарында фронтҡа тылдың ярҙамын көсәйтергә саҡырһа. «Башҡортостан һүҙе», «Республикаға минең дуҫтың хаты» шиғырында фронт менән тылдың берҙәмлеген тағы ла тәрәнерәк яҡтыртыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

«Украина» шиғырында лирик герой үҙенең украин хал- кына булған дуҫлыҡ хисен сағылдырып, уны үҙенең йәшлеге, бәхете тип иҫкә төшөрөүе, уның ҡырҙарының киңлеге, һыу¬ҙарының тәмлелеге, урмандарының байыраҡ та, шаулыраҡ ia тойолоуы хаҡында яҙа. Украинаға булған мөхәббәт, рәхмәт тойғоларын, унда граждандар һуғышынан һуңғы аслыҡ йылдарында етем балаларға күрһәткән хәстәрлеген, уларҙы үҙ улдары итеп тәрбиәлэүен. балаларҙың да был ерҙе «батьковшинабыҙ» тип атауын иҫкә төшөрөү аша ла сағылдыра.

«Башҡортостан һүҙе» шиғырында «Әсә һүҙе» шиғырын- дағы кеүек. Ватандың ил һаҡлаусы улдарына биргән амана¬ты, тыл менән фронттың берҙәмлеге һүрәтләнә. Башҡортостан образы шиғырҙа үҙенең фронтҡа оҙатҡан улдарына сәләм хаты яҙыуы, уларҙың батырлыҡтарын күреп, маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп тороуы, һуғышта һәләк булған батырҙарға мәңгелек дан йырлауы, һуғыш бөткәс, еңеүселәрҙе нисек ҡаршы алырға әҙерләнеүе хаҡындағы һүҙҙәр аша дөйөмләш¬терелә.

Нурын һибеп, алһыу тандар атҡанда ла. Алтын ҡояш тонйорап барып батҡанда ла. Ил өҫтөндә ҡараңғы тән ятҡанда ла. Көнбайыштан күҙен алмай Башҡортостан... Подполковник Күсимовтың батырлығын. Ат өҫтөндә Чапай һымаҡ матурлығын һәм Салауат күпере булып ҡалҡыр юлын Ҡарап тора. данлап тора Башҡортостан,

I тигән юлдарҙа тыуған республиканың, уның халҡының фронт менән тығыҙ бәйләнештә булыуы асыҡ күрһәтелгән.

Башҡортостан үҙенең ябай улдары, ҡыйыу яугирҙары Ҡужаҡов, Дәүләтов, Миңлеғолов кеүек егеттәрҙең батырлығы менән ғорурлана.

Улар хаҡында «арғымаҡҡа атылып менгән батырҙар, ҡылыс болғап яуға елгән ыласындар», «халҡы йөҙөн көндән I сыуаҡ иткән, батырлыҡта Салауатҡа еткән, һәр аҙымын данға күмеп үткән», «халыҡ исемен байраҡ итеп алға илткән ба¬тырҙар» тигән юлдарҙы уҡыйбыҙ. Улар араһында Башҡорт атлы дивизияһы генералы Белов, ат өҫтөндә Чапай кеүек матур ултырған батыр подполковник (һуңынан генерал) Күсимов исемдәре ҙур ғорурлыҡ менән телгә алына.

243

Шиғырҙың икенсе бүлегендә еңеп ҡайтыусы яуғирҙарҙы ҡаршы алыу көнө нисек буласағы тасуирлана. Республика¬быҙ халҡы ҡарттар, әсәләр, кәләштәр, йәш ҡыҙҙарҙың һуғыш батырҙарының еңеү менән ҡайтыуын көтөүҙәре, һағы¬ныу хистәре һүрәтләнә:

Ошо ҡауышыу тиҙ көндәрҙә тыуһын өсөн. Ҡарттар һеҙгә ҡуш ҡулдарын һуҙһын өсөн, Үлтерегеҙ дошманды! - ти Башҡортостан.

«Республикаға минең дуҫтың хаты» шиғырында Башҡор¬тостандың 25 йыллыҡ байрамын окоп төбөндә уҙғарған яугир- ҙың тыуған еренә булған мөхәббәте «тыуған ер тупрағының кескәй бөртөгөн мин муйыныма аҫып йөрөтөр инем», яралан¬ғас дауаланып ятҡанда үҙеғғ терелтеүсе көстөң тәүҙә һөйөү, шунан врачтар булыуын ағғлауы, илгә булған һөйөүҙең һалдатты ҡалҡан булып һаҡлауы тураһындағы юл¬дар аша тасуирлана. «Герой тураһында поэма» әҫәрендә лә ғпағир летчик Вася, уның батырлығын, тыуған ергә, Катю- шаға булған мөхәббәтен, госпиталдән дауаланып бөтмәй сы¬ғып фронтҡа китеүен, ун беренсе тапҡыр үҙенең ыласығшн күккә алып менеүен һәм, немецтың бомба тейәп килгән «Юнкерс» самолеты өҫтөнә ташланып, уны яндырыуын тасу¬ирлап бирә. Был һуғышта Васяның да самолеты яна. Ул үҙ үлеме менән мендәрҙе үлемдән ҡотҡара.

IV. Өйгә э ш : түбәндәге темаларҙың береһен һай¬лап, инша яҙып килергә.

1. Р. Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы поэзи¬яһында Тыуған ил образы. («Тыуған ил өсөн», «Әсә һүҙе», «Башҡортостан һүҙе», «Украина» шиғырҙары.)

2. Р. Ниғмәтиҙең Ватан һуғышы осоро поэзияһында фа¬шизмға ҡаршы көрәшеүсе яугир образы.

Р. Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһының идея-эстетик йөкмәткеһе

Маҡсат: БӨЙӨК Ватан һуғышы йылдарында Башҡор¬тостан хеҙмәтсәндәренең немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары, фиҙаҡэр хеҙмәте хаҡында белем биреү һәм патриотизм, интернационализм хисе тәр¬биәләү, әҫәрҙең художестволы теле өлгөһөндә уҡыусыларҙың образлы фекерләүен һәм телмәрҙәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: Ватан һуғышы осорон күрһәткән картиналар (Р. Йшбулатовтың «Башҡорт атлылары 1941 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында» картинаһы.
«Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһының фонояҙмаһы, 3. Исмә- гилевтең «Ел, ерәнем» (Н. Иҙелбай һүҙҙәре), «Шайморатов генерал» (Ҡ. Даян һүҙҙәре) йырҙары яҙылған пластинкалар.

Дәрес барышы. I. Яңы материал үтеү:

1. Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең Ватан һуғышы йылда¬рындағы батырлыҡтары һәм фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында ҡыҫҡа 1ына инеш һүҙ.

2. Р. Ишбулатовтың башҡорт атлыларының батырлығын сағылдырған картинаһын эпидиаскоп (кодоскоп) аша экранда күрһәтеү һәм «Ел, ерәнем», «Шайморатов генерал» йырҙа¬рын фонояҙманан тыңлау йәки уҡыусыларҙан йырлатыу.

3. Уҡытыусының инеш һүҙе. 1941 йылда Рәшит Ниғмәти кагы ауырып госпиталгә инә. Унда дауаланып сығыу менән ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә ныҡлабыраҡ тотона. Был йылдарҙа ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән етәксе¬лек итә. Колхоздарҙа, ҡалаларҙа халыҡ алдында сығыштар яһай. 1942 йылдың аҙағында Урал яҙыусылары «Урал еңеү тимерлеге» тигән темаға Мәскәүҙә хәрби частарҙа, уҡыу йорттарында, завод, фабрикаларҙа әҙәби кисәләр үткәрә. Был кисәлә Р. Ниғмәти ҘӘ ҡатнаша. Уның Совет Армияһының үҙәк йортонда үткәрелгән кисәләге сығышы «бик ҙур уңыш каҙанды». тип иҫкә ала һуңынан Б. Бикбай.

Ватан һуғышының иң көсөргәнешле көндәрендә Сталин¬град урамдарында һәр өй, һәр кирбес, һәр метр ер өсөн аяуһыҙ ҡаты һуғыш барған көндәрҙә Р. Ниғмәти «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһын яҙа.

Шағир үҙенең был поэмаһында Башҡортостан хеҙмәтсән¬дәрен, Башҡорт атлы дивизияһы яуғирҙарын берҙәмлекте тағы ла нығыраҡ тупларға, һәр кешене үҙенең патриотик бурыстарын үтәүҙә ҡыйыу, тәүәккәл, дошманға аяуһыҙ булырға саҡыра.

4. а) Текст өҫтөндә эш. «Үлтер, улым, фашисты!» поэма¬һын фонояҙманан тыңлау йәки уҡытыусының тасуири уҡыуы.

б) Поэманы бүлекләп уҡыу. Уҡыусыларҙың ижади фекер- ләүсн һәм телмәрҙәрен үҫтереү маҡсатында һәр бүлектә һүрәтләнгән картина, ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырыу, әҫәрҙәге образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

245


в) Поэманың тәүге бүлеген уҡытыу һәм был бүлектә таңдың ниндәй тасуирлау саралары ярҙамында һүрәтләнеүен асыҡлау. Әҫәрҙәге «тауына алтын нур ҡойған», «талына көмөш пур ҡойған», «күгендә сулпан ҡалҡытҡан, күлендә суртан ҡарпытҡан, иңкешен балға осорған, кәкүген талға ҡундырған, ерҙе йоҡонан уятҡан, илде эшкә ҡуҙғатҡан» ке¬үек тарҡау эпитеттарға иғтибар бирелә һом уларҙы ҡулла¬нып таңды тасуирлай белеү талап ителә.
Ошондай матур таң күренешенә борсоулы ноталар килеп инә. Шағир артабан «атаны түшәктән айырған, егетте ҡосаҡ¬тан айырған, юлсыны атҡа мендергән, айҙы өрөп һүндер¬гән, ҡараҡтың эшен бөлдөргән» тигән образлы һүҙҙәрҙе лә ҡулланған.

Ошо таныбыҙ атҡанда, Алтын йомғаҡ, ал ҡояш Ерҙе урап ҡайтҡанда, -

йәки 22 июнь таңында ниндәй ваҡиға була?

Поэма һүҙҙәрен ҡулланып, уҡыусы «йәйрәп ятҡан ете ер; ташып ятҡан ете күл; шаулап торған ете урман; ҡай¬ҡайып торған ете тау артында, Белоруссия илендә, тап Поле¬сье күгендә ҡара ҡоштар осҡанын, ергә бомба ҡоҫҡанын» белеп тора. Дошман самолеттарын «ҡара ҡоштоң суҡышы тимер-суйын, ҡара ҡанлы йөрәге тимер суйыр икәнен күреп торҙо» тигән перифраздар, «Минск утҡа янғанда, Башҡортос¬тан һыҙланды», «Йөрәге янды Өфөмдөң», «Урал ҡуйҙы уфылдап», «һикереп баҫты Уралтау» кеүек йәнләндереүҙәр, «Ал таҫмалай һыҙылған», «Юлбарыҫтай ярһынып» кеүек са¬ғыштырыуҙар һәм башҡа образлы тел саралары ярҙамында шағир 22 июнь таңын - дәһшәтле һуғыш башланыуын бик оҫта тасуирлаған. Был таңды һүрәтләү менән шағир матур тыныс тормошто емергән немец фашизмына нәфрәт уяны- уын. совет кешеләренең берҙәмлеген, дуҫлығын, республика¬быҙ халҡының ҙур яуаплылығын да сағылдырырға ынтылған.

д) «Уралдың телмәре» бүлеге яңынан уҡыла. Мэғрүр. бөйөк, мөһабәт Уралдың портреты нисек тасуирлана? «Мэғ¬рүр, бөйөк Урал, башына болот сорнаған, алтын билбау ураған, илгә дошман килгәндә, һыҡтап ҡарап тормаған, усына шоңҡар ҡундырған, еренә батыр тыуҙырған, иленә яу килгәндә, егетен атҡа мендергән, дошманын пыр туҙҙыр¬ған аҫыл, батыр, алтын, баҡыр Урал» тигән һүҙҙәр ярҙамын¬да һүрәтләнә. (2-3 уҡыусы Уралдың портретын тасуирлап күрһәтә.)

Урал үҙ халҡына ниндәй һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә?

Уның Ҡаһым, Салауат, Шәһит һәм башҡа батыр улдары поэмала нисек, ниндәй сифаттар менән тасуирланғандар?

е) Уралдың башҡа ҡалалар, республикалар менән дуҫ¬лығы нисск һүрәтләнә? Поэманың ике бүлеге («Уралдың приказы» бүлегенә тиклем) уҡып сығыла.

Уҡыусылар «Уралдың телмәре халыҡҡа нисек тәьҫир итә?» тигән һорауға яуап бирәләр.

ж) «Уралдың приказы» бүлеге уҡыла һәм поэма һүҙ¬ҙәрен ҡулланып һөйләү талап ителә. Р. Ишбулатовтың юға-


рыла исемләнгән картиналары эпидиаскоп аша күрһәтелә. Уралдың приказын үтәргә күтәрелгән егеттәрҙең арғымаҡта¬ры үрәпсеп, арт аяҡтарына баҫып торалар. Урал ҡоросоноң L ҡылыстары ялтырай:

Һалҡын ҡылыстарҙың йөҙөн үбеп, Уралға ант бирҙе батырҙар: Йә Гастелло кеүек йән бирергә, Йә дошманды еңен ҡайтырға!

з) Өсөнсө бүлек уҡып сығыла.

- Дондағы уйҙар нисек тасуирлана? (Тексты файҙаланып һөйләп бирергә.) Дон менән Урал араһындағы дуҫлыҡ, ту¬ғанлыҡ хистәре ниндәй образдарҙа асыла? (Текст һүҙҙәре менән һөйләргә.)

Шайморатов ниндәй приговор яҙа?

Дондағы һуғыш нисек тасуирлана? Һуғышты тасуирла¬ғанда ниндәй сағыштырыуҙар ҡулланыла? Уларҙың әһәмиәте нимәлә?

и) Бишенсе бүлекте уҡып. унда Урал егеттәренең батыр¬лығы, енеү шатлығы, һуғыш ҡорбандары хаҡындағы юлдарҙы иҫкә төшөрөү. Дуҫлыҡ тураһындағы юлдарҙы уҡып күрһә¬теүҙе йәки ятҡа һөйләүҙе талап итеү.

к) Поэманың «Уралдың хаты» бүлеген уҡыу. Урал егете, ил образдары, немец фашизмы нисек, ниндәй сифатгар менән һүрәтләнә? Текст һүҙҙәре менән һөйләп биреүҙе талап итеү. 5. Поэмаға анализ. Әңгәмә өсөн һорауҙар:

а) Тыуған ер Урал, Ватан, фронттағы яугирҙәр һәм тылдағы халыҡ образдары.

б) Поэмаға немец фашизмы нисек, ниндәй сифаттар менән һүрәтләнә?

в) Поэмала патриотизм, халыҡтар дуҫлығы идеяһы.

г) Поэманың художество үҙенсәлектәре (рифма, ритм төрлөлөгө, телдәге һүрәтләү саралары).

II. Йомғаҡлау һүҙе.

III. Өйгә эш: 1. Ошо темаларҙың береһен һайлап инша яҙырға, а) «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһында тыу¬ған ер - Урал образы.

б) «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһында тыл менән фронттың берҙәмлеге.

в) Поэмала халыҡтың патриотизмы һәм батырлығы сағы¬лышы.

г) Поэмала халыҡтар дуҫлығы идеяһы. 2. «Үлтер, улым. фашисты!» поэмаһынан өҙөк ятларға.

Р. Ниғмәтиҙең «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы, һуғыштан һуңғы ижады

Йыһазландырыу: «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһының фонояҙмаһы.

Дәрес барышы. 1. Үткән дәресте ҡабатлау. «Үлтер, улым. фашисты!» поэмаһы буйынса яҙылған ике-өс иншаны уҡыу, ҡыҫҡа ғына анализ яһау.

II. Яңы материал үтеү.

1. «һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһын фонояҙманан тыңлау йәки ролдәргә бүлеп уҡыу.

2. Поэмаға анализ: ҡыҙ менән егет образына ҡылыҡһырла¬ма. Поэмала лиризм, тәбиғәт күренештәрен тасуирлау, тел- стиль саралары.

3. Р. Ниғмәтиҙең һуғыштан һуңғы ижады, һуғыштан һуң¬ғы шиғырҙарында тыныс хеҙмәт, тыныслыҡ өсөн көрәш те¬маһы.

III. Өйгә эш: I. «Һинең кәләшеңдең хаттары»н хре¬стоматия һәм дәреслектән ҡабатларға.

Х синыфта Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнеү

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең бе¬реһе. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, башҡорт халыҡ яҙыусыһы 3. Биишева үҙенең юғары идеялы, жанрҙары яғынан күп төрлө, художестволы формаһы, тел-стиль сарала¬ры яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады менән әҙәбиәтебеҙгә, рухи мәҙәниәтебеҙгә бай хазина индерҙе. 3. Биишева баш¬ҡорт әҙәбиәтен яңы темалар, яңы формалар һәм художество¬лы һүрәтләү саралары менән байытты. Ижад дәүерендә әҙәбиәтебеҙҙең бөтә жанрҙарында ла: поэзия, проза, драма¬тургия һәм публицистика әлкәһендә лә ҙур әүҙемлек менән эшләне. Башҡорт әҙәбиәтендә социаль-фәлсәфәүи йөкмәткеле халыҡ ижады поэтикаһы традициялары нигеҙендә яҙылған пьесалар, лирик-романтик рухлы хикәйәттәрҙең барлыҡҡа ки¬леүе яҙыусының әҙәби жанрҙарҙың формаларын байытыу, төрләндереү һәм артабан камиллаштырыу әлкәһендә уңышлы эшләүен күрһәтте. Уның ижады өсөн тормош материалының киң ҡоласлылығы. йөкмәткенең һәлмәклеге, фәлсәфәүи дөйөм¬ләштереүҙең тәрәнлеге, тел-стиль формаларының сағыулығы, оригиналлеге хас.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет