ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет2/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27

Элек халыҡтың яҙма әҙәбиәте, тел ғилеме, әҙәбиәт фәне ныҡлы үҫеш алмаған ваҡытта, фольклор халыҡ өсөн берҙән- бер белем сығанағы, тормош тәжрибәһен сағылдырыусы, яҙылмаған закондар һәм әхлаҡ нормалары йыйынтығы булған.

Методика фәне өсөн халыҡтың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте һәм йолаларында сағылған педагогик ҡараштар, йәш быуынды тәрбиәләү традициялары шулай уҡ мөһим сығанаҡ булып тора.

Революцияға тиклем яҙма әҙәбиәте, фәне ныҡлы үҫеш алмаған халыҡтар өсөн китап аҡылы түгел, ә халыҡтың йөрәгенән сыҡҡан һүҙе телдән телгә күсеп, быуаттар буйына быуындарҙың рухи мәктәбе булып хеҙмәт иткән.

Фольклорҙың башҡорт халыҡ тормошонда тотҡан урыны хаҡында XIX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән рус ғалимы В. С. Юматов былай яҙҙы: «Башҡортостандың һәр бер аҙмы-күпме күренекле урыны хаҡында үҙенсәлекле риүә¬йәттәре бар. Белемгә эйә булған халыҡтар тарих, йылъяҙма¬лар, биографиялар, төрлө башҡа яҙмалар ижад итә, грамота- лылык түбән булған халыҡтарҙа былар бөтәһе атанан балаға телдән һөйләү юлы менән күсеп килә торған риүәйәттәр йәки шул уҡ риүәйәттәрҙе поэтик формаға һалған тарихи йырҙар менән алмаштырыла»2.

Тыуған яҡты өйрәнгән рус ғалимы М. В. Лоссиевский күрһәтеүенсә, яҙылмаған закондар буйынса «һәр бер баш¬ҡорт үҙенең ырыу тарихын, йондоҙҙарҙы уҡый, уларҙың мә¬ғәнәһен аңлата белергә, халыҡ риүәйәттәрен, тарихи-героик эпостарҙы, лиро-эпик йырҙарҙы белергә тейеш»3 булған.

1 Ушинский К. Д. Собр. соч. Т. 10, 350-се бит.

2 Юматов В. С. Древние предания у башкирцев Чубиминской волости. Башкирия в русской литературе (сост. М. Рахимкулов). Т. 1. - Уфа, 1989. - 402-се бит.

5 Лоссиевский М В. Былое Башкирии и башкир но легендам.

преданиям и хроникам. «Cnfja, Т. 5. 1883. - 281-се бит.

ЯһАУЛьТКАЯ ОЕДНБЙ ШЧОЛА № 4


Башҡорт халҡының донъяны эстетик ҡабул итеү һәләтен күрһәтеү яғынан Р. Г. Игнатьевтыц «башҡорт яңғыҙ сағында юлда үҙенең йырҙарын, көйҙәрен импровизациялай. Урманда булһа, урман тураһында, тауҙарҙа - тау, йылға буйлап бар¬һа, йылға тураһында йырлай. Ағасты ул матур ҡыҙ менән, яландағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра»' тигән һүҙҙәре шулай уҡ билдәле әһәмиәткә эйә.

Художестволы ижад менән фән элементтарын бергә туп¬лап, фольклор боронғо халыҡ өсөн әҙәбиәтте, тарихты, му¬зыка сәнғәтен, медицина, философия һәм педагогиканы ал¬маштырған. Бына шуның өсөн дә уны йәш быуындың үҙләштереүе мәжбүри һаналған.

Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт, Боронғоларҙан аманат, Уға ҡылһағыҙ хыянат, һеҙгә булыр яманат, -

тип уны үтәүҙең мотлаҡ булыуы йәмәғәтселек фекере менән нығытылған.

Башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел ижады уның йәш бы¬уынды тәрбиәләү эшенә ҡарашын, халыҡтың әхлаҡ нормала¬рын, тыуған ерҙе һөйөү, һаҡлау, халыҡтар дуҫлығы, ил ал¬дында үҙ бурысыңды аңлау тойғоларын сағылдырыуы менән дә, ошо шарттарҙа йәш быуынды тәрбиәләү ысулдарын өйрәнеү яғынан да ҡыҙыҡлы.

Халыҡ ижады әҫәрҙәре фольклорсы ғалимдарҙың ғына түгел, бәлки тарихсыларҙың, философтарҙың, педагогтарҙың, телселәрҙең һәм башҡа фән тармаҡтарында эшләүселәрҙең дә иғтибарын йәлеп итә. Халыҡтың педагогик ҡараштарын, тра¬дицияларын өйрәнеү проблемалары һуңғы йылдарҙа күп кенә ғалимдарҙың иғтибар үҙәгендә булды.

һуңғы йылдарҙа башҡорт халыҡ педагогикаһы әлкәһендә лә ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыуға иғтибар көсәйҙе.

3. Ж. Кейекбаева, Й. Ҡотлогилдиналарҙың халыҡ педагоги¬каһында тәрбиә һәм уның традицияларын бөгөнгө мәктәп проблемалары практикаһында файҙаланыу хаҡындағы хеҙмәт¬тәре был әлкәләге уңышлы башланғыс булып тора.

Халыҡ педагогикаһын өйрәнгән этнопедагогика фәне ха¬лыҡтың педагогик мәҙәниәтен юғары баһалай, халыҡ тәжрибә¬һенә фәнни ҡараш тәрбиәләп, ундағы артабан ҡулланырлыҡ идеяларҙы, традицияларҙы үҫтерергә һәм файҙаланырға өйрәтә.

Халыҡ педагогикаһы кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған ғилем. Һәр заман үҙе туплаған аҡыл, тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, шһенлерәк, аңлыраҡ, юғарыраҡ зауыҡлы итеп тәрбиәләргә тырышҡан, шуның өсөн бөтөн көсөн, белемен, тәжрибәһен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек донъяһы үҫә, камиллаша, алға бара. Башҡорт халҡының тәрбиәүи ҡанундары уның ауыҙ-тел ижадында һаҡланған. «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡа тостарҙа, әкиәттәрҙә, мәҡәлдәрҙә тәрбиә алымдары айырыуса һәйбәт бирелә.

Халыҡ педагогикаһының алымдары тураһында мәғрифәт¬селәребеҙ М. Биксурин, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдиновтарҙың хеҙмәттәрендә һәм яҙыусыларыбыҙ М. Буранғолов, Һ. Дәү¬ләтшина, 3. Биишева. М. Кәрим әҫәрҙәрендә генә телгә алы¬на ине. Башҡортостан ғалимдары ул алымдарҙы фәҡәт 1970-1980 йылдарҙан башлап ҡына өйрәнә башланы. Ғалимдарҙан К. Әхиәров, В. Баймурзина, Х. Баймурзин, Й. Ҡот¬логилдина. 3. Кейекбаева, И. Атанғолов, В. Сафиндар хеҙмәт, спорт тәрбиәһе, халыҡ ижадында тәрбиә алымдары йүнәлештәрендә тикшереү алып барҙылар. Был ғалимдарҙың бөтөнөһө лә тиерлек мәктәптәрҙә халыҡ педагогикаһы ниге¬ҙендә тәрбиә эше алып барыу тураһында ыңғай фекерҙәр әйтәләр.

Был ғәйәт ҡатмарлы һәм ҙур эште яҙыусылар М. Бураҡа¬ева, И. Бураҡаев һәм М. Юлмөхәмәтов «Тормош һабаҡтары» тигән программа төҙөүҙән башлап ебәрҙеләр. Хәҙер был предмет «Башҡортостан мәҙәниәте» - «Тормош һабаҡтары» тип атала һәм ул 1993 йылдан башлап мәктәптәрҙә 1-се си¬ныфтан 10-сы синыфҡа тиклем уҡытыла.

Борон замандарҙан алып фольклор халыҡтың ауыр яҙмы¬шын, синфи ҡарашын, социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршы көрәш идеяһын, батырлыҡ, матурлыҡ хаҡындағы төшөнсәһен, эсте¬тик идеалдарын һәм әхлаҡ нормаларын сағылдырып, һәр яҡтан камил кешене тәрбиәләү маҡсатына хеҙмәт иткән. Ошо маҡсаттан сығып, халыҡ үҙенең ҡобайырҙарында ыңғай герой тураһындағы хыялын ирмен тигән ир-егет образы аша кәүҙәләндергән:

Ирмен тигән ир-егет Бурһыҡтан боҫоп ятмаҫ ул; Көнгә күҙе сағылған Ябалаҡтай ҡасмаҫ ул. Яу килгәнен күргәндә, Бәпкә йөнон ҡалҡытып. Еләҫ иҫкән елдә лә, Шаулап торған уҫаҡтай.

Йөрәктәре ҡалтырап. Нишләргә лә аптырап. Яуҙан тороп ҡалмаҫ ул, Яуҙан ситтә ҡалмаҫ ул, -

гигән юлдар бәген дә халыҡты батырлыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәй, ҡурҡаҡлыҡҡа нәфрәт тәрбиәләй.

«Бер тигәс тә ни яман?» ҡобайырында халыҡтың яҡшы- лыҡ-яманлыҡ тураһындағы ҡарашы, әхлаҡ төшөнсәләре һанап бирелгән:

Бер тигәс тә ни яман?

Беҙҙең әсен бей яман.

Ике тигәс то ни яман?

Илһеҙ ҡалған ир яман.

Бында кешенең ыңғай сифаты, беренсенән, уның бейҙәргә булған ҡарашы, икенсенән, Тыуған илгә булған мөнәсәбәте аша билдәләнә.

Артабан хеҙмәткә, ата-әсәгә, ғаиләгә, мөхәббәткә, балаға булған мөнәсәбәтте күрһәтеү аша әхлаҡ нормалары һанап бирелә, батырлыҡ, гүзәллек тураһындағы төшөнсәләр сағыла. «Уҡ-һаҙаҡлы батыр ир яуҙан ҡалһа - шул яман. Ун ике тигәс тә, ни яман? Ут-һыуҙан ҡурҡыр ир яман», - тигән юлдарҙа батырлыҡ төшөнсәһе тағы киңәйтелә. Шул рәүешле ҡобайырҙа һанап бирелгән әхлаҡ нормалары йәш быуынды тәрбиәләү өсөн кодекс хеҙмәтен үтәгән.

Ҡобайырҙа халыҡты нәфис һүҙ ярҙамында тәрбиәләгән сәсән образына түбәндәгесә ҡылыҡһырлама бирелә:

Яманлыҡты яҡламаҫ, Дошман хәтерен һаҡламаҫ, Яҡшылыҡты һөйөр ул. Илдең зарын һөйләр ул, Яуға саҡырып өндәр ул, Дауға саҡырып өндәр ул.

Башҡорт халыҡ ижадында халыҡгың тыуған ергә булған мөхәббәте, уны һаҡлау идеяһы бигерәк тә «халыҡ күңеленең көҙгөһө» булған тарихи йырҙарҙа сағыла. Мәҫәлән, «Урал» йыры ырыуҙар тормошо заманында уҡ сығарылыуына ҡара¬маҫтан, халыҡтың вагансылыҡ тойғоларын, тыуған ергә мөхәббәт тәрбиәләү, уны һаҡлау идеяларын сағылдырыу яғынан бөгөн дә ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатна- шыуын, рус халҡы менән булған дуҫлығын сағылдырған «Француз көйө», «Икенсе әрме», «Байыҡ», «Любизар» йыр¬ҙары йәш быуынды яугир традицияларына тоғролоҡ, хәрби илһөйәрлек тәрбиәләү яғынан быуаттар буйына көслө сара булып хеҙмәт иткән. Шуның өсөн дә башҡорт фольклор әҫәрҙәре XIX быуаттың икенсе яртыһында милли мәктәптәр өсөн төҙөлгән гөрлө дәреслектәргә индерелгән. Миҫал өсөн Ырымбур кадет корпусы уҡытыусылары Сәлихйән Күклә- шевтең «Диуане хикәяте татар» (1859), М. Ивановтың «Та¬тарская хрестоматия» (1842), М. Биксуриндың «Начальное руководство к изучению арабского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргиз и жителей Туркестана» (1859), шулай уҡ И. Березиндың «Турецкая хрестоматия» (1876), В. Катаринскийҙың «Букварь для башкир» (1898) ки¬таптарын күрһәтергә мөмкин.

XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башта¬рында йәшәгән мәғрифәтсе яҙыусы Мифтахетдин Аҡмулла (1831-1895), күп профилле ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (184I-19C7), Мәжит Ғафури (1880-1934), Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890-1970) ижадтары Башҡортостанда педагогик фекерҙәр үҫешендә айырыуса күренекле урынды алып торалар. Уларҙың мәғрифәтселек, әҙәби педагогик эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ ижады нигеҙендә, көнсығыш әҙәбиәте һәм алдынғы рус әҙәбиәте йоғонтоһонда үҫте. Был әҙиптәрҙең халыҡ тормошон, халыҡ педагогикаһын, ғөрөф-ғәҙәтен, прогрессив традицияларын яҡшы белеү нигеҙендә тыуған мәғрифәтселек идеялары халыҡ күңелендә белемгә, яҡтылыҡҡа ынтылыу теләген уятты, уның ижади һәләтлеген үҫтереүгә хеҙмәт итте.

Мифтахетдин Аҡмулланың поэтик ижадында әҙәбиәт һәм сәнғәттәге мәңгелек тема яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше төп урында тора. Унын юғары әхлаҡлы, һәнәрле, белемле, изге, саф күңелле кешене данлау, ике йөҙлөлөк, яһиллыҡ, яуызлыҡ кеүек сифаттарҙан әсе көлөү, халыҡ ара¬һында аң-белем таратыу юлы менән хаҡлыҡтың, тоғролоҡтоң еңеүенә ышаныс тыуҙырыу мотивтары менән һуғарылған ижады халыҡ күңеленә яҡты нур өҫтәне, уны быуаттар буйы алға. яҡтыға әйҙәне.

Ижтимағи тормоштағы ғәҙелһеҙлектең сәбәбе наҙанлыҡтан килә, тип аңлаған М. Аҡмулла үҙ халҡын мәғрифәткә, мәҙәниәткә саҡырҙы. Ошо нигеҙҙә уҡыу, аң-белемгә эйә бу¬лыу тормоштағы социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн берҙән-бер юл тигән һығымтаға килде шағир.

Ырыҫ. дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Ғилем-һөнэр берҙән-бер әмәл булыр,

тип яҙҙы шағир үҙенең «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән шиғырында.

М. Аҡмулла ла, М. Өмөтбаев та халыҡты ан-белемле итеүҙә туған телде уҡытыуҙың ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңланылар һәм һәр халыҡ үҙ телендә уҡырға тейеш тигән һығымтаға килделәр. М. Аҡмулла үҙенең педа¬гогик эшмәкәрлегендә ошо ҡарашын эҙмә-эҙлекле үткәреп, балалар ниндәй телдә һөйләшһәләр, уларҙы шул телдә уҡытырға ынтылды.

М. Аҡмулла йәш кешене күп төрлө фәндәрҙе өйрәнергә, күп яҡлы белем алырға саҡырып:

Хәл етһә. төрлө фәнде күргән яҡшы.

Камилдар катарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмзк.

Хәл килһә, французса белгән яҡшы, -

тип яҙҙы.

М. Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге айырыуса бай һәм күп яҡлы булды. Ул әҙәби мираҫтан тыш тарих, этнография, әҙәбиәт ғилеме, методика, фольклористика, әҙәби тәржемә әлкәһендә лә үҙенең яҡты эҙен ҡалдырҙы. Уның, һор халыҡ фән нигеҙҙәрен үҙ телендә өйрәнеү аша рус һәм Европа мәҙәниәтенә эйә булырға тейеш, тигән фекере, әҙәбиәт уҡытыу, рус мәҙәниәтен пропагандалау өлкәһендәге хеҙмәт¬тәре бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмаған.

М. Өмөтбаев үҙ халҡын уҡытыу, мәҙәниәткә йәлеп итеү ту¬раһында хәстәрлек күрә, әҙәбиәт уҡытыуҙың әһәмиәтен, уның үҫеше өсөн тейешле шарттар булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Балаларҙы үҙ телендә уҡытыуҙың әһәмиәтен дөрөҫ аңла¬ған М. Өмөтбаев: «Башҡорттар араһында Европа фәндәрен үҙ туған телендә уҡытыуҙы мәғрифәт таратыуҙа иң мәшәҡәтһеҙ һәм иң дөрөҫ юл тип һанайым» , тип яҙып сыға һәм мәктәптәрҙе төрлө дәреслектәр, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү өсөн күп көс һала.

Бигерәк тә ул уҡытыуҙың йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙэге әһәмиәтен асыҡ билдәләй:

«Әҙәбиәт һәм уҡыу-уҡытыу үҙ хөкүмәте булған халыҡтар¬ҙа ғына алға киткән, аң-белем биреү, әҙәбиәтте үҫтереү хөкүмәт тарафынан хәстәрлек күргәндә генә мөмкин, тигән фекер көнсығыш аҡыл эйәләре тарафынан да раҫлана» .

М. Өмөтбаев үҙ халҡын алдынғы рус мәҙәниәте, рус әҙәбиәте өлгөһөндә тәрбиәләү өсөн дә күп эшләгән. Ул,

Л. С. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны» поэмаһын тәржемә итеп, 1900 йылда Ҡазанда баҫтырып сығарған.

Шулай уҡ башҡорт әҙәбиәт методикаһының үҫеше әсен рус әҙәбиәте методикаһының революцияға тиклемге бай ми¬раҫы мөһим сығанаҡ булып торған.

Башҡорт әҙәбиәте методикаһының үҫеше һәм бөгөнгө торошо

1921 йылдың 6 июлендә РКП(б)-ның Башҡортостан Әлкә Комитеты ҡарары буйынса башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителде, һәм башҡорт халҡы үҙ телендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Октябрь революцияһынан һуң беренсе баҫҡыс мәктәптәр өсөн төҙөлгән тәүге программаларҙа' төп иғтибар уҡыусылар¬ға дөрөҫ һөйләү һәм грамоталы яҙыу күнекмәһе биреүгә йүнәлтелә. 1919-1921 йылдарҙа мәктәптәр М. Ғафури тарафы¬нан төҙөлгән «Азат мәктәп» исемле уҡыу китабы нигеҙендә эшләйҙәр. 1923 йылда «Беренсе башҡортса уҡыу китабы» баҫылып сыға. Унда тәбиғәт миҙгелдәре, хайуандар, хеҙмәт, балалар тормошо тураһындағы шиғыр һәм хикәйәләр, текстар¬ҙан һуң бирелгән һорауҙар балаларҙың донъя тураһындағы төшөнсәләрен, аң даирәләрен киңәйтеүгә йүнәлтелгәндәр.

Егерменсе йылдарҙа әҫәрҙәрҙең һайланышы, методик эш¬ләнеше яғынан да камилыраҡ булған уҡыу китабы төҙөлә .

Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методик фекерҙәр үҫешенең 30-сы йылдарға тиклемге этабы программа һәм дәреслектәр төҙөү тәжрибәләре менән бәйле булһа, 30-сы йыл¬дарҙан һуңғы осор рус әҙәбиәте методикаһы йоғонтоһо ниге¬ҙендә әҙәбиәт уҡытыуҙың маҡсат һәм бурыстарын, йөкмәтке¬һен, уҡытыу методтарын билдәләүҙең яңы баҫҡысы булды.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдар башҡорт әҙәбиәт ғилеме, фольклористикаһы, тел ғилеме фәндәренең ысын мәғәнәһендә формалашыу һәм үҫеү йылдары булды. Был йылдарҙа күренекле яҙыусыларҙың ижадтары хаҡында моно¬графиялар яҙылды, әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарының үҫеше киң яҡтыртылды, әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы1 буйынса нигеҙле хеҙмәттәр барлыҡҡа килде.

1947 йылда камиллаштырылған башҡорт әҙәбиәте про¬граммалары төҙөлдө. Унда индерелгән әҙәби әҫәрҙәрҙең уңышлы һайланыуы шул программа нигеҙендә төҙөлгән хрес¬томатия һәм дәреслектәрҙең сифатына ыңғай йоғонто яһаны. Улар үҙҙәренең төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе менән яҡшыраҡ булдылар.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың йөкмәткеһен билдәләүҙә әҫәрҙәр һай¬лау, уларҙы системалаштырыу принциптары кеүек мәсьәләләр мөһим урын тота. Программа һәм дәреслектәр төҙөүҙә Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов. Х. Ш. Зиннәтуллина, Б. М. Мәғә¬сүмова, К. Ә. Әхмәтйәнов, М. Ғ. Ғималова, Р. Н. Байымов, Ә. М. Сөләймәнов, М. Х. Иҙелбаев кеүек фән эшмәкәрҙәренән торған авторҙар коллективының эшләүе уларҙың фәнни ни¬геҙҙәрен камиллаштырыуҙа ҙур роль уйнаны.

һуғыштан һуңғы осорҙа яҙылған был дәреслектәрҙә сит ил, рус, татар әҙәбиәте әҫәрҙәренә күберәк урын бирелә ине. Мәҫәлән, VIII синыфта әҙәбиәтте уҡытыу А. С. Пушкин- дың «Баҡыр һыбайлы» һ. б. әҫәрҙәренән башланып, артабан Ғ. Туҡай, М. Ғафури әҫәрҙәрен өйрәнеүгә күселә, ә IX си¬ныфта Шекспирҙың «Гамлет»ын өйрәнеү менән тамамлана ине. һуңыраҡ Ә. Харисов, Ж. Лоҡман, А. Ҡудаш, Ә. Чаныш- тар тарафынан яҙылған VIII—Х синыфтар өсөн дәреслектәрҙә төп урын башҡорт әҙәбиәтенә бирелеүе менән айырылып торҙо.

Ә. Харисов әҙәбиәт теорияһы һәм стилистика дәреслектә¬ре, шулай ук 3-сө, 8-се һәм 9-сы синыфтар өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр һәм уҡыу китаптары авторы булараҡ, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу эшенә ҙур өлөш индер¬ҙе. Методика фәнен үҫтереүҙә был уҡыу әсбаптары мөһим әһәмиәткә эйә булды. Алтмышынсы йылдар башында ул «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII-XIX быуаттар» тигән ҙур күләмле докторлыҡ диссертацияһына нигеҙ булып торған монографик хеҙмәт яҙҙы һәм бының менән башҡорт әҙәбиәт ғилемендә мөһим бер яңылыҡ асты.

Фәндең төрлө тармаҡтарында әүҙем һәм көсөргәнешле эшләүенә ҡарамаҫтан, Ә. Харисов художестволы әҙәбиәт әлкәһендә лә ижад итергә өлгөрҙө. Ул прозаның бәләкәй формаларында уңышлы эшләне.

Ә. Харисов «Халыҡтар дуҫлығы», «Почет билдәһе» орденда¬ры менән бүләкләнде, 1957 йылда ул «Башҡортостандың атҡа¬ҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ә. Харисов 1977 йылда вафат булды.

Урта мәктәптәр өсөн әҙәбиәт дәреслектәре төҙөүҙә Жан Лоҡман, Афзал Ҡудаш, Әмир Чаныш. Х. Зиннәтуллина һ. б. авторҙар әүҙем эшләнеләр.

РСФСР Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр ту¬раһындағы хәстәрлеге арҡаһында Мәскәүҙә 50-се йылдарҙа Милли мәктәптәр ғилми тикшеренеү институты асылды. Рәсәйҙәге милли мәктәптәргә методик ярҙам күрһәтеү маҡса¬тында республикаларҙа милли институттарҙың филиалдары асыла башланы.

1958 йылда тәүгеләрҙән булып асылған Башҡортостан филиалы үҙенең 45 йылдан ашыу эшмәкәрлегендә баш ин¬ститут менән тығыҙ бәйләнештә булды, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бик күп хеҙмәттәр ижад итте һәм уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнаны.

1959 йылда урта мәктәптәргә тәүге программа төҙөү өсөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре F. Б. Хөсәйенов, башҡорт дәүләт университетынан М. Х. Мин- һажетдинов һәм филиал хеҙмәткәре М. Ғ. Ғималованан торған авторҙар коллективына әҙәбиәт методикаһын эшләү бурысы йөкмәтелде.

Филиалдың эш планында иң мөһим бурыс фәнни ни¬геҙгә ҡоролған яңы программалар төҙөү булды. 1958 йылдан башлап Филиалдың ғилми хеҙмәткәре М. Ғ. Ғималова менән Ғ. Б. Хөсәйенов авторлығында башҡорт әҙәбиәте буйынса программалар, дәреслектәр төҙөү эше башланды. Белем һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәрҙе һайлау, уларҙы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәлен иҫәпкә алыу нигеҙендә урынлаштырыу принциптары билдәләнде. Шул йылдарҙа V-VI синыфтар өсөн әҫәрҙәрҙе тематик. VII-VHI синыфтарҙа тарихи-хронологик принципта, ә халыҡ ижадын жанрҙар принцибында өйрәнеү нигеҙ итеп алынды.

Үрҙә әйтелгән программалар һәм уларға ярашлы төҙөлгән дәреслектәр хөкүмәтебеҙ тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарға нигеҙләнеп күп тапҡырҙар яңыртылып һәм үҙгәртелеп торҙо. Шулай итеп, тиҫтәләгән программалар, дәреслектәр донъя күрҙе. Әҙәбиәт уҡытыу өлкәһендәге уңыштар программа менән дәреслектәрҙең сифатына бәйле булыуы һор кемгә билдәле. Ә программа менән дәреслектәр¬ҙең уңышлы булыуы әҙәбиәт фәне менән методика фәне өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең ижади берҙәмлектә эшләүҙәренә бәйләнгән.

Ғайса Хөсәйенов әҙәбиәт теорияһы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт тарихы, фольклористика, археография, текстология, поэтик оҫталыҡ, шиғыр төҙөлөшө кеүек фән әлкәләрен тикшергән ғалим. Күп йылдар ғилми тикшеренеү эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә ул Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Д. Юлтый, М. Кәрим ижадтары тураһында монографиялар яҙҙы. 1968 йылда «Баш¬ҡорт совет поэзияһының үҫеш юлдары», ғалимдың «Заман һәм поэзия» (1964), «Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында» (1973), «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» (1978) китаптары, 1983 йылда Мәскәүҙә рус телендә «Башкирская советская поэзия. 1917 1980», Ғ. Хөсәйенов етәкселегендә һәм авторлығында алты томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» китаптары донъя күрҙе.

Ғ. Хөсәйеновтың тарихи проза өлкәһендәге хеҙмәттәренең емеше булып «Алдар батыр ҡиссаһы», «Пугачев фельдмар¬шалы», «Рудасы Исмәғил Тасим улы» тарихи-документаль повестары, «Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев», «Ризаитдин бин Фәхретдин» тигән тарихи-биографик китаптары, «Ҡанлы илле биш» романы нәшер ителде.

Ғ. Хөсәйеновтың «Сәйәхәт дәфтәре» (1976), «Тормош» (1990), «Донъя» исемле парсалар китабы сыҡты. «Ил аза¬маттары», «Тормош» һәм «Яҙмышыма яҙғаны» (2004) тигән өс томлыҡ әҫәрҙәре донъя күрҙе.

Ғалимдың әҙәбиәт ғилеме өлкәһендәге бихисап хеҙмәттәре мәктәптә әҙәбиәт уҡытыу практикаһына туранан-тура йоғонто яһай, уның сифатын күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Ғ. Хөсәйенов менән М. Ғ. Ғималова авторлығында төҙөлгән V- XI синыфтар өсөн программалар һәм VII-VI1I, Х синыфтар өсөн дәрес¬лектәр был авторҙарҙың ижади хеҙмәттәшлегенең уңышлы бу¬лыуын күрһәтте. Бынан тыш, Ғ. Хөсәйенов IX, XI синыфтар һәм педучилищелар дәреслектәренең дә авторы. Ул күп дәрес¬лектәрҙең авторы булыуы менән бергә мәктәптә күренекле әҙип булараҡ та өйрәнелә. Уның VII синыфта «Ете ырыу», «Алдар батыр ҡиссаһы», VIII синыфта «һуңғы тарпан», XI си¬ныфта «Донъя», «Батырҙар ҡиссаһы» тигән әҫәрҙәре үтелә. Ғ. Хөсәйеновтың «Донъя» тигән парсалар китабын уҡыусылар яратып уҡый. Ул йыш ҡына республикабыҙ мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙә була, фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.

Филология фәндәре докторы профессор Ғайса Хөсәйенов - Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы. Республикабыҙҙың Сала¬уат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. Фән һәм әҙәбиәт әлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул «Халыҡтар дуҫлығы». «Почет билдәһе» ордендары, миҙалдар менән бүләкләнде, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Программаға индереү өсөн һайланған әҫәрҙәрҙең әхлаҡ, эстетик тәрбиә биреү, шулай уҡ уҡыусыларҙың йәш үҙенсә¬лектәрен иҫәпкә алыу талаптарына яуап биреү-бирмәү мәсьәләләре мәктәптәрҙә эксперименталь һынап ҡарау юлы менән тикшерелде. 1959 йылғы программа проекттарына ҡарата «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы биттәрендә, шулай уҡ уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курста¬ры ваҡытында, конференцияларҙа алып барылған фекер алы¬шыуҙар был мөһим документты артабан камиллаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды. 1960 йылда һигеҙ йыллыҡ һәм урта мәктәптәр өсөн баҫылып сыҡҡан программалар2 әҙәбиәт¬те фәнни нигеҙгә ҡороп уҡытыуҙа мөһим урын тотто. Ошо программалар нигеҙендә төҙөлгән дәреслектәр белем һәм тәрбиә биреү бурыстарын хәл итеүҙә әҙәбиәттең һүҙ сэнғәте булыу үҙенсәлеген иҫәпкә алыуға ҡоролоуы, ғөмүмән, әҙәбиәт уҡытыу алдында торған талаптар юғарылығында бу¬лыуы менән айырылып торҙо.

Үҙгәртеп ҡороу заманы ҡуйған талаптарҙы уңышлы хәл итеү өсөн уҡытыуҙың йөкмәткеһен нигеҙенән үҙгәртеү яңы программалар һәм дәреслектәр төҙөү талап итте. Әҙәбиәт уҡытыуҙа әҫәрҙәрҙе төрлө синыфтар, ижтимағи-социаль төркөмдәр, партиялар күҙлегенән сығып баһалауҙан, теге йәки был идеологияны үткәреүҙән, сәйәсәтләштереүҙән, синфи көрәш ҡоралы итеп файҙаланыуҙан, иҙеүсе синыфтарҙы фашлауға ҡай¬тарып ҡалдырыу кеүек бер яҡлылыҡтан ҡотҡарыу өсөн про¬грамма һәм дәреслектәргә өр-яңы әҫәрҙәр һайлап индереү, шуның менән әҙәбиәтте уның төп асылына, төп үҙенсәлектә¬ренә ҡайтарыу, уның иман, шәфҡәтлелек тәрбиәләүҙәге ролен тулыраҡ асыу бурыстары килеп тыуҙы. 1987 йылда V VIII си¬ныфтар өсөн туған әҙәбиәттән программалар төҙөлөп, «Башҡор¬тостан уҡытыусыһы» журналы биттәрендә баҫылып сыҡты һәм мәктәптәрҙә уҡытып ҡарау юлы менән һынау үтте.

1992 йылғы программа нигеҙендә дәреслектәр төҙөү өсөн конкурс иғлан ителде һәм конкурста еңеп сыҡҡан туған әҙәбиәт дәреслектәре (V. VI синыфтар өсөн М. Иҙелбаев, М. Юлмөхәмәтов һәм Ә. Сөләймоновтар, VII—VIII синыфтар өсөн М. Ғималова, Ғ. Хөсәйеновтар тарафынан төҙөлгән) 1993- 1997 йылдарҙа баҫылып сыҡты.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы 2002 йылдың март айында 1995, 1997 йылдарҙа V-XI синыфтар өсөн туған әҙәбиәт буйынса баҫылып сыҡҡан программалар хаҡында рес¬публикабыҙҙың күп кенә райондарының уҡытыусылары ҡат¬нашлығында фекер алышыу ойошторҙо. Унда Учалы районы. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-ин- тернаты, Ейәнсура районы уҡытыусылары ғәмәлдәге про¬граммаларҙы теплө анализлап, хуплап, шул уҡ ваҡытта за¬ман рухы. заман талабы нигеҙендә яңыртып төҙөү буйынса аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа Уча¬лы, Ейәнсура, Миәкә, Ҡыйғы, Илеш райондары мәктәптәре¬нең башҡорт әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән яҙылған, район мәғариф бүлектәренең методика кабинеттары тарафы¬нан раҫланған баһаламалар, аныҡ кәңәш-тәҡдимдәр беҙгә, дәреслектәрҙе төҙөүсе авторҙарға, эште ҙур яуаплылыҡ менән башлап ебәреү өсөн көс, илһам бирҙе. Әлбиттә, ҡайһы бер тәҡдимдәрҙе, бигерәк тә дөрөҫлөккә тап килмәгән¬дәрен, ҡабул итеп тә булмай.

Ҡайһы бер тәнҡитселәр программа, дәреслектәрҙе яңыр¬тыуҙы, үҙгәрештәр индереүҙе тулыһынса, 100 процентҡа үҙгәртеү тип иҫәпләй. «Ағиҙел» журналында баҫылған бер мәҡәләлә, программалар 15-20 йыл эсендә үҙгәртелмәй баҫы¬ла, тигән фекер әйтелә. Был мәҡәләнең авторы программа, дәреслектәрҙә күп йылдар буйына ваҡыт һынауын үткән, бик мөһим, идея-художество яҡтан юғары кимәлдә торған, ҡалыплашҡан материалдарҙың булырға тейешлеген, бындай әҫәрҙәрҙең күплеге уларҙың юғары кимәлен күрһәтеүен иҫәпкә алып еткермәй. Мәҫәлән, V, VIII синыфтар өсөн тәғәйенләнгән дәреслектәрҙә бындай материалдарҙы бик күп осратырға мөмкин. Был V синыф өсөн программаны Баш¬ҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең «Хәйерле юл һеҙгә!», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрҙәре. Али Карнайҙың «Урманда» хикәйәһе, артабан тәбиғәт тураһын¬дағы һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙән тыш күҙ алдына килте¬реп булмай. VII—VIП синыфтарҙа Салауат Юлаев, Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев ижадтары һәм башҡа бик күп әҙәби әҫәрҙәр программа¬быҙҙың нигеҙен тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта программа һәм дәреслектәр һәр ваҡыт яңыртыла килде, заман талапта¬рына ярашлы үҙгәреү кисерҙе. Был үҙгәреште күрмәй мөмкин түгел. Программаларҙы яңыртҡанда илебеҙҙәге, рес- публикабыҙҙағы үҙгәрештәр, йәмғиәтте демократлаштырыу өсөн барған көрәш нигеҙендә тыуған ҡаҙаныштарҙы сағыл¬дырған әҫәрҙәр иҫәбенә байытыу күҙ уңында тотолдо.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет