ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет24/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

«Шулай башлана йәшәү» шиғырында шәхестең формала- шыуында ата йорто, уратып алған тормоштоң роле күрһәтелә.

Сыға ир бала ҡураға Имгәкләп, тупһа аша. Ергә тейгәс, табандары Тып итеп тәпәй баҫа,

строфаһын анализлағанда, «т» өнө ҡабатланып килеүенә иғтибар ителә. Был аллитерация күренеше баланың аяҡ та¬уышын ишетерлек итеп һүрәтләүгә, шулай уҡ

Донъяла иң тәүге юлын Тап шулай башлай кеше. Тап шулай башлана уның йәшәүе - бөйөк эше, - строфаһында ҡабатланып килгән «т», «ш» өндәренең шиғыр¬ҙың музыкаллеген арттырыуға, «кеше», «йәшәү» кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен көсәйтеүгә хеҙмәт итә.

Синыфтан тыш өйрәнелгән «Тупрағым, һауам, һыуҙарым» шиғыры ҡабатлау юлы менән иҫкә төшөрөп үтелә.

«Өс йөҙ егет» шиғырында Ватанды һаҡлау идеяһы фронт¬ҡа китеүсе өс йөҙ егет, уларҙы оҙатып ҡалыусы атайҙар, әсәйҙәр, кәләштәр образдары аша һүрәтләнә.

«һабан гуйы» шиғырында һуғыштан һуңғы хеҙмәт байра¬мы - һабантуй тасуирлана. Ләкин халыҡ шатлығын, байрам тантанаһын тасуирлаған шат ноталар араһында тормоштоң бөгөн дә хәүефле яҡтары хаҡында иҫкәртеүсе борсоулы нота¬лар ишетелгәндәй була. Элекке баһадирҙың буш еңенең бәүелеүе, зәңгәр Дунай янындағы һалдат ҡәберен иҫкә төшө¬рөү кеүек мөһим деталдәр аша шағир халыҡты уяулыҡҡа саҡыра.

«Хазиналар хаҡында», «Иңләнем дә, буйланым да» ши¬ғырҙары буйынса уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау, анализ ваҡытында

Халкыма һөйөү йөрәккә Ҡушылып үҫте минең. Ошо һөйөү урғылды ла Йырыма күсте минең,

кеүек юлдарҙың мәғәнәһенә айырыуса иғтибар биреү талап ителә.

Европа менән Азияны географик сиктәр менән, раса йәки матди байлыҡ нигеҙендә бүлгеләүгә ҡаршы килеп, ли¬рик герой уны бер йөрәкте икегә бүлеү тип атай.

Европа менән Азияны береһе аҡ, береһе һары тип, береһе көр, береһе - арыҡ тип бүлеүҙең тәбиғи булма¬уын, ерҙә был материктарҙың тигеҙ, дуҫ, татыу йәшәргә тейешлеген ул Европанан Азияға тигеҙ иҫкән елдәр, тигеҙ яуған ямғыр, тигеҙ ҡараған ҡояш, йәйғор, бер материктан икенсеһенә йөк күтәреп китеп барған ҡырмыҫҡа, сиктәр аша үтеп йөрөгән поездар, самолеттар миҫалында раҫлай.

Мостай Кәримдең «Европа - Азия» шиғырҙар циклы ха¬лыҡтың бай ауыҙ-тел ижады, көнбайыш һәм көнсығыш әҙәбиәтенең бай традицияларын бергә ҡушыу, был традиция¬ларҙы новаторҙарса үҫтереү нигеҙендә яҙылған.

Шағир тыуған илдең, халыҡтың мөһабәт образын илгә һөйөү, ғорурлыҡ, интернациональ тойғоларҙы, донъяға ҡараш формалаштырыусы идеяларҙы халыҡсан, ябай тел һәм тасуири саралар ярҙамында һүрәтләне. Тыуған Ватан образын һүрәт¬ләүҙә өй алдындағы суҡ муйыл, ҡайын япрағы, ҡайын, имән.

миләш кеүек ағас. уларҙың тамырҙары һәм самаһыҙ ҙур ҡош кеүек халыҡсан символик образдарҙы файҙаланды.

Башҡорт халыҡ ижадындағы ат. ҡылыс кеүек традицион образдарға, халыҡтың көнкүрешен, байрамын һүрәтләгәндә арыҫлан, күбәләк, сабыш аты, алпамыша кеүек образдарға мөрәжәғәт итә.

Шиғырҙа халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре, тапҡыр һүҙҙәре айырыуса киң ҡулланылған, «Ҡайын япрағы тураһында» ши¬ғырында «Эйгән башты ҡылыс киҫмәй» тигән мәҡәл алынһа, «Өс йөҙ егет» шиғырында «Азамат» исемле халыҡ йырын уңышлы файҙаланған.

«Бер йыр йырланған» шиғырында төп идея әсә йыры, уның өгөт-нәсихәте, халыҡ аҡылын, тәжрибәһен сағылдырыу¬сы мәҡәл һәм әйтемдәргә яҡын афористик юлдар аша би¬релгән.

Шиғырҙарҙың теле лексик яҡтан да бик бай. Унда ха¬лыҡтың йәнле һөйләү теле, халыҡ ижадына хас һүҙҙәр, фра¬залар, публицистик телмәр өлгөләрен дә күрәбеҙ.

Халыҡтың йәнле һөйләү теленә яҡынлығын бигерәк тә «һабан туйы» шиғырында күрергә мөмкин булһа. «Россиян- мын», «Кремлгә кергәндә», «Европа Азия» шиғырҙары өсөн публицистик телмәр өлгөләре хас.

Шиғырҙарҙың телендә «мосафир таяғы», «өммәт», «тамуҡ», «ғазраил», «әжәл» кеүек архаик һүҙҙәрҙе лә, «ә кәнсәлә счет һалыусы Мырҙабай, кәпәс болғап, ҡеүәт бирә, «йә, давай!» тигән юлдарҙа рус һүҙҙәрен дә, «фотокор», «монтер» кеүек неологизмдарҙы ла осратып була.

«Кереш» шиғырында үҙ балаһын һаҡлар өсөн донъя ал- дығға килеп баҫҡан әсә менән тыныслыҡты һаҡлар өсөн көрәшкә күтәрелгән кешелекте һүрәтләүҙә психологик йәнә¬шәлек тыныслыҡ өсөн көрәш идеяһын тәрәнерәк дөйөм¬ләштереүҙә айырыуса урынлы сара. Шиғырҙар циклын ана¬лизлағанда уҡытыусы төп иғтибарҙы ата йорто, тыуған ауыл, тыуған республика, тыныслыҡ темаларына йүнәлтеп, донъяны синфи идеология күҙлегенән сығып «унда әле тән, беҙҙә көндөҙ» тип баһалауҙың бер яҡлы булыуын асыҡлап үтергә, циклға ингән шиғырҙарҙың йөкмәтке һәм формаһы менән юғары кимәлдә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу менән бергә бөгөнгө кон күҙлегенән, заман талабынан сығып дөрөҫ баһаларға тейеш.

«Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса дәрес өлгөһө

Поэманың идея-эстетик мәғәнәһен өйрәнеү процесында хәрби патриотизм, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы осорон, совет яугнрҙарының батыр¬лығын сағылдырған иллюстрациялар, поэманан өҙөктәр яҙыл¬ған фонояҙма файҙаланырға мөмкин.

I. Үтелгән дәресте ҡабатлау. «Европа-Азия» шиғырҙар циклы хаҡында бер-ике уҡыусының сығышын тыңлау.

II. Яңы материал үтеү.

1. «Ҡара һыуҙар» поэмаһын тасуири уҡыу, йөкмәткеһен һөйләтеү.

2. «Ҡара һыуҙар» поэмаһының идея-эстетик мәғәнәһен асыу өсөн эвристик әңгәмә үткәреү. Әңгәмә өсөн һорауҙар:

- Поэмала ямғыр нисек тасуирлана? Был образдың әҫәрҙең мәғәнәһен асыуҙа ниндәй әһәмиәте бар?

Көндәр, төндәр, аҙналар буйы яуған ямғыр поэмала «әйтерһең, күк ҡолаған да, һауа менән ер тоташҡан» тигән сағыштырыу ярҙамында һүрәтләнә.

Ҡайҙа ҡояш. ай, йондоҙҙар?

Күкте ташлап ҡайҙа киткән?

тигән риторик һорау,

ҺӨЙГӘН йәрһеҙ йәшәү кеүек.

Ай-ҡояшһыҙ ҡыйын икән,

тигән сағыштырыу, ҡара һыуҙарҙың ғүмерҙәре бөтмәгән яп¬раҡтарҙы өҙөп, ағыҙып алып китеүҙәре шағирҙың алда һөйләнәсәк хәл-ваҡиғаларҙың да ауыр, шомло булыуына ишара яһай.

Шыбыр-шыбыр яуған ямғыр ҡатындың ишек ҡағыуы ме¬нән, түбәләрҙән аҡҡан һыуҙар ҡатындың ҡара шәленең суҡ¬тарынан аҡҡан һыуҙар менән сағыштырыла, уҡыусыны һағайырға мәжбүр итә.

Ямғырлы көҙгө тән, шыбыр-шыбыр яуған ямғыр тауы¬шы - ямғырҙан күшеккән, ҡаңғырған ер - йөрәккә шом һал¬һа ла, кешелә сирҡаныу уятмай. Сөнки Тыуған ер - тирең тамған, ҡаның аҡҡан ер, дуҫтарың һөйәктәре төйәк тапҡан ер, йәш аралаш тоғролоҡҡа анттар биреп үпкән ер. кешене тере йәки үле көйгә ҡосағына алған ер - кеше өсөн һәр ваҡытта ғәзиз, ҡәҙерле.

- Поэмагағы ҡатын образы, уның тышҡы ҡиәфәте, ни¬сек, ниндәй һүҙҙәр ярҙамында һүрәтләнә?

1 Көҙгө тәндә шағир ишеген шаҡып, уның ӨЙӨНӘ ямғыр шауы менән бергә килеп ингән ҡатын был шомдо, билдә¬һеҙлекте көсәйтә, уҡыусыны тағы ла нығыраҡ һағайта. Бе¬ренсе ҡарашҡа ҡатын суҡтарынан сөбөрләп һыу ағып торған ҡара шәле өмөт ҡатыш ғазаплы ҡарашы, ғүмер баҡый оно¬толмаҫлыҡ һағышлы матурлығы менән күҙ алдына килеп баҫһа, уның үҙе тураһында:

I Мин - сыҙамлыҡ.

Сикһеҙ юлга сыҡҡан юлсымын, һағыш менән оҙаҡ еңештем мин Хәҙер йонсоном... -

тигән һүҙҙәре, артабан үҙенең Яҡуп исемле егетте яратыуы,

|

ун йыл буйы уны көтөүе, бөтә илде ҡыҙырып эҙлэүе, ләкин үҙенең һөйгән кешеһенең тереләр араһында ла. үлеләр араһын¬да ла булмауы, уның бер ниндәй эҙен дә, ҡәберен дә ос- ратмауы хаҡында һөйләүе - уның һағышлы матурлығын бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтыра. Ҡатындың Яҡуп тураһында:



Йыуатырлыҡ йәки илатырлыҡ һүҙ әйтегеҙ, бары һүҙ генә, -

тигән үтенесенә шағир башта «иҫке йәрәхәткә теймәгеҙ», «һағышлының күңеле буш түгел» һәм «йөрәге тере көткәндең» тигән һүҙҙәр менән ҡаршы тороп ҡараһа ла, иҫке яраларҙы аҡтарғандай, ауыр хәлдәрҙе, фажиғәле ваҡиғаларҙы һөйләп бирергә мәжбүр була. Шағирҙың һөйләүе ҡатынды йыуатыр¬лыҡ та, илатырлыҡ та булмай сыға. Был бөтөнләй көтөл¬мәгән хәл ҡатынды шашҡан кеүек ҡатып ҡалырға мәжбүр итә.

Ул ултырҙы таш һын һымаҡ. Ҡымшанып та ҡараманы,

ти шағир уның был ваҡыттағы хәле тураһында. Шағирҙың Яҡуп тураһындағы монологы:

Ҡәберлектәр ятҡан ерҙә. Эйе, уның ҡәбере юҡ. Ә тереләр араһында Үлектәрҙең ҡәҙере юҡ, -

тигән юлдар менән башлана. Ни өсөн уның ҡәбере булмауы уҡыусыны уйландыра.

277

3. Юғарыла күрһәтелгән строфа менән башлап «Бөтәһе лә бөттө, - онотолдо» тигән урынға тиклем уҡытыла һәм һөй- ләтелә. Уҡыусылар был хаҡта һөйләгәндә шагарҙың сигенеү тураһындағы һүҙҙәрен иҫкә төшөрә, ҙур һуғыштың тәүге йә¬йендә барған бер алыш һүрәтләнгән урынға ентекләп туҡтала.

Батальон ҡайынлыҡта, юл сатында дошман ғәскәрен туҡ¬татырға тигән приказ алғас, дошман менән алышҡа инергә:

IIә алышып еңер өсөн. Йәки ергә һеңер өсөн,

һуғышырға әҙерләнә, һуғыш яланында төтөн ҡатыш саң бо¬лото күкте ҡаплай, бер туҡтауһыҙ машиналар ағыла. Бына бер секунд эсендә һуғыш башлана. Ошо һуғыштың ҡыҙған мәлендә, беҙҙең ғәскәрҙең ныҡлығы, сыҙамлылығы һынау үт¬кәндә, берәү ҡурҡып артҡа сигенә. Шағир ҡанлы һуғыш картинаһын:

Тон алдында сигенеп барған кояш.

Ҡанға батып, гүйә, сәсәне.

Тамып торған ҡыҙыл тамсылары

Офоҡ ситтәренә сәсрәне,

тигән юлдарҙа тасуирлаһа, артҡа сигенгән шәүлә - кеше йүгергәндә тирбәлә торған шәүлә - пуля тейеп ауа.

Шағир ҡатынға уның исемен әйтмәй, ләкин шағир шәү¬ләне танып ҡалыуына, уның Яҡуп булып сығыуына үкенә.

Артабан поэманың «Өйҙө баҫты таш тынлығы» тип баш¬ланған строфаға тиклемге бүлектәре уҡытыла. Уҡыусылар был бүлектәге хәл-ваҡиғаларҙы тулы итеп һөйләп бирә.

4. Поэмалағы тыуған ер, туған тәбиғәт, ҡатын, лирик герой һәм Яҡуп образдарына ҡылыҡһырлама.

5. Поэманың идея-эстетик мәғәнәһе хаҡында уҡытыусы¬ның һөйләүе.

III. Поэма буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

IV. Өйгә эш:

1. «Ҡара һыуҙар» поэмаһында тыуған ер, уны һаҡлау идеяһын билдәләргә.

2. «Ҡара һыуҙар» поэмаһында ҡатын һәм Яҡуп образда¬ры» тигән темаларҙың береһен һайлап, яҙма эш эшләргә.

М. Кәримдең 60-70-се йылдарҙағы ижады

Был теманы өйрәнгәндә М. Кәримдең 60-70-се йылдарҙағы төрлө жанрҙар өлкәһендәге эшмәкәрлеген яҡтыртыу нигеҙендә идея-эстетик тәрбиә биреү маҡсаты ҡуйыла. Дәрестә шиғыр- ҙ арҙың тексы яҙылған фонояҙмалар, драма әҫәрҙәренә, спек¬таклдәргә ҡарата эшләнгән иллюстрациялар файҙаланыла.

Дәрес барышы.

I. Үтелгәнде ҡабатлау. «Ҡара һыуҙар» поэмаһында тыу¬ған ер һәм уны һаҡлау идеяһы. «Поэмала ҡатын һәм Яҡуп образдары» тигән темалар буйынса уҡыусыларҙың яҙма эш¬тәрен тикшереү һәм анализлау.

II. Яңы материал үтеү.

1. М. Кәримдең «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа» шиғы¬рында шағирҙың халыҡ менән, ил менән айырылғыһыҙ бер¬ҙәмлеге идеяһының сағылышы.

«Дуҫыма», «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Вәғәҙәләр бирмә», «Ярҙар ҡала», «Ҡышҡы юлдан аҡбуҙ килә», «Тауҙар», «Бил¬дәһеҙ һалдат», «Уңдым», «Сигеү сигә ҡыҙҙар», «Йәшәйһе бар» кеүек шиғырҙарҙы тасуири уҡыу һәм идея-художество үҙенсәлектәре хаҡында комментарийҙар биреү.

2. М. Кәримдең драматургия һәм проза өлкәһендәге эш¬мәкәрлеге хаҡында уҡытыусының обзор лекцияһы.

Мостай Кәримдең тиҫтәләгән драма әҫәренең авторы булыуын һанап («Туй дауам итә», «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау», «Йырланмаған йыр», «Ай тотолған ТӨНДӨ», «АЙГӨЛ иле», «Салауат»,^ «Ташлама утты, Прометей!», «Диктаторға ат бирегеҙ!», «Йәйәүле Мәхмүт»), уларҙың төрлө жанрға ҡарауын билдәләп үтә. Һәр әҫәргә ҡыҫҡаса ғына туҡталып, уҡытыусы «Туй дауам итә» пьесаһының лирик драма. «Ҡыҙ урлау»ҙың психологик драма булыуын. «Айгөл иле» пьеса¬һының романтик драма, «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәренең трагедия. «Диктаторға ат бирегеҙ!» политик памфлет, «Йәйәүле Мәхмүт» әҫәренең, драматург үҙе әйткәнсә, моңһоу комедия тип агалыуына туҡталып үтә.

«Ай тотолған төндө» трагедияһы башҡорт халҡының пат¬риархаль ырыу тәртиптәре хөкөм һөргән шарттарҙағы тор¬мошон, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәки йолаларын, фажиғәле яҙмыш¬тарын сағылдырған әҫәр.

Ырыу башлығы Тәңкәбикәнен оло улы Юлмырҙа үлгәс, боронғо ырыу йолалары буйынса, уның кесе туғаны Аҡйегет еңгәһе Шәфәҡкә әйләнергә, э Аҡйегеттең яратҡан ҡыҙы Зөбәржәт ун ике йәшлек Илмырҙаға кейәүгә сығырға тейеш була. Ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдарҙың ошо ҡарары, ҡатып ҡалған иҫке йолалар Аҡйегет менән Зөбәржәттең киҫкен ҡаршылығына осрай. Улар үҙҙәренең мөхэбәттәрснә тоғро ҡалып, дини йолаларға баш эйеп йәшәүгә ҡарағанда үлемде артығыраҡ күрә. Ә ырыу башлығы Тәңкәбикә йола, дин за¬кондары ҡоло булыуын, уларға аҙағынаса тоғролоғон, шуның арҡаһында үҙ балаларына ла аяуһыҙ булыуын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ул балаларының трагик һәләкәтен ауыр кисерә. Был трагедия менән драматург иҫке йолаларҙы, ҡатып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе аяуһыҙ фашлап, мөхобәттең бөйөклөгөнә, рухи азатлыҡҡа дан йырлай. «Ай тотолған төндө» драмаһы илебеҙ сәхнәләрендә ҙур уңышлыҡ менән барҙы. Уның бу¬йынса нәфис фильм төшөрөлдө.

Әҫәрҙең уңышлығы уның идея-художестволы яҡтан бөтөн һәм камил булыуында, теленең һүрәтләү сараларына, кинәйәле әйтемдәргә, образлы һүҙҙәргә бай булыуында.

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» трагедияһы тел йәһәтенән дә бик үҙенсәлекле.

Мостай Кәримдең 60-70-се йылдарҙағы шиғриәтенә соңи- аль-фәлсәфәүи мотивтарҙың көсәйә барыуы, тормошто бөтә матурлығында, үҫештә һәм ҡатмарлылығында сағылдырырға ынтылыу хас.

Тормошто, замананы дөрөҫ сағылдырыу бурысын ҡуйған шағир үҙенең халыҡ менән, ил менән айырылғыһыҙ берҙәм¬леген сағылдырып. «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа» шиғы¬рында кешеләрҙең күҙҙәрен йондоҙҙай күреүе, юлдарҙа аҙаш¬мау, йырҙа алдашмау өсөн шул күҙҙәргә ҡарап барыуы хаҡында яҙғайны.

М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын иҫкә төшөрөп, уның жанрға хас сифаттарын асыҡлағандан һуң, «Йылмайыу» һәм «Сер» поэмаларын өйрәнеүгә күсергә мөмкин.

Уҡыусылар поэмала һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың колоритын бирерлек һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе текстан табып күрһәтәләр.

Пайтәхетте - шанлы ҡаланы Дошман яуы килеп ҡаманы, -

тигән тәүге һөйләмдән үк әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙо күҙ ал¬дына килтерергә мөмкин. Артабан поэмала тасуирланған дош¬ман түгел, ҡош та үтә алмаҫлыҡ тимер ҡапҡалы таш диуар¬ҙар, уға дошмандың көнө-төнө уҡ яуҙырыуы, таш диуарҙарҙың алтын түбәләренең иләккә әйләнеүе, мәрмәр манараларҙың емерелеүе, арыҡтарҙа һыуҙың кибеп бөтөүе, «нан» һорап ҡул¬дарын һонған балалар былар барыһы ла ваҡиғалар барған ваҡыт һәм урынды күҙ алдына асыҡ килтереп баҫтыралар.

Уҡыусылар поэманың 17 бүлектән тороуын, һәр бүлек¬тең тамамланған мәғәнәгә эйә булыуын билдәләп, әҫәрҙең сюжеты хаҡында һөйләйҙәр.

Уҡыусылар текста халыҡтың һуғыш арҡаһында ниндәй һәләкәткә илтелеүе алтын һарайҙарҙың түбәләре иләккә өйләнгәндә лә. иреп аҡҡанда ла түҙеүҙәре һәм дошман менән көрәшеүҙе һорап ханға мөрәжәғәт итеүҙәрен асыҡлай¬ҙар. Хандың ғәскәренә фарман биреүе лә, янауы, ҡурҡытыуы ла байлыҡ, дан вәғәҙә итеүе лә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Байлыҡ вәғәҙә итеүгә ҡаршы:

Ғәскәр уйлай: үҙең самала. Алтын нн хаҡ теге донъяла?

Хандың:

Баштарығыҙ булыр ҡаҙыҡта. Йәндәрегеҙ батыр яҙыҡҡа. Ғибрәт өсон ошо төйәккә Тау өйөрмөн һеҙҙең һөйәктән. -



тип янауына, ғәскәр:

Бер ҡырҡылған башҡа яҙыҡ ни. Тупраҡ ни ҙә уға, ҡаҙыҡ ни, -

тигән уйын ҡаршы ҡуя.

Ғәскәр башлығы ла дан вәғәҙә итеп ҡарай, ләкин ғәскәр:

Дан терегә генә ҡәҙерле, Ул йылытмай һалҡын ҡәберҙе, -

тигән уй менән урынынан да ҡымшанмай. Ғәскәрҙең һуғышҡа күтәрелмәүе ни менән аңлатыла? Уҡыусылар юға¬рыла килтерелгән миҫалдарҙан ғәскәрҙең өмөтө, хан һүҙенә, еңеүгә ышанысы булмауы хаҡында һығымта яһайҙар.

Поэмала ғәскәрҙең көрәшкә күтәрелеүе һәм еңеүе нисек, ниндәй һүҙҙәр ярҙамында һүрәтләнеүен тексҡа яҡын итеп һөйләп сыҡҡандан һуң, әҫәрҙең мәғәнәһен асыуҙа мөһим урын тотҡан

Әгэр мәхрүм булһаң өмөттән. Вәғәҙәләр, янау, өгөттәр Ҡомдан ишкән арҡан кеүектәр. Йылмайыуҙан башҡа әмер юҡ. Ул әмерҙә янау. йәбер юҡ,

тигән юлдар уҡып күрһәтелә һәм көнсығыш әкиәте рәүе¬шендә яҙылған поэманың гуманистик асылы - кешегә ыша¬ныу, өмөт, кешегә яҡшы мөнәсәбәт тигән идея хаҡында дөйөмләштереү яһала.

«Сер» поэмаһы уҡыусылар тарафынан өйҙә уҡыла. Поэма

Борон-борон, борон заманда. Бәлки бөгөн, бөгөн заманда...

Йәшәгән, ти, ерҙә бер әҙәм. Әҙәм тураһында әңгәмәм,

тигән юлдар менән башлана. Был юлдарҙа серен кемгә һөйләргә белмәй яфаланған әҙәмдең әллә борон заманда, әллә бөгөнгө заманда йәшәүе - йәғни бындай кешеләрҙең төрлө ваҡыттарҙа ла осрарға мөмкин булыуы тасуирлана.

Был әҙәмдең төп сифаты: кешегә ышанмау:

Әҙәм уйлай: «Кисер яраббым, Кешеләрҙе ниңә ярашың? Мин уларға, имеш, иш яһап. Сер асырға нисек ышанам?»

Поэма кешегә ышанмаған, уларҙы кәмһетеп ҡараған был әҙәмдең һәләкәте менән тамамлана.

һәр ике поэма кешегә ышаныс, уға яҡшы мөнәсәбәт, кешене юғары ҡуйыу идеяһы менән һуғарылған әҫәрҙәр бу¬лып хәтерҙә ҡала.

Поэманың художество үҙенсәлектәрен асыҡлау уның те¬ленең лексик яҡтан бай булыуы, көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәренә хас колоритты биреү өсөн архаик һүҙҙәр ҡулла¬ныуҙың әһәмиәте асыҡлана.

Уҡыусылар текстан «пайтәхет», «диуар», «нан», «әжәл», «тәхет», «ғәскәр», «хаким», «әмер», «зил-зибәр», «дарман» кеүек һүҙҙәрҙе миҫал итеп килтереп, әҫәр теленең үҙенсәле¬ген билдәләйҙәр.

Халыҡ образын һүрәтләгәндә шағир халыҡ мәҡәлдәре ке¬үек тапҡыр һүҙҙәрҙе ҡуллана: «әжәл көтөп ятыу - хурлыҡ¬тыр, ҡорал тотоп үлеү - ҙурлыҡтыр», «һинең һүҙҙән ғәҙел әмер юҡ», «ҡурҡаҡ булһа, ханға ҡәҙер юҡ», «әгәр мәхрүм булһаң өмөттән, вәғәҙәләр, янау, өгөттәр - ҡомдан ишкән арҡан кеүектәр», «йылмайыуҙан башҡа әмер юҡ, ул әмерҙә янау, йәбер юҡ», «дан терегә генә ҡәҙерле, ул йылытмай һалҡын ҡәберҙе» кеүек тәрән мәғәнәле афористик һөй¬ләмдәрҙең әҫәрҙең идеяһын асыуҙағы роле билдәләнә.

Республикабыҙ йәмәғәтселеге ҙур аҡыл эйәһе, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, талантлы шағир, прозаик һәм драматург, әҙәбиәтебеҙҙе бөтә донъя кимәленә күтәргән талант эйәһе Мостай Кәримдең 85 йыллыҡ юбилейын ҙур ихласлыҡ менән байрам итте. Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхи¬мов үҙенең ҡотлау һүҙендә: «Бөгөн беҙ Башҡортостандың бөйөк улы, халыҡ араһынан сығып, ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булып танылған мәшһүр шәхесте хөрмәт¬ләйбеҙ. Был тантана арҙаҡлы яҙыусы, ҙур аҡыл эйәһе, күре¬некле йәмәғәт эшмәкәренә бағышлана. Әммә был байрамдың мәғәнәһе тағы ла тәрәнерәк. Бөйөк шәхестәр халыҡ араһы¬нан тыуа», - тип билдәләп үтте. М. Кәрим үҙенең халыҡ менән берҙәмлеген юбилей көндәрендә йыш ҡабатланған:

Аяҡтарым юлда. Күңелем йырҙа,

Ерҙә мин бер шундай юламан. Кондеҙ мин ҡояшҡа, о төндәрен Йондоҙҙарға ҡарап юл алам... ... Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә Ғүмер юлы тигән араны Уҙған сакта Йондоҙҙарҙан күреп. Мин күҙҙәргә ҡарап барамын. Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу Күҙҙәренә ҡарап барамын, - Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн. Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн, -

тигән юлдар аша әйтеп биргәйне.

Халыҡ тормошоноң бөгөнгөһөн, киләсәген, уның тарихын, йәмғиәт үҫешенең төрлө этаптарын сағылдырыу яҙыусының бөтә ижадының төп темаһы, төп маҡсаты булды, уның күңелен биләне һәм яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәне. Халыҡтың фиҙаҡэр хеҙмәте, юғары кешелек сифаттары, тормош ауыр¬лыҡтарын еңә белеүе, үҙ-ара аралашыу, дуҫлыҡ, туғанлыҡ тойғолары, ғөмүмән, халыҡ тормошоноң төрлө яҡтары, интел¬лектуаль кимәле, әҙәп. әхлаҡ нормалары төрлө яҡлап яҡтыртылды.

«Илешкә йыр» тигән шиғырында ул хеҙмәт һөйгән Илеш кешеләренә, уның тәбиғәтенә дан йырлай:

Һиндә ергә табыналар, Табынмайҙар Мәккәгә. һиндә икмәк иманға тиң. Һиндә намыҫ - мәртәбә.

Ергә, икмәккә табыныуҙы иманға тиңләп яҙған был юл¬дар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, һәр кем күңелендә һоҡланыу, яратыу тойғоһо уята.

Шағирҙың был йылдарҙа яҙған шиғырҙарында донъя, тормош, йәшлек, ҡартлыҡ, үткән ғүмер хаҡында уйланыуҙа- ры киң сағылған. Уның ғүмерҙең төрлө миҙгелдәрен сағыл¬дырған шиғырҙары, һағышлы, моңһоу, хатта ҡайғылы хәлдә яҙылғандары ла, кеше күңелендә төшөнкөлөк уятмай, ауыр тойғо ҡалдырмай, ниндәй генә хәлдәрҙе сағылдырһа ла, тор¬мошто раҫлап, оптимистик рухлы, хатта еңелсә юморлы һүҙҙәр менән тамамлана. Мәҫәлән, «Ҡартлыҡҡа инеү» шиғы¬рында ул: «Ҡышҡа ингән кеүек, толоп кейеп, быйма һөйрәп инмәм ҡартлығыма», - тип, ҡартлыҡҡа ла рух күтәренкелеге менән, яуға ингән кеүек инергә әҙер булыуы тураһында яҙҙы. Шағирҙың халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә, өгөт-нәсихәт биргән, йәшәргә өйрәткән шиғырҙары әхлаҡи-этик тәрбиә биреү яғынан айырыуса әһәмиәтле. Ейәненә бағышланған «Тимербулатҡа өгөг» шиғырында кешеләргә ихтирамлы, ке¬селекле, кешелекле һәм ғәҙел булырға саҡырыусы:

«Форсатын бар. балам, аҡҡа Ҡара яҡма.

Нескә күңел йыуаш була, Шуны яҡла. Шуны ҡаҡма, Шуны яҡла, -

тигән, күңелдә мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ һүҙҙәре бигерәк тә йәштәргә йәшәү рәүешен, йәшәү мәғәнәһен дөрөҫ һайлауҙа программа ролен үтәрлек тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

XX быуат аҙағында тормош үҙе йәмғиәт үҫешендәге тор¬ғонлоҡ. һүлпәнлек осоронан йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу, гу- манлаштырыу, демократлаштырыу, һүҙ азатлығы, асыҡлыҡ, билдәлелек индереү талаптарын ҡуйҙы. Был талаптарҙы хал¬ҡыбыҙ хуплап ҡаршы алды. Илебеҙ тормошонда халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүҙе, халыҡ фекеренә нигеҙләнеп эш итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был үҙгәртеп ҡороу бөгөнгө көн алдында торған иң изғе бурыс булып ҡала. Ләкин демократик тради¬циялары булмаған илебеҙҙә был процесс ҙур ауырлыҡтар менән бара, төрлө ҡаршылыҡтар осрай, хаталарға юл ҡуйыла.

Үҙгәртеп ҡороуҙың тәүге йылдарында яҙылған «Быуат» тигән шиғырында М. Кәрим бер быуаттан икенсе быуатҡа күсеү осоро ғына түгел, ә бер йәмғиәттән икенсеһенә, йәғни торғонлоҡтан демократияға күсеү осороноң еңел генә барма- уын, бик күп һорауҙар, билдәһеҙлектәр, хәүефтәр тыуҙы- рыуы тураһында бара.

Шағир был күсеү осорон уйланып, планлаштырып етелмәгән үҙгәртеп ҡороуҙағы ҡаршылыҡтарҙы, хәүефтәрҙе, хаталарҙы ваҡытһыҙлыҡ тип атай. Ниндәй быуаг хәҙер урамда тигән һорау тыуа шағирҙа. Уға быуат башында ер шары ла бушҡа әйләнгән, ҡояш та бер урында тапанып тор¬ған кеүек тойола:

Быуат та юҡ. йыл да, сәғәт тә юҡ, Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана. Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло - намыҫһыҙлыҡ Ҡара дегет сәпәй ҡайҡаға.

Быға тиклемге тотороҡло замандың мәңгелеккә юғалыуы- нан ҡурҡа.

Эй, аҙашҡан ваҡыт, ҡайҙа һуң һин?

Әҙәм һине йәнә табырмы?

тип борсола, хафалана шағир.

М. Кәрим үҙгәртеп ҡороу заманына ошондай баһа биреү менән генә сикләнмәй, бөтә XX быуатҡа тулы ҡылыҡһырлама биреп:

Ел-дауыллы ниндәй быуат һуң был?

Боларып уҡ тыуҙы тыуғанда.

Дөрөҫ икән етә тиеүҙәре

Туғыҙҙағы ҡылыҡ гуҡһанға,

тигән дүрт юллыҡ шиғырында үҙенең зирәк аҡылы менән бөтә заманды тулы итеп яҡтырта алды.

Шул уҡ ваҡытта шағир бөтә ғәйепте заманаға һылтап ҡалдырып, тарихҡа ҡара яҡмаҫҡа саҡырып, кешеләрҙең тарих алдында яуаплылығы хаҡында оптимистик юғары кимәлдә һығымта яһаны.

Тарихи осорҙо бер яҡлы ғына яҡтыртыуға ҡаршы фекерен шағир үҙенең «Быуат менән хушлашыу» шиғырында шул осорға хас ҡаршылыҡтарҙы, быуаттың үҙенсәлеген бер генә төҫ менән яҡтыртмай, уны «ҡанлы быуат, данлы быуат, үҙең изге, үҙең яуыз, үҙең гонаһлы, үҙең сауаплы», - тигән кон¬траст һүҙҙәр менән тасуирланы. Был шиғырында ла шағир тарихтың үҫешендә халыҡтың роле, уның яуаплылығы хаҡында «һин - минеке, мин һинеке, ике һыңар - беҙ» тип яҙҙы.

Быуатҡа хас сифаттар, ундағы ҡаршылыҡтар:

Шайтан ҡотортһа, һин, шашып, Күкте түңкәрҙең. Хоҙай ҡушһа, һин әҙәмде Күккә күтәрҙең, -

тигән юлдарҙа ла бик асыҡ сағылған.

Быуаттың ҡаршылыҡлы үҫешен Рәми Ғарипов үҙенең «Табыныу» поэмаһында «бер осонан бал, икенсе осонан ҡан тамған» серле ҡурай образы аша дөйөмләштергәйне.

М. Кәримдең ижадында кешене ҙурлау, уға хөрмәт, ке¬шегә ышаныу, кешене камиллыҡҡа, иманға саҡырыу идеяла¬ры бик киң сағылыш тапты.

Ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу уйҙары уның ижадының фәлсәфәүи көсөн тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрә. Уның шиғырҙарында шағирҙың хафалары тағы ла көсәйә, уҡыусыны ла тәрән уйҙарға һала, уны борсолдора. М. Кәримдең борсолоуҙар нәтижәһендә яҙған «Ҡурҡам» шиғы¬ры уҡыусыны айырыуса тулҡынландыра, тәрән уйҙарға һала:

Ике күҙем тулы тыуған ерем. Ике күҙем тулы тыуған күгем. Ә шулай ҙа ҡурҡам, күҙҙәремдән Ерем, күгем ҡапыл сайпылыр, тип. Сайпылып уҡ улар түгелһәләр. Был йыһанда бүтән ни ҡалыр, тип.

Шиғыр ерҙең, күктең ҡәҙерен белергә, уны күҙ ҡараһын- дай һаҡларға саҡырыуы, тормошто раҫлаусы идеяһы менән күңелсбеҙҙе биләй. Был юлдарға тағы ла шағирҙың «Ҡорол¬тайға ҡотлау» шиғырындағы «беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, була¬саҡбыҙ» тигән һүҙҙәре оптимистик рух өҫтәй.

XI синыфта Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеү

Халык күңелен нурландырып торһон шаҫир һүҙе, ишҫир намыҫы

Ил алдында бөйөк хеҙмәте менән халыҡ һөйөүен яулаған шағир Рауил Бикбаевтың ижадын юғары баһалап. Факиһа Туғыҙбаева:



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет