ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет22/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

Яҙыусы үҙенең «Гөльямал» шиғри повесы, «Нәҙер» дра¬маһы. «Яҡтыға» трилогияһында тарихи-революцион теманы яҡтыртһа, «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар...», «Ҡайҙа һин.

Гөлниса?» кеүек повестарында заманыбыҙҙың ин мөһим бу¬рыстарының береһе, яңы кешенең формалашыу процесын са- [ ғылдырып, уны көрәш һәм хеҙмәт ялҡынында сыныҡҡан об¬раз игеп ижад итте.

Зәйнәб Биишеваның реалистик стилдә яҙылған «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар» повестары. «Яҡтыға» трилогияһы кеүек I әҫәрҙәре менән бер рәттән халыҡ ижады стиленә яҡын тор- I ған лирик-романтик әҫәрҙәре яҙыусы ижадында ғына түгел, I бөтә башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле урын алып тора.

«Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар», «Ҡайҙа һин. Гөлниса?» Г әҫәрҙәрендә ыңғай герой концепцияһы - реалистик метод менән, «Тылсымлы ҡурай», «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «һонәр- I сс һәм Өйрәнсек» әҫәрҙәрендә халыҡ ижады мотивтарына | хас романтик пафос, гротеск, фантастик элементтар ннге-

|

ҙендә хәл ителә.



Х синыфта Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлын ойрәнеүҙе башлар алдынан инеш дәрес үткәргәндә, уҡыусы- I ларҙы яҙыусының күп жанрлы, ил, халыҡ тормошонда I мөһим урын тотҡан көнүҙәк темаларҙы эсенә алған юғары I идеялы, фәлсәфәүи йөкмәткеле һәм юғары художестволы ижадын ҡабул итеүгә әҙерлек, уға тәрән ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты ҡуйыла.

Дәресте яҙыусының портреты, тормош һәм ижад юлын I сағылдырған фотолары, китаптарының күргәҙмәһе, әҫәрҙәренә I ҡарата эшләнгән иллюстрациялар менән йыһазландырыу. I түбәнге синыфтарҙа үтелгән әҫәрҙәр хаҡында ҡыҫҡа ғына I әңгәмә үткәреү, йырҙарынан, шиғырҙарынан өҙөҡгәр тыңлау - был саралар барыһы ла дәрестең эмоционаллеген күтәреүҙә, уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген уятыуҙа мөһим роль уй¬найҙар. Яҙыусының ижад программаһы, поэтик декларация¬һының төп йүнәлеше күрһәтелгән «Пырлайым» шиғырын уҡырға йәки ятҡа һөйләргә мөмкин:

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем. Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә. Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.

«Йәшәү бәхете» шиғырындағы:

Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта. Йәшәү бәхете дуҫлыҡ, хаҡлыҡта. Йәшәү бәхете илең, халҡың осон Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта,

тигән юлдарҙы, «Йәшәү - хеҙмәт» тигән шиғырҙағы:

Йәшәү хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул. Унан башҡа йәшәү юҡ миңә.

тигән юлдарҙы алдан плакатҡа яҙып, синыф бүлмәһенә элеп ҡуйыу, уларҙың мәғәнәһе хаҡында әңгәмә алып барыу уҡыусыларға яҙыусы ижадының төп асылын аңлатыуҙа әһәмиәтле урын тота. «Йырҙарым» шиғырынан:

Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым, Юл ыңғайы тыуып үҫте йырҙарым, Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып, түгелеп барҙы йылдарым. Ваҡыт етер. Мин дә бер саҡ арырмын. Дингеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын. Тулҡын булып, таралып ҡалыр йырҙарым. Ҡайта-ҡайта ҡағып күңел ярҙарын, -

тигән юлдарҙы ятлап килергә эш биреп ҡайтарыу, дәрестә был цитаталарҙы ятка әйттереү, әҙәби әҫәрҙе сәнғәтсә уҡы¬тыуҙа мөһим роль уйнай. Ошо шиғыр һәм йырҙарҙың тексы һәм көйө менән таныштырыу уҡыусыларҙың уларҙы эмоцио¬наль ҡабул итеүен көсәйтә. Эпидиаскоп аша уның тормошо¬ноң төрлө осорҙарын сағылдырған бер нисә фотоһын күрһәтеү ҙә дәрестең эффектлылығын күтәреүҙә мөһим сара¬ларҙың береһе булып тора.

Зәйнәб Биишеваның биографияһын өйрәнеүгә арналған дәрес яҙыусының портреты, уның тормошон һәм ижадын сағылдырған плакат, китаптарының күргәҙмәһе, фонояҙмалар менән йыһазландырыла.

Дәрестең маҡсаты: Биографик материалды өй¬рәнеү нигеҙендә яҙыусы һәм ул йәшәгән осор әҙәби процесы хаҡында белем һәм тәрбиә биреү.

Дәрес барышы:

1. «Йырлайым» (3. Исмәғилев көйө) йырын тыңлау.

2. Яҙыусы ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан уры¬ны хаҡында ҡыҫҡа ғына инеш һүҙ.

3. Яҙыусының биографияһы буйынса VIII синыфта үтел¬гәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

4. Уҡытыусының үтелгәндәрҙе йомғаҡлауы.

Өйгә эш: Яҙыусының биографияһына хронологик таблица төҙөү.

Яҙыусының тормош юлын түбәндәге план буйынса өйрәнергә мөмкин.

1) Бала саҡ. 2) Мәктәп. 3) Каруанһарай. 4). Тәүге аҙым¬дар.

Уҡытыусы Башҡортостан картаһынан хәҙерге Күгәрсен районындағы Туйымбәт ауылын күрһәтеп, яҙыусы Зәйнәб

Биишеваның 1908 йылдың 2 ғинуарында ошо ауылда ерһеҙ, һыуһыҙ, хатта нәҫел-ырыуһыҙ Ғабдулла Төхфәтулла улы Би¬ишев ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килеүе ха¬ҡында. «уның фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булған бала сағы» тураһында мәғлүмәт бирә.

Яҙыусының бала сағы, им-томсолар һүҙенә ышанып, ҡан алдырып, ваҡытһыҙ һәләк булған әсәһенән өс йәштә етем ҡалыуы; аяуһыҙ ҡаты күңелле үгәй әсәй ҡулында йәшәүе; заманының уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кешеһе булған атаһының халыҡты тома наҙанлыҡтан сығарып, киләсәккә өмөт менән ҡарарға, бәхет өсөн көрәшергә өйрәтеүе; ауы¬лында мәҙрәсә асып, балаларҙы уҡытырға теләүе өсөн, өҫтөнән ялған донос яҙып, ғаиләләрен ауылдан ҡыуып ебә- реүҙәре кеүек фажиғәле ваҡиғалар менән башланып китә. 1912 йылда агаһы хөкөмгә тарттырылып, уларҙың ғаиләләре өс көн эсендә үҙҙәре йәшәгән ауылдан һәм Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫонан ҡыуып ебәрелгәс, улар Ҡара-Ҡыпсаҡ олоҫо Исем ауылына күсеп килеп йәшәй башлайҙар.

Яҙыусының бала сағын, ул тыуып үҫкән ғаиләнең ауыр яҙмышын һөйләгәндә, «Йәшәр инем» шиғырындағы:

Тишек итек, йыртыҡ күлдәк, Ҡалын сәс үтә, Көҙгө елдәр йәш йөрәкте Тетә лә тетә... «Иҫендәме?» ти. Йырына Төшөнәм елдең:

«Был бит һинең, был бит һинең Йәшлек саҡ ине...», -

тигән юлдар яттан уҡып күрһәтелә йәки магнитофон яҙма¬һынан тыңлана.

Тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан Исем ауылын¬да буласаҡ яҙыусы халыҡ ижадының бөтмәҫ-төкәнмәҫ хази¬наһы менән таныша, тиҙ тэьҫирләнеүсән күңелен халыҡ гәүһәрҙәре менән байыта.

«Ошо Исем ауылында мин халыҡ моңо, әкиәттәре, ле¬гендалары менән тәүләп таныштым. Бында нисә тән һөй¬ләһә лә әкиәт һәм легендалары бөтмәй торған, һәр ваҡыт яҡты йөҙлө, ғәжәп киң күңелле Зөбәрэ еңгә, һүҙгә бай, сәйгә әүәҫ Сафура инәй кеүек кешеләр, яҙын Эйек буйлап ҡыуғын ҡыуып уҙа торған йырсы-ҡурайсы «бөрйәндәр» минең йөрәккә иң тәүге һәм юйылмаҫ шиғриәт һалыусы булдылар. Зөбэрэ еңгә «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» хикәйәтен һөйләй торғайны... Ғөмүмән, ул башҡорт халыҡ ҡылып, йәш быуынға, ил күгенә яҡшы аманат ҡалдырып, илде һөйөп йәшәргә, балаларҙы ҡаҡмаҫҡа, әсәләрҙе яҡларға, кеше йөҙө менән йөҙлө булмай, кеше аҡылы менән аҡыллы булмай, үҙенсә, үҙ аҡылы менән йәшәргә тейеш. Шағирә көслө алдында ялағайланыу, көсһөҙ ҡаршыһында көслөмөн тип ҡул күтәреү кеүек яман ҡылыҡгы кире ҡаға: хәйлә, мәкер, ялған, ғәйбәт, яла яғыуҙы боҙоҡ күңелле кешеләргә хас сифат тип тамғалай; йәнә һәр ялтырауыҡҡа ҡыҙмаҫҡа, ә ысын ынйыларға эйә булыу өсөн ауырлыҡтарҙы еңә белергә, һәр саҡ тоғро булып ҡалырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Шағирәнең был шиғырҙары бөтә яҡган камил, гармоник үҫкән замандашыбыҙ образына йүнәлтелгән булыуы менән, йәш быуын өсөн әхлаҡ нормаларын формалаштырыуға хеҙмәт итеүе менән айырыуса әһәмиәтле.

3. Биишева ижадына обзор дәрестәр үткәргәндә, «Уйҙар, уйҙар...» повесын да уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре нигеҙендә өйрәнеү уңайлы. Әҫәрҙе дәрестә тулыһынса өйрәнеп бөгөү өсөн ваҡыттың аҙ булыуын иҫкә алып, был әҫәр буйынса эште синыфтан тыш дауам итеү айырым күренештәрҙе сәхнәләштереү, уҡыусыларҙың Суфия образы хаҡындағы фе¬керҙәрен сағылдырған яҙма эштәрҙе уҡыу, бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле кеүек һорауҙарға ҡарата сығыштар тыңлау уҡыусыларҙың белеменең ныҡлығын тәьмин итә, юғары мо¬раль сифаттар тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.

Уҡыусыларға өйҙә тексты уҡып, әҙерләнеп килеү өсөн түбәндәге һорауҙар бирелә:

1) Ни өсөн әҫәр «Уйҙар, уйҙар...» тип атала?

2) Суфия нимәләр хаҡында уйлай?

3) Ни өсөн Суфия үҙе тураһында «элекке ғәмһеҙ, ҡылансыҡ, елбәҙәк Суфия юҡ шул инде хәҙер» ти.

4) Ғәмһеҙ, елбәҙәк Суфияны тәрбиәләгән тормош шартта¬ры хаҡында һөйләгеҙ.

5) Ҡылансыҡ Суфияның уйсан Суфияға әйләнеүенең сәбәптәре нимәлә? Был текста нисек бирелә?

6) Әҫәрҙә бәхет төшөнсәһе нисек сағылдырыла?

7) Һеҙҙеңсә бәхет нимә ул?

8) Әҫәрҙә йәштәр образдары: Зәлифә, Суфия, Дауыт. Кә¬бир, Зилә. Уларҙың бәхетте аңлауҙарында, тормошҡа, эшкә, иптәштәренә, дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә мөнәсәбәттәрендә ниндәй сифаттары асыла?

9) Әҫәрҙәге Суфияларҙың ғаиләһе менән Дауыт, Зәлифэ- ләр ғаиләһен сағыштырып ҡарағыҙ. Улар ниндәй яҡтары ме¬нән бер-береһснән айырылалар?

10) I һәм IV бүлектәрҙең алдында бирелгән эпиграфта¬рына иғтибар итегеҙ. Әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуҙа улар¬ҙың роле ниндәй?

Уҡыусылар ейҙә әҫәрҙе уҡып, ошондай һорауҙар ярҙа¬мында анализлап килгәндән һуң, «Нимә ул бәхет?» тигән темаға диспут үткәрелә.

Зәйнәб Биишеваның «Ҡайҙа һин. Гөлниса?» әҫәрен уҡыусылар өйҙә уҡып, түбәндәге эш һәм һорауҙар нигеҙендә әҙерләнеп киләләр:

1) «Ҡайҙа һин. Гөлниса?» хикәйәһендә авторҙың ыңғай герой хаҡындағы фекере ниндәй образ аша асыла?

2) Автор ыңғай геройҙы ниндәй сифаттар менән күҙ ал¬дына баҫтыра?

3) Сафия менән Ғәҙел образдары араһында ниндәй оҡшаш яҡгар бар?

4) Әҫәрҙең исеменең «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» тип аталы- уын текстан миҫалдар килтереп аңлатығыҙ.

5) Әҫәрҙән сығып, тормоштан һәм әҙәбиәттән миҫалдар килтереп, беҙҙең осорҙоң төп геройы ыңғай ҡатын-ҡыҙ об¬разын нисек күҙ алдығыҙға килтереүегеҙ хаҡында һөйләгеҙ.

Ошондай проблемалы һорауҙарға телдән йәки яҙма яуап алыу нигеҙендә йәнле әңгәмә үткәрелә. Аҙаҡтан уҡытыусы үҙе йомғаҡ яһай.

«Һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәре буйынса уҡыусыларға алдан әҙерләнгән түбәндәге һорауҙарҙы биреп ҡайтарырға мөмкин:

1. Әҫәрҙә яҙыусының Хасбулат олатай һәм уның ҡомарт¬ҡыларын тасуирлау аша нимә әйтергә теләүен асыҡлағыҙ.

2. Тәбиғәт күренешен (Кавказ ауылдарын, күл, шишмә һы¬уын, «Ҡыҙҙар һуҡмағын») һом көршәктең матурлығын тасуир¬лаған урындарға иғтибар игегеҙ. Уны тексҡа яҡын итеп һөйләп бирегеҙ. Әҫәрҙең идеяһын асыуҙа был тасуирлауҙар¬ҙың ниндәй роль уйнауын асыҡлағыҙ.

3. һәнәрсе менән Өйрәнсектең донъяға, сәнғәткә, ке¬шеләргә, хеҙмәткә мөнәсәбәттәре нисек һүрәтләнгән? Ула¬рҙың йэшәүенең маҡсатын, характер айырымлыҡтарын үҙ-ара сағыштырып, был ике образға ҡарата үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.

4. Әҫәрҙә ваҡиғалар, образдарҙы һүрәтләүҙә реалистик һәм фантастик элементтарҙың нисбәте нисек?

5. Был әҫәрендә яҙыусының халыҡ ижады традициялары¬на мөрәжәғәт итеүенең әһәмиәте нимәлә?

6. Әҫәрҙең идеяһы, художество эшләнеше, жанр үҙенсәлеге.

3. Биишеваның әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен яҡгыртҡан «Сәйер

кеше», «Уйҙар, уйҙар...», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Мөхәббәт һом нәфрәт» әҫәрҙәре буйынса уҡытыусы йомғаҡлау үткәрә. Һәр әҫәрҙең үҙәгендә яҙыусы ыңғай геройҙарға хас гүзәл һыҙаттарҙы, юғары әхлаҡ сифаттарын айырым шәхестәрҙең мин-минлек, эш һөймәү, ҡурҡаҡлыҡ, үҙе өсөн генә йәшәү, ҡомһоҙлоҡ кеүек сифаттарына ҡаршы ҡуйып һүрәтләй. Ләкнн был әҫәрҙәрҙә 3. Биишева «Нимә ул яҡшы, нимә ул насар?», «Кем ул ысын кеше, кем ул сәйер кеше?» кеүек һорауҙарға туранан-тура яуап бирмәй, бәлки уҡыусыны уйла¬нырға, яуапты үҙенә эҙләп табырға мәжбүр итә.

Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһын өйрәнеү уҡы¬тыусының инеш һүҙе менән башлана. Инеш һүҙҙен маҡсаты уҡыусыларҙың әҫәргә иғтибарын йәлеп итеү, уларҙа ҡыҙыҡ¬һыныу уятыу, әҫәр яҙылған осорҙа башҡорт әҙәбиәтендә роман жанрының үҫеше, яҙыусының был жанрҙың артабан үҫешендә тотҡан урыны, уға яңылыҡ өҫтәүе, әҫәрҙең тәр¬биәүи әһәмиәте хаҡында мәғлүмәт биреү.

Яҙыусының «Яҡтыға» трилогияһы алтмышынсы йылдар әҙәбиәте, был осорҙа прозаның, бигерәк тә роман жанрының үҫеше менән тығыҙ бәйләнештә, айырылғыһыҙ берҙәмлектә тикшерелә.

Башҡорт әҙәбиәтендә роман жанрының үҫеш эволюцияһын күрһәтеп, Ә. Вахитов: «Һуңғы ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт эсендә был жанрҙың эпик ҡоласы киңәйҙе, тормоштоң дра¬матик ситуацияларына үтеп инеү мөмкинлеге артты. Эпо¬пеяға хас һыҙатлы «Ырғыҙ» (һ. Дәүләтшина). «Бөртөкләп йыйыла алтын» (Я. Хамматов) романдарының һәм «Яҡтыға» (3. Биишева) трилогияһының сығыуы тарихи-революцион про¬заның нығыныуы, башҡорт романистикаһының ысын мә¬ғәнәһендә киң юлға сығыуы булды»1, тип яҙҙы.

Тарихи-революцион темаға яҙылған әҫәрҙәрҙең гәп үҙенсә¬лектәре уларҙың проблематикаһының масштаблылығында, фәлсәфәүи яҡтан ҙур дөйөмләштереүгә, шуның менән уҡыусыға ыңғай йоғонто яһау көсөнә эйә булыуында күренде.

Роман жанрының үҙенсәлек гәре бигерәк тә һ. Дәүләтши- наның «Ырғыҙ» романын, 3. Биишеваның «Яҡтыға» трилоги¬яһын үткәндә тәрән асыла.

Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһында тарихи-рево¬люцион эпопеяға хас төп һыҙаттарҙың береһе халыҡтың та¬рихта тотҡан ролен күрһәтеү, уның донъяны үҙгәртеп ҡороуҙа төп көс булыуын, аңының уяныуын, революцион көрәш идея¬лары менән ҡоралланып, яҡгыға сығыу юлын һүрәтләү.

Шуның өсөн дә «Яҡтыға» трилогияһы яҙыусы өсөн генә түгел, башҡорт әҙәбиәте өсөн дә ысын мәғәнәһендә ҙур ҡаҙаныш, әҙәбиәттең үҫешендә яңы этап булды.

Трилогияның беренсе китабы - «Кәмһетелгәндәр» рома¬нында автор башҡорт ауылдарында 1911-1918 йылдар эсендә булған ваҡиғаларҙы, ошо дәүер эсендә халыҡ тормошонда

' Вахитов Ә. Хәҙерге башҡорт романының үҫеш тенденцияһы. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы. Өфө, 1973. 266-сы бит.

булып үткән үҙгәрештәрҙе, унын донъяға ҡарашының, синфи аңының үҫеүен, яңы заман кешеһенең, халыҡ бәхете өсөн үҙ-үҙен аямай көрәшеүсе революционерҙарҙың үҫеп сығыуын сағылдыра.

Уҡытыусы «Яҡтыға» романының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны, әһәмиәте хаҡында һөйләгәндә, уҡыусыларҙың хаттарынан өҙөктәр уҡыуға, иллюстрациялар, әҫәрҙәренең төрлө баҫмаларын күрһәтеүгә тейешле иғтибар бирә.

Әҫәрҙе өйрәнеүҙең беренсе этабы - уны уҡыусыларҙың өйҙә тулыһынса уҡыуына ирешеү. Шул рәүешле әҫәрҙе өйрәнеү эше тексҡа нигеҙләнергә, бының өсөн әҫәрҙе уҡыу, йөкмәткене ҡабул итеү өҫтөндә эш һәм анализ яһау этапта¬рынан торорға тейеш.

Уҡытыусы уҡыусыларҙы анализға әҙерләү өсөн үҙ аллы эштәр биреп ҡайтара, был һорауҙар ниндәй генә вариантта бирелһә лә түбәндәге моменттарҙы күҙ уңында тоторға те¬йештәр.

I. Әҫәрҙә сағылдырылған осор һәм уға хас билдәләр:

Был осорҙа халыҡтың матди хәле нисек булған?

Әҫәрҙән миҫалдар килтереп, халыҡтың тормош-көнкүреше

хаҡында (өйҙәре, ҡаралтылары, йорт йыһаздары, мал-тыуар¬ҙары, ашамлыҡ, кейем-һалымдары һ. б.) һөйләү.

Халыҡтың рухи тормошо, донъяға ҡарашы, белем ки¬мәлдәре, уҡыу-уҡытыу эшенең торошо, мәҙәни кимәле.

Халыҡтың синфи аңы. Уның был тормоштоң ауырлы¬ғының сәбәптәрен аңлау кимәле.

Әҫәрҙә хат ыҡ ижады мотивтары: әҫәрҙең идеяһын асыу¬ҙа фольклор традицияларының роле һәм әһәмиәте.

Халыҡтың тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен сағылдырыу.

Халыҡтың хеҙмәткә мөнәсәбәте. Халыҡ характерына хас төп һыҙаттарҙың һүрәтләнеше.

Халыҡтың мөхәббәт, ғаилә, бата тәрбиәләүгә булған ҡарашы.

Әҫәрҙә балалар тормошо. Уларҙың донъяға ҡарашы, уйындары, характер үҙе1ғсэлектәре.

II. Романдағы образдар араһындағы төп ҡаршылыҡтарҙың нигеҙе нимәлә? Синфи-социаль һәм әхлаҡ-этик конфликттар¬ҙың һүрәтләнеше.

Трилогияла Байгилде, Емеш, Йэнеш. Бибеш, Хаммат, Ти¬мербай. Закир, Хисбулла. Иштуған. Айһылыу, Әхәт, Байрас, Таиба әбей, Сыуаҡай эбей. Ҡарасәс эбей. Бибекәй әбей. Урыҫ Иҙрис, Баҙъян, Шәүрә һәм уларға ҡаршы ҡуйылған Собхан, Ҡормош бай, Әхмәҙулла, Ғаббас муллалар, Хөс- нөлхаҡ. Һатыбат. Cepiefi Хит ров. Федька Рябой һ.б. образ¬дары бар.

Был ике ҡапма-ҡаршы төркөмдәргә бүленгән образдар араһында барған синфи-социаль көрәштең киҫкенлеген, аяуһыҙлығын күрһәтеү.

III. Әҫәрҙең проблематикаһының масштаблығы. Төп идеяһы.

IV. Романдың - художество эшләнеше.

Уҡыусыларға әҫәрҙе анализлау өсөн бирелгән ошо һорау¬ҙар ярҙамында уҡытыусы дәрестә әңгәмә үткәрә. Әңгәмә уҡыу¬сыларҙың әҫәрҙең үҙҙәре яҙып алған өҙөктәрен уҡыу, ҡайһы берҙэрен алдан яҙылған магнитофон яҙмаһынан тыңлау, иллюстрациялар ҡарау менән аралаштырып алып барыла.

Беренсе һорауға яуап биреп, уҡыусылар трилогияның баш¬ҡорт халҡы тормошоноң ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы, аяуһыҙ көрәш менән тулы осорон киҫкен боролош моменттары аша сағылдырыуын: империалистик һуғыш, Октябрь револю¬цияһы, граждандар һуғышы, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫты¬рыу, колхозлашыу, яңы, социалистик йәмғиәт төҙөү өсөн көрәш осорҙарын үҙ эсенә алыуын әйтеп бирәләр.

«Кәмһетелгәндәр» романы Иҫәнбәт ауылының иҫ киткес матур бер төнөн тасуирлау, шул тәбиғәт матурлығын Байгилде тормошона ҡаршы ҡуйып һүрәтләү менән башланып китә. Яҙыусы әҫәрҙең беренсе битенән үк һүрәтләнәсәк ваҡиғалар¬ҙың. көрәш, ҡаршылыҡтар экспозицияһын бирә. Байгилде ағай тормошоноң фажиғәле биттәре - төрлө тауыштарҙы, төрлө биҙәктәрҙе эсенә алған көслө симфоник әҫәрҙең тәүге трагик ноталары булып ҡабул ителә.

Байгилде ағай тормошо, уның ярлылыҡтың, аслыҡ, ялан- ғаслыҡгың иң һуңғы сигенә еткерелгән ауыр хәле - Иҫәнбәт, Илсеғол ауылдары өсөн ғенә түгел, шул осорҙағы бөтә баш¬ҡорт халҡы тормошоноң типик бер күренеше итеп һүрәтләнә. Байгилделәрҙең күршеләре, нәҫел-ырыуҙары, бөтә ауыл халҡы ла ошондай ярлылыҡ эсендә йәшәй. Ләкин яҙыусы халыҡтың ауыр тормошон һүрәтләү менән уның характерының гүзәл сифаттарын һүрәтләүгә айырыуса ныҡ баҫым яһай. 3. Биишева¬ның «Яҡтыға» романында ҙур, көслө халыҡ характерҙарын тыуҙырыуҙағы оҫталыҡ айырыуса асыҡ күренде.

Романдың икенсе киҫәгендә халыҡтың яҙғы ташҡындай ҡыйыу хәрәкәтенең эүҙемләшеүе, конфликттың киҫкенлэшеүе тарихи-революцион романға хас ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә төп иғтибарҙың йүнәлтелеүе менән айырыла.

Был әҫәрҙә Илсеғол. Иҫәнбәт ауылдарында халыҡ тормо¬шондағы героик һәм трагик ваҡиғалар, ауылдарҙағы ҡыҙылдар менән аҡгар һуғышы, партизандар һуғышы картиналары, баш¬ҡорт ауылдары аша Блюхер армияһы хәрәкәте күҙ алдынан үтә.

Әҫәрҙә халыҡ характеры төрлө яҡлап: ауырлыҡты еңә белеүе, үҙ азатлығы өсөн көрәшкә һәләтлелеге, хеҙмәткә мөнәсәбәте, юғары кешелек сифаттары һүрәтләнә.

Романда хеҙмәт поэзияһы, оҫта башҡарылған эште сәнғәт дәрәжәһенә күтәреү, уның менән һоҡланыу - әҫәрҙең төп лейтмотивтарының береһе. Әҫәр халыҡтың ижад көсөн юғары баһалай, шуның менән уға тәрән ихтирам тәрбиәләй.

Әҫәр баштан алып аҙағынаса фольклор мотивтары менән һуғарылған. Фольклор традициялары яҙыусы өсөн бөтә матди һәм рухи байлыҡты тыуҙырыусы, тарихта төп көс булған ха¬лыҡтың көсөн, аҡылын, тормош тәжрибәһен, идеологик, фәлсәфәүи, эстетик ҡараштарын, уның ижад көсөн, талантын сағылдырыу сараһы булып хеҙмәт итә.

«Оло Эйек буйында», «Емеш» романдарында граждандар һуғышы һәм Илсеғол ауылы кешеләренең йәшәргә өйрәнеүе уяныуы күрһәтелә. Был процесс Хаммат, Иштуған, Айһылыу, Таиба әбей. Урыҫ Иҙрис, Хисбулла, Баҙъян, Шәүрә, Бибеш образдарында айырыуса асыҡ сағыла.

«Емеш» романында ауылда яңы тормош төҙөү өсөн көрәш, бөйөк боролош йылдары осорондағы ваҡиғалар тасу¬ирлана. Волком секретары Хаммат, уҡытыусы Иштуған, Әхэт кеүек халыҡ эшенә йәне-тэне менән бирелгән кешеләр яңы тормош төҙөү өсөн көрәште дауам итәләр. Улар Емеш, Байрас, Алеша кеүек яңы быуынды тәрбиәләү, уҡытыу, ҙур тормош юлына сығарыу өсөн күп көс һалалар. Тормош төп¬көлөнән сыҡҡан Емештең үткән юлы, уның формалашыуы - башҡорт халҡының үткән юлы - уның кәмһетелеүҙән ҡото¬лоп, уяныуы, яҡтыға юл алыуы, ҡатмарлы революцион көрәштең һөҙөмтәһе лә ул.

Назар Нәжми ижады

Х синыфта Назар Нәжми лирикаһын үткәндә, уҡытыусы шағирҙың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урынын, уның пози¬цияһы миҫалында лирик герой-шағир образының ролен тағы ла тулыраҡ асыу бурысын ҡуя.

Назар Нәжмиҙең Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙылған - фронт лирикаһына ҡараған «Окопта уйҙар», «Ғүмер һәм өмөт», «Иҫэн ҡалһам», «Күлдәк», «Хат», «Ҡуш нарат» исем¬ле шиғырҙарын комментарийлы уҡыу юлы менән өйрәнеү һалдаттың тыуған Ватанға тоғролоғо, патриотизмы, батыр¬лығы хаҡында баҫым яһап, уҡыусыларға ҙур идея-эмоцио- наль йоғонто яһай.

Н. Нәжми поэзияһының тематик төрлөлөгөн күрһәтеү аша уның лирикаһының байлығын, күп темалы, фәлсәфәүи уйла¬ныуҙар менән тулы булыуын асыҡлауға ирешәбеҙ.

Уның лирикаһын түбәндәге темаларға бүлеп ҡарау уңайлы:

1. Тыуған ер. Ватан темаларына яҙылған шиғырҙары («Ҡайтыу», «Тыуған ил тураһында һүҙ», «Тыуған ҡалама йыр», «Аҡ ҡайындар»),

2. һуғыштан һуңғы лирикаһында батыр һалдат образы («Александр Матросовҡа - пароходҡа һәм һалдатҡа», «Ҡайын», «Миләш», «Мәңгелек ут». «Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә», «һалдаттар, һалдаттар»),

3. Н. Нәжми ижадында тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы («Тау һәм диңгеҙ», «Тулҡындар», «Киске Ағиҙел», «Яҙғы ур¬ман», «Өфө йүкәләре»).

4. Н. Нәжмиҙең шаян йырҙарын, юмористик шиғырҙарын («Ләлә», «Түбәтәй төштө». «Мөгөҙ») тасуири уҡыу йәки ал¬дан яҙып әҙерләнгән магнитофон яҙмаһынан тыңлау һәм идея-художестволы яҡтан комментарийҙар биреү юлы менән анализлау уҡыусыларға Назар Нажми лирикаһының художе¬ство үҙенсәлектәрен төшөнөргә ярҙам итә. Н. Нәжми әҫәр¬ҙәрен анализлап, уҡыусыларға ундағы тематик һәм жанрҙар төрлөлөгө (юғары пафослы лирика, фәлсәфәүи лирика, юмо¬ристик, сатирик шиғырҙар), интонацион төрлөлөк, лирика¬һында тәбиғәтте һүрәтләү аша кеше кисерештәрен асып биреү, психологик ассоциацияға нигеҙләнеүе, афористик әйтемдәргә, поэтик ҡабатлауҙарға ҡоролоуы хаҡында белем бирә. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙән һуң лиро-эпик поэмаларҙы бер нисә поэманы анализлау процесында иҫкә төшөрөү, уларҙың үҙен¬сәлектәрен тағы ла тәрәнерәк билдәләү аша уҡыусыларҙы эпик жанрҙы ҡабул итеүгә әҙерләйбеҙ.

Н. Нәжмиҙең «Ҡапҡалар» поэмаһын синыфта уҡыу һәм айырым өҙөктәрен аллан яҙып әҙерләнгән магнитофон яҙма¬һынан тыңлау юлы менән унын йөкмәткеһе үҙләштерелә һәм шуның нигеҙендә унда сағылдырылған Тыуған ил, ли¬рик герой образдарына ҡылыҡһырлама биреү өҫтөндә эш алып барыла. Әңгәмә юлы менән әҫәрҙә лирик герой-шағир образының халыҡ яҙмышы, ил яҙмышы менән берлеге идеяһы сағыла, унда замандашҡа хас иң юғары ыңғай си¬фаттарҙың дөйөмләштерелеүен асыҡлайбыҙ. «Ҡапҡалар» по¬эмаһын уҡыу, комментарийҙар биреү, әңгәмә юлы менән анализлау һөҙөмтәһендә уҡыусылар поэмала ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйа булған проблема ҡуйылыуын төшөнәләр.

Поэманың үҙәгендә лирик герой образы тора. Уның аша үҙ йорто, ауыл, ҡала ҡапҡаларын үтеп, ҙур юлға сығыуы, уның ил яҙмышы менән ҡушылыуы, белем ҡапҡаларын. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу юлдарын үтеп, Бран- денбург ҡапҡаһын асыуҙа ҡатнашыуы, илленсе йылдарҙа сит ил хеҙмәтсәндәре менән дуҫлыҡ ҡапҡаларын асыу кеүек бөйөк бурыстарҙы башҡарыуы, шул нигеҙҙә тыуған ғорурлыҡ, ил алдындағы яуаплылыҡты тойоу хистәре сағылған. Шул

яшШ


рәүешле, атай йорто, ауыл ҡапҡаларынан башланған юл Бранленбург, һиндостан ҡапҡаларына барып етә. Ҡапҡалар араһындағы юлдар алыҫлаша, уларҙы асыу маҡсаттары ҙурая барған һайын, лирик геройҙың алдында торған яуаплылыҡ та үҫә бара. Лирик геройҙың рухи үҫеш эволюцияһы тормош баҫҡыстарын күрһәтеүсе ҡапҡа образы аша символлаштырыла.

I

Лирик герой бөтә донъяның серле матурлығын, кешеләрҙең күңел ҡапҡаларын асыу яуаплылығын аңлай. «Кеше күңеле¬нең ҡапҡаларын аса алырмынмы?» тигән һорау борсой уны. I Кеше күңеленең ҡапҡаларын асыу өсөн ул ниндәй ком¬позицион саралар ҡуллана? Поэмала төп образ - ҡапҡа асыу- ■ сы малай. Әҫәрҙә уның биографияһы, ҡапҡалар аша үгкән оҙон, ураулы юлдары күрһәтелә. Ул ауыл, ҡала ҡапҡалары аша белем ала, һуғышҡа китә. Бранденбург ҡапҡалары аша Г үтеп, еңеү яулай, илдәр буйлап гиҙә, шағир булып кеше I күңеле ҡапҡаларын асыу кеүек яуаплы эштәр башҡара.



Шағир булып китеүен ул поэмала нисек андата?

Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем, тыуһам әгәр башҡа

[

ерҙәрҙә, - ти үҙенең күңелеғде поэзияға, нескә лирикаға ил- I һам, дәрт уятыусы тыуған ере тураһында.



Ҡырҙарымдың зәңгәр киңлегендә Мин ҡанатлы, осҡан ҡош кеүек. Йөрәгемә әгәр ҡыйын булһа, Әгәр күңелем булһа буш кеүек, һыуһағанда һалҡын шишмәләргә һыу алырға төшкән ҡыҙ кеүек. Йыр алырға ҡайтам ауылыма. Унан йомарт ер ҙә юҡ кеүек, -

I тип яҙа шағир.

Уҡытыусы артабан «Н. Нәжми поэмаһының художество I үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн уны ниндәй әҫәр менән сағыш¬тырырға мөмкин?» тигән һорау ҡуя. Мостай Кәримдең «Ев- [ ропа - Азия» шиғырҙар циклы менән сағыштырыу әҫәрҙәрҙең I художество үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн уңайлы юл булып [ тора.

Исеменән сығып уйлап ҡарағыҙ һәм жанр үҙенсэлектэ- [ рен билдәләгеҙ.

- «Европа - Азия» - шиғырҙар циклы, ә «Ҡапҡалар» - I поэма.

Әҫәрҙәрҙең проблематикаһын сағыштырып, оҡшаш һәм I айырмалы яҡтарын әйтеп бирегеҙ.

- Ике әҫәрҙә лә тыуған йорт, тыуған ер. Тыуған ил об- I раздары. уларға бирелгәнлек һүрәтләнә. Шиғырҙар циклының I да төп фекере - ерҙә тыныслыҡ өсөн көрәш идеяһы, ике-

261


һендә лә шағирҙарҙың Тыуған ил. тыуған ер менән берлеге, уларҙың кеше яҙмышы, ил яҙмышы өсөн борсолоуҙары. по¬эзияның тормошта тотҡан роле кеүек фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәр яһала.

«Йыр тураһында баллада» поэмаһын уҡыуҙан элек си¬ныф алдында түбәндәге һорауҙар ҡуйыла:



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет