ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет25/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

Иртәрәк тә түгел, һуңғараҡ та Тыуҙырған бит заман һине белеп, һинең хис һәм аҡыл ҡушылғанға һин йәшәгән заман үҙе бөйөк.

тип яҙғайны. Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев республикабыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе халҡыбыҙ - алдында үҙен талантлы шағир һәм ғалим, республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, ил өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индергән оло шәхес итеп танытты. Халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн арыу-талыу белмәй эшләү һөҙөмтәһендә халыҡ һөйөүен яуланы, хөкү¬мәтебеҙҙең юғары наградаларына лайыҡ булды.

Үҙенсәлекле талант эйәһе Рауил Бикбаев әҙәбиәткә ҡыйыу, ышаныслы аҙымдар менән килеп инде, уның йәш яҙыусы булып йөрөү осоро булманы тиерлек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәүге әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙа бик тиҙ танылыу тапты, хөрмәт ҡаҙанды.

Рауил Бикбаев «Башҡорт шиғриәте антолог ияһы»на яҙған баш һүҙендә «Башҡорт шиғриәте Башҡортостан тураһында күпме ҡаһармандар тарафынан ижад ителгән киң ҡарашлы һәм тәрән аҡыллы, моңло һәм ялҡынлы дастан ул. Был да¬стандың һәр бите, һәр юлы халҡыбыҙҙың күҙ нуры менән, үткер телле сәсәндәребеҙҙең зирәк зиһене менән, ярһыу һәм уйсан шағирҙарыбыҙҙың йөрәк ҡаны менән яҙылған. Башҡор¬тостан тураһындағы был дастанға илебеҙҙең ғорур рухы ла, аһ-зары ла, ҡаҡшамаҫ инаныуҙары һәм яҡты ышаныстары ла мөлдөрәмә тулған», тигән һүҙҙәрҙе яҙғайны. Шағирыбыҙҙың ижады бөгөн ул дастандың иң юғары кимәлдә башҡарылған, иң талантлы дауамы, уның иң сағыу биттәре булып балҡый.

Үҙ ижадының төп йүнәлештәрен билдәләп, 1997 йылда сыҡҡан «Шағир һүҙе, шағир намыҫы» тигән китабының баш һүҙендә ул: «Мин шиғриәт ялҡынында һәм ғилем утынын ур¬таһында йәшәгән һымаҡ булһам да, асылда был ике ут минең йөрәгемдә, зиһенемдә һәр саҡ бергә янды, әле лә шулай, киләсәктә лә шулай булырға яҙһын, иншалла!» - тип яҙғайны. Шағирҙың ун ике шиғыр китабы бер-бер артлы донъя күрҙе. «Дала офоҡтары» тигән тәүге китабы 1964 йылда, унан «Ҡош юлы» (1967), «Автобиография» (1969), «Лирика» (1971), «Ғүмер ургаһы» (1976), «һөйөнсө» (1979), «Ерем балҡышы» (1982), «Бураҙналар» (1985), «Яҙмышым» (1988), «һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!» (1991), «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» (1998), «Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны» (2003) китаптары нәшер ителде. В. Г. Белинский әҙәби ижадтың үҫеш үҙенсәлектәрен билдәләп: «Бөтә донъя, бөтә төҫтәр, буяуҙар һәм тауыштар, тәбиғәттең һәм тормоштоң бөтә формалары поэзия күренеш¬тәре була ала», тип яҙғанса. Рауил Бикбаев ижады, бигерәк тә башланғыс осоро әсән үҙен уратып алған дала киңлектәре, Соран буйҙары тәбиғәте, ауыр һуғыш йылдарында үткән бала саҡтың көйөнөстәре, һөйөнөстәре лә, ауылдың эшсән, эскерһеҙ һәм сабыр күңелле кешеләре лә поэзия күренеше булдылар.

Даланың бер һыртынан икенсеһенә күтәрелә барған һайын уның зәңгәр киңлектәре асыла барған кеүек, шағирҙың бер китабынан икенсеһенә күскән һайын уның ижад офоҡтары киңәйә, тематикаһы төрлөләнә, йөкмәткеһе тәрәнәйә, байый бара. «Дала офоҡтары»нан һуң яҙған «Ҡош юлы». «Автобио¬графия» һ. б. китаптарында туғандаш милләттәр, бөтә ил, донъя, кешелек яҙмышы, заман алдына килеп баҫҡан пробле¬малар, борсолоуҙар, хәүефтәр өҫтәлә. Ләкин шағир ниндәй генә теманы яҡтыртмаһын, Ырымбур далалары уның мәңге¬лек темаһы, мәңгелек һөйөү усағы булып ҡала. Яңы китапта¬рында тыуған ер, Башҡортостан, Урал, халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәре, хәрби традициялары, тәбиғәтте һаҡлау, туған телгә, тыуған илгә мөхәббәт темалары киң сағылыш тапты.

Әҙәбиәт ғилеме докторы Рауил Бикбаев үҙенең ғилем уты ялҡынында яҙылған, фән үҫешендә күренекле урын биләп торған хеҙмәттәре хаҡында: «Мин ғилем донъяһына осраҡлы килеп юлыҡтым тип уйламайым, мин был ғәйәт оло һом арбаулы мөхиткә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, был хеҙмәттең ни тиклем яуаплы һәм ауыр икәнлеген аңлап килеп индем һәм унда ғүмерлеккә ҡалдым», - тип яҙғайны.

Рауил Бикбаев әҙәби тәнҡит әлкәһендә бик әүҙем эшләп, күп йылдар эсендә әҙәбиәтебеҙҙең үҫешенә байҡау яһай, әҙәби процесҡа тәрән һәм объектив анализ менән матбуғат биттәрендә, төрлө информация саралары аша сығыштар яһап бара. Ул башҡорт поэзияһының үҫеш юлдары, жанр, стиль үҙенсәлектәре буйынса тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә 1980 йылда «Замандың шиғри йылъяҙмаһы» тигән китабын баҫтыр¬ҙы. Мәскәүҙә уның рус телендә яҙылған «Время. Поэт. На¬род», «Эволюция современной башкирской поэзии» тигән хеҙмәттәре донъя күрҙе.

1981 йылда «Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады» тигән ҙур монографияһын, 1995 йылда русса баҫмаһын. Шәйехзада Бабич әҫәрҙәренең «Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар» тигән тулы йыйынтығын, биҙәкле альбом, хәтирәләр китап¬тарын нәшергә әҙерләп, баҫтырып сығарҙы.

Төрлө йылдарҙа яҙылған тәнҡит мәҡәләләре 1997 йылда «Шағир һүҙе, шағир намыҫы» тигән ҙур күләмле китап бу¬лып баҫылып сыҡты.

Китаптың беренсе бите «Өмөт һәм хафалар» тигән ҙур мәҡәлә менән башланып китә. Шағир мәҡәләнең «Башҡортос¬тан тураһында дастан» тигән бүлегендә шиғриәтебеҙҙең мең йыллыҡ тарихы менән ғорурланып. «Башҡорт шиғриәте һәр саҡ ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп йәшәне. Уның төп рухы һәр заманда ла тыуған ерҙең һәм халыҡтың азат¬лығын яҡлау, шуға ғүмерен арнаған шәхестәрҙе данлау бул¬ды. Унда ҡаһарманлыҡ һәм маҡсаттарға тоғролоҡ кешенең иң юғары сифаттары итеп баһаланды», тип яҙҙы һәм бөгөнгө әҙәбиәттең ошо бөйөк традицияларға тоғро булыуын раҫланы, киләсәкте юғарылыҡҡа, үткәндәргә лайыҡлы булырға саҡырҙы.

«Иртәгә һуң буласаҡ», «Үткәндәрҙең һабағы, бөгөнгөнөң талабы» кеүек мәҡәләләрендә йәмғиәгге үҙгәртеп ҡороу, де- мократлаштырыу өсөн көрәш барған байтаҡ йылдар эсендә башҡорт әҙәбиәтенең яҙмышында ла үҙенсәлекле сағылыш та¬быуы, ижадсы алдына яңы талаптар ҡуйылыуы хаҡында яҙҙы.

Әҙәбиәтебеҙҙең алдында торған хәүефтәр, ҡаршылыҡтар хаҡында уйланып ҡына ҡалмай, уның үҫеш юлдарын билдәләргә, халҡыбыҙҙы ауыр замандарҙа бирешмәҫкә, берҙәм¬леккә саҡырҙы.

«Шағир һүҙе - шағир намыҫы» китабына ингән тағы ла ҡырҡлаған шағир ижады хаҡында тәрән мәғәнәле, ихлас, саф йөрәктән яҙылған мәҡәләләре менән бөйөк шәхестәрҙе киләсәк өсөн хеҙмәткә саҡырған, үҙебеҙҙең бөйөк шағирҙарыбыҙ Шәйех¬зада Бабич ижады хаҡындағы «Ҡанатлы Бабич», «Халыҡ шағиры - халыҡ хәтерендә», «Вәлиди һәм Бабич», Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим. Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов портреттары ғына түгел, бәлки, халҡыбыҙға бик яҡын туғандаш халыҡтарҙың бөйөк талант эйәләре Ғ. Туҡай, Х. Туфан, Р. Гамзатов кеүек шағирҙар хаҡында ла портреттарҙың бирелеүе бик уңышлы. Ижади портреттар араһында арабыҙҙан бик иргә киткән Рәмил Ҡолдәүләт, ауыр яҙмышлы Рәшит Назар кеүек таланттарҙың да булыуы Рауил Бикбаевтың көндән-көн асыла, киңәйә барған талант көсө әҙәбиәтебеҙҙе яңы жанрҙар, яңы формалар менән байыта, яңы фекерҙәр, яңы художество биҙәктәре өҫтәй.

Изге уйҙар уйлап, дуҫлыҡ, туғанлыҡ юлдары буйлап төрлө илдәр, ҡитғаларға сәфәр ҡылған Рауил Бикбаевтың ҙур күләмле «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙә» тигән сәйәхәтна¬мәһе яҙыусы ижадында ғына түгел, бәлки бай тарихлы әҙәбиәтебеҙҙә лә өр-яғгы күренеш, унын иң юғары кимәлен билдәләүсе китап булып күҙ алдына баҫа.

Шағирлыҡ һәм ғалимлыҡ уты ялҡынында яҙылған был китап ижадсының күңелендәге изге хистәр менән зиһенендә- ге ғилемлектең бик оҫта үрелеп барыуына асыҡ дәлил.

Юлдарҙың илдәрҙе илдәргә, халыҡтарҙы халыҡтарға яҡы¬найтыусы булыуын айырыуса тәрән аңлаған ижадсы элекке совет власы осорондағы төрлө милли республикалар буйлап ҡына түгел, ә Германия, Төркиә, Америка кеүек сит ил¬дәргә яһаған сәйәхәттәренең маҡсатын: «Шағир маҡсаты илсе маҡсатына оҡшаш. Ул дуҫлыҡ, туғанлыҡ бәйләнештәрен ны¬ғытыу маҡсаты менән юлға сыға. Тыуған еренең матурлы¬ғына ғашиҡ шағир башҡа халыҡтарҙың рухи хазиналарына ла оло ихтирам һаҡтай һәм шуларҙы яҡынданыраҡ, тулыраҡ күрергә теләү уйы яңы юлға әйҙәй», тип яҙғайны.

Украина, Яҡутстан, Алтай, Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте көндәрендә, Ырымбур, Силәбе әлкәһенә, Баймаҡҡа барыуҙар. Өфөлә һәм төрлө райондарҙа Ш. Бабич кисәләре үткәреүҙәр, Ҡаҙағстан ерендә Абай Ҡонанбаев, Мөхтәр Ауэзов көндәре, Әзербайжанда Мөхәмәт Физули, Ҡырғыҙстанда «Манас» эпо¬сының мең йыллығы. Төркиәлә үткән сәфәрҙәр барыһы ла шағирыбыҙҙы һоҡландырып, уйландырып, моңландырып ҡына ҡалмай, үҙебеҙҙең илебеҙ өсөн өлгө. уны алға әйҙәүсе көс, илһам, ғибрәт. һабаҡ булып хеҙмәт итә. Бындай ҡыуаныслы осрашыуҙарҙа кисергән шатлыҡ хистәрен белдереп, шағир мәҡәләләр ҙә яҙҙы.

Башҡортостан тигән илебеҙҙә тел сәйәсәтенең тейешле кимәлдә булмауы, йәш быуындың үҙ телен белмәүе, Силәбе, Ырымбур әлкәләрендә үҙ телен аңламаған йәш быуындың үҫеүе - бөгөнгө КӨНДӨҢ ИҢ ҙур фажиғәһе ижадсыны һәм ха¬лыҡты борсоған иң ҙур проблема булып ҡала.

2003 йылда сыҡҡан «Год человека» китабында публицис¬тик мәҡәләләре, сығыштары, интервьюлары урын алған. Ки¬тапта республикабыҙҙа демократлаштырыу шарттарындағы тормошобоҙҙоң төрлө тармаҡтарында үҫештәр, уңыштар менән бергә эшләнәһе эштәрҙең тағы ла күберәк булыуы хаҡында яҙып, бөгөн халҡыбыҙҙы берләшергә, тығыҙыраҡ сафтар бу¬лып тупланырға саҡыра, иртәгә һуң булыр, тип иҫкәртә.

Китапта А. С. Пушкин ижадының Башҡортостан менән бәйләнеше сағыу тасуирлана. Яҙыусыларыбыҙ Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев тура¬һындағы бүлектәр айырыуса тулҡынландыра.

* * *

Бер йотом һауаң да дауа.



Далам, далам - даланым.

Шағир үҙенең «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» тигән ки¬табының баш һүҙендә Ырымбур далаларына булған һөйөүен белдереп, «Тыуған яҡтарыма ҡайтҡанда, мин бер һырттан төшөп, икенсеһенә күтәреләм, ул һырттарҙың һәр береһендә тирә-яҡҡа әллә күпме саҡрымдарға йәйрәп киткән зәңгәр киңлектәр хайран итә. Урал тауҙарынан да. Алтайҙан да, башҡа бейеклектәрҙән дә донъяға күп тапҡырҙар һоҡланға¬ным булды. Ләкин тыуған далаларымдағы киңлекте, һәр һыртҡа күтәрелгәс, бар тарафтарға саҡырып торған ҡабат¬ланмаҫ офоҡтарҙы миңә башҡаса бер ҡайҙа ла күрергә тура килмәне. Бында ҡарашың бер генә ҡаршылыҡҡа ла барып төртөлмәй, сәхрә-яландарҙы кинәнеп байҡай. Даламды һағын¬ғанда, мин барыһынан да бигерәк шул киңлектәрҙе һағынам. Ысынлап та, далаһыҙ тыным ҡыҫыла, далаһыҙ күҙем тала», - тип яҙғайны шағир. Ижадында дала киңлектәрен, уның ма¬турлыҡтарын һүрәтләү халҡының күңел байлыҡтарын һүрәтләү менән үрелеп барҙы.

Шағир зәңғәр томанлы дала офоҡтарының шиғырҙан ши¬ғырға яңы биҙәктәрен, сәскә еҫтәре менән ҡушылған күк эрем еҫтәрен, йәйғор төҫтәрен, хатта туп-тура иҫкән елдә¬рен, ҡойондарын да һағынып ҡайтыуын:

Балалыҡта мине ғәйепләмә.

Ауҙым бына һиңә йоҙ түбән.

Әрем әсеһе, сәскә шәрбәте лә, һибелә, һибелә минең әҫтәмә,

тигән юлдар аша белдерә.

һуғыш йылдарында үткән бала саҡтың көйөнөс, һөйө¬нөстәре хаҡындағы шиғырҙары айырыуса тетрэндергес тойғо уята.

Балалар өсөн иң ауыры - астан интегеү. «Бала сағым көйөнөсө» шиғырында астан ҡаҡланған баланың сыуаҡ баҫыу¬ҙарҙа башаҡ сүпләгән ҡоштарҙан, урт тултырып башаҡ тиреп йөрөгән йомрандарҙан көнләшеп, «ниңә минән бәхетлерәк булған йомрандың да хатта йомраны», тип зарланыуы. ке¬шеләргә башаҡ сүпләргә рөхсәт итмәгән түрәләрҙең кешелек¬һеҙлеге тасуир ителә, хатта бала аҡылы менән:

Яуыз түрэләрҙэн һеҙҙең кеүек Ҡотолоп булһа икән тормошта, -

тигән һығымтаға килә. «Бала саҡтағы бер һөйөнөс» шиғы¬рында ла шағир шул уҡ аслыҡ йылдарын сағылдырып, каты жмых кимергән ваҡыттарын ожмах ашын ашап үҫтек тип, ирония менән һүрәтләһә, «Балтырған» шиғырында йәшел балтырған һыуының йөрәктәрҙе өйкәп бөткәнлеге ха¬ҡындағы һүҙҙәре йөрәктә уйылып ҡалған. Бала саҡтың аслыҡ көйөнөсөнә яңы хәсрәт Соран йылғаһының көслө ағымы шағир йәшәгән урамдағы өйҙәрҙе нигеҙенән емереп алып китеүе өҫтәлә. Был хәсрәтле ваҡиғалар «Күк әрем» поэмаһында ла киң сағылыш таба. Тыуған өйһөҙ тыуған ауылына ҡайтҡан шағирҙың:

Йоҡоларҙан алып ҡаса икән Тыуған ергә табан тейгеҙеү, һырт урамдан тау аҫтына төштөм Ҡарарға тип йортом нигеҙен.

Бала сағым минең һаман илай Тыуған нигеҙемде ҡосаҡтан, -

тип, яралары яңынан һыҙлана.

«Атайҙар һәм улдар» шиғырында үҙе кеүек атайҙарын күрмәй үҫкән балаларҙың әсе һағышын һүрәтләп яҙған һағышты шағир үҙенә туплай:

Атай мине атҡа мендермәне, Үҙем һикереп мендем мин атҡа.

Шатлығымдан шул саҡ шартлай яҙып Бер ҡарайһым килде атайға. Тик шул саҡта атай торор ерҙә Тойғандарым бары буш урын. Донъяларым нурға ҡойонғанда Был буш урын һаман буш булыр.

«Өләсәй һөйләр ине», «Әсәйемә», «Апайҙарым», «Пуля», «һиҙиәт бабай», «Сал сәс», «Әсәйемдең тыуған көнөндә», «Атайымдың үлгән көнөнән алып» шиғырҙары иң яҡын ке¬шеләренең ауыр яҙмыштары тураһында уйланыуҙарҙан тыу¬ған. Халыҡтың һуғыш йылдарында күргән ғазаптарын сағыл¬дырған юлдар уҡыусыларҙа һуғышҡа ҡарата нәфрәт тойғола¬рын тағы ла нығыраҡ көсәйтә.

* * *

Таш һыныңды, Урал, окшатамын Ҡандан кынҫа кергән кылыска.



«Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтылығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле», тип яҙғайны Рауил Бикбаев. Шағир ҡарашы илебеҙ, халҡыбыҙ тарихының героик һәм трагик яҙмышына ла. хәҙерге ҡат¬марлы булмышына ла һәр саҡ иғтибарлы.

Башҡорт халыҡ ижадындағы традицияларҙы дауам итеп. Рауил Бикбаев «Уралыма» шиғырында Уралды «ҡандан ҡынға кергән ҡылысҡа» оҡшатҡайны. «Ил баҫырға килгән һәр кил¬мешәк шул ҡылыстан ауған туралып» тигән юлдарҙа был символик образдың ҡеүәте айырыуса ҙур. Шағирҙың Уралға бағышланған икенсе бер шиғырында Урал тауҙарын ҡәғбә ташы итеп табына, Уралына булған һоҡланыу хистәрен «мин баш эйәм ҡайғыларҙан түгел, үҙ еремде өҙөлөп һөйгәнгә» тигән һүҙҙәр менән тамамлай. Шағирҙың Уралды өҙөлөп һөйөүе хаҡындағы кескәй генә шиғырға ҙур фәлсәфә һалынған:

Елдәр, һеҙгә минен үтенес бар. Тыңламайса уны үтмәгеҙ: Мине. зинһар, туҙан көйөнсэ лә Уралымдан алып китмәгеҙ.

Р. Бикбаев «Бер һүҙ» шиғырында Башҡортостан тигән һүҙҙе өр-яңыса аса, уны «бар һүҙҙәрҙең йөрәгенә» оҡшата.

Яу ҡупҡанда, сафтар буйлап юлбашсылай. Остан осҡа был һүҙ осҡан - Башҡортостан!

тип яҙа шағир.

«Башҡортостан бында башлана» шиғырында «Яйыҡ ту¬ғайынан Сөн ярына. Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле» йәйрәп ят¬ҡан республиканын һәр ҡарашы, уның киләсәгенә ныҡлы ышаныс һом омөт уята.

Башҡортостан үҙенең кешеләре менән бөйөк, халҡының күңел байлығы менән данлыҡлы:

Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем! Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым. Йөҙөгөҙ аҡ булһын, Минең кеүек,

Минең кеүек - Башҡортостан кеүек. Был донъяға тура ҡарарлыҡ,

тип шағир үҙенең ватандаштарын ошо изге исемгә лайыҡ булырға саҡыра.

«Тыуған ерем! Ҡуйыныңдан бәрелә батырҙарҙың эҫе тын¬дары», - тип яҙған шағир өсөн халҡының тарихы, ошо шан¬лы тарихты яҙған бөйөк шәхестәр айырыуса ҡәҙерле. |Шуға ла Салауат образына ул айырыуса йыш мөрәжәғәт итә.

^«Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа», «Мәмерйә», «Ҡурай һәм ҡауырһын», «Һаумы, Салауат», «Ер һәм диңгеҙ», «Сала¬уаттың саңғы эҙҙәре», «Салауаттың эҙҙәренән», «Яралы Сала¬уаттың яуҙан ҡайтҡандағы уйҙары», «Ете быуыным», «Сала¬уат ҡылысы» шиғырҙарында йөҙәрләгән әҫәрҙәрҙә данланған яугир һәм шағир образы халҡыбыҙҙың ҡаһарман яҙмышын дөйөмләштерә. Йылдар һәм быуаттар үтһә лә:

Яндырылған ауылдарҙың көлө. Яраларға һибелә тоҙ булып.

«Салауат ҡылысы» шиғырында:

Был ғүмерҙең иң аяныс мәле Батыр ҡулынан ҡылыс төшкәне. Батырҙарҙан батырҙарға күсмәй Дошманының ҡулына күскәне. Ҡылысын тотҡан саҡта һатлыҡ йәндәр. Эй янғандыр батыр яраһы... Салауаттың һүҙен берәй яуыз Телебеҙҙән йолҡоп ҡараһын!

тип, халыҡ йөрәгендә Салауат исеменең үлемһеҙлеге раҫлана.

Эстонияла Палдиски ҡалаһында Салауат һәйкәлен асҡан көндәрҙә Балтик диңгеҙе буйында Салауаттың эҙҙәре буйлап йөрөүҙәр. Өфөлә йыл да Салауат һәйкәле янына йыйылыу¬ҙар, батырҙың тыуған срендәге байрамдар күңелдәрҙән эҙһеҙ генә үтмәй.

Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа, Тарта беҙҙе бында хаҡ оран. Батырлыҡҡа беҙҙе саҡыра ул, Берҙәмлеккә беҙҙе саҡыра.

Халҡыбыҙҙың рухи ныҡлығы, хәрби традицияларға тоғро¬лоғо «Йондоҙло йорт». «Туғыҙынсы май», «Фронтовиктар та¬бынында», «Еңеү көндө тынлыҡ минутында» шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Был шиғырҙар уҡыусылар күңелендә һуғыш батырҙарының ҡаһарманлығы менән ғорурланыу хистәре уята.

«Йондоҙло йорт» шиғырында шағир үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөп, «һандыҡ төбөндәге һарғылт хаттар, эленеп торған һарғылт һүрәттәр» беҙҙе сабырлыҡҡа өйрәтте тип иҫкә ала. Йондоҙло өйҙәргә үҙенең ихтирамын, оло хөрмәтен белдереп, моңһоу шатлыҡ хистәре менән уның нигеҙенә баш эйә. «Фронтовиктар табынында» шиғырында шағир иҫән ҡалған ветерандарҙың һуғыш ваҡиғалары, һәләк булған дуҫ¬тары хаҡындағы һағышлы иҫтәлектәре бөгөнгө шатлыҡлы та¬бындан ситтә ҡалмауы тураһында «Шатлыҡ һәм моң, бәхет менән ҡайғы бер туҫтаҡтан бөгөн әсәләр», - тип яҙҙы.

«Туғыҙынсы ман» шиғырында байрам шатлығынан би¬герәк һуғыш күрһәткән ғазаптар, яуҙа башын һалған милли¬онлаған ҡорбандар, еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн көн-төн хеҙмәт иткән ҡарт-ҡоро. ҡатын-ҡыҙ. бала-саға яҙмышы күңелле һыҙландыра. Шағир үҙенең лирик сигенеүҙәре аша кисерештәрен, һағыштарын һуғыштан ҡултыҡ таягына тая¬нып ҡайтҡан һалдаттарҙың һағыштары менән бергә ҡушып һүрәтләп: «Елберҙәйһең бөгөн ниңә, күңелем, пуля тишкән байраҡ шикелле», - тип яҙҙы. «Ниңә әле ҡапыл хәтерләнем сабый саҡтарымды, усты өтөп барған ҡурмасты», - тип аслыҡ йылдарында үткән бала сағын тантаналы байрам көнөндә иҫкә төшөрҙө. Гуманист шағир был шиғырында ла:

Кешеләрем минең, кешеләрем Йылы йылғам, яҡты ҡояшым, Бар ғүмерем үтһен арағыҙҙа. Бергә көлөп, бергә илашып, -

тиғән һүҙҙәр менән Бөйөк Еңеүҙе яулаған ҡаһарман халҡы- быҙға баш эйҙе.

* * *

Заман! Бирсе пульсыңды.



Ниндәй ярһып һуҫа тамырың!

Башҡорт шиғриәтендә һәр осорҙа заман темаһы үҙәктә булып ҡала. Салауат Юлаев, Аҡмулла, Ш. Бабич, Д. Юлтый, бигерәк тә, бөгөнгө замандың күренекле халыҡ шағирҙары- нан М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев ижадтарында бөгөнгө көн темаһы замандың демократик йәмғиәт төҙөүҙәге ҡайһы бер уңышлыҡтары, ил алдында хәл ителмәй ҡалған проблемалар, уңышһыҙлыҡтар өсөн шул осорға хас борсолоу¬ҙар, хәүефтәр киң сағылыш тапты. М. Кәрим үҙенең «Бы¬уат» тигән шиғырында быуат башындағы законһыҙлыҡты, билдәһеҙлекте ваҡытһыҙлыҡ тип атағайны.

Р. Ғариповтын «Табыныу» поэмаһында илебеҙгә, халҡы- быҙға шәхес культы килтергән һәләкәттәр, илебеҙҙең иң аҫыл улдарына халыҡ дошманы тигән яла яғын, кешелекһеҙ шарттарҙа йыртҡыстарса йәберләүҙәрҙән һәләк булыуҙары та¬суирланды. Замандың ҡаршылыҡлы үҫешен бөтә Ер шарын хайран итерлек уңышлыҡтар менән бергә шәхес культы килтергән фажиғәләрҙе бер осонан ҡан тамған, бер осонан бал тамған ҡурай образы ғәжәп тапҡыр кәүҙәләндерҙе.

Н. Нәжми, Ф. Туғыҙбаева, Х. Назар ижадтарында ла заман темаһы киң яҡтыртылды. Р. Бикбаев ижадында заман тема¬һына айырыуса ҙур урын бирелә. 20-се быуат урталарында атом һуғышы янаған осорҙа шағир «Заман, бирсе пульсың¬ды» тигән шиғырында шул осорға хас хәүефте белдереп, «атом саңы тамағыңа ултырып, йүткерәһең түгелме?» - тигән һорау ҡуйғайны. Был һорауға заман, «һеҙ замана ба¬лалары» тиҙәр, мин бит үҙем һеҙҙең балағыҙ, тик һәр молде уяу ҡарағыҙ» тип кешеләрҙе иҫкәртә, һәр саҡ уяу булырға саҡыра. Был юлдарҙа заман яҙмышының кеше эшмәкәрле¬генә, шәхес хәстәрлегенә бәйле булыуы тапҡыр күрһәтелгән.

Р. Бикбаевтың «Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны» китабында за¬ман проблематикаһы яңы әҫәрҙәр иҫәбенә байый, тағы ла тәрәнәйә төшә. Заман ҡаршылыҡтары, еңеү-еңелеүҙор, хаталар, билдәһеҙлектәр, законһыҙлыҡтар тураһында китаптың баш һүҙендә былай тиелә: «Егерменсе быуаттың донъяны тетрәткән ваҡиғалары бихисап. Ошо арала Ер шарында иң ҡеүәтлеләрҙән булған бөйөк дәүләт шанлы СССР юҡҡа сыҡты. Дәһшәтле партия КПСС күҙ асып йомған арала селпәрәмә килде. Илдә туҡтауһыҙ ҡыйралыштар, ҡан ҡойоштар. һуғыш¬тар башланды. Уларҙың байтағы һаман да туҡтағаны юҡ.

Кеше күңелен аҙҙырыусы иблестәр ҡоторған, нәфсе шаш¬ҡан, рух емерелгән заман. Нисәмә тиҫтә йылдар күренмәгән хәйерселәр, ғүмерҙә булмаған наркомандар менән донъя тул¬ған. илде талау, дәүләт байлығын урлау ғәҙәти хәлгә эйләнгэн заман.

Егерменсе быуаттың һуңғы ун йылы... Егерме беренсе быуаттың, яңы мең йыллыҡтың тәүге баҫҡыстары...»

Был осорҙоң уңышлы яҡтарын да күрһәтеп, Р. Бикбаев Башҡортостан әсен үҫеш, яңы күтәрелеш йылдары булыуын дөрөҫ сағылдырҙы. Һуңғы йылдарҙа заманға хас ҡаршылыҡ¬тар. көрәштең яңы формалары көндән-көн киҫкенләшә бара. Шағир был ҡаршылыҡтарҙы алдан иҫкәртеп, «Бәрхәт рево¬люция» шиғырында, демократия һүҙенә ышыҡланып, кисә генә ҡулдарына ҡыҙыл байраҡ тотҡандар бөгөн башҡа бай¬раҡ тотмаҡсы.

Демократия!

Һинең исемен менән

Күпме һатлыҡ йәндәр һатыу итә.

Тоҙаҡ үрә ебәк-бәрхәттон, -

тип, бөгөнгө хәлдәрҙең буласағын алдан һиҙемләп, иҫкәртеү яһаны, халыҡты уяулыҡҡа саҡырҙы.

Демократия осоро тип аталған буталсыҡ заманда шағир «Баҙар балтаһы» поэмаһында илде тарҡатыу, халыҡтың рухи байлығын, әҙәп - әхлаҡ ҡиммәттәрен юҡҡа сығарып, тик һатыу-һатылыуға ҡоролған баҙар балтаһы сәйәсәтен фашлай. Был сәйәсәттең халыҡ мәнфәғәтенән алыҫ булыуын, халыҡты берләштереү түгел, бәлки, тарҡатыуын, бәндәләрҙе сикһеҙ ҡомһоҙлоҡ һаҙлығына батыра барыуын күрһәтә:

Аҡса. байлыҡ тиеп бәндәләрҙең Йәне аҙған, күҙе аларған. Тартынмаҫтар хатта ҡулын һонған Бынау хәйерсене таларға.

Поэмала айырыуса ер мәсьәләһенең бөгөн дә илгә хәүеф янап торған етди мәсьәлә булыуына ныҡ иғтибар ителә:

Еребеҙҙең ете ҡатын тунай Колониаль баҙар балтаһы. Бар байлығын талап бөткәндән һуң Ҡалдымы тик ерҙе һатаһы.

Р. Бикбаевтың «Баҙар балтаһы» әҫәре XIX быуатта Ғ. Ту¬ҡай яҙған «Бесән баҙары» әҫәре менән ауаздаш:

Бер заман барҙым бесән баҙарына, Унда мин таптым аҙыҡ яҙарыма.
Иртә менән ҡайнамаҡта ул баҙар. Ҡайҙа барма, унда тулған сауҙагәр, Ҡайһыһы һатмаҡталыр, ҡайһыһы алмаҡта, Береһе алдай, шунда береһе алдана.

Татар шағирының «Алтынға ҡаршы» шиғырында ла «И, ТӘҒӘЛӘ! Ер йөҙөнән алсы был алтынды, ал», - тигән һүҙ¬ҙәренең мәғәнәһен киңерәк асып:

Был халыҡты шул боҙалыр, шул ҡоторта, аҙҙыра: Ялтырап күҙҙәрҙе сағып, тоғро юлдан яҙҙыра, -

тигән юлдарында Туҡайҙың «Бесән баҙары» менән Р. Бикба- евтың «Баҙар балтаһы» ауаздаш булыуы асыҡ раҫлана.

Шағир «ЯҢҒЫҘ ҡоштоң осоп барғаны» китабына ингән ҡыҫҡа шиғырҙарында ла, дүрт юллыҡтарында ла, «Барокаме¬ра», «Система» кеүек башҡа поэмаларында ла хәҙерге көн тураһында борсолоп уйлана:

Заман яҙа баҫтыра. Арттан яза баҫтыра. Ғәҙел түгел язалары, Яҙыҡ ҡылғанды ярлыҡай, Аҫылдарҙы аҫтыра.

«Барокамера» поэмаһында яңырыу, демократияға күсеү осоро тигән исемдәр менән яманаты сыҡҡан ҡаршылыҡлы йылдар, ауырлыҡтары, яңынан-яңы ҡаршылыҡтар тыуыуы, үҙәктән килгән фармандарҙың милләттәр мәнфәғәтенә тап килмәүе тапҡыр образдарҙа һынлана. Илдәге хакимдарҙың, башлыҡтарҙың илде тура юлдан алып бара алмауы сәбәпле, «Яңы заман әллә йәнде һура, яңы заман әллә йән өрә», - тигән һорау тыуа шағир күңелендә.

Карталарҙы, атластарҙы ҡулға алып уйланғанда ла ша- ғирҙы ил, халыҡ яҙмышындағы үҙгәрештәр, карталарҙан юйылған мәмләкәттәр урынына яңы илдәр, яңы баш ҡалалар барлыҡҡа килеүе, донъя картаһындағы үҙгәрештәр борсой. Карталарҙы яңыртыуы еңел булһа ла. рухтың емерелеүе, күңелдәрҙең ботарланыуы яман сирҙән яманыраҡ.

297

«КПСС таратылғанда» тигән шиғырында шағир заманы¬быҙҙың иң күп һорауҙар, төрлө фекерҙәр уятҡан күренеше - булыр-булмаҫ бер фетнә арҡаһында ҡапыл таратылған фирҡә тураһында һүҙ бара. Миллионлаған ағзалары булған, йылдар буйы күпме эштәр ҡылған, илде дер һелкеткән фирҡәнең көс- ғәйрәте ҡапыл юкка сығып, емерелеп төшә. Был хәл шағир күңелен тулҡынландыра, уны тәрән уйҙарға һала. КПСС-тың



II - 1.0117.05

ҡапыл тарҡалыуы хаҡында ул үҙен-үҙе тарҡатты тигән хәбәрҙе шик аҫтына алып, ул үҙен-үҙе тарҡатманы, бәлки, ғәзиз йәнен һаҡлап йәшәгән башлыҡтары тарҡаттылар, уны һаттылар, ипләп кенә тарих ағасына аҫтылар тигән һығымта яһай шағир. Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡаныбыҙға һеңгән «кадрҙар бөтә нәмәне хәл итә» тигән лозунгыны раҫлап, Рауил Бикбаев партияның тарҡалыуында кеше факторын иҫәпкә алып, кадрҙарҙың бөтә нәмәне хәл итсүен бик асыҡ тасуирлай.

«Система» поэмаһында ла заманыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө дөрөҫ, ҡыйыу, үткер һүҙҙәр менән һүрәтләнә.

«һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» әҫәрен өйрәнеү

Рауил Бикбаевтың 1991 йылда яҙылған «һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһы шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел, бәлки бөтә башҡорт әҙәбиәтендә яңы кимәл, мөһим этап тип баһаланырға хаҡлы.

Шағир был ҙур күләмле, сәнғәтсә оҫта яҙылған поэма¬һында үҙ ижадының төп асылын, бар булмышын тәшкил иткән иң мөһим мәсьәләләрҙе - Ер, һыу, тел, тәбиғәт, халыҡ яҙмышын һаҡлау проблемаларын күтәрә.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет