Синыфтан тыш уҡыу китабына индерелгән күп кенә әҫәрҙәр дәреслектә бирелгән әҫәрҙәргә темаһы, йәки жанрҙары буйынса сағыштырып өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, тарихи йырҙар, ҡобайырҙар, тарихи роман, повестарҙан өҙөктәр, әхлаҡи-этик проблемаларҙы күтәргән бик күп әҫәр¬ҙәр үҙ-ара сағыштырылып өйрәнеү, шуның менән уҡыусыла¬рҙың ассоциатив хәтерҙәрен, фекерҙәрен байытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра.
Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен рус һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәте менән сағыштырып өйрәнеү уҡыусыларҙың ҡыҙык- һыныуын тағы ла арттыра, халыҡтар дуҫлығы тәрбиәләүҙә айырыуса әһәмиәткә эйә.
Мәҫәлән, М. Кәрим ижадын өйрәнгәндә Р. Ғамзатов. Ҡ. Кулиев һ. б. Кавказ халыҡгары шағирҙары ижады менән бәйләп үтеү, Б. Бикбай шиғырҙарын үткәндә украин яҙыусыһы М. Рыльский, Павло Тычина кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын йәлеп итеү дәрестәрҙең эффектлылығын күтәреүҙә ҙур роль уйнай.
Программала яҙыусыларҙың биографиялары, әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата бирелгән теоретик мәҡәләләр, әҙәбиәт тео¬рияһынан мәғлүмәттәр, уларҙың күләме, системаһы бирелгән. Әҙәбиәт теорияһы мәғлүмәттәренең ниндәй әҫәрҙәр менән бәйләп өйрэнелеүе. ниндәй яңы текстар менән ҡабатланыуы. тәрәнәйтелеүе күрһәтелгән.
Программаларҙа мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар нигеҙендә яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар көсәй¬телгән, унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр синыфта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.
Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелә. Телмәр үҫтереү күнекмә¬ләре тел дәрестәрендә лә, әҙәбиәт дәрестәрендә лә алып ба¬рыла. Программа уҡыусыларҙан тел байлығын үҫтереүен. һорауҙарға телдән һәм яҙма яуап бирә белеүен. фекерен эҙмә- эҙлекле дөрөҫ һәм аңлайышлы итеп һөйләү һәләтенә эйә бу¬лыуын талап итә. Әҙәбиәт дәрестәрендә, уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнекмәләре үткәрелә, был күнегеүҙәр өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫым¬дарҙы. паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла, поэтик әҫәрҙәрҙе уҡыу үҙенсәлек¬тәре менән ганыштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемләрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡуллана белеү, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталарҙан файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙа был күнекмәләрҙе булдырыу - һәр уҡытыусының бурысы. Юғарыраҡ синыфтарға күскән һайын был эштәр ҡатмарлана бара.
Мәктәпте тормошҡа яҡынайтыу бурысынан сығып ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштә¬ре алдында, халыҡ араһында сығыш яһай белеүҙәренә, ятҡа тасуири уҡыу оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибар көсәйҙе. Уҡыусыларҙың синыфтан тыш уҡыуы менән етәкселек итеү, айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ яһау өсөн махсус сәғәттәр бирелә. Уҡыу йылының башында уҡытыусы синыф¬тан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән таныш¬тырып. исемлеген уҡыусылар алдына элеп ҡуя. Әҫәрҙәрҙең авторҙары, төп геройҙары тураһында ҡыҫҡаса белешмә, йөкмәткеһе буйынса аннотация бирә, айырыуса ҡыҙыҡлы урындарҙан өҙөктәр уҡый. Артабан да уҡыусыларҙың ниндәй әҫәрҙәрҙе уҡыуы менән системалы рәүештә етәкселек итә, уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә, китап уҡыусылар конфс- ренцияһы, әҙәби иртә һәм кисәләр, фекер алышыуҙар ойош- I орола.
Бынан тыш программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәр¬ҙәр исемлеге лә бирелә. Улар, барыһынан да элек. уҡыусылар¬ҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү әсән мөһим. Был исемлек шиғыр һәм проза әҫәрҙәренән өҙөктәр ятлатыуға иғти¬барҙы көсәйтеү, уларҙы дәрестә әҫәрҙе анализлағанда цитата шеп килтерә белергә өйрәтеү мөмкинлеген бирә.
Программаның аңлатма яҙыуында әҙәбиәт уҡытыуҙың бу¬рыстары, йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө, әҙәбиәт теорияһы бу¬йынса мәғлүмәттәр биреү, дәрестәрҙе үткәреү методтары, һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү, синыфтан тыш уҡыу мәсьәләләре яҡтыртыла.
Туған әҙәбиәт дәрестәрендә иредмет-ара бәйләнештәр, уларҙың белем һәм тәрбиә биреүҙә! е әһәмиәте
Әҙәбиәт һәм сәнғәт күренештәрен өйрәнгәндә уларҙы йәмғиәт тормошо менән, фән һәм сәнғәттең төрлө тармаҡта¬ры менән үҙ-ара диалектик бәйләнештә, берҙәмлектә һәм үҫештә ҡарау талап ителә. Бына шуның өсөн дә бөгөнгө шарттарҙа мәктәптә уҡытыла торған фәндәрҙе бер-береһе менән бәйләнештә өйрәнеү мәсьәләһе педагогика фәне әлкәһендә иң төп нигеҙләүсе идеяларҙың береһенә әйлэнде.
Төрлә фәндәр араһындағы бәйләнештәр уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренең ныҡлығын тәьмин итеүҙә, аҡыл йәһәтенән үҫешен тиҙләтеүҙә, образлы фекерләүен һәм тел¬мәрен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Был бәйләнештәр тәбиғәт һәм йәмғиәт ҡоролошондағы күренештәр һәм законлылыҡтар араһындағы эске диалектик бәйләнештәрҙе үҙ аллы билдәләй белеү күнекмәһе бирә, донъяға фәнни ҡараш формалаштыра. Уҡытыу процесында системалылыҡ тәьмин итеүҙә мөһим шарттарҙың береһе булып тора.
Предмет араһындағы бәйләнеште тормошҡа ашырыу өсөн, беренсенән, төп уҡытыу предметы булған әҙәбиәттең ниндәй фәндәр менән нығыраҡ бәйләнгән булыуын билдәләү талап ителә.
Туған әҙәбиәт дәрестәренең тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, туған тел, рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәте, сәнғәт төрҙәре менән күп яҡлы, күп аспектлы бәйләнештәрен асыҡлау, уларҙың белем биреү, донъяға дөрөҫ ҡараш формалапп ырыуҙағы әһәмиәтен, йөкмәтке һәм методтарын билдәләү бөгөнгө көндә методика фәне алдына ҡуйылған мөһим проблема булып ҡала. Фән араһындағы бәйләнеште булдырыу оҡшаш фәндәр уҡытыусыларының кәңәшләшеп эшләүҙәре. уҡытыу материалын, эш формала¬рын, методтарын алдан бергәләп планлаштырыуҙары ниге¬ҙендә генә тормошҡа ашырылырға мөмкин.
Әҙәбиәт уҡытыусыһынан оҡшаш предметтар буйынса программа һәм дәреслектәрҙе яҡшы белеү, уларҙан ниндәй темаларҙы һайлап алыу һәм үҙ предметын уҡытҡанда файҙа¬ланыу, ниндәй темалар буйынса бәйләнеш булдырыу хаҡын¬да алдан уйлауы һәм эш планында билдәләп ҡуйыуы талап ителә. Шул уҡ ваҡытта башҡа фәндәрҙән алынған материал¬дарҙың, мәғлүмәттәрҙең ниндәй маҡсаттан сығып, ҡасан фай- ҙаланыласағын, был материалдарҙы өйрәнеү юлдарын, метод¬тарын алдан хәл итергә кэрәк.
Уҡытыусы тарих, география, туған тел, рус һәм туған¬даш халыҡтар әҙәбиәте һәм башҡа фәндәрҙән әҙәбиәт дәрес¬тәрендә яңы белем биреү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән темаларҙы һайлап алып, уларҙы уҡыусыларҙың ҡабатлап ки¬леүен тәьмин итер өсөн биремдәр, һорауҙар системаһын ал¬дан төҙөргә тейеш. Уҡыусыларға таныш булмаған мәғлүмәттәрҙе алырға кәрәк булғанда, уҡытыусы уларҙы инеш дәрестә, күргәҙмәлелек һәм техник саралар ярҙамында һөйләп аңлатырға бурыслы.
Уҡытыусы туған әҙәбиәт, шулай уҡ рус әҙәбиәте дәрестә¬рендә алған күнекмәләрҙе файҙаланыу, уларҙы яңы әҙәби ма¬териалда артабан үҫтереү, камиллаштырыу хаҡында ла уйлар¬ға, бының өсөн алдан һорауҙар, биремдәр әҙерләргә тейеш.
Туған тәбиғәтте, тыуған республика, уның ҡала һәм ауылдарын, ундағы үҫеш һәм үҙгәрештәрҙе, халыҡ хужалығы буйынса ҡаҙаныштарҙы сағылдырған әҫәрҙәрҙе үткәндә, яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады менән бәйле урындар тураһында һөйләгәндә уҡытыусы уҡыусыларҙың география буйынса алған белемдәренә таяна, карта, техник саралар һәм күргәҙмәлелектең башҡа төрҙәрен ҡулланып, яңы мәғлүмәттәр бирә. Мәҫәлән, Р. Ниғмәтиҙең «Йәмле Ағиҙел буйҙары», Б. Бикбайҙың «Ер» поэмаларын, М. Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында», Н. Нәжмиҙең «Тыуған ҡалама йыр» шиғырҙарын үткәндә Башҡортостан картаһын, рәссам¬дарҙың тыуған республиканы һүрәтләгән картиналарының репродукцияларын ҡулланып, тарихи-географик мәғлүмәттәр биреү был әҫәрҙәрҙең идея-эстетик йөкмәткеләрен тәрәнерәк ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Туған тел дәрестәрендә алған белемдәренә, бигерәк тә телдең лексикаһы, фразеологияһы хаҡындағы мәғлүмәттәргә таяныу әҙәби әҫәрҙәрҙең теле өлгөһөндә телмәр үҫтереү бурыстарын хәл итеүҙә, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләүҙә ҙур урын тота.
Туған әҙәбиәтте халыҡтар дуҫлығы әҙәбиәттәре менән бәйләнештә өйрәнеү уҡыусыларҙың әҙәби белемдәренең ныҡ¬лығын тәьмин итеүҙә, образлы фекерләүен һәм телмәрен үҫтереүҙә, илебеҙҙәге гөрлө милләт халыҡтары араһында дуҫ¬лыҡ хисен тәрбиәләүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Рус һәм башҡорт әҙәбиәте программалары, дәреслектәре үҙҙәренең структураһы, төҙөлөү принциптары менән бер-бе- реһенә яҡын торалар.
Программа һәм дәреслектәрҙә әҫәрҙәр ике әҙәбиәт бу¬йынса ла тематик принципта урынлаштырылған, күпселектә улар жанрҙары яғынан да оҡшаш. Әҙәбиәт теорияһынан да бер үк төрлө мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, ҡабатлау һәм бер үк типтағы яҙма эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола. Шуның өсөн дә ике әҙәбиәт буйынса эште планлаштырған¬да, уҡытыусыларҙан оҡшаш темаларҙың үҙ-ара бәйләнешен, үтелеү һәм үткәреү ваҡытын, яҙма эш төрҙәрен, темаларын, ҡайһы дәрестә ниндәй мәғлүмәт ҡабатланырға тейешлеген алдан билдәләп ҡуйыу талап ителә.
Нәфис әҙәбиәт менән фәнни әҙәбиәттең айырмаһы, әҙәбиәт һәм фольклор, ыңғай һәм кире образдар, әҫәрҙәрҙең темаһы, идеяһы, композиция мәсьәләһе, тел саралары, торлө жанрҙар, һүрәтләү саралары (тасуирлау, сағыштырыу, эпитет, гипербола, йәнләндереү, портрет, пейзаж, юмор, сатира һ. б.) тураһында төшөнсәләр ике әҙәбиәтте үткәндә лә үҙләште¬релә. Ике әҙәбиәтте үткәндә лә уҡыусылар тасуири уҡыу. яҙыу һәм һөйләү телен үҫтереү күнекмәләре алалар.
Туған әҙәбиәт дәрестәрендә әҙәби бәйләнештәр проблема¬һын ысын мәғәнәһендә фәнни кимәлдә хәл итеү өсөн был мәсьәләнең барыһынан элек программаларҙа сағылдырылыуы шарт. Был йәһәттән әҙәбиәт программаларының һуңғы баҫ¬малары элеккеләренән ыңғай яҡҡа айырыла. Уларҙа әҙәби бәйләнештәрҙе өйрәнеүгә иғтибарҙың көсәйтелеүе уҡыуҙағы был мөһим принципты тормошҡа ашырыу өсөн реаль ерлек булып тора.
Юғары синыфтарҙа әҙәби бәйләнештәрҙе өйрәнеү түбәнге синыфтарҙа үткәнде ҡабатлау, тәрәнәйтеү нигеҙендә тормош¬ҡа ашырыла. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте яҙыусыларының әҫәрҙәрен, Кавказ тураһындағы, шулай уҡ А.Пушкинға. Ғ. Туҡайға, М. Рыльскийға. Р. Ғамзатовҡа арнап яҙылған ши¬ғырҙарҙы уҡыу йылы барышында ҡабатлау, системалашты- рыуға ҙур иғтибар бирә.
Урта мәктәп программаларында башҡорт әҙәбиәте менән рус һәм туғандаш әҙәбиәттәрҙең бәйләнешен, шулай уҡ ха¬лыҡтарҙың интернациональ берҙәмлеген, яҙыусылар араһын¬дағы ижади дуҫлыҡты сағылдырған әҫәрҙәргә ҙур урын би¬релгән. Юғары синыфтарҙа үтелә торған яҙыусылар ижады менән бәйләп башҡорт халыҡ ижадының революцияға тик¬лем рус һәм башҡа халыҡтар менән дуҫлығын, азатлыҡ өсөн бергәләп көрәшеүен, көнкүрештә бергә аралашып йәшәүен сағылдырған мәҡәлдәр, әкиәттәр («Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән»), бәйеттәр («Дон далаларында», «Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек»), таҡмаҡтар («Кавалерис¬тар бейеүе», «Егеттәр»), Салауат һәм 1812 йылғы француз баҫҡынсыларына ҡаршы алып барылған Ватан һуғышы хаҡын¬дағы йырҙар («Салауат», «Салауат каторгала», «Ҡаһым түрә», «Байыҡ», «Эскадрон», «Француз көйө», «Әхмәт Байыҡ». «Икенсе әрме», «Әрме», «Любизар») ҡабатлана.
Биографик материалды үткәндә яҙыусының ижадында башҡа халыҡ вәкилдәре образдарының сағылышы, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге, әҫәрҙәренең башҡа телдәрҙә баҫы¬лып сығыуы кеүек һ. б. факттар ҙур урын тота.
Интернациональ мәҙәниәттең тик милли мәҙәниәт ниге¬ҙендә генә үҫеп сығыуы хаҡындағы кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәткә нигеҙләнеп, бөгөнгө яңырыу шарттарында тәрбиә эшен милли тел, милли мәҙәниәттәрҙе тергеҙеүҙән башлау, уның өсөн был фәндәрҙе уҡытыуға һәр яҡлап тейешле иғтибар биреү - заманса уҡытыу бурысын хәл итеүҙә бе¬ренсе һәм иң мөһим шарт. Рәсүл Ғамзатов туған телгә бул¬ған мөхәббәтен түбәндәге юлдар аша сағылдырҙы:
Башҡаларға башҡа телдәр дауа. Тик ул телдә яҙмам ғүмергә, Әгәр иртән, телең юҡ, тиһәләр. Мин бөгөндән әҙер үлергә. Телем өсөн һәр саҡ йәнем әсей, Ярлы тиһәләр ҙә телемде, Бейек менмәһә лә, бөйөк миңә, Төҫкәйе ул миңә илемдең.
Р. Ғарипов тәржемәһе.
Башҡорт яҙыусыларынан М. Ғафури, Б. Бикбай, 3. Биише¬ва, Ҡ. Даян, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев үҙҙәренең ши¬ғырҙарында туған телде, уның матурлығын, байлығын ҙур илһам менән данланылар.
Р. Ғарипов үҙенең «Аманат» ҡобайырында туған телдең балаға белем, тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен айырыуса оҫта асып бирҙе. Шағир туған телдең әхлаҡ, матурлыҡ, хеҙмәт һөйөү, илһөйәрлек тойғоһо тэрбиәләүҙәге урынын күрһәтә. Уны һаҡларға, ҡәҙерләргә, үҫтерергә кәрәклекте быуындан- быуынға күсә килә торған аманат итеп тапшыра.
Туған телгә мөхәббәт тойғоһон сағылдырған әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә интернационализм тойғоһо тәрбиәләү өсөн башҡа милләт шагарҙарының башҡорт телен данлап яҙған әҫәр¬ҙәренән миҫалдар килтереү айырыуса әһәмиәтле. Мәҫәлән, украин шағиры Павло Тычинаның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт гелен өйрәнеүе һәм М. Ғафури әҫәрҙәрен оригиналда уҡып, «М. Ғафури ижадында патриотизм» тигән хеҙмәт яҙыуы, «Күк күкрәү» шиғырында башҡорт телен данлап:
О туғандар телмәренең ауаздары! Днепрҙың аръяғынан килһәм дә мин. Башҡортостан! Һинең телде янып һөйҙөм һәм онотмам һүҙҙәреңде үлһәм дә мин, -
тигән юлдарҙы яҙыуы хаҡында мәғлүмәттәр биреү, татар шағиры Мәхмүт Хөсәйендең «Башҡорт теле» шиғырынан:
Башҡорт теле, эйе, саф шишмәләй. Осорҙар аша аға сылтырап, һәр бер һүҙе уның сулпы кеүек, Сыңлай тора. уйнап, йылтырап! -
тигән юлдарҙы уҡып күрһәтеү халыҡтар дуҫлығы хисен көсәйтеүгә хеҙмәт итә.
Әҙәби бәйләнештәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларға халыҡтар, әҙәбиәттәр араһындағы дуҫлыҡтың революцияға тиклем үк, батша самодержавиеһының милләттәрҙе бүлгеләүгә һәм бер- береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышҡан шарттарҙа уҡ барлыҡҡа килеүе хаҡында төшөнсә биреү айырыуса мөһим.
Бөйөк рус яҙыусыларынан А. С. Грибоедов, А. С. Пуш¬кин. М. Ю. Лермонтов, Н. Г. Чернышевский. В. Г. Белинский, Н. А. Добролюбов, Л. Н. Толстой, Д. Н. Мамин-Сибиряк, Г. И. Ус¬пенский, В. Г. Короленко, А. П. Чехов. А. М. Горький һ.б. бат¬ша самодержавиеһы ҡыҫымына ҡарамаҫтан, үҙ әҫәрҙәрендә азатлыҡты, халыҡтар дуҫлығы идеяларын данланылар. Милли әҙәбиәттәрҙең күренекле вэкилдәренән М. Ахундов, И. Чавча- вадзе, К. Хетагуров, Т. Шевченко, А. Конанбаев, И. Куратов. Ғ. Туҡай, М. Ғафури һ.б. рус әҙәбиәтен, яҙыусыларын маҡтап яҙҙылар, рус халҡы менән дуҫлыҡҡа ынтылдылар.
Халыҡтар дуҫлығы тойғоһон тәрбиәләүҙә халыҡтарҙың милли һәм социаль иҙеүгә ҡаршы бергәләп көрәшеүен, бергә түгелгән ҡан менән нығытылған дуҫлыҡ традицияларын са¬ғылдырған әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итеү айырыуса әһәмиәтле.
Башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн рус халҡы менән бергәләп көрәшеүе башҡорт әҙәбиәтендә лә, рус әҙәбиәтендә лә киң сағылдырылды. Шуның өсөн дә Салауат Юлаев ту¬раһындағы тарихи йырҙарҙы, легендаларҙы. Салауат Юласв- тың. Б. Бикбайҙың әҫәрҙәрен өйрәнгәндә уҡытыусы бер яҡтан тарих менән икенсе яҡган рус әҙәбиәте һәм башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән бәйләнеш булдыра.
Рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәтенән миҫалдар, сағыштырыуҙар килтереү дәрестә әҫәрҙе өйрәнеүҙең төрлө этап¬тарында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Салауат Юлаевтын био¬графияһын өйрәнгәндә А. С. Пушкиндың «Пугачев ихтилалы та¬рихы», «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү Салауат ихтилалы алды осорон, башҡорт халҡын баш күтәреүгә алып килгән сәбәптәрҙе тәрэн аңларға мөмкинлек бирә. Пугачев их¬тилалы тарихын өйрәнеү бөйөк яҙыусыға «Капитан ҡыҙы» по¬весында башҡорт ҡарты образын дорөҫ һүрәтләргә ярҙам итә. «Капитан ҡыҙы» әҫәренән элекке яуҙарҙа ҡатнашҡаны өсөн теле ҡырҡылған башҡорт ҡартының Пугачев ихтилалдарында үҙенең иҙеүселәренән үс алыу өсөн яңынан көрәшкә күтэреле- үен тасуирлаған өҙөктө уҡыу, рәссам В. А. Поздновтың «Пуш¬кин Ырымбур крайында», А. И. Тюлькиндың, Ә. С. Арслановтың шул уҡ темаға яҙылған картиналарын ҡарау был тема буйын¬са уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтергә, бөйөк рус яҙыусыһы ижадының көсөн, бөйөклөгөн аңларға мөмкинлек бирә.
Салауат Юлаев ижадын үткәндә шулай уҡ Р. Г. Игнагьев- гың «Башҡорт батыры Салауат - Пугачев бригадиры, йырсы һәм импровизатор», Ф. Д. Нефедовтың «Пугачев бунты алды¬нан башҡорттар хәрәкәте», «Салауат - башҡорт батыры» тигән әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып күрһәтеү әһәмиәтле. «Сала¬уатҡа ун алты йәш тулған. Үҙе буйға оҙон булмауына ҡарамаҫтан, ул ғәжәп ҙур физик көскә эйә булған: уның киң яурынлы бөтә фигураһында ниндәйҙер ҡеүәт һәм һөйкөмлөлөк бар ине, ә уйсан ҡара күҙҙәрендә аҡыл һәм энергия ялтырап тора ине. Көс, таҫыллыҡ һәм ҡорал менән эш итә белеүҙә Салауатҡа тиң юҡ ине. Ләкин Салауат тупаҫ физик көс кешеһе генә түгел, ул ғалим һәм шағир ҙа ине», - тип яҙған уның тураһында рус яҙыусыһы Ф. Д. Не¬федов. А. П. Лежневтың «Салауаттың һуғышы», «Салауаттың Пугачев менән осрашыуы», «Салауатты ҡулға алыу» карти¬налары, скульптор С. Д. Тавасиевтың ат өҫтөндәге Салауат монументаль һәйкәле, Т. Нечаева эшләгән Салауаттың бронза бюсы уҡыусыларҙың сәнғәт төрҙәре буйынса белемен артты¬ра, дәрестең эмоционаллеген, был темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтә. Йомғаҡлау дәресендә уҡытыусы А. С. Пушкин ижадының интернациональ характерҙа булыуын билдәләп, уның «Һәйкәл» («Памятник») тигән шиғырын ба¬лаларҙан русса һәм башҡортса ятҡа һөйләтә.
Уҡыусыларға интернациональ тәрбиә биреүҙә башҡорт атлыларының Рәсәйҙең азатлығын һаҡлап сит ил баҫҡынсы¬ларына ҡаршы алып барылған һуғыштарҙа ҡатнашыуҙары, был һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, рус халҡы менән булған тарихи дуҫлығы хаҡындағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү айырыу¬са әһәмиәтле.
Башҡорт атлыларының XVII быуат башында рус халҡы менән бергәләп Минин һәм Пожарский отрядтарында Польша интервенттарына ҡаршы көрәшеүе, XVII быуат аҙағында Петр 1-нең Азов походтарында, Швеция менән алып барылған Төньяҡ һуғыштарында, Пруссия менән ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыуҙары билдәле. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә башҡорт атлыларының француз илба¬ҫарҙарына ҡаршы алып барылған 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы киң сағылдырылған. Башҡорт халҡы¬ның патриотик тойғолары Рәсәйҙе һаҡлау өсөн һуғышҡа киткән улдарын оҙатҡанда йырлаған йырҙарында айырыуса көслө сағылыш таба.
VI I—VIII синыфтарҙа башҡорт яҙыусыларының ижады менән бәйләп, уҡытыусы «Икенсе әрме», «Байыҡ», «Әхмәт Байыҡ» кеүек йырҙарға йыш-йыш мөрәжәғәт итеп, уларҙы башҡа әҫәрҙәр менән үҙ-ара сағыштырыу юлы менән дөйөмләштереүҙәр яһарға тейеш. Мәҫәлән, «Икенсе әрме» йырында улдарын оҙатҡанда халыҡ уларҙың иҫән йөрөп ҡай- тыуҙарын теләй. «Ир-егеткәй өсөн, ай, яуҙарҙа, күкрәккәйен тишер ҙә йәҙрә юҡ», «Сал бөркөттәй талғын бул сапҡанда, дошманды ҡыйрат яй белеп» тип өгөтләй. «Любизар», «Байыҡ», «Әхмәт Байыҡ» йырҙарында рус армияһының, бөйөк полководец Кутузовтың батырлығы маҡтала, башҡорт атлыларының Кутузовтан алған маҡтау һүҙе менән ғорурла¬ныу хисе сағыла.
Уҡыусыларҙа интернациональ һәм патриотик хис тәрбиәләүҙә В. Зефировтың «Йәнтүрә хикәйэһе»нең әһәмиәте бик ҙур. Бында Йәнтүрәнен 1812 йылғы Ватан һуғышы ту¬раһындағы иҫтәлектәре һүрәтләнә. Уның рус командова¬ниеһы тарафынан миҙал алырлыҡ батырлыҡ күрһәткән ҡаты¬ны образы аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Тыуған ил өсөн көрәштә күрһәткән маҡтаулы батырлығы хаҡында төшөнсә бирелә. Уҡыусыларҙа халыҡтың ҡаһарманлығы менән һоҡла¬ныу, ғорурланыу хисе тәрбиәләнә. Дәрестә һәм синыфтан тыш эштәрҙә «Башҡорттар Дрезденда», «Башҡорттар Гамбург- та», «Башҡорт һыбайлыһы» тигән боронғо картиналарҙы күрһәтеү ҙә әһәмиәткә эйә.
А. С. Пушкин, Л. П. Толстой, М. Е. Салгыков-Щедрин, Г.И.Успенский, Д.Н.Мамин-Сибиряк, П. В. Ремезов, II. А. Кра¬шенинников кеүек XIX быуат рус яҙыусылары башҡорт хал¬ҡы тормошо хаҡында әрнеү һәм ҡыҙғаныу менән яҙҙылар.
Бөйөк рус яҙыусыһы JI. Н. Толстойҙың 1862, 1871, 1875 һәм 1883 йылдарҙа һамар губернаһындағы башҡорт ауылда¬рына ҡымыҙ эсергә килеүе, башҡорттар менән оҙаҡ йылдар¬ға һуҙылған дуҫлығы, уның был ер һәм халыҡ тураһында: «Байлығы, һауаһы сихәтле булыу яғынан, бигерәк тә халҡы¬ның ябайлығы һәм боҙолмаған булыуы менән был яҡ бик гүзәл. Бында күп нәмә: Геродотты хәтерләткән башҡорттар ҙа, рус ирҙәре лә, халҡының ябайлығы һәм яҡшы күңелле¬леге менән күркәм ауылдар ҙа - барыһы ла яңы һәм ҡыҙыҡлы» , тигән һүҙҙәрен, уның башҡорт тормошон са¬ғылдырған әҫәрҙәрен иҫкә алыу, шулай уҡ хаттарынан, иҫтә¬лектәрҙән өҙөктәр, башҡорт яҙыусыларының бөйөк яҙыусы хаҡындағы мәҡәләләрен уҡыу - былар барыһы ла милли ғорурлыҡ һәм дуҫлыҡ хисен көсәйтергә хеҙмәт игә.
Батша самодержавиеһының Башҡортостандағы колониаль сәйәсәте Н. А. Крашенинников әҫәрҙәрендә айырыуса киң са¬ғылдырылды. Шуның өсөн уның ижады дәрестә һәм синыф¬тан тыш эштәрҙә ентеклерәк туҡгалыуҙы талап итә.
Әҙәбиәт дәрестәрендә башҡорт халҡының быуаттар буйы Рәсәйҙең сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы алып барған көрәшендә ҡатнашыуы, шулай уҡ милли азатлыҡ өсөн көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өлгөһөндә тәрбиә биреүҙең әһәмиәте бик ҙур.
Инеш дәрестәрҙә был темаға яҙылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе, ҡаралған кинофильмдар, рәссамдар ижад иткән картиналар, музейҙарҙа булыуҙан алынған белемдәр һәм тәьҫораттар нигеҙендә әңгәмә үткәреүгә, шулай уҡ был темаға ҡарата үҙҙәренең тыуған ере, тыуған ауылы тарихы менән бәйле материалдарҙы өйрәнеүгә, синыфтан тыш эштәр үткәреүгә иғтибарҙы йүнәлтеү бик мөһим. Мәктәп практикаһында уҡыусыларға һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары хаҡында докладтар, яҙма эштәр, кисәләр үткәреү, әҫәрҙәргә иллюстрациялар яһау, альбомдар төҙөү кеүек эштәр ҙә киң таралған.
Хәрби традициялар тураһында һөйләгәндә уҡытыусы үҙ телмәрен Илья Эренбургтың Бөйөк Ватан һуғышы йылда¬рында яҙылған «Башҡорттар», К. Симоновтың «Дон далала¬рында» очерктарынан өҙөктәр уҡыу менән байыта. И. Эрен- бург үҙенең Ватан һуғышы йылдарында яҙған «Башҡорттар» тигән очеркында француз мемуарсыһы Дюпюиның 1812 йыл¬ғы Ватан һуғышы тураһында «Беҙҙе айырыуса һөңгө һәм уҡтар менән ҡоралланған башҡорт ғәскәрҙәре яфаланы» тигән һүҙҙәрен, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ниндәйҙер бер Мейер тигән немец докторының «Die Zeitung fur Octland» тигән гәзиттә: «Дон далаларында беҙ ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән ҡырағай башҡорт ҡәбиләләре менән һуғышырға мәжбүр булдыҡ»- тигән һүҙҙәрен килтерә.
Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Б. Бикбайҙыи Украина тураһын¬дағы шиғырҙарын үткәндә, Б. Бикбайҙыи Максим Рыльскийға. Максим Рыльскийҙың Б. Бикбайға арнап яҙылған шиғырҙа¬рын, шулай уҡ Петро Ребро, Виталий Коротичтарҙын Баш¬ҡортостан тураһындағы шиғырҙарын уҡып үтеү, был шиғыр¬ҙарҙа Башҡортостан, башҡорт халҡы образдарын асыҡлау ике халыҡ араһында дуҫлыҡ, хәрби-патриотик тойғолар тәрбиәләү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә.
ӘҘӘБИӘТ ДӘРЕСТӘРЕНЕҢ СТРУКТУРАҺЫ.
УЛАРҘЫ ОЙОШТОРОУ ҺӘМ ҮТКӘРЕҮҘЕҢ КҮП ТОРЛО ФОРМАЛАРЫ
Дәрес уҡытыу процесының тере бер күҙәнәге ул. унда методика үҙенең бөтә сағылышын таба. Дәрестең бурысы, маҡсаттары һәм йөкмәткеһенән сығып, үҙенсәлекле формалар¬ҙа метод һәм алым төрҙәре һайлана.
Дидактикала дәрес үткәреүҙең нигеҙҙәре һәм төп талапта¬ры бирелә. Дәрескә ҡуйылған төп дидактик талаптарҙың бе¬реһе һәр теманың, һәр бүлектең башҡа темалар һәм бүлектәр системаһындағы урынын билдәләү.
Программала, ғәҙәттә, теманы өйрәнеүгә бер нисә сәғәт бирелә. Дәрестәрҙе үткәрергә әҙерләнгәндә уҡытыусынан улар¬ҙың йөкмәткеһен, әҫәр өҫтөндә бер нисә дәрескә һуҙылған эштәрҙең эҙмә-эҙлелеген, системаһын билдәләү талап ителә.
Дәрестең дидактик бурыстары, маҡсаты һәм йөкмәтке¬һенән сығып унын тибы, структураһы билдәләнә. Мәктәп практикаһында яңы материалды үтеү, уҡыусыларҙың белем¬дәрен йомғаҡлау һәм системалаштырыу дәрестәре, контроль дәрестәр ҡаралған. Бында шулай уҡ уҡытыу эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен ҡушып алып бара торған ҡатнаш дәрестәр киң ҡулланыла.
Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыу процесы күп яҡлы булған ке¬үек, дәрестәр ҙә үҙҙәренең типтары яғынан бер төрлө генә булмай. Уларҙың типтары һәм төрҙәре материалдың үҙенсә¬леге һәм ҡуйылған маҡсатҡа ҡарап билдәләнә.
Н. И. Кудряшев1 мәктәптә уҡытыу предметының структу¬раһынан сығып, дәрестәрҙе өс төрлө типҡа бүлә:
I. Художестволы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү дәрестәре.
II. Әҙәбиәт теорияһы нигеҙҙәрен өйрәнеү дәрестәре.
III. Телмәр үҫтереү дәрестәре.
Дәрестәрҙең ошондай бүленеше мәктәп практикаһында оҙаҡ йылдар буйы киң ҡулланылып килә.
Беренсе типтағы дәрестәргә Н. И. Кудряшев әҙәби әҫәрҙе кабул итеү, текст өҫтөндә эшләү һәм йомҫаклау дәрестәрен индерә.
Шул рәүешле дәрестәрҙең әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән тибы В. В. Голубков тарафынан билдәләнгән. Дәрес системаһында бындай дәрестәр үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә килгән өс этаптан тора.
Икенсе типтағы дәрестәрҙе әҙәбиәт теорияһын, әҙәбиәт белемен һәм әҙәби-тәнкит м әкәләләрен өйрәнеү дәрестәренә бүлергә мөмкин.
Өсөнсө типка ҡараған телмәр үҫтереү дәрестәре яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтерә торған күп төрлө эштәрҙе үҙ эсенә ала. Бындай эштәр дәрестең бер өлөшөндә йәки мах¬сус дәрестәр итеп үткәрелергә мөмкин.
Достарыңызбен бөлісу: |