ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет5/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27

Дәрестәрҙең типтары төрлө принциптарҙан сығып класси¬фикациялау һөҙөмтәһендә билдәләнгәндәр. Әҙәбиәт уҡытыу процесында был типтар бер-береһенә ҡаршы килмәй һәм һәр ҡайһыһы үҙ урынында ҡулланыла. Уҡытыусынан дәрес алдына ҡуйылған маҡсаттарҙан сығып уларҙың һәр береһе¬нең урынын дөрөҫ билдәләү һәм дәрестең йөкмәткеһенә ярашлы ҡулланыу талап ителә.

Юғарыла күрһәтелгән һәр типтағы дәрес яҡынса түбәндәге өлөштәрҙән торорға мөмкин:

1) Ойоштороу бүлеге.

2) Өйгә биргән эште тикшереү.

3) Яңы материал үтеү.

4) Нығытыу.

5) Өйгә эш биреү.

Оҙаҡ йылдар бөгә дәрестәр ҙә тиерлек ошондай схема буйынса үткәрелеп килде. Улар, ғәҙәттә, өйгә биргән эште тикшереү, ҡабатлау менән башланып, дәрестең иң күп ваҡы¬тын алып торҙо, һуңғы йылдарҙа дәрестәрҙе һәр саҡ ошолай бер схема менән үткәреү практикаһы ҡаты тәнҡиткә алынды.

Уҡытыу практикаһында һәр дәресте ҡабатлау менән башламай, яңы материалды элек үтелгәне менән ҡушып, билдәле белемгә нигеҙләнеп алып барыу, үткәнде ҡабатлау иҫәбенә ваҡытты экономиялау үҙ аллы эштәр үткәреүгә күберәк иғтибар итеү мөмкинлеге бирҙе.

Яңы материалды үткәндә элек үтелгәндәргә, уҡыусылар¬ҙың тормош тәжрибәһенә, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡығанда, кино¬фильмдар, спектаклдәр ҡарағанда тыуған тәьҫораттарға, той¬ғоларға нигеҙләнеү дәрестең эффектлылығын күтәрә. Дәрестәрҙә әҙәби факттарҙы үҙ-ара сағыштырыу юлы менән уҡыусыларҙың ассоциатив фекерләүен үҫтереүгә, күргәҙмэле- лек. техник саралар ҡулланыуға, фән-ара бәйләнеш булды¬рыуға киң урын бирелергә тейеш.

һәр дәрестә текст өҫтөндә эште иғтибар үҙәгенә ҡуйырға кэрәк. Әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар, тормош күренештә¬ге, образдар уҡыусыларҙың күҙ алдына тере, йәнле картина итеп килтереп баҫтырылыуға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Быға ирешеү әҫәрҙең йөкмәткеһен бер бөтөн итеп һәм эмо¬циональ ҡабул итеүҙә, уҡыусыларҙың образлы фекерләүен үҫтереүҙә мөһим урын тота. Ошо маҡсаттан сығып, әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә текстарға ҡарата һүрәттәр эшләү, телдән һүрәтләү алымдарын киң ҡулланырға кәрәк.

Фән-ара бәйләнештәр, төрлө сәнғәт әҫәрҙәрен, техник са¬раларҙы ҡулланыу хәҙерге заман дәрестәре алдына ҡуйылған мөһим талаптар һәм уның эффектлылығын күтәреүсе сара¬лар булып торалар. Ләкин фән-ара бәйләнештәр, сәнғәт төрҙәре, техник саралар ни тиклем әһәмиәтле булмаһын, улар художестволы әҫәрҙәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарырға тейеш түгел. Бер ниндәй техник сара, бер ниндәй күргәҙмәлелек һәм сәнғәт төрө әҙәби әҫәрҙе алмаштыра алмай. Улар һәр саҡ әҙәби әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһен тулыраҡ асыуҙа ярҙамсы сара хеҙмәтен генә үтәй.

ФӘН МЕТОДТАРЫ ҺӘМ УҠЫТЫУ МЕТОДТАРЫ

«Метод» һүҙе, фән һәм практиканың төрлө сфераларында ҡуллан ылыуына ҡарап, төрлө мәғәнәлә йөрөй. Ғәҙәттә, ме¬тодтарҙы фән методтарына һәм уҡытыу методтарына бүлеп йөрөтәләр. Киң мәғәнәһендә «фән методтары» тигән термин тәбиғәт һәм йәмғиәттең үҫеш закондарын асыу юлдарын, донъяны танып белеү ысулдарын һәм ҡағиҙәләр системаһын аңлата.

Һәр бер фән тәбиғәт һәм йәмғиәт күренештәренең ниндәй ҙә булһа бер әлкәһен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуя. һәм был маҡсатҡа уның үҙенсәлеген сағылдырған тикшере¬неү методтары аша ирешә. Ләкин ниндәй генә тармаҡ тик¬шерелмәһен, улар барыһы ла философияның төп универсаль методына нигеҙләнәләр.

Фән методтарынан айырмалы рәүештә уҡытыу методтары белем һәм тәрбиә биреү бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән эш ысулдарын эсенә ала.

Педагогик фәндәрҙең бер тармағы булған әҙәбиәт мето¬дикаһының үҙенэ генә хас тикшеренеү объекты һәм метод¬тары бар. Әҙәбиәт уҡытыу процесың тикшереү түбәндәге методтар менән алып барыла:

1. Мәғариф, әҙәбиәт һәм сәнғәт тураһындағы мөһим до¬кументтарҙы өйрәнеү.

2. Педагогика, психология, тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, эсте¬тика, тарих фәндәре буйынса яҙылған хеҙмәттәрҙе өйрәнеү.

3. Башҡа төрлө милләт халыҡтары әҙәбиәте методикаһы өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү һәм тәнҡит күҙлегенән сығып баһалау.

4. Мәктәптәрҙең алдынғы эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм дөйөмләштереү.

5. Тикшереүсенең үҙ алдына ҡуйған маҡсатынан сығып педагогик процесты күҙәтеү.

6. Мәктәп документацияһын (уҡытыусыларҙың пландарын, синыф журналдарын, уҡыусыларҙың яҙма эштәрен, көндәлек¬тәрен) тикшереү.

7. Билдәле бер маҡсат менән төҙөлгән анкета һорауҙары буйынса материалдар йыйыу, уларҙы анализлау, дөйөмләш¬тереү.

Әҙәбиәт уҡытыу методтары

Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған мөһим бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән дөйөм положениелар, был фәндең үҙенсә¬лекле йөкмәткеһен сағылдырған закондар һәм принциптар уҡытыу методтары ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Педагогик энциклопедияла уҡытыу методтарына: «Уҡытыусы һәм уҡыусының белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләргә эйә булырға, уҡыусыларҙа донъяға ҡараш фор¬малаштырырға, һәләтлек үҫтерергә ярҙам итә торған эш ысулдары»1, тигән аңлатма бирелә.

Был аңлатмаларҙа методтарҙың асылы әҙәбиәт уҡытыу алдында торған төп бурыстарҙан сығып билдәләнә. Был бу¬рыстарҙы тормошҡа ашырыу сараһы булыу яғынан уларҙың төп функциялары тулы һәм дөрөҫ сағылдырыла. Шул рәүешле, уҡытыу методтары уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәр¬легенең белем алыу һәм гармоник үҫкән шәхесте формалаш¬тырыу маҡсатына йүнәлтелгән эш ысулдарын аңлата.

Методтарҙың төрҙәрен билдәләү, уларҙы классификация¬лау һәм теоретик яҡган нигеҙләү күп төрлө принциптар ни¬геҙендә тормошҡа ашырыла.

Бығаса ҡулланылып килгән белем сығанағы нигеҙендә классификацияланған лекция, әңгәмә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре кеүек методтар мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы та¬лаптарға тулыһынса яуап бирә алмағанлығын күрһәтте.

Йәмғиәт үҙгәрештәр менән ҡайнаған осор уҡыусылар ҡа¬бул итә торған мәғлүмәттең көндән-көн арта барыуы менән характерлана. Уҡыусыларҙың был мәғлүмәттәрҙе укытыусы һөйләүе буйынса ғына үҙләштерә алмаясаҡтары һәр кемгә асыҡ. Шуның өсөн дә мәктәп алдына белем биреү өҫтөнә уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү, уларҙың донъяны танып белеү эшмәкәрлеген, аҡыл үҫешен әүҙемләштереү буры¬сы килеп баҫты. Әҙәбиәт уҡытыу алдына ла уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләргә эйә булыуын, әхлаҡи-эстетик яҡтан, аҡыл йәһәтенән үҫешен тәьмин итерлек актив методтар менән эш итеү кәрәклеге килеп тыуҙы. Ошо талаптарҙан сығып, дидактика әлкәһендә методтарҙы яңыса классификациялаған хеҙмәггәр барлыҡҡа килде.

Әҙәбиәт уҡытыу методтары түбәндәге төрҙәргә бүленә:

1. Ижади уҡыу методы.

2. Эвристик метод.

3. Тикшеренеү методы.

4. Репродуктив метод.

Был классификацияға ингән методтар уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуы менән характерлана. Был методик система уҡыусы¬лар алдына танып белеү бурыстарын ҡуя, уларҙы эвристик әңгәмә һәм тикшеренеү методтары ярҙамында үҙ аллы си¬сеүгә ҙур урын бирә.

1. Әҙәби әҫәрҙе уҡыу методы. Был метод һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең төп үҙенсәлегенә нигеҙләнә. Әҙәби әҫәрҙе уҡыу дәрестең маҡсатынан, әҫәрҙе өйрәнеүҙең этаптарынан сығып, синыфта йәки өйҙә, уҡытыусы йәки уҡыусы тарафы¬нан башҡарылырға мөмкин.

Әҫәрҙе тәүге ҡат уҡыу йөкмәткене эмоциональ ҡабул итеү маҡсатын ҡуйһа, икенсе ҡат уҡыу йыш ҡына әҫәрҙә һүрәтләнгән образ һәм картиналарҙы йәнле итеп күҙ алдына баҫтырыу, йөкмәткене үҙләштереү маҡсатында үткәрелә. Әҫәрҙең айырым өҙөктәре анализ яһау процесында ла, үтел¬гәндәрҙе йомғаҡлау ваҡытында ла уҡыла.

Әҫәрҙе комментарийлы уҡыу дәрестә ҡуйылған маҡсаттан сығып әҫәрҙе идея йөкмәткеһе, композиция, тел-стиль сарала¬ры яғынан анализлау өсөн дә ҡулланылырға мөмкин. Тасуири уҡыуҙы әҫәрҙе тәүге эмоциональ ҡабул итеүҙә генә түгел, йөкмәткене үҙләштереү, анализ яһау һәм уҡыусыларҙа уҡыу күнекмәләрен үҫгереү маҡсаттарында ла ҡулланырға мөмкин.

2. Эвристик метод. Был методтың асылында уҡыусылар¬ҙың ижади эҙләнеүе, уҡытыусы тарафынан ҡуйылған айы¬рым һорауҙарға, танып белеүҙе үҫтереү маҡсатында ҡуйыл¬ған биремдәргә үҙ аллы яуап табып, ҡуйылған проблемаларҙы тейешенсә үҙ аллы хәл итеү үҙенсәлеге ята.

3. Тикшеренеү методы. Үҙенең функцияһы менән эврис¬тик методҡа яҡын тора. Ләкин тикшеренеү методында уҡыусыларҙың танып белеү бурыстарын үҙ аллы хәл ите¬үенә киңерәк урын бирелә, уҡыусылар алдына ҡатмарлыраҡ бурыстар ҡуйыла. Уҡытыусы синыф алдына әҫәрҙе үҙ аллы анализлау, бер нисә әҫәрҙе үҙ-ара сағыштырыу, әҙәби әҫәрҙәрҙе сәнғәт әҫәрҙәре менән, театраль спектаклдәр менән сағыштырыу, яҙыусының ижад һәм тормош юлы буйынса докладтар, сығыштар әҙерләү кеүек бурыстар ҡуя һәм улар¬ҙы уҡыусыларҙың үҙ аллы хәл итеүенә ирешә.

4. Репродуктив метод менән эш иткәндә уҡыусылар бе¬лемде уҡытыусының һөйләүе йәки китаптан уҡыу һәм хәтер¬ҙәрендә ҡалдырыу юлы менән үҙләштерәләр.

Был метод уҡытыусының һөйләүен, лекцияһын, уҡыусы¬ларҙың китап өҫтөндә эшләүен, ятҡа һөйләүҙе, йөкмәткене һөйләүҙең төрлө төрҙәрен һәм хәтер эшмәкәрлегенә иҫәп тотҡан башҡа күп төрлө эштәрҙе үҙ эсенә ала.

Ләкин бөгөнгө көндә методтарҙы ниндәйҙер бер принцип нигеҙендә генә классификациялауҙың тулы булмауы күренде. Шуның өсөн дә төрлө принциптарҙы берләштергән һәм улар¬ҙың күп яҡлы бәйләнештәренә, берҙәмлегенә нигеҙләнгән методтар системаһын төҙөү, метод менән алымдар араһын¬дағы мөнәсәбәтте билдәләү һәм төркөмләү бөгөн дә мөһим бурыс булып ҡала.

Мәктәп практикаһында белем сығанағы нигеҙендә класси- фикацияланған лекция, әңгәмә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштә¬ре методтары ла, уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген үҫтереүҙе стимуллаштырыу принцибы нигеҙендә классифика- цияланған методтар ҙа ҡулланыла. Ләкин традицион метод¬тар бөгөнгө мәктәп практикаһында элеккесә, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ ҡулланылмай, бәлки укыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген, фекерләү һәләтлеген үҫтереү бурысынан сы¬ғып үҙгәртелә, байытыла, модернизациялана.

ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ ТӨП ЭТАПТАРЫ

Дәрестә төп урын әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүгә бирелә. Шуның өсөн дә уның тексы өҫтөндә эш методиканың иң мөһим һәм үҙәк мәсьәләләренең береһе булып тора. Был эште өс этапҡа бүлеп йөрөтөргә мөмкин. Беренсе этапта уҡыусыларҙы әҫәрҙе ҡабул итеүгә әҙерләү маҡсатында инеш дәрестәр үткәрелә, икенсеһендә - текст өҫтөндә эш алып барыла, өсөнсө этапта әҫәр буйынса алынған төшөнсәләр, белемдәр нығытыла, йомғаҡлана.

Дәрестәрҙә төп иғтибар әҫәрҙең тексы өҫтөндә эшләүгә бирелеп, инеш һәм йомғаҡлау дәрестәре тексты үҙләште¬реүгә ярҙам итергә тейеш.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү мәктәп практикаһында ныҡлы урынлашҡан һәм түбәндәге эҙмә-эҙлелектә алып барыла:

I. Инеш.

II. Текст өҫтөндә эш.

1. Әҫәрҙе уҡыу:

а) тасуири уҡыу;

б) өйҙә уҡыу.

2. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү:

а) әҫәрҙең төп өлөштәрен билдәләү;

б) әҫәрҙәге образдарҙы һанау һәм сағыштырып ҡарау;

в) сюжетты асыҡлау.

3. Тексҡа анализ:

а)әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын асыу;

б)образдарға ҡылыҡһырлама биреү;

в) композицияһын һәм тел үҙенсәлектәрен билдәләү.

4. Әҫәрҙе тасуири уҡыу йә ятлау.

5. Әҙэбиәт теорияһына ҡағылған төшөнсәләрҙе өйрәнеү.

ill. Йомғаҡлау дәрестәре.

1. Үтелгәнде йомғаҡлау, нығытыу.

2. Белемде иҫәпкә алыу.

3. Яҙма эштәр үткәреү.

Юғарыла һанап үтелгән эш этаптарын бөтә әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә лә ҡулланылырға тейеш булған, үҙгәрмәй торған форма итеп ҡарарға ярамай, уҡытыусы уны ижади файҙала¬нырға тейеш, һор эш төрө һәм алымы текстың үҙенсәле¬генән һәм урындағы шарттарҙан сығып билдәләнә.

Инеш дәрестәр

Инеш дәрестәрҙең маҡсаты һәм төрҙәре. Инеш дәрестәр, ғәҙәттә, әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү алдынан үткәрелә һәм йә бөтөн бер дәресте, йә уның бер өлөшөн генә ала. Инеш дәрестәр уҡыусыларҙы әҫәрҙе аңлы һәм эмоциональ ҡабул итеүгә әҙерләү, уларҙың иғтибарын яңы темаға туплау, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу һәм әҫәрҙе аңлы үҙләштереүгә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Йыш ҡына инеш дәрестәрҙең маҡсаты элек үтелгән материалды яңы материал менән сағыштырыу аша билдәләнә. Мәҫәлән, Б. Бикбайҙың «Рус теле» шиғырын үтер алдынан, уны шул уҡ авторҙың һәм Ғ. Туҡайҙың бер үк исемле «Туған тел» шиғырҙары менән сағыштырып, дәрестә үтелә торған әҫәрҙең темаһы, маҡсаты билдәләнә.

Р. Ниғмәтиҙең «Хәйерле юл һеҙгә!» шиғырын үтер алды¬нан уҡыусылар тормошона бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп китергә кәрәк. Бында уҡыусылар йәйге каникул, 1 сентябрь тураһында һөйләйҙәр. Был тәьҫирҙәр рәссамдарҙың 1 сентябрь хаҡындағы картиналарын ҡарағанда алынған тәьҫораттары менән сағыштырыла һәм дәрестең темаһы аачатыла. Шул рәүешле уҡыусылар яңы материалды ҡабул итеүгә әҙерләнә.

Ғ. Туҡайҙың «Иҫемдә ҡалғандар» әҫәрен үтер алдынан ша¬ғирҙың башланғыс синыфтарҙа уҡылған әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөүгә ҡоролған әңгәмә үткәрелә. «Шүрәле» әҫәрен уҡыр алдынан әкиәттәрҙең үҙенсәлектәре иҫкә төшөрөлөп, поэманың улар менән оҡшашлығы һәм айырмаһы билдәләнә. Р. Ниғмә¬тиҙең «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен уҡырҙан алда тыуған ил тәбиғәтен, илдәге төҙөлөш һәм үҫештәрҙе сағылдыр¬ған картина, открыткалар буйынса һөйләшеү үткәрелә. Тәбиғәт лирикаһын өйрәнеү тәбиғәтте тасуирлау, тәбиғәт менән бәйле иҫтәлектәрҙе, алған тәьҫирҙәрҙе иҫкә төшөрөү менән башлана.

Инеш әңгәмәләр, ғәҙәттә, үтелгән әҫәргә йөкмәткеһе яғынан яҡын торған әҫәр, кинофильм, спектаклдәрҙе, тор¬мошта булып үткән хәлдәрҙе иҫкә төшөрөүгә ҡорола. Бын¬дай әңгәмәләр, уҡыусыларҙың элек алған белемдәренә нигеҙ¬ләнеп, уларға таныш булған темалар буйынса үткәрелә, шул уҡ ваҡытта ул электән таныш булған мәғлүмәттәрҙе ябай ҡабатлау рәүешендә генә түгел, бәлки уларҙы артабан тәрәнәйтеү, байытыу, яны мәғлүмәттәр өҫтәү йүнәлешендә лә алып барылырға тейеш. Уҡытыусы инеш әңгәмә ваҡытында синыф алдына һорауҙар ҡуйып, был һорауҙарға мөмкин тик¬лем тулы яуап алырға тырыша.

Инеш әңгәмәне рәссамдар яҙған картиналарҙы ҡарау ни¬геҙендә лә үткәрергә мөмкин. Тик һайланған картиналар әҫәрҙең йөкмәткеһенә яҡын булырға тейеш. Мәҫәлән, «Көҙ» темаһына яҙылған шиғырҙарҙы үтер алдынан И. Левитандың «Алтын көҙ» картинаһы, тауҙар тураһында шиғырҙар үткәндә рәссам Пантелеевтың «Ирәндек итәгендә» картинаһы буйынса әңгәмә үткәрелә. Ф. Рәхимғолованың «Ҡыш» шиғы¬рын үткәндә инеш әңг әмә өсөн Ю. Клеверҙың «Ҡыш», И. Левитандың «Ҡыш көнө урманда», К. Юондын «Кис», И. Шишкиндың «Кыш» картиналарының берэйһен йәки бер нисәһен файҙаланырға мөмкин.

Йәйге тәбиғәтте тасуирлаған шиғырҙарҙы үткәндә И. Крам- скойҙың «Урман һуҡмағы», И. Шишкиндың «Иҫке парктағы быуа», Н. Ромадиндың «Урман шишмәһе», А. Куинджиҙың «Ҡаңынлыҡ» картиналары ҡулланыла.

Инеш дәрестәрҙә әҫәрҙең йөкмәткеһен иллюстрациялаған картиналарҙы күрһәтергә ярамай, улар әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышҡас ҡына күрһәтелергә тейеш.

Яңы материалдың үҙенсәлектәренән сығып, инеш дәрестәр экскурсиялар рәүешендә лә үткәрелә. Яҙыусы био¬графияһын үтер алдынан йорт-музейына, тыуған ауылына, ғөмүмән, уның исеме йәки әҫәре менән бәйле урындарға экскурсия яһарға була. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен, С. Юлаев ижадын. Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын үтер алдынан Тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия яһап, был әҫәрҙәрҙә сағылдырылған осор менән таныштырыу айырыуса әһәмиәтле. Башҡортостан тураһындағы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған әҫәрҙәрҙе үткәндә лә шул уҡ музей материалдары менән танышырға мөмкин.

Балалар тормошона яҡын булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән әҫәрҙәрҙе үткәндә уҡыусыларҙың үҙҙәренең тормошонда бу¬лып үткән хәлдәр тураһында инша яҙҙырырға мөмкин. Аҙаҡтан иншаларҙың йөкмәткеһе үтеләсәк әҫәрҙең йөкмәт¬кеһе менән сағыштырыла һәм улар араһындағы оҡшашлыҡ¬тар күрһәтелә. Шул рәүешле синыф яңы материалды ҡабул итеүгә әҙерләнә.

Яҙыусыларҙың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә түбәндәге моменттарҙы иҫтә тоторға кәрәк:

1. Тарихилыҡ принцибы нигеҙендә яҙыусының тормошон һәм ижадын ул йәшәгән осор, тарихи шарттар менән бәйләнештә ҡарау.

2. Биографик материалды уҡыусыларҙың тарихи осор ту¬раһындағы белемдәрен киңәйтеүҙә файҙаланыу.

3. Яҙыусының тормошон (программа талап иткән күләм¬дә) уның ижады менән бәйләнештә ҡарау.

4. Яҙыусының тормошон башҡа яҙыусылар тормошо ме¬нән сағыштырып өйрәнеү. Мәҫәлән, бала сағы ауыр шарт¬тарҙа үткән яҙыусыларҙың (М. Горький, Ғ. Туҡай, М. Ғафури. Д. Юлтый һ. б.) бала сағын үҙ-ара сағыштырып, улар өсөн уртаҡ яҡтарҙы билдәләү һәм уның сәбәбен асыҡлау.

5. Яҙыусылар тормошоноң мөһим моменттарын асыҡлау менән бергә шәхесенең индивидуаль сифаттарына, ундағы гүзәл һыҙаттарға иғтибарҙы көсәйтеү, уларға оҡшарға тыры¬шыу теләге уятып, юғары мораль сифаттар тәрбиәләүҙә файҙаланыу, уның өсөн. яҙыусы биографияһын үткәндә, дәрестә уның юғары кешелек сифаттарын асып биреүгә яр¬ҙам иткән иҫтәлектәргә, көндәлектәргә, хаттарға һәм лирик шиғырҙарына мөрәжәғәт итеү.

6. Яҙыусының тормошон сағылдырған картиналарҙың реп¬родукцияларын. фотоларҙы, китаптарындағы иллюстрациялар¬ҙы, уның тауышы яҙылған пластинкаларҙы, магнитофон яҙмаларын файҙаланыу.

7. Биографик материалды үткәндә, уҡыусыларҙың үҙ ал¬лы эшләү һәләтлектәрен үҫтерә торған алдынғы метод һәм алымдарға таяныу, уларҙы ижади файҙаланыу, стандартҡа, шаблонға юл ҡуймау.

8. Биографик материалды өйрәнеүгә әҙерлекте алдан баш¬лап, уҡыусыларға үҙ аллы эшләү өсөн һорауҙар һәм эштәр системаһын әҙерләү, дәреслектә бирелгән һорауҙар һәм эште ижади файҙаланыу. Мәҫәлән, Салауат Юлаев биографияһын үтер алдынан уҡытыусы балаларға уның хаҡында өҫтәлмә иллюстрациялар, материалдар йыйырға эш бирә. Был эштең икенсе этабы - йыйылған материалды системал аштырыу һәм эшкәртеү (альбомдар, фотовитриналар, күргәҙмәләр яһау, пластинка, магнитофон яҙмаларын туплау һ. 6.). Уҡытыусы үҙе әҙерләгән күргәҙмә материалдарҙы, шулай уҡ уҡыусылар йыйған иллюстрацияларҙы, уҡыған әҫәрҙәрҙе, кинофильм, опера, балет спектаклдәре ҡарауҙан тыуған тәьҫирҙәрен фай¬ҙаланып әңгәмә үткәрә.

Уҡытыусы был инеш дәрестә Салауат тураһындағы халыҡ йырҙарын. П. Бажов, С. Злобин. В. Шишков, Б. Бикбай, Х. Туфан кеүек яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, 3. Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы менән А. Ключаревтың «Тау бөркөтө» балеты спектакленән күренештәрҙе. А. Лежнев. А. Кузнецов, Р. Ишбу¬латов, Ғ. Мостафин картиналарын, скульптор С. Тавасисвтың Салауат һәйкәлен, Т. Нечаеваның Салауат бюсын файҙалана ала. Музыкаль әҫәрҙәрҙән өҙөктәр тыңлауҙы ойоштора. Уҡы¬тыусы үҙенең йомғаҡ һүҙендә Салауат исеменең үлемһеҙлеге, халыҡты Бөйөк Ватан һуғышында һәм тыныс төҙөлөш йылда¬рында һәр саҡ еңеүгә саҡырып тороуы, уның исемен йөрөткән полктар, ҡалалар, хужалыҡтар, баҡсалар һәм урам¬дар хаҡында һөйләй. Ошондай эштәрҙе эсенә алған инеш дәрес уҡыусыларҙа данлыҡлы геройҙың тормошона булған ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Уҡытыусы дәрестән тыш биографик материалды дәреслектән уҡып, үҙләштереп, ҡыҫҡаса конспект төҙөп килергә эш биреп ҡайтара. Дәрестә уҡыусыларҙан яҙыусы тормошо хаҡында һөйләтеү, конспекттарын тикшереү, китаптан уҡытыу һәм уҡытыусының йомғаҡпауы рәүешендә үткәрергә мөмкин.

М. Ғафури менән Д. Юлтыйҙың тормош юлын үтеүгә әҙер¬лекте шулай уҡ алдан башларға, бының өсөн уҡыусыларға улар хаҡында түбәнге синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатларға һәм өҫтәмә материал тупларға эш бирергә кәрәк. Яңы материалды үтеү ҙә уҡыусыларҙың дәреслек материалы нигеҙендә өйҙә үҙ аллы төҙөп килгән план йәки конспекттарын тикшереү, уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау юлы менән алып барыла. Аҙаҡтан уҡытыусы үҙе тулы һәм ентекле итеп йомғаҡ яһай.

Әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтөндә эш

V-VIII синыфтарҙа әҙәбиәттән белем биреү тематик һәм жанрҙар принцибы нигеҙендә урынлашҡан айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү аша тормошҡа ашырыла һәм юғары синыфтар- ҙағы әҙәбиәт тарихы курсынан айырмалы рәүештә «әҙәби уҡыу» тип атап йөрөтөлә.

Әҙәби әҫәрҙе уҡыу һәм йөкмәткеһен ҡабул итеү әҙәбиәт уҡытыуҙағы иц мөһим мәсьәләләрҙең береһе, ләкин ул методика фәненең бөгөнгө көндә лә эшләнеп етмәгән һәм иң актуаль проблемаһы булып ҡала. Был проблеманы хәл итеүҙә әҙәбиәт уҡытыу методтарын һәм алымдарын психология фәне ҡаҙаныштары, сәнғәттең үҙенсәлектәре нигеҙендә хәл итеү, әҙәби әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итеү, уҡыусыларҙың ижади фекерләүен байытыу өҫтөндә дауамлы эшләү талап ителә.

һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт уҡытыуҙы ҡайтанан ҡороу, уны сәнғәт әҫәре итеп уҡытыу хаҡында алып барылған бәхәстәр¬ҙә төп кәмселектәрҙең береһе итеп әҫәрҙе уҡымай анализлау күрһәтелде. Был ҡараштың нигеҙендә уҡыуҙың әһәмиәтен баһалап еткермәү, әҙәбиәт теорияһын һәм тарихын үҙләште¬реүгә артыҡ иғтибар биреү ятты. Беҙҙең фекеребеҙсә, күр¬һәтелгән хатанан ҡотолоу юлы фәҡәт әҙәби әҫәрҙе уҡыуға һәм текст өҫтөндә эшләүгә иғтибарҙы арттырыуҙа тора.

Әҫәрҙе тәүге ҡат уҡып эмоциональ тәьҫир алғандан һуң, икенсе, өсөнсө ҡат уҡыу һәм текст өҫтөндә эшләү юлы менән унда һүрәтләнгән образ, ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡта булған кеүек итеп күҙ алдына баҫтыра белеү һәләтлеген үҫ¬тереү әҙәбиәт уҡытыуҙың үҙәк мәсьәләләренең береһе булып ҡала.

Программаға ингән әҫәрҙәрҙе уҡыу бер нисә канал бу¬йынса алып барыла. Унда төп урынды уҡыусыларға ентекле итеп уҡыу һәм текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр алып тора. Икенсе урын үҙ аллы, өсөнсө урын си¬ныфтан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәргә бирелә. Шуға ярашлы рәүештә һәр синыф бүлмәһенә һәм уҡыусылар¬ҙың дәфтәрендә ике исемлек булырға тейеш. Беренсе исем¬леккә синыфта текстуаль өйрәнелә торған әҫәрҙәр, икенсе- һенә үҙ аллы синыфтан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр яҙыла.

Әҙәби әҫәрҙе дәрестә һәм өйҙә, ҡысҡырып йәки эстән, тотошлай йәки бүлекләп уҡырға мөмкин. Уҡыуҙың урыны, төрҙәре һәр осраҡта әҫәрҙе өйрәнеү этаптары, һәр дәрестең маҡсаты менән билдәләнә.

Уҡытыусы йыл башында йәки һәр сирек алдынан си¬ныфтан тыш уҡыла торған әҫәрҙең ҡайһы ваҡытта, нисек уҡылырға тейешлеген билдәләй. Дәрестә текстуаль өйрәнелә торған әҫәрҙәргә ҡарата һорауҙар һәм эште алдан әҙерләп ҡуйып, айырыуса ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле, үҙснә ныҡ оҡшаған һәм ҙур тәьҫир ҡалдырған урындарҙы яҙып алырға, аҙаҡтан бөтә әҫәргә ҡарата үҙ фекерен, үҙ баһаһын әйтә белергә күнек¬тереү уҡыусыларҙы әҫәрҙе үҙ аллы анализлауға өйрәтеүҙә айырыуса әһәмиәтле. Синыфтан тыш уҡыла торған әҫәрҙәргә килгәндә, уларҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренә уҡырға ҡушыу менән сикләнергә, шул рәүешле уҡыусының үҙен генә китап менән ҡалдырырға, үҙе теләгәнсә уҡырға ҡушыу урынлы, сөнки әҫәрҙе уҡығанда һәр саҡ эштәр, уҡылғанды яҙып ба¬рыу тураһында уйлау, уны тотошлай уҡып, бер бөтөн итеп күҙ алдына килтереүгә һәм эмоциональ ҡабул итеүгә ҡама¬саулай. Синыфтан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә үткәргәндә лә анализ уҡыусыларҙың текстан алған тәьҫорат¬тары нигеҙендә алып барылырға һәм бик ентекле булмаҫҡа мөмкин.

Әҫәрҙе тасуири уҡыу

Тасуири уҡыу өҫтөндә эш ике этаптан тора. Беренсе этапта әҫәрҙә сағылдырылған осорҙо билдәләү, уның йөкмәткеһе менән танышыу, идея-тематик анализ яһау, об¬раздарға ҡылыҡһырлама биреү кеүек эштәр күҙ уңында то¬тола. Тасуири уҡыуға әҙерләнгәндә уҡытыусы иң элек әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышып, төп фекерҙе билдәләй. Әҫәрҙең төп фекерен билдәләү һәм уҡығанда был фекерҙе уҡыусыға еткереү маҡсатына ынтылыу аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеүҙә тәүшарт булып тора, сөнки был уҡығанда мәғәнә яғынан айырыуса әһәмиәтле һүҙҙәрҙе баҫымдар, пауза¬лар менән айырып күрһәтә белеү, дөрөҫ тон һайлауҙы еңеләйтә, уҡыуҙа килеп тыуырға мөмкин булған хаталарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.

Икенсенән, тасуири уҡыуҙа, әҫәрҙәге гәп фекерҙе билдәләү менән бергә, авторҙың үҙе һүрәтләгән ваҡиғаларға, геройҙарға булған мөнәсәбәтен асыҡлауҙың да әһәмиәте бик ҙур. Мәҫәлән, V синыфта Н. Нәжмиҙең «Тыуған ҡалама йыр» шиғырын үткәндә, беҙ шағирҙың тыуған ҡалабыҙҙың матур¬лығын данлауын. уның менән һоҡланыуын, ҡаланың үҫеше менән ғорурланыуын күрәбеҙ. М. Ғафуриҙың «һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен үткәндә, шағирҙың үҙе һүрәтләгән ваҡиға¬ларға, айырым персонаждарға булған мөнәсәбәтен билдәләп, бында уларҙың ҡайһы берҙәрен яратып, йәлләп ҡарауын. ә бүре, төлкө кеүек йыртҡыстарға ҡарата ирония ҡатыш асыу¬лы ҡарашын күрәбеҙ. Был әҫәрҙә авторҙың үҙе һүрәтләгән ваҡиғаларға, картина һәм образдарға мөнәсәбәтен билдәлә¬гәндән һуң, үҙебеҙҙең уларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә бу- лыуыбыҙҙы асыҡлайбыҙ. Юғарылағы әҫәрҙәрҙә беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ авторҙыҡы менән тап килә. Шуның өсөн дә беҙ был әҫәрҙәрҙең тәүгеһен уҡығанда ҡала менән һоҡланыу, уның үҫеше менән ғорурланыу, уны һағыныу хисен сағыл¬дырабыҙ. Икенсе әҫәрҙе уҡығанда төлкө, бүре кеүек йырт¬ҡыстарҙың бысраҡ эшенә ҡарата асыулы ҡарашыбыҙҙы, про¬тесыбыҙҙы белдерәбеҙ, үҙебеҙҙә тыуған был тойғоларыбыҙҙы тыңлаусыға ла еткерергә тырышабыҙ. Тасуири уҡығанда тәбиғилеккә ирешеү өсөн иң элек әҫәрҙә һүрәтләнгән герой¬ҙарҙы йәнле итеп күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был уҡыусыла төрлө эмоциялар тыуҙыра һәм уларҙы тыңлаусыға еткереү теләген барлыҡҡа килтерә.

Әҫәрҙе уҡыр алдынан ни өсөн. ниндәй маҡсат менән уҡыуыңды, тыңлаусыға ниндәй тойғо, ниндәй фекер алып барып еткерергә теләүеңде асыҡ билдәләргә кәрәк. Уҡыусы¬ларҙы уҡыуға әҙерләгәндә уларға «был әҫәрҙе уҡығанда тың¬лаусыға нимә әйтергә теләйһегеҙ?», «был геройға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?» кеүек һорауҙар биреп, уҡыуҙың маҡсаты билдәләнә.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет