ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет3/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27

VI синыфта уҡытыуҙы тәүге дәрестән үк Шакир Бикҡол¬доң «Яңырыу», Риф Мифтаховтың «Башла!», «һүҙ» шиғыр¬ҙары менән, VII синыфта Мәүлит Ямалетдиновтың «Көрәш,

Кеше!», Ғәлим Дәүләдиҙен «Ҡоролтайға барам», VIII синыфта Ьашҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәримдең «Ҡорол¬тайға ҡотлау». Рауил Бикбаевтың «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!» тигән әҫәрҙәре менән башлап ебәреү йыл бу¬йына эштең ниндәй йүнәлештә барасағына күрһәтеп, саҡырып юрасағына ишара яһай. Яңы профаммала Рауил Бикбаев тара¬фынан шиғри юл менән яҙылған хәҙистәр, Мәүлит Ямалетди- иовтың да Ҡөрьән сүрәләре индерелде. Күп кенә яңы әҫәрҙәр республикабыҙҙа барған йәмғиәтте сафландырыу, яңыртыу йүнәлешендәге саралар менән бөгөнгө тормош талап иткәнсә >кытьгу өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Талха Ғиниәтул- линдың «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала», Булат Рафиҡовтың «Эйәрләнгән ат», Әмир Әминевтең «Ҡытай-город», Ринат Кә¬малдың «Таня-Таңһылыу» кеүек әҫәрҙәре һаулыҡ, ғаилә һәм бала, ер кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе балаларға аңлатыуҙы, үҙ иленең, халҡының илһөйэрлек тойғоһон тәрбиәләүҙе күҙ уңын¬да тота. Туған әҙәбиәтте (башҡорт әҙәбиәтен) уҡытыу буйынса программалар һәм дәреслектәр йәш быуында әҙәп-әхлаҡ норма¬ларын формалаш! ырыу, иманлы, кешелекле шәхес тәрбиәләү эшенә ыңғай йоғонто яһар, авторҙар ҙа үҙ өлөшөн индерер тигән өмөт һәм ышаныс менән төҙөлдө.

IX-XI синыфтарҙа туған әҙәбиәт тарихын өйрәнеү төп маҡсат итеп ҡуйыла. Донъялағы төрлө типтағы мәктәптәрҙә: гимназияларҙа, лицейҙарҙа ла ошо тарихилыҡ мөһим прин¬цип булып ҡала. Был йәһәттән башҡорт әҙәбиәтенән IX—XI синыфтар өсөн яңы программа әллә ни ситкә китмәй. Элек¬ке программа һәм дәреслектәр әҙәбиәт курсы булараҡ тото- роҡланып өлгөргәйне. Әлбиттә, яңы программаның был өлөшөндә лә яңыртыуҙар, өҫтәмәләр бар. IX синыф програм¬маһында боронғо төрки әҙәби сығанаҡтар, уртаҡ ҡомартҡы¬лар тураһында мәғлүмәт билдәләнә, урта быуат дастандары хаҡында ла иҫкә алына. Тажетдин Ялсығол, Ғәбдрәхим Ус¬ман ижадтарына күҙәтеү яһала. XIX быуат әҙәбиәте тарихын һәм яҙыусыларын эҙмә-эҙлекле өйрәнеү, XX быуат башын¬дағы башҡорт әҙәбиәтен киңерәк белеү маҡсат итеп ҡуйыла.


Яңы программала Х синыфта совет осоронан башланған яңы типтағы башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә әһәмиәт бирелә. Элекке совет, коммунистик идеологиянан сығып, әҙәбиәтте синфи, партиялыҡ принцибынан аңлатыу бөтөрөлдө. Әҙәби әҫәрҙәрҙең художество яғьгнан юғарыраҡ торғандарын һайлар¬ға тырышылды. Әҙәбиәтте һүҙ сәнғәте булараҡ тикшереүгә күберәк иғтибар йүнәлтелде. Ижадтары хәҙерге заман рухы¬на яуап бирмәгән ҡайһы бер яҙыусыларҙың әҫәрҙәре про¬грамманан төшөрөп ҡалдырылды. Әҙәби портреттар бер аҙ ҡыҫҡартылды. Әҙәбиәт теорияһынан белешмәләр яңысараҡ сағылдырылды.

XI синыфтың әҙәбиәт программаһы шаҡтай яңырҙы. Хәҙерге заманса яңғыраған яңы әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә иғтибар көсәйтелде. Реформалар дәүерендә поэзияһы өр-яңыса балҡы¬ған, фәлсәфәүи тәрәнлек менән характерланған Хәсән Назар¬ҙы монографик планда өйрәнеү ҡуйылды. Хәҙерге күренекле яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби портреттары ла байтаҡ.

Яңы программала айырып күрһәтелмәһә лә, дәреслек ав¬торҙары яңы дәреслекте яҙғанда монографик бүлектәрҙе, йәғни Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Әхиәр Хәким, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев һәм башҡалар¬ҙың ижадын, идея-тематик, әҙәби типтар планында ғына түгел, ин яҡшы әҫәрҙәрен психологик, фәлсәфәүи, эстетик аспектта яҡтыртыуға, художество, поэтик оҫталыҡтарына әһәмиәт бирергә тейештәр. Юғары синыф уҡыусыларына яҙыусы ижадын, әҫәрҙәрен бөтә яҡтан анализлау мәжбүри түгел, ә уҡыусының үҙен уйланырға, эстетик зауыҡ табырға күндереү мөһимерәк. Шул йәһәттән дә авторҙар яңы дәрес¬лекте яҙғанда яңысараҡ ысулдар табырға, яңы идея-эстетик ҡараштар үткәреүгә, әҙәбиәт аша мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләүгә иғтибарлы булырға бурыслы.

60-сы йылдарҙан башлап мәктәптәрҙә әҙәбиәт уҡытыуҙың ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү һәм дөйөмләштереү, уларҙы ғәмәлгә индереү буйынса бик күп эш башҡарылды. Был эште уңышлы атҡарыуҙа Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалы, Башҡортостан Республикаһы Мәға¬риф министрлығы, уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты ҙур хеҙмәт күрһәттеләр. Республика башҡорт гим¬назияһы, 112-се, 121-се Өфө мәктәптәре. Сибай, Баймаҡ, Дәүләкән. Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары. Ейәнсура, Мәсетле, Илеш, Туймазы, Бөрйән, Күгәрсен райондары мәктәптәре базаһы нигеҙендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли кон¬ференциялар, семинарҙар фән менән мәктәптең берҙәмлеген тәьмин итеү, методика фәне өлкәһендәге яңылыҡтарҙы, ал¬дынғы эш методтарын мәктәп практикаһына индереүҙә айы¬рыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Ҡыҫҡаһы, әҙәбиәт уҡытыу өлкәһендәге алдынғы тәжрибә¬ләрҙе дөйөмләштереү, башҡа халыҡтар әҙәбиәте методикаһы, әҙәбиәт белеме фәне өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү баш¬ҡорт әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларын фәнни яҡтан яҡтыр¬тыу өсөн ерлек тыуҙырҙы.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың фәнни-теоретик нигеҙҙәрен, методик рекомендацияларҙы пропагандалау, уҡытыусыларҙың бай тәжрибәһен таратыуҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журна¬лында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙең роле айырыуса ҙур булды. Был журнал әҙәбиәт уҡытыуҙы үҙгәртеп ҡороу, әүҙемләштереү, программа һәм дәреслектәрҙең сифатын чкшыртыу, айырым темаларҙы өйрәнеүҙең иң эффектлы юл- дарын яҡтыртыуы, IV. V, VI. IX. Х синыфтар әсән дәрес өлгөләрен баҫтырып сығарыуы менән мәктәптәрҙең көндәлек кәңәшсеһе, ярҙамсыһы ролен үтәп килде һәм үтәй.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың төп принциптары

Нәфис әҙәбиәт саралары менән йәш быуынға белем һәм •|эрбиэ биреү бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу процесында маҡсат, йөкмәтке һәм методтарҙың берҙәмлегенә ирешеү, бының өсөн педагогик процестың бөтөнлөгөн тәьмин иткән принциптар системаһына нигеҙләнеп эш итеү талап ителә.

Әҙәбиәт уҡытканда бөтә педагогик эшмәкәрлектең төп йүнәлешен, методологик нигеҙҙәрен сағылдырған закондарға, әҙәбиәт методикаһының төрлө фәндәр менән бәйләнеше һөҙөмтәһендә тыуған, был фәндәрҙең үҙ-ара бәйләнешен һәм берҙәмлеген сағылдырған фәнни-методик принциптарға тая¬нып эшләү уҡытыуҙа бөтөнлөк һәм системалыҡ тәьмин итеүҙә мөһим шарт булып тора.

Бөтөнлөк һәм системалыҡ принциптары уҡытыу процесы¬ның бөтә компоненттарын үҙ-ара диалектик бәйләнештә һәм берҙәмлектә ҡарауҙы талап итә. Шуның өсөн дә әҙәбиәт уҡытыуҙың төп фәнни-методик принциптарын билдәләү менән бергә уларҙың әҙәбиәт уҡытыу процесының башҡа мөһим элементтары системаһында тотҡан урыны, һор бер принциптың әһәмиәте, эҙмэ-эҙ тәртибе, үҙ-ара бәйләнеше, бер-береһенә үтен инеп синтезлашыуы кеүек мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау кәрәк.

Әҙәбиәт уҡытыу принциптарын билдәләгәндә, уларҙың дөйөм дидактик принциптар менән ҡатмарлы бәйләнешен һәм берҙәмлеген асыу шулай уҡ мөһим проблемаларҙың бе¬реһе булып тора. Сөнки был үҙенсәлекле принциптар бөтә фәндәрҙе уҡытыуға ҡағылған дидактик принциптар менән ҡатмарлы мөнәсәбәткә инәләр.

Әҙәбиәт уҡытыу принциптары философия, педагогика, психология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, эстетика, сәнғәт һәм әҙәбиәт ғилеме фәндәре өлкәһендәге мөһим асыштар ниге¬ҙендә формалаша. Был принциптар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булып, төҙөк бер система барлыҡҡа килтерә. Был системала һор принциптың урыны педагогик процестың төрлө мөһим аспекттары, уҡытыуҙың маҡсаты, йөкмәткеһе һәм методтары менән ни дәрәжәлә бәйле булыуына ҡарап билдәләнә. Уҡытыу процесының методологик нигеҙҙәрен тәшкил итер¬лек принциптарға тарихилыҡ, уҡытыуҙың тормош, заман һәм мәктәптә уҡытылған төрлө фәндәр, туғандаш халыҡтар әҙәбиәте, сәнғәт төрҙәре менән бәйләнешен сағылдырған принциптарҙы, икенсе төркөмгә әҙәбиәт уҡытыуҙың әҙәбиәт ғилеме менән бәйләнешен сағылдырған, өсөнсө төркөмгә пе¬дагогика, психология фәндәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән принциптарҙы индерергә мөмкин. Ошондай тәртиптәге клас¬сификация һәр принциптың дөйөм системалағы урынын, әһәмиәтен дөрөҫ билдәләргә, һәр төргә ҡараған вағыраҡ сис¬темаларҙы төркөмләп тикшерергә, шуның менән уларҙың функцияларын асығыраҡ билдәләргә мөмкинлек бирә.

Методологик принциптар әҙәбиәт уҡытыуҙың маҡсаты, бурысы менән бәйләнгәндәр һәм гармоник үҫкән шәхесте формалаштырыуға хеҙмәт итәләр.

Тарихилык принцибы һәр яҙыусы ижадын, һәр әҫәрҙе кон¬крет тарихи осор, тарихи шарттар, ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби процесс менән бәйләнештә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

Әҙәби әҫәрҙәргә тарихи-конкрет анализ яһау теге йәки был геройға ҡылыҡһырлама биргәндә уларҙың характерҙарын ғына түгел, бәлки уларҙы тыуҙырған тормош шарттарын, теге йәки был заманға хас һыҙаттарҙы дөрөҫ яҡтыртырға, шуның менән әҫәрҙең йөкмәткеһен дөрөҫ һәм тулы итеп асырға мөмкинлек бирә.

Яҙыусының биографияһын һәм әҫәрен үткәндә, тарихи¬лыҡ принцибы айырым факт, даталарҙы хәтерҙә ҡалдырыу менән генә сикләнмәй, бәлки яҙыусының донъяға ҡарашын, был ҡараштарҙы тыуҙырған социаль-сәйәси шарттарҙы яҡшы белергә өйрәтә.

Тарихилыҡ принцибы, нигеҙҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙе, яҙыусылар¬ҙың тормош юлы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе конкрет тари¬хи осор, тарихи шарттар, ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби процесс менән бәйләнеше элементар рәүештә өйрәтелә, һәр бер нәфис әҫәрҙең билдәле бер дәүер емеше, шул дәүерҙең сағылышы, ижтимағи фекер үҫешендәге әһәмиәте билдәләнә.

С. Юлаев, М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш. Ба¬бич, Д. Юлтый һәм башҡа яҙыусыларҙың тормош һәм ижад¬тарын улар йәшәгән осорҙан башҡа өйрәнеү мөмкин булма¬ған кеүек, уларҙың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән геройҙарҙың тормошон, характер үҙенсәлектәрен, был характерҙарҙы тыу¬ҙырған тормош шарттарынан, заман өсөн хас булған соци¬аль-синфи ҡаршылыҡтарҙан башҡа аңлау мөмкин түгел.

Тарихилыҡ принцибы әҙәбиәт уҡытыуҙа система төҙөүсе төп принцип булып тора. Программа һәм дәреслектәрҙә әҙәби материалдың урынлашыуында эҙмә-эҙлелекте тәьмин итеп, был принцип уҡыусыларҙың аңында донъяға киң тари¬хи ҡараш формалаштырыуҙа мөһим урын тота. Күренекле

әҙәбиәт ғилеме белгесе В. Р. Щербина тарихилыҡ принцибын бер яҡлы аңлауҙың, уның әҫәрҙе өйрәнеүҙәге әһәмиәтен тарай¬тып күрһәтеүҙең мәктәп практикаһы өсон ҙур зыян килтереүен билдәләп, әҙәби әҫәрҙең теге йәки был тарихи осор менән бәйләнешен өйрәнеү менән генә сикләнмәйенсә, һор әҫәрҙең йөкмәткеһенә киңерәк ҡарарға кәрәклекте күрһәтте, әҙәби текс- 1арҙы логик, социологик, сәйәси, тарихи идеяларға һәм тезис¬тарға иллюстрация итеп ҡарауҙан һаҡ булырға саҡырҙы.

Әҙәбиәт укытыуҙы бөгөнгө тормош менән, заман талапта¬ры. заман рухы менән бәйләп укытыу принцибы әҙәби әҫәрҙе, яҙыусыларҙың тормошон һәм ижад юлын өйрәнеүҙе бөгөнгө көн менән, илебеҙ алдында торған актуаль бурыстар менән бәйләп уҡытыуҙы, бөтә педагогик процестың заман менән һуғарылыуын талап итә.

Бөгөнгө тормошто сағылдырған әҫәрҙәрҙе генә түгел, бәлки тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә лә заман рухынан сығып баһалау, ул әҫәрҙәрҙән бөгөнгө өсөн мөһим һәм айырыуса яҡын булғандарын асыҡ итеп күрһәтә белеү, уны йәш быуын¬ды тәрбиәләүҙә оҫта файҙаланыу уҡытыусының иң мөһим бурыстарының береһе булып тора.

V—VIII синыфтар әҙәбиәт программаһында сағыштырмаса аҙыраҡ урын алып торған халыҡ ижады әҫәрҙәре һәм рево¬люцияға тиклемге әҙәбиәт өлгөләрен бөгөнгөгә бәйләп уҡытыу һәм баһалау, уларҙың хәҙерге осорҙо сағылдырған әҫәрҙәр менән идея яғынан бәйләнешен ул әҫәрҙәрҙә сағыл¬ған Тыуған илгә мөхәббәт, ватансылыҡ, хеҙмәт һөйөү, әхлаҡ нормалары, иман. кешелеклелек, халыҡтар дуҫлығы кеүек идеяларҙың күсәгилешлеген, быуаттар төпкөлөндә ятҡан та¬мырҙарын асыҡлауҙа мөһим роль уйнай.

Әҫәрҙе өйрәнгәндә уның заман рухы менән һуғарылы- шын, идея йөкмәткеһен артыҡ ябайлаштырып аңлау арҡа¬һында йыш ҡына яһалмалыҡҡа, әҫәрҙәге төп фекерҙе бөгөнгө осорға тартып-һуҙып килтереп ялғауға, иримитив- лыҡка ла юл ҡуйыла. Заман менән бәйләнеште бер ҡатлы аңлау һәм әҫәргә ниндәйҙер яһалма тәрбиәүи момент килте¬реп ялғау шаблонға, формализмға алып килә һәм әҙәби әҫәргә булған ҡыҙыҡһыныуҙы кәметә.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе бөғөнгө күҙлектән сығып баһалау, уның тәрбиәүи әһәмиәтен асыу һәр саҡ уның художестволы тәби¬ғәтенән сығып, һәр саҡ тексҡа таянып алып барылғанда ғына эффектлы була ала.

33

Әҙәби әҫәрҙәрҙе, яҙыусыларҙың ижадтарын мәктәптә өйрәнелә торған башҡа фәндәр - тарих, йәмғиәтте өйрәнеү.


география, туған тел, рус һәм башҡа туғандаш халыҡищ әҙәбиәте, сәнғәт төрҙәре менән бәйләнештә өйрәнеү әҙәби.и уҡытыуға системалы яҡын килеүҙә мөһим шарттарҙың береһе Башҡорт әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың башҡа гумани¬тар фәндәрҙе үҙлэштереүе нигеҙендә алынған белемдәренә та яныу, әҙәби факт һәм күренештәрҙе башҡа әҙәбиәттәрҙәге күренештәр, факттар менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын күрһәтеү, шул нигеҙҙә дөйөмләштереүҙәр яһау уҡыусыларҙы әҙәбиәттең күп яҡлы бәйләнештәрен асыуға алып килә, белемдәрен һәм донъяға ҡараштарын киңәйтә, илһөйәрлек һәм халыҡтар дуҫлығы хисе тәрбиәләй.

Әҙәбиәт ҫилеме фәненә һәм әҙәбиәттең тәбиғәтенә, үҙенсә¬лектәренә нигеҙләнгән, әҙәби әҫәрҙе бөтөн итеп караула королҫаи принциптарға йөкмәтке менән форма берҙәмлеген алырға мөмкин.

Диалектика законы, донъяның нигеҙен тәшкил иткән бөтә нәмәнең йөкмәткеһе һәм формаһы бар, тип иҫәпләй. Ошо нигеҙҙә әҙәбиәттә һәм сәнғәттә йөкмәтке менән форма берҙәмлеге иң мөһим, иң үҙәк мәсьәләләрҙең береһен тәшкил итә.

Нәфис әҙәбиәттә йөкмәткенең байлығы форма төрлөлөгөнә, камиллығына алып килә. Яңы йөкмәтке яңы форма талап итә.

Әҙәбиәтте уҡытыуҙың йөкмәткеһен билдәләгәндә әҫәрҙәр¬ҙең бай йөкмәткеле булыуы төп критерий булған кеүек, уның художество формаһының да камил булыуы төп шарт булып тора. Анализ яһағанда әҫәрҙең һәр бер өлөшө, һәр детале йөкмәткене асырға, һәр деталь, һәр элемент йөкмәтке менән форманың берҙәмлеген сағылдырырға тейеш.

Анализ яһағанда уҡытыусыға художестволы әҫәрҙең дөйөмләштереүсе мәғәнәһенә һәм йөкмәткеһенең күп мәғәнәлелегенә, күп яҡлы булыу үҙенсәлегенә нигеҙләнеү за¬рур. Әҙәби әҫәрҙең дөйөмләштереүсе роле һәм йөкмәткеһе¬нең күн мәғәнәлелеге, күп яҡлылығы принцибы анализ яһауҙың төрлө аспекттарының, донъяны танып белеү, әхлаҡи, психологик, эстетик һәм функциональ аспекттарҙың берҙәмлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Әҙәби әҫәрҙә эмоционаллек менән рационаллек башлан¬ғыстарының берҙәмлеге принцибы әҫәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларҙың эмоциональ сфераларына ла, аҡыл һәм хәтер сфераларына ла йоғонто яһауҙы талап итә.

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнгәндә һәр әҫәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу принцибына нигеҙләнеү метод һәм алымдарҙы дөрөҫ һайлауҙа мөһим урын тота.

һәр әҫәрҙең үҙенә генә хас жанр үҙенсәлектәре, идея-те- матик йөкмәткеһе, композицияһы, образдар системаһы, худо- ■«Ciнолы гел саралары һәм башҡа үҙенсәлектәре һор саҡ кип им логикаһының, элементтарының, метод һәм алымдары¬мын үҙенсәлекле булыуына алып килә. Бер әҫәрҙе анализла- Мшли уңышлы булған алымдарҙың икенсе әҫәрҙе анализла- шнла уңышлы булмауы ла мөмкин. Әҫәрҙең үҙенсәлектәрен ЯМОПкә алғанда ғына, метод һәм алымдарҙың иң отошло ва- риимгын һайлауға мөмкинлек тыуа.

■ »ҙәбиәт ғилеменең принциптары, нигеҙҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙе К|воисү, анализлау менән бәйле булғанлыҡтан, психология |||лш'нен фекерләү процесы, аҡыл операциялары (анализ, ca¬ll. inn ырыу, ҡаршы ҡуйыу, синтез) хаҡындағы төп фекерҙәргә Нигеҙләнә, уҡыусыларҙың фекерлэүҙэрен һәм телмәрҙәрен уҫи-реүҙә ҙур урын тота.

Шул рәүешле юғарыла беҙ һанап киткән әҙәбиәт ғилеме нигеҙендә формалашҡан принциптар недагогик-психологик принциптар менән үҙ-ара бәйләнештә, диалектик берҙәмлектә \ лрокэт итә.

Недагогик-психологик принциптарға түбәндәгеләр инә:

1. Уҡыусыларҙың әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү психология¬һын иҫәпкә алыу принцибы. Был принципҡа таяныу уҡытыу- ч.| шрға әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итеү, шуның нигеҙендә уҡыусыларҙың образлы фекерләүен үҫтереү, ижади хыялын байытыу йүнәлешендә эшләүҙе талап итә, метод һәм алымдарҙы һайлағанда художестволы ижадтың үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.

2. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

3. Уҡыусыларҙың белем кимәлен, урындағы педагогик шарттарҙы иҫәпкә алыу.

4. Белем һәм тәрбиә биреүҙең берҙәмлеген тәьмин итеү.

5. Дәрестәрҙең синыфтан тыш эш формалары менән бер¬ҙәмлеген тәьмин итеү.

Әҙәбиәт уҡытыуға ҡараған был принциптар үҙҙәре мәктәптә уҡытыла торған бөтә фәндәр өсөн уртаҡ дидактик принциптарға: фәннилек, әүҙемлек, системалылыҡ, теория менән практиканың бәйләнеше, күргәҙмәлелек, белемдең ныҡлығы кеүек принциптарға тығыҙ бәйләнғән. Ошо прин¬циптарҙың үҙ-ара бәйләнешен, берҙәмлеген һәм бөтөнлөгөн тәьмин иткәндә генә, педагогик процестың эффектлылығына, йәнләнеүенә ирешергә мөмкин.

Юғарылағы принциптар әһәмиәте яғынан барыһы бер кимәлдә тормай, бәлки бер-береһе менән мөнәсәбәткә ингәндә, бер төрлөләре төп урынды алһа, икенселәре уларға буйһоноп, тәүгеләрен тултырып, киңәйтеп килә.

V-VIII СИНЫФТАРҘА ӘҘӘБИӘТ УҠЫТЫУҘЫҢ ЙӨКМӘТКЕҺЕ ҺӘМ СТРУКТУРАҺЫ

Урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү систе¬маһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этап¬тан тора.

Башланғыс синыфтарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла. Был синыфтарҙың аңлат¬малы уҡыу программаларына индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош ту¬раһында белемдәрен киңәйтеү, идея-эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә мөхәббәт уятыу маҡсаттарына йүнәлтелеп алып барыла, әҙәбиәт өйрәнеүҙең был баҫҡысында әҙәбиәт теорияһынан да бер ни тиклем элементар мәғлүмәттәр биреү күҙ уңында тотолһа ла, аңлатмалы уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларға әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса систе¬малы белем биреү төп маҡсат итеп ҡуйылмай.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы - V—VIII синыфтарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

Урта мәктәптең юғары синыфтарында (IX-XI синыфтар) әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Илебеҙҙә киңәйә барған үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте уҡытыуҙың йөкмәткеһен яңыртыу, уны өр-яңы нигеҙгә ҡороу өсөн киң юл асты. Яңырыу осоро иң беренсе әҙәбиәттән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

Йөкмәткене яңыртыу әҙәбиәттең бөтә байлығын күҙ ал¬дынан үткәреп, ошо рухи гәүһәрҙәрҙән уҡытыу-тәрбиәләү эшен уңышлы хәл итеүгә иң яраҡлы, иң лайыҡлы әҫәрҙәрҙе һайлауҙан башланырға тейеш. Бының өсөн әҫәрҙәрҙе һай¬лауға фәнни ҡараш булдырыу, әҫәр һайлауҙың принциптарын, критерийҙарын билдәләү һәм ошо принцип һәм критерийҙар нигеҙендә эш итеү мөһим. Ә был талап социологик һәм тео¬ретик анализ үткәреү, әҙәби әҫәрҙәрҙең уҡыусылар тарафы¬нан нисек ҡабул ителеүен, уларҙың эстетик зауыҡтарына ни мрөжэлә яуап биреүен йәки бирмэүен тикшереүҙе, шул тик¬шереү һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп эшләүҙе талап итә. Йөкмәт¬кене билдәләгәндә, элеккесә, тик хәҙерге әҙәбиәтте генә күҙ уңында тотмай, тарихи тема, элекке осор әҙәбиәтен дә, мгөнгө заман әҙәбиәтен дә, хаҡһыҙ ғәйепләнгән, ләкин богөн халыҡҡа ҡайтарылған шәхестәр ижадын да иҫәпкә алып ин итергә кәрәк.

Шулай итеп, V-VIII синыфтарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айы¬рым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның осон дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәтеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Йөкмәткеләре яғынан бай, художестволы фор¬маһы менән камил, уҡытыу-тәрбиә талаптарына яуап бирер- иск әҫәрҙәрҙе һайлап алғандан һуң, уларҙы урынлаштырыу - н йы система төҙөү, әҫәрҙәргә аннотация биргәндә әҙәби ми¬раҫты яңыса баһалау, сәғәттәр һанын һәм башҡа норматив- I арҙы билдәләү мөһим урын тота.

Был әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙең эҙмә-эҙлелеген тәьмин итеүсе принциптар итеп мәктәп практикаһында оҙаҡ йылдар һынау үткән тематик, хронологик һәм жанрҙар принциптары алына.

V-VI синыфтарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлаштырыуҙа тема¬тик. VIL—VIII синыфтарҙа тарихи-хронологик принцип, халыҡ ижадын өйрәнеүҙә жанрҙар принцибы ҡабул ителгән.

V-VI синыфтарҙа әҙәбиәтте өйрәнеүҙе тематик принципҡа ҡороу төрлө тема, төрлө жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәрҙе еңелдән ауырға барыу принцибына системалаштырыуҙа ҙур уңайлылыҡ тыуҙыра.

VII VIII синыфтарҙа халыҡ ижадын һәм әҙәбиәтте жанр¬ҙарға бүлеп, тарихи-хронологик принципта өйрәнеү уҡыусы¬ларға әҫәрҙәрҙе үҙ-ара сағыштырып, уларҙың йөкмәткеләрен конкрет тарихи ваҡиғалар менән бәйләнештә төшөндөрөү яғынан айырыуса уңайлы.

Халыҡ ижадының программаға ингән бай йөкмәткеле әҫәрҙәре халыҡтың тормошон, көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әхлаҡ нормаларын, азатлыҡ өсөн көрәшен, илһөйәрлек һәм халыҡтар дуҫлығы тойғоларын, эстетик ҡараштарын сағыл¬дырып, гармоник үҫкән шәхесте формалаштырыуға хеҙмәт итәләр. V—VIII синыфтарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙең айырым тема¬ларға төркөмләп бирелеүе менән бергә, унда ингән проза, шиғыр, драма әҫәрҙәренең үҙ-ара сиратлашып килеүе лә бик мөһим. Уларҙы шулай бер-береһе менән сағыштырып өйрәнеү, шуның менән уҡыусыларҙың ассоциатив хәтерҙәрен байытыу, әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. V-VI синыфтарҙа өйрәнелә торған әҫәрҙәр мәктәп тормошо, балаларҙың тәүге уҡыу көнө, рус теле. туған тел, көҙгө, ҡышҡы, яҙғы, йәйге тәбиғәт, халыҡ ижады әҫәрҙәре, халыҡтың ауыр тормошо, героик көрәше. Ватанды һаҡлау, тыныслыҡ өсөн көрәш һәм әхлаҡи-этик те¬маларға төркөмләп бирелгәндәр. Был темаларҙы урынлашты¬рыуҙа™ эҙмә-эҙлелек, бер тема менән икенсеһенең сиратла- шыуы шулай уҡ педагогик маҡсаттарҙы үтәүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.

Мәҫәлән, V синыфта әҙәбиәт уҡытыуҙы Р. Ниғмәтиҙең ба¬лаларҙың йәйге ялын, 1 сентябрь, мәктәп, уҡытыусы хаҡында юғары художестволы итеп һүрәтләгән «Хәйерле юл һеҙгә!» әҫәре менән башлап китеү, унда сағылдырылған уй һәм хис¬тәрҙе уҡыусыларҙың тормошо, уй-тойғолары, тәьҫирҙәре менән бәйләп уҡытырға, әҫәрҙә һүрәтләнгән картина, образ¬дарҙы уҡыусыларҙы уратып алған тормош күренештәре менән сағыштырырға, шул тәьҫирҙәрҙе һөйләй, яҙа белергә өйрәтеүҙә ҙур роль уйнай. Б. Бикбайҙың «Туған гел», «Рус теле», 3. Би¬ишеваның «Башҡорт теле», Р. Ғариповтың «Туған тел» шиғыр¬ҙарын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙа туған тел, рус телдәренең әһәмиәтен андау, уларҙың матурлығы, байлығы менән һоҡланыу, яратыу тойғолары формалаша. Тәбиғәт ли¬рикаһына ингән әҫәрҙәрҙе көҙгө, яҙғы, ҡышҡы, йәйге тәбиғәт менән бәйләп уҡытыу әҫәрҙә сағылдырылған картиналарҙы тәбиғәт миҙгелдәре менән, рәссамдар яҙған картиналар, музы¬каль әҫәрҙәр менән сағыштырып өйрәнергә мөмкинлек бирә. Уҡыусыларҙы тәбиғәтте күҙәтә, күҙәткәнде тасуирлай белергә, башҡа әҫәрҙәр менән сағыштырыу юлы менән дөйөмләште¬реүҙәр яһарға өйрәтә, ассоциатив хәтерҙәрен байыта.

Программаға әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил иткән, оҙаҡ йылдар мәктәптә һынау үткән әҫәрҙәр менән бергә бик күп яны исемдәр, яңы әҫәрҙәр индерелде. Халыҡ ижады бүлеге лә яңы әҫәрҙәр иҫәбенә тултырылды, байытылды. Элекке программаларҙа төп урынды алған яҙыусы, шағирҙар¬ҙың ижадтары ла яңы ҡараштан сығып һуңғы әҫәрҙәре менән алмаштырылды. Мәҫәлән, VIII синыфта М. Кәримдең ижадын өйрәнеүҙә кешелеклелек, шәфҡәтлелек кеүек әхлаҡи- этик проблемаларҙы яҡтыртҡан әҫәрҙәргә төп урын бирелде. Тарихи йырҙар, ҡобайырҙар, риүәйәттәр. Ғ. Ибраһимов, Б. Ра¬фиҡов, Ғ. Хөсәйенов, Я. Хамматовтарҙың тарихи темаға яҙыл¬ған әҫәрҙәре халҡыбыҙ тарихының героик һәм трагик биттә¬рен. батырлыҡтарын һәм фажиғәле еңелеүҙэрен һүрәтләп, уҡыусыларҙа тарихи дөрөҫлөктө асып биреү һәм тарихҡа дөрөҫ ҡараш формалаштырыуы, ил яҙмышына, халыҡ яҙмы¬шына битараф булмаҫҡа, унан һабаҡ алырға өйрәтеүе менән әһәмиәтле. Юғары синыфтарҙа исеме халыҡҡа ҡайтарылған күренекле шәхес 3. Вэлидиҙең «Хәтирәләрме башҡорт халҡы тормошоноң, көнкүрешенең, синфи-социаль мөнәсәбәттәрҙең, халыҡтың белем, тәрбиә, мәҙәниәт кнмәленең, бала тәрбиәләү өлкәһендәге ҡараштарының бөтөнләй беҙгә бығаса оилдәле булмағанса яҡтыртылыуы менән ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, халыҡҡа ихтирам тәрбиәләй.

Р. Ғариповтың үҙе йәшәгән осор - шәхес культы һәм торғонлоҡ йылдарының фажиғәһен иҫ киткес дөрөҫлөк менән һүрәтләгән «Табыныу» поэмаһы шағирҙың шул осор өсөн яуаплылыҡ тойғоһон, тормошҡа халыҡ күҙе менән ҡарауын, автор позицияһының халыҡ яғында булыуын күрһэтеүе, би¬герәк тә киләсәк быуынды ошондай фажиғәгә юл ҡуймау осөн көрәшкә өндәүе, саҡырыуы, иҫкәртеүе менән айырыуса әһәмиәтле.

Р. Бикбаев, К. Аралбаев, Ф. Туғыҙбаева кеүек шағирҙарҙың әҫәрҙәре илебеҙҙәге кеше яҙмышы, экологик һәләкәттәр ха- кында яҙылған эсе хәҡиҡәт һүҙҙәре илебеҙҙә дөрөҫлөктө мяҡҡа баҫтырыу өсөн эүҙем көрәшкә өндәй.

Ғ. Хөсәйенов, Н. Мусин. Т. Ғиниәтуллин әҫәрҙәре кешегә һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауға, гуманлылыҡҡа. шәфҡәтле¬леккә саҡыра.

Уҡыусыларҙа китапҡа, әҙәбиәткә мөхәббәт, эстетик зауыҡ, әҫәрҙе үҙ аллы уҡый һәм баһалай белеү күнекмәһе тәрбиәләүҙә дәрестә өйрәнелә торған әҫәрҙәр менән генә сикләнергә ярамағанлыҡ һәр кемгә билдәле хәҡиҡәт.

Уҡыусыларҙы әҙәбиәткә яҡынайтыу, уларҙы әҙәби китап һөйөүселәр итеп тәрбиәләү - әҙәбиәт уҡытыу алдына ҡуйыл¬ған иң мөһим талаптар рәтендә тора. Был бурысты үтәүгә программаларҙа ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатга әҙәбиәт дәреслектәренә өҫтәлмә әсбап - синыфтан тыш уҡыу китап¬тары төҙөлә.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет