Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет3/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21

һәр ваҡыттағыса, ҡояш сығыу менән ҡайтанан эшкә тотондороу һәм әҙер көршәктәрҙе алып сығыу ниәте менән ашығып килеп ингән Өйрәнсек, Һөнәрсегә ғәйәт шелтәле ҡараш ташлап, бик оҙаҡ баш сайҡап торған:

  • Ай-й-яй-й-яй!.. Йә, эштең самай ҡыҙған ғына сағында... Нимә эшләп ҡуйған бит, ә?!

  • Һай, байғош!.. Йәшәү өсөн эшләй белеү генә ет- мәүен так и белмәй китте бит, ә!.. Дәрүиш булып йәшәне, дәрүиш булып үлде бит, байғош, ә... — тип үҙенсә фәлсәфә һатҡан.

VII

Ауылдаштары оҫта ҡуллы, изге күңелле һөнәрсеһен юғалтыу ҡайғыһынан арынып та етмәҫтән, Өйрәнсек тағы көршәктәр менән һатыу итә башлаған.

  • Өйрәнсек был көршәктәрҙе ҡайҙан ала икән тағы?

  • Ҡарасы үҙҙәрен. Ике тамсы һыу кеүек Һөнәрсенең көршәктәренә оҡшап торалар ҙа баһа! — тип ғәжәпләнгән кешеләр. Өйрәнсек һис тә аптырамаған:

  • Мин был мөғжизәле көршәктәрҙе яһауҙың серен күптән белә инем инде. Тик һәнәрсе йәшәһен тип, уның икмәген тартып алмайым тип кенә бығаса уларҙы яһамай торҙом, — тигән. — Ышанмаһағыҙ, бына ҡарағыҙ! — тип ғәҙәттәге «Һәнәрсе» тигән яҙыу урынына төртөп күрһәткән. Ысынлап та, бында, тау ландышының сөм йәшел ҡыяғына ҡып-ҡыҙыл буяу менән яҙылған «һәнәрсе» һүҙе урынына хәҙер күк ҡыяҡҡа ҡара буяу менән яҙылған «Өйрәнсек» тигән тамға тора икән.

  • Йә, күрҙегеҙме? — тигән Өйрәнсек һауалы тауыш менән. — Аңланығыҙмы инде?

Кешеләр аптырауҙан аһ иткәндәр. Яманлыҡты нисек тә тиҙерәк оноторға, ысын, яҡшы эш алдында баш эйергә әҙер булған бер ҡатлы ябай халыҡ Өйрәнсеккә шунда уҡ ышанған. Уның насарлыҡтарын онотҡан, ғәфү иткән. Хатта оҙаҡламай Өйрәнсекте маҡтарға, уның менән ғорурланырға ла керешкән.

28




  • Ҡара һин уны, ҡандай оҫта ҡуллы икән дә баһа беҙҙең Өйрәнсек! Һөнәрсенән бер ҙә кәм яһамай ҙа баһа ул көршәктәрҙе! — тип һоҡланған.

һәр саҡ тере һәм кәрәкле кеше алдында баш эйергә, «бәлки, берәй файҙаһы тейер тип», уға ярап ҡалырға яратыусы ҡайһы берәүҙәр хатта:

  • Валлаһи тип әйтәм, Өйрәнсектең көршәктәре һөнәрсенекенән шәберәк! — тип тә ебәргән. — Былай булғас, һөнәрсенең дан ҡояшы байыны! — тип лаф орған.

Кемгә, нимәгә булһа ла табынмаһа, үҙен бөтөнләй көҙгө арыш ҡамылы кеүек ҡыу тоя башлай торған меҫкен йәндәр шунда уҡ Өйрәнсектең тыйнаҡлығы һәм намыҫлылығы алдында баш эйергә, уны данларға, маҡтарға тотонған.

  • Йә хоҙа!.. Донъяла шул хәт ле лә тыйнаҡ, шул хәт ле лә изге йәнле кешеләр була икән дә баһа!.. Ҡара һин уны, Һөнәрсенән дә шәберәк оҫта булған көйө, ул йәшәһен тип, был һәнәргә тотонмай торған бит!..

  • Бөйөк оҫта!.. Тиңһеҙ һәнәрсе! Э үҙе көршәктәренә ҡултамғаны «Өйрәнсек» тип кенә ҡуйған. Ниндәй кесе- леклелек!.. Тиңһеҙ баҫалҡылыҡ!.. Тиңдәшһеҙ намыҫлылыҡ!.. — тип Өйрәнсек исеменә мең төрлө маҡтау яуҙырған улар.

Шулай итеп, Өйрәнсектең даны бик тиҙ арала бөтә илгә таралған. Бара-тора хатта батшаның үҙенә лә барып еткән.

Бер саҡ батша Өйрәнсекте үҙ һарайына саҡыртып алған. Уның тормошо, эше менән үҙе ентекләп танышҡан. Өйрәнсектең көршәктәре батшаға ла бик ныҡ оҡшаған. Ысын сәнғәт хазинаһын яһалма, ялған сәнғәт әйберҙәренән яҡшы айыра белә торған, уҡымышлы кеше булған был батша.

  • һин, ысынлап та, үҙ эшеңдең бөйөк оҫтаһы икәнһең! — тигән ул Өйрәнсеккә. — Бынауы тау ландышының ҡыяғын күк төҫкә буяуыңды, йәки бынауы ҡултамғаңды ҡара буяу менән яҙыуыңды ғына алмағанда, был көршәк ысын талант емеше, — тип раҫлаған.

Ошо һөйләшеүҙән һуң батша Өйрәнсекте үҙ янында ҡалдырған. Уға айырым һарай һалдырып биргән.

29




  • Әйҙә, шунда үҙ һәнәрең менән кинәнеп шөғөллән. Әгәр теләһәң, ярҙамсылар ҙа бирәсәкмен, — тигән.

Өйрәнсек батшаның бөтә хөрмәтен, ихтирамын ҙур ихласлыҡ һәм түбәнселек менән ҡабул иткән. Тик ярҙамсы алыуҙан ғына баш тартҡан.

  • О, хөрмәтле падишаһ ғали йәнәптәре! — тигән ул, тәхет алдында теҙләнеп. — Миңә ярҙамсы кәрәкмәй. Әгәр мин был эштә кеше ярҙамынан файҙаланһам, минең күңелемдән илаһи нур ҡасыр, ул саҡта мин һеҙҙең өсөн был мөғжизәле көршәктәрҙе эшләй алмам тип ҡурҡам. Рөхсәт итегеҙ миңә, падишаһ ғали йәнәптәре, күкрәгемдә йәнем бар саҡта, һеҙгә үҙ ҡулдарым менән эшләп хеҙмәт итергә!.. — тип ялынған. Хатта әҫәрләнеүҙең сигенә сығып, батшаның ҡатаһын да үбеп алган.

Өйрәнсектең был тиклем кеселекле булыуы батшаға тағы ла нығыраҡ оҡшаған.

«Ғәжәп изге кеше икән дә баһа был Өйрәнсек! Халыҡ белмәй маҡтамай икән үҙен», — тип уйлаған батша. Һәм Өйрәнсеккә һарайында үҙе теләгәнсә йәшәргә, эшләргә рөхсәт иткән.

Өйрәнсек батша һарайында ла үҙен һыуҙағы балыҡ шикелле ыҡсым, йылғыр тотҡан. Көндәрен һәм кистәрен батшаның башҡа ярандары менән һунарҙа, ҡунаҡта, кәйеф-сафала уҙғарған. Тик таң алдында ғына ул, бөтә кешенән айырылып, үҙ һарайына ҡайтҡан, эш бүлмәһенә бикләнгән...

  • Таң алдында һәм япа-яңғыҙ саҡта ғына килә миңә был илаһи оҫталыҡ, — тигән ул. — Ябай кешеләр татлы йоҡола саҡта тыуа был мөғжизәле көршәктәр!

Өйрәнсектең табындаштары уның ғәжәп кеше булыуы, һәр таңда Алланың үҙе менән серләшеп алыуы, шул илаһи осрашыуҙың шаһиты булып ошо көршәктәрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡында яңынан-яңы уйҙырмалар таратҡандар. Батшаның кәнизәктәре лә инде һыуҙы алтын һауыттарҙа түгел, ә Өйрәнсектең мөғжизәле көршәктәре менән генә ташый башлағандар. Хатта батшаның үҙенә лә шарапты, элеккесә алтын кубоктарҙа түгел, ә ошо көршәктәрҙә биргәндәр. Сөнки көршәктәге һыу саф, шарап татлы көйө тора икән.

30


VIII

Өйрәнсек ҡалган ғүмерен шулай батша һарайында йәшәп, ҡәҙер-хөрмәттә, кәйеф-сафала уҙғарған. Э аҙаҡ инде, бик ныҡ һуңлап булһа ла, Өйрәнсекте лә ғазраил иҫенә төшөргәс, уны — донъяла иң бөйөк, баҫалҡы кешене һәм батшаның иң яҡын ярандарынан берәүҙе — бығаса күрелмәгән ҡәҙер-хөрмәт менән ололап күмгәндәр. Ҡәберен аҡ мәрмәр менән ябып, уға:

«Иң бөйөк баҫалҡы кеше — «Өйрәнсек» тип, алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйғандар. Өйрәнсектең тиңһеҙ оҫталығына тәрән ихтирам йөҙөнән шунда уҡ аҡ мәрмәр өҫтөнә теге көршәктәрҙең береһен һис тә ҡупмаҫ- лыҡ итеп беркетеп ултыртҡандар, һәм был ҡәбер оҙаҡ йылдар буйы изге урын булып һаналған. Ҡәбер янынан кеше юлы өҙөлмәгән. Ә һөнәрсенең ҡәберен иҫкә алыусы ла, белеүсе лә булмаған. Үҙе лә тамам онотолған.

Йылдарҙы ҡыуып йылдар уҙа торған. Өйрәнсекте бөйөк һәнәрсе тип ололап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән яҡшы күңелле батша ла бер саҡ донъяны ҡалдырған. Бара- тора ил дә, кешеләр ҙә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Тик теге мөғжизәле көршәктәр генә һаман иҫкереүҙе лә, ватылыуҙы ла, төҫ үҙгәртеүҙе лә белмәй йәшәй биргәндәр. Уларҙы яурын баштарына ултыртып, йәш ҡыҙҙар һаман элеккесә, һығыла-бөгөлә, ҡая битләүе буйлап һуҙылған һуҡмаҡтан тау шишмәһенә һыуға йөрөгән. Көмөштәй саф, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. Кешеләр һаман элеккесә был көршәктәрҙең матурлығына, нәфислегенә һоҡланып, сәскәле биҙәктәренең күҙҙең яуын алып тороуына ҡыуанып йөрәктәренә ял алған.

Өйрәнсектең ҡәбере өҫтөндәге көршәк тә, шулай уҡ һаман элеккесә йәйғор шикелле бөтә төҫтәрҙә йымылдап, үҙгәреү, төҫ һалыуҙы белмәй ултыра биргән.

Шулай тағы күпмелер ваҡыт үткән, һәм бына бер саҡ иң бөйөк, баҫалҡы кешене иҫкә алырға тип йыйылып килгән халыҡ, уйламағанда, көршәктә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын абайлап алған. Көршәк бөгөн ни-

31


сектер айырыта матур һәм көләс булып, мең төрлө нур сәсрәтеп балҡып ултыра икән.

  • Был ни хикмәт!!! — тип аптырап ҡалған халыҡ. — Ниндәй ғәләмәт?.. Көршәк үҙгәргән дә баһа!.. Бында Ьөнәрсе яһаған көршәк ултыра ла баһа! Моғайын, берәйһе алмаштырып киткәндер!

  • Ләкин юҡ, улай түгел. Көршәк ҡымшанмаған да. Шул, тәү нығытылған көйө ултыра!.. Тик ҡултамғаһы ғына бүтән!..

Ысынлап та, көршәктә көтөлмәгән үҙгәреш барлыҡҡа килгән: унда тау ландышының ҡыяғынан «Өйрәнсек» тигән яҙыу менән күк буяу эҙһеҙ юйылған. Уның урынына хәҙер шатлыҡ йәше һымаҡ теремек һәм саф йымылдап, йәшел ҡыяҡҡа ҡан ҡыҙыл буяу менән яҙылған «Ьөнәрсе» һүҙе балҡып сыҡҡан.

Кешеләрҙең аптырау һәм шомланыуының иге-сиге булмаған. Улар ашыға-йүгерә өйҙәренә таралғандар. Ләкин унда ла шундай уҡ хәлгә осрағандар. Көршәктәрҙең бөтәһен дә лә хәҙер «Өйрәнсек» түгел, ә «һәнәрсе» һүҙе бөтә матурлығы менән нурланып, көлөп тора икән.

«Ялғандың бото ҡыҫҡа», ти бит халыҡ. Шулай итеп, Өйрәнсектең мәкерле хәйләһе, йөҙ йылдан һуң булһа ла, асылған. Теге ваҡытта ул, баҡтиһәң, һөнәрсенең гүзәл көршәктәрен һатыуҙан да бигерәк, йәшереп йыя барған икән. Шунан аҙаҡ, Һәнәрсе үлгәс, уның ҡултамғаһы өҫтөнә үҙ тамғаһын баҫҡан да данлы һәнәрсе булып та алған. Үҙенсә бик анһат ҡына исемен «мәңгеләштереп» ҡалдырған.

  • Вәт мәлғүн, кеше йөҙө менән йөҙлө булып йәшәгән бит, ләғнәт төшкөрө! Ҡәбере йыландар, әрмәнделәр ояһына әйләнгере! — тип ҡарғаған халыҡ уны хәҙер. — Ҡара һин уны, йөрәк ҡаны менән яҙғанды ялған буяу менән ҡаплап тотмаҡ булған бит, шаҡшы! — тип нәфрәтләнгән. — Һәнәрсе, ысынлап та, үҙенең ҡултамғаһын йөрәк ҡаны менән яҙа торған булған, ти бит. Эйе, эйе, ул бөтә буяуҙарына ла үҙенең йөрәк ҡанын ҡушҡан, ти. Шуға улар мәңге шиңмәйҙәр ҙә, юйылмайҙар ҙа, ти, — тип раҫлаған.

32




  • Бына шул. Халыҡтың «Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә» тигәне ошо булалыр инде, ә? Һин нисек уйлайһың?

«һәнәрсе һәм Өйрәнсек» хаҡындагы хикәйәтен Хасбулат олатай шундай һорау менән тамамлап ҡуйҙы:

  • Ысынлап та, хикмәтле хикәйәт бит, ә?! — тип оҙаҡ ҡына миңә текләп ултырҙы...

Июль, 1964


МӨХӘББӘТ ЬӘМ НӘФРӘТ



I

Күптән, бик күптән булған ваҡиға был. Ул саҡта әле беҙҙең ата-бабалар күсмә тормошта йәшәгән. Йәй ләп йөрөп, хатта оло диңгеҙ ярҙарына хәтле барып сыға торған булған улар. Дөрөҫ, өйөр-өйөр йылҡы көтөп, икһеҙ- сикһеҙ урмандар, далалар гиҙеп, йәйләп йәшәү бәхете һәр кемгә лә тигеҙ теймәгән. Ярлыға, әлбиттә, өйөрләп йылҡы ла, турһыҡлап ҡымыҙ ҙа, аҡ тирмәләр ҙә эләкмәгән. Ғүмерҙе ул йәйләүгә күсеп, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тыңлап уҙғара алмаған. Нисек тура килде, шулай көн күргән. Әйтәйек, бына мин һөйләйәсәк ваҡиғала ҡатнашҡан кешеләр балыҡсылар ғына булғандар. Уралдан бик алыҫта, күк диңгеҙ буйында йәшәгән улар. Диңгеҙҙең тымыҡ бер ҡултығында, ҡарлуғас оялары шикелле балсыҡтан һылап, яланғас ҡая таштарға йәбештереп эшләнгән ер өйҙәрҙә ғүмер иткәндәр. Эйе, бик бейектә, ҡарағоштар ғына оя ҡорған осло ҡаялар араһында, кескәй генә балыҡсылар ауылында...



Ә аҫта, бик тәрәндә, икһеҙ-сикһеҙ оло диңгеҙ күгәреп ятҡан. Диңгеҙ берсә йәшен сатҡылары менән үрелеп, утлы өйөрмә булып күккә үрелгән, берсә ирегән ҡурғашҡа әйләнеп, тамуҡ утын д ай урғылған, берсә, имеп туйған сабый шикелле иҙрәп, тәрән йоҡоға талған. Бындай саҡта диңгеҙ өҫтөндә иҫ киткес ғорур һәм мөһабәт тынлыҡ, ҡабатланмаҫ наҙлылыҡ хөкөм һөргән. Тап ошондай саҡта Диңгеҙгә Ҡояш ғашиҡ булған. Ҡы

34




уана-көлә, уның өҫтөнә, алтын суҡтарҙан туҡып, аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән нәфис селтәрҙәр япҡан.

  • Диңгеҙбикә, мин һинән күҙҙәремде ала алмайым. Мин һиңә йөрәгемдең иң ҡайнар нурҙарын биреп бөтөп, хатта үҙем һыуынып ҡалырға ла әҙер. Тик һин генә үҙгәрмә. Гел-гел шулай наҙлы тынлыҡҡа сумып, зәңгәр сәңгелдәктә ят! — тип ялынған.

Диңгеҙҙең төнгө сихри тынлығына Ай ғашиҡ булған. Уға, һөйә-маҡтай, көмөш тәңкәле, уҡалы еләндәр кейҙергән.

  • Диңгеҙ һылыу, һиңә ошонан да килешле кейем юҡ. Ниндәй нәфис иркәлек, ниндәй серле матурлыҡ өҫтәй ул һиңә. Ниндәй ғали тынлыҡҡа сумып йоҡлайһың һин был кейемдә, һәр саҡ ошо кейемде генә кейеп, мең төрлө нур сәсрәтеп, йылтылдап йоҡла. Мин һине тик ошо төҫөңдә генә яратам. Аңла!.. — тигән Ай.

  • Ярар, ярар... Тып-тын, иркә, наҙлы гына булырмын, — тип толомдарын ҡағып йымылдаған Диңгеҙ. Ғәжәп баҫалҡы, саф, нәфис булып татлы йоҡоһон дауам иткән. Ай менән Ҡояш алмаш-тилмәш уның баш осонда баҫып торған. Ике ғашиҡ моңлана-уфтана уның тыныс йоҡоһон һаҡлаған.

  • Аһ, ниндәй тынлыҡ, ниндәй наҙлылыҡ! Нәфис тыйнаҡлылыҡ! — тип ҡабатлағандар улар. — Кем ҡыйып был мөһабәт тынлыҡты боҙор?! Кем ҡаҡшатыр уның ғорур тыныслығын!.. Юҡ, был сихри гүзәллек беҙгә мәңгелеккә бүләк ителгән...

Бына бер саҡ ҡайҙандыр бик алыҫтан, к үк тауҙар артынан, ҡара болот ҡалҡып сыҡҡан. Уның артынса уҡ, ҡанатлы арғымағына атланып, Ел-Дауыл килеп еткән. Ер һелкетеп, йөрәк елкетеп һыҙғырып ебәргән. Диңгеҙ тәрән йоҡоһонан уянып, күҙен асҡан. Икенсе тапҡыр һыҙғырған Ел-Дауыл. Быныһында инде Диңгеҙ дәртләнеп, сайҡалып ҡуйған. Өсөнсө тапҡыр ҡолаҡ ярғыс саялыҡ менән һөрәнләп ебәргән Ел-Дауыл:

  • Уян!.. Шатлан, шаш, Диңгеҙ-йән!.. Беләһең бит, мин һине сая сағыңда ғына яратам. Аңлайһың бит, мең йыл тынып, тонсоғоп йәшәгәнсе, бер көн янып-ярһып йәшәүҙең ләззәтлелеген! — тигән. — Әйҙә, йәһәт бул, ярһы, ел, ярыш минең менән!

2*

35




Шул ваҡыт Диңгеҙ, йоҡоһонан тамам уянып, һикереп торған. Ел-Дауылға ҡушылып, ҡырағай ҡыуаныс менән ер һелкетеп шарҡылдап көлөп ебәргән:

  • Дөрөҫ әйтәһең, Ел-Дауыл!.. Мең йыл тынып-тон- согоп йәшәгәнсе, бер көн янып-ярһып, урғып-ҡайнап йәшәү артыҡ!..

Диңгеҙ бер тулауҙа Ҡояш япҡан алтын суҡлы, аҫыл ташлы селтәрҙәрҙе өҙгө ләп ырғытҡан. Ай кейҙергән көмөш тәңкәле, уҡалы елән дәрҙе сисеп ташлаған. Унан сынйырҙан ысҡынған ҡырағай януарҙай ажғырырға, сеңләргә, Ел-Дауыл менән ҡыуышып елергә тотонган. Көмөш суҡтар тағылған зәңгәр толомдарынан тау-тау тулҡындар яһап үкерә-һыҙғыра, өнһөҙ ҡаяларҙы тоҙло һыу менән ҡойондорған, елкәнле караптарҙы ҡауыр- һындай осороп уйнатҡан-уйнатҡан да, ахыр килеп, таштарға бәреп сайратҡан, ярҙарынан артылып, далаларҙы баҫып киткән...

Шулай йәшәгән Диңгеҙ. Ел-Дауыл менән бергәләп донъяның аҫтын-өҫкә айҡаған.

Ләкин тынлыҡ мәңгелек булмаған кеүек, ярһыуҙың да сиге була икән шул. Бына әкренләп Ел-Дауыл уҙған. Диңгеҙ тағы тынған. Тағы, йәш бала кеүек иҙрәп, ярҙарына һыйынып, татлы йоҡоға талған. Тағы Ай менән Ҡояш яғына ара-тирә иркә ҡараштар оҙатҡан...

  • Аһ, ҡандай мөһабәт тынлыҡ!.. Ҡандай наҙлы тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ!.. — тип һоҡланған Ҡояш тағы. Уның күкрәген тағы алтын суҡтарҙан эшләнгән аҫыл селтәрҙәр менән биҙәргә керешкән.

  • О сихри матурлыҡ!.. О бөтмәҫ-төкәнмәҫ тылсымлы дәрт, илһам шишмәһе! — тип тағы маҡтарға керешкән Ай. Уға тағы уҡа суҡлы, көмөш тәңкәле еләндәр бүләк иткән...

Ни әйтмәк кәрәк? Ғашиҡтар бит! Мөхәббәт бөтәһен дә онотторған. Бөтәһен дә ғәфү иттергән.

Ошо мәкерле һәм наҙлы Диңгеҙгә мәңгелек ғашиҡтар араһында баяғы балыҡсылар ауылының иң уҙамандарынан береһе — Юламан ҡарт та булған. Тик уның мөхәббәте Ай, Ҡояш, Ел-Дауыл мөхәббәтенән башҡасараҡ булған: Юламан ҡарт Диңгеҙҙе бөтә ҡиәфәтендә лә берҙәй үк яратҡан. Йәшен сатҡылары менән ҡосаҡлашып,

36




мең башлы аждаһаға әйләнеп үкергән сағында ла, аҫыл ташлы, алтын суҡлы селтәрҙәр тағып, көмөш тәңкәле, уҡалы еләндәр кейеп, Ай, Ҡояш менән күҙ ҡыҫышып ятҡан ваҡыттарында ла, гонаһһыҙ сабыйға әйләнеп, татлы йоҡоға талған мәлендә лә берҙәй үк өҙөлөп һөйгән ул Диңгеҙҙе. Уның өсөн диңгеҙҙең йәмһеҙ ҙә, йәнһеҙ ҙә сағы булмаған. Эйе, ысын ғашиҡ булған ул Юламан ҡарт. Шуға күрә бөтә ғүмерен диңгеҙ ярында уҙғарған. Ул һәр көн таңдан алып төнгә хәтле уның янынан бер аҙым да ситкә китмәгән. Әлбиттә, Диңгеҙ-көйһөҙ ҡыҙ ҡартты төрлөсә ҡаршылаған. Берсә зөбәржәт нур бөркөп, күҙҙең яуын алып йымылдап ятҡан. Берсә ҡойон булып өйөрөлгән, берсә аждаһаға әйләнеп ажғырған. Ә Юламан ҡарт барыбер уның янына барған. Ҡарағастан соҡоп, һыу ҡошона оҡшатып эшләнгән, үҙе менән йәштәш кәмәһенә ултырып, диңгеҙ эсенә балыҡ һунарына сығып киткән. Ә аҙаҡ, ҡартайғас, ҡулдары ишкәк тотоуҙан баш тарта башлағас, һәр көн ҡармаҡ алып, Диңгеҙгә башын һуҙып, аяҡ бөкләп, рәхәт кенә көйшәп ятҡан һыйырға оҡшағаны өсөн «Ташһыйыр» тип йөрөтөлгән аласа ҡая өҫтөнә менеп, аяҡ һалындырып ултырған. Йышылып, һарғайып бөткән аҡ ҡыуалға беркетелгән оҙон баулы ҡармағын, ҡабаланмай ғына емләп, диңгеҙгә ырғытҡан. Саҡ ҡына ҡыҫылып, һәр саҡ йылмайған һымаҡ булып торған изге ҡарашлы сөм ҡара күҙҙәрен Диңгеҙгә төбәгән...

«Йә, бөгөн ниндәй ризыҡ бирер уға һөйгән Диңгеҙе?.. Ниндәй һәйбәт балыҡ бүләк итер? Әллә бер балыҡ та бирмәҫме?.. Ул саҡта Юламан ҡарт үҙенең берҙән-беренә, кескәй ейәнсәренә, нимә ашатыр?.. Шулай уҡ Зөлхизәһе ризыҡһыҙ ҡалырмы ни бөгөн? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел. Уның ҡырыҫ, ләкин йомарт ҡылыҡлы Диңгеҙе бындай ҡаты бәғерле булманы. Юламан ҡарттың ейәнсәрен — Зөлхизә һылыуҙы бер ҡасан да ризыҡтан мәхрүм итмәне. Был юлы ла буш итмәҫ, ҡоро ҡул менән ҡайтармаҫ уны рәхимле Диңгеҙе...»

Ьәр көн, һәр ай, һәр йыл шундай өмөт менән килгән Юламан ҡарт диңгеҙ буйына. Уның яҡты өмөтө бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмаған... Бер көндө Юламан ҡарт, ғәҙәтенсә, таңдан тороп диңгеҙ ярына килгән, Ташһы-

37




йырҙың мөгөҙ араһына, үҙенең яратҡан урынына менеп ултырған. Ҡармағын ҡәҙерләп, һылап-һыйпап, диңгеҙгә ырғытҡан. Тик уның аҡыллы ҡарашлы, талған күҙҙәре, элеккесә балыҡ сирткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп, ҡалҡыуысҡа төбәлмәгән был көндө. Күҙҙәр ҡармаҡҡа ҡабасаҡ балыҡты түгел, ә ҡайҙандыр, билдәһеҙ яҡтан, диңгеҙ төпкөлөнән килеп сығасаҡ кемделер түҙемһеҙлек менән көткәндәр, нимәне лер йотлоғоп эҙләгәндәр. Эйе, уның күҙҙәре генә түгел, хатта ҡуйы ялбыр күк ҡаштары ла, аҡ яллы тулҡындарға оҡшаған кәзә һаҡалы ла, тотош тарамышҡа әйләнеп, кипкән төпһә кеүек булып ҡалған бәләкәс кәүҙәһе лә ниндәйҙер бошоноу лы ынтылышта ҡатып ҡалған. Бер ҡараһаң, ҡая башынан осоп күтәрелергә йыйынған сал бөркөттө лә хәтерләтеп ҡуйған уның был ултырышы. Ә Диңгеҙгә барыбер. Ул һалмаҡ ҡына тулҡына, көмөш ҡанаттары менән Ташһыйырҙың тояҡтарын йыуа, ҡалҡыуысты әк- рен генә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡарай, йә уны бөтөнләй төпкә тартып алып инеп китә.

«Ҡалҡыуыс батты!.. Балыҡ ҡапты!..»

Аһ, ниндәй ярһыу ҡыуаныс, әйтеп бөткөһөҙ ләззәтле сәм уяна ине Юламан ҡарттың күңелендә был уйҙан! Бәлки, ул әле лә шулай ҡыуаныр? Э ле лә малайҙарға ғына хас сабырһыҙлыҡ менән ҡармағын һыуҙан тартып алыр. Ҡояш яҡтыһында аҡ ҡалай шикелле йылтылдап осҡан балыҡты тейен етеҙлеге менән эләктереп алыр ҙа, үтә ҡәнәғәт булып, йырлай-мөңрәй, уны һыулы күнәккә ырғытыр... унан тағы ихлас күңел, шат йөҙ менән ҡармағын емләп, диңгеҙгә ташлар... Тағы ҡалҡыуысына текләп, тыныс ҡына йылмайып ултырыр?

Юҡ. Ғүмерендә тәү тапҡыр Юламан ҡарт был көндө быларҙың бөтәһен дә онотҡан. Ваҡыт-ваҡыт хатта үҙен дә онота һымаҡ, бына-бына диңгеҙгә ҡолап төшөр ҙә, бер ҡасан да йәшәмәгән кеүек, юҡ та булыр һымаҡ... Нимә булған уға, Юламан ҡартҡа? Балыҡ ҡармаҡларғамы, әллә уй уйларға килгәнме ул яр буйына? Диңгеҙ кеүек икһеҙ-сикһеҙ, упҡынлы уйҙар төпкөлөнән ниндәй һәлмәк ҡатламдарҙы аҡтара, кемдәр менән серләшә уның күпте кисергән, тынғыһыҙ күңеле?! Бик алыҫта, сал Уралда ҡалған данлы тоҡом-ырыуы хаҡында уй

38




лаймы ул? Диңгеҙ ярҙарын үҙенә йәшәү төйәге итеп һайлаған батыр ата-бабаларын хөрмәтләп иҫкә аламы? Әллә диңгеҙҙә балыҡ кеүек йөҙгән, елкәнле кәмәләрҙә балыҡ аулап, яҡын араны арҡыры-буй айҡап сыҡҡан ҡыйыу, көләмәс егет Юламанды һағынып хәтерләйме ул?., һай, шәп ине бит ул, Юламан. Уның аҡҡош муйынлы, елкәнле йылғыр кәмәһе арыуҙы ла, батыуҙы ла белмәне. Эйе, ҡайҙа ғына барһа ла, диңгеҙ өҫтөндә юл таҡыр, ел ыңғай ине уның өсөн. Ә балыҡтан кәмәнең биле һығылыр ине... һай, ир ине шул ул, Юламан, ысын ир ине...

Ул ғынамы һуң?! Ә байрамдарҙа ҡойон уйнатып бейегән, тау яңғыратып йырлаған егет кем ине тиһегеҙ? Шул, Юламан түгел инеме ни!..

Ә һуң мөхәббәт?!. Эйе, яҙмыш уға мөхәббәттең диңгеҙҙәй тәрәнен, тау йылғаһындай ташҡынын, яҙғы күктәй сафын бүләк итте. Аһ бисәкәй, бисәкәй!..

Ҡыр кәзәһе шикелле теремек, ай кеүек көләс, ҡарлуғас һымаҡ эшсән ҡыҙ ине бит ул уның бисәкәйе... Көлгәндә, уның көмөштәй саф тауышының йөрәк ярһытып, шыңғырап китеүен, йүгергәндә, сулпы суҡтарының нисек һөйөнөп сылтырауҙарын онотторорлоҡ көс бармы ни донъяла?! Аһ бисәкәй... Ниңә һин үҙеңде йәненән артыҡ күреп һөйгән, һинең өсөн генә янған- көйгән Юламанды шулай япа-яңғыҙ ҡалдырып киттең?.. Ниңә бөтә уй-хәсрәтте уның бер үҙенә ауҙарҙың?.. Аҙ гына ла йәлләмәнеңме ни һин үҙеңдең Юламаныңды, бисәкәй?!

Эйе, үтә ныҡ яратышып ҡауыштылар, яратышып ғүмер иттеләр шул улар. Ике һөйгән йөрәктең аманаты итеп Буранша исемле ул үҫтерҙеләр. Матурлыҡты, ирәбе лекте Буранша әсәһенән, батырлыҡты, кеше һөйөүсәнлекте атаһынан алғайны шикелле. Эйе, матур ҙа, батыр ҙа, ғәҙел дә егет булып үҫте Буранша. Ун алты йәшендә, атаһы кеүек, диңгеҙҙә балыҡтай йөҙә, ерҙә боландай йүгерә, алыҫтан ыласындай осҡор күрә торған егет булып етеште. Балыҡсылар уны ла ошо ҡылыҡтары өсөн яраттылар. Юламан ҡарт ауырып-һыҙланып китһә, балыҡ һунарына Буранша менән бергә барырға ашҡынып торҙолар. Эйе, бик иртә ир-егет булып етте

39




Буранша. Ун һигеҙҙә кәләш алды. Йыл да уҙманы, кәләше уға бал ҡорто кеүек теремек, тубырсыҡтай ныҡ ҡыҙ табып бирҙе. Уға Зөлхизә тип исем ҡуштылар...

Шулай, телдән һөйләп, йырҙа йырлап биргеһеҙ ҡыуаныслы булды Юламандың тормошо, һай, һис кенә лә үтмәҫ, үҙгәрмәҫ кеүек ине лә баһа ул көндәр... Э күҙ асып йомған арала бөтәһе лә юҡҡа сыҡҡанын тоймай ҙа ҡалынды. Әллә, ысынлап та, төш кенә булдымы икән ул саҡтар?! Эйе, үтә татлы ла, үтә фажиғәле лә төш кенә түгелме һуң былар бөтәһе лә?!

Ун алты йыл?! Тап ун алты йыл. Зөлхизәгә ул саҡта бары ике генә йәш ине. Хәҙер — ун һигеҙ!.. Күпме ваҡыт үтеп киткән! Ә йөрәктең яраһы һис кенә лә уңалмаған... Эй-й, әгәр йөрәкте ҡулға алып ҡарарға мөмкин булһа ине... Унда нисәмә яранан ошо көндә лә ҡан һауып тороуын күреп булыр ине... Ярай әле йөрәкте ҡулға алып ҡарап булмай. Ярай әле берәүҙең йөрәк яраһы икенселәргә күренеп тормай. Юҡһа, был донъяла

40




кеше йөҙөнән ҡыуаныс-йыуаныс тигәндең эҙен дә күреп булмаҫ ине... Бер ҡасан да йылмая алмаҫ ине әҙәм балаһы... Най, ҡот осҡос булыр ине ул саҡта йәшәүе.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет