Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



жүктеу 4.44 Mb.
бет5/21
Дата04.07.2016
өлшемі4.44 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21

  • Эйе... Был шатлыҡты ла күрер көнөм бар икән, — тип ҡыуанды Юламан ҡарт. — Инде эйәле-башлы булып, бәхетле ғүмер итеүен генә күрергә яҙһын, — тип теләне.

Ысынлап та, Зөлхизәгә яусылар күп булды. Башта Юламан ҡарт:

52




  • Ейәнсәрем кемде һайлаһа — минең яратҡан кейәүем шул булыр, — тип кенә яуап бирҙе. Ә Зөлхизә берәүгә лә күңел бәйләмәй, ҡыр кәзәһе шикелле теремек, шаян булып, уйнап-көлөп йәшәй бирҙе.

  • һин, Зөлхизә, яҙғы ҡояш һымаҡ. Бөтә кешегә лә берҙәй көләс ҡарайһың. Тик бер кемде лә иш итмәйһең, — тип үпкә белдерәләр егеттәр.

  • 'Кояштың йылыһы бөтә кешегә лә тигеҙ етә бит, — тип мәрәкәләй Зөлхизә уларҙы. — Иң яҡшыһы шул түгелме ни?..

  • Кешегә тик үҙенең генә күңелен йылыта торған ҡояш та кәрәк бит әле, һылыу.

  • Ҡара һин уны, ҡалай үҙен генә ярата!.. Уйлап ҡара, үҙең өсөн генә ҡояш теләргә лайыҡлыһыңмы әле һин?!

  • Зөлхизә менән һүҙ көрәштереп еңә алмаҫһың, — тип өмөтһөҙләнә егеттәр.

Зөлхизәгә ҡыҙыҡ була: ул бәхетле йылмайып, башын ғорур күтәреп йәшәй белә. Ғүмер шулай үтә бирә.

Бына бер саҡ, балыҡсылар ауылы янындағы тымыҡ ҡултыҡҡа, тап бына бөгөнгөләй, аҡ елкәнен елберләтеп, диңгеҙ карабы килеп туҡтай. Мыҡты кәүҙәле, һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы, уйынсаҡ һүҙле, үтә һөйкөмлө йәш егет бер нисә егет менән ярға сыға. Аҙнағолдоң тәү килеүе була был. Бынан малай саҡта атаһы менән киткән, хәҙер, егет булғас, ҡайтҡан Аҙнағол. Тик ҡайтыуы нимә өсөн бит?! Эй-й, ташҡа үлсәйем.

IV

...Теге ваҡытта Ирьегет, ауылдан ҡасҡас, яҡындағы ҡалаға барып, байға ялланған. Байҙың карабы ла булған. Бай сауҙа менән генә түгел, диңгеҙҙә юлбаҫарлыҡ менән дә шөғөлләнгән. Ирьегет уға был эштә бик ихлас булышҡан. Аҙнағол да, үҫкәс, шул эшкә тартылған. Бара-тора Ирьегет үҙе лә байып, карап хужаһы булып алған. Инде карапты Аҙнағол үҙе йөрөткән. Зөлхизәнең әсәһе байбисә булып ҡалала гына йәшәгән.

Кешенең байлығы бергә артҡанда, ҡомһоҙлоғо бишкә арта тигән һүҙ дөрөҫтөр ул. Бына шулай, уңлы-һуллы

53




юлдар менән ҙур байлыҡҡа ирешеп, шәп итеп йәшәп ятҡанда, бер саҡ теге ваҡытта ташлап киткән ер өйө Ирьегеттең иҫенә килеп төшкән.

  • Ҡарағыҙ әле, бер тинһеҙ юғалды бит мал! — тип ҡысҡырып ебәргән ул, ҡото осоп. — Өй нып-ныҡ ине. Таштан бурап эшләнгәйне. Емерелмәгәндер, һис кисекмәҫтән барып, берәйһенә һатып китергә кәрәк.

  • Әйтмә лә, — тип күтәрмәләгән бисәһе. — Һатырға кәрәк. Тин янына тин артһын!..

  • Ярар. Сауҙа менән сит ҡалаға китеп барышлай, үҙем туҡталып, һатып китермен, — тигән Аҙнағол. — Бер ыңғайҙан тыуған йортто ла күрермен...

Бына шул маҡсат менән килеп сыға бында Аҙнағол тәүҙә. Шунда ул аңғармаҫтан Зөлхизәне осрата. Шунан һуң Аҙнағол бында һәр үткән-һүткәндә туҡтай башлай. Хатта бер килеүендә ысын күңелдәнме, былай һынау өсөн генәме, Юламан ҡартҡа:

  • Олатай, мин бында ҡайтып, һеҙҙең кеүек балыҡсы булып йәшәргә теләйем, һин быға нисек ҡарайһың? — ти.

  • Мин кәңәш бирмәйем. Ҡанаты бар саҡта ыласын осорға тейеш. Бында, ҡая башында, минең кеүек ҡанаты ҡайырылғандары ғына ултыра уларҙың... Ундайҙары ла, үҙҙәрен ҡаяға беркетеп тотҡан бәй өҙөлөү менән, оса алмаһалар ҙа, баштүбән ташланып, донъя ҡуялар... — тип кинәйәләп яуап ҡайтара Юламан ҡарт.

«Ә һин ыласынмы, ҡоҙғонмо, әлегә әйтеүе ҡыйын...» — тигән фекерен эстән генә уйлап, баш сайҡап ҡуя.

  • һүҙең хаҡ, олатай, — тип килешә Аҙнағол. Зөлхизәнең йондоҙҙай шат күҙҙәрен йәш бөркөй. Нисек иламаһын, Аҙнағолон үҙ янында ғына тотҡоһо килә бит уның.

  • һүҙең бик хаҡ! — тип ҡабатлай Аҙнағол. — Мин диңгеҙҙә йөҙөргә тейеш. Тик ул саҡта, олатай, Зөлхизәне һин миңә биреп ебәрерһеңме һуң? Мин бит уны яратам. Мин уны ҡалаға алып ҡайтып китәм.

«Ярай әле, бәләкәс саҡта Зөлхизәнең ҡолағын тешләгән булыуын белмәй... Әйтмәгәндәр... Юҡһа, ҡаршы

54




тороуы ҡыйын булыр ине... — тип уйлай Юламан ҡарт. — Әлдә был хаҡта Зөлхизә лә белмәй...» — тип ҡыуана. Шулай ҙа үҙе Аҙнағолға ни тип яуап ҡайтарырға белмәй аптырабыраҡ тора. Аҙнағол сабырһыҙлана.

  • Мин Зөлхизәне яратам. Унһыҙ йәшәй алмайым, — тип ныҡыша.

Зөлхизәнең әле генә моңайып мөлдөрәгән күҙҙәре инде Зөһрә йондоҙҙай тоҡанып китә.

«Мин дә яратам... Мин дә... унһыҙ йәшәй алмайым, ҡартатай...» — тип ялбара был ҡараш.

Юламан ҡарт йәштәргә алмаш-тилмәш ҡарап тағы бер аҙ өндәшмәй ултыра. Зөлхизәнең бөтә йөрәктән ғашиҡ булыуына төшөнә. Аҙнағолдоң мөхәббәтенә ышанмай.

  • Зөлхизәне, Аҙнағол, мин һиңә биреп ебәрә алмайым, — ти. — һис тә ризалығым юҡ, аңлайһыңмы, риза түгел!..

Аҙнағол ҡайтып китә. Зөлхизә моңға бирелә, һөйгәненә арнап йыр сығара. Шул йырҙы, ҡарышҡан шикелле, һәр саҡ ҡартатаһына ишеттереп йырлап ҡына йөрөүсән булып китә.

...Эй-й

Бүтән йәрҙәр миңә һис кәрәкмәй,

Киләһең бит? Килсе, йәш егет.

Шул һөйләшеүҙән һуң Аҙнағол тағы бер нисә тапҡыр килә. Юламан ҡарт: «Ризалығым юҡ!» тиеүҙән башҡа һүҙ таба алмай. Эйе, башҡа һүҙ табырға мөмкин түгел шул был урында. Теләһәң дә, мөмкин түгел... Ахыр, Аҙнағол килмәҫ була. Бер йыл үтә. Аҙнағол күренмәй.

  • Бәләһенән баш-аяҡ, — тип ҡыуана Юламан ҡарт. — Кәләш алғандыр. Үҙенең тиң-тошон тапҡандыр. Зөлхизә лә үҙ кешеһен табыр... Бәхетле булыр.

Ләкин эш Юламан ҡарт уйлағанса ғына барып сыҡмай. Зөлхизә башҡа бер егеткә лә ҡарамай. Аҙнағолон көтөп, диңгеҙҙән күҙен алмай, моңайып йырлап йөрөй бирә.

55




  • Былай булһа, бала һарыға һабышыр, — тип көйөнә хәҙер Юламан ҡарт. — Инде Аҙнағол килһә, ҡаршы тороп булмаҫ. Был никахтың аҙағы хәйерле булып бөтөүенә ышанысым булмаһа ла, кире ҡаҡмам бүтән... Яҙғаны шул булһа, ҡарышып ҡайҙа бараһың, — ти.

Юламан ҡарттың был уйын һиҙгән кеүек, бына Аҙнағол улар тупрағына тағы аяҡ баҫты. Һай, ҡандай оло бәхеткә тарыны бөгөн Зөлхизә. Быны күрмәҫкә, аңламаҫҡа ташмы ни Юламандың йөрәге... Белмәйме ни ул мөхәббәтте еңер көстөң юҡлығын... Эйе, мөхәббәткә нимә ҡаршы тора ала?! Бына бит, ҡартатаһын да онотто... Э бит ул, Зөлхизә, сикһеҙ һиҙгер йөрәкле, иғтибарлы бала... һөйгәнен күреү ҡыуанысынан онотто ла ҡуйҙы. Хатта ул көтмәй ҙә, буғай, ҡартатаһын... Эйе, Юламан ҡарт, ахыр килеп, берҙән-бер хазинаһынан да ҡолаҡ ҡаҡты күрәһең... һай, яҙмыш... һай, тормош!..

Шулай ҙа ҡайтырға, Зөлхизәне һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға кәрәк... Туҡта әле, ни өсөн һуңғы тапҡыр? Ҡыҙ бала кейәүгә китмәҫ тә, киткәс, ҡунаҡҡа ҡайтмаҫ булырмы? Өмөтһөҙ кеше түгел ине лә баһа Юламан!.. Ҡартлыҡтыр инде, ҡартлыҡтыр. Хәйер, әйтеүе генә анһат: һикһән йәш — һикһән йыл көрәш... йәшәү өсөн көрәш... һай-й... Әйтерең генә бармы?!

Юламан ҡарт таяна-тотона урынынан торҙо. Имгәкләп тигәндәй Ташһыйыр өҫтөнән төштө. Ҡулдарын артҡа ҡуйып, үтә ҙур һаҡлыҡ менән ҡая ҡуйынындағы ер өйөнә табан үрмәләне. Был уның ғүмерендә тәү тапҡыр ҡармаҡһыҙ һәм балыҡһыҙ ҡайтыуы ине.

  • Хәйерле булһын... — тип бышылданы ул, ҡалтыранған, ҡапыл ныҡ ҡартайып киткән тауыш менән. — Ахыры хәйерлегә булһын...

Уның был теләге, әлбиттә, үҙенең буш ҡул менән ҡайтыуынан бигерәк, Зөлхизә менән Аҙнағолдоң мөнәсәбәтенә йүнәлгәйне.

V

Өс көн, өс төн туй барҙы. Дүртенсе көндө Аҙнағол:

  • Сауҙаны шунан да оҙаҡҡа туҡтатып тороу кеҫәгә

56




ныҡ һуғасаҡ, — тип белдерҙе. Зөлхизәнең бөткөһөҙ бәхет менән нурланған күҙҙәренә тағы моң йүгерҙе.

  • Э мин?! Мине ташлап та китәһеңме ни, йәнем?! — тип ялыныс менән ҡараны ул Аҙнағолға.

  • һине лә үҙем менән алып китәм, һылыуым, — тине Аҙнағол, Зөлхизәне күкрәгенә ҡыҫып. — Сит илгә алып китәм. Унда мин һине алтын-көмөшкә мансырмын, атайым янына алып ҡайтҡанда, һин батша ҡыҙы кеүек биҙәнгән-төҙәнгән булырһың...

Бөтә туй буйына бер һүҙ өндәшмәй йоҡомһорап ултырған Юламан ҡарт, йылан саҡҡан кеүек тертләп, уянып киткән һымаҡ булды. Ҡара ҡурғаш кеүек ауыр ҡараштарын йәштәр яғына йүнәлтте.

  • Аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә һеҙ?! — тип ҡото осоп ҡысҡырыуҙы аңланы Зөлхизә был ҡараштан. Сөнки ул ҡартатаһының: «Диңгеҙ бик мәкерле, һылыу ҡатын икән. Шуға ҡатын-ҡыҙҙы һис тә яратмай икән. Әғәр берәй ҡатын баҙнат итеп, карапҡа ултырһа, диңгеҙ карапты батыра. Йоланы боҙған теге ҡатынды ырғытһаң ғына, карапты ебәрә икән», тип һөйләгәнен йыш ҡына ишеткәне бар. Бығаса бер ҡатындың да әле был йоланы боҙорға баҙнат итмәүен дә белә. Эйе, белә. Тик уның йөрәге быны аңлауҙан баш тарта. Аҙнағоло бар ерҙә бындай ҡырағай йоланың хөкөм һөрөүенә ышана алмай. «Диңгеҙ бит инде ул, һәр саҡ ҡотороноп, караптарҙы ла батырып тора. Ҡатындар ултырмаһалар ҙа, баталар караптар. Унда кем ғәйепле? Ниңә ул саҡта диңгеҙгә ҡорбан ташламайҙар? Ниңә ҡатын кеше карапта булған саҡта диңгеҙ ҡоторһа, мотлаҡ ул ҡатынды диңгеҙгә ташлайҙар? Уны ташламаһалар ҙа, ваҡыты еткәс, диңгеҙ тыныр ине лә баһа! Мәңге шаша алмай ҙа баһа ул», — тип йәберһенеп уйлана Зөлхизә. Ләкин был уйын бер кемгә лә белдермәй. Киреһенсә, иҫ киткес ғәмһеҙлек менән кинәнеп көлә генә.

  • Хафаланма, ҡарттай, — ти. — Диңгеҙбикә мине һорамаҫ!

  • һораһа ла, бирмәм! — тип ҡырт киҫеп раҫлай Аҙнағол.

  • Ьай, ышана алһам ине мин, егет, һинең һүҙҙәреңә... — тип ауыр ыңғырашып ҡуя Юламан ҡарт.

57


Унан был шиген уйҙа дауам итә:

«Иң ауыр, иң кәрәк саҡта, атайың һымаҡ, кеше хаҡында түгел, ә үҙеңдең бик бәләкәс, төҫһөҙ-еҫһеҙ генә йәнең хаҡында нығыраҡ уйлаусан булып сыҡмаһаң ярар ине лә бит... Телдән батырҙар күп тә бит ул... Йөрәктән батырҙар һирәгерәк осрайҙар шул...»

Зөлхизәнең әсәһе хаҡындағы дөрөҫлөктө Аҙнағолдоң ошоғаса асмай йөрөүе лә Юламан ҡарттың шиген арттыра.

«Ярай, теге ваҡытта мин Зөлхизәнең күңелендә үҙ әсәһенә ҡарата насар ҡараш уянмаһын тигән теләк менән уның ике йәшлек ҡыҙын бер ҡартҡа ташлап ҡасып китеүен әйтмәгәнмен, ти... Бәлки, дөрөҫ тә эшләмәгәнмендер. Ул саҡта, әйтәйек, минең ҡайғы менән иҫәңгерәгән башым хата уйлаған да булһын, ти. Әммә хәҙер Аҙнағол ни өсөн быны йәшерә? Уның был хәлде белмәүе мөмкин түгел. Аҙнағол ул саҡта ун йәшлек малай ине бит. Белә. Бик яҡшы белә. Әйтмәй. Көйгән кешеләр араһында сер булыуы мөмкинме?.. Най, Зөлхизә, Зөлхизә... Бер ни ҙә аңламайһың, бер ни ҙә күрмәйһең, балаҡай. Мөхәббәт һинең күҙеңә пәрҙә япҡан шул, ҡалай итәһең? Ни ҡылаһың?!»

Зөлхизәне оҙатыр өсөн, яр буйына бөтә ауыл йыйылды. Аяҡтан баҫҡан, ултырып-шыуғандың бөтәһе лә был ғәжәп ваҡиғанан ситтә тороп ҡалырға теләмәне. Ҡаты йоланы боҙорға, үҙен үҙе Диңгеҙбикә тигән мәкерле һылыуҙың упҡынлы ҡосағына ташларға, үҙ-үҙен үлемгә дусар итергә уны мәжбүр иткән мөхәббәт тигән тылсымлы көстөң серенә төшөнөргә тырышты. Шомло ҡыҙыҡһыныу менән Зөлхизәнең артынан күҙәтте.

Был көндө күк йөҙө үтә зәңгәр, тәрән, ҡояш нурҙары үтә иркә, ә диңгеҙ өҫтө, ынйы һибелгән беләҙек ҡашы шикелле, семәкәйләнеп, ғәҙәттән тыш шат йымылдап ята ине.

«Аһ, мәкерле йән... Беләм, аңлайым мин һине... һинең шәфҡәтһеҙ ҡыуанысыңды!.. — тип уйлай Юламан ҡарт, күҙен диңгеҙ өҫтөнән ала алмай. — Беләм... Тик Зөлхизәгә генә мин быны аңлата алмайым... Аңларлыҡ түгел инде быны...»

Зөлхизә лә бөгөн айырата һылыу, сиктән тыш шат.

58

Г'




Уның йөҙөндә балҡыған бәхет, мөхәббәт нуры күҙҙәрҙе сағылдыра, күптәрҙе телһеҙ ҡалдыра, табыныу дәрәжәһенә еткән хөрмәт һәм һөйөү уята. Шуға, ахыры, уның мәңгелек йоланы боҙоп, карапҡа ултырып китеүен бер кем дә ҡысҡырып, телдән әйтеп ғәйепләй алмай. Күңелдән ғәйепләүселәр ҙә уның йөҙөнә бер ҡарау менән был хаҡта оноталар. Эйе, сихри нур түгелә бөгөн Зөлхизәнең йөҙөнән. Ул бәхетле. Ул һөйгәне артынан бер түгел, ете диңгеҙ кисергә, ете ҡат ер аҫтына төшөргә, кәрәк икән, хатта уның менән бергә, уның өсөн ете ҡат үлергә лә әҙер.

Бөтә булған ваҡлыҡты, түбәнлекте, икеләнеү-шик- ләнеүҙе белмәй үҫкән саф һәм ғорур йөрәкле кешеләргә генә хас рәүештә үҙ-үҙен онотоп, ярһып, дәртләнеп һөйә ул. Уның өсөн Аҙнағолдан башҡа тормош та, йәшәү ҙә юҡ. Унан башҡа тыуыу ҙа, үлеү ҙә, хатта Зөлхизәнең үҙе лә юҡ. Ай ҙа, ҡояш та, сәскә лә, диңгеҙ ҙә Аҙнағол булмаған урында юҡҡа сыға. Шулай булғас, ҡалай итеп, ни өсөн тороп ҡала алһын һуң ул Аҙнағолонан! Ҡалай итеп, әллә ниндәй ҡырағай йолаларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән шомло өнөнә ҡолаҡ һалһын ул?! Ҡалай итеп үҙ бәхетенән үҙе ҡул һелтәһен?! Мөмкин түгел. Эйе, быны булдыра алмай Зөлхизә.

Шулай, Зөлхизә был ерҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүгеләрҙең тәүгеһе булып, мәңгелек тип иҫәпләнгән шомло йоланы емереп үтте. Башын ғорур күтәреп, көндәй балҡып, карапҡа табан атланы... Кем белә, бәлки үлемһеҙлеккә табан атлауы ошо булғандыр уның, Зөлхизәнең...

Хушлашыу бөтөнләй тип әйтерлек һүҙһеҙ булды. Был оҙатыуҙан кешеләрҙең күңеленә ғүмерлеккә яҙылып өс нәмә ҡалды: бының тәүгеһе — Зөлхизәнең йөҙөндә сағылған ғорур тантана, һөйөү-һөйөлөү шатлығы ине. Икенсеһе, Юламан ҡарттың күҙ йәштәрен тыйырға тырышып көсәнеүҙән, таш кеүек ҡатып ҡалған йыйырсыҡлы, арыҡ йөҙөндәге иҫ киткес тәрән ҡайғы һәм өмөтһөҙлөк булды. Аһ, Зөлхизә күрһә, аңлаһа ине был ғазаплы йөҙгә нимәләр яҙылғанын!.. Бәлки, хәтәр юлға сығыуҙан баш тартырлыҡ көс тә таба алған булыр ине ул үҙендә... Ҡайҙа һуң... Мөхәббәт уның йөрәген генә түгел, күҙен дә бәйләгән ине бит...

59




Кешеләрҙең хәтеренә һис тә юйылмаҫ өсөн инеп урынлашҡан өсөнсө нәмә — аҡ елкәнле ҙур караптың һалмаҡ, яй ғына сайҡалып, үтә шат йымылдап ятҡан, зөбәржәт диңгеҙ өҫтөнән тауыш-тынһыҙ ғына шыуа барып, әкрен генә ирей-ирей күҙҙән юғалыуы булды. Аһ, ҡандай тылсымлы, сихри күренеш ине был... Оҙатыусылар хатта аҡ елкәндәрҙең күбәләк хәтле генә ҡалып, һыу өҫтөндә һуңғы тапҡыр елпелдәп үтеүенән һуң да бик оҙаҡ телгә килә алмай торҙолар. Эйе, ауыр, бик ауыр тойғо ҡалдырып китте был карап. Кешеләр, мәйет оҙатҡандай, шомло тынлыҡ эсендә өйҙәренә таралды. Диңгеҙ ярында Юламан ҡарт япа-яңғыҙ ғына ултырып ҡалды.

Ҡара ҡурғаш кеүек тос, сирҡаныс минуттар, сәғәттәр бер-береһен ҡыуып үтә торҙо. Төш етте. Ҡояш, түбә өҫтөнә баҫып, рәхимһеҙ ҡыҙҙырҙы. Аяҡ аҫтындағы ҡырсынташтары, баҙлаған ҡуҙға әйләнеп, табанды ҡыҙҙырырға, көйҙөрөргә кереште.

Юламан ҡуҙғалманы.

Бына бер саҡ, көн буйы ҡыҙҙырыуҙан хәлдән тайған ҡояш, офоҡҡа ҡанлы шаршау ябып, диңгеҙгә сумды.

Юламан ҡуҙғалманы.

Ергә төн таралды. Диңгеҙ ҡараһыу күк шәл бөркәнде. Ярты ай, бер көтөү йондоҙҙарын эйәртеп, диңгеҙ төбөнә төшөп ятты. Көндөҙ ҡуҙға әйләнеп, табанды көйҙөргән ҡырсынташтары хәҙер, боҙ энәләр булып, Юламан ҡарттың табанына ҡаҙалды.

Ҡарт ҡуҙғалманы.

Таң яҡынлашты. Шаян йондоҙҙар тағы ярты айға эйәреп, берәм-берәм диңгеҙ төбөнән сыҡтылар ҙа күккә менеп йәшенделәр. Сығасаҡ ҡояш юлына ҡыҙыл һары балаҫ түшәлде. Ергә тағы көн тантанаһы килергә йыйынды.

  • Юҡ, бөгөнгө ҡояш минең өсөн түгел. Ҡарай алмайым, күралмайым мин уны бөгөн... — тип бышылданы Юламан ҡарт. — Уның ғәмһеҙ йымылдауы ла,

60




диңгеҙ, мәкерле, ҡомһоҙ диңгеҙ, һинең ҡояш нуры аҫтында үтә сағыу балҡыған йәнһеҙ матурлығың да минең өсөн түгел хәҙер... Эйе, Диңгеҙбикә, мин һиңә мәңгелек ғашиҡ инем. Инде һин минең мәңгелек нәфрәтемде яуланың... Бөтә ҡыуанысымды, йыуанысымды, барлыҡ өмөтөмдө йотоп бөттөң дә, миңә тағы йымылдап, йылтырап ятмаҡсыһыңмы?! Әйҙә, белмәгәндәр һоҡланһындар һинең был яһалма мөләйемлегеңә... Ә мин күралма- йым. Йәнем-тәнем менән күралмайым!.. Ишетәһеңме һин мине, мәкерле Диңгеҙбикә!..

Юламан ҡарт тағы, Аҙнағол килгән төндәге кеүек, таштарға тотона-имгәкләй урынынан торҙо.

Ьай, ауыр, ҡандай ауыр икән дә баһа уның һөйәктәре... Әгәр ул бында, диңгеҙ ярында, мәңгелеккә йоҡлап ҡалһа, ауылдаштарына уны күтәреп алып ҡайтыуы, ҡая өҫтөндәге ҡәберлеккә мендереүе бик ауыр буласаҡ та баһа... Күршеләрҙе, һәйбәт кешеләрҙе улай ыҙалап китергә яраймы ни?! Аяҡ йөрөгәндә, өйгә ҡайтып йығылырға кәрәк...

Ул, аҡтыҡ көсөн йыйып, ҡаяға үрмәләне. Ҡояш ҡалҡмаҫ элек ер өйөнә ҡайтып, һалҡын түшәгенә ауҙы.

Шул ятыуҙан ул ҡабат торманы. Күршеләре, алмаш- тилмәш инеп, уның хәлен белделәр. Аш-Һыу алып килделәр. Ауыл хәлдәрен, балыҡсыларҙың ниндәй табыш менән ҡайтыуын, кемдең улы-ҡыҙы тыуыуын, кемдең кәзәһе бәрәс һалыуын һөйләп сыҡтылар. Ләкин Юламан ҡарттан бер генә һүҙ ҙә ишетә алманылар. Ул ашаманы ла, йоҡламаны ла, һөйләшмәне лә. Уның ялбыр күк ҡаштары аҫтына йәшеренгән аҡыллы ҡара күҙҙәрендә тик бер генә һорау үлмәй йәшәне: «Зөлхизә ни хәлдә икән?!»

Ә был ваҡыт эсендә диңгеҙ өҫтөнән Зөлхизәнең иҫ киткес бәхетле һәм ҡот осҡос фажиғәле минуттарҙан торған ҡыҫҡа ғына ғүмер юлы балҡып уҙҙы.

VI

...Көҙгө кеүек йылтырап хәрәкәтһеҙ тынып ятҡан зәңгәр диңгеҙ бушлығында яңғыҙ карап йөҙә. Аҡҡош кеүек ғорур кирелеп, елкәндәрен наҙлы елберләтеп йө

61




ҙөп бара ул. Аҙнағол Зөлхизәнең тулҡынланып торған оҙон йыуан толомдарын һүтеп тарата. Ебәк кеүек йомшаҡ ҡара сәстәр, Зөлхизәнең зифа буйын тотош ҡаплап, аҡ ебәк күлдәк өҫтөнә ҡара күләгә ташлай.

  • һыу һылыуы! — тип һоҡлана Аҙнағол. — һыу һылыуы бит һин, Зөлхизә!.. Тик һиңә алтын тараҡ ҡына етмәй. Мин һиңә, ошо сит ҡалаға барып еткәс тә, алтын тараҡ алып бирәсәкмен, аңлайһыңмы, һылыуым!..

Зөлхизә, сабый бала кеүек ҡыуанып, ғашиҡтарға ғына хас вайымһыҙлыҡ менән Аҙнағолдоң муйынына һарыла.

  • Йәнем, кәрәкмәй алтын тараҡ миңә. Һыу һылыуы булғым килмәй минең. Мин бит тау ҡыҙы. Тау ҡыҙы итеп кенә ярат мине, Аҙнағол!..

Аҙнағол Зөлхизәне һөйә-үбә күтәреп алып йөрөй.

  • Хаҡ һүҙ. Һин тау һылыуы, Зөлхизә!.. Минең һылыуым. Тау үҙе лә, анауы балҡып торған ҡояш та, ай ҙа, йондоҙҙар ҙа минеке хәҙер. Улар ҙа минең өсөн генә яратылғандар. Яҙмыш үҙе уларҙы һинең менән бергә ҡушып миңә бүләк итеп бирер өсөн яратҡан... Диңгеҙгә ҡара, Зөлхизә, ул да минең өсөн зәңгәр тынлыҡҡа сумған. Еләҫ талғын ел дә минең елкәндәремде тирбәтер өсөн йәшәй бөгөн. Был донъяла хәҙер минең өсөн йәшәмәгән бер генә матурлыҡ та, бер генә байлыҡ, муллыҡ та юҡ... Тоям, ул һәр саҡ шулай булыр... Бәхет, шатлыҡ, байлыҡ, матурлыҡ тигәндең бөтәһе лә минең ғүмерлек юлдашым булыр... Сөнки минең янымда ерҙең иң һылыу ҡыҙы — Зөлхизәм, һин бар...

  • Һөйлә, бер туҡтамай һөйлә, Аҙнағол, — ти Зөлхизә, бәхеттән шашып. — Аңлайһыңмы, йәнем, минең йөрәгем хәҙер тылсымлы скрипка кеүек, һинең һәр бер һүҙең уның иң нескә, иң нәфис ҡылдарына сиртеп тирбәлтә. Һинең тауышыңдан мин үҙем дә тотош бер моңға, сихри бер моңға әйләнәм һымаҡ... Аңлайһыңмы, беләһеңме һин был моңдоң исемен?.. Беләһең... Мөхәббәт!.. Эй-й, ниндәй татлы, ниндәй наҙлы икән был моң!..

...Төн. Күк тә, диңгеҙ өҫтө лә ҡоторонҡо өйөрмәгә әйләнеп бергә тоташҡан. Ҡара тулҡындар ауыр йөк тейәп, тыуған ярҙарға ҡарай сыҡҡан яңғыҙ карапты,

62




ҡаҙ ҡауырһыны шикелле еңел ҡаҡҡылап, ҡыуып йөрөтә. Елкәндәрҙе ҡоторған дауыл йолҡҡолап ырғыта. Карап тирәһендә, аждаһалай урғылып, тулҡындар ҡайнай. Нисә көн буйы был аяуһыҙ һәм ҡомһоҙ тулҡындарға ҡаршы көрәшеп, аҡылдан яҙыу дәрәжәһенә еткән ишкәкселәр өмөтһөҙ ҡараштарын күшеккән тауыҡ себеше хәленә төшкән Аҙнағолға төбәгәндәр:

  • Диңгеҙбикә ҡорбан һорай! Күрәһеңме, аңлайһыңмы, изге йоланы боҙған өсөн, ул беҙҙең бөтәбеҙҙе лә һәләк итергә йыйына!.. Йә, хәҙер үк Зөлхизәңде уға биреп, беҙҙе ҡотҡараһың, йә үҙеңде лә уның менән бергә диңгеҙгә ташлайбыҙ! — тип талап итә улар, ҡотороноп. — Йәһәтерәк аҙаҡҡы һүҙеңде әйт!.. Диңгеҙбикә оҙаҡ көтөргә яратмай!..

Үлем ҡурҡынысынан тамам башын юғалтҡан Аҙнағол һүҙһеҙ баш эйә.

  • Тимәк, риза?!

  • Риза?!

  • Ха-ха-ха!.. — тип шарҡылдап көлә ҡара тулҡындар. — Ха-ха...

Ҡырағай ҡыуаныстан тулҡындар, шашынып, карап аша һикереп уйнарға керешә. Йығылмаҫҡа тырышып, карап ҡолғаһына сат йәбешеп торған Аҙнаголдо, ҡотороноп, тоҙло һыу менән ҡойондора. Э ишкәкселәр, берен-бере тапай-йыға аҫҡа, Зөлхизә янына ташлана.

Хәҙер улар Диңгеҙбикәгә ҡорбан бирәсәк... Диңгеҙбикә тынысланасаҡ... Уларҙы йотмаясаҡ. Диңгеҙбикәгә уға үҙе менән ярышырға маташҡан ҡыйыу ҡыҙҙы йоторға ғына кәрәк!.. Ул ҡатын-ҡыҙҙы күралмай!..

...Зөлхизә яңғыҙ. Уны хәҙер танырлыҡ та түгел. Өҫтә алтын уҡалар менән сигелгән ал ебәк күлдәк, ҡолаҡта алтын алҡалар, муйында ынйы-мәрйен муйынсалар. Беләктә, бармаҡтарҙа аҫыл ташлы, фирүзә ҡашлы беләҙектәр, йөҙөктәр... Аяҡта осло дағалы, сәмсәле ситек, башта ынйылы ҡалпаҡ. Аһ, ниндәй ғорур, һылыу һын! Нисек килешә уға был кейемдәр! Әйтерһең, ғүмер буйына ул шулай ғына кейенеп йөрөгән!.. Ысынлап та, Зөлхизәме был?.. Әллә берәй батша ҡыҙымы?!. Эйе, кейемдәргә ҡараһаң, уны Зөлхизә тип әйтеүе ҡыйын. Ә бына ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡаштар,

63




аҡыллы, ҡыйыу ҡарашлы яҡты күҙҙәр!.. Бөтәһе лә уныҡы. Эйе, Зөлхизәлә генә ине бит бындай, фәрештәләй, һылыу йөҙ!..

Тышта өс көн, өс төн диңгеҙ ҡотора. Ә Зөлхизәнең йөҙөнә ул бер генә лә үҙгәреш индермәгән. Ул һаман тыныс, бәхетле. Эйе, бер ҡасан да булмаган оло бәхет менән балҡып яна уның йөҙө. Сөнки ул — һөйә. Сөнки ул — ышана.

Диңгеҙҙең ҡотороуы хәҙер сиктән ашты. Ләкин Зөлхизәне был ҡурҡытмай. Аҙнағоло — йән һөйгәне барында уға ниндәй ҡурҡыныс булыуы мөмкин?! Аҙнағоло уны бер ҡасан да, бер кемгә лә йәберләргә бирмәҫкә ант итмәнеме ни?!

  • Күҙ ҡарам кеүек һаҡлармын мин һине, һылыуым, — тимәнеме ни ул?! Шулай тине. Мең ҡат ант итте. Зөлхизә белә, ышана, уның Аҙнағоло юрый ғына ант итә торған егеттәрҙән түгел! Түгел!.. Туҡта, кемдер ишек ҡаға?! Кемдәрҙер ҡотороноп шаулаша?! Аһ, Аҙнағолға бер-бер хәл булдымы әллә?! Аҙнағолдо һәләк итеп, был ҡоторонған ишкәкселәр хәҙер Зөлхизәгә ташланмаҡсылармы әллә?!

Зөлхизә ҡаты хафаланып һикереп торҙо. Йүгереп ишеккә барҙы. Ул арала булмай, ишкәкселәр, ишекте емереп, уның янына инде. Аһ, улар ниндәй ҡот осҡос! Сәстәре туҙған, күҙҙәре аҡайып маңлай урталарына менеп ултырған, ауыҙҙарынан аҡ күбектәр сәсрәй... Нимә булған? Ни бар уларға бында?
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет