ХИКӘЙӘЛӘР
Серле һөнәр эйәләре
Тымыҡ күлдә шайтан була.
Мәҡәл.
Их, яҙыусы булһаң ине! Их, ҡалын журналдпарҙа баҫылып, даның донъя йөҙөнә ашһын ине!” Һуңғы көндәрҙә ошондай фекер игәй башланы мейемде һәм тиктән генә түгелдер. Сөнки ҡалаға килеп уҡый башлағас, кеҫәһе һай студент тормошонан зарланып, ауылға хаттар яҙыуымды йышлаттым, хатта шиғыр ҡатнаштырып та ебәргеләй һәм әжеренә тыуған өйҙән почта аша аҡсаһы ла, аҡмаһа ла, тамғылай ине. Шулай ҡәләм шымартҡас, пионерҙар гәзитенә ус яҫыһындай мәҡәлә йә шиғыр-миғыр әтмәләргә өйрәндем дә шуның өсөн, ҡуян ҡойроғондай ғына булһа ла, “гонорария” (йәғни аҡса!) тәтетеүҙәрен белеп алғас, әле генә һүҙемде башлаған татлы сәмдән усаҡтағы ҡоро утындай дөрләнем һәм: “Яҙыусы булыу өсөн нимә кәрәк икән?” – тип уйланырға тотондом. Ләкин, күпме генә баш ватһам да, әҙиплек серен асырға хәлемдән килмәне, минең өсөн әҙиптәр һаман серле һөнәр эйәләре булып ҡалды. Был шөғөлдөң асылын ул һөнәрмәндәр ябай әҙәми заттарҙан бик ныҡ йәшереп һаҡлай кеүек ине.
Үҙ ғүмеремдә ул ҡәләм ҡәрҙәштәренең тик һүрәткә төшөрөлгән, таш һәм бронзанан ҡойоп ҡуйылғандарынан бүтәнен күргәнем булмағанлыҡтан, “нисек башларға?” тип өҙөлөп барып һорар кешем дә юҡ шул. Ә ҡомһоҙланып уҡыған нәфис әҫәрҙәремдең көллөһө: “Яңылыш юлға баҫаһың! Елкә соҡороңдо күрә алмағаның кеүек, әҙип тә булмаясаҡһың!” тип ныҡлы киҫәтә. Хатта һәр китап бите һайын, хәрефтәр аралығына боҫоп, миңә бармаҡ янап ултырған асыулы тәнҡитселәрҙе лә күрәмен һәм ҡурҡышымдан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып семерҙәп китә. Шулай ҙа хыялдарымдан ваз кисеп бойоғоп ҡалманым, нәпсе – шайтан, тиҙәр бит! Асыулы тәнҡитселәргә ҡыйыу ҡул һелтәп, Пегас-арғымаҡтың конюшня ҡапҡаһын үҙем эҙләп табырға ҡарар ҡылдым: тырышһам, асып та керермен, эйәрләп, атланып та алырмын!
Тәүге бурыс – тема эҙләү, әлбиттә. Нимә хаҡында тибрәтергә ҡәләмде? Һуғыш, никах, урлау, айырылышыу, донъя буржуазияһы һәм төрөк министрының ғәреме – былар бөтәһе ҡырылмаһа ҡырыҡ ҡәләм эйәһе тарафынан ҡырылмаһа ҡырыҡ төргә әйләндереп сәйнәлгән темалар. Ҡайһыныһын ғына алма, күптән яҙылып, ташҡа баҫылып өлгөргән. Хатта ерҙәгеләренә генә мөрәхәтһенмәй, Ҡояш системаһы артына сығып китә башлағандар. Баҫылып ятҡан китаптар һаны төҙөлөш материалы булған кирбестеке менән уҙыша, тиҙәр. Ошондай ҙа ауырлыҡлы заманала ҡайҙан табып алайым эҙләгәнемде?..
Баш ҡаланың ҡырыйындағы бөкөрәйгән ағас өйҙөң бер мөйөшөндә айына биш тәңкә түләп торған фатирымда ана шулай көйәләнеп ултырҙым-ултырҙым да, плащымды иңгә һалып, ваҡиғалар менән мыжғыу шаулы урамға сыҡтым, “Эйелеп ала белгән кешегә тема аяҡ аҫтында ята”, тип уҡығайным бер әҙәби тәнҡит мәҡәләһенән. Күҙҙе асыбыраҡ баҡһаң, ысынлап та ифрат бай йөкмәткеле икән дә был донъя! Танау төбөмдән үк сыңғырҙашып, бер-береһен тапай яҙып, трамвайҙар елдерҙе, береһенән тайпылайым тигәнсе, йәнәшәләп саптыртҡан виртуоз шофер “Победа”һы ҡанатына плащ салғыйымды эләктереп йыртып алды – үҙем көскә мостовойға танау сәнесмәй ҡалдым. Иҫәнгерәп торғанда, артымдағы ҡөҙрәтле һыҙғыртҡыс аҡылға ултыртты тиҙ үк. Муйынымды эскә тартып, уҙғынсылар төркөмөнә йылдам ғына һеңергә итеп ҡараным, әммә милиционерҙың хәстәрлекле икенсе сөрөлдәтеүе таштай ҡатып ҡалырға мәжбүр итте. Бик күңелһеҙ булһа ла, шыҡайып торған килеш, урам хәрәкәте тәртибе буйынса тәрән йөкмәткеле телмәр тыңланым һәм был һабаҡ өсөн ғәзиз биш һумлығым менән һаубуллашып, артабын аҙымланым.
Инде йөҙөмдө һытып, мейемдә фекерҙәр буталып, кәйефһеҙләнеберәк барһам да, алған һабағым арҡаһында тротуарҙан яҙлыҡмайынса уң яҡтан ғына атларға аҡыл етте – биш һумлығым өйрәтте. Әҙәби хыялдарыма ҡабат ҡайтып, үҙәк урамдағы матур биҙәлгән витриналарға баҡтым, аллы-гөллө вывескаларҙан арбалдым. Ә шулай ҙа, уларға арнап шиғыр яҙыу теләгем бик ҙур булһа ла, тәнҡитселәр күп туҡыған “штамп”ҡа юлығырмын тип, сәмле фекеремдән егеттәрсә баш тарттым. Ҡала үҙәге күренештәренән илһамыма аҙыҡ алыу ни тиклем дә һәләкәтле булырын аңлай инем: татар әҙибе Ғалимйән Ибраһимовтыҡылай елкә соҡорон ҡаплатып оҙон сәс еткергән серле һөнәр эйәләренең тап шул тирәлә йәшәүе, урам сатындағы зәңгәр неон яҙыулы ресторан тәңгәлендә йыш буталыуы һәр кемгә лә мәғлүм бит – мин күргәнде күптән инде киптереп элгәндәрҙер... Тимәк, бында эш бешмәй, тип ҡаңғырып торғанда, ала-ҡола тельняшкалы бер азаматты абайлап, ҡаланың йылға пристане келт итеп иҫкә төштө -- бына ҡайҙа һоҫорға тейешмен “свежий материал”ды! Йәш Горький ҙа бит үҙенең Челкашын пристандән һәрмәгән! Бәлки, берәй капитан менән танышырмын, һис юғында матросы ла ярап торор.
Ләкин Хаҡ яҙмаған икән был юлы ысын йылғасыларҙы осратырға. Пристань ҡапҡаһынан инмәҫем борон уҡ мине кинолағы профессорҙыҡына оҡшаш өскөл һаҡалтайлы, аҡ халатлы уҙаман тап итте лә еңемдән эләктерҙе:
-- Саламалейкум, товарищ сын башкирского народа! – тип өлтөрәп тәбрикләне, “ҡотороҡ һыйыр һөтө”нән һемереп алғанлығы сер түгел ине. Ҡиәфәте урыҫ кеүек күренһә лә, ниндәй тоҡомдан икәнлеген шөйлә самалағас, мин дә ҡоро ҡалдырманым, үҙе һымағыраҡ:
-- Малейкумассалам, товарищ потомок Чингис-хана! – тип яуапланым, ә үҙем: “Минән мәйет яһап, анатомировать итергә шәйәләй, ахыры, был эскулап...” – тип шөрләп тә ҡуйҙым, сөнки пристандән бер квартал аша ғына мединститут барлығын һәм унда төн һайын бер профессор студенттарына, мәйет кәүҙәһен ярып, “анатомик театр” тамаша иттертеүен ишетеп белә инем. Хәтәрлекле ошо мәлдә аҡ халат кеҫәһендә медицина бысағы-скальпелгә оҡшаш нәмә уҫал ялтырап, аҡылымды юя яҙҙы – скальпель тигәнемдең төптө гонаһһыҙ сәс алғыс машинка икәнлеген абайлау ғына киҫкен аҙымдан араланы. Йоҙроҡтарымды яҙылдырып, иркен һулыш алып, халатлыға һораулы ҡараш аттым.
-- Әйҙә, рәхим итегеҙ,
Сәс алдырып китегеҙ.
Теләһәгеҙ – ҡырырбыҙ,
Теләһәгеҙ – ҡырҡырбыҙ! –
тип, секерәйгән күҙҙәре менән йылмайып, устарын сәбәкләй-сәбәкләй һамаҡланы ла сәйерйән, ҡулдарын һоноп күрһәтеп, ишеге ҡыҫыҡ торған, зәңгәр вывескаһы менән ымлаған парикмахерскийға саҡырҙы. Вывесканан алсаҡ йылмайған бөҙрә сәсле баш һүрәтенән арбалып, йәшен атҡандай сағыу нурланды мейем, Күктән бер юлы ике Ҡояш көлгәндәй, көллө донъям яҡтырҙы, йәмләнде, әйтерһең, яңынан рухланып тыуҙым. “Бына ҡайҙа ул тема, бына ҡайҙа материал!” – Шатлығымды тыя алмай, эстән генә ҡанатланып бейенем, сөнки Колумб үҙе лә, бәлки, Американы асҡанында был тиклем елкенмәгәндер. Ысынлап та, яҙыусы өсөн бының ише хазина төйәген күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Үҙемдең белеүемсә, донъя әҙәбиәте тарихында парикмахерҙар тураһында бер генә поэма ла, повесть-мовесть тә, хикәйә-микәйә лә (романын әйтеп тә тормайым!) яҙылғаны юҡ әле, ошо көнгәсә был тема карталағы ҡотоптарҙай аҡ тош хәлендә ята, үҙенә йәш, ҡыйыу сәйәхәтсенең килеүен көтә. Әгәр ҙә ки ошоғаса бында аяҡ баҫмаған серле һөнәр эйәләренең (йәғни яҙыусыларҙың!) илһам күҙен томалаған билгеһеҙлек пәрҙәһен, кескәй хикәйә ярҙамында ғына булһа ла, йырта асып ебәрһәм, донъя әҙәбиәтен ул яңы төшөнсәләргә байытасаҡ һәм, -- кем белә! – бәлки, күренекле әҙәби-ғилми мәғлүмәттәр ҡатарында энциклопедияға ла керетелер. Белер ине шунан ағайың ниндәй энә менән ниндәй ҡойо ҡаҙып йәншишмә сығарырға! Мөһим мәлдә ошондай мөһим нәмәне диҡҡәтенә эләктереп тотоп ҡалдыра алған мейемдең уңғанлығына ҡыуанып, саҡырыусыма дәртле аҙымдар менән тағылып эйәрҙем. Барыбер сәсем еткән – тормош серҙәрен өйрәнгән ыңғайҙа алдыртып та сығырмын.
Аҡ халатлы, профессор һаҡаллы был уҙаман – оҫтахананың бер юлы мөдире лә, пристандән клиенттар ылыҡтырыусы йылғыры ла Кәсепйән Шымағаевичтың үҙе икән. Етәкләп әбинеп, көткөлөк мөйөштәге түңәрәк өҫтәл эргәһенә ултыртты, биттәре тетелеп бөткән биш йыл элгәрелекле мода журналдарын ҡарай торорға ҡушты. Үҙе, яҡындағы шкаф тартмаһын асып, мөлкәттәренә өңөлдө. Мин, журналды аҡтарған булып, бүлмәгә күҙ йүгерттем. Тәү ҡарауҙан уҡ, түшәмдең дымға бүртенгән һәм ҡайһы бер урындарында йыртылып һәлберәгән бал кәрәҙе биҙәкле обой ҡағыҙы йәлеп итте иғтибарҙы. Ә мөйөш-һәйештәрҙә, ағарып, егәрле үрмәкселәрҙең мөртәт себендәргә ҡорған ауҙары һағалай.
Бер юлы өс оҫта эшләй, өсөһө лә ҡатын-ҡыҙ. Береһе тығыҙлап йөн тултырған оло киндер тоҡтай йыуан, ҡабарынҡы күкрәкле. Сөм ҡыҙылға буялғын турһыҡ ирендәрен супылдатып, көскә тын ала-ала һөйләй:
-- Беләһегеҙ бит Зөләйхә Яппаровнаны? Бөгөн иртән “тиҙ ярҙам”ға тейәп алып киткәндәр. Күрә лә алмай ҡалдым бахырҙы.
-- Теге, былтыр аборттан саҡ үлмәй ҡалған Зөлпөйҙөмө? – Моңһоҙ ғына белеште күршеһе, пасталанған яҫы ҡайышҡа шарт-шорт бәке янап.
-- Эйе шул. Йәнә бәхетһеҙ роман.
-- Апаһы ла уйнаштан бала тапты...
-- Хәҙерге заман ирҙәре бөтөнләйгә намыҫтарын юйғандар. Ҡарап тороуға шундай ябай, бер ҡатлы ғына малай ине, “алам” тип ышандырып йөрөп, ташланы ла китте бисараны. Хәҙерен: “Мин уны күргәнем-белгәнем юҡ!” – тип әйтә, ти...
-- Вәт һиңә малай аҡтығы! Ә ниңә, күптән түгел генә бер ҡарт полковник вәғәҙә биргән тигәйнеләр ҙәһә Зөлпөйгә?
“Әһә, бына темам!” тип ҡуш ҡолаҡ ҡарпайтһам да, ғәйбәт дауамын тыңларға тура килмәне: мөдир үҙе йәнәшәмә төпләнде лә, ҡунаҡсыл алсаҡланып, татлы теле менән һүрҙе зиһенде. Уның менән талғын һөйләшкән хәлдә, ҡатындарҙың ҡайғырып көрһөнөүҙәрен, һоҡланып тел шартлатыуҙарын, ир-атҡа яуҙырған ләғнәттәрен ҡолаҡ артым менән ишеткеләнем.
-- Мырҙам, ҡырынырға яҡшы бәке һатып алырға теләйһегеҙме? – Асыҡ итеп ҡолағым алдынан ишетелде Кәсепйән Шымағаевичтың тура телмәре һәм был әле минең өсөн көтөлмәгән тәҡдим булып сыҡты. Тәүҙә, өнһөҙ генә, морон аҫтымды уң усым менән ҡапшап ҡараным, ә һулаҡайын кеҫәмә тыҡтым. Морон аҫтымдағы себей йөнөм һиҙелерлек оҙоная һәм шөйлә ҡата барһа ла, кеҫә төбөм ҡалынайыуы насар тойола ине, шуға күрә яҡшы тәҡдимде йығырға, киләсәктә ҡырыныу өсөн дә оҫтаханаға йөрөп аҡса сарыфларға кәрәк буласағы ныҡ ҡына бошондорҙо (ярай ҙа ул тиҙерәк тема табып, ташҡа хикәйә баҫтыртып, нәшриәттән гонорар ҡайырып алһым?..) Аҙыраҡ фекер туплағас:
-- Ҡырын китмәҫ ине лә ул үткерен һәм осһоҙорағын тапҡанда... – тип ҡырыныраҡ һуҡаланым. Кәсепйән Шымағаевичтың күҙҙәре йылтыраны:
-- Бына егет! Сто процентная умница! Бында килеп бик яҡшы иткәнһең әле, минең менән юғалмаҫһың һис ҡасан! – Иңбашыма ҡулын һалып, маңлайымдан супылдатты. Шул ыңғайы шкаф тартмаһынан өҫтәлгә аяҡ кейеменән бушанған оҙонса ҡатырға ҡумта килтереп ҡуйҙы. – Хәҙер мин һиңә шундай үткер, серле бәкеләр күрһәтәсәкмен – иҫең-аҡылың китер! “Ҡайһыныһын һайлап алайым икән?” тип, шаҡ-ҡатырһың. – Ҡумтаны асып, ҡолаҡҡа шыбырҙаны. – Тик кешегә ысҡындыра күрмә, брат, сер! Бөтәһе тиң заграничныйҙар былар. Әләм-һәләм менән бысранмайым мин алай.
Үҙ ғүмеремдә, танау аҫтым ғына түгел, төклө елкәм дә сит мәмләкәт бәкеһен татымаған мин бахыр, тешем араһынан сыҡмаясағын вәғәҙәләп, серле ҡырыныу ҡоралдарының күрһәтелеүен көттөм. Хатта яҙыусы булыу ҡайғыһы ла онотола биреп торҙо.
Кәсепйән Шымағаевич, сәмле хәлемде һиҙенеп булһа кәрәк, ҡабаланыу билдәһе күрһәтмәне. Ҡулын ҡумта ситенә ырғаҡтай элеп, мөлкәте өҫтөнә ябылған иҫке гәзит һүрәтен тамаша ҡылды, үҙе морон эсенән генә “Әпипә”не көйләне. Һүрәттең ысынлап та һүрәт икәненә инанғас, ҡарашын түшәмгә атты ла хыялланып һөйләнде:
-- Дә-ә-ә... була ине, элек брат, бәкеләр – хәҙергеләргә иш түгел! Ә шул бәкеләргә лайыҡлы кешеләре, кешеләре! Бөйөк урыҫ шағиры Лермонтов әйтмешләй:
Да, были люди в наше время,
Не то, что нынешнее племя:
Богатыри – не вы!
-- Шиғри күңелле икәнһегеҙ! – тигән булдым.
-- Бәкене ҡулында йәшендәй уйната белгән һәр маһирйән шиғри күңелле ул, мырҙам. Дә-ә-ә... була ине элек, брат, бәкеләр – ҡулға алһаң, йәшендәй йәшнәр ине! Хәҙерге бәкеләр бәкеме ни ул? План тултырырға ашығып, һыуыҡ тимерҙән әтмәләп сығаралар. Бер ҡырһаң, икенселәй сарға тоторға кәрәк. Их, бар ине бит, брат, заманалар! Кибетемдә ниндәй генә бәкеләр булмай торғайны! Ҡазандағы минең кибетемдә... – Мөдир бер -- миңә, бер залдағыларға аҡайып ҡарап телен тешләне, ә мин һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөп өлгөрмәнем – артығыраҡ ысҡындырыуын һиҙенеп, һүҙ ағышын ҡапыл бүтәнгә борҙо. – Инглиз ғына яһай икән хәҙер ысын бәкене: шундайын да үткер, ти, ундағы оҫталар клиенттарының любой һаҡалын, һабынламай-нитмәй, төкөрөкләп кенә ҡыра, имеш...
-- Улай ҡырыу бик килбәтһеҙ ҙә инде. Төкөрөктә ниндәй генә микроб юҡ!
-- Дә-ә-ә... Бөйөк Туҡай әйтмешләй:
Күктә ниләр булмас, дисең,
Очсыз-ҡырыйсыз күк бит ул!
-- Туҡайҙы ла беләһегеҙ икән дә?
-- Әтү? Кибетебеҙгә кереп, һыра эсә торғайны.
-- Бәй, кибетсе инегеҙме?
-- Ғәфү-ғәфү, мин әйтмәнем! Бер байҙың кибете ине... Төкөрөкләп ҡырыуҙы әйтәм: ҡайһындай ҙа экономлы, мәшәҡәте лә аҙ булған. Һабынламай ҡырып ҡара әле хәҙергеләрҙе! Вәт элек бар ине миндә бәке – бөтә бәкеләргә бәке! Клиенттың яңағына тейҙерһәң, ҡулыңды үҙе һөйрәп йөрөтөр ине. Хатта гөбөрнатор һаҡал ҡырыусыһының күҙе ҡыҙа ине уға. Мәкәрйә йәрминкәһендә үткәрелгән һаҡал ҡырыусылар ярышында мин ул бәке менән ысын генерал ҡолағын ҡыйып төшөрҙөм, хатта һиҙмәй ҙә ҡалды. Вәт бәке ине ул, исмаһам! Заграничный!
-- Нисек башығыҙ иҫән ҡалды, нисек тотоп атманылар?
-- Хе-хе-хе, Әрәсәйҙе бәлшәүиктәр сәскә аттыртҡан НЭП дәүере ине бит ул. Генералдың үҙен тотоп аттылар, ә шуны фашлағаным өсөн миңә рәхмәт әйттеләр, хатта сәс алғыс машинкаһы менән бүләкләнеләр.
-- Ә хәҙерге заманда кемдең дә булһа ҡолағын ҡырҡҡанығыҙ бармы һуң? – Хәүефләнеп белештем, тауышым ҡалтыранып. Сәс алыусы оҫтабикәләр, ағарған йөҙөмдө күреп, буғай, шырҡ-шырҡ көлөштө.
-- Хәҙерге бәкеләр бәкеме ни -- уға яраҡһыҙ. Тағы, милиция ҡамасаулыҡ ҡыла... – тине Кәсепйән Шымағаевич, ауыр көрһөнөп. Тыныслана биреп, яҡыныраҡ шыуыштым:
-- Күрһәтегеҙсе шул заграничныйҙарығыҙҙы!
-- Айн момент! – Кәсепйән Шымағаевичтың ике бармағы гәзит ҡырыйын йылдам күтәрҙе лә хазинаның бер данаһын яҡты донъяға сығарҙы. Тәҙрәнән төшкән ҡыя нурҙарға һары еҙ йылмайыуы сағылды. – Американец! – Күҙҙәрен күк сливалай түңәрәкләндерҙе бәке һабын үбеп һәм уның ит балтаһылай тупаҡланған йөҙөн асып күрһәтте. – Рокфеллерҙың үҙе тотоп ҡырынған бәкеһе был, брат! – тип, ҙур сер итеп, ҡолағыма шыбырҙаны. – Мин уны Мәскәүҙә бер дипломаттан ат хаҡына һатып алдым.
Атаҡлы миллиардер бәкеһен йүнләп ҡарарға ла өлгөрмәнем, күп ҡайрауҙан урта биле ашалып, кәкре ҡылысҡа оҡшап ҡалған икенсе бер экспонат ятты мөдирҙең усына.
-- Быныһы төрөк подданныйы. Ҡара диңгеҙ аша шаландала Одесса контрабандисы Жора Бесәй Мыйыҡ үҙе ҡайтарған тауар!
Ҡатын-ҡыҙҙар йәнә шырҡ-шырҡ көлөшкәс, шуны абайлап алдым: “заграничный”ҙарҙың һағаҡ төбөнә үҙебеҙҙең Ленинград заводының “Нева” тамғаһы һалынған – оҫтахананың туҙып ғәмәлдән сығарылған иҫке-моҫҡоларын “төртмәксе” икән был ағай... Ҡыҙыҡһыныуым һүрелеп, йөҙөмдө ситкә бороуым “кибет”семә бик мөшкөл тәьҫир итте, ҡулдары ҡалтыраны. “Төрөк мөғжизәһе”н ашығып гәзиткә ураны ла түш кеҫәмә сумырҙы:
-- Алығыҙ, брат, тиҙерәк алығыҙ – үкенмәҫһегеҙ! Бына бынауы себей йөндәрегеҙ оторайһа, ғүмерегеҙ буйына рәхмәт уҡырһығыҙ. Лермонтов менән Туҡайҙы аңлағанығыҙ, шиғри күңелле булғанығыҙ өсөн генә арзаныраҡ ебәрәм.
Кәрәкмәһә лә, ныҡышлығына түҙмәнем:
-- Күпме һорайһығыҙ һуң?
Ҡолағыма шыбырҙаны:
-- Күпме, тип ни, күп түгел инде: йөҙ илле грамм аҡтан, бер көрөшкә һыра, сәйнәргә селедка ҡойроғо.
Кинәт иҫемә килеп:
-- Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, миңә бәке кәрәкмәй. Йәшмен әле, өйләнмәгәнмен – ҡолағымды ҡырҡырға йә боғаҙымды салырға йыйынмайым! – тинем. Ғазапсым, ҡасып китеүемдән ҡурҡҡан шикелле, шытырҙатып ҡулымдан алды:
-- Ҡасан да булһа өйләнерһегеҙ бит, брат...
-- Ул саҡта мин ниндәй ҙә булһа ябайыраҡ ҡорал ҡулланырмын! Ә хәҙерен сәс алдыртырға килдем. Тиҙерәк...
-- Сират, брат, сират! Һуҡты ла күпте, түгел бит был. Хатта Ленин мавзолейына ла көн элек сират торалар.
Ҡатындар һаман лығырҙап ғәйбәт һата, миңә кресло бушанмай ҙа бушанмай... Бәке аҫтындағы клиенттарҙың да ҡиәфәте вокзалда поезд көткәндәгеләй талғын, бойоҡ – тиҙ арыныуҙан өмөттәрен өҙөп, буғай, яҙмышҡа тапшырылғандар. Сөнки беләләр: яҡты социализм осоронда хатта ҡараңғы гүргә лә сират, үҙ сиратыңды сабыр көтөргә кәрәк. Әммә-ләкин был минутта мин үҙемде, бына-бына яҙыусы булыр, ябай халыҡ көн күргән замананан иң кәмендә бер аҙым алда барыр инсанды, рухым менән коммунизм осороноҡо һананым һәм ошондағы арттан һөйрәлеп килеүселәрҙе алға тартыу теләгенән ҡомарландым. Ошо хистәр тулҡынында тирбәлеп иҙәнгә баҡҡайным, аяҡ аҫтында өйөлгән сәс сүмәләләрен күреп көйөндөм. Аҡ брезент туфлиҙарыма ла хәтһеҙ генә ҡыл һырыған, әгәр был туфлиҙарҙың береһен, ҡағыҙға төрөп, антропология институтына ебәрһәң, шуға ҡарап ҡалабыҙҙа әллә нисәмә расанан торған халыҡ йәшәүен белерҙәр ине. Ул минутта быны эшләү башыма килмәне, әлбиттә, сирҡаныу ҡатыш йәбер генә әрнетте. Характерыма аҡрынлап керә барған әҙип тотанаҡлығын юйып, ҡырыҫ өндәштем:
-- Мөдир иптәш, ниңә иҙәнде һепертмәйһегеҙ? Кейеҙ баҫырға түшәнегеҙме әллә?
Кәсепйән Шымағаевич, осаһына энә ҡаҙалғандай ырғып тороп, бәкеле ҡумтаһын шкафҡа йәшерҙе. Яғаларын, галстугын төҙәтте һәм, бала әтәстәй әзерәйеп, олпат һыны менән ҡаршыма баҫты:
-- Был һеҙгә ҡағылмай, мырҙам. Һеҙҙең хәсрәт – сәс алдыртыу ҙа һаҡал ҡырҙыртыу, аръяғын беҙгә ҡалдырығыҙ!
-- Алайғас, ниңә түшәмегеҙ ялпылдаған, мөйөштәрегеҙгә үрмәксе ау һуҙған, ә тәҙрәләрегеҙ бер иле туҙан?
Әйтеүем булды, өс күкрәктән зәһәр ҡатын-ҡыҙ нәфрәте суйыр ташланып яуҙы башыма һәм үҙемде шул мөҙҙәттә йәмәғәт тыныслығын боҙоусы зарарлы элемент итеп тойҙом. Кәсепйән Шымағаевич иһә коллегаларының фекерен мәҙәнилерәк аңлатты:
-- Тормоштан артта ҡалғанһығыҙ икән, мырҙам, Әрәсәйҙә штаттар ҡыҫҡартылыуын белмәйһегеҙ. Йыйыштырыусы берәмек юҡ бит хәҙер. Гәзит уҡырға кәрәк, мырҙам, гәзит!
Ысынлап та, гәзит алдыртмайым шул, ә ҡалын журналда ундайҙарҙы яҙмайҙар. Ҡолаҡтарым ҡыҙарып, тәртипһеҙ телемде тыйҙым. Аҙ һөйләп күп тыңларға тейеш, тиҙәр бит яҙыусыны.
Шул арала бер оҫта ҡул бушанды ла, кеҫәмде ҡапшап, өс һумлыҡтың иҫәнлегенә инанғас, дермотины эт телеләй һәленке-йыртыҡ креслоға ларҡайҙым. Күпме генә тыйылырға тырышһам да, салфеткаға ҡарата нәфрәт белдерергә тура килде, сөнки уны әле генә тороп киткән клиент муйынында күргәйнем. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, талаш-тартышһыҙ ғына, хәйерһеҙ сепрәкте төпкө бүлмәгә алып инеп киттеләр. Муйыныма бүтәне килтереп һалынғас, тынысланып, башымды сибәрлек маһиры ҡулына тапшырҙым.
Елкәне ҡырҙыртмай ғына (ҡиммәткә төшә!) “полька” алдыртырға кәрәк. Хушбуйлатырға ла ярамаҫ. Их был кеҫәнең һайлығы!..
Арҡа буйҙарымды сымырҙатып елкә сәсемә һалҡын машинка батҡайны, сырт-сырт итеп бер-ике һайраны ла барабанына сүп тығылған комбайндай туҡтаны. Оҫтабикәм уны минең бер семетем үҫенте менән ҡуша йолҡоп алды.
-- Ну сәс! Ну сусҡа ҡылы! -- Әллә һоҡланып, әллә хитланып һөйләнде, аңҡауына телен сыртылдатып. Мин иһә сырайымды һыттым, йомғаҡланып кресло төбөнә баттым. Шулай ҙа сер бирмәнем: маһир әҙәби тәнҡитселәр өйрәтеүенсә, әҙип тигәнең эт йәнле булырға тейеш! Оҫтабикәм иһә миңә ғәйепләпме, үпкәләберәкме ҡараны, әйтерһең, “сусҡа ҡылы”н уларға этлек эшләмәккә махсус үҫтереп кергәнмен. Өндәшмәй ултырыуымды ла шундайға һаплап, буғай, беҙҙәй ҡарашымды көҙгөнән тотоп алып баш сайҡаны. -- Әллә тимерсыбыҡ инде... Ниңә ҡаты шул тиклем? – тип ҡаҙалды.
Рухым менән коммунизм дәүере инсаны икәнлегемде онотмай, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырыштым:
-- Әсәйем менән атайымдың эше был, ниңә минән һорайһығыҙ? – тинем. Оҫтабикәмдең ҡыҙыл буяулы ирендәре ҡыйшайҙы, күҙҙәре төймәләнде:
-- Оят түгелме һеҙгә, гражданин, шулай тип һөйләшергә? Ҡарағыҙ, ҡайһындай ҙа холоҡһоҙ йорат китте хәҙер, ә?!
-- Ах, ах, грубиян! – Эштәрен туҡтатып тороп ахылдашты коллегалары. Кәсепйән Шымағаевич та абруйлы үҙ фекерен килтереп ҡыҫтырҙы:
-- Д-ә-ә... тифозный бет кеүек ваҡ, асҡаҡ, күпкәк, ҡырыҫ, ҡомһоҙ тоҡом үрсене был донъяла, бер тәңкәһе өсөн ҡалтырап тора. Боронғоларға етеү ҡайҙа инде ул, хәҙер уларҙы төшөңдә лә күрмәҫһең...
-- Күрәһегеҙ бит, сәсе ниндәй...уф!
-- Ташлағыҙ ул ҡул машинкағыҙҙы, электрлығыҙ бар ҙаһа! – Түҙемлегем ҡаҡшаны.
-- Ә электр энергияһын кем экономлар, планды кем үтәр?
-- Һеҙ нәмә, план буйынса гел ҡуян мамыҡлы баштарҙы ғына көҙәргә тейешһегеҙме?
-- Телләшмә, телеңде ҡыҫҡартырмын! – Машинкаһын ауыҙым алдында сыртылдатты оҫтабикәм. Тороп шылырға самалап, ҡалҡына биреп ҡуйҙым, ләкин мыҡты күкрәге менән яурынымдан баҫып сүктертте.
-- Ярар, ҡәнәғәтләндерегеҙ шуны! – Мөдир ҡул һелтәне. Электр машинкаһының талғын бажылдауына иҙерәп, керпектәремде тоташтырҙым. Оҫтабикәм иһә мине онотоп, түбәм өҫтөндә мышылдап тырышҡан хәлдә, йәнә баяғы Зөләйхә Яппаровнаның асы мөхәббәте хаҡындағы әңгәмәһен дауамланы. Күмәкләшеп ахылдаштылар, ухылдаштылар, кемдәрҙелер тиргәнеләр – бөтәһен төшөмдә кеүек кенә ишеттем. Ниндәй рәхәт машинка яҡшы эшләгәндә башыңды бераҙ әүештергән килеш ялҡауланып, йоҡомһорап ултырыу! Ошоноң өсөн генә лә бит был һөнәр эйәләре яҙыусы ҡәләменән данланырға лайыҡлы.
Шулай иҙерәп ойоғанда кемдер осло нәмә менән арҡама ҡаты төрттө лә минең урынға үҙе “әс-сә-ә-әй!” тип әсе һөрәнләне, машинка шып туҡтаны; йәнә лә бер семетем сәсемде йолҡоп алып, өҫтәлгә менеп ятты. Баҡтиһәң, мәктәптән ҡайтышлайы, әшнәһен эйәртеп, оҫтабикәмдең ебектанау малайы килеп ингән дә әсәһенән еләк таптырта икән. Оҫтабикәм мөйөштәге күнәктән уның кеҫәһенә еләк һала, ә мин инсафлы көтәм. Машинка ҡабат выжлап елкәмә менгәндә, көтә-көтә көтөк булып, танауым өҫтөнә бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары сыҡҡайны. Ә шулай ҙа әүәлге ойоу хәлемә ҡайтырға тырыштым.
Сикәм буйлап машинкаһы саманан тыш юғары үрләй башлағас ҡына һиҫкәнеп күҙҙәремде астым да шикләнеп көҙгөгә баҡтым. Һәм, ҡотом осоп, ике йыл буйы һөйөп-һыйпап үҫтергән ҡәҙерле сәсемдән таҡыр ялан ғына ҡалғанлығын шәйләнем. Һөйөклөм, көҙгө төндәй ҡарайып, һис кемгә лә кәрәкмәгән рәүештә алдымда, аяҡ аҫтарымда ята туҙырап. Сикәләрем яп-яланғас, маңлай өҫтөмдә генә футболистыҡына оҡшаш бер семетем үҫенте ҡалдырылған... Бына һиңә яҙыусы! Бына һиңә Ғалимйән Ибраһимовтыҡы һымаҡ сәс!.. Был ҡиәфәтем менән редакцияға ҡулъяҙма күтәреп кереп түгел, күршеләргә күренеүе лә оят! Салфетканы муйынымдан йолҡоп:
-- Ниңә мыҫҡыл иттегеҙ?! Ниндәй прическа был? – Олоуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
-- Бәй-бәй, күҙегеҙ тондомо әллә? “Бокс” бит!
-- Ни өсөн “бокс”? Ни өсөн “полька” түгел?
-- Үҙегеҙ бит ҡуштығыҙ. Ниңә тулайһығыҙ, урам бармы әллә бында?
Башҡалары ла ҡушылды:
-- Аҡырма, юғиһә милиция саҡыртабыҙ!
-- Аҡырмайым. Ниңә “полька” урынына “бокс” итеп мөнтәгән? Мин бит уға башта уҡ “полька” тинем.
-- Алдашма, гражданин. Алдыртып бөт тә иҫән-аман һыпырт бынан трамвайҙар йөрөгән саҡта. КПЗ-ға эләгерһең ату! – тип абруйлы һүҙен әйтте Кәсепйән Шымағаевич. Илай яҙып, ихтыярҙарына ҡуйҙым: мөнтәһә -- мөнтәһендәр ҙә тиҙерәк ысҡынайым. Тик “тити-мити”йе етерме? Их, кеҫә төбөнөң таҡырлығы!..
Ҡорос ҡайсы, мыҫҡыллап сыртлай-сыртлай, үҙ бурысын үтәне. Ҡыл щетка ла елкәмдән һепереп төшөрҙө. Шөкөр, өс һумымды бирәм дә...
“Туҡтағыҙ!” тип һөрәнләргә лә өлгөрмәнем, оҫтабикәм оҙайлы тәжрибә күнектергән оһоллоҡ менән хушбуй шешәле резинкә ҡыуыҡты алды ла, һорап-нитеп тормаҫтан, башыма бөркөлдөрҙө. Ә мин, һағыҙаҡ өйөрөн ҡыуғандай, ҡулдарымды болғап сәбәләнә-сәбәләнә, ырғып тороп илерҙем:
-- Кәр-рәкмәй, кәр-рәкмәй!
Бүлмәләге барыһы, артабан ни булырын көтөп, тамаша ҡыла ине.
-- Аҡсам... аҡсам етмәй минең... – Иҙән ярығына инеп китерҙәй ҡыҙарып, өс һумлыҡты өҫтәлгә һалдым. Ләкин ғазраилым йәнемде алып:
-- Һеҙҙән дүрт һум да етмеш биш тин, гражданын, -- тип, иҫәп-хисап бланкыһын тотторҙо.
Эй Хоҙайым, ҡайҙан алайым ҡалғанын?
-- Гражданин, түләгеҙ! – Боҙло тауыш киҫте тағы бәғерҙе.
-- Янда юҡ... Көтһәгеҙ...
-- Эйе, ти, аҡылһыҙҙар бит бында! Ошо йәшеңдән алдашып, жуликланып йөрөү оят түгелме?
-- Юҡ, жулик түгел ул, ә бөйөк комбинатор – Остап Бендерҙың балаһы! – тип сирттерҙе Кәсепйән Шымағаевич. – Шар асығыҙ ишекте, ҡәҙерләп оҙатайыҡ!
Ғәрлегемдән яныр сиккә етеп, йыртыҡ салғыйлы плащымды сөйҙән алғанда бер ауаздан хахылдашып көлдөләр. Баяғы шарылдап еләк ашап йөрөгән малай ҡара күмер ярҙамында аҡ плащымдың арҡаһына бысаҡ тоттортоп ҙур танаулы кеше һүрәте төшөрөп өлгөрткән һәм аҫтына “жулик” тип яҙған икән. Ҡалтыранған ҡулдарым менән ыуаларға керештем, ләкин ул юйылманы, буялды ғына. Яҡын килеп күҙҙәремә тексәйгән Кәсепйән Шымағаевич:
-- Хөрмәтле комбинатор, әллә ҡама тунығыҙҙы закладҡа һалаһығыҙмы? – тине лә асыҡ ишектән елтерәтеп осама тибеп ҡалды.
Бая ғына ошо урамдан, дәртле хыялдарға сумып, шат, көр атлап килгәйнем; хәҙер иһә оло хәсрәткә тарығандай башымды һалындырып бойоғоп барам. Осраусылар ғәжәпләнеп йөҙөмә ҡарайҙар ҙа ашығып юл бирәләр, мин уларҙың күҙҙәрендә үҙемде йәлләү билдәләре уҡыйым. Скверҙағы репродукторҙан яғымлы көй ағыла, тик мин уны ишетмәйем; йылмайышҡан сәскәләр миңә нәфис ҡулдарын һона, мин уларҙы күрмәйем. Зиһенем һыҙлай, күңелем илай һәм был хәлдән ҡотолор сара юҡ кеүек. Их, тиҙерәк был ығы-зығылы социализмды артта ҡалдырырға ла коммунизм ожмахына барып керергә ине!
Туҡта-туҡта, моронлап килгән яҙыусы бит әле мин! Ошо күрмештәрем үҙҙәре үк заманабыҙҙың көҙгөһө булырҙай хикәйә темаһы түгелме?! Ҡайтырға ла ултырырға, яҙырға, яҙырға!
Ҡайттым, яҙҙым, яҙҙым; бөйөк Лев Толстой үҙенең “Война и мир”ын ун ике тапҡыр күсереп яҙыуын иҫтә тотоп, әллә нисәмә тапҡыр күсереп алдым. Көсәнә-көсәнә өс ай самаһы үтеп, мөнтәлгән сәсем ҡабат етеп, нәҡ Ғалимйән Ибраһимовтыҡылай яурындарыма һалынып төшкәс, пионер гәзитендәге танылған шағирҙыҡы кеүек тегелмә бикле һары күн папка һатып алып, ҡулъяҙмамды ипләп һалып, ҡалын журнал редакцияһына барып керҙем. Хеҙмәткәрҙәр сәғәт элек үк төшкөлөктө ашарға зәңгәр неон яҙыулы бинаға юлланған, ҡағыҙ күбәһе өйөлгән өҫтәл артында һыңар күҙен ҡара күн менән ҡаплатҡан яуаплы секретарь яңғыҙы бөксәйеп ултыра, әле генә сәйҙән бушанған касаһында папирос төпсөгө төтәй. Хәйерһеҙ сәғәттә килеүемде өнәмәй, бүре һымаҡ ҡараны:
-- Йә, ҡустым, ни йомош?
-- Хикәйә яҙғайным, ағай... – Ҡулъяҙмамды төтәп торған каса янына һалдым.
-- Ниндәй темаға?
-- Ныҡ тартыулы эскерипкә ҡылындай зыңлап торған социалистик тормошобоҙ хаҡында, ағай.
-- Һе! – Ҡулъяҙма биттәрен асҡылап, һыңар күҙен арҡыс-торҡос йүгерткәс, үҙенән ситкә этәрҙе. Моғайын, стилемдең ҡытыршылығына, диалект һүҙҙәренә бәйләнер, тип торғанда, көтөлмәгән яҡтан килтереп тондорҙо. – Бер ниндәй ҙә социализм сатҡыларын күрмәйем. Йыйын ҡара буяуҙар. Социализм ундай булмай.
-- Тымыҡ күлдә шайтан була, тигәнде онотмайыҡ. Әле беҙ үҙебеҙ йәшәгән тормош күле – социализм түгелме ни? Мин бит үҙ күҙҙәрем менән күргәндәрҙе -- ылғый тормоштан алып яҙҙым.
-- Үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрең генә социалистик тормош булмай ул, ҡустым. Һуҡтым да, күпте лә тип уйлайһың, әҙип һөнәренең төп серен белмәйһең.
-- Ниндәй сер ул, аңлатып бирегеҙ, зинһар! – тип үтендем, өмөтһөҙлөккә төшә барып.
-- Уныһын, ҡустым, шул эште махсус үтәүсе белгесебеҙ – Яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты аңлатыр. Коридорға сығығыҙ ҙа ҡаршылағы ишектән инегеҙ.
Был ишектән тегеһенә уҙған арала һығымталап өлгөрҙөм: ағай кеше яҙыусылыҡ һөнәрендәге төп серҙе белмәүемдән башҡа бер нәмәгә лә бәйләнмәне, тимәк, башҡа яҡтары камил. Шуны ғына һорашып белеп алһам, -- ур-ра! – яҙыусы булдым, тимәк!
Әҙәби консультант Сократтыҡы кеүек яҫы маңлайлы, тәрән уйсан ҡарашлы, аҡылы тышына бытлығып сыҡҡан ир ине. Ҡулъяҙманы ентекле уҡып сыҡҡас, өмөтләнеп көткән күҙҙәремә туры ҡарап, суйыр таштай ҡаты тондорҙо:
-- Бармай!
-- Ни өсөн?
-- Әле генә үҙең кереп сыҡҡан кабинетта ни әйтеп ебәрҙеләр?
-- Яҙыусылыҡтың төп серен әҙәби консультант аңлатып бирер, тинеләр.
-- Дөрөҫ тигәндәр. Беҙҙең һөнәрҙең төп сере – социалистик реализм ҡанунына ярашлы яҙыу ул, ҡустым.
-- Үҙебеҙҙең реаль тормош – ысынбарлыҡ ярылып ята лаһа?!
-- Социалистик ысынбарлыҡ ундай булмай. Сереп бөткән капитализм күренештәре аңҡый һеҙҙең яҙманан.
-- Мәҫәлән?.. – тинем, илай яҙып.
-- Мәҫәлән, һеҙҙең яҙыуығыҙса, трамвайҙар бер-береһен тапай яҙып бара, ә хәйерһеҙ автомобиль, тротуарға менеп, геройығыҙҙың салғыйын эләктерә. Социалистик илдә быларҙың булыуы мөмкин түгел, сөнки беҙҙә трамвайҙар – график буйынса, автомобилдәр урам хәрәкәте тәртибенә ярашлы йөрөй. Граждандар ҙа тротуарҙан ғына атлай. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иһә социалистик йәмғиәтебеҙҙең иң юғарылыҡлы әхләҡ ҡанундары буйынса йәшәй -- уйнаштан бала тапмай. Ә һеҙ яҙған сәс алдыртыу ханаһында, социалистик дәүләт учреждениеһында, һөрһөгән непман ҡалдыҡтары, тупаҫ холоҡло мущан ханымдар эшләй алмай – социалистик ысынбарлыҡ юл ҡуймай быға.
-- Алайһа, үҙ күҙҙәрем менән күргәндәрем, ҡолаҡтарым менән ишеткәндәрем ысын булмай сығамы?
-- Әҙәбиәтебеҙҙең социалистик реализм ҡанундары күҙлегенән ҡарағанда, тап шулай! Бына ниҙә ул һөнәребеҙҙең төп сере!
Ике ҡолағым шаулап, күҙҙәрем тоноп, башым әйләнеп, ҡулъяҙмамды тотоп сығып йүгерҙем. Фатирыма ҡайтып, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп, тар тимер карауатыма һуҙылып яттым. Мейемде бер хәтәр фекер бырауланы: бөтә күргән-белгәндәрем ысын булмағас, бәлки, мин үҙем дә ысын түгелдер?..
Өфө -- Сәнкем-Биктимер,
04.11.1956.
Достарыңызбен бөлісу: |