Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет15/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   25

Яҡуп Яҡубыч
Быға тиклем ҡырҡ йыллыҡ эш дәүерендә ул ябай ғына “Яҡуп”, “Яҡуп ҡусты”, “Яҡуп балаҡай”, йәки хатта бәләкәс кенә “Яҡупчик” та булып йөрөнө. Дуҫтарына – дуҫ, бисәһенә -- “әй”, балаһына “әтәй” ине. Бөтәһе кинәт кенә, көтмәгәндә емерелде.

Конторала тыйнаҡ ҡына тәбиғәтле, өнһөҙ-тынһыҙ, зыянлыҡһыҙ расчет хисапсыһы булып эшләгән еренән өлкән бухгалтер итеп үрләттеләр үҙен. Башы аңҡы-тиңке килгән ир янына шул уҡ көндә рәйес үҙе килеп инде лә, бөтә бухгалтерияны яңғыратып, уны Яҡуп Яҡубыч тип атаны. Яҡуп ғүмеренең изге сәғәте ине был. Иҫәп-хисап халҡы хәрәкәткә килде, яңы вазифа менән ҡотлап, Яҡуп Яҡубычтың ҡулын ҡыҫырға ашыҡты. Әленән-әле татлы-ләззәтле өндәр тыуҙырып: “Яҡуп Яҡубыч!”, “Үрләү менән һеҙҙе, Яҡуп Яҡубыч!” – тигән ҡотлауҙар ябырылды. Йомошһоҙҙан – йомош табып, кесе бухгалтерҙар ауыҙ асҡан ғына һайын уның аҡыллы фекерен ауланылар, ҡиммәтле кәңәштәрен аулап алырға елкенделәр. Тыумышынан бер ҡатлы “Яҡуп” булып күнеккән ирҙең ҡолағын: “Яҡуп Яҡубыч! Яҡуп Яҡубыч!” – тигән сихырлы ике һүҙ өҙлөкһөҙ ҡытыҡланы. Бығаса өҫтәле артында бөршәйеп кенә ултырырға күнеккән кәүҙәһе ярты метрға үҫеп киткәндәй булды... Счет төймәләрен ир, әүәлгеләй, сит ҡолаҡтар маҙаһын һаҡлап түгел, бөтә бүлмәләрҙе мылтыҡтан атҡандай шаңғыртып тартты, тартҡаны һайын шаңғырауҙан наҙлы көй ишетелде: Яҡуп Яҡубыч! Уны элеккесә расчет бухгалтеры тип белеп, айлыҡ эш хаҡын тикшертергә ингән колхозсыны ул иғтибарына ла элмәне.

-- Әллә ҡолағы тонған инде был Яҡуптың? – тип аптыраны ағай кеше. Тәбиғи генә әйтелгән ошо бер ҡатлы “Яҡуп” һүҙе Яҡуп Яҡубычты башы бураға төкәлерҙәй һиҫкәндерҙе, ә эргәләге кесе бухгалтерҙарға йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте: һикерешеп торҙолар:

-- Был ни хәл, тупаҫлыҡ!

-- Ниндәй Яҡуп?!

-- Яҡуп түгел, ә Яҡуп Яҡубыч!

-- Культураға күнегергә ваҡыт! – Бер-береһенән аштырып киҫәттеләр аңһыҙ мөрәжәғәтсене. Ағай кеше ғәрләнде, ауыҙын ҡыйшайтты ла:

-- Ниндәй “ыч” та “пыч” ул тағы? Һеҙгә “ыч” булһа ни, миңә “тыч”тыр ул, бәлки. Үҙ теле менән яуап ҡайтарырға әллә шул “ыч”ына ҡаҡалғанмы? – тип йәберһенеп сығып китте.

-- Ах, ҡайһындай ҙа һөмһөҙ, культураһыҙ! – Аһ ороп ҡалды контора.

Төшкә табан бухгалтерия тупһаһын пенсия юллаусылар өйөрө сыбарланы. “Рәйес беҙҙе ошондағы иң өлкән түрәгә ебәрҙе”, -- тинеләр. Йыйын ҡарт-ҡороноң, ә асылда әүәлге “зам”дарҙың һәм “пом”дарҙың, мөдирҙәрҙең өҫтәл ҡаршыһында шаҡырайып баҫып тороуы Яҡуп Яҡубычты уғата сәмләндерҙе. Счет төймәләре бик киҫкен, бик илтифатһыҙ шыҡылданы, ә көтөүселәргә ваҡыт бик-бик оҙаҡ үтте. Ҡарттар түҙмәне, бөтәһе бер юлы тамаҡ ҡырышты.

-- Яҡуп балаҡай, ошо ҡағыҙҙарҙы һиңә тапшырырға ҡушҡайнылар... – Ҡыйыуһыҙ ғына башланы сал олатай. Яҡуп балаҡайы уны ҡырыҫ өндәшеп бүлдерҙе, әйтерһең, яланғас осаһына зәһәр кесерткән менән сәпәләнеләр.

-- Ышту за Яҡуп? Ышту за балаҡай?! – Башын эйгән һаҡалтайға ҡалҡынып та ҡарамай, ниндәйҙер ҡалын кенәгәгә “шыҡ!” та “шыҡ!” штемпель баҫты.

-- Пенсия ҡағыҙҙарын... – тине ҡарт.

-- Ышту за пенсия?!

-- Яҡуп балаҡай...

-- Әпәт балаҡай!

Ҡартлас ҡаушаны, яраҡлы һүҙ таба алмай йөҙәне. Ахыры, булмағас, кейеҙ эшләпәһен башынан алып, усына йомарланы. “Яҡуп Яҡубыч” тип әйт, һантый!” – Аҡыл бирҙеләр арттан.

-- Яҡуп... Яҡубыш... – Саҡ ҡыймылдатты яңағын. Тешһеҙ ауыҙы “ш” өнөн килбәтһеҙ, шыйылдатып сығарҙы. Яҡуп, күңеле мөшкөлләнеп, артҡа салҡая биреберәк ултырҙы, ерәнесле ҡул ишараһы яһаны:

-- Ыш-быш! Ташла өҫтәлгә ярпыларыңды!

Үтенеүселәрҙең икенсеһенең тырышлығы мөслөрәк осланды, буғай: тимер тештәрен бик ҡупшы йылтыратып, түп-түңәрәк “ч” өнө тыуҙырҙы. Яҡуп уның ғаризаһын, бөхтәләп, ашығыс ҡағыҙҙар делоһына теркәне.

-- Яҡуп Яҡубыч, -- тип асыҡ итеп әйтте эштең асылына төшөнөп алған нәүбәттәге ерән һаҡаллы бабай, тел-тештәрен ғәжәп оҫта эшләтеп, -- минекеләрҙе лә ҡарағыҙ инде!

Теүәл өнлө “ыч”ты был юлы ла арыу ғына ишеткән түрә йылмайҙы, ҡағыҙҙы алырға ҡул һоноп, дәүләт эше баҫҡан һалынҡы керпектәрен өҫкә күтәрҙе. Ләкин бабай түбәһендә ҡолаҡтары ҡарпайып торған итәғәтһеҙ бүрек көтмәгәндә бөтәһен кирегә тәкмәстерҙе. Һуҙған ҡулын ситкә һелтәп ебәрҙе Яҡуп Яҡубыч, счет төймәләренең көллө көтөүен шартлатып янға ҡайтарҙы, штемпелде мендәренә ултыртты, кенәгәне тартмаға ташланы:

-- Тамам! Яҡуп Яҡубыч төшкө аш ашарға туҡтала! – тине. Ҡарпыш бүрекле күпме генә тырышһа ла, ҡолағына элмәне: белһендәр бынан һуң Яҡуп Яҡубычҡа баш кейемен һалып ҡына өндәшергә кәрәклеген!

Ҡарттар өйөрөн йырып үтеп, Яҡуп Яҡубыч төшкөлөккә өйөнә ҡарай атланы. Юл буйы ҡолағын кесе бухгалтерҙар хорынан хасил шаңдау оҙатып барҙы: ”Яҡуп Яҡубыч! Яҡуп Яҡубыч! Ни әйтерһегеҙ, Яҡуп Яҡубыч? Нисек итәйек икән, Яҡуп Яҡубыч?..”

Өй ишеген асып ингәс кенә, был илһамлы музыка кинәт боҙолдо, Яҡуп Яҡубычтың ҡолаҡ пәрҙәһен ҡырыҡ ҡаҙаҡлы тимер сүкеш емергәндәй булды – ябай көндәгеләй үтә ябай итеп: “әй!” тип өндәште уға ҡатыны!.. Яҡуп Яҡубычтың ҡаштары емерелде, күҙ алдары томанланды. Атлар аҙымын онотоп, күҙе-башы аларып, йоҙроҡтарын суҡмарландырҙы ла:

-- Ахмаҡ! Мин һиңә “әй” түгел! – тип, тештәре араһынан һығып сығарып ыжғырҙы.

-- Атаҡ-атаҡ, кем булаһың, алайғас, һин миңә? Ата ҡаҙмы әллә?

-- Яҡуп Яҡубыч тип олола һин мине, һантый!

-- Бәй-бәй-бәй, ҡасандан биреле алай “ыч” та “мыч” булып киттең әле, әй?

Яҡуп, ҡатынының һис ни аңламай аптырап торған көлсә йөҙөнә йоҙроҡлап берҙе һалып ебәрҙе, һауыт-һаба шалтыратырлыҡ итеп иҙән типте:

-- Молчать! Бөгөндән ары андай әй-һәйҙәреңде ишетәһе булмайым!

Киске ашты ла ғаилә ҡәбер тынлығында ултырып ашаны. Яҡуп Яҡубыч ҡына йылмайыуҙан арынманы – күңел күтәренке ине: аңышһыҙ ҡатыны ла, ҡолағы боролоп аҡылға ултыртылған шалапут малайы ла инде уға Яҡуп Яҡубыч тип кенә өндәштеләр.

Яҡуп Яҡубыч аштан һуң ҡарҡ-кикереп, алдағы көндәрҙә исемгә лайыҡлап үҫтерер мыйығының һыҙылышын тәңгәлләне көҙгө алдына баҫып; олпат абруйлы әҙәмдәрсә, ике ҡулды артҡа ҡаушарып, тышта һауа һулап керҙе. Тештәре араһынан счет төймәһе һуғыуына оҡшаш көйҙәр һыҙғырып, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр, бераҙ иҫәрләнеп ҡалған ҡатынынан алыҫлыҡта башҡа бүлмәлә йоҡларға ятты.

...Төн урталарында Яҡуп Яҡубыч һалҡын тиргә батып ҡурҡып уянды. Ырғып тороп, һуҡыр лампа тоҡандырҙы, сисеп һалған салбары кеҫәһенән уртаға бөкләүле конверт һурып сығарҙы. Алыҫтағы ҡарындашы ҡулында зарығып йәшәгән әсәһенән кисҡырын ғына алынған хат ине был.

“Ҡәҙерле Яҡуп улым! – тип уҡыны Яҡуп Яҡубыч. – Йәйҙе уҙғарырға һиңә ҡунаҡҡа ҡайтмаҡсы инем. Яҡуп бәпесем...”

Яҡуп Яҡубычтың умыртҡалығы буйынан бик эре, бик эҫе тир бөрсөгө тәгәрләп төштө, ҡолаҡтары түҙҙертмәҫлек ҡаты янып сыңланы. Бошоноп, тирә-яғына ҡараны: һәр бүрәнә ярығынан әсәһенең сөрөш ирене күренә, хәйерһеҙ ҡарсыҡ, көллө бәндә ҡолағына ирештереп: “Яҡуп улым”, “Яҡуп балам”, “Яҡуп”, “Яҡуп бәпескәй”, -- тип өндәшә ине. Шуның менән ил алдында олпат абруйын ҡаҡшата... Яҡуп Яҡубыч, ярһып, хатты ваҡ киҫәктәргә йыртҡылап ырғытты; ул да булманы, ваҡ остоҡтарҙы берәм-берәм иҙәндән ҡабат йыйырға, ҡалтыранған бармаҡтарын бешерә-бешерә, уларҙы лампаның һөрөм осло ҡыҙыл телендә төтәтергә тотондо. Бүлмәне әсе ыҫ баҫты. Сәсәй-сәсәй йәшерен эшен тамамлап, ҡул һырты менән маңлайын һыпырҙы Яҡуп Яҡубыч. Таң атырға йыраҡ ине әле. Ятып ҡараһа ла, күҙенә йоҡо ҡунманы. Бөтә өй эсе уға яғымһыҙ таныш – баяғы әсәй ауыҙы һәм ауазы менән өндәшә кеүек ине. Таң атыуға, моғайын, ҡатыны менән малайы ла кистән алған һабаҡты оноторҙар, әүәлгеләй, “Яҡуп” тип кенә өндәшерҙәр. Ә бит рәйес биргән буйтлы “Яҡубыч” уға ҡырыҡ йыл көттөртөп килде...

Яҡуб Яҡубычтың күҙҙәренә һуҡыр шәмдән ҡупҡан ҡара һөрөм һөрөлдө, күңеле болғанып, баҫып торған урынында төптән ҡырҡылған ағас кеүек бәүелде. Ашыҡ-бошоҡ салбарын тартты ла боттарына, көн дә кейгән пинжәген, кепкаһын онотоп ҡалдырып, аҡ күлдәксән генә килеш контораға йүгерҙе. Балдай татлы “Яҡуп Яҡубыч” яңғыраған стеналар тартты уны, таңға тиклем түҙемлеге ҡалманы... Бухгалтерияны асып керҙе, шәм ҡабыҙырға теләмәй, күп ғүмерҙәр шкаф башында ҡулланыуһыҙ аунап ятҡан майшәм ҡалдығын һәрмәп алып, ут ҡабыҙҙы. Алпан-тилпән баҫып, эш өҫтәле артына барып ултырҙы. Ләкин һаман әсәй хатын яндырғанындағы һалҡын ҡурҡыу ташлап китмәгәйне әле уны, лайлаланған боҙ киҫәге кеүек, йөрәк аҫтын һыуытып ултыра ине. Бөтә зиһене менән, шикләнеп, тирә-яғынан әлеге сөрөш әсәй ирендәрен шәйләне. Стеналағы сәғәт теле, туҡтауһыҙ “шаҡ!” та “шоҡ!”, “ыч”ын төптө онотоп: “Я-ҡуп, Я-ҡуп”, -- тип сүкей төҫлө ине. Тертләп, сәғәт телен йолҡоп ырғытты. Башҡаса “шылт!” иткән дә тауыш ҡалманы, бөтә донъя, әйтерһең, унан нимәлер көттө. Ошо үле тынлыҡта: “Яҡуп Яҡубыч! Яҡуп Яҡубыч!” тигән ләззәтле ауаздар теге донъянан ишетелгәндәй тертләтте: ишек төбөндә кепкаларын, бүректәрен, таҡыяларын устарына йомарлап тотҡан, кеселекле түбән эйелгән күмәк-күмәк баш шәүләләре теҙелде, әммә сөрөш ауыҙҙарында әсәй ирендәре ине – бына-бына “Яҡуп бәпесем” тип әйтерҙәр... Яҡуб Яҡубыч тамам иҫәнгерәне: үҙенең кәүҙәһе тышында ошо бүлмәгә һыймаҫлыҡ хәтһеҙ ҙур, бөйөк-мәғрур икенсе бер Яҡуп Яҡубыч булып, эсендә иһә икенсе бер бәләкәс кенә ҡурсаҡ -- әсәһенең “Яҡуп бәпесем” тигән ысын үҙе икәнен тойҙо, ваҡытһыҙ өҙөлгән сәтләүектәй сөрөштө. Тышындағы ҙур Яҡуп Яҡубычҡа ҡарата сикһеҙ ихтирам кисереп, шул шанлы Яҡуп Яҡубыч ҡабығын һаҡ ҡына асып сыҡты, өҫтәл артындағы түрәлек ултырғысынан төштө һәм әле һаман шул бер килеш өлкән бухгалтер өҫтәле артында ҡуҡырайып ултырып ҡалған олпаттарҙан олпат Яҡуп Яҡубычҡа түбәнселекле эйелгән күмәк баштар ҡатарына барып баҫты. Нимәнәндер ҡурҡҡан сабый балалай, ике ҡулын ҡушарлатып боттары араһына ҡыҫҡан килеш, уға, ҡәҙерле түрәһенә, бик-бик оҙаҡ күҙ тилмертте, сират теҙемен йырып, биҙгәк тотҡандай ҡалтыранып өҫтәлгә яҡынланы. Үҙенең яланбаш килгәнен, кәпәс һалаһы урынға, ауырттырып, үҙ сәсен үҙе тартыуын да абайламаны. Йолҡоноп сыҡҡан сәс лоҡманын кәпәс урынына усында йомарлап тотоп, хоҙайына әүерелгән мыҡты шәүлә Яҡуп Яҡубычтың тимер терһәге терәлгән өҫтәлгә маңлай орҙо:

-- Яҡубыч! Яҡуп Яҡубыч! – тип илереп табынды...

1966.

Яҙлыҡҡан игелек
“Эш башларҙан элек һин түрәңә алсаҡ йөҙөңдө күрһәт”, -- ти торғайны атайым. Аллаға шөкөр, ата һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапаманым, шуның арҡаһында бик күп игелектәр күрҙем. Тик һуңғы тапҡыр ғына, яңы түрә ҡулы аҫтына ҡапҡас ҡына...

Туҡтағыҙ, энәнән-ептән теҙеп, баштан-аяҡ һөйләп бирәйем быны.

Үҙ урынына майлы ҡайыш кеүек йәпләшкән түрәбеҙ Мөхәммәт Садриевичты көтмәгәндә бүтән яҡҡа шыуҙырҙылар. Кәнсәләрҙең дүрт өҫтәлендә тырыш ҡомаҡтарҙай ҡағыҙ кимереүсе беҙ, дүрт эшмәкәр, үҙебеҙҙе ярлыҡаусы дәү өҫтәлдең етемләнеп ҡалыуынан хафалана төштөк: ниндәйерәк бәндә йоратын килтереп ултыртырҙар? Ул “а” тигәндә “а” әйтергә кәрәк бклырмы, әллә “б”мы? Йә булмаһа өнһөҙ йомшаҡлыҡ, йәки ҡатылыҡ билдәһе менән генә төңөлөргәме? Баш ҡатты, әйтерлек тә түгел.

Бер-нисә көн шулай уйланып, ҡулға эш бармай интеккәс, көтөлгән ишек көтмәгәндә асылып, яңы түрә алдыбыҙға “ялп!” итеп килеп баҫты. Самауырҙай быуаҙ портфель тотҡан, тулы тоҡтай ҡорһаҡ аҫтын яҫы ҡайыш менән уратҡан. Һәммәбеҙгә ҡул бирҙе, әммә ҡулды әүәлге түрәләй уты табанға үтерлек итеп ҡыҫманы. Күҙе менән дә йән иретеп ҡытыҡламаны. Әйтерһең, күҙ урынына боҙ, ҡул урынына һалҡын шамбы ҡойроғо ҡыҫтырып килгән. Ә йөҙөнә инде ҡалҡынып та ҡарайһы түгел: тәгәрмәс тапап һытҡан әсе ҡауын! Өҫтәленә портфелын һалып, терһәктәренә таянып, боҙло ҡарашын стенаға төбәгән, әйтерһең, беҙҙе әҙәмгә лә һанамай. Үҙе туҡтауһыҙ танау шыйылдата, көлсә йөҙө менән бәпес йүргәгеләй олпат ҡулъяулығына күмелә. Ай аҡыллы атаҡайым, түҙемһеҙләнеп түрә көткәнеңдә ошондай туң ташйомғаҡ тәгәрләп керһә, ҡайһы осонан тотоп һүтер инең икән!

Түрә артҡа салҡайҙы, солоҡ кәмәләй ҙур танауын, йүргәгенән айырып, һауаға сөйҙө. Майлы көлсә бүртектәреләй түңәрәк күҙҙәре йомолдо, һулышы туҡталды, ауыҙ тирәһен нәҙек йыйырсыҡтар сыйырҙы. Әһә, мин әйтәм, кәрәкле сәғәт һуҡты!

Түрә, ауыҙын арандай асып, күрек кеүек гөжөлдәтеп эсенә һауа тултырҙы ла бүлмә түшәмен күтәрерҙәй ҡаты сөскөрөп ебәрҙе. Был ҡөҙрәттән артындағы дәү тәҙрәнең быялалары зыңҡылданы. Киҫкен кисерештән аларған күҙҙәрен төҙәтеп, аҡылын йыйырға ла өлгөрмәне түрә, мин, ырғып тороп, аяғүрә шыҡайҙым да борон-борондан һыналып килгән игелек тәбриген һөрәнләнем:

-- Ярхамикалла, ағаҡайым, ярхамикалла, күп йәшә!

Түрә иҫенә килде, ҡалҡынып ҡараны һәм, тәүге тапҡыр күргәндәй, баштан-аяҡ күҙ йөрөтөп сыҡты. (Әһә, мин әйтәм, хәйерле сәғәттә хәйерле сифатта күҙенә элендем түрәнең!) Көрәктәй ҡулы менән: “Ултыр инде, ултыр”, -- тигән ишара яһаны. Яғымлы йылмайып:

-- Борсолмағыҙ, егеттәр, эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ, -- тине. Һиҙәм: һалҡын боҙҙоң кинәт майға әүерелеүен күргән хеҙмәттәштәр көнләшеп ҡарай миңә. Ашығып, ҡағыҙҙарын ҡыштырҙатырға, пероларын шығырҙатырға тотондолар...

Төшкөлөккә туҡталғас, түрә үҙе минең эргәгә килде. Бик ентекләп, кем булыуымды, ҡасан эшләй башлауымды һорашты. Эштәштәрем иһә был юлы йығылып үлә яҙҙылар. Мин үҙемде күктең етенсе ҡатында кеүегерәк тойҙом.

-- Уф, һеҙгә тымау төшкән бит, ағаҡайым. Моғайын, эҫелегегеҙ ҙә артҡандыр, һаулыҡ менән былай шаярырға ярмай, -- тинем, түрә маңлайын усым менән баҫып ҡарап. Түш кеҫәмдән ингалятор алып һондом: -- Ошоно ғына “һүф!” иттереп бер еҫкәп ебәрегеҙсе, ағаҡайым, ҡул менән һыпырып алғандай булыр.

Түрә ингаляторға үрелергә иткәйне лә, эштәштәремдең һорау билдәһеләй өнһөҙ текләп тороуҙарынан уңайһыҙланыпмы, ҡайҙалыр китеп барҙы – коридорҙа йөрөнөргәлер, буғай.

-- Был бәндәне кем тип уйлайһың? – Күҙҙәремә тура ҡарап өндәште һорау билдәләренең береһе.

-- Кем булһын, беҙҙең яңы хужа инде.

-- Ай-һай. Хужа булһа, ул иң элек үҙенең кем икәнлеген әйтеп таныштырыр ине. Ә был, һөмһөҙ һыйыр кеүек килеп инде лә, йәнһеҙ бүкәндәй упайып тик ултыра. Өҫтәүенә, һауа ярып сөскөрә. Йә эшләмәй, йә кешегә эшләргә ирек бирмәй. Шикле бәндә был!

-- Их һин, кәбәк тоҡсайы! – тинем. – Түрәнең бит кәйефе насар. Уға тымау тейгән. Сафсата һатмаҫҡа бында, ә түрәне нисек тә ҡотҡарыу сараһын күрергә кәрәк!

Ашығып аптекаға йүгерҙем, бер ҡап антибиотик – тетрациклин һатып алып килдем. Түрә тымауының ҡара киҙеүгә әүерелеү ҡурҡынысына ҡаршы көрәшергә кәрәк.

Тәнәфес тамамланып, эшкә ултырышҡас, урынына кире килеп төпләнгән түрә уғата маҙаһыҙланды. Тәҙрә ярыҡтары гөжләткән һыуыҡтан сөрөшөп, уңлы-һуллы борғаланды, яурындарын һикертте. Ваҡыт-ваҡыт дер-ҡалтыраны. Хатта тешкә-теш бәрҙертеп сыҡылдатҡан саҡтары ла булғыланы. Зарығыулы күҙ ҡарашын тышҡа төбәп, урамдағы ҡар өйөмдәрен күҙәтте.

-- Әллә форточканы ҡыҫтап ябайыммы, ағаҡай? – тип тәҡдимләнем. Түрә форточкаға ҡалҡынып ҡараны ла пинжәк яғаһын торғоҙоп:

-- Ярар, кәрәкмәй, ябыулы бит, -- тине. Тын алмаҫлыҡ, һүҙ әйтмәҫлек булып тонғайны танауы. Ул, ирекһеҙҙән, моңло ҡарашын минең өҫтәл ҡырыйында бүлтәйеп ятҡан ингаляторға төбәне. Салт абайлап, шифалы ҡулланманы ҡулыма алдым, бормаслы ҡапҡасын асып, танауыма терәнем дә мыш-мыш еҫкәп:

-- Һәй рәхмәт яуғыры, Хоҙаның хикмәте, йәннәтме ни, әсәйем яғып ҡуйған ҡайнар мунсамы ни! – тип һамаҡланым. Хужа кеше һүҙ ҡушырға мәжбүр булды:

-- Ҡайҙасы, булмаһа, бер еҫкәп ҡарайым әле шул нәмәкәйеңдән!

Дәррәү ырғып тороп, йүгереп килеп, абруйлы түрә танауына үҙ ҡулымдан шифа бөркөттөм. Шул таҫыллыҡ менән уңыш яулауымды күргән эштәштәрҙең эсендә ҡара көсөк юртты. Арҡаны ныҡҡа терәп, үҙемде хужаның уң ҡулы итеп тойҙом.

Кискә табан түрә бөгөлөп үк төштө, йөҙөнә ҡыу үлән төҫө тарыны. Өҙлөкһөҙ сөскөрә, йүткерә, танау шыйылдата ине. Ваҡыт-ваҡыт ауыр көрһөнөп тә ала. Ысынлап та хәле мөшкөллөгөн самалап, күрше өҫтәлдәгеләр ҙә ҡәләм ҡуйҙылар, тынысһыҙландылар. Түрә күңелен күрмәккә улар ҙа бер әмәл ҡора һымаҡ ине. “Уң ҡул булғас, уң ҡул бул, -- тип бойорҙом үҙемә, -- кеше сығарма алдыңа!” Тетрациклин ҡабын түш кеҫәнән йәһәт һурып, ашығыс ярҙамға ташландым. Тик... әйтеүе лә ҡыйын артабанғыһын... Түрәм, үлектәй төҫө ҡасып, ултырғыс арҡаһына ишерелде, маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тир бәрҙе.

-- Темпер-ратура... – тип йәмһеҙ хырылданы ул, усын маңлайына баҫып. – Тыным ҡыҫыла, арҡамдан сәнсеү ала, уҙамандар. Һәләк булдым: үпкәмә һыуыҡ тейҙе. Зинһар, тиҙерәк такси саҡыртығыҙ!

Эштәштәрем ҡуҙғалырға ла өлгөрмәне, телефон төрөпкәһен ҡулға эләктерҙем. Ун биш минут та үтмәй, шаҡмаҡ билле, йәшел күҙле автомобиль “Волга” эттәй сабып килеп етте. Үҙ ҡулдарым менән күтәрмәкләп, ағаҡайымды машинаға ултырттым, күҙе алдында ҡыштырҙатып өп-өр-яңы өс һумлыҡты тотторҙом шоферға:

-- Ишетһен ҡолағың, бер тәгәрмәсең бында, икенсеһе тегендә булһын, егет кеше. Йәшен тиҙлегендә алып барып еткер ағаҡайымды!

-- Уҙаман, -- тип өндәште түрә, ҡайнар ҡул ҡыҫышы менән эс-бауырҙарыма үтеп, -- иткән игелегеңде, кешелеклелегеңде һис онотасаҡ түгелмен. Күрәм, һин Мөхәммәт Садриевичҡа яҡшы уң ҡул булғанһың. Был йәһәттән миңә һинән күп өйрәнергә кәрәк әле...

Бытлығып сыҡҡан игелекле күҙ йәштәремде ҡулъяулығым менән һөртөп, түрә маңлайына ирен тейҙерҙем:

-- Мин һеҙгә лә бик яҡшы уң ҡул, ағаҡай! Тыныс булығыҙ, эргәмдәге эш өҫтәлегеҙгә тиҙ көндәрҙә терелеп ҡайтығыҙ, ағаҡай!

-- Әгәр бөгөн Мөхәммәт Садриевич кабинет буятмаһа, һин әйткән ул эш өҫтәленә юлығыу, һинең менән танышыу бәхетенән мәхрүм ҡалаһым икән, -- тине түрә. – Беләһеңдер, Мөхәммәт Садриевич менән мин эшләгән кабинет нәҡ һеҙҙеке тәңгәлендә, дүртенсе ҡатта ғына бит. Мөхәммәт Садриевич үҙе, буяуҙар кипкеләгәнсе тип, бухгалтерия бүлмәһенә күсенеп ултырҙы, ә мине, урын етмәгәнлектән, һеҙҙең юғары башлыҡтар менән килешеп, бер-ике көн ултырып торорға һеҙҙең бүлмәләге баяғы буш өҫтәлгә ебәргәйне... Хәйерһеҙ киҙеү йыҡты аяҡтан...

Күҙ алдарым ҡараңғыланып, арҡаны яғымһыҙ һыуыҡ тулҡын ялманы.

-- Һеҙ... һеҙ... кем булаһығыҙ? – тип ҡалтыранған тауыш менән һораным.

-- Кем, тип ни, элек һеҙгә хужа булған, ә хәҙерен дүртенсе ҡаттағы кабинетҡа күсеп ултырған Мөхәммәт Садриевичтың замы – урынбаҫары буламын инде.

Артыма салҡан ҡапланып төшә яҙҙым – игелегем елгә осто, яҙлыҡты былай булғас!..Тамағыма ҡаты төйөр тығылды. Бәкәлдәрем бәлкелдәп ҡалтыраны. Ғәзиз өс һумымды кире йолоу өсөн, тымаулының башы аша шоферға ынтылдым. Ләкин һуң ине инде: “Волга”ның йылғыр тәгәрмәстәре аҫтынан ҡупҡан төтөн ҡатыш һалҡын еле генә килеп бәрелде битемә...
1966.

Мин бригадир булғас
Колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында бригадирлыҡҡа һайланғас, беренселәрҙән-беренсе эш итеп, элек эшләгән бригадирҙың хатаһын тамыры менән йолҡоп ташларға кәрәклеген аңланым. Һайлаусыларым ҡаршыһында ошо изге бурысты кисекмәҫтән үтәргә һүҙ беркеттем.

Ни яғы менән ҡыңғырланған ул бригадир? Әүҙемәндәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләмәгән. Бригадалағы яйлы-майлы урындарға үҙенең яҡындарын, туған-тыумасаларын, яратҡандарын тыҡҡан. Яратмағандарына эт ҡойроғо ҡыҫылырлыҡ та ек ҡалдырмаған. Әүҙемәндәр фекерен ҡолаҡҡа элмәйенсә: “Мин кем, мин кем?!” – тип күкрәк ҡаҡҡан.

Бригада әүҙемлегенең иң әүҙеме итеп үҙем һанаған бер килке иптәште һайлап алып, контораға йыйҙым, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мәсьәләһен тиҙләтеп сисергә ултырҙым. Ҡул аҫтына кергән бөтә түрә-ҡараларҙың исемлеген төҙөнөм тәүҙә. Шуларҙың иҫке бригадирға ярамһаҡлы булғандарының фамилияһы өҫтөнә ҡара ҡәләм осо менән ҡарға ҡундырып сыҡтым. Шым ҡалып шул эшемде күҙәткән әүҙемәндәргә күҙ аттым:

-- Әүәлге бригадир ярата инеме быларҙы?

-- Әлбиттә, ярата ине! – тине хисапсым.

-- Алайһа, алдыңа ал исемлекте, тот ҡара һәм ҡыҙыл ҡәләмеңде, төҙөйөк яңы әүҙемәнлекте. Ҡыҙыл ҡәләм тамғаһына лайыҡлыларҙың лайыҡлылары етерлек беҙҙә! Быға тиклем ҡайһылай ине? Бригадир яратһа, әргендектәрҙең әргендектәре лә йылы урынды биләне. Бынан һуң алай булмаясаҡ. Эше менән аҡлаһа, бригадир яратмағандарға өҫтөнлөк биреләсәк, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа юл ябыласаҡ. Хатта шуны киҫәтәмен: бригадир яратҡан бер иптәш тә артабан был ҡыҙыл аҫтына морон ҡыҫтыра алмаҫ! Беҙ яңыса эшләйбеҙ. Беҙҙең өсөн Алла ла, мулла ла, бәндә лә бер. Яратыу-яратмауҙарға, ғәйбәттәргә юл ябыҡ.

Хисапсымдың танауы кипкән помидорҙай сөрөштө. Уның янында ултырған бригада советы ағзаһының һәм келәт асҡыссыһының, клуб мөдиренең дә ҡанаттары һәленде. Ҡарға һикертелгән тәүге фамилиялар ошо өсәүҙеке ине.

-- Йә, йәмәғәт, нисек ҡарайбыҙ был эшкә?

-- Бик шәп! Элекке бригадир яратҡан яран-марандар көллөһө тиражға сыҡһын! – Иң артҡы ултырғыстан ҡысҡырҙы берәү.

Хисапсым елкәһен тырнаны. Миңә ҡалҡынып ҡараны ла күҙкәйҙәрен мөлдөрәтеп өндәште:

-- Дөрөҫ курс тота яңы бригадир. Иҫкеһенең мине аҙ-маҙ яратыуы, бәлки, хаҡтыр ҙа. Әммә-ләкин хәҙер ул түгел, ә һеҙ бригадир бит, Әжәрғәп Мөгәрәпович. Ә һеҙҙең менән мин үҙ ғүмеремдә күп тапҡырҙар асыуланышҡаным бар. Хатта бер саҡ, егеттәрсә ҡыҙмасаланып тәбил тикшертергә килгәнегеҙҙә мин һеҙҙе ысын мәғәнәһендә кәнсәләрҙән һүгеп сығарғайным. Ул саҡ һеҙ тракторист булып эшләй инегеҙ әле.

-- Тимәк, һин мине, йәғни хәҙерге бригадирҙы яратмайһың?

--Эһем... Нисек тип әйтергә...

-- Булды. Факт, яратмайһың. Тимәк, мин дә яратмайым. Шулайғас, урыныңда ҡалаһың – осор башыңдан ҡара ҡарғаны, ҡундыр ҡыҙыл тамғаны.

-- Мин дә һеҙҙе бер-ике тапҡыр ҡыҙҙырып алғайным шикелле, туңға һай һөргән өсөн... – Ҡыйыуһыҙ ғына өндәште бригада советы ағзаһы. Хәтерләйһегеҙҙер бит, Әжәрғәп Мөгәрәпович?

-- Факт, факт – ҡара ҡарға осорола!

Энә өҫтөндә ултырғандай борғосланған әүҙемән – клуб мөдире телгә килде:

-- Ә мин, Әжәрғәп Мөгәрәпович, элекке йыл үҙегеҙ вәкил булып фермала Ырымбур ысулы менән һарыҡ йөнө ҡырҡтырып ятҡанығыҙҙа үткәргән тыуған көнөгөҙ кисәһендә сикәгеҙгә берҙе эләктергәйнем, һеҙ болдорҙан йығылып төшкәйнегеҙ...

-- Эһем... мин үҙем һөрлөгөп ҡолағайным түгелме һуң?

-- Юҡ шул, Әжәрғәп Мөгәрәпович, сикәгеҙгә мин бит берҙе биргәйнем...

-- Факт, яратмайһың. Клуб мөдире өҫтөнән ҡара ҡарғаны осор, иптәш хисапсы!

Исемлектә идара күләмендәге әүҙемән түгелдәрҙең генә фамилияһы ҡалды. Минең ҡәләм, хисапсым алдындағы исемлеккә әллә нисә ҡатлы түңәрәк һыҙып, келәт асҡыссыһы ҡарғаһын ситлеккә бикләне:

-- Был аҙғынды теге бригадир яратҡан, факт. Хәҙер үк һыҙып ташла, урынына Әптерәй Шәйхуллаһын күрһәт!

-- Һем... үҙегеҙҙең бер туған ҡәйнешегеҙ ҙә баһа ул Әптерәй Шәйхуллаһы! – Абайламаҫтан тейешһеҙ урынға тел ҡыҫтырҙы хисапсы. – Бисәкәйегеҙҙең ҡустыһы булғас, һеҙ уны яратаһығыҙҙыр, шәт?

-- Был ниндәй шик-шөбһә тағы?! Кем тип беләһең мине?! -- Һарыуым ҡайнап, ярһып, хисапсының әле генә ҡыҙыл ҡәләм менән беркетелгән фамилияһына ҡәләм осон тоҫҡаным.

-- Бөттө-бөттө, ағай, бүтәндәр шикләнмәһен, тим...

-- Һи ахмаҡ, суҡраҡ ҡолаҡ! Ишетмәнеңме ни тап шул Шәйхулланың бер туған апаһын, йәғни үҙемдең бисәмде, былтыр Ғәйзулла улының туйында үкертеп ярғанымды?! Ишетмәһәң...

-- Булды-булды, ағай! – тип тертләне хисапсы. – Ишеттем, бик шәп ишеттем! Ысынлап та, апаһы ла, үҙе лә яратмай һеҙҙе! Факт!

-- Алайһа, фәләнсәмде сәйнәп ултырма, ҡулыңа ҡыҙыл ҡәләмеңде ал да яңы тирмәнсе итеп арғы остоң баяғы Айыу Ғәйзуллаһын тамғала.

Һиҙәм, бригада советы ағзаһы: “Айыу Ғәйзулла һинең ҡайның дабаһа!” – тип ысҡындырырға самалай. Ләкин үткер күҙ ҡарашымдан уҡ аңҡауына йәбеште теле. Нисәмә-нисә тапҡыр Айыу Ғәйзулланы: “Ҡыҙыңды айырам, мал-тыуарын килеп ал!” – тип илгә рисуай итеүҙәрем эҙһеҙ ҡалмаған, күрәһең.

Тирмәнсе менән дә эште шулай көйләгәс, контора аттарына ем ташыусыны билдәләргә етте сират. Оҙаҡ уйлап торманым. Ҡыҙыл ҡәләмле исемлеккә үҙ ҡулым менән шаҡырайтып: “Тоҙлоҡапов Мөгәрәп” тип яҙып ҡуйҙым. Эргәләге әүҙемәндәрем, һүҙһеҙ генә, бер-береһенә ҡарашып алдылар. Шөйлә шымып ултырғас:

-- Был да дөп-дөрөҫ кандидатура, -- тип нығытты, ҡоңғор йөҙөнә йылмайыу билдәһе сығарырға тырышып, бригада советы ағзаһы. – Һеҙ, иптәштәр, беләһегеҙ: әле генә бригадирыбыҙҙың осло ҡәләме яҙып ҡуйған Тоҙлоҡапов Мөгәрәп беҙҙең хөрмәтле... ҡхым, ҡхым... хәҙерге яратмаған бригадирыбыҙ Әжәрғәп Мөгәрәповичтың яратмаған атаһы ул. Яратмай ул үҙенең атаһын, факт. Яратмағаны арҡаһында быйыл, дөрөҫөрәге, үҙе бригадир булмаҫтан элек үк, берҙән-бер улы була тороп та, пенсионер атаһы ҡартҡа бесән сабышып бирмәгән – мал-тыуары ҡышҡылыҡҡа бер һәнәк тә бесәнһеҙ ҡалған. Малайым шаҡшының шаҡшыһы, тип һөйләнеп йөрөй, ти, хәҙер... Ул кәнәлйә ҡарттың, йәғни Тоҙлоҡапов Мөгәрәптең, үҙенең ихатаһына ҡыуалап керетәйек, ҡышҡылыҡҡа ҡуйҙыртайыҡ беҙ контора аттарын – емен-бесәнен шунда көн-төн ташып, колхозға эш күрһәтһен!

Иң арттағы ултырғыстан ҡәнәғәтһеҙ мөңгөрҙәү ишетелһә лә, “дөрөҫ, дөрөҫ!” тип елкенеп ҡул сапты әүҙемәндәр. Хисапсым иһә тәҡдимгә теүәллек керетте:

-- Беҙҙең хәҙерге яратмаған бригадирыбыҙ Әжәрғәп Мөгәрәпович ул ғәйбәт эйәһе Тоҙлоҡапов Мөгәрәпте енеләй күреп яратмай, факт. Шуға ла эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, бөгөндән үк ул ҡартластың ихатаһына контора аттарын тултырып, трактор менән һөйрәтеп бер кәбәнде килтертәйек – телен сәйнәп йөрөмәһен, кәбәндән бесән йолҡһон!

Мәсьәләнең тәүге өлөшө ошолай теүәлләнгәс:

-- Ҡалған яуаплы урындарға тәғәйенләү буйынса үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе сәпәгеҙ, -- тип юл астым киң даирәле әүҙемлек фекеренә. Шуны ғына көтөп ултырған әүҙемәндәрем таяҡ тығып болғатҡан күстәй шаулап, өҫтәлде түңкәрә яҙҙылар. Бригада советы ағзаһы, ярһыуҙан күҙҙәре аларып, исемлеккә тупыс бармағын төрттө:

Бына был урынға, апайымдың улы булһа ла, енем һөймәгән Насирҙы ҡаптырырға кәрәк ине, Әжәрғәп Мөгәрәпович. Бәләкәс сағында мин нисәмә тапҡыр уны ҡолағынан һөйрәп йөрөттөм, үҙегеҙ беләһегеҙ бит!

-- Хаҡ һүҙ!

-- Факт, факт!

Бүтәндәр ҙә ҡуҙғалыштылар, хатта иң артҡы ултырғыстағы кәйефһеҙ йән дә килеп һырышты:

-- Был урынға...

-- Ә быныһына, Әжәрғәп Мөгәрәпович... – Биттәренә тапма тире бөрсөкләнгән әүҙемәндәрем бармаҡтарын исемлеккә ныҡышмаланып төрттө...

Аяғүрә торҙом, өҫтәлгә усым менән шапылдатып һуҡтым:

-- Шауламағыҙ, йәмәғәт! Бында яңы етәкселек: бөтә мәсьәләләр коллегиаль рәүештә, бригадирҙың симпатия-антипатияларынан ситкә сығып хәл ҡылына. Әле генә исемдәре һыҙып ташланған иптәштәрҙе, бәлки, мин үҙем яратҡанмындыр ҙа, ләкин, күрҙегеҙ, дөйөм файҙа хаҡына мин уларҙы үҙем яратмаған һәм улар мине яратмаған иптәштәр менән алмаштырҙым. Элекке бригадирҙай: “Мин, мин!” – тип күкрәк ҡаҡманым мин, бүтәндәрҙең фекерен тибәрмәнем. Быға үҙегеҙ шаһит. Теркә, иптәш хисапсы, әле генә әүҙемлек аҡылы һайлап алған исем-фамилияларҙы өр-яңы ҡыҙыл ҡәләмең менән өр-яңы исемлеккә!


1966.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет