Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет9/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   25

ӘЖӘРҒӘП МАЖАРАЛАРЫ

Ветеринар
Бригадир менән хисапсы колхоз идараһы бүлмәһендә көн үҙәгендәге мәсьәләне алға һөрөп һөйләшә. Сит кеше юҡ, иркенләп фекер алышалар. Хисапсы һүҙ ыңғайында һары ҡатырға тышлы папкаһын асып, юғарынан төшөрөлгән ҡағыҙҙарҙы уҡып ишеттерә. Бына уның ҡулы аҫтында мөһәбәт ат башы һүрәтләнгән мөһим документ.

-- Тағы ветучасткананмы? – тип баш сайҡаны бригадир.

-- Шунан. “Ҡасан бригадағыҙға ветеринар табып ҡуйырға итәһегеҙ? Әгәр ҙә мәгәр эпидемия сыға-нитә ҡалһа, башығыҙ менән яуап бирәсәкһегеҙ!” – тип яҙалар.

Бригадир, ҡыһылдап, йүткерек аша кәйефһеҙ көлдө:

-- Был скотийный врач тынғы бирмәй ғуй беҙгә. Алты ай инде, ветсанитарығыҙ юҡ тип, ҡолағымдың итен ашай. Юҡҡа ғына теге юлы ветеринарыбыҙҙың эш хаҡын ҡырҡып ташланыҡ. Ул эшләр ине әле...

-- Шунһыҙ булмай. – Ҡоро һөйләште хисапсы. – Беҙҙә бит экономиканы нығытыу, сығындарҙы экономиялау өсөн ҡыҙыу көрәш бара. Ҡайһы бер еңел эшлеләрҙең эш хаҡын ҡыҫҡартабыҙ.

-- Шулай ҙа, сәсрәп китеп булһа ла, ветеринар табырға кәрәк.

Хисапсы, маңлайының тәрән фекерҙәр бураҙнаһын һыпырып, күҙҙәрендә кинәт ҡабынған аҡыл осҡонон еткерҙе:

-- Әжәрғәпте ҡуйһаҡ ни була? Үҙе – төнгө ҡарауыл, үҙе ветеринар буласаҡ. Дүрт клас белеме бармы – бар, мал духтырына шул еткән! Штатыбыҙ ҙа артмаҫ, яңы эш хаҡы ла кәрәкмәҫ – ике эшкә бер ҡул, тигәндәй. Барыбер ҡарауыл өйөндә төнө буйы йоҡо һимертеп ята.

-- Дәәә, идея был! Алтын аҡыл! – Бригадир, еңел һулап, ҡарауыл өйөнә китте.

...Әжәрғәп ҡарауыл өйөнөң ветпункт тип аталған күрше бүлмәһендә элекке ветеринарҙан ҡалған ваҡ-төйәк тутыҡ инструмент, һаҫыҡ дарыу-маҙарҙарҙы ҡабул ҡылып алды. Пунктҡа инеп, йышылмаған тупаҫ таҡтанан әтмәләнгән өҫтәл артына ултырҙы. Үҙен колхоз идараһының иң төп өҫтәле артындағы рәйес һымаҡ хис итте. Ниндәй генә тиһәң дә, вазифалы өҫтәл бит!

Күп тә үтмәй, кемдер атаһын үлтергәндәй енләнеп, бригадир килеп керҙе.

-- Ветеринар! Һин ни эшләп малдарҙы дауаламайһың? Өҫтәл артында ҡайҡайыр өсөн ҡуйғанмы ни беҙ һине?

-- Әжәрғәп, сөршәйеп, өҫтәле аҫтынараҡ сүкте, ғәйепле рәүештә күҙҙәрен йәшереп һөйләнде:

-- Дауалай белмәйем бит мин, ағай...

-- Белмәһәң – белерһең. Беребеҙ ҙә белеп тыумаған. Хаталар өҫтөндә өйрәнәбеҙ!

Был һүҙҙәр Әжәрғәпкә тыныслыҡ ҡанаттары үҫтерҙе. Ветеринарға тейешле аҡһаҡ Күк алашаны егеп, тау артындағы һарыҡ ятағына барҙы. Унда, башын уң яҡ ҡабырғаларына терәлгәнсе кәкерәйтеп, бер урында түңәрәк һыҙып әйләнеп йөрөгән сәйер һарыҡтар салынды “духтыр” күҙенә. Һарыҡ көтөүсеһе шуларҙың бейеүен күҙәтеп тора.

-- Былар ниңә ергә циркуль һыҙалар? – тип һораны Әжәрғәп, ҡасандыр мәктәптә циркуль тигән нәмәкәй менән аҡ ҡағыҙға түңәрәк һыҙырға өйрәнеүен хәтерләп.

-- Әйләнсек һарыҡтар! – Көтөүсе түңәрәк уртаһына төкөрҙө. – Дауалап булмай торған сир.

Әжәрғәп, ирәйеп, ҡарашы менән тегене баштан-аяҡ үлсәне:

-- Пессимист һин! Беҙ дауалай алмаған ауырыу юҡ ул, ҡустым донъяла! – Дәрәжәле кирелеп, арбаһынан төштө, биш-алты киҫәк бау табып бирергә ҡушты. Көтөүсе, тиреҫлектә аунап ятҡан тупар балтаһын тотоп, шишмә буйындағы ағас араһына йылдам ғына инеп китте лә бер бәйләм ҡарама ҡайырыһы күтәреп сыҡты. Әжәрғәп, устарына төкөрөп алып, әйләнсек һарыҡтарҙың бөтәһенең дә уң яҡҡа кәкерәйгән башын киреһенсә -- һул яҡ ҡабырғаларына шаҡарып бәйләне.

-- Бынан һуң улар һул яҡҡа әйләнә башлаясаҡ. Шулай кирегә әйләнеү һөҙөмтәһендә баштары әйләнеүен бөтөргәс, үҙҙәренән-үҙҙәре тура йөрөй башларҙар! – тине.

-- Вай-вай, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яңы ысул! – тип аптырап ҡалды көтөүсе. Ләкин яңы дауалау ысулының авторы аҡһаҡ алашаһын ҡуҙғалтырға ла өлгөрмәне, хафаланып ҡысҡырҙы. – Ағаҡайым, әйләнсектәр йығыла!

Баҡтиһәң, -- аңһыҙ һарыҡ, тигәндәре шул инде! – дауа асылын аңламаған сырхаумандар, баштары һул яҡҡа шаҡарып бәйләнгән килеш, әүәлгесә уң яҡҡа әйләнергә маташып аяҡтан ауалар ҙа, тора алмай, ерҙә тумарлашалар.

-- Ни эшләйбеҙ инде, ағай?

-- Зарар юҡ, зарар юҡ! – тип тынысландырҙы Әжәрғәп. – Кирелектәренә барып, бер-ике көн шулай ыҙаланһалар, аҡылға ултырырҙар – үҙҙәренән-үҙҙәре тура йөрөй башларҙар!

Әжәрғәптең ҡайтыуына пунктта, йөҙөн әсе ҡауын ҡапҡандай һытып, бригадир көтөп ултыра ине.

-- Ҡайҙа батып ҡалдың? Ирәүәнләнеп сәхрәләрҙә гиҙеү өсөн ҡуйғанмы ни беҙ һине? – тип яғанан ала яҙҙы. Әжәрғәптең яуабын да көтмәй, ҡабаланып бойорҙо. – Ленин бабайың әйтмешләй, мәсьәләнең алтын ҡулсаһына тотон! Береһе көнгә райондан комиссия килә. Ике кеше бирәм. Шуға тиклем мал ҡәбере ҡаҙҙыртып, ауыҙын ҡапҡаслап ҡуй. Юғиһә, үләкһә ташлар соҡор юҡ.

...Ер тигәнең сыҡырҙап ятҡан ташлы булып сыҡты, көрәк уға бер иле лә батмай ине. Тимер һөймән менән соҡоп маташтылар, ләкин ул да барманы. Өҫкө сиҙәм ҡатламынан һуң бер көрәклек алырға ла өлгөрмәнеләр, күлдәктәре арҡаларына йәбеште. Үләкһә соҡорон әйтелгән көнгә өлгөртөү тураһында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел ине.

-- Иҫке мал зиратын ғына ипкә килтерһәк булмаймы?

-- Ул лыҡама тулған шул, -- тине Әжәрғәп.

-- Һөйәктәрен алып ташлап бүҫкәртәйек.

Яңы фекер Әжәрғәпкә оҡшаны. Ағайҙар ағас ырғаҡ яһанылар, мал һөлдәләрен эләктереп өҫкә һөйрәнеләр. Кискә тиклем эш ҡыҙҙы – ям шаҡтай бүҫкәреп ҡалды...

Ләкин көтөлгән комиссия килмәне.

Көндәрҙән бер көндә, кинәт кенә, колхоз һәм ауыл һыйырҙары араһында ауыҙ иҙелмәһе тигән ҡурҡыныслы сир таралды. Бригадир менән хисапсы, ҡоттары осоп, ветпунктҡа ябырылдылар. Ветеринар Әжәрғәп, стенаға эленгән дәү плакатҡа ҡарап, ауыҙ иҙелмәһенә ҡаршы нисек итеп көрәшергә өйрәнеп ултыра ине.

-- Ветучаскаға шылтыратҡайным, врач Ырымбурға командировкаға киткән, -- тине бригадир, бөрсөкләнгән маңлай тирҙәрен һөртөп. – Ҡасанмы ул килгәнсе, ауырыуға ҡаршы көрәште үҙең башлап ебәр, ҡустым.

-- Малдарға сыворотка ҡаҙарға кәрәк, -- тип төшөндөрҙө хисапсы. – Шәхсәнә үҙебеҙҙең малҡайҙарға ла! – тип өҫтәне. Әжәрғәп, әүәлге ветеринарҙан ҡалған дарыуҙар тулы шкафын асып, шешә алды. Төбөндә иле ҡалынлыҡ ҡына ҡуйы һорғолт шыйыҡса сайпылды.

-- Беҙҙең бөтә байлыҡ – ошо! – тине, шешәне юғары күтәреп. – Тик был сыворотка ни бары ике дозалыҡ ҡына.

-- То есть?

-- То есть, ике генә баш малға етә, тигән һүҙ.

Бригадир менән хисапсы, һағайышып, бер-береһенә ҡаранылар ҙа, көтмәгәндә кинәт кенә ҡуҙғалып, ҡабалан китеп барҙылар.

-- Беҙ килгәнсе сабыр итеп көтөп тор! – Булды бригадирҙың һуңғы бойороғо. Ун биш минут үтеүгә, икеһе ике яҡтан, шыпыртын ғына, ветпункт ихатаһында пәйҙә булдылар. Хисапсы – һыйырын, бригадир иһә һыйыры менән бер йәшлек үгеҙен етәкләгәйне.

-- Баяғы ике доза сывороткаңды минең бынауы аҡылһыҙҙарға ҡаҙап ҡына ебәр әле, Әжәрғәбитдин ҡустым! – тип үтенде бригадир. Хисапсы ярһып ҡаршы төштө:

-- Ояла белергә кәрәк, әшнә! Бөтәһен үҙ малдарыңа ҡаҙатып, мине яңғыҙ һыйырымдан яҙҙыртмаҡ булаһыңмы?!

Үҙ-ара әрләш-тартыш...

Әжәрғәп, тыныс ҡына эш ҡылып, шыйыҡлыҡты шприцкә тултырҙы, бәхәсләшкән түрәләре яғына әйләнде:

-- Йә икегеҙҙекенә лә тигеҙ бүлеп ҡаҙайым, йә ошо урында уҡ сыворотканы түгәм!

Тегеләр шунда уҡ тынды, йәһәт уртаҡ тел табып, ашығыс рәүештә, һыйырҙарының муйынына әжәл дарыуын ҡаҙаттылар. Бер минут та үтмәгәндер, укол ҡабул иткән ике һәүкәш гөрһөлдәп аяҡтан ауҙы, боттарын дүрт яҡҡа тәртәләй һуҙып ебәреп, биҙгәк тотҡандай дер-дер ҡалтырап йән бирҙе. Өс ир өс яҡта һерәйеп, үлгән һыйырҙарға текләгән килеш ҡаттылар. Улар һуштарын йыйғансы, ветпункт алдына гөрөлдәп машина килеп туҡтаны. Ишеген сыйылдата асып, милиционер сыҡты, артында район ветврачының башы күренде.

-- Кем ул иҫке мал ҡәберен асып ящур эпидемияһын таратыусы?! – Уң ҡулын наган ҡумтаһына терәп, уҫал екерҙе милиционер.

-- Ветеринар ул ысын ҡоротҡос!

-- Шприц ҡаҙап һыйырҙарыбыҙҙы үлтерҙе... – Иламһырап ялбарҙы әле генә ҡазаланған ике ир. Әммә Әжәрғәп тә төшөп ҡалғандарҙан түгел шул: шешәһе менән шприцын болғап һөрәнләне:

-- Ялған! Мин сыворотка ҡаҙаным! Ышанмаһағыҙ, бына этикеткаһын уҡығыҙ!

Ветврач резин бирсәткә кейгән ҡулы менән һыйырҙарҙы төрткөсләп ҡараны, Әжәрғәп ҡулынан алып, шешәне еҫкәне.

-- Сыворотка шешәһенә икенсе бер дарыу һалынған булған, ихтиола, -- тип белдерҙе ул. Өс ирҙең өсөһө лә, аһылдап, ҡаҡ ергә ултыра төштөләр. Сетерек хәлде милиционер уғата ҡатмарлаштырҙы:

-- Үткән аҙнала һеҙҙең ауыл кешеләре скотомогильниктан һөйәктәр алып, “Утильсырье” агентына илтеп һатҡандар. Шуның арҡаһында эпидемия район буйынса таралған. Мин шул ғәйепле кешеләрҙе ҡулға алырға килдем.

Тынып ҡалған ихатаны бригадир менән хисапсының сәстәрен йолҡоп аһылдауы, Әжәрғәптең үкһеп илауы яңғыратты.


Сәнкем-Биктимер, 15.12.1962.

Мине нисек муйынлы-ҡойроҡло иттеләр
Редакциянан. Түбәндә Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡаповтың милиция бүлегендә яуапҡа тарттырылыуы айҡанлы үҙ ҡулы менән яҙып биргән аңлатмаһы теркәлә.
Яңы йыл алдынан ғына колхозыбыҙҙа штат ҡыҫҡартыу кампанияһы башланды. Йыл ағышында аппаратты ағас олонондағы бәшмәктәрҙәй һырып алған һәр төрлө замдар, помдар, хисапсылар, кладовщиктар йып-йылы урындарынан юнысҡы кеүек шартлап остолар. Быны күреп хайран ҡалған сейле-бешле түрә йораттары бригадаларҙан, фермаларҙан эркелешеп контораға йыйылдыҡ, күҙҙәрҙе дүрт итеп, идара рәйесе һәм сыбыҡ осо туғаным бухгалтер Фәйзулла алдында ятҡан шомло штат исемлегенә төбәлдек.

-- Шулай, туғандар... Йыллыҡ хисап йыйылышына тиклем күбегеҙҙең ҡойроғон, байтағығыҙҙың муйынын киҫергә тура килә -- юғарынан әмер шулай, -- тип башланы, бөтәбеҙгә ҡыҙғаныусан ҡараш ташлап, сыбыҡ осо туғаным Фәйзулла. Ошо йылы хәбәренән эс-бауырҙар өҙөлөп төшкәндәй булды. Хисап әһеле телмәрендә ҡойроҡ киҫеү – ярты окладты, муйын киҫеү – бөтөнләй штат ҡыҫҡартыуҙы аңлата.

-- Һәнәк-көрәк тотоп эшләргә өйрәнерһегеҙ, сәбәкеләр! – Тантана итте штаттар ҡабарыу бәләһенән башы ҡатҡан рәйесебеҙ. Клуб мөдирлегемдең аҡтыҡ сәғәте һуҡҡанлығын һиҙенеп, бүлмәнән үк олаҡтым...

Хәл йыйып ҡабат ингәнемдә, майлы урын ҡоҙғондарының күбеһе таралышҡан, исемлектә иһә улар яҙмышын билдәләүсе аҫыл-ҡыҙыл түңәрәктәр, шомло ҡара тәреләр һүрәтләнгәйне. Рәйес менән бухгалтер, идара ағзалары, тып-тын ҡалып, төтөн менән түшәм терәтеп, исемлектәге үҙгәрештәргә һуңғы төҙәтмәләр керетәләр. Бер ситтәрәк ҡыҙара бүртеп ярһыған ветсанитар тора.

-- Аңла һин, кирегә бөткән бәндә, шунһыҙ беҙҙең киләһе йыл финанс планын хупламаясаҡтар! Штат ҡыҫҡартыу графаһын буш ҡалдырып булмай. Әле муйының имен ҡалғанға шатлан, яңы елдәр иҫкеләгәнсе ярты окладҡа эшләп тор. Ошо ҡәләм һау булһа, йыйылыштан һуң бер ай ҙа үтмәҫ, муйынлы башҡа ҡойроҡ ялғаныр йәнә. Әүәлгеләй, туп-тумалаҡ оклад эйәһе булырһың, -- тип йыуатты уны бухгалтер.

-- Һе, ҡапсығыңды киңерәк тот! Минең дүрт баланы дүрт ай буйы һеҙ туйҙырмаҫһығыҙ. Ярты хаҡҡа табан өйкәүсене атайығыҙҙан барып һорағыҙ! – тип ҡырт-киҫте ветсанитар. – Вәғәләйкүм әссәләм! – Контора ишеген тыштан шартлатып япты. Уның өсөн ҡауғалашырҙай ҡөҙрәт эйәһе бында юҡ – колхоздың ветврачы ҡайҙалыр ялда, Ҡырым ярында ине. Шуға ла таяҡтың башы санитар башына нығыраҡ төшкәндер...

-- Китһен, ялынмайбыҙ. Артына бер күнәк ҡарама көлө һибегеҙ сәбәкәнең! – Рәйес төкөрөп ҡалды. – Бер санитар муйыны һынғандан йығылып үлмәбеҙ. Бик тә кәрәкһә, вазифаһын ваҡытлыса күрше бригаданыҡы йөкмәп торор. Экстренный осраҡтарҙа ветврачтың үҙен юлландырырбыҙ.

-- Ай-һай, уҙаман, яҙа баҫып ҡуймайыҡ. Тирә-яҡта бешмә сире йөрөй, тиҙәр. Һыйыр малының ауыҙы иҙелә лә үлә икән. Лутсы уны урынында ҡалдырып, бригадир ярҙамсыларының, йәки конторала оса ышҡыусы эреле-ваҡлы хисапсыларҙың ҡойроғон ҡыҫҡартайыҡ, -- тип киҫәтте идараның күпте күргән бер ағзаһы. Бригадирҙарҙың, бухгалтерҙың сикә тамырҙары тартышты:

-- Беләбеҙ беҙ һинең оторо сиреңде! Оло башың менән, оялмай, бригадирҙың уң ҡулына киҙәнәһең. Уйлабыраҡ һөйлә һин, Ғимаҙислам!

-- Эйе! Ошо йәшеңә етеп, финанс политикаһын аңламайһың, ағай! Иҫәп-хисап работниктарына ҡул күтәреп, быуынһыҙ урынға бысаҡ салаһың! – Бухгалтер ҙа алышта һыр бирмәне.

-- Мал духтыры өрә бит һуң, мырҙалар...

-- Өрһөн. Өргән һәр бер эткә ҡалъя эләкмәй. Ҡайһы саҡ ундай сәбәкәне ҡыу һөйәк менән дә тешен һуғып һындыралар.

-- Ай-һай, йәмәғәт, ул-был була ҡалһа, мөгөҙлөләрҙе кем дауалар?

-- Ҡайын дегете лә креолин уның дауаһы, ағай.

-- Әммә шуныһын мал-тыуарға аслан кем һөртөр икән?

Сыбыҡ осо туғаным миңә күҙ һалды:

-- Бына бынауы бөтәбеҙгә ҡусты тейешле культура-ағартыу ҡарасҡыһы шәп һөртөр уны, ағай. Фермаға яҡын йәшәйем, әлеге хәйерһеҙ ветсанитарҙың һүлпән эшләүен беләм. Шул уҡ ваҡытта бер-нисә тапҡыр был егеттең... – Яурынбашымдан һөйөп алды ағайым. – ветеринарға ярҙамлашып, малдарға энә ҡаҙашып торғанын үҙ күҙҙәрем менән күргән бар. Йыллыҡ хисап мөҙҙәте уҙғылағансы, яңы кеше тапҡылағансы, үҙенең клуб эше менән бер ҡатарҙан мал духтыры вазифаһын да йөкмәп торор. Үҙем күҙ-ҡолаҡ булырмын.

-- Уға мин дә күҙ-ҡолаҡ, -- тип ҡушылды үҙебеҙҙең бригадир. -- Ә кәкже, йәш активист бит. Елкә ҡалын.

-- Дөрөҫ тәҡдим, Фәйзулла Фазлыевич! – Рәйесебеҙ ҙә хупланы. – Тальян уйнап, ҡул сәпәкәйләп, тыныс ҡына аҡса ашап ятмаһын әле ул сәбәкә малай. Ауырлыҡты йөкмәшһен. Беҙҙең кеүек, яуап та бирһен. Актив булғас, пассив булмаһын!

-- Дөрөҫ, дөрөҫ, теркәгеҙ протоколға! Ике ҡойроҡ урынына -- бер ҡойроҡ!

Бая ғына ҡарыулашҡан идара ағзаһы ла, тәнҡит уты үҙенә ныҡ ҡағылғас, тиҙ үк иҫен йыйып, коллектив аҡылға ҡиммәтле өлөш керетергә ашыҡты:

-- Финанс-минанс политикаһы улай ҡушҡас, ниңә беҙгә яртылыҡ юлда туҡталып ҡалырға, йәмәғәт? Төнгө ҡарауыл мылтығын да тотторайыҡ ошо талъянсы мырҙаға. Булыр йәнә ҡырт-киҫелгән бер муйын!

-- Дөп-дөрөҫ!

-- Вәт быныһы, исмаһам, елле фекер! Барыбер төнөн урам ҡыҙырып, талъян тартып тиҙәк тибеп йөрөй. Беҙҙең ише тир ағыҙып та ҡараһын. Келәт йоҙағы өйөнөң ҡаршыһында ғына. Колхоз фермаһы ла кәртәһенең артында – ҡарауыллар! Атаһының башына ла китмәҫ! – Күпселек тауыш анһат хәл ҡылды ғәзиз яҙмышҡайымды. Ҡобараларым осоп, ҡойроғон ишек ҡыҫҡан бесәйҙәй тажылданым:

-- Риза түгел мин быға! Ике, йәки өс йәнлеме ни мин? Баш тартам!

-- Ипләберәк, егет, сәбәкә булма! Коммунизм төҙөүсе йәш активист икәнеңде онотма! – Ҡаты киҫәтте рәйес.

-- Танауыңды һалындырма, ағайҙарың әйткәнде тыңла. Бер юлы йөҙ процент муйынлы-ҡойроҡло булдың! – Елкәмдән һыйпап йыуатты сыбыҡ осо туғаным Фәйзулла. Шау-шоу ҡыҙыуында өҫтәле артынан сығып, ситкәрәк алып китте мине. Маңлайына төртөп күрһәтеп, аҫтыртын бышылданы. – Ошо көршәктәге ысшут төймәләре һау булһа, шау-шоу тынғас та уҡ, йәнебеҙгә яҡын ағай-эне ҡабат үҙ урынына ултырасаҡ: ветсанитар ҙа, төнгө ҡарауыл да һәм башҡалар ҙа!.. Ә һин элекке урыныңда әле килеп өс вазифа уҡмашынан үҫтерелгән түп-түңәрәк яңы оклад эйәһе булып ҡаласаҡһың. Күҙ йомоп кереш, ҡустыҡай!

Шөйлә ныҡ тетрәнһәм дә, өлкән ағайҙарымдың әйткәнен иҫәпкә алып, баш эйҙем, йәш активист исеменә тап төшөрмәҫкә һүҙ бирҙем: тәүәккәлләгән – таш йотҡан, тиҙәр ҙәһә.

Бер башыма өс кәпәс ҡыҫтап кейҙертелгәс ни, ҡайҙа – муйын, ҡайҙа ҡойроҡ икәнен дә шәйләмәҫ хәлгә килдем. Теүәл өскә ярылып та имен ҡалыуҙың тәрән серҙәрен шәйләп, көнө-төнө баш ваттым. Түбә сәстәремде йолҡоп та эш сыҡмағас, бындай осраҡтарҙа әҙәм балаһы ҡулланған берҙән-бер ышаныслы юлды һайланым. Активислығыма эстән генә төкөрөп, эштәремде тыныс ҡына үҙ ағышына ебәрҙем. Шулай түшәмгә төкөрөп кенә көрәп аласаҡ айлыҡ аҡсамдың осо-башына сығып ятҡанда, бәғзеләрҙең көнләшеүҙән эсе көтөрҙәй башланы. Миңә үс итеп, төнө буйы тәҙрәм ҡаршыһындағы колхоз келәтенең мин һаҡларға тейешле йоҙағын шалтыраттылар – рәхәтләнеп йоҡлап ятмаһын, йүгереп сығып ҡурсалаһын йәнәһе. Ысынлап та йәнгә тейҙе был. Өҫтәүенә, талъянын ҡыҙғанып уйнатмай, клубтың ишеген асырға һәм йоҙаҡларға ла әсәһен йә ҡустыларын йөрөтә, малдарҙы дауаламай, келәтте ҡарауылламай, тип тейҙеләр тере теңкәгә. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, ауылға бешмә ауырыуының да ҡапҡа шаҡыуы һиҙелде. Тамам тәҡәтем ҡороп, йәш активист абруйын ҡабат ҡайтарырға тәүәккәлләнеп, урамға һыпырылдым.

Фермалағы башмаҡтар көтөүендә башланған бешмә сире. Ауыҙҙарынан шайыҡтары ҡойолоп, ҡаты бесәнде ашай алмай торалар, дүрт тояҡтарын ҡушарлатып, шаҡырайып ҡатҡандар. Астан үлеп ҡалмаһындар, тип, июнь айында йәш быҙауҙар өсөн махсус әҙерләнеп ауыл һыртындағы кәртә эсенә өйөлгән йомшаҡ бесәнгә илтеп ҡуштым бахырҙарҙы. Ветврач Ҡырымда һаман, ә ситтән килеп эшләп йөрөгән әүәлге ветсанитарыбыҙ беҙҙе ташлап ҡайтып киткән. Был һөнәрҙең берҙән-бер белгесе булып, тимәк, үҙем тороп ҡалғанмын. Элек күргәндәремде иҫкә төшөрөп һәм төрлө плакаттарҙан уҡып өйрәнеп, ауыҙ иҙелмәһе эпидемияһына ҡаршы профилактик сараларҙы киҫкен үтәргә тотондом. Егерме күнәк һыу һыйҙырышлы шанға ике күнәк креолин, бер күнәк тауар дегете һалып болғаттым, шыйыҡсаға фермалағы бөтә ҡапҡа бәйҙәрен, ишек тотҡаларын ҡапҡа һәм ишектәре менән ҡуша буяным, саналарҙы, тәртәләрҙе, һәнәк-көрәк һаптарын ҡандырҙым. Ҡарауыл өйөнөң иҙәненә шул ҡуйылтмаҡ һеңдерелгән бысҡы онтағы түшәттем. Фермала шулай эштәремде теүәлләгәс, ат егелгән санаға шанды тейәп, осраған һәр хайуандың арҡаһына, йорт ҡапҡаларына, телеграф бағаналарына зәһәр еҫле шифа һыуын һөртә-һөртә, ауыл урамдарын буйланым. Клубҡа барып еттем, бер аҙ уйланып торғас, тәүәккәлләнеп, сәхнә һәм тамаша залының мөйөш-һәйештәрен бумалаланым. Үҙебеҙҙең өй ҡаршыһындағы келәт эргәһенә етеп, шан төбөндә ҡалған зәхмәтте күнәкләп келәттең һалам түбәһенә һирпенем, бер сүместәйен йоҙаҡ эсенә ҡойҙом... Инде минең үҙемдән дә саҡрым араға зәхмәт еҫе аңҡый ине, шул көйөмсә, талъянкамды сыйылдатып, клубҡа йөрөй башланым...

Хеҙмәтем бик тиҙ арала татлы емешен бирҙе: күҙемә сүп булып ҡаҙалған иң сая тел сарлаусылар ҙа, ҡапҡаларын икенселәй буяуҙан ҡурсаланып, ауыҙҙарына һыу уртлап, “өйҙә бот күтәреп” ятыуымды күрмәҫ-белмәҫ булдылар, ә өмә яһап клуб эсен йыуып сығарған йәштәр, ялынып-ялбарып, культура усағының ишеген асып-ябыу вазифаһын әүәлгесә бүтәндәрҙән башҡартыуымды һоранылар. Шул көндән һуң өйөм ҡаршыһындағы хәйерһеҙ йоҙаҡ та шалтырауҙан туҡтаны.

Иртән уянып сыҡһам, ни күҙем менән күрәйем, бер төркөм ир-ат, танауҙарын ҡаплап, келәт алдында тапана.

-- Кил әле бында, сәбәкә малай! – Сиңәртәй бармағын һелкетеп саҡырып алды рәйес. Келәттең туңып ярылған йоҙағын тотторҙо. -- Әйт әле, ҡарауыл, эсенә ул һыҡраны ниндәй һемәктән тултырҙың? Үҙеңдекенәнме?

Ир-ат хахылдашып кешнәште.

-- Һыҡра түгел был, ағай, -- тинем, -- донъялағы иң алдынғы совет фәне һәм париябыҙ ҡушҡан дез-ин-фекция шыйыҡсаһы был. Креолин һәм дегет. Ышанмаһағыҙ, еҫкәп йәки ялап ҡарағыҙ.

-- Һи алйот, еҫкәмәй ҙә беләм мин уны. Бөтә ауылды ҡотороҡ майына һаҫыттың, сәбәкә малай. Тын алыр ҙа әмәл юҡ.

-- Уның ҡарауы йәнегеҙ тыныс – кәртә-ҡура сир-сырхауҙан ҡурсаулы. Штатта ла артыҡ муйын-ҡойроҡ юҡ!

Йәнәш торған бригадир иһә елкәмдән шаҡарып алды:

-- Атла, кәнәлйә, келәт эсен инеп күр! -- Күнәкләп һипкән шыйыҡлығым һалам түбәнән үтеп, буралағы он өҫтөндә ҡара боҙланып ҡатҡан. Танауымды шунда килтереп төрттө. – Тояһыңмы бының еҫен – нисәмә йөҙ тәңкәлек он сумары суҡмарланып кеҫәңә һуғасағын? Креолин менән келәт түбәһен түгел, ә үҙеңдекен майларға кәрәк ине!

Хәле бөтөп көтөүсе килеп етте:

-- Духтыр ҡустым, йүгер – бесәнлектә башмаҡтар үлеп ята! Ветврач һине килеп етергә бойорҙо.

-- Ҡайҙа – Ҡырымғамы? – тинем, аптырап.

-- Ҡырымдан ҡайтып төшкән, эштәр хөрт, бөтә ир-ат бесәнлеккә килеп етһен, рәйес үҙе лә ҡалмаһын, тип ҡаты ныҡыны...

Мыйыҡтарына ҡырау атҡан ветврачыбыҙ ысынлап та бесәнлектә башмаҡ үләкһәләре эргәһендә көтә ине. Тере ҡалған малҡайҙарҙы кисекмәҫтән ныҡ һаҡ аҫтында айырым аҙбарға ябырға, үләкһәләрен бесән кәбәне менән ҡуша яндырырға, ферма һәм ауыл мал-тыуарына бешмәгә ҡаршы вакцина ҡаҙарға кәрәклеген йәнде алырҙай туҡыны. Сәғәтендә үк ауыл һыртында оло ялҡын ләүкене – бесән кәбәне яна...

Ә минең хәл нисек, тиһегеҙме? Муйынлы-ҡойроҡло килеш, ҡыл осонда ултырам. Тәүәккәл башыма ла, кеҫә төбөмә лә бер юлы бүре ҡойроғо менән һуҡмағайҙары, тип ҡурҡам.
Милиция бүлегенән иҫкәртмә. Яуапҡа тарттырылыусы граждан Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙоҡапов ветсанитар вазифаһын башҡарғанында бригадир һәм бухгалтерҙың мөгөҙлө эре малдарын ағыулы дарыу ҡаҙап үлтереүен таныуҙан ҡырҡа баш тартты.
1967.

Аймылыш
Ошоғаса фани донъяла рәп-рәхәт, тып-тыныс ғүмер кисереп ятыусы егет инем. Иҫләмәҫтән-нитмәҫтән... Төшөммө был, әллә асы өнөммө?..

...Бөтәһе йәш күңелемдең шаулы тормош ҡосағына ашҡынып-талпыныуынан килеп сыҡты. Ҡала ерендә йән башына аҙна һайын ике ял көнө бирелгәнде ишеткәс, үҙ алдыма рухланып, ҡаланыҡыларға оҡшатып яурынғаса ял еткерҙем дә, ялтыр асфальт тирәһенә тиҙерәк төпләнер өсөн, үҙебеҙҙең “ҡала тибындағы” район үҙәге ҡасабаһына морон төрттөм. Билдәле, эштең башы, баштан уҡ, паспорт өҫтәленә төкәлде. Барған көндә үк инеп һөйләшеп, мөһөр-мисәт баҫтыртмаҡҡа кәрәкле ҡағыҙҙарымды тапшырҙым да иртәгәһен иртүк тороп, өҫтәл эйәһе әйткән сәғәте-минутына “тып!” итеп ҡалдым, сөнки бындай хәтәр мәлдә тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу хәйерле, ти торғайны олатайым.

Йоҙроҡтай ғына бүлмә эсе тынсыу – минән башҡа ла бында паспорт ала йәки алмаштыра килгән унлап хан һәм ханым бар ине. Бөтәһе өҫтәлгә өңөлгән, өҫтәл эйәһенең күҙенә текләп, телефон сымының теге осондағы”ҡәҙерле”һе менән аңлашып бөтөүен көтәләр. Был яҡтың сая сәменә ҡарағанда, “Спартак” һәм “Динамо” футбол командаларының яҙмышы хәл ҡылына.

-- “Спартак”тың киләсәге салт аяҙ! – Осло үксәһен иҙәнгә шыҡылдата был яҡ.

-- Юҡ, томанлы! – тип хәнйәр ҡаҙай тегеһе.

-- Иштең ишәк сумарын, хи-хи-хи! – Татлы күҙ йәше аша көлә быныһы.

-- Белдең бесәйемдең ҡойроғон, хо-хо-хо! -- Әсеткән еккә әсе борос ҡыҫтыра тегеһе. Шулай байтаҡ ғүмер-замандар уҙа. Мөһөрлө ҡатырға көтөүселәр, бер көлтә паспорт бланкылары ятҡан сихырлы өҫтәлдән күҙҙәрен алып, донъяларына ҡайталар. Талған аяҡтарын яҙып, ойоған боттарын һуҙып, иҫкеләнгән урындарын яңыртып ултыралар. Ҡайһылары тәмәке тартырға китә. Әммә сымдағы алыш һаман өҙөлмәй.

-- Ҡәһәр төшкөрө, тамағы ҡарлыҡҡыры! – Танауы аҫтынан мыңғырҙай яңағын кәбеҫтә күсәнеләй итеп иҫке таҫтымал менән сорнаған бабай. – Ниңә был Эдисон тигәндәре телефон аппаратын уйлап сығарған?

Тел сарларға, тигәндә, Аллаға шөкөр, олатайҙан да, атайҙан да уҙҙырабыҙ:

-- Мейес башында иркәләнеп ятып ҡына ҡортҡаң менән телләшергәлер! – Ауыҙына шулай май ҡаптырам, сиратымды уның алдынараҡ күсерергә йәтешләнеп: кеше бер телемгә үрелгәндә, һин икене йол, ти торғайны олатайым. Ниәтемә шыма ғына өлгәшеп, телефондан һайрашыусыға күҙ ҡыҫтым.

-- Хи-хи-хи! – тине ҡыҙ, һыңар күҙен генә миңә йылтыратып. Тағы барлыҡ иғтибарын трубкаһына бирҙе. – “Динамо”ңа ҡайғы телеграммаһы һуҡ – беренсе күн туп “Спартак”та ҡала!

-- Ах, бөтә футбол туптарығыҙ шартлап ярылғыры! – Һыҙланып, яңағын баҫты бабай. Өҫтәл эйәһе саманан тыш хисләнеүҙән өҫтәл һуғып, аяҡ тибеп көлдө теге сым осондағы серҙәшенән:

-- Ху-ху-ху, хо-хо-хо! Шуны ла күрмәгәнһең, йоҡо тоҡсайы! Нимә? Эш сәғәттәрендә нисек күрә алдың, тиһеңме? Һантый, хи-хи хи, ха-ха-ха! Ишек тышына “ремонт” тигән белдереү элеп, телевизорҙы эш өҫтәленә ҡуйып... Эйе, ике көн ял хәҙер беҙҙә. Ләкин матч күрһәтмәйҙәр бит көн дә!

-- Ых, бысағымамы аҙнаһына ике көнлөк ялды уйлап сығарғандар! – Быныһын ҡартлас өҫтәл артындағыға барып етерҙәй ҡысҡырып әйтте. Һәй афарин! Йөйөн табып телә белһәң, тел тигәнең суйырташты ла яра, ти торғайны олатайым. Мин дә өҫтәл артындағыға ишеттереп яуапланым:

-- Һинең кеүек артта ҡалған тупаҫйәндәрҙе культураға ултыртыр өсөн ваҡыт күп ҡалһын өсөн ул. Күрмәйһеңме ни: башлыҡ иптәш һинең ише һөрһөгәндәрҙе тәрбиәләргә телефон аша культура-ағартыу эше үткәрә, ә һин ҡамасаулайһың. Культура кәрәк, культу-у-ура!

-- Сөскөрөп бирәйем көлтүрәһенә! Биш көн сүбек сәйнәйҙәр ҙә ике көн һыу эсәләр! – Бирешмәне тиҫкәре.

-- Сәйнәһә, һинекен сәйнәмәйҙәрҙер, ниңә эсең боша?

-- Бошмаҫ ине лә, эш урынында тел тылҡымаһа. Яуапһыҙлыҡ был!

-- Яуапһыҙҙан ишетәм! – тине өҫтәл эйәһе.

Бабайҙың сей сөйәленә кейеҙ ҡыҙҙырып баҫтым:

-- Гөбөр-гөбөр гөрбөйән һин, ташһыҙ тартҡан елтирмән һин, һаҡалы оҙон, аҡылы ҡыҫҡа әҙәм. Яуаплы иптәштең дә, сым буйлатып ҡына булһа ла, туп тибергә хаҡы бар, ул да ата балаһы!

Өҫтәл эйәһе салт әйләнеп ҡараны, миңә иғтибар итте. Теге сым башындағы серҙәшенә:

-- Алло-алло, трубкаңды ҡуймай көтөп тор, -- тине. Үҙенекен яурынбашы менән ҡолағына ҡыҫҡан килеш, бланкылар күбәһенән береһен тартып сығарҙы. – Исем-фамилияң?

-- Тоҙлоҡапов Әжәрғәп Мөгәрәпович! – Ҡыҙыу тимергә һуҡтым.

-- Ултыр бына бынауында. -- Өҫтәл-мөһөр эйәһе, телефондан йылмайып нимәлер тыңлай-тыңлай, ваҡытлыса бирелә торған паспорт бланкыһын тултыра башланы, колхоздан саҡ ысҡынған беҙҙең кеүектәргә уныһын тәтеткәнгә лә рәхмәт! Сымдың арғы осонан ниҙер ишетеп, ҡапыл яҙыуҙан туҡтаны, өҫтәлен һелкетеп көлдө. – Ха-ха-ха!.. Енесең ниндәй, әйт тиҙерәк! – тип миңә екерҙе. Ҡурҡышымдан йәнем сыға яҙып (сөнки баш тартыуы ла бар!), һорауҙың үҙемә төбәлгәнен шәйләһәм дә, ауыҙ асып әйтергә өлгөрә алманым, сөнки:

-- Һәй, оҙон сәс! Ҡыҙый тип әйтәйемме, малаймы... один чорт! – тип елкә усламымдан тартты яңағы бәйле бабай. – Ниңә сират боҙоп алға ырғының?

-- Йә, енесеңде әйт тиҙерәк! – тип ныҡыны паспортсы, ләкин арттан салғыйға йәбештеләр.

-- Ҡатын! Кәпәсле ҡатын! – Сәсемдән тартҡан бабайға булды был яуабым.

-- Кәпәсле ҡатындан ишетәм! – тип ғыжылданы тиҫкәре ҡарт. Телефондан ҡыҙып телләшеүен һаман дауамлаған паспортсы туташ шул арала бланкыны тултырып бөтөп, мөһөр мисәтен “дөңк!” иттереп сәпәне лә паспортымды ҡулыма атты. Хәл иткес был минутта ике ҡулы ла, үҙе лә буш булмағанлыҡтан, минең ҡағыҙҙар араһындағы “Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ”ҡа ҡарай алманы, буғай...

Инде эшкә урынлашыу ҡайғыһы. Һуҡмаҡ осом пекарня – Икмәкхана контораһында. Кадрҙар бүлегенә дөрөп барып керҙем, сөнки ҡыҙҙырған тимерҙе һыуытыу – егет эше түгел, тир ине олатайым. Әммә-ләкин ни күрәм: кәүҙә йәһәтенән береһе баллы умартаға, икенсеһе әсе эркет тәпәненә тартым ифрат мөләйем ханымдар ҡара-ҡаршы ултырышып алғандар ҙа, бик ҡыҙышып, “һалабаш һүтәләр, һуған баулайҙар” ине. Алдарына яҫы “Правда” гәзите түшәп һалынған, унда кәбәндәй көнбағыш ҡабығы өйөлгән. Яңғырауыҡ сәләмемә лә иғтибар итмәгәстәре, ауыҙҙары бушаныуын һағалап, мөйөшкәрәк һырныҡтым.

-- Был ни заман! -- тине умарта ханым. -- Элек симешкәне эшкә барған-ҡайтҡанда яра торғайным, инде шуға ла ваҡыт юҡ. Ике көн ялға күскәндән һуң, эш аҙнаһы бөткәс тә, өйгә һуғылып тормай, тура баҡсаға китәбеҙ; шуға күрә эшкә барышлай – баҡсалағы плитәгә газ баллоны йәки башҡа нәмәләр, ә ҡайтышлай аҙыҡ-түлек һатып алырға кәрәк. Шуға күрә коноторанан ике сәғәт элек сығып таябыҙ. Дәүләтебеҙ фарманлаған хөрриәт -- һәр минутты ялға арнағы килә.

-- Эйе, культурнай йәшәргә ваҡыт. Культурнай ялға хилафлыҡ килмәһен өсөн, ирем менән мин көн дә киске ужиныбыҙҙы, буфеттан бәлеш, ҡатыҡ-фәлән һатып алып, эш урыныбыҙҙа уҡ ашайбыҙ ҙа ҡайтабыҙ – эштән һуңғы ваҡытыбыҙ янға ҡала. – Илһамланып ялғап алды тәпәнбикә.

-- Уй әхирәткәйем, ҡалай башығыҙ эшләй!

-- Хәҙер культурнай заман, баш менән йәшәргә кәрәк.

Һыналған аҡыл иҫкә төштө: асылған еккә бармағыңды ҡыҫтырһаң, бара-тора башың һыйыр, Әжәрғәп улым, тигәйне олатайым.

-- Һе! Ужин ғына нимә ул! – Мөйөшөмдән ҡушылдым, -- Вәт минең бухгалтерияла бил бөккән ағайым менән еңгәйем беләләр эштең асылын, исмаһам. Өйҙән кәрәк-яраҡты алып китеп, иртәнге сәйҙе лә бухгалтерияның иҫәп-хисап өҫтәлендә гөрләтеп ҡайнатып эсәләр – иртәнге татлы йоҡолары янда ҡала. Ә госбанкыла ҡыштырҙатып аҡса һанаусы инәйем, һәр кис һайын ясленән алғандан һуң, игеҙәк ейәнсәрҙәрен аҡса сейфе өҫтөндә ғәсәл ҡойондороп алып ҡайта!

Ханымдар шым ҡалдылар, ҡалҡынып ҡаранылар.

-- Бәй, бында һеҙгә ни кәрәк? – тине береһе.

-- Он складығыҙға грузчик булып ялланырға килгәйнем.

-- Ниңә башта уҡ шулай тимәнегеҙ?

-- Эшегеҙ бөтөүен көттөм.

-- Ғариза яҙып бирегеҙ. Әммә беҙҙә өҫтәл, ҡара-ҡәләм буш түгел.

-- Шуны алдан уҡ һиҙеп, яҙып килтерҙем, туташтар.

-- Ниңә баштан уҡ күрһәтмәйһегеҙ, ҡиммәтле ваҡытты урлайһығыҙ? Паспортығыҙ менән ҡуша ҡалдырығыҙ. Иртәгә иртәнсәк фәләнсә ваҡытҡа килерһегеҙ, -- тине умарта ханым.

Район ҡуналҡаһында ҡандалаларҙан таланып йоҡо һимерткәс, иртән һыу ғына эсеп, ғаризам менән паспортымдың хәлен белешә киттем. Кисәге умарта ханым да, тәпәнбикә лә -- зым-зыя, улар урынында төптө лә таныш түгел, һары сәсле ҡыҙ бала ҡәләм юна.

-- Ҡағыҙҙарығыҙ икмәк цехы башлығында, -- тип белдерҙе ул, журналға ҡарап алғас.

-- Мин бит икмәк цехына түгел, складҡа грузчик булып инергә һорағайным.

-- Беҙҙә ҡатын-ҡыҙ енеслеләр ауыр эшкә алынмай.

-- Минме ҡатын-ҡыҙ?!

-- Барығыҙ-барығыҙ, ҡыланмағыҙ. Мин үҙем дә кәрәккәндә тауышты ҡалынайтып, сәсте туҙғытып ир-аттай йөрөй беләм. Икмәк цехы башлығы көтә һеҙҙе! –Дилбегәне ҡыҫҡа тотто.

Әммә быныһына ла ҡушҡуллап риза: урамы – асфальт, шөғөлө -- цех эше, колхоз һәнәк-көрәге түгел инде! Ҡойроҡто һыртҡа һалып, асығыуҙан һәлберәй башлаған телде арҡыры тешләп, эҙ һыуындыртмаҫ элек, икмәк бешкән тирәгә тәпәйләнем. Мейестәр дөрләп, ондар борлап, әсе ҡамырҙар шартлап торған тамуҡ төйәгендә мине тәпәнгә төшкән тараҡандай башкөлләй онға батҡан урта йәштәрҙәге мыҡты ир – цех башлығы ҡаршыланы. Кем икәнемде, йомошомдо белдереү менән үк, документтарымды ҡулыма һондо ла, уңды-һулды абайламай, вулкан тауылай ажғырып ташып барған оло ҡамыр шанына ҡарай йүгерҙе:

-- Әй, ҡыҙый! – Ярты секундҡа артына ҡайырылып, бойорҙо. – Иң элек медицина комиссияһы үтеп, һаулығыңа ҡағыҙ ал. Проходной двор, йәки ирҙәр һағалаусы юл саты түгел был һиңә, ә икмәк заводы. Һәм бында эшләр булһаң, ҡолағыңа киртеп ҡуй: мода артынан ҡыуам тип йәп-йәш башың менән толомоңдо ҡыҫҡартып, йәмеңде ебәреп, ирҙәр кейеме кейенеп, ҡарасҡылай әҙәм көлдөрөп йөрөмә, әүәлге хәлеңә ҡайт! Гүзәл енес – гүзәл булырға тейеш!

Тәүгеләрен бик яҡшы аңлаһам да, һуңғыларына шаҡ-ҡаттым. Яңаҡтарымды усым менән ышҡып та, ҡулға эләгер дәлил – төк төхөрө тапмағас, күңелемде шом алды; бындай шыма тоҡом ҡалдырған атай-ҡартатайҙарымды ләғнәтләп, ғәрлегемдән сәсемде йолҡорҙай булдым. Ниңә мин “ҡыҙый”, ниндәй кейем кейергә?..

Күп уйлап һәм әрепләшеп торор форсат ҡалманы: башлығым, ең һыҙғанып, ажғырып ташҡан ҡамыр тауы менән көрәшә башланы. Танауҙы “мырш!” тартып, ул йүнәлткән больницаға ашыҡтым. Күрһәтелгән йүнәлештә бер сисенеп, бер кейенеп бер-нисә ишектән ингәс, бер-нисәһенән сыҡҡас, кәмә мороном лаборатория ярына килеп төртөлдө, ә унда паспорт өҫтәленә ҡарағанда ла ҙур сират. Етмәһә, үс иткәндәй, бөтәһе лә йә -- көбө, йә умарталай йыуан-йыуан бисәләр. Түштәре менән дә, терһәктәре менән дә бер-береһен төртөп, ҡыҫырыҡлап, зыҡ-ҡубалар. Баҡты иһәң, лаборант ҡатын иртәгә эшләмәй, ә сираттағыларға, киреһенсә, иртән уттай көн икән. Ете аҙым өҫтәлгә еткәнсе ете тиргә батып, шалтор-шолтор һауыт-һаба, ызбурыйҙарын әүеш-тәүеш килтергән, йөҙөмә әйләнеп тә ҡарамаған лаборанткаға тейешле ҡан-маҙарҙарымды саҡ тапшырып өлгөрҙөм. Беҙ, анализ ҡағыҙын яҫҡаныусылар, коридорҙағы оҙон эскәмйәгә ҡарлуғастарҙай теҙелешеп, яҙмышыбыҙ хәл ҡылыныуын көтәбеҙ. Бына ишек “шылт!” итте лә өҫтөндәге аҡ хөлләһенән арынған, башына йәшел тауис ҡауырыйлы эшләпәһен кейгән, ҡулына селтәр моҡсай тулы бәрәңге тотҡан лаборанткабыҙ шым ғына шылып “һәп” булды.

-- Был ни хәл?! – Боғаҙым салынғандай, йән әсеһе менән ҡысҡырҙым. -- Әле бит эш көнө бөтмәгән – теүәл ҡырҡ биш минут ҡалды!

-- Уның бәләкәс улы бар, оҙайтылған көн төркөмөндә уҡый. Шуны мәктәптән алырға ашыға, -- тине хәбәрдар бер ханым.

-- Оҙайтылған көндә булғас, ниңә эшен ослап китмәй?

-- Китер ине лә, ике көн ялға күскәс, мәктәптәге тәрбиәсе лә бәпескәйен ясленән алырға ашыға. Сөнки яслеләгеләр ҙә иртәрәк ысҡыныу яйын ҡармай.

Тимерсе олатайымдың, тимер тамам ҡыҙһын өсөн, ҡуҙҙы дөрләтә белергә кәрәк, тигән алтын аҡылын иҫкә төшөрөп, ҡуҙраған усаҡҡа аҫтыртын күрек өрҙөрҙөм:

-- Дөрөҫ эшләй был ханым. Хәҙерге ике яллы заманда һәр эштә лә үҙеңә файҙалы ваҡытты көрмәргә кәрәк, ти торғайны мәшһүр бер. бабай. Үтә лә белеп әйткән. Шундай уҡ белдекле атайым, мәҫәлән, ошо көн дә лә иртән етәкләп мине пекарня складына эшкә оҙата. Шунан һуң, врачтарҙың ҡәтғи бойороғонбойомға ашырып, сәғәт теп-теүәл унда диеталы ашханаға үҙәк ялғарға керә. Сәғәт ун берҙә эшкә барып, өҫтәле артына ултыра ла, папкаларын асып һалып, туалетҡа тәмәке тартырға һәм башҡа ихтыяждарын үтәргә сыға. Ярты сәғәттән һуң эшенә ҡайтып, көндәлек гәзиттәрҙәге яңылыҡтарҙы һөҙә. Сәғәт ун икене һуҡҡас, врачтар ҡушыуынса, бер стакан һыу ҡойоп эсә лә эшкә башлай. Һәм беренсе яртыға тиклем утыҙ минут буйынса баш күтәрмәй тир түгә. Шунан йәнә төшкө ашҡа тәнәфес, тәмәке тартыу, киске гәзиттәрҙе күҙҙән кисереп сығыу... Бер стакан һыу эсеп, тағы бер сәғәттәй тир түккәс, ҡәҙерле атаҡайым, бер сәғәт элек кейенә лә мине алырға китә. Шулай итеп, бер ял заманындағы бер көнлөк эште ул сәғәт ярымда эшләп өлгөрә...

-- Безобразие!

-- Мәсхәрә!

-- Ишеген ҡайырып кереп алырға кәрәк! – Йәмәғәт аяҡланды, таяҡ тығып болғатылған умарта күсендәй шауланы. Тимер тамам ҡыҙып етте, тигәндә, бәхеткә ҡаршы, лаборатория ишеге асылды ла күк халатлы әбекәйҙең сөрөш йөҙө салынды:

-- Рәхим итегеҙ! Үҙегеҙ таратып алығыҙ! – Бер ус ҡағыҙҙы алда торған ғауғасыға тотторҙо. Баҡтиһәң, лаборантка ошо иҙән йыуыусы әбекәйгә бланкылар ҡалдырып, дөйөм исемлектәге фамилиялар буйынса тултырып биреүен үтенеп киткән икән. Ҡыуанышып, ҡиммәтле ҡағыҙҙы ҡулға төшөргәс, уҡып та ҡарамай, тиҙерәк икмәк цехына саптым. Бында ла көндө йомғаҡлап, таралышырға ғына торалар икән. Шулай ҙа цех башлығым ипле әҙәмкәй булып сыҡты, ваҡланманы. “Әһә, килдеңме, ҡыҙый?” – тине лә, ҡағыҙҙарымды ҡармап алып, эш бүлмәһенә саҡырҙы. Еҙ тирәсле күҙлеген элеп, ҡағыҙға күҙ йүгерткәс, ҡапыл төҫө үҙгәрҙе, йөҙөмә һөҙөп ҡараны:

-- Не выйдет! Күҙ буяп эшкә инермен дә декрет отпускыһы алып, эшләмәй ашап ятырмын, тигәйнеңме? Миңә бала табыусылар кәрәкмәй, ҡамыр баҫыусылар кәрәк, мут ханым!

Һушымды бер юйып, бер йыйып, аңыма килә алмай интеккәс, телемде саҡ ҡуҙғалттым:

-- Ниндәй “ханым”? Ниңә мәсхәрәләйһегеҙ?

-- Һәй ханым, ханым... Ниңә мине һуңғы сиккә етергә мәжбүр итәһегеҙ?! – Документтарымды өҫтәл тартмаһына ырғытып, мине тышҡа этәрҙе.

Ҡуналҡа бүлмәмә ҡайтып, тар койкаға йығылдым, иртән барып ғауғалашырымды сәмле уйлап ята торғас, күҙ эленеп киткән. Яурынымдан цех башлығы һелкетәме, тип, күҙ асһам, башым осонда бынамын тигән милиция сержанты баҫып тора.

-- Тоҙлоҡапов Әжәрғәп Мөгәрәпович тигән граждан йәки гражданка һеҙ булаһығыҙмы?

-- Тап үҙе. Ләкин гражданка түгел.

-- Кейенегеҙ, участкаға китәбеҙ.

-- Ни сәбәп? Урлағанмы мин, әллә кемделер һуйғанмы?

-- Барғас һөйләрһегеҙ!

Башты ташҡа ороп булмай, олатайым әйтмешләй, -- буйһонорға тура килде. Унда дүрт күҙ төбәп көтәләр имеш: береһе йәш кенә тәфтишсе, икенсеһе үҙемә билдәле икмәк цехы башлығы. Ә өҫтәлдә онға батҡан ваҡытлы паспортым, башҡа ҡағыҙҙарым, шул иҫәптән баяғы кисә илткән медицина белешмәм ята.

-- Йә, һөйләп ебәрегеҙ әле, гражданка-гражданин. Ни өсөн Тоҙлоҡапова түгел, ә Тоҙлоҡапов? Ҡатын-ҡыҙ башығыҙ менән ниңә ир-ат булып ҡыланаһығыҙ? Берәй афера-этлек ҡылыр өсөнмө?

-- Ялған! Мин һис ниндәй Тоҙлоҡапова түгел, ә теп-теүәл енесле Тоҙлоҡапов!

-- Алайһа, ниңә паспортығыҙҙа фамилияғыҙҙың аҙағында “а” хәрефе өҫтәлгән? – Ҡағыҙҙы алдыма ырғытып, йөрәгемә шом һалды – ысынлап та Тоҙлоҡапова ине...

-- Йә, инде ни әйтерһегеҙ?

-- Ялған! Үҙегеҙҙең паспорт өҫтәле башлығы ялғанлап яҙған! – Аяҡты ныҡ терәп һөрәнләнем.

-- Сеү! Алайһа, был белешмә лә ялғанмы? – Лабораториянан иҙән йыуыусы әбекәй биргән ҡағыҙҙы күрһәтеп күҙҙәремде шаҡырайтты. – Уҡы әле бынауы графалағыны, ҡысҡырып уҡы!

Сәстәрем үрә торҙо: быуаҙ, өс айлыҡ, тип яҙылғайны...

-- Мин уның аферистка икәнен бер күреүҙән үк үтәнән-үтә таныным, -- тине цех башлығы. – Ирҙәрсә ҡыланып һүгенеүен ишетһәгеҙ икән әле уның!

-- Тәк, барыһы ла аңлашылды. Һеҙ, гражданка, яуыз ниәт менән енесегеҙҙе алмаштырып, алдашыу юлына баҫҡанһығыҙ. Прокурор хәл иткәнсе, үҙегеҙҙе бер-ике көнгә бында ҡалдырырға тура килер. Сержант, илтегеҙ был гражданканы ҡатын-ҡыҙҙар камераһына!

Эс-бауырым өҙөлөп төштөмө ни!

-- Туҡтағыҙ, унда илтә күрмәгеҙ! Мин бит ҡатын-ҡыҙ түгел, түгел! – Йән әсеһе менән олоном.

-- Ха-ха-ха! – Быуынды киҫте цех башлығы. – Бритва килтерегеҙ, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бит бахырҡай ир-егеттең!

Тәфтишсе көҙгөләй ялтыр йөҙөмә төбәлеп баш сайҡаны. Хәлдәр эт илағыс ине. Башҡаса әмәл ҡалмағанлығын төшөнөп, ялт-йолт ҡаранып алдым да, бүлмәлә фәҡәт ир-ат заты ғына барҙан файҙаланып, үҙемдең дә енесемдең тап уларҙыҡындай икәнлеген баҡтыртып дәлилләү өсөн, шәлдәүемә йәбештем...




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет