Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР


Шаршау 1959. Өҫтәүес: кәмитсенең әҫәргә бәйле хаты



бет25/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

Шаршау

1959.


Өҫтәүес: кәмитсенең әҫәргә бәйле хаты.
Иҫәнмеһегеҙ Баязит5 ағай!

Сусҡасылыҡ тармағын үҫтерергә өндәп яҙған ошо пьесамды ебәрәм. Минеңсә, был бик актуаль тема. Тик минең ҡәләм аҫтында ул нисегерәк килеп сыҡҡандыр – Һеҙҙең хөкөмгә тапшырам.

Бынан алда “Ер аҙығы” исемле бер шаршаулыҡ комедиямды ебәргәйнем. Ул да, ошоноң һымаҡ уҡ, партияның Пленум ҡарарҙарына эйәреп яҙылған. Ләкин һеҙҙән уның хаҡында хәбәр юҡ әле. Ябай хат менән һалғайным – барып етмәнеме икән әллә? Алып-алмауығыҙҙы хәбәр итһәгеҙ ине, ағай! Әгәр юғалған булһа, яңынан күсереп ебәрермен. Сөнки ул, минең уйымса, уңышлы ғына килеп сыҡҡан әйбер.

Үҙегеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйем. Түҙемһеҙлек менән Һеҙҙән хат көтәм. Хушығыҙ.
Йыһат Солтанов.

Оренбургская обл., Буртинский район,

Желтинский с/с, дер. Санкем-Биктимер.01.03.1960.

Ҡулъяҙма аҫтындағы яҙыу:
Артыҡ натурально. Художество әҫәренән хәҙергә алыҫ тора. --Ә.М6.


Ҡотҡарыу түңәрәге
Ҡатнашалар:
Беренсе.

Икенсе.


Катер палубаһы, йәки яр сите. Алғы планда тотоноу кәртәһе, йәки парапет. Телефон өшәләге. Кәртәгә таянып Беренсе тора һәм алыҫҡа тексәйгән. Икенсе килә.
Икенсе. Сәләм! Нимәгә тексәйҙегеҙ?

Беренсе. Аңлайһығыҙмы, ниндәй хәл: мине бөгөн һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу хеҙмәте мөдире итеп ҡуйҙылар, ә бына какрас бер әҙәм сумып китте лә ни өсөндөр өҫкә ҡалҡмай ҙа ҡалҡмай…

Икенсе (бошоноп). Ҡасан?

Беренсе. Иртә менән.

Икенсе (сәғәтенә ҡарап). Улайһа батҡан бит ул!

Беренсе. Юҡ, иртә менән мине ҡуйҙылар, тим. Ә ул баяраҡ ҡына бата башланы. Бер бата ла бер ҡалҡа. Әнә, күрәһегеҙме, йәнә ҡалҡты!

Икенсе. Улайһа уны ҡотҡарырға кәрәк бит!

Беренсе. Һеҙ ниңә уны кәрәк тип… йәғни ҡотҡарырға кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?

Икенсе. Һеҙ бит үҙегеҙ, батып бара, тинегеҙ.

Беренсе. Әгәр мин бының шулайлығына инанһам икән!.. Әгәр ул, уйламағанда, һыуға сумып йөҙөү буйынса рекорд ҡуйып ятһа?

Икенсе. Улайһа ни өсөн ул һаман һыу аҫтына китә?

Беренсе. Кем белә уны – бәлки, йөҙөү стиле шундайҙыр?

Икенсе. Ниндәй стиль тағы! Шлюпка төшөрөгөҙ, ул бата!

Беренсе. Шәхсәнә мин үҙем ышанмайым.

Икенсе. Һәр хәлдә һөйрәп сығарырға кәрәк.

Беренсе. Бер ҡатлы кеше һеҙ! “Һәр хәлдә”! Ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн мине бассейн менән етәкселек итеүҙән тайҙырҙылар? Мин унда ла “һәр хәлдә” баяғыларҙы… сумып-йөҙөүселәрҙе бассейндан һөйрәй инем, һыуҙы ҡойтҡаҡламаһындар өсөн. Ә мине спорт рекордтарын өҙгән өсөн тип быраҡтырҙылар. Ә бәлки был да шундай бер рекордсмендыр? Уны тартып сығарырһың, ә үҙеңде батырырһың!.. Әнә, тағы сумды…

Икенсе. Мин уға түңәрәк булһа ла ырғытайым (ҡотҡарыу түңәрәгенә тотона).

Бернсе. Алығыҙ ҡулығыҙҙы! Мин уны юғалтмаҫҡа һүҙ биреп ҡул ҡуйғанмын. Ул һантыйың түңәрәкте алыр ҙа йөҙөп китер, ә миңә яуап бир уның өсөн!

Икенсе. Ну, ни әмәл ҡылаһығыҙ һуң?

Беренсе (көрһөнөп). Халыҡ менән кәңәшләшергә кәрәк.

Икенсе. Ниндәй халыҡ?

Беренсе. Ну, тәбиғи, начальство инде! (Сәхнә төпкөлөнә китә, телефон трубкаһын ала. Икенсе ҡул һелтәп сығып китә). Алло, ҡырҡ алтынсы. Нина Павловна, был мин. Мине, зинһар, Василий Васильевич менән тоташтырығыҙ! Василий Васильевич, бында бына ниндәй мәсьәлә тыуҙы… Әйтәйек, кеше бата… Ләкин конкретно, мотлаҡ рәүештә бата тип әйтеп булмай. Ә былай, бәлки, баталыр, ә бәлки... водолазға өйрәнәлер. Алыҫтан айырыу ҡыйын. Бына шул, ошо хәлдә һеҙҙең күрһәтмәгеҙ нисек булыр? Ҡотҡарырғамы, әллә ҡотҡармаҫҡамы? Ҡотҡарырға?.. Аңлашыла (трубканы элә). Тик быны нисек аңларға? Юҡ, ҡотҡарырға ярамай! Әгәр ҙә мәгәр Василий Васильевич ҡотҡарырға ти икән, тимәк, Михаил Семенович принципиально әйтәсәк – ҡотҡармаҫҡа кәрәк ине! Ә кем ғәйепле булып ҡалыр? (Трубканы ала). Һигеҙенсе. Евгения Львовна, был мин. Михаил Семеновичты һорарға мөмкинме? Алло, Михаил Семенович, был мин… Нимә? Ни өсөн ҡотҡарыу монаяттарын ҡабул ҡылмайым? Һаман ваҡыт юҡ, Михаил Семенович, ҡул теймәй… Әле береһе бата, әле икенсеһе – даими бүлдертәләр. Һүҙ ыңғайында мин һеҙҙең менән бына нимәне ризалыҡлатырға теләйем: әйтәйек, батып барыусы бәндә… Ләкин уның ысынлап та батып барыусы икәнлеген гарантиялап булмай. Алыҫтан насар күренә. Шул, һеҙҙең фарман нисек булыр? Василий Василильевич ҡотҡарырға, ти, ә мин… Нимә?! Ҡотҡарырға? Һеҙ ҙә мотлаҡ ҡотҡарырға тиһегеҙме? Есть! Аңлашыла (трубканы элә). Юҡ, ҡотҡарырға ярамай! Һүҙ ҡуйышҡандар… мине батырырға. Шаҡшыны һөйрәп сығарырһың, ә һуңынан әйтерҙәр: ялған паника! Береһе лә фарманын ҡағыҙға яҙып бирмәй… (Кәртә янына килә, ҡарана). Юҡ. Тағы сумған. Ниңәлер ул йышыраҡ сума, һирәгерәк ҡалҡып сыға башланы. Шулай ҙа бахырҙы ҡотҡарырға кәрәк ине. Их, ни булһа ла булыр… (Пинжәген сисеп ташлай). Ә шулай ҙа бәләһенән башы аяҡ – яҙылма бойороҡ теләнселәп ҡарайым әле (трубканы ала). Һигеҙенсе. Михаил Семенович! Был йәнә мин… Баяғы һыуға батыусы тип һаналған тураһында… Һеҙ миңә яҙылма бойороҡ бирә алмаҫһығыҙмы икән, ҡотҡарыу мәсьәләһендә… Ә?!. Ҡайҙа кит тиһегәҙ?! Өҙҙөләр… (Трубканы элә). Әллә ниндәй инстанцияға ебәрәһен белдем дә шул. Ә ҡайҙа – айыра алманым. “Х” менән башлана, буғай… Хоҙай түгелме икән? Их!.. (Трубканы ала). Һигеҙенсе, Михаил Семенович. Был йәнә мин… Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙҙең бик ҡиммәтле инструктаж буйынса бәләкәй генә аныҡлау. Бына һеҙ миңә әйттегеҙ – “китегеҙ!” Ә анығы ҡайҙа китергә? Ҡиммәтле күрһәтмәгеҙҙе ишетеп еткермәнем… Ә?! Ҡайҙа?! (Ҡалтыранып, һаҡлыҡ менән трубканы элә). Нимә ти?.. Ә үҙе яуаплы работник… Интеллигентлы әҙәм… (Кәртәгә таянып ҡарана). Күренмәй!.. Ни эшләргә? Һыуға батыусы һәр шаҡшының ихтыярына буйһона алмайым да инде мин! Ну туған, беҙгә һинең менән ни ҡылырға кәрәк инде – башыма килтерә алмайым!


Икенсе инә.
Икенсе. Ни ҡылырға һуң инде. Ул күптән…

Беренсе. Ниңә һуң? Нимә аңлата ул һүҙең – “күптән”?

Икенсе. Батты…

Беренсе. Батты?! Ни хаҡы бар?!

Икенсе. Хаҡ һорап тормаған шул…

Беренсе. Ә үҙе, һөмһөҙләнеп, рекорд ҡуйыусы булып ҡылана тағы… Бына симулянт! (Тулҡынланып). Ә шулай ҙа беҙҙең менән дәғүәләшергә хаҡы юҡ! Беҙ бит мәсьәләне инструкцияларға таянып хәл иттек. Ул үҙе ҡабаланған!

Икенсе. Ярар инде, тулҡынланмағыҙ, мин шаярттым. Уны ҡотҡарҙылар.

Беренсе. Ҡотҡарҙылар? Кем?!

Икенсе. Ну, мин ҡотҡарҙым.

Беренсе. Һеҙ?! Ни рәүешле?

Икенсе. Просто һыуға ташландым да ҡотҡарҙым.

Беренсе. Һыуға? Кемдән ризалыҡ алдығыҙ? Юғары инстанциялар фатихаһын бирҙеме?

Икенсе. Уныһы мөһим түгел.

Беренсе. Бик мөһим. Башығыҙ судҡа китәсәк! Ф-фу, һеҙҙең өсөн үҙем яна башланым! (Ҡотҡарыу түңәрәген муйынына кейеп, сығыу яғына ыңғайлай).

Икенсе. Бәй, ҡайҙа киттегеҙ?

Беренсе. Янып барам – һыуға сумырға!

Икенсе. Ә был крәндил ниңә?

Беренсе. Әгәр бата башлаһам?

Икенсе. Ҡотҡарырбыҙ.

Беренсе. Юҡ инде, мин өйрәнгән. Юғарынан һеҙ ҡасан ризалыҡ алғансы, миңә көтөп торорғамы? Ҡотҡарыу түңәрәге – ул минең өсөн!


Шаршау

1960.


Ҡибланың дүрт яғы
Ҡатнашалар:
Шәкәр һатыусы.

Әсе бал ҡойоусы.

Балды һатып алыусылар.

Похмельгә эсеүсе.

Милиционер.

Ике санитар.



I күренеш
Бал ҡойоусы (феләк һөйрәп сыға):
Эш беште – бал әсене,

Инде һатырға кәрәк.

Кәсеп итеп, эшләмәй

Ашап ятырға кәрәк


Алйоттар күп донъяла –

Эсәләр минең балды! (Кеҫәһенә һуғып).

Аҡсаларын кеҫәмә

Шыплатып ҡына һалдым. (Сүмесен болғап).


Бал һатамын, бал һатам,

Йүгерешегеҙ бында!

Был феләккә бикләнем

Ҡибланың дүрт яғын да!


Шәкәр һатыусы инә.
Шәкәр һатыусы:
Таныйһыңмы? Ике бот

Шәкәр алғайның минән.

Бал эсерһәң, бер юлы

Бер ҡапсығын да бирәм!


Бал ҡойоусы:
Тәүҙә -- аҡса, унан – бал,

Елгәр болоңдо бында!


Шәкәр һатыусы:
Игелекһеҙ икәнһең! (Аҡса бирә).
Бал ҡойоусы:
Ҡибланың дүрт яғын да

Бикләнем был феләккә! (Бал бирә).


Шәкәр һатыусы (эсә):
Әллә тәмәке ҡуштыңмы?

Әсе ҡаба йөрәккә... (Йығыла).


Бал ҡойоусы:
Етте быға – кәңкәйҙе! (Сүмес болғап).

Бал һатам, әй, бал һатам!

Ҡибланың дүрт яғын да

Бал арҡылы аңлатам!


Бал һатып алыусы:
Нимә тиһең?
Бал ҡойоусы:
Ҡибланы

Бикләнем был феләккә.

Быны эсһәң, үтәлә

Ҙур өмөт тә, теләк тә!


Бал һатып алыусы (Аҡса бирә):
Сумыр берҙе, сүмесең

Күҙенән ташып тулһын!

Ҡибланың дүрт яғы ла

Сүмес эсендә булһын!


Бал ҡойоусы (һоҫоп бирә):
Рәхим ит. Мә. Ҡапландыр,

Дүрт яғың ҡибла һинең!


Бал һатып алыусы (эсә):
Балың ҡырҡыу. Эсәкте

Айҡыта – ағыу тирһең...

Һал йәнә бер! (Аҡса ырғыта). Эсемдең

Яныуы туҡтар, бәлки... (Ике йота ла тәгәрәй. Бал ҡойоусы сүместәге балды түгелдертмәй тотоп ҡала).


Бал ҡойоусы:
Балым шәп! Был ғифритте лә

Төңкәйтеп һалды тәки!

Ә сүмесе – мөлдөрәмә.

Шәп ҡалған. Файҙа миңә!


Похмелгә эсеүсе инә.
Похмелгә эсеүсе (сүмескә үрелеп):
Аҡсаһы бер ҡат түләнгән –

Теймә һин балға, теймә! (Сүместе тартып ала).

Бик шәп булды! Похмелемдән

Мин йөрөй инем янып... (Эсә).

Әллә ниңә эс-бауырым

Тора әле һыҙланып... (Йығыла).


Бал ҡойоусы:
Бына уңыш! Йөҙ ахмаҡты

Йығамын, былай булһа!


Милиционер инә.
Милиционер:
Һуңланығыҙ. (Йығылып ятҡан бисараларҙың ҡулдарын тотоп, йөрәктәрен тыңлап ҡарай).

Йән биргәндәр...

Аламын һеҙҙе ҡулға! (Наганын тоҫҡай).
Бал ҡойоусы:
Ҡыҙғанығыҙ!.. Бал эсегеҙ...

Бикләгән инем бында

Алйоттарҙы алйытырға

Ҡибланың дүрт яғын да...


Милиционер:
Оҙаҡ тоттоғоҙмо балды?
Бал ҡойоусы:
Теүәл бер ай...
Милиционер:
Ни ҡуштығыҙ?
Бал ҡойоусы:
Биш кило шәкәр, тәмәке,

Тауыҡ тиҙәге һәм ҡуңғыҙ...


Милиционер:
Шагом арш! Ташҡапсыҡта

Шәп урын көтә һине!


Бал ҡойоусы (үле кәүҙәләргә өндәшеп):
Балымды эскән кемһәләр,

Тороп яҡлағыҙ мине!

Ике санитар инеп, үлектәрҙе носилкаға һала башлай,

милиционер енәйәтсене алып сығып китә.



II күренеш
Квадратты дүрткә бүлеп, сатраш формаһында яһалған тимер рәшәткә артында бал ҡойоусы ултыра.
Бал ҡойоусы:
Дүрт яғым да ҡибла ине,

Дуҫтар, бер заман минең.

Рәшәткәле ташҡапсыҡҡа

Тиҙ генә килеп индем...


Бына ҡиблаларым минең (рәшәткәнең дүрт тишегенә бер-бер артлы ҡулын тығып күрһәтә) –

Дүртәү. Дүрт ҡибла миндә...


Милиционер:
Бындай бәндәләр ҡиблаһы –

Ошо зиндан эсендә!


Шаршау

Һунарсы ауылы, 20.05.1961.

Пенсионер”

Ҡатнашалар:
Пенсионер.

Үгеҙ.


Полевод.

Комментатор.



Колхоздың кукуруз баҫыуы. Пенсионер, үгеҙен етәкләп, кукуруз ашатып йөрөй.
Пенсионер. Аша, аша, үгеҙем, күп итеп аша! Ҡорһаҡҡайыңды күпәсләндер, һутлы кукуруз сәкәндәрен төрөп-төрөп тыҡ! Тәүлегенә кило ярым ауырлыҡ арттыр, һырт йөндәрең майға сумып сыҡҡан сысҡандыҡылай йылтырап торһон!

Үгеҙ. Му-му, тығынам, тығынам!

Пенсионер. Күберәк һоғон, һутлырағын һоғон, ҡалғандарын тапап үт! Баҫыуҙың уртаһынараҡ ин, ятҡаныңда ҡуйыраҡ тошона ят. Йоҡлағанда ла көйшә!

Үгеҙ. Му-му, ашап туйҙым, ял итәм!

Пенсионер. Бына бындараҡ әүеш, ҡабырғаларың ҡаҡҡа теймәһен (кукуруз һабаҡтарын йығып, үгеҙҙе ятҡыра). Бына шулай (үгеҙенең арт яғын ҡосаҡлап ултыра, ҡойроҡ осон тегәнәктән таҙарта). Былтыр һин башмаҡ инең, быйыл буралай үгеҙгә әүерелдең. Ә өсөнсө йыл һарыҡ тәкәһендәй генә быҙау инең. Киләһе йыл ер йыртып үкереүсе дәжжалға әйләнерһең! Белермен нимәләр эшләргә! (Хыялланып). Их еңел кәсеп-кәсеп, китһәңсе миңә алтын тәңкәләр сәсеп! (Йырлай, таҡмаҡлап бейей).
Мин – ауырыу, мин – хәстә,

Мин пенсионный йәштә.

Унда-бында юртамын,

Уны-быны йолҡамын –

Колхоз мөлкәте миңә

Юртаҡлап килеп инә.

Шулдыр минең миссия,

Кәрәкмәй комиссия!


Мин пенсионер,

Мин миссионер.

Ары йөрөһөн

Милиционер!


Былтыр ҡолон, быйыл тай –

Кәсеп итәмен шулай.

Колхоз емен шыуҙырам –

Донъяла шунһыҙ булмай!


Ашау-эсеү колхоздан,

Тунау-бесеү колхоздан.

Ә кәсеп аҡсалары

Оборот бирә ҡырҙан.


Мин пенсионер,

Мин миссионер.

Ары йөрөһөн

Милиционер! (Ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып ҡарай).


Шым, берәү килә түгелме? Ен һуҡҡыры полевод! (Яңағын яулыҡ менән бәйләп, таяҡҡа таяна, ҡыхылдап йүткеренә).
Полевод инә.
Полевод. Был ни хәл, ниңә кукурузды тапатаһың? Вәхшилек бит был!

Пенсионер (ҡаж-ҡаж йүткереп). Ай-буй, яңылыш килеп кергәнмен! Кукурузмы ни был, ниндәй шырлыҡ тип торам... Их, ҡартайылды, күҙ күрмәй башланы...

Полевод. Күҙең күрмәһә лә, кукуруздың ҡуйы урынын һайлай белгәнһең әле! Ҡыуала үгеҙеңде!

Пенсионер. Ох, ух, аяҡтарым ауырта! Ух, ох, тешем һыҙлай, тешбаҡаһы! Ҡыуалар хәлем юҡ.

Полевод (үгеҙҙең мөгөҙөнә йәбешә). Мин уны хәҙер үк ябып ҡуям, штраф түләйәсәкһең!

Пенсионер (таяғын атып бәрә, яулығын йолҡоп ала, етеҙләнеп). Ҡағылма малҡайыма! Бөртөк йөнө төшмәһен!

Полевод. Ай-һай, аҡһаҡлығың да, тешбаҡаң да елгә осто түгелме? Цоб, лырҡышйән! (Үгеҙҙе һуғып торғоҙа ла мөгөҙөнән етәкләй).

Пенсионер. Мөртәт, теймә малҡайыма! (Үгеҙҙең ҡойроғона йәбешә, үгеҙ туҡтай. Полевод – мөгөҙҙән, пенсионер ҡойроҡтан һөйрәйҙәр. Үгеҙ тәбиғи рәүештә алға атларға тырыша, ләкин пенсионерҙың тартыу көсөн еңә алмай. Шулай бер алға, бер артҡа китеп, ике яҡ оҙаҡ тартыша. Ниһайәт, пенсионер үгеҙ менән полеводты ҡуша һөйрәп алып китә, шулай сәхнәнән сығалар).


Комментатор инә.
Комментатор. Беҙҙә шундай “пенсионер”ҙар бар – үгеҙҙе төртөп йығырға, йәки ҡойроғонан һөйрәп алып китергә лә булдыра. Лайыҡлы пенсиялары иҫәбенә намыҫлы йәшәү урынына, колхоз өлөшөнә кереп, һәр төрлө харам кәсептәр менән шөғөлләнәләр. Бындай йәмһеҙ күренештәр беҙҙең арала булмаҫҡа тейеш!
Шаршау

21.05.1961.




Сәхнәнән саян йырҙар
Бригадирҙан ат һораным,

Бирмәне. Ярты литр

Күрһәткәйнем, шундуҡ әйтте:

“Мә, машинаға ултыр!”


Магазинға ситса килгән,

Тик беҙгә түгел икән.

Һатыусы туғандарына

Ситсаны бүлеп бөткән.


Беҙҙең көтөүсе шәп егет –

Эшенә таңдан сыға.

Төндә көтмәгән аттарын

Шулай ашлыҡтан ҡыуа.


Кукурузды маҡтай ине

Беҙҙең бригадир ағай.

Сәсеп бөтөргәс мал тапай,

Ә ул баҫыуға бармай.


Ғиззәт эшкә сыҡмай ята,

Тамағым ауырта, тип.

“Сирле” тамағын дауалай

Әсе араҡы эсеп.


Ҡышын, бүрек таба алмай,

Ҡолаҡты туңдырғайным.

Йәй булғайны, бүрек кейеп,

Башымды яндырамын.


Ялҡау ҡайғырып ултыра,

Указ бик ҡаты, тиеп.

Иң язалы пунктына

Башҡайым ҡапты, тиеп.


Һабан туйында “һөйөлөп”,

Танауһыҙ булып ҡайттым.

Биттәге шеш бөткәс кенә

Мин танауымды таптым.


“Мәй” һатып байыған ине

Беҙҙең Хәлимә апай.

Указ сыҡҡас: “Мин ярлы”, -- тип

Соцобес юлын тапай.


Рәхмәт һеҙгә, тыңланығыҙ

Беҙҙең шаян йырҙарҙы.

Арағыҙҙан таҙартығыҙ

Паразит, лодрҙарҙы!


24.05.1961.

40 градуслы атом пушкаһы

Ҡатнашалар:
Балтасы.

Урмансы.


Урман. Балтасы устарына төкөрә-төкөрә ағас ҡырҡа.

Иҫке төптәр, улар араһында иҫке араҡы шешәләре.
Балтасы. Ух, урманы ла урманы! Ох, ағасы ла ағасы! Һикер, балтам, шәберәк һикер, ағастың эшен бөтөр!
Сәхнәгә урмансы тамаша залынан инә, килешләй үк, балтасыға төртөп күрһәтеп һөйләнә.
Урмансы. Күрегеҙ, граждандар, күрегеҙ урман ҡоротҡосон! Ниндәй вәхшилек! Ниндәй хозур урманды, ниндәй гүзәл ағастарҙы һәләк итә! Тәбиғәт кешенең иң-иң яҡын дуҫы икәнде беләһегеҙме? Тәбиғәтте һаҡлау тураһындағы яңы указды беләһегеҙме? Белгәс, ни тип ултыраһығыҙ, ниңә дәррәү күтәрелеп, шул ғазраилдың ҡулдарын бығауламайһығыҙ? Нисек түҙеп тораһығыҙ вәхшилекте? Выжданһыҙ икәнһегеҙ! Хәҙер үҙем барам, мин ул ҡанэскес балтасыны ҡулға алам! Башын төрмәлә серетәм! (Сәхнәгә менә, балтасыға мылтыҡ тоҫҡай). Стой, руки вверх! Мин һеҙҙе ҡулға алам!

Балтасы (балтаһын ташлай). Отставить! (Кеҫәһенән шешәле араҡы сығарып, шешәне пушка һымаҡ итеп урмансыға тоҫҡай). Руки вверх! (Урмансының ҡулынан мылтығы төшөп китә, ҡулдарын күтәрә. Балтасы шешә төбөнә усы менән һуға, тығын атылып урмансының битенә тейә).

Урмансы. Уй-уй, харап булдым!

Балтасы. Зарар юҡ, төшөрөгөҙ егәрле ҡулдарығыҙҙы. Урмансы туған, әйҙәгеҙ әле, икәүләшеп, ошо пушканың яҫауын бушатып алайыҡ! Ҡырҡ градуслы мөйөштән ата торған мәргән пушка был, ҡөҙрәтле йәҙрәһе теләгән бер сәпкә тейеп ауҙара.

Урмансы. Да-а-а... Минең мылтыҡ ише генә түгел икән. Ҡөҙрәте алдында баш эйәм! (Ултырышалар, шешә боғаҙынан алмашлап эсәләр ҙә шешәне тәгәрләтеп ебәрәләр – тамаша залына барып төшә).

Балтасы:
Ҡара ла ғына урман, ҡуйы урман –

Үткер балталар кәрәк киҫергә...
Урмансы:
Үткер балталарҙан киҫтерергә --

Әсе эсемлектәр кәрәк эсергә...


Балтасы:
Ҡара ла ғына урман, ҡуйы урман –

Нисек һирәгәйтергә икән?


Урмансы:
Һирәгәйтеү өсөн шешәләрҙе

Нисек итеп күбәйтергә икән?


Балтасы. Әмәт Әлмәтович, һин мине таныйһыңмы?

Урмансы. А как же, һин бит минең иң шәп балтасым! (Ҡосаҡлап үбә).

Балтасы. Иҫеңдәме, Әмәт Әлмәтович, былтырғы... ошо төбәктәгеләр? (Урмансыны ҡосаҡлап үбә).

Урмансы (иҫке төптәргә күрһәтеп). А как же, төптәре бына һерәйешеп тора (балтасыны ҡосаҡлап үбә).

Балтасы (төп янында аунап ятҡан шешәләрҙе күрһәтеп). Ә пушкаларыбыҙ әле лә аунап ята (урмансыны ҡосаҡлап үбә). Их, йәшәйбеҙ икән, туған!
Балталар туҡ-туҡ...
Урмансы:
Шаһиттар юҡ, юҡ!
Балтасы:
Ауалар күп, күп...
Урмансы:
Дауалар ныҡ, ныҡ!
Дуҫҡайым минең, туғаным минең, күҙ нурым минең! Дауаларың килеште, мораҙына иреште! Был урмандың бөтәһе, бөтәһе – һиңә! Ҡырҡ, емер, шыуҙыр, олаҡтыр! Бөтәһе, бөтәһе – һиңә!

Балтасы (урмансыны ауыҙынан үбә). Өм!

Урмансы (балтасыны ауыҙынан үбә). Өм!
Ҡабат-ҡабат үбешәләр.
Шаршау
24.05.1961.
Йөкмәткеһе

ПОВЕСТӘР
Ҡултыҡ пираттары...4

Туклҡын өҫтөндәге күбектәр...32


ХИКӘЙӘЛӘР
Серле һөнәр эйәләре...107

Һыңарғолаҡ Әпүш...120

Әжәрғәп мажаралары...134

Ветеринар...134

Мине нисек муйынлы-ҡойроҡло иттеләр...138

Аймылыш...143

Милли ғәҙәт...150

Кем мин?..154

Ырымбур ысулы...156

Беҙ нисек сик мәсьәләһен хәл иттек...164

Тағы ла сыландым...167

Характеристика...171

Ғәҙелһеҙлек...174

Билсән...179

Хөрмәт күҙлегенән ҡарағанда...181

Бәҫле бүрек...185

Кемдән – хеҙмәт, кемгә -- хөрмәт...189

Ҡойроҡһоҙ компот...193

Хәсән трибун...194

Тракторист һәм ғорурлыҡ...198

Бер көнлөк браконьер...200

Иблескә көн бөттө...203

Авторучка...210

Боғаҙ Бәҙәмша...214

Яҡуп Яҡубыч...219

Яҙлыҡҡан игелек...224

Мин бригадир булғас...227

Һөйәлле бармаҡ...231

Бер атаның өс улы...234

Түңәрәккүл әкиәте...239

Аҡыл теше...247

Виртуоз...249

Һуңғы могикан...256

Ҡомға ҡойолған зәхмәт...262

Әллә төштөммө Айға?..264

Их-ма!..266

Гиппопотам...268

Муйынға аҫылынған арыҫлан...276

Шпорҙар – ышҡырҙар...280

Дөйә -- төймә...282

Серек йомортҡа...285

Ете ҡат ер аҫтында өс көн...291

Нескәлек...303

Ҡом һәм табан...309

Ҡөҙрәт вулканы...313

Өлгөрлөк...316

Үҙемдән башланым...319

СӘХНӘ САТҠЫ-СОТҠОЛАРЫ
Сүлмәк...325

Ялҡау колхозсы...331

Ҡыйыулыҡ дарыуы...336

Ер аҙығы...339

Көрәш дауам итә...348

Ҡотҡарыу түңәрәге...361

Ҡибланың дүрт яғы...364

Пенсионер...368

Сәхнәнән шаян йырҙар...370

40 градуслы атом пушкаһы...372





1 Салага – ваҡ сабаҡ балыҡ, йәш матросҡа шаяртып әйтелгән һүҙ.

2 Судноны ҡайҙа ла булһа тарттырып бәйләү өсөн палуба ситенә суҡайтылған суйын бүкән.

3 Тәүмал – көмөшкәнең зәңгәр ут булып яна торған ҡеүәтлеһе (первач).

4 Риф Ярышев, Йыһат Солтановтың яҡташы, башлап яҙышыусы.

5 Баязит Бикбай.

6 Әсғәт Мирзаһитов.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет