Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет8/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   25

Һыңарғолаҡ Әпүш

Һуҡырҙы түрә яһаһаң,

илеңде һуҡырайтыр.

Мәҡәл.
Хикәйәгә башлауыс: авторҙың баш ҡалаға сәләм хаты


Баязит ағай! Тәүҙә Һеҙгә үҙемдең ялҡынлы сәләмемде ебәрәм һәм ижади уңыштарығыҙ менән ҡотлайым. “Ҡоҙаса”ғыҙҙы радио аша тыңланым (өҙөктәрен генә, әлбиттә), бик оҡшаны. Эшләп ятҡан яңы эшегеҙҙә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүегеҙҙе теләйем.

Был юлы ла Һеҙгә сатирик хикәйә ебәрәм. Уҡып ҡарағыҙ әле. Бәлки, “Һәнәк”тә баҫырҙар, ә? Ә тегеһен кире ҡайтарһағыҙ яҡшы булыр ине, мин уны Һеҙҙең замечаниелар буйынса ҡабаттан эшләр инем. Сөнки ҡыш үтеп бара, ваҡыт тар – яҙып ятҡан бүтән әйберҙәремде яҙғы эштәргәсә бөтөрә алмам, тип уйлайым. Ошо бер-ике ваҡ хикәйәне эшкәртеп, донъяға сығарырға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән, ағай? Бер нәмәм дә баҫылмағас, ҙур әйберҙәрҙе дауам итергә лә ҡул бармай. Тағы отказ булыр, тағы ғүмер бушҡа үтер, тип ҡурҡам. Колхозда йәшәйем бит, даими төшөмлө эш юҡ, тамаҡты көнлөкләп эшләп кенә туйҙырырға тура килә...

Хушығыҙ, хат көтәм. Ҡулығыҙҙы ныҡ ҡыҫып, Йыһат Солтанов.

Адрес: Оренбургская обл., Буртинский р-н, Рыскуловский с-совет, дер. Санким-Биктимир, Султанову Зигату Адигамовичу.

11. 01.1960.

Ике күҙен сырт йомоп, һуңғы йотомон уртланы. “Их, заманалар болғансыҡ, шайтан ҡотҡоһо ҡаты, йотомдо ҡанун тыя: түрә икән был, тип тә аралап тормай – бер үк ыстатъя менән ҡыя!..” – тип бәғерен ҡанһыратып уйланы. Хәләл аҡса биреп алған “ярты”ңды ла юрған аҫтында ҡаса-боҫа һемерергә тура килә. Хатта унда ла ауыҙыңды ҡайырырлыҡ контроль бар – теңкәгә тейгән бисә!..

Кисә генә юғарынан иҫкән замана һулышын вәкилдәр йыйыны аша ауылдарға уҙғарып, тап ҡанун ҡушыуынса, айныҡ йәндәр йәмғиәтен “ялт!” иттереп ойошторҙо ла ҡуйҙы ул, урындағы хакимиәт рәйесе. Ил алдында беренсе булып шәхсән үҙе ҡотороҡ шайтан ҡотҡоһонан баш тартыуын, бынан ары тамсы ла ҡапмаясағын күҙ ҙә йоммай ҡыҙыулыҡ менән иғлан ҡылып өлгөрҙө. Тимерҙе шул ҡыҙыуында һуғышып, түрә ауыҙынан тирткән изгелекте тотанаҡлап, борон-борондан уҡ уның шешәләш ҡоҙаһы менән ҡайнағаһы, устарында тулы туҫтаҡ тотҡандай, күҙ йомоп “һәп!” иттереп күтәреп алды – үҙгәртәп ҡороу заманында бер ауыҙҙан үҙҙәрен үҙгәртеп ҡороп, таңғы ысыҡтай саф йәшәргә ант итте. Саманан ашыу өлгөрлөктән, башына тай типкәндәй, шаңҡыбыраҡ ҡалған ир-ат йораты, ҡулдарын йор күтәреп, яңы тыуған йәмғиәтте раҫланы, дөйөм айныҡлыҡтың рәйесе һәм урынбаҫары итеп, уның дәррәү тәҡдименә таянып, ҡоҙа менән ҡайнағаны һайланы... Йыйыйндан һуң шул уңышлы берҙәмлекте нығытмаҡҡа өсәүләшеп ҡайнағаһының мунсаһында бикләнделәр ҙә, эләүкәлә ҡалай көрөшкә тотоп, һуңғы тапҡыр һуңғы йотом, тип, бер-береһен хөрмәт итешә-итешә, таң әтәстәре ҡысҡырғансы серләшеп ултырҙылар...

Бына хәҙер башы сатнап ауырта, етмәй ҡалған һуңғы йотомдо таптырта... Их, ҡайҙа китте үткәндәр, юғарынан түрә өсөн – бер талап, ялпы өсөн төп талап фарман итеп төшөрөлгән миһырбанлы заманалар! Юҡ! Тонйорап ойоған торғонлоҡ осоро тиһәләр ҙә, боронғоға етмәй ул! Етәксе ҡор – бер башҡа, халыҡ тигәнең икенсе башҡа гөрләшеп кенә көн итер, берәүҙең күҙендәге сүпте икенсең күрмәҫ ине. Шайтан ҡотҡоһо ҡытҡылдатҡан йүнһеҙ тамаҡты сылатыу мәсьәләһендә лә айырым ҡорға тупланһаң, йәғни ҙә ки күҙ күргән, теш араһынан тел сығармаған ҡоҙаң менән ҡайнағаң, юғарыраҡ түрәң менән генә аулаҡта зауыҡланһаң, көн яҡтыһында “махмур”лығыңды күҙгә төртөлдөрмәһәң – юғарылағы органдарға, контролдәргә шул еткән, ә баш тоноп сығырыңдан сығыуҙарҙы йә грипп киҙеүе, йә йөрәк өйәнәге менән ҡаплатырға була ине, шуға күрә бүре лә туҡ, һарыҡ та теүәл килде. Хәҙер иһә эсеңдәге уйыңды ла үтәнән-үтә күрәләр, таңғы ысыҡ йәки гәлсәрҙәй сафлыҡ талап итәләр...

Һәй хәйерһеҙең, иртүк тороп босмаҡ яҡта шаршау артында туҡмас йәйеп маташа икән “контрол”е – дыңғыр-даңғыр уҡлау таҡмағы интектерҙе. Күҙҙәрен көскә яртылаш ҡына асты ла ыңғырашып урындыҡ аҫтына ҡулын һуҙҙы, бисәһенең көйә эйәләтеп ятыусы иҫке быйма ҡунысына йәшереп ҡуйған, ярты иле генә ҡалған тройной одеколонын ҡармап алып, бормалы ҡапҡасын тағатып, әйләнәһен шырт-ҡыл баҫҡан, мәмерйәләй өңөрәйгән ауыҙына нәҙек быяла боғаҙынан сәптертте. Буш шешәне урынына атҡарып, яндырғыс хуш еҫле шыйыҡлыҡты теш ҡаҙналары уратаһында ғорҡолдатып йөрөтөп ләззәтләнгәс, аҙлап ҡына үҙәк буйына йүгертте – оҙағыраҡҡа һуҙылһасы был бәхетле мәл! Тамағын ғына ҡырғайны, хәйерһеҙе шаршау ситенән башын сығарып һуҡранды:

-- Ах Алланың ҡәһәре һуҡҡыры иблес, таң тишегенән өлгөргән! Көҙ етте, балаларыңды мәктәпкә оҙатыр ваҡыт, өҫ-баштары шапшаҡ, козыректары китек, сөмкәләре йыртыҡ, ә һин һаман ғорлаңды ебетәһең. Тамағыңа арҡыры торғоро, быуылып йығылғыры! Ҡотолор инем, исмаһам, апара мискәһенән!

Зарар юҡ, ағас игәүен ышҡып йәнен тындырһын. Көн-төн ҡолаҡ итен ашап елкәне кимерһә лә, хәләл ефетенең тел-теше тығыҙ -- өйҙә ҡуптарған буранын тышҡа сығарып елгәрмәҫ, туҡмаһа ла, һөйәк һындыра һуҡмаҫ. Түрәнең үҙенән ҡалһа, өйҙән сығып китеүе менән турая, дүрт тояҡлы ат һөрлөккән шыма боҙҙан да шыптын йөрөргә белә -- себей саҡтан уҡ сәйәси яҡтан дағалы!

Ағас игәү уның һайын арымай игәүендә:

-- Йөрөгән ерендә дөмөгөп кенә ҡалғыры, сәсрәп юҡҡа сыҡҡыры! Эте менән дә, бете менән дә һөйрәлеп йөрөп эсә, ә ихатала ҡаҙан аҫтына яғыр, туҡмас ҡайнатыр утын юҡ. Күҙе йомоҡ туң бүкәнде түрә итеп нисек һайлай был халыҡ?

-- Биғәләш, ҡыҙлығыңдан ҡуйынымда ҡартайып, томана баш килеш ҡалған икәнһең: минең күҙҙәр төндә һинең эргәлә генә йомоҡ, ә иртәнән кискә тиклем шар-асыҡ. Унан килеп, мине үҙемдән юғары түрәләр һайлай, ә мөңгөрҙәк һарыҡ-халыҡ тауыш ҡына бирә.

Ләкин хәләл ефетенә, һәр саҡтағыса, йөмләнең сәйәси өлөшө үтеп кермәне, тик үҙенә төртөлөшлө тәүге яртыһы биләне иғтибарын:

-- Минме ҡартайған, минме?! – Артабан ни тиергә белмәй тотлоҡто. – Абышҡа! Бетле тун! Юғарыла үҙем булһам, һине күптән, арт һаныңа шартлата тибеп, ауылский башҡармаңдан сүплеккә атыр инем! Ошо ла булдымы силсәүит!

-- Тссс! Контра! Совет власына тел тейҙермә! – Ишек тупһаһына еткәс туҡталды. – Артыңды уйла, сонтор аҡыл, миндә лә ир зиты көр! Сыҡтым-киттем-олаҡтым – дүрт яғым яҡты ҡибла. Тороп ҡара минһеҙ, муйыныңа дүрт балаңды бауландырып. Совет ҡанундарын беләм – үҙем рәйес! Ҡолағыңа ныҡ киртеп, тел осоңдо көрмәп йөр: кисәге көндән алып инде мин тамсы ла ҡапҡаным юҡ һәм ҡапмайым, башҡаларға ла кәңәш итмәйем! – Ҡаушап төшкән тәнҡитсеһенең “ләхәүлә”ләрен ҡолаҡ ҡырыйынан уҙғарып, боролоп килеп, өҫтәлдәге ҡоторсоҡтан теле өҫтөнә тоҙ семетеп һалды ла, түшендәге онтаҡтарҙы ҡаҡҡылап, тышҡа олаҡты.

Ауыл Советы башҡармаһынаса атлап үтелгән өс йөҙ аҙым юл араһында һуңғы йотом үҙ тәьҫирен яһаны. Сатнаҡ баш төҙәлә төштө, сикә тамырҙары бүртеп, көллө тәненә яғымлы эҫелек йүгерҙе. “Һаумыһығыҙ, Әпүш ағай!”, “Салют, сәүит олатай!” тип тәбрикләнеләр уны ошоғаса олоно ололай белмәгән, уҡыу йылы яҡынлашып килгәнгә күрә генә тәртип сығырына керә биргән малай-шалай, пионерҙарса ҡулдарын юғары сөйөп. “Ах шылмалар, үҙгәрештәр заманында нисегерәк йәшәргә лә беләләр!” -- Әпүш уларға яғымлы яуапланы, хатта береһенең тырпай түбәһенән иркәләп тә һыйпаны. Балаларҙың өҫ-башы тип юҡҡа сығынсылай бисә -- илдекенән бер иле лә артыҡ та, кәм дә түгел! Илгә һыйышып йәшәгәне, осоноп ҡарпымағаны өсөн түрә ҡылып ултыртыуҙарын аңламай шул кәбәк баш.

Башҡармала ике ятбауыр ишек төбөндәге эскәмйәлә зарығып көтә имеш. Бер-береһенә арҡа биреп ултырған, ҡаштары емерелгән, әммә бер юлы ырғылып торҙолар. Ҡарауҙан уҡ уларҙың ошаҡ ҡапсыҡтары икәнен төшөндө, етәкселек юғарылығынан вайымһыҙ күҙ йүгертеп, бик ҡоро иҫәнләште. Әммә ошо һаран иғтибар билдәһе лә, бигерәк тә түрәнән аңҡыған һәм күптәргә мәғәнәүи аңлайышлы “тройной” еҫе танау һәлендергәндәрҙе дәррәү ҡанатландырҙы: торған урындарында юрғалай бейеп, һыйыр тиҙәгендәй ләпшек кепкаларын баштарынан һыпырып бил бөктөләр. Ҡуйы ҡара һаҡаллы береһенең түбәһе болот араһынан сыҡҡан Ай кеүек ялтыраны – сәс мөлкәтен таҙ ашаған ҡырҡ биш йәштәрҙәге бәндә ине был. Ә әшнәһе ун йәшкә кесерәк булып, ауыҙ тирәһен һаҡалға ла, мыйыҡҡа ла оҡшамаған, сусҡа ҡыллы итек щеткаһын хәтерләткән шырт төк баҫҡайны.

Әпүш, йөҙөн һытып, дәрәжәле ҡиәфәттә өҫтәле артына төпләнде лә яҙыу быялаһы аҫтындағы календарҙан бөгөнгө һанды йыуан ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ташлап, ҡараға мансылып ҡорос перо сиҡылдаған күрше өҫтәлгә өндәште:

-- Секретарь иптәш, был граждандар ни йомош менән йөрөй?

Яуап бирелеп тә өлгөрөлмәне, шул ике граждан, итәктәренә ут ҡапҡандай ҡабаланып, Әпүш ҡаршыһына һөрөлдө:

-- Беҙ...

-- Мин...

-- Һеҙ һәм һин икәнде әйтмәһәгеҙ ҙә беләм. Эштән башлағыҙ!

-- Ул үҙе ғәйепле, Әптерахман ҡусты!

-- Ахмаҡ! Сәүит үҙе әйтеп бирер кем ғәйепле икәнде! – тине икенсеһе.

-- Алйот! Әйтмәҫе борон ғәфү үтен! – тине беренсеһе.

-- Ах, шулаймы ни әле! – Йәшерәге ялтасбашты һелкетеп яғаһынан алғайны, тегеһе, иңкәйеберәк торҙо ла, йәберләүсеһенең ҡорһағына ямаулы кирза итегенең ҡалын үксәһе менән тибеп ебәрҙе, тибелеүсе ишек төбөнә тәкмәсләп барып ятты, буҫағаға башы “зыңҡ!” итте. Шуға күрәме инде, ни булғанын аңлап еткерә алмай, ҡулындағы керле сепрәк йыртығына текләне –ялтасбаштың керле кәзәкей яғаһы ине был. Шуны абайлағас иҫенә килеп, ситән һөҙгән бүгәй һымаҡ үкереп, яға эйәһенә кире-ҡабат ташланды, бахырҙың таҙ ҡазаһы бөлдөрөүҙән һуң тороп ҡалған һуңғы сәс төктәренә ике ҡуллап йәбеште. Шул арала секретарь иҫен йыйып, күҙен ҡан баҫҡан әзмәүерҙең йөҙөнә “шап!” иттереп бер стакан һалҡын һыуҙы түңкәрҙе лә икеһен, ике яҡҡа айырып, эскәмйәнең ике башына дөңкөлдәтеп ултыртты:

-- Ошонда йәбешеп ҡатығыҙ, юҡһа шешек танауҙарығыҙҙан серек помидор ҡағыты яһармын!

Секретарҙең киле төйгөсөләй беләктәре осонда суҡмарланып уйнаған бала башындай йоҙроҡтарынан тамам арбалып, шымды ҡыҙыубаштар. Ошонан һуң ғына секретарь түрәһенең һорауына яуапланы:

-- Әлеге лә баяғы, һөрһөп бөткән көмөшкә ҡыуыусылар. Торонбаш ауылынан.

-- Әллә тағы ут сығарып, ауылдарынан торонбаш яһағандармы?

-- Юҡ, был юлы ауыл янмаған.

-- Алайһа, әллә аҙашып килеп сыҡҡандармы?

-- Елкәләренә шайтан атланғанды шәйләп, дружинасылар тотоп килтерҙе, зәхмәт тулы шешәләре менән бергә. Тояһығыҙҙыр еҫен...

Әммә түрәнең танауы был минутта ауыҙындағы “тройной”ҙан башҡаны һиҙеүҙән мәхрүм ине. Шулай ҙа һуңғы мәғлүмәт сәмләндерҙе:

-- Күпме миҡдарҙа?

-- Ауылда күпме ҡалғанлығы билдәһеҙ, бындағыһы тулы бер сирек. -- Өҫтәле аҫтынан өс литрлы шешә һөйрәп сығарып, түрәһе алдына ҡуйҙы.

-- Ай-яй-яй!.. – Ғәйепләп баш сайҡаны рәйес. – Ниндәй оятһыҙлыҡ, дорфалыҡ! Кисә генә йыйында уполномоченный вәкилдәрегеҙ эскеселекте туҡтатырға, бөгөндән ҡаршы торорға ҡарар ҡабул ҡылып ҡул күтәрҙе, ә һеҙ унда...

-- Көмөшкә ҡыуаһығыҙ! – Түрәһенең өҙөлөп ҡалған өнөн ялғаны секретарь.

-- Ялған! Беҙ көмөшкәсе түгел, ап-айныҡ инсандарбыҙ! – Бер боғаҙҙан һөрәнләне ике гонаһ шомлоғо.

-- Ә был нимә? -- Әпүш һыҙғыс таҡта (линейка) менән сирекле шешәгә сыртлатты. – Был нимә?!

-- Был ни... Әптерахман ҡусты...

-- Молчать! -- Әпүш, һыҙғыс таҡтаһын өҫтәлгә шартлата һуғып, ырғып торҙо, пистолеттан атҡандай ошо киҫкен тауыш тертләтте теге икәүҙе. Урындағы хакимиәт башлығының шәфҡәтһеҙ күҙ ҡарашы, ҡыйғасланып маңлайға күскән ҡаштары електәргә үткәҙеп шомландырҙы. Әпүш уның һайын шикте ҡуйыртып, ауыр хәрби аҙымдар менән арылы-биреле йөрөнө; зәңгәр йылтыр йөн салбарының галифеләре, тәҙрә тәңгәленән үткән һайын, киршәү ҡояш нурҙарынан ҡабынып, ҡылыстай ялҡ-йолҡ килә, һәр һүҙен теш араһынан пүлә һымаҡ атып осора ине. – Вәхшиҙәр! Вандалдар! Өҫ-башығыҙға, ҡиәфәтегеҙгә ҡарағыҙ: хәләл ефеттәрегеҙ, бала-сағаларығыҙ таныймы икән һеҙҙе? Торонбаш ауылығыҙҙың төтәй-төтәй хәмер һаҙлығына тамам батып барыуын шәйләйһегеҙме? Ил һаулығын ыуландыртып елгә осороусылар! Халыҡты ағыулаусылар! Төбө-тамырығыҙ менән йолҡоп ташлармын һеҙҙе, һөрөмлө торонбаштарҙы!

-- Эйе, ағыу ҡыуалатҡыс аппараттары менән ҡуша! – Ҡеүәтләне секретарь.

Ир йораттарының, түрә атҡан хаҡ һүҙ һайын ныҡ шиңеп, халаслатып ҡамыт кейҙертелгән үгеҙҙәрҙәй буйһоноулы баш эйеүен, танауҙарын мырш-мырш тартып, күҙйәш аралаш ихлас тыңлауын күргәс, Әпүш, тәрбиәүи вәғәзен иң юғарылыҡлы нөктәһендә төйнәп, исем-фамилияларын белеште; ә өлгөр секретаре, ҡорос перо осон уҫал сиҡылдатып, аҡ ҡағыҙға бәйнә-бәйнә теркәне: Сайҡалаев Тәржеман, Болғанаев Мотиғулла.

-- Әптерахман ҡусты, зинһар, бында мин минауный түгел. Өҫтәлеңдә ултырған был “көмөш яллы”ны мунсаһында Тәржеман үҙе ҡыуҙы! – тине ялтасбаш ашығып һәм, Тәржеман тигәненең ҡыпҫыуырҙай ҡулдарына ҡабат тарыуҙан ҡурсаланып, буғай, тос йоҙроҡло секретарь ҡырынараҡ тайпылды.

-- Таҙ шайтан! Мине ҡапҡанға ҡаптыртып, үҙең таймаҡ булдыңмы? Өйөңдәге аппаратты ла япһармаҡсыһыңмы миңә? Мә, тот бынауымды! Кисә бөтә күршеләрең күреп торҙо: бисәң апара сығарып ауҙарғайны, шуны ашаған ике кәзәң күҙ алдында алйып ауҙы! Түрә алдында әйтеп бир: төн сыҡҡансы нисәне ҡыуаланың?

-- Ҡыуалаһам да, һинең кеүек харамлашмайым. Көмөшкәгә тәмәке оно бутайһың.

-- Ә һин, мутйән, тилебәрән орлоғо һалаһың!

-- Ә һин, шаҡшы, тауыҡ буғы ҡушаһың!

-- Ә үҙең...

Сығырынан сыҡҡан “алхимик”тар серле кәсеп алымдарын, ихтимал, аҙағынаса тиреп һалырҙар ине, Әпүш түрәнең ҡырыҫ тауышы ҡырҡты:

-- Молчать! Аныҡ итеп тураһын әйтеп ҡотолоң: көмөшкә ҡыуалайһығыҙмы? Шул хаҡмы?

-- Аҙ-маҙ ағыҙғалайбыҙ, үҙең белмәгән ни бар, ҡустым...

-- Көмөшкәгә тәмәке, тауыҡ тиҙәге ҡушыуығыҙ ысынмы?

-- Уныһы ла булғылай инде... кешеһенә ҡарап... – Йәшерәге елкәһен ҡашыны. Рәйес сирекле шешәгә һыҙғыс таҡтаһын сиртте:

-- Ә быныһына ни һалдығыҙ?

-- Бер ни ҙә һалманыҡ, ҡусты.

-- Үҙебеҙ өсөн бит ул, ағай...

-- Ярай, райондағы эксперттан тикшертеп аныҡларбыҙ. Үҙегеҙ өсөн тигәнегеҙ ҙә шыр-ағыуҙыр әле. Ә шуғаса арестовать ителә! – Рәйес сирекле шешәне тимер сейфына шартылдатып бикләне. “Арест” һүҙен ишеткән икәү ҡойолоп уҡ төштө:

-- Әптерахман ҡусты, минең кем икәнде оноттоңмо әллә? Былтыр үҙең аҡ өйөмдә, маҡтай-маҡтай, көн оҙоно һемереп ятҡайның бит. Толобоңдо онотоп ҡалдырғайның...

-- Ә мин һине шул төндә, ағаҡайым, ҡулың дилбегә тотмағас, өйөгөҙгә үк үҙем илтеп ҡуйғайным...

Һыҙғыс таҡта өҫтәл йөҙлөгөн һындырырҙай шартлатты:

-- Мааалчать! – Быйыл ғына эшләй башлаған секретарь егет ҡаршыһында түрә абруйын һындырта яҙған ике “алхимик”ты Әпүш дәррәү тышҡа һөрҙө. – Марш! Марш! Дәүләт йортон апараға һаҫыттығыҙ, шаҡшылар! Мутлығығыҙҙы, ауылығыҙға үҙегеҙҙе алып барып, төп-тамырынан ҡуптарып хәл ҡылырмын! – Буҫағала туҡтала биреп, ҡаты әмерен бирҙе. – Яҙ, секретарь: бөгөндән үк эскеселеккә ҡаршы дәһшәтле ут асырға! Бер кемгә лә шәфҡәт юҡ, бер кемгә лә!

Ат ҡараусынан ҡырандасын ектертеп, ғәйепле икәүҙе йәнәшәһенә суҡайтып, Торонбаш ауылына юлланыр алдынан башҡармаһына һуғылды, теге икәү ҡырандаста көтөп ултырып торҙо. Төшкө тәнәфес ваҡыты – секретаре ашарға ҡайтып киткәйне. Әпүш, сейфты асып, үҙ кәүҙәһе менән ышыҡланған хәлдә шундағы сирекленән туғыҙ ҡырлы стаканды мөлдөрәткәнсе ҡойҙо ла, еҫкәп ҡарап, ҡәнәғәтләнеп, тамағына ғорҡолдатып түңкәрҙе. Ауыҙын еңе менән һөртөп, “ыристан”ды бикләп ҡалдырып сығып китте. Ыристан булыуҙан шөрләй төшкән икәү иһә түрәнең кәйефе күтәрелеүен шәйләп еңел һуланы. Ләкин быныһы иртәрәк булған икән: Әпүш түрә, көтмәгәндә, күҙҙәренең ағын әйләндереп ҡараны ла йәндән алды:

-- Саботажниктар! Әпүште һыйлап ҡына закон статъяһынан ҡотолоп ҡалырбыҙ, тиһегеҙме? Бөтә ауылығыҙ менән ҡаптыртырмын мин һеҙҙе!

Бахырйәндәр, хәлдәре мөшкөлләнеп, юл буйынса һыу уртлағандай барҙы. Йомшаҡ һиртмәле “сәүит ҡырандасы” улар өсөн энәле яза ултырғысына әүерелде. Уның ҡарауы Әпүш күңеле иллә кинәнә ине: партиябыҙ, совет хөкүмәте йолҡоп ташларға бойорған золом тамыры матҡыла закон кулында! Бына хәҙер, бөтә районға яманатлы Торонбаш ауылына барып, ошоғаса баш бирмәгән “көмөш яллы” аҫауҙы ҡороҡлап йығасаҡ та ауыл Советы ҡанаты аҫтында айныҡйәндәр йәмғиәтенең өлгөр эше тураһында юғарыға рапорт юлландырасаҡ. Үҙгәрештәр башланды, рапорттар заманы үтте инде, тиһәләр ҙә, әүәлгенең рапорт сүпрәһендә ҡабарған етәкселәр бар әле юғарыла! Ә өйҙәге “прокурор” йәғни бисә бушҡа сөңкөлдәй: эсмәгән йән бармы һуң был донъяла?! Телеграф бағанаһы ғына эсмәй ҙә (сөнки уның стакандары түңкәреүле!) тейешле урынын һәм ваҡытын белмәгән әрпеш түрә генә һемермәй ул шылманы. Ә Әпүштең уртлаһа ла ауыҙ ҡоро, сөнки башы йоморо.

Ауылға яҡынайып, Сайҡалаевтар мунсаһы өҫтөнән һүрелеп кенә күтәрелгән шыйыҡ төтөндө шәйләгәс, Тәржемандың эс-бауыры өҙөлөп төшә яҙҙы. Атаҡайы Ғиззәтулла шул мунсала мискәләге кинйә апараны еҙ торбанан ҡыуалай ине, күренеүенсә, ошоғаса һүндермәгән усаҡты... “Ах ҡарт алаша, Хоҙайҙың оҙон төнө етмәгәндер һиңә. Моғайын, һыйыр һымаҡ һемергәндер ҙә бөкләнеп йығылғандыр!” – Йәне һуйылып рәнйене балаҡайы Тәржеман. Бәлки, сәүит беҙгә төбәлмәҫ әле, бынауы таҙбаш Мотиғуллаға уҙыр тәүҙә, тигән өмөт сатҡыһы йылытты йөрәген. Тик уларҙың тәңгәленә етер-етмәҫтән үк, Мотиғулла һөрәнләп тә өлгөрҙө:

-- Әпүш ҡусты, бына тора Тәржемандарҙың ырыҫлы йорто! – Һәм сәүиттең ҡаты ҡулы, Тәржемандың бәғерен ҡанһыратып, дилбегәне туп-тура уларға төбәп тартты. Ҡапҡанан кермәҫе борон уҡ, ҡунаҡ ҡаршыларға, дүрткелләп ябынған яулығын ялпылдатып, Тәржемандың әсәһе Мәрфуға йүгереп сыҡты. Ҡолға буйлы арыҡ ҡарсыҡ, етмешен ҡыуалатыуға ҡарамай, сиңерткәләй ырғандаҡ һәм сәрелдәк ине. Ҡаш менән күҙ араһында Әпүш беләгенән ҡамтарҙы ла өйгә табан һөйрәне:

-- Әйҙүк, Әптерахман улым, ҡотло аяғың менән! Иншалла, былтырғынан һуң нурлы йөҙөңдө күрер көнөм бар икән! Мәрхүмә әсәң Зөлхәбирә ҡоҙаса менән заманында бик татыу, бик килешеп йәшәнек – бер оянан сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре кеүек. Хәҙерге йәштәр генә улар бер-береһен суҡыша, тай-тулаҡтай тибешә. Әхирәт менән һуүңғы семетем сәйебеҙҙе лә бүлешә инек, эйе.

Шул арала Тәржеман да әсәһенә йәне сығырҙай өндәште:

-- Мунса мейесен һүндерергә оноттоғоҙмо әллә, ниңә төтөнө быҫҡый?

-- Аһ-аһ, быҫҡымай ни. Бынауы Мотиғулла ҡоҙаның әрпешлеге арҡаһында инде: үҙҙәрендә эшен бөтөрмәй киткән дә, ул эште белмәгән Гөлзәғифә инәйең, таң тишегенән апараһын алып килеп, бер ыңғай эшен бөтөрөп бирергә һораны. Шуға күрә атайыңдың шөғөлө оҙаҡҡа һуҙылды...

Мәсьәләнең хәтәр йүнәлеш алыуын йәне-тәне менән тойған Мотиғулла, үҙҙәре яғына юҫыҡлап, ҡойроҡто һыртҡа һалырға иткәйне лә, Тәржеман уны шытырҙатып итәгенән көрмәне:

-- Туҡта, үрәпсемә! Еҙ мөгөҙлө айғырыңды йыйыштырып, мине генә ҡаптыртырға итәһеңме? Мәшәҡәтләнмә, сәүит үҙе йыйыштырыр!

Барыһын да ҡолаҡ баҫып тыңлап торған түрә Әпүш, ҡарсыҡтың ырғандап сәрелдәүҙәренә артыҡ иғтибар итмәй, ихата төбөндә нәҙек кенә зәңгәр төтөн сөйөрөлдөргән мунсаға юҫыҡланды. Көтөлгәнсә, ишеккә эстән типке һалынған имеш. Дөбөрҙәтеү һис һөҙөмтә бирмәгәс, хаҡ ғәмәлгә тәүәккәлләнгән хакимиәт башлығы яңаҡ егенә һөймән тығып шаҡарҙы. Дөһөр-шатор ишек ҡайырылыуға, йоҡоһонан уятылған айыу кеүек тайпаңдап, Тәржемандың атаһы – һаҡалына үрмәксе ауы аҫылынған Ғиззәт ҡарт килеп сыҡты: бер ҡулында – мөлдөрәмә көрөшкә, икенсеһендә ҡыштырҙауыҡ иҫке миндек. Ҡарттың йәшкелт шешек битен, илереп аларған күҙҙәрен, апара йәбешеп сеймәлгән һаҡалын күргәс, заманында ябай ғына һалдат килеш ысын генерал ҡаршыһында баҫып торғанда ла ҡаушамаған Әпүш тертләп сигенде – Ғиззәт ҡарт һынында мунса бәрейенең үҙе һынланмыш ине...

-- Йә, Ғиззәт ағай, мунса шәпме, ҡайын миндек менән сабынып буламы?

-- Була, кем, һәй әттәгенәһе...

-- Ҡулыңдағы көрөшкәнән эҫе ташҡа һыу һалдыңмы?

-- Һа-һалдым, кем...

-- Бир әле, төбөндәген ҡарайым – ҡайһы шишмә һыуы икән?

-- Һыу, һыу – ҡоҙоҡ һыуы! – тип сәрелдәне Мәрфуға. Ҡарты иһә көрөшкәне ауыҙына түңкәрҙе, күҙҙәре оторо аҡайып, тубыҡтары бәлкелдәп, яҫы арҡаһын мунса ишегенә ҡапланы:

-- Ҡарауыл! Емерәләр! – Ишек таҡтаһына арҡаһы менән ышырылып төшөп барған Ғиззәт ҡарт, һауалағы нимәгәлер тотонорға самалап, кешеләрҙең башы аша мәғәнәһеҙ ҡараны ла гөрһөлдәп йөҙтүбән ауҙы.

-- Әсәй! Ниңә төндә үк бөтөрмәнегеҙ эшен?! – тип ныҡыны Тәржеман.

-- Сеү, балам! – Уланының ҡолағына үрелеп шыбырҙаны. -- Беҙ бөтөргәйнек тә ул, бынауы ҡыубаш Мотиғулланың йылан аяғын ҡыйған килене ҡуларбаға апаралы икенсе мискәһен тейәп килеп еткән: “Бер ыңғайҙан быныһын да шешәгә үткәрегеҙ, юҡһа барҙым-тирҙем ауыл Сәүитенә, унда ҡолаҡ һалмаһалар, елдем-киттем район башҡармаһына!” – тип йәнен алды атайыңдың... – Мәғәфүрә ҡарсыҡ, бесәйҙәй етеҙ ташланып, Әпүш яғаһын бөрҙө. – Һәпрә малайы! Атаң да һөмһөҙ ине, үҙең дә һөмһөҙ йылан! Сәүит башың менән ни тип бикле ишеккә дөрәһең?! Әле генә мунсабыҙҙы булдырып, бабайҙы тәүге быуына ебәргәйнем. Сисенеп тә өлгөрмәгән, бахырым, баҫып килеп ҡотон алдың. Был ниндәй Сәүит власы? Былай булһа, үҙ өйөңдә көн күрһәтмәйҙәр икән. Бабаюлла, тор әле, башыңа еҫ ҡаптымы әллә? Тәржеман, ниңә һерәйеп ҡаттың, мунсаның ишеген йоҙаҡлап ал!

Ғиззәт ҡарт, әбейенең сәрелдәүенән иҫәнгерәп, һуғыш ҡырында һушын юйып ятып ҡалған һалдаттай кире терелеп, баш ҡалҡытты, уҡшып-уҡшып ауыҙынан тос фонтан урғылтты ла, ҡоҫоғона арҡаһы менән ҡапланып, күккә ҡарап ас һыйырҙай мөңрәне:


Әсеме, сөсөмө,

Беҙ эсмәгән кешеме.

Кисен иҫерек, иртән айныҡ –

Даешь, колхоз, эшеңде! --


Зәңгәр күктең иркәләүен тоя алмай томанланған күҙҙәре быялаланып, башын ҡалҡытырға итеп ҡараны, кемгәлер ни әйтергәлер яңаҡтарын көсәнеп ҡимылдатты, тештәрен шыҡырҙатты...

Бушлай кәмит ҡарарға тип ситән буйына ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға һырығайны, Әпүш иһә һәр төрлө йыйылыштарҙан биҙеп бөткән массаларҙың саҡырылмайынса ла йыйылыуын көн ҡаҙағына һуғышлы сәйәсәт өсөн файҙаланырға булды. Утынлыҡтағы тупар балта сабылған түңгәк өҫтөнә баҫып, эскеселектең донъя күләмендәге тотҡан яуыз урыны тураһында үлтергес телмәр һөйләне. Түмәренән егеттәрсә ырғып төшөп:

-- Бына күрәһегеҙме, нимәгә килтерә ул? – Үлек кеүек ҡымшанмай ятҡан Ғиззәтте хром итегенең осо менән төртөп күрһәтте. – Һөйөклө партиябыҙҙың һәм совет хөкүмәтенең антиалклгольный сәйәсәте юҡҡа түгел! “Йәшел йылан”ды эсәгеңә буйлатһаң, әмәлһеҙҙән хулиган да, уғыры ла, үлтереүсе лә булырһың, бынауының кеүек танауы менән ер һөрөп ятҡан сусҡаға ла әүерелерһең!

Шул арала Мотиғулланың “йылан аяғын ҡыйған” килене, болғансыҡ шыйыҡса тулы дәү шешәне бәпеселәй ҡосаҡлап, “йылп!” итеп үтеп китте, Әпүш алаң-йолаң ҡаранған арала эҙен дә һүрелдерҙе. Серек ситән буйы “гөж!” итеп ҡалды.

-- Молчать! Еҙ торбанан йәшел йылан һурыусыларға хөкүмәттең хөкөмө ҡыҫҡа булыр! -- Әпүш, улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, елеккә үткәреп, ситән буйына уҫал бармаҡ янаны. – Тимер йәмкәгә ҡыҫтырып сығарып ырғытылған торонбаштай ыҫмаҡланып һүнерһегеҙ Магадандың ҡарында! – Шаңҡып ҡалған йәмәғәт иҫенә килеп, һәр береһе үҙ аппараты менән апараһын йәшерергә тырым-тыраҡай таралғас, ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып, Тәржеман менән Мотиғулланы үҙ конвойлығында алдан тертәңдәтеп, хәрби тәүәкәллек менән хәтәр буҫағаны аша атланы. – Күрһәтегеҙ һөнәрегеҙҙе, ике аяҡлы мөртәттәр! Өҫтөгөҙҙән мотлаҡ төҙөләсәк акт-факт-протоколдар!

Мунсаның сисенеү бүлмәһе бәләкәй генә “төшөрмөшлө төйәк”те хәтерләтте: ҡырсып йыуылған яҫы таҡталы һикелә иҫке гәзит ҡыртышында эре бөртөклө тоҙ, башлы һуған, ҡорот, ҡаты-ҡото икмәк һыныҡтары көтөп ята, сәйгүн менән сынаяҡтар ултыра. Төпкө ишекте тартып асыуға унда керосинка ялҡыны өҫтөндә боҡор-быҡыр тулаған “шайтан ҡоралы”ның таныш ауазы ишетелде, танауға шайтандың һаҫы кикереүе бәрелде. Әпүшкә был бая ғына кәнсәләрҙә сейфтан алып ҡаса-боҫа ҡапҡан йотомон хәтерләтте. Кесе теленән үтһә лә, төпкөлгә төшөп етмәй, үҙәк буйын үсектереп кенә ҡуйғайны – бына инде ҡабат үлтереп баш сатнай, тамаҡ төбөн ҡытҡылдатып шайтан ҡотҡоһо тырнай. Күҙ менән ҡаш араһында яңынан бер йотом ғына сәлдереп ебәргәндә лә, төҙәлә төшөр ине...

Тәржеман менән Мотиғулла шул арала ашгәзитле эләүкәгә төпләнеп алғандар ҙа эҫе ташҡа һыу һипмәле сите емерек тимер сүместән туғандарса алмашлап һыуһын ҡандыра. Ауыл Советы башҡармаһында ғәййәр төкөшһәләр ҙә, аяҡ бөкләшеп ултырып алғастары ни, баштары һис ауыртмай – ирәүән генә ғолҡолдатып йоталар, өҫтәүенә, күҙ ҡыҫышып көләләр.

-- Һәй тәмле лә һуң үҙебеҙҙең ҡоҙоҡтоң һыуы! – ти Тәржеман, ике күҙен майланған төймәләй ялтыратып. Ә шулай ҙа Мотиғулла игелекле йән икән – сарсап тамағы кипкән түрәне ҡайғырта:

-- Әпүш ҡусты, Мәғәфүрә инәйеңдең соландағы һары айғыры кешнәгәнсе, ҡоҙоҡ һыуы менән генә булһа ла сылатып ал тамағыңды, һыйлағандан һыу эс, тигәндәр бит... – Суйын таба ҡапланған тутыҡ күнәктән һоҫоп алып, сүмесен түрәгә һондо. – Акты-макты-пртакулыңды шайтандың арт сатына ҡыҫтырып тор, өлгөрөрһөң!

-- Ысынлап та һыумы был?

-- Аһ-аһ, һыу булмай ни...

-- Һыу булһа ғына эсәм! – Ысынлап та, ниңә әле ҡоҙоҡ һыуын йотмаҫҡа? Һыу бит ул, хатта батшалар ҙа баш тартмаған һыу бит ул! Әпүш йәмерек сүместе еҫкәп ҡарамай, еҫкәһә лә, танауы инде һиҙмәй – мунса ҡуйы быулы еҫ менән тулы. Башын артҡа салҡайтып, ауыҙын арандай асып, күнегелгән киҙәнеш менән тамағына атҡара ла сүмес төбө күренгәнсе йота ла йота ҡылҡылдатып. Сүмесе ҡулынан төшөп китеүен дә һиҙмәй, ике күҙен шарландырып, һөрөм баҫҡан ишек яңағына һөйәлә, эләүкәне бәүелдертеп кеткелдәүселәрҙең Ҡояш һымаҡ түп-түңәрәк йөҙҙәренә төбәлә, тамағын томалаған әсе быуҙы көсәнеп тышҡа өрә. – Оһ-һо! Һыу икән ысынлап та. Бирегеҙ ҡоротоғоҙҙо!

-- Бошонма, Әпүш ағаҡай, сыуаштарға һатырға тип тәғәйенләнгәне түгел, үҙебеҙгә тигәне! – Ҡаты ҡорот киҫәге һуҙған Тәржемандың ҡулын томан аша саҡ абайлай ағаҡайы.

-- Йәғни тилерткес зәхмәт һалып буталмаған, яңы тыуған сабыйҙың күҙ йәшеләй йылтыр, хе-хе-хе... – Мотиғулла быныһы. Үҙенең түрәлеген, юғарынан йөкмәтелгән сәйәси бурысын иҫенә төшөргән Әпүш, һөрөмлө ишек яңағынан егеттәрсә айырылып, төпкө бүлмәгә -- закон тарафынан ыристанлыҡҡа алынырға тейешле шайтан ҡотҡоһо тарафына ынтылды, ләкин унан инде елдәр иҫкәйне, өҫтөндәге йөгөнән бушанған керосинка ғына зәңгәр ялҡынланып яна ине.

-- Ҡайҙа булды аппарат? Тарамышығыҙҙы киҫермен! – тип ажғырҙы күҙ менән ҡаш араһында һемәйеп ҡалған түрә, керосинка эргәһендә үк торпоша аҫтына йәшерелгән ҡоролманы абайлай алмайынса.

-- Бәй-бәй-бәй, ни һүҙең был? Юҡты һөйләмә, ағаҡай, ундай затты ғүмерҙә лә күргәнебеҙ ҙә, белгәнебеҙ ҙә юҡ, эйе! – Тәржеман уға, тоҙ һибеп, һуған киҫәге ҡаптыра, Мотиғуллаһы тулы сүмес һоноп тора:

-- Һәпес-һәпес-һәпестә, бигерәк матур бәпес тә -- бер үпәс ит, ҡустыҡай!

Ауыҙына килтереп терәгәс ни, ни ҡылһын -- йотто ла ебәрҙе Әпүш...

-- Бррр! Төбө-тамырығыҙ менән ҡоротормон! Һуңғы тамсыһынаса юҡ итермен!

-- Әпүш ҡусты, мин дә уның дошманы! Һуңғы тамсыһынаса юҡ итәм уны! – Мотиғулла, тап баяғы Әпүштәй, башын салҡайтты ла ҡара һаҡалы араһында аҡ тештәре арбайған аранға сүмес мөлкәтен ағылдыра башланы.

-- Ағай, етер һиңә! – Тәржеман сүместе тартып алырға иткәйне, тегеһе уны асыуланып бер ситкә быраҡтырҙы. Сүмес ҡапланып төшкән керосинканы ҡапыл күбәләй ут алып, янындағы турпышаға дөрләп ҡабынды, керосинкамы, аппаратмы, тирә-яҡҡа ялҡын сәсеп шартланы, шул мөҙҙәттә сыжлап һыҙғырған ҡорос ярсығы Әпүштең уң ҡолағын яндырып уҙҙы.

-- Әс-сәәәй! – тип илереп ҡысҡырҙы ла түрә, өсөһө тиң баш баҫып тышҡа ташланды, арттарында мунса өҫтөнәсә дәһшәтле ялҡын бағанаһы ләүкене. Әпүш, яндырып һыҙлаған уң ҡолағын һәрмәп ҡарағас, уның юҡҡа сыҡҡанлығын, өҙөгөнән эҫе ҡан тибеүен шәйләп, үләнгә йығылды ла сабыйҙарса сарбайлап иланы...

...Ҡояш байырға яҡын, бер ҡолағын сепрәк менән ҡыҫып бәйләгән Әпүш түрә ҡырандасында ҡырын ятып ҡайтып бара. Башы аҫтында – септә, септә аҫтында бесәндә сирек шешә тулы тәүмал3 бөлкөлдәй. Дилбегәне көскә көрмәгән түрә, башын ҡалҡыта биреп, таныш түгел әрәмәлектә быҙау юллап әлһерәгән малай-шалайға инәлә:

-- Әй, ауыл ҡайҙа?

-- Ауыл – ауыҙ артыңда, Ер менән Күк араһында! – Ҡороғорҙары, тейешенсә яуаплау урынына, “Һыңарғолаҡ Әпүш! Һыңарғолаҡ Әпүш!” тип үсекләп, сыулашып көлөшәләр. Таңғайы кибеп ҡатҡан Әпүш, телен ҡуҙғалта алмай, йән көсөнә һүгенеп, тонйорап батып барған Ҡояшҡа бармаҡ янай, малай аҡтыҡтары ҡайҙалыр һеңә. Артта, әрәмәлек ашаһында, Күк көмбәҙен ҡара төтөн ыҫмаҡлай – Торонбаш ауылы яна.

Өйөрөлөп ябырылған серәкәйҙәрҙе ялбыр-йолбор ҡойроғо менән туҙҙырып, ат һалмаҡ ҡына юрта; ергә һеңеп һүрелеп барған Ҡояштан, тыҡырҙауыҡ тәгәрмәс көпсәктәренән Әпүш күңеленә һағышлы моң һарҡыла: “Тиҙҙән һайлауҙар етә, ә йәмәғәт тигәндәре етәкселек һәләттәремә вайымһыҙ. Юғарыла ла күҙгә элмәй башланылар...” Эскеселеккә ҡаршы дөйөм кампания ҡыҙыулығын әүҙем файҙаланып, Торонбаш ауылы көмөшкәселәренең тамырын ҡырҡып рапорт биреү хыялы ла күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты – Тәржеман мунсаһы менән ҡуша көл булып Күккә осто. Их, ниңә яңғыҙы тотондо – шаһитлыҡҡа бер-ике йылғыр депутат, пүнәтәй алып барманы?! Әлеге лә баяғы шул һуңғы йотом зәхмәте... Их, был үҙгәртеүҙәр заманаһы тигәндәрен нисек итеп үҙгәртмәйенсәрәк оҙаҡҡараҡ һуҙырға, түрәлеген юймай ғына иҫән-имен пенсияға сығырға?..

Әпүш һау ҡолағы төбөндәге моңло-моңһоу бөлкөлдәүгә һиҫкәнеп, сиреклене тырнап ала ла юл ҡырында тумырайған ташҡа тоҫҡап юғарыраҡ күтәрә. Һуңғы сиктә ҡырт ҡына кире уйлап, бөкөнө тешләп һура, күҙ йомоп уртлап ҡаба – их, татлы шул һуңғы йотом!.. Ҡалғанын ташҡа селпәрәмә ҡылырға, иртәгә үк милиция саҡыртып, шайтан төбәген айҡарға! Әммә хәйерһеҙ ат шуны белмәне, ҡырандас та таш тәңгәлен елтерәп уҙып өлгөрҙө һәм тәүәккәллек тә шиңде – хәлһеҙләнеп ҡыйыулығы кире ҡайтҡан түрә ҡулындағы шешә ҡабат тығыҙ бөкөһөн ҡабып, септә аҫтына сумды. Тотҡан урында һындырырға ярамай – йоморо баш ни өсөн бирелгән беҙгә?! Эйе, тынсыу замана тип нарыҡланған миһырбанлы ул йылдарҙа ауыл Советы күләмендә йәмәғәттә ысынлап та билсән ҡотороп үҫте, энәләрен тырпайтты. Хәҙер шуны Әпүш ҡулы услап йолҡорға тейеш. Ә юғарылағы түрә-ҡара ни ҡарай?!. Юҡ инде, Әпүш тә шыр наҙан түгел – ул да белә мәсьәләне ниндәй һапҡа һапларға, үҙ усҡайын һаҡларға! Әйтәйек, донъяла бар “милли йола”, “милли сикләнгәнлек” тигән бик йәтеш ышыҡшалар. Йәғни мәҫәлән, шайтан ҡотҡоһоноң ҡотороуы өсөн асы балдан “көмөш яллы”ға илтеүсе милли йола ғәйепле, тигән төшөнсәне ыҫпай һаплаһаҡ, юғарыға шыма итеп үткәрһәк, урындағы барлыҡ гонаһ шомлоҡтарын милли сикләнгәнлек менән ҡаплатаһы ғына ҡала, ә ул бәдбәхеткә ҡаршы көрәш шундай ҡатмарлы – ҡалҡып сыға ҡотҡарғыс “ваҡыт факторы”... Ошо ҡалҡыуыс-ҡотҡарғыс уны, бәлки, нәүбәттәге һайлауҙың да сират күперенән имен үткәрер?!.

Ҡабырғалары талып, Әпүш икенсе яғына әйләнеп ятырға итеп ҡарай, әммә өҙөк ҡолағының үлтереп һыҙлауы иҙә йәнде. Кеҫәһендә ҡайтып килгән гәзит йомарлағын сығарып, һаҡлыҡ менән генә аса: унда, осраҡлы килеп кергән һуған телеме менән бергә уҡмашып, суйын ярсығы өҙгән ярты ҡолағы ята. “Ғәзизем! Кем өсөн алышып өҙҙөрттөм ҡолағымды? Партиям һәм Совет власым өсөн! Ә томана халыҡ шуны аңламай... “Һыңарғолаҡ Әпүш” тип инде тел сарлай!..” – Һығылып-һығылып һыҡтай ул, киреһе тотҡан малай сағындағылай ҡырандасында үрһәләнеп-тибенеп. Хәйер, йыйылыштарҙа түрәләрҙең ҡушыуынса ҡул күтәреп, тауыш биреп кенә күнеккән томана халыҡ-һарыҡ әүәлдән үк уның егетлеген белештермәне. Заманында райбашҡармала эшләгән Ғапсаттаров ағай ғына уның һәләттәрен дөрөҫ баһалап, ауыл Советына рәйес итеп үткәрткәйне. Хәҙер килеп ул бахырың үҙе һәнәк-көрәк тотоп колхозда йөрөй, тиҙәр...

Башы аҫтындағы сирекле шешә бөлкөлдәүе ыңғайына күҙе алдынан бала сағы йүгерә. Ана шул осорҙа ла, малайҙарға ни ҡәҙәре игелек игеп ҡараһа ла, уны һис яратмайҙар, “Һыйыр ҡолаҡ, һимеҙ кулак!” тип йәберләй торғайнылар. Хатта Әптерахман тигән ауыҙ тултырып әйтерлек исемен дә сонторайтып, Әпүшкә ҡалдырҙылар. Ҙурая төшөп комсомолға кергәс кенә “һимеҙ кулак”ты оноттолар, әммә “һыйыр ҡолағ”ы менән Әпүшен ҡуйманылар – ошоғаса күләгәләй ҡалмаҫтан йөрөнөләр эйәреп. “Кәнсәләрҙәге урынымдан ҡубынып тәкмәс атһам, тағы ҡандай ләҡәп тағырҙар инде?..” тип йөрәге өҙөлә ине. Инде килеп бөгөнгө көн, тәхетенән тәкмәсләүен дә көтмәй, “Һыңарғолаҡ Әпүш” тип өлгөрҙөләр... Ирекәй был минуттарҙа үҙ-үҙенә бик ҡыҙғаныс тойола, яҙмышынан яңы бәләләр көтөп, бәғеркәйе һуйыла. Ҡолаҡ өҙөгө ятҡан гәзит ярпыһына, ямғыр яуғандағылай мул тыпырҙап, эре күҙ йәштәре түгелә -- ир илай.

Септә аҫтындағы сирекле шешәлә, шыңшыуына моңло йырҙай ҡушылып, зәхмәтле тәүмал бөлкөлдәй...


Сәнкем-Биктимер, 07.09.1959.
Ослауыс: хикәйәсегә баш ҡаланан яуап хат
15.12.59.

Уфа.

Йыһат Мырҙа!

Күп сәләм.

Риф4 эшкә урынлашты, арыу ғына көн күреп ята. Хәйер, был хаҡта ул үҙе лә яҙғандыр әле.

Хикәйәңде уҡып сыҡтым. Телең һоҡланғыс матур. Тел – яҙыусының иң төп ҡоралы ул. Ә бындай яҡшы ҡоралға эйә булған кеше яҡшы ла эшләй ала. Әммә уны дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Хикәйәңдә һин быға ирешә алмағанһың. Ауыл Советы председателе ни өсөн ул тиклем түбәнлеккә төшкән? Маһайғанмы, әллә үҙе шулай дорфамы? Ә бит һуңғыһы булһа, халыҡ ундай типтарҙы етәксе органға һайламай ҙабаһа... Уны шулай батҡаҡҡа һөйрәгән сәбәптәр асылмағас, хикәйәң бер яҡлы – тик ҡара яҡты ғына асыу, көлөү кеүек кенә булып сыҡҡан. Яҙыусы, совет яҙыусыһы, ундай маҡсат менән эш итмәй.

Уйла ошоларҙы. Әгәр төҙәтә алһаң, ҡабат эшләп ҡара. Булмай икән, яңыны яҙ. Темаға, материалға һин мохтаж булмаҫҡа тейешһең: ҡайнап торған тормоштоң үҙ эсендә йәшәйһең бит!

Мин иҫән-һау. Әкеренләп эшләп ятыу. “Аҡселан ташҡанда” тигән романым -- былтыр, ә быйыл бер томлыҡ һайланма әҫәрҙәрем сыҡты. Күптән түгел “Ҡоҙаса” исемле музыкаль комедиямды ҡуйҙылар (Заһир Исмәғилев музыкаһы). Хәҙер яңы опера либреттоһы яҙып ятам. Алда эштәр күп, сәләмәтлек кенә етһен...

Ҡулыңды ныҡ ҡыҫып Б. Бикбай.

Сәләмгә ҡаршы сәләм
Хөрмәтле Баязит ағай!

Сәләмегеҙҙе алдым, ҡиммәтле ваҡытығыҙҙы бүлеп хикәйәмде уҡыуығыҙ, хат яҙыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Шулай ҙа минең дә яуап итеп әйтәһе һүҙ эсте тырнап тора бит әле...

Эйе, бөтәбеҙ ҙә совет кешеләребеҙ, совет ҡояшы аҫтында йәшәйбеҙ. Тимәк, өҫтән ҡояш яҡтыртҡас, иң шәп совет кешеһенең дә күләгәһе күренә -- шуны юҡҡа һанауы яҙыҡ булыр. Әгәр беҙҙән күләгә төшмәй тип барһаҡ, тимәк, ҡояш та яҡтыртмаймы? Әллә үҙебеҙ юҡмы?..

Һеҙгә сәләмәтлек, ижади уңыштар теләп, Йыһат мырҙағыҙ.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет