Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том


КРЕМАТОРИЙ Ватанымды һатманым, Ил серҙәрен асманым. Йәшәһен Ватан! Александр Русанов



бет3/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19

КРЕМАТОРИЙ
Ватанымды һатманым,

Ил серҙәрен асманым.

Йәшәһен Ватан!

Александр Русанов.

(Концлагерь дәфтәренән.)
1

Крематорий...

Мөрйәләр

Өрәләр,


Өҙлөкһөҙ

Бирәләр


Һауаға төтөндө.

Бына


ҙур ҡапҡанан

Йөк инде.

“Ҡайта”ға

боролоу


Юҡ инде!

Был юлы


Ут... кемде?..
Крематорий...

Мөрйәләр


Төтөнгә

Төрәләр,


Һауаға өрәләр

Ил йәмен,

Ер йәмен:

Йәшлекте,

Ҡартлыҡты,

Сабыйлыҡ-аҡыҡты —

Бөтәһен,

Бөтәһен.
Милләттәр,

Яҙмыштар,

Изгеләр,


Аҙмыштар,

Тойғолар,

Хыялдар —

Бында тик “ноль бөтөн”,

Тик төтөн...

Үтәләр


Ут булып,

Китәләр


Юҡ булып

(Көл булып,

Ел булып) —

Көллөһө тик утын,

Көллөһө тик төтөн...
Крематорий...

Мөрйәләр...

Бетондан

Төрмәләр,

Тәҙрәлә

Рәшәткә...



Суҡмарлы

Йоҙ(о)роҡ

Күренә

Йоморолоп



Ҡараңғы тишектә.
Йоҙ(о)роҡ

Елкенә,


Йәҙрәләй

Һикерә,


Ҡош кеүек

Талпына.


Төрмә тын...

Һаҡсылар


Атлайҙар

Аҫтыртын.

Бығауҙар

Зыңы ла


Баҫалҡы,

Саҡ ҡына...


Сеү! —

унда


Кем

йырлай?


Йыр аға,

Сыңғырлай

Өҙөлгән

Сылбырҙай.


Йыр яна,

Дөрөлдәй


Ялҡынлы

Кратерҙай —

Ватанын

Ир ҙурлай:


Ватаным — атайым,

Ватаным — әсәйем,

Алыҫта мин һине

Һағынып йәшәйем,

Тотҡонда мин һиңә

Табынып йәшәйем!

Ватаным-атайым,

Һине мин һатманым,

Ватаным-әсәйем,

Сереңде асманым —

Намыҫым сафлығын

Үлсәйем ҡан менән,

Ҡайтыр тик шаң минән!”
Бетондың йотомо

Йотһа ла тотҡондо,

Рәшәткә тотомо

Тотһа ла тотҡондо,

Йыр аға, йыр аға

Тотомһоҙ ел кеүек.

Болотһоҙ көн кеүек

Нур бөркә донъяға, —

Йыр аға, йыр аға...
Часовой тупһала,

Часовой ҡапҡала,

Эстә лә часовой.

Ҙур төрмә ныҡ, һаҡлы,

Ишектәр йоҙаҡлы —

Себен дә осалмай,

Себен дә осалмай...
Себен дә осалмай,

Йыр ләкин оса ала!

Себен юл асалмай,

Йыр ләкин юл һала!

Көнгә юҡ тотҡарлыҡ —

Нурҙы кем ҡыуалһын?

Елкенеп елерлек

Йырҙы кем быуалһын!


Фашистың ҡан баҫа

Алйыған күҙҙәрен:

“Хәҙер үк был йырҙы

Мин тапап иҙәрмен!

Ул йырҙың боғаҙын

Мең-мең ҡат һуйырмын!

Ул йырҙың тиреһен

Мең-мең ҡат тунармын!


Мең-мең ҡат аҫырмын

Мин уны арҡанға!

Мең-мең ҡат атырмын

Мин уны атҡанда!

Мең-мең ҡат дөрләтеп

Яғырмын мейесте!

Мең-мең ҡат яндырып

Алырмын мин үсте!”


Мең-мең ҡат, мең-мең ҡат

Йыр ҡаға тик ҡанат.

Мең-мең ҡат, мең-мең ҡат

Йыр ҡаға мең набат!

Мең-мең ҡат, мең-мең ҡат... —

Әйтерһең, сапҡан ат!

Әйтерһең, ал байраҡ

Мең-мең ҡат, мең-мең ҡат!

Әйтерһең, ир менеп

Сапҡан ат, ялҡын-ат!..


Фашистың ярһыуы

Аҙаҡҡы сигендә.

Асҡыстар бәйләме

Шалтырай билендә:

“Ни өсөн фюрерым

Бирмәгән бөтмәҫ көс

Быуырлыҡ был йырҙы,

Алырлыҡ унан үс?!


Бығауҙар яһаныҡ

Ҡитғалар быуырлыҡ,

Ә йырға ни өсөн

Сылбыр юҡ, сылбыр юҡ?!

Пушкалар яһаныҡ

Илдәрҙе атырлыҡ,

Ә йырға ни өсөн

Мортир юҡ, мортир юҡ?!.”


Яғыла мейестең

Иң ҙуры — олоһо...

Төрмәнән илтелә

Йөрәктең йырлыһы...

Алда ла — ҡарауыл,

Артта ла — ҡарауыл.

Йөрәк — тик йырауыл!
Йыр йырлап бара ул

Палачтар алдынан

Мейескә — тамуҡҡа.

Йөрәк һәм йыр керә,

Тайпылмай, тап утҡа.
Төтәмәй, көл булмай

Ләкин йыр барыбер.

Күктәргә аша йыр,

Ерҙәрҙән бара йыр!

Фашистар йөрәген

Яра йыр,


Яра йыр!

Йыр үлмәҫ,

Еңелмәҫ

Барыбер,


Барыбер!
2

Крематорий...

Мөрйәләр...

Бетондан


Төрмәләр...

Дөрләгән мейескә

Йырсыны илтәләр,

Артынан төртәләр,

Керетәләр...
Дөрләй ут, дөрләй ут –

Осҡоно була юҡ.

Күк ала йырсыны

Ҡайғырып, моңайып.

Әммә йыр, йыр ҡала

Донъяны яңғыратып.

Мәғрур йыр юл ала

Ер шарын уратып!


Илдәрҙең үлемдән

Быуыны биртенгән,

Ғүмере кителгән...

Ләкин йот-үлемде

Сүктереп көс гиҙә,

Еңелмәҫ көс гиҙә —

“Йыр” тигән:
Мин биргән антымды

Боҙманым, Ватаным.

Еремә һатлыҡ йән

Булып һис ҡайтмамын!

Ҡалырмын юғалып

Алыҫта, ят ерҙә,

Ләкин хаҡ яҙмаһын

Халыҡҡа әйтергә:

Себен йән ине, — тип, —



Себендәй серене,

Балҡып ут янғанда

Булды тик һөрөмө...

Ҡалды тик ҡоромо”...
Фашистар ваҡытын

Тик юҡҡа уҙҙыра.

Әйтер, тип, тәнемде

Телгеләй, яндыра.

Язалар һындырмаҫ

Намыҫлы антымды.

Үлермен — һатмамын

Илемде, халҡымды!”
Йыр үрләй һауаға,

Йыр дөрләй майҙанға,

Дуҫ-иште, фашисты —

Бөтәһен йыр таба.

Дәртле йыр, көслө йыр,

Ҡанат ҡаҡ шәберәк!

Сығарған һине ир —

Ялҡынлы ҙур йөрәк!

Ҡаҡ ҡанат, йыр ғынам,

Ярһыулы ҡанат ҡаҡ!

Төрмәгә төрөлгән

Дуҫтарҙы эҙләп тап!

Еткер һин уларға

Исемен йырсының —

Намыҫы һөттән аҡ

Бәһлеүән кешенең!


Александр хаҡында

Һөйлә һин уларға

Һәм өйрәт шул ирҙәй

Арыҫлан булырға!

Ирҙәрҙең ире ул —

Бөркөттән яралған.

Александр, Александр,

Һинән нур таралған!

Александр, Александр,

Һинән ил нур алған!

Бөйөк ер, ил генә

Һиндәй ир биралған!


Александр, Александр,

Ватаным улы һин.

Әсәйҙәр күҙ нуры

Һәм йөрәк моңо һин.

Ғүмерең, осҡондай,

Асманға атылған.

Йондоҙға әйләнеп,

Төндәрҙә балҡыған!

Йыр булып әйләнгән

Ул алыҫ йылдарҙан.

Йөрәктән йөрәккә

Мәңгелек юл ярған.


Намыҫын үлсәй йыр

Иң ғорур ирҙәрҙең,

Аса ул ирлектең

Асылмаҫ серҙәрен:


Ватанымды һатманым,

Атайым!

Ватан серен асманым,

Әсәйем!

Ватанымдың йыры мин —

Йәшәйем!..”
Александр, Александр,

Туғаным һин минең!

Башҡортйән булғанһың,

Булғанһың, тимен мин.

Шуға ла йөрәгем

Тынғыһыҙ, тимен мин.

Шуға ла күҙҙәрем

Йоҡоһоҙ, тимен мин.

Хаҡ яҙһа беҙҙәргә

Ғәрәсәт, тимен мин,

Әҙер мин, тап һиндәй,

Һәр сәғәт, тимен мин.

Йәшәргә хаҡлымын

Мең тапҡыр, тимен мин.

Кәрәкһә, ил өсөн

Мең тапҡыр үлермен!


Миңә һин — мең терәк

Көрәштә, тимен мин.

Ир үлмәй, ил өсөн

Көрәшһә, тимен мин.

Бил быуып хеҙмәткә

Барғанда, тимен мин,

Александр рәтенән

Бар алда, тимен мин.


Ташсыға, таш тотһаң,

Эш яндырт, тимен мин.

Аусыға, йыртҡыстан

Баш һалдырт, тимен мин.

Игенсе, булһа хаҡ

Хеҙмәтең, тимен мин,

Ер йөҙөн туйҙырыр

Ҡөҙрәтең, тимен мин.

Космонат иптәшкә,

Көслө ос, тимен мин.

Сорғолоп күктәргә,

Айҙы ҡос, тимен мин.

Йырсыға, сыңрат йыр

Ҡоростай, тимен мин.

Ҡоростай ир тыуһын

Һәр оста, тимен мин.

Шағирға, һыу ҡойма

Пероңдан, тимен мин.

Ҡайнар ҡан урғылһын

Яраңдан, тимен мин!


Александр, Александр,

Тырышам, тимен мин,

Һиндәй нур-йыр ҡоям

Ҡоростан, тимен мин.

Тиңәлмәһә ул һиңә,

Ғәфү ит, тимен мин.

Бейеклегең — буй етмәҫ

Бейек бит, тимен мин...


1963.

ЙӨРӘК ИЛАУЫ

Сал сәсле уҙаманға.



1
Таң һыҙыла Урал һыртынан...

Ойоп торған моңло йыр һымаҡ

Күкрәк төбөндәге моңлоҡта,

Нур һарҡымы ойой офоҡта.


Ел дә өрөп уны өшкөтмәй,

Төн дә сүгеп уны көслө итмәй:

Ҡаҡсау түбәләргә ятҡан да,

Сағыл-ҡаяларҙы япҡан да

Бәҫле күкрәгенә ҡосаҡлап,

Тынлыҡ һаҡлап, көнгә көс һаҡлап,

Йәш балалы талған әсәләй

Аҡ таң талғый... Сағыу сәскәләр

Аҡ нур имә йоҡо аралаш.

Төн ҡараһы аҡрын тарала:

Ойоп торған моңло йыр һымаҡ,

Таң, бик талғын, күккә нур һыға.

Һуҙылып ҡына йыр-моң тарала,

Һыҙылып ҡына нур-көн ярала...


Тауҙарға баҡ иртән, һөйөклөм:

Арбар һине моңло бөйөклөк.

«Йоморо бүкән — Билән тау бында,

Оҙонҡырла уның янында.

Йорттарҙан тик иле бейек бит —

Ҡайҙан булһын бында бөйөклөк!» —

Тип әйтерһең... Йәнем, ашыҡма

Күҙ йоморға. Ошо ташлыҡтар

Уралтау бит, эйе, Уралтау.

Тәнгә — төйәк, ҡулға — ҡорал тау!

Олатайҙар ере Уралтау!
Тауҙарға баҡ иртән, һөйөклөм,

Яулар һине моңло бөйөклөк.

Түгелдер был Уралтау ғына:

Баҡһаң таңғы офоҡ яғына,

Ер — Күк сиген күҙҙән кисерһәң,

Һыҙаттарын яҡын килтерһәң,

Һүрәтләнә сихри алдыңда

Батыр һыны тауҙар ҡабында:

Салҡан ята бөйөк баһадир —

Ике ҡулын янға һалған ир.

Күҙен йомған. Танау, ҡаш ҡына

Ал нур сиртә Билән башына.

Ҡалын сәсе — ҡара Шыртуғай,

Уны ярып Ҡаҫмарт шылтырай.

Тәңкә ҡаға көмөш тулҡындар,

Төптән баға тоноҡ упҡындар.

Тилбер таҫма — шалтыр Ҡаҫмарт һыу

Батыр сәсен сорнай бик ярһыу.

Ә батырҙың муйын өҫтөнән,

Муйынсаҡлап, киң юл үтелгән...


Һыҙланмай тик батыр, һыҙланмай —

Мең быуаттар ята ҡуҙғалмай:

Аҡ таң яулап илгә алғанда

Ғәзиз башын ергә һалған да!


Уның аша ата аҡ таңдар,

Ә ул ята, ҡатып, ҡапҡаңда.

Таң нурҙары килбәт-һыҙатын

Төҫмөрләтер, торһаң күҙ атып...

Юҡ, түгел был Оҙонҡырла тау,

Юҡ, түгел был Бүкән-Билән тау

Һәм түгел дә “Уралтау” ғына:

Баҡһаң, ныҡлап, тауҙар ҡабына,

Ята һомғол Батыр кәүҙәһе

Һәйкәлләнеп... Тарих, ҡайҙа һин?!

Әйт иленә уның исемен!

Әйтмәйһеңме? Үҙем сисермен!


Тыңла, иркәм, быны онотма —

«Ябай тау-таш», — тиеп бойоҡма:

Урал Батыр бит был, һөйөклөм,

Таңды һөйрәп тартҡан бөйөклөк!


Таң һыҙыла Урал һыртынан.

Офоҡ ситләп «юрған» йыртыла.

Ойоҡһоған моңло, сихри йыр

Һыҙа балҡып сатҡы -- осло нур.

Сағыл таштар ҡалҡа уянып:

Маңлайын тау һөртә йыбанып

Нәфис һөлгө — шуҡ таң еленә.

Баһадирҙың ҡупшы биленә

Ҡолай болот, күктән өҙөлөп.

Сағыл-тештәр аша һөҙөлөп

Ағыла ул тымыҡ үҙәнгә,

Юйыла һәм шулай күҙҙән дә...

Һелкенмәй тик талған Баһадир.

Йоҡоло-уяулы һаман ер...


Юл юлағы әле йәнләнмәй,

Һыу һулағы әле йәмләнмәй.

Юҡ хәрәкәт һәм юҡ тауыш та:

Йоҡлай һәр йән йылы ҡыуышта.

Мең төрләнеп ал таң аталыр,

Ә мең төр йән иҙрәп яталыр

Тауҙар талғып йоҡо асҡанда.

Йәндәр алйыу йоҡо аҫтында:

Ләззәтле бит таңда был йоҡо,

Йәнгә сихәт, тәнгә бал йоҡло!


Йоҡлай ҡырҙа себен-бөжәктәр,

Йоҡлай һыуҙа сумғыр өйрәктәр,

Бөркөт йоҡлай ҡая ташында,

Ҡарға йоҡлай ағас башында,

Күк әремдә талғый һандуғас,

Яр ҡырында ҡалғый ҡарлуғас.

Ятып ялҡый һыйыр ҡурала,

Йылҡы ҡалғый, баҫып торһа ла.

Төн йоҡоһоҙ өргән уҫал эт —

Ояһына ул да боҫҡан бит!

Ҡалған ҡунып юлда — юлаусы.

Талған һынып — кеҫә тунаусы.

Онотҡандыр сирле — һыҙлауын:

Күҙе йомоҡ, тыныс һулауы.

Йыҡҡан йоҡо хәнйәр ирен дә

Ҡара эшкә барған ерендә.

Ә бишектә сабый балалар,

Мыш-мыш һулап, ләззәт алалар.

Йоҡлай ойоп йөклө ҡатындар

Һәм тыуасаҡ ҡотло «алтын»дар.

Йәш-елкен дә һәм сал ҡарты ла —

Таң йоҡоһон йоҡлай барыһы ла.

Көллө ауыл — шаулы Һунарсы

Йоҡлай кеүек, таңға юл арсып...


Юҡ, йоҡламай икән Һунарсы:

Бер өй тора, шаран күҙ асып.

Майшәм яна өйҙөң эсендә,

Уттар һүнгәс... Майлы есемдән

Тоноҡ ҡына аға һары нур,

Йомолмай тик был күҙ барыбер.

Керпек ҡаҡмай был күҙ, ҡуҙғалмай,

Шатлыҡ-сатҡы сәсеп быҙламай —

Уйланған да ҡатҡан бер көйгә.

Ниндәй ҡайғы ҡапҡан был өйгә?..


Ата ал таң ҡуйы нур тибеп,

Яна майшәм һары нур һибеп.

Ҡыуа ал таң һары шәм нурын,

Көрмәй йоҡо татлы сылбырын...

Ниңә һүнмәй һуң был шәм һүнмәй?

Йоҡо баҫып ниңә бәүелмәй

Шәмгә текләп ҡатҡан яңғыҙ ир?

Әллә микән был ир — йәнһеҙ ир?..


Бөтөн донъя йоҡлай иҫереп

Ояһында — ойоу кисереп.

Был ир ниңә шуны кисермәй,

Был ир ниңә шулай иҫермәй?

Тораташмы, әллә йәмһеҙ сир --

Өнһөҙ-тынһыҙ ҡатҡан яңғыҙ ир?..


Керпектәре бына һелкенде,

Ике тамсы унан эркелде.

Туҡта, туҡта, был — йәш түгелме?

Тораташтан күҙйәш түгелде!

Ҡалҡытып ир ауыр күкрәген

Алды һулыш — майшәм тетрәне.

Көрһөндө ир — майшәм һөрөмө

Өй эсендә йөҙөп йөрөнө.

Усланы ир ҡалын күкрәген,

Баҫыр өсөн йәне күкрәүен.

Был күкрәктә — бысаҡ айҡала,

Ҡан эсендә йөрәк сайҡала.

Йөрәк итен тунай туң бысаҡ.

Ҡаҙалыуы — йылдар һыуыҡ саҡ...


Хәтерләй ир, шуны хәтерләй:

Атай түшендә тап тереләй

Балҡый ине илдең ордены –

Яуҙа еңгән батыр Ир ине!

“Тыныс таңдар атыр! – тир ине. --

Илгә бәхет ҡайтыр!” – тир ине...


Тап ошондай талғын таңдарҙа

(Утыҙ Ете тигән йылдарҙа)

Сыңлап ҡапыл тәҙрә ҡағылды,

Дөбөр-шатор ишек асылды.

Күн итекле ауыр аҙымдар

Инде баҫып өйгә, аҙғындай.

Ауҙарылды шкаф, өҫтәлдәр...

“Халыҡ дошманы, -- тип, -- Искәндәр”,

Илдән Ирҙе алып киткәнде

Һунарсыла эт тә һиҙмәне.

Урал Батыр ғына, нур һыҙып,

Йөрәк зыңын түкте һулығып...


Шунан ҡала бысаҡ айҡала,

Нәҡ йөрәккә үтеп арҡанан...

Шул таң уға бысаҡ ҡаҙаны,

Йылдар үтә, үтмәй ғазабы...

Һыҙылып ҡына аҡ таң атҡанда,

Донъя-ғаләм ойоп ятҡанда

Һыҙлай икән ҡанлы был яра...

Һулышынан гөлдәр ҡыуара...


Эй Уралтау, моңло Уралтау,

Эй Уралтау, илгә ҡорал тау,

Ниңә тыуҙы, ниңә — был йылдар,

Ниңә ҡупты ҡотһоҙ ҡойондар?

Ер инеме быны көтөүсе,

Ир инеме быны һүтеүсе?

Уйламаған көндән ҡупты был,

Утыҙ ете тигән ҡотһоҙ йыл...

Йөрәктәргә атты тупты был...

2
Һөйөклө дуҫ, ҡуйсы, бошонма,

Йылмайып көл инде ошонда:

Шартламай бит утлы йәҙрәләр —

Ямғыр ғына сыртлай тәҙрәлә.

Дыңғырҙатмай пүлдәр түбәне,

Ҡан түгел — дым йота ер тәне.

Төтөн түгел, өйгә ел инде —

Йылмайып көл, дуҫым, көл инде!


Ултырмасы өйҙә бикләнеп,

Ауыр көн, тип, ауыр хисләнеп.

Күкрәк киреп атыл урамға,

Иңдәреңә паклыҡ урарға

Йүгереп сыҡ сап-саф урамға!
Май ямғыры һине ҡаршылар,

Сәстәреңдән ләйсән тамсылар;

Күҙ-керпегең, ҡашың буйлатып

Тамыр йәйғор ергә “тып” та “тып”.

Тамған һайын, күкрәп гөл үҫер,

Күҙҙәреңде һөртөп ел иҫер;

Эҙҙәреңдә шытыр орлоҡтар,

Эштәреңде илең ярлыҡар.


Ултырмасы, бошоп ултырма,

Бокалыңды нышып тултырма.

Шифалы ғәм ер-күк эскәндә,

Эсмә инде ағыу һин — “бәндә”:

Ләйсән бит ул — илгә яуыусы,

Ир иңенә “шып-шып” ауыусы!

Яуған һайын йәшнәй шат күңел —

Юҡ, түгел был, ауыр көн түгел!


Күрсе, күрсе, нисек кинәнә,

Ләйсәндәрен йотоп, ер әнә!

Бүҫерелеп ята тупрағы —

Тәбиғәттең йөклө ҡорһағы.

Миллион орлоҡ миллион арала

Ҡыяҡланып унда ярала.

(Яҙ ғына тыу ине, ә хәҙер

Тулғаҡ тоторға ла ер әҙер –

Һиҙмәй ҡалды хатта үҙе лә...

Буйға уҙҙы донъя тиҙ генә)...

Ә һин, дуҫым, ауыр көн, тиһең,

Шешә төбөн, уфтап, тентейһең...

Ауыр түгел, бәлки моңло ул,

Йөклө йәндәй уйсан-уйлы ул...

Ғүмер яралтҡанда ул нисек

Булһын инде еңел-елкенсек?!

Ауыр алма, дуҫым, был көндө,

Күңелеңде йәмгә елкендер!


Ниңә, дуҫым, ниңә бөгөлдөң,

Күҙҙәреңдән йәшең түгелде?

Беҙ инекме тиҙләй бирешкән,

Зар зәхмәте менән килешкән?

Кесе йәштән төйнәп дуҫлыҡты,

Ел-ямғырҙар күрмәй үҫтекме?

Дөрҙөмө аҙ беҙҙе дауылдар,

Теттеме аҙ төрлө яуындар?

Ҡауырһындай ғына билкәйҙе

Өҙә яҙып, аҙмы иңкәйҙек?

Аҙмы яттыҡ хатта тәкмәсләп,

Юл саңдарын йотоп һәм сәсәп?

Тайманыҡ тик хаҡлыҡ юлынан —

Әйләнмәнек иблес ҡолона!


Тик һин генә түгел, мин дә -- бел! –

Утыҙ ете һанын күрһәм, гел

Тетрәнәмен ҡылыс сапҡандай...

Аяҙ көндө йәшен атҡандай,

Аҫылдарҙан аҫыл ирҙәрҙе

Яуыз ҡулы һелтәп ебәрҙе!..

Шул яуыз ҡул ҡыйған ҡамсынан

Ал ҡан торҙо көн-төн тамсылап...

Ғәмһеҙ генә быны белмәне.

Белде ләкин Хаҡлыҡ бизмәне...


Ныҡ булдыҡ беҙ, дуҫым, ныҡ булдыҡ,

Юҡ булаһы ерҙә ут булдыҡ.

Һалып иңгә ауыр йылдарҙы,

Ябырылдыҡ һаман юғары.

Илау-һыҡтаныуҙы белмәнек,

Зарыбыҙҙы һөйләп йөрөмәнек —

Күҙҙән түгел, йөрәк төбөнән

Ҡанлы йәштәр беҙҙең түгелгән...


Тетрәндек беҙ, эйе, ул саҡта

(Кескәй генә улдар булһаҡ та):

Яуҙа йөрөп сәсе ағарған,

Ҡырҡ үлемде ҡырған ҡаһарман

Өнһөҙ үтте конвой эйәртеп,

Түшендә ал бантын буҙартып

(Яуҙа еңелмәгән батырҙы,

Яғып яла, яһил батырҙы)...

Оялыуҙан хатта наган да

Йәшерҙе күҙ, аңдып барғанда...


Дуҫым минең! Ҡалай ярһының,

Шул ауыр көн йөгөн тарһынып!

Осҡон сәсте осҡор күҙҙәрең,

Телең булды әсе күгәрем.

“Яуызлыҡты ерҙән һөрөргә,

Кәрәк, — тинең, — беҙгә үҫергә!”

Уфтаның һин шунда ир булып,

Өнһөҙ үкһеү менән быуылып...

Ҡыңғырлыҡтың ҡылын өҙөргә,

Донъяны тик нурҙан төҙөргә

Ант иттең... Һәм белмәй хыянат,

Күкрәп килде һинең ҡыйын ант!..

Ғәҙел үтәп йәшлек антыңды,

Яуызлыҡҡа уҡтай атылдың:

Ҡыҙыл погон һалып иңеңә,

Ауыр наган аҫып билеңә,

Именлектең булдың яугире —

Хәҡиҡәттең һынмаҫ дау ире!


“Ҙуры”, “вағы” тиеп торманың

Ғәҙелһеҙлектәрен донъяның.

Ваҡҡа ҡаршы ондан вағыраҡ

Ваҡланыуҙы торһа ил һорап,

“Эһ” итмәнең. Дошман эҙенән

Төшһәң, килдең йөҙгә — йөҙ менән!

Йәшәмәнең көнгә күҙ йомоп —

Болаларға индең теш ҡымып.

Хәҡиҡәттең алмас ҡылысын

Ҡайрап, ярҙың нәҙек ҡыл осон.

Арыҫландай алғыр ырғының,

Хаҡлыҡ өрһә оран борғоһон.

Икейөҙлөлөктө яныңдан

Көйҙөрҙөң һин, үртәп ҡамылдай...

Тут баҫыуҙан көндө ҡотҡарып,

Алға барҙың нурға юл ярып.

Әммә бөгөн... “ауыр көн” тиһең...

Шешә төбөн талғыр тентейһең...


Ҡарт ағасҡа төшһә ҡанъяра,

Һыҙлай-һыҙлай ағас ҡыуара.

Ҡыу ағасҡа төшһә ҡанъяра,

Ҡаңғып ауа ағас бисара.

Йәш ағасҡа төшһә ҡанъяра,

Уңала ла бөрө ул яра.

Көрәшсегә төшһә ҡанъяра,

Бөтәшә лә ҡабат яңара —

Ғүмер буйы һыҙлай был яра...
Егеттәрҙән тыуа егетлек,

Күтәртмәһә илгә йөк итеп

Көрәштәрҙә алған яраһын;

Һыҡтаныуҙың белһә самаһын —

Егеттәрҙән тыуа егетлек!
Ултырма, дуҫ, яңғыҙ бикләнеп,

“Ауыр көн” тип ауыр хисләнеп.

Донъяла бит тоғро дуҫтар бар,

Тоғролоҡтан тыуыр йоҡтар бар!


Кирелеп тә күҙ ат донъяға:

Тейенер йән бөтмәҫ улъяға!

Ерҙе төргән күбек болоттар —

Йәйен — ямғыр, ҡышын булып ҡар

Яуыр улар; ергә һут биреп,

Йә аҡ ҡарҙан аҡ тун кейҙереп

Бәүетерҙәр тупраҡ-әсәне...

Еңеләйеп тәне, йәшәрер

Тулғаҡ тотоу өсөн бар донъя —

Ауырлыҡтан науа бар бында!

Ә һин һаман: “Ауыр көн”, — тиһең,

Шешә төбөн уфтап тентейһең...


Талпын, дуҫым, талпын урамға,

Аҡ болотто билгә урарға,

Күк йәшендәр сөйөп уйнарға —

Атлығып сыҡ, дуҫым, урамға!


Тәбиғәттең тынмаҫ ҡарыуын,

Көрәшеп гел еңә барыуын,

Хәрәкәттән алып бәрәкәт

Яңырыуын ялап йәрәхәт —

Ер-ғаләмгә ҡарап күрерһең

Һәм шатланып-шашып көлөрһөң!


Аңларһың һәм ҡапыл үҙеңде:

Ер кеүек бит һин дә түҙемле!

Күк ҡыяҡтар күпме шыттырҙың,

Гөлө булһын өсөн осорҙоң!

Ҡырау ҡырғанда ла туңманың!

Тота һинең күңел тулғағың!..


Күк тә, әнә, һиңә талпына,

Шифаларын һибә алдыңа.

Миллион-миллион ләйсән бөртөгөн

Яраңа мин йыйып бөркөрмөн;

Ҡырҡып алып йомшаҡ болотто,

Бәйләрмен һаҡ, йәнең йылытып.

Атайҙарҙың ҡотло еренә

Игелектәр игеп йөрөргә

Тыуғанбыҙ бит! Беҙҙән һуңғылар

Атайҙарҙан (беҙҙән) уңһалар,

Шыттырһалар изге орлоҡтар,

Хоҙай үҙе беҙҙе ярлыҡар!


31.05.1964.

МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ
Башҡорт АССР-ының данлы

50 йыллығына арнайым.



Автор.

1
Үткер күҙле зирәк ейәндәрем,

бағам һеҙгә шөйлә алыҫтан.

Ҡара күҙле хәреф-өндәр булып,

ишетелер беҙҙең тауыштар...


Хәреф кенә ләкин түгел инек, —

хәреф теҙеүселәр инек беҙ.

Һеҙ йәшәгән Йәшлек Заманаһын

янып төҙөүселәр инек беҙ.


Ҡышҡы һарайҙарҙы штурмлаған

атай, олатайҙар заманы,

Октябрҙең ялҡын-ялы булып,

йөрәктәрҙе беҙҙең ялманы.


Әллә ниндәй ғәжәп быуын инек

Быуындарҙың сылбыр-ебендә:

әсәйҙәр бит, яуҙа гөманланып,

тапҡан беҙҙе поход йөгөндә.


Ҡылыстарҙан ҡойған ураҡ менән

киҫелгәндер беҙҙең кендектәр.

Кулактарҙың обрез гөрҫөлдәүен

тойоп, ырғып төштөк бишектән.


Бер ҡулыбыҙ — мәктәп ишек бауын,

икенсеһе тотто һабанды.

Уттан һурып алған аяғыбыҙ

ялҡындарға барып ялғанды.


Әллә ниндәй ғәжәп быуын булдыҡ:

йә ҙур түгел, йә — бик бәләкәс...

Беҙҙе, тылға тылҡып, тупһыҙ төйҙө

көнбайыштан ҡупҡан һәләкәт.


Тағы шул уҡ атай, олатайҙар

ураҡтарҙан ҡойҙо ҡылысын.

Гитлер башын сабып өҙмәккә тип,

йәшенләтте утлы ҡул осон.


Һелтәп улар беҙҙең күҙ йәштәрен,

бураҙнаға тәпәй баҫтырҙы.

Улар киткән яҡтың ҡылыс сыңын

һабан йыры беҙҙең шаштырҙы.


Бер ҡул ҡыҙып ҡырҙа иген икһә,

бер ҡул сүкеш һуҡты заводта.

Малай килеш, ҡара мазут һеңеп,

ятты беҙҙең быуын табутта...


Әллә ниндәй ғәжәп быуын инек:

йә ҙур түгел, йә — бик бәләкәс...

Октябрь һәм Ватан һуғышының

аралында таптыҡ бәрәкәт...


Утлы теле ике ялҡындың да

урталыҡта беҙҙе ялманы.

Йөрәктәрҙе беҙҙең көл итергә,

юҡ итергә яһил уйланы.


Тотоп торҙоҡ донъя быуындарын,

замандарҙы теркәп заманға...

Ҡара күҙле зирәк ейәндәрем,

тарымағыҙ, берүк, ялғанға!


Кәм тигәндә,торһон ете быуын

арағыҙҙа, ҡурсап Хаҡлыҡты!

Етмеш тапҡыр етмеш быуындарҙың

яҡтылығы беҙҙе балҡытты!


Беҙ ҡалабыҙ ҡояш аралында

Октябрь һәм Ватан яуының.

Беҙгә тиклем, беҙҙән һуңғыларҙы

Күтәрә был мыҡты яуырын!


Үткәндәрһеҙ килер көткәндәр юҡ.

Беҙҙең тамыр һеҙҙә йәшәрә.

Бөрөләрен ярып, сәскә атһын

олатайҙар һуҙған Шәжәрә!



2
Хәтерләйем,

олатайҙар

һөйләнеләр,

көйләнеләр

бәләкәйҙән

миңә


йәш-ара:

— Тыңла, балам,

ҡарттар һүҙе —

мәңгелектән ишара,

булыр ул һүҙ

һинең өсөн

ҙур донъяға

тәҙәрә.
Белдем хәҙер:

һөйләгәндәр

икән улар

Шәжәрә...
Шәжәрә...

Тарих төпкөлөнән —

Киләсәккә тәҙәрә!
Быуын һайын

быуын бағып,

тамға табып,

даға ҡағып

яҙған уны минең

ата-баба.

Илдә гиҙгән

аслыҡ, ваба.

Тупһаларҙан ингән

ҡоро һаба.

Ҡанға батҡан

изге даға.

Әммә баш тартмаған,

туҡтатмаған,

Шәжәрәһен яҙған һаман,

тамғаларҙың асылын

таба-таба,

минең ата-баба!


Халҡым тарих төпкөлөнән

күрә белгән

килерен дә.

Ҡаны ҡатыш ҡыҙыл буяу иҙеп,

билдә ҡуйған Киләсәккә

Шүлгән-мәмерйәнең

таш түрендә.

Ҡоралайҙар,

тарпан-ҡырағайҙар,

сал мамонттар

булған уның

тәүге


тамғалары.

Таш ҡатламын уйып,

яҡты тойоп,

ҡара тау күкрәген

сыҡҡан ярып

донъялыҡҡа ҡорған

дәғүәләре!
Көнгә ҡарай ылығып,

ҡара Шүлгән һүлен кисеп сығып,

хисе нығып,

ташланған ул донъя ҡосағына.

Ғашиҡ булған һәр бер ағас-ташҡа,

Ай-Ҡояшҡа,

күк үләнгә,

ҡошло ҡыуағына.


Сихырланып,

көнөн — серле ергә,

төнөн

тере йондоҙҙарға



ҡараған.

Күҙ иңләгән,

йән тиңләгән ерҙе

үҙенеке итеп һанаған.


Һәм киткән ул

һалып тамғаларын

ағастарға, йылға, таштарға,

януарҙарға,

күктә — ҡош-ҡорттарға,

йондоҙҙарға, ҡояш, айҙарға.

Шул тамғалар шундуҡ көйләнгәндәр

теле менән уның һайрарға,

йырларға...
Ҡама – Иҙел һыуҙан сөм Обҡаса,

Боҙ-диңгеҙҙән тоҙло Каспийғаса

был тамғалар ерҙә таралған.

Үрҙә Етегән,

Өлкәр,

Тимер Ҡаҙыҡ



тамғаланып аҡ нур тараған,

ер улдарын күккә арбаған...

Тик ҡупмаған

халҡым


тыуған ерҙән,

йондоҙ өмөт итеп,

ҡыуыҡ тотмаған.

Төйәгенә төплө табан терәп,

Уралында ғәйрәт туплаған!
Ят дағалар ятһа тамғаларға,

ҡылыс менән уны ҡайырған.

Үҙ һөйәген тамға итеп һалып,

Дошмандарҙың ауыҙын ҡайырған.

Шәжәрәһен яҙған ҡан-йырҙан...
Тамғаларҙы талҡан ҡылыр өсөн,

боғаҙҙарҙан алған ят йола.

Үлем менән Булым юрау ҡорған,

эйелмәгән башты сапҡылап...


Ҡөрьән ингән ҡибла яҡтан,

килгән тәре,

килгән буддаһы.

Килмешәккә

һәм ишәккә

ҡырыҫ ерҙең, ҡорос ирҙең

уҡ һәм ҡылыс булған доғаһы!
Шуғалыр шул

халҡым ерҙә ҡалған,

алла эҙләп китмәй күктәргә.

Тамғаларын

таңға һалыр сағын

йола итеп илен күтәргән!

Әҙәм ғүмере һанһыҙ заманда ла

ҡурсай белгән күҙе ҡараһын.

Бишектән үк,

ғәййәр яҙмыш юрап,

бысаҡ һалып өҫтөнә

йоҡлатҡан

һәр ир балаһын!

3
Ҡара күҙле ғәзиз ейәндәрем,

күҙ ҡарайтып, зирәк ҡарағыҙ:

кемдәр ҡулы тотоп торған илде,

быуындарҙың өҙмәй араһын!


“Эйелгәнде ҡылыс киҫмәй” тиеп

өгөһә лә баҫҡын өкөһө,

ҡотҡоларға төшөп һатылмаған

Уралымдың хатта төлкөһө!


Дошман башын билсән һымаҡ ҡырҡып,

шәһит иткән ирҙәр үҙ башын.

Күсәр башы тейгән һәр муйынды

сабып үткәс баҫҡын ҡорбашы,


яңы тыуған керһеҙ сабыйҙарға

имсәктәрҙән тирткән үрт тәме.

Бишек йырҙарынан әсәләрҙең

яугир быуын булып еткән ил!


Ҡара күҙле минең ейәндәрем,

таңды беҙҙең улар аттырған:

Бикбау бабам минең Үҫәргәндән

таңды юллап аттар саптырған.

Ҡыпсаҡ ырыуының Мышы улы,

Бөрйән ырыуынан Иҫке би,

Тамъян ырыуының Шәғәлие,

ишетегеҙ, һеҙгә нимә ти:


“Бикбау бейҙең ап-аҡ тирмәһендә

беҙ ултырып бергә кәңәштек.

Башҡорт илен дүрткә сабып өҙгән

айбалтаға ҡаршы берләштек.


Балталарҙан аша һуҙылыусы

дуҫлыҡ ҡулын күрҙек тирмәнән.

Тураҡланған илде беркетерлек

көс алдыҡ беҙ уны күргәндән.


Үҙебеҙ ҙә һуҙҙыҡ ҡулыбыҙҙы,

йомарланды бергә биш дуҫ ҡул.

Биш тирмәне бергә тоташтырған

урыҫ менән башҡорт – бер иш ул!



4
Эйе,

ҡылыс айҡап,

һаумал-ҡымыҙ сайҡап

баҡҡан илем килер заманды.

Ысын дуҫтан

айырған ялғанды.

Саңғылары менән ҡар мәретеп,

сит тамғалы ҡырҡ ил ярып үтеп

барып тапҡан

урыҫ-туғанды.


Бикбау бабамдың аҡ тирмәһенән

балҡып күренгән аҡ Әрәсәй.

Бабам әйткән:

“Бәлки, һәммәбеҙгә

хаҡ Әрәсәй -- булыр бер әсәй!”
Изге булған уйы бабаларҙың...

Шәжәрәгә ҡунған ҡот-тамға.

Аҡ тирмәнән сатҡы һуҙған Дуҫлыҡ

быуаттарҙы уҙған, онталмай.


“Аҡ” аталмыш ҡара батшалары

киҫһәләр ҙә башҡорт баштарын,

киҫелмәгән Дуҫлыҡ! Тере ҡуҙҙай

йән йылытҡан, шытҡан таш ярып!

...........................................................

Урыҫ менән башҡорт —

Бүгәс, Салауат

Урал үртен яғып йәҙрә төйгән

аҡ батшаның ҡара йөрәгенә атырға.

Был йәҙрәләр Рәсәй төрмәһенә,

тамға итеп,

мәңгелеккә

ут-тәҙрәләр уйып ҡалдырған!
Шул тәҙрәнән шәйләй белгән халҡым

тәҙрәләргә уртаҡ Хаҡлыҡты.

Күпме дошман,

кереп Әрәсәйгә,

был Хаҡлыҡтан кире ҡаҡлыҡты!

...........................................................

Баҫҡын француз

танау сөйөп килгәс

Кремлгә,

үҙәк майҙанға,

урыҫ пүләһе һәм башҡорт уғы,

шул танауҙы тишеп сығып,

Париж түбәһенә ҡаҙалған...
Ҡурсап илде,

берҙәм тора белде,

халҡым ҡаршы уртаҡ дошманға.

Тик баш тартты сүгеп баш эйеүҙән

илен һуйған түрә, ҡуштанға!
Сая күҙле минең ейәндәрем,

йәшермәйек илдә ни барын:

ҡылыстарын һатып ашаусылар,

эсеүселәр һатып уҡтарын —


ундайҙар ҙа булды...

Иле барҙың

иблесе лә барҙыр, ире лә...

Һеҙҙең арала ла йөрөп ятыр

эсенә мүк бөргән тиреләр...
Әҙәм ҡиәфәтен алған булып

лаф орһалар,

төртөп тишегеҙ!

Паклыҡ менән Хаҡлыҡ ҡына инһен,

аҡ тирмәнең асып ишеген!
Мүкле йәндәр

һеҙҙең, тим, ейәндәр,

мүкләмәһен Заман тирмәһен.

Шулар аша илдең бәғеренә

ниндәй шырау ғына кермәне...
Ҡылысынан яҙып

ҡалта таҡҡан

берәҙәккә ҡалһа ил ғәме,

тәгәрләтмәҫ тимә, ҡамғаҡлатып,

Уралды ла заман шүлгәне!..
Ирҙәр ләкин

йәнен бирһә-бирер,

алмаштырмаҫ ғорур йәшәүен:

“Тыуған ергә ятып үлеү — яҡшы,

шаҡшы — ерҙе һатып ашауы!”

5
Ҡара күҙле ғәзиз ейәндәрем,

һеҙгә лә был тирһен ғорурлыҡ:

йәнен биргәндә лә бирелмәгән,

һаҡлай белгән ирҙәр тоғролоҡ


ҡара күҙле ере Уралына,

зәңгәр күҙле күге Рәсәйгә.

Ерҙе-Күкте бергә тоташтырып,

башҡорт менән урыҫ көсәйгән!


Ҡара ергә зәңгәр күк ҡауышҡан,

ҡара ҡалған ләкин тупрағы.

Ҡара ерем ҡара икмәк биргән,

ҡара ҡарағаттың суҡтарын.


Аҡ икмәккә ләкин күҙе тоноп

ҡара ерҙән бабам китмәгән.

Ҡара икмәк, ҡара күҙ хаҡына

ҡара төнөн сабыр йөкмәгән.


Ҡайнатҡандыр ҡара дегетен дә,

яҡҡандыр ул ҡара күмерен дә,

ҡайырғандыр ҡара ер майын.

Ҡараларҙан ғына аҡ килерен

төҫмөрләгән бабам, моғайын!
Шуға ла шул сабыр түҙә белгән,

теҙә килгән быуын сылбырын.

Ҡарындыҡлы тәҙрә өлгөһөнән

түгелдергән көнгә моң-йырын...

....................................................

Уландарҙың “ура!” оранынан

иреп аҡҡас иҙел боҙҙары,

Урал тоҡомдары ил ҡынынан

хаҡ-ҡылысын һурып сығарҙы.
Һәм ул ҡөҙрәт,

мәңге һынмаҫ өсөн,

еңмәй тынмаҫ өсөн,

йәшенләнеп ҡалҡты тәүге ҡат:

аҡ һаҡаллы олатайҙарҙы шатландырып,

яугир егеттәрҙе атҡа атландырып,

илде буйлап китте Хәҡиҡәт.

Өйҙән-өйгә инеп,

ярлы халыҡ өсөн көйөнөп

йөрөнө был изге Хәҡиҡәт

тәүге ҡат.
Саҡма сағып, ялҡын яғып дөрләтте

йөрәктәрҙә һүнгән өмөт шәмдәрен.

Тынын өрөп, һулыш биреп тергеҙҙе

әжәл тамға һалған әҙәм йәндәрен.

Айҡал-сайҡал килеп торған заманда

сын тамғаны айырҙы ят-ялғандан.


Атһыҙ ҡалған бураҙнаға егеп ат,

яу ҡырына солох көнөн ҡылып шарт,

көн нурына тартып сүккән һәр өйҙө,

тулғаҡ тотоп Хаҡлыҡ тапҡан донъяға

был Хәҡиҡәт булды кендек әбейе.
Тәре менән түгел,

Ҡөрьән менән түгел,

Будда менән түгел —

һөйәлле ҡул ҡыҫып тотҡан

Ураҡ менән, Сүкеш менән

кендек киҫеп,

тамға һалды киртеп

ул йәндәргә,

биләмдәргә,

тыуасаҡ һәр яҙ һәм көҙ,

ҡыш һәм йәйҙәргә!
Шул көн

минең ата-бабам ауылы Сәнкемдә лә

ҡыҙарып таң атҡан;

шул көн


бабаларҙың яугир ейәндәрен

“Бәйнәлмиләл” ярһып уятҡан;

шул көн,

Шәжәрәгә ҡотло даға ҡағып,

саҡма тояҡ аттар яуға сапҡан!

Һаҡмар ярһып аҡҡан,

Яйыҡ ялын ҡаҡҡан,

Иртыш, Иҙел, Ағиҙел алҡҡан,

Ҡама ҡамсыһын һелеккән,

ярһыу аттар сапҡан, сапҡан...


Алһыу Ҡояш ҡалҡҡан,

алһыу таҫма таҡҡан

күкрәгенә

минең атай, олатайҙар.

Теләктәре сынығып,

ат йөҙҙөрөп сығып,

ҡыҙыл яуға барып ҡушылған

минең атай, олатайҙар!


Етмеш ете халыҡ улдарының

уйын,


күңелен,

ҡулын,


ваҡ тамғалар ҡоллоғонан ҡотҡарып,

уртаҡ һабанға,

йыһанға

тоташтыра торған Тамғаны



минең өсөн,

һеҙҙең өсөн

ҡанға мансып

ҡылыс осон,

Шәжәрәгә уйып яҙа-яҙа,

ҡыҙыл ташҡын булып аҡҡан

яугир ағай, олатайҙар

(өнәп торған ата-баба!)

изге оран ҡупҡан Ерҙең кендегенә —

Ленин төйәгенә!

Арғымаҡтар шыҡ-шыҡ төйөп барған

быуаттарҙың күкрәгенә,

бабаларҙың һөйәгенә...

6
Ҡара күҙкәй ейәндәрем минең!

Ҡара төнгә бағып ҡарағыҙ:

Октябрҙең нуры сағыулана,

йырағайған һайын арабыҙ.


Күҙ йомһаң да, балҡып ул күренер —

мөмкин түгел уны күрмәҫкә!

Шул сатҡының нурын имеп үҫә

һеҙҙең ҡырҙа атҡан гөл-сәскә!


Гөл тамырын булды киҫеүселәр,

нур тыуынан уны айырып,

үркеп сығып шайтан таяҡтары

баҫһын өсөн һеҙҙең пак ҡырҙы.

Көрәштек беҙ ундай шойҡан менән,

тамырҙарҙы ҡурсап һаҡланыҡ.

Ә ҡай саҡта белмәй, үҙебеҙ үк

изге шытымдарҙы тапаныҡ...


Утыҙ етенсе йыл һәм башҡаһын

Хәтерләүе хатта имәнес.

Ғазраилы илдең, мыйыҡ бороп,

әжәлдәрҙән тапты кинәнес...


Балта сапһаҡ тәрән тамырҙарға —

берүк, беҙҙе ғәфү итегеҙ.

Ерҙе һатып ләкин ашаманыҡ,

баш эймәнек ятҡа, белегеҙ!


Ғибрәт булһын беҙҙең яңылыштар,

үрнәк булһын беҙҙең еңеүҙәр.

Ике ялҡын ҡапҡан аралдан беҙ

күҙ төбәйбеҙ һеҙгә, ейәндәр.


Октябрь һәм Ватан һуғышының

ялҡындары беҙҙә тоташа.

Беҙҙең аша ата-бабаларҙың

аманаты һеҙгә олғаша.


Аҡ күңелле булған ул бабалар,

аҡ күңелле булды атайҙар.

Ҡояш элеп ҡылыс остарына,

беҙҙең аша һеҙгә ҡарайҙар...



7
Егерменсе быуат башындағы

ҡаралыҡтың ҡаҡшап сүгеүен

кем онотор!

Башҡорт аттарының

Питер урамынан елеүен!
“Битыр батша” мужик һөйәктәрен

түшәп йәйгән яҫы таш урамдан

сыҡ-сыҡ баҫып,

осҡон сәсеп

Смольныйға китте эскадрондар.

Утлы тимер ташҡын сафтарында,

тәпәш, йөнтәҫ, теремек аттарында

уйға сумып өнһөҙ барҙы,

теҙемендә халыҡтарҙың,

Шүлгән томораһын ярып сыҡҡан халыҡтың —

Урал батырҙарҙың,

Ерәнсә сәсәндәрҙең,

Аҡайҙарҙың,

Алдарҙарҙың,

Батыршаларҙың,

Салауаттарҙың ғорур тоҡомдары —

бығау өҙгән батша тотҡондары —

минең атай, олатайҙар...


Уттан,

йоттан,


үлемдән дер-ҡалтыранған ҡалаға,

утлы балдаҡ алһыулаған һауаға,

таң тынлығын тулғандырып,

мәңгелек йыр яңғыраны:

“Уралым”,

шау-гөрләтеп Питер урамын!


Алтындары тамып торған бай тәҙрәләр

ябылдылар,

һөрөм баҫҡандары алсаҡ асылдылар:

ҡоромланған көрәк ҡулдар йәбен сөйөп

тәбрикләне эшсән Питер Уралын,

синыф биргән үткер ҡоралын!


Һәм башҡорттар ҡайнап янған утҡа —

Революция тамуғына атылдылар уҡтай,

ҡылыс, һөңгөләрен тырпайтып,

ҡорос аҙым менән

“тып” та “тып”,

ут божраһын өҙә һуғып

Хаҡ-тамғаһын һалыу өсөн донъя картаһына!

Һәм шул ғәйрәт —

яугир башҡорт көсө,

Рәсәй көсө менән берегеп,

осло һөңгө булып ҡаҙалды

Капиталдың күкрәк ҡалҡанына!


Етмеш ете илдең балалары

берләшеп,

яурынға-яурын терәшеп,

ергә ҡаты баҫып,

ярһып,

күкрәк көсө менән эттеләр,



тәгәрләттеләр

күп быуаттар буйы халыҡ үсе төйгән,

донъялағы иң дәү Пушканы —

Хөкөм көбәген —

планетаның фронт һыҙығына.

Йөрәктәрҙә нәфрәт ҡыҙҙы ғына!..


Америка,

Европаны


һөйәктәре менән ашлап ағартҡан

ете быуын ҡара ҡолдарҙың,

Кортес атҡан ғорур индей ырыуҙарының,

Лион,


Бастилия,

Ҡыҙыл Пресня геройҙарының

ғазаплы һәм үсле рухы терелеп,

ерҙең йәҙрәһенән үрелеп

алға этеп торҙо миллион табандарҙан,

оран ялғап ауып ҡалғандарҙан

изге һуғышҡа!..
Һуңғы һулышҡа,

һуңғы йөрәк тибешенә ҡәҙәр берегеп

Ленин океаны менән,

Пушка этеп сыҡты донъя офоғона

башҡорттар,

бөтә халыҡтар —

беҙҙең яугир атай, олатайҙар.

Туҡтаны Ер, гүйә, әйләнеүҙән —

мәғрур көскә биреп майҙан!
“Аврора”ның сатҡылары ярған күккә

кинәт ҡалҡты,

Ер шарына аяҡ кирә баҫып,

бер яҡты,

тере маяҡ —

Ленинизм маяғы.

Бармаҡ төртөп төндөң дөм-төбөнә,

йүнәлтте ул Заман талабын.


Шул дәғүәнән дөрләп күкрәк кирҙе,

оран бирҙе

сапҡыланып ауған һәр яҡтан

ҡанлы байраҡтар;

меридиандар аша Ер шарының

ҡитғаларын бергә тоташтырған

ҡыҙыл епкә

тарамышлы ҡулдар берегеп,

терәлделәр сөйҙәй аяҡтар;

бар кешелек билдән ергә батып,

тартып

саҡма саҡты,



атты

быуаттарҙан ташҡан утлы нәфрәтен

Рәсәй ҡулы тоҫҡап тотҡан

Тарих Пушкаһынан.

Тетрәне Ер ярһып осҡанынан

Снарядтың —

Антантаның ун дүрт ҡурғаш йөрәген өҙөп,

үҙ хөкөмөн төҙөп сыҡҡан ғали йәнәптең!..


Был Снаряд —

Нур-заряд

яҫалғайны бөтә замандарҙың

көндәренән тыуған ғибрәт менән.

Ғәҙеллеккә аҡ юл бирергә,

Нахаҡлыҡтың төбөн киҫергә,

тулышҡайны тылсым-ҡөҙрәт менән.

Уны —


тылсымды

Заман Снаряды яҫап төйҙө

Хаҡлыҡ мәңгелеген раҫлаусы көс!

Көбәгенән салют итеп сөйҙө!..


Һәм был салют —

Капиталдың ҡара бәғерен телгән

етмеш ете милләттәрҙең салюты,

донъя боғаҙына батҡан ҡара һөлөктөң:

Ротшилдтарҙың,

Крупптарҙың,

Фордтарҙың

Рокфеллерҙарҙың теҙен сүктереп,

һалҡын тирен түктереп,

яңы сафтар яуға торғоҙҙо;

күкрәр көндәр өсөн Тельмандарҙы,

Димитровтарҙы,

Торез, Тольяттиҙарҙы тыуҙырҙы;

Тарих сәғәтенең утлы уғын

киҫкен

синфи бәрелештәр һыҙығына шыуҙырҙы;



Заман Снарядын бер туҡтауһыҙ

Киләсәккә төбәп осорҙо.


Үҙ еленә егеп осорҙо,

дәүерҙе,


илдәр,

йылдар,


баррикадалар аша осто был хаҡ Снаряд.

Кулак обрездарының,

КВЖД,

Халхин-Гол,



Мадрид,

Маннергейм йыртҡыстарының

үлемесле көбәктәрен тонсоҡтороп,

үҙ артынан ерҙе-күкте,

океандарҙы ылыҡтырып

осто был хаҡ Снаряд!..

Ҡола яландарҙа Магниттарҙы,

Днэпрогэстарҙы,

Амур ҡалаларын торғоҙоп;

Аҡ диңгеҙҙән Балтикаға

Ҡотоп дарьяларын ағыҙып;

шинель кейгән яңы быуын күкрәгендә

Матросовтар дәртен ҡабыҙып

осто был хаҡ Снаряд!..

Нур-заряд!

8
Нурлы күҙкәй ғәзиз ейәндәрем,

бағаһығыҙ миңә йыраҡтан!..

Ҡара күҙле хәреф-өндәремде

сығарҙым мин ысын йөрәктән.


Бураҙнанан барҙым диңгеҙҙәргә,

миналарҙан донъя арсаным:

атайҙарға фашист ҡороп киткән

үлем ҡырҙарынан атланым...


Ҡайтҡас илгә хәрби хеҙмәтемдән,

егелдем гел әрһеҙ эштәргә.

Бураҙнала һабан тотҡан килеш,

тотондом аң-белем эстәргә.


Эшләп йөрөп бөттөм унынсыһын,

эшләп йөрөп бөттөм вузын да.

(Эшләп йөрөп һаман аҡыл алам,

ҡәләм тотҡан килеш ҡулымда.)


Бабаларҙың яҡты аҡылына

еңел түгел аҡыл ялғауы.

Университетым минең мәгәр

һеҙҙең вузға барып ялғаныр!


Кеҫәл ярҙа, һөт йылғалы ерҙә

йәшәр, тиеп һеҙҙе әйтәләр.

Ышанмайым! Һеҙҙең заманда ла

кәрәк булыр баш һәм елкәләр.


Хаҡлыҡ асы булыр һеҙҙәргә лә,

Нахаҡ юлы — еңел һәм тайғаҡ.

Шәжәрәгә Заман таяндыртыр,

уфтанғанда тоғро юл һайлап.


Кем булды, тип әгәр һорағанда,

муйыл күҙле алыҫ бабағыҙ,

“Намыҫлы булды”, — тип минең хаҡта

Шәжәрәнән яуап алһағыҙ,


Кәрәк түгел башҡа һис бер нәмә!

Тиң күрҙем мин фәҡәт Намыҫты.

Намыҫыма үлсәп билдәләнем

был донъяла Дошман һәм Дуҫты.


Илемдең бер бөтмөр һабансыһы

булып ҡалдым, шағир булһам да.

Игеп китәм һеҙҙе Киләсәккә,

ҡурсау өсөн Хаҡты Ялғандан!


Арба-арба алтын түгел һеҙгә,

Намыҫымды биреп ҡалдырам.

Баштар китһә китһен, Намыҫ ҡалһын,

ил баҫмаһын өсөн ят оран!


Киләсәктең аҫыл сәскәләре

сумһын өсөн нурға тамырҙан,

ҡара күҙкәй ғәзиз ейәндәрем,

Шәжәрәне һеҙгә ҡалдырам.


Ерҙе арбап осҡан пак Снаряд —

беҙҙең аша һеҙгә үткән юл.

Күңелдәрҙең ағын ылыҡтырып,

Шәжәрәгә нурын бөрккән ул.


Бациллаһы баҫып фашизмдың,

ҡалыр ине донъя шәп-шәрә,

атай, олатайҙар оранына

таянмаһа әгәр Шәжәрә.



9
Ытырғаныс дүрт аяҡлы свастика

йөрөгәндә,

Европаның ашай-ашай ҡыртышын,

кешелектең ғүмере өсөн ҡырҡышып,

әсәләрҙең түше көн-төн тартышыуҙан

Лидицелә, Орадурҙа көл-таш-һыуҙан

Ерҙең ҡанлы күкрәк һөтө тиртеп сығып,

балаларын яуға саҡырғас,

Бухенвальдтең ҡорбандары сың орғас,

ҡырҡ беренсе йылдан

ҡырҡ бишкәсә

ҡан-дошманға үлем сәсә-сәсә,

ғәрәсәтле Мәскәү яндарында,

Сталинградта,

Дунай буйҙарында,

Эльба яҡтарында

ҡөҙрәт сатҡыларын ҡалдырып,

Гитлер үләт-ҡортон яндырып,

донъя албаҫтыһы фашизмдың

гүр-өңөнә ауҙы үс-заряд —

шанлы Питер ҡапҡаһынан

беҙҙең ярһыу атай-олатайҙар

атҡан Снарядтан ҡупҡан көс-ғәйрәт!
Сатҡылары уның

асман ашып,

Ҡош Юлына тоташып,

йондоҙ ямғырына күмде офоҡтарҙы.

Шул ямғырҙан ҡитғаларҙа

шытып сыҡты дауыл орлоҡтары;


дауылдарҙан тайфун ҡубып,

Европаның ғәмле илдәрендә,

алыҫ Америка ерҙәрендә,

Азия һәм Африканың төпкөлдәрендә

бүҫерелеп китте иҫкелектең

ерҙе быуған ҡанлы сынйырҙары...


Нурға мансып ҡала һәм ҡырҙарҙы,

бөгөн дә,

хәҙер ҙә

һаман-һаман гиҙә ут-сатҡылар

кешелектең зәңгәр көмбәҙендә.

Капиталдың шашҡан көндәрендә

детонатор булып саҡма саға

халыҡ нәфрәтенең үҙәгендә!


Греция Глезостарының,

Астурия шахтерҙарының,

Детройт,

Чикаго,


Гарлем негрҙарының,

Ғәрәп, вьетнам батырҙарының

баррикадаларҙан атҡан һәр ташында,

пүләһендә,

йәҙрәһендә

зарядланып оса был сатҡылар!

Ялған-ялмауыҙҙы салт сапҡылап,

Балтиканан Тымыҡ океанғаса,

ҡарт Каспийҙан боҙло ҡотопҡаса

бөйөк Ватанымдың һәр саңын

Йәншишмәһе менән һуғарып;

ике йөҙ ҡырҡ миллион халҡымдың

йөрәк төпкөлөнә туғарып

Хаҡлыҡ утын,

Хаҡлыҡ дәртен,

Хаҡлыҡ аҡылын,

Хаҡлыҡ нәфрәтен;

бергә төйнәп илем ҡөҙрәтен,

бер космодром итеп тоташтырып

ике йөҙ ҡырҡ миллион ҙур усты,

күккә сөйә Ҡыҙыл ҡоросто,

кешелектең Шәжәрәһен яҙыр өсөн,

беҙҙең атай, олатайҙар Хаҡлыҡ менән

ҡеүәт итеп Берҙәмлектең көсөн,

Тарих Пушкаһынан атҡан Снарядтан

ҡупҡан был заряд...


Һаман-һаман осор ул Снаряд,

осорҙарҙы егеп осорға.

Осраған һәр шаҡшы ҡаралыҡты

төбө-тамырынан ҡырсырға.


Ерҙең үҙе кеүек егәр килеш,

Күктең үҙе кеүек сибәр килеш,

кешеләргә бирер көс-заряд

тылсымдарға тулы Снаряд!


Йылдар,

быуаттар


һәм дәүерҙәр үтер рәт-рәт;

шул зарядтан алып ғәйрәт,

һаман-һаман үрләп юғары,

етмеш ете милләттәрҙең

ҡыҙҙары һәм улдары

ғаләмдәрҙең Шәжәрәһен яҙыр,

ҡәләм-ракетаның осона мансып

Заманамдың һүнмәҫ нурҙарын!..


Ғәзиз улдарым һәм ҡыҙҙарым,

һеҙгә ҡала ихлас йырҙарым,

һеҙгә ҡала минең Шәжәрәм —

Мәңгелеккә асҡан Тәҙәрәм!..


1968.

16.02.1980.




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет