Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет37/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40
Нәжиб АСАНБАЕВ менән әцгәмәбеҙ ҙә ошо хаҡта. Яу юлдарын үткән яугир әлеге мәлдә республикала барган хәл-ваҡигаларга үҙ мөнәсәбәтен түбәндәгесә белдерҙе.

Беҙҙең дәүләт колония түгел



  • Нәжиб ағай, Башҡортостан Республикаһы, был ерҙә йәшәгән халыҡ тураһында һеҙ әленән-әле үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтә киләһегеҙ. Бөгөнгө ваҡиғалар күҙлегенән сығып, ниндәй уйҙар килде һеҙгә?

  • Башҡортостан — колония түгел, үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә ҡушылған дәүләт. Иң мөһиме, бөгөн уның Конституцияһы бар. Онотмайыҡ: дәүләттең генә Конституцияһы була. Был төп закон Башҡортостандың хоҡуҡи статусын, Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация нормаларын билдәләй. Тағы ла: Башҡортостандың Президенты ла бар. Дәүләттең генә Президенты була. Бәхеткә күрә, беҙҙең Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов — республикабыҙҙы күтәргән, барлыҡ халыҡтарҙы бер маҡсатҡа туплаған шәхес!.. Башҡортостандың

624




Дәүләт флагы, гимны һәм гербы бар. Уны бер кеше лә яулап алмаған һәм яулап ала алмай. Ул быуаттар буйына Рәсәй ҡуйынында үҙ ирке менән нисек теләй, шулай донъя көтөүсе матур һәм шөһрәтле ил! Әгәр республикабыҙ өҫтөндә өс төҫтәге — йәшел, аҡ һәм зәңгәр — әләм елберҙәй икән, ул ошо илдең донъяла барлығы тураһында секунд һайын, сәғәт һайын һәм ғүмер буйы иҫкәртеп тора. Уға Башҡортостан халҡы ғына түгел, күршеләр ҙә, ситтән килеүселәр ҙә һоҡланып ҡарай. Әләм бар икән, тимәк, республика йәшәй, алға бара һәм донъя алдындағы миссияһын ышаныслы үтәй.

Ә герб? Ул да Башҡортостандың дәүләтселеген тәфсирләүсе символ. Уға ҡарап Башҡортостандың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген күҙ алдына килтерергә мөмкин. Герб — ул ауыр көрәштәр аша яулап алынған еңеүҙәр менән тулы тарихтың, дәүерҙәрҙең сағылышы. Герб — ул халыҡтың йөрәгендәге миллилек, рухындағы саялыҡ, телендәге аҡыл ҡеүәһе, күҙ ҡараштарындағы матурлыҡ, йәшәйешендәге күркәм йолаларҙың сағылышы. Гербҡа ҡарап, ул халыҡты аңларға ла мөмкин, ул халыҡ менән дуҫ йәшәргә лә, ул халыҡ тураһындағы мәғлүмәтте лә алырға мөмкин.

Ә нимә ул гимн? Гимн — ул маҡтау йыры. Халыҡтарға, тыуған тупраҡҡа, шунда йәшәүселәргә маҡтау йыры. Ватанға маҡтау йыры!

Бына ошо өс бөйөк символы булған Башҡортостан колония була аламы? Була алмай. Был мөмкин түгел. Шул турала уйлаусылар булһа, донъяны дөрөҫ аңларҙар.

Башҡортостан — Рәсәй ҡуйынында йәшәүсе ил, тинем. Бындай төбәктәр Рәсәйҙә күп, 80-гә яҡын улар. Улар барыһы ла Рәсәйҙе федератив дәүләт иткән суверенлы, үҙ аллы төбәктәр, автономиялы республикалар, округтар, әлкәләр, крайҙар. Башҡортостан колония түгел, тинек. Ә ҡасан һуң ул ошондай бәхеткә өлгәште? Башҡортостан Республикаһына исем биреүселәр — төп халҡы — башҡорттар. Улар бер заманда ла ҡоллоҡ, плебейлыҡ, маң- ҡортлоҡ кеүек түбәнлеккә төшмәгән. Тарих бындай нәмәне белмәй, сөнки тарихҡа ундай хәл билдәле түгел. Ундай мәл бер ваҡытта ла булмаған. Әгәр илгә — Башҡортостан төбәгенә әҙ генә ҡурҡыныс янаһа, халыҡты рәхимһеҙ батшалар, алпауыттар, баярҙар, кантондар, старшиналар, губернаторҙар рәнйетә башлаһа, ҡол итергә уйлаһалар, шунда уҡ Башҡортостан халыҡтары азат

625


лыҡ өсөн көрәшкә күтәрелгән һәм һәр ваҡыт еңеп сыҡҡан.

Иван Грозный батша Ҡазан ханлығын тар-мар итеп, татар донъяһын аҫтын-өҫкә килтергәндән һуң, ниңә ҡапыл үҙенең походтарын, һөжүмдәрен туҡтата? Башҡортостанға ул йөҙө менән боролған, сөнки ул был ғәййәр, сая рухлы, азатлыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылырға торған халыҡҡа ҡаршы барырға баҙнат итмәгән, һөҙөмтәлә, Рәсәй менән аҙ һанлы халыҡ араһында була торған изге ғәмәл — Килешеү акты төҙөлгән. Тарихта бындай Килешеүҙәр юҡ иҫәбендә, бәлки, юҡтыр ҙа әле ул. Бына беҙ шул Килешеү төҙөүҙең 450 йыллығын бынан ике йыл элек байрам иттек.

Башҡортостанға Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин (мин уны хатта Рәсәй батшаһы, тип атар инем) үҙе килде. Путиндың сәфәре — рус батшаһының Башҡортостанға беренсе килеүе. Беҙҙең Президентыбыҙ М. Ғ. Рәхимов Рәсәй Президентының иңенә алтын менән нағышланған елән, башына ҡамсат бүрке кейҙерҙе. Быны бөтөн донъя ҡаран торҙо. Путин нисәлер минутҡа, әйтерһең дә, башҡортҡа әйләнде, уны беҙ үҙебеҙҙең башҡортобоҙ тип ҡабул иттек. Был бит театр уйыны түгел, ә Рәсәй менән Башҡортостандың дуҫлығы хаҡындағы тарихи иҫтәлекле мәл. В. В. Путин Башҡортостанға алты тапҡыр килде. Килгән һайын Башҡортостан менән һоҡланып ҡайтып китә.

  • Ә шулай ҙа Мәскәүҙән Башҡортостандың кос структураларына әленән-әле ситтән кеше ебәреү фарманы сығып тора.

  • Мин дә уйланғаным бар: ниңә һуң беҙгә Мәскәү иң яуаплы көс структураһы етәкселәрен ситтән ебәрә? Эске эштәр министры, Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе лә ситтән килде. Прокурор ҙа беҙҙең республика кешеһе түгел. Нимә? Был беҙгә ышанмаумы? Башҡортостан да Чечня кеүек Рәсәйгә ҡаршы баш күтәрмәһен, тип ҡурҡа- лармы?! Әллә беҙҙә ошо урындарҙа эшләрлек аҡыл эйәләре, дәүләт кимәлендә эш итерлек, етәксе вазифаларҙы биләрлек шәхестәр юҡ, тип уйлайҙармы? Әгәр шулай икән, быға бит Рәсәй үҙе лә сәбәпсе, ғәйепле була, сөнки Башҡортостан — Рәсәйҙең бер төбәге. Юҡ, был һорауҙы ҡуйыу ҙа, биреү ҙә, яуап эҙләү ҙә — мәғәнәһеҙлек. Был һорауға яуап бер генә — беҙ шул уҡ Рәсәй. Башҡортостандың оло Ватаны Рәсәй икән, уға ышанмау — төптө хата.

626




Көс структураларына ҡуйырлыҡ шәхестәр юҡмы әллә, тинем мин. Бындай һорау биреү ҙә — мәғәнәһеҙлек. Беҙҙең илдә, Рәсәйҙә етәкселәргә ҡытлыҡ юҡ. Башҡортостанда ла, Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла Рәсәйҙә тыуған, бында үҫкән кешеләр эшләй. Шул уҡ Конституция, шул уҡ закондар, шул уҡ башлыҡтар, шул уҡ академиялар, институттар, шул уҡ программа, шул уҡ Рәсәй алдында торған бурыстар.

Бына бер миҫал килтерәм. Әле совет осоронда Кремль бөтөн донъяны ҡалтыратып тотҡан йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Әлкә Комитетының беренсе секретары Зыя Нуриевты Мәскәүгә эшкә саҡырып алдылар. Ә ниндәй ҙур вазифаға?! Башта әҙерләүҙәр министры, унан СССР Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Башҡортостанда тыуып үҫкән Зыя Нуриев бөйөк СССР-ҙың киң ҡоласлы хужалығына етәкселек итте.

Беҙҙең яҙыусылар Мостай Кәрим, Әсхәт Мирзаһитов РСФСР Яҙыусылар союзы һәм СССР Яҙыусылар союзы идараларында етәкселек итте. Ә бөгөн бөтөн Рәсәй күләмендә эш башҡарырлыҡ, Дмитрий Медведев һәм Владимир Путиндар менән бергә эшләрлек, Дәүләт Думаһына етәкселек итерлек шәхестәр юҡмы ни? Бар улар, бик күп улар, тик күрә һәм баһалай белергә генә кәрәк. Мин үҙемдең бер сығышымда, В. В. Путин президентлыҡ- тан китә икән, ләкин ул үҙен алмаштырырлыҡ кеше барлығын ниңәлер өндәшмәй, тип яҙғайным, һәм шаярып түгел, ә ысын йөрәктән етди нигеҙләп, үҙебеҙҙең Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың Рәсәй башлығы була алырына ысын күңелдән ышанам, тип әйткәйнем. Был турала Башҡортостанда һәр кем әйтә ала. Шулай булғас, ниңә һуң уйламаған-көтмәгән бер сәғәттә өс ҙур етәксене — Палагинды, Алешинды, Хуртинды беҙгә эшкә ебәрҙеләр? Бына тигән эшләүсе иптәштәрҙе урындарынан алып, бөтә көс структураларында аңлашылмаусылыҡ тыуҙырҙылар. Әгәр уларҙың эшмәкәрлегендә, атап әйткәндә, именлек идаралығының башҡорт йәштәрен эҙәрлекләү кеүек күңелһеҙ ваҡиғалар, тентеүҙәр, офистарҙы ҡарауҙар булмаһа, был етәкселәр эшләр ине, берәү ҙә бер һүҙ ҙә әйтмәҫ ине. Уларҙың ситтән килеүе көнүҙәк мәсьәлә булып килеп тә баҫмаҫ ине, сөнки Рәсәйҙә һәр етәксе, һәр кем үҙенең һәнәре һәм теләге буйынса һәр ерҙә эшләй ала. Матбуғатта был ситтән килеүсе көс

627




структураһы вәкилдәрен ҡыуырға кәрәк тигән кеүек һүҙҙәр ҙә булды. Был дөрөҫ түгел! Башҡортостан Рәсәйҙең бер изге төбәге икән, улар бында ла үҙ йорттарын- дағы кеүек эшләй ала һәм беҙҙә уларға ҡарата бер ниндәй ҙә ризаһыҙлыҡ булмаҫ ине. Улар эшләргә тейеш, тик татыулыҡ, аңлашыу юлы менән. Бөтә эшмәкәрлек дуҫлыҡ, ихтирамлыҡ шарттарында барырға тейеш.

Беҙҙә ундай хәл элек тә булды. Эске эштәр министр- лығына элек тә бер нисә министр ситтән килтерелде. Уларға Башҡортостан бер үҫеү мәктәбе булып хеҙмәт итте. Полковник булып килделәр ҙә генерал булып ҡайтып киттеләр.

Министрҙар Кабинеты төҙөнөк. Беҙҙең бөгөнгө Хөкүмәт етәксеһе Раил Сарбаев, уның ҡул аҫтындағы команда — Шамил Вахитов, Айрат Ғәскәров, Юрий Пус- товгаров, Фидус Ямалетдинов, Илдус Илешев, Рафаил Диваев республиканы күтәреү һәм уны Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһенә әйләндереү буйынса арымай- талмай эшләйҙәр. Уларҙың үҙ вазифаларына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы, талантлы шәхестәр булыуы таң ҡалдыра! Шундай етәкселәребеҙ булыуына Президентыбыҙға рәхмәтлемен. Берәү ҙә ситтән килмәгән, бына тигән эшләп йөрөйҙәр.

Был дуҫлыҡҡа күптәр һоҡлана



  • Рәсәй төбәктәренә етәкселәрҙе лә Мәскәү үҙе ҡуйырға самалаймы икән?

  • Юҡ, быға юл ҡуймаясаҡтар, сөнки илдә шау-шыу ҡубасаҡ.

Ил буйынса фекер йөрөткәндә, бик күп генсектарҙың, министрҙар советы рәйестәренең, Рәсәйҙең ҙур етәкселәренең, губернаторҙарҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп барабыҙ. һәм ошо етәкселәр араһында Мортаза Рәхимов, Татарстандың элекке Президенты Минтимер Шаймиев, Кемерово әлкәһе губернаторы Аман Тулеев, Мәскәү мэры Юрий Лужков, Мәскәү әлкәһе губернаторы Борис Громов, Санкт-Петербург мэры Валентина Матвиенко кеүек көслө шәхестәр айырылып тора. һәр кемгә үҙенеке яҡын, тиҙәр. Мин Мортаза Рәхимов хаҡында әйтергә теләйем. Уның Башҡортостан етәксеһе булыуына 20 йыл тула. Ул эшмәкәрлеген нимәнән башланы һуң? Ул эшкә

628




килгәндә республика ниндәй хәлдә ине? Бөйөк Совет иле тарҡалды. СССР империяһы бөттө. Президент Горбачев- ты осорҙолар. Мәскәү урамында — атыштар, Рәсәй Парламентын утҡа тоталар, атай — улды, әсәй ҡыҙҙы белмәй торған мәл, шок терапияһы, магазиндарҙа бушлыҡ, булғаны һатып алырлыҡ түгел, фабрикалар-заводтар туҡталды, республикалағы элемтәләр өҙөлдө, оло илдең нервылары, ҡан тамырҙары эшләмәй башланы, ил эшһеҙҙәр армияһы менән тулды. Башҡортостан да упҡын ситендә тороп ҡалды. Бына ошо ваҡытта халҡыбыҙ ышанып, республиканы Мортаза Рәхимовтың ҡулына тапшырҙы. Ул үҙенең бөтә көсөн, талантын, күп йылдар дауамында тупланған тәжрибәһен эшкә егеп, республиканың яҙмышын һәләкәттән һаҡлап ҡалды. Башҡортостан иҡтисадын нығытты, завод-фабрикаларҙа эшһеҙлеккә юл ҡуйылманы, уларҙа эшмәкәрлек юлға һалынды. Хөкүмәт учреждениеларының эшен тәртипкә килтерҙе, яңыса ойошторҙо республика башлығы, һәр бер районда үҙе булып, етәкселәр менән кәңәшләште, уларға торғонлоҡтан сығыу юлдарын күрһәтте. Башҡортостанда ауыл хужалығын күтәреү буйынса киҫкен саралар күрелде, яңы юлдар һалынды, ауылдарға газ үткәрелде, яңы мәктәп биналары, дауаханалар, шифаханалар төҙөлөшө киң йәйелде. Былар бөтәһе лә Мортаза Рәхимовтың етәкселеге менән башҡарылды. Ошо 20 йыл эсендә 1000 мәктәптең төҙөлөүе генә лә бик күп нәмә хаҡында һөйләй. Ауыл хужалығында эш ойошторолошо, юлдар, йорттар төҙөү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында республика беренсе унау иҫәбенә инә.

Президенттың, минең уйымса, иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — халыҡтар дуҫлығын һаҡлауы. Беҙҙең республикала 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың күп һанлылары — рус, башҡорт һәм татар милләттәре. Улар араһындағы быуаттарҙы иңләгән дуҫлыҡ башҡа аҙ һанлы халыҡтарға — сыуаш, удмурт, мордва, латыш, украин, йәһүд өсөн дә үрнәк булып тора. һәр ҡайһыһы үҙ телендә белем ала, үҙ телендә һөйләшә, бер ниндәй ҙә шик-шөбһәләр юҡ. Башҡортостан, моғайын, Рәсәйҙә берҙән-бер күп милләтле республикалыр. Мин Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан яугир булараҡ, ғүмерем буйына үҙебеҙҙең ошо дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа һоҡланып йәшәнем. Мин — татар милләтенән. Башҡорт әҙәбиәтенә килергә башҡорт

629




әҙиптәре, башҡорт дуҫтар ярҙам итте. Өлкән яҙыусы ағайҙарға — Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, Әмир Чанышҡа ғүмерем буйына рәхмәтлемен. Улар ижади секцияларҙа әҫәрҙәрем хаҡында ыңғай фекер әйтте, үҫергә ярҙам итте. Йәштәрҙән башҡорт егеттәре Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол кеүек арҡаҙаштарыма ла мең рәхмәтлемен. Миңә бер ҡасан да татар, тип бармаҡ төртөп күрһәтеүсе булманы. Шулай уҡ минең менән бергә әҙәбиәткә килгән Динис Исламов, Әнғәм Атнабаев, Әс- хәт Мирзаһитовтарға ла башҡорттар үҙҙәренең туғандары кеүек ҡараны. Заманында драматург Әсғәт Мирзаһитов Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе булыуы ғына бик күп нәмә хаҡында һөйләй. Әгәр ошо дуҫлыҡты, ижади хеҙмәттәшлекте, тыныслыҡты юғалтһаҡ, мин, ҡарт яугир, бик ауыр кисерер инем. Хоҙай һаҡлаһын! Беҙҙең араға уҫал уй менән килеп, халыҡтар дуҫлығына аяҡ сала башлаһалар, беҙҙең матур республикабыҙҙа йәшәгән һәр халыҡтың ата-бабалар рухына хыянат булыр был.

Беҙҙең шәхестәр илен данлай



  • Ниндәйҙер ҡара көстәр беҙгә ҡаршы сыҡһа, Башҡортостаныбыҙ Чечняға әйләнергә мөмкинме? Беҙҙәге именлек кемдәргәлер оҡшап етмәй.

  • Мин уйлайым: юҡ, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уның өсөн беҙҙә бер ниндәй ҙә ерлек юҡ. Республика сәскә ата, халыҡтар дуҫлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Президентыбыҙҙың эшмәкәрлеге таң ҡалдыра һәм Башҡортостан — донъя кимәлендә үҙ урыны булған Рәсәй төбәге. Инвестициялар, инновациялар, алдынғы технологиялар үҙәгенә әйләнгән Башҡортостанда ундай ҡара көстәргә урын юҡ. Әлбиттә, ундай яуыздар юҡ-юҡ тиһәң дә буласаҡ, шуның өсөн беҙгә барыбер һаҡ булырға кәрәк, аҡты — аҡ, ҡараны ҡара тип, үҙ ваҡытында әйтеү мөһим. Ҡайҙалыр Интернет сайт- тарында беҙҙең милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән бөйөк ғалим Әхмәтзәки Вәлидигә ҡарата әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡара яғыусылар табылды. Инде нисә быуат буйынса Рәсәй илен генә түгел, ә бөтә Европаны, Американы, Японияны, Ҡытайҙы һәм башҡа бик күп илдәрҙе таң ҡалдырған башҡорт батыры Салауат Юлаевтың донъя

630




кимәлендәге әһәмиәтен, бөйөклөгөн кәмһетергә маташалар. Эйе, был, бер уйлаһаң, көлкө. Көлкө шуның өсөн, айға ҡарап олоған бүре бер нәмә эшләй алмаған кеүек, Салауат Юлаевтың да ҡәҙер-хөрмәтенә, ололоғона, бөйөклөгөнә, тарихи әһәмиәтенә тап төшөрөрлөк түгел.

Эйе, был көлкө, ләкин шундай һорау тыуа, ниңә кәрәк булды әле был туҙға яҙмаған мәғәнәһеҙлекте уйлап сығарыу?! Кәрәк икән. Эйе, кемдәргәлер кәрәк икән был. Был уҡтың иң үткере — ағыулыһы беҙҙең республикаға, уның етәкселегенә, ошонда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығына, беҙҙең Башҡортостаныбыҙға йүнәлтелгән. Хәҙер бөтөн донъя күләмендә Рәсәйҙе кәмһетеү, түбәнһетеү проңесы бара. Рәсәйҙе емереү өсөн уның нигеҙ таштарын — алдынғы төбәктәрен ҡаҡшатыу кәрәк. Ә Башҡортостан — иң төп нигеҙ таштарының береһе. Бөгөн беҙҙең Башҡортостанға Рәхимов кәрәк — тәрэн аҡыллы, көслө, энергиялы. Уның пландары ҙур. Башҡортостанды үҫтереү буйынса әле ул үҙенең миссияһын үтәп бөтмәгән. Салауат Юлаевты кәмһетеп, ул әҙәми заттар халҡыбыҙҙы батырһыҙ ҡалдырырға уйлай. Улар бит ҡаһарман ир-егет- тәре, батырҙары, ҡанлы көрәштәрҙә халҡын етәкләрлек полководецтары булмаған халыҡтың бер меҫкен халыҡ икәнен бик яҡшы беләләр, бына шуны көҫәйҙәр ҙә. Ул «ҡара көстәр» 1812 йылғы Ватан һуғышы полководецы Ҡаһым түрә, Граждандар һуғышы полководецы Муса Мортазин, Бөйөк Ватан һуғышы геройы генерал-майор Таһир Кусимовтарҙы тарих майҙанынан алып ташларға ла күп һорамаҫ. Юҡ, әфәнделәр, тарихи хәтер менән һуғарылған беҙҙең йөрәктәрҙә батырҙарҙың исеме мәңге һаҡланыр! Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙең изге сығанағы булған героик үткәнебеҙгә киҙәнмәгеҙ — ҡулығыҙ ҡыҫҡа.

Бөгөнгө Рәсәй Армияһында беҙҙең ир-егеттәр иң яҡшы хеҙмәт итеүселәр булып данлана икән, командованиелар уларҙы маҡтап йыл да Президентыбыҙға рәхмәт хаты ебәрә икән — бына ошо була инде беҙҙең йөрәктәрҙәге үткәндәрҙән килгән патриотик рухтың сағылышы.

Ә ниңә кинәт кенә оҙайлы йылдар буйы Истамбул университетының торки тарихы кафедраһы етәксеһе булып эшләгән, бөтә донъяға танылған ғалим, Истамбул, Бонн, Геттинген университеттарының профессоры, почетлы докторы, Иран Мәғариф министрлығының I дәрә

631


жә алтын ордены кавалеры, Австрияның И. Хаммер Пуршталь исемендәге ғилми йәмғиәте ағзаһы, 400-гә яҡын китап һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙең, авторы Зәки Вәлидигә ҡаршы «яу» астылар әле?

  • Беҙҙең ғалимдар, яҙыусылар, театр әһелдәре Зәки Вәлидиҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыу менән 20 йыл шөғөлләнә. Ә Төркиә 2010 йылды Зәки Вәлиди йылы тип атаны. Ҡара көстәр элегерәк ниңә был хаҡта ләм-мим, бер һүҙ әйтмәне? Ниңә әле генә тотондолар? Эш шунда: улар башҡорт милләтен кәмһетеү юлдарын эҙләй. Зәки Вәлидиҙе ҡараға буяғас, башҡорт халҡы быға түҙеп тора аламы? Улар башҡорт халҡынан дошман эҙләргә тырыша, дошман юҡ икән, уны уйлап сығарырға ла мөмкин. Ә был хәл тынысһыҙлыҡ, ығы-зығы барлыҡҡа килтерә. Башҡортостан тарихына тап төшөрөү, уның әҙәбиәтен, мәҙәниәтен бысратырға тырышыу был. Милләттең бәҫен ебәрергә, кәмһетергә, бөтә ҡаҙаныштарҙы юҡҡа сығарырға ынтылыу. Әммә бөйөк Вәлидиҙең исемен, эшмәкәрлеген бындай ялған юл менән генә юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

Башҡортостандың зыялылары — тарихсы ғалимдар, шәрҡиәтселәр, филологтар, яҙыусылар, журналистар, төбәктең күренекле етәкселәре — киң йәмәғәтселек Зәки Вәлиди хаҡында үҙ һүҙҙәрен әйтте инде. Уларға өҫтәп минең дә бер фекер әйткем килә, сөнки бөйөк Зәки Вэли- диҙең тормош юлы, ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеге миңә яҡшы таныш, мин уның тураһында өс пьеса — «Аҡтамыр», «Тарих яҙыр инем ташына», «Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди» тигән драматик трилогия ижад иттем. Был әҫәрҙәргә тотонғансы Төркиәгә барҙым, бөйөк яҡташыбыҙҙың яҡындары, дуҫтары, уны хөрмәт иткән элекке шәкерттәре йәшәгән Истамбул һәм Анкара ҡалаларында булдым. Ҡатыны Нәзмиә ханым, профессор улы Сүби- дәй, профессор ҡыҙы Иҫәнбикә менән осрашып, оҙайлы әңгәмәләр үткәрҙем. Зәки Вәлидиҙең элекке шәкерттәре, бөгөн инде күренекле профессорҙар, мәҫәлән, Тунжер Байҡара менән осраштым. Ғалим менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән (элекке Әлмәт кешеһе) профессор Әхмәт Тимер менән күрештем. Бөтә тапҡандарыма, уҡығандарыма, әңгәмәләштәремә таянып һәм Зәки Вәлидиҙең булмышын тәрәндән тойған драматург булараҡ шуны әйтә алам: Зәки Вәлиди бер ваҡытта ла немең фашистары

632




менән хеҙмәттәшлек итмәгән, һәм ул бындай мәкерле эшкә бара торған шәхес түгел. Эйе, ул һуғыш йылдарында Германияла булған. Ул унда ижади эш менән шөғөлләнгән, Лейпциг ҡалаһында сыҡҡан «Исламиха» немец журналында бер нисә ғилми мәҡәләһен баҫтырған. Әлбиттә, шул барыуында ул немецтарға әсиргә төшкән мосолман яугирҙары менән осрашҡан. Шунда ул, бәлки, үҙенец башҡорттарын да күрергә тырышҡандыр, йөрәге бар кеше быны эшләмәй булдыра алмай.

Беләһегеҙме, Германиянан йөрөп ҡайтҡас, Зәки Вәлиди Төркиәлә таныш ғалимдары, шәкерттәре алдында нисек сығыш яһай? «Немецтар ярым шәрә әсирҙәрҙе минең күҙ алдымда эт урынына типкеләп, үлем лагерҙарына оҙатты. Был һуғышта немецтар еңеләсәк. Мин шундай һығымта яһаным. Фашистарға бөтәһе лә бер — русы ла, башҡорто менән татары ла! Уларға ҡолдар кәрәк, уларға ерҙәр кәрәк, юҡ, әфәнделәр, мин башҡортомдоң немец ҡоло булыуын теләмәйем. Немецтарҙың килеүе — был азатлыҡ түгел, ул — ҡоллоҡ! Был — үлем тигән һүҙ».

Башҡортостан ғалимы булараҡ, оҙайлы йылдар Америка, Израил һәм Европа тикшеренеү үҙәктәрендә эшләгән Илдус Ғөбәйҙулла улы Илешев әйтеүенсә, Зәки Вәлидиҙең донъя кимәлендәге абруйы шул тиклем ҙур, уның ғилми һәм әҙәби китаптары Америка конгресы китапханаһының шаҡтай өлөшөн тәшкил итә... «Зәки Вәлидиҙең совет дәүләте шарттарында Башҡортостан Автономияһын төҙөргә тырышыуы әле булһа ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә тартып тора» (И. Ғ. Илешев. «Өфө» ижтимағи-сәйәси журналы, № 2, 2010 йыл).

Мин ҡулымдан килгәнсә юғарыла телгә алынған пьесаларҙа Зәки Вәлидиҙең образын тыуҙырҙым. Пьесаларым театрҙарҙа ҡуйыла. Зәки Вәлидигә тап төшөрөргә маташҡан яуыз әҙәми заттар һүҙе — ҡара ваҡ себендең филде тешләүе кеүек кенә күренә.

Был яҡты донъя ҙур ки — уның ҙурлығын Зәки Вәлиди кеүек бөйөк шәхестәргә ҡарап та аңлап була. Күктәге Ҡояш бөтә ғаләмде нисек яҡтыртһа, беҙҙең ғалимыбыҙ- ҙың да тормош юлы йөҙҙәрсә томдарҙан торған тарихи һәм әҙәби әҫәрҙәре аша беҙҙең еребеҙҙе, кешеләр йәшәгән төбәктәрҙе аҡыл нурына күмә.

Башҡортостанды кәмһетеү — Рәсәйҙе кәмһетеү ул.

21 - 1.0129.11

633


Уртаҡ яҙмыш берләштерә

  • Халыҡты юҡ итеү өсөн уны ерһеҙ, телһеҙ итәләр. Аҙаҡ шәхестәренә бысраҡ яғалар. Элекке рецепты ҡара костәр белеп файҙалана. Глобализация иң беренсе аҙ һанлы халыҡтарҙың яҙмышына ҡурҡыныс менән янай.

  • Әле алда бик ҙур үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Донъя күләмендә глобализация бара. Беҙҙең Башҡортостанға уның бер уғы килеп төштө лә инде. Мәғарифтан милли компонентты алып ташлау — ана шул ағыулы уҡтарҙың береһе. Был турала күп һөйләйбеҙ. Әле ул Рәсәй күләмендә ыңғай яҡҡа хәл ителгән мәсьәлә түгел. Бының ҡурҡынысы нимәлә — милләтте телһеҙ, мәҙәниәтһеҙ ҡалдырыу хәүефе. Ә телһеҙ, мәҙәниәтһеҙ халыҡ юҡҡа сыға. Икенсе яғы ла бар. Ҡайһы бер ҡара көстәр, хатта Дәүләт Думаһы депутаттары милли республикаларҙы бөтөрөү тураһында һүҙ алып бара. Бөтөнөһөн дә бергә тигеҙләп, губернаға эйлэндерергә теләйҙәр. Губерна ғынамы әле? Федераль округ булдырыу тураһында һүҙ бара. Әйтәйек, Башҡортостан, Силәбе һәм тағы бер нисә төбәкте бергә ҡушып, федераль округ төҙөргә кәрәк, имеш. Бына ҡайҙа инде ул милләттең юҡҡа сығыуы өсөн шарттарҙың махсус рәүештә тыуҙырылыуы! Ҡайҙа баш ҡала? Өфөмө? Силә- беме? Ҡурғанмы? Университеттар, театрҙар, матбуғат баҫмалары, китап нәшриәттәре кәмейәсәк. Әллә була, әллә юҡ әле ул. Әллә Өфөлә, әллә ҡайҙа була. Әле республикабыҙҙа 12 театр. Федераль округка әйләнһәк, улар һаҡланырмы икән? Белмәйем шул... Беҙ бит беләбеҙ — бик күп әлкәләрҙә Яҙыусылар союзы, китап нәшриәте юҡ. Ә беҙҙец Башҡортостан Республикаһы бөтһә, хәлдәр бик мөшкөл буласаҡ. Фәндәр академияһы эшләрме? Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булырмы? Көн дә иртән радио «Өфөм — минең баш ҡалам» йырын тапшырырмы? Беҙҙең гимн, герб, флаг ҡалырмы? Бындай федераль округтарҙа йәшәүселәр глобализацияға ҡаршы тора алмаясаҡ, сөнки уларҙа милли тойғо,- туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәре бик сикләнгән буласаҡ. Ватансылыҡ хисе бөтөнләй бөтәсәк. Бер кем дә минең Ватаным, тип йән атмаясаҡ. Башҡорт халҡына Ҡурғандың кәрәклеге, Ҡурған халҡына Өфөнөң кәрәклеге бик самалы буласаҡ. Милләте күрһәтелмәгән паспорт кеүек, беҙҙең Башҡортостаны

634




быҙ ҙа эйәһеҙ, хужаһыҙ, иманһыҙ булып ҡалыуы ихтимал. Алла һаҡлаһын!

Т ағы ла бер ҡурҡыныс — халыҡтарҙың, күңел түренән уның тарихын ҡыуып сығарасаҡтар. Кешенең бөгөнгөһө йәмһеҙ икән, ул киләсәге тураһында уйламаясаҡ.

Мин ҡайһы ваҡыт шундай фәлсәфәгә лә бирелеп китәм. Үҙенең яҙмышы хаҡында рус халҡы нимә уйлай икән? Миңә, татар балаһына, башҡорт яҙыусыһының нимә уйлауы ла ҡыҙыҡлы, сөнки беҙгә бергә йәшәргә. Рәсәй беҙгә нисек кәрәк булһа, Башҡортостан да Рәсәйгә шул дәрәжәлә кәрәк. Эй, Рәсәй! һинең бөйөк шағирың Тютчев: «Рәсәйҙе аҡыл менән генә аңлап бөтөрөп булмай», — тиһә лә, һиндә йәшәүсе бөтә аҙ һанлы милләттәр, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтары ла һиңә ышана һәм һинән быуаттарҙы иңләгән дуҫлыҡҡа тап төшөрмәй торған ҡеүәтләү көтә. Беҙҙең яҙмыш мәңге бергә!


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет