Халҡым хазинаһЫ



бет5/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19
табу

Боронғо дәүерҙәрҙә үк бәғзе тәғәмгә, үҫемлектәргә, аш-һыуға табу һалынған. Күп төрлө ҡыр үҫемлектәренең, емеш-еләктең, ҡайһы бер бәшмәктәрҙең ныҡ ағыулы булыуын ҡанбабалар тәүтормош мәлендә үк танып белгән. Әйтәйек, күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло үләнде, йәғни тилебәрәнде ашау ҡәтғи тыйылған, сөнки ул тилертә. Ваҡ япраҡлы ҡыуаҡта ҡыҙарып бешкән, ымһындырып торған емеште, йәғни бүре еләген тәғәм итеү ярамай.

Әҙәмгә хайуандар менән хакимлыҡ итеү хоҡуғы бирелә, уларҙың фәҡәт ҡанһыҙландырылған итен генә ашарға рөхсәт ителә. Мәгәр үлем язаһы менән кешене ҡорбан итеү, үлтереү тыйыла: «Кем кеше ҡанын ҡоя, уның үҙенең ҡаны ҡойоласаҡ, сөнки кеше Аллаһы Тәғәлә өлгөһө һәм рәүеше буйынса бар ҡылынған». Әҙәм балаларын тура юлға өндәгән Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Аллаһ биргән ризыҡты ашағыҙ, әсегеҙ, ләкин һаҡ булығыҙ, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ таратмағыҙ. Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеме түгел, башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейеклектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите, йола буйынса боғаҙланғандан башҡа — емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите, фал уҡтары менән бүлгеләнгәне. Былар — харам. Ғөмүмән, рөхсәт ителгән аҙыҡ менән ризыҡланғанда ла сама самаһын үтмәҫкә тейеш, күп ашау — яҙыҡ, саманан тыш күп ашау — гонаһ. Илаһ ҡушҡанса, эй, инсандар, ер йөҙөндәге ризыҡтарҙың хәләл һәм саф, таҙаларын ғына ашағыҙ.

Шумер мифологияһында ер аҫты донъяһы тәғәменә табу һалына. Эвен, эвенк мифтарында ҡатындарға айыу түшкәһенең ҡайһы бер өлөштәрен тәғәм эйеү тыйыла. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосында сағылғанса, Йәнбирҙе менән Йәнбикә «бала үҫеп еткәнсе, үҙе йәнлек тотҡансы, баш-йөрәкте ашауҙан, һыуһынға ҡан әсеүҙән балаларын тыйғандар, һис ярамай, тигәндәр».

Балалары иҫ белеп, Шүлгәнгә ун ике, Уралға ун тулғас, береһе арыҫлан менәм, береһе шоңҡар сөйәм, тип маҙаһына тейгәс, Йәнбирҙе улдарына былай тигән:

118


Шкегеҙ ҙәбаламһыҙ,

Күҙемдәге ҡарамһыҙ,

Тешәр сагыҙ уҙмаган,

Быуыныгыҙ ҡатмаган,

Ҡулга суҡмар тоторга,

Ҡошҡа шоцҡар сәйәргә,

Әле арыҫлан менәргә Миҙгелегеҙ етмәгән.

Мин ни бирһәмашагыҙ,

Мин ҡушҡанды эшләгеҙ.

Йәнбирҙе улдарын тыйыу менән генә сикләнмәй, ә утыҡҡансы, йәғни үҫеп нығынғансы, миҙгел еткәнсе, тамам көскә ултырғансы, йола буйынса нимә мөмкин икәнен өйрәтә: «Күнегергә һыбайға, ана, болан менегеҙ, сыйырсыҡтың тыуына яғылбайҙы сөйөгөҙ, һыуһаһағыҙ уйында, ана, аҡ һыу әсегеҙ, ҡабырсаҡҡа тултырған ҡандан ауыҙ тартығыҙ».

Бында беҙ боронғо тәрбиә сараларынан тыйыу, һәр теләккә ирек бирмәү, тотанаҡһыҙ ҡылыҡҡа юл ҡуймау йолаһын күрәбеҙ. Ваҡыты, мәле етмәйенсә атай-инәй тарафынан йәш үҫмерҙәргә көҫәгән нәмә рөхсәт ителмәгән. Тыйыуға ҡарамай, Шүлгән «ҡабырсаҡтан аҙ-аҙлап ҡанды һемереп эскән», ата һүҙен тотмаған — оролған да бәрелгән, тигәндәй, кешеләрҙе ишһенмәҫ, яҡшылыҡты тиңһенмәҫ ыулы йөрәкле затҡа әйләнгән, ата йөҙөн ят, инә һөтөн ыу иткән, үҙе лә игелек күрмәгән, ҡәрҙәштәренә лә күрһәтмәгән.

Фәһем шунда, нимә ярамай, күңел шуны көҫәһә лә, тыйылған емеш тәмле тойолһа ла, инә хәтере, ата хаҡы өсөн үҙеңде лә, нәҫел-нәсәбеңде лә хур ҡылмаҫ, бәхетһеҙ итмәҫ өсөн тыйылғанға ыҡламау зарур. Ғөмүмән, һәр кемгә үҙен тота белеү, тыйнаҡ булыу хәйерле вә сауаплы.

«Урал батыр» эпосында һунарға, тәғәм эйеүгә бәйле башҡорт халҡы өсөн мәңгелек тыйыу тасуирлана:

Урал тоҡомо ҡоштар, тип,

Бер тугандай күрешеп,

Ау аулауҙан тыйышып,

Аҡҡош тотоп еймәҫкә,

Тип һәр кемгә әйтешеп,

Аҡҡош үрсеп киткән, ти.

119


Аҡҡош ите кешегә Шуга харам икән, ти.

Уйым-уйым күлдәрҙәге дейеүҙәрҙең ҡоһоро теймәһен өсөн барыһы менән хушлашып, Урал халҡына, улдарына шуны әйтә:

Күлдец һыуын эсмәгеҙ,

Эсеп әрәм булмагыҙ,

Хараплыҡҡа төшмәгеҙ.

Башҡорттарҙың ғәҙәти аш-һыуы: бишбармаҡ, ҡуллама, ҡаҙылыҡ, өйрә, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, әжекәй, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, айран, бал балы, бал, балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, еләк-емеш... Ғәмәлдә башҡорт аштары бер-береһенә ярашлы, сәләмәтлек өсөн шифалы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер беҙ һаулыҡты уйламай, үҙ-ара ҡушыла, берләшә алмаған ризыҡ менән туҡланабыҙ.

Бер ашағанда ит, йомортҡа, сыр, сәтләүек кеүек аҡһымлы аҙыҡтарҙы икмәк, бәрәңге һәм татлы емештәр менән тәғәм итергә ярамай. Икмәкте, бәрәңгене, борсаҡты, бананды һәм башҡа углеводлы аҙыҡты — лимон, әфлисун, ананас, помидор, клюква, сейә кеүек емештәр менән, һөттө, ҡаймаҡты, һыйыр, үҫемлек майҙарын — ит, йомортҡа, сыр, сәтләүек менән. Бер туҡланғанда һөттө, йомортҡаны, сырҙы, балыҡты, икенсе мәртәбә икмәкте, бутҡаны, туҡмасты тәғәм итергә мөмкин. Ҡайнар аш, сәй йәиһә һалҡын һурпа, эсемлек ҡулланыу, ашағанда һыу эсеү ҡушылмай. Башҡорт бисәләре сәй әсәләр — ут әсәләр, тигән әйтем ярамағанға ишаралыр, моғайын. Сәләмәт булайым тиһәң, дөрөҫ туҡланыу хәйерле. Был хаҡта хәҙер мәғлүмәт, белешмә етерлек.

Тәбиғәтте боҙоуға табу



Бер төр табу тәбиғәт, йыһан аһәңдәшлеген боҙмауға, тирә-яҡ мөхиткә зыян ҡылмауға ҡағыла. Самодий мифологияһында Ер-инә, тәбиғәт ауыртыуҙы тойған тере йән һымаҡ тасуирлана, мәҫәлән, ергә һөңгө, бысаҡ менән сәнсеү, ҡаҙаҡ ҡағыу тыйыла.

120


Кет мифологияһы буйынса, беренсе бөйөк шаман Дох үҙ арҡадаштары менән күккә сәфәр ҡылғанда, уның ҡатыны тыйыуға буйһонмай, бысраҡ кейем ала һәм һөҙөмтәлә алты йәшендең инәһе уның ғаиләһен уты менән көйҙөрә.

Боронғо Иран ҡомартҡыһы «Авеста»ла «бысраҡ әйберҙе һыуға тыҡҡансы, һыуҙың таҙалығын уйла», — тиелә. Урта бронза быуатында хасил Арҡайым торағында һыуҙы бысратыу тыйылған, керле әйбер яҡшылап таҙартҡандан һуң ғына һыуға һалып йыуылған. Арҡайым һәм «Ҡалалар иле» ҡәүеме йәшәгән ерҙәрендә ғаләмдең өлгөһөндә түңәрәктәр, дүрткелдәр яһап, донъя ҡороп, аһәңле йәшәйешкә ынтылған, Ер менән Йыһан бәйләнешен, ярашлығын, килешлеген, тәбиғәт гармонияһын боҙмаған. Зат-нәҫелдәр, яңы быуындар ҡанбабалар йолаһын, ҡарашын изге һанаған, ҡәҙерләгән һәм үҙҙәренең йәмғиәт ҡоролошонда ҡулланған.

Кеше менән тирә-яҡ мөхит донъяһы изге мөнәсәбәткә ҡоролған. Әҙәм балалары тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, уның ҡанундарын һаҡлаған. Төҙөү, яһау, булдырыу, ижад итеү тәбиғәтте боҙмаған. Боронғо ыша- ныу-инаныуҙар, тыйыуҙар шуға инандырған. Арҡайымда тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәт яҡын туғандарса булған. Меңәр йылдар үткәс тә был ер — тәү асылында. Үҙенә генә хас туғайҙары, ҡалҡыулыҡтары, тупрағы, һыуы, үҫемлектәре, тереклек донъяһы булған ерҙәрҙә арҙар ипле эш итеп кенә, һаҡлыҡ менән генә балсыҡ һәм ағастан үҙҙәренең торағын, «Ҡалалар иле»н төҙөгән. Бының өсөн, әлбиттә, соҡорҙар ҡаҙырға тура килгән. Ҡаҙылған ер, балсыҡ ғәмәлдә төҙөлөшкә киткән тупраҡ миҡдарына тиң булған. Был шуны аңлата: кешеләр күсеп киткән, тораҡ бөткән осраҡта был ер тәбиғи хәленә ҡайтҡан. Тикшерелгән культура ҡатламы хәҙер ҙә таҙалығы менән айырылып тора. Бында бөтә нәмә илаһи йолаға, ғаләм ҡоролошона ярашлы булған. Арҙар үҙҙәренең йолаларын, рухи ҡиммәттәрен изге күреп һаҡлаған һәм бик ентекләп ғәмәлләштергән. Был хәҙерге быуындар өсөн ғәйәт оло аҡыл һәм һабаҡ алырлыҡ илаһи үрнәк.

Уйлаһаң, таң ҡалырлыҡ! Тирә-яҡ мөхиткә шундай аңлы, һаҡсыл мөнәсәбәт әле беҙ ғүмер иткән төйәктә дүрт мең йыл элек булған. Хәҙер иһә кеше үҙен ғаләм

121




дең бер өлөшө икәнен төшөнһә лә, тыйыуҙарҙы һанға һуҡмай, тәбиғәтте үҙ мәнфәғәттәре өсөн генә файҙалана, эшмәкәрлеге тирә-яҡ мөхит ҡанундарын боҙа, тәбиғәтте яһилдарса һәләк итеп, үҙен дә һәләкәткә илтә. Әлеге рухи, әхлаҡи, экологик торғонлоҡ, бәлә- ҡаза нәҡ шул хаҡта һөйләй.

Боронғо риүәйәттәрҙә табу һалынған урындар, йәғни тауҙар, мәмерйәләр, күлдәр тураһында ла һөйләнелә. Грек мифологияһында аркад батшаһы Эпит Посейдон- дың әҙәмдәргә тыйылған мөҡәддәс урынына инә. Тиҙҙән Эпит һуҡырая һәм үлә.

Башҡорт халҡының «Аҡ бүре» әкиәтендә инәләрен эҙләргә сыҡҡан өлкән ул, шунан уртансы ул, юлдаштары менән ҡара урманға инеп, аттарын буш ебәреп, үҙҙәре йәшел үләнгә түшәлеп яталар. Улар янына бер кеше килә лә:

  • Кем ҡушты һеҙгә бында килеп, рөхсәтһеҙ минең урманымды, үләнемде тапап йөрөргә? — ти.

  • Кит бынан, ҡауғалама, һин бер үҙең, беҙ күмәк. Юғиһә үҙеңде һәләк итербеҙ, — ти егеттәр.

Шул саҡ урман кешеһе әпсен-төпсөн уҡый ҙа те- геләргә ҡарап өшкөрә. Былар шул урында таш булып ҡата ла ҡуя.

«Уғланы Ҡороҡса батыр» әкиәтендә килен йәрәшергә алыҫ юлға сыҡҡанда, өйҙә ҡалған Ҡороҡса әйтә: «Ике ерҙә хәтәр бар, шунда туҡтамағыҙ. Матур йылға буйында ҡунмағыҙ, матур күл бар, унда ла ҡунмағыҙ». Әйләнеп ҡайтып килгәндә йәйрәп ятҡан күл буйында аталары ҡунмайыҡ тип ҡарай, уландары тыңламай. Иртәнсәк тороуға уларҙы бер аждаһа, ҡойроғон ауыҙына ҡабып, әйләндергән дә ятҡан. Ҡороҡса батырға шул арҡала байтаҡ һынауҙар үтеп, кәләшен аждаһанан ҡотҡарырға тура килә.

«Юлбат» әкиәтендә егеттәрҙе йыртҡыс януарҙарҙан ҡотҡарған бүре әйтә: «Был тау бер юханың төйәге. Бындағы бер әйбергә лә теймәгеҙ, һыуын эсмәгеҙ, алмаһын ашамағыҙ». Юлбат тыйыуға ҡарамаҫтан, ағалары тауҙан сылтырап аҡҡан, тирә-яғында алмалары ҡыҙарып бешкән алмағаслы шишмә буйында ятып ҡала, һыуын эсә, алмаларын өҙөп ашай. Йоҡлап ятыусыларҙы иҫ китмәле дәү йылан урап ала. Ағайҙарын сығарған өсөн Юлбат аждаһа йәнә батша ҡуйған бөтә ауыр

122




шарттарҙы үгәй. Шулай итеп, тыйылған ерҙә төн ҡунырға, һыу эсергә, емештәрҙе ашарға, рөхсәтһеҙ болондарҙы тапарға, урманды ҡыйратырға ярамай.

Ғөмүмән, кеше илаһи ҡөҙрәткә эйә тәбиғәт менән аңлашып, ерҙәге урынын төшөнөп, уны иң яҡын туған кеүек күреп, һөйөп йәшәргә тейеш. Башҡорт юрау- һынамыштарына бәйле урманда, ҡырҙа ҡыуыш ҡорор, ағас ҡырҡыр, табынға ултырыр алдынан: «Ер хужаһы, ағас эйәһе ошо урында төйәкләнергә, бесән сабырға, утын ҡырҡырға рөхсәт ит», — тип һорау кәрәк. Нигеҙ ҡорғанда ла шулай итеү хәйерле. Өй һалғанда асыуланышырға, тиргәшергә ярамай, ҡыуаныу яҡшы. Йәшәр өсөн өй һатып алғанда хужаһын рәнйетеү килешмәй. Бөтәһенә лә тығылыусы, бөтә ерҙә етешеүсе булараҡ, шайтанды иҫкә төшөрөү тыйыла.

Боронғо төркиҙәрҙең бағымсылары, шамандары инаныуынса, урмандар, үҫемлектәр, тауҙар, күлдәр, йылғалар — бар донъя йәнле, бөтә ер-һыу, мөхит рухтар менән тулы, «рух — үҙе тауҙыр, ә тау үҙе — рухтыр». Абдулҡадир Инан «Шаманизм тарихта һәм бөгөн» китабында яҙыуынса: «Шаман доғаларынан асыҡ аңлашылыуынса, шамандар тау рухтарына туранан-тура мөрәжәғәт итеп, һәр нәмәне тойоусы бер барлыҡ итеп таныған... Бер риүәйәттә һүрәтләнеүенсә, монголдар тарафынан эҙәрләнгән алтайҙар Ҡарағай тауына килеп урынлаша һәм тау рухына арнап ҡорбан сала. Ошо берҙән-бер тау урман менән ҡапланған була, шуға ла монголдар юлды таба алмай. Шулай итеп, алтайҙар ҡотолоп ҡала һәм хәҙергәсә Ҡарағайтау улар өсөн изге тау һанала».

Ҡанбабалар үҫемлек, тереклек донъяһын изгеләш- тергән һәм һаҡлаған. А. Инан билдәләүенсә, «урман һәм ағас культы, боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән ырыуҙарҙың урман байлыҡтары, һунарсылыҡ менән көн күреүенә һәм шул айҡанлы фәлсәфәүи ҡараштарына бәйле. Мәҫәлән, Иранда Мәкү ханлығында ҡараҡойон- дар йәшәгән ауылдарҙың береһе (Софу ауылы) янында изге урман бар. Бындағы ағастарҙы киҫеү түгел, уларға тейеү ҙә — ҙур гонаһ. Урман өсөн ҡорбанға салынған хайуандарҙың һөйәктәре ошонда күмелгән, ҡатындар ағастарға сәскәләр бәйләгән. Урман культына бағыш

123


ланған байрам өсөн биш көн буйы һарыҡ һөтө йыйылған.

Урман культы башҡа ҡәуемдәрҙә лә мөһим культтарҙың береһе иҫәпләнә. Яҡут һунарсылары туғыҙ йәнле урман рухы булыуына инана. Рухтарҙың иң бөйөгө, хужаһы ла бар. Улар һунарсыларҙы ҡурсалай, бәрәкәт килтерә. Һунарсылыҡ менән көн иткән шор төркиҙәре лә урман рухтарын бик ихтирам итә. Уларҙың инаныуынса, рухтар һунарсының ғәйепһеҙ һәм тура һүҙле булыуын теләй. Аусы ауға сығыр көндө енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла. Өйҙә ҡалған ғаилә ағзалары ла тәбиғи асылға ярашлы изге эштәр генә ҡыла. Һунарсылар ауҙан ҡайтҡанға тиклем күңел асыу, уйын, көлкө, шаярыу ярамай».

Тыйылғанға теймәү



Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә тыйылғанға теймәү күренештәре күҙаллана. «Алтын ҡауырһын» әкиәтендә егет ялтлап ятҡан алтын ҡауырһынды алайым тиһә, аты телгә килеп: «Эй, егет, был алтын ҡауырһынға күҙең ҡыҙмаһын, алма, бәләһе бик күп булыр», — ти. Төлкө лә: «Теймә ул ҡауырһынға. Алһаң, күп яфа сигерһең!» — тип иҫкәртә. Шуға ҡарамаҫтан, егет алтын ҡауырһынды алып, ҡуйынына тыға. Ысынлап та, тыңламауҙың, был ҡауырһынды алыуҙың бәләһе күп була. Егеткә, ҙур ҡайғыларға төшөп, ыҙа, яфа сигеп, бошоноп, һыҡтап, күрмәгәнде күреп, бәләләре башына етә яҙып, саҡ үлемдән ҡотолоп, алтын ҡауырһындың ҡошон, һыуҙың һылыу ҡыҙын, диңгеҙ төбөнән уның алтын балдағын, менеп йөрөй торған һылыу айғырын алып килергә, ҡайнап торған һөткә, унан һыуға сумып иҫән ҡалырға тура килә.

«Алтындуға батыр» әкиәтендә Буҙ аты Алтындуғаға: «Ошо ҡая ташҡа мен. Унда бер һәйбәт өй булыр, ул өйҙә ҡыҙҙар уйнап ултырыр, алтын-көмөштәр тулып ятыр. Һин ул өйгә инмә, ҡыҙҙарға, алтын-көмөшкә теймә, юҡһа һәләк булырһың. Унда икенсе бер насар ғына өй булыр, һин шуныһына ин. Ишек төбөндә сәйҙә элеүле торған ҡылысты ал да төш, ул һинең йәнең», — ти. Алтындуға тыйыуҙы боҙмай. Ағалары иһә:

124




«Юлда бер урында бик матур емеш баҡсаһы булыр. Ул баҡса янында туҡтамағыҙ, емешенә теймәгеҙ, юҡһа һәләк булырһығыҙ», — тигән тыйыуҙы тыңламай һәм шул арҡала улар өсөн Алтындуға батырға дейеүҙәр менән алышырға, үлеп терелергә насип була.

Утҡа ҡағылған тыйыу



Боронғо ҡәүемдәр ҡарашынса, ут тере лә, изге лә. Әкиәттәрҙә ут — батша. Абдулҡадир Инандың «Шаманизм тарихта һәм бөгөн» хеҙмәтендә ут рухына, культына бәйле тәү асылдар күрһәтелә. Йүлген тәңре кешеләрҙе ут тоҡандырырға өйрәткән һәм: «Был ут атабыҙҙың ҡөҙрәтенән сыҡҡан ялҡын», — тигән. Шунан бирле алтай, яҡут ҡәүемдәрендә саҡматаштар ут ҡото биреүсе һанала. Алтайҙарҙың доғаларында ут «ҡояш менән айҙан бүлеп сығарылған» тиелә, уның тураһында көфөр, хилаф һүҙҙәр әйтелмәй. Утҡа төкөрөү, ут менән уйнау ҡәтғи рәүештә тыйыла. Төркиҙәр утҡа доғалар уҡыған, ҡорбан һонған. Уларҙың инаныуынса, ут насар рухтарҙы ҡыуған, һәр нәмәне таҙартҡан.

Шамандар утҡа ҡарап күрәҙәлек ҡылған, юраған. «Манас» эпосында Манастың бабаһы Жакип хан утҡа бағып килендәренә уларҙы нимә көтәсәген әйткән. Яҡуп хан иһә яҙмышының нисек булырын белер өсөн һәр ваҡыт ут ярҙамында күрәҙәлек иткән. Үзбәк ханы Кожугум сатырҙан сатырға йөрөп, утҡа ҡарап, усаҡҡа май һалып, ҡатындарға кемдең улы, кемдең ҡыҙы буласағын әйткән. Уттың ялҡынына, ҡыҙыуына, ялҡын телдәренең төҫөнә, янған утындың сығарған тауышына ҡарап, ни булырын юрағандар.

Манси мифологияһында ут хужабикәһе — ете телле, ҡыҙыл күлдәкле ҡатын. Ул утҡа ҡағылышлы йолаларҙы, тыйыуҙарҙы боҙған өсөн язаға тарттыра. Ут менән һаҡ эш итергә кәрәклек, был йәһәттән тыйыуҙар халыҡ әйтемдәрендә лә асыҡ сағылған: утҡа төкөрмә, ауыҙың бөрөшөр; ут менән шаярмайҙар; балтанан ҡурҡма, уттан ҡурҡ; ут менән һыу бөтә нәмәне юҡ итә; бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ҡалһа ла көл генә ҡала... Халыҡ аҡылы йәшен утынан һаҡланыу кәрәклеген дә иҫкәртә: йәшен йәшнәгәндә яңғыҙ ағас аҫтында торма; тәҙрә тирәһендә торма; бисмилла әйт; башыңа кей; йүгермә; шым ултыр...

125


Көнгә ҡағылған тыйыу

Халыҡ ижадында көнгә ҡағылған тыйыуҙар күҙәтелә. Көнсығыш роман ҡәүемдәре мифологияһында уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән сихырсы ҡыҙҙар үҙ көнөндә, йәғни 24 июндә, тыйыуҙарҙы боҙған өсөн һантыйлыҡ, һаңғыраулыҡ, телһеҙлек ебәрә.

Боронғо славян традицияһы ҡатнашсыһы Пятница көнөндә ҡатын-ҡыҙ йөн иләмәй, күлдәк йыумай. Пят- ницаның күҙен саңландырмаҫ өсөн ирҙәр ер һөрмәй. Тыйыуҙы боҙһаң, Пятница төрлө бәләгә дусар ҡылыуы, күҙ ауырыуҙарына һабыштырыуы ихтимал.

Телгә алыуыбыҙса, Библиялағы ун ҡанундың береһе шәмбе көнөнә ҡағыла. Уны изгеләштереү өсөн шәмбене хәтереңдән сығарма, алты көн эшлә һәм үҙеңдең төрлө ғәмәлдәреңде бойомға ашырыуға бағышла, ә етенсе көндө, шәмбене (әүәлге көн иҫәбе буйынса шаббат аҙнаның һуңғы көнө) — Илаһҡа, үҙеңдең Аллаңа бағышла, был көндө бер эш тә эшләмә, үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, малың да, өйөңә килеүсе лә, сөнки Илаһ күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне алты көндә бар иткән, ә етенсе көндө тынысланған, Илаһ шәмбе көнөнә фатиха ҡылып, уны изге- ләштергән.

Мосолмандарҙа иһә әүәл йома ете көн араһы һаналып, был көн изгеләштерелгән. Ҡөрьәндә шулай тиелә: «Әй, иман килтергән кешеләр! Йома көндө намаҙға саҡырғас, Аллаһты зекер итергә ашығығыҙ һәм алыш- биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр».

Боролоп ҡарауҙы тыйыу



Хикәйәттәрҙә, риүәйәттәрҙә ҡарауҙы тыйыу хәл- күренештәре лә һүрәтләнә. Иң йыш тыйылғаны — боролоп ҡарау. Был мотив йоланы мотлаҡ тотоу мөһимлегенә ишаралай. Грек мифологияһында музыканың магик ҡөҙрәте менән һуғарылған Орфейҙың уйнауынан хайран Аид үлеләр донъяһынан остаздың ҡатыны Эвридиканы ҡабат ергә ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Мәгәр өйгә инмәйенсә Орфей ҡатынына ҡарамаҫҡа тейеш. Бәхетле ир һөйгәне менән ергә ҡайта, ләкин, тыйыуҙы

126




онотоп, әйләнеп ҡарай һәм Эвридика шунда уҡ ер аҫтына инеп юғала.

Йәһүд риүәйәтендә Хоҙай Тәғәлә тарафынан юҡ ителергә тейешле Содом ҡалаһынан Лотты ғаиләһе менән алып сыҡҡанда, фәрештәләр артҡа боролоп ҡарауҙы тыя. Ләкин Лоттың ҡатыны әйләнеп ҡарай һәм тоҙ бағанаһына әүерелә.

Арт — күҙгә, йөҙгә кире тараф, йәғни алдың ҡаршыһы. Артҡа табан тигәндең насарға китеү мәғәнәһе лә бар. Әле килтерелгән һәм башҡа миҫалдарҙан аңлашылыуынса, артҡа боролоп ҡарау уңышһыҙлыҡ, кире һөҙөмтәле хәл һыҙаты, билгеһе, именлекте боҙған күренеш һымаҡ күҙаллана. Был башҡорт халыҡ ижадында ла төҫмөрләнә. «Йылҡысыҡҡанкүл» риүәйәтендә һөйләнеүенсә, серле егет аусы башҡортто бейәгә мендереп былай тигән: «Һин алға ҡарай кит, бейә артынан күлдән йылҡы малы сығыр, тик артыңа әйләнеп ҡарама». Бер аҙ барғас, аусы артында аттар кешнәүен, тояҡ тупылдауын, бейәләр сеңрәүен ишеткән. Күпмелер барғас, ул түҙмәгән, артына әйләнеп ҡараған. Ҡараһа, күлдән көтөү булып сығып килгән йылҡының яртыһы күлгә кире сумған, ярға аяҡ баҫҡандары ғына тороп ҡалған.

«Заятүләк менән һыуһылыу» эпосының версияһында егеттең Балҡантауға барып етмәй тороп артҡа ҡарауы һөҙөмтәһендә, гел бер төҫлө сысҡан һыртлы ҡола мал тулыһынса ер йөҙөнә сыҡмай. Был күренеш эпоста ошолай һүрәтләнә. Һыу батшаһы Заятүләкте саҡырып ала ла:

  • Бына һиңә бер арғымаҡ, шуның ялына тотон. Иллә мәгәр һыуҙан сыҡҡанда артыңа әйләнеп ҡарама, — ти.

Заятүләк, арғымаҡты менеп, һыуһылыуҙы алдына ултырта ла һыу төбөнән сығып китә. Уның артынан эйәреп, ер өҫтөнә сысҡан һыртлы йылҡы малы сыға. Кешнәшкән тауышҡа түҙә алмай, Заятүләк артына әйләнеп ҡарай. Ҡарауы була, йылҡы малының яртыһы кире боролоп һыуға инеп китә. Ярға сығып өлгөргәне генә Заятүләктең малы була.

Мәгәр сыҡмай ҡалған, кире күлгә сумған мал эпоста бәхетһеҙлек ишараһы һымаҡ һүрәтләнмәй. Заятүләк

127




менән һыуһылыу Балҡантауҙа донъя көтә. һыу төбөнән сыҡҡан малдары үрсеп, байығып китәләр. Көн килгәнгә һөт биреп, төн ҡунғанға ут биреп, килгән- киткәнгә төйәк булып, оҙон, рәхәт ғүмер кисерәләр.

Ярамағанды ҡарауҙы тыйыу



Һаҡларға ҡушылған, йәшерелгән нәмәне, кәрәкмәгәнде ҡарау ҙа тыйылған. Грек мифологияһында һуғыш һәм еңеү, шулай уҡ аҡыл, белем, сәнғәт, төрлө кәсептәр алиһәһе Афина Гефестың орлоғонан Ер Гея тыуҙырған бәпесте, ул ятҡан ҡумтаны Аглавра һәм уның ҡыҙ туғандарына һаҡларға бирә. Афинаның тыйыуына ҡарамай, ҡыҙҙар ҡумтаны аса һәм йылан кәүҙәле баланы күрә. Афина тәьҫиренән һармаҡланған, һантый- ланған ҡыҙҙар акрополдән ташлана һәм һәләк була.

Монгол риүәйәтендә һүрәтләнеүенсә, дүрт егет олоғайған Хохәдәй мәргәнгә торлаҡты һаҡларға ҡалдыра, мәгәр билдәле һауытты асыуҙы тыя. һауытҡа йәшен уҡтары һәм ҡанатлы кейем һалынған була. Хохәдәй ике тапҡыр тыйыуҙы боҙа. Шулай ҙа егеттәр уны йәшен уктарын һаҡлаусы итеп ҡалдыра, ләкин уларҙы фәҡәт аллалар ҡушыуы буйынса ғына ҡулланырға бойора.

Йөҙгә ҡарамау тыйыуы ла булған. Грек мифологияһында сағылыуынса, Психея бер ҡасан да иренең йөҙөн күрмәҫкә тейеш. Психея ҡыҙыҡһыныуына сыҙай алмай, төнөн шәм яндыра һәм йәш аллаға шул тиклем һоҡланып ҡарай, Амурҙың наҙлы тәненә ҡайнар май тамсыһы тамғанын да тоймай. Амур юҡ була. Психея бик күп һынауҙар үтеп, ыҙа күреп, тере һыу алырға ер аҫтына төшөп, йәрен ҡайтарырға тейеш була. Тыйыуҙы боҙоу ҡатынды утҡа, һыуға төшөрә.

Ҡәрҙәштәргә әйләнеүҙе тыйыу



Боронғо дәүерҙәрҙә үк табу тәү сиратта ҡауышыу, никах, ир — ҡатын мөнәсәбәттәре йолаларын күҙәтеүгә, үтәүгә һәм һаҡлауға ҡағылған. Күп ҡәүемдәрҙә экзогамия өҫтөнлөк иткән, бер ырыу, оло ырыу эсендә үҙ- ара өйләнешеү тыйылған. Ҡан бутамаҫ, сәләмәт нәҫел

128




булдырыу өсөн башҡорттарҙа тыуа ят, ете ят кешеләр менән генә никахлашыу рөхсәт ителгән.

Ҡан ҡәрҙәштәр менән ҡауышыу тыйылыуы грек мифологияһында ла һүрәтләнә. Эоланың ҡыҙы Канака ағаһы Макареяға ғашиҡ була һәм уның менән бәйләнешкә инә. Инабатһыҙ ҡушылыуҙан тыуған бәпесте Эола һәләк итә һәм ҡыҙына үҙен үҙе юҡ итергә бойора.

Үҙәк Америка индеецтарының аллаһы Кецаль-ко- атль, иҫерткес эсемлек эсеп, үҙ табуҙарын боҙоп, ҡыҙ туғаны менән гонаһ ҡыла. Айнығас, ғөрөф-ғәҙәткә һыймаған, һис кенә лә ярамаған яҙыҡ ҡылғанын, сафлығын юғалтҡанын аңлай һәм үҙ ирке менән Көнсығыш иленә сығып китә, унда мәрхүм була, тәне яндырыла.

Тоетама-Химэ тураһындағы япон мифында экзогамия табуһы һалынған дөйөм тотемдан (бында крокодил йәки кашалот) булған ир менән ҡатын никахҡа инеү күренеше сағыла. Диңгеҙ батшаһы ҡыҙы Тоетама-Химэ, ире Хоори һәм тыуасаҡ балаһы менән бергә ҡалырға теләп, диңгеҙҙән ергә сыға. Тыйыуға ҡарамаҫтан, Хоори бала табыу күренешен ҡарай. Уның улын имәнес хайуан (крокодил, кашалот) тыуҙыра. Һөҙөмтәлә ҡатыны Тоетама-Химэ ерҙе ҡалдырып китергә һәм мәңге диңгеҙ төпкөлөндә йәшәргә мәжбүр була.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет