Партизандар
1
Хаят ауылдың һылыуы һанала. Уға тейгән сикһеҙ байлыҡ, иркәлек, рәхәт тормош бик һирәктәргә эләгә ине. Өс ҡатындың иң кесеһенән тыуған иркә ҡыҙ тирә-яҡтағыларҙың иң бәхетлеһе булып үҫте. Хаятты күргән кеше уның йөҙөнә, ҡуңыр күҙҙәренә ҡарауҙан туя алмай.
Хаят бынан ике-өс йыл элек үткән рәхәт көндәрен хәтерләй. Ҡаланан Фәрит килгәйне. Ул аҙ торҙо, күп һүҙҙәр һөйләне: һуғыш, революция, хеҙмәт, мөхәббәт, тағы ла әллә ниҙәр тураһында. Китә торған көнө өлкән залдың гөллө тәҙрәһе янында ул, Хаяттың ҡулын ҡыҫып, түшенә матур ал сәскә ҡаҙаны. “Мине көтөрһөң бит, Хаят?” — тине. Хаят, ҡыҙарып, башын түбән эйҙе, ни тип әйтергә лә оялды.
Хаят шул иҫтәлектәр менән ауылда яңғыҙһынып йәшәй. Ул ваҡыттағы ҡайнап торған кешеләр әллә ҡайҙа таралышып киттеләр, береһенән бер хәбәр юҡ.
Хаят бөгөн эсе бошоп, өй арттарындағы түңәрәк күлдең ситендә һыу өҫтөнә ҡарап, ниндәйҙер бер оҙон көйҙө аҡрын ғына йырлай ине. Уның күҙҙәренә мунсаға йүгереп инеп киткән Айбулат сағылып ҡалды. Ул күлдең тал ҡыуаҡтары араһынан йүгереп сыҡты. Ашығып сабышып килгән өс-дүрт һыбайлы бандиттың аттан һикереп төшөүҙәре булды, улар әләңләп ҡаранып, әле генә күҙҙән юғалған Айбулатты эҙләргә тотонғанда Хаятты күрҙеләр.
Хаятҡа былар ят кешеләр түгел ине. Ул бармағы менән мунсаға төртөп күрһәтте. Шунан тиҙ генә йүгереп, баҫҡыстарҙан менеп, үҙенең бүлмәһенә инде. Күҙҙәре көҙгөгә төштө. Биттәре яна, күҙҙәре зәһәрле асыу менән йылмаялар, йөрәк, ниңәлер, ғүмерҙә булмаған кеүек һикерә, ҡулдар аҙ ғына дерелдәй... “Туҡта... был ни эшләп былай һуң әле, ниңә мин ҡурҡам әле?” Ул үҙенән шулай һораны. Карауатына ултырып, йөрәгенә ҡулы менән баҫты. Бер көнө, уҡытыусы Баҡыйҙы тотоп алып киткәндә, төптө былай түгел ине лә баһа, бөгөн мин ни эшләп былай ҡурҡам һуң әле, тип уйланы. Ул урынынан тороп, тәҙрәһен һирпеп асты, ишек алдына күҙ ташланы.
Ул арала шарт итеп бүлмә ишеге асылды. Хаят һиҫкәнеп, ялт итеп боролоп ҡараны. Әсәһе килеп инде.
— Атаҡ, балаҡайым, ни эшләп улай төҫөң ҡасып, ҡобараң осоп киткән, ни булды? — Хаяттың әсәһе Миңлекәй, ҡурҡҡан һымаҡ, ҡыҙының күҙҙәренә ҡараны. Хаят өндәшмәне, әсәһенә тәҙрәгә төртөп күрһәтте.
Унда ике бандит ике ҡулынан тотоп, тартҡылашып, һелкешеп, ниҙер әйтеп яуаплашҡан Айбулатты һөйрәкләп алып баралар ине. Айбулат тартыла, ике яғына ла ҡарап, ниҙер һөйләй, ә артта берәүһе туйыр ҡамсы менән Айбулаттың арҡаһына өҙлөкһөҙ һуға,уның күлдәге таҫма-таҫма булып теленә, үҙе бөтә кәүҙәһе менән ҡайҡайып китә, ләкин һаман тартыша. Хаяттың әсәһе ҡурҡып:
— Атаҡ, Хоҙайым, эй Раббым, Айбулатты тотҡандар бит, — тине.
Хаят тәҙрәне япты ла әсәһенә күҙ һирпте:
— Әсәй, мин күрһәттем уны...
Миңлекәй, ни тип әйтергә лә белмәйенсә, ҡыҙына ҡараны. Ҡаушап:
— Алйот, ағайың бит, — тине.
Хаят әле генә, әсәһенең “ағайың бит” тигән һүҙенән генә, үҙенең ниңә был тиклем ҡалтырауын төшөнгәндәй булды. Ләкин уның йөрәгенең ҡайһы ерендәлер, бик алыҫтан, икенсе бер һиҙеү, бөгөн генә шундай йәш һылыуҙың ошондай эшкә батырсылыҡ итеүенә көс биргән бер исем уның мейеһенә бәрелде, теленә килде.
— Ә атайым?..
Миңлекәйҙең өҫтөнә һалҡын һыу һибелгән кеүек булды. Уның ҡаушауы, аптырауы ҡапыл баҫылды. Ҡурҡыуҙан асылған күҙҙәре, ярым асыҡ ауыҙ яңынан тыныс хәлгә әйләнделәр, ул ирендәрен ҡымтыны. Ул шул көйө бер аҙ уйланған һымаҡ торҙо ла тағы тәҙрәгә ҡараны. Хәҙер инде ишек алдына йыйылып киткән халыҡтың, ҡапҡанан, тәҙрәнән баштарын сығарып, йәшле күҙҙәрен һөрткән бисәләрҙең, тауышҡа сабыулап сығып өргән эттәрҙең, һаман урам буйлап туҡмалып китеп барған Айбулаттың, күҙҙәре аларған бандиттарҙың өҫтөнә тыныс ҡына күҙ ташланы. Ул, шулай бер талай ҡарап тороп, Айбулатты һөйрәкләп барған бандиттар урам мөйөшөнән боролоп киткәс кенә, ҡыҙына әйләнде:
— Тотоусылары кемдәр ине?
— Ҡотлобай ағайым, Сәйетхужа Моратшин, тағы ике кеше, уларын таныманым. Ауыр, һалмаҡ итеп:
— Ауыҙыңдан тыныңды сығарма, һинең дә башыңды ашарҙар, — тине Миңлекәй.
2
Ете көн үтте.
Бандиттар, үҙҙәренең ғәҙәттәре буйынса, ауыл һайын яңғыҙ-ярым ҡалған совет эшселәрен, коммунистарҙы, уҡытыусыларҙы аҫып, киҫеп, атып йөрөргә сығып киттеләр.
Ауылдан кешеләр сығып Айбулатты алты көн буйына тирә-яҡтағы тауҙарҙы, үҙәктәрҙе, һыу буйҙарын ҡалдырмай эҙләнеләр. Тик етенсе көн тигәндә Тәрәнүҙәк төбөнән уның үлек кәүҙәһен табып алып ҡайттылар. Күҙҙәре соҡоп сығарылған, ҡолаҡтары, танауы ҡырҡылған ине.
Уны торпошаға урап, арбаға һалып, ишек алдына килтергәс, күмәк кешене күргән Ҡашҡар абалап өрөп сыҡты. Атты етәкләп барған Әпләс ағай эткә асыуланып:
— Кит артабан, — тине.
Эт ишек алдына таралған ауыр еҫкә моронон күтәреп, уңлы-һуллы боролоп еҫкәнде лә, ҡолаҡтарын шымайтып, башын түбән баҫып, соланға инеп китте. Бында Ҡашҡар үҙенең бәләкәй хужаларына осраны. Солан ишеге төбөндә Айбулаттың өс балаһы аталарын тейәп ҡайтҡан арбаны күҙҙәре менән йоторҙай булып ҡарап торалар ине.
Был балаларҙың иң ҙуры Тимербулат әле туғандарына, әле арбаға ҡарай. Ул һулаҡай ҡулы менән туғандарының яурындары аша ҡосаҡлаған, уң ҡулы менән күҙҙәренә эркелгән йәштәрен һөртә, уны туғандарына күрһәтмәҫкә тырыша. Уның тубыҡтары дерелдәп сүгеп баралар, йөрәге үҙенә ишетелерлек булып дөрһөлдәп һуға, сикәләре ҡыҫҡан кеүек була, кемгәлер асыуы килә, туғандарына ҡарай, иламаҫҡа тырыша.
Арбаны ишек алдына килтереп туҡтатҡан кешеләр, кәртә янынараҡ барып, аҡрын ғына ниҙер һөйләштеләр. Исмәғилде әллә ҡайҙа йүгерттеләр. Ауыл Советы председателе Әхмәҙи килде. Үлек эҫегә ылбырап бөткәнгә күрә, йыуып күмеү мөмкин түгеллеге тураһында кәңәштеләр ҙә, шулай ғына күмергә булдылар.
Исмәғил, өлкән итектәрен һөйрәй-һөйрәй, ашығып килде лә председателгә:
— Әхмәҙи ағай, мулла ҡәбергә күмдермәй. “Мин мосолмандар зыяратына кафырҙы ҡуйҙырмайым, йыназа ла уҡымайым”, — ти. Ни эшләйбеҙ инде?
Арба янындағы биш-алты кеше бер юлы лыбырлашып һөйләшеп киттеләр:
— Ни ти, ни ти?
— Күмдермәйем тип әйтә, ти, бит.
— Кем, мулламы?
— Ул ни эш тағы, ҡайҙан сыҡҡан закон ул тағы ла... Әхмәҙи асыуы килеп, төҫө ҡомһарҙы:
— Инде кәрәкмәгәнгә былсылдарға тиһәң, беҙҙең мулланы ғына ҡуш инде. Әпләс ағай, бар әле һин һөйләшеп ҡайт. Ул дурак ни мажара ҡуптарырға маташа икән тағы!
Урта йәштәрҙән үтеп, башына сал инә башлаған Әпләс, йәһәт атлап, муллаға китте.
Өс тәҙрәһе урамға ҡараған бейек ағас өйҙөң ҡапҡа эргәһендәге бәләкәй ишекте асып, Әпләс ишек алдына инеп китте. Ишек алдында мулла тәһәрәт алып ултыра, таҡыр ерҙең дүмҫәһенән аҡҡан һыуы боролоп-боролоп һөҙәккә төшөп эркелә. Ҡаҙ себештәре, сотор-сотор итеп, береһен-береһе суҡып ебәрәләр ҙә, эркелгән һыуҙы суҡыштары менән һөҙөп эсеп, баштарын үргә күтәреп йоталар. Ике ҡулы менән таяҡҡа таянып, алға бөкрәйә биреп, мулла эргәһендә Ҡаҙанҡап Абдулла тора ине.
— Әссәләмәғәләйкүм, — тине Әпләс. Мулла менән Ҡаҙанҡап икеһе бер юлы:
— Вәғәләйкүмәссәләм, — тинеләр. Әпләс яйлап ҡына һүҙ башланы:
— Йә, хәҙрәт, мине һиңә ебәргәйнеләр. Бына минең күрше Айбулат ҡусты мәрхүм булып ҡалды. Шуны бөгөн ерләргә кәрәк ине.
Мулла өндәшмәне. Ситектәренә мәсих тартты. Калуштарын ҡағып кейҙе. Соландың бүрәнәһенә ҡаҡҡан сөйҙән ҡыҙыл башлы оҙон таҫтамал алып, уҡына-уҡына һөртөнә башланы: “Иннә ән-зелмәһә фей ләйләтелҡәдр...” — ҡайһы ерен ишеттереп, ҡайһыһын ауыҙ эсенән генә уҡып, оҙаҡ итеп һөртөндө. Шунан һуң ғына яуап бирҙе.
— Мин бер ҡабат әйткәнмен бит. Мосолмандар зыяратына кафырҙы күмдерә алмайым. Теләһә ҡайҙа күмегеҙ, ихтыярығыҙ.
Әпләс, урынынан ҡуҙғалып, алға бер-ике атланы ла, ҡулдарын артҡа ҡуйып:
— Һуң, мулла, уны кафыр тип тә әйтеп булмай инде. Мосолмандан тыуған үҙебеҙҙең кеше лә баһа, — тине. Мулланың тауышы күтәрелеп китте.
— Һин, Әпләс ҡустым, шәриғәтте миңә өйрәтмә инде. Мин уны әлхәмделиллә, маҡтаныу булмаһын, үҙем дә яҡшы беләм. Эһе, эһе, — тип тамаҡ ҡырып ҡуйҙы.
Быға тиклем өндәшмәй ҡарап торған Ҡаҙанҡап мулланы йөпләне:
— Шулай, шулай, мулла. Әпләс ағай, һин беҙҙең мулланың алдына кеше сыға алмағанын беләһең бит инде. Әпләс бик уңайһыҙланды. Түбән ҡарап:
— Уныһын беләбеҙ белеүен. Тик әле бына илдең аҙаматы, бынамын тигән бер ир-егетте үлгәс, йыназалап, арыу тәрбиәләп ҡуяйыҡмы әллә тип йөрөгән йөрөш бит инде. Былайға ҡалһа, әҙәм балаһын ҡайҙа күмһәң дә ятып ҡала ғуй. Теге донъялағыһы, уныһы, беҙҙең ҡулда түгел инде ул. Унда беҙҙән башҡа ла хөкөмсөләр барҙыр әле.
Уға ҡаршы Ҡаҙанҡап:
— Ҡуй инде, Әпләс ағай, уны инде һин ил аҙаматы тимә, коммун — коммун инде ул. Уның яҡшыһы ла, яманы ла бар, — тип тотонғайны, ул арала ҡапҡаның ике яғын да шатыр-шотор асып ебәреп, бер юлы унлап кеше килеп инделәр. Күбеһе йәштәр. Алда Хөсәйен, Исмәғил, Зәйни.
Улар бер ҙә тартынып торманылар. Килеп ингәс үк Хөсәйен:
— Йә, Әпләс олатай, тиҙ буламы, юҡмы? Йәһәтерәк ҡыймылдаһағыҙсы, ни эшләп тораһығыҙ? — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бүтәндәре лә:
— Эйе шул, көн кисәүләп китте лә, яҡты күҙҙә ерләргә кәрәк ине, — тиештеләр.
Әпләс, килеүселәргә ҡарай ыңғайлап:
— Юҡ бит, бына мулла риза булмай, — тип асыуланып ҡысҡырҙы.
Килеүселәр барыһы бер юлы сыуылдашып киттеләр. Олораҡтары ипләп һөйләшергә ҡушалар, йәштәр уларҙы бик тыңлап тормайҙар.
— Ни эшләп күмдермәй ул? Уның ни эше бар? Зыярат йорттоҡо!
— Йыназа уҡымайым ти бит.
— Уҡымаһын, уның йыназаһы кемгә кәрәк!
— Төкөрөргә лә кәрәкмәй уның уҡыуына! Харап икән! Ул арала Әхмәҙи ҙә килеп инде. Ул, йыйылған кешеләрҙе аралап, мулла янына барҙы:
— Йә, мулла, был ни эшең һинең? Айбулат үҙебеҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ ине. Ауылға, халыҡҡа яҡшылыҡтан башҡа ни зыяны тейҙе? Кешеләргә изгелек эшләргә тырышып йөрөп ҡорбан булды ул. Күмергә кәрәк, мулла, — тине.
Мулла, соландан сапанын алып сығып, өҫтөнә кейә башланы, үҙе Әхмәҙигә ҡарай-ҡарай:
— Әхмәҙи энем, һин йәш кеше. Китап бына былай тип әйткән, әгәр ҙә бер кеше, хатта ул урыҫ булһа ла, алланы бар тип белһә, уны мосолман зыяратына күмергә ярай, тигән. Ә коммунист булған кеше ул бөтөнләй алланы танымай. — Мулла һүҙенең ошо еренә еткәндә, төкөрөгөнә сәсәп тотондо. — Шулай булғас, ул кафырҙың да кафыры була тигән һүҙ инде. Беҙ уны күмергә рөхсәт итһәк, илдән бәрәкәт күтәреләсәк, ямғыр яумай, иген ҡороясаҡ, һәм барыбыҙ ҙа тамуҡлы буласаҡбыҙ. Әлғаязә билләһи...
Муллаға өңөлөп ҡарап торған Ҡаҙанҡап:
— Эйе, дөрөҫ, эйе, дөрөҫ бит инде, — тине.
Мулла тағы ла һуҙыңҡырап, һүҙҙәрен яйлап-яйлап әйтергә тотонғайны, халыҡтың түҙеме етмәне.
— Ҡуйсәле, мулла, бөтмәҫ һинең әкиәттәрең! — тип ҡысҡырыштылар.
— Теге донъя була торған булһа, иң тәүҙә тамуҡҡа мулла үҙе китер әле. Баҙарҙа эсеп йөрөгәнен онотҡан, кеше тикшерә!
Халыҡ күбәйгәндән-күбәйҙе. Мәзин килеп мулланы яҡлаша башланы.
Әхмәҙи ҡул ғына һелтәне.
— Ҡуйығыҙ, иптәштәр, әйҙәгеҙ, үҙебеҙ күмәбеҙ! — тине.
— Эйе шул, ни нәмәһе уға инәлеп торорға! Совет менән күмәбеҙ. — Йыйылған кешеләр мулланы әрләй-әрләй сығып киттеләр.
— Оятһыҙ, ни һөйләй бит. Ожмах була торған булһа, һинән алда Айбулат ағай инер әле. Әрәмтамаҡ, — тине Хөсәйен. Асыуҙан уның күҙҙәре уйнай, үҙе ергә төкөрөнә ине. — Ҡайҙан табып тора шәриғәтен. Атам заманындағы иҫке китаптарҙа ҡайҙан коммунистар тураһында яҙылған инде, алдаҡсы!
— Ысын да баһа!
— Әрәмтамаҡ шул. — Хөсәйен менән ҡатар барған Зәйни ҙә элеп алып китте. — Миңә анау тиҙәк тапатҡан өсөн биш тәңкәне тәки бирмәй бит, ҡарун.
— Бирер, бирмәй ни, көтөп тор. Етмәһә, анау Ҡаҙанҡабы, эссе кәпәйеп, мулланы ыңғайына һыпырып тора. Шулар күрһәтеп үлтерткәндер әле.
— Булыр. Әллә Айбулат ағай Ҡаҙанҡаптың оло өйөн клуб иттергәнен ул онотҡан тиһеңме?
Ҡартыраҡтар уларҙы тыйып алдылар.
— Ҡуйығыҙ, балалар, ҡыҙмағыҙ. Ишетеп ҡалһалар, әллә ни тиерҙәр. Коммунист тип, шулай итәләр бит инде.
— Коммунист булһа, коммунисты кем тип уйлай улар, кеше түгел типме ни? Улайга китһә, улар үҙҙәре әҙәм түгелдәр.
Улар, ҡыҙыу-ҡыҙыу барып, Айбулаттың ишек алдына тулып киттеләр. Унда бисәләр ҙә күмәк йыйылып киткәйне. Улар ҙа мулланың былай ҡыланыуына асыуланып геүләштеләр.
Әхмәҙи олораҡтар, йәштәр, совет активтары менән дә бер аҙ кәңәшеп алды.
Үмәр Айбулаттың йыназаһыҙ ерләнеүенә һис тә риза була алманы.
— Эй улым, — тине ул Әхмәҙигә, — йыназаһыҙ күмелгән әҙәмдең гонаһы теге донъяла бер нисек тә кисерелмәй тигән бит китапта. Мулланың үҙе дөмөгөп кенә китһен ине лә, бына кейәү мәрхүмдең үҙенә ауыр булыр, тип ҡурҡам шул.
Тимерғәле ағай быға ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
— Юҡты һөйләмә, ҡорҙаш. Китап әйткән: халыҡ өсөн, хаҡлыҡ өсөн дошман ҡулында ҡаны түгелеп донъянан киткән кеше шәһит булып үлә, тигән. Ә шәһит үлгән кешенән теге донъяла бер кем дә һорау алмай, яза ла бирмәй. Ундай кешегә һигеҙ ожмахтың да ишеге асыҡ була, тип әйткән. Беҙҙең Айбулат мәрхүм бына ошо ҙур шәһит үлеме менән донъянан китте. Мулла, үҙенең яуызлығына барып, туҙға яҙмағанды һөйләй ул, үс итә. Әйҙә, һөйләһен, уның бөтә һөнәре шул инде. Ә Айбулатты беҙ үҙебеҙ хөрмәтләп, ҡәҙерләп күмәбеҙ, Әпләс аят уҡыр, беҙ доға ҡылырбыҙ.
Ҡарттарҙың бөтәһе лә Тимергәленең һүҙенә риза булдылар.
— Ысын, бик һәйбәтләп үҙебеҙ ерләйек, үҙебеҙ. Хөсәйен менән Исмәғил үҙ фекерҙәрен әйттеләр:
— Әхмәҙи ағай, беҙ, комсомолдар, уның зыяратына ҡыҙыл йондоҙ яһап ҡуйырбыҙ.
— Эйе, Әхмәҙи ағай, ана Покровкала моряк зыяратына ҡуйғандар бит, шуның кеүек итеп.
— Дөрөҫ, бик һәйбәт булыр. Йондоҙ ҡуйырбыҙ, рәшәткә менән уратырбыҙ, — тине Әхмәҙи.
— Рәшәткә эсенә ағас ултыртырбыҙ, гөлдәр сәсербеҙ, — тип өҫтәне Диләкәй.
Айбулатты үҙенең өйө, бала-сағаһы янында аҡтыҡ тапҡыр ике-өс сәғәт самаһы тоттолар ҙа әҙерләнгән ҡәбергә алып киттеләр.
Арба ҡуҙғалып киткәндә, уның өс балаһы ла ишек алдына сыҡҡайны. Улар, был үлемдең бөтә ҡурҡынысын, бөтә дәһшәтен яңы ғына төшөнгән кеүек, аталарын бөтөнләйгә юғалтыуҙарына әле генә ышанған кеүек, өсөһө бер юлы илап ебәрҙеләр. Улар янына йыйылған бисәләр уларҙы әүрәтергә тырыштылар, ләкин бер-ике һүҙ әйтәләр ҙә үҙҙәренең йәштәренә быуылалар ине.
Ике бәләкәй бала кискә тиклем илап, ҡараңғы төшкәс кенә йоҡлап киттеләр. Айбулаттың ҡәйенбикәһе Шәрифә әбей яңғыҙ билдәш һыйырҙы һауып һөт эсерҙе. Улар янында иптәшкә йоҡларға ҡалды. Тимербулат көндөҙ туғандарын әүрәтеп аҙыраҡ түҙгән булһа ла, улар йоҡлап киткәс, үкһеп иларға тотондо. Шәрифә әбей, уның эргәһенә ултырып, үҙе иламаҫҡа тырышып, уны әүрәтте:
— Сеү, балам, илама. Һин ҙур бит. Ана туғандарың һиңә ҡарап ҡалдылар. Уларҙы ҡарарға кәрәк. Берәй яҡҡа эшкә барырһың. Ашарға оноғоҙ ҙа бөткән. Ҡоро һөт менән генә тамаҡ туйҙыра алмаҫһығыҙ, илама, ҡуй, — тине.
Тимербулат аҙыраҡ тынысланды. Башынан һыйпап ултырған Шәрифә инәһенә:
— Инәй, — тине.
— Әү, балам.
— Атайымды кем коммунист тип күрһәтте икән?
— Ҡайҙан беләһең инде уны, балам. Илдә дуҫ та күп, дошман да күп бит. Шунда бер алла ҡарғағаны күрһәткәндер инде, үҙе шул көнгә ҡалғыры...
Тимербулат бер аҙ шымып ятты.
— Инәй, әсәйем дә ҡайтмаҫмы икән ни инде?
— Ҡайтыр, балам, һау ғына йөрөһөн, ҡайтыр.
Шәрифә әбей был һүҙҙәрҙе әйткәндә, үҙенең һүҙҙәренә үҙе лә ышанмай ине. Сөнки быға тиклем бандиттар ҡулына эләккән бер кешенең дә кире әйләнеп ҡайтҡаны юҡ. Гөлйөҙөмдө тотоп алып киткәндәренә ай ярым булды, хәбәре лә юҡ ине. Бер нисә тапҡыр үлеген сығып эҙләнеләр, тапманылар. Туғаны иҫенә төшкәс, Шәрифә әбейҙең йөрәге тағы ла нығыраҡ һыҡрап китте.
— Инәй, әсәйем ҡайтмаһа, уны барыбер эҙләп китәм мин.
— Юҡты һөйләмә, балам, һау булһа, үҙе лә әйләнеп ҡайтыр. Һин уны ҡайҙан табаһың, туғандарың кемгә ҡарап ҡалыр?
— Һин ҡарап торорһоң. Олатайым ҡарашыр. Мин, күп булһа, ун көн йөрөрмөн. Әбей тағы ла:
— Бушты һөйләмә, Тимербулат, — тине. Ул Тимербулаттың бала көйөнсә бындай уйға килеүенән ҡурҡты. Атаһы менән әсәһе харап булдылар, өсөнсөһө юғала бит инде, тип уйланы.
Уның бынан ун көндәр элек Айбулат менән һөйләшкән һүҙҙәре иҫенә төштө. Ул ошолай өс бала менән йоҡлап ята ине. Берәү ишек ҡаҡты, һикереп тороп асыуға, Айбулат килеп инде. Ул ашығыс ҡына һаулашты, балаларҙың хәлен һораны. “Ни нәмәң бар, ҡәйенбикә, ашарға бир, бик асыҡтым”, — тине. Шәрифә соландағы һике аҫтынан көршәк менән ҡатыҡ сығарып, ҡаймаҡ туғып бирҙе. Айбулат уны ҡабалан ғына эсте лә, ҡалғанын үҙенең котелогына тултырып, бер таба сөсө күмәс алып китте. Ул киткәндә Шәрифә, борсолоп:
— Кейәү, бигерәк тә хәтәр йөрөйһөң бит. Киткән һайын әтрәткә тип китәһең, үҙең һаман әйләнеп ҡайтмайһың, эләгеп ҡуймаһаң ярар ине, — тине.
Айбулат уға ҡаршы тәрән көрһөндө.
— Эй ҡәйенбикә, Гөлйөҙөмдөң йә тере, йә үле хәбәрен ишетмәмме тип йөрөйөм бит. Ҡайтҡан һайын инде ҡайтмаҫҡа тип китәм. Юҡ, булмай бит. Бәлки, бөгөн ҡайтып килгәндер, инде бөгөн ишек ҡаҡҡанда ул ҡаршы сығыр кеүек була ла тора...
Айбулат кеҫәһенән тәмәке сығарып төрҙө, тышҡа уты күренмәһен тип, ишекте япты. Ҡараңғыла быҙылдаған тәмәке уты янында ике кеше һаҡлыҡ менән генә һөйләштеләр.
— Һау булһа, ҡайтыр, — тине ул ваҡытта ла Шәрифә әбей, — үҙең харап булып ҡуйма. Айбулат тағы ла уфланы.
— Ай Гөлйөҙөм, Гөлйөҙөм... — Ул тағы уйға ҡалды. Уның тауышы әллә ҡайҙан, алыҫтан килгән кеүек ҡалын, баҫынҡы ине. Ул шулай байтаҡ баҫып торҙо ла, иҫенә бер нәмә төшкән кеүек, ҡапыл ҡуҙғалды. — Ярай, ҡәйенбикә, хуш, балаларҙы яҡшы ҡарарға тырыш. Мин инде килһәм дә бер генә килермен. Беҙҙең партизандар отряды бынан етмеш саҡрымдар самаһында ята. Мин бында олостағы бер аҙ эштәремде бөтөрәм дә, Селекле буйлап йүнәләм. Хуш.
— Хуш. Һау йөрө...
Шәрифә әбей Айбулаттың “бер генә килермен” тип әйткән һүҙҙәрен тағы иҫенә төшөрҙө. Ана шул “бер генә” килеүендә уны харап итеп ҡуйҙылар.
3
Ауыл урамынан өс һыбайлы уҙыуға ярты сәғәттәй ҙә ваҡыт үтмәне, оло юлдың саңы әсе ел менән һирпелеп, ярты ауылдың өҫтөн ҡапланы. Тапыр-топор иткән ат тояғы, кешеләрҙең ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелде. Саң араһынан һыбайлылар күренеп ҡалалар, тик айырым-асыҡ берәүһенең дә төҫө, йөҙө күренмәй ине. Эҫелектән бер ҡайҙа ла сыҡмай ятҡан халыҡтың һирәкләп урамда ҡалғандары ла, был саңдың тигенгә күтәрелмәгәнен һиҙеп, өйҙәренә таралыштылар. Урамдар буш ҡалды.
Өй артында күләгәлә ултырған Тимерғәле ҡарт менән Үмәр ҡарт ҡына урындарынан ҡуҙғалманылар. Улар, биттәрен ҡояш сыуағына йыйырып, ҡулдарын маңлайҙарына ҡуйып, килеүселәргә ҡарап ултыра бирҙеләр.
Тимерғәле ҡарт:
— Әлеге аҡтармы икән тағы ла, ҡороғорҙары, — тине.
— Шуларҙыр инде, ҡәһәрлектәр, ҡороттолар бит донъяны, дошмандар. Тағы ла ни һәләкәт ҡуптарырҙар икән инде былары?
Саң араһындағы кешеләрҙең төҫтәре асыҡ күренә башланы. Шалтыр-шолтор иткән арбалар, өсәрләп теҙелгән атлылар, яңғыҙлы һыбайлылар, ауылдың көрпөлдәп ятҡан саңлы тәрән юлын тағы ла борхолдата-борхолдата, урамға тулып киттеләр.
Пулемет ултыртҡан тимерле арбалар арттараҡ киләләр ине.
Һыбайлыларҙың ҡайһыһында мылтыҡ, ҡайһыһында ҡылыс, ҡайһыларында икәүһе лә бар. Кейемдәре төрлөһөнөң төрлөсә: йәшел һалдат кейемдәре бар, баштарына фуражка кейгәндәр, эҫе булыуға ҡарамай, бүрек кейгәндәре лә, таҡыя кейгәндәре лә, яланбаштары ла бар. Барыһын да ҡоро саң ҡаплаған. Күҙҙәре йылтырап күренә. Тотош йәшелдән кейенгән командир һымаҡ берәүһе Үмәр ҡарт менән Тимерғәле ҡарт янына килеп туҡтаны.
— Һаумыһығыҙ, олатайҙар, ауыл Советығыҙ ҡайҙа? — тип һораны.
— Бик һаубыҙ әле, бик һаубыҙ.
— Ауыл Советы, ана, мәсетте үткәс, ҡыҙыл түбәле өлкән һары өйҙә булыр. Командир:
— Әһә, яҡшы, — тине. Уның яҡшы тураты баҫҡан урынында бер нисә ҡат әйләнде, башын салыҡлап, алғы аяҡтарын күтәреп, еңелсә ҡағып ҡуйҙы. Тик эйәһе уның ауыҙлығын нығыраҡ ҡулға алып, бөйөрөнә ҡамсы менән бер тартҡас ҡына, ыңғайға килеп, юртып китте. Командир, отрядына тура барыу билдәһе итеп, уң ҡулын күтәрҙе. Үҙе алғараҡ сығып, атын атлатып китте. Күтәрелгән ҡулға ҡарап, уның артынан башҡалар ҙа ат өҫтөндә һәлмәк кенә һелкенеп киттеләр.
Үмәр менән Тимерғәле ҡарт урындарынан торҙолар.
— Былар аҡтарға оҡшамайҙар түгелме һуң? Бүтән берәй халыҡмы икән?
— Әллә, былары йомшаҡ күренәләр. Әллә ҡыҙыл партизандар килдеме икән?
— Ни эшләп араларында беҙҙең балалар күренмәне һуң әле?
— Бәй, былары башҡа әтрәттер.
Улар икәүләшеп, өй эргәләп, ауыл Советы яғына йүнәлделәр.
Ҡарттар барып еткәндә, баяғы командир Әхмәҙиҙән кемдә, ҡайҙа тамаҡ туйҙырырға мөмкин, һөт, ҡатыҡ, май кеүек нәмәләрҙе кемдәрҙән һатып алырға була икәнен һорашып тора, уның эргәһендәге бер нисә иптәш командирҙары йыйылышып һөйләшеп, бөтәһе лә тигәндәй тәмәке урап тоҡандырып торалар ине.
Әхмәҙи:
— Туҡтағыҙ, ошонда туҡтарға була. Ә ашау-эсеү инде бында һәр кемдә мөмкин булыр, — тине.
— Ярай улай булһа, беҙ хаҡын түләрбеҙ.
Быны тыңлап торған Тимерғәле менән Үмәр Әхмәҙи эргәһенәрәк килеп:
— Былар кемдәр булалар һуң, аҡтармы, ҡыҙылдармы? — тип шыбырлап һоранылар.
— Былар аҡтар түгел, ҡыҙыл партизандар, — тине Әхмәҙи, — бына уларҙың тамаҡтарын туйҙырырға кәрәк булыр. Тимерғәле ағай, бер икәүһен үҙеңә алып кит. Аҡсаһын бирербеҙ, тиҙәр. Бер нисәһен, атай, үҙебеҙгә алып ҡайт.
— Ярай, ярай, әйҙә барһындар. Һөт, ҡатыҡты ни аҡсаһыҙ ҙа ашатырбыҙ уны, һатып алған ризыҡ түгел әле, мал һөтө, — тине Тимерғәле ҡарт.
— Ашатмай ни, ашатырбыҙ. Бара ғына күрһендәр. Булғанын йәлләмәбеҙ, — тине Үмәр ҡарт. Ул бер аҙ партизандарға ҡарап торҙо ла: — Минең кейәү мәрхүмдең иптәштәрелер инде был егеттәр. Барһындар берүк. Хәлдән килгәнен аямам, — тип өҫтәне. Шунан күҙенә эркелгән йәшен ҡартайып ҡатҡан бармаҡтары менән һөртөп ҡуйҙы. Тәрән көрһөндө. Партизандар уға үҙ балалары кеүек яҡын тойолдолар.
Командир үҙе эргәһендәге икенсе бер кесе командирға ҡарап:
— Йәгеҙ, иптәштәр, хәҙер үк ауылдың тирә-яғына посҡа кешеләр ҡуйығыҙ. Дүрт яҡҡа һәр посҡа икешәр кеше, связь өсөн бер кеше ҡуйығыҙ. Ҡалғандарығыҙ өйҙәргә таралығыҙ. Ашаған өсөн түләргә. Тағы бер тапҡыр әйтәм, иптәштәр, кеше нәмәһенә һорамайынса ҡағылмағыҙ. Үҙегеҙҙе ипле тотоғоҙ. Әгәр ҙә берәүегеҙ бер кешене рәнйетә торған булһа, үҙенә үпкәләр. Штаб ошонда булыр.
— Тыңлайбыҙ, иптәш командир. — Уның янындағы кесе командирҙар, бөтәһе бер юлы честь биреп, таралып киттеләр.
Быға тиклем бандиттар килгән һайын, билалдан ҡасҡан тауыҡ себештәре кеүек, ҡасып-боҫоп бөтә торған халыҡ был партизан отряды менән әллә нисек ҡайнашып, аралашып китте. Улар менән һөйләшәләр, көлөшәләр. Улар араһында гармунсылар, бейеүселәр, йырсылар ҙа бар икән. Ашап, эсеп, ял итеп алғандан һуң, улар йыйылышып, уйнап, бейеп, зыҡ ҡуптылар. Быға ауылдың йәштәре лә ҡатнашты. Бандиттарҙың бәйләнеүенән ҡоттары осоп бөткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бөгөн ирәбе йөрөйҙәр, ҡасмайҙар, партизандарға аш бешереп, сәй ҡайнатып, ҡунаҡ һыйлағандары кеүек, йәһәтләп йөрөйҙәр.
Ауылдан бер юлы ун алты кеше отрядҡа добровольно инде. Улар штабта бындағы тормош, бандиттарҙың йөҙәтеүҙәре, талауҙары, кемдәрҙең уларҙы яҡлауҙары тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр бирҙеләр.
Отрядҡа яҙылған егеттәр янында, партизандарҙы үҙенең яҡындары кеүек эҫе күреп, Тимербулат та ураңғып йөрөй. Әле генә отрядҡа яҙылған Хөсәйен Тимербулатты командирға күрһәтте:
— Фролов иптәш, бына бандиттар үлтергән Айбулат ағайҙың улы, — тине. Командир:
— Ә, Айдаровтың улымы ни? — тип, ул йәлләгән, иркәләгән күҙҙәре менән Тимербулатҡа ҡараны. Уны үҙенең янына саҡырып алып һораша башланы:
— Һин Айбулат ағайҙың улымы?
— Эйе.
Фролов Тимербулаттың был тиклем атаһына оҡшағанлығына иҫе китте. Уның һөйләгәндә ҙур ҡара күҙҙәрен һирпеп ҡуйыуы, үтә ҡыйыулығы, һәр нәмәгә ентекләп ҡарауы, ҡыр танауы, ауыҙының аҙыраҡ ослайып тороуы, хатта тауышының да ҡалынса көр булыуы, бөтәһе лә уға яҡын иптәше Айбулатты күҙ алдына баҫтырҙылар.
— Тағы кемдәрегеҙ бар?
— Ике ҡыҙ туғаным бар. — Тимербулат, һүҙҙән туҡтай биреп, башын түбән баҫты ла: — Әсәйемде бандиттар алып киттеләр, — тине.
Фроловтың ҡаштары йыйырылды, асыуы килеп, тешен ҡыҫты. Уң ҡулы менән билендәге ҡылысының эфесына таянып, ергә ҡараны.
Тимербулат иртәнән бирле кемгә барып, ҡайһылай итеп әйтергә белмәй йөрөгән үҙенең мөһим уйын командирҙың йомшаҡ һүҙҙәре йоғонтоһо менән үҙенән-үҙе әйтеп бирҙе:
— Командир ағай, мине лә отрядҡа яҙ!
Командирҙың уйсан йөҙө көлөмһөрәп, шаян төҫкә әйләнде. Һоро күҙҙәрен көлдөрөп Тимербулатҡа ҡараны:
— Ә-ә... ҡыҙыл партизан булырға итәһеңме ни, әйҙә. Атайыңдың урынына партизан булып ал да дошмандарҙан уның үсен алырһың. Нисә йәштәһең һуң?
— Ун биш тулып ун алтыға сыҡтым.
— У-у, полный егет булғанһың, әйҙә! Мылтыҡ ата беләһеңме һуң?
— Аҙыраҡ беләм, өйрәнермен.
Улар янына килеп еткән Исмәғил дә йөпләп ҡушылды.
— Ул бик боевой егет. Хәҙер өйрәнер. Үҙе союз молодежи ағзаһы.
Командир, баҫҡыста ултырған еренән тороп, отрядына хәбәр итте:
— Иптәштәр, бына тағы бер доброволец. — Ул Тимербулатты, яурынынан ҡосаҡлап, партизандарға күрһәтте.
Иптәштәре, шаулашып ултырған ерҙәренән боролоп, быларға ҡаранылар.
— Бына ул, вояка, ҡарағыҙ! — тине командир. Партизандар шаулашып, көлөшөп ебәрҙеләр. Араларындағы рус иптәштәре:
— Молодец!
— Исеме кем? — тип ҡысҡырып һораштылар.
— Тимербулат Айдаров, — тип асыҡлап таныштырҙы командир.
Тимербулат был туғандарса шатлыҡлы шау-шыуҙан аҙыраҡ оялып ҡыҙарҙы, ләкин бирешмәне. Үҙен өлкәндәр араһында өлкән кеүек хис итә башланы.
Ул, ҡыуанып, өйөнә йүгереп ҡайтты. Ахылдап, Шәрифә инәһенә һөйләне:
— Инәй, мин отрядҡа индем. Хәҙер китәм, — тине ул. Шәрифә аптырап китте:
— Ни юҡты һөйләйһең! Кит, алйот, башымды әйләндереп йөрөмә. Анау быҙау әллә ҡайҙа сығып киткән, ҡарап алып ҡайт! — тине.
— Юҡ, инәй, мин яҙылдым инде. Ҡайҙа минең күлдәк-ыштан? Инәй, ҡайҙа тием? Таҡыям да әллә ҡайҙа...
Ул, шулай йүгерекләп, аҡтарынып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙе. Ямаулы күлдәк-ыштандарын тапты. Бөтә аламаларҙы аҡтарып бөтөрҙө.
Шәрифә әбей орошоп та, асыуланып та, илап та ҡараны, ләкин Тимербулат быларҙың береһенә лә ҡараманы.
— Юҡ, инәй, мин барыбер китәм. Илама, инәй. Һин Әлфиә менән Ғәйшәне ҡарап торорһоң әле. Ниңә илайһың инде?
— Иламай ни, атайың юғалды, әсәйең юғалды, инде һин китәһең. Мин, ҡарт кеше, ҡалайтып барыһын да күтәрәйем. — Шәрифә әбей еңдәре менән күҙҙәрен һөрттө.
Тимербулат, ҡыҙыулығын аҙыраҡ баҫып:
— Ниңә мин юғалайым, ти. Мин, бәлки, әсәйемде табып ҡайтырмын.
— Таптың, һиңә ҡалған. Был тиклем үҙ һүҙле булырһың икән!
Тимербулат туғандарының әле береһен, әле икенсеһен тотоп яратты. Уларҙы ҡалдырыу бик йәл ине. Ләкин ул, шатлығынан, был юлы иламаны ла. Әйтерһең, уның атаһы терелде, йәки әсәһе әйләнеп ҡайтты.
Шәрифә әбей уны еңә алмағас:
— Тамағың ас бит, исмаһам, ҡатыҡ эс, — тине.
— Бир, эсәм.
Ул унан-бынан ғына ҡатыҡ эсте лә тағы штабҡа китте.
Урамдан барғанда, һулаҡай яҡта, Сабира еңгәләрҙең өй артында, бер төркөм партизандар гармунға ҡушылып, “Ҡом бураны” көйөнә йырлашып ултыралар ине. Ул, аҙыраҡ туҡтап, йырҙарын отоп алды:
Уралдары, Уралдары,
Таш икән урамдары,
Башты түгел, ташты вата
Большевик ҡоралдары.
Йымлайҙар, туҡтап һөйләшәләр, шаулап көлөшөп алалар, ял итәләр ине.
Ҡояш байыны, ай ҡалҡты. Кис, матур йәйге һалҡын кис ине.
Отряд, килгәндәге кеүек, яңынан тейәнеп, йыйынып, китергә бойороҡ көтөп, урамға теҙелде.
Тимербулатты бәләкәйерәк кенә ҡара тумалаҡ атҡа мендерҙеләр. Ул ҡырҡып яһалған бәләкәс мылтыҡты арҡаһына аҫты. Аттың бауырлығын күтәреп, ҡуржындағы ваҡ-төйәген тартып бәйләне. Эйәренә яҡшылап ҡайҡая биреп ултырып, иптәштәре рәтенә теҙелде.
Инде партизандарҙың төҫтәренә көндөҙгө шаянлыҡ урынына етдилек сыҡҡан. Барыһы ла өндәшмәйҙәр, өндәшкәндәре лә бик аҡрын һөйләшә. Тимербулат, улар ыңғайына ҡаштарын йыйырып, командирға ҡарап тора ине. Уның һул яғынан берәү килеп:
— Йә, улым, хуш инде, — тине.
Ул Тимербулаттың олатаһы Үмәр ине.
— Һау йөрө, батыр бул. Яҡшы кешеләр менән китәһең, әрәм булмаҫһың, хуш, — тине.
Тимербулат олатаһына ҡул биреп хушлашты. — Ярар, олатай, һин әйткәндәрҙе онотмам, — тине. Унан һуң Тимербулат янына Шәрифә инәһе килде.
— Улым, хуш инде, һау йөрө. Хат яҙ, — ул күҙ йәштәрен һөрттө, Тимербулаттың өҙәңгегә баҫҡан аяҡтарын һөйҙө.
— Хуш, инәй, — тине Тимербулат. Уның йөҙө тыныс ине. — Хат яҙырһың. Әсәйем мин юҡта ҡайтып килһә, әйтерһең, улың ҡыҙыл партизан булып китте, тиерһең.
— Ай бала, бала... — тине Шәрифә әбей. Үҙе ситкәрәк тайпылды. Улар Үмәр ҡарт менән икәүләп, отряд ҡуҙғалып киткәнсе, шунда ҡарап тороп, оҙатып ҡалдылар.
Фролов:
— Прямо шагом марш! — тип команда бирҙе.
Отряд ҡуҙғалып китте. Көндөҙ килгәндәге кеүек, арбалар шылтыраны, аттар бышҡырышты. Кешеләрҙең гөмбөр-гөмбөр һөйләшкән тауыштары, партизанлыҡҡа яҙылыусыларҙы оҙатыусыларҙың хушлашыуҙары ишетелде.
Отряд ай ҡалҡҡан яҡ тауҙы артылып төшә башланы. Ана, алда командир Фролов бара. Уның артында биш-алты рәт өсәр-өсәр теҙелгән һыбайлылар, унан арбалар, йөктәр тауҙың башына менәләр ҙә, һарҡыуға төшөп, күҙҙән юғалалар.
Улар артынан, көндөҙгө кеүек үк, саң күтәрелде, ай яҡтыһын тоноғайтты. Шалтыр-шолтор иткән тауыштар, алыҫая-алыҫая барып, бөтөнләй тынды. Бер аҙҙан ауыл шып-шым булып ҡалды.
Шәрифә әбей, өйгә ҡайтып, ике бала янына ятты. Ауыр итеп көрһөндө. Өй эсе тыныс. Ишек алдында ятҡан һыйыр ғына, ныҡ туйып ҡайтҡан ахыры, буфф итеп тын ала ла, тағы ла үҙенең көйөшөн көйшәй башлай, Ҡашҡар, бөкләнеп ятып, ишек төбөндә йоҡлай.
Ауылда шылт иткән тауыш юҡ. Ул бөтә өйҙәре, кешеләре, малдары, кәртә-ҡуралары менән тау итәгендә, ай яҡтыһында тынып ята. Ауыл өҫтөн тыныс ҡына, тигеҙ генә яҡтыртҡан ай Ырғыҙ йылғаһының тулҡындарында өнһөҙ шаяра, уның көмөш тауышлы тоноҡ һыуында йымылдай.
Достарыңызбен бөлісу: |