Рабочая программа по родному (башкирскому) языку для 5 классов
2015-2016 учебный год
Аңлатма яҙыу
Эш программаһы «10-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
-
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
-
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:
-
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Танып белеү маҡсаты.
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
Үҫтереү маҡсаты.
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты.
Тәрбиәүи маҡсат.
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
Белем биреү маҡсаты.
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
Ишетеп аңлау (аудирование):
1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
Уҡыу телмәрен үҫтереү:
1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
2)текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
Яҙыу телмәрен үҫтереү
1) айырым һөйләмдәрҙе, текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
2) матур яҙыу күнекмәләре;
3) байрам открыткалары яҙыу;
4) диктант яҙыу.
Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластарында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүҙе өс баҫҡысҡа бүлергә мөмкин. Икенсе баҫҡысы 5-9 кластарға тура килә. 5-се класта маҡсат – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы тураһында белем биреү.
Материал еңелдән ауырға ауырға барыуы принцибына ярашлы урынлашҡан. Йөкмөткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, жанр принцибы һаҡланды. Фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы , азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған, балаларға төплө белем бирерҙәй, милли аң уятырҙай әҫәрҙәр алынған. Әҙәбиәт теорияһы буйынса материалдар әҫәр менән бәйләп өйрәнелә.Тел һәм әҙәбиәт материалы аралашып килә.
Уҡыу планында предметтың урыны
Яңы стандарт буйынса урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте мотлаҡ уҡытыла торған фәндәр исемлегенә индерелғән һәм аҙнаһына уларҙы ике сәғәт үткәреү ҡаралған.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, балалар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейеш.
Шәхси һөҙөмтәләр:
башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү:
башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;
яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни ятҡан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;
туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белеү.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаклап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләм итеп төҙөү, һорау биреү, үҙенә ҡарата бирелғән һорауға яуап ҡайтара белеү;
үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынсы еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалашыу.
Предмет һөҙөмтәләр:
әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында төшөнсәләрҙе үҙләштереү;
аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтеү, яҙма телмәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;
үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);
төрлө телмәр эшмәкәрлеген (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу), телмәр этикетын камиллаштырыу, үҙ эшен баһалау;
әҙәбиәтте төп милли-мәҙәни ҡиммәте итеп аңлау.
Уҡыу предметының йөкмәткеһе
Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
С. Муллабаев. “Шатлыҡлы иртә”.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. “Туған тел”. Р. Ғарипов. “Туған тел”.
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
“Әминбәк” (башҡорт халыҡ әкиәте).
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
К. Кинйәбулатова. “Көҙ еткәс”. Ф. Рәхимғолова. “Көҙгө Урал”. Р. Ғарипов. “Торналар”. Н. Иҙелбай. “Дүрт миҙгел”.
Б. Ноғоманов. “Йәйбикә менән Көҙбикә”.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу.
Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. “Сыйырсыҡ балаһы”. А. Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. “Тыуган ер”. Д. Бураҡаев. “Урал тауҙары”. “Тыуған ер” (ҡобайыр). Т. Ғәниева. “Уралиә тигән ил” (әкиәт).
Р. Ниғмәти. “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. “Мин – Башҡортостандан”. Ә. Вахитов. “Аҡһаҡал аманаты”.
“Минең тыуған төйәгем” темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. “Ҡыҙыҡ һүҙ”. Ф. Иҫәнғолов. “Хәмит күпере”. “Йылмайыу”. Р. Ғарипов. “Алма”.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
С. Әлибаев. “Ҡыш”. Н. Мусин. “Ҡоралайҙар”. В. Әхмәҙиев. “Ҡышҡы урманда”. Ҡ. Даян. “Шыршы”. М. Кәрим. “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”.
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
Р. Солтангәрәев. “Эшләп ашаһаң”. З. Биишева. “Йәшәү – хеҙмәт”. Ф. туғыҙбаева. “Яңы күлдәк”. “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. “Минең буласаҡ һөнәрем” темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. Д. Бүләков. “Яралы китап”. Ғ. Рамазанов. “Ағайым хаты”. Ә. Вахитов. “Өс бөртөк бойҙай”. М. Кәрим. “Дан кәпәс түгел”.
Н. Мусин. “Атайымдың ос һәнәге”.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.
Ә. Әминев. “Әсикмәк”. Ф. Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем ҡулы”. “Әсә йөрәге” (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. “Таҫтамал”.
К. Кинйәбулатова. “Әсә күңеле”.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Р. Назаров. “Яҙ килә”. З. Хисмәтуллин. “Сыйырсыҡ”. С. Әлибаев. “Яҙҙы кем килтергән?” М. Кәрим. “Һеңлемдең төшө”.
Ҡ. Даян. “Торналар”. Р. Ғарипов. “Һабантурғай йыры”.
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
“Айыу менән бал ҡорттары” башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. “Ҡарһылыу менән Яҙһылыу”. Ғ. Хисамов. “Аҡъяурын сал бөркөт”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
М. Кәрим. “Өс таған” повесынан өҙөктәр.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
А. Игебаев. “Еңеү көнө”. К. Мәргән. “Ҡурайсының үлеме”. Р. Ниғмәти. “Еңеүселәргә дан”. В. Исхаҡов. “Миҙал һәм малай”.
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р. Назаров. “Тракторсы йыры”. З. Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. С. Агиш. “Турыҡай”. М. Ғафури. “Һарыҡты кем ашаған?”
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
С. Муллабаев. “Йомарт йәй”. Б. Рафиҡов. “Йондоҙ һанаусы малай”. М. Кәрим. “Ап-аҡ мөғжизә”.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленән контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Контроль эштәр мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, байрам көндәре алдынан һәм артынан, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
-
контроль күсереү – 1,
-
һорауҙарға яуап – 1,
-
контроль диктант – 2,
-
изложение – 1;
-
инша – 2.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, шәмбелә, дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
1) Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
2) Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
3) Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
1) тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
2) үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
3) Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа, телендә, телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин
1) Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
2) әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
3) Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа, телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа, уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.
Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы кластың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
1) теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,
2) яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
Билдә
|
Баһалауҙың төп критерийҙары
|
Йөкмәтке һәм телмәр
|
грамоталылыҡ
|
«5»
|
1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.
2.Фактик хаталар юҡ.
3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.
4.Эштең һүҙлеге бай.
5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-1,телмәр яғынан 1 кәмселек булырға мөмкин.
|
1орфографик, 1 пунктуацион йә 1 грамматик хата булыуы мөмкин.
|
“4”
|
1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).
2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.
3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.
4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.
5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 2,телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.
|
2орфографик,2пунктуацион йәки 1 орфографик,
3 пунктуацион йәки 4пунктуацион,
2 грамматик хата
|
“3”
|
1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.
2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.
3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.
4.Эштә йөкмәтке яғынан -4,телмәре яғынан 5 хата булыуы мөмкин.
|
4 орфографик,4 пунктуацион,
4 грамматик хата
3/5,3/7
|
“2”
|
1.Эш теманы асмай.
2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.
3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.
4.Эштең йөкмәткеһендә – 8, телмәрендә - 7-нән күберәк хата ебәрелгән.
|
7/7,6/8,5/9,8/8 орфографик/пунктуацион,7грамматик хата .
|
Достарыңызбен бөлісу: |