Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет12/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   26

ТИЛБЕР КҮКЕН ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТ
Тилберҙәрҙән тилбер күкен йәшәгән, ти, дпңгеҙҙә. Бәләкәй генә булһа ла, ул шундай шәп һәләттәргә ирешкән: теләһә, күҙ асып йомғансы һыу өҫтөнә ярып сығып, бер аршын юғары ырғылыр, теләһә, бер аршын һыу аҫтына сумыр икән. Бер ваҡыт ул балыҡ-ҡәрҙәштәренең алдына баҫҡан да былай тигән:

— Күк йөҙе көн кеүек асыҡ — үрҙән бөтәһе лә күренә. Ә бына аҫта ни ятҡаны ҡараңғы.

-- Эйе, ҡараңғы, — тип дөрөҫләгән балыҡтар.

-- Бына мин шунда сумып, диңгеҙ төбөнөң ҡомон алып сығырға әле ниәт.

-- Бик яҡшы, — тигәндәр ҡәрҙәштәре. — Тилбер йән тиһәләр ҙә, диңгеҙ төбөн баҡҡаныбыҙ юҡ ине, һиңә яҙғандыр, күрәһең. Тик бының өсөн ҡайһы берәүҙәрҙән кәңәш алырға кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙән дә төптәрәк алабуға, унан аҫтараҡ ҡыҙылгүҙ, унан ары ҡыҫала йәшәй, тиҙәр...

-- Сөскөрҙөм мин уларға! — тигән, ти, был тилбер күкен. — Мин үҙем, күҙ асып йомғансы, бер аршынға зөмбөрррт-сумам!

-- Шулай ҙа белгән халайыҡтан һорашып белһәң, бер ҡасан да хур булмаҫһың, тигәндәр боронғолар.

-- Фи! Улар белгәнде мин киптереп элгән!

-- Ярай, — килешкән ҡәрҙәштәре. — Диңгеҙ төбө бик тәрән, тиҙәр, эсебеҙҙәге күшкәт-ҡыуыҡ аҫҡа ебәрмәй тарта ла тарта, тиҙәр, нисек сумырһың икән?

-- Батырмыс тағып.

-- Ҡайҙан алып?

-- Ул үҙе көн дә иртә менән супылдап һыуға төшә.

-- Ҡалҡыуыс, тип әйт, — тигән, ти, берәү, күпте күргәнгә һалышып. Ләкин тилбер күкен бармаҡ төртөп мәсхәрәләгән:

-- Ҡалҡыуысҡа ҡушарланып күккә ҡалҡҡан алйоттарҙы күргән бар. Ә мин иһә батырмысҡа баҫырауланып сумам.

-- Нисек баҫырауланаһың?

-- Батырмысты тешләйем дә ҡушарланып баштүбән төшәм дә китәм — зөмбөрррт!

-- Ә ауыҙ асып, һулыш алырға тура килһә? Батырмысың ысҡынһа?

-- Белдем. Мин батырмысты түгел, ә батырмыс осондағы кәкре ҡойроғон ҡабам. Уның ауыҙҙан ысҡынмай торған ҡойроҡ икәнен беләм.

-- Ысҡынмаймы, әллә ысҡындырмаймы?.. Шул хаҡта ныҡлап уйлап ҡарасы әле. Ҡойроҡ тигәнең кәкре ҡармаҡ булып ҡуймағайы, беләһеңме?..

-- Һин белгәнде мин күптән киптереп элгән!

-- Ҡармаҡ үҙе — батырмыс менән, батырмыс — ҡалҡыуыс менән, ҡалҡыуыс — ҡыуал менән, ҡыуал — ҡарыш ҡул менән ныҡ тоташҡан, тигән хәбәр ҙә йөрөй... Шул турала кәңәшләшеп, баяғыса, донъя кургән халайыҡтарҙан һорашып белмәк кәрәк.

-- Фи! Беҙ үҙебеҙ донъя күргән, тулҡындарҙың аҫтын-өҫтөн иңләп-буйлап йөрөгән!

Шулай тигән дә, ти, тилбер күкен, батырмыс осондағы кәкре «ҡойроҡ»то һупылдата ҡабып, төпкә сумған. Берәү ҙә был һәләкәтле аҙымдан тыя алмаған. Бөтәһен дә тилбер күкендең ҡыйыулығы, яҡшы теләге арбаған. Тилбер күкен иһә үҙен күкендәр донъяһындағы иң тилбер, иң зирәк, иң аҡыллы баһадир итеп тойған.

-- Ә аҙағы?

-- Хәйләкәр ҡармаҡ эйәһенең ҡыҙыу табаһына барып тоташа инде аҙағы...

-- Мине, тилбер күкен, тимәксеһегеҙ?

-- Шулай булып ҡуйма, тим. — Ҡотлоев күптәнге шәкертенең яурынына ҡулын һалды. — Их!.. Халыҡ тарихы бит ул, хөрмәтле мырҙам, ысынлап та, иңләп сыҡҡыһыҙ диңгеҙ! Осһоҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙ! Океан! Беҙ әле уның алабуға йөҙөп йөрөмәле ала-ҡола ҡатламын ғына беләбеҙ. Шуға таянып, диңгеҙ төбө хаҡында фекер йөрөтәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр тилбер күкендән дә йылғыр: тулҡын һыртын ярып үтә лә океан иңләнем тип белә. Ә ҡыҫалалар ҡышлай торған ерҙе (урыҫтар әйтмешләй) асып һалыу —алдараҡ әле... Ул бәхет, бәлки, бына һинең кеүектәр өлөшөнә тейер, эйе. — Ҡартлас хискә бирелде. — Ә бар ине бит башҡорт тарих фәненең дә тилбер күкен тәрәнлеген генә ҡармап йөҙөрҙәй сағы... Революциянан һуң ине ул, Башҡортостанда Совет власының яңы урынлашҡан мәле. Владимир Ильич Лениндың туранан-тура хәстәрлегендә беҙҙе — Ҡыҙыл Армияның аңлы доброволецтарын — фронттан саҡыртып алдылар, ҡылыс-маузерҙарыбыҙҙы һалдыртып, парта араһына фән ҡәлғәләрен яуларға ҡушып ҡуйҙылар. Беҙ, төрлә яҡтың төрлө милләт улдары, пролетариат дәүләте асҡан иң юғары мәктәп — ҡыҙыл профессураның тәүге курсанттары инек. Һуңынан һәр беребеҙ үҙ төбәктәренә таралып, беренсе ҡыҙыл профессорҙар ҙа булдыҡ. Беҙгә ғилем диңгеҙенең тәрәнлектәрен тәүге аршындан башлап үлсәргә тура килде. Ә һин девон ҡатланымынан да арыраҡ үтергә, тиһең.

-- Үтәсәкбеҙ, Йәмил Ҡотлоевич, үтәсәкбеҙ!

-- Тик ҡасан?

-- Кисекмәҫтән!

-- Их уҙаман, теге тилбер күкендәй, ҡыҙыу табаға тарып ҡуймаһаң ярар ине. Яңғыҙың тыбырсынаһың...

-- Яңғыҙ түгел, Йәмил Ҡотлоевич, Асҡар Ҡотлоев та миңә фекерҙәш.

-- Кем, минең улыммы?

-- Һеҙҙең улығыҙ, Йәмил Ҡотлоевич.

-- Һе!.. – Профессор, бошоноуҙан тулҡынланып, торҙо, иҙән буйынса йөрөндө. – Бына ҡайҙа бара бит ул донъялар... Яҡыныраҡ килеп, тегенең башынан һыйпаны. -- Әммә һиңә, мырҙам, шулай ҙа иң элек аспирантура тамамлау фарыз, юҡһа бырауыңдың осо тупраҡ ҡатламында уҡ тупарланыр. Бына шулай, Ҡондоҙбай, биғәйбә... – Ҡоро ғына хушлашты. Профессор кәңәшендә зарури хаҡлыҡ бар ине.

Тарих фәне буйынса аспирантура тамамларға йыйыныуын һөйләгәс, өйҙәгеләр аймылыш булып ҡалды. Бисә лә, ҡәйнә лә ауыҙҙарына һыу уртлағандай ултырҙы.

-- Йә, был эшкә нисек ҡарайһығыҙ? — Ғәйепле йән тынлыҡты үҙе өҙҙө.

-- Кем булырға теләйем тинең әле, кейәү-балаҡай?

-- Аспирант.

-- Ас-бирән-эт?!. — Ҡәйнә-ҡарсыҡтың ике бөртөк һары ҡыл тырпайған көлсәләй ләпшек ирендәре йәмрәйҙе. — Дөрөҫ аңланыммы, кейәү-балаҡай?

-- Әсәй! — тине Гөлзифа.

-- Ярай, «ас-бирән-эт» тә булмаһын, ти. Кеҫәләреңә нисә мең тәңкә көмөш көрәлеп төшәсәк?

Көмөш тәңкәләрҙең көрәп алынмаясағы беленгәс, фатирҙы дөйөм һалҡын тынлыҡ биләне.

-- Белемең буйынса үҙең — филолог, үҙең... тарих фәнен көҫәйһең... — Тешегеп ҡатҡан яңағын саҡ ҡуҙғалтты Гөлзифаһы. Тауышы дерелдәп өҫтәне: — Ә беҙ һине, берәй тарихи поэмаға йәки трагедияға тотонғандыр тигәйнек... Әҙәбиәттә тарихи теманың баҙары күтәрелә...

-- Юҡ-юҡ, башҡа һыйырлыҡ түгел! — тип сәркелдәне ҡәйнә-ҡарсыҡ. Ҡатынының керпектәре сыланды:

-- Ғүмер буйы ас-яланғас интегәсәкбеҙ икән... Һаҡлыҡ кенәгәһендәген хәҙерҙән ашап бөтөп...

-- Минең үҙ пенсиям үҙемә еткән, йәшәргә лә күп ҡалмаған. Утыҙ етенсе йыл кире әйләнеп ҡайтмаҫ тимә!

-- Әсәй, ииңә бында утыҙ етенсе йыл?!

-- Аһ-аһ, ни өсөн һаҡлыҡ кенәгәһе тотабыҙ?!

-- Уф, тағы ла шул йәнгә тейгән ҡомһоҙлоҡ кенәгәһе!.. — Ҡушҡуллап башын тотто Йәүҙәт.

-- Бер тинең дә ҡалмаһа, бәхетеңдең ни икәнен тойорһоң!

-- Их, аҡсаламы ни бәхет?!

-- Ә нимәлә улайһа, нимәлә?! — Гөлзифаға ут ҡапты.— Чистай хәйерсеһе ҡылырға итәһеңме әллә мине? Мин кемдән кәм?! — Өҙгөләнеп һулҡылданы. — Таҫма тел, ҡайҙа китте теге саҡта биргән вәғәҙәләрең?!

Ике күҙе маңлайына күскән ир кеше йән әсеһе кисерҙе:

-- Ғүмерем буйына былай ҡалмам! Аспирантура тамамлап, диссертация яҡлаһам, беләһегеҙме, фән кандидаттары күпме ала? Тығылдырырмын туймаҫ тамағығыҙҙы!

-- Пөшшш... Өс бөртөк ярмаһын ҡалай эре ярҙыра — йә алтындан теш ҡуйыусы техник, йә ит сабыусы, йә һатыусы тиерһең үҙен...

-- Улары кем шул хәтлем?

-- Бер генә фән кандидатының да, хатта докторҙарының да, шулар кеүек, балға-майға ғына сумып, быуыны һайын алтын-көмөш ялҡылдатып, үҙ машинаһына ултырып йөрөгәнен күргәнем юҡ әле! — тине ҡәйнәһе.

-- Һин кандидат булғансы, пенсияға ла кандидат булырбыҙ әле. Һаҡалың билеңә тиңәлгәс кенә тарих иҫеңә төшкән!

-- Аңла, башҡаса мөмкин түгел! Тарихты белмәй тороп, мин халҡыма тоғро хеҙмәт итерлек әҙип тә була алмайым! — тине Йәүҙәт, ҡатынының логикаһына ҡаршы тороу ҡыйынлығынан миктәп.

-- Эсем ауырыуы, тиреҫ араһынан шытҡан Геродот! — Гөлзифаһы, һауыт-һаба ҡосаҡлап, кухняға аҙымланы. Һемәк аҫтында һыу сыжлау, ҡашығаяҡ шалтырауға ҡушылып: — Тарихһыҙ ҙа сәхнәләрҙе дер-һелкетеп йөрөгән бар! — тип ишетелде. —Һе! Пегасыңды минең Муза итәгенә тағып ҡына кеше булғаныңды онотма!

-- Музаңды һин әллә ҡасан уҡ тишекле тингә алмаштырҙың!

-- Теймә минең Музама! -- Ҡатыны күҙен алартып килеп сыҡты.

-- Ә һин минең Пегасыма ҡағылма!

-- Ташҡүлсәйем! Һинең ҡорсаңғы Пегасыңды һуҡыр тингә алыусылар ҙа юҡ бит!

-- Ҡуй-ҡуй, етте, ҡыҙым. Бар, эшеңдә бул! Эйе, кейәү. Һинең урының — сәхнәләрҙә ине шул. Көллө данныйҙарың шуға тартып тора. Бынамын тигән буй-һының, тауышың. Икегеҙ тиң концерт ҡуйып йөрөгәндә ил-гәләмде таң ҡалдыра инегеҙ. Араларығыҙ ҙа боҙолошмай ине.

—Ул күптән инде коммунизмда йәшәй бит, — Ауыртҡан урындан эләктерҙе Гөлзифа. Күҙҙәрен йәш томаланы. — Уның ни, эш рәхәт: ҡайтһа — ашарға әҙер, китһә — өҫ-башы йыуылған, үтекләнгән. Аҡса табырға ла кәрәкмәй.

—Ярай, бынан һуң бешермәҫһең, йыумаҫһың.

Илау нисек башланһа, шул уҡ тиҙлектә тымды ла:

—Үҙен генә ҡайғыртыусы үҙһөйәр — бына кем һин! Тик үҙеңде хаҡлы һанап, бер иле лә сигенергә теләмәйһең!

Эйе, Йәүҙәт хаҡында ғәҙел әйтелә һымаҡ ине был һүҙҙәр. Тәржемәи хәленән күренеүенсә, бындай йәндәр үҙенең хаҡ моратына барыһын да үҙ елкәһендә татып, юғалтыуҙар һәм табыштар биргән асы хәҡиҡәтте үҙенең елек майына һеңдереп килә һәм һин уны хәҡиҡәтенән тайҙыртып ҡына ҡара! Берәй нәмәне дөрөҫ тип таба икән, ауыҙ-моронон ҡанатыр, Гөлзифаһы әйтмешләй, кирегә бөткән ишәк кеүек, аяҡтарын беҙләндереп ҡарышыр... Күбәләктәй күрәләтә утҡа оса бит ана — саҡ ҡына үҙен йәлләһә ни була инде, тип ҡызғанып та ҡуйырҙар. Маңлай менән ҡая ярмаҡсы ахмаҡ, тип көлөрҙәр. Ҡыйыш атып тура тейҙерергә өйрән — Галилейҙан өлгө ал, тип тә ебәрерҙәр фәндең эт ҡайышына әйләнгән ғөләмәләр. Ләкин донъя ҡуласаһын өйрөлтөүсе — Галилейҙар түгел бит! Әҙәм балалары ергә тыуа-тыуғандан алып, донъя ҡуласаһын Урал батырҙар, Джордано Бруно һәм Туйгилде Йүләковтар39, Николай Вавиловтар40 матҡып тотоп әйләндергән. Былар — сәйер һәм тынғыһыҙ тоҡомдоң вулкандары, сағыллы тау үрҙәре. Ләкин улар, сағылдар, Йәүҙәт Әғләм улы кеүек вулкан тоҡомонан торған, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙан айырылып күҙгә күренеп тә бармаған иҫәпһеҙ күп ҡырлаларға таяна...

«Өйҙәге буран»дың саманан сығып көсәйеүен тойған ҡәйнә ашығыс ярҙамға сапты.

-- Йә, етер, ҡыҙым, сабыр ит. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә. Ә һин, кейәү, һыйыр тулаһа — аттан яман, тигәндәрен онотма, ир булып ҡал.

-- Күпме түҙергә мөмкин, әсәй? Уның ирлеген дә ташҡүлсәйем! Ни бутҡа, ни өйрә, тигәндәй...

-- Ҡыҙым!

-- Тарихсы булған, имеш! Бот сабып көлә халыҡ! Хәкимуллин үҙе көлә. Тарихтың беҙ, тарихсылар, осона сыға алмағайныҡ, инде һинең артист ирең төбөнә төшөргә итә икән, ти. Һин сәйнәгәндең улар итен мөнйөгән. Ғалимлыҡҡа, аяғың керһә, башың кермәгән көйөңсә, ат яманы тайға эйәргәндәй, Ҡотлоевтың алтын сөрөк малайына тағылып, шуның сейле-бешле «ғилми» һүҙҙәрен ҡеүәтләп йөрөйһөң тағы. Әллә ептәй муйыныңа Хәкимуллиндың ҡулы етмәҙ тиһеңме?! Кисә генә ярандарының береһе, ерле юҡтан шаяртҡан булып, йәмһеҙ таҡмағын тирә...

Йәүҙәт йөрәген эске яҡтан тышҡа ҡаратып меңәрләгән ваҡ энәләр сәнскәндәй һыҙланды:

-- Нимә тип?

-- «Тауыҡ менгән ситәнгә кикрикүк итергә. Йәүҙәт артист ғалим булған, инде ни хәл итергә!» — тип.

-- Кем ул?

-- Кем булһын, тарихсыларың...

-- Тарихсылар әйтмәҫ быны...

-- Һүҙ – эйәһе менән йөрөй, имзаһын һалып ҡалдырмай.

-- Күңелеңә ауыр алма, кейәүкәйем, — көтөп торғандай әлеп алды ҡәйнәһе. — Үҙеңдең әҙәм ыңғайына килмәгән йүнһеҙ характерың менән өйҙәгеләрҙе генә түгел, ә көллө институт кешеләрен дә биҙҙертеп бөттөң. «Киренең киреһе» тигән даның үҙеңдән алда йөрөй... Кисә баяғы Хәкимуллиндың буласаҡ ҡәйнәһе әйтә...

Йәүҙәт, себен ҡыуғандай, ҡулдарын болғап, күҙҙәрен сытырлатып йомдо:

—Етте, ҡәйнәләр һүҙенән бүктем.

— Бәй-бәй-бәй, ҡалай тамағының төбө менән аҡыра! Ҡыҙым, ишеттеңме, әсәйеңә нимә ти Ҡондоҙбайың?

-- Ул шулай үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле ҡондоҙ булып тыуған инде.

-- Эйе, үҙ һүҙле! Сөнки әйтер һүҙем бар!

-- Һүҙ әйтәм тип, һин, кейәү-балаҡай, асһаң үпкәһе күренеп торған ауыҙыңды күтәрмә, ни күтәргәнеңде бел!

-- Фәндә проблема күтәрәм!

-- Пөшшш... Был заманда кемгә хәжәт һинең, — элекке яугир командир ҡатыны нәүбәттәге һүҙ уйнатыуынан кинәнде, — парабеллум41 күтәреүең!

-- Әсәй, парабеллум түгел — проблема, ти!

-- Булһа ни. Кәрәк икән — күренеклеләр күтәрһен, профессор һәм академиктар ауыҙ тултырып әйтһен!

Бер уйлаһаң, ҡәйнә һүҙендә лә ғәҙеллек бар һымаҡ. Ысынлап та, хатта аспирантура ла бөтмәгән, фән кандидаты ла булмаған көйө, ҡатыны әйтмешләй, бәп-бәләкәй башы менән ниңә күк кеөмбәҙен төкөп тишергә үрһәләнә? Тарих фәнендә хәҡиҡәт әйтеү монополияһы Йәмил Ҡотлоев менән уның тоғро ғилми вариҫы Йыһандар Хәкимуллин ҡулында йомарлап тотолғанда?!. Бәлки, һеҙ ҙә шулай уйлап ҡуяһығыҙҙыр, хөрмәтле уҡыусым. Тик шуны онотмайыҡ: монополияға әйләнһә, хәҡиҡәт тә сөрөкләнеп ыуала, ялғанға әүерелә. Шуға күрә тәбиғәт үҙе быға ҡаршы көрәшә — Брунолары етешмәгән ерҙә Ҡондоҙбаевтарын яуға аяҡландыра. Шуны анык иҫтә тоторға кәрәк: инде беҙҙең барыбыҙ өсөн бер үҙе яулашыр Урал батырыбыҙ юҡ, ул үҙенең хәҡиҡәтле йәншишмәһен һәр беребеҙгә тиң бүлеп биреп ҡалдырған. Хәҡиҡәт хаҡына һәр беребеҙ үҙ урынында Урал батыр бурысын үтәргә тейеш!

Йәүҙәт Әғләм улы таралған зиһенен йыйған арала:

-- Ә ул Йыһандар Илһамдаровичтың арҡа терәге — буласаҡ ҡайнатаһы ҡайһы урында ултырғанын беләһеңме? — тип һынау алды ҡарсыҡ.

-- Ҡәйнәм, мин кемдәрҙеңдер ғаилә шәжәрәһе менән түгел, ә халыҡ тарихы менән шөғөлләнәм.

-- Аяныс.

-- Әсәй, аяныслыҡҡа башын һалған инде ул. Муйынын бер һындыртһа, белер ҙә...

-- И бала-бала... — Ҡәйнәһе әсәләрсә ауыр көрһөндө. — Танауыңды илдән юғары сөйөп, үҙ итәгеңә баҫып йығылырһың инде һин.. Тарих фәнендә маһир Ҡотлоев менән йылғыр Хәкимуллин ең һыҙғанып, балаҡ төрөп диңгеҙ кискәнендә, алдарына сығырға итәһеңме? Ҡорсаңғы тай ҙа бәйге сабып маташҡан, ти...

-- Күрербеҙ кем ҡорсаңғы тай икәнен!

-- Әҙәм ышанмаҫлыҡ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә, ауыҙың тулып барһа ла, елгә ҡаршы төкөрмә, тигән халыҡ мәҡәлен барсабыҙға үрнәк итеп ҡуйҙы халыҡ шағирыбыҙ Мәрүән Карами...

-- Мәрүән Карами түгел – Мурйән Харами ул!

-- Заманында һинән йөҙ тапҡырға шәберәк Баҡишев тә бар ине... муйынын һындырҙылар... Шөкөр, Ҡотлоевтың ҡылыҡтарын борондан уҡ беләбеҙ... һаҡлан, кейәү! Беҙ бит һине, ғалим булма, тимәйбеҙ, хәүефле юлдан барыуыңды туҡтатырға теләйбеҙ. Ниңә сәүкә йомортҡаһы ҡабығындай ғына йоҡа соңҡаңды...

-- Тауыҡ башыңды, тип әйт, әсәй!

-- ...соңҡаңды күрәләтә күҫәк аҫтына ҡуйырға? Ҡотлоев ул, ипләп-һипләп йөрөһә лә, кеҫәһендә алтатары: кәмәһенең төбө ҡомға терәлеү менән, йөгөн еңеләйтеү өсөн, аҙау тештәрен киршәп, алтатарының тәтеһенә баҫасаҡ... урыны ожмахта булғыры Талир Баҡишев әйтмешләй. Беләм мин улар халҡын. Был донъяны ҡәйнәң байтаҡ күргән ул. Ҡылығыңдың бизмәнгә һыймағанлығын төшөндөңмө инде, кейәү?

-- Уның өсөн беҙ бармы ни ҙә юҡмы ни: әйткәндәребеҙ бер ҡолағынан инеп икенсеһенән сыға. Һулҡылданы Гөлзифа. — Моратик, бәпескәйем, кил әле бында! — Улдарын саҡырып алды. Арҡаһынан гөпөлдәтеп һөйә-һөйә, һыҡтанды. — Атайың беҙҙе яратмай, улым. Атайың үҙен генә ярата. Ул улының киләсәген дә ҡайғыртмай. Сөнки ул үҙен генә ҡайғырта. Аспирант булғыһы килә.

-- Әһәлүк, әһәлүк, әттә әспиләт була! — тип һөрәнләне Морат.

-- Нимәгә ҡыуанаһың, нимәгә? Атайың ас пират булып, үҙеңдең дә ас-яланғас, хәйерсе хәленә ҡалырыңамы?.. Һәй, тамағыңа таш тығылғыры!.. — Гөлзифа усы менән супылдатып малайҙың арт һабағын уҡытырға тотондо...

Төндө айырым бүлмәләрҙә, Төньяҡ ҡотоптай һыуыҡ тынлыҡ ҡосағында уҙғарҙылар. Иртәгәһен хәләл ефете менән ҡәйнә, икеһе бер төптән ҡубынып, ғаилә усағын һаҡламаған сапсан иргә ҡаты «керзон ультиматумы» иғлан итте: йә башкөлләй эстрада декламаторы булырға һәм йылы өйҙә балға-майға сумып ҡына йәшәргә, йә, һәммәһенән ҡолаҡ ҡағып, был игелекле тупһанан яҙлығырға. Йәүҙәт, өндәпшәй генә, палтоһын иңенә һалды, портфелен ҡулына алды...

Ошонан һуң сәйер хәл ғәҙәткә керҙе: ҡағыҙҙары тулы портфелен тотҡан Йәүҙәт ғаиләгә бер ҡайтып, бер китеп йөрөргә, күп ваҡытын институт китапханаһы залында яҙышып үткәрергә күнекте. Әммә шомло хәүеф иҙҙе күңелен: күҙгә төртөп ғәйепләмәһәләр ҙә, режим өсөн ниндәйҙер шикле йәнгә әүерелеп, ситтән күҙәтеүҙәрен, обком һәм КГБ ҡалпағы аҫтына алыныуын көндән-көн нығыраҡ тойҙо. Был мөхиттә аспирантура тураһында уйларға ла мөмкин түгел, кешеләр барған Мәскәүгә лә яҡын ебәрмәйәсәктәр, ә урындағы фәндәр һаҙлығына таяныуы аяныс: заманында Талир Ғөләм улы Баҡишев ҡарт яҙып ҡалдырғанынса, яланғаскүт башҡорт ғөләмәләре, үҙҙәре киндер талҡып ыштанлыҡ туҡыу урынына, «өлкән ағай» сәйнәп ташлаған сүбекте сәйнәп май сығарырға тырышып зыҡ-ҡубалар...

Ахырыһы, булмағас, ҡыңғырлыҡты йәне һөймәҫ Ҡондоҙбаев та ҡырынайып мутлашты: Ҡазан ғалимдары һәм Өфө ғалимдары араһында хөкөм һөргән үҙ-ара сәкәләшеүҙең күҙгә күренеп ҡырҡыулашыуынан файҙаланып, «Ҡазан ханлығының башҡорт ырыуҙарына мөнәсәбәте» тигән үтемле темаға тос ҡына хеҙмәт яҙып, аспирантураны шул күрше республикала тамамларға йыйынды. Өйҙәгеләр инде уға ҡаҙалмайҙар – шым ғына күҙәтәләр, артабан ни булырын көтәләр кеүек ине. Бер саҡ өйҙәге һалҡын һуғыш тамамланыуын -- Гөлзифаһының да, ҡәйнәһенең дә күңеле һарымайҙай иреп йомшауын тойҙо, баҡтиһәң, өҫтәл тартмаһында ятҡан баяғы хеҙмәтен һиҙҙертмәй генә алып уҡығандар икән. Ҡазанға юл тотасағын аңғартҡас, икеһе лә килеште, хупланы, сөнки ҡарсыҡ сығышы буйынса бында килеп башҡортлашҡан Ҡазан татары булып, унда һүҙе үтерҙәй абруйлы туғандары бар ине; ят мөхиттә Ҡондоҙбайҙың башҡортлоғо ла һүрелер, тип көткәндер... Өҫтәүенә, Гөлзифаһы ҡулъяҙманы университеттың татар филологияһы кафедраһындағы таныш ғалимдарҙан уҡытып, ике димләүнамә (рекомендация) ла алғайны, ҡапыл ғына хәл ҡылды:

-- Икебеҙ ҙә китәбеҙ, беҙҙә башҡортто башҡорт ашай, таланттың ҡәҙерен белмәйҙәр. Шуға ла күптәребеҙ, һыйыша алмай, ситкә һибелеп бөттө, ҡалғандары ла мантымай: бөтә премияларҙан да мәхрүм ҡалған мәшһүр халыҡ йыраусыһы Абдуллин Сөләймән ағайыбыҙ фатир ала алмай интегә; халҡыбыҙҙың бөйөк сәсәне Буранғолов Мөхәммәтша олатайҙы төрмәнән-төрмәгә йөрөтөп башына еттеләр; Ҡадир Даян «Шайморатов генерал» тигән йыр тексы өсөн башҡорт милләтселегендә эҙәрлекләнеп йөрөп баҡыйлыҡҡа күсте; һандуғас-йырсы Венер Килмөхәмәтов ҡайғыһынан – аҫылынып, моңло композитор Хәлфеттинов эсеп үлде; оҙон көйҙәрҙе тиңһеҙ башҡарыусы Иншар Солтанбаев, башын ҡайҙа терәргә белмәй, леспромхозда ағас ҡырҡып йөрөй; башҡорт милли бейеү ансамблен төҙөп-үҫтереп бөтә донъяға дан ҡаҙанған Фәйзи Ғәскәровты ваҡытынан элек пенсияға китергә ҡыҫтайҙар... Киттекме, әсәй?

-- Ни ҡылһағыҙ ҙа мәйле, ҡыҫылмайым, уңышлы сәфәр теләйем, әммә мине һөйрәмәгеҙ: атайығыҙҙың нигеҙен һыуытасаҡ түгелмен! – тип ҡырт-киҫте ҡәйнә-ҡарсыҡ.

Ике йыл арауыҡ Ағиҙел буйҙары Ел-Дауылдың «этлек»тәренән һил ҡалды – ҡотолдоҡ тип еңел һуланылар, хатта уны обкомдың һәм КГБ-ның ҡара исемлегенән һыҙып ташларға йыйындылар, ләкин хәйерһеҙ Ҡодоҙбаев аспирантураһын уңышлы тамамлап, фәндәр кандидатлығына диссертация яҡламаҡҡа минимум имтихандарҙы ла тапшырып, ҡатынын эйәртеп ҡайтты ла Тарих һәм тел институтында штатҡа теркәүҙәрен даулай башланы. Ҡотлоев ҡарышып ҡараһа ла, дәғүәсенең абруйлы ағай-энеләре, шул иҫәптән яңы үрләтелеп эш башлаған обком секретары Димустан Бикләмешев тә, тотанаҡлауы арҡаһында лаборант итеп алдылар ҙа аҡылға ултырғандыр, башты баҫып эшләр инде, тип көттөләр. Ләкин институт әһелдәре араһында уның уйынлы-көлкөлө: «Һеҙҙең йәғни таш мәсеттә ағас мулла булып ултырыусы ҡара наҙандарҙың күҙен асырға – Хәкимуллиндар, Карамиҙар ҡамғаҡ тип һанаған башҡорттоң тәрән тамырҙарын юллап күрһәтергә ҡайттым!» тигән хәүефле һүҙҙәре һәм принтерҙа бәләкәс кенә брошюра рәүешле баҫтыртҡан, бер-нисә хеҙмәттәшенә уҡырға биргән «Тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым тураһында» тигән яҙмалары етәкселек даирәләрен шомландыртып, күҙгә күренмәҫ хәбәрселәр аша сәғәте-минутында КГБ-ға, партияның өлкә комитетына еткерелде һәм шәхсән Вилор Иҫәрғәповичтың: «Айырым күҙәтеү аҫтына алырға!» тигән күк ҡәләм (ҡыҙыл ҡәләм ыңғай фекер өсөн ҡулланыла ине) осона тарыны. Иң ныҡ кәйефһеҙләнгәне -- өйҙәге ҡәйнә-ҡарсыҡ булғандыр: ҡайтып төшөүҙәре менән үк икеһен тиң баҫтырып ҡуйып тизыны:

-- Ҡайтҡан малда хәйер бар, тиһәләр ҙә, хәйерлегә түгелдер был -- һыуҙан сығып утҡа кереүегеҙ...

-- Ни тиһәң дә, үҙ илең – үлән түшәгең, әсәй, -- тине Гөлзифа.

-- Бәғзе берәүҙәр Ҡазанға китә лә мал була, ә беҙҙекеләр, «һайланған – һаҙға, осраған таҙға» тигәндәй, тормошонан мөрәхәтһенмәй көштәйеп ҡайтып инә. Күпме әртис шунда олағып татар сәхнәләрендә дан ҡаҙанды; әҙиптәрҙән ата башҡорт Зәйнулла-ишандың вариҫы Атилла Расих, Ҡанлы һәм Ғәйнә башҡорттары Фатих Кәрим, Фатих Ғосман, Илдар Йөҙәйев һәм башҡалар, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай, күренеклеләренә әйләнде; рәссамыбыҙ Рәшит Имашев шуларҙың рәссамдар берлеге идараһын етәкләй... Нимә етмәне һеҙгә?

-- Унда мөхит бындағынан да тынсыуыраҡ, әсәй: күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, бер-береһенең боғаҙын сәйнәшәләр...

Кейәү-балаға ҡалҡынып ҡараны:

-- Ә һин, Ҡояштан биҙгән баҡалай, һаман шул үҙ һаҙлығыңды көҫәйһең. Өфөләге артыҡ бүрәнә башын, унда ла һыйҙырманылармы?

-- Юҡ, әсәй, миңә генә ҡыйын булды – сәхнәләрендә балҡыуымдан көнләшеп йөҙәттеләр, ә Ҡондоҙбайым унда үҙ күлендәге ҡондоҙҙай йөҙә ине.

-- Тағы ни кәрәккәндер? Ярай, сәхнә күрке ҡайҙа ла күркен юғалтмаҫ. Һин, Ҡондоҙбай, ҡасан аҡылға ултыраһың?

-- Ултырырға тип ҡайттым.

-- Хәкимуллиндар, Ҡотлоевтар шундайын ултыртыртырҙар – тороп китә алмаҫһың.

-- Тырышып ҡараһындар, уларға мин элекке Ҡондоҙбай түгел!

-- Ҡазанда ныҡ хөрмәтләнеләр уны, әсәй, диссертация яҙырға димләнеләр.

-- Шулайғас?! «Ҡазан ханлығы»ң ни хәлдә?

-- Ҡаҡланым. Үҙ ханлығым нығыраҡ борсой мине.

-- Эй бала-бала... Донъялар бында кире яҡҡа боролғанын беләһеңме? Яңы иң ҙур түрә килде, һинең ишеләрҙе ҡорос һепертке менән ҡырсып һеперә, тиҙәр...

-- Ҡарап-ҡарарбыҙ.

УН ДҮРТЕНСЕ СӘХИФӘ
Ошоға тиклемге «иң ҙур түрә»ләр «икмәк булһа – йыр ҙа була» мәҡәленсә экономиканы беренсе урынға ҡуйып эш иткәнлектән, милли мәҙәниәткә, бигерәк тә әҙәбиәткә иғтибар бирелмәне, яҙыусыларға ҡарата: «спасение утопающих – дело самих утопающих» ҡағиҙәһе хөкөм һөрҙө. «Ҡорос һепертке»ле Вилор Иҫәрғәп улы шул торғонлоҡто һепереп түгеүҙе, бында юлланыры алдынан Кремлдә бирелгән фатиха буйынса, үҙенең төп бурысы итеп ҡуйҙы. Сөнки йәшерен ҡабул ҡылыу бүлмәһендә бер төркөм әһелдәргә Михаил Андронович Сусликов иптәштең йәнгә үткәҙеп туҡығаны ҡолаҡта сыңлап тора: «Кеше бит ул йәшәргә йәбешеп ятыусы йән эйәһе: ашағылары килһә эшләрҙәр – экономика үҙе көйләнмәле фактор, шуның өсөн хужалыҡ органдары бар. Беҙҙең иң мөһим бурыс – идеология фронтында еңеүҙәргә ирешеү – сәйәси системабыҙ, йәшәйешебеҙ ныҡлығының тәүшарты булып тора был; шуның өсөн барыһынан да элек – идеология!». Шуны иҫендә тотоп, республикаға килеп баш-күҙ алғас та, әйтелгән эште үҙәк йүнәлеш итеп юлға һалыр өсөн бөтә илле дүрт райондағы КПСС райкомдарының идеология секретарҙарын йыйып алып ҙур кәңәшмә үткәрҙе – төп бурысты барыһының да ҡолағына тизыны; кәңәшмә материалдары республика матбуғатының махсус һандарында бөтә полосаларҙы алып ташҡа баҫылып сыҡты. Мөҡәддәс эштең Михаил Андронович шәхсән үҙе киҫәткән тәбиғи дауамы ла бар ине: «Яҙыусылар мөхитен даими большевистик сафлыҡта ҡыҫып тоторға – серек интеллигенция ҡалдыҡтарын идеология фронтынан һепереп түгергә! Мыйыҡлы хужа бит заманында: «Яҙыусылар – кеше рухтарының инженерҙары» тип юҡҡа ғына әйтмәне һәм, идеология фронтында эштәр ҡыңғырлыҡҡа киткән һайын, ҡорос ҡулы беренсе сиратта әҙиптәрҙе тунаны. Беҙгә, партияның алтын кадрҙарына, яңы сәйәси шарттарҙа ла шуны онотмаҫҡа кәрәк!». Шулай итеп, яңы обком секретарының иғтибар үҙәгендә беренсе урынды «осло ҡәләм эйәләре» биләне лә әҙәби мөхит үҙ ағышына ҡуйылған теге замандағынан күпкә хәтәрерәк яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡәләм эйәләрен «яңы һепертке»нең ауыҙынан әленән-әле яңғыраған ҡанатлы һүҙҙәре бошондорҙо: «Яҙыусыларҙы, көршәкте ватмаһындар өсөн, ваҡыт-ваҡыт сыбыртҡылау хәйерле!». «Ҡағыҙ бысратыусы ғөләмә» (Вилор Иҫәрғәп улының тапҡыр һүҙҙәре) әүәлерәк шешә эргәһендә уҡмашҡанда: «Беренсе секретарҙан уңманыҡ, сөнки ул технократ -- әҙәбиәтте бар тип тә белмәй, яҙыусыларҙы һанламай», тип телләшһәләр, хәҙерен: «Технократ-түрә әҙәбиәткә ҡаныҡты – ҡаныбыҙҙы эсә», тип зарлана башланылар.

Вилор Иҫәрғәп улының теңкәһенә иң ныҡ тейгәне – йәш яҙыусылар һәм ғалимдар араһында тарихсанлыҡ ҡеүәһенең бер туҡтауһыҙ көсәйә һәм яман инфекциялай тарала барыуы ине, башҡорт тарихында соҡсоноу хатта көндәлек модаға ингән. Һуңғы ун йыллыҡта «осло ҡәләмдәр» тураһында тейешле органдарға еткерелгән сигналдар папкаһын һоратып алып тикшереп ҡарағас, ысынлап та хәтәр хәл асыҡланды: элекке шикәйәттәрҙең күбеһе эсеп-иҫереп айнытҡысханаға эләгеү, ҡатын айырыу кеүек әхләҡи боҙоҡлоҡҡа бәйле булһа, хәҙергеһе яманыраҡ: башҡорттоң боронғолоғон һәм боронғо тарихын барлау, «һис нимәһе юҡ ярлы башҡортҡа бөтәһен дә Ленин партияһы, Бөйөк Октябрь революцияһы бирҙе» тигән аксиомаға шик белдереү, хатта кире ҡағыу өҫтөнлөк итә, яман шеш аҙып йәйелә; шуға күрә бөгөнгө иң зарур идеологик бурыс -- түҙеп торғоһоҙ шул йоғошлоно төбө-тамырынан ҡырҡып ташларға!

Йәшерен бюро ултырышы үткәрелеп, мәсьлә бөтә үткерлегендә ҡырҡыу ҡуйылды. Вилор Иҫәрғәп улының хәрби фарман һымаҡ ҡыҫҡа телмәренең төп-асылы «яңғырауыҡ лозунгылар һөйләүҙән туҡтап, шәфҡәтһеҙ һәм дәһшәтле эшкә күсергә ваҡыт!» тигән оторо йөмләлә төйөрләнде. Йомғаҡлау өлөшөн, ҡулына яҙыу машинкаһында баҫтыртылған текслы ҡағыҙ алып, бюро ағзаларының танауҙары алдында болғай-болғай осланы:

-- Бына бер төркөм интернационалистик рух менән һуғарылған абруйлы татар һәм башҡорт зыялылары беҙгә нимә яҙа: «Республика мәктәптәрендә, ата-әсәләрҙең теләгенә ҡаршы тороп, балаларҙы көсләп башҡорт телендә уҡыталар». Түҙеп торғоһоҙ баш-баштаҡлыҡ, милли сикләнгәнлек был! Мәғариф бүлеге ни ҡарай? Тороп яуап бир!

-- Был ялған... – тип башлағайны мөдир, ярты ауыҙҙан өҙҙө:

-- Ултыр, беҙгә сафсата кәрәкмәй! Артабан уҡыйым: «Театрҙарыбыҙҙың сәхнәләренән, башҡорт милләтселеге ҡоторонған элекке замандағылай, серек сәйәси еҫ аңҡый – репертуарҙары иҫке заманды данлаусы тарихи темаларға ғына ҡоролған». Был ни хәл, культура бүлеге ник йоҡлай?

-- Төҙәтербеҙ, Вилор Иҫәрғәпович.

-- Ҡасан? Иртәгә үк керешергә! Кем ул Ҡаһым түрә, ниңә ул ҡабартыла? Ғөмүмән, ниңә «Наполеон баҫҡынсыларына ҡаршы Ватан һуғышында үҙҙәре теләп фронтҡа киткән утыҙ башҡорт полкы ҡатнашты, Парижды ла алдылар» тип юҡты бар итеп яҙырға?

-- Ысынлап та шулай бит... – ти башлағайны культура бүлеге, совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами ырғып торҙо:

-- Ҡустым, әҙәпһеҙлек был! Кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә!

-- Эйе, тап шулай, сәйәси яҡтан тупаҫ хата был! Әйтәйек, ниңә ул утыҙ полк урынына «бер-ике йөҙ башҡорт» тип кенә сикләнмәҫкә? Парижды алыуҙары ла төптө кәрәкмәй! Быныһы бер. Ә икенсеһе, филармония йырсыларының репертуарҙары бына ниндәй: «Сибай» йырында -- «кантон» булыу хыял ителһә, «Ҡолой кантон»да: «Яуыз кантондарҙы ҡуя икән Рәсәй тигән яуыз батшалыҡ», -- тип ауыҙ тултырып йырлай-йырлай изге Рәсәй-әсәйебеҙҙе яманлайҙар. «Тәфтиләү» тигән йырға ла ныҡ иғтибар итегеҙ: унда бит ғөмүмән контрлыҡ ярылып ята – изге Рәсәй-әсәйебеҙгә тоғролоҡло хеҙмәт хөкөм ителә!.. Тағы ла ҡабатлайым: был ни хәл? Заман тойғоһо ҡайҙа?!

Ҡаушап ҡалған культура бүлеге мөдире хәлде аңлатырға итеп ҡараны:

-- Вилор Иҫәрғәпович, былар бит бик боронғо классик йырҙар...

-- Булһа һуң?

-- «Кантон»ды – райком тип, «яуыз»ды йыуаш тип йырларғамы инде?

-- Ниңә йырламаҫҡа? Йырларға! Заманса булыр, исмаһам.

-- «Тәфтиләү»ҙе төҙәтеү бөтөнләй мөмкин түгел...

-- Мөмкин булмаһа, йырлатмаҫҡа, репертуарҙан алып ташларға! Әлеге документта тағы тарих фәнендәге хәтәр тайпылыштар – башҡорт халҡының тамырын нигеҙһеҙ тәрәнәйтергә тырышыу, социалистик интернационализм ҡанундарын боҙоп, уны башҡа халыҡтарҙан өҫтөн ҡуйырға маташыу тураһында әйтелә. Хаҡ һүҙҙәр! Кем ул Йәүҙәт Ҡондоҙбаев, ниңә сара күрелмәй?! Тағы: бер драматург, урамда эсеп-иҫереп: «Беҙҙең республика кетәгендә Мәскәүҙекенән ике сәғәт элек таң атһа ла, беҙҙең әтәс Мәскәү әтәсе ҡысҡырғас ҡына һөрән һала, ә тауыҡтар Мәскәү тауыҡтары ҡытҡылдағас ҡына ҡытҡылдай» -- тип антисоветский анекдот һөйләп йөрөгән. Шулмы орден йөрөтөүсе шағирығыҙ?!

-- Орденын ул йөрөтмәй – эсеп-иҫереп, автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ташлаған, -- тине Мәрүән Карами.

-- Был ни хәл, ниңә яуапҡа тарттырманығыҙ?

-- Партия йыйылышына ҡуйғайныҡ: «Уның изге символын мин йөрәгем түрендә йөрөтәм, ә үҙен, киҫкен синфи бәрелештәрҙә кер ҡундыртмаҫ өсөн, шкафымда ҡәҙерләп һаҡлайым», тип яуаплағас, ниндәй сара күрергә лә белмәнек...

-- Иптәш Бикләмешев, был турынан-туры һеҙгә ҡағыла!

«Ҡорос һепертке»нең еле тейеп өлгөрмәгән бюро ағзалары еңел һуланы – ҡарар ҡабул ҡылыу өлөшөнә еттеләр. Бына төп тезистары:

«1. Әҙәбиәттәге (бигерәк тә драматургиялағы) төп етешһеҙлек -- үткәндәрҙә соҡсоноу. Театр һәм филармония репертуарҙарын заманса тәртипкә килтерергә.

2. Әҙиптәрҙең (бигерәк тә йәш шағирҙарҙың) ижадында КПСС-тың етәкселек роленең тейешле сағылдырылмауын төҙәтергә.

3. Йәш ғалимдар араһында таралған зарарлы тенденцияны – башҡорт тарихын һәм телен боронғолаштырырға көсәнеүҙе бөтөрөргә.

Кисектергеһеҙ саралар:

а) республика театрҙарының репертуарҙарын зыянлы әҫәрҙәрҙән таҙартыу;

б) «Заман һәм тарих» темаһына доклад әҙерләп, йәш әҙиптәрҙең, ғалимдарҙың дөйөм ҡала йыйылышын үткәрергә;

в) мәктәптәрҙә әсә теле уҡытыуҙың торошон тикшереп, Коммунистар партияһының коммунизм төҙөү Программаһында ҡаралғанға ярашлы дөрөҫ ҡарар ҡабул ҡылыуҙы әҙерләргә.

Сараларҙы бойомға ашырыу идеология секретарына йөкмәтелә».

Димустан Шиһап улы Бикләмешевкә уттай эш миҙгеле башланды: беренсенән, идеологик яҫылыҡта йәш быуын зыялыларҙың махсус йыйылышын үткәрергә..Әлбиттә, йәштәрҙе унда ылыҡтырыу һәм дөйөм йүнәлеш биреү комсомолға -- ВЛКСМ өлкә комитетына йөкмәтелде, бүрәнәнең ауыр башы үҙҙәрендә ҡалды. «Эт – эткә, эт -- ҡойроҡҡа» тигәндәй, яуаплы сараны еренә еткереп башҡарыу бурысы тәүҙә -- пропаганда бүлеге мөдире Аралйәнов иптәшкә, ә унан инструкторҙар Арғынбаев менән Мусин иптәштәргә «төшөрөлдө». Кисектерелгеһеҙ эш булараҡ, Димустан культура бүлеге мөдирен төйҙө:

-- Репертуар мәсьәләһенә тотон, ундағы тарихи темалар исемлеген тиҙ арала төҙөп өҫтәлгә һал.

-- Аңлашылды, Димустан Шиһапович. Әммә йыр текстары...

-- Нимәһе аңлашылмай? «Кантон»ды -- «вафат» тип, ә тегеһен «Рәсәй ҙә генә тигән батшалыҡ» тип йырлаһындар, «яуыз»ын төшөрөп ҡалдырып.

-- Аныһын булдырырбыҙ, әммә элекке мәшһүр йырсыларыбыҙҙың яҙмаларын...

-- Шау-шоу баҫылып онотолғансы тотоп тор, һуңынан ебәрерһең. «Тәфтиләү» менән дә шулай... Ә теге «орден йөрөтөүсе» драматургка кисектергеҙ саралар күрергә -- эскән көйө ниңә урам ҡыҙыра? Милиция нимә ҡарай?

-- Үҙегеҙ беләһегеҙ: шатлығынан башлағайны, һаман туҡтала алмай -- яҙыусыларыбыҙ араһында беренсе башлап орден йөрөтөүсе бит...

-- Әйткәндәй, ниңә «йөрөтөүсе»? Орден кавалеры типме, уҙаманы типме, йәки башҡаса әйтергә булмаймы?

-- Үҙегеҙ беләһегеҙ: башҡаса ярамай – орденоносец – орден йөрөтөүсе, тип кенә яҙырға Мәскәүҙән күрһәтмә килде. Шуға күрә «государство» тигән һүҙҙе лә «дәүләт»кә әйләндерә алманыҡ...

-- Беләм. Мәгәр орден йөрөтөүсе урамда әтәстәр һәм тауыҡтар тураһында һөйләнеп йөрөмәһен – тышаулағыҙ. Ҡатынына ҡушығыҙ.

Ҡатыны опера һәм балет театрында билет һатыусы булып эшләй һәм мәҙәниәтле зат ине – бер һүҙҙән үк аңланы ла тейешле саралар күрҙе: көн дә иртән эшкә киткәнендә ирен пижамала ғына ҡалдырып, урамға сығырҙай кейем-һалымын күршеләргә йәшерер, аҡса мәсьәләһен дә үҙенсә хәл иткәйне. Әммә бындай тышау ҙа ҡотҡарманы: уҙаманыбыҙ алған гонорарҙарының бер өлөшөн өйҙәге һаҡлыҡ кассаһына – ҡатынының ҡараңғы бүлмәлә элеүле, кейелмәгән кейемдәренең кеҫәләренә һалғанлыҡтан, аҡсаға мохтаж түгел, сөнки бөтә тишек-тошоҡто тентегән хәләл ефете үҙ кеҫәләрен барлауҙы башына килтереп тә ҡарамай ине. Уҙаманыбыҙ ҙа урамға сығырға уйламай: еңгәйҙең оҙон кер ебенә ҡыштырҙаҡ ҡағыҙҙы бәйләп, икенсе ҡат балконынан ихаталағы таныш малайҙарға төшөрә лә, артып ҡалғанына туңдырма алып ашарға ҡушып, бау осона тейешле шешәне килтертә... Орден алған йәйҙә эш шуға барып етте: ағайыбыҙ, -- тимер юлға яҡын торалар ине, -- пижамала килеш кенә ҡултыҡ аҫтына миндек ҡыҫтырып вокзал ҡаршыһындағы мунсаға китә лә, яҡшы сабынып сыҡҡас, шифаһын «зәм-зәм»ләп арттырырға вокзал ресторанына кереп ултыра; килеп туҡтаған поездан шулай уҡ пижамалағы һәм ағайыбыҙ һымаҡ уҡ «булып алған» өс хәрби офицер килеп инеп уның эргәһенә төпләнә лә дүртәүләшеп күңелле мәжлес ҡора. Поезд ҡуҙғалып китере алдынан дүртәүләшеп гөрләй-гөрләй вагонға менәләр ҙә купелә дауам иттерәләр; мунсасыбыҙ шул рәүешле Мәскәүҙең Ҡазан вокзалында пәйҙә булыуын һиҙмәй ҙә ҡала – артабанғы мажаралары, тәүгеләренә ялғанып, Мәскәү ҡала фольклорына керә, бер әҙип шуның сюжетына юмористик әҫәр яҙа, кино ла төшөрәләр...

Димустан, драматург мәсьәләһен йомғаҡлап, алдағы йыйылыш тураһында дөйөм күрһәтмә бирҙе:

-- Үткән хаталарыбыҙҙан һабаҡ алырға, әҙәм ялҡытҡыс яланғас тәнҡит сәйнәүҙән арынырға! Юғиһә, күҙ алдыбыҙҙа бит: башҡа ҡәләмдәштәренән һисбер ние менән айырылып тормаған шағирҙы «Әсәм теле йәшәһен!» тигән бер шиғыры өсөн милләтселектә ғәйепләп пыр-туҙҙырғайныҡ, ҡаш төҙәтеү урынына күҙ сығарҙыҡ: азаматыбыҙ республика күләмендә билдәле булды, йәштәрҙең табыныу тәреһенә -- кумирына әйләнде... Һәм һалҡын дөйөмлөктән – партия, хөкүмәт исеменән тәнҡитләү, лозунгылар сөйөү штампынан ҡасырға – доклад уны һөйләүсенең ауыҙынан уҡ үле тыуып сыҡмаһын. Халыҡҡа көндәлек тормошондағы һөйләшеү кеүек үк яҡын, аңлайышлы телдә өндәшеү зарур. Иң яҡшыһы, йәштәр иғтибарын яулаған тәғәйен әҫәрҙе, уның авторын иғтибар үҙәгенә ҡуйып, уйынлы-көлкөлө, тигәндәй тикшерергә лә система өсөн зарарлы һәм сетерекле раҫлауҙарын көләмәс объектына әйләндерергә. Аңлашылдымы, ниндәй һорауҙар бар?

-- Бөтәһе лә аңлашылды, Димустан Шиһапович. – Аралйәнов билдәле репринт-брошюраны түрәһе алдына һалды. – Ҡулдан-ҡулға йөрөй ошо нәмә.

Димустан «нәмә»нең биттәрен асҡыланы:

-- Беләм.

-- Һөйләшеүҙе шуның тирәһендә ойошторһаҡ... быға нисек ҡарайһығыҙ?

-- Хуп, мәйле. Тик докладсыны белеп һайлағыҙ: Хәкимуллин йә Хөсни кеүек күптәрҙе еләтеп бөтөргән рәсми әһел булмаһын. Ябайыраҡ, шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең иғтибар үҙәгендә торғаныраҡ тарихсыны һайлағыҙ. Йыйылышта һөйләшеү формаль булмаһын.

Инструктор Мусин иптәш сәғәтендә үк елтерәп, институтта Хәкимуллин менән кәңәшләшеп, лайыҡлы докладсыны табып килтерҙе –заманында «тәртәне тибеп һындырырҙай ҡылыҡтары» менән йәмәғәттең тел-теш араһына кергән ябай лаборант, бер үк ваҡытта тарих фәндәре кандидаты Хажиәхмәт Хужахмәт улы Алпаров. Имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөһә лә, тышҡы ҡиәфәте менән ул Димустанға ыңғай тәьҫир яһаны: ҡалын ҡара ҡаштары өҫтөнән батмусланып ҡалҡынған текә маңлай, төпкә батҡан уйсан күҙҙәр, ике осо сыбыртҡылай аҫҡа һәленеп төшкән оҙон ҡара мыйыҡ. Ишетеп белеүенсә, ғалимлығы менән ҡатарҙан шиғырҙар яҙа һәм Арыҫлан имзаһы (псевдонимы) менән баҫтыра, шуға күрә, Хажиәхмәт исемле тағы ла бер коллегаһы булғанлыҡтанмы, әллә түрәләр йөҙөнә дөрөҫлөктө бәреп әйтеүсән ҡыйыулығы өсөнме, тәүге осорҙарҙа уны Арыҫлан Хажиәхмәт тип йөрөткәндәр икән. Шул оторо арыҫланлығы менән институт етәкселегенең тура итеп һыҙған юлынан тайпылып, тере теңкәһенә тейеп йөҙәткән. Димустан яҡшы хәтерләй: тап ошо азамат арҡаһында институтта ғауға ҡупты, шауҡымы Оло йортҡа уҡ ашты. Баҡһаң, Арыҫлан Хажиәхмәт, етәксеһе Хәкимуллиндың фән даирәһендә нығынып өлгөргән автохтонлыҡ һәм мигрантлыҡ (йәғни Уралда төп халыҡ -- автохтон булып ирандар һәм угрофиндар йәшәгән, ә төрки-башҡорттар XI быуаттан күпкә һуң ғына мигрант булып Алтайҙан күсеп килгән) тәғлимәтенә ҡаршы сығып, башҡорттарҙың боронғо тарихын зороастризм дине яралыу осорона – беҙҙең эраға тиклем XVII быуатҡа тоташтырған һәм, әлбиттә, «Бөрйәндәрҙең әҙәби мираҫы» тигән был хеҙмәте тарих секторында бөтә коллегалары тарафынан ҡаты тәнҡитләнеп тар-мар ҡылынған. Күпселек фекерен танымаусы Арыҫлан Хажиәхмәт, «баш-баштаҡланып», Оло йортҡа мөрәжәғәт ҡылғас, Димустан, белеме буйынса үҙе лә тарихсы булараҡ ҡыҙыҡһынып, хеҙмәтте аҡтарғылаштырып ҡараны ла, ошоғаса хатта урыҫ ғалимдарында ла осрамаған һәм дөйөм ҡалыпҡа һыймаған факттарға, раҫлауҙарға тарығас, авторҙың үҙен саҡыртып алып: «Был донъяға иртәрәк тыуғанһың, мырҙам. Халыҡ мәҡәлен беләһең бит: кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә»; Мәрүән Карами ағайыңдың телмәрҙәрендә лә ошо алтын аҡылдың йыш ҡабатланыуы юҡҡа түгелдер, тип иптәштәрсә өгөтләп ҡараһа ла, күнмәне: «Иҫкереп бөткән ул нәмәне «Дөрөҫлөктө кеше ышанмаһа ла һөйлә» тип үҙгәртергә ваҡыт!» тип арыҫландай атлығып сығып китте. Ҡулъяҙманы институтҡа ҡайтарып, рәсми баһа биреүҙәрен һорағас, түбәндәге яуап килде::




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет