Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР


Председателю Совета Министров БАССР т. Хакназарову З.Ш



бет18/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   26

Председателю Совета Министров БАССР т. Хакназарову З.Ш.

Копии: Институту Востоковедения АН СССР, г. Москва;

Председателю Верховного Совета БАССР советскому народному поэту БАССР т. Марвану Карами.
Чрезвычайно важное дело не только государственного, но и общечеловеческого значения заставило меня не дожидаясь окончания напряженной хлебоуборочной страды в республике обратиться к Вам с ниже следующим заявлением.

2 сентября сего года на побережьи известного озера Асылыкуль в Давлекановском районе Башкирской АССР среди давно известных природных объектов мною опознан бесценный памятник природы, истории и культуры одновременно, а именно: связанный с культом солнца-Акбузата (Белого Коня) жертвенник-храм под открытым небом наших древнейших скифско-сакско-массагетских предков — возможно, создателей бессмертных башкирских эпосов «Заятуляк и Хыухылыу», «Акбузат».

Названное культовое сооружение по всем признакам было посвящено Солнцу, Луне и звездам (в эпосе эти небесные светила фигурируют в образах Белого, Сивого коней и табуна саврасых коней с мышиными холками), где в их честь, по-видимому, приносились кровавые жертвы — обычай, осужденный в другом башкирском эпосе «Урал батыр». Это позволяет предварительно датировать возраст храма примерно зороастрийской эпохой (не позднее VII — VI веками до н.э.). Подобные же культовые сооружения учеными были обнаружены в республиках Средней Азии, Северо-Западной Индии.

Но самое главное не в этом. Главный сюрприз, заставивший обратиться с настоящим заявлением, дожидался меня там же — четыре строки текста на скале, написанные древнейшими проторуническими буквами. Подобные письма учеными (К.А. Акишев) впервые были открыты в кургане Иссык близ г. Алма-Аты и признаны «старинными письменами — древнейшими не только в Казахстане, но и во всей евразийской степи» (V век до н.э.). Значит, данная надпись на берегу Асылыкуль может оказаться лишь вторым руническим текстом вообще, из числа до сих пор обнаруженных на территории БАССР (после Чекмагушевского камня) и только вторым «сакским» проторуническим текстом вообще, из числа до сих пор обнаруженных на всем Земном шаре. Поэтому данный письменный памятник нужно оценить как редчайщее культурное сокровище общечеловеческого значения и принять безотлагательно срочные меры для его сохранения, ибо объект буквально валяется под ногами у «дикарей-туристов» и ему уже нанесен огромный непоправимый ущерб: все древние надписи, кроме названных сохранившихся четырех строк (которые тоже частично пострадали от выветривания), безобразно испещрены личными «автографами» наших «диких» современников, орудовавших с зубилом и молотком, и безвозвратно уничтожены. Каждый день и каждый час от любой случайности может погибнуть и все остальное...

Учитывая тот факт, что пока единственный человек — я только хорошо знаю и другим могу показать то сокровище, а я, как человек, тоже не огражден от любых роковых случайностей;

сознавая высокую ответственность перед народом и человечеством, предлагаю:

Немедленно создать правительственную комиссию примерно из семи человек для освидетельствования и подтверждения на месте наличия выше названного культового сооружения и находящейся там проторунической надписи и для принятия срочные практические меры для их сохранения.

После авторитетного освидетельствования, фотографирования необходимо до прибытия из Москвы специалистов часть скалы с проторуническим текстом точас в присутствии правительственной комисси законсервировать (обкладывать кирпичной стенкой или другим строительным материалом). Потом памятник можно будет заменить точной копией, а оригинал передать в музей.

Комиссию обеспечить:

Автотранспортом повышенной проходимости — на три дня;

Командировочными расходами на три дня.

В случае официального подтверждения наличия вышесказанного проторунического письменного памятника откомандировать в распоряжение комиссии из г. Давлеканово или из близлежащего Давлекановского совхоза каменьщика на один день с необходимым для консервации инструментарием и стройматериалом.



Я.А. Кундузбаев,

историк,член Союза писателей СССР.

г. Уфа, 8 сентября с.г.

-- Шунан? Ниңә башҡортса яҙманың?

Ауыҙын йәмшәйтеп көлдө:

-- Ниңә? Ундағыларҙың береһе лә башҡортса уҡый алмағанды беләһең, ассорти телле совет халыҡ шағиры Мәрүән Карамиҙы ғына иҫәпкә алмағанда...

-- Телеңде тый, ишетеп ҡалһалар... -- Әсәй-ҡарсыҡ киҫәтте.

-- Быларына ла күҙ йүгерт.

Ҡағыҙҙарҙың береһе – Мәскәү гәзитендә үҙенең хәбәрсеһе Ҡондоҙбаевтан һорашып яҙған «Таҡтаташтың сере» тигән ус яҫыһындай мәҡәлә киҫентеһе, икенсеһе шул айҡанлы Ленинград ғалимы тарафынан үҙ хәбәрсегә төбәлгән, ундай яҙма ҡомартҡы табылыуы хаҡ булһа, донъя күләмендәге иғтибарға торошло яңылыҡ бит был – кисекмәҫтән уны һаҡлау һәм тикшереү сараһын күрергә кәрәк, ә йоҡомһорап ятыу – енәйәткә тиң, тигән ғәмле-хәүефле юллама ине.

-- Хөкүмәт, Юғары Совет ни тип яуап бирҙе?

-- Юғары Совет рәйесе Мәрүән Карами балыҡтай өнһөҙ, ә Хөкүмәт рәйесенең ҡабул ҡылыу бүлмәһенән татарса сутылдаған ханым, юҡ менән баш ҡатырып йөрөмә, тип әрләп сығарҙы.

-- Һин һантыйға шул кәрәк -- аҡылға ултырырһың.

-- Юҡ инде, былай ғына ҡалдырмам! Ниндәй ҙә булһа яҙма яуап алғансы, теңкәләренә тейермен.

Ҡәйнәһенең ауыҙынан ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙай ығылып ҡына үткәнен, һаҡал һәлпәйер йәшкә еткәнсе ни шағир, ни артист, ни ғалим ҡорона керә алмай, байғош һанында йөрөгәнлеген ишеткәс, Йәүҙәт тороп уҡ китте, табын тирәләй йөрөштөрә башланы:

-- Ярай, береһе лә булмағанмын икән, ти. Ләкин мин — кеше, аңлайһығыҙмы шуны, кеше!

-- Ел арбаһына ултырып йөрөргә тейеш түгелдер кеше.

-- Мин...

-- Бахырҡай... — Әсәй-ҡарсыҡтың ауыҙ мөйөшөнөң ике бөртөк һары ҡылы сиңерткәләй һикерҙе. — Ярай ҙа ул, кеше булғаның өсөн генә теш араңа бауырһаҡ ҡыҫтырһалар. Минең пенсия — үҙемдеке үҙемә. Балаң, ҡатының барлығын онотма!

-- Ҡондоҙбайға бала ни ҙә ҡатын ни — ул үҙен генә ҡайғырта. — Гөлзифа күҙҙәрен ыуаланы.

-- Ни эшләйем һуң инде?

-- Асылыкүлде хәтереңдән юйып ташла, онот. Теләһәң, шиғыр яҙ, теләһәң, эстрадала минең менән донъя гиҙ.

-- Минең ғалим икәнлекте оноттоңмо әллә һин?

-- Онотманым, онотоуҙар ҡайҙа ул.

Йәүҙәттең яңаҡ тарамышы туланы:

-- Шулайғас? Тарих — минең шөғөл икәнде лә иҫтә тот!

Гөлзифаһы килешергә ынтылғандай итеп тә ҡараны:

-- Ярай, шағир ҙа булма, артист та булма, улайһа. Тарихсы бул. Әммә тарих сүплегендә соҡсоноуыңдан туҡта. Бына шуны эшлә һин, хәләл ефеткәйем.

Мотал да етдиләнде:

— Әҙәбиәткә ҡайтырға ваҡыт һиңә.

-- Әҙәбиәткә?! — Кейәүе шарҡылдап көлдө. — Икенсе Абуталип-Буталып Сиҙәмле булып буталып йөрөргәме? Йәки Мәрүән Карами эҙенә баҫып, эсен көйә ҡайыҙлаған бойҙайҙай кәүек-бушҡыуыҡ поэмалар, драмалар әтмәләргәме? Әллә һинеке кеүек рапс-вика-кукуруза томдары тыуҙырып, сүп-сар арттырырғамы? Юҡ, булмай, ҡайнаға. Тыуған илгә һеҙ тыуҙырған макулатура ла еткән!

-- Нимә?!—Күҙҙәре маңлайына күсте Моталдың. — Минме макулатура тыуҙырыусы? — Кейәүенең тупаҫлығынан ярһып, теҙ-быуындары ҡалтыраны. Ошо йәшенә етеп, нисәмә-нисә китап сығарып, берәү ҙә былай күҙгә бәреп әйткәне юҡ ине. — Минме?!

-- Һин дә һәм бәғзе-башҡалар ҙа. Шул атаҡлы трилогияның шанлы авторы бит һин. Ниңә быны үҙ-үҙеңдән йәшерергә, ҡайнаға.

Кейәү уғы йөрәктең тас уртаһына килеп тейҙе. Ни ҡылырға белмәй, ярға сығарып ырғытылған алабуғалай, әле энәләрен тырпайтып, әле ауыҙын кәшкәйтеп, һулышын ала алмай бер талай ыҙаланғас, үҙенә ҡалһа, ҡарыусыһын ергә йәлпәштерә һуҡты:

—Тарих, тарих тип тартайҙай тарҡылдап, ҡайһы һаҙға батҡаныңды абайламайһың, балаҡай.

—Һаҙға? Ҡайһы һаҙға?

—Милләтселек һаҙына убылаһың. Хәсрәт!

Тура әйтелгән хәҡиҡәтте бизмәнгә һалып һәлмәкләтәһе урынға, ғалим йораты әсенеп көлдө:

-- Тимәк, һинеңсә, ҡайнаға, халыҡ тарихын тәрән төпкөлдән өйрәнеү — милләтселек булып сыға. Ә өҫтән һай ғына һөрөү — интернационализм билдәһе. Һе! Указ яҙып тыяйыҡ, улайһа, ысын тарихты. Үҙ ырыуын танымаған ыуандарға әйләндек.

-- Эш тыйыуҙа түгел, ә сама белеүҙә. Сик кәрәк.

-- Белемдең самаһы-сиге буламы ни ул? Рухыбыҙҙы ыуалтыусы дошмандарыбыҙ беҙ самалап-сикләнгән тәңгәлдән ҡаҙаһа? Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы ҡорал ҡылып, үҙебеҙҙе туҡмай башлаһа? Тарихтың дәһшәтле ҡоралға әйләнгән саҡтарын тарих яҡшы белә!

-- Һинең менән фәлсәфә ҡорорға минең һис теләгем дә, ваҡытым да юҡ, кейәүкәйем. Әммә бер яҡшы кәңәш бирәм: бөгөнгө көн менән йәшә. Бына минең һымаҡ. Минең бөтә әҫәрҙәремдә бөгөнгө көн ваҡиғалары, бөгөнгө көн геройҙары.

-- Бына шуға ла ҡайнағаңдың исеме гел алдан йөрөй, китаптары алдан сыға, ултырған урыны ла өҫтәл түренең алғы буйында була, — тип өҫтәне ҡәйнәһе. — Үҙебеҙҙең ғаилә кәңәшмәһе ләһә, ниңә йәшереп торорға.

Кейәү-баланың күҙҙәре аларҙы:

-- Эйе, алдан йөрөй, алдан сыға. Ләкин бөгөн ҡайҙа һуң ул китаптар? Уҡыусылары ҡулындамы? Биттәре тетелгәнсе уҡылып, халыҡ массалары ҡабат баҫып сығарыуҙы һораймы? Һинең ҡалын кирбестәрең, ҡайнаға, китапхана кәштәләрендә өр-яңы килөш туҙанлана. Ә ил ҡулындағылары... бәҙрәфтә ҡулланыла! Үҙең әйткән һаҙ биҫтәһе бәндәһе һин, бына кем!

-- Шулаймы ни әле, ахмаҡ! Кемдән ишетәм! – Күҙен ҡапыл ҡан баҫҡандай, үҙ-үҙен белештермәй, Мотал йәберләүсеһенең яғаһына ҡушҡуллап йәбеште лә ажарланып һелкетте.

—Туҡтағыҙ, был ни хәл, ни ҡылығығыҙ! — Әсәй ҡарсыҡ тауыш биргән, Гөлзифа иренә арҡыры төшкән арала, күҙ асып йомғансы, Йәүҙәт уң ҡулын ҡылыс һымаҡ күтәреп, хатта ирҙәрсә йоҙроҡ йомарларға ла иренгәндәй, ҡайнағаһының сикә тамырына сабып ебәрҙе, дөбәр-шатор нимәләрҙер ҡоланы, ҡырылды; Мотал, ултырғысҡа һөрлөгөп, салҡан ҡапланды, башы ҡаты зыңҡылдап, күҙ алдарын ҡараңғылыҡ ҡапланы, әйтерһең, аҡрын ғына һаҙлыҡҡа — ҡара упҡынға убылды; мейеһендә, бер туҡтауһыҙ: «Һаҙ биҫтәһе бәндәһе, Һаҙ биҫтәһе бәндәһе, Һаҙ биҫтәһе бәндәһе!» — тип зыңланы...

Бер ниндәй ҙә дарыу бөтөрә алмаҫлыҡ шаҡшы тойғоно иҫәпкә алмағанда, медицина әһелдәре ҡулынан Мотал ул саҡта сағыштырмаса еңел — түбәһенә бер-ике аҡъямау йәбештереү менән генә ҡотолғайны. Мәгәр иң мөһиме алда — әсәй ҡулы телефонға үрелеп, мажараға милиция ҡыҫылған!..Сүп-сарҙы өйҙән сығарып, эште боҙорға итә бит был әсәй ҡарсыҡ! Ҡыҙыл башҡорт менән шундай оло һөйләшеү булғас, Яҙыусылар берлеге идараһының рәйесе креслоһынаса бер аҙым ҡалғас ҡына!.. Уның маҡтаулы ҡалын-ҡалын томдарына ла, исеме алдан йөрөүгә лә талаҡтары яман ташып, хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе ул, тип, күрә алмаусылары теш ҡайрағанда, шул ҡашҡаңа дегет яҡһындар әле! Дуҫ-иш араһында ла көнсөллөк бар. Ҡыҙыл башҡорттоң үҙе, ихтимал, уның юрғаһын бәйгенән тайҙыртыр өсөн, сәбәбен яҫҡаналыр... Иртәнсаҡҡы ҡабул итеүе генә лә үҙе ни тора!.. Һай, хәйерһеҙгә булды был көн!..

Ҡобараһы осоп ҡайтып ингән әҙипте йорт подъезында йәнә лә бер мөшкөллөк аңдый ине. Ҡарттар әйтмешләй, тәҡдир ҡулылыр инде: башҡа ваҡыттарҙа иҫе лә китмәй күҙ йомоп үтеп китә торған ҡәҙимге хәл — юлды быуып шарҡылдашҡан иҫерек өйөрҙөң, «подъезд тараҡандары»ның табан ялтыратыуын талап итеп, күҙҙәренә тегәнәктәй ҡаҙалды. Тоҙло балыҡ тәңкәләре ҡатҡан һаҫы ҡуллы береһе уны үңәсенән боғалаҡлап уҡ алды, бүркен бәреп осорҙо:

-- Һой, аҡъямау! Башың сатнап барамы? Тот усыңды, бер йотом ҡойоп бирәйем!

-- Аяғында саҡ баҫып тора, ҡарт алаша!

-- Йәмәғәт, айнытҡысханаға оҙатырға кәрәк үҙен! — Һаҫы ҡуллы түшкеҫәнән аҡсаны һурып алғас, беләгенән тотҡайны, упҡындай ҡара ауыҙын убылдыртып, яҙыусының битенә һыра ҡатыш хушбуй һөрөмө һөрөлдөрҙө, көтмәгәндә еңе осонда ялтыраған зәһәр ҡорос тунын телеп ебәрҙе: — Шым, мехҡа төрөнгән буржуй! Башыңды ашаясаҡмын! Мин һиңә Париж Коммунаһы яһармын! Саша Гаврош тип йөрөтәләр мине! — Иҙәнгә ауған бүректе тапап ташланы. Әҙиплеген онота яҙған Мотал, әҙәплеген юғалтып, иҫен-аҡылын юйып, — ниндәй оят! — хас та баҙар бисәләреләй сәрелдәп Һөрәнләне:

—Раз-бооой!

Күрше-күлән тигәнең, ҡолаҡ ҡымып, күҙ йомоп, ике яндан «елп! тә елп!» үтеп кенә тора — лифтҡа бикләнеп шыла... Ниңә ҡотҡарыусы юҡ, ысынлап та, ерҙә ғәҙеллек бөттөмө?!.

Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ ауазы:

-- Шаҡшылар! Алтын сөрөктәр! Мә, алығыҙ, өлөшөгөҙҙө! — Иртә-кисен бидон тейәгән санаһын һөйрәп килеп, «Мәләкәәә!» тип һөрәнләп һөт һатыусы аҡ халатлы олпатйән апай имеш — оҙон һаплы сүмесе менән берәм-берәм тегеләргә ҡундыра ла тыш яҡҡа олаҡтырыра...

-- Апаҡайым, был мин бит, танымайһығыҙмы ни?! — Сүмес башы ҡаты ғына Моталға ла ҡаптырылды.

-- Пашол, барығыҙ ҙа бер сыбыҡтан ҡыуылған — алтын сөрөк!

Алтын сөрөк... Ләҡәп үҙенә йәтеш кенә һылап йәбештерелгәс, яҙыусының сәстәре үрә торҙо: хурлъгк!.. Ҡасан ғына булғайны һуң әле ул хәл, ғибрәт һүҙ — малайлыҡтың һабағы?.. «Алтын хазина ут булып ҡабына төндәрҙә» тигән ата-баба ырымынан әҫәрләнеп, ҡараңғыла утынлыҡта баҙлап ятҡан «хазина»ға ташланды, усына йомарлап тотоп, өйгә йүгереп инде: «Әсәкәйем, алтын таптым, алтын!». Күрше-күлән дә бар ине — сәмләнеп, усын саҡ яҙлыҡтырҙылар, малайҙы мәсхәрәгә һалып, шарҡылдап көлдөләр. «Алтын тигәнең — сөрөк, ябай өйәңке ағасының серек үҙәге бит ул, балаҡайым. Ҡараңғыла алтындай баҙлаһа ла, тотоп ҡараһаң, саңдай ыуала ғына ул алтын сөрөк...» Бына хәҙер һөт ташыусы был ҡатынҡай уның үҙен, Моталды, күнегелгән олпатлығынан яҙҙыртып, шул сөрөк-саңға тиңләштерә...



АЛТЫН СӨРӨК ХАҠЫНДА ХИКӘЙӘТ
Борон-борон заманда булған, ти, был.

Бабаларҙың Урал иле, Ағиҙел буйы төйәгенә беренсе аҡ ҡар менән бергә ҡайһылыр тарафтың ҡара бәндәһе юлыҡҡан. Еккән санаһының тәртәләре, йәһәннәм баҙынан уҙғандай, ҡара күмерләнеп бөткән, еләненең салғыйҙары утҡа янған, ә атының ял-ҡойроғонан көйөк есе аңҡый икән.

-- Ай, дат! Вай, дат! — тип, һөрөмлө битенән күҙ йәштәрен супырлатып, ил ҡарттарын илатырлыҡ зарлы-ҡыҙғаныс тауыш менән, нәҡ «төрки китап» теле менән үҙәккә үткәҙеп «дат» ҡысҡыра74, ти, үҙе. — Күҙ асып-йомғансы ут сығып, көллө донъям, ҡаралтыларым янып китте, ел уны төтөнгә ҡыуҙы, көлөн күккә осорҙо, бала-сағам торомбаш өҫтөндә сеңләп ултырып ҡалды...

-- Ай-бай, кемһең, ҡайһы яҡтан киләмһең?

-- Үҙ яғымдан килмеш әкә75 мин.

-- Кем? Килмешәкә? Асылың?

-- Эйе, Килмешәкә. -- Ләҡәп шөйлә оҡшап ҡалған мутйәнгә. – Асылыма килгәндә, һеҙҙең кеүек үк мосолман-тәкә — йәғни ҙә ки Мөхәммәт Ғәлиһөссәләмдең тоғро ҡоло. Хаҡ мосолман булһағыҙ, ил менән иғәнә ҡылығыҙ: торомбашлы тәртәләремә хәйер-саҙаҡаларығыҙҙы элегеҙ, сана төбөмә игелегегеҙҙе түгегеҙ.

-- Килмешәк! Килмешәк! – Ҡоромло-һөрөмлө сана артынан сабышҡан бала-саға – был яҡтарҙа «килмешәк» һүҙе ана шулай килеп сыҡҡан, ти. «Үҙ яғымдан» тигәнен дә аңлағандар: хәҙерге Ырымбур далаһының Һаҡмар, Һайылмыш буйҙарында донъя көткән аҫабаларҙың береһенең ялҡаулыҡтан аҙып китеп иген игеү, мал аҫрауҙы онотҡан, шул арҡала аҫабалығынан яҙып, башкөлләйгә Бохара юлы кәсебенә күскән аҙмыш тармағы икән ул. Хәләл ата-баба ғөрөфөнән бил тайҙыртыу уларҙа, баҡтиһәң, гөбөрнәтер Перовский Ырымбурҙа башҡорттарҙан Каруанһарай һалдыртҡан саҡта ҡурпыған. Йәғни аҫаба ырыуҙарҙың ҡайһы берҙәре баяғы ил төҙөлөшөндә өмә менән Аҡтауҙа янып-тирләп таш киҫһә, икенселәре Йылайырҙан бүрәнәлек ағас ҡырҡып һал ағыҙһа, өсөнсөләре Ырымбурҙа аҡ таштан диуар-манара бураһа, аҙмыш ара ил ғәменән йәтеш кәсеп эҙләп тапҡан: арманһыҙ булып һыуһағандарға юл буйында асы айран болғатҡан. Был шөғөл үҙе, әлбиттә, намыҫ менән үтәлһә, ил өҫтөндә кәрәкле һәм ул эште камил башҡарыусылар дәртләндереүгә лайыҡлы. Ләкин аҙмыш араның аҙғынлығы ла тап шул бәләкәй генә нәмәлә — Намыҫты Мутлыҡ алмаштырыуҙа икән шул. Йәғни асы айранға һыуҙы Һаҡмар йә Яйыҡтан түгел, ә ус төбөндәге һаҙлыҡ-күтерҙән генә һоҫҡандар ҙа асы ҡатыҡ миҡдарына Аҡтауҙың асы аҡ балсығын ҡушып шыйыҡлағандар, шул мутлыҡтан кеҫәләренә алтын-көмөш һауғандар. Каруанһарай һалынып бөт-кәндән һуң да был мутлы кәсеп Бохара каруан юлдары буйҙарында быуындан-быуынға дауам иткән, яңынан-яңы мутлыҡтарға төрләнгән. Ана шуның бер төрөн мут ҡулланып, күрәһең, аҙғын ара тоҡомоноң «килмеш әкә», оло каруан юлы шымартҡан «төрки китап» теле менән ҡолаҡтарҙы шаңғыртып, Урал армыттарынаса килеп сыҡҡан.

Был төбәктең халҡы йомшаҡ күңелле, тиҙ ышанып барыусан, игелекле йән икән. Урам башынан урам осона сыҡҡансы, «дат!» ҡысҡырған «килмешәкә»нең ҡара һөрөмлө яурынына ҡама яғалы төлкө тун, торомбашлы тәртәләренә аҫалы балаҫ, һөлгөләр, төбөнән көл-ҡыуы ҡойолған санаһына тәпән-тәпән бал да май, тоҡ-тоҡ тары, арпа, бойҙай килеп тә ҡунған — аты саҡ тартыр булған. Балаҡ буйлап тубығынаса һуҙылған кеҫәһенә, бала-бәпестәй сеңләп, көмөш тәңкәләр тирелгән.

— Бар, иҙел аръяғыңа ҡайт, торомбаш өҫтөндә ултырып ҡалған сиреүеңде ҡыуандыр — атай нигеҙеңде ҡотайтып донъя көт, Килмешәк!

Ауылдан күҙ яҙҙыртып, сауҡалыҡҡа ышыҡланып, «килмешәкә» атын туғарып еккән: торомбашлы тәртәләрҙе һалдырып, сана аҫтына тыҡҡан, сана аҫтынан алып тырнаҡтарға өр-яңы ҡарамалар, ҡайын тәртәләр ҡайырған. Арғымағының ял-ҡойроғонан көйөк төҫөн һөртөп ташлап, өҫтөндәге һөрөмлө еләнен дә сана төбөнә быраҡтырып, яңыһын кейеп алған. Шығырым тулы йөгө менән яҡындағы баҙарлы ауылға барып ингән. Тәпән-тәпән бал-майҙарын, тоҡ-тоҡ тары, бойҙайҙарын, тундарын һәм аҫалы балаҫ, һөлгөләрен Бохаранан килгән сауҙагәрҙәргә алтын тәңкәгә һатып, иғәнәгә төшкән көмөш тәңкәләрен дә алтынға алмаштырып, алтындарын ыштан бөрмәһенә теккән. Баҙарлы ауылдан сығып, сауҡалыҡҡа боролоп, атын туғарын еккән: торомбашлы ҡарамаларын, тәртәләрен ҡабат тырнаҡҡа ҡайырған, атының ял-ҡойроҡтарын көйөк менән ыҫлаған, үҙе һөрөмлө еләнен кейеп алған.

— Ай, дат! Вай, дат! Көллө донъяһы утҡа сыҡҡан, төтөнгә осҡан килмешәкә мин! Хаҡ мосолман булһағыҙ, ил менән иғәнә итегеҙ!.. — Шулай зарлы-ҡыҙғаныс «дат» ҡысҡырып, ҡыш буйына ауылдарҙың береһенән-икенсеһенә ҡыҙырған; иғәнәгә төшкән бар малын алтынға әйләндергән дә ыштан балаҡтарына, күлдәк инестәренә, елән еңдәренә төк-кән. Яҙ еткәс, алтынын яңғыҙы күтәрә алмаҫтай булғас, баҙарлы ауылдан бынамын тигән тройкалы фаэтон-арба һатып алып, фаэтон эсен бал-май менән, бойҙай менән тул-тырып, ҡама тун һәм ҡама бүректәр кейеп, «килмешәкә» үҙенең яғына ҡайтып киткән. Был яҡтағы халыҡ уны онотҡан.

Ил ғәмендә нәүбәттәге яҙ, йәй, көҙҙәр уҙып, һимереп бөткән бурһыҡтарҙы ҡышҡы йоҡоға талыу өсөн өңгә ҡыуыусы «аҡ себен»дәр оса башлағас, буралар игендән һығылып, тәпәндәргә, көрәгәләргә бал һәм майҙар көрәлгәс, йәш ҡыҙҙарҙың, килендәрҙең сәстәренә сулпы итеп яңы көмөш тәңкәләрҙе тишеп тегә башлағас, ни күҙҙәре менән күрһендәр, был төйәктең бер юлдағы тиҫтәләгән ауылдарын беренсе аҡ ҡар менән бер юлы юлыҡҡан тиҫтәләгән таныш ҡара бәндәләрҙең «дат» зары иңрәткән:

-- Ай, дат! Вай, дат! Көллө донъяһы көлгә сыҡҡан мөьмин-мосолмандарбыҙ...



-- Килмешәк берәү ине, унау булған икән инде! — тип аптырағандар эскерһеҙ ил ҡарттары. Шулай ҙа һәр береһенә ил иғәнә биреүен дауам иткән, тәүге «килмешәкә» кеүек үк, унауһын да байытҡан, саналарын тултыртҡан. Яҙ ҡояшы битен биргәс, тройкалы фаэтондарға тейәлеп, унауһы ла үҙҙәренең «иҙел аръяғы»на кире ҡайтып киткән, тәүге килгән «килмешәкә» каруандың башында барған. Баҡтиһәң, был яҡтарҙа ул элгәре бер байып ҡайтҡандан һуң, бөтә ағай-энеләрен йыйып алған да, алда торған табыштың һәр унынсы өлөшөн үҙенә «закат ҡылыу»ҙы төп шарт итеп ҡуйып, иҫәүәндәр иленә барып ҡотайыу серен сискән — һәр береһе торомбашлы тәртәләргә көйгән ҡойроҡло ат егеп, «дат» юлына өйөрөлөп сығып киткән... Торомбашлы тәртәләр менән сәфәр гиҙгән унауһы ла ҡыңғыраулы тройка егеп уңып ҡайтҡан, ә баш «килмешәкә» унлата байыҡҡан. Шунан һуң йыл һайын аҡ ҡар яуыу менән, аҡ сана юлы төшөү менән Урал иңе, Ағиҙел буйҙарына торомбаш тәртәле ылауҙарҙа күмерҙәй ҡара «дат»сылар сиреүе ябырылған, уларға биреп еткерер мал, әмәл ҡалмаған. Торомбашлы тәртә башы күҙгә салыныу менән:

— Килмешәк! Килмешәк! — тигән һөрән яңғыраған. Шулай итеп, «килмешәкә» тигән ләҡәп, имештер, «килмешәк»кә әүерелгән, килмешәкле һуҡмаҡтарҙа мәшһүр мәҡәл таралған: «Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә — бер һыйыр». Торомбашлы саналарына сығарып һалыр әйберҙәре ҡалмағас, был төбәктең йомшаҡ күңелле, тиҙ ышанып барыусан, игелекле йәндәре, ҡыҙғанып, үзҙәре кеүек үк хаҡ мосолмандар икәнен иҫтә тотоп, ерһеҙ-һыуһыҙ «килмешәк»тәргә үҙҙәренең ата-бабанан килгән аҫаба ерҙәрен дә ҡырҡып бирә башлағандар. Улар унда нигеҙ ҡороп ереккәс, үҙ-ара ҡыҙ әйттерешеп, килен алышып, туғанлашып та киткәндәр — һәр береһе хәләл көсө менән донъя көткәндәр. Әммә тәүге «килмешәк»тең быға күңеле килмәгән, күнмәгән. Торомбашлы тәртә егеп йөрөп шундай осонған — ул хәҙер бил бөгөргә лә, бауыр баҫып эшләп тир түгергә лә һис кенә лә теләмәй, ә шунһыҙ инде төшөмкәйҙе Алла ла, бәндә лә төшөрмәй икән. Ахырыһы, булмағас, ул икенсе аҡыллы хәйлә әмәле уйлап тапҡан: башына аҡ сәллә урап, «ҡөрьәнел хафиз»76 булып киткән. Йәғни йәнә ауылдан-ауылға йөрөп, хаҡ мосолмандарға яттан Ҡөрьән укыр, «Йондоҙнамә» асыр, шуның өсөн тәңкәһен дә, башҡаһын да көрәп кенә алырға тырышыр, имеш. Мәгәр уға алтын-көмөшкә ҡарағанда ла рәхмәт кенә күп яуыр, имеш. Сөнки Ҡөрьән уҡыуҙы ла, «Йондоҙнамә» асыуҙы ла был яҡтарҙа һис бер алтын менән тиңләшмәҫ-үлсәнмәҫлек изге эш тип ҡарағандар, ә ысын йөрәктән әйтелгән рәхмәтте алтындан да ҡиммәтерәк һанағандар. Әммә алтын урынына рәхмәт алыу Килмешәк тип исемләнгән был бәндәне төптө ҡәнәғәтләндермәгән, ыштанының бөрмәләре тәңкәләрҙән ауырайыуын көҫәгән. Ҡөрьән менән «Йондоҙнамә»нең торомбашлы тәртәләрҙән дә ҡеүәтһеҙлеген тойоп, ул сәлләһен тағатҡан, ҡайсы менән ҡоралланып, үҙен «Бөйөк Бесеүсе» тип иғлан иткән, элеккеләй, ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә ҡыҙырып, байғураға, тархандарға һәм хандарға ҡама тундар бесергә керешеп киткән. Үҙе өйҙә тун бесер, үҙе хужа алтынының күпмелеген, ҡырҡ йоҙаҡлы ҡайһы һандыҡта ятҡанлығын, аҫыл малдары ниндәй каруандарға артылып оҙатылыуын еҫкәнеп-темеҫкенер икән. Бөтә илде шулай темеҫкенеп уҙып, был яҡтарҙың көллө алтын каруандары юлаҡланып уҙа торған, дүрт тарафҡа һыҙа торған алтындан да алтыныраҡ юл сатрашын тоҫмаллап (ә ул хәҙерге ҡалабыҙҙың иңкеүендәге элек Сиған аҡланы тип аталмыш һаҙ биҫтәһе урынлашҡан ер икән), бесеү кәсебен ташлап, шул алтындан да алтын баһалы сатрашҡа килә, дүрт ҡиблаға тартылған юлдар киҫемендә ҡара ҡайын туҙынан сатыр ҡороп, сатыр алдына иман таяғын ҡаҙап, изге Йософ пәйғәмбәрҙәй инсаф менән аяҡ бөкләп ултыра. Өҫтөндә шул «пәйғәмбәрҙән ҡалған» уҡалы йәшел елән, башында ап-аҡ ебәк сәллә, бер тубығында Аҡ Китап, икенсеһендә Ҡара Китап, йөҙө иһә Айҙан да, Ҡояштан да яҡтыраҡ-изгерәк имеш. Дүрт тарафҡа уҙған алтын каруандары тәңгәлендә туҡталып, унан Аҡ Китап астыртыр, Ҡара Китап аҡтартыр, юл-сәфәргә ике фатихаһын да алып китер, ти. Ә Килмешәк каруандарҙың ҡайһы юлдан ҡайҙа табан ығылыуын, ҡайһы дөйә уркәсендә күпме миҡдар алтын заты ятҡанлығын ғына шәйләп ҡалыр, ти. Һәм... ҡара ҡайын туҙ сатырлы дүрт юл сатрашынан тап өс көнлөк алыҫлашҡас, ҡаш менән күҙ араһында каруан юлы баҫылыр, үркәстәрен алтын иҙгән дөйәләрҙең теҙгендәре юлбаҫарҙар ҡулы аша Килмешәктең ҡулдарына юлығыр...

Тәүге каруан хазинаһына эйә булыу ҡыуанысынан куҙҙәренә йоҡо ҡунмай илереп ятҡан ҡара ҡәҙер төнөндә Килмешәктең күҙ алдары ҡапыл яҡтырып китә лә ҡара ҡайын туҙынан ҡоролған ҡара сатыры алтын төҫөнә инә, һары алтын шәүләләре ҡомарында ғәжәйеп йән эйәһе — ҡарсыға башлы һәм ҡанатлы, арыҫлан кәүҙәле ҡурҡыныслы Ҡарабан77 пәйҙә була.

-- Әссәләмәғәләйкүм, йәнен алтынға алмаштырған Килмешәк ошонда торамы?

-- Эйе, ошонда! — ти Килмешәк, ҡурҡышынан теле аңҡауына ҡатып, һулышын саҡ-саҡ алып. — Һин үҙең кем буламһың?

-- Мин — Ҡарабан. Ҡояш-хоҙайбикәнең яҡты шәүләләре рәүешендә ер йөҙөн гиҙгән Ҡарсыға менән Арыҫландың бергә ҡушылдығын хасил итәмен, шуға күрә бер юлы Ҡарсығаға ла, Арыҫланға ла оҡшаймын. «Ҡарсыға» — «Ҡор» тимәктән хасилдыр...

-- Беләмен, — тигән Килмешәк. — Беҙҙең телдә «Ҡор» — ҡырағай тауыҡ, ә икенсе телдә лә шул уҡ: «Ҡор-әсә» (Кур-ица) — өй тауығы. Ул ҡор-тауыҡ нәҫелен беҙ, башын бороп ташлап, йөнөн йолҡҡас, үҙ йомортҡаһын үҙенә тултырып...

-- Меҫкен! Үҙ хоҙайыңды үҙең ашағаныңды белмәйһең шул... Иҫке Египетта торған саҡта һинең бабаларың Ҡояш-хоҙайҙың ерҙәге шәүләһе Ҡор (Хор) хоҙайсығына табыныр, уны үҙҙәренең ҡорамдарындағы (храмдарындағы) изге алтәреләренә һары алтындан ҡош затында ҡойоп һүрәтләр ине...

-- Һе! Тултырған ҡор-тауыҡты алдыма килтереп ҡуйһалар, мин дә... — тигән, ти, Килмешәк, йыртҡыстай Ҡарабандың, төптө лә йыртҡысланмайынса, күбеһенсә фәлсәфәгә бирелеүенән шөйлә иркен тын алып.

-- Бабаларың шул уҡ иҫке Египетта Ҡояштың ерҙәге арыҫлан ҡиәфәтендәге яҡты шәүләһе булған 32 хоҙайға, 33 хоҙайбикәгә лә табынған, уларҙың һары алтындан ҡойған һындарын халыҡ Зәхмәт (Сехмет) тип тә, Бәхет (Пахт) тип тә ололаған...

-- Хәҙер ҙә беҙ Зәхмәтен дә, Бәхетен дә таныйбыҙ; тик Зәхмәтте — дошмандарға ҡағылһын, ә Бәхетте үҙебеҙгә ағылһын, тип кенә теләйбеҙ...

-- Шуға күрә ҡара сатырлы юл сатында бер тубығыбыҙға — Урал батырҙың Аҡ Китабын, икенсеһенә Шүлгән батырҙың Ҡара Китабын һалып ултырабыҙ, тиһең инде!.. — тип төрттөргән көтмәгәндә Ҡарабан.

—Ҡарабан әфәндем, һин ниңә бында минең сатырға килдең?

-- Алтындарҙың төп эйәһе булараҡ, һин Килмешәк-бәндәне киҫәтергә.

-- Нимә тип?

—Бөгөн һинең ҡулға алтын каруаны кергәнде беләм. Өсөнсе көн генә ул алтынға мин, Ҡарабан, эйә инем, кисә Каруан үркәстәре хужаланды, бөгөн һин хужа тағы. Иртәгә башҡа бәндә хужаланасаҡ. Мәгәр уның төп эйәһе һәр саҡ берәү — мин, Ҡарабан. Алтындарымдың ҡайһы тарафҡа ялҡылдап ағылғанын да, ҡайһы тарафтан шымарып ҡайтҡанын да күреп торам. Йылғанан ыҡкан һыу заттары оло диңгеҙгә ҡойоп, унан Күккә томан булып күтәрелеп, тос болотҡа әүерелеп, йылға башына кире әйләнеп ҡайтып, ямғырланып яуғандай, минең алтындарым да үҙе ятҡан ергә кире әйләнеп ҡайта. Урал батыр ауыҙынан бөркөлгән йәнһыу заттары, билдәле булыуынса, көллө үткән юлында яҡты тормош, тилбер тереклек тыуҙыра, шул уҡ ваҡытта уның, ҡара Шүлгән ҡарамағына ҡармалып, ҡара әжәл килтереүе лә ихтимал. Алтын да шуның кеүек: берәү ҡулында ергә бәхет, ҡыуаныстар балҡытһа, икенсенең усында ул илгә күҙйәш, ҡан сәсә...

-- Бының менән миңә ни әйтмәксеһең?

-- Икенең берен һайла, тим. Кешеләргә бәхет килтерер булһаң, ҡулыңа ҡапҡан алтындарҙы усыңдан тартып алмайым. Әгәр үҙең өсөн генә тамшанһаң, күҙ асып йомғансы алтыныңды сөрөккә әйләндерәм — алтын сөрөк хужаһы итеп ҡалдырам. Ошоно ныҡ иҫеңдә тот, икенең берен уйлап эш ҡыл һәр ваҡыт! — Шулай тигән дә, ти, Ҡарабан, арыҫлан кәүҙәһен турайтып, ҡарсыға томшоғон ыржайтып, ҡарсыға ҡанаттарын ҡыйғырлатып, Килмешәктең күҙенән дә юғалған, ҡара ҡайын туҙлы ҡара сатыр ҡабат төн ҡаралығына сырмалған. Ҡурҡышынан Килмешәк телһеҙ ҡалған.

Шул ҡараңғы төн ҡуйынында ҡара ҡайын туҙлы ҡара сатыр биләмәһендә ҡара төндән да ҡарараҡ йылан затлы икенсе бер ғәләмәт төҫмөрләнгән:

-- Хе-хе-хе! Урал батыр вәзиренең шул һүҙҙәрен саф алтынға алдыңмы? — Ҡара йыландың тауышы шундай ҙа яғымлы, хәстәрлекле — һәр һүҙе эс-бауырыңа май булып яғылыр икән. Тотанаҡ көсө тойоп, Килмешәк еңел һулаған:

-- Ҡурҡам да, алтындарымды һибәләргә ҡыҙғанам да.

-- Хе-хе-хе, бына быныһы — минеңсә! Ҡурҡма ла, һибә лә ҡылма — телең менән тирмән тарт, ҡулың менән он көрә.

-- Әлхасил78, төшөндөрөп бирһәңсе.

-- Алтынды һин кемделер бәхетле итер өсөн йыям тип уйла, һөйлә, лаф ор, ләкин ҡулыңа төшкән берен төпһөҙ ҡойоңа сумыр. Ҡарабанды ла алдарһың, миңә лә таянырһың, һөҙөмтәлә үҙ нәфсеңде һыйларһың.

-- Кем һуң һин, эй остазым?

-- Тубығыңда ятҡан Ҡара Китаптың тылсымы мин, Урал батыр үлгәндә лә мәңге үлмәҫ Шүлгәнмен! — Шулай тигән дә Шүлгән, сатыр мөйөшөн күтәреп, күтерле һаҙға шылған.

Ҡөҙрәтле Ҡарабандың киҫәтеүен Килмешәк иҫендә ныҡ ҡалдырған, әммә һөҙөмтәне Шүлгән ҡушыуынса яһаған: «изге» эшкә ҡулы ҡысытҡан, күңеле ҡуҙғалған һайын, мин бит кешеләр бәхете өсөн тырышамын, хоҙайым. Тәүҙә алтынды етерлек итеп йыяйым, шунан һуң бөтәһен кешеләргә бәхет итеп һибәләп өләшермен, тип доға ҡылыр икән. Шул доға менән ил күңелен йомшартып, бер әсмүхә сәйгә һаҙлыҡ уртаһындағы дүрт юл сатрашланған Сиған аҡланын һатыга алған (был яҡтың алсаҡ күңелле, тиҙ ышанып барыусан, игелекле йәндәре ул ерҙе, имеш, йыл да шунда табор ҡороп йәйләп ятып маҙаларына тейеүсе — дүрт тояҡлы малға, бигерәк тә йылҡыға ҡарата «ҡулы оҙон» сиғандарҙан арынмаҡҡа, хатта бушлай бирергә лә бик ныҡ тырышҡан, тиҙәр!). Һаҙ алҡымындағы юл сатрашына ҡара ҡайын туҙлы сатыр урынына ташбулаттан каруанһарай, һаҙ араһындағы әрәмәлеккә икешәр ҡатлы ташбулаттар, келәттәр, ат аҙбарҙары һалдыртҡан. Каруанһарай ихатаһына ҡара-ҡаршы итеп мәсет һәм трактир, мәҙрәсә һәм тәтәй ҡыҙҙар менән тулы фәхешхана төҙөткән. Йәмәғәткә өндәшеп, эй илем-бәғерем, быларҙың барыһы минең үҙем өсөн түгел, ә Атайсал-ил өсөн, кешеләр бәхете өсөн кәрәк, тип изге доғалар ҡылған, башҡаларҙан да ҡылдыртҡан. Дүрт тарафтың алтындары ла каруанһарай аша уҙып, Килмешәктең ек-япҡытына һеңә торған. Ек-япҡыттан көрәлеп, баҡыр келәт эсендәге уймаҡ ауыҙлы тимер мискәгә ҡойолған. Тимер мискә шундай ҙур — төбө тирмә дәүмәлле, буйы манара тиңле икән. Уймаҡ ҡына ауыҙынан алтынды төшөреп була, ә кире алып булмай, ти — хәйлә менән яйлатҡан. Килмешәктең хәйләһе лә үҙенә күрә, имеш: алтын эйәһе Ҡарабанды отмаҡҡа йүнәлтелгән. Дәү мискәне лыҡама ҡылып тултырғас, тип Ҡарабанға ишеттертеп мут хәйләләгән ул, көллө алтынды донъяға таратып бирәм, һибә ҡылам — илде бәхетле итәм. Ләкин эске ысын уйы сүлмәк тышына сыҡҡан майҙай беленгән: бөтә донъяны һатып алам, илде уҙемә ҡол ҡылам!

Бер заман һаҙ, ҡала менән ҡушылып, ҡаланың Һаҙ биҫтәһенә әүерелгән, тимер мискә тамағы иһә, алтындарҙы йота торғас, лыҡама булып тулған, шул сәғәттә Килмешәк тә, һуңғы ҡабым ризығы ҡулынан төшөп китеп, Ғазраилға йән биргән. Килмешәктең имәндәй утыҙ улы — утыҙ өймән79 араһында Һаҙ биҫтәһен илертерлек ығы-зығы башланған — мираҫҡа ҡалмыш тимер мискә өсөн оло дау ҡупҡан. Көллө Һаҙ биҫтәһе шул ғауғаға ылығып, бер-береһенең боғаҙын сәйнәп-талаусы, боғаҙлаусы утыҙ төркөмгә бүленеп, һәр береһе мискә тулы алтынды үҙенә даулап, бер-береһен туҡмашҡан. Ҡанлы низағ тау башындағы мәсет ҡарты мөфтигә барып етеп, аҡ батшаға ирешеп, Петербурҙан Һаҙ биҫтәһенә тәфтишселәр ебәртелеп, энәһенән-ебенәсә дау осо тикшерелеп, Сенат тарафынан указ сығарылған: мискәләге саф алтынды, бысҡы менән бысҡандай, ҡап-уртаға бүлергә, ҡап-уртаға бүленгәндең бер яртыһын йәнә ҡап-уртаға айырырға ла шуның яртыһын теүәл утыҙ өлөшкә өймәкләргә. Тәүге бүлеүҙең өлөшө булған ҡап-яртыны — аҡ батшаға, икенсе ҡап-яртының ҡап-яртыһын — мөфтигә, ә сиректең утыҙ өлөшкә айырылғанын Килмешәктең боғаҙ сәйнәшеп низағлашыусы хәйерһеҙ тоҡомона — утыҙ өймән өйөрөнә бирергә, шуның менән дәғүәне бөтөрөргә. Петербурҙан һәм Златоустан тимер оҫталары килеп, Һаҙ биҫтәһен оторо сәмгә һалып, тимер мискә ауыҙын ҡайырып асалар ҙа алтынды һоҫҡо менән һоҫоп алырға, билдәләнгән миҡдарға ярашлы утыҙ ике өлөшкә бүлеп һалырға тотоналар. Беренсе һоҫоп алыуҙа уҡ Һаҙ биҫтәһе халайығы тетрәнеүгә юлыға, икенсе һоҫоп алыуҙа ул сәсен йолҡорға тотона, өсөнсө һоҫоп алыуҙа иһә үкереп илап ебәрә. Ни өсөн, тигәндә, шаҡ-ҡатырғыс хараба: һоҫоп алынған һәр миҡдар алтын бөтә күҙҙәрҙең яуын алып баҙырлап-балҡып китә лә, һоҫҡонан төшөп етер-етмәҫ борон, һауала уҡ ыуалып, күҙ менән ҡаш араһында алтын сөреккә әүерелә — ҡарт өйәңке олононоң үҙәгендә онталған сөрөк кеүек... Ғажиз ҡалып, оҫталарҙан мискәнең төбөн ҡапҡа ҙурлыҡ ярҙырталар — алтынды мискәнән ергә тура ишерелдертәләр, ләкин ул, мәрхәмәтһеҙ, ергә тейер-теймәҫтән, тағы ла баяғы саңға — алтын сөрөккә әйләнә. Килмешәктең ғүмере буйы ҡарманып йыйған тау ҡәҙәре һары алтыны сөрөк булып кешеләрҙең аяҡ аҫтына ыуала, юл саңына әүерелә...

Һаҙ биҫтәһе халайығы алйыуҙан бармағын тешләп, һушы китеп шаҡ-ҡатҡанда, алтын сөрөклө майҙандың уртаһында, һары сәмүмдәй борхолдаған юл саңында, әлеге лә баяғы, ҡарсыға башлы һәм ҡанатлы, арыҫлан кәүҙәле Ҡарабан пәйҙә була, ерҙе-күкте тетрәтерлек нәфрәтен саңҡылдырып, Килмешәктең утыҙ өймән тоҡомона бармаҡ янап, үҙенең һуңғы киҫәтеүен яуҙыра:

— Һеҙгә, алтын сөрөк тоҡомға, мәңгелек ғибрәт булһын, быуындан быуынға аманат ҡылып ҡалдырығыҙ был һабаҡты! Аҡ күңелле Уралдан үрнәк алып, үҙегеҙ өсөн түгел, кешеләр өсөн, ил өсөн йәшәргә кәрәк ерҙә — шунда ғына үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ! Ҡара бәғерле Шүлгәндәй, әгәр үҙегеҙ өсөн генә тамшанып тырмашһағыҙ, тапҡан алтындарығыҙ ғына түгел, ә алтындан да ҡиммәтлерәк ғәзиз ғүмеркәйҙәрегеҙ, ғүмер биреүсе ризыҡ әпәкәйегеҙ алтын сөрөккә әйләнәсәк, юл саңы булып осасаҡ — иҫегеҙҙә тотоғоҙ! — Шулай ти ҙә Ҡарабан, һәр бәндәне үҙ алдына ҡалдырып, Уралтауға атлыға — Һаҙ биҫтәһенән мәңгелеккә олаға. Тынып ҡалған Һаҙ биҫтәһе биләмендә һаҙҙай йомшаҡ һыланыусан-яғылыусан, эс-бауырға кереп рәхәтләндереүсән, арбаусан бер тылсымлы ауаз йәмғе ҡарпыш ҡолаҡтарҙы иркәләп, йөрәктәрен биләүләп, аҡылдарын алйытып-бәлләүерләп, йәнгә йәпле таяныстай ымһындырып илертә:

— Урал һүҙе һеҙгә шәхсилекте тыйыу, нәфсегеҙҙе ауыҙлыҡлау, иркегеҙҙе сикләү заңы килтерә. Шүлгән һүҙе һеҙҙең шәхсилеккә иркен юл аса, нәфсегеҙҙе ысҡындыра, сикләнмәгән азатлыҡҡа сығара. Уралдың Аҡ Китабынан баҡҡан саҡта үҙегеҙҙең күңелдәге тауҙай күргән аҡлығығыҙ ҙа саңдай ғына булып ҡала — ул һеҙҙе кесерәйтә. Шүлгәндең Ҡара Китабынан ҡарағанда саңдай ғына аҡлығығыҙ ҙа тауҙай булып күренә — ул һеҙҙе олпатлата. Урал батыр Ҡарабаны һеҙ табынған һары затты алтын сөрөккә әйләндерһә, Шүлгән һеҙгә сөрөктән алтын табыу юлын өйрәтә. Шуға күрә ошо икенең береһен баш итеп үҙегеҙ һайлағыҙ ҙа өндәшмәй генә шуның буйынса йәшәгеҙ! — Татлы ҡотҡо һалыусы ла күҙ алдынан юғалған, үҙе яҡлы бәндәләрҙең күңеленә кереп оялаған. Шунан биреле кешеләрҙең ҡырҡ йоҙаҡлы күңелендә, күҙгә күренмәй генә, мәңге тынмаҫ һәм туҡталмаҫ яу бара -- Аҡ һәм Ҡара тартышы дауамлана, ти. Күҙ алдында алтын сөрөк булып ыуалған ғүмерҙәр генә был донъяла Ҡарабандың да, Шүлгәндең дә әле булһа барлығын, кемдең ни өсөн йән атып йәшәүен үтәнән-үтә күргәндәй белдерәләр...


Күкрәк ярып сығып барған йөрәк башын кем иңенә терәргә?!.

Эш бүлмәһенә инә һалып төпләнгәс, Моталдың йән йәрәхәттәре ҡанһырап, «Саша Гаврош»тың улаҡланып ялтыраған бысағының шәүләһе киҫте һушын: тауышы ла ҡалтырамай, исмаһам! Был ни хәл?!. Үлемесле кисерештәр кисендә лә Мөхлисәһе өйҙә юҡ — кем менән һөйләшергә, моң-зарҙы түгелдерергә? Аҫыл келәмдәр аҫып биҙәлгән бүлмәләрҙә үле тынлыҡ...

Ҡәләм әйәһенең елһенгән мейеһендә мажара гәжәйеп дәүмәлдәрҙә ҡабарып, кисекмәҫтән милиция булегенә еткереү, үлтерергә янауҙары тураһында рәсми ҡағыҙ тултыртып, бандит бысағынан ғүмерен һаҡлатыу өсөн ашығыс саралар күреүҙәрен талап итеү теләге дөрләп ҡабынды: ни тиһәң дә, илгә таныҡлы шәхес — яҙыусы бит әле ул! Төбәктәге тәүге өстоҡан80 авторы! Тик ниәте, быҫҡыған мәлендә үк, баяғы ҡара һаҙға һеңгән осҡондай һүнеп-һүрелде — кәрәк түгел сүп өҫтөнә сүмәлә! Ҡыҙыл башҡорттоң мәғәнәле һуҡ бармағын онотма! Кейәү-балаңдың йоҙроҡ елен йомоу тураһында уйла!.. Их, хәйерһеҙ көн булды был!..

Тороп, бүлмә буйынса йөрөндө. Улай ҙа бисәһе тегендә — итәк аҫтыңдан ялҡын таралмаясаҡ. «Шылт!» иткәнде лә һиҙмәһен Ҡыҙыл башҡорт!

Ут сыҡҡандай, телефонға йәбешеп, әсәй менән Гөлзифа һеңлеһен киҫәтте — ауыҙ тулы ҡара ҡанды төкөрмәҫкә. Йыуынып-сайынып, тәртипкә килтерҙе үҙен. Сәсе көҙәлеп, аҡъямау йәбештерелгән соңҡаһын күрһәтмәҫкә, өсөнсө йыл Риганан алып ҡайтҡан, саңғы шыуғанда кейә торған йылы бәйләм-башлыҡ менән көпләнде. Милицияға шылтыратып, ике туған араһындағы низағты, ике туған талашыр, атҡа менһә ярашыр, тигәндәй, аҡ ҡағыҙға мөһөрләндертеп ҡалдырмай ғына йомоуҙарын, ә дыуамал ғалим киҫәген, саҡ ҡына шөрләтеп алғандан һуң, арт һанына йомшаҡ ҡына тибеп сығарып ебәреүҙәрен үтенде. Үҙ һүҙенең көсен тойған әҙип ҡәнәғәт йылмайҙы: «Эштәр насар түгел беҙҙең, Димустан!» Ул боҙоҡбаш кейәү-баланың да, милиция биге аҫтынан ҡотолоп сығыу менән үк, йоҙроҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, танау күтәреп килеп етерен, аҙаҡ сиктә укәрәләтә ут менән уйнарға ярамағанлығын төшөнөп, түбәнселекле ғәфү үтенерен инанып өмөт итте. Ни тиһәң дә, бер туған ҡайнағаһы бит ул. Телефонды ҡабат егеп, һеңлеһенә лә тумбытты ошоно, сөнки туғандар араһында туғанлыҡ ҡануны хөкөм һөрөргә тейеш. Әммә кейәү-бала ҡаҙна йортонда ла аҡылына ултырмаған, тәкәбберлеген һындырмаған булып сыҡты — өйгә ҡайтып инеүе менән, тип белдерҙе Гөлзифаһы телефондан, һыртарҡаһын терпе кеүек тырпайтты: «Һөйөнсөлә ағайыңа: һоло-вика-кукуруза-донник-рапс ҡамсаһын81 макулатураға ярашлы итеп өлгөртөүенә барып етермен, силосҡа һалышырмын...

Кейәү сәләме Мотал бәғерен әсе ыуҙай көйҙөрҙө: «һоло-вика-кукуруза-донник-рапс ҡамсаһы!..» Нисәмә йылдар әсе тир һәм ҡан тугеп яҙылған романдары хаҡында бына ҡайһылай уйлаусылар бар әле. Етмәһә, үҙеңдең бер туған кейәүең, үҙеңдеке — үҙеңә яу, тигәндәй... Эйе, ҡайһы бер томдары өр-яңы килеш ята-ятыуын китап шүрлектәрендә. Бәлки, бәғзе бер наҙандар, баҫма һүҙ ҡәҙерен белмәүселәр макулатураға тапшырыуҙары ла хаҡтыр. Дюма өсөн әсәһен һатырҙай йәндәр бар. Әммә уның, Моталдың, партия алдындағы ижади подвигы тоноҡланмаҫ — бөгөнгө көн аңламаусылар ҙа киләсәктә төшөнөр. Яңы быуындар баһалар. Сөнки ул, ысынлап та, төбәктәге тәүге өстоҡан -- трилогия авторы, шуныһы ғына ла ни тора! Алтын тутланмай, алмас онталмай, тип күңелен йыуатырға тырышты ул. Әммә йөрәк яраһы һулҡып һыҙланы: ҡәҙерҙе белмәй кейәү! Ит изгелек — көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор... Хәҙер китап шүрлектәрен олпатлатып биҙәп торған өстоҡанды яҙып бөткәнсе, уны донъяға сығарғансы күпме ғазаптар кисергәнен әҙип үҙе генә белә. Дөрөҫ, бер роман ғына итеп уйланылғайны тәүҙә — илдең ауыл хужалығын күтәреүҙә көн үҙәгенә килеп баҫҡангәзиттәрҙе шаулатҡан темаға, йәғни иркен баҫыуҙарҙа игелекле һоло культураһын күкрәтеп сәскә аттыртыу аша колхоз-совхоз фермаларында яңы еңеүҙәр яулауға. Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе, тип, көндәштәре күпме генә сафсата һатмаһындар, әммә аша атлап уҙа алмаҫтар бер хәҡиҡәтте: партияның яҙыусыларға йөкмәткән мөҡәддәс бурысын кемдер түгел, ә Мотал Шаһибәрәков үтәне, һәр саҡта ла ул ана шундай өлгөр яҙыусы булды, көн үҙәгенә ҡаҡҡан сүкеште лә, ураҡты ла күтәреп ала белде. Ләкин тормош тигәнең үҙ хөкөмдәрен ҡора шул. Көс-хәл менән йырып сығылған «һоло романы» ҡулъяҙмаһының ҡараһы кибергә лә өлгөрмәй, Кремлдең ялтыр башлы хужаһының ҡушыуы буйынса колхоз-совхоз баҫыуҙарында яңы алым башланды — һолоноң үҙен генә түгел, ә вика үләнен ҡауыштырып сәсергә. Моталға, түбә сәсен йолҡа-йолҡа, романдың яңы һоло-вика өлгөһөн (дилогия!) ҡорорға тура килде. Елек майҙары ҡороп, шуның осона сығырға ғына өлгөргәйне, ауыл хужалығы офоғонда «баҫыуҙар байбисәһе» — кукуруза үҙе ҡалҡынмаһынмы! Ҡалҡынды ла йәнә теҙ-бәкәлгә һуҡты — әҙип өсөнсө өлгөгә (өстоҡан!) тотондо. Әммә үҙе дилогия тип тә, трилогия тип тә шәйләмәй ине әле. Быныһын да йырып сыҡты, әммә күңелдә ҡурҡыныс шөбһә ҡалды: ни ҡылырбыҙ мәғрүр «баҫыуҙар бай-бисәһе»н дә икенсе бер культура һуғып йыҡһа?.. Ҡулъяҙмаларын өс тау рәүешле өҫтәлгә өйөп һалып, икеләнеү ғазаптары кисергәндә Моталдың эш бүлмәһенә юғары даирәләргә билдәле һәм аҡыллы партия күрһәтмәләрен милли әҙәбиәткә бөтмөрләп үткәреүсе баяғы әҙәби тәнҡитсе – башҡорт белинскийы Ғаяс Хөсни килеп инде лә, өс суҡай тау эргәһендә йоҙроҡтай кәрлә кәүҙәһе менән ирәүән генә ултырып (Мотал уның партия өлкә комитеты ҡушыуы буйынса килгәнлеген яҡшы шәйләне), мәсьәләгә даһиҙарса аныҡ асыҡлыҡ керетте:

— Танауыңды юғары күтәр, ҡартлас! Һин бит бөйөк ижади подвиг ҡылдың — туған әҙәбиәтебеҙҙең беренсе өстоҡаны! Аңлайһыңмы, ҡартлас, тарихыбыҙҙа бе-рен-се три-ло-гия! Этап булыр ваҡиға!

Хәйерле сәғәттә һуғылған сың-ҡыңғырау ине был — еҙ сыңлауы фәрештәнең (йәғни ҙә партияның!) амин тигән мәленә тура килде — нәшриәттә беренсе милли өстоҡанға — трилогияға сәйәси заказ килешеүе төҙөлдө. Һәр том өҫтөндә авторға өҫтәлмә рәүештә тир түгергә генә ҡалды. Һөҙөмтәлә ысынлап та көн ҡаҙағына һуҡҡан беренсе трилогия — «Һоло аттан да оло», «Баҫыу бикәһе вика», «Кукуруза — ҡыуып уҙа» тигән һәлмәк романдар донъя күрҙе...

Кейәүенең өстоҡанға ҡарата тупаҫ ялаһы — үҙенең эштәре алға бармауҙан үртәлеп ярһыу, көнләшеү, үс ғәләмәте генәлер ул. Йә булмаһа, башҡаларҙың абалауына сабалау. Көнсөлдәргә киң донъя ла тар кеүек...

Мотал хәтерҙән үҙенең бай тәржемәи хәлен байҡай, тиҫтәләгән тәнҡитселәрҙең, уҡыусыларҙың уның әҫәрҙәре хаҡында матбуғатта шәлкем-шәлкем баҫылып сыҡҡан фекерҙәрен энә күҙәүенән үткәрә: фанатик Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың мыҫҡыллауын дөрөҫләрлек энә осондай ғына ла ҡара тап бармы? Юҡ. Әгәр булһа, бизмәне һәлмәк тартмаһа, бөгөн иртән Оло йортҡа саҡыртылыр инеме? Иҫе китеп барыр ине, ти, эсендә көсөгө юртҡан Ҡыҙыл башҡорттоң! Уйынмы ни: яҙыусыларҙың партия ойошмаһы активы башҡа бер кемдең дә түгел, ә уның, Мотал Шаһибәрәковтың, кандидатураһын идараға рәйеслеккә байраҡ итеп күтәрә, бының менән обком үҙе иҫәпләшергә мәжбүр! Эйе, хатта иң төплө тәнҡитселәр ҙә уны юғары баһалай, хөрмәтләй. Ә баяғы уға бәхетле фекер биргән Ғаяс Хөсниҙең «подвал» ярымлыҡ мәҡәләһе бына ҡайһылай башлана бит: «Ниһәйәт, туған әҙәбиәтебеҙҙә беренсе өстоҡан-трилогия тыуҙы, уны беҙҙең замандашыбыҙ тыуҙырҙы! Ләкин тормош өҙлөкһөҙ алға бара, ул беҙҙән яңы ижади подвигтар һорай. Ижады заман һулышын сос тойоусы, өлгөрлөккә нигеҙләнгән талантлы әҙип Мотал Шаһибәрәков, ышанам, заманабыҙ баҫыуҙарындағы һуңғы яңы үҙгәрештәрҙе лә үҙенең үткер ҡәләм осона дәррәү элеп алыр, алғандыр! Ул, моғайын, һүнмәҫ ҡеүәһен егеп, колхоз-совхоз ҡырҙарылай киң һулышлы өстоҡанына тағы ла иркен һулышлыраҡ яңы ике том еҫтәп, әҙәбиәтебеҙ тарихында беренсе ҡамса-пенталогия ла бүләк итер халыҡҡа!» Мотал тәржемәи хәленең, һуңғы осорҙа осҡонланған зарур «эшсе темаһы»на ныҡлап күскәнгә ҡәҙәр, партиябыҙ алға һөргән шанлы «ауыл темаһы» дәүере ине был...

Бына ошонан һуң, Моталдың һиҙемләүенсә, уның уңыштарын күрә алмаҫ ваҡ йәндәр тараттылар ҙа инде әлеге игелекһеҙ кейәүе элеп алған ғәйбәтте... Иң-иң ғәрләндергәне — үҙенең бер туған кейәүенең ҡул күтәреүе ине. Хатта ҡул күтәреүе генә лә түгел, ә шул ҡулдың, ҡәҙимгесә ирҙәргә хас тос йоҙроҡҡа ла йомарланмай, ерәнгәндәй, ҡылыс кеүек сабылыуында ине...

Әсәһе менән һеңлекәйе өсөн был, әлбиттә, көсөргәнешле гаилә проблемаһы һәм ғаилә трагедияһы тип билдәләне яҙыусы. Ә роман ҡанундарынан сығып ҡарағанда... Бындай сеп-сей үҙһөйәрлекте уҡыусы ла аңлаһа ине: ғүмеренең хатта иң сетерекле мәлдәрендә лә яҙыусының аңы ижад юлағынан яҙлыҡмай — яҙылған, яҙылып ятҡан йәки яҙыласаҡ әҫәренең нескә сюжет ептәрен барлап төҫмөрләүен дауам итә ул! Эйе, ә роман ҡанундарынан сығып ҡарағанда, дөйөм рухосфераға шәхси рухи камилһыҙлыҡтың туранан-тура кире йоғонтоһон юллап курһәтергә була был Ҡондоҙбаев-уңмағандың ҡылыҡтары миҫалында... Бына шуның һүрәтләнеш һөлдәһе: кейәүҙең шәхси рухи хәленең боҙолоуы ғаилә ру-хосфераһын зыянлап боҙа, ә «дәүләт ячейкаһы» дәрәжәһендәге ғаиләнең имгәтелгән рухосфераһы дөйөм рухосфераны ла ҡаҡшата. Дөрөҫ, ысынлап та, ғилми асыш булыуы бик ихтимал был тарих ерлегендәге Йәүҙәт дәғүәләренең, ләкин ул бөгөн, әлеге минутта кемгә кәрәк?! Йәмғиәт, дөйөм рухосфера, тимәк, әҙер түгел әлегә ул асышты ҡабул итергә, йәғни ихтыяжы юҡ, көнө килеп етмәгән. Бәй, улай икән, килмәгән көндө килтерергә ниңә йәнең сығырҙай көсәнәһең, башыңды ташҡа бәрәһең? Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй — ниңә ҡарҡылдап донъяны болғатырға, кешеләрҙе иләҫ-миләҫ итергә, миҡдарланып тигеҙләнгән дөйөм рухосфераны бөлдөрөргә? Көнө килер, ундай асышҡа көнүҙәк ихтыяж артыр һәм кешеһе лә табылыр, ә һин, кейәүкәй, кендегеңдән юғарыраҡ һикерергә маташма, юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙ!

Достоевский көндәлектәрен асып, күпте күргән атай бахыр диванына йомарланып янтайҙы: уф, ҡайһындай ҙа ауыр көн, ҡайһындай ҙа арытты, миктәтте!..

Имеш, ул — ул түгел, ә тауҙан түбән тәгәрләүсе йоп-йомро күбәташ. Теге саҡта Асылыкүл буйында үҙе күргән, үҙе тибеп ҡараған ҡыҙыл күбәташ. Был ни хәл, ниңә уны тәгәрәлүҙән туҡтатмайҙар, тотмайҙар?! Ах, һәр ваҡыттағыса, яңғыҙ ҡалған икән дә. Бисәһе — үҙ юлында, ә ҡысҡырып илар балалары юҡ... Тәгәрәй ҙә тәгәрләй... Төшөп бара тау аҫтындағы упҡынһаҙ тамағына. Ниндәй һалҡын һәм ҡараңғы, кеҫәл һымаҡ убып ятҡан ҡара һаҙ!.. Илаһым, уға, илгә танылған әҙипкә, олағып барыусы күбәташ хәленән ҡайһылай ҡотолорға?! Шәфҡәт ҡулы ниңә һаман һуҙылмай ҙа һуҙылмай?!. «Һаҙ биҫтәһе бәндәләренән ярҙам ҡулы алмаҫһың, усыңда әгәр алтын ялтырамаһа...» Ах был ҡот осҡос риүәйәт!.. Сеү! Ғалимдар һуңғы йылдарҙа ғына асҡан, егерменсе быуат аҙағын тетрәндергән антидонъя ҡапҡаһы — ҡара упҡын даһа был!.. Ҡотолоуҙар юҡ хәҙер... Ҡара упҡын артында аҡ — ҡараға, изгелек — яуызлыҡҡа, намыҫ — намыҫһыҙлыҡҡа, тоғролоҡ — хыянатҡа, мөхәббәт — нәфрәткә, тормош — үлемгә, кеше үҙе, кешелек төҫөн юйып, ағыу тулы былйырап ятҡан ҡара һаҙға әүерелә. Сөнки ҡара упҡын артында донъя күсәре кире яҡҡа әйләнә. Антидонъя... Донъяға фәҡәт яҡтылыҡ өсөн килеп тә, аңғармаҫтан антидонъяға тәкмәсләүе ҡурҡыныс, аяныс... Аҡ һәм Ҡара араһында бөлөп-тәгәрләп барған аҡтыҡ секундтар, секундтың ярсыҡтары... Мәрхәмәтле ҡул юҡмы ни уны тартып алырлыҡ, ҡотҡа-ры-ғы-ыыыҙ!

...Мейеһендә өнө дөрләп ҡабына — иртәгә дәүләт имтиханы тапшырам тип йөрөгән саҡматаш-студент саҡ. Яманатлы атайҙың әле исеме-аты аҡланып ҡайтмаған, әсәһе һәм кескәй һеңлеһе — ауылда, алыҫта... Ни өсөндөр, ул үҙ-үҙенә ышанысын юғалтты, ошо һуңғы имтиханын (хәл иткес!) бирә алмай бөлөр һымаҡ тойолдо... Уны, бәхетһеҙ студентты, имеш, табанын ерҙән айыртып, ер менән күк араһына — таш манара башына бикләп ҡуйғандар, ишеге лә, тәҙрәһе лә юҡ төрбәнең — торғаны шау-ташбулат көп. «Ҡот-ҡарығы-ы-ыҙ!..»

Ишеттеләр, ишеттеләр!

Бына аҡбуҙатта кемдер йән-фарманға сабып килә, тояҡтарҙан ут сәсрәтеп, һөңгөһөн айҡап елә. Килеп тә етте, манараның ҡалын ташбулат стенаһын һөңгөһө менән ҡайырып та ырғытты. Ҡушҡуллап Моталды күтәреп алды, тәпәйҙәрен ҡусҡыл үләнгә баҫтырҙы... «Эй хоҙайым — Урал батыр!..»—Ҡыуанысынан йөрәге сығырҙай сыйнап, бәлйерәүен онотоп уянды студент һәм шунда уҡ ирәйеп, фекөрҙәрен тупландырып, имтиханды «отлично»ға тапшырҙы... Бына шулар әлйеү-мәлйеү мейеһендә осҡондай баҙлап китеп, дәһрилеген онотоп, ҡара һаҙға батып барған ошо көнгө күбәташ-Мотал йәнә йән әсеһен һалды: «Эй хоҙайым, Урал батыр, ҡотҡар мине Шүлгәндән!..»

Баш осонда ығы-зығы ҡубынды, зарығып көткән ярҙам ҡулы һуҙылды. Әммә Урал батырҙыҡы түгел шул. Оҙон кәкре бармаҡлы, осло ҡара тырнаҡлы — үҙенә генә ҡармаусан шүрәле ҡул...

—Әһ-һә, йәнекәйең ғәзизме! Бир бишеңде, хе-хе-хе!.. -- Мәкере тышына һарҡып сыҡҡан тауыштан бәғере ҡанһырап, сәстәре үрә торҙо:

-- Ләғнәт төшкөре, һинме был?

-- Эйе, мин.

-- Урал батырға ялбарҙым бит.

-- Ә эсеңдә Шүлгәнгә урын ҡалдырҙың, хе-хе-хе! Шуның өсөн мин килдем — исемем минең Шүлгән!

-- Анау көндө Мөхлисәмдең хазиналар ҡумтаһына кереп киткән йыланмы?

-- Эйе — Мөхлисәңдең ҡырауытҡан шау-боҙ йөрәген иретеп кергән мәрхәмәтле Шүлгәнмен.

-- Ул саҡта һин әҙәми зат хөлләһенә төрөнөп, башҡорт йөҙөңә әрмән мыйығы үҫтереп, баҙар ҡорто Саркисян булып килгәйнең...

-- Бәндәләрҙең араһында мин әҙәм булып йөрөп-ятам, батып барғандарҙы үҙемә тартам.

-- Ә мин Урал батырҙы саҡырҙым бит.

-- Һинең Урал батырың, күпме генә ҡысҡырһаң да, ауазыңды ишетмәҫ — бәндәлеккә ҡалғанһың.

-- Ялған!

-- Бер туған кейәүең Йәүҙәт Әғләм улы Ҡондоҙбаевтың үҙеңә биргән нарығы иҫеңдәме? Ха-ха-ха! Бына шул! Әллә ҡасан Һаҙ биҫтәһе бәндәһе һин. Бир тиҙерәк бишеңде, хе-хе-хе!

Үҙәккә үткес Шүлгән көлөүе хатта мейеһенә тиклем йәнен-тәнен ҡатырып, Мотал ҡулдарын тартып алды — ғалимдар яҙған төпһөҙ ҡара упҡынға тәгәрләп төшөп китте һәм... һуңғы сиктә һиҫкәнеп күҙен асты. Йөрәге барабан һуҡҡандай дарҫлап тибә, маңлайынан ҡурғаштай ауыр, һалҡын шыбыр-тир аға. Бәй, ул үҙенең фатирындағы эш бүлмәһенең күн көплө атай диванында янтайып ултыра лаһа! Ошо килеш таң атҡан... Иҙән — боҙ кеүек. Сөнки тәҙрә төндөгө шаран асыҡ. Ҡатынҡайы Мөхлисә, хәйерһеҙең, кисә кис, ҡунаҡ табыны үткәргән «Ярлауығ»ынан тунының тиҫкәреһен әйләндереп ҡайтып, уның менән һөйләшеп тә тормаған... Өҫтәүенә, ирен дә уятмаҫтан, көндәгенән иртәрәк китеп барған, ынтылып ҡына шул төндөктө ябырға ҡулы етмәгән. Хәйер, эш төндөктә генәме ни... Өйҙә зәһәрерәк икенсе һыуыҡ — ике-ара «һалҡын һуғыш» башланыуы ап-асыҡ. Тимәк, кисәгенең ҡоһорон ҡайтара бөгөн. Ғәҙәти ысул аша: ирен үҙенең булмышынан мәхрүм итеү, яңғыҙлыҡта интектереп ҡаңғыртыу менән язалап. Урта быуат инквизиторҙарының да башына килмәгән сара!..

Ирҙе ҡапыл үҙәккә үткес яңғыҙлыҡ, бер кемгә лә кәрәкмәгәнлек тойғоһо биләп алды. Ах, әгәр ошо аҫалы балаҫта терегөмөш кеүек тәгәрләп йөрөгән бер генә, бер генә бала остоҡайың булһасы!..

Уҙаман ырғып торҙо: «Юлға! Юлға! Юлға!..» Урал артына сығып елләнеп ҡайтырға! Юлға!

Артында инглиз йоҙағын ҡумпылдатып, быуаҙ эттәй көмпәйгән иҫке портфелен һәлмәкләп тотҡан килеш, подъездан һыпырылды, ҡәҙимге ғәҙәтенсә, ҡотло бүре башлы асҡыс бүрелеген82 ҡул осонда уйнатып, ихатаның төпкөлөндәге олпат кирбес гаражға ыңғайланы. Барып еткәс кенә ҡапыл төшөндө — был юлы үҙ машинаһы хеҙмәт итмәйәсәк уға. Их, ошондай саҡтарҙа оҙатып ҡуйыусы йөрәк ҡаның — уланғынаң булһасы!.. Бәғерен һыҙлатып, ҡылт итеп иҫенә төштө: кисә бит уның ҡорҙашын, йәштәш бер яҙыусыны, вокзалға үҙ машинаһында малайы оҙатып ҡуйҙы...

Урам буйлап такси туҡталышына атлағанда, һауа уғата боларып, йәнә бурап ябалаҡ ҡар ишерелде, һә тигәнсе ерҙе аҡ көпкә төрҙө. Әммә «Алтын» магазины эргәһендә ғәҙәти сират: затлы тауар сығарылыуын кетәләр. Йәйен, ҡышын, тәбиғәттең аламалығына ҡарамайынса торалар шаҡырайып. Әйтерһең, шул уҡ бер үк кешеләр... Һуғыш ваҡытында ошолай дүрт йөҙ грамм сей икмәк көтөрҙәр ине...

Мотал сират яғына бер төкөрөп, йәһәт үтеп китергә самалаһа ла, әмәлһеҙҙән, аяғы көрмәлеп, шаҡ-ҡатып туҡталды: йылан һымаҡ борғоланған сират һуҙымы буйында, яҙғы көпшәк ҡарға йөҙтүбән ҡапланып, сысҡан ҡойроғолай мыйыҡ остоҡайҙарын тырпайтып, хәрәкәтыеҙ ҡалған кәүҙә — тере мәйет ята ҡатып. Тамыр имәндәй баҙыҡ, манаралай оҙон һын – хас та Моталдың үҙенең йәш сағындағы. Йоҡа ғына «джинсы», сағыу күк куртка кейгән. Ҡара каракуль кепкаһы ситкә тәгәрәгән. Арҡаһына, сөм ҡара сәс күбәһен тоташтырып, йомшаҡ йәш ҡар һырыған. Һис кемдең иҫе китмәй: эсеп йығылған ирҙәр менән тулы бит урам буйы! Ергә ләпәшкән был кәүҙә, ни өсөндөр, барлыҡ килеш-килбәте менән Моталға бик яҡын кемделер хәтерләтә, йәнде ныҡ өйкәп тарта. Бәлки, баяғы юҡһыныуҙың — был донъяла яңғыҙ башы ҡаңғырыуҙың шауҡымылыр?.. Моталдың булырға тейешле, әммә-ләкин булмаған улҡайы ла, әгәр ҙә ул булған булһа, моғайын, ошо йәштәргә етер ине... Кем һуң был, кем? Тик үҙенең таныштары араһынан ундай сөм-ҡара сысҡан мыйыҡлы кешенең дә, асфальтта аунап ятырҙай бөткән баш хәмерйәндең дә булырын һис тә күҙ алдына килтерә алмай, әҙип такси туҡталышына уҙҙы: юҡ, туҡталырға форсат юҡ, уға тиҙерәк аэропортҡа барып етергә кәрәк! Эсеп йығылған икән, тора ла белһен үҙе. Тормаһа, милиция машиналары илтер. Ә уға дәррәү самолетҡа, самолетҡа!.. Тик ниндәйҙер сәйер көс ирҙең аяҡтарын суйын гер таҡҡандай тартты, артҡа ҡарай һөйрәне. Әле генә бик кәрәкле нимәһендер юғалтҡан, йәки өйҙә онотоп дай — шөҡәтһеҙ хис барған һапын нығыраҡ, ауырттырыбыраҡ сыйҙы. Ниңә был тиклем эскелеккә һалышты һуң йәш быуын? Тормош еңеләйгән һайын, күңел ыуала барамы — алтындарыбыҙ алтын сөрөккә ҡаламы?.. Ә бит улар йәшлегендә ябай ҙа, саф та ине әҙәмдәрҙең асылы. Кирә тартылған ҡорос ҡылдай, зығырлап та торор ине үҙәк тигәнең. Атайҙар быуыны хаҡында әйтәһе лә юҡ! Күҙ алдына килтерә аламы Мотал үҙенең, баяғы әргендек йәндәй, эсеп-иҫереп, юл һыртында ҡарға ләпәшеп ятырын, тәүбә-тәүбә!.. Ятмаҫ һәм ятҡыртмаҫтар ине! Кемдер мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙыр ине! Ә хәҙерен Моталдың форсаты юҡ...

Еүеш асфальтты тызылдатып елеп барған йомшаҡ резина тәгәрмәстәрҙең йырынан ойой биреп, күҙҙәре асылыр-асылмаҫ, теләр-теләмәҫ кенә, Мотал такси йөрөтөүсенең өрөп тултырган тауыҡтай ҡыҙара-бүртек йөҙөнә төбәлә. Оҙон арыш һаламылай һәлпелдәгән ерән-ҡыҙыл мыйыҡ осонда зиһене сыуалып, көтмәгәндә, йөрәге «жыу!» итеп китә: «Тегенең сысҡан ҡойроғолай нәҙек кенә һәм сөм-ҡара мыйығы... Ах, ни булды бөгөн уға, ниңә ашҡынып ултырҙы был таксиға?! Ҡарға ҡатып ята ине бит егет!..» Һәм шунда уҡ кисәге көнөнә ҡайтып, күҙ алдында әзмәүерҙәй Ҡыҙыл башҡорттоң баҡыр-ерән бөҙрәләре өҫтөнә ослайтып һөңгөләй тырпай күтәрелгән һуҡ бармағы хәтерләнеп, хөкөм кеүек киҫәтеүле һәм шәфҡәтһеҙ ауазы яңғыраны: «Намыҫ! Намыҫ! Намыҫ!..».

Кемгә ҡысҡыра был Намыҫ?!

Был ни хәл, ниңә шыйып ҡына китеп бара ул? Был такси ниңә тап килде, тыңланы?! Атай бахырҙың нәҙекәй сысҡан мыйығы...

— Туҡта-ғыыыҙ!..

...Тормоздар ҡыйралып сыйылдай, селпәрәмә килгән быяла ҡойолоп сылтырай — маңлайға маңлай бәрелә. Шығырлап металл һына, ҡорос терәүҙәр онтала. Алғы маңлай-быялаға башы тоҫҡалып осоп барған Мөхлисәһен ынтылып тотҡан ыңғайҙа үҙе лә ыуалып, көллө донъя ҡайнар ҡанға мансыла. Катастрофа...

Туҡта, был ни катастрофаһы? Самолет ауып төштөмө?.. Шығырлап металл һына... һыныҡтары араһында асфальтта... сысҡан ҡойроғондай нескә, сөм-ҡара мыйыҡтары сасҡау ҡарға ҡуша ҡатып, көллө төҫө-ҡиәфәте, килеш-килботе Моталдың атаһы Булаттимерҙеме, әллә Моталдың үҙенме хәтерләткән егет үлергә ята. Туңып барған ирендәренән ҡан күбеге менән ҡуша мөлкөлдәп, йәнәстем һүрелгән һуңғы һүҙе түгелә, ҡолаҡ пәрҙәләрен шаулатып ҡаға: «...ат-ай! ата...ай! ата...ай..!» Илаһым, кемдәргә төбәп өндәшкән кемдәрҙең ғәзиз балаҡайы был?!. Бәй, Моталдың үҙе бит был — мыйыҡ ебәргән Мотал... Хоҙайҡайъм, алтынға сират тороусыларҙың аяғы аҫтында туңып ҡата бит Мотал...

Юҡ, теге саҡтағы Мотал менән Мөхлисәнең һөйәктәрен онтаҡлаған катастрофа түгел был; машинаһы ла үҙҙәренеке түгел — такси... Һөмһөҙләнеп рулде ҡармаған, авария яһата яҙған Мотал ҡулын ысҡындыртырға аҙапланып маташа такси йөрөтөүсе — мыйығының ерән арыш башаҡтары пассажирҙың беләгенә тейә яҙып сайҡала:

-- Аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә, был ни хәл?!

-- Эйе, аҡылдан яҙып барам, ахыры, ғәфү итә күреғеҙ, — ти Мотал, ҡулын йәһәт тартып алып. — Зинһар, ҡайтыр яҡҡа боролоғоҙ, ҡайтарып ҡуйығыҙ мине!

-- Вәт һантый! — Клиенттың йөҙөнә оҙаҡ текләп тора ла теге, машинаны, ҡабаланып, ҡайтыр яҡҡа ҡайыра. — Ауырыу килеш ниңә юлға сығырға — авария яһата яҙҙығыҙ бит! — тип башын сайҡап тиргәшә. Эйәгендәге ерән ике арыш башағы сәғәт телеләй тирбәлә. Ахыры булмай, Моталды йәлләп буғай, ыңғай һыпырып ҡуя. — Ярай, оноттоҡ был эште, ағай кеше. Онотолғандың башы бәләнән ҡотолған...

Онотолғанмы һуң ул? Йөрәгенә ҡанлы ярсыҡтарын ҡаҙаған һалҡын металл тауышы онотоламы һуң?.. Их, Мотал — Металл.. Ҡар өҫтөндә ятҡан ул һын Моталдың үҙ улы булырҙай ҙаһа! Булып ҡуйһа, ни эшләр ине?!. Тәүбә-тәүбә, булыуы мөмкин түгел, әммә Моталдың да теге ваҡыт улы тыуыры, әгәр тыуһа, бөгөн ул тап шул егет йәшендә булыры ихтимал ине бит... Йәки унан да кесерәк уландары, ҡыҙҙары... әгәр теге саҡта Мөхлисәһе менән Ағиҙел аръяғындағы дачаларына елдереп барғанда автомобиль катастрофаһы булмаһа... Их, сысҡанҡойроҡ мыйыҡлы егетте ҡарҙан ҡалҡытып ҡына, ҡайҙа тороуын һорашып, өйөнә илтеп ҡуяһы урынға... салғыйына ут ҡапҡандай, аэропортҡа елдерҙе... Ҡасан булыр, булырмы һуң уның да үҙ балаҡайы?!.

—Елдерт, ҡустым, еткер мине тиҙерәк баяғы урынға — «Алтын» магазины янына!..

Такси йөрөтөүсе уны бер ҡарауҙан аңланы.

Егет һаман бер килеш ҡарҙа ята, эргәһенән ҡала халҡы туҡтауһыҙ үтеп тора. Төштөләр, шофер менән икәүләшеп салонға кереттеләр.

-- Ҡайҙа? – тине шофер.

-- Тиҙ ярҙам хәстәханаһына, тиҙерәк, тиҙерәк!

Реанимацияға һалдылар, коридорҙа көтөп торған Моталдан һоранылар:

-- Улығыҙмы ул? Атас үҙегеҙ икән.

-- Юҡ... эйе... – Ҡапыл башы әйләнде, эскәмйәгә әүшәрелде, доктор үтәнән-үтә текләп ҡараны:

-- Сабырлыҡ, сабырлыҡ! Сестра, һыу бирегеҙ!

-- Юҡ, кәрәкмәй. Хәле нисек... егеттең?

-- Хәле шәптән түгел, ағай кеше, улығыҙҙы үҙ ваҡытында килтереп еткермәгәнһегеҙ... Шулай ҙа өмөт итәйек. Бына кеҫәһендәге ҡағыҙҙары.

Паспорты, йәнә адрестар менән тулы ҡуйын дәфтәре. Исеме, ғәжәп! – Мотал, атаһының графаһында һыҙыҡ ҡына торһа ла, фамилияһы йәшлектәге Ниагара шарлауығыныҡы... иҫ киткес осраҡлылыҡ!..

Һалҡын боҙҙай ағарынған врач сыҡты, әҙиптең ҡулын услап, бераҙ өндәшмәй торҙо:

-- Бирешмәгеҙ.Үкенескә ҡаршы... ҡотҡара алманыҡ...

Мотал үҙен упҡын-һаҙға батып барғандай тойҙо, томанланған аңына башҡа бер нәмә лә кермәне. Доктор киткән, аҡ халатлы киҙеүсе ҡыҙ ғына үҙенең урынында уға ҡарап ултыра. «Улы»ның ҡуйын дәфтәренән «Мама» тигән бүлекте, адресын (Донбасстың Луганск ҡалаһында), телефон номерын тапты. Күҙ алдары ҡараңғыланған хәлдә Почтамтҡа етеп, алыҫтағы «Мама»һына шылтыратты:

-- Ало, ғәфү итегеҙ, Мотал һеҙҙең улығыҙмы?

Ғәжәп: ете ер, ете һыу артындағы ҡатын-ҡыҙ тауышы йәнгә үтеп керерлек яҡын тойолдо, һәм шулай уҡ теге остан да уны танынылар һымаҡ:

-- Мотал Бикләмешевмы был?

-- Эйе. Һеҙ кем?

-- Ул һеҙҙең дә улығыҙ. Әгәр онотмаһағыҙ... Йыһаниә исемем...

-- Йыһаниә!..

-- Эйе, икебеҙҙең балаҡай... Ай-вайыма ҡуймай, «Атайымды эҙләп табам!» тип китте...

Көтөлмәгән ҡот осорғос драманың һуңғы шаршауы сөм-ҡаранан кейенгән Йыһаниәнең ашығыс килеп етеүе, йәш Моталды, икеһенең берҙән-бер ғәзиз улын, илай-илай ерләүҙәре менән тамамланды...



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет