Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет3/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21
Ваба — холера.

28




Шундағы ваҡ-төйәк әш менән шөғөлләнеп ваҡытын үткәрә. Кеше барһа, йомош бирмәй, үҙе лә кешегә йомош һорап сыҡмай.

Уның өйөндә йылына ике генә мәжлес була. Ураҙала бөтә тирә-яғын саҡырып бер ифтар1 яһай, ҡорбан байрамында, бер нисә ҡорбан салып, бөтә ауылды тиерлек ҡунаҡ итә. Бына шунан башҡа ваҡыттарҙа инде уның ҡапҡаһы ябыҡ була. Ҡапҡаһынан хәйерсе-фәләнде индереү түгел, күршенең этен дә кертмәй, шуға күрә уны «Ьаран Ҡотлояр» тип йөрөтәләр.

Үҙен бик мыжыҡ тиҙәр.

Уға бик аҙ хеҙмәтсе ярай. Унда түҙеп торған хеҙмәтсене:

  • Айыу тиреһенән яралғандыр, — тип һөйләйҙәр. Шуның өсөн дә ул яҡын-тирәнән үҙенә хеҙмәтсе таба алмай, әллә ҡайҙан ситтән барып яллай торғайны. Унан ҡасҡан хеҙмәтселәрҙең иҫәбен-һанын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

Ул хеҙмәтселәрҙе эшкә шул тиклем ҡаты ҡуша ки, уның иртәһе лә, кисе лә, төнө лә эш менән үтергә тейеш.

Ул йөҙәр дисәтинә иген сәсә, икешәр-өсәр йөҙ баш йылҡы аҫрай, ҡуйҙарының иҫәбен үҙе лә белмәй торғандыр. Бына шул ҡыр эше таң ҡараңғыһынан төн ҡараңғыһына тиклем бара. Хеҙмәтселәрҙең арыуы, йонсоуы менән иҫәпләшеп тормай, ул төндә лә эш таба, һис тә булмаһа, берәй ауырыу малын ҡарауылларға ҡуша. Шул рәүешсә уның ҡул аҫтында бер генә минутҡа ла тынғылыҡ юҡ. Ул үҙе лә шулай тынғыһыҙ бер әҙәм. Уның тураһында халыҡ:

  • Бер күҙе йоҡлаһа, икенсе күҙе һәр ваҡыт ҡарап тора, — тип һөйләй.

Уның йорт-ҡаралтыһына килһәң, себен осоп инерлек урын юҡ. Бөтә йорто бейек таш ҡойма менән уратылған. Хатта йортоноң тәҙрәләре лә урамға ҡарамай. Барыһын да ҡура яғына сығарып эшләткән. Шуға күрә булһа кәрәк, уны «Урыҫ Ҡотлояр» тип йөрөтәләр.

Бына Тимеркәй ҙә туғыҙ йәштән уның донъяһына тап булды. Уның әңгәмәһе былай:

Сәми ҡарт үлгәс, Тимеркәйҙе берәү ҙә тәрбиәгә алманы. Атаһы үлгәс, баяр тирәһендә лә урын булманы. Йәш, эшкә яраҡһыҙ тип, ауылына ҡайтарҙылар. Уны ауылда ла бер кеше лә йортона индермәне. Сәми ҡарт тураһындағы шомло әкиәттәр Тимеркәйгә күсте. Уны:

  • Урманда ен алыштырған, — тип һөйләй башланылар. Тимеркәй урамда, кәбән аҫтарында, аҙбар арттарында йоҡлап йөрөй ине. Эгәр ҙә берәүҙең йортона килеп ҡунһа, иртәгеһен үк ауылға хәбәр тарала. Ул йортта бер ҡаза йәки ауырыу көтөлә.

1 Ифтар — үҙен күрһәтеп ала мәғәнәһендә.

29


Уға ҡайҙа барырға?..

Кис бер урын юҡ. Бөтә ишектәр ябыҡ. Бөтә кеше уға:

  • Теге мәлғүндең ен алыштырған балаһын берәйһе шунда үлтереп ташлаһа, сауаплы булыр ине, — тип сиркәнеп ҡарай.

  • Ауылға килгән аяҡлы фетнә, — тип йөрөтәләр. Тимеркәй бының серенә төшөнә алмай. Көнөнә бер-ике һыныҡ икмәк табып ҡорһағын тултырһа, уға шул етә. Төн үткәреү Тимеркәй өсөн ҡайҙа ла бер. Ул уға күнгән инде.

Ул мәлдә Тимеркәй Ҡотлояр байҙың да ҡапҡаһын буш ҡуйманы. Унан бер нисә тапҡыр әрләнеп, ҡыуылып сыҡҡайны.

Бер көн Ҡотлояр байҙың ниндәй мәрхәмәте килгәндер инде, Тимеркәй иртә менән аҙбар артында йоҡлап ятҡан сағында, уны уятып, өйгә алып инде. Алдына ҡатыҡ менән ҙур киҫәк икмәк килтереп ҡуйҙы ла:

  • Ьинең барыр урының юҡ, беҙҙә ҡал, әшләрһең, тамагыңды туйҙырырһың! — тине. Тимеркәй бындай йылы һүҙҙе кешенән беренсе тапҡыр ишетә ине әле.

Ризалығын һүҙ менән әйтә алманы, башын ғына һелкеп белдерҙе.

Шул көндән башлап Тимеркәй Ҡотлояр байҙа хеҙмәтсе булып ҡалды. Уның бында тап булыуы ла Ҡотлояр байҙың хеҙмәтселәре ҡасҡан осорға тура килде. Уға яраҡлы хеҙмәтсене бик тиҙ генә балсыҡтан яһап булмай, морон төртөрлөк урыны булмаған кешеләр ауыр эштәргә тиҙ күнегеүсән булалар. Тимеркәй ҙә шуларҙың береһе, иң беренсеһе ине. Ҡотлояр бай ҙа бындай мәлдән бик файҙалана белә. Был тиклем байлыҡ бит бушҡа ғына йыйылмаған, уның өсөн бик күп әсе- сөсөләрҙе татыған инде ул.

VI

Тимеркәйҙе хеҙмәтселеккә алғас, Ҡотлояр бай тураһында тағы яңы хәбәрҙәр таралды.

  • Ҡотлояр бай, ен алыштырған Тимеркәйҙе үҙендә тотоп, уның ендәрен ҡушып эшләтә икән. Улар шулай күп икән... Ул былай икән... — тип һөйләй башланылар.

Был хәбәрҙе иң күп таратыусы, бик оҫта итеп, кеше ҡурҡырлыҡ итеп һөйләүсе Балтабикә ҡарсыҡ ине. Сөнки ул ен, зәхмәт, им-том тирәһендә тирә-яҡҡа мәшһүр бер ҡарсыҡ булып танылған.

Сәми ҡарт уның иң ҙур кәшфиәтенән1 һанала ине. Ул үлгәс, Тимеркәйгә күсте. Тимеркәйҙе Ҡотлояр үҙенә алғас, ул шомло төйөн уның себен осоп инмәҫлек йортона барып йәше

1 Кәшфиәт — асыш мәғәнәһендә.




ренде. Унда ул тағы ла серлерәк бер төҫ алып китте. Һәр көн таң алдынан Ҡотлояр байҙың йортонан бик күп ен ғәскәрҙәренең сығып китеү хәбәрен дә, бик йәшерен сер итеп, ана шул Балтабикә таратҡайны.

Ысынлап та, Тимеркәй эшкә килһә, ен кеүек эшләй ул.

Ул Ҡотлояр байҙа ун бер йыл хеҙмәт итте. Ул инде уның ауыр эштәренә тамам күнегеп бөткәйне. Ул кәбән ҡойған саҡтарҙа ат тартымы күбәләр кәбән башына йөн шикелле ырғытылалар. Аҫау малдарҙы ҡороҡлап тотҡанда, Тимеркәй бер аҙым атлатмай, шып иттереп туҡтата. Уның ун бер йыл буйына Ҡотлояр донъяһына түккән көсөн иҫәпләп ҡараһаң — уның таш ҡоймалары ла күтәрә алмаҫтар. Шулай булһа ла, Ҡотлояр байҙың уға мыжымаған сәғәте юҡ. Ьәр көн бер тапҡыр әрләмәгән, уның эшенә бәйләнмәгән көнө булмағандыр. Тимеркәй уға күптән күнеккән, уға ундай мығырлауҙар ябай һүҙгә әйләнеп киткән, шуның өсөн дә Ҡотлояр байға ҡаршылашмай торғайны. Ҡаршылашып ҡайҙа бараһың?

Унан сығып китер ине, барыр урыны юҡ. Сәми ҡарт тураһындағы шомло әкиәттәр уны халыҡтан алыҫлаштырған, уға һаман да шомланып ҡарау бөтмәгән ине. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимеркәйҙең дә үҙ тормошонан зарланған, риза булмаған минуттары була. Ләкин уны бер кемгә лә һөйләмәй ул.

Хәҙер уның башына аң кергән. Уның ише егеттәр әйләнәләр, донъя рәхәтен күрәләр, ваҡытлы эшләйҙәр, ваҡытлы күңел асалар. Э Тимеркәй — һаман да шул Тимеркәй. Уның эш менән үтмәгән бер генә минуты ла юҡ. Уның да башҡалар төҫлө булғыһы килә, ләкин була алмай. Уның да хәҙер инде ҡыҙҙар күрһә, күңеле өҙгөләнә, күрше ҡыҙы Гөлбикә тураһында һәр ваҡыт уйлана, үҙенең арт ҡапҡанан сыҡҡан саҡтарын уның һыуға төшә торған ваҡытына тура килтерергә тырыша. Бер ваҡыт, йәшеренеп, Гөлбикәләрҙең өйөнә ҡурай тартырға ингән сағын һис хәтеренән сығарғыһы килмәй уның.

Ул уны ярата, ләкин бер ваҡытта ла үҙенең яратыуын уға һөйләй аласаҡ түгел, уны әйтеү менән барыбер Гөлбикә һанға алмаясаҡ.

Ул шулай уйлай ине.

Шундай өмөтһөҙлөктәр арҡаһында уның башын тағы ла күберәк уйҙар, төрлө хыялдар сырмап ала. Ул эш араһында ла, кис менән туғайға ат ҡуна барғанда ла үҙе тураһында уйлана, үҙенең бәхетһеҙлегенең сәбәптәрен тикшерергә бик ярата:

  • Әгәр ҙә мин теге Кағынбайҙар төҫлө аталы-әсәле булып, шулар кеүек түңәрәк кенә донъя көтһәм, Гөлбикә лә миңә һис бер һүҙһеҙ килер ине бит.

Бына уның уйының тармаҡтары шунан башланып китә торғайны. Ул Алланан шул бәхетте бик күп һораны. Ләкин

31




береһе лә уның теләгенә ярҙам итмәне. Һәр көнгө таң уны ауыр, иҫәпһеҙ күп эштәр, тиргәштәр менән ҡаршыланы. Әле уның киләсәгенә лә бер өмөтлө нәмә юҡ.

Шуның өсөн дә уйҙарының аҙағы Аллаға барып терәлә ине. Күңелендә бер генә лә өмөт тойғоһо ялтырамаған ауыр, әсе минуттарында:

  • Юҡтыр ҙа ул! — тип ҡуя ине.

VII

  • Дөрр!..

  • Дөрр!..

Ерҙәр һелкенә, окоптар ишелә, мылтыҡ, пулеметтарҙан ямғыр шикелле пулялар яуа. Меңдәрсә кешеләр ут эсендә, туп йәҙрәләре ҡурҡынысы аҫтында үлем көтәләр. Әллә ни тиклем кәүҙәләр тупраҡҡа болғанып, ҡан эсендә ята. Әллә ни саҡлы кешеләр йәрәхәтенән ыңғыраша. Күкрәге менән шыуышып, пуляһыҙ, тупһыҙ ерҙәргә сығырға ынтыла...

Тимеркәй ҙә шулар араһында.

Ул инде алты ай буйына ана шул ҡурҡыныстар аҫтында йөрөй. Һуғыш сыҡҡан көҙ менән үк ул һалдатҡа алынды. Өс айҙан һуң инде фронтҡа оҙатылды.

Немецтар өҙлөкһөҙ окопҡа аталар. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ.

Шул ваҡыт Тимеркәйҙең башынан ошо уйҙар үтте:

  • Беҙ ни өсөн һуғышабыҙ? Илде, ерҙе һаҡлау өсөн, тиҙәр. Һуң, минең бер табан ерем юҡ. Ниңә, улай булғас, ерен һаҡлар өсөн Ҡотлояр байҙың балаһы килеп һуғышмай, ул ҡолағын ауырттырҙы ла хеҙмәттән тороп ҡалды. Хәҙер кәләше менән тыныс ҡына йәшәп тик ята. Башҡа бай балалары барыһы ла шундай һылтау менән тороп ҡалдылар. Исхаҡ бай улын хеҙмәттән ҡалдырыу өсөн мең һум аҡса тотҡан. Ә беҙҙе йүнләп ҡараманылар ҙа:

  • Годен! — тип сығарҙылар ҙа ебәрҙеләр.

Унан тура һуғышҡа. Минең немецтар менән ниндәй уртаҡ малым бар? Мин уларға, улар миңә пуля аталар.

Быныһы Алла эше тиһәң инде, ниңә ул теге бай улдарын ҡушмай икән!

Күпме кешеләр зар илайҙар, Алланан иҫән ҡалыуҙы һорайҙар. Ләкин туптар, пулялар быларҙың барыһын да үҙенсә эшләй, ә Алланың бында бер генә лә, бармаҡ осондай ҙа мәрхәмәте юҡ. Уның көсө ҙур, һәр нәмәне үҙенсә эшләтергә ихтыяры етә, тиҙәр. Ниңә һуң инде иҫәпһеҙ кешеләрҙең: «Һуғыш туҡталһын ине!» — тигән теләктәренә әҙ генә булһа ла ҡолаҡ һалмай икән?

  • Юҡтыр ҙа ул!..

32




Шул ваҡыт уның эргәһендә ҙур туп шартланы. Тупраҡтары уны, еле менән этәреп, ҡырға алып ырғытты. Шунан айнып торҙо ла бер соҡорға йүгерҙе. Шул минут аяғына ҡаты бер нәмә бәрелде. Йөрәгенә үтте. Табан аҫтары эҫеле-һыуыҡлы булып сымырлап китте. Окоп эсенә һикереп төштө лә мылтығын ырғытып бәрҙе. Бер нисә ҡанлы кәүҙә өҫтөнән атлап, окоп буйлап артҡа шыуыша башланы. Аяғының ауыртҡан ерен тотто. Ҡулы ҡып-ҡыҙыл йылы ҡанға батты.

  • Ах, харап булғанмын! — тип юғарыға ҡараны ла, тороп, йән көсө менән алға йүгерә башланы. Уның тирә-яғында пулялар себен кеүек осалар ине.

  • Юҡ ул!

  • Юҡ ул! — Шул һүҙҙәр уның ауыҙында ҡабатландылар.

Алдында тағы шрапнель ярылды. Снаряд ҡаҙыған соҡорға

йығылды. Башынан йәшен үткән шикелле булды. Ҡысҡырырға уйланы, ауыҙына тупраҡ тулғайны. Күҙ алдында әллә ниндәй ут уйнаны ла ер төбөнә убылып төшөп киткән кеүек булды.

Шрапнелдең бер ауыр суйын киҫәге уның түбә ҡапҡасын алып киткәйне. Ул баҫҡан урынында ике мәртәбә әйләнде лә мәңге тормаҫлыҡ булып снаряд соҡорона йығылды. Уның теге уйҙары, шрапнель киҫәге менән осоп, ҡанға аралаштылар.


ҠАРАҒОЛ1



ҠАТНАШЫУСЫЛАР:

Ҡарағол — ихтилал2 башлығы, баҫалҡы тәбиғәтле, 40 йәштәрҙә.

Гөлбикә — уның бисәһе, 35 йәштәрҙә.

Таңсулпан — уларҙың ҡыҙы, 18 йәштәрҙә.

Ҡыраубикә —Ҡарағолдоң әсәһе, 60 йәштәрҙә.

Мозой —Ҡарағолдоң күршеһе, бер ҡатлыраҡ, еңел тәбиғәтле кеше, 28 йәштәрҙә.

һөйөндөк — ихтилалсы, Таңсулпандың һөйгән егете, 25 йәштәрҙә.

Ҡәҙерша — Ҡарағолдоң иптәштәре, ихтилалсылар, 30 йәш-

Иортбағыш ^

төрҙә.

Яланғол ^

Ишмырҙа кантон — түрәлекте, шөһрәтте яратыусы кеше, 50 йәштәрҙә.

Иван Иванович — отставка алған генерал, ҙур имение эйәһе, 50 йәштәрҙә.

Елизавета — уның бисәһе, бик ҡыланырға яратыусан ханым, 35 йәштәрҙә.

Батюшка Андрей — рухани, миссионер, 40 йәштәрҙә.

В а с я — Иван Иванович ҡулында тәрбиәләнгән, уның имениеһында актер булған крәҫтиән балаһы, 25 йәштәрҙә.

Наташа — ул да шул имениела тәрбиәләнгән, актриса, крәҫтиән ҡыҙы. Васяның һөйгән ҡыҙы, 20 йәштәрҙә.

Кондрат Петрович — кантон штабында команда башлығы, 30 йәштәрҙә.

Кузьма — крәҫтиән, төрмә һаҡсыһы, Васяның дуҫы, 30 йәштәрҙә.

Гөлбәғиҙә —Ишмырҙа кантондың ҡыҙы, 18 йәштәрҙә.

Әпкәләй — Ишмырҙа кантондың шымсыһы, ҡара эсле, маҡтансыҡ кеше, 43 йәштәрҙә.

Дуня — Иван Ивановичтың аҫрау ҡыҙы, 18 йәштәрҙә.

Аҫылбай —ҡурайсы егет, 25 йәштәрҙә.

Барсынһылыу —Таңсулпандың иптәш ҡыҙы, 17 йәштәрҙә.

Имение һаҡсылары, төрмә башлыҡтары, төрмәлә ятҡан крәҫтиәндәр һәм башҡалар.

1 Ҡыҫҡартып алынды.

2 Ихтилал — восстание.

34


БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Йәйге кис. Тирмә алды. Алыҫта эңер ҡыҙыллығына күмелгән тауҙар күренә. Сәхнә асылғанда, йылҡы көтөүе оҙатҡан, һыйыр көтөүе ҡаршылаған, йылҡы кешнөгән, һыйыр мөңрәгән тауыштар, шау-

шыуҙар ишетелә.

  1. күренеш

Гөлбикә (ҡулына күнәген аҫып, ашығып сыға). Көтөү ҙә ҡайтып бөткән икән. Эш менән булашып, ҡаршыларға сыға алманым тағы. Быҙауҙарым ҡушылмаһалар ярар ине. Таңсулпан ҡайҙа йөрөй икән? Таңсулпан, Таңсулпан!

Таңсулпан (арттан). Эүүү!

Гөлбикә. Таңсулпан!

Таңсулпан. Эү, тимен, әсәй! (Килеп сыға.)

Гөлбикә. Көтөү ҡаршыланыңмы әллә?

Таңсулпан. Эйе, әсәй, барыһы ла теүәл, ала башмаҡ ҡына ҡайтмаған.

Гөлбикә. Ярар, ҡайтыр әле. Балам, мин һыйырҙарҙы һауып алайым, һин тирмә тирәһен ҡарай тор. Хәҙер атайың да ҡайтыр инде. Ул ҡунаҡтар менән ҡайтырмын тигәйне, һауыт-һабаңды әҙерләп, ҡымыҙҙарыңды тултырып ҡуй.

Таңсулпан. Әсәй, ҡайҙан, кемдәр икән?

Гөлбикә. Кемдәр, тип ни, шул Үмер буйынан. Һөйөндөктәр, ахырыһы...

Таңсулпан. Һөйөндөктәр?!

Гөлбикә. Белмәйем тағы, шулар булырға кәрәк. (Ҡабаланып китә.)

Таңсулпан. Һөйөндөктәр! (Үҙ алдына.) Ысынлап та һөйөндөктәр киләләрме икән?.. Мин уларҙы, килер тип, һис көтмәгәйнем. (Уйланып тора.) Уны ла күрер көнөм бар икән!.. Ул ниңә килергә уйланы икән? Ул ни өсөн килә икән?.. Ул килһә, мин уға нисек күренермен, мин уға ни һөйләрмен? Миңә ул һауанан төшкән бөркөт кеүек күренә! Мин уны күрһәм... эйе, мин уны күрһәм, ҡаушап ҡалырмын төҫлө күренә... (Шул ваҡыт Әпкәләй килә, ҡарап тора.) Улар ҡасан килерҙәр икән? Хәҙер кис була, бына улар яҡтыла килһәләр икән. Мин уларҙың анау тау башынан төшкәндәрен ҡарап торған булыр инем. (Китә. Әпкәләй алға сыға.)

  1. күренеш

Әпкәләй (яңғыҙы, Таңсулпан киткән яҡҡа ҡарап). Бына ҡыҙ. Бына ҡыҙ тиһәң дә ярай!.. Күрәһең, уға хәҙер дәрт ингән. Ул әллә ҡайҙарға, тау башына ҡарап, әллә ниҙәр һөй

2*

35




ләгән була бит әле! Бына мин шундай ҡыҙҙы яратам инде! Бына ул ҡыр ҡаҙҙарына оҡшаған. Бына ул һәр ваҡыт түш-баш- тарын ҡалҡытып, ҡыр ҡаҙҙары кеүек, осорға ғына тора... Бына ул үҙе бик һылыу, бик һәйбәт... Атаһы насар шул. Ҡыҙыңды миңә бир, тип атаһынан һорап ҡара әле. Әй-йәй- йәй, ул яҡын да килмәҫ, бына уның атаһы булмаһа ине, мин ул ваҡытта ҡылыҡты ҡылыр инем инде!.. Бәлки, күндереп тә булыр ине. Ҡарағол менән дошманлашып кителде шул. Дошманын дошман да, ошо ҡыҙын күрһәм, күңел ирей ҙә китә. Ҡарағол менән ярашып, килешеп ҡуйғы ла килә. (Уйланып тора.) Бик уҫал кеше бит ул. Уның менән кантондың үҙе килешә алмағанды, мин килешә аламмы һуң? (Мозой килә.)

М о з о й (уның алдына сығып туҡтай). Әпкәләй ағай, нихәл?!

Әпкәләй. Бик яҡшы. Ә, Мозой ҡорҙаш, һинме ни әле? Мозой ҡорҙаш, һин миңә ағай тиһең дә тиеүен, һин минән өлкәнерәк түгелме икән, һин миңә ағай түгелме икән?

Мозой. Мин һинән өлкән буламмы? (Көлә.)

Әпкәләй. Юҡ, ысынлап мин шулай уйлап йөрөйөм әле. Әсәйем мәрхүмә мине сысҡан йылында, һине йылҡы йылында тыуған, тип әйтә торғайны.

Мозой. Бәлки, шулайҙыр. Бәлки, һин сысҡан йылында тыуғанға күрә бәләкәй булғанһыңдыр.

Әпкәләй (төҫөнә ололоҡ сығарып). Һ.ин мине бәләкәй тип хурламаҡсы булаһың тағы! Аҫыл һөйәк ҙур булмай ул.

Мозой (артына әйләнеп, елкәһенә төртөп көлә). Дөрөҫ, дөрөҫ. Әпкәләй ағай.

Әпкәләй (эреләнеп). Ҡорҙаш, шулай шул. Бына мин бәләкәй булһам да, бер урында ла бәләкәй тип тормайҙар. Кантонға барһаң, «һыуу, әйҙүк, түрә!» тип кенә тора. Ә баярға барһаң, «ах, кенәз, кенәз!» тип кенә ҡаршы ала. Бында хикмәт башта бит ул! Бына һеҙҙең Ҡарағол бар, һыны ла һәйбәт, төҫө лә матур, һүҙгә лә сәсән, ә үҙе бер урынға ла һыя алмай. Ул ниҙән килә, беләһеңме? Уның башында хикмәт юҡ.

Мозой. Әпкәләй ағай, һуң, шул хикмәтеңде беҙгә ле өй- рәт әле!

Әпкәләй (көлөп). Ки, алйот, ул хикмәт тигән нәмә өйрәтә торған нәмә түгел. Ул нәҫелдән килә. Беҙҙең атай, олатайҙың тайраһы1 Әбүбәкер Сиддиҡ сәхәбәгә2 барып тоташҡан. Беҙҙең олатайҙар борондан изге булып килгәндәр. Хәҙер тарханлыҡ алғандар. Батша белмәйенсә тарханлыҡ бирмәй ул.

Мозой (шаяртып). Киңә кантон ғына булырға ине, Әпкәләй ағай.

1 Тайра — нәҫел-ырыу тарихы; шәжәрә.

2 Сәхәбә — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандашы һәм көрәштәше булған кеше.

36


Әпкәләй. Әллә булмаҫ тип әйтәһеңме, әллә булмаҫ тип әйтәһеңме? Булыр ҙа ул! (Китә. Мозой яңғыҙ ҡала.)

Мозой. Хикмәт... изге нәҫел... тархан... кенәз... (Башын һелкеп тора.) Тфү! Бының теле булмаһа, күҙен күптән ҡарға суҡып киткән булыр ине. Әгәр ҙә үҙен күрмәй, һүҙен тыңлаһаң, ысынлап та был ҙур кеше икән тип уйларһың! Ошаҡ ташып, баяр тупһаһына теҙ сүгеп, тамағын туйҙыра. Имеш, уға баярҙар «кенәз» тип әйтәләр. Бына хикмәт ҡайҙа ул! (Көлә.) Үҙе минән ун биш йәшкә ҙур, миңә, ҡорҙаш, ти! Ғәрләнеп үлерһең бит!

Шул ваҡыт Ҡарағол инә.

  1. күренеш

Ҡарағол (асыулы төҫ менән ҡабаланып йөрөй). Ярар, күрербеҙ, ни булһа, шуны күрербеҙ! Шунан башҡа юл юҡ. Улар беҙҙе таныһындар!.. (Ҡамсыһын һелтәп.) Шунан һуң һөйләшербеҙ! Шунан һуң улар беҙҙең кем икәнлекте аңларҙар!

Мозой (яҡын килеп). Ҡарағол ағай, Ҡарағол ағай, ниңә ҡыҙып ҡайттың?

Ҡарағол (һиҫкәнеп). Ә, һин, Мозой, бындамы ни әле? Ярай, бик яҡшы. Ьин миңә бик кәрәк инең әле. (Тауышын аҡрынайтып.) Ҡустым, мин Үмер буйынан киләм. Ҡыпсаҡ ырыуына абжурнай команда ҡуйғандар. Ишмырҙа кантон беҙҙең Ҡоростал, Олобүләк буйҙарын Красиков баярына биргән. Беҙҙе йәйләүҙән ҡыуасаҡтар. Әгәр ҙә ҡарышһаң, беҙгә лә абжурнай команда ебәрәсәктәр.

Мозой. Ьммм... Әле генә Әпкәләй беҙҙең ауылға килде, Ишемғол ҡартҡа ҡарай китте. Моғайын, ул берәй әшкәмә1 ҡороп йөрөй торғандыр әле.

Ҡарағол. Әпкәләй? Бына нисек! (Уйланып тора.) Уны хәҙер үк бөтөрөп ташларға кәрәк! (Йөрөй.) Йә, ни һөйләй, ниңә килгән?

Мозой. Уның һүҙенең атаһы-инәһе юҡ. Ул һаман маҡтана ғына.

Ҡарағол. Һммм. (Ҡулын һелтәй.) Ярар, йөрөһөн әле. Мозой, һин уға күҙ-ҡолаҡ бул. Ни һөйләй, ҡайҙа бара, барыһын да аңдып торорға кәрәк. Ул берәй нәмә һиҙеп килмәнеме икән?

Гөлбикә килә. Мозой китә.

1 Әшкәмә — араны боҙоу өсөн аҫтыртын йөрөтөлгән һүҙ; отҡо.

37


  1. күренеш

Гөлбикә (күнәген ҡулына аҫып). Бәй, һин ҡайтҡанһың икән!

Ҡарағол (төҫөн үҙгәртеп). Йә, Гөлбикә, мал-тыуар именме, барыһы ла теүәлме? Таңсулпан ҡайҙа?

Гөлбикә. Барыһы ла иҫән. Таңсулпан аш-һыу тирәһендә йөрөй торғандыр. (Төҫөнә ҡарап.) Ҡара әле, һин бөгөн әллә ни эшләп үҙгәреп ҡайтҡанһың, әллә бер-бер хәл булдымы?

Ҡарағол (белдермәй). Юҡ, юлда асыуым килде. Беҙҙең ауылдың йылҡы өйөрҙәрен Иван Иванович еренә ҡыуып ташлағандар! Ҡоростал башына килеп сыҡһам, ҡыуып алып китергә маташып яталар. Баяр кешеләре менән ҡамсыға ҡамсы килеп талашырга, өйөрҙө ҡайырып алып ҡайтырға тура килде.

Гөлбикә (хафаланып). Бөтә йорт өсөн бер үҙең талашаһың да йөрөйһөң! Ьиңә ниңә кәрәк ул!

Ҡарағол (һүҙен бороп). Гөлбикә, юҡҡа хафаланма әле. Оҙаҡламай ҡунаҡтар килер. Кин аш-һыу тирәңде ҡарап ҡуй.

Гөлбикә. Был арала һин дә өйҙә тормай башланың. Күк тана өс көндән бирле ҡайтҡаны юҡ. Анау ҡара башмаҡ һәр көн инәһен имә лә ҡуя. Көрән бейәнең ҡолонона һаҡау1 булған. Өйҙә торһаң, шуларға берәй төрлө әмәл яһар инең, исмаһам!

Ҡарағол. Ярар, ярар. Барыһын да иртәгә эшләрмен. (Гөлбикә китә.) Бисә тиһәң, бисә инде. Каман да шул башмаҡтарын, ҡолондарын килтереп ҡыҫтыра. Минең башымда шул ғына ине шул!

Ҡыраубикә менән Таңсулпан инәләр.

  1. күренеш

Таңсулпан (алдан йүгереп килеп). Атайым ҡайтҡан! Ҡыраубикә. Балам, ҡайтҡанһың икән. Ьыуһап ҡайтҡанһыңдыр, ни эшләп урамда тораһың? (Таңсулпанға ҡарап.) Бар, балам, атайыңа ҡымыҙ әҙерлә.

Таңсулпан. Атай, ҡунаҡтарың ҡайҙа? Эсәйем, ҡунаҡтар менән килә, тигәйне бит.

Ҡарағол. Килерҙәр, балам, килерҙәр.

Ҡыраубикә. Кемдәр улар?

Ҡарағол. Үмер буйҙары. Көйөндөк, Ҡәҙерша, Яланғол.

1

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет