7 — Әғрәф (Кәртәләр) сүрәһе
(Әғрәф сүрәһе 206 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә ингән. Ҡайһы берәүҙәр: 163 нсы аяттан 171 нсе аятҡа ҡәҙәреһе Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән, тип һанай. 46 һәм 48 нсе аяттарҙа Әғрәфтә, йәғни йәннәт менән йәһәннәм араһындағы ҡалҡыу бер ерҙәге халыҡтар тураһында һөйләнә, шул сәбәпле был сүрә «Әғрәф», тип аталған. Төрлө тәфсирселәр Әғрәф һүҙен төрлөсә шәрехләй. Ш. Ғосманиҙа ул — «пәрҙә», тип әйтелгән. Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлектә был һүҙ «сафландырыу, пакландырыу» тип тәржемә ителгән.
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Мим. Сад.
2. Был — кешеләрҙе (Ҡиәмәт тураһында) киҫәтеү, (гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланһындар тип) уларға өгөт биреү өсөн һиңә индерелгән бер Китаптыр (Ҡөръән). Инде һин был мәсьәләлә күкрәгеңдә борсоу һаҡлама. (3) Раббығыҙҙан һеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) эйәрегеҙ. Уны ташлап, башҡа яҡлаусылар артынан эйәреп китмәгеҙ. Аһ, һеҙ (уҙғандарҙан) ни ҡәҙәр ҙә әҙ һабаҡ алаһығыҙ. (4) Күпме дәүләттәрҙе Беҙ һәләк иттек. Төндә (йоҡлағанда) йәки көндөҙ ләззәт кисеп ятҡанда ғазабыбыҙ улар өҫтөнә төштө.
5. Өҫтәренә әфәт килгәс:
— Беҙ, ысындан да, залим кешеләр икәнбеҙ, — тип ҡысҡырыуҙарынан башҡа бер ни ҙә ҡалманы. (6) Әлбиттә, үҙҙәренә пәйғәмбәрҙәр индерелгән ҡәүемдәрҙе лә, пәйғәмбәрҙәрҙең үҙҙәрен дә яуапҡа тартасаҡбыҙ.
7. Хаҡтыр, Беҙ уларға, (Ер йөҙөндә нимә ҡылғандары тураһында) теүәл белгәнебеҙсә, тәфсилле һөйләп бирербеҙ. (Сөнки) Беҙ (бер генә миҙгелгә лә) улар янынан китмәйбеҙ. (8) Ул Көндө үлсәү ғәҙел буласаҡ. Кемдең сауап өлөшө ауыр тартһа, шулар инде ҡотолошҡа ирешкән булыр. (9) Кемдең (сауабы) еңел тартһа, бына шулар инде аяттарыбыҙға ҡаршы хаҡһыҙлыҡ иткәндәренә күрә, үҙҙәренә зыян эшләгән кешеләр булыр. (10) Дөрөҫө шул бит, Беҙ һеҙҙе Ер йөҙөнә урынлаштырҙыҡ һәм һеҙгә йәшәү шарттары бирҙек. Шул ҡәҙәр ҙә әҙ шөкөр иттегеҙ. (11) Хаҡтыр, һеҙҙе яралттыҡ: һуңынан һеҙгә рәүеш бирҙек, унан һуң фәрештәләргә:
— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тип бойорҙоҡ. Иблистән башҡалары сәждә итте. Ул (Әҙәмгә) баш эйеүселәрҙән булманы. (12) Аллаһ әйтте:
— Мин һиңә ҡушҡандан (сәждә итеүҙән) баш тартырға ни сәбәп булды? — тине. Иблис әйтте:
— Мин унан өҫтөнөрәк. Сөнки мине уттан яралттың, уны балсыҡтан ғына, — тине. (13) Аллаһ:
— Сығып кит бынан (йәннәттән), — тине, — Бында тәкәбберлек күрһәтеү ярамай. Кит! Сөнки һин инде ҡарғалғандар рәтендә, — тип бойорҙо. (14) Иблис:
— Миңә кешеләр яңынан терелгәнсегә (Ҡиәмәт көнөнә) саҡлы ваҡыт бир, — тине. (15) Аллаһ әйтте:
— Бар, кит, һин Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр йәшәй алаһың, — тине. (16) Иблис әйтте:
— Һин мине аҙғынлыҡҡа мәхкүм иттең, шуға күрә, мин дә уларҙы аҙҙырыр өсөн һинең тура юлың өҫтөндә утырасаҡмын, — тине. (17) Унан һуң, ант итеп әйтәм, уларҙың Аллаһтарына, арҡа яҡтарына, уңдарына, һулдарына төшәсәкмен. Уларҙың күбеһен һин шөкөр итеүселәр араһында тапмаҫһың, — тине (Иблис). (18) (Аллаһ) әйтте:
— Әйҙә, бар! Ҡарғалыулы һәм мәсхәрәле рәүештә бынан сығып кит! Хаҡтыр, һиңә эйәргәндәр менән барығыҙҙы туплап, йәһәннәмде тултырасаҡмын, — тине.
19. Әй, Әҙәм, һин ҡатының менән йәннәткә урынлашып, теләгәнегеҙ ерҙә ризыҡ йыйығыҙ. Бары тик бына ошо ағасҡа ғына ҡағылмағыҙ. Юҡһа, һеҙ ҙә залим булырһығыҙ.
20. Ҡаплаулы ғәүрәттәрен үҙҙәренә күрһәтер өсөн, шайтан (уларҙың күңеленә) вәсүәсә һалды һәм:
— Раббығыҙ һеҙ фәрештә булмаһын йәки үлемһеҙгә әүерелмәһен тип, был ағастан тыйҙы, — тип әйтте. (21) Һәм уларға (Иблис):
- Мин һеҙгә яҡшы нәсихөт биреүсеҙер, - тип ант итте.
22. Вәсүәсәгә һалып, ул уларҙы хәйлә менән алданы. Ағас емешен ашағандан һуң, уларҙың оят ерҙәре күҙҙәренә салынды. Һәм улар йәннәт япраҡтарынан ҡаплауыс үрергә тотондолар. Раббы уларға:
— Мин һеҙгә: ул ағасҡа ҡағылырға ярамай, тип әйтмәнемме һәм шайтан һеҙҙең иң хәтәр дошманығыҙ, тип әйтмәнемме? — тип ҡысҡырҙы.
23. (Әҙәм менән ҡатынына) әйттеләр:
— Йә, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Әгәр беҙҙе кисермәһәң, ярлыҡамаһаң, һис шикһеҙ, зарар күреүселәрҙән булырбыҙ, — тинеләр. (24) Аллаһ:
— (Иблис менән Әҙәм) бер-берегеҙгә дошман булып (ергә) төшөгөҙ. Һеҙгә Ер йөҙөндә, билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы, тормош итер өсөн урын булыр. (25) Шунда йәшәрһегеҙ, шунда үлерһегеҙ, шунан (Ҡиәмәткә) сығарылырһығыҙ. (26) Әй, Әҙәм балалары, оят ерҙәрегеҙҙе ҡаплар өсөн кейем, биҙәкле күлдәктәр яралттыҡ. Тәҡүәлек (саф әхләҡ, диндарлыҡ) - кейемдәрҙең иң гүзәлелер. Былар Аллаһтың ғәләмәтләрелер. Бәлки яҡшылап уйлай торғас, ғибрәт алырһығыҙ. (27) Әй, Әҙәм балалары, ата-әсәгеҙҙе йәннәттән ҡыуҙырыр өсөн, шайтан уларҙың кейемдәрен һалдырып, оят ерҙәрен үҙҙәренә күрһәтте; ул һеҙҙе лә шулай алдамаһын. Сөнки ул (шайтан) һәм уның дуҫтары һеҙҙе күреп тора, һеҙ уларҙы күрмәйһегеҙ. Хаҡтыр, Беҙ шайтандарҙы иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек.
28. Улар яманлыҡ ҡылғандан һуң:
- Аталарыбыҙҙың шулай ҡылғандарын күрҙек. Аллаһ та беҙгә шулай ҡылырға бойорҙо, — тип әйтәләр.
Әйт һин:
— Аллаһ яманлыҡ эштәргә ҡушмаҫ. Белмәгән көйөнсә Аллаһҡа ҡаршы һөйләргә нисек баҙнат итәһегеҙ? —тип. (29) Әйт:
— Раббым ғәҙел булырға бойорҙо, — тип.
— Һәр сәждәлә йөҙҙәрегеҙҙе Ҡийблаға табан йүнәлтегеҙ. Аллаһҡа ялбарып, динде Аллаһ ризалығы өсөн (Аллаһ ҡабул итерҙәй) ихлас тотоғоҙ. Ул һеҙҙе әүүәл нисек яралтҡан булһа, шулай уҡ Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ.
30. Ул бер ҡәүемде тура юлға күндерҙе, икенсеһен аҙаштырҙы. Сөнки улар Аллаһты(ң динен) ташлап, шайтандарҙы үҙҙәренә дуҫ иттеләр. Шулай ҙа, улар үҙҙәрен тура юлда тип һанайҙар. (31) Әй, Әҙәм балалары, намаҙ уҡый торған урынға барғанда һәр ваҡыт паҡ кейемдәр кейегеҙ; ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин (артығын) исраф ҡылмағыҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай.
32. Әйт һин:
- Ҡолдары өсөн Аллаһ яралтҡан зиннәттәрҙе һәм саф ризыҡтарҙы кем харам ҡылды? —тип. - Улар фани донъяла иман килтергәндәр өсөн, айырыуса Ҡиәмәт көнөндә мөьминдәрҙекелер. Бына Беҙ мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлайбыҙ.
33. Әйт һин:
— Раббым асыҡ рәүештә, йәшеренеп тә ҡылынған яманлыҡтарҙы, хаҡһыҙ рәүештә золом-гөнаһ ҡылғанығыҙҙы, һис бер дәлилһеҙ берәй нәмәне Аллаһка тиң күреүҙе һәм Аллаһ тураһында белмәгән көйөнсә ялған һөйләүҙе харам итте, — тип.
34. Һәр өммәттең үҙенә тигән әжәле бар. әжәл бер миҙгел һуңламаҫ, бер миҙгелгә алдан да килмәҫ.
35. Әй, Әҙәм балалары, аяттарымды аңлатыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан пәйғәмбәрҙәр килер; кем аяттарымдан үрнәк алһа, гөнаһтарҙан тыйылһа, шуларға ҡурҡыныс юҡ һәм улар хәсрәт эсендә ҡалмаҫ. (36) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, тәкәберләнеп, уларҙан йөҙ сөйөргәндәр ҙә бар, бына шулар инде тамуҡ киҫәүе булыр. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (37) Аллаһ тураһында ялған һөйләгән, Уның аяттарын ялғанға сығарырға маташҡан кешенән дә ҡәбәхәтерәк берәү бармы икән? Китапта яҙылған өлөштәре (вәғәҙә ителгән яза) улар өҫтөнә төшәсәк. Һуңынан илселәребеҙ (фәрештәләребеҙ) килеп йәндәрен алғанда:
— Аллаһҡа тиң күреп табынған ялған тәңреләребеҙ ҡайҙа? – тип әйтерҙәр. — Улар беҙҙе ташлап ҡасты, — тип әйтерҙәр. Һәм кәфер булғанлыҡтарына үҙ баштарына шәһәдәт итерҙәр. (38) (Аллаһ) әйтер:
— Һеҙҙән элек килеп киткән ен һәм кеше ҡәүемдәре менән бергә һеҙ ҙә утҡа керегеҙ, — тип әйтерҙәр.
Һәр халыҡ утҡа кергәндә юлдаштарына ләғнәттәр. Береһе артынан икенсеһе кереп, шунда (йәһәннәмдә) йыйылғанда, арттағылары алдағылары хаҡында әйтер:
— Әй, Раббыбыҙ, беҙҙе бына былар һаташтырҙы. Шуға күрә, уларҙы икеләтә утта ғазапла, — тип әйтерҙәр.
Аллаһ уларға:
— (Гөнаһлы) һәр кем өсөн икеләтә ғазап барҙыр, ләкин һеҙ был турала белмәйһегеҙ генә, - тип әйтер.
39. Алдан йөрөгәндәр арттағыларына әйтер:
— Беҙҙең ҡаршыла һеҙҙең бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгөгөҙ юҡ. Шуға күрә, һеҙ ҙә ҡылғандарығыҙға теүәл яза күрегеҙ, — тип әйтерҙәр.
40. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, үҙҙәрен бөйөк күрһәтергә теләгәндәр бар, бына шуларға инде Күк ишектәре асылмаҫ һәм улар, дөйә энә күҙе аша уҙғанға саҡлы, йәннәткә кермәҫ. Гөнаһлыларҙы бына шулай язаларбыҙ. (41) Улар өсөн йәһәннәм утынан яһалған түшәктәр, өҫтәренә ябынырға утлы юрғандар әҙерләнгән. Бына Беҙ залимдарҙы шулай ғазапларбыҙ.
42. Иманлы булып, изгелек ҡылғандар йәннәт әһелдәрелер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Бер кемгә лә көсө етмәгәне ҡәҙәр вазифа йөкләмәйбеҙ. (43) (Йәннәткә кергәндәрҙең) күңелдәрендәге барса юшҡынды (асыуҙы) сығарырбыҙ; арыҡтарҙан һыуҙар ағыҙырбыҙ, һәм улар әйтер:
— Тура юлы менән беҙҙе ошо ниғмәттәр менән ҡауыштырған Аллаһҡа дан. Аллаһ беҙҙе тура юлға күндермәгән булһа, үҙ көсөбөҙ менән тура юлды таба алмаған булыр инек. Хаҡтыр, Аллаһтың илселәре беҙгә Хәҡиҡәт алып килгән булғандар икән, — тип әйтерҙәр.
— Бына һеҙгә, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн түләү — ул йәннәт — һеҙ уның вәриҫтәре булдығыҙ, — тип әйтерҙәр. (44) Йәннәттәгеләр йәһәннәмдәгеләрҙән:
— Раббыбыҙ вәғәҙә иткәнде ысынлап та беҙ таптыҡ, һеҙ ҙә Раббығыҙ вәғәҙә иткәндәрҙе ысынлап таптығыҙмы һуң? — тип һорарҙар. Тегеләре:
— Әлбиттә, таптыҡ, — тип яуапланыр. Һәм араларынан берәү:
— Залимдар өҫтөнә Аллаһтың әсе ҡәһәре төштө, — тип ҡысҡырыр. — (45) Аллаһ юлынан тайпылғандарҙы, шул юлды боҙорға теләгән залимдарҙы, Әхирәтте лә инҡар итеүселәрҙе (ләғнәт һуҡты). (46) Шул ике тараф (ожмах менән тамуҡ) араһында бер ҡорма-аралыҡ бар, Әғрәф (кәртәләр) өҫтөндәге йәннәткә керәсәк кешеләрҙе айырым билгеләренән танып:
— Сәләм һеҙҙгә, — тип баш эйәсәктәр. Был әҙәмдәр үҙҙәре йәннәткә әле кермәгән, ләкин керергә нык өмөт итәләр.
47. Йәһәннәм әһелдәрен күргәс улар:
— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар менән бергә урылаштырмаһаң ине, — тип ялбарырҙар. (48) Әғрәф ҡалҡыулығындағылар уларҙы (йәһәннәмгә китәсәктәрҙе) тамғаларынан танып әйтер:
— Туплаған байлығығыҙ ҙа, тәкәбберлегегеҙ ҙә һеҙгә файҙа килтермәне, — тип әйтерҙәр. (49) — Аллаһ уларға һис ниндәй ҙә рәхмәт индермәйәсәк, тип һеҙ ант иткән инегеҙ түгелме? — тип Әғрәф әһелдәренән һорарҙар (һәм иманлыларға табан боролоп)
— Керегеҙ йәннәткә. Һеҙгә бынан һуң ҡурҡыу булмаҫ. Һәм һеҙ ҡайғыларға дусар булмаҫһығыҙ, - тип әйтерҙәр. (50) Йәһәннәмгә керәсәктәр йәннәт әһелдәренә былай тип әйтер:
— Зинһар, һыу бирегеҙ, йә булмаһа, Аллаһ һеҙгә биргән ризыҡтан беҙгә лә бер аҙ ғына өлөш сығарығыҙ, — тип ялынырҙар. Улар (йәннәт әһелдәре) иһә:
— Аллаһ быларҙы кәферҙәргә харам ҡылды, — тип әйтәсәк. (51) Ул кәферҙәр фани донъя тормошона алдандылар. Улар диндәрен бер уйын-шаярыу кеүек итеп тоттолар. Улар ошо көнгә ҡаласаҡтарын (киҫәтеүҙәрҙе) онотто, хатта аяттарыбыҙҙы инҡар итте, шулай булғас, Беҙ ҙә уларҙы «оноттоҡ» (рәхмәтебеҙҙән мәхрүм иттек). (52) Хаҡтыр, уларға, иман килтергән ҡәүем өсөн, юл күрһәтеүсе һәм рәхмәтем булараҡ, ғилем менән аңлатыла торған бер Китап килтерҙек. (53) Улар (кәферҙәр) Аллаһ киҫәтеүенән башҡа берәй нәмә көтәме ни? Вәғәҙә ителгән Көн килеп еткәс, (был Көн килаһен) алдан уҡ онотҡан кешеләр әйтер:
- Раббыбыҙҙың илселәре килтергәндәр хаҡ булып сыҡты. Хәҙер беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ бармы, беҙҙе яҡлашһындар йәки беҙҙе фани донъяға ҡайтарһындар, беҙ ҡылғандарыбыҙҙан айыры булараҡ, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыр инек.
Улар, ысынлап та, үҙҙәренә зыян-яҙыҡ эшләнеләр, табынған уйҙырма һындары ла уларҙы ташлап, юҡ булды.
54. Хаҡтыр, Раббыбыҙ алты көн эсендә күктәрҙе һәм Ерҙе яралтты. Унан һуң Ғәрештә (тәхеттә) Үҙенең хакимлеген урынлаштырҙы. Ул төндө көн менән ҡаплап, уларҙы өҙлөкһөҙ алыштырып тора. Ҡояшты, Айҙы һәм йондоҙҙарҙы үҙ бойороғына буйһонған хәлдә яралтыусы — Аллаһтыр. Мәғлүмдер, юҡтан бар итеү ҙә, улар менән идара итеү ҙә Аллаһҡа хастыр. Ғәләмдәрҙең эйәһе Аллаһ ни ҡәҙәр бөйөктөр.
(«Ғәреш - тәхет. Аллаһтың урыны. «Алты көн эсендә яралтты» ғийбәрәһен тәфсирселәр төрлөсә аңлата. Беҙ аңлаған егерме дүрт сәғәтлек тәүлек түгел, бәлки Аллаһ көнө мәғәнәһендә әйтелә, тип әйтәләр. Хаж сүрәһенең 47се аятында иһә, Аллаһ янындағы бер көндөң беҙҙәге мең йылға тигеҙ икәнлеге әйтелә. Мөғәриж сүрәһенең 4се аятында иһә, беҙҙең хисап менән илле мең йыл дауам иткән бер көн тураһында һөйләнә. Йәғни, Аллаһ ҡатындағы ваҡыт - сағыштырмаса, шартлы ваҡыт. Эйнштейндың («Сағыштырмалылыҡ теорияһы») Нисбәти назары Ҡөръәндә күптән яҙылып ҡуйылған. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә донъяны алты дәүерҙә яралтып, бөгөнгө хәленә килтергән булып сыға. Фүссиләт сүрәһенең 9-12 аяттарында был турала тәфсилләп аңлатыла». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
55. Раббыбыҙға ялбара-ялына, йәшерен доға уҡығыҙ, белеп тороғоҙ, Ул сиктәрҙе уҙғандарҙы яратмай. (56) Ер йөҙөн тәртипкә һалғандан һуң, ул тәртипте боҙмағыҙ (боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ). Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡып һәм (Уның мәрхәмәтен) өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылығыҙ. Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарға Аллаһтың рәхмәте бик яҡын. (57) Рәхмәт яуҙырыр алдынан һөйөнөслө елдәр иҫтереүсе - Улдыр. Улар (елдәр) ауыр болоттар алып килһә, (ҡоролоҡтан) үле илдәргә ҡыуабыҙ. Шунда ямғыр яуҙырып, төрлө-төрлө емештәр өлгөртәбеҙ. Бына шулай итеп, үлеләрҙе лә терелтербеҙ, һәр хәлдә бынан ғибрәт алырһығыҙ. (58) Раббының рөхсәте менән яҡшы мәмләкәттең игене лә мул сығыр. Яман илдә сүп үләненән башҡаһы үҫмәҫ. Бына беҙ шөкөр итеүсе бер ҡәүем өсөн аяттарҙы шулай асыҡлайбыҙ.
59. Хаҡтыр, Нухты илсе булараҡ үҙ халҡы араһынан күндерҙек.
Ул әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ҡоллоҡ итегеҙ (ғибәҙәт ҡылығыҙ), һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Дөрөҫөн әйтәйем, мин өҫтөгөҙгә килә торған бер көндөң (Туфан һыуы) ғазабынан ҡурҡам. (60) Ул ҡәүемдең хакимдары әйтте:
- Күрәбеҙ, һинең аҙашыуың көн кеүек асыҡ, — тинеләр.
61. Ул әйтте:
— Әй, халҡым, мин аҙашманым, фәҡәт мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгән бер илсе. (62) Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ғына ишеттерәсәкмен, һеҙгә өгөт-нәсихәт бирәм, һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан белдем. (63) Гөнаһлы булыуҙан һаҡлаһындар тип, Аллаһтың рәхмәтенә ирешһендәр өсөн, Аллаһтың ғазабы менән ҡурҡытыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан кешегә Аллаһтан Китап ингәненә аптырайһығыҙмы? — тине. (64) Уны ялғансыға сығарҙылар. Беҙ ҙә уны һәм уның менән бер кәмәлә булғандарҙы ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарҙы һыуға батырҙыҡ. Сөнки улар (күңел күҙҙәре) һуҡыр бер халыҡ ине.
65. Ғәд халҡына ла ҡәрҙәштәре Һудты илсе иттек. Ул әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юк. Әле һаман да Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (66) Ул халыҡтың кәфер хаҡимдары әйтте:
— Беҙ һинең мейеһеҙ (йүләр) икәнлегеңде ап-асыҡ күреп торабыҙ һәм, шөбһәһеҙ, һине алдаҡсы тип уйлайбыҙ, — тинеләр. (67) - Әй, халҡым, — тине (Һуд). — Мин мейеһеҙ (йүләр) түгел. Фәҡәт мин ғәләмдәрҙең Раббыһы ебәргән бер илсе. (68) Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ишеттерермен һәм мин һеҙҙең ышаныслы кәңәшсегеҙ булырмын. (69) Һеҙҙе киҫәтер өсөн арағыҙҙан сыҡҡан бер әҙәм аша Раббығыҙҙан һеҙгә бер Китап килгәненә аптыранығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ әле, Ул һеҙҙе, Нух ҡәүеменән һуң, улар урынына килтерҙе һәм яралтылғанда уҡ һеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡылды. Шулай булғас, Аллаһтың ниғмәттәрен онотмағыҙ: ҡотолорһоғоҙ, — тине. (70) Әйттеләр:
— Һин беҙҙе бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылдырыр өсөн һәм ата-бабылларыбыҙ табынған (тәңреләребеҙҙе) ташлатыу ниәте менән килдеңме? Әгәр һин хак һөйләйһең икән, беҙҙе ҡурҡыта торғаныңды (Аллаһ язаһын) күрһәт, — тинеләр. (71) (Һуд) әйтте:
— Һеҙҙең өҫкә Аллаһтың ҡарғышы һәм язаһы (ҡот осҡос аслыҡ) килде бит инде. Аллаһтан һис бер хоҡуҡ бирелмәгән килеш, бары тик ата-бабаларығыҙ (һындарға, боттарға) таҡҡан исемдәр тураһында минең менән һүҙ көрәштерергә булдығыҙмы ни? Тороп тороғоҙ, шик юҡ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтөп тороусы, - тине. (Ашыҡмағыҙ, һеҙгә тағын яза килер, мин дә һеҙҙең ул язағыҙға шаһит булырмын.)
72. Уны һәм уның менән бергә булғандарҙы рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәр менән иман килтермәгәндәрҙең нәҫелен киҫтек. (73) Сәмүд халҡына ла үҙҙәре араһынан Салихты күндерҙек. Ул әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең Унан башҡа тәңрегеҙ юҡ, һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ бер дәлил килде. Ул бер мөғжизә булараҡ килтерелгән дөйәлер. Уны иреккә ебәрегеҙ, ул Аллаһ ерендә утлаһын, уға яманлыҡ ҡылмағыҙ, юҡһа, һуңынан һеҙгә яза иңәр, — тине.
(«Сәмүд халҡы Салих пәйғәмбәргә: әгәр һин пәйғәмбәр икәнһең, мөғжизә итеп, бына ошо таш эсенән дөйә сығар, шунда ғына беҙ һинең пәйғәмбәр икәнеңә ышанасаҡбыҙ, тине. Хәҙрәти Салих доға уҡыны һәм таштан бер әсә дөйә килеп сыҡты. Был мөғжизәне күреүгә үк ҡайһы берҙәре иман килтерҙе. Ҡалғандары иһә һаман кәферлектә ҡалдылар. Хәҙрәти Салих дөйәгә ҡағылмаҫҡа бойорҙо, дөйә үҙ иркендә утлап йөрөһөн, тине. Ләкин кәферҙәр дөйәне һуйҙы. Шуға курә, Салих пәйғәмбәр үҙ халҡын ташлап, һижрәт итте (күсенде). Уның халҡы иһә дәһшәтле ғарасатта һәләк булды». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
74. Уйлап ҡарағыҙ, Ғәд халҡынан һуң, улар урынына һеҙҙе бар итте. Һәм Ер йөҙөнә (Хижаз менән Шом араһына) урынлаштырҙы:
- Ерҙең тигеҙ урындарында һарайҙар һалаһығыҙ, ҡалҡыу урындарында өйҙәр яһайһығыҙ (ҡаяларҙы тишеп, торор өсөн ҡыуыштар яһайһығыҙ). Инде Аллаһтың ниғмәттәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, фетнәселәр кеүек, Ер йөҙәндә буталсыҡтар сығармағыҙ. (Башбаштаҡлыҡ ҡылып, тәбиғәт тәртибен боҙмағыҙ.) (75) Был халыҡтың хакимдары бөйөклөк тәкәбберлеге менән, араларындағы зәғиф күренгән мосолмандарға әйттеләр:
- Һеҙ Салихтың Раббы тарафынан күндерелгәнлеген беләһегеҙме, уның Пәйғәмбәр икәненә (ышанаһығыҙмы)? — тип һоранылар.
Тегеләр иһә:
— Шик юҡ, беҙ уға нимә индерелһә лә ышанабыҙ, - тинеләр. (76) Бөйөклөк тәкәбберлеге менән тағын әйттеләр:
— Беҙ иһә һеҙҙең ышанғанығыҙҙы инҡар итеүселәр, — тинеләр. (77) Һәм улар әсә дөйәнең аяҡтарын киҫеп, һуйҙылар һәм Раббының рөхсәт сиктәрен боҙҙолар ҙа:
— Әй, Салих, әгәр һин, ысындан да, пәйғәмбәр икәнһең, беҙҙе өркөтә торған язаңды күрһәт инде, — тинеләр. (78) Шунан һуң уларҙы дәһшәтле тетрәү тотто һәм улар үҙ йорттарында теҙләнгән (кәкрәйеп ҡалған) килеш һәләк булдылар. (79) Салих уларҙан йөҙ сөйөрҙө лә әйтте:
— Әй, халҡым, хаҡтыр, мин һеҙгә Раббымдың уахи иткән вәғәҙәһен килтерҙем һәм һеҙгә һабаҡ бирҙем, тик һеҙ өгөтләгәндәрҙе яратмайһығыҙ шул.
80. Лутты ла (пәйғәмбәр итеп ебәрҙек). Ул (халҡына) әйтте:
- Һеҙҙән элек килгән ҡәүемдәр ҙә ҡыла алмаған фәхешлекте эшләргә йыйынаһығыҙмы? - тине. (81) Сөнки һеҙ енси ләззәт өсөн, ҡатындарығыҙҙы ташлап, ирҙәргә яҡынлашаһығыҙ. Дөрөҫөн әйтәм, һеҙ сиктәрҙе уҙған бер боҙоҡ халыҡ икәнһегеҙ. (82) Ҡәүемдең яуабы ошо булды:
— Уларҙы (Лутты һәм уның эйәрсендәрен) мәмләкәттән ҡыуығыҙ, сөнки улар үҙҙәрен паҡ тип ышандырмаҡсы булалар, — тип әйтеүҙән башҡа өндәшмәнеләр. (83) Беҙ уны ла, ҡатынынан башҡа, ғаилаһе менән ҡотҡарҙыҡ; сөнки уның ҡатыны (иманһыҙҙар яғында) ҡалғандарҙан ине. (84) Һәм өҫтәренә таш ямғыры яуҙырҙыҡ, күр һин, гөнаһлыларҙың ахыры нисек бөтә.
(«Хәҙрәти Ибраһим ҡәрҙәшенең торыны хәҙрәт Лут, Хумуш ерендәге Содом шәһәренең халҡына пәйғәмбәр итеп күндерелгән ине. Был шәһәр халҡы башҡа һис бер милләт эшләмәгән боҙоҡлоҡ (ир менән ир фәхешлеге) ҡыла ине. Лут пәйғәмбәрҙең өгөттәренә иғтибар итмәйенсә, улар зина ҡылыуҙарын дауам иттеләр. Ниһайәт, Лут пәйғәмбәр иман килтергәндәр менән бергә төнөн шәһәрҙән сығып китә. Ҡалалағы халыҡ иһә ер тетрәүенән, баштарына яуған ташлы ямғырҙан һәләк була».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
85. Мәдйән халҡына ла үҙ араларынан Шөғәйепте пәйғәмбәр итеп күндерҙек. Ул әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һеҙгә раббының асыҡ дәлиле килде. Үлсәгәндә, бүлешкәндә ғәҙел булығыҙ, кешеләргә тейешлеһенән кәм бирмәгеҙ. Тәртип һалынған Ер йөҙөн (тәбиғәтте) башбаштаҡлыҡ менән боҙмағыҙ. Иманлы булһағыҙ, был эштәр һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәктер.
(«Мәдйән — хәҙрәти Ибраһим улының исемелер. Уның ейәндәренә Мәдйән ҡәбилаһе тип, улар йәшәгән шәһәрҙе Мәдйән ҡалаһы тип әйтәләр ине. Был шәһәр Фәлистын (Палестина) менән Хижаз араһында һәм Ҡыҙыл Диңгеҙ буйында урынлашҡан ине».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
86. Ҡурҡытып-янап, Аллаһ юлынан тайпылдырырға һәм шул тура юлды боҙорға тырышып, юл буйында мөьминдәрҙе һағалап, боҫоп тормағыҙ! Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ бик әҙ инегеҙ, Ул һеҙҙе үрсетте. Күрегеҙ, аҙҙырыусыларҙың аҙағы нисек тамамланғанын.
87. (Шөғәйеб әйтте):
— Әгәр арағыҙҙан бер төркөм мин алып килгәндәргә (Аллаһ хөкөмдәренә) инанһа, икенсе төркөм, инанмаһа, Аллаһ хөкөмө килгәнсегә саҡлы сабыр итегеҙ. Ул - хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле. (88) Ҡәүемдең хакимдары тәкәбберлек менән әйтте:
— Әй, Шөғәйеб, һине мосолмандарың менән бергә илебеҙҙән ҡыуасаҡбыҙ йәки беҙҙең дингә күсәсәкһегеҙ, — тинеләр.
Шөғәйеп:
— Һеҙҙең ул динегеҙгә (нәфрәтле булһаҡта?) үҙебеҙ теләмәһәктәме? — тине. (89) — Дөрөҫөн әйтәйем, Аллаһ беҙҙе ул диндән ҡотҡарғандан һуң, ҡабат һеҙҙең динегеҙгә ҡайтһаҡ, беҙ Аллаһ тураһында ялған һөйләгән булырбыҙ. Аллаһ ихтыяр итмәһә, һеҙҙең дингә ҡайтыу мөмкин эш түгел. Раббыбыҙҙың ғилеме бөтөнөһөн дә урап алған. Беҙ бары тик бер Аллаһҡа ғына баш эйҙек. Раббыбыҙ! Халҡым менән арабыҙҙы ғәҙеллек менән хөкөм ит. Һин хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле.
90. Был халыҡтың етәксе кәферҙәре әйтте:
— Әгәр ҙә Шөғәйебкә эйәрһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, зарар күрерһегеҙ, — тинеләр. (91) Таң алдында, дәһшәтле ер тетрәүе ваҡытында улар, үҙ йорттарынан сыға алмайынса кәкрәйеп, һәләк булды. (92) Шөғәйебте ялғансыға сығарғандар юҡ булды, әйтерһең дә, улар ҡалала бөтөнләй йәшәмәгән дә. Асылда зыян күреүселәр Шөғәйебте ялғансы тип атағандар булды. (93) (Шөғәйеб) уларҙы ташлап китер алдынан:
— Әй, халҡым, мин һеҙгә Раббыбыҙ юллаған хәҡиҡәтте һөйләнем һәм һеҙгә өгөт бирҙем. Кәферҙәр өсөн мин нисек ҡайғырайым? — тине.
94. Ниндәй генә илгә пәйғәмбәр ебәрһәк тә, шул ил халҡы (кәферлектәре өсөн) бәлки тәүбә итеп, тура юлға баҫыр тип, уларҙы фәҡирлеккә, бәлә-ҡазаға дусар иттек. (95) Һуңынан ул бәлә-ҡазаны бөтөрөп, муллыҡ бирҙек. Ниһайәт, улар үрсене һәм:
—Ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай бәхетһеҙлектә лә, муллыҡта ла йәшәп ҡарағандар, (бында Аллаһтың ҡатнашы юҡ), — тинеләр.
Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән (ҡарғыш менән) тотоп алдыҡ.
96. Был илдәрҙең халыҡтары иман килтереп, гөнаһтан ҡурҡҡан булһалар ине, әлбиттә, уларҙың өҫтөнә Күктән, Ерҙән мул бәрәкәт ҡапҡаларын асҡан булыр инек. Ләкин улар Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә ҡылған кәферлектәренә күрә, уларҙы ҡарғышҡа тоттоҡ. (97) Ул илдәрҙең халҡы, төндә йоҡлап ятҡанда өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип уйланылармы? (98) Йәки ул илдәрҙең халҡы, иртәнсәк, уйын-көлкөлө (күңел асып, ләззәт кисергән) саҡта өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип тәкәберләндеме? (99) Әллә улар үҙҙәрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һынаймы? Зыян-зәхмәт күрәсәк гөнаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмай. (100) Әүәлге хужаларынан һуң ул ергә вариҫ булғандарға шул Хәҡиҡәт әле лә булһа барып етмәнеме ни? Әгәр Беҙ теләһә инек, гөнаһтарына күрә, уларҙы язалаған булыр инек. Уларҙың күңелдәрен йоҙаҡлап ҡуйып, ҡолаҡтарын һаңғыраулатҡан булыр инек.
Достарыңызбен бөлісу: |