ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет13/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   27

Ошо осорҙа төп ҡаршылыҡтарҙы һүрәтләүгә лә ҙур ғына урын бирелә. Яҙыусы әҫәрҙә Рәсәйҙе ҡулына ҡорал тотоп яҡлаусы халыҡҡа ҡаршы тороусы Фольгнер һәм Ҡолтүбә образдарында ил өҫтөнә ҙур ауырлыҡ төшкәндә лә үҙ мәнфәғәттәре менән генә йәшәүсе реакцион офицерҙарҙы күрһәтә. Әҫәрҙең финалында Фольгнер менән Ҡолтүбә халыҡ өсөн, Тыуған ил өсөн үҙен үҙе аямайынса көрәшеүсе Ҡаһымды ағыулайҙар. Ҡаһымдың үлеме драмала шул дәүер¬ҙәге синфи ҡаршылыҡтарҙың һөҙөмтәһе итеп һүрәтләнә.

Шулай итеп, яҙыусы үҙенең «Ҡаһым түрә» драмаһында ҡатмарлы ғына проблемаларҙы яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ал¬ған. Драманың нигеҙендә 1812 йылғы Ватан һуғышында ха¬лыҡтың патриотизмын һәм героизмын данлау, уның тарихта төп көс булыуын раҫлау идеяһы ята.

«Ҡаһым түрә» драмаһында халыҡ образдарын ҡылыҡһыр¬лағанда, авторҙың уларға ҡарата ыңғай мөнәсәбәтен, образ¬дарҙың әҫәр идеяһын асыуҙағы ролен билдәләргә кәрәк, сөнки әҫәрҙә халыҡтың тарихтағы ролен күрһәтеү идеяһы, бөтәһенән дә элек, ябай һалдат һәм халыҡ образында асыла.

Патриотизм темаһы, нигеҙҙә, Ҡаһым, Яков Семенов, Аҡназар, Аҡйегет. Аҫылбикә, Иван, Архип, Садыҡай. Егор,

Байыҡ, Йәдкәр образдары аша асыла. Яҙыусы ошо образдарҙа һуғышсыларҙың эштәрен, уй-тойғоларын, уларҙың һуғышҡа, Кутузовҡа, француз тотҡондарына мөнәсәбәтен һәм Тыуған ил өсөн үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙер булыуҙарын кәүҙәлән¬дерә. Был урында уҡытыусыға беренсе шаршауҙа башҡорт егеттәренең рус армияһының сигенеүе менән риза булмауҙарын һәм дошманға ҡаршы һөжүмгә ташланырға ашкыныуҙарын күрһәткән күренеште иҫкә төшөрөргә кәрәк. Бының өсөн уҡыусыларға һорау менән мөрәжәғәт итеү һәм уларҙан яуап алыу урынлы булыр, сөнки был турала уҡыусылар әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә лә, идея-тематик йөкмәткеһенә анализ биргәндә лә ҡайһы бер мәғлүмәт алғайнылар. Бында Аҫылбикэнең:

Әгәр ир булһағыҙ, тыуған ергә Баҫтырмаҫ инегеҙ дошманлы! -

тигән һүҙҙәрен. «Урал» йырындағы патриотик юлдарҙы һәм Аҡйегеттең һүҙҙәрен уҡып күрһәтергә кәрәк.

Драмала һүрәтләнгән һуғыш күренештәрендә халыҡтың батырлығы асыҡ күрһәтелә.

Бикәттең: «Юл буйында йөҙләгән француз күренде», тигән хәбәрен ишеткәс, егеттәр бер кеше һымаҡ дошманға ҡаршы һөжүмгә ташланды. 400-ләгән һыбайлы башында Ҡаһымдың ярҙамсыһы Аҡназар бара. Ләкин дошман ғәскәрҙәре йөҙләп кенә түгел, ә меңләп булып сыға. Резервта ҡалған сотник Ҡолтүбәнең һалдаттары ярҙамға ташланырға ашыға.

«Ҡолтүбә ағай, ярҙамға ташлана һалайыҡ», - ти беренсе һалдат. «Беҙҙең егеттәргә ҡыҫтауыраҡ, ахыры, ағай, тиҙерәк ярҙам итә һалайыҡ», - ти икенсе һалдат. Ярҙам һорап Ҡолтүбәгэ Аҫылбикә лә мөрәжәғәт итә. Ләкин үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусы Ҡолтүбә ярҙамдан баш тарта. Тик Аҡназар, Аҡйегет, Йәдкәр, Садыҡай, Аҫылбикә кеүек ябай кешеләр һәм һалдаттар ғына ысын батырлыҡҡа һәләтле булыуҙарын күрһәтә.

Был һуғышта айырыуса Аҫылбикә ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ул, Ҡолтүбәнән ярҙам ала алмағас. Денис Давыдов эргәһенә саба һәм тик уларҙың ярҙамы килеп еткәс кенә, дошман тар-мар ителә. Аҫылбикә образы драмала иң оҫта тыуҙырыл¬ған образдарҙың береһе. Был образды ижад иткәндә яҙыусы рус сәйәхәтсеһе В. Зефиров яҙып алған «Йәнтүрә» легенда¬һын файҙаланған.

Яҙыусы халыҡ образдарында башҡорт халҡының психо¬логияһын, уның милли характерына хас булған батырлыҡ, баҫалҡылыҡ, һуғышта ҡурҡыу белмәү, дуҫлыҡ, тоғролоҡ, киң күңеллелек кеүек иң яҡшы сифаттарын оҫта асып биргән. Был ыңғай сифаттар Аҡйегет образында айырыуса үҙенсә¬лекле сағылдырыла.

Аҡйегет образы драмала, нигеҙҙә, уның эше, ҡылыҡтары аша асыла. Ул үҙ йәнен аямайынса дошманға ҡаршы ата¬каға ташлана. Ауыр яраланғас, лазаретта ятыуҙан баш тарта. Шуның менән бергә ундағы был һуғышсанлыҡ сифаттары йыш ҡына хәрби хәлде иҫәпкә алмауға, дыуамаллылыҡҡа ла алып килә. Ҡаһымдың уны артыҡ дыуамаллылыҡта ғәйеплә- үенә ҡаршы ул, яралы булыуына ҡарамаҫтан, дошман менән алышырға әҙер булыуын белдерә. «Аҡһаҡ булһам, атта дүрт тояҡ бар - беҙҙең ҡулдар иҫән, бирешмэбеҙ», - ти ул.

Тыуған илде дошмандарҙан тиҙерәк таҙартыу өсөн көрәш¬кә әҙер булыуҙы Байыҡ сәсәндең: «Улар. ни, һайт тигәндә һыбайланырға ғына торалар, ҡылыстар ҡайралған, һөңгөләр осланған уҡ-һаҙаҡ тартылған» һәм Бикәттең: «Оран ғына һал. палкауник ағай. арыҫландай атылырбыҙ», - тигән һүҙ¬ҙәрендә күрәбеҙ.

Пьеса, халыҡтың һуғышсанлыҡ сифаттарын асып биреү менән бергә, уның аҡылын, рухи көсөн һәм поэтик талан¬тын да кәүҙәләндерә. Халыҡтағы был сифаттар Байыҡ обра¬зында дөйөмләштерелә.

Халыҡтың айырым шәхестәргә мөнәсәбәте Кутузовҡа ар¬налған йырҙарҙа сағыла. Полководецтың таланты, уның оло йөрәкле бөйөк кеше булыуы маҡтала. Быны:

Кутузов — ҡашҡа ир бит ул. Киң Рәсәйҙә бер бит ул, Дошманды ҡуйҙай айҡаған. Телдән телгә маҡталған Ҡуш йөрәкле ир бит ул!

тигән йырҙа күрәбеҙ.

Молодец та булдыҡ беҙ, Любизнай ҙа булдыҡ беҙ. Ил ағаһы Кутузовтан Рәхмәт һүҙе алдыҡ беҙ! -

тигән йырҙа Кутузовтың халыҡҡа яҡынлығы, халыҡҡа тая- ныуы һәм уның хеҙмәтен юғары баһалауы күренә.

Беренсе планға халыҡ образын ҡуйыу Ҡаһым түрә обра¬зын һүрәтләү принциптарына ла йоғонто яһаған. Драманың төп геройы булып айырым бер шәхес түгел, ә үҙ Ватанын һаҡлау өсөн көрәшкә күтәрелгән һалдаттар тора. Ҡаһым об¬разы сәхнәлә, күбеһенсә, уның халыҡҡа мөнәсәбәте аша асыла. Ул Тыуған илде бар йөрәге менән һөйә һәм үҙенең бөтә ғүмерен Ватан азатлығы өсөн көрәшкә бағышлай. Уның бөтә хәрби эшмәкәрлеге Ватанды һаҡлау, башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән.

Ҡаһым образы драмала халыҡ тарафынан тыуҙырылған художество традициялары рухында һүрәтләнә.

Командир ҙа булған Ҡаһым түрә Командаһын көн дә биш урай...

һәм


Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине, -

тип йырлай халыҡ үҙенең яратҡан геройы хаҡында.

Яҙыусы ла драмала беренсе планға Ҡаһымдың кешелек сифаттарын ҡуя. Ҡаһым барыһынан да элек оло йөрәкле, бай хисле кеше. Уның юғары кешелек сифаттары яраланған Аҡйегет, Йәдкәр, Аҫылбикә менән диалогтарында һом ҡатыны Сафияға мөхәббәтендә лә асыҡ күренә. Ҡаһымдың һуғышсы¬лар тураһында аталарса ҡайғыртыуы унын үлтерелгән Аҡна¬зарҙың мәйете янындағы эске монологында асыла. Ул әҫәр¬ҙең башынан алып аҙағына тиклем дөйөм халыҡ мәнфәғәте менән йәшәүсе булып ҡала.

Башында Ҡаһым торған халыҡ образы реакцион офицер вәкиле майор Фольгнер һәм сотник Ҡолтүбә образдарына ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләнә. Әҫәрҙә халыҡ образдары өсөн Тыуған илгә бирелгәнлек тойғоһо хас булһа, Фольгнер менән Ҡолтүбәго кешене күрә алмау, власть һөйөү һәм үҙ-үҙен артыҡ ныҡ яратыу кеүек сифаттар хас. Улар драмала бөтә рус армияһына һәм халҡына сит кешеләр итеп кәүҙәлән¬дерелгән. Ҡыҫҡа репликалар, диалогтар аша автор прус сы¬ғышлы Фольгнерҙың синфи йөҙөн асып бирә алған. Ул тик үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусы карьерист булып күҙ алдына килеп баҫа.

«Батшаның Емельян Пугачев фетнәһен хәтерҙән сығарға¬ны юҡ әле. Ул фетнәлә һеҙҙең Салауат та аҙ яуызлыҡ эшләмәгән... Ә Ҡаһымдың, хәтерендә ныҡ тот, икенсе Сала¬уат булыуы бик ихтимал, сөнки ул азатлыҡ һөйә, ҡара ха¬лыҡҡа рәхимле, авторитеты ҙур», - ти ул үҙенең мәкерле пландарын тормошҡа ашырыуҙа ҡорал булып хеҙмәт иткән Ҡолтүбәгә. Был диалогта Фольгнерҙың Ҡаһымды күрә алма- уының синфи нигеҙҙәре күрһәтелә.

Драма башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын киң планда һүрәтләүсе тәүге әҫәр булып тора һәм башҡорт әҙәбиәте тарихында, һис һүҙһеҙ, ыңғай күре¬неш тип баһалана.

Ғ. Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһын ойрәнеү

Был поэманы өйрәнеүҙе идея-тематик мәғәнәне асыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған эпиграфты уҡыуҙан, поэманың төп геройы Әхмәттең йәшәү һуҡмағын эҙләүе һәм дөрөҫ йәшәү юлын табыуы хаҡындағы әҫәр булыуын әйтеү менән башлап китәбеҙ.

Әҫәрҙе өйрәнеүҙә төп юл - уны бөтөн килеш өйрәнеү. Был алымдың асылы шунда: әҫәрҙә ҡуйылған төп проблема¬лар уны уҡыу процесында, ваҡиғалар үҫешендә аңлатыла. Әҫәрҙең төп проблемаһы - дөрөҫ йәшәү юлын эҙләү, һәм бөтә анализды ошо проблеманы сисеүгә бағышлайбыҙ ҙа инде.

Беренсе бүлекте уҡығанда комментарийҙар бирә барабыҙ. Поэманың тәүге бүлеген автор пролог урынында тип бил¬дәләй. Беренсе бүлектең беренсе киҫәген уҡығандан һуң, ваҡи¬ғалар барған урын менән таныштырыу өсөн, уҡыусыларҙың иғтибарын Иҙел картинаһына йүнәлтәбеҙ. Беренсе бүлектең икенсе киҫәгендә автор беҙҙе уҙған йылда Мәскәүҙән бергә ҡайтҡан агроном, архитектор менән таныштыра. Архитектор ҙур төҙөлөш проекты өҫтөндә эшләгән оҫта белгес булып күҙ алдына баҫа.

Дүртенсе бүлекте уҡығанда уҡытыусы иғтибарҙы Иҙел буйын тасуирлаған урындарға йүнәлтә. Иҙел буйы картина¬һын асыҡ, йәнле буяуҙарҙа күҙ алдына килтереп баҫтырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Бишенсе бүлектә лирик сигенеү аша автор Ағиҙелдең үткәндәренә мөрәжәғәт итә. Эпик тыныслыҡ менән Иҙелдең матурлығын тасуирлау тоны ҡапыл өҙөлгәндәй була, унда һағышлы, борсоулы ноталар яғңырай башлай. Улар автор һөйләйәсәк ауыр, фажиғәле ваҡиғалар тураһында беҙҙе иҫкәртә кеүек.

6-7 бүлектәрҙә көсөргәнешле, борсоулы ноталар көсәйә, автор үҙе лә хәтәр ваҡиғалар тураһында хикәйә буласағын хәбәр итә.

Был бүлектәрҙе уҡып, ҡыҫҡаса комментарийҙар биргәндән һуң, уҡыусыларға: «Әҫәрҙә Иҙел буйы пейзажы нисек тасуир¬лана? Алтынсы, етенсе өлөштәрҙә ниндәй мәғәнәүи бәйләнеш бар? Был өлөштәрҙең ваҡиғалар үҫтерелешендә ниндәй әһә¬миәте бар?» тигән һорауҙар бирелә.

Шулай итеп, поэманың беренсе бүлеге атаҡлы ҡараҡ Әхмәттең яҙмышы тураһында хикәйә буласағын иҫкәртеп, уҡыусыны ошо хикәйәне тыңларға әҙерләй. Ҡаршылыҡлы хистәр һәм ваҡиғалар уҡыусыны үҙ ҡосағына ала.

Икенсе бүлек Әхмәттең элекке тормошон хикәйәләү менән башлана һәм әҙәби геройҙың ҡараҡлыҡ менән үткән юлын та¬суирлау һигеҙенсе бүлеккә тиклем дауам итә. Был бүлектәрҙә автор, берҙән. Әхмәттең тормош төбөнә тәгэрәүендә Миньян¬дың тотҡан урынын күрһәтһә, икенсенән, уның күңелендә яҡты нур булып янған, кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән Гөлнур образы менән таныштыра.

Икенсе бүлеккә автор:

- Әхмәт


Бынан бер нисә йыл элек, Ҙур дан алған уҫал ҡараҡ ул, Бәлкем, үҙен инде урмандар ҙа. Кешеләр ҙә онотоп баралыр. Ҡайҙалыр ул бөгөн...

Ә мин уның Тик үткәне менән танышмын, -

тип иҫкәртә. Алтынсы бүлегендә Әхмәттең бөгөнгө яҙмышы¬ның билдәһеҙ булыуын ҡеүәтләй:

- Ә һуң аҙаҡ Әхмәт ҡайҙа киткән?

- Әйтә алмайым, - тине, бүтәнен, Тик ана шул сиккән ал яулыҡҡа Бер осрашҡан мәлде өҫтәйем.

Етенсе бүлектә:

Ә мин уйҙарымды төтөн итеп, Архитектор йөҙөнә ураным:

Ә ниңә ул беҙҙең әкиәтте өҙҙө. Ниңә борсоу уның сырайы? Ул Әхмәтте белә түгелме икән? Таныш түгел микән был исем?

- Юҡ, түгелдер!

Ниндәй уртаҡлыҡ бар, Архитектор менән бур өсөн, -

тигән юлдарҙа Әхмәттең бөгөнгө яҙмышының билдәһеҙлеге тураһындағы фекер артабан көсәйтелә.

Шулай итеп, автор икенсе - етенсе бүлектәрҙә Әхмәттең үткәнен эҙмә-эҙлекле һүрәтләмәйенсә, өҙөк-өҙөк хәтирәләр рәүешендә күрһәтә.

Шағир поэманың тәүге бүлегендә Әхмәттең һуңғы яҙмы¬шы, бөгөнгө хәле менән ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Поэманың аҙағына тиклем ул был һорауға яуап бирмәй, ә уҡыусының ҡыҙыҡһыныуы косәйгәндән-көсәйә бара. Егенсе бүлектең ахырында автор:

Әкиәт бөттө,

иптәш архитектор

Тағы ла өҫтәленә ултыра.

Мин диванға ятам.

Әкиәтсебеҙ

Төрөпкәһен яңынан тултыра... -

тип. Әхмәт хаҡындағы хикәйәнең тамамланыуын хәбәр итә. Был иһә уҡыусыла уның һуңғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу хисен тағы ла көсәйтә.

һигеҙенсе бүлектә автор Әхмәт яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ҡуйырта: пароход пристангә килеп етә, унда бығаса чертеж һыҙыу менән генә шөғөлләнеп, агро¬номдың хикәйәһен иғтибарһыҙ ғына тыңлап барған архитек¬тор төшөп ҡалырға тейеш. Ваҡиғаларҙың тамамланыу ваҡы¬ты килеп еткәс кенә, архитектор менән ҡул ҡыҫышып һаубуллашҡас, автор уҡыусыны тағы бер билдәһеҙлек эсенә алып инә: пристангә килгән ҡатын менән таныштыра баш¬лай һәм уҡыусыны яңынан һағайырга мәжбүр итә.

Уҡыусы автор менән бергә яңы билдәһеҙлек, яңы борсо¬лоу эсендә ҡала. Ошо күренештәрҙе автор ҙур психологик тәрәнлек менән оҫта һүрәтләй:

- Һуңлағанбыҙ... - тине,

үҙе кинәт Сигенеп китте, артҡа эткәндәй, Беҙ агроном менән һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Аңламаныҡ нимә тиһәк тә. Иптәш архитектор, белмәйһеңме. Ҡатын нишләп артҡа сигенде? Белмәйһеңме?

Туҡта!

һин үҙең дә



Ҡурҡып ағарындың түгелме? Туҡта,

нишләп сумаҙаның ҡуйҙың. Талдырҙымы әллә ҡулыңды? Сеү, ел ана...

Тиҙерәк йый чертежың. Тиҙерәк, иптәш,

тиҙерәк бул инде! Гудок һауа телде,

ә кәүҙәләр Бер-беренә ауып төштөләр.

Гудок менән:

- Гөлнур?!

- Әхмәт?! тигән

Өн тулҡынды Иҙел өҫтөндә...

Шул рәүешле автор поэманың башынан аҙағынаса уҡыусыны билдәһеҙлектә, көсөргәнешлек эсендә тота. Тик әҫәренең аҙағында ғына автор пароходтың пассажиры архи¬тектор менән Әхмәттең бер үк кеше булыуын күрһәтә.

Поэмала Ғ.Сәләм уҡыусыны Әхмәттең тормошо менән тулыһынса таныштырыу маҡсатын ҡуймай, уның үткәне менән бөгөнгөһөн генә һүрәтләй. Әхмәттең ҡараҡлыҡтан ар¬хитекторға тиклем үҫеү юлын яҡтыртыуҙы авгор кәрәкле тип тапмай. Был ваҡиғалар сюжеттан тыш ҡала, автор кульминацияны бирмәй, геройҙың яҙмышын ҡыҫҡа юл менән аңлатыуға ирешә. Поэманың ышандырыу, тулҡынландырыу көсөн үҫтереү өсөн, автор Әхмәт яҙмышының бөгөнгөһөн билдәһеҙлек эсендә ҡалдыра. Шул рәүешле автор үҙенең был поэмаһында композицияның йыйнаҡлығына, һығылмалы¬лығына, яңылығына ирешә. Шағир поэмаларҙың композиция¬һын төҙөү яғынан ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Ул аҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатыусы композиция сараһын һайлай. К. Әх¬мәтйәнов әйткәнсә, «кульминацияһыҙлыҡ «Шоңҡар» поэмаһы¬ның характерын (көтөлмәгәнлеген) тағы ла тәрәнәйтә һәм образландыра торған мөһим әҙәби сараны тәшкил итә, һәм был - әҫәрҙең йөкмәткеһе менән формаһы араһындағы бер¬лекте кәүҙәләндереүсе күрһәткес булып тора»1.

«Шоңҡар» поэмаһының тәүге өлөшөндә экспозицион төйөнләнеүҙе һәм сиселеүҙе, йәғни ваҡиғаларҙың башланыуын һәм сиселеүен күрәбеҙ. Ә кульминация сюжеттан ситтә ҡала. Ваҡиғалар үҫеше менән сиселеш араһында ҡапма-ҡаршылыҡ, көтөлмәгән һөҙөмтә килеп сыға. Автор тәүҙә уҡыусыны Әхмәтте кешеләр ҙә, урмандар ҙа онотоЛ бөткәндәр, был хәҙер бер әкиәт кенә булып ҡалды тип ышандыра һәм аҙаҡтан ошо ваҡиғалар үҫешенә ҡапма-ҡаршы рәүештә көтөлмәгән сиселеш бирә - Әхмәт менән архитекторҙың бер кеше булыуы асыҡлана. Ошо көтөлмәгәнлек Ғ. Сәләм поэма¬һының композиция үҙенсәлеген билдәләй ҙә инде.

Ошо новеллаға хас композицияны Ғ. Сәләм беренсе тап¬ҡыр үҙенең поэмаһында ҡуллана.

«Ғ. Сәләмдең новаторлығы шунда: ул - поэманы һәм но¬велланы, уларҙың икеһенең дә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, ҙур оҫталыҡ менән бергә ҡуша алды. Ысынлап та, юғарыла

' Әхмәтйәнов К. Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре. Өфө, 1962 йыл. - 81-се бит.

күреп үтеүебеҙсә, «Шонҡар» йәки «Бала» поэмаһы, новелла композицияһынан башҡа, ү)е күтәргән идея йөкмәткеһен ул тиклем үк тәьҫирле һәм тулҡынландырғыс итеп бирә алмаҫ ине. Икенсе яҡтан, шул уҡ йөкмәтке, новелла композицияһы аша бирелгән хәлдә лә, шиғри форманан, бигерәк тә лирик геройҙан тыш, Сәләм поэмаларындағы шиғриәтте бирә алма¬ған булыр ине. Шулай итеп. новелланың ыҡсым компози¬цияһы менән поэзияның тәрән лиризмы икеһе бергә органик ҡушылып, шағирҙың был әҫәрҙәрендә поэтик форманың ҡабатланмаҫ әүҙемлеген тәьмин иткән. Лирик герой, «Шоң- ҡар»ҙа булмаһын. «Бала»ла булмаһын, новеллик композиция аша тормошҡа ашырылған көтөлмәгәнлек тәьҫирен тағы ла көсәйтә төшә. Уҡыусы, «саф» эпик әҫәрҙе ҡабул иткәндә- гесә, поэманың йөкмәткеһен хикәйәләүсенең объектив рәүештә һөйләүе аша түгел, ә әҫәрҙәге ваҡиғалар менән тәрән ҡыҙыҡһыныусы лирик герой аңлауы аша «төшөнә». Лириканың көсө шунда: уның геройы кисергәндәр, уның тойғоһо уҡыусының үҙ кисерешенә, үҙ тойғоһона әүерелә, һөҙөмтәлә. Сәләм поэмаларының иң көсөргәнешле моментта¬рында әҫәрҙә алынған ваҡиғаны лирик геройҙың һәм уҡыусының ҡабул итеүе бергә ҡушыла» .

Әҫәрҙе ошо рәүешле ваҡиғалар барышы ыңғайында уҡый һәм анализлай барып, уның композиция үҙенсәлеген асыҡ¬лайбыҙ. Ә уның идеяһын төшөнөүгә беҙ композиция үҙенсә¬лектәрен асыҡлау аша киләбеҙ. Композицияны асыҡлау менән бергә, беҙ әҫәрҙең лиро-эпик поэмаға инеүе, ундағы эпик һәм лирик башланғыс, поэмалағы төп образ - Әхмәт образы, хикәйәсе - лирик герой образы тураһында һүҙ алып барабыҙ. Уҡытыусы уҡыусыларға лирик төр, эпик төрҙө нисек аңлауҙары хаҡында һорау бирә һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеген ҡабатлай.

Уҡыусылар «Шоңҡар» поэмаһының лиро-эпик поэма бу¬лыуын белделәр. Текстан поэмалағы лириклыҡ һәм эпиклыҡ элементтарын табырға эш бирелә. Беренсе бүлектең беренсе, дүртенсе, бишенсе өлөштәрендә (Ағиҙелде тасуирлаған һәм уның үткәндәре тураһындағы кисерештәр), икенсе, дүртенсе бүлектәрҙең тәүге өлөштәрендә (тәбиғәткә мөрәжәғәт иткән урындар), етенсе бүлектең аҙағындағы юлдарҙа, һигеҙенсе бүлектең тәүге ике өлөшөндә, шулай уҡ бишенсе, алтынсы өлөштәрендә, туғыҙынсы бүлектә лирик геройҙың һүрәт¬ләнгән ваҡиғаларға мөнәсәбәтен, тойғоларын тасуирлауға ҙур урын бирелә. Улар поэманың лирик элементтарын тәшкил итәләр.

Ваҡиғаларҙы һүрәтләгән урындар уның эпик элементы була. Уҡыусылар текст өҫтөндә күҙәтеүҙәр алып барыу ниге¬ҙендә эпик элементтарҙың поэмала ҙур урын алып тороуын күрәләр, һүрәтләүҙә лирик һәм эпик элементтарҙың нисбә¬тенә ҡарап, беҙ лиро-эпик поэмаларҙың жанрын билдәләйбеҙ.

Поэманы уҡыу һәм ундағы ваҡиғаларҙы бирелеш тәрти¬бендә анализлай барыу беҙгә әҫәрҙең идея-тематик йөкмәтке¬һен, образдарын, композиция үҙенсәлектәрен асырға мөмкин¬лек бирә. Уҡыусыларҙың әҫәрҙе уҡыу һәм анализлау һөҙөмтәһендә алған белемдәрен системалаштырыу өсөн уларға дәреслектәге материалды өйҙә уҡып килергә ҡушыла. Уҡыу¬сылар Әхмәт образына ҡылыҡһырлама бирергә әҙерләнәләр һәм поэманың композиция үҙенсәлектәрен үҙләштереп килер¬гә тейештәр.

Поэманы уҡып, анализлап бөткәндән һуң, әҙәбиәт теория¬һынан поэтик синтаксис тураһында төшөнсә биреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бының өсөн элек алынған төшөнсәләрҙе нығыта¬быҙ һәм яңы төшөнсәләр биреү өсөн күҙәтеү алып барабыҙ.

Уҡыусылар «бөҙрә тулҡын», «йәшел урманлыҡтар», «күкһел пәрҙә» (эпитеттар), «ҡыҙыл байраҡ болғап оҙатып ҡалалар» (йәнләндереүҙәр), «хәтфә болонлоҡтар», «Әхмәт йәшен» (метафора), «томан баҫҡан күҙен Гөлнурҙың», «йүгән кейгән ҡашҡа ерәндәр», «ҡайһы һуҡмаҡ буйлап ҡан ағыр?» (перифраздар) кеүек образлы һүҙ һәм фразаларҙы табып күрһәтәләр.

Артабан уҡыусыларҙың грамматика дәрестәрендә үткән өндәү, һорау, хәбәр һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Мәҫәлән. «Республика иртәһе» шиғырында «Ниндәй йәнле иртә!», «Илем тағы ла ниндәй шатлыҡ менән ҡабынып балҡымаҫ!», «Туҡта инде, иптәш капитан! һөйләмәҫе, иптәш капитан! Ниңә инде бер аҙ элгәре әйтмәнең һин шуны, капитан!» кеүек һөйлөмдәрҙә автор тойғоно көсәйтеү өсон риторик өндәү алымына мөрәжәғәт итә. Бындай һөйләмдәр ваҡиғалар¬ға, картиналарға эмоциональ төҫ бирә, авторҙың үкенеүен, ҡайғыһын белдерә.

Артабан уҡыусылар менән текстан, һорауҙарға яуап алыу өсөн түгел, бәлки тойғоно көсәйтеү өсөн ҡулланылған һорауҙарҙы табабыҙ. Уҡыусылар текстан:

Юлсы үтә,

яҙғы боҙҙамы ни?

Ус төбөндә бара йөрәге:

- Туҡта,


һыҙғыралар түгелме һун?

Сеү, нимә бар?

Кемде күрәм мин? - тигән миҫалды килтерәләр. Уның өлгөһөндә тойғоно көсәйтеү өсөн ҡуйылған һорауҙың риторик һорау тип ата- лыуы аңлатыла.

Артабан текстан бер йәки бер нисә строфа эсендә ҡабат¬ланып килгән һүҙҙәрҙе табабыҙ. Уҡыусылар:

Хикәйә бар - Ҡанлы яуҙы матлап, Байҙар өйөн ватҡан урында. Хикәйә бар - уҫал түрәләрҙсц Миҙалдарын ҡайырыу турында. Хикәйә бар....

Улар йырҙа йөрөй. Хикәйә бар - ауыр көйҙәрҙә... Хикәйә бар һәм дә был урмандың Уҫал ҡараҡтарын һөйләргә, -

тигән юлдарҙағы ҡабатланып килгән һүҙҙәрҙе табалар, был һүҙҙәрҙең фекерҙе көсәйтеү, ҡеүәтләү, эмоциональ буяуҙарҙы арттырыу өсөн хеҙмәт итеүен асыҡлайҙар.

Ул йорт ҡора,

ә мин өйрәндем Тулҡындарға ҡаршы йөҙөргә, -

тигән һөйләмде ғәҙәттәге тәртиптә ҡуйып ҡарағыҙ. «Ул йорт ҡора, ә мин тулҡындарға ҡаршы йөҙөргә өйрәндем» тигән һөйләмдә һүҙҙәр ғәҙәттәге тәртибендә килә. Ләкин юғарылағы һөйләм строфа эсендә икенсе төрлө тәртип менән урынлаш¬тырылған. Шул рәүешле текст өҫтөндә күҙәтеп, поэтик фра¬зала эмоционаллекте арттырыу өсөн һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырыуҙың инверсия тип аталыуын асыҡлайбыҙ.

Текст өҫтөндә күҙәтеү нигеҙендә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле ике строфаны йәки образды йәнәшә ҡуйып һүрәтләгән урындарҙы табып, уларҙың антитеза тип агалыуын билдәләй¬беҙ. Уҡыусылар текстан:

Был осрашыу

ике йәш күңелдә Иң матур һәм ауыр таң булған. Матур сөнки улар осрашҡандар, Ауыр - улар мәңге айырылған. Әхмәт киткән...

Бергә яулыҡ киткән, Гөлнур ҡалған, ауыр уй ҡалған... Ҡояш тыуғас,

Гөлнур керпегенән һәм үләндән йылтырап һыу тамған...

тигән юлдарҙы табып уҡыйҙар һәм ундағы ҡапма-ҡаршы ҡуйылып һүрәтләнгән һүҙ һәм фразаларҙы табып күрһәтәләр.

3. Биишеваның «Һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәрен өйрәнеү

«һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәре буйынса уҡыусыларға алдан әҙерләнгән түбәндәге һорауҙарҙы биреп ҡайтарырға мөмкин:

1. Әҫәрҙә яҙыусының Хасбулат олатай һәм уның ҡомарт¬ҡыларын тасуирлау аша нимә әйтергә теләүен асыҡлағыҙ.

2. Әҫәрҙә тәбиғәт күренешен (Кавказ ауылдарын, күл, шишмә һыуын, «Ҡыҙҙар һуҡмағы»н) һәм көршәктең матур¬лығын тасуирлаған урындарға иғтибар итегеҙ. Уны тексҡа яҡын итеп һөйләп бирегеҙ. Әҫәрҙең темаһын асыуҙа был та¬суирлауҙарҙың ниндәй роль уйнауын асыҡлағыҙ.

3. һәнәрсе менән Өйрәнсектең донъяға, сәнғәткә, ке¬шеләргә, хеҙмәткә мөнәсәбәттәре нисек һүрәтләнгән? Уларҙың йәшәү маҡсатын, холоҡ-ҡылыҡ айырымлыҡтарын үҙ-ара са¬ғыштырып, был ике образға ҡарата үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.

4. Әҫәрҙә ваҡиғалар, образдарҙы һүрәтләүҙә реалистик һәм фантастик элементтарҙың нисбәте нисек?

5. Был әҫәрендә яҙыусының халыҡ ижады традициялары¬на мөрәжәғәт итеүенең әһәмиәте нимәлә?

6. Әҫәрҙең идеяһы, художество эшләнеше, жанр үҙенсәлеге.

3. Биишева «һәнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтендә

һөнәрсенең үлемһеҙ сәнғәт әҫәре ижад итеүе хаҡында һөйләп, йәш быуынға яҡшыны ямандан, бөйөк эштәрҙе, ке¬шенең гүзәл һыҙаттарын ҡомһоҙлоҡ, тупаҫлыҡ, ике йөҙлөлөк кеүек сифаттарҙан айырып ҡарарға өйрәнергә, шуның менән гүзәллек, матурлыҡ өсөн, ысын ижад өсөн көрәшергә, ола¬тайҙарҙың данлыҡлы эштәрен дауам итергә саҡыра.

Һәнәрсе үҙ образында ысын ижад кешеләренә хас гүзәл һыҙаттарҙы сәнғәткә, матурлыҡҡа ынтылыу, уға табыныу, ижади эште үҙ мәнфәғәттәреңдән, үҙеңдең ваҡ маҡсаттарың¬дан - байлыҡ, дан тураһындағы уйҙарҙан өҫтөн ҡуйыу, бөтә көсөңдө, йәшәүендең мәғәнәһен бер маҡсатҡа йүнәлтеү кеүек сифаттарҙы дөйөмләштергән. Һөнәрсенең хеҙмәтендә, уның характерында беҙ гүзәллекте ижад итеүсе бөйөк таланттарға хас сифаттарҙы күрәбеҙ.

Өйрәнсек, киреһенсә, сәнғәткә, ижадҡа үҙ шәхси мәнфәғәт¬тәренән, ваҡ теләк, маҡсаттарҙан сығып ҡарай. Ул, һөнәрсе¬нең таланты, ул эшләгән ысын сәнғәт әҫәрҙәре менән һоҡлана белмәй, уны тик аҡса эшләү, байыу сығанағы ғына итен ҡарай. Шуның өсөн дә ул үҙе ысын сәнғәт әҫәрҙәре ижад итеүҙән бик алыҫ тора.

Донъяла бөгә гүзәллек, матурлыҡ, рәссамдар ҡулы эш¬ләгән бөйөк картиналар һәнәрсе кеүек үҙ эшенә бөтә йөрәген, бөтә күңелен биргән ябай, баҫалҡы, саф күңелле кешеләр тарафынан ижад игелгән.

Был әҫәрҙәге ваҡиғалар, образдар фольклор әҫәрҙәренә хас романтик рухта һүрәтләнгәндәр. Кавказ тәбиғәтен, һәнәрсе ижад иткән иҫ киткес матур биҙәктәр менән биҙәлгән көршәкте һүрәтләүҙә күтәренке стиль сараларын ҡулланыу, ваҡиғаларҙың һөнәрсенең балсыҡ өйөндә генә түгел, батша һарайында барыуы - былар барыһы ла әҫәрҙең үҙенсәлекле жанр - хикәйәт жанрына ҡарағайлығын раҫлай. Шулай итеп. «һәнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтендә әхлаҡ проблемалары кешенең сәнғәткә, ижади хеҙмәткә мөнәсәбәте аша асыла, «һәнәрсе менән Өйрәнсек» образдары аша яҙыусы бөтә ғүмерен халыҡҡа, художестволы ижади эшмәкәрлеккә бағыш¬лаған кешеләргә дан йырлай, ә быны үҙ мәнфәғәте өсөн файҙаланған һәм байыу сараһы итеп ҡараған, ысын сәнғәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған өйрәнсектәргә, сәнғәттә кәсеп итеүселәргә нәфрәт тойғоһо уята.

Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын өйрәнеү

Дәрес инеш һүҙ менән башлана. Инеш поэманың яҙылыу ваҡыты, әҫәрҙә сағылдырылған осор тураһында уҡытыусының баш һүҙен һәм А. Непринңевтың «Алыштан һуң» картинаһы буйынса әңгәмәне үҙ эсенә ала.

Инеш һүҙендә уҡытыусы 1941 йылдың 22 июнендә Гит¬лер Германияһы беҙҙең илгә ҡаршы мәкерле һуғыш башла¬ғас, М. Кәримдең дә, ҡулына ҡорал алып. Тыуған ерҙең азатлығы өсөн һуғышҡа китеүе тураһында һөйләй.

Фронтҡа китер алдынан яҙған «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» тигән шиғырында шағир башҡорт халҡының һуғышсан традицияларына тоғро буласағы, йыр өсөн һәм Тыуған ер өсөн аяуһыҙ ҡаты һуғышасағы тураһында әйтә (шиғырҙы тулыһынса уҡып сығырға мөмкин). Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ул үҙенең биргән антына тоғро ҡала. 1942 йылда ул, Муром ҡалаһында хәрби училищены тамам¬лап, артиллерия дивизияһына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышыу һынауҙарын үтә. 1942 йылдың август айында хәтәр һуғыш¬тарҙың береһендә дошман снарядының утлы ярсығы, уның түш кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, йөрәккә саҡ ҡына теймәй үтә. Госпиталдә 3—4 ай ятҡандан һуң ғына ул ҡулына ҡәләм алырлыҡ хәлгә килә һәм үҙенең ижадында күренекле урын тотҡан шиғыр һәм поэмаларын ижад итә.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет