Лирик геройҙың урман буйҙарын үткәндә бөрөләрҙең хуш еҫтәрен тойоуы, тыныслыҡ тураһында борсолоулы уйҙа¬ры - былар барыһы ла игенсе менән тыуған ерҙең айырыл¬ғыһыҙ берҙәмлеген, игенсенең ергә береккәнлеген күрһәтә.
129
Шиғырҙың икенсе өлөшөндә, 8, 9-сы строфаларҙа илен ҡайнар һөйгән патриот игенсенең Ватан яҙмышы хаҡындағы борсоулы уйҙары һүрәтләнә. Лирик герой-игенсе образы аша шағир тыуған тупраҡтың дөрләп янғанын, фашист пуляла-
5- 1.0117.05
рын татыған йылдарын - Ватан һуғышы осорон иҫкә төшөрә. Ошо ҡурҡыныс һуғышты яңынан башларға, океан¬дың саф, тыныс еленә һөрөм еҫе ҡушырға, бөтә донъяға мәйет еҫе таратырға теләғән ҡара йөрәкле милитаризмды фашлап, шағир бөтә планетаға ләйсән ямғырын - тыныс¬лыҡты еткерергә тигән ҡәтғи фекер әйтә.
Шиғырҙа таң алдынан ҡанат ҡағып үткән һуңғы болот тамсылары - ләйсән ямғыры образы ҙур идея-эстетик әһәмиәткә эйә. Бөтә ер өҫтөнэ ынйылар һибеп үткән ләйсән ямғыры тыуған тупраҡ өсөн, бөтә тереклеккә тормош биреү өсөн нисек кәрәк булһа, кешелек өсөн тыныслыҡ та шулай кәрәк. Шулай итеп, ләйсән ямғыры образы тыныслыҡты символлаштырыусы мөһим образға әйләнә. Әҫәрҙе өйрәнгән¬дә уҡытыусы уҡыусыларҙың уның йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итеүенә ирешеү маҡсатын ҡуя. Был маҡсатты тормош¬ҡа ашырыу өсөн шиғыр тәүге мәртәбә уҡытыусы тарафынан тасуири уҡыла. Икенсе мәртәбә шиғырҙы фонояҙманан тыңларға мөмкин.
Артабан шиғыр строфалап уҡыла, һәр строфала бирелгән уй-тойғолар, образдар, әҫәрҙең идеяһын асырға ярҙам итеүсе деталдәр асыҡлана.
«Ләйсән» шиғырында, лирик шиғырҙарға хас булғанса, тормош картиналары, кеше һәм тәбиғәт күренештәре, төрлө ваҡиғалар нигеҙендә тыуған уй-тойғолар, кисерештәр һүрәт¬ләнә. Лирик шиғырҙы уҡығанда беҙ лирик герой-шағир күңелен тулҡынландырған тормош күренештәрен, тәбиғәт картиналарын күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ошо күренештәр, картиналар, ваҡиғалар нигеҙендә тыуған тойғоларҙы шағир менән бергә кисерәбеҙ.
Шиғырҙың тексын үҙләштереү әңгәмә юлы менән алып барыла.
Шиғырҙа таң алдынан ғына яуып үткән ләйсән ямғырын, ҡанат ҡағып үгкән һуңғы болоттарҙан сәселеп ҡалған ынйы¬ларҙы кү'ҙ алдына баҫтыралар һәм был күренештең ниндәй тойғо уятыуы хаҡында үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Артабан тәбиғәт күренештәрен һүрәтләйҙәр: быуҙар бөркөп ятҡан ҡырҙар, донъяны нурға мансып ҡояш ҡалҡыуы, шул ҡояш нуры аҫтында алтын кеүек булып ятҡан ер, офоҡ, ошо быу¬лы ҡыр аша алпан-толпан баҫып уҙып барыусы игенсе күҙ алдына килеп баҫа.
Шиғырҙа тыуған ер, уға булған мөхәббәт, уның яҙмышы өсөн борсолоу, киләсәктә ғәҙеллектең, тыныслыҡтың еңеүенә ышаныс тойғолары һүрәтләнә.
Тыуған ерҙе, ләйсән ямғырын тасуирлаған образлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ, һуңғы строфала ләйсән ямғыры тураһында әйтелгәнде нисек аңларға мөмкин?
Шиғырҙы ошондай һорауҙар ярҙамында анализлағандан һуң, тыуған ер, игенсе, тыныслыҡ темаларының образлы асылыуы хаҡында йомғаҡ яһала.
Һәҙиә Дәүләтшинаның «Айбикә» әҫәрен ойрэнеү
Әҫәрҙе үтер алдынан уҡытыусы башҡорт ҡатын-ҡыҙының элекке тормошо, революциянан һуң уяныуы, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының съезы хаҡында һөйләй. Был инеш дәрестә һ. Дәүләтшинаның тормошона һәм әҫәрҙәренә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30-сы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә бәйле һүрәттәр эпидиаскоптан күрһәтелә. Уларҙың элекке яҙмышы хаҡындағы әҫәрҙәр иҫкә төшөрөлә. Дәрестә рәссам Дәүләт- килдиевтең «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» картинаһы буйынса әңгәмә үткәрергә мөмкин. Әңгәмә үткәргәндә был портретта башҡорт ҡыҙҙарына хас иң яҡшы һыҙаттар: баҫал¬ҡылыҡ, батырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, аҡыллы ҡараш, эске рухи байлыҡ, эске матурлыҡ, хеҙмәт һөйөү кеүек сифаттарҙың сағылыуы тураһында һүҙ алып барыла. Әҫәр үтелгәс, картина¬лағы ҡыҙ менән Айбикэнең оҡшаш яҡгары асылып, был әҫәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас иң яҡшы һыҙаттарҙың дөйөмләштерелеүе күрһәтелә.
«Айбикә» повесын тулыһынса уҡып сыҡҡандан һуң, йөк¬мәткеһе буйынса әңгәмә үткәрелә. Уны түбәндәге һорауҙар нигеҙендә алып барырға мөмкин:
1. Әҫәрҙең беренсе бүлегендә Айбикэнең тормошо нисек һүрәтләнә?
2. Айбикә ниндәй шарттарҙа йәшәй?
3. Ул ниндәй эштәр башҡара?
4. Был бүлектә башҡорт халҡының көнкүреше нисек һүрәтләнә?
Өсөнсө бүлек түбәндәге план буйынса һөйләтелә:
1. Айбикэнең үткән тормош хаҡындағы уйҙары: үҙенең бала сағы тураһындағы уйҙары: ата-әсәһе, уларҙың көнкүре¬ше, Айбикәгә булған мөнәсәбәте; балалыҡ йылдарын иҫкә алғанда Айбикәлә тыуған тойғолар.
2. Айбикэнең килен булып йәшәгән йылдары: Айбикэнең ҡайны йортондағы тормошо; ире Юлдыбайҙың ҡайтыуы: Юлдыбай алып ҡайтҡан яңы хәбәр һәм уға халыҡтың мөнәсәбәте.
5*
131
3. Айбикэнең Ҡотлояр байҙағы тормошо: Хәҙисә менән Алмаҡай әйткән һүҙҙәрҙең Айбикәгә тәьҫире; йыйылыш ба¬шында Айбикэнең үҙен тотоуы; йыйылыштың барышы; йы¬йылыштың аҙағында Айбикәләге үҙгәрештәр; Ҡотлояр бай менән һөйләшкәндә Айбикәләге үҙгәрештәрҙең сағылышы.
Ошо план буйынса һөйләгәндән һун, әҫәрҙең ҡалған бүлектәренә лә әйҙә план төҙәргә эш бирелә һәм шул план буйынса һөйләү ойошторола.
Өсөнсө дәрестә Айбикә, Ҡотлояр, Ғәйшә, Юлдыбай һәм халыҡ вәкилдәре образдарына ҡылыҡһырлама бирелә.
Айбикә образына ҡылыҡһырлама биргәндә уның ниндәй шарттарҙа үҫеүе, ата йортонда, ҡайны-ҡәйнә ҡулында нисек йәшәүе, Ҡотлояр кулак өйөндәге тормошо, ҡыҫҡаһы, Айби- кәнең характерын тәрбиәләгән һәм яңы тормошто ҡабул итеүгә әҙерләгән шарттар асыҡлана.
Артабан эвристик әңгәмә методы нигеҙендә Айбикәнен хеҙмәткә мөнәсәбәте, характер һыҙаттары, яңы тормошто ҡабул итеүе, рухи үҫеше анализланып, был образ тураһында уҡыусы¬ларҙың үҙ фекере, баһаһы әйттерелә. Башҡа образдарға ла әңгәмә юлы менән ҡылыҡһырлама төҙөлөп, повестың темаһы, идеяһы, художество эшләнеше хаҡында һөҙөмтә яһала.
М. Кәримдең «Айгөл иле» драмаһы
Драманың идея-эстетик мәғәнәһен асыҡлау нигеҙендә ил- һөйәрлек тойғоһо, тормошҡа ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү.
I. «Айгөл иле» драмаһының идея-эстетик йөкмәткеһен асыу.
1. «Айгөл иле» драмаһының сюжеты.
2. Драманың проблематикаһы:
а) Драмала намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, тыуған илгә бирел¬гәнлекте данлау, ике йөҙлөлөктө, ҡурҡаҡлыҡты фашлау.
б) Айгөл образы.
в) Йәғәфәр образы.
г) Зөлхәбирә, синьор Пиккио образдары.
ғ) Ябағаев образы аша ҡурҡаҡлыҡ, ихтыярһыҙлыҡ. һәләтһеҙлекте фашлау.
д) Драманың жанр үҙенсәлектәре.
ҙ) Драма хаҡында үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һуғыштан һуң¬ғы осор темаһына яҙылған «Айгөл иле» драмаһы заманыбыҙ¬ҙың үткер проблемаларын, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, тоғролоҡ һәм ике йөҙлөлөк, хаҡлыҡ һәм ялғанлыҡ, әхлаҡи ныҡлыҡ һәм яраҡлашыусанлыҡ кеүек әхлаҡи-этик проблемаларын ҙур оҫта¬лыҡ менән сағылдырған уңышлы әҫәр. Драмала Айгөлдөң әсәһе Зөлхәбирәнең 1943 йылда яраланған ире янына госпи¬талгә китеүе, аҙаҡган уның пленға эләгеүе, күп ғазаптарҙан һуң синьор Пиккиоға кейәүгә сығыуы, йылдар үткәс, Айгөлдө алырға ҡайтыуы - Айгөл иле менән осрашыуы күрһәтелә.
Зөлхәбирәнең ҡыҙы Айгөл, Йәғәфәр Моратшин, Ричард Галин ике донъя араһындағы һыҙыҡтың, сиктең бер яғында,
Зөлхәбирә теләһә, теләмәһә лә сиктең теге яғында булып сыға. Ике ил, ике төрлө йәмғиәт ҡоролошо, ике идеология, ике төрлө әхлаҡ - улар араһында килешеү булмаған кеүек, Айгөл менән Зөлхәбирәнең бергә булыуы ла мөмкин түгел. Әсәй менән Ватанды үлсәүҙең ике яғына ҡуйып ҡарағанда, әлбиттә. Ватан сағыштырғыһыҙ ҡәҙерлерәк булып сыға. Зөлхәбирә илен синьор Пиккиоға алыштырған кеүек. Айгөл үҙ илен. Ватанын әсәһе Зөлхәбирә менән алыштыра алмай. Ватан бер генә, Ватан - бөйөк. Уны алмаштырыуҙы ғәфү итеп булмай. Бына әҫәрҙең төп идеяһы.
Мостай Кәримдең VIII синыфта өйрәнелгән «Ҡоролтайға ҡотлау», Рауил Бикбаевтың «Берләшегеҙ, бөтә дон ья башҡорт¬тары!» шиғырҙары 2002 йылдың 14- 15 июнендә үткәрелгән II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған. Улар Ҡоролтайҙың милләтебеҙ үҫешендәге урынын хуплау рухын¬да яҙылған булыуҙары менән айырыуса әһәмиәтле.
Ҡоролтайҙың милләтебеҙ яҙмышы өсөн әһәмиәтен билдәләп. Башҡортостандың хальгк шағиры. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат ордены кавалеры Мос¬тай Кәрим Ҡоролтайға изге уй, изге теләктәр, бөйөк маҡ¬саттар менән килгән халыҡты ҡотлап, «Һәр шәхес яуаплы» тигән темаға сығыш яһаны. Ул халҡыбыҙҙың Ер шарының иң гүзәл, хазинаға бай, илаһи төбәгендә йәшәүен, тарих юл¬дарында юғалып ҡалмауын, уның үҫешен, мәғрифәткә, фән һәм сәнғәт үрҙәренә күтәрелеүен, донъяны тәрәнерәк танып бслеүен бәхет тип һанап үткәндән һуң, сығышының төп те¬маһы булған һәр шәхестең яуаплылығы хаҡында һөйләп, һәр кемде әүҙем булырға саҡырҙы. Меңәр йыл эсендә Ер йөҙөндә булып торған ғәрәсәттәрҙе, ҡыйралыштарҙы, айырым халыҡтар ҡәбиләләренең юҡҡа сығыуын иҫкә алып. М. Кә¬рим былай тине: «Беҙҙең халҡыбыҙ хөр рухын, сәсән телен, моңло йырын, милли әҙәбен, милли иманын һаҡлап ҡалған. ...Ҙур булмаған халыҡтың оҙон юлдарҙа юғалмайынса, бат¬майынса ҡалыуының сәбәбен уйлайым да, ошондай нәтижәгә киләм. Ул үҙенең тән һәм рух сәләмәтлеген, тупрағына бул¬ған мөхәббәтен һаҡлаған. Бындай халыҡ үлемһеҙ булырға яратылған.
Бөгөнгө көндә мине милләттең тән сырхауы ла, йән сырхауы ла, ер-һыуға ҡарата уның битарафлығы ла, рухи вайымһыҙлығы ла хафаға һала. Бар милләтте, бар дәрәжәне, бар намыҫты, бар шатлыҡты юғалтыуҙан кеше һәр ваҡыт ҡурҡырға тейеш. Юғарыла әйтелгән бәхетебеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡайыҡ, ҡан-ҡәрҙәштәрем! Ҡурҡайыҡ, барса тупраҡташта¬рым! Үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, уларҙың балаларын янап торған заман сирҙәренән ҡотҡарайыҡ! Беҙ - мәңгегә килгән ха¬лыҡбыҙ. Нимә генә тимәйек, беҙ күбеһенсә милләткә ышыҡ¬ланып, милләткә таянып йәшәйбеҙ. Ә бит, асылда, һәр баш¬ҡорт: «Мин милләттең ҡеүәтен, абруйын һаҡлайым. Мин суве¬ренлы Башҡортостандың ышанысы һәм таянысымын», - тип үҙен раҫларға тейеш. Ә таяныс сәләмәт, таҙа, ҡаҡшамаҫ бу¬лырға тейеш. Милли идеяны мин һәр шәхестең милләт ал¬дында һәм милләт өсөн яуаплылығында күрергә тейешмен».
М. Кәримдең был сығышындағы фекерҙәр уның «Ҡорол¬тайға ҡотлау» шиғырында тағы ла көслөрәк яңғырай. Ҡоролтайға яңы уй-фекерҙәр, изге тойғолар менән килгән халыҡты сәскәләрҙән һуг йыйыусы бал ҡорттары менән, бер-береһен һағынып килгән ҡунаҡтарҙы ҡоштарҙың канат ҡағыуы менән бик уңышлы сағыштыра. Ҡоролтайҙың йыйы¬лыу маҡсатын шағир хәсрәт түгел, хәстәрлек күреү, туған¬лыҡты яңыртыу, өмөт һәм ышанысты һүндермәү кеүек һүҙҙәр менән бирә. Шағир үҙенең делегаттар алдындағы сы¬ғышында халҡыбыҙҙың үлемһеҙ булыуы хаҡында изге теләктәр теләгәйне. Был хаҡта шиғырҙа:
Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлан.
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ, -
тигән мәшһүр һүҙҙәрен әйтә шағир.
Халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лау¬реаты, Салауат ордены кавалеры. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Р. Бикбаев Ҡоролтайҙа «Бөйөк маҡсат хаҡына» тигән темаға сығыш яһап, халҡыбыҙ тормошондағы, миллә¬тебеҙ үҫешендәге уңыштарҙы, бөйөк маҡсатыбыҙҙы билдәләп: «Яңы быуатҡа, яңы мең йыллыҡҡа Башҡортостан суверенлы дәүләт булып, ошо дәүләткә исем биргән башҡорт халҡы¬ның телен дәүләт теле тип раҫлап, бөйөк төҙөлөш майҙаны¬на әйләнгән уңған һәм татыу ил булып, ышаныслы аҙымдар менән килеп инде. Төп маҡсатыбыҙ суверенлы дәүләтселе¬гебеҙҙе һаҡлау һәм артабан нығытыу, аҫаба ерҙәребеҙҙе ҡур¬салау, илгә ҡөт-бәрәкәт, байлыҡ-муллыҡ өҫтәү, гелебеҙҙе, иманыбыҙҙы юғалтмау», - тине. Р. Бикбаев күрешеү ҡыуаны¬сы менән бергә борсолоуҙарыбыҙҙың булыуын да әйтеп үтте. Уның сығышы арабыҙҙа милләтенә битараф ҡараған, милләтенә ҡул һелтәгән башҡорттарҙың да булыуы, әллә күпме милләттәштәребеҙҙең ярты донъяға таралыуы, хаким¬дарҙың рәхимһеҙ ҡулы менән Башҡортостандан ботарлап ташланыуы менән бәйле борсоулы уйҙарҙы сағылдыра. Ша¬ғирҙың йөрәктән сыҡҡан ҡайнар һүҙҙәре «был яҡты донъя¬ларға башҡорт булып тыуғанбыҙ икән, ҡайҙа йәшәһәк тә башҡорт булып ҡалайыҡ. Тамырҙарыбыҙға, шәжәрәләребеҙгә.
бөгөнгөбөҙгә һәм киләсәгебеҙгә, рухыбыҙға токро булып ҡалайыҡ», - тигән һүҙҙәре тыңлаусылар тарафынан дәрт, ил¬һам, ихласлыҡ менән ҡабул ителде.
«Хәҙерге тормошта күп нәмәләр етмәй. Башҡортҡа иң етмәгәне берҙәмлек. Иң мөһиме - күңелдәрҙең яҡынлығы, ынтылыштарҙың, маҡсаттарҙың уртаҡлығы», - тигән фекере «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!» тигән шиғырында айырыуса көслө сағылыш таба һәм халыҡта тәрән хис уята.
Шағир бөтә донъя башҡорттарын берләштергән ҡорол¬тайға йыйылған милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итеп, бер ту¬ғандай гөрләшергә, бөйөк маҡсатыбыҙҙы байраҡ итеп ғорур күтәрергә саҡыра. Халыҡты уртаҡ уйҙар менән йәшәргә, ваҡсыллыҡты, көнсөллөктө бөтөрөргә өндәй, халҡыбыҙҙы милләтем тип тамаҡ ярыуҙан туҡтап, уның киләсәге өсөн прогресҡа юлдар ярып, һәр ваҡыт алға барырға саҡырыу маҡсаты айырыуса көслө яңғырай.
Шиғырҙа ошо ерҙең гәп хужаһы - аҫаба башҡорттарҙың үҙ ерен, халҡын һаҡлау бурысын үтәүҙә айырыуса яуаплы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шағир үҙенең шиғырын:
Илгә-йортҡа ҡот-бәрәкәт килһен тиһәк.
Китһен хәсрәт, кипһен тиһәк күҙ йәшебеҙ.
Таяныстың иң ныҡлығы - тоғролоҡта, -
тигән изге теләктәр менән тамамлай.
Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү
Программа буйынса Б. Бикбайҙың V синыфта - «Туған тел», «Рус теле», VIII синыфта - «Ер» поэмаһы, «Ҡаһым түрә» драмаһы, Х синыфта «Ҡарлуғас»; «Салауат» драмала¬ры, «Аҡ сәскә» повесы өйрәнелә. Программала яҙыусы ижа¬дының ҙур урын алыуы уның халыҡ тормошоноң төрлө осорҙарын сағылдырған күп темалы, юғары художестволы, тел, стиль йәһәтенән бай һәм һығылмалы булыуы менән аңлатыла. Халыҡ ижадының байлығын оҫта файҙаланып яҙған әҫәрҙәре йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү яғынан айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. V синыфта «Туған тел», «Рус теле» шиғырҙарын өйрәнеү әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыуҙан башлана. Тасуири уҡыу процесында уҡыусылар әҫәрҙәрҙең идея-художестволы йөкмәткеһен эмоциональ күтә¬ренкелек, һоҡланыу, яратыу тойғолары менән ҡабул итә. Ар¬табан шиғыр уҡыусыларҙың үҙҙәренән уҡытыла һәм уҡытыу¬сының һорауҙары буйынса анализ яһала:
1. Шиғырҙа телдең боронғолоғо хаҡында нимә әйтелә? Туған телдең халыҡ менән аралашыу ҡоралы булыуы шиғыр¬ҙа нисек сағылған?
2. Минең телем - тыуған ерем, Әсәм тауышы. Халҡымдың бай хазинаһы. Таҙа намыҫы! -
тигән юлдарҙа телдең әһәмиәтен киңерәк һүрәтләү өсөн ша¬ғир ниндәй сағыштырыуҙар ҡуллана?
3. «Ерҙә халыҡ йәшәй икән, теле лә йәшәй» — тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
4. Телде хөрмәт итмәгән кеше хаҡында нимә әйтелә? Үҙегеҙҙең телгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе сағылдырып, телдән инша төҙөгөҙ.
«Рус теле» шиғырын гасури уҡығандан һуң текст бу¬йынса анализ яһау процесында шиғырҙа үҙ телеңә мөхәббәт менән ҡарау, уны яратыу менән бергә башҡа халыҡтар те¬ленә лә ҙур хөрмәт менән ҡарау кәрәклеге хаҡында фекер үткәрелә. Шағир бала сағында дуҫы Анатолийҙан рус һүҙҙәрен өйрәнеүе хаҡында:
Толя, Анатолий!
Балалыҡ дуҫым ҡайҙа?
Дүрт һүҙ өйрәткәйнең миңә:
Ут, Ер, һыу, һауа! -
тип, баланың шатланыуы хаҡында яҙғайны. Яҙыусы шулай итеп, бөтә телдәрҙең дә тиң булыуы, уларға хөрмәт менән ҡарау кәрәклеген әйтеп, халыҡтар дуҫлығын тәрбиәләү идея¬һын оҫта һүрәтләгән.
VIII синыфта Баязит Бикбай тураһындағы биографик бе¬лешмәлә уның яҙыусы һәм оло шәхес булыуы ярайһы уҡ гулы сағылдырылған. Был теманы үткәндә уҡытыусы яҙыусы тураһында уның ҡәләмдәштәренең һүҙҙәрен килтерһә, был бик урынлы булыр.
«Мин ижади ғүмеремдең бала сағын һағынам. Тәүге «әҫәрҙәрем» ятҡан сәңгелдәккә тәү тапҡыр өмөтлө ҡараш ташлаған күҙҙәрҙе, шәфҡәт менән һуҙылған ҡулдарҙы үтә һағынып иҫкә алам. Шулар араһында Баязит Бикбай күҙҙәре. Баязит Бикбай ҡулдары ла бар». (Мостай Кәрим, Башҡорто¬стандың халыҡ шағиры.)
«Баязит Бикбай иҫ китмәле күп һәм төрлө-төрлө жанрҙа ла берҙәй уңыш менән эшләне, һор саҡ ижад уты менән янды. Уның ише эшһөйәр, уңған кешене үҙ ғүмеремдә күп осратырға тура килмәне миңә. Ә бит ижад өсөн эш һөйөү генә етмәй, һөҙөмтәле эшләү ҙә кәрәк. Был йәһәттән Баязит
Бикбайға тиңләшерлек кеше аҙ булыр беҙҙә». (Заһир Ис- мәғилев, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы.)
Уйсан әҙип либретто яҙыуҙы ла халыҡ алдындағы буры¬сы һананы. Йәш мәҙәниәтебеҙ үҫеше өсөн үҙен яуаплы тойҙо. «Әгэр ҙә беҙ, драматур1тар. ярҙамға килмәһәк, сән- ғәтсбеҙҙең иң ҡатмарлы бер жанры - опера сәнғәте артта ҡалыр һәм был милли мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә ҙур кәмселек килтерер ине», тигән хәүефтән сығып, үҙ өҫтөнә аныҡ ил хәстәрен күтәреү бурысын алғайны ул. Бындай замандаш менән ғорурланмау мөмкин түгел». (Хөсәйен Әхмәтов, компо¬зитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.)
«Баязит Бикбай башҡорт поэзияһында, әҙәбиәтебеҙҙә ҙур күренеш. Ул бөтә намыҫлы ғүмере, ихлас күңеле, керһеҙ йөрәге менән әҙәбиәткә йәнен-тәнен биреп хеҙмәт иткән кеше.
Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме лә булып күтәрелде». (Назар Нәжми, Башҡортос¬тандың халыҡ шағиры.)
«Поэзияның өндәүсән ҡеүәһен башҡорт шағирҙары, шул иҫәптән Баязит Бикбай ҙа, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын¬да ҡәләмде штыкка тиңләрҙәй көслө ҡорал дәрәжәһенә күтәрҙе». (Ғайса Хөсәйенов, профессор, академик.)
Рауил Бикбаев, Баязит Бикбайҙы юғалтыу ҡайғыһын ки¬сереп, уның яҡты иҫтәлегенә арналған һүҙҙәрен ошо юлдарға һалғайны:
Балкып торған коҙгө был ҡара тан Килеп керҙе ҡайҙан аҙашып? Ҡара тандың Ҡара ҡуйынына Ауҙы аҙашым.
Тәүге ҡарға баҫып, сабый кеүек Йерөр ннек бөгон һөйөнөп. Ҡар өҫтөндә инде һинең эҙ юҡ, Ҡар аҫтында - тупраҡ өйөме. Аҡ кәфендэй ҡарға һулыған сәскә, япраҡ ҡойолған. Аһ, был - ҡәбер түгел. Ҡәбер түгел! Дөрләп янған йондоҙ, Күк балҡытып, Атылып килеп. Ергә уйылған,
тип яҙҙы.
VIII синыфта Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» тарихи дра¬маһы һәм «Ер» поэмаһы өйрәнелә. Был синыф уҡыусылары¬на яҙыусының биографияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.
Б. Бикбай башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҙенең күп шиғырҙары һәм поэмалары, тарихи драмалары, хикәйә, роман, либреттолары менән байытҡан яҙыусы. Уның бөтә әҙәби эш¬мәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән.
Контраст алымы уның 1936 йылдарҙа яҙылған «Ер» поэ¬маһында айырыуса уңышлы ҡулланыла. Поэма тәүге юлда¬рынан уҡ беҙҙе башҡорт халҡы тарихының ауыр, ҡанлы ва¬ҡиғалары эсенә ылыҡтыра. Әҫәрҙә халыҡ яҙмышы Тыуған ер яҙмышы менән бергә үрелеп, тығыҙ бәйләнештә һүрәтләнә.
Башҡорт халҡының бөтә тарихы - ер өсөн көрәш тари¬хы ул. Шуға күрә тыуған ер темаһы халыҡ ижадында ла. әҙәбиәттә лә гәп тема була килде. Халыҡ һөйөклө тыуған ер тураһында легендалар, героик поэмалар ижад итте, уны үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йырҙарында данланы.
Б. Бикбай ҙа халыҡ яҙмышын киң эпик планда дөйөм¬ләштереү өсөн халыҡ йырҙарында һәм героик поэмаларында данланған ер образына мөрәжәғәт итә. Поэманың сюжет нигеҙе итеп халыҡ тормошо тарихындағы ҙур ваҡиғалар алына. Уның тәүге бүлектәрендә халыҡтың ерҙе азат итеү өсөн көрәше ҙур драматик көсөргәнешлелек менән һүрәт¬ләнә. Халыҡтың героик көрәшен һүрәтләүсе был поэма художество тел сараларының да, интонацион-ритмик саралар¬ҙың да ғәжәп бай һәм төрлө булыуы менән айырыла. Ул күп төрлө тауыштарҙы эсенә ала һәм халыҡтың батырлығы¬на дан йырлаусы героик симфонияны хәтерләтә. Поэмалағы тарихи ваҡиғаларҙың алмашынып тороуын шағир интонация һәм шиғыр ритмының алмашыныуы менән дә күрһәтә.
Поэма трагик ноталарҙа башланып китә һәм:
Үткәндәрҙең һәр бер көнөнән дә Илау тауышы яңғырай бик ауыр. Әйтерһең дә, илай миллион ҡолдар. Әйтерһең дә, һыҡтай мең ауыл. Ил иланы. Ҡара ер иланы... Иламаған ярлы ҡалманы, Улар зары ҡурай моңо булып Яңғыратты Урал тауҙарын, -
тигән юлдарҙа был трагик ноталар артабан көсәйә. Ләкин был ауырлыҡтар халыҡта моң-зар, ҡайғы-һағыш менән бергә азатлыҡ өсөн көрәш утын да ҡабыҙҙы.
Поэманың төп геройы - халыҡ. Яҙыусы әҫәрҙең башы¬нан алып аҙағынаса халыҡ яҙмышын, уның ауыр көрәш юлын күрһәтә.
Ошо образдар менән бер рәттән поэмала индивидуалләш¬терелгән образдар ҙа алына. Поэмала халыҡ образы менән бергә ер образына мөрәжәғәт итеү яҙыусыға ундағы төп те¬маны тулыраҡ асыу мөмкинлеген бирә. Ер образы поэманың башынан алып аҙағына тиклем килгән үҙәк образдарҙың бе¬реһе. Ул халыҡ ижады әҫәрҙәренә хас алымдар менән һүрәтләнә. Мәҫәлән:
Башҡортостан тәне ҡара янған Меңәрләгән ҡамсы әҙенән. Беҙҙең ҡанды әгәр бергә йыйһаң. Ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр. Батша итегенең ауырлығын Икеләтә индә татыныҡ, Урыҫ байы теҙгә йөгөндорһә. Башҡорт байы ергә ятҡырҙы...
Был юлдарҙа халыҡтың быуаттар буйы икеләтә иҙелеү аҫтында йәшәүе, шуның һөҙөмтәһендә бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөлөүе халыҡ ижады әҫәрҙәре рухында тасуирланған.
Шағир ҡатмарлы проблемаларҙы ҙур художестволы оҫта¬лыҡ менән яҡтырта, шуға күрә поэманың йәштәрҙе идея-эс¬тетик яҡтан тәрбиәләүҙә, милли аң, милли ғорурлыҡ хистә¬рен үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур.
Поэманың ошо бүлектәрен (1-4-се бүлектәр) үтеүгә ҙурыраҡ иғтибар бирелә. Социалистик реализм методы йо¬ғонтоһо нығыраҡ һиҙелгән һуңғы бүлектәрҙә бөгөнгө көн та¬лаптарына тап килмәгән ҡанундар: әҫәрҙе сәйәсиләштереү, уны синфи көрәш ҡоралы, идея көрәше итеп ҡарау тенден¬цияһы бер ни тиклем сағылыш алған.
Әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итергә ярҙам итеүсе төп сара¬ларҙың береһе уны аңлы һәм тасуири уҡыу. Был ғына әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһен тулыһынса асырға мөмкинлек бирмәй, уны тик әҫәргә анализ яһағанда ғына тулы килеш асырға мөмкин. Поэманы өйрәнгәндә тарихи һәм идея-эсте- тик характерҙағы комментарийҙарға ҙур урын бирергә кәрәк.
Әҫәрҙең жанр үҙенсәлегенә бәйле рәүештә уның теленә тәрән мәғәнәлелек, юғары эмоционаллек хас.
Тексҡа комментарий биреү уҡыусыларҙың ҡайһы бер үҙ аллы эштәре менән ҡушып алып барыла.
VIII синыфта Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын өйрәнеү
«Ҡаһым түрә» драмаһы 1941 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙылған. Тарихтан билдәле булыуынса.
бынан 400 йылдан ашыу элек башҡорт халҡы үҙ ирке менән рус дәүләте составына инеп, үҙ яҙмышын рус халҡы яҙмышы менән мәңгелеккә бәйләне.
Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы тарихи дуҫлыҡты, башҡорт хал¬ҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын һәм был һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыуға арналған. Башҡорт халҡының элекке батырлыҡтары, хәрби традицияла¬ры тураһында яҙып, халыҡта милли ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсатын ҡуя, тап ошо хәрби тради¬цияларҙы яңы шарттарҙа артабан үҫтерергә, юғары күтәрергә саҡыра.
Анализ ваҡытында әҫәрҙең тематикаһы, образдар систе¬маһы, композицияһы, теле, идея-эмоциональ йөкмәткеһе, жанры, тәрбиәүи әһәмиәте асыҡлана. Был эш һәр ваҡытта әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуға бәйләп һәм уға буйһондо¬роп алып барыла, сөнки әҫәрҙең юғарыла әйтеп кителгән компоненттары уның идея йөкмәткеһенә ҡарата форма бу¬лын хеҙмәт итә. Шунлыҡтан да инде анализ әҙәби әҫәрҙә йөкмәтке менән форманың берҙәмлеге тураһындағы принцип¬ҡа нигеҙләнеп алып барылырға тейеш.
Әҫәрҙең айырым компоненттарына анализ яһағанда, уның идеяһының ҡайһы бер яҡтары ғына асыла, ә айырым дәрестә йәки дәрестең бер ӨЛӨШӨНДӘ идея-тематик йөкмәткеһе тураһында алынған төшөнсәләр бер системаға килтерелә. Әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыу өсөн махсус дәрестәр бирергә кәрәк.
Уҡытыусы әҫәрҙең йөкмәткеһе менән таныштырғандың һуңында уның яҙылыу тарихы, унда ҡуйылған проблемалар һәм уларҙың хәл ителеше тураһында һөйләй. Быға 1 сәғәт бирелә һәм ул лекция-әңгәмә методы менән үткәрелә.
Яҙыусы алдында торған бурыстың ауырлығы тағы ла шунан ғибәрәт: ул, бер яҡтан, Тыуған илде яҡларға күтәрелгән халыҡтың батырлығын күрһәтергә тейеш булһа, икенсе яҡтан, халыҡтың үҙ иҙеүселәренә ҡаршы нәфрәтен дә сағылдырырға тейеш ине. Үҙенең был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн, 1941 йылда яҙыусы француз баҫҡынсыларына ҡаршы алып барылған Ватан һуғышы тураһында тарихи ма¬териалдар йыя башлай. Автор драма яҙыр алдынан бик күп тарихи сығанаҡтар, мемуарҙар, сит ил яҙыусыларының иҫтә¬лектәрен өйрәнә.
Тарихи сығанаҡ булыу яғынан халыҡ ижады әҫәрҙәре ҙур урын тота. «Ҡаһым түрә», «Әхмәт Байыҡ», «Любизар». «Икенсе әрме» тигән тарихи йырҙар, «Йәнтүрә», «Абдрах¬ман Аҡйегетов» легендалары әҫәрҙең идея һәм художество проблемаларын хәл итеүҙә ҙур роль уйнай.
Башҡорт халҡының үҙенең бер ваҡыт азатлыҡҡа сығаса- ғына ышанысы көслө һәм ныҡ. Был идеяны тағы ла асығы¬раҡ биреү өсөн яҙыусы әҫәргә 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм бөйөк полководец Кутузов тураһындағы халыҡ йырҙа¬рын индергән:
Рәсәй ҙә генә иле, һай, ил икән. Донъяла иң гүзәл ер икән! һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов! Ирҙәре лә батыр, һай, ир икән. Ил дошманын яуҙа еңә икән! һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов!
тигән юлдар бөтә Рәсәйгә, рус халҡына гимн булып яңғырай.
Рус классик әҙәбиәте һәм халыҡ ижады традицияларын дауам итеп, яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә тарихи шәхес менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәр проблемаһын да дөрөҫ хәл итә. Рәсәйҙең сит ил баҫып алыусыларына ҡаршы алып бар¬ған Ватан һуғышы Б.Бикбай тарафынан бөтә халыҡ һуғышы итеп бирелә һәм был һуғышта Рәсәйҙең еңеүе халыҡтың патриотизмы һөҙөмтәһе итеп баһалана. Быны беҙ рус кре¬постной крәҫтиәндәре Иван, Архип образдары аша ла, баш¬ҡорт халҡынан фронтҡа бүләк алып килеүсе Сабырғол менән Мәрҙән образдарында ла күрәбеҙ.
Достарыңызбен бөлісу: |