Ғариф уйланып түбәгә текләне:
-
Ғәҙәттән тыш эш. Шәп эш уйлап табырға!.. Ай- яй-яй!.. Эйеме, Ҡыҙырас!
-
Уйлайһыңмы?
-
Уйлап ултырам да ул...
-
Ни, Ғариф, ныҡ уйла, йәме!
-
Йә.
Ғариф һуҡ бармағын эйәк аҫтына терәп, Ҡыҙырас, ике ҡулы менән сикәһен баҫып, терһәктәрен өҫтәлгә терәп тынып ҡалды.
Бер аҙға тиклем тәҙрә ҡапҡастарына килеп бәрелгән ямғыр тамсыларының өҙлөкһөҙ тасылдауы менән Йомғаҡтың йоҡо аралаш тәмле итеп мышнауы ғына ишетелеп торҙо.
Тыныслыҡты Ҡыҙырас боҙҙо.
-
Йә, ни, Ғариф, булдымы? — тине ул, ҡулын сикәһенән алып.
-
Юҡ әле, булманы әле...
-
Уйлайһыңмы?
-
Уйлайым.
-
Уйла.
-
Йә.
196
Ғариф бик серьез ҡиәфәт менән, тағы уң ҡулының һуҡ бармағын эйәге аҫтына терәп, уйға батты. Тағы тынлыҡ урынлашты. Ләкин оҙаҡламай тыныслыҡты Ҡыҙырас йәнә боҙҙо.
-
Уйлайһыңмы?
-
Уйлайым.
-
Нимә уйлайһың?
-
Әлләсе.
-
Э?!
Ғариф ҡыҙғаныс төҫ менән Ҡыҙырасҡа ҡараны:
-
Әй, мин уйлай белмәйем дә ул...
Был яуаптан Ҡыҙырастың ҡысҡырып көлөп ебәргеһе йәки Ғарифҡа бик ныҡ итеп һуҡҡыһы килде. Ләкин ошондай серьез эште көлкөгә йә талашҡа әйләндереү ярамай ине. Унан һуң Ғарифты ғына ғәйепләп тә булмай. Ул үҙе, ҡасандан бирле уйлап йөрөп тә, бер ни ҙә сығара алғаны юҡ бит әле. Атаһы кеүек, берәй эш уйлап табып, донъяны шаулатыу, Юлдаштың иҫен китәреү тураһындағы был уй унда бынан ун көн элек, быраулаусылар янына экскурсияға барған көндө үк, тыуғайны инде. Ул, шул саҡта Юлдашҡа асыуланып: «Туҡта, атайымдың эшенә иҫең китмәһә, ни, мин үҙем һинең иҫеңде китәрәйем. Ни, Ҡыҙырастың кемлеген күрһәтәйем», — тип уйлағайны.
Бигерәк тә, ауылда үҙен шәп малай итеп танытып та, бында улай уҡ булып сыҡмағас, хәҙер ниндәйҙер бер ғәжәп шәп эш эшләп, Юлдашҡа үҙенең унан кәм түгеллеген бик-бик раҫлағыһы килә ине уның. Ә яҡшы уҡыу ғына уныңса шәп эш була алмай ине әле.
Бер көн, ботаника дәресендә оятлы булғандан һуң, уның был уйы тағы ла нығыраҡ борсой башланы. Хәҙер инде, берәй шәп эш эшләп, Юлдашты ғына түгел, бөтә отличниктарҙы таң ҡалдырырға, шуның менән Юлдаш алдында дәрес белмәй тороу хурлығын һис шикһеҙ юйырға кәрәк һанай ине ул. Тик ошондай серьез эште бер үҙе генә эшләргә мөмкинме һуң? Ул быны дуҫы Ғариф менән бергәләп уйлап сығарырға булды. Ә Ғариф етмәһә, икеләнә, уйлап булмай, ти. Бөттө баш!..
Ахыр ул, ауыр көрһөнөп:
-
Былай ярамай, — тип ҡуйҙы. — Ни, Ғариф, беҙ
197
уны гел-гел уйлап йөрөйөк. Ни, хәҙер үк кенә табып булмаҫ уны. Эйе бит? — тине.
Ғарифтың өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды. Ул ҡапыл, иркен тын алып:
-
Эйе шул, Ҡыҙырас! — тип һалды.
Быны күреп, Ҡыҙырастың эсе тағы бошоп китте. Ғәжәп шәп эште уйлап сығарыуға булған ышанысы ҡаҡшай яҙҙы. Ләкин уйланған уйҙан ҡайтырға ярамай ине.
-
һин, ни, гел генә уйлап йөрөйһөңмө? — тип ныҡышты ул.
Ғариф ҡыйыу, ышаныслы яуап бирергә тырышты.
-
Аһа, уйламай ни, уйлармын, Ҡыҙырас!
-
Улай булғас, булды, уйлайбыҙ, — тине Ҡыҙырас та, ышаныслы итеп.
Бынан һуң ул эште артабан нисек алып барыу планын һөйләне.
-
Ни, был ғәжәп шәп эште уйлап табып эшләгәнгә тиклем бер кемгә лә әйтмәҫкә.
-
Бер кемгә лә әйтмәҫкәме? — тип аптыраны Ғариф.
-
Эйе, ни, бер кемгә лә, хатта әсәйҙәргә лә, — тип ҡырт киҫте Ҡыҙырас.
Ғариф ризалыҡ белдереп, ауыр, ҙур башын ҡаҡты.
-
Ярар, әйтмәм, йәме, Ҡыҙырас.
Бынан ары улар, өйҙә бер кем булмаһа ла, шыбырлап һөйләштеләр.
Ҡыҙырас, һаман ҡыҙып-ҡыҙып, йәнләнеп нимәлер һөйләне, Ғариф, ризалыҡ белдереп, ауыр башын ҡағып торҙо.
Улар ошолай бик мауығып, серләшеп ултырғанда, ишек төбөндә ятҡан Йомғаҡ, ҡапыл уянып, өрөп ебәрҙе. Малайҙар һикерешеп торҙолар. Был ваҡыт ишек төбөндә, йөҙө борсолоп, Ғарифтың әсәһе — Сәлимә апай баҫып тора ине.
-
Абау, йүнһеҙ, ҡотомдо алды. Ниңә һеҙ өйгә эт индерәһегеҙ? Уф, йөрәгем!..
Ғариф, әсәһенә ризаһыҙ ҡараш татттлап:
-
Ниңә һин шулай юҡтан ҡурҡаһың? — тип ҡуйҙы.
Э Ҡыҙырас уны, хәйләкәр йылмайып, сәләмләп ҡаршыланы.
-
һаумыһығыҙ, Сәлимә апай! Мин, Йомғаҡтың һө-
198
нәрен һеҙгә күрһәтер өсөн, өйгә алып ингәйнем. Ул, ни, шаҡшы, һеҙҙе бик ныҡ ҡурҡыттымы? Ай, бөттө баш! Ни генә эшләтәйем икән?! Ни, Сәлимә апай, һыу эсеп ебәрәһегеҙме әллә?!
Ул, йүгереп, ултырғыс алып килеп ҡуйҙы:
-
Ултырығыҙ, Сәлимә апай, тынысланығыҙ. Э, эйе, ни, ял итегеҙ. Мин хәҙер һеҙгә, ни, уның, Йомғаҡтың, һәнәрҙәрен күрһәтермен. Шунан, ни, һеҙ көлөрһөгөҙ ҙә, ҡурҡыуығыҙ үтер ҙә китер. Күрһәтәйемме? Ни, рөхсәт итәһегеҙме, апай?
-
Күрһәт, күрһәт, — тине Сәлимә апай, инде тыныслана төшөп. Үҙе, Ҡыҙырастың тапҡырлығына һоҡланып, бармаҡ янап ҡуйҙы.
-
Абау, уҫалһың да, ҙурайғас, нисек булырһың икән һин!
Ул, әлбиттә, Ҡыҙырастың һис тә генә эт һәнәре күрһәтергә килмәгәнлеген аңлай ине. Шулай ҙа, Йомғаҡтың һәнәрҙәрен күрергә әҙерләнгән һымаҡ, түргә уҙып, Ҡыҙырас килтереп биргән ултырғысҡа ултырҙы.
-
Йә, күрһәт һуң, булмаһа. Йомғағың үҙең хәтле шаянмы икән?
Ҡыҙырасҡа шул ғына кәрәк ине. Ул бер һикереүҙә ишек төбөнә, эте янына, барып етте.
-
Ни, бына күрерһегеҙ, Сәлимә апай, Йомғаҡ, ни, харап ирмәк ул...
Әсәһенең ваҡытһыҙ ҡайтыуы Ҡыҙырастың кәйефен боҙмауын күргәс, Ғариф та, күңелләнеп, Йомғаҡ янына барҙы.
-
Ысын, әсәй, Йомғаҡ бик шәп көсөк ул!..
Ҡыҙырас эшсән төҫ менән этенең һәнәрен күрһәтергә
тотондо.
-
Йомғай, Йомғаҡ, ҡулыңды бир!
Йомғаҡ батҡаҡҡа бысранған яҫы тәпәйен наҙланып ҡына Ҡыҙырастың усына һалды.
Ҡыҙырас карауат аҫтына кепкаһын ырғытты.
Йомғаҡ, тайпан-тойпан баҫып, кепка артынан йүгерҙе. Уның бысраҡ аяғынан таҙа иҙәндә ҡара таптар ҡалды. Ләкин Ҡыҙырас быны күрмәгәнгә һалышты. Үҙе рөхсәт Иткәс, Сәлимә апай ҙа өндәшмәне. Йомғаҡ кеп
199
каны тешләп хужаһына килтереп бирҙе. Ҡыҙырас кепканы алып кейҙе лә Йомғаҡҡа:
-
Инде арт аяғыңа ултыр! — тип бойорҙо. — Ҡулыңды күтәр, телеңде сығар, оҙон итеп сығар!
Йомғаҡ арт аяҡтарына ултырҙы, ҡулдарын күтәреп, ҡыҙыл телен оҙон итеп сығарҙы ла, ҡолаҡтарын һалпайтып, аҡыллы, шаян күҙҙәрен көлдөрөп, берсә Ҡыҙырасҡа, берсә Ғарифҡа боролоп ҡараны. Уның был ҡыланышынан Ғарифтың әсәһе лә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Сәлимә апайҙың ҡурҡыуы бөткәнен күргәс, Ҡыҙырас, уйынын туҡтатып, ҡайтырға әҙерләнде.
-
Хуш булып тороғоҙ, ни, Сәлимә апай. Хуш бул, Ғариф, — тине ул, артистарса башын эйеп. — Йомғаҡ, ни, әйҙә киттек. Беҙҙе унда, өйҙә, тағы ла күберәк эштәр көтә бит.
-
Абау шаянһың да, — тине Сәлимә апай, тағы рәхәтләнеп көлөп.
Ҡыҙырас сығып китте. Ғариф уны тәҙрә үтә генә ҡарап ҡалды. Бындай ямғырлы, бысраҡ көндә уның урамға сыҡҡыһы килмәй ине.
-
Сер
Иртәгеһен Ғилман менән Юлдаш мәктәп ишегенән килеп ингәндә, уларҙың алдынан ғына Ҡыҙырас менән Ғариф та осрашты. Ҡыҙырас, Юлдашҡа эре генә ҡарап алғас, Ғарифҡа бик серле итеп:
-
Йә, ни, ҒШЭ нисек? — тип һораны.
Ғариф:
-
ҒШЭ? — тип аптырап ҡалды. Ул кисәге һөйләшеүҙе оноторға ла өлгөргәйне.
Ҡыҙырас ҡаты ғына итеп уның ҡабырғаһына төртөп алды:
-
Эйе, ҒШЭ нисек? Булдымы, тим?
Ғариф, ярамһаҡлы тауыш менән көлөп:
-
Ә ул, ҒШЭ-мы? — тип һөйләнә генә башлағайны, Ҡыҙырас тағы, ныҡ ҡына итеп, терһәге менән уның ҡабырғаһына тейеп алды.
Бынан ары улар шыбырлап һөйләшеүгә күстеләр ҙә
200
шәберәк атлап коридор буйлап китеп барҙылар. Юлдаш: «Быныһы ла шул мине үртәр өсөн уйлап сығарылған бер нәмәлер әле», — тип уйлап, ғәҙәтенсә, Ҡыҙырас менән Ғарифты күрмәгәнгә, бер ни ҙә ишетмәгәнгә һалышты.
Ҡыҙырас, уҡыуҙар башланғас, Юлдаш үҙенең ауылдағы һәм бындағы ҡылыҡтарын мәктәптә һөйләп ҡуйыр тип, бер аҙ шым ғына йөрөнө. Аҙаҡ, Юлдаштың ошаҡсы түгеллеген, ошаҡламаясағын белеп алғас, тамам ҡыйыуланды. Уның менән булыша, үртәй, үҙенә ҡарата булған хәҙерге иғтибарһыҙлығы, тиң күрмәүе өсөн үс ала башланы. Ғариф та бөтә көсө менән уның был эшен ҡеүәтләне. Юлдаш быларҙың бөтәһенә лә шул һаман һалҡын мыҫҡыллы йылмайыу йәки бөтөнләй иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеү менән ҡәнәғәтләнде. Эле лә ул, Ҡыҙырастар үтеп киткәс, Ғилмандың, көлөп:
-
Ну, малай, был Ҡыҙырас харап ирмәк кеше ул. Әллә нәмәләр уйлап сығара ла йөрөй. ҒШЭ, имеш. Бына алйоттар, — тип һөйләнеүенә лә, яурынын ҡыҫа биреп, ауыҙын бер яҡҡа ҡыйшайтыбыраҡ, өләсәһе һымаҡ, һалҡын, әсе ирония менән йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ғилман, ҡыҙыҡһынып, Ҡыҙырастар артынан эйәрҙе:
-
Ҡыҙырас, туҡта әле, әйт әле, малай, ҒШЭ нимә ул?
Ҡыҙырас Ғилманға ғорур ғына ҡарап алды ла:
-
Улмы, ни, сер. Тәрән сер. Уны, ни, Ғариф менән мин генә беләм. Башҡаларға белдереү тыйылған, — тине.
-
Миңә ләме?
-
Ьиңә лә.
-
Эй малай, ул тиклем ниндәй йәшерен сер һуң ул? — тип ҡыҙыҡһынды Ғилман. — Әйт инде?
Ғилмандың ошолай ҡыҙыҡһынып эйәреп килеүе генә лә Ҡыҙырастың үҙ-үҙен һөйөүсәнлеген кинәндерҙе.
«ҒШЭ уйлап табылмаған хәлдә лә, ни, бынауы отличникты ошолай итеп аптыратыу гына ла үҙе ни тора!» тип уйлап алды ул. Үҙенең ҡапыл үҫеп китеүен тойҙо. Унан тағы ла ғорурыраҡ тауыш менән:
-
Шундай бер сер инде, ни, ҡустым, һинең уға башың етерлек түгел, — тине.
201
Ғариф та эре генә:
-
Эйе шул. Ьәр бер ябай кешенең башы етә торған эш түгел ул, — тип күтәреп алды.
Был һүҙҙән Ғилман ҡысҡырып, рәхәтләнеп көлдө.
-
Кай, башлы кешеләр! Әллә һеҙ журналдағы «2» билдәһен уҡымайынса «5»кә әйләндерә торған берәй нәмә уйлап таптығыҙмы, малай?
Ҡыҙырас менән Ғариф был сәнскеле һүҙгә тиҙ генә яуап таба алманылар. Ғилман ҡул ғына һелтәне лә класҡа инеп китте.
-
Күңелһеҙ осрашыу
Ғилман менән Юлдаш дәрестән һуң, тамаҡ туйҙырғас, ашыға-ашыға ҡала паркы яғына китеп барғанда, Ҡыҙырас менән Ғариф та, «самокат»та шыуып, тротуарҙа уйнап йөрөйҙәр ине. Табалдырығына шариклы подшипник ҡуйып, тотоноп шыуыр өсөн, ултыртып йәнә бер таҡта беркетеп үҙе эшләгән был нәмәне Ҡыҙырас «самокат» тип йөрөтә, ошо нәмә менән урамдан үтеүсе күп кенә кешеләрҙең теңкәһенә тейеп бөтә. Сөнки «самокат» үҙе бәләкәс булһа ла, тауышы бик көслө, ҡолаҡ ярғыс йәмһеҙ ине.
Ғилман, яҡшы ишетелһен өсөн, «самокат» тауышынан уҙғарырға тырышып:
-
Ҡыҙырас! Әйҙәгеҙ стадионға! Футбол уйнарға! Вожатый ҙа унда була! — тип ҡысҡырҙы.
Ҡыҙырас «самокат»ын этәреп, йүгереүенән туҡтамай ғына:
-
Бармайбыҙ! Ни, беҙ бында уйнайбыҙ! — тине.
Ғилман, туҡтап:
-
Әйҙәгеҙ! Беҙ уйнағанды ҡарарһығыҙ! Ярыш була!.. — тип тағы ҡысҡырҙы. Ләкин Ҡыҙырас, был юлы ишетмәне булһа кәрәк, ары йүгереп китте. Ғариф та уның артынан ҡалманы.
Кискә табан Ғилман менән Юлдаш, парктан ҡайтып, дәрес әҙерләргә ултырғанда, улар һаман уйнап йөрөйҙәр ине әле.
Ҡала китапханаһынан ҡайтып барған Ғәбит ағай уларҙың уйнауының иң ҡыҙған сағына осраны. Бына
202
Ҡыҙырас менән Ғариф, һыңар аяҡтары менән «самокат» тың табалдырығына баҫып, икенсеһе менән ергә тибеп этәрә-этәрә, тротуар буйлап уға ҡаршы еләләр. Э уларҙан алда килгән оло ғына ҡатын, ҡулын һелтәп, сабырһыҙланып һөйләнә:
-
Зинһар, туҡтағыҙ, шатырлатмағыҙ ошо нәмәгеҙҙе!
Ҡыҙырас менән Ғарифҡа ҡыҙыҡ. Улар көлә-көлә ҡатын янынан дөбөр-шатыр уҙып китәләр. Ҡатындың:
-
Өлкән урамда булһа, милиция кәрәгегеҙҙе бирер ине һеҙҙең. Бында рәхәт шул, бер кем дә тыймай. Ә тыйырға кәрәк ине... Уйынмы ни был? — тигән аҙаҡҡы һүҙҙәре «самокат» тауышы аҫтында юғалып ҡалды.
Быны күреп, Ғәбит ағай башын сайҡап бер аҙ туҡтап торҙо ла, ҡайтыу яғына китмәйенсә, ашығып малайҙар артынан боролдо. Уны иң элек Ғариф күреп ҡалды һәм, ҡото осоп:
-
Ғәбит ағай килә!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был ваҡытта Ғәбит ағай менән улар араһында ярты квартал- дай ғына ер ҡалғайны. Ҡыҙырас, оҙаҡ уйлап торманы, «самокат»ын күтәрҙе лә, уңға боролоп, ниндәйҙер бер ишек алдына инеп юғалды.
-
Әйҙә, н-ни, йүгер, күренмәйек!
Ғариф уның артынан эйәрҙе. Ғәбит ағай был йорт тәңгәленә килеп еткәндә, улар бер ҡайҙа ла күренмәйҙәр ине инде.
-
Ай-Һай!.. — тип уйланы Ғәбит ағай, башын сайҡап. — Уйнарға ғына яраталар, шаяндар! Ә дәресте бар тип тә белмәйҙәр. Шулай булғас, нисек насар уҡымаһындар! Ваҡытын, сәғәтен белмәй бер туҡтауһыҙ уйнау яҡшыға алып барамы ни ул?!
Бына биш-ун минут ваҡыт үтеп китте. Малайҙар, үҙҙәре йәшенгән утын һарайынан баштарын һоноп, тирә-йүнде ҡаранылар. Ғәбит ағайҙың аяҡ тауышы ишетелмәҫме, тип тыңланылар. Шикле нәмә күренмәгәс, кем уҙарҙан атылып, һарайҙан килеп сыҡтылар ҙа, бер-береһеиә ҡарашып, әҙерәк өндәшмәй торғас, икеһе бер юлы көлөп ебәрҙеләр.
Унан, тағы ла шәберәк уйнап алыр өсөн, урамға йү
203
гереп сыҡтылар. Ләкин шунда уҡ, ҡапҡа төбөндә, икеһе бер юлы ҡатып ҡалдылар. Ҡыҙырас эсенән: «Бөттө баш! — тип үҙенең яратҡан һүҙен бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды. — Көткән бит?!»
Малайҙар кире йүгерергә лә, алға ташланырға ла, бер һүҙ өндәшергә лә хәлдәре ҡалманы. Сөнки ҡапҡанан бер-ике аҙым ғына ситтә, нигеҙ буйында, Ғәбит ағай уларҙы көтөп ултыра ине. Ул, бер ни өндәшмәй оҙаҡ ҡына уларға текләп торғас, йомшаҡ ҡына итеп:
-
Килегеҙ әле бында, балалар, — тине.
Их, ошо йомшаҡ һүҙ! Ҡыҙырасты үлтерә лә ҡуя шул. Исмаһам, ҡаты итеп, баҡырып әйтһен, әрләһен ине. Ул саҡта Ҡыҙырас та былай ебеп ҡалмаҫ ине. Йомшаҡ, яҡшы һүҙ алдында ул ниңәлер үҙе лә йомшарып, еңелә лә ҡала бит. Ә Ғариф инде күптән ҡуян йөрәк.
Малайҙар күҙҙәрен ергә төбәп, «самокат»тарын ташларға ла, ташламаҫҡа ла белмәй, әкрен генә уға табан атланылар.
-
Етеҙерәк, етеҙерәк, һеҙ бит шәп йүгерә алаһығыҙ, — тине Ғәбит ағай. Уның йөҙөндә, асыу булмаһа ла, ғәҙәттәге яғымлы йылмайыу ҙа юҡ ине.
Малайҙарҙың атлауы тағы ла әкренәйә төштө. Улар, ике аҙым ерҙе ҡая ташҡа менгән һымаҡ көскә үтеп, уҡытыусының ҡаршыһына барып баҫтылар.
-
Йә, эштәр нисек бара, Ҡыҙырас? Уйынды булдырып буламы?
Малайҙар ни әйтергә белмәнеләр. Баштарын тағы ла түбәнерәк эйҙеләр. Ғәбит ағай ултырған еренән торҙо ла, йомшаҡ ҡына итеп:
-
Ғариф, һин бар, ҡайт. Өйҙә тор. Мин хәҙер һеҙгә барырмын, — тине. Унан, Ҡыҙырасҡа боролоп:
-
Әйҙә, Ҡыҙырас, һеҙгә киттек. Миңә һинең атайың-
әсәйең менән һөйләшергә кәрәк булыр, — тип өҫтәне. Ҡыҙырас, бөтөнләй ҡурҡып, тағы бер ҡат: «Бөттө
баш!» — тип уйлап алды ла теләмәй генә Ғәбит ағай артынан эйәрҙе. Ә Ғариф, артына боролоп ҡарай-ҡарай, үҙҙәре яғына осто.
Ғәбит ағай менән Ҡыҙырас ҡайтып ингәндә, Әсмәбикә апай:
204
-
Ай ялпашҡыр малай. Ошо тимер-томоро, ағас-ташы менән алйыта бит! — тип һуҡрана-һуҡрана, бер йәшник уйынсыҡты күтәреп, тышҡа сығып бара ине. Ләкин ишек асыуға, улы менән уҡытыусыны күргәс, йәшниген ҡапыл лап иттереп иҙәнгә ултыртты ла ни әйтергә, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырап ҡал-
ДЫ.
-
һаумыһығыҙ, — тине Ғәбит ағай яғымлы, йомшаҡ тауыш менән. — Кемгә асыуланаһығыҙ былай?
Әсмәбикә апай, уҡытыусы артынан инеп килгән улына күрһәтеп, һуҡраныуын дауам итте:
-
Бынауы шаҡшы малайға. Юнышып, шаҡы-шоҡо яһап, теңкәне ҡорота ла баһа. Артынан йыйып та өлгөрөп булмай.
-
Ә, шулаймы ни? — тине Ғәбит ағай ярым серьез, ярым шаярыу тоны менән. — Ниндәй шаҡы-шоҡо яһай һуң был «шаҡшы» малай?
Ишек төбөнә түшәлгән балаҫҡа аяғын ентекләп һөрттө лә, йәшникте күтәреп, түргә уҙып та китте. Ҡыҙырас та һүҙһеҙ генә уның артынан эйәрҙе. Унан, танауын тарта биреп, Ғәбит ағай ҡаршыһына, өҫтәл янына барып баҫты ла: «Ни, бына хәҙер, әсәйем менән икәүләп, әрләй, аҡыл өйрәтә, өгөт-нәсихәт ҡыла башларҙар» тип, эсе бошоп көтөп торҙо. Ә Ғәбит ағай, у га һис тә иғтибар итмәй, гүйә бында ни өсөн килгәнен дә онотоп, уйынсыҡтарҙы аҡтарырға тотондо. Ул һәр бер уйынсыҡты ентекләп ҡарай, тәтәй уйнатҡан бала шикелле:
-
Әһә, экскаватор. Быныһы вышка, ә күтәргес кран. Бында тағы автобус та, шкаф та бар икән, — тип күңелле һөйләнә-һөйләнә, уларҙы өҫтәлгә теҙә бара. Шулай итә торғас, ахыр өҫтәл өҫтө бөтөнләй уйынсыҡ менән тулды. Бында Ҡыҙырас йәй көнө ауылда күреп ҡайтҡан көрәк-һәнәк тә, һабан да, хатта һаба ла бар ине.
Ғәбит ағай, уйынсыҡтарҙы теҙеп бөткәс тә, күңелле йылмайып, Ҡыҙырас бер ҡасан да ишетмәгән ниндәйҙер бер сәйер көй көйләп, өҫтәл янында әйләнде, уларҙы төрлө яҡтан килеп ҡарап торҙо, ысын күңелдән кинәнеп, устарын ыуып:
-
Шәп!.. Шәп бит, Ҡыҙырас, ә?! — тип ҡысҡырып
205
ҡуйҙы. Ҡыҙырас, бының ысынмы, юрыймы әйтелгәнен аңларға тырышып, Ғәбит ағайҙың күҙҙәренә төбәп, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ләкин уның йылмайып, семәкәйләнеп, янып торған зәңгәрһыу күҙҙәренән бер ни ҙә аңламай: «Ни, юрый ғына «шәп» тигән булалыр. Хәҙер бына, ни, урамда ел ҡыуып йөрөүең етмәгән, өйҙә лә теләһә ни эшләп тик ултыраһың икән һин, тип әрләй башлар әле», — тип көттө.
Әсмәбикә апайға Ғәбит ағайҙың бөтә ҡыланышы балаларса бер ҡатлылыҡ, еңел аҡыллылыҡ һымаҡ тойолдо.
«Был ни ғәләмәт? Ниңә килеүен дә әйтмәй-нитмәй, тәтәй уйнатырға ултырҙы ла ҡуйҙы. Уҡытыусыһы ла шул Ҡыҙырастан кәм түгел, ахырыһы», — тип уйланы ул.
Ә Ғәбит ағай, бара торғас, уйынсыҡтарҙы күреп туйҙы булһа кәрәк, тәү тапҡыр күтәрелеп, ҡаршыһында баҫып торған Әсмәбикә апайға ҡараны ла, күңелле итеп:
-
Алтын ҡуллы икән һеҙҙең улығыҙ, ханым, — тине. — Ьеҙ уны орошмағыҙ. Эшләһен. Хәҙер уйынсыҡ эшләһә, аҙаҡ уларҙың ысынын эшләр.
-
Эйе, эйе, эшләр шул, эш ярата ул Ҡыҙырас, — тине Әсмәбикә апай ҙа ҡапыл, күңелләнеп. Бөтә башҡа әсәләр шикелле, ул да балаһын кеше маҡтағанды ярата ине. Унан — Хәҙер үк: «Әсәй, таҡта булһа, мин һиңә һауыт-һаба ҡуйғыс та, уҡлау ҙа, хатта кухня өҫтәле лә эшләп бирер инем», — тип әйтә ул Ҡыҙырас, — тип өҫтәп ҡуйҙы.
-
Таҡта юҡмы ни? — тип һораны Ғәбит ағай.
Әсмәбикә апай ғәмһеҙ генә итеп көлөп ҡуйҙы:
-
Юҡ шул. Кем уға таҡта-маҡта алып ҡайтып торһон.
-
Атаһысы? — тине Ғәбит ағай.
-
Уның ваҡыты бармы ни?
-
Ваҡыт табырға кәрәк, — тине Ғәбит ағай серьез тауыш менән. Унан:
-
Ярар, был турала мин Батыров иптәштең үҙе менән һөйләшермен. Иртәгә, эштән ҡайтҡас та, мәктәптә минең янға инеп сыҡһын әле ул, — тип өҫтәне.
-
Әйтермен, — тине Әсмәбикә апай ышанысһыҙ ғы
206
на тауыш менән. Сөнки иренең быға ваҡыт тапмаҫын аңлай ине.
-
Кис һүҙһеҙ барһын, — тип дауам итте Ғәбит ағай. — Э һеҙ был эш өсөн улығыҙҙы орошмағыҙ.
Унан йомшаҡ, йылы устары менән Ҡыҙырастың башынан һыйпаны:
-
Ә һин, Ҡыҙырас, юнышҡас, сүп-сарыңды үҙең таҙарт. Әсәйеңә эш ҡалдырма, — тине.
-
Йә, — тине Ҡыҙырас, ҡанатланып.
Бынан һуң Ғәбит ағай, нимәлер хәтерләгән кеүек, бер аҙ өндәшмәй торғас:
-
Уҡыуыңды ла ошо уйынсыҡтарың шикелле матур итеп алып барһаң ине һин, Ҡыҙырас, — тип өҫтәне. — Тырышһаң, һин быны булдыра алаһың бит? Мин ышанам һиңә, Ҡыҙырас... Ьин үҙгәрерһең...
Ҡыҙырастың йөрәге ниндәйҙер татлы ҡыуаныс менән тулап китте: «Ышан, ни, ышан, Ғәбит ағай. Мин
тырышырмын... Бына күрерһең...»
Бынан һуң Ғәбит ағай Ҡыҙырастың ҡайҙа, нисек, ҡасан ултырып дәрес әҙерләүе, ниндәй китаптар уҡыуы, кемдәр менән уйнауы, ата-әсәһенең уға нисек ярҙам итеүе менән ҡыҙыҡһынды. Әсмәбикә апайға ниндәйҙер кәңәштәр бирҙе. Унан нисектер уйсанланып ҡалған Ҡыҙырастың башынан тағы бер ҡат дуҫтарса һыйпаны:
-
Ничего, туган, әле беҙ үҫербеҙ, уҡырбыҙ. Бына тигән алтын ҡуллы мастер ҙа булырбыҙ, шулай бит, Ҡыҙырас?! — тине лә, килгәндәге шикелле, көтмәгәндә генә сығып та китте.
Ҡыҙырас менән Әсмәбикә апай, ул ҡапҡанан сығып киткәс кенә, иҫтәренә килделәр.
-
Уй, алйот, сәй эсеп сығығыҙ, тип тә әйтмәнем дә баһа!.. Ағас кеүек ҡаттым да торҙомсо, — тип үкенде Әсмәбикә апай. — Ҡалай булып сыҡты һуң әле был?.. Уй, харап оят булды ла баһа...
Ә Ҡыҙырас ырғый-һикерә уйынсыҡтарын йәшнигенә тултыра башланы. Үҙе ниндәйҙер ғәжәп ҙур йәнлелек, ҡыуаныс менән:
Достарыңызбен бөлісу: |