-
Ҡыҙырастымы?! Шул насар уҡыған малайҙымы?! — тигән һорауҙы аңланы. Уның йөрәге борсоулы дөпөлдәп китте. Етмәһә, Гөлкәй:
-
Ье, Ҡыҙырас — староста!.. — тип пырхылдап кө
лөп тә ебәрҙе. Ҡыҙырас Талип менән Зарифаның күҙ ҡараштарынан да: «Ҡыҙырасты, бешмәгән малайҙы,
староста итһәң, эште ҡырырһың инде!» тигән уйҙы аңланы.
Э Ғәбит ағай тыныс, ышаныслы тауыш менән үҙ фекерен раҫларға тырышты:
-
Эйе, Ҡыҙырасты. Тимәк, класс, отряд уға был эштә ышаныс күрһәтә. Ә коллективтың ышанысы бик ҙур нәмә ул. Был ышаныс Ҡыҙырасҡа кәрәкһеҙ шаянлыҡтарын ташларға, яҡшы уҡый башларға ярҙам итер. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, оҫталыҡ түңәрәгендә староста булған кеше нисек насар уҡыһын инде?.. Башҡаларҙы тыңлатыр, оҫталыҡ эшен ойошторор өсөн, иң элек уның үҙенә шәп уҡыусы, бына тигән пионер булып алырға кәрәк буласаҡ бит. Шулай бит, Ҡыҙырас?.. — тине ул.
Ҡыҙырас, үҙенә ҡарата Ғәбит ағай тарафынан күрһәтелгән был көтөлмәгән ышанысҡа ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәй, башын түбән эйҙе. Э Юлай, ысынлап уҡ ныҡ аптырап, Ғәбит ағайға ҡараны. Ул, әле пионер ҙа булмаған насар уҡыусыны староста итеп ҡуйып, эште өҙөүҙән ҡурҡа ине. Ләкин, һис тә уйламағанда, Ғәбит ағайҙың фекерен Ғилман да яҡланы.
-
Оҫталыҡта беҙҙең арала унан шәп малай юҡ. Ағастан юнып төрлө әйберҙәр эшләүҙә ул бер кемде лә алдына сығармай. Ярата ул быны. Әйҙә, ул староста булһын, — тине. Башҡа пионерҙар ҙа уның һүҙен хупланылар.
Юлайға дөйөм фекергә ҡушылыуҙан башҡа сара ҡалманы. Пионерҙар, етмәһә, тегеү-сигеү түңәрәгенә
231
староста итеп Гөлкәйҙе лә һайлап ҡуйҙылар. Етәксе эште гел алдынғы, тыйнаҡ уҡыусыларға ғына тапшырырға өйрәнгән Юлай эстән быға ла риза булманы.
«Былай булһа, эште өҙҙөк!..» — тип борсолоп уйланды ул. Ғәбит ағай, ҡарышҡан шикелле, Гөлкәйҙең кандидатураһын да яҡланы.
-
Түңәрәкте ойошторор ҙа үҙе лә эшкә өйрәнер. Беҙ, пионерҙар, уға яуаплы эште тапшырыу менән генә ҡалмай, уның эшен тикшереп, талап итеп тә торорбоҙ. Эшләр, — тине.
Етмәһә, Гөлкәйе лә риза булып, ҡыуанып, ауыҙын йәйеп ултыра. Зарифаға ҡарап:
-
Бына һинән дә оҫта итеп тегергә, сигергә өйрәнермен әле. Ойошторормон да, эшләрмен дә, — ти. Эшләр ҙә. Тырышһа, бөтәһен дә булдыра торған ҡыҙ ул. Шулай булғас, Юлай быға ла ҡаршы килә алманы. Ошолай итеп, эш һөйөүсәнлеккә арналған беренсе мәсьәлә һис тә уйламағанса хәл ителеп ҡуйҙы. Шуның өсөн ул күңелһеҙ тауыш менән:
-
Бына шул оҫталыҡ түңәрәгенә йөрөргә теләүселәр Ҡыҙырасҡа, тегеү-сигеү түңәрәгенә йөрөргә теләүселәр Гөлкәйгә яҙыла, — тине лә, үҙен алда тағы ла ҙурыраҡ күңелһеҙлек көтөүен башына ла килтермәй, көн тәртибендәге икенсе мәсьәләгә күсте.
Икенсе мәсьәлә класта уҡыуға өлгәшеүҙең торошо хаҡында ине. Был турала иң элек Ғәбит ағай һүҙ алды:
-
Беренсе сиректең тәүге айы үтеп бара, балалар. Оҙаҡламай Бөйөк Октябрь байрамы етә. Был байрамды эшселәр заводтарҙа, колхозсылар ҡырҙарҙа ҙур уңыштар менән ҡаршылайҙар. Ул ғына ла түгел, быйыл бөтә илебеҙ халҡы партияның егерменсе съезын достоин эш менән ҡаршыларға әҙерләнә. Беҙ, уҡыусылар, пионерҙар, ошондай эштәрҙән ситтә тороп ҡалырға тейешбеҙме ни? Юҡ. Шуға күрә лә беҙ был бөйөк тарихи көндәрҙе класта артта ҡалыусылыҡты бөтөрөп ҡаршыларға һөйләшкәйнек бит. Ләкин беҙҙә артта ҡалыусылар һаман бар әле. Бына, әйтәйек, Ҡыҙырас менән Ғариф. Уларҙың әле булһа тырышып уҡырға керешә алғандары юҡ. Икеле билдә алыуҙы дауам итәләр, — тип һөйләне ул. Унан туҡтап, әҙерәк уйланып торҙо ла: — Эйе, уҡыу
232
ҙың ҡәҙерен белмәүсе балалар беҙҙең класта бар әле... Эйе, бар... — тип ҡуйҙы. Унан, үҙ-үҙе менән һөйләшкән кеүек, уйсан ғына дауам итте. — Бәлки, бында беҙҙең — педагогтарҙың ғәйебе лә ҙурҙыр. Беҙ уларға үҙ бурыстарын тейешенсә төшөндөрә, яҡшы уҡыу, халыҡҡа хеҙмәт итерлек бына тигән кешеләр булып етешеү теләге менән ярһыта белмәйбеҙҙер... Шулай ҙа...
Ул, ҡапыл йәнләнеп:
-
Беләһегеҙме, балалар, әле бына пионер эше тураһында уйлап ултырғанда, үҙемдең дә, һеҙҙең шикелле, ҡыҙыл галстук тағып, вожатый булып йөрөгән сағым иҫемә килеп төштө, — тип ҡуйҙы.
Балалар уға ғәжәпләнеп тә, ҡыҙыҡһынып та ҡаранылар. Ошондай ир уртаһы кешенең ҡасандыр вожатый булып йөрөүен күҙ алдына килтереүе уларға ауыр ине.
-
Күкрәгемә комсомол значогы ҡаҙап, муйыныма ҡыҙыл галстук тағып, вожатый булып йөрөгән сағым яңы ғына, кисә генә булып үткән кеүек хәтеремдә һаҡлана, — тип дауам итте Ғәбит ағай. — Эйе онотолмаҫ, бәхетле, яҡты ваҡыттар ине улар. Шулай уҡ быға егерме биш йыллап ваҡыт үтеп тә киттеме икән ни? Мин ул саҡта техникумда гына уҡый инем. Беҙҙең комсомол ячейкаһы он заводы эшселәрен шефҡа алғайны. Беҙҙең комсомолецтар, уларҙың клубына барып, төрлө темаға докладтар, бесед алар үткәрәләр, спектаклдәр ҡуялар, концерттар бирәләр. Өйҙәргә йөрөп, грамотаһыҙҙарҙы уҡыталар. Ә мин был эшселәрҙең балалары араһында пионер вожатыйы булып эшләй инем. Ауыр ҙа, сикһеҙ күңелле лә ине был эш. Халыҡҡа хеҙмәт итеү юлында бәләкәс кенә булһа ла бер эш башҡара ала башлауыңды тойоу йөрәккә бөткөһөҙ шатлыҡ бирә. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ, яуаплыраҡ эштәр эшләй аласағыңа ышаныс тыуҙыра ине. Бәлеһегеҙме, балалар, мин был эште нисек яратып, бирелеп эшләнем! Шуға күрә лә ул көндәр һис тә онотолмаҫлыҡ булып иҫтә ҡалғандар ҙа...
Ул шулай берсә әкрен, уйсан, берсә дәртле, тулҡынлы тауыш менән һөйләне лә һөйләне. Гүйә йөрәгендә ятҡан иң ҡәҙерле хазинаһын, түкмәй-сәсмәй, бөгөн үҙенең уҡыусыларына, алмашсыларына бүләк итеп бирҙе.
Балаларҙың күҙ алдына бынан егерме биш йыл элек
233
булған тормош бөтә матурлығы һәм ауырлығы менән килеп баҫты. Әле өҫ-баштары бик шәп булмаһа ла, күп ваҡыт табандан ҡар, муйындан ел өрөп торһа ла, йөҙҙәре ҡояштай яҡты, шат пионерҙарҙың, ҡалала — нэпмандарға, ауылда кулактарға ҡаршы ҡыйыу көрәшеүсе йәш батырҙарҙың яҡты образдары уларҙың йөрәгендә тә- рән хөрмәт, ысын һоҡланыу уятып үттеләр. Бөтәһе лә ул пионерҙарҙың өлкән быуын революционерҙарға эйәреп йырлаған дәртле революцион йырҙарын ишеткән кеүек булдылар. Әйтерһең дә, улар, тигеҙ колонналар булып, күмәк йыр менән әле генә урамдан уҙып киттеләр!
Смело, товарищи, в ногу!
Духом окрепнем в борьбе.
В царство свободы дорогу
Грудью проложим себе...
Ғәбит ағай хикәйәһен:
-
Был пионерҙарҙың күптәре Бөйөк Ватан һуғышында батыр һалдаттар булдылар. Ана теге, бер көн мәктәпкә килеп, һеҙҙең менән осрашҡан Советтар Союзы Геройы Сафаров ағайығыҙ ҙа шул саҡта минең отряд пионеры ине. Эйе, батыр һуғышсылар булдылар. Ҡайһы берҙәре һәләк булып та ҡалдылар. Тере ҡалғандары хәҙер коммунизм өсөн, бөтә илдә тыныслыҡ өсөн арымай- талмай эшләйҙәр, — тип дауам итте. Юлай Ғәбит ағайҙың был һүҙҙәренән үҙ алдында ниндәй ҙур, яуаплы бурыс ҡуйылғанын тағы ла асығыраҡ аңланы. «Тимәк, ул, вожатый — йәш ленинсыларҙың боевой етәксеһе, хәҙер, бына ошолай, ҡасандыр Ғәбит ағай эшләгән кеүек яратып, тырышып эшләргә, илдең тоғро, намыҫлы, белемле кешеләрен, коммунизм төҙөүселәрҙе әҙерләүҙә мәктәпкә, уҡытыусыларға ярҙам итергә тейеш...» Ғәбит ағай, уның уйын бүлеп, тағы:
-
Бына, ялан аяҡ, ялан бахп, ҡарын ас саҡта пионерҙар, шулай дәртләнеп, ярһып, бөтә йөрәге менән бирелеп эшләнеләр, — тип һөйләп китте. Унан, оҙон бармаҡлы, ябыҡ ап-аҡ ҡулын ҡырҡа һелтәп:
-
Хәҙер... һөйләп тораһы ла, сағыштыраһы ла юҡ. Яҡшы эшләргә тейештәр. Кеҙгә, балалар, үҙ бәхетебеҙ
234
ҙең баһаһын аңларға, уҡыуҙың ҡәҙерен белергә өйрәнергә кәрәк. Шунһыҙ булмай. Ниндәй бәхетле быуын бит һеҙ! Был бәхеттең ҡәҙерен белергә кәрәк! Эйе бит, балалар?.. — тип өндәште.
Уның һөйләгәнен тауыш-тынһыҙ тыңлап ултырған балалар бер тауыштан:
Ҡыҙырас бер ни тип тә өндәшә алманы. Уның йөрәге бына хәҙер үк, ошонда уҡ, үҙенең шәп пионер булыу, оҫталыҡ түңәрәген бына тигән итеп ойоштороп ебәреү теләге менән ашҡынып тибә ине. Ләкин Ғәбит ағайҙың артабанғы һүҙе, уны уйынан туҡтатып, йәнә һағайырға мәжбүр итте.
-
Ләкин беҙҙә уҡыуҙың ҡәҙерен белмәгән балалар бар әле, — тин дауам итте Ғәбит ағай. Үҙе һынаулы ҡарашын Ҡыҙырасҡа ҡарай йүнәлтте. Ҡыҙырас: «Бөттө баш!.. Тағы минең хаҡта әйтә!..» — тип уйларға ла өлгөрмәне, Ғәбит ағай:
-
Бына, әйтәйек, Ғариф менән Ҡыҙырас, — тип теҙеп алып та китте. — Улар әле һаман тырышып уҡырға керешкәндәре юҡ. Улар «икеле-өслө» билдәләрен алыуҙы дауам итәләр. Уларға класс намыҫы бер ни тормай. Уларға үҙ уйындары ҡиммәтле, — тине. Унан ул һүҙен:
-
Бөгөн беҙ был уҡыусыларға үҙебеҙҙең ҡаты һүҙебеҙҙе әйтергә, ярҙам ҡулыбыҙҙы һуҙырға тейешбеҙ, балалар. Беҙҙең класс — уҡырлыҡ, алда барырлыҡ класс. Уны ялҡауланып артта ҡалдырырға ярамай. Ошо хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ, — тип бөтөрҙө.
Ҡыҙырастың ваҡ һоро һипкелдәре араһынан бөрсөк- бөрсөк тирҙәр атылып сыҡты. Ғәбит ағайҙан бая ғына ишеткән маҡтауҙан һуң был шелтәне күтәреүе бигерәк ауыр булды уға. Ә Юлай Ғәбит ағайға: «Ә һеҙ уны, етмәһә, староста итеп һайлаттығыҙ!..» тигән шикелле, үпкәлерәк ҡарап алды ла ҡоро ғына тауыш менән:
-
Йә, был хаҡта кем әйтә? — тип һораны.
Пионерҙар, әллә Ғәбит ағайҙың хикәйәһенән алған
тәьҫир аҫтында тынып, әллә был мәсьәләгә нисек ҡа
235
рарға аптырабыраҡ, бер аҙ өндәшмәй ултырҙылар. Юлай:
-
Йә, нимә шымып киттегеҙ? — тип ҡабатлап һораны. Ахыр Талип урынынан тормай ғына:
-
Ҡыҙырас менән Ғарифҡа һүҙ бирәйек. Улар үҙҙәре нисек уйлайҙар икән? Беҙгә һөйләп бирһендәр, — тине.
-
Дөрөҫ, — тип күтәреп алды Зарифа ла. — Иң элек улар үҙҙәре һөйләһендәр. Ниңә насар уҡыйҙар икән улар?..
Гөлкәй, ғәҙәтенсә, шырҡылдап көлөп алды ла:
-
Ни өсөн насар уҡыуҙары билдәле инде. Тырышмайҙар. Уларҙан нимә һөйләтергә? — тине.
Ҡыҙырас менән Ғариф, түбән ҡарап, өндәшмәй тик ултырҙы.
Бына Ғилман ҡул күтәрҙе. Юлай уға һүҙ бирҙе. Ғилман ҡабалана биреп һөйләп китте:
-
Гөлкәй дөрөҫ әйтә. Уларҙың, малай, һөйләп торор урындары юҡ, — тине ул. — Тырышмауҙары факт. Бер көн ботаника дәресендә нисек шаярып «икеле» билдәһе алдылар бит. Беҙ уларға бөтә класс исеменән, отряд исеменән ныҡ итеп иҫкәртергә тейешбеҙ. Улар класс намыҫын һатмаһындар!
-
Уларға әҙ әйтелмәне, — тип өҫтәне Талип.
Ғилман дауам итте:
-
Әйтеү менән генә ҡалмаҫҡа, уларҙы «буксирға» алырға кәрәк, малай! Бына мин үҙем Ғарифты шефҡа алырға, Октябрь байрамын Ғарифты икеһеҙ уҡыусылар сафына алып барып еткереү менән ҡаршыларға сбор алдында һүҙ бирәм. Ғариф, һин минең менән дәрес әҙерләргә, тырышып уҡырға ризамы? Ғариф ихласлыҡ менән баш ҡаҡты.
-
Бик риза, Ғилман.
-
Тырышып уҡырға һүҙ бирәһеңме? — тип ныҡышты Ғилман.
-
Бирмәй ни, бирәмсе.
-
Булды, малай.
Пионерҙар көлөшөп ҡул сабып ҡуйҙылар.
Гөлкәй уның урынлы-урынһыҙ «малай» тип һөйлә- үенән ҡысҡырып көлөргә генә торғанда, Ғилмандың:
236
-
Бына, мин үҙем... — тип, тағы һөйләй башлағанын ишетеп, «үҙе хаҡында ни әйтер икән?» тип туҡтап ҡалды. Э Ғилман ғәҙәт иткәнлектән «малай» һүҙен урынһыҙ, йыш ҡулланыуын да аңламай дауам итте:
-
Бына мин үҙем, малай, тағы шундай тәҡдим индерер инем...
-
һөйлә, һөйлә, — тиештеләр пионерҙар.
-
Ҡыҙырасты Юлдаштың шефлығына бирергә кәрәк, улар күрше лә торалар, — тине.
Был тәҡдимде иң элек Ғәбит ағай хупланы. Ул, ғөмүмән, һис бер сәбәпһеҙ насар уҡыған, ялҡау балаларҙы алдынғы балаларға беркетеүгә ҡаршы ине.
-
Ауырыу йәки башҡа берәй сәбәп менән артта ҡалған балаларҙы шефлыҡҡа алырға кәрәк. Ә ялҡауҙы был ялҡаулыҡҡа өйрәтеү генә була, — ти ине ул. Ә хәҙер ул Ҡыҙырасты Юлдаштың шефлығына бирергә ҡаршы булманы. Сөнки ул, Юлдаш Ҡыҙырасҡа яҡшы йоғонто яһай алыр, тип ышана ине. Пионерҙар ҙа Ғәбит ағайға ҡушылып ҡул сапты. Тимәк, улар ҙа Ғилмандың был тәҡдимен хупланы.
-
Дөрөҫ, шулай кәрәк!
Ғилман ултырҙы.
Юлай, ғәҙәтенсә, Ғәбит ағайға оҡшатып, йомшаҡ, сабыр, ышаныслы итеп һөйләргә тырышып, Ҡыҙырасҡа мөрәжәғәт итте:
-
Йә, Ҡыҙырас, һин Юлдаш менән бергәләп дәрес әҙерләргә, тырышып уҡырға һүҙ бирәһеңме?
Ҡыҙырас, түбән ҡарап, өндәшмәй тик ултыра бирҙе. Ул, Юлдаштың быға нисек ҡарауын белмәй тороп, ни әйтергә лә ҡыймай ине. Э йөрәге: «Юлдаш ни әйтер?.. Юлдаш ни һөйләр? Хәҙер... Хәҙер ул бына мине «ул алдаҡсы, ул ҡурҡаҡ, ул бешмәгән...» тип һөйләп ташлар... Ни, староста итеп һайлап ҡуйғас ҡына, хур булам бит инде... Бөттө баш, бөттө!..» тип ҡаты борсолоп китте.
Юлай ҡарашын Юлдашҡа күсерҙе. Ул да, ни өсөндөр башын баҫып, ризаһыҙ төҫ менән ултыра ине. Ул, аптырап:
-
Юлдаш, был тәҡдимгә һин нисек ҡарайһың? — тип һораны.
237
Юлдаш күтәрелеп ҡарамай гына.
-
Теләмәйем, — тип яуап бирҙе. Э үҙе ҡолағына тиклем ҡыҙарып китте. Бындай хәл унда бик һирәк саҡта, бик ныҡ ғәрләнгән йәки бик ныҡ тулҡынланған саҡта ғына, була торғайны.
-
Ни өсөн? — тип һораны Юлай, ҡаты итеп.
Юлдаш, көскә тауышын сығарып:
-
Тик, — тине.
-
Әллә Ҡыҙырасҡа берәй асыуың бармы? Әллә ул һине ҡыйырһытамы, йәберләйме? — тип ныҡышты Юлай.
Юлдаш үҙһүҙләнеп:
Ҡыҙырас еңел һулап ҡуйҙы. «Әһә, әйтмәне. Бәйләмәне. Хур итмәне!..» тип, ҡыуанып, Юлдашҡа ҡарата рәхмәт тойғоһо менән тулышып типте хәҙер уның йөрәге. Ә Юлай, тамам аптырап:
-
Улай булғас, ниңә теләмәйһең? — тип ныҡышты.
Юлдаш һаман шул «тик»тән башҡаны әйтмәне.
Бүлмә ҡапыл тын булып китте. Бөтәһе өсөн дә был
көтөлмәгән хәл ине.
Юлай, ҡапыл ғына быға нисек ҡарарға, ни әйтергә белмәй аптырап, балаларса бер ҡатлы, ҡыҙғаныс ҡиәфәт менән Б’эбит ағайға ҡараны.
«Бәлки, артабан ул алып барыр... Мин инде был бәләкәстәр менән нимә эшләй алам?!»
Юҡ, Ғәбит ағай бер ни ҙә булмаған кеүек ҡайҙалыр ситкә ҡарап тик ултыра. Әйтерһең дә, «әйҙә, был хәлдән үҙең нисек булдыра алаһың, шулай арын», тимәксе була.
«Инде ни эшләргә? Нимә әйтергә был бәләкәскә! Бына һиңә отличник...» — тип йәберһенеп уйланды Юлай. Ошо ваҡытта уның иҫенә үҙенең бығаса һәр эштә тик отличниктарға ғына таяныу ы, әле лә бына Ҡыҙырасты староста итеп һайлауҙы бөтөнләй хилаф күреүе килеп төштө. Ул, Юлдашҡа асыулы ҡарап: «Улар араһында бына ниндәйҙәре лә булырға мөмкин икән!» — тип уйлап алды.
Ә Ғәбит ағай һаман өндәшмәй тик ултыра ине. Эйе, эште нисек тә уның үҙенә ослап сығырға тура килә.
238
Аптырайым тип, сборҙы ташлап ҡасып булмай бит...
Ул, тамағын ҡыра биреп, оҙон сәстәрен артҡа ташлап алды ла асыуҙан, аптырауҙан яҡшы ат кеүек тулаған йөрәген баҫырға, баҫалҡы, ышаныслы һөйләргә тырышып:
-
Йә, был ни эш булды инде? Быға һеҙ нисек ҡарайһығыҙ, пионерҙар? — тип һораны.
Класс тағы бер аҙ тын булып торҙо. Ахыр Зарифа ҡул күтәрҙе. Юлдаш тәненә эҫе һыу ҡойолоп киткән кеүек тойҙо. Яңаҡтары тағы ла ныгыраҡ ҡыҙарҙы. Уға бик ауыр ҙа, оят та ине. Ләкин ул үҙ һүҙенән ҡайтырға теләмәне, һаман шулай түбән ҡарап тик ултырҙы. Юлай:
-
Зарифаға һүҙ бирелә, — тине һәм, башын асыулы һелкеп, маңлайына төшөп килгән һарғылт оҙон сәсен тағы артҡа ташланы.
Зарифа, тороп баҫҡас, Юлдаштың был эшенә баһа бирерлек йәтешле һүҙҙәр таба алмаған һымаҡ, оҙон ҡалын сәс толомдарын тынысһыҙ тартҡылап, бер аҙ өндәшә алмай торҙо. Күрәһең, ул ҡаты тулҡынлана, ләкин уның яҡты ҡуңыр күҙҙәре ҡыйыу, серьез ҡарайҙар ине. Ахыр ул, ҡырҡыу итеп:
-
Юлдаш дөрөҫ эшләмәй, — тип башлап китте. — Класташ иптәшеңә ярҙам итеүҙән баш тартҡас, ул ниндәй пионер була, ти? Минеңсә, ул хәҙер «теләмәйем» тигән һүҙен кире алырға, башҡа пионерҙарҙың фекеренә ҡушылырға тейеш!
-
Дөрөҫ! Дөрөҫ! — тиештеләр пионерҙар тағы.
Юлдаш өндәшмәне.
Зарифанан һуң Талип һүҙ алды:
-
Былай булһа, Юлдаш беҙҙең ышанысты аҡламаны, — тине ул һәм ҡыҫҡа йыуан ҡулдарын ҡырҡа һелтәп ҡуйҙы. — Был, был, минеңсә, хатта икегә уҡыуҙан да насарыраҡ. Шулай шул, насарыраҡ. Иптәшкә ярҙам итергә теләмәү — бик насар инде ул. Юлдаш ма- һая, күрәһең. Маһайыу пионерға килешмәй. Юлдаштың был ҡылығын мин насар тим.
Пионерҙар Талиптың һүҙен дә:
Юлдаш, баяғыса үҙһүҙләнеп, һаман өндәшмәй тик
239
ултыра бирҙе. Битенә йүгергән ҡыҙыллыҡ тағы ла нығыраҡ ҡуйырҙы. Үҙе, тамам әсенеп: «Теләһәгеҙ нәмә генә һөйләгеҙ, мин барыбер уны шефлыҡҡа алаһым юҡ. Мин уны яратмайым», — тип уйланы. Ләкин, ғәҙәте буйынса, уйын тороп әйтмәне. Был хәл пионерҙарҙың асыуын ҡабартты. Тағы-тағы күптәр сығып һөйләне. Хатта бығаса Юлдашҡа һоҡланып бөтә алмаған Гөлкәйгә хәтле уны ғәйепләне.
-
Юлдашты беҙ аҙ беләбеҙ. Ул беҙгә икенсе ҡаланан килде. Шулай ҙа беҙ унан быны көтмәгәйнек. Э ул бына ҡайһылай насар булып сыҡты!.. — тине ул. — Ни өсөн? Мин быны аңламайым.
Бер Ҡыҙырас ҡына Юлдашты ғәйепләмәне. Ләкин хәҙер эш былай ҙурға киткәс, Юлдаштың бер нәмә лә һөйләмәүенә уның баштағы шатланыуы аҡрынлап һүрелә барҙы. Ул хәҙер, борсолоп:
«Ни, Ҡыҙырас — насар малай. Ул мине алданы, миңә һуҡты, ул минән көлдө. Ҡыҙырас, ни, үҙе ул иптәшлеккә, дуҫлыҡҡа яраҡһыҙ, тип әйтһә лә ҡуйһасы», — тип уйланы. Тик был хаҡта үҙе һөйләп бирергә ҡыйыулығы етмәне. «Ни, ҡалай итеп үҙеңде яманлайһың. Кеше яманлап һөйләһә, бер хәл... Ниңә был, ни, Юлдаш һөйләп кенә бирмәй икән? — тип, ысын тынысһыҙланып уйланды ул һаман, — ни булһа ла булыр, һөйләһен ине... Барыбер бөткән баш бөткән...»
Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙырас үҙенең күңелендә Юлдашҡа ҡарата хөрмәт арта барғанын да тойҙо. Уның башында: «Бына егет, исмаһам. Үҙенә ауыр булһа ла, ни, минең ғәйепте әйтмәй бит. Ә бына Ғариф хәҙер һөйләп бирер ине. Ни, ул бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алып ултырмаҫ ине. Мин ни эшләр инем икән?.. Моғайын, мин дә әйтмәй түҙә алмаҫ инем... Э ул бына нисек?! Их, уның кеүек булырға ине...» — тигән уйҙар ҡабатланды.
Э Юлай, тамам аптырап һәм асыуланып, күңеленән: «Бына һиңә пионер, бына һиңә отличник!..» — тип ҡабатланы.
Сбор иптәшлеккә ярамаған был ҡылығы өсөн Юлдашҡа ҡаты иҫкәртеп үтергә ҡарар итте. Бынан ары Юлай тағы Ҡыҙырасҡа ҡарап һүҙ башланы:
240
-
Бына, күрәһеңме, Ҡыҙырас, Юлдаш һине шефлыҡҡа алырға теләмәй. Бында, мин уйлайым, һинең үҙ ғәйебең дә аҙ түгелдер. Беҙ уны аҙаҡтан барыбер белербеҙ, — тине лә: — Әле Юлдаш менән дә, һинең менән дә һөйләшербеҙ. Отряд исеменә кер төшөрөргә бирмәбеҙ! — тип ҡыҙа башлағанын тойоп туҡтап ҡалды. Унан тыйнағыраҡ тауыш менән: — Ә хәҙер һин, Ҡыҙырас, әйт әле, кем шефлығында уҡырға теләр инең? — тип һораны.
Ҡыҙырас, үҙен Юлдашҡа оҡшатыбыраҡ ғорур, тыныс, ышаныслы итеп тоторға тырышып, хатта элеккесә «ни» тип тотлоға биреп тороуын да ташлап:
-
Ниңә, мин бәләкәсме әллә? Йәки аңрамы? Мин үҙем тырышасаҡмын. Шеф кәрәкмәй, — тине.
Ҡыҙырастың был яуабы бөтәһенә лә оҡшаны:
-
Дөрөҫ, үҙе тырышһын. Уҡыһа, ул булдыра ала! — тиештеләр пионерҙар. Тик ул хәҙер һүҙ бирһен.
-
һүҙ бирәм! — тине Ҡыҙырас, ҡырҡыу итеп. — Бына күрерһегеҙ...
Ғәбит ағай менән Юлай ҙа пионерҙарҙың был фекеренә ҡушылдылар. Ҡыҙырастың һүҙен тағы бер ҡат һынап ҡарарға булдылар.
Сбор Тыуған илгә арналған йыр менән тамамланды.
Сборҙан һуң Ғилман Ғарифты үҙ янына саҡырып алды.
-
Әйҙә, Ғариф, һеҙгә киттек, — тине ул. — Миңә һинең әсәйең менән һөйләшергә кәрәк, малай. Ул һине көн һайын минең янға ебәрһен, эйе бит?
Ғариф ихласлыҡ менән баш ҡаҡты һәм Ҡыҙырас янынан, танауҙы юғары күтәреп, эре генә уҙып китте. Йәнәһе: «Күрәһеңме, Ҡыҙырас, Ғариф кем менән китте!..» — тимәксе. Ләкин Ҡыҙырас быны абайламаны. Уның уйҙары Ғариф тирәһендә йөрөмәйҙәр ине хәҙер.
Юлай менән Ғәбит ағай мәктәптән бергә сыҡтылар.
-
Юлай, был сбор беҙгә һабаҡ булырға тейеш, — тип һөйләнде Ғәбит ағай борсоулы, уйсан тауыш менән. — Беҙ әле балаларҙы белеп бөтмәйбеҙ икән...
-
Хәҙер белдек инде. Был Юлдаш — яман эгоист, — тине Юлай, ҡыҙып. — Үҙен генә ярата, үҙен генә уйлай.
241
-
Дөрөҫ, маһайыу — насар нәмә. Тик Юлдаш һис тә ундай балаға оҡшамай ине лә баһа?
Юлдаштың был көтөлмәгән яраҡһыҙ эшенә асыуланып, бөтә яһалма серьезлығын юғалтҡан Юлай, башын һелкеп, сәсен бер нисә тапҡыр артҡа ташланы. Ахыр сәстәре һаман ҡарышҡан шикелле күҙенә төшөп йөҙәткәс, ҡулында ыуғылап килгән кепкаһын башына ҡаты бәреп кейеп ҡуйҙы. Унан, ҡырҡыу итеп:
-
Оҡшай, оҡшай, Ғәбит ағай. Юлдаш — тап шул маһайыусы, үҙенән башҡа донъяла бер кем дә юҡ тип йөрөүсе малай. Уны ҡаты тәнҡитләп алырға кәрәк! — тине.
-
Тәнҡитләп алырға кәрәк. Уныһы дөрөҫ... — тине Ғәбит ағай ҙа.
Улар ҡул ҡыҫышмай ғына хушлашып айырылыштылар. Был көтөлмәгән хәл уларҙың икеһен дә лә күңелһеҙ тәьҫир ҡалдырғаны күренеп тора ине.
Сборҙан һуң Юлдаш япа-яңғыҙ ҡайтып китте. Ғәҙәттә, һөйләй-көлә ике квартал уның менән бара торған Гөлкәй ҙә, өйгә хәтле оҙатып ҡуя торған Ғилман да уның янында юҡ ине хәҙер. Гөлкәй менән Зарифа әкрен генә нимәлер һөйләшә-һөйләшә арттан киләләр, ә Ғилман Ғариф менән киткәйне.
Достарыңызбен бөлісу: |