Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет10/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   21
китеш тотоп тышҡа сығып китте. Тыш шундай йылы, ҡояшлы. Уларҙың болдорона ҡояш бигерәк тә сағыу төшөп тора. Юлдаш, сыҡҡас, шунда уҡ болдорға ултырҙы. Уны күреп, Ҡыҙырас та үҙҙәренән йүгереп килеп сыҡты.

  • Юлдаш, ни, әйҙә, волейбол уйнайыҡ! — тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Ул әле һаман ауылдағыса ялан аяҡ, трусик менән майканан ғына йөрөй ине. Юлдаш күтәрелеп ҡарамай ғына:

  • Уйнамайым, — тине. Уның хәҙер, бер көн теге нефть күлен һорап, атаһы алдында хур булғаны бирле, Ҡыҙырасты күрһә, эсе боша ла китә. Ә хәҙер ул, намыҫлы, тоғро, ғәҙел, ғорур булыуҙы үҙенә йәшәү девизы итеп алғандан һуң, был алдаҡсы малайҙы яратмау гына түгел, ул үҙендә уны тотоп туҡмау теләгенең тағы ла нығыраҡ көсәйә барыуын тойҙо. Ә Ҡыҙырас һаман элеккесә көлөп, шаярып, нимәләрҙер һөйләп, уның тирәһендә әйләнде. Юлдаш өндәшмәне, Ҡыҙырас, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, танауын сәкәйтеп, айыу балаһы һымағыраҡ аушаңлап атлап, Юлдаш ултырған баҫҡыстың янынан гына үтеп китте. Юлдаш тағы ҡараманы. Икенсе тапҡыр үткәндә, Ҡыҙырас уның оҙон бармаҡтары араһынан китаптың исемен күреп ҡалды ла, һүҙ башларға сәбәп табылыуына ҡыуанып, ҡысҡырып ебәрҙе.

  • Әһә, ни, «Йәш гвардия». Беләм, беләм. Ни, мин уны әллә ҡасан уҡығанмын инде. Киноһын да күргәнмен...

Юлдаш, башын күтәрә биреп, Ҡыҙырасҡа еңелсә генә ҡарап алды:

  • Мин дә уны беренсе тапҡыр уҡымайым, — тине. Унан тағы китабына эйелде. Ҡыҙырас, тамам аптырап, үҙҙәренең болдорона барып ултырҙы. Ул, бында килгәне бирле, Юлдаштың үҙенә ҡырыныраҡ ҡарап йөрөүен һиҙһә лә, бөгөнгө хәтле кешегә һанамаҫ тип көтмәй ҙә, быны теләмәй ҙә ине. Сөнки ул, ошо йәй эсендә уға бик ныҡ өйрәнеп, уны ысын дуҫ итеп яратып өлгөргәйне. Хәҙер ул уның дуҫлығынан ситкә ҡағылғас, үҙен дауылда ҡойроҡсоһоҙ ҡалған, теге үҙҙәре ултырып Уртаташ-

139




ҡа барған кәмә кеүек тоя башланы. Шуға күрә ул, саяланып, нисек кенә булмаһын, Юлдаштың иғтибарын ҡайтанан яуларға, уны үҙенә ҡаратырға тырышты. Ошо теләк менән ул бына клумбалар араһында емһенеп йөрөгән кескәй ялбыр этен дә:

  • Йомғаҡ, Йомғаҡ, кил бында! — тип саҡырып алды.

Ысынлап та, йомғаҡҡа оҡшаған, йомро кәүҙәле, көҙгө имән япрағы һымаҡ, һаргылт сыбар, оҙон аҡ йөнлө был кескәй эт, ҡамыт аяҡтарын арҡыс-торҡос баҫып, тайпаңлап, яҫы ҡойроғон уңға-һулға һелтәп йүгереп килеп тә етте. Ҡыҙырас уға, үҙенең аяҡ аҫтына күрһәтеп:

  • Ят! — тип бойорҙо. Йомғаҡ тәпәйҙәрен баш аҫтына һалып, һуҙылып ятты. Аҡыллы һоро күҙҙәрен тултырып, Ҡыҙырасҡа ҡараны. Әйтерһең дә, ул:

«Минең йүгереп уйнағым килә, ә һин мине ятҡырып ҡуяһың», — тимәксе ине.

«Артабан нимә эшләргә?» — тип уйланып, бер аҙ ултырғас, Ҡыҙырас Йомғаҡтың елкә йөнөнән тотоп үргә күтәрҙе. Эт бөгәрләнеп әкрен генә сыйылданы. Ҡыҙырас Юлдашҡа эре генә ҡарап алды. Йәнәһе: «Уның был батырлығын Юлдаш күрәме икән?»

Юҡ, Юлдаш ҡырын күҙ ҙә ташламаны. Ҡыҙырас этен тағы аяҡ аҫтына һалып ҡуйҙы.

  • Ят! Ҡуҙғалма.

Йомғаҡ, тыңлаусан һуҙылып, ялбыр ҡойроғон йәйел- теп, тик кенә ята бирҙе.

Ҡыҙырас, тағы ниндәй һәнәр күрһәтеп, Юлдаштың иғтибарын яуларға белмәй, баҫҡыста оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ахырҙа уның үткер сөм ҡара күҙҙәре ғәҙәттәге шаянлыҡ менән тоҡанып киттеләр. Ваҡ һоро һипкел менән сыбарланған йомро битенә ҡыйыулыҡ сыҡты. Әҙ генә үргәрәк ҡарап торған бәләкәс танауы тағы ла сәкәйҙе. Сиктән тыш ҡуйы, тырпайған сәстәре тағы ла нығыраҡ үрә торҙолар. Ваҡ ҡына, үткер аҡ тештәре йылтырап китте, һәм ул бармаҡтарын ауыҙына ҡапты ла ҡолаҡ ярғыс әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Аяғы аҫтында ятҡан Йомғаҡ ҡурҡып, сыйылдап ситкә ташланды. Ә Юлдаш Ҡыҙырас яғына бер генә тапҡыр һалҡын, мыҫҡыллы ҡараш ташланы ла тағы китабына эйелде.

«Былай ҙа барып сыҡманы», — тип уйланы Ҡыҙы-

140


рас. Юлдаштың бындай яман иғтибарһыҙлығына аптырап, ғәрләнеп, бер һикереүҙә урам яҡ ҡойма янына барып етте лә ҡапҡа бағанаһы буйлап үрмәләп менеп китте. Унан ҡоймаға атланып ултырҙы ла әсәһенең бәпес һикерткәндә йырлаған таҡмағын әйтеп ебәрҙе:

Алабуға бей балыҡ,

Ҡайҙа икән суртаны?

Бейеп йөрөй Бикәһе,

Ҡайҙа икән Солтаны?

Йомғаҡ та, Ҡыҙырастан ҡалышмаҫҡа теләп, ҡойма буйында һикеренде. Тик, һикергән һайын, туп шикелле, ергә ауып ҡына төштө. Ахыр, үҙен ҡалдырып, үргә менеп ултырған хужаһына үпкәләп, йүгерә-йүгерә өрә башланы. Ә Юлдаш торҙо ла, китабын ҡултығына ҡыҫтырып, өй артындағы баҡса яғына китте лә барҙы. Сөнки Ҡыҙырас был ҡыланыштары менән уны тағы ла нығыраҡ биҙҙерҙе. Хәҙер ул ауылда уның менән дуҫ булып йөрөгән күңелле, һәйбәт Ҡыҙырасҡа һис тә оҡшамай ине. Был иғтибарһыҙлыҡҡа Ҡыҙырастың түҙер хәле ҡалманы. Тамам асыуы килде.

«Эһә, ни, һин шулай эреләнмәксе булаһыңмы ни әле? Бында, Октябрьскиға, күсеп килдем тип, кәпәренәһеңме ни?» — тип уйланы. Унан күҙ асып йомғансы ҡойма башынан һикереп төштө лә Юлдаштың артынан йүгерҙе. Хәҙер инде ул үҙен Юлдашты өйрәтеп, ҡабырғаһын төйгөсләп алырға ла хаҡлы һананы. Сөнки ул үҙе, ҡай саҡта аңламаҫтан маҡтанып ебәрһә лә, башҡа маҡтансыҡ малайҙарҙы яратмай ине.

  • Ни, Йомғаҡ, Йомғаҡ, һөс! Аяғынан тотоп ал! — тип ҡысҡырҙы ул хәҙер, айбарланып.

Йомғаҡҡа шул ғына кәрәк ине. Йүгереп, тәгәрләп барып, Юлдаштың ботинка башына йәбеште.

  • Тәф!

Ҡыҙырас үҙе уның арҡаһына ныҡ ҡына итеп берҙе тондорҙо.

  • Бер!

Икенсе ҡулы менән ҡабырғаһына төрттө.

—• Ике!

141


/

Унан үҙе, артабан ысынлап һуғышырға әҙерләнеп, ҡапыл ғына артҡа һикерҙе лә, ике йоҙроғон боксерҙарса төйнәп, һул аяғын артҡа терәп, уң тубығынан бәгөбөрәк алға баҫты. Ьул йоҙроғо менән күкрәген ҡаплап, уңын алға һуҙҙы. Ул, һуғышҡанда, гел шулай итеп уҫал һуғыша ине. Ошо ваҡыт Ҡыҙырас менән бер ишек аралаш малайҙар: йыуантыҡ Талип, зәңгәр күҙле, етен сәсле, һылыу малай Борис, Ҡыҙырастың элекке дуҫы Ғарифтар ҙа, һуғыш булаһын тойоп, ҡайҙандыр йүгерешеп килеп сыҡтылар.

  • Шулай, Ҡыҙырас, бирешмә!

  • Йә, һин, Юлдаш, нимә ҡарап тораһың? Яуап ҡайтар! — тип шаулаша башланылар. Э Юлдаш Ҡыҙырасҡа үлтерерлек әсе мыҫҡыл менән бер йылмайып ҡараны, бөтәһе ишетер лек асыҡ итеп:

  • Һай, бешмәгән!.. Алдаҡсы!.. Ҡурҡаҡ!.. — тине лә үҙ юлы менән китте лә барҙы. Ҡыҙырастың аяҡ аҫтында ер уйылып киткән һымаҡ булды. Уға сикһеҙ оят та, ғәрлек тә ине. Уның һуғышырга тип йомарланған ҡулдары хәлһеҙләнеп һалынып төштөләр. Ул, иптәштәренең нимәләрҙер һөйләп шаяртыу, көлөшөүҙәренә лә иғтибар итмәй, башын эйеп, ҡапҡа яғына китте. Йомғаҡ, ҡойроҡто үргә күтәреп: «Ҡурҡыттыҡ бит, әй!» тип ярамһаҡланып бер алға, бер артҡа йүгереп ҡараһа ла, Ҡыҙырастың был ғәрлеген баҫа алманы. Ҡыҙырас, илай яҙып: «Исмаһам, ни, һуғышманы ла бит!.. Бына ул, ни, ҡайһылай малай икән был, Юлдаш!» — тип уйланы. Тик ул Юлдаштың ниңә былай ҡапыл үҙгәреп китеүе- нең, маһайыусан эре малайға әйләнеүенең сәбәбен генә төшөнә алманы.

  1. Пионер

Яңы ҡалала тағы бер ун көн үтеп китте. Көҙ яҡынлашты. Йорттоң артында, ҡояш төшмәгән ерҙә, хәҙер һалҡын. Э йорт алдында, сәскәләр үҫеп ултырған яҡта, йылы, рәхәт. Ҡара биҙәк төшкән ҡыҙыл сәкмәндәрен ябынып, еңгәсәйҙәр ҡояшта ҡыҙынырға сыҡҡан. Улар, ҡара төрткөлө ҡыҙыл өйкөмдәр булып, йорттоң нигеҙенә йәбешеп тора. Түңәрәк япраҡлы бесәй табаны үлән-

142


\

дәре, елгә әкрен генә сайҡалып, уларға һуға. Бына Ҡыҙырас та, Йомғағын эйәртеп, ошо стена буйына килеп ултырҙы ла, бармағы менән төрткөләп, еңгәсәйҙәр өйкөмөн туҙҙыра башланы. Улар иренеп кенә таралдылар ҙа, арыраҡ китеп, тағы өйкөлөшөп, тынып ҡалдылар. Күрәһең, улар ҡояшта йылынып туя алмайҙар.

Йомғаҡ, хужаһының ни эшләгәненә төшөнөргә тырышып, киң, яҫы ҡолаҡтарын берсә торгоҙоп, берсә ятҡырып, оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы. Тик был уйындың һис тә ҡыҙығын тапмағас, яҫы теле менән Ҡыҙырастың танауын ялап алды. Ҡыҙырастың үҙенә лә был уйын оҡшаманы, күрәһең. Ул ҡыҙыҡлыраҡ башҡа нәмә эҙләп аяғүрә тороп баҫты: «Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә?..» Ана тегендә, болдорҙа, Борис, Юлдаш, Ғилман Юлдаштың баянын ҡысҡыртып ултыралар. Улар баянда өйрәнеп маташалар. Юлдаш хәҙер, Ҡыҙырасты ташлап, улар менән танышып, дуҫлашып алған булды. Ҡыҙырас, бер көн уның арҡаһына һуҡҡаны бирле, улар янына барырға ҡыймай йөрөй. Ә Юлдаш уны хәҙер малайға ла һанамаған була.

Әһә, бына бында, тирәк төбөндә генә, Әнисә ултыра икән. Ҡыҙырасҡа булышырға кеше табылды!.. Ул, быға кинәнеп, Әнисәне үсекләп таҡмаҡларға кереште.

Эй Әнисә, Әнисә,

Әнисә беҙҙә нисә?

Әнисә берәү генә,

Белгәне илау ғына.

Әнисә — Ҡыҙырастың үткән йыл беренсе класты ғына тамамлаған һеңлеһе. Ул, ағаһының тауышын ишетеү менән, ашыға-ашыға уйынсыҡтарын йыя башланы. Ул, күк күҙле, етен сәсле, ҙур ҡурсағы менән һөйләшә- һөйләшә, ҡыҙыл балсыҡтан һауыт-һабалар, кирбестәр яһап ултыра ине. Ҡыҙырас уның янына йүгереп килеп тә етте, ҡурсаҡтың сәстәренән тотоп күтәреп тә алды. Әнисә уның тирәһендә ялынып әйләнде.

  • Ҡыҙырас, ҡурсағымды бир, боҙма!

Ҡыҙырастың ҡулынан ҡурсаҡты ҡотҡарырға уның

143


көсө етәме һуң? Ҡыҙырас уның ялыныуына ҡолаҡ һала буламы?!

Әнисә, клумбалар араһына ултырып, аяҡтарын тыпырлатып, кескәй генә йоҙроҡтары менән күҙҙәрен ыуа- ыуа, сәбәләнеп иларға кереште.

  • Ҡурсағымды, матур ғына ҡурсағымды боҙа... Әсәйемә әйтәйем әле... Әсәй, ҡара әле!

Ә Ҡыҙырасҡа шул ғына кәрәк ине. Ул, күк күҙле ҡурсаҡтың етен сәстәрен өҙгөләп, Әнисәне тағы ла нығыраҡ ирештерә. Бер көн, үҙенең арҡаһына һуҡҡанда, Ҡыҙырасты ныҡ ҡына туҡмап, өйрәтеп китмәүе өсөн аҙаҡтан үкенеп йөрөгән Юлдаш, хәҙер уның был ҡыланышын күреп, түҙемен юғалтты. Ул, йүгереп барып, Ҡыҙырастың беләген шаҡара тотоп:

  • Бир ҡурсағын, илатма! — тип ҡысҡырып ебәргәнен белмәй ҙә ҡалды.

Ҡыҙырастың беләге ныҡ ҡына ауыртты булһа кәрәк, уның бармаҡтары, үҙлегенән үҙҙәре яҙылып, ҡурсаҡты төшөрөп ебәрҙеләр. Ҡыҙырас ғәрлегенән ҡып-ҡыҙыл булды. Уның ваҡ йомро һипкелдәре араһынан хатта борсаҡ-борсаҡ тирҙәр атылып сыҡты. Юлдаштың үҙенә тейгәндә һуғышмай, хәҙер Әнисәне, Ҡыҙырастың үҙ һеңлеһен, илатҡанда килеп тығылыуына бигерәк асыуы килде уның. Ул, ҡаты сәмләнеп:

  • Ни, ниңә ҡыҫылаһың? Ни, һин кем ул тиклем?! — тип тотлоға биреп ҡысҡырҙы.

  • Мин пионер. Пионер бер ҡасан да кескәйҙәрҙе йәберләмәҫ тә, йәберләтмәҫ тә, — тине Юлдаш.

Әнисә, ҡыуанысынан көлөп-һикереп, ҡурсағын күтәреп алды ла, Юлдашҡа һоҡланып ҡарап:

  • Рәхмәт, Юлдаш ағай, — тине. Әнисәнең ысын күңелдән әйткән был рәхмәтенән Юлдашҡа ҡапыл уңайһыҙ, оят булып китте. Уның Әнисәгә:

«Ҡуй, һылыу, рәхмәт әйтмә. Бында мин һине яҡларға теләүҙән бигерәк, Ҡыҙырасҡа асыуымдан килеп тығылдым бит», — тип әйткеһе килде. Ләкин бер ни ҙә әйтмәне, өҫтөнә боҙло һыу ҡойолған шикелле, ҡапыл боролоп, иптәштәре янына йүгерҙе.

Ҡыҙырас уның артынан:

144




  • Ай бахыр, пионер икән дә баһа! Кинең кеүек, ни, мин үҙем дә пионер, — тип ҡысҡырып ҡалды.

Ошонан һуң Юлдаш менән Ҡыҙырастың араһы тағы ла нығыраҡ боҙол до. Ауылда башланған матур дуҫлыҡ бер-береһен күралмау менән алмашынды.

  1. Ни өсөн?

Был көтөлмәгән бәрелештән һуң баянда өйрәнеп маташыуҙың ҡыҙығы китте. Ниңәлер ул малайҙарҙың өсө- һөндә лә күңелһеҙ тәьҫир ҡалдырҙы. Борис менән Ғилман Юлдаштың урынһыҙ ҡыҙыуынан төрлөсә шаяртып, мәрәкәләп, уйынға һабыштырып ҡараһалар ҙа, баяғы күңеллелек кире ҡайтманы. Шунан улар:

  • Әйҙә, ҡала баҡсаһына барып, волейбол уйнайыҡ, — тип китеп барҙылар.

Юлда Борис, Ҡыҙырастың һүҙен иҫкә төшөрөп:

Ғилман һалҡын гына:

  • Түгелерәк шул, — тип ҡуйҙы. Юлдаш, тамам аптырап:

  • Ни өсөн? Ниңә түгел? — тип ныҡышты.

  • Төштө лә ҡалды. Бына шуның өсөн түгел, — тип яуап бирҙе Ғилман. Юлдаш үҙенә хас булмаған түҙемһеҙлек менән:

  • Нисек инде ул, төштө лә ҡалды? — тип төпсөндө.

  • Бына-бына, ниңә һин уның менән был тиклем ҡыҙыҡһынып киттең әле, малай, — тип көлдө Ғилман.

  • Белгем килә, — тине Юлдаш, ҡырт киҫеп.

  • Минең дә белгем килә, — тине Борис. — Нәйлә әле, Ғилманка. Мин дә уның пионер түгеллеген беләм, ни өсөн түгел икәнен белмәйем. Ә белергә кәрәк. Бына нәмә!

Ғилман был һүҙҙәрҙе уйынға бороп, ҡотолорға тырышты.

  • Юҡ, малайҙар, был хаҡта бер һүҙ менән генә әйтеп аңлатып булмай, ә күп һөйләргә ваҡыт юҡ. Волейбол уйнайһым бар.

145


/

  • Бына нәмә, — тине Борис тағы ла. — һин һөйкәрһең, беҙ әкрен генә атлап барырбыҙ. Паркка барып еткәнсе, һин һөйләп бөтөрһөң. Булдымы, Ғилманка?

  • Йә, ялындырма, Ғилман, һөйләй башла, — тип ныҡышты Юлдаш та. Әйтерһең дә, ул Ҡыҙырастың бөтә алдағын тиҙерәк асып бөтөргә лә үҙенең асыҡ ауыҙлығының ни дәрәжәлә булыуын белергә теләй ине.

Иптәштәре был тиклем ҡыҙыҡһынғас, Ғилманға, өлкән кешеләр кеүек, үткәнде хәтерләп һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы.

  • Йә, улай булғас, тыңлағыҙ, малайҙар, — тип башлап китте ул. Ул «малайҙар» тигән һүҙҙе ҡушып һөйләргә ғәҙәтләнгәйне.

  • Бына шулай, малайҙар, мин пионерға ингән саҡта булды был хәл. Октябрь байрамы алдынан ине шикелле. Бер көн дәрестән һуң беҙҙең класҡа өлкән вожатый Гөлсөм апай килеп инде лә:

  • Малайҙар, һеҙҙең пионерға ингегеҙ киләме? — тип һораны. Беҙ бөтәбеҙ ҙә:

  • Килә, Гөлсөм апай, килә, — тип шаулаштыҡ. Ысынлап та, пионер булғыбыҙ бик килә ине шул.

  • Улай булһа, ҡалығыҙ. Пионерга инергә әҙерләнә башларға кәрәк булыр, — тине. Беҙ ҡалдыҡ. Ул беҙгә ҡыҙыл байраҡ, ҡыҙыл галстук, Ленин, партия, революция, тағы нимәләрҙер тураһында һөйләй башланы. Беҙ барыбыҙ ҙа тыңлап ултырабыҙ. Ә Ҡыҙырас түҙмәй, шаяра. Әле берәүгә, әле икенсегә тейә. Шулай ыуаланып, тулап ултыра торғас, ул, терһәге менән төртөлөп, артҡы парталағы ҡараны түгеп ебәрҙе. Гөлкәй тигән сырылдаҡ бер ҡыҙҙың матур яҙыу дәфтәрен буяны. Гөлкәй иланы. Ул арала икенсе ҡулы менән янында ултырған Ғариф тигән малайҙың ҡабырғаһына төрттө. Ғариф:

  • Ҡара әле, Гөлсөм апай, Ҡыҙырас һуға, — тип мышҡылдай башланы. Гөлсөм апай, асыуланып, Ҡыҙырасты кластан сығарып ебәрҙе. Ҡыҙырастың быға, бигерәк тә Ғарифҡа, ныҡ асыуы килгән. Шунан ул, ҡайтып китмәй, Ғарифты көтөп торған. Оҙаҡламай беҙ ҙә йүгерешеп мәктәптән сыға башланыҡ. Гөлсөм апай беҙҙән артҡараҡ ҡалғайны. Ә Ҡыҙырас ҡапҡа эргәһендәге йыуан тирәк артына йәшенеп торған бит, малай.

146




Ул арала үҙенән ҙур портфель күтәреп Ғариф та килеп сыҡты. Унан Ҡыҙырас күренмәйме тип ҡурҡып, алан- йолан ҡаранып ҡайтып китте. Ҡыҙырас уның артынан эйәрҙе. Шунан мәктәптән алыҫ китмәҫ элек үк Ғарифты ҡыуып та етте:

  • Бушҡа ҡысҡырғансы, бына ысынға ҡысҡыр, ошаҡсы! — тип ныҡ ҡына бер-икене тондороп та алды бит, малай.

Беҙ Ғарифты яҡларға барып та өлгөрмәнек, Ҡыҙырас йүгереп ҡайтып та китте.

Ғариф, ауыртыуҙан бигерәк, беҙ йәки Гөлсөм апай ишетһен тип, урам яңғыратып ҡысҡырып илай башланы.

Иртәгеһен уҡытыусы Мәрйәм апай Ҡыҙырасҡа тәртибе өсөн «4» билдәһе ҡуйҙы. Гөлсөм апай:

  • Ҡасан тәртибең «5» була, пионерға беҙ һине шунда гына алырбыҙ, — тине. Дөрөҫ, Ҡыҙырастың башта быға бер ҙә иҫе китмәне. Ул хатта, киреләнеп:

«Алмаһағыҙ ни, пионер булмағандан үлмәм әле», — тип тә әйтте шикелле. Тик аҙаҡтан, беҙҙе пионерға алған көндө, уның бик эсе бошто. Быны мин беләм инде, малай. Ул кис минең иҫемдә шул көйө тора. Бер ҙә онотолмай. Әллә, пионер булам тип, бик ҡыуанғанға шулай иҫемдә ҡалғанмы икән, малай, белмәйем, — ти Ғилман, уйсанланып.

  • Йә, һин, Ғилманка, беҙгә Ҡыҙырас тураһында һөйлә, — тип иҫкәртә Борис.

  • Пионерға ингән көнөм булғас, малайҙар, үҙ турамда һөйләмәй үтеп булмай шул, — ти Ғилман, көлөп. Шунан ары дауам итә:

  • Бына шулай, малайҙар, кис мәктәптең залы халыҡ менән туп-тулы. Уҡытыусылар, уҡыусылар, ата- әсәләр — бөтәһе лә йыйылған. Зал йыйыштырылған. Плакаттар, яңы ғына яҙып ҡаҙаҡланған лозунгылар, был көнгә арнап, кластар һайын сығарылған стена газе- талары залға айырыуса йәм биреп торалар. Мәктәп оркестры Советтар Союзы Гимнын уйнай. Харап күңелле, малай.

Бына тантаналы йыйылыш башлана. Ҡыҙыл байраҡ

147




тар тулҡыны эсенән Ленин портреты ҡарап торған /сәхнәлә, ҡыҙыл сепрәк ябылған өҫтәл артында, президиум ултыра. Унда мәктәптең уҡыу эштәре мөдире Камал ағай ҙа, өлкән кластарҙың иң яратҡан тарих уҡытыусыһы Ильясов ағай ҙа, комсомол комитеты секретары, 9-сы класс уҡыусыһы Тимер ҙә, Гөлсөм апай ҙа бар. Отличниктарҙан да бер-ике бала ултыра. Ә мәктәптең директоры Сәлимов ағай трибунала баҫып тора. Ул Октябрь революцияһы хаҡында доклад һөйләй. Мин уның ни һөйләгәнен ул тиклем төшөнөп етмәһәм дә, һәр бер һүҙе йөрәгемә инеп урынлашҡандай тоям. Ошо минуттан алып минең йөрәгем ябай түгел, ә пионер йөрәгенә, ниндәйҙер айырым шәп йөрәккә әйләнә барған һымаҡ тойола, малай. Әйтерһең, ҡанатланып ҡайҙалыр осоп барам.

Борис, ҙур зәңгәр күҙҙәрен семәкәйләндереп:

  • Ғилманка тағы үҙе хаҡында һайрап китте, — тип көлдө. Юлдаш:

  • Ярар, Борис, бүлдермә. Юҡһа, ул Ҡыҙырасҡа бөгөн барып етә алмаҫ, — тине.

Ғилман иптәштәренең иҫкәртеүҙәрен ишетмәй, рухланып дауам итте:

  • Бына бер ваҡыт доклад бөттө. Президиум таралды, шунан сәхнәгә беҙҙе сығарып теҙҙеләр бит, малай. Пионерға байрам көндө ҡабул итеү ғәҙәте булмаһа ла, Гөлсөм апай:

  • Элек, минең әсәйемдәр йәш саҡта, шулай эшләгәндәр. Байрам көндө ҡабул итһәң, тағы ла күңеллерәк, тантаналыраҡ була ул, — тип, беҙҙең барыбыҙҙы ла ошо көнгә әҙерләгән. Бында өсөнсө «А», «Б», «В» кластарының бөтәһе лә бар тип әйтерлек ине. Тик беҙҙең Ҡыҙырас ҡына юҡ шул, малай. Ҡарайым, ул күҙе мөлдөрәп кенә залда ултыра. Бына тағы оркестр гимн уйнап ебәрҙе. Беҙҙе пионерға алыу тантанаһы башланды. Их малайҙар, күңелле лә булды һуң ул көндө... Бына беҙ, дружинаның ал байрағы аҫтына теҙелеп, салют лап бер тауыштан тантаналы вәғәҙә бирә башланыҡ.

  • Нисегерәк итеп бирҙегеҙ? — тип шаяртты Борис.

Ғилман да әллә шаярып, әллә бөтә шартына килтереп һөйләргә тырышып, барған ерҙән туҡтап ҡалды

148


\

ла, аяҡтарын тигеҙ баҫып, салютлап, ярһып һөйләп китте:

  • Мин, Советтар Союзының йәш пионеры, Ленин васыяттарына тоғро булырға, үҙебеҙҙең Коммунистар партияһының эше өсөн, коммунизмдың еңеүе өсөн тайпылмаҫ көрәшсе булырға үҙемдең иптәштәрем алдында вәғәҙә бирәм. Үҙемдең Совет Ватанымдың достоин граж- даны булыу өсөн тырышып уҡырға, эшләргә һүҙ бирәм...

Борис, шаян йылмайып, уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:

  • Молодец, Ғилманка, онотмағанһың.

Урамдан үтеүсе кешеләр ҡыҙыҡһынып малайҙар л тирәһендә туҡтала башланы. Быны һиҙеп, улар көлөшә- көлөшә ары киттеләр. Юлдаш, сабырһыҙланып, тағы:

  • Шунан, артабан һуң нимә булды? Ҡыҙырас ни эшләне? — тип һораны.

Борис:

  • Ғилманканың Ҡыҙырасты һөйләр хәле бармы ни? Ул бит беҙгә үҙенең пионерға нисек ингәнёй һөйләй, — тип тағы көлөп алды. Ғилман да:

  • Сабыр итегеҙ, малайҙар, зинһар, сабыр итегеҙ. Ағайығыҙ һөйләгәндә, тик кенә тыңлап барығыҙ, — тип шаярҙы. Э Юлдаш, ысынлап уҡ түҙемһеҙләнеп:

  • Йә, һөйлә, шаярма. Шунан һуң ни булды? — тип ҡабатланы.

  • Ай әттәгенәһе, харап түҙемһеҙ кеше икәнһең дә баһа, малай, — тине Ғилман. — Шунан ни Гөлсөм апай беҙҙең бөтәбеҙгә лә өр-яңы галстуктар тағып сыҡты ла, тап өлкән кешеләргә өндәшкән кеүек итеп:

  • Пионер, Коммунистар партияһы эше өсөн көрәшкә әҙер бул! — тине. Беҙ тағы салютлап бер тауыштан:

  • Ьәр ваҡыт әҙер! — тип яуап бирҙек.

Юлдаш, бөтөнләй түҙемен юғалтып:

  • Эй, уныһын мин һинән башҡа ла беләм дә, Ҡыҙырас тураһында һорайым бит мин, — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Борис тағы:

  • Ғилманка үҙе хаҡында ғына һөйләргә ярата бит, күрмәйһеңме ни, — тип көлдө. Ғилман шаяртыуҙарға һаман иғтибар итмәй артабан һөйләп китте.

149


I

  • Шунан, малайҙар, бер ваҡыт, беҙ шулай вәғәҙә биреп сығырға ғына торғанда, сәхнәгә дөбөр-шатыр берәү йүгереп килеп инде. Ҡараһаҡ, малай, Ҡыҙырас!

«Апай, Гөлсөм апай, минең дә, ни, пионер булғым килә. Мин дә тоғролоҡло, һәйбәт булырға вәғәҙә бирәм!.. Ни, апай, мине лә алығыҙ!..» — тип илай яҙып баҫып тора.

Беҙ ҙә, уны йәлләп:

  • Гөлсөм апай, ул да пионер булһын! — тип бышылдаша башланыҡ. Тик Гөлсөм апай беҙгә:

  • Юҡ, хәҙер ярамай, — тине. Ә Ҡыҙырасҡа:

  • Ярар, яҡшы. Икенсе юлы һине лә алырбыҙ. Ә хәҙер бар, тыныс ҡына урыныңда ултыр, ҡамасаулама, йәме, — тине. — Әйҙә, Ҡыҙырас, сафҡа баҫ! — тимәне.

Шунан Ҡыҙырас, сәмләнеп:

«Ярар, мин барыбер инермен, тик, ни, анауы ошаҡсы Ғариф кеүек өслөктәр менән түгел, гел дүрткә, бишкә генә уҡып инермен. Ни, бына күрерһегеҙ...» — тине лә сәхнәнән йүгереп төштө лә китте, малай.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет