Ул шулай уйланған арала, инженер ҡулъяҙманы уҡып, төҙәтеп сыҡты ла, ҡыуанып:
-
Шәп сыҡҡан. Тағы бер ҡат күсер ҙә редакцияға ебәр, иптәш Батыров, — тине. — Бына мин ошондай төҙәтмәләр өҫтәнем...
Ул, дәфтәр битенә төртөп, үҙенең өҫтәмәләрен күрһәтә башланы.
Ғәли ағай, быны ишетмәгән һымаҡ, уйын дауам итте: «Дөрөҫ, был малай менән ҡырҡа һөйләшергә кәрәк. Былай ярамай...»
Буранбай ағай уға аптырап ҡараны:
-
Кеҙгә ни булды бөгөн, Батыров? Әллә һеҙ эшегеҙ- ҙең һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынмай башланығыҙмы? Бына, ҡарағыҙ әле, балсыҡ иҙелмәһе урынына таҙа һыу ҡулланыуҙа иҫкә алынырға тейешле мөһим техник моменттар хаҡында яҙған урынға ошоларҙы өҫтәргә кәрәк булыр...
«Хәҙер үк, һис кисекмәҫтән ҡайтырға... һөйләшергә...» — тип ҡарар итте Ғәли ағай. Унан, ҡапыл һикереп тороп, бүркен кейҙе.
219
-
Һеҙ ни эшләйһегеҙ? — тип һораны инженер, тамам аптырап.
Ғәли ағай, ашығып:
-
Иптәш Әлимов, һеҙ мине ғәфү итегеҙ, бөгөн булмай. Иртәгә, иртәгә!.. — тине.
Бөгөн эшләп бөтөрөргә тейешле эште иртәгә ҡалдырыуҙың сәбәбенә Буранбай ағай һис тә төшөнә алманы.
-
Ни өсөн иртәгә? — тип тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.
Ә Ғәли ағай бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй, хатта мәҡәләһен дә алмай йүгереп сығып китте. Инженер, бер ни ҙә аңламай: «Ғәжәп... Быға ни булған?!» тип ултырып ҡалды.
-
Ҡырҡа һөйләшеү
Ғәли ағай, янып-көйөп, борсолоп ҡайтып ингәндә, Ҡыҙырас өйҙә, аҡ булканы ҙур-ҙур тешләп, сәй эсеп ултыра ине. Уның кәйефе бик яҡшы, күңеле шат. Уның ҒШЭ тураһындағы уйы барып сыҡмаһа ла, Юлдаш алдында маҡтанып алырға икенсе бер сәбәп сығып тора. Әсәһе уға кисә буровойға Өфөнән, редакциянан, бер ағай килеүен, газетаға Ғәли ағайҙың мәҡәләһен баҫырға теләүен һөйләне. Атаһының үткән төн буйы йоҡламай яҙынып сығыуын да әйтте. Ә Ҡыҙырас үҙе, атаһының өҫтәлгә ташлап ҡалдырған тәүге яҙмаларын ҡарап, мәҡәләнең нимә хаҡында буласағын да белеп алды.
Бына атаһы иң элек ҡағыҙҙың башына:
«Балсыҡ иҙелмәһен беҙ нисек һыу менән алмаштырҙыҡ», — тип яҙып ҡуйған. Аҙаҡ уны һыҙған да: «Яңы технология нигеҙендә тәүге рекорд», — тип яҙған. Тимәк, үҙенең данлы эше хаҡында яҙасаҡ. «Бына Юлдаш күреп ҡараһын инде. Ҡыҙырастың атаһының булдыра алмаған эше юҡ икәнен белһен. Тик газетаны, мәҡәлә баҫылып сыҡҡас та, мәктәпкә үҙемә алып барырға тура килер. Юҡһа, Юлдаштың күрмәй ҡалыуы бар...»
Ҡыҙырас шулай, күңелле генә уйланып, тәмләп сәй эсеп ултырғанда, атаһы ла ҡайтып ингәс, йөҙө тағы ла яҡтырып китте. Ул атаһынан хәҙер үк мәҡәлә тураһында һорашырға, ҡасан баҫылып сығасағын белешергә
220
булды. Тик, уның ниңәлер бошонҡо булыуын күреп, ауыҙын асҡан ерҙән туҡтап ҡалды. Ғәли агай, ашыҡмай ғына сисенеп, ҡулын йыуып, өҫтәл янына килеп ултырҙы. Әсмәбикә апай, ҡаты сәй яһап, уның алдына ҡуйҙы. Ләкин Ғәли ағай сәйгә тотонманы. Ялбыр ҡаштары аҫтынан улына күңелһеҙ ҡарап, тырпаҡ мыйығын семеткеләп, өндәшмәй ултыра бирҙе. Ҡыҙырас, ғәмһеҙ тәтелдәп, Әнисәне мәрәкәләп һөйләнә-һөйләнә, сәй әсеүендә булды. Тик Әсмәбикә апай ғына берсә иренә, берсә улына ҡараштырып алды. Ул иренең мәктәпкә барып ҡайтҡанын белә ине.
«Баҫалҡы кеше асыуланһа яман була, тиҙәр. Малайға ҡул тейҙермәһә ярар ине», — тип борсол до ул.
Әсмәбикә апай балаларын үҙе орошҡолап алһа ла, иренең балаларға ҡаты булыуын теләмәй ине.
Бындай күңелһеҙ тынлыҡты йәне һөймәгән Ҡыҙырас сынаяғын түңкәреп тороп китергә булды. Ләкин атаһы көтөлмәгән йомшаҡ тауыш менән уға:
-
Ултыр, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, — тине.
Ҡыҙырас теләмәй генә ултырҙы. Әсмәбикә апай иркен һулап ҡуйҙы ла, көлөмһөрәп: «Төҫөнә ҡарағанда, ер һелкетеп үкереп ебәрер төҫлө ине. Ғүмергә шул сырайы менән ҡурҡытты...» — тип уйланы.
Ғәли ағай тағы бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Ул серьез темаға бала менән нисек һөйләшергә белмәй аптырай ине.
Оҙаҡ ултырыуҙы яратмаған Ҡыҙырас түҙемһеҙләнә башланы. Ултырғысын шығырлатып ары-бире әйләнде, аяҡтарын болғап, Әнисәнең бер генә бөртөк сәсенән тартып, сырылдатып та алды. Ахыр Ғәли ағай һүҙ башланы.
-
Ҡыҙырас, — тине ул баҫалҡы, бошонҡо тауыш менән. — Ниңә һин насар уҡыйһың?
Ҡыҙырас ишетмәгәнгә һалышты.
-
Ә?
-
Ниңә тырышмайһың, тим? — тине Ғәли ағай.
Ҡыҙырас, ҡапыл серьезланып, ашығыс итеп:
-
Бынан һуң мин, ни, тырышасаҡмын, атай. Бына күрерһең, — тине.
221
-
Белмәйем шул.
-
Ни, ысын, атай. Мин бит, ни, тотош насар уҡымайым. Тик бынау ы тарих, география, ботаниканан ғына артта ҡалыштырам.
Ғәли ағай, ҡаты итеп:
-
Ниңә улай? — тип һораны.
-
Ни, мин уларҙы уҡып, әҙерләнеп өлгөрә алмайым, атай.
-
Ниңә, уҡытыусы һөйләгәндә, яҡшылап тыңлап ултырмайһың?
-
Тыңлайым да бит, ни, башта ҡалмай ҙа ҡуя, — тине Ҡыҙырас һәм үҙе лә быға ышанды. Тик атаһы ғына ышанманы. Ысын күңелдән әрнеп:
-
Тыңламайһың шул... Тырышмайһың... Күберәк шаяраһың, күберәк, — тине. — Баш юҡ һиңә, ҡаты ҡуллы атай юҡ... Кәрәгеңде бирер кеше булһа, уҡыр инең... Бик уҡыр инең...
Ҡыҙырас серьез тауыш менән:
-
Ни, мин, атай, бынан һуң, ни, атай, улай итмәйем, — тине.
Ул, ысынлап та, үҙенә тырышып уҡырға кәрәклекте һуңғы көндәрҙә яҡшы аңлай башлағайны. Бигерәк тә быйыл Юлдаш алдында хур булғас, унан һуң бер көн Ғәбит ағай менән Юлайға осрағандан һуң, ул был турала ныҡ уйлай башланы. Ә стена газетаһында үҙенең карикатураһын күргәс, ул, әлбиттә, тыштан белгерт- мәне. Ғәмһеҙлек күрһәтеп:
-
Шәп эшләгән Талип. Тик, ни, танауҙы ғына ул тиклем килештермәгән. Минең танау улай уҡ, ни, сәкәй түгел дә. Ғилмандың шиғыры ла, ни, бик үк матур түгел. Мин, ни, үҙем унан шәберәкте сығарыр инем, — тип малайҙар менән бергәләп көлөшкән булды. Ә эстән: «Етте, етте. Ни, былай ярамай. Тырышып уҡый башларға кәрәк», — тип үҙ-үҙенә тағы бер тапҡыр һүҙ биреп ҡуйҙы.
Әле ул, атаһы менән һөйләшкәндә, шул үҙенең алдан уйлап ҡуйған ошо уйын ғына ҡабатлай ине.
Ғәли ағай, улына оҙаҡ текләп ултырғандан һуң:
-
Егет һүҙе бер булыр, тигән боронғолар, — тине. — Был һинең егет һүҙеме?
222
-
Ни, атай, эйе, егет һүҙе, — тине Ҡыҙырас.
Ғәли ағай, мыйығын ҡаты итеп бороп:
-
Ҡара! — тип ҡуйҙы. Быны ул иң ҡырҡа һөйләшкәндә генә әйтә ине.
Ата менән ул тынып ҡалды. Ғәли ағайҙың маңлайынан борсаҡ-борсаҡ тирҙәр атылып сыҡты. Әсмәбикә апай, уның сәйен яңыртып, эҫе сәй яһап бирҙе.
-
Эс, атаһы, һыуһағанһыңдыр.
Ә үҙе, иренә һөйөп, иркәләп ҡарап: «һүҙ һөйләргә түгел, эш эшләргә генә тыуғанһың шул һин», — тип уйланы.
Ултыра торғас, Ғәли ағай, тағы бер ҡат ҡаты итеп:
-
Ҡара! — тине. — һинең арҡала мин бөгөн газетаға вәғәҙә иткән мәҡәләне яҙып бөтөрә алманым.
Быны ишетеп, Ҡыҙырастың кәйефе бөтөнләй боҙолдо. Ул, хатта илай яҙып:
-
Ни, атай, ниңә бөтмәнең? Ни, улай булғас, ул баҫылып та сыҡмаҫмы ни инде? — тип һораны.
Ғәли ағай күңелһеҙ генә:
-
Ваҡытында яҙып бөтмәгәс, сыҡмаҫ та шул, — тине.
Ҡыҙырас:
-
Ниңә яҙып бөтмәнең һуң, ни, атай? — тип ныҡышты.
-
һинең арҡаңда, — тип ҡабатланы Ғәли ағай.
Ҡыҙырас:
-
Минең арҡамда?! Ни, мин ни эшләнем һуң?! — тип ысын күңелдән аптырап һораны.
-
Эйе. Һинең насар уҡыуың минең бөтә эште боҙҙо. Мин бөгөн яңы технология хаҡында түгел, тик һинең насар уҡыусы, үҙемдең насар атай булыуым хаҡында гына уйлай алдым, — тине Ғәли ағай.
Атаһының был һүҙҙәре Ҡыҙырастың бөтә шат уйҙарын емереп ташланы. Ул, тамам күңелһеҙләнеп: «Яҙылмаған. Газетала баҫылмаясаҡ. Ни, бына Юлдаш алдында маҡтандың, былай булғас!..» — тип уйланды. Унан, илай яҙып, атаһының муйынына һарылды:
-
Атай, ни, һин насар түгел бит. Һәйбәт атайым бит һин минең. Ни, мин үҙем генә насар бит ул. Бынан һуң мин дә улай булмайым, атай, ни, бына күрерһең.
223
Һәйбәт уҡырмын. Атай, бар инде, ни, мәҡәләңде яҙып бөтөр, йәме!.. — тип ялынды. Ләкин атаһы, башын баҫып, өндәшмәй тик ултырҙы. Тимәк, атаһы уның һүҙҙәренә ышанмай ине. Ҡыҙырас, атаһының ышанысын ҡайтанан яулар өсөн, һис шикһеҙ, һүҙҙе эш менән раҫларға кәрәклеген ап-асыҡ аңланы. Унан бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй тороп китте лә, дәреслектәрен алып, яҙыу өҫтәле янына барып ултырҙы. Ғәли агай уның артынан, әсенеп:
-
Ошоғаса пионерға ла инмәгәнһең икән һин, алйот малай, — тип ҡалды. Ләкин был һүҙ, Ҡыҙырасҡа ҡарағанда, үҙен ғәйепләү һымаҡ булып яңғыраны. Ул үҙ- үҙенә ҡаты асыуланып: «Инмәгәнһең, имеш!.. Э һин, атай кеше, коммунист кеше, нимә ҡараның? Шулмы һинең бала — алмашсы тәрбиәләүең?!» — тип уйланы. Унан һыуынған сәйен ҡапыл-ҡапыл һемереп эсте лә ҡайтанан сығып китергә әҙерләнде. Уға, хәҙер үк барып, Буранбай ағай ҡулында ҡалған баяғы мәҡәләһен алырға ла, бөгөн төндә күсереп, иртәгә иртүк редакцияға ебәрергә кәрәк ине.
Улы насар уҡый тип, эшләргә тейеш эшен эшләмәй ҡала алмай бит инде ул.
Ғәли ағай сығыр алда, тағы бер ҡат улына ҡаты, һынаулы текләп, ишек төбөндә туҡтап торҙо. Унан ҡоро ғына итеп:
-
Ҡыҙырас, мин хәҙер ҡайтам. Унан һинең дәфтәрҙәреңде тикшерәсәкмен. Ҡара, бөтәһен әҙерләп ҡуй, — тине.
Ҡыҙырас, бер ни ҙә өндәшмәй, атаһына ғәжәпләнеп ҡарап ҡалды. Бығаса уның бер эшенә лә тығылмаған һәйбәт атаһының бөгөн ҡапыл талапсанланып китеүе- нең сәбәбенә һис тә төшөнә алманы. Шулай ҙа уның тикшереүен тейешенсә ҡаршылашырға булды. Ул иң элек әсә теле дәфтәрҙәрендәге ҡыҙыл ҡәләм менән ҡалын итеп яҙып ҡуйылған өслө, икеле билдәләр торған биттәрҙе йыртып-йыртып алды. Бынан һуң дәфтәрҙәр йоҡа ғына булып, бер нисә өҙөк-өҙөк биттәрҙән генә тороп ҡалды.
Икеле, өслө билдәләренә айырата бай булған рус теле дәфтәрен ул йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла тиҙ генә тыш
224
ҡа алып сығып китте. Ҡыҙырас, уны ҡапҡа төбөндәге ҙур, яҫы таш аҫтына һалып, кире өйгә йүгереп ингәндә, уның өҙгөләнеп бөткән дәфтәрҙәрен тотоп, әсәһе өҫтәл янында баҫып тора ине.
-
һин, ни, әсәй, нимә эшләйһең?! — тип ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе Ҡыҙырас.
-
һин үҙең нимә эшләнең?! — тип аяуһыҙ һорау менән яуап бирҙе әсәһе.
Ҡыҙырас, ҡапҡанға ҡыҫылған ҡуян кеүек, шымып ҡалды.
-
Ниңә йырттың, тим? — тип ныҡышты әсәһе.
Ҡыҙырас өндәшмәне.
-
Эй улым, улым, — тине Әсмәбикә апай, ауыр көрһөнөп, — дәфтәр битен йыртып ҡына «икеле», «өслө» билдәләренән ҡотолоп буламы ни?! Эй башһыҙ, башһыҙ!.. Атайыңа был дәфтәрҙәреңде хәҙер ни күҙең менән күрһәтерһең инде, йә?!
Ҡыҙырас, саяланып, әсәһенең ҡулынан дәфтәрҙәрҙе тартып тигәндәй алып, портфеленә тығып ҡуйҙы. Унан, ҡабаланып, ҡулына беренсе осраған китапты алып, өҫтәл янына барып ултырҙы.
-
Әсәй, ни, миңә ҡамасаулама. Миңә дәрес әҙерләргә кәрәк, — тине.
Әсмәбикә апай, башын сайҡап, тағы ла ауырыраҡ көрһөнөп, китеп барҙы.
-
Эй, һине... Ҡыҙырас!.. Нисек кенә итеп аҡылға индерергә икән һине?!
Ҡыҙырас, әле бер, әле икенсе китабын алып, өҫтәл янында арыу уҡ ҡына ултырҙы. Ләкин башына бер ни ҙә инмәне. Күңеле тынысланманы. Ниңәлер атаһы ла оҙаҡланы. Ахыр ул, бөтәһен күтәреп һуғып тигәндәй, тышҡа сығып китте. Ҡапҡа төбөнә барып баҫты. Тышта быҫҡаҡлап ямғыр һибәләп торған ҡараңғы кис ине. Ошо ваҡыт уның күңелен ғүмерендә беренсе тапҡыр тиерлек тынғыһыҙ, борсоулы уйҙар солғап алды. Нисек эсе бошмаһын, бөтә пландары емерелеп кенә тора бит. Берҙән, Юлдаш уны хәҙер кешегә лә һанамай, икенсенән, атаһы мәҡәләһен яҙып бөтөрмәгән. Тимәк, Юлдаш алдында, исмаһам, тағы бер маҡтанып алырға ла тура
8 - 1.0004.08
225
килмәйәсәк. Өсөнсөнән, насар уҡыған өсөн, бүтәндәр генә түгел, атаһы ла әрләй башланы хәҙер.
«Ни, һин пионер ҙа түгелһең икән, йүнһеҙ! — тине бит. Атайҙан бындай һүҙҙе ишетеүе анһатмы ни уға?! Етмәһә, бынау дәфтәрҙәр... Уның өсөн атай алдында ғына түгел, уҡытыусылар алдында ла яуап бирергә кәрәк була бит...» — тип бошоноп уйланды ул.
Әллә инде Ҡыҙырас быйыл әҙерәк ҙурая, аҡыллана төштө, үҙенең ҡайһы бер яраҡһыҙ ҡылыҡтары хаҡында йыш ҡына уйлаштыра башланы. Элек, үткән йылдарҙа, улай түгел ине ул. Баш түбән йөрөп шаяра, ялҡауланып, дәрес әҙерләмәйенсә мәктәпкә бара. Шул арҡала күп ваҡыт насар билдәләр ала. Тик сирек аҙағы етә башлағас ҡына, бер аҙ тырышып, икеле билдәләрен өслөгә төҙәтә лә тыныслана, өслөктәре шул көйө ҡала торғайны. Шаянлыҡты, һис бер сәбәпһеҙ Юлдашҡа һуғыу, алдашыу кеүек ғәҙәтте ул, әлбиттә, әле лә булдыра. Тик былай эштән һуң уға хәҙер ниңәлер элекке шикелле күңелле булып ҡалмай. Уның эсе боша. Ул үҙе быны танырға теләмәһә лә, күңелендә ниндәйҙер үке- неү, үҙ-үҙенә асыуланыу тойғоһо тыуа. Ләкин Ҡыҙырастың күңелендәге был үҙгәреште уның үҙенән башҡа бер кем дә белмәй әле. Әсәһе һаман уны элеккесә ғәмһеҙ, шаян, уйһыҙ-моңһоҙ малай тип уйлай. Класс етәксеһе Ғәбит агай ҙа, вожатый Юлай ҙа шулай уйлай, әлбиттә. Уйлаһындар! Ләкин Ҡыҙырас үҙгәрәсәк. Тик нисек? Ҡайһылай итеп? Отличникмын, пионермын тип кешене алдау, тик торған кешенең арҡаһына һуғыу, Әнисәне илатыу йәки дәфтәрҙән насар билдәләрҙе йыртып ташлау менән быны күрһәтеп булмай ҙа баһа?!
Ошо ваҡыт уның үҙенең өсөнсө класта уҡыған сағы, шунда намыҫланып бөтә иптәштәре алдында:
-
Мин, ни, пионерға барыбер инермен. Тик, ни, анауы ошаҡсы Ғариф кеүек, өслөктәр менән түгел, ни, гел бишлектәр менән!.. — тип ҡысҡырғаны иҫенә килеп төштө.
«Йә, ни, шул һүҙемдә лә торманым бит, исмаһам!.. Был ялҡаулыҡты нисек еңергә һуң?!»
Ул ысын борсолоп шулай уйланды. Ғариф тураһында
226
ла әҙерәк уйлап алды. Ғариф менән улар беренсе кластан алып бергә уҡыйҙар, бергә ултыралар. Уларҙың дуҫлыҡтары шулай ҡоролған. Ғариф бөтә көсө менән Ҡыҙырасҡа ярарға тырыша. Ҡыҙырас ни әйтһә, шуны тыңлай, уның бөтә шаян эштәрен хуплап, күтәрмәләп кенә тора. Был тыңлаусан баш эйеүсәнлек Ҡыҙырасҡа оҡшай. Шуның өсөн улар айырылмаҫ дуҫ булдылар ҙа. Ләкин һуңғы ваҡытта Ҡыҙырасҡа бындай дуҫлыҡ ҡыҙыҡһыҙ тойола башланы инде. Бигерәк тә быйыл йәй, Юлдаш менән дуҫ булып йөрөгәндән һуң, ул Ғариф менән бер ҙә йәм тапмай башланы. Ул үҙенә хәҙер тыңлаусан, баш эйеүсән генә түгел, кәрәк саҡта уға өлгө булырлыҡ, уны һоҡландырырлыҡ дуҫ кәрәген тоя. Бындай ваҡытта ул йыш ҡына Юлдаштың Талҡаҫта дауыл ваҡытындағы батырлығын ысын күңелдән һоҡланып иҫкә ала, Юлдаш менән хәҙер ҙә шулай дуҫ була алмау ына үкенә ине. Юлдаштың бында үҙен шул тиклем эре тотоуы, уға һалҡын, мыҫҡыллы йылмайыу менән генә ҡарап йөрөүе уны түҙемдән сығара. Шуның өсөн ул, күңеленән уның менән дуҫ булырға теләһә лә, тыштан һаман-һаман уны үҙенән ситкә тибәрә торған эштәр эшләп, уны үртәп, көлөп, бәйләнеп кенә тора ине. Хәҙер бына, айһыҙ, ҡараңғы көҙгө төндә быҫҡаҡ ямғыр аҫтында тороп, ошо турала ла үкенеп уйланды ул.
Аҙаҡ уның уйы тағы атаһына, биттәре йыртылған дәфтәрҙәргә күсте. «Нишләргә, нимә тип әйтергә?..» — тип аптыраны ул. Ахыр: «Йә, ни, ярар. Ни булһа ла булыр» тип, атаһы алдына бөтә ғәйебе менән барып баҫыр өсөн, өйгә инеп китте.
-
Көтөлмәгән хәл
Был көндөң иртәгеһенә дәрестән һуң сбор булды. Юлай уны, ғәҙәтенсә, бөтә формаль яҡтарын килтереп ойошторғайны. Бына пионерҙар иң элек звено-звено менән коридорҙа теҙелделәр. Малайҙарҙың бөтәһе лә ҡара салбар, аҡ күлдәк кейеп, ҡыҙҙар көрән күлдәк өҫтөнә аҡ алъяпҡыс бәйләп, байрамса кейенеп килгән. Аҡ күлдәк, аҡ алъяпҡыстар өҫтөндә ҡыҙыл галстуктар айырым-
227
асыҡ булып баҙлап тора. Буйға ҡарап тигеҙ баҫып теҙелгән балалар баҡсалағы сәскәләр кеүек матур күренә.
Бына: «Уңға, тигеҙлән!», «Смирно!» командалары бирелде. Пионерҙар, тигеҙләнеп, туп-тура алга ҡарап, тынып ҡалдылар. Ьәр бер звено вожатыйы үҙ звеноһы хаҡында отряд советы председателе Ғилманға рапорт бирҙе.
Ғилман, рапорттарҙы ҡабул итеп бөткәс, отряд вожатыйы Юлайға рапорт бирҙе. Пионерҙарҙың бөтәһе лә үҙ урындарында булыуын хәбәр итеп, сборҙы башларға рөхсәт һораны.
Юлай, отряд советы председателенән рапортты ҡабул иткәс, балаларға пионерҙар бүлмәһенә инергә рөхсәт бирҙе, Юлайҙың саҡырыуы буйынса килгән Ҡыҙырас та күптән бында ултыра ине.
Пионерҙар бүлмәһе бөгөн айырата матур итеп йыйыштырылғайны. Стеналарға, тәҙрә араларына партияның егерменсе съезын тик яҡшыға һәм отличноға уҡыу менән ҡаршылауға, эш һөйөүсәнлеккә өндәгән лозунгылар эленгән. Класс стена газетаһы ла, фотогазета ла шул уҡ темаларға арнап сығарылған. Сбор Коммунистар партияһына арналған күтәренке йыр менән башланды.
...Коммунистар партияһы — бөйөк партия, Юлың ғәҙел. Теләгеңде бар халыҡ һөйә. Кешелекте данлағанға яҡынһың йәнгә,
Дан йырлай йөрәгем, тотош бирелгән һиңә... —
тип, ярһып, рухланып йырланы пионерҙар. Ҡыҙырас та үҙенең яңғырауыҡлы, сағыу тауышын дөйөм йырға ҡушты. Ул күмәк йырҙы сикһеҙ ярата, был йыр ваҡытында ул үҙендә ярҙарынан ташып сығырға ынтылған диңгеҙ тулҡындары шикелле көслө, сая ярһыу лыҡ тоя ине.
Бына йыр тынды. Бүлмәлә мөһабәт, тантаналы тынлыҡ урынлашты. Ошо ваҡыт отряд вожатыйы Юлай, көн тәртибендә торған беренсе мәсьәлә буйынса һүҙ алып, һөйләргә кереште:
-
Пионер эш һөйөп, эш белеп үҫергә тейеш. Беҙгә
228
эшкә тотонорға ытырғанып торған аҡһөйәктәр кәрәкмәй.
Бөгөн мин мәктәп директоры Сәлимов ағай менән һөйләштем. Ул ошо көндә мәктәп яны мастерскойы йыһазландырылып бөтәсәген әйтте. Бына ул ҡайҙа беҙгә оҫталыҡҡа, ҡул һәнәренә өйрәнергә урын!.. Етмәһә, художник Сабитов ағай оҫталыҡ түңәрәгенә үҙе етәкселек итәсәк. Ул бит ағастан юнып-йышып, селтәрләп-һырлап, төрлө әйберҙәр эшләүгә бөтә ҡала мәктәптәре араһында танылған оҫта, бына нисек!.. — тип, ҡыҙып, дәртләнеп һөйләне ул. Унан:
-
Шулай булғас, беҙ оҫталыҡ түңәрәге ойоштороп ебәрәйек. Ә пионеркалар өсөн тегеү-сигеү түңәрәге ойошторайыҡ. Уға ла етәксе бар. Унынсы класс уҡыусыһы комсомолка Айһылыу. Ул, пионерҙар йортона йөрөп, бының курсын үткән ҡыҙ. Ул да үҙе теләп һеҙҙе шефҡа ала, — тине.
Бынан һуң пионерҙар Юлайҙың тәҡдимен тикшерҙеләр. Зарифа, тороп, дуҫы Гөлкәйҙең ҡул эше яратмау ын һөйләне.
-
Юлай, һин, беҙгә аҡһөйәктәр кәрәкмәй, тиһең. — Беҙ эш яратып, эш һөйөп үҫергә тейешбеҙ, тиһең, — тип башлап китте ул һүҙен. — Ә бына беҙҙең арала эш яратмаусылар бар.
Ул уң яҡҡа, тәҙрә янында ултырған Гөлкәй яғына, күҙ ташланы. Әйтергәме-юҡмы тип икеләнгән һымаҡ, бер аҙ ғына тынып торҙо.
-
һөйлә, һөйлә, Зарифа, — тине Юлай.
Зарифа Юлайҙан бигерәк үҙ уйҙарына яуап биргән һымаҡ:
-
Һөйләйем шул, — тип ҡуйҙы ла артабан ҡыйыуыраҡ дауам итте. — Бына беҙҙең Гөлкәй — отличноға уҡыусы, һәйбәт. Тик пионеркаға ул ғына етәме ни? Бер көн уның әсәһе Кәмилә еңгә уға ҡулъяулыҡ ситен бөгөргә ҡушҡайны. Гөлкәй:
-
Кәрәкмәй, мин энә тота белмәйем, — тине. Әсәһе уға: «Мин һиңә ғүмергә эшләп тора алмам бит», — тигәс, Гөлкәй:
-
Мин уҡыйым. Ҙур кеше булам. Миңә ундай эштең кәрәге булмаҫ, — тине лә ҡуйҙы. Минеңсә, Гөлкәй дө-
229
рөҫ уйламай. Улай ярамай бит ул. Энә лә тота белмәгәс, ул ниндәй пионерка була, ти?
Зарифа һүҙен ошондай һорау менән бөтөрҙө.
Гөлкәй, Зарифаға үпкәләп, ауыҙын бүлтәйтте лә:
-
Харап икән! һөйләнсек! Эшләмәйем шул. Минең әсәйем егәрле булғас, бөтәһен дә үҙе эшләй. Э һинең әсәйең уҫал. Бөтә эште һиңә ҡуша! — тип әйтеп һалды.
Был уңай менән һәр кем үҙ фекерен әйтергә ашыҡты. Һөйләүселәр бөтәһе лә, Гөлкәй дөрөҫ уйламай, пионер, кәрәк булһа, балта, кәрәк, энә, ҡайсы ла тота белергә, өйҙә ата-әсәгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейеш, тигән фекергә килделәр. Юлдаш Ғилмандың утын ҡырҡыуын, һыу килтереүен, хатта боҙолған электр плитәһен дә төҙәтә алыуын һөйләне.
-
Бына, исмаһам, пионер, — тине ул.
Ҡыҙырас был һүҙҙәрҙең бөтәһен дә ҡыҙыҡһынып тыңланы.
«Пионер булмағас, мине оҫталыҡ түңәрәгенә алмай тормаһалар ярар ине...» — тип, хатта эстән генә бошоноп та ҡуйҙы. Унан: «Их, алһалар, ни, мин унда нимәләр эшләргә белер инем. Унда бит, ни, ысын йышҡы, бысаҡ, балта, ҡасау, бырау — бөтәһе лә буласаҡ. Ни, теге токарь станогы ла булыр әле... Ух, нимәләр генә эшләмәҫ инем мин унда!.. ҒШЭ-һы ла, башҡаһы ла ҡалмаҫ ине...» — тип, ашҡынып, борсолоп уйланды.
Был уйын дуҫы Ғарифтың ҡолағына шыбырлап әйткеһе килеп китте уның. Ләкин Ғариф, йәнәһе, пионер кеше, уға ҡарамай ҙа, эре генә Талип янында ултыра ине. Ҡыҙырас быға бошонорға өлгөрмәне, бына ул һис тә көтмәгәндә, Ғәбит ағай уның тураһында һөйләй башланы. Һүҙ хәҙер түңәрәктәргә старосталар билдәләү хаҡында бара ине.
-
...Балта, бысҡы, йышҡы Ҡыҙырастың ҡулында бик тыңлаусан хеҙмәтсегә әйләнә икән. Бер көн мин, уларға барғанда, уның был оҫталығын белеп ҡайттым... — тине Ғәбит ағай. Уның хатта, Ҡыҙырасҡа ҡарап:
-
Һин үҙең яһаған бөтә әйберҙәрҙе бында алып кил әле, Ҡыҙырас, иптәштәрең һинең оҫталығыңды күрһен, — тип тә өҫтәне. Ҡыҙырас үҙенә булған бындай иғ
230
тибарға ни тип яуап ҡайтарырға өлгөрмәне, Ғәбит ағай:
-
Оҫталыҡ түңәрәгенә староста итеп Ҡыҙырасты һайларға кәрәк, — тип тә ҡуйҙы.
Был һүҙгә Ҡыҙырас ҡына түгел, хатта Юлай ҙа бөтөнләй аптырап ҡалды шикелле. Ул Ғәбит ағайға әллә нисек, сәйер бер ҡараш менән ҡараны. Ҡыҙырас уның был ҡарашынан:
Достарыңызбен бөлісу: |