Ете ҡат ер аҫтында өс көн
Бөгөн дә кис ҡашығаяҡ шалтыраны.
-- Ниңә һунар бурҙайылай һоғаланып ҡабаһың? Әллә атайым эшенә ҡабаланаһыңмы?! – тип маңлайында ҡарлуғас ҡаштарын һикертте бисәкәйем. Һуңғы аҙналарҙа уның холҡо әптән көйһөҙләнеп, киске аштарыма теле борос, хатта тараҡан булып төшә башлағайны. Бындай саҡта ҡарыулашыуҙың ҡырыҡ бәләләргә юлыҡтырасағын үҙ елкәмдә етерлек татып белгәнлектән, бер ҡолағымдан индергәнде икенсеһенән елләтергә ашығып, ҡашыҡ ҡуйҙым.
-- Өнөң тыҡлығып, һауыт төбөндә ике ҡалаҡ аш ҡалдыраһыңмы? Итәгеңә ут ҡабынып баралыр ни, бахырым.
-- Ҡабаланам бит, йәмле Йәмиләкәйем, ҡабаланам. Күҙ тилмертеп көтөп ултыраларҙыр.
-- Көтөп тораларҙыр шул ни, атам арбаулыһын. Ҡулы-ҡулға йоҡмаҫ шәп кешеһең бит! – Бисәкәйем табаҡ-һауытты шалтор-шолтор босмаҡ яҡҡа быраҡтырҙы.
-- Әттә, һин төндә урамда нимә уйнайһың? – Көтмәгәндә, күҙҙәремә төбәлеп ҡараны өс йәшлек улым Ғәлийән.
-- Ҡхым...хым... Мин урамда уйнамайым, улым. Өйҙән сығам да туп-тура Солтан олатайҙарыңа барам. Беләһең бит урамда тыр-тыр йөрөй торған Солтан олатайыңды?
-- Беләм, ул олатай матур. Ул мине тыр-тырға ултыртты, -- тине улым.
-- Бына шул матур олатайыңдың тыр-тырының матур моторы “сырт!” иткән. Ә ул тыр-тырһыҙ йөрөй алмай – ике аяғы ых булған. Көн дә шул матур олатайыңа ватылған тыр-тырын өф итеп бирешергә барамын, улым.
-- Бахыр, өф итәһегеҙҙер, итмәй ҙә ни! – Элеп алды бисәкәйем. -- Өф итерҙәй ағай-эне эркеләһегеҙ бит унда... Бер ай буйы эт һуғарып йөрөгәнсе, келтерҙәк инвилад арбаһын ғына түгел, йөҙ ат көслө дизель трактор ҡороп бирер инегеҙ инде. Көнэлгәре кендеге ҡанаған мәжнүн бит һин! Эштән ҡайтҡаның һайын көндөкөн-көнгә китеп олағыуың етмәгән, инде йылына бер алған отпускаңды ла ҡуна-төнә шунда ятып үткәрергә иттеңме?
-- Эй бисә-бисә, әйттең бер кәбисә! Бүтән ҡайҙа барайым һуң?
-- Бынағайыш тамаша! Һинең өйөң юҡмы ни? Өйҙә ҡатының, балаң юҡмы ни? Йәки бик тә өйҙә ултырып сыҙамаһаң, культурный клуб кем менән уртаҡ һиңә?
-- Ташҡүлсәйем инде шул культурныйыңды. Ишектән ел һыҙғыртып, тәҙрәләренән ҡойон уйнатып тора.
Бисәм мыҫҡыллап көлдө:
-- Уй эсем ауырыуы, нимә ләпелдәгән була бит әле ул! Оноттоң дамы ни? Шул “ташҡүлсәйем” клубта ла артымдан бер иле ҡалмай бик тәтәй һикерәңдәп йөрөгәйнең түгелме? Хатта тайыш табандарың менән бейеү түңәрәгенә лә яҙылып ҡырҡышҡайның. Егетлегеңде күрһәтәм тип ырғылғаныңда түшәмгә бәреп тишкән башыңдың йөйө бөтәштеме әле?..
-- Һинең менән ине бит ул, бисәкәй! – Йәмиләкәйемдең нәҙекәй билкәйенән ҡосоп алдым. -- Һинең менән мин утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер, йәнекәй.
-- Китсәле, кит, нимә ҡыланған була тағы! – Хәләл ефетемдең болоттары офоҡ артына китеп таралды. Ҡара ҡарлуғас ҡаш ҡанаттары нур күленә мансылды. -- Кис һайын аҙып-туҙып, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе, берәй файҙалы шөғөлгә мауығыр инең, исмаһам! – Тап ҡыҙ ваҡытындағыса, ауыҙын үпкәле турһайтты.
-- Ниндәй шөғөл ул, йәмле Йәмиләкәйем?
Бисәмдең йөҙө асылып, күҙ ҡараштары яҡтырҙы:
-- Үҙебеҙ йәш саҡтағылай, драмтүңәрәк ойоштороп ебәрәбеҙме әллә, тип әйтеүем... юҡһа клуб тупһаһына шайтан таяғы үҫә бит. Шаулатып-гөрләтеп спектаклдәр ҡуйыр инек, исмаһам. Халыҡта дәрт ҙур әле, тик ҡуҙғатып ебәреүсе генә юҡ. Яҙ көнө үҙең күрҙең: нефтселәр килеп ҡуйған тамашала энә төртөр ҙә урын булманы. Спектакль бөткәнсе, “дыу!” ҡубып, дауай ҙа дауай тип алҡышланы йәмәғәт. Шуны уйлап ҡына ла эсеңдә көсөк юртмаймы, тип әйтеүем. Клуб тамам һүнде бит беҙҙең, һүнде!
Бисәм йәнә теҙгенләп алды яратҡан арғымағын. Хәҙер инде уны туҡтатам тимә! Былтырҙан биреле күрше Тирәкле ауылы эргәһендә нефть эҙләүселәр ҡуна-төнә ятып ер быраулай башлағас, ундағы клуб эштәре ҡапыл йәнләнеп, күсмә тетар менән бөтә тирә-яҡты шаулатҡайнылар ине шул. Бисә тигәнең хәҙер өҙмәй ҙә ҡуймай – ҡолаҡ итемде ашай:
-- Һүнде беҙҙең клуб, һүнде! Их... һүнде!
-- Һүнһә лә, туңһа ла, беҙҙең өҫтән төшкән инде, бисәкәй, -- тип, тулыш яурын башынан һөйөп-һыйпаштырып, һырт ҡайырырға иттем. – Юҡҡа ҡайғырма, йәмлем. Кәрәкһә, әнә, үҙ усаҡтарын йәштәр ҡабыҙып дөрләтһен. Үлгән йөрәктәр өсөн беҙ ғәйеплеме ни? Етер, ваҡытында күп уйнаныҡ. Беҙҙән үтте инде хәҙер!
-- Юҡ шул, бабайғынам, яңылышаһың. Беҙгә самай хәҙер ул уның ваҡыты! Баҫҡан ерҙе ҡуҙлатып йөрөр сағыбыҙ ҙаһа! Их, әллә, тим, бабайғынам, ошо отпускы айҙарыңда сәхнәгә менеп, бер елкенеп, бер һелкенеп алабыҙмы? Ә?
Зарығып, ҡарашымды түшәмгә текәнем. Ниндәйҙер бер сәбәп табып асыуланырға, ишекте шартлата ябып сығып китергә ине ниәт. Әммә бисәмдең күҙ ҡаралары таш иретерҙәй яғымлы, тауышы тиһәң – кәүҫәр-шараптай иҫерткес ине. Яҙмышымдан шәфҡәт һорап инәлә-инәлә сигендем артҡа:
-- Башыңда аҡылың бармы һинең, Йәмилә? Үҙеңдең ни һөйләгәнеңде беләһеңме? Тай типмәнеме маңлайыңа? Аҙыраҡ ҡына булһа ла йорт, мал-тыуар, бала хаҡында уйлап ҡараманыңмы? Беребеҙ һауынсы, икенсебеҙ тракторист – иртә китәбеҙ, кис ҡайтабыҙ, тигәндәй...
-- Ҡотоң осмаһын – уҡаң ҡойолмаҫ әле! Донъя, мал-тыуар былай ҙа минең елкәлә... Ә баланы ҡарарға, тиһәң, кистәрен ҡартәсәйемде саҡырып килтерербеҙ. Бынамын тигән бик көлкөлө француз пьесаһы бар. Тиҙерәк өйрәнәйек, ҡуяйыҡ. Күп һуҙмаңлама, Мифтахитдин! – Тулы Айҙай ихлас нурланған бисәм, эҫе һыуға ҡыҙарып бүрткән еүеш беләктәрен киң йәйеп, Ҡояштай йылмайып, туп-тура өҫтөмә дөрөп килә башланы.
-- Ярай, йәмле Йәмиләкәйем, ярай, тотонорбоҙ, бик тотонорбоҙ! – Ыңғай һыпырыуҙан башҡаһы ҡалмағанын төшөнөп, үҙем тиҙерәк артым менән ишекте төртә һалдым. – Тик ҡарале, йәнекәй, бынауы бахыр Солтан ағайымдың арбаһын ғына бөтөрөшөп бирәйем инде...
Бисәм кинәт үҙгәреп, йоҙроҡтарын йомарланы:
-- Ишетһен ҡолағың: бөгөн тағы ла теге апараға сумған өйрәк кеүек ғарыҡ булып ҡайтһаң... – Артымдан уҡлаумылыр, сүмесмелер даңғор-доңғор осҡандыр – белмәйем. Иҫән-аман сығып ҡотолоуыма хәтһеҙ ҡыуанып, ҡотороп үҫкән оҙон тилебәрән үләндәренә эләгә-тәгәрәй, йүнһеҙ тыҡрыҡ буйлап Солтан ағайымдарға дөбөрҙәнем.
Ихата төпкөлөндәге ситәндән үргән йәйге аласыҡҡа барып кергәндә, бер килке ағай-эне изге түңәрәккә йыйылып өлгөргәйне инде. Көндәгесә, түр башында, үҙенең тирәсләп эшләнгән махсус креслоһында, боронғо япон императорылай иркен кирелеп, аҡ быймалы иҫһеҙ аяҡтарын өҫтәл аҫтына тәртәләй һуҙып, мөкиббән киткән Солтан ағайым иҙерәп ултыра. Унан ҡала өҫтәл тирәһен вағыраҡ мырҙалар һырыған. Ер иҙәнгә эре утын сәрпәкләп индереп һалғандар – мейестә шартлап ут яна. Көлдөксәлә, ҡоңғорт арыш һаламдары менән тырпайып, әле генә баҙҙан сығарылған бер күнәк бәрәңге көтә.
-- Йә, Мифтахитдин килде, башланыҡ! – Түҙемһеҙләнеп тыпырсынды мине күргән йәмәғәт.
-- Иң элек эште теүәлләйек, ҡустылар, -- тине ағайым. – Мифтахитдин, ҡайҙале, йәшел ҡумтаны елтерәт!
Мейес ҡашағаһына үрелеп, йәшелгә буялған, алыҫтан уҡ тәмәке еҫен аңҡытҡан ҙур посылка йәшниген төшөрҙөм. Ағайым, бөткөһөҙ ләззәтләнеп, фанир ҡапҡасын асты. Оҙонсалап ҡырҡылған бер шәлкем гәзит ҡағыҙы ташланы өҫтәлгә:
-- Ябырылығыҙ, егеттәр, бөтә мөрйәләрегеҙҙән йәлләмәй борлатығыҙ! Һатып алынмаған – үҙем сәсеп үҫтергән, үҙем киптереп төйгән төрөк тәмәкеһе!
Ауыҙ-морондарҙан минут эсендә ҡуйы төтөн борғолоп, өрлөк аҫтын ыҫлы болот ҡапланы. Ағайым, түшәмгә төбәлеп, хыял диңгеҙенә сумды. Йәшел ҡумта – уның ғорурлығы, күңел йыуатҡысы. Шаулы йәмәғәт кинәнеп таралғансы, асыҡ килеш, ошо табын уртаһында торасаҡ.
-- Мифтахитдин, мейес булған түгелме? Ҡуҙҙы усаҡҡа ышыр, -- тигәйне ағайым, тырышып, кәкре тәртишкә менән эш итергә керештем. Мейес ҡалағы тығылды, ут күршем Ғәббәс эргәмә баҫты. Икебеҙ тиң күнәктән берәр ҙур бәрәңге эләктереп, юғары күтәрҙек. Ағайым, ауыҙынан тәмәкеһен һалып, ҡалҡына биреп, бөтә иғтибарын ошо бүлбеләргә йүнәлтте. Һәр яҡлап күҙәмәләгәс, үлсәгәс:
-- Дауай, тәгәрләтегеҙ! – тип командирҙарса ҡул һелтәне. Бәрәңгеләрҙең ул шулай яраҡлыһын мейескә, яраҡһыҙын мөйөшкә ырғырттыртып ултырҙы. Мейес табаны буйҙан-буйға түшәлгәс, тимер ҡапҡасты ябып, урындыҡ аҫтынан инвалид арбаһының ватыҡ тәгәрмәстәрен, тимер-томор сығарҙыҡ. Сүкеш-саҡыш, майлы сепрәктәр менән ҡуша уларҙы тап ишектән ингән ерҙә сүмәләләй итеп өйҙөк -- йәнәһе бында ремонт өмәһе бара! Ысынында иһә ағайым ошо араларҙа дәүләтебеҙҙән бушлай яңы “Запорожец” машинаһы алырға тейеш булғанлыҡтан, ватыҡ арбаға ҡул да тейҙертмәй, беҙҙе үҙенә күңел асып, төн ҡыҫҡартып ултырырға эйәләтә... Бына ул бармаҡ шартлатты, өҫтәлгә бер иле майланып бүрткән кәрт усмаһы ырғытты:
-- Бисмилла. Башланыҡ өмәне, ҡустылар!
-- Изге сәғәттә!
-- Хәйерле минутта!
Тәүге күлем уйында минең уң яҡ күршем отторҙо – “дурак” ҡалды. Бөтәбеҙ бергә һөләләйләп ҡысҡырҙыҡ, аяҡ типтек. Отолған мырҙа, мыштым ғына тороп китеп, мейес башына үрмәләне, ундағы күпкәк алюмин феләктән сәйгүнгә асы бал һөҙөп килтерҙе...
Күңелдәр мөйөшләнеп, ҡарайған эре шаҡмаҡтоҙ һипкән ҡайнар бәрәңгеләрҙе ҡаба-ҡаба, стакан күтәрәбеҙ:
-- Их, үҙебеҙҙең ошо кирамат шәп клубыбыҙ йәшәһен!
-- Йәннәт баҡсаһы!
Ҡулда кәрт, алда стакан, мейес башында феләк. Хозурлыҡты ер тетрәп тә ҡаҡшата алмаҫ кеүек...
Ошо тылсымлы минуттарҙың минутында, нескәлекле күңел ҡылдарын селпәрәмә килтереп, ишек ҡаты шаҡылды. Аласыҡҡа ағайымдың төпсөк малайы килеп инде:
-- Атай, һөйөнсө, һөйөнсө! Клубтың әртистәр биҙәнә торған бәләкәс бүлмәһе асылды!
-- Һәй сәбәкә малай, ҡотто осораһың икән! Һөйөнсөһөнә тараҡан бото! – тине ағайым.
-- Йәмилә еңгәйем менән Ғәзимә апайымдар клубтың шул бәләкәс бүлмәһендә репетиция үткәрә башланылар, вәт! Әллә ниндәй ағайҙар менән ҡосаҡлашып бейенеләр, үбештеләр, вәт!
Ике исемде ишеткәс, Ғәббәс күршем менән минең тамаҡҡа эҫе бәрәңге тығылды.
-- Һәй мәлғүн малай, юғал! – тип ҡул һелтәп өлгөрҙө ағайым.
-- Юғалмайым, ә кире клубҡа сабам!
Ғәббәс күршем менән мин, малай артынан елтерәп, шампанский шешәләренең бөкөләреләй атылдыҡ. Эй йүгерәбеҙ, һөрлөгөп тәгәрәй-тәгәрәй йүгерәбеҙ. Урам яҡлап клуб нигеҙенә дөһөрҙәп барып менгәнебеҙҙе, тәҙрә тәңгәлендә маңлайға маңлай төкөшкәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Эстән ҡороулы туҡыма үтә беҙгә сәйер хәрәкәттәр яһап сөңгөр-сөңгөр килгәндәре лә ҡысҡырып көлгәндәре генә ишетелә. Улар көлгән һайын, йөрәгебеҙҙе ҡара ҡанға туҙҙырып, маңлайҙарҙы быялаға төйә-төйә, ыңҡылдашып алабыҙ.
-- Етте, хеүәтит, өҫтән етерлек көлдөләр! Ишектәрен ҡайырып инергә лә кәрәктәрен бирергә! – тип йоҙроҡ төйнәй ут күршем.
-- Сәстәрен беләккә урап, һөйрәкләп алып ҡайтырға! – тип аяҡ тибәм мин. Көкөрткә ышҡып аҙҙырылған шырпы кеүек ҡыҙышып, күгән һурырға етешәбеҙ. Шул саҡ минең йөрәк итен “Аҡъял батыр” әкиәтендәгеләй ас сәмреғош умырып алғандай булды:
-- Ғәббәс күрше, бөттөк! Һәләк булдым! Өйҙә минең кеше юҡ – бала ни хәлдә икән? – тип нигеҙҙән ырғып төштөм.
-- Уй бәпескәйем-бәпесем! Минең дә өйҙә бәпесем!.. – Икебеҙ тиң клуб мәхшәрен онотоп, ҡайтыу яғына дөндөк.
...Өй эсе болахәт, ҡаралтылар пыран-зыраң килтерелгән. Шкафтағы һауыт-һаба иҙәндә, ә иҙәндә аунар мөлкәт шкаф кәштәләрендә. Арыҫландай ата бесәйебеҙ иһә юлбалаҫҡа кәтүк итеп төрөлгән, бөтә көсөнә разбуйлап ята. Бисараны ҡойроғонан яҡты донъяға ылыҡтырып, шикле тынлыҡ ҡамап алған төпкө бүлмәгә үттем. Бисмиллаға муйынымды һоноуым булды, маңлайға кемдер бик елле итеп дағалы үксәһен ҡундырҙы. Күҙҙәремдән ике көлтә ут баҙлап, салҡан әйләнеп төштөм. Тағы ла мең бәләләрҙән йәнселергә әҙерләнеп, күҙ ҡырыйын йырсайтып ҡына үргә ҡараным һәм... ғәрлегемдән илап ебәрә яҙҙым. Хәйерһеҙ малай! – минең эшкә кеймәле еҙ дағалы, тупаҫ күнле ботинкамды ҡайҙандыр соҡоп сығарып, ишек башына баулап аҫҡан имеш... ә үҙенән елдәр иҫкән. Киңәйтелеп ике мендәр һалынған диван-карауатта бисәкәйҙең туҡһан йәшлек һаңғырау ҡартәсәһе Лотфиә әбей ирендәрен “пөф-пөф!” өрҙөрөп ята. Минең һаҡһыҙ ҡағылыуҙан булһа кәрәк, уянып, ҡорошҡан ҡулдарын һуҙып ян-яғын һәрмәргә, ниҙер эҙләргә кереште.
-- Әбей, әбекәй, әйт әле тиҙерәк: ейәнең ҡайҙа һинең?
-- Ә, нимә?
-- Ғәлийән балаҡайым ҡайҙа?
-- Ә? Йомғағыммы? Йомғағым ошонда ине шикелле. Ғәлийән, балаҡайым, килсәле бында! Йомғағымды ҡайҙа иттең, сәсрәп китмәгере!
Ҡарсыҡтың ҡорош ҡулы осонан иҙәнгә һуҙылған еп буйынса карауат аҫтына дөбөрҙәп инеп киттем, ундағы бер-нисә быяла банканың аҫтын-өҫкә әйләндереп, бер нисәһен тирмән ташылай онтағас, ике усым менән тубыҡтарымдан ҡаҡ иҙәндә әллә ниткән ебешкәк сәйер таптар ҡалдыра-ҡалдыра, ҡараңғы мейес араһына имгәкләнем. Еп мине үрмәксе ауы баҫҡан утынағастар өҫтөнән үрмәләтеп, туп-тура көллө мейес эсенә индерҙе. Бер-нисә тапҡыр йүткереп, бер-нисә тапҡыр бышҡырғас, бүҫкәргән йомғаҡты тотҡан килеш мейес төбөндә бер ни белмәй кинәнеп йоҡлап ятҡан малайымды төтөн йотҡолоғонан һөйрәп алдым. Аталы-уллы сөскөрөшөп көлдөксәнән төшкәндә, өй эсен бисәмдең йән өшөтөкөс моңһоу тауышы иңрәтте:
-- Әсәкәйгенәм, ни күрәм? Был донъяға ни булған? Карауат аҫтына һыуытырға ғына ҡуйып торған вареньеларымды ауҙарғандар, ватҡандар, әйтәүергенәм! Уф Аллам, бөтә иҙәнгә тапап иҙгәндәр!.. Ғәлийән, балаҡайғынам, һинең эшеңме был, ҡайҙа һин?!
-- Әсәй, мин бында. Атайым менән бергә мейес эсенән сығып киләбеҙ! – тип ғорур һөрәнләне малай аҡтығы. Бисәм беҙгә күтәрелеп кенә ҡараны ла, һыны ҡатып, диванға аушарылды...
Иртәгәһен яңғыҙаҡ итеп ҡалдырылған түшәгемдә барлыҡ бисә-сәсә затын ләғнәтләп, тунымдың тиҫкәреһен кейеп уяндым.
-- Йә мин, йә драмтүңәрәк – икеһенең бере! – Мәсьәләне ҡырт ҡуйҙым.
-- Йә мин һәм драмтүңәрәк, йә Солтан ағайыңдың һөрһөп бөткән эскелек аласығы! – Булды яуап һәм был уҡтай йәнемә килеп тейҙе:
-- Етте, бөгөндән башлап ул тарафҡа ике аяғыңдың береһен атламайһың. Мин һине битаңдап драмтүңәрәктә һикерәңләтер өсөн бисә итеп алмаған!
-- Ә мин һине асы бал мискәһе, кәрт ҡоҙғоно яһар өсөн бармаған!
-- Ҡара уны, терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Ир – баш, ҡатын муйын икәнде онотма! Аҫыл башым ҡайҙа китһәм дә юғалмаҫ!
Ошо киҫәтеүҙән йомшара төштө:
-- Һантый ғынам, ниңә ҡыҙып бараһың, кем һине баш түгел ти? Муйын булғаным өсөн әйтәм дә инде. Муйының итеп таныһаң, мин борған яҡҡа ла бер әйләнеп ҡарар инең, исмаһам. Денең ҡатып, тыумаҫ борон ҡартаймаҫ инең...
-- Әһә, һинеңсә, мин инде ҡартайған булып сығам? Ярамай башлағанмын? Яр-рай, эс сереңде белдерҙең! – Елләнеп китеп, ултырғысты тибеп осорҙом. Дер-дер ҡалтырап, еҙ дағалы эш ботинкаларын аяҡҡа эләктерҙем. – Рәхмәт, бисә, бөтәһе лә аңлашылды. Бына ни өсөн өйҙә ғәзиз балаңды, иреңде тилмертеп ҡалдырып, әллә кемдәр менән ҡосаҡлашып та үбешеп бейеп йөрөй икәнһең!
Йәмиләкәйемдең ҡапыл йөҙө һулыны, ирендәре ҡалтыраны.
-- Мифтахитдин, йәнем, ни һүҙең был? Ниңә кирегә һаплайһың? Нисек телең бара?
-- Үҙеңдән ишеткәнде әйтәм. Минең кеүек ҡартайғандар хәжәт түгелдер һиңә, тим. Аңлашылды! Бөттө! Минән йәшерәкте тапҡанһың!
-- Мифтахитдин, йәнем...
-- Бына тора өйөң, ана тора малың. Ҡамасауламайым. Китәм.
-- Мифтахитдин, туҡта! -- Өҙәләнеп, ҡапҡағаса йүгереп ҡалды Йәмиләм. Балаҡайымдың да, әсәһенең итәгенә йәбешеп, сеңләп илауы ишетелде. “Әнә шулай була ул, иҫеңә төшөрмөн әле. Бына хәҙер үк сәсеңде услап йолҡа-йолҡа урам буйлап артымдан һөйрәлмәһәңме, ҡарап тор, буду сәбәке!” – тип бисәмде эстән генә битәрләй-битәрләй, алдымды-артымды ҡарамай елтерәнем. Тиҙерәк-тиҙерәк әҙәм белмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ яҡҡа олағып юғалғым килде. Ауылды сығып, бөгәлдәге йәшел болонлоҡҡа йығылғас ҡына, йөрәк саҡ ҡына урынына ултырып, башҡа уй килде: ниңә һаман Йәмиләм күренмәй әле, өҙәләнеп илай-илай артымдан ниңә өйгә өндәп йүгермәй? Ҡайҙа китеп барам мин? Кемгә? Күҙ төбәп инер кемем бар? -- Әҙәм балаһының дүрт яғы ҡибла булғанда ла ғаиләнән башҡа таяныр төйәге юҡ икән. Айныған күңел, һыҙлап-һыҙлап, арт яҡҡа тартты аяҡты. Ҡатыным, балам янына. Ләкин инде донъяһына бер төкөрөп сығып киткәс, бисәң шуға ризалығын күрһәткәс, нисек итеп кире әйләнеп ҡайтаһың? Үлгәндә лә ир – ирлеген итергә, баш иһә муйынды бороп йөрөтөргә тейеш. Маңлайҙы ташҡа ороп булһа ла, Йәмиләкәйемдең, ялынып-ялуарып, итәгемдән өйгә һөйрәүен сабыр көтөргә булдым. Теште ҡыҫып, Тирәкле ауылы янындағы нефть вышкаһы яғына ҡарай юл тоттом. Колхоздан алған хәләл отпускым тулғансы, ваҡытлыса ғына булһа ла шунда эшкә урынлашып торормон. Был хәл үҙе үк сәсе оҙон аҡылы ҡыҫҡаны шөйлә ҡалыпҡа ултыртыр. Ҡуҙға баҫҡан бесәй кеүек бейеп кенә йөрөр...
Буровойҙа мине мастерҙың бил тиңентен сисенеп ташлаған суйын тәнле ярҙамсыһы ҡаршыланы. Төбөнә туҙ ҡуйып төпсөнгәс, һынамаҡҡа өйрәнсек итеп алыныуым ихтималлығын белдерҙе. Тик мастер әлегә йомош менән Өфөлә -- иртәгәсә шуның ҡайтыуын көтөргә кәрәк икән. Киң күңелле хужалар булараҡ, тамағымды туйҙырҙылар ҙа палатка мөйөшөнән урын күрһәттеләр. Бөгөнгә ял итеп, буровой тирәһе менән таныша торорға ҡуштылар.
Бына палатка күләгәһенән алыҫтараҡ дөбөр-шатор ер кимергән вышкаға ҡарап ятам. Оҙаҡ ултырып ҡоңғортланып бешкән ҡылған араһы сейәһеләй йөҙҙәре ҡарағусҡыл янған ир-егеттәр, сатнау Ҡояш аҫтында, шыбыр тиргә батып эшләйҙәр. Йылмайғанда аҡ тештәре һиҙәп кеүек сағыла. Күҙҙәрендә ут яна. Моғайын, береһе лә үҙен минең һымаҡ меҫкен итеп тоймайҙыр. Һә-ә-әй донъя, мин дә меҫкен түгел инем бит, үҙ көсөмдө ныҡ тойоп, дөңкөлдәтә баҫып йөрөй инем бит. Ни булды, юлымды кем бутаны? Ах был аласыҡ, ах хәйерһеҙ кәрт!
Кис булды, буровойҙа кешеләр алмашынды. Ҡунаҡсыл егеттәрҙең үлтереп ҡыҫтауын йыҡмаҫ өсөн генә, теләһәм-теләмәһәм дә, үҙемде көсләй-көсләй, йәнә аш-һыуҙарынан ауыҙ иттем. Ни эшләргә белмәй, унда һуғылып, бында ҡағылып йөрөгәс, палаткамда бөгәрләнеп йоҡларға яттым. Мейелә шаулап ҡан тибә, ҡолаҡтар сыңлай, ят урында тынғы тапмай, әйләнәм дә тулғанам. Йөрәк башым һулығып-һулығып әсетә. Йәмиләкәйем, Ғәлийәнем, ниңә мин бында?!.
Түҙмәҫ, бына-бына килеп етер төҫлө ҡарлуғас ҡашҡайым. Әммә ҡараңғы төштө -- ул юҡ. Инде Ғәббәс күршене булһа ла илсе итеп ебәрер, ҡош-ҡорт йөрөгән төн үҙәгендә яңғыҙ-ярпы юлға сыҡмаҫ, тип һаман өмөт итәм – юҡ. Күкрәк тулып ҡабара үпкә һағышы...
Тышта йәштәр гармун уйнай, тыпыр-тыпыр бейейҙәр. Ҡайһылыр ауылға спектакль ҡуймаҡ барырға йыйыналар. Шат көлөүҙәре үҙебеҙҙең клубты, моғайын, ошо сәғәттә унда гөрләп барған репитицияны иҫкә төшөрә лә боғаҙға килеп эҫе тулҡын ҡаҙала. Юҡ-юҡ, ҡайтмаясаҡмын! Көҙ етһен, ҡыш булһын – ирһеҙ йәшәп, үҙәгенә үтһен!
Көрһөнөп, урынымдан торҙом, егеттәрҙең береһенән ҡағыҙ-ҡәләм һорап алдым. Донъяһына үс итеп, хат яҙырға ултырҙым:
“Бисәкәй, бәхил бул! Мине эҙләп, аяҡ табандарыңды ҡабартып йөрөмә. Барыбер ярҙам итмәҫ. Сөнки мин бөгөн үҙем теләп бик секретный эшкә яҙылдым. Яңы уйлап табылған махсус буровойҙың бырау осона ултырып, ете ҡат ер аҫтына төшөп китәсәкмен. Ишетһен ҡолағың, баланы рәнйетмә! Иҫән булһам, ете айҙан һуң булһа ла ер йөҙөнә бер әйләнеп ҡайтырмын. Тик был хаҡта ләм-мим: юҡһа, ҙур дәүләт серен фашлағаның өсөн, ҡаты яуапҡа тарттырырҙар... Минһеҙ донъяның рәхәтен татып кинән!”
Конвертлап, марка баҫып, уйынға китеүсе йәштәр ҡулына тотторҙом. Иртән уны асып уҡығас, бисәнең йөҙө нисек үҙгәрәсәген, күҙҙәренән әсе йәштәр бытлығасағын төҫмөрләп, иркен тын алдым да ҡабат инеп яттым. “Инде үгеҙ үлгән, уртаҡ айырылған”, -- тип үҙемде ышандырып, күҙ йомдом. Тик йоҡо тигәнең энә күҙенә инеп боҫто...
Бына тышта ла шау-шоу баҫылды, донъя тәрән йоҡоға талды. Йөрәгемдең һандал һуғыуын тыңлай-тыңлай баш ҡынайым тубалдай булып ятҡанда, яҡында ғына ишетелгән, күкрәк төбөнән һулығып сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ көлөүе һүрҙе йәнде.
-- Йәмиләкәйем, һинме был?! – Талпынып, ҡысҡырып уҡ ебәрҙем. Палатканың тәҙрә ҡорғанын һыпыра тартҡас, ошондағы ашнаҡсы йыуан ханымдың бер йәш кенә егет менән эре сирттереп үтеүен күрҙем...
Йөрәгем йыландан сағылғандай әсенеп, ботинкаларымды кейҙем. Йәмиләкәйем, берҙән-берем, ни хәлдә икәнһең был мәлдә? Ни ҡылдым мин, ни ҡылдым?! Ә иртәгә теге хатымды алғас?.. Әсәкәйгенәм, минме был?!.. – Тиҙ көндәрҙә нимә булырын күҙ алдыма килтерҙем: ирһеҙ ҡатынды шайтан ҡотортмай ҡалмаҫ... йомошо бары ла, юғы ла сәбәп табып күҙ һалыр. Бигерәк тә минең Йәмиләкәйем ише һылыу ҡатынға...
Дөрөҫөн генә әйткәндә, уфтаныу ғына түгел, ә башты тотоп үкереп иларлыҡ ине! Йәшермәйем, бер саҡ ҡыҙышҡан баш менән кисҡырын мин үҙем дә икенсе яҡ ут күршем Ғәҙиләгә, һыу һөлөгөләй тол ҡатынға, утын-фәләнең бармы, бесән-месәнең бөтмәнеме, ярҙам-маҙар кәрәкмәйме, ут күршем, тигән булып өлтөрәп барып кергәйнем. Ғәҙилә күршекәйем күп уйлап торманы: “Утын-бесәнемде ҡайғыртыр булғас, ниңә көндөҙ инмәнең, төн уртаһы еткәнен көттөң!” – тип тәртешкә менән ҡолаҡ төбөмә ин һалды ла сығарҙы, сығарыуын. Эйе... Тик бөтә тол ҡатындар ҙа шулай булып бөтһә икән... Тиҙерәк өйгә, өйгә!
Ҡайтып еткәнсе ете тирем һарҡылып, әлһерәп үк төшкәйнем. Әтәстәр, һуҙып ҡына, беренсе таң борғоһон тарта. Ҡайҙалыр урам буйында ҡаҙҙар ҡаңҡылдаша. Һиртмәле ҡоҙоҡтан һыу сумырып, эстәге ялҡынды бер аҙ баҫтырғас, һөйәүле баҫҡыстан өй башына үрмәләнем. Ҡыйыҡ ишеген һаҡ ябып, ҡасандыр үргә мендереп ташланған иҫке-моҫҡо балаҫ, тун ярпыларынан урын ҡоршаным да, арманһыҙ булып, телде арҡыры тешләп тәгәрәнем. Өйгә кем ингәне, сыҡҡаны хәҙер һыулыҡ тишеге аша ишетелеп-күренеп торғанлыҡтан, иртәнге изге сәғәттәрҙә хатымды алып уҡыясаҡ тол бисәкәйемдең әсе сеңләү ауаздарын ишетәсәгемә инанып...
...Күҙҙәремде асып ебәргәндә, өйҙә бисәмдән елдәр иҫкәйне инде. Берсә улым, берсә Лотфиә әбекәй генә инеп-сығып йөрөйҙәр.
-- Ҡәрсәй, ҡәрсәй, ниңә кисә атайым өйгә ҡайтманы? Соландағы кәштәлә уға тауыҡ бото ҡалдырҙыҡ, -- тип үҙәге өҙөлә балаҡайымдың. Солан мөхите уларҙан бушанған арала, һыулыҡ буйынан ғына кәштәгә һонолоп, ҡалъялы кәстрүлде эләктерҙем. Бот ҡына түгел, ярты тауыҡ булып сыҡты был. Ҡарҡ кикерә кинәнеп, һауыт-һабаһын кире аҫҡа этәрҙем. Сәсрәп киткер кәстрүл, ҡулымдан яңылыш ысҡынып, иҙән таҡтаһында яман шалтыраны.
-- Берес, берес! Ҡәрсәй, атайымдың итен бесәй урланы! – Соланда йәнә улғынамдың керпе башы күренде. Бисә тигәнемдең һаман моронламауына үтә үкенгәнлектән, шау-шоуға иғтибар итмәй, ҡабат әүен баҙарына йүнәлдем.
Өйлә еткәс кенә бисәм эштән ҡайтты, уға Ғәҙилә күршеһе тағылып килде. Ҡотосҡос шат тауыш менән иһаһайлап, тиҙҙән сәхнәгә ҡуйыласаҡ спектакль, шуға бөгөн үткәреләсәк тәүге яуаплы репетиция хаҡында ләстит һаттылар ҙа киттеләр. Шул арала Ҡояш арҡан буйы күтәрелеп, эҫе нурҙары миңә тамуҡ тыуҙырҙы. Эҫе ҡомда тыпырсынған балыҡтай, ауыҙымды бер асып, бер ябып, ниңә былтыр өй түбәһен тимер менән япҡаным өсөн, үҙ башыма әсе ләғнәт яуҙырып ятып ҡалдым. Ни өсөн, тигәндә, түбә утҡа ултыртылған таба кеүек ҡыҙышып, һуңғы соңҡай төктәремде ыҫлап ҡура башланы. Бая тумырған һимеҙ тауыҡ ғазаптарҙы икеләтә арттырҙы. Бер тамсы һыу хаҡына күҙемде соҡоп бирер хәлгә етештем. Әммә түбәнән ысҡыныу юлым ябылған – бисәм баҫҡысты ҡайҙалыр алып киткән. Өҫтәүенә, көллө әҙәмдән оят. Бер ҡат тирем өтөлөп төшһә лә, кискә тиклем түҙергә кәрәк. Эй Хоҙайым, тим, ете ҡат ер аҫтына төшһәм дә мең шөкөрана икән, тик былай тамуҡ киҫәүе генә итмәһәңсе!..
Боғаҙы салынған тауыҡтай, ни ҡылырға белмәй тыпырсынып ятҡанда, һыулыҡ тишегенән соландағы бер күнәк серек бәрәңгегә күҙ төштө. Ҡыуанысымдан һулығып илай-илай, мөрйә көргөгөс оҙон сымды яңы эшкә яраҡлаштырып, бүлбеләрҙе берәм-берәм сәнсеп өҫкә алырға, ике уртымды ҡабартып, һуттарын сәйнәп һурырға керештем...
Илле Алла, ҡырҡ мулла менән иҫән килеш кисте шулай еткереп, ҡараңғы төшөртөп, бисәм ҡабат урынына килтереп һөйәгән баҫҡыс буйынса яза төбәгемдән түбән һыпырылдым. Ҡаса-боҫа ҡоҙоҡтан бер күнәк һыуҙы һоҫоп алып бүҫкәрткәс, ерҙә лә йәннәт барлығына тамам инанып, ихаталағы киске дымлыҡҡа туйынған һалҡын бесәй үләненә ҡоланым. Тик ләззәтле мәл оҙаҡҡа һуҙылманы: Лотфиә әбейҙең ҡайтып китеүе, шуның артынса уҡ бисәм янына, ҡаса-боҫа, ниндәйҙер шомло “ҡараҡ бесәй” үрмәләүе салынды күҙгә. Көллө тәнем эшләп торған ракторҙай ҡалтырап, өйгә яҡынланым. Аҡтыҡҡы ҡайтыуым булыр был, мин әйтәм, бөтәһе аңлашылды – ҡараңғыла ҡараҡ менән ҡауыша!..
Ә шулай ҙа аҙған хәләл ефетемдең нурлы йөҙөн һуңғы тапҡыр күреп китергә уҡталып, тәҙрә ҡапҡасын асам. Пәрҙәне ҡороп эш ҡылалар, ләғнәттәр! Әммә минең күҙҙәр салт: аҡ менән ҡараны айыра. Күләгәләренән үк күреп торам: өҫтәлгә шешә ҡуйып, ҡара-ҡаршы ултырышып алғандар. Эйе, көр ирҙәр тауышы! – Бисәм ниндәйҙер ят ир менән һайраша, суп та суп үбешә!.. Ҡолағымды быяла егенәрәк терәгәс, арт яғыма тәкмәсләп китә яҙҙым: мәлғүн бәндә Йәмиләмде, һөйөклө бисәкәйемде, ҡосаҡлап алып үҙ яғына ҡайыра. Тегеһе ҡарыша, быныһы маташа. Ә ҡулдарын, ҡулдарын ҡайҙа йүгертмәксе мөртәт... уф!
Солан ишеге артымдан сыйылданы, өй ишеге алдымдан иңрәп асылды. Тегеләр сөңгөрҙәгән төпкө бүлмәнекен дә шартлата тибеп осорҙом. Шул арала бисәкәйемде нескә биленән ҡармап өлгөргән оҙон мыйыҡлы шаҡшы, күренеүемдән йәшен һуҡҡандай тертләп, ауыҙын асҡан килеш шаҡ-ҡатып ҡалды.
-- Ух! Йәнеңде алыр-р-рмын! – тип яралы айыуҙай үкереп ебәреүемә, хәләлемде ҡосағынан ысҡындырып, карауат аҫтына тумарланы. Йыуан һирағынан эләктерҙем, дөбөрҙәтеп яҡтыға һөйрәп сығарҙым:
-- Баҫ, әҙәм аҡтығы, тура ҡара күҙҙәремә!
-- Уй йәнем, Мифтахитдинем, теймә уға! – тип йүгереп килеп еткәйне хәләл ефетем, ул да, тубырсыҡтай, бер ситкә сирғып китте.
-- Йә, мошенник, уҡы һуңғы доғаңды, йәнеңде аласаҡмын! – Мыйығынан тартып осаһына типмәксе булғайным, ни күрәм! – мыйыҡ килбәте тиреһе менән ҡуша йолҡоноп сыҡты ла мошеннигым Ғәҙилә ут күршем тауышы менән сәрелдәп көлдө – теге саҡта сикәмә тәртешкә ине һалып ебәргән Ғәҙилә үҙе!.. Сәйер асыштан теҙ быуындарым ҡалтырап, өҫтәл ҡырындағы ултырғысҡа сүгәләнем.. Нахаҡтан ҡул күтәреүемә үкенеп, йөрәк яныуын баҫтыртырға өҫтәлдәге ярымтулы стаканды усланым.
-- Һыу бит ул, Мифтахитдинкәйем, ябай һыу. Ысынын килтерәйем! – Атҡа атланғандай ҡыуанып, ҡауырһындай осоп сығып китте бисәкәй. Саҡ-саҡ һушыма ҡайтып, Ғәҙиләгә ябырылдым:
-- Ни ҡылығығыҙ был? Ниңә мине үҙ өйөмдә әҙәм хуры иттең, күршекәй?
-- Аһ-аһ, бынағайыш тамаша! Нишләп һине хур итәйек, ти? Үҙең бит ул, көтмәҫтән ҡайтып инеп, ҡотобоҙҙо бот буйына ебәрҙең. Беҙ бит бөгөн пьесалағы икебеҙҙең генә ролде ысынтылап, кейем кейеп һәм яҫанып өйрәнергә булғайныҡ. Үҙең драмтүңәрәктә ҡатнашыуҙан баш тартҡас, мыйыҡлы ир роленә кеше тапмай, миңә уйнарға тура килә... Йәмилә ни, өйҙә кеше юҡ, тип, клубҡа бармағайны...
-- Барһын ине, уны кем бәйләп тота? – тигән булдым, еңел һулап. Шул арала Йәмиләм пәйҙә булып, өҫтәлгә ысын “аҡбашлы”ны дөңкөлдәтеп ултыртты, үҙе ихлас йылмайҙы:
-- Әлеге лә баяғы шул француз пьесаһы инде. Әгәр ҙә ҡаршы килмәһәң, киләһе аҙнанан уҡ уйнарға иткәйнек...
-- Уйнағыҙ һуң, -- тинем.
-- Күршекәйем, әү, күршекәйем! Пьесалағы был көнсөл ир ролен, минән алып, әллә үҙеңә генә йөкмәтәйекме, күршекәйем? Әле генә һин ул ролде ҡайһылай ҙа шәп башҡарҙың!
-- Йөкмәтһәгеҙ йөкмәтерһегеҙ инде... – тигәйнем, шатланып ҡул сәпәкләнеләр. Йәмиләкәйем аҡҡош ҡанаттарылай аҡ беләктәрен муйыныма уралтты, танау осомдо яндырып үбеп алды:
-- Их, мин нидәй бәхетле! – тине. Ләкин уға ҡарағанда ла үҙем бәхетле инем – ете ҡат ер аҫтында өс көн томаланып ятҡандан һуң, ниһайәт, йылы өйөмдө, бисәмдең, баламдың яҡты йөҙөн күреп сикһеҙ бәхетле инем. Ошо ысын бәхет хаҡына сәкештерҙек тулы соҡортайҙарҙы.
-- Баштан уҡ шулай бер һүҙҙә генә булһаҡсы! – тип күкрәгемә һыйынды бисәм, икебеҙ генә ҡалғас. -- Теге көндә кәкре тырмаңды һөйрәп сығып киткәс, өҫтөмә Күк емерелеп төшкәндәй булды. Әллә ниндәй ер аҫты хаттары ебәреп ятаһың тағы...
-- Ай-һай, бик бошоноп бармағанһыңдыр әле, -- тигән булдым. – Эсеңдә йәнең булһа, өс көн буйы тынып ятмаҫ – артымдан һөрәнләр инең...
-- Эйе шул, урамға сығып, илгә исемеңде генә һатаһым ҡалған икән!
Ҡаҡ соңҡама аҡыл сүкеше һуҡты: өйҙән сүп сығармаҫ өсөн, ҡан йотоп түҙгән аҡҡошом!
Ә иртәгәһен ни булды, тиһегеҙме? Ғәббәс күршем менән әллә нисә көн буйы баш ҡалҡытмай тир түктек. Клуб сәхнәһенең серек иҙәндәрен алмаштырҙыҡ, декорациялар яһаныҡ, ишек-тәҙрәләрҙе нығыттыҡ. Спектакль булаһы кистә, икәүләшеп йүгереп барып, Солтан ағайымды креслоһы-ние менән ҡуша клубҡа күтәреп килтерҙек. Төрөк тәмәкеһе менән кәрт усмаһы мейес башында ятып ҡалды...
Спектакль хайран шәп барҙы. Бисәләребеҙ менән ҡуша тирләп-бешеп уйнаныҡ. Ғәббәс күршем шаршау асып-ябып торҙо, ә мин харап көнсөл ир ролен башҡарҙым. Солтан ағайым суфлер булып кинәндерҙе. Сәхнә һайын халыҡ түшәмде күтәрә яҙып ҡул сапты. Ошоно күргән әлеге зерә тәмәкесе-кәртсе әшнәләребеҙ ҙә, тамаша барышында уҡ берәм-берәм сәхнә артына уҙып, драмтүңәрәккә яҙылды. Шулайтып, серек ситән аласыҡҡа һөрөмлө һуҡмаҡ өҙөлдө.
Хәҙер беҙ, Солтан ағайым етәкселегендә, клубта бик ҙур яңы әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Кис һайын, бөтә ауыл, тип әйтерлек, ирле-ҡатынлы, күрше-күләнле күмәкләшеп репетицияға йөрөйбөҙ. Һәм, әмәлгә ҡалғандай, беребеҙҙең дә өйҙә әлегәсә буран уйнамай, ҡашығаяҡ шалтырамай. Башты – муйын, муйынды баш тыңлаһа, хәйерле була икән ул.
1980.
Достарыңызбен бөлісу: |