Муйынға аҫылынған арыҫлан
Һәй, был табын түңәрәге йыйын елғыуар буйҙаҡтарҙан хасил даһа! Шырҡ-шырҡ көләһегеҙ ҙә беҙҙең ише ғаиләлеләр тормошонан көләмәс тирәһегеҙ. Мин дә ҡушылып көләм. Бәхетегеҙ: ағайығыҙҙың мунса ташылай ҡалсайып ҡатҡан түгел, ә март ҡояшылай мөлкөп йылмайған сағы. Әгәр ҙә мин быйыл ярышта бөтә бригадаларҙы ла бригадам менән еңмәһәм, алдынғылар сифатында баш ҡалаға килмәһәм, бына бынауы, түшемдәге, маҡтаулы билдәне алмаһам, унан да бигерәге, бисәкәйемә ҡул бүләгенә бынауы аҫыл ҡала тауарын эләктермәһәм, еңгәгеҙҙең ҡайнар ҡосағында майҙай ирергә тиҙерәк ҡайтып етәйем тип ашҡынып, вокзалға сәғәтенән элегерәк өлтөрәп килеп төшмәһәм, бригадир башым менән ошо кафе тигән нәмәкәйҙәренә -- һалам аша соҡортайҙан һут һемереүсе әргендектәр ҡатарына аяҡ баҫыр инемме лә танауы ҡыл көйөгөн дә айырмаған һеҙҙең менән ғаилә хәлдәре тәңгәлендә тел сарлашыр инемме! Юҡ, белмәйһегеҙ шул әле һеҙ ғаилә хәлен! Ә ауыҙ йыраһығыҙ! Тел шартлатаһығыҙ! Йыйын юҡ-бар әкәмәт теҙәһегеҙ! Ә бит ул ғаилә хәле, бик тә белгегеҙ килһә, телеңде йоторлоҡ тултырмаға уттай ҡыҙыу һуған-борос ҡушып төйөлгән кеүек. Абайламай ҡабып ауыҙ яндырмаҫ өсөн, икәүеңә лә айныҡ аҡыл, ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ, арыҫлан йөрәк кәрәк ул ғаилә тормошонда!
Былтыр шундай яңылыҡ булып алды: арғы остоң күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан Оҙонсәс Хәтирәһе кире әйләнеп ҡайтты. Ире ҡайҙалыр ҡалаға һырт ҡайырып эҙ бутаған, ҡәйнә-килен килешә алмағандар. Бындай мәсьәләгә миндәй бригадирҙың ҡарашын беләһегеҙ: ҡайтҡан малда хәйер бар, тинем дә ошоғаса ҡыҙ-ҡырҡынға баш бирмәүсе тана һыйырҙарға һауынсы итеп ҡуйҙым үҙен. Бирешмәй бит, әй, емертеп эшләй. Иң уҫал таналар ҙа ай араһында бесәйҙәй иркәләнде, һауын көндән-көн артты. Малҡайҙарын һөйөп тә, һыйпап та көйләй белә шул Оҙонсәс Хәтирә. Яйы тура килгән саҡта оҙон көйгә һыҙҙыра, тупырҙап бейергә төшһә, йөрәктәрҙе өҙҙөрә.
Алы ла булыр әле,
Гөлө лә булыр әле.
Беҙгә тигән аҫыл йәрҙәр
Яңынан тыуыр әле, --
Тип кенә ебәрә бит, әй. Ир-ат халҡына – ирмәк, ҡатындарына эс уты. Арҡандай оҙон ҡара сәсле, һығылма билле, ҙур ҡуңыр күҙле Хәтирә, йылтынкүҙ ир-атты ғына түгел, һәр егетте тилертерлек, төштәренә инеп тә илертерлек.
Тап шул арала ауылыбыҙҙың арғы осонан бирге осонаса ҡот осорғос шомло хәбәр таралды: беҙҙең тын төбәктә лә, имеш, ҡайҙандыр алыҫ Уссуриҙан аҙып килеп, арыҫлан пәйҙа булған, бер-нисә бәндәне ботарлап та өлгөргән. Бигерәк тә инә арыҫлан яуыз: кистәрен ағас башында һағалап ултырып, үткән-һүткән ир-атҡа ырғыла имеш... Ә мин, үҙегеҙ беләһегеҙ, яуаплы вазифа эйәһе – бригадир, уның ише ваҡ-төйәктән юғары. Минең өсөн оҙон сәс тә, ҡыҫҡаһы ла бер тигеҙ. Бер ҡаранан бер ҡарағаса дөйөм эште генә ҡайғыртам. Әммә, йәшермәйем, арыҫлан бәләһе беҙгә лә килеп керҙе – еңгәгеҙ ҙә бер заман миңә ҡырын ҡарай башланы. Саҡ ҡына ҡояш байып, күҙ бәйләндеме, өй ишегенең келәһен “шарт!” элә лә ҡуя. “Эш муйындан, бисәкәйем, колхоз эше”, -- тип тә инәлеп ҡарайым – юҡ бит, әй, бер иле лә ебәрмәй. “Колхоз эше тип, үҙеңде инә арыҫландан алдыртып, тыусаҡ өс баламды атаһыҙ ҡалдыраһым юҡ!” – тип кенә ең һыҙғана...Булып ҡарағыҙ бына шунда минең һымаҡ ир арыҫланы-бригадир!..
Ваҡиғалар ҡуйырғандан ҡуйырып, иң юғары көрсөгөнә терәлде: бер кис үҙебеҙҙең урамда – Аппарат Әҡлимә тип танылған көмөшкәсе ҡарсыҡтың өй алдындағы өйәңке башында төнөн арыҫлан аҡырған. Килделе-киттеле бер килке бәндә шунан шөрләп, ҡараңғыла өйөнән сыҡмай башлаған – дөйөм хужалыҡ эшенә тотҡарлыҡ. Мыҡты ғына ирҙәрең дә, күҙ бәйләнер-бәйләнмәҫтән үк Аппарат Әҡлимә тауарын һемереп ала ла, арыҫландан ҡурҡам, тип, бригадир танауы салыныу менән үк ишегенә бик һала ла ҡуя. Тукҡылдатһаң, мине ирһеҙ ҡалдыраһыңмы ни, тип, бисәһе ҡарыулаша. Шуның арҡаһында байтаҡ йөрөмтәлдәрҙең төнгө юлы киҫелде, Аппарат Әҡлимә ҡарсыҡтың да төнгө килеме кәмене. Келә һалдыртмай маташыусыларҙың өйөндә буран ҡупты, ҡашығаяҡ шалтыраны...
Ҡойто хәлгә артыҡ түҙеп торор әмәл ҡалмағас, беҙ, йәғни ауыл өсөн яуап биреүсе өс етәксе ир арыҫланы, бисәләрҙең ай-вайына ҡарамай, һаҡлыҡ келәләрен кистән үк ысҡындырып, Ай нурына ҡойонған урамға сыҡтыҡ -- өсөнсө әтәс ҡысҡырғансы күҙ йоммаҫтан йәмәғәт именлеген ҡурсаланыҡ. Тәүәккәллек таш яра, тип әйткәндәре хаҡ икән: ил маҙаһын ебәреүсе мут яныуарҙы ҡырпаҡ ҡарҙа эҙенән юллап барып, ауыл осондағы имән башынан мылтыҡлап алдыҡ – аҙауҙары ҡаҡшаған ҡарт һеләүһен булып сыҡты. Улъяны халыҡ мыжғып торған магазин алдына һалып, өс көн тамаша ҡылдырттыҡ: “Ошоноң менән вәссәләм – бөттө инә арыҫлан!” – тинек. Бүрек кейгән йәмәғәт иркен һуланы, әммә яулыҡлы баштарҙа шик касафаты ҡалды...
Бер көн эштән һуң еңгәгеҙ менән икебеҙҙе ут күршебеҙ күмәк ҡунаҡ табынына тыуған көн туйына саҡырҙы ла кис буйы уйнап-көлөп, тигәндәй, үткәрелде. Үҙе шәп механизатор, үҙе ҡурайсы, үҙе нәфис һүҙ оҫтаһы – күршене әйтәм. Шулай итеп, ваҡыт ҡайһылай ағылғанын абайламай ҙа ҡалдыҡ. Өйөрөлөшөп ҡайтырға тип ҡуҙғалһаҡ, төн уртаһы уҡ еткән.
-- Юҡ-юҡ, ҡунаҡтар, мин һеҙҙе яҙмыш ҡосағына тапшырып ебәрә алмайым! – ти ҡомарланған ут күршем. – Яңғыҙ-ялпы ҡыҙырырға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ҡушмай!
-- Эйе шул! – тип элеп ала хужабикәһе, -- тирә-яҡта ҡош-ҡорт бар. Ишеттегеҙме: кисә генә әле тағы Янбулат олатайыма кәкре ҡайын башынан инә арыҫлан ырғый яҙған. Әйгенәм, дырылдат атһыҙ арбаңды, илтеп ҡуй ҡунаҡтарҙы!
Күршем гараждан “Жигули”ен сығарып, мәжлес халҡын, ҡушарлап-ҡушарлап, өйҙәренә атҡара. Сират көтөп тороусылар ҡапҡа төбөндә уйын ҡороп ебәрҙе. Шунда шаталаҡ Оҙонсәс Хәтирә килеп сығып, табандарынан ут сәсрәтеп, еңгәгеҙгә бейергә баҫмаһынмы. Үҙе үткер ҡаяуын ҡаҙап ала: “Эй апай-апай, ошо мөһәбәт кәүҙәң менән еҙнәмә һөймәлекле бәпес тә табып бирә алмайһың бит, әй – вәт булыр ине, исмаһам, туй! Миңә ҡалһа, мин бер юлы игеҙәкте, хатта өстө тупырлатыр ҙа бирер инем!” – тип ут өҫтәп ебәрә. Сыҡты елеп еңгәгеҙ, унан да хәтәрерәк итеп бейеп китте. “Барған ереңдә табыр инең өстө -- булмаһаң әгәр пусто!” – тине. Шуның менән иҫәптәр тигеҙләнеп, бөтәһе лә ал да гөл була ине, әммә шаталаҡ, әлеге бер таҡмағын һөйрәп сығарып, һүрелеп барған ҡуҙға май өҫтәмәһә:
Алын да алдырырбыҙ,
Гөлөн дә алдырырбыҙ.
Һөйгән йәрен тартып алып,
Йөрәген яндырырбыҙ.
Төҫө ҡасты еңгәгеҙҙең, уратымын көскә бейеп бөтөрөп, хужабикәгә баҫты ла мине һөйрәкләп алып ҡайтып та китте. Төнө буйы шунан өйҙә, төпкө аулаҡ бүлмәлә, буран уйнатып сыҡты.
-- Әйт, -- ти, -- дөрөҫөн әйт: Хәтирә менән ни эшегеҙ булды?
-- Бер эшебеҙ ҙә булманы, -- мин әйтәм, -- төшөбөҙгә лә инмәне.
-- Әһә, “төшөбөҙгә” тиһеңме?! – Сиңерткә йотҡан балыҡ һымаҡ ҡарпып алды еңгәгеҙ. – Бергәләшеп төштәр ҙә күрә башланығыҙмы ни әле? Хәйерле сәғәттә әйт, дөрөҫөн әйт!
-- Дөрөҫө шул: эш урынынан башҡа мин Хәтирәне күрмәйем дә, белмәйем дә!
-- Әһә, шулаймы ни әле? Күрешмәй генә өс игеҙәк табырға йыйынаһығыҙмы? – тип сикәләремә салт та солт ус ялатып ебәрмәһенме. –Дөрөҫөн әйтмәйһеңме? Ҡурҡаҡ һин, бына кем! Ҡурҡаҡ! – тип мәсхәрәләй үҙе.
-- Минме ҡурҡаҡ?! – Сикәм ҡыҙышты минең дә. – Бына һин ул ҡурҡаҡ! – тип һөжүмгә ябырылдым. – Мине Оҙонсәс Хәтирә тартып алмағайы тип ҡурҡаһың. Тиккәме ни мин ишектән инеү менән келәне ҡаптыраһың!
-- Әһ-һә, шулаймы? – Иҙеүемдән бөрөп алды еңгәгеҙ. Тупһа төбөнә дөһөрҙәтеп килтереп, тимер келәне һурҙы. – Иҫем киткән икән иҫке сәкмәнгә! Бар, аҙғын ата арыҫлан, олаҡ Оҙонсәсеңә! – Ҡаңғырып сығып барғанымда артымдан өҫтәкләп ҡалды. – Ысматри, инә арыҫлан муйыныңа ырғылғанда йөрәгең ярылып ҡуймаһын!
Шул секундта ағағыҙҙың арыҫлан йөрәге ҡуҙғалды. Ауыҙ асып әйтмәнем, буҫағаны арыҫландай ғорур ырғып, ишекте тыш яҡтан яптым. Моғайын, иҫенә килгән еңгәгеҙ тәҙрәнән башын тығып ҡысҡырыр, кире ҡайтарыр тип көттөм. Әммә ул да арыҫланбикә икән: “шылт!” та итмәне.
Төнгө күк йөҙө болот, күңелкәйем ҡараңғы, тын урамда яңғыҙ башым ҡаңғырам. Инде ҡайҙа барырға? Ни урында төнәкләргә?.. Кемгә керһәң дә -- оят. Булһам икән килделе-киттеле бер ир, мин бит әле бригадир!.. Бер талай шәңгеп торғас, йүнәлдем арғы остағы бесән эҫкерттәренә. Инде төн ауышҡайны, таң әтәстәре ҡысҡыра башлағайны. Юл тигәнең дә, хәйерһеҙ, ошо төн кеүек оҙон, ә етмәһә Оҙонсәс Хәтирәләр ҡапҡаһы янынан үтә -- колхоз бесәне уларҙың кәртә артында. Самалаңҡырап торҙом да бәрәңге баҡсалары аша юлды ҡыҫҡартмаҡ булып, ҡапҡаларына ауышып үҫкән йыуан ҡарама төбөнән үрелеп кенә ҡулды ҡоймаға һалғайным, баш осомда ниндәйҙер сәйер ыһылдау ишетелде лә ҡарт ағастың ботаҡтары шатор-шотор бөгөлдө. Ҡалҡынып ҡараһам, был ни хәл – бөттө ғәзиз башҡайым! – ҡарама ҡыуын һындыра-емерә, йомғаҡ һымаҡ йомарланған ҡот осорғос оло яныуар ябырыла иңемә -- арыҫлан!.. “Әсәй!” – тип йән бирергә лә өлгөрмәнем, боҙҙай һалҡын ике тәпәйе үңәстән алды ҡармап – инә арыҫлан! Раз-бо-о-ой, муйынға аҫылынды инә арыҫлан!..
Йөрәк ярылыр саҡта ғына, көтмәгәндә, әжәл йомғағы еңгәгеҙҙең сейәләй һутлы ирендәрен ирендәремә убылдырып, ысын еңгәгеҙ тауышы менән наҙлы көйләмәһенме:
-- Йәнем, ғәзизем, арыҫланым, ҡайт өйгә! Арыҫланымды бер кемгә лә бирмәйем, бирмәйем!..
Артабанғыһы ысынлап та төш кеүек: күҙҙе асып ебәрһәм, үҙебеҙҙең йылы өйҙә еңгәгеҙҙең ҡайнар ҡуйынында ятам иҙерәп...
Шәйләнегеҙме инде? Ғаилә хәле бына шулай ул, мырҙалар. Әгәр ҡулығыҙҙан килһә, үҙегеҙгә ҡаш һикерткән инә арыҫланды тотоп, буйһондороп, үҙегеҙ буйһоноп ҡарағыҙ – булырһығыҙ ир арыҫланы! Тап бына ошо тәңгәлдә донъялағы әлегәсә һеҙ белмәгән ғәжәп сер – ғаилә тормошо башлана, эйе!
1974.
Шпорҙар – ышҡырҙар
Саттарвәлиҙе мөдир итеп ҡйғандарының иртәгәһенә бисәһе, аһ-ваһ килеп, универмагтан ҡайтты:
-- Бына һиңә яңы модель ботинка, түрәкәйем. Биҫтәбеҙҙең бөтә түрә ҡатындары, сират тороп, ҡырылышып алып ята – саҡ-саҡ эләктерҙем. Фабрикала “Был йылдың иң шәп моделе” тигән призға лайыҡ булған, ти... Йоморо ғына йылы аяҡтарыңа кейеп ебәр, түрәкәйем. Башҡаларҙан беҙҙең ни еребеҙ кәм?.. Улар һинең тәүҙә йөҙөңә түгел, ә башың менән аяғыңа ҡарайҙар.
-- Бының нимәһе яңы булһын, үҙебеҙҙең ҡала фабрикаһының йышылып бөткән моделе бит, -- тип тел ҡалҡытып ҡарағайны ла Саттарвәли, тегеһе ауыҙын тыҡты:
-- Аяҡ кейемдәре фабрикаһының иң главный модельеренең тайыш бисәһенә тиклем туйтаңдап килеп еткән. Унан минең ҡай ерем кәм?!
Китте эшкә Саттарвәли яңы ботинкалар кейеп. Тупһанан төшөү менән үк ул, ҡойроғо ишеккә ҡыҫылған бесәйҙәй, тажылдап-аҡырып ебәрә яҙҙы: яңы бүләк үксәне тимер ишектән дә хәтәрерәк ҡыҫа һәм ышҡый ине. Кире әйләнеп керергә кәре етмәне. Йөрөй-килә йомшап йүнәлер әле тип, тешен ҡыҫҡан килеш тәпәйләй бирҙе. Уның ете тире аҡты, контораға, ҡапҡанға төшкән бүреләй, тештәрен шыҡырҙатып барып инде, телефон аша хеҙмәткәрҙәренең кәрәктәренә бирергә, ҡабырғаларын һанарға тотондо...
Эштән ҡайтҡанда Саттарвәли башын ҡалҡытып та ҡарай алманы, яңы модель ботинкаларҙы саҡ ҡалҡытып һөйрәлде. Ғәжәпкә күрә, ул үҙенеке шикелле үк байтаҡ ҡына ботинкаларҙың асфальт арҡаһын тырнап һөйрәлеп барыуын, ә ботинка хужаларының, энә йотҡан бурҙайҙай кәкрәйеп, шыңшып-ыңғырашыуҙарын абайланы.
Саттарвәли аяҡ хәлен бисәһенә әйтмәне: тауыш-тынһыҙ ғына иртән эшкә иҫке ботинкаларын кейергә уйланы. Ләкин бисә бөтә артыҡ аяҡ кейемдәрен ҡайҙалыр олаҡтырған, үҙе лә олаҡҡайны. Саттарвәли был юлы эштә кабинетына бикләнде, күнәккә һыу ағыҙып, кискә тиклем аяҡтарын һыуға тығып ултырҙы. Эштән ул телен арҡыры тешләп, биле һынған йыландай үрмәләп ҡайтып инде: ике аяҡтың да үксәһе бармаҡ ҡалынлыҡ күпкәйне. Бүләк зәхмәте икәнен ул бисәһенә белдермәне – аҙаҡҡаса ир ҡалды. Иртәгәһенә, өйҙә һөйрәй торған иҫке ҡаталарының үксәләрен ҡырҡып ташлап, шулары менән шым ғына һыпырылырға иткәндә, магазиндан ҡайтып килгән хәләл ефете тотоп алды:
-- Түрәкәйем, ниңә ҡырын тәпәйләп янтайлайһың?
-- Үксәләргә әллә ни булған.
-- Эһем, һал әле ойоҡбаштарыңды. – Бисә ҡапыл ҡул сәпәкәйләп, ҡыуаныслы бейене. Түрәкәйем, әйтәм бит, башҡаларҙан беҙҙең ни еребеҙ кәм? Яңы модель ботинка алған башҡа түрә бисәләренең дә ирҙәре бөгөн иртүк торған, аҡһай-аҡһай поликлиникаға шылған. Түрәкәйем, һиңә лә шпорҙар үҫкән!
Үксәһеҙ ҡата кейгән мыҡты ирҙәр хирург бүлмәһе алдында теҙелешеп ултыра, был заманда абруйлы ғына уҙамандарҙың үксәләренә ҡанығыусы “шпор” тигән сир тураһында тел ҡаға.
Табип бүлмәһенә беренсе булып аяҡ кейемдәре фабрикаһының иң главный модельере ингәйне, бераҙыраҡ торғас, хирург үҙе ишекте асып ҡараны ла сатандарҙың барыһына ла эркелеп керергә ҡушты.
-- Рәхим итегеҙ гуртым. Берәмләп ҡарау ҡайғыһы юҡ – үҙем дә бөгөн сатан, -- тине ул. Кушеткала йөҙтүбән ятҡан баш модельерҙең тәпәйҙәрен күрһәтте. – Һәммәгеҙҙең дә үксәләр ошондаймы?
-- Тап шундай, һуйған да ҡаплаған! – тинек хор менән. – Шпорҙар!
-- Шпорҙар түгел, ә ышҡырҙар был.
-- Уныһы ниҙән була тағы? – Тороп ултырҙы баш модельер. Хирург өҫтәл аҫтынан үҙенең бөтәбеҙгә ифрат таныш яңы модель ботинкаларын тартып сығарҙы, эске үксәһенә бармағын төрттө:
-- Элек бында, йөйөн ҡаплатып, артҡы эслек һалына ине. Яңы модельдә ул юҡ...
-- Шул яңылыҡ беҙҙең фабрикала ботинкаларҙың һәр кейеменән – ноль бөтөн ундан бер тин экономия бирҙе! – Баш модельер ултырған урынында ғорур кирелде.
-- Ҡулға тоторҙай иҫәпләп ҡарағанда, күпмерәк була был?
-- Һәр ун кейем ботинканан – бер тин! Йөҙҙән – ун тин, меңдән теүәл бер тәңкә! Күпме экономия!
-- Бына шул экономия өйкәп, ышҡып күптергән дә инде беҙҙең шпор-ышҡырҙарҙы... – тине хирург. – Барыбыҙға ла бюллетень алырға, өйҙә ятып дауаланырға тура килә хәҙер. Олатайым әйтмешләй, бер тин ҡуян – ун тин зыян була был экономия...
-- О, елле экономия! – тиеште кинәт күңеллеләнеп гөжләшкән мыҡты ирҙәр; бюллетень алғас тиҙерәк шәхси гараждарға барып етеү, баҡсаға китеү тураһында ҡыҙыу ғәм ҡупты. Улар “дыу!” килешкән арала хирург ишекте асып коридорҙы барланы:
-- Сират көткәндәр бармы? Ваҡытығыҙҙы әрәм итмәй, башҡа врачҡа үтегеҙ, башҡаларға ла әйтегеҙ. Мин бюллетенгә китәм!
Саттарвәлиҙең дә, гараж уҡ булмаһа ла, өй ҡырында тутыҡ ҡалайҙан ҡоршалған келәт киҫәге, ә эсендә өс тәгәрмәсле өр-яңы “матай”ы бар ине – ҡайһылай ҙа шәп килеп сыҡты, инде мөмкин ҡырын һуҡтырып йәнгә сихәт тәбиғәтле ҡала ситенә елдерергә, тип хозурланып уйланы. “Был юлы бисәкәйҙе лә суҡайтып ултыртып алмай булмаҫ – сираттан тыш ял көндәренең сәбәпсеһе тап ул бит!”
Абруйланып үҫеп киткән үксә шәрифтәренә эйелеп ҡарап, ҡапыл күңеле йомшарҙы, үксәһеҙ ҡатаһын кейеп маташҡан баш модельерҙең яурынына яратып ҡулын һалды:
-- Иллә башлы икәнһегеҙ ҙә, мырҙам! Ошо йәшемә етеп, игелекле шпорҙарҙың ҡайҙан шытҡанын шәйләгән-белгән юҡ ине!
Красноусол курорты, 14.06.1975.
Дөйә -- төймә
Бөтәһе лә төймәгә барып бәйләнде. Эйе, магазинда чек яҙҙыртып алғас ҡына, ул нәҡ шуны күреп ҡалып дау ҡуптарҙы:
-- Ниңә былары һәлберәк тә елберәк?! Башҡаһын алып бирегеҙ!
Ирендәре ҡыҙыл буяу мискәһенең ауыҙы һымаҡ һатыусы ханым урҙалағы теҙелеп торған салбар иштәрен берәмтекләп күрһәтте:
-- Йә, тынысландығыҙмы инде? Йөҙ салбарҙың йөҙөһөнөң дә төймә ғәлиһөссәләмдәре бына-бына өҙөләм, тип кенә тора...
-- Тынысланманым! Миңә төймә ғәлиһөссәләме берәгәйле салбар кәрәк!
-- Уныһын фабриканан барып юллағыҙ!
Ғәбделвәзихтең, үлә яҙып, шаҡмаҡлы салбар кейгеһе килә ине. Китте сәмләнеп тегенсе фабрикаға. Унда ҡағыҙҙы уңлы-һуллы әйләндерҙеләр, һораштылар, телефондан шылтыраттылар. Ғәбделвәзихҡа саҡ ҡына көтөп торорға ҡуштылар. Мәсьәләнең төймә күҙәүен ҡырҡ тапҡыр әйләндереп, иң яуаплы, иң оло иптәштең үҙенә йүнәлттеләр. Ә ул, төймәнән дә бәләкәс булып ҡалып, кеселекле баш эйҙе:
-- Хәлегеҙҙе төшөнәбеҙ, аңлайбыҙ, һеҙҙең өсөн көйөнәбеҙ, янабыҙ. Әммә ярҙам итеү көсөбөҙҙән килмәй.
-- Фабрика тиклем фабриканың эт күҙендәй төймәгә лә көсө етмәйме? – Илерә яҙҙы Ғәбделвәзих.
-- Эш төймәлә түгел, дуҫ кеше, ә тишегендә!.. – Яуаплы иптәш ҡапыл ғына дөйәләй үҫеп китеп, өҫтәл тартмаһынан йылтыр энә, нәҡ шаҡмаҡлы салбарҙағы шикелле төймә сығарып, тишектәрен машина теккән һымаҡ типсеп күрһәтте. – Аңланығыҙмы инде, дуҫ кеше, кем ишкән ул һеҙгә ишәк сумарын? Образлы итеп әйткәндә, беҙҙең теген машиналарының энәһе – уҡлау, ә төймә тишектәре – сысҡан күҙе!
-- Ниңә уҡлау һыйырлыҡ тиштертмәйһегеҙ?
Иң яуаплы оло етәксе Ғәбделвәзихты, еңенән һөйрәп, тәҙрә төбөнә килтерҙе, ҡала ситендә төймә-төймә дүңгәләктәр урғылдырып төтәп торған оҙон мөрйәне күрһәтте:
-- Ана тора фабрикаһы – төймәләрҙең ояһы. Һорауыңды шунда түңкәр. Төймә күҙе асылмаһа ла, үҙеңдеке асылыр, бәлки.
Ғәбделвәзихтың үлә яҙып шаҡмаҡлы салбар кейгеһе килә ине, күҙҙе йомоп, төтәп торған оҙон мөрйә төбөнә елтерәне. Һәм ундағы иң яуаплы оло иптәште эҙләп табып, һорауын ҡабатланы:
-- Ниңә бушҡа төтәйһегеҙ, төймәләрегеҙҙең күҙҙәрен киңерәк астыртып тишмәйһегеҙ?
Ундағы иң яуаплы оло етәксе лә ҡапыл ғына бөрөштө, төймәләй бәләкәсләнде. Һораусыны тәҙрә төбөнә килтереп, күрше кварталды ыҫлы ҡара төтөнгә сорнаған оҙон мөрйәгә баҡтыртты:
-- Ана тора энәләрҙең инәһе – түңкәр шунда һорауыңды. Төймәнең күҙен түгел, ә энәнең үҙен нәҙек итергә кәрәк ине!
Сәсәй-сәсәй йүгереүҙән Ғәбделвәзихтың күҙ алдында күк йөҙө шаҡмаҡлы салбар балаҡтарылай сыбарланды, ә шулай ҙа мөрйә төбөн эҙләп тапты. Мәсьәләне ҡабырғаһы менән килтереп ҡуйғас, ундағы иң яуаплы һәм оло иптәш ярһып өҫтәлгә һуҡты:
-- Һеҙ кем? Әллә аҡылдан яҙҙығыҙмы?
-- Яҙманым, тиер инем... ниңә?
-- Эштең төймәләме, энәләме икәнен дә шәйләмәйһегеҙ ҙәһә...
-- Уныһын һеҙ шәйләргә, ә мин хаҡына аҡса бәйләргә тейеш! Сысҡан күҙендәй төймә тишеге өсөн ҡуласалағы тейендәй бейетәһегеҙ!
Иң яуаплы оло иптәш өҫтәл артынан торҙо, баштан-аяҡ һөҙөп-текләп ҡараны:
-- Кем һеҙ? Фәнни-техник революция осоро кешеһеме, әллә, ғәфү итегеҙ... таш быуаттан мүкләнеп ҡалған бүкәнме?
-- Әгәр таш бүкән булһам, өйөмдә генә ултырыр, шаҡмаҡлы салбар артынан сапмаҫ инем, -- тине Ғәбделвәзих, йәберһенеп.
-- Алығыҙ ҙа кейегеҙ – магазиндарыбыҙ тулы!
-- Алыр ҙа кейер инем дә ул... шәлдәү төймәләре өҙөлөргә тормаһа... Ә һеҙ кейер инегеҙме шундайҙы?
-- Дәәә, мөһим мәсьәлә... – Етәксе баш сайҡаны.
-- Мөһимлеген шәйләгәс, ниңә һеҙ, шул төймәгә бәйле иң яуаплы оло өс етәксе, төймәләй хәлде дөйәләй итмәҫ өсөн, бер табынға ултырып һөйләшмәйһегеҙ, мәсьәләне энә һымаҡ тишеп үтерлек уртаҡ тел тапмайһығыҙ? Ана, өсөгөҙҙөң дә яурындар аша мөрйәләр һерәйеп тора!
-- Дәәә, аңлайым хәлегеҙҙе... – Иң яуаплы оло етәксе шаҡмаҡлы салбар көҫәүсене, аталарса арҡаһынан һөйә-һөйә, тәҙрә төбөнә килтерҙе. – Күҙҙәрегеҙҙе асыбыраҡ ҡарағыҙ әле: күрәһегеҙме анауы мөрйәне?
Күҙҙәре алдында бөтә донъя шаҡмаҡлы салбар төбөләй ҡалып илерә башлаған Ғәбделвәзих урамға атлығып сыҡҡанда, әлеге завод мөрйәләре шул салбарҙың балаҡтарылай күренде. Офоҡ аҫтына тәгәрләп барған түп-түңәрәк Ҡояш иһә шул салбарҙың шәлдәүенән өҙөлөп төшөп киткән төймәләй тойолдо... Аһылдап килеп ул кире магазинға керҙе, үлә яҙып кейгеһе килгән шаҡмаҡлы салбарҙы алып, һатыусы ханымға ялбарҙы:
-- Зинһар, өҙөлөргә торғанын тағып бирегеҙ!
-- Нимә?! Әллә ҡатынығыҙ юҡмы?
-- Юҡ шул.
-- Буйҙаҡмы?
-- Буйҙаҡ. Тик бының төймәгә ниндәй бәйләнеше бар?
-- Дөйәләй. Беҙҙең завод-фабрикаларҙың тауары ҡатынлыларға көйләнгән, бәйләнгән.
-- Тимәк, минең һымаҡ буйҙаҡтарға салбарһыҙ йөрөргәме?
-- Үҙегеҙ таға белмәгәс – эйе шул.
-- Их шаҡмаҡлы салбар!.. Әгәр ҙә белгән булһам, тәүҙә Бюро ЗГС-ҡа барыр инем...
Һатыусы ханымдың күҙҙәре мызылданы:
-- Быны эшләргә һуң түгел. Мәҫәлән, мин дә буйҙаҡ, ә салбар төймәләре тағырға ифрат яратам.
Ҡыҙыл ауыҙлы ханымдың наҙлы ҡулын усланы Ғәбделвәзих:
-- Тағып күрһәтегеҙ әле, улайһа!
-- Хәҙер үкме? Әллә тәүҙә Бюро ЗАГС-ҡа барып яҙылышып, өйҙә икәүләшеп кенә тағыр ҙа ҡуйырбыҙмы?..
Уф... төймәһе дөйәләй булды был...
1978.
Серек йомортҡа
Ғәбделсафа менән Миңлеғата икеһе лә бер йылғы, икеһе лә, өйләнешеп, башлы-күҙле булған, икеһе лә колхозда механизатор, икеһе лә ауылдың үҙәк урамында йәшәй, икеһенең дә өйө бер ҡойма аша ғына терәлешеп тора – йәғни ут күршеләр ине. Айырма тик шунда ғына: Миңлеғата бәләкәстән үк йоҡо тәмен белеп үҫте, ә Ғәбделсафаның, имеш, күҙе йоҡо таныманы – йоҡлағанда ла “ике күҙе асыҡ” ҡалыр ине икән. Әллә шуғамы, Ғәбделсафаға колхоздың яңы ғына ҡайтарылған иң дәү К-700 тракторын ышанып тапшырҙылар, Миңлеғатаны ябай ДТ-75-кә генә ултырттылар. Ғәбделсафаны һәр саҡ байрамдарҙа ҡиммәтле бүләктәр менән ҡотлайҙар, йыйылыштарҙа президиумдың түренә мендерәләр, ә Миңлеғатаға дөйөм исемлектән ябай ғына маҡтау менән залдың билдәһеҙ эскәмйәһе эләгә. Аҡса менән игенде лә Ғәбделсафа көрәп алһа, Миңлеғата услап ҡына ҡайтара. Шуға күрә Ғәбделсафаның ихатаһы ла бейек – зәңгәр рәшәткәле таҡта ҡойма менән уратып алынған һәм аҡ ҡалай япҡан йорто бойҙай ашатҡан күркә кеүек ҡуҡырайып ҡалҡынған, ә Миңлеғатаның серек ситән ихаталы, мүкләнеп бөткән шифер менән генә ябыулы өй генәһе һимеҙ күркә янындағы төләгән тауыҡтай күренә.
Тора-бара ошо хәлдәр Миңлеғатаны сәмләндереп ебәрҙе, ул нисек тә Ғәбделсафанан бер иле уҙҙырырға, бер баш юғары ҡарарға ҡарар ҡылды. Тап шул йылда ут күршеләр икеһе лә ихаталарына ҡарбуз-ҡауын сәскәйнеләр, бер үк ер һәм бер үк орлоҡ булһа ла, үс иткәндәй, Миңлеғатаныҡы мантый алманы, ә Ғәбделсафаныҡы ҡотороп уңды. Урамдан уҙған һәр бер халыҡ, ҡояшҡа бешеп тумарлап ятҡан оло-оло ҡарбуз-ҡауынға һоҡланып, Ғәбделсафаны маҡтай, ә Миңлеғата тәңгәленән баш сайҡап ҡына китә. Һәм шул көндәрҙең береһендә, көтмәгәндә, урам халҡы Миңлеғаталар ҡаршыһында йыйыла, серек ситән аша ҡарап тел шартлата башланы. Унда, ҡабаҡ ояларын янлатып үҫтерелгән ҡауын һәм ҡарбуз елеләре араһында, Ғәбделсафаларҙыҡынан кәм тигәндә ике тапҡырға дәүерәк ала-ҡола ҡарбуздар, алтын кеүек һары ҡауындар күҙҙең яуын алып тумарлап ята имеш! Ике ут күрше, ҡапҡаларынан сығып, халыҡ алдына баҫты.
-- Миңлеғата уҙҙырған бит, әй!
Ғәбделсафа өндәшмәне, ә Миңлеғата күркәләй ҡабарынды.
-- Йә, Ғәбделсафа ҡусты, быға нисек ҡарайһың? – тинеләр тағы.
Ғәбделсафа, бер ни әйтмәй, ихатаһына инеп китте, ике ҡулына ике иң ҙур ҡарбузды һәм ҡауынды күтәреп сыҡты. Бәкеһен йәшендәй уйнатып, һәр кем ҡулына берәр телем ҡарбуз һәм ҡауын тотторҙо:
-- Ҡабып ҡарағас әйтерһегеҙ кем кемдән уҙҙырғанын!
-- Шәп! – тине тәмләп ҡараусылар. – Инде сират Миңлеғата ҡустыла!
Миңлеғата ауыҙ асып та өлгөрмәне, өлгөр йәнле ике малайы шунда уҡ серек ситәнде аша ырғып, Миңлеғата баҡсаһына төшөп тә китте:
-- Бәкеңде әҙерләй тор, атай, хәҙер үк иң дәүҙәрен алып киләбеҙ!
Ах-бах итеп, береһе тауҙай ала ҡарбузды, икенсеһе ҡауынды йөкмәп тә килде. Миңлеғатаның төҫө ҡағыҙҙай ағарҙы, ҡулдары ҡалтыраны, бәкеһен сығарманы. Унан да нығыраҡ тулҡынланған бер ағай, Ғәбделсафа ҡулындағы үткер бәкене алып, тәүҙә ҡауынды, артынса уҡ ҡарбузды ҡап-урталай яра телеп ебәргәйне, йәмғе йәмәғәт “аһ!” итте, шунан шарҡылдап көлдө:
-- Ҡарағыҙ: ҡабаҡ бит былар, ҡабаҡ!
-- Ҡарбуз-ҡауынға оҡшатып, тыштарын буяп ҡуйған ҡабаҡ!..
-- Ала башмағына телгеләп бирегеҙ!
Ә бер хәйерһеҙе, башын салҡайтып ҡарап, Миңлеғата ыҙмаһының ҡап-урталай бөкөрәйгән түбәһенә төртөп күрһәтте:
-- Ҡарағыҙ әле, әй, төн сыҡҡансы өй генәһе лә, буш һауанан ҡыуыҡланып, ике башҡа бейегәйгән бит бының! Күршеһенекенән аша ҡарап тора!
-- Ҡайҙа? Ҡайҙа? – тиештеләр бөкөрөнән башҡаһын күрмәгән кешеләр.
-- Күктәге анауы болот – шуның түбә ябыуы түгелме ни?
Хахылдап көлөштөләр:
-- Өйө бейек, өйрәһе шыйыҡ икән шул!
Көллө урам енләнгәндәй шарҡылдап көлдө, төҫө тап өй түбәһенең шиферы кеүек күкле-йәшелле булған Миңлеғата өйөнә кереп бикләнде. Уртын сәнәп яһил уйлана торғас, төплө ҡарарға килеп, төн сыҡҡансы, ысынлап та, күршеһенән уҙҙырмаҡҡа ул йортон да “бейегәйткән” йәғни тутыҡ мейес мөрйәһен оҙон торба ялғап оҙонайтҡайны. Ошонан һуң азаматтың исемен дә оноттолар – күҙ астыртмай йә -- Ҡабаҡ, йә Мөрйә тип кенә ләҡәпләнеләр...
Әммә йүнле бәндәнең ләҡәбе лә тик берәү – берәгәйле булырға тейеш. Был берәгәйлек яҙғы сәсеү ваҡытында – ҡырҙа ҡуна ятып эшләгәндә килде.
Яҙғы саҡ -- әҙәм балаһына витаминдар етешмәгән миҙгел бит. Шуны иҫәпкә алыпмы, Ғәбделсафаның өйөнән һәр төрлө еләк-емеш ҡаҡтары, сей йомортҡа килә ине. Ғәбделсафа емеш-еләкте иптәштәренә тарата, ә сей йомортҡаны һәр саҡ аш алдынан һытып эсә. Шуны күрептер инде, бер көн Миңлеғатаға ла ҡатыны бер күнәсек сей йомортҡа ебәргән. Киске ашҡа ултырғас ул, Ғәбделсафа эргәһенә йәпләнеп, күнәсектән бер йомортҡаны өҫтәлгә сығарып һалды:
-- Кемдеке ҙур?
-- Их-ма!.. Һинеке бик бәләкәс! – тип ут төрттө Миңлеғатаға бер ағай.
-- Нимә?! Минекеме бәләкәс?!
-- Һүҙ әйтмәгеҙ Миңлеғата ҡустыға, бәләкәс бәләле була ул! –Быҫҡыу утҡа май ҡойҙо икенсе бер ағай. Ләкин бирешмәнеләр:
-- Юҡ шул, Ғәбделсафаныҡы бәләлерәк!
Миңлеғатаның ҡапыл талағы ташып, эсендә ут ҡайнаны: күренеп торған өҫтөнлөктө лә Ғәбделсафа тартып алырға тора!
-- Ҡарап ҡарайыҡ, әйҙә: кемдеке икән бәләлерәк? – тине, үҙе һымаҡ уҡ эсенән ҡайнашып-ҡабарғандай иң дәү йомортҡаһын күнәсектән услап алып. Ғәбделсафа ла шул ыңғайҙан өҫтәлдәге йомортҡаһын күтәрҙе:
-- Әйҙә!
-- Ағай-эне, ҡупты бөйөк тарихи мәл: донъяға тыуасаҡ ике әтәс көс һынашып төкәшә! – тип һөрәнләп тә өлгөрмәне иң сәмле тамашасы, ут күршеләрҙең йомортҡалары осло маңлайҙары менән “сыҡ!” итеп бәрелеште һәм... Миңлеғата ҡулындағы яман сәсрәп, донъялағы иң-иң һаҫы, шаҡшы шыйыҡлыҡ тамашасыларына зәһәр бөркөлдө.
-- Серек! Серек йомортҡа!.. – Көллө йәмәғәт, танауҙарын устары менән ҡаплап, табындан ситкә сирғыны. Шул көндә үк Миңлеғатаға “Серек Йомортҡа” ҡушаматы йәбеште...
Ошонан һуң Миңлеғата тешен ҡыҫты, Ғәбделсафаның ваҡ ҡына кәмселектәрен, уңышһыҙлыҡтарын күргәндә лә атҡа менгәндәй ҡыуанды, ләкин быны ҡырҡ йоҙаҡ аҫтына йәшерҙе. Инде ул ут күршеһенән бер башҡа юғары булыу өсөн түгел, ә уны аҫтан киҫеп сүктертеү юлдарын уйлап баш ватты.
Йәй буйы көтөп йөрөнө уңайлы мәлен. Ниһайәт, хәйерле сәғәт һуғып, ил аяғы һил арала серек йомортҡа эйәһе бригада гаражы артында пәйҙә булды, Ғәбделсафа һабанының кәҫ таҡталары болттарын, саң түгел серәкәй тейһә лә ысҡынмалы итеп, бик ныҡ бушатып ҡуйҙы. “Кәкре ҡайынға терәттем!” – тип кинәнде. Эш шунда: тракторы менән тирмәнгә киткән Ғәбделсафа, кис ҡырын ҡайтып, төнгөлөккә баяғы һабанды тағырға ла тәжрибә участкаһы итеп билдәләнгән Кәкреҡайын баҫыуын туңға һөрә башларға тейеш...
Зәңгәр таңдан зәңгәр велосипедында ҡырҙағы тракторы янына эшкә елдергән Миңлеғата үтеп барышлайы Кәкреҡайын баҫыуына һуғылды, унда кәҫ таҡталарһыҙ һерәйеп торған һабанды, шул арҡала бөтөнләй ҡаплатмай һөрөлгән – ҡамылдары тырпайып ятҡан баҫыуҙы, Ғәбделсафаны уратып алған етди ҡиәфәтле етәкселәрҙе күреп, һарымай йотҡандай эстән генә ҡыуанды – бураҙналарын ҡаплатмайынса брак һөрөлгән баҫыу өсөн терәткәндәр һөмһөҙҙө кәкре ҡайынға! Шулай ҙа шатлығын йәшереп, йөҙөнә ҡайғылы төҫ сығарырға тырышып:
-- Их-ма! Һәләк ителгән бит баҫыу айнанайым! – тип көрһөнгән булды. Ә кешеләр иһә уға, алйотҡа тарығандай, йылмайышып ҡараны. Агрономдың һүҙҙәре ҡаушаған Миңлеғатаның сәстәрен үрә торғоҙҙо:
-- Маладис, Ғәбделсафа, төрән таҡтаһыҙ эш итмәле алдынғы яңы ысул менән юғары класлы һөргәнһең! Нисек итеп төн сыҡҡансы өлгөрҙөң?
-- Һис өлгөрмәҫ инем дә, ут күршем ярҙамға килмәһә! – Миңлеғатаның йөрәгенә ут һалды тегенеһе.
-- Вәт маладис, әллә тракторы менән төндә килеп һөрөштөмө?
-- Юҡ, мин тирмәндән ҡайтҡансы, һабанымдың төрән таҡталарының тутығып ҡатҡан гайкаларын бермә-бер бушалтып ҡуйған, быны гараж ҡарауылсыһы күргән. Һөҙөмтәлә күҙ асып йомғансы шалт-шолт алдым да ташланым, күпме ваҡытымды янда ҡалдырҙым! Ысын күңелдән рәхмәт һиңә, ут күрше!
Миңлеғатаға йәне һөймәҫ Ғәбделсафа терәтеләсәк кәкре ҡайын кинәт кенә турайғандай, Миңлеғата үҙе иһә төп башына ултыртылғандай тойолдо...
Йәне көйөп көноҙоно йөрөй торғас, саҡ еткерҙе алмашыныу сәғәтен. Кисен эштән ҡайтышлай, балағынан шайтан ҡотҡоһо тартып, колхоздың орлоҡ келәтенә һуғылды, “Һаҡ булығыҙ! Ағыулы!” тип яҙылған бер мискәнән аҡ онтаҡ һоҫоп алды, ҡараңғыла ихатаһының ситәне аша үрелеп, Ғәбделсафаның ике күнәк һөт һауҙыртҡан ала һыйыры ялай торған таш тоҙ өҫтөнә һипте.
Һары таңдан бисәһенең әсе тауышы уятты:
-- Ғата, тиҙерәк салып ал – һыйыр харам үлә бит!
-- Кем һыйыры?! Сафаныҡымы?! – Йөрәге һыйыр тулағандай яман тибеп, ырғып торҙо йәшерен ҡыуаныслы.
-- Уф Аллам, кемдеке булһын инде – үҙебеҙҙең һыныҡ мөгөҙ!.. Күпме туҡыным үҙеңә, һыйыр алдына тоҙ һал тип! Я раббым, тоҙ темеҫкенеп, төн уртаһында ситәнде емереп сығып киткән, күршеләрҙең тоҙон ялап күбенгән...
Һөҙөмтәлә Миңлеғатаға иптәштәр хөкөмө алдына баҫырға тура килде, инде башҡаса алай ҡылмам, тип, һүҙ биреп саҡ ҡотолдо. Әммә талағы ташыуын тыя алмай, тештәрен нығыраҡ ҡыҫты.
Бер саҡ Ғәбделсафа бөтә ғаиләһе менән күрше ауылдағы ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа елдергәйне. Төндә туңға ер һөрөүсе Миңлеғата тракторын туҡтатып, велосипедта бик ашығыс ҡайтты ла, күршеһенең түгел, ә үҙенең ҡыйшайып ҡоларға ултырған ҡара мунсаһына кәрәсин һибеп ут төрттө, артынса уҡ дәррәү кире елдерҙе. Ике аралағы баяғы һыйыр ҡазаһынан һуң яңы ғына уратылып йәшелгә буялған таҡта ҡойма уның мунсаһына терәлеп үк һуҙыла, урам яҡ башы, ҡырт боролоп, Ғәбделсафа йортоноң шулай уҡ яңы буялған таҡта болдорона барып тоташа. Миңлеғата иҫәбенсә, ҡойма бикфорд-шнур бурысын үтәп, “ҡыҙыл әтәс” күҙ асып йомғансы һөмһөҙҙөң йортон суҡыр, Сафа күршелә сыҡҡан ут мунсамды килеп яндырҙы, мине ҡазаға ҡалдырҙы, тип даулашырға форсат тыуыр...
Алмашсыһының килеп етеүен дә көтмәҫтән, йөрәге сығырҙай тулап, велосипедында ишкән ирҙең, үҙҙәренең тәңгәлендә урамда илашып ултырған ҡатыны менән ике улын, зыҡ-ҡубышҡан халыҡ төркөмөн шәйләүҙән йөрәк кенәһе һулығып, күҙҙәре шарҙай булды: Ғәбделсафаның йорто һаман күркәләй ҡабарып ултыра, ә уның ата нигеҙендә ҡуйы төтөн: ыҫмаҡланған торомбаштар зәһәр аунап ята ла завод мөрйәһеләй оҙон мөрйә генә һерәйеп тора ине. Ғәбделсафаның таҡта ҡоймаһы, ҡәһәрең, ут ҡапмай торған махсус буяу менән ҡапланған булған – мунса һикерткән “ҡыҙыл әтәс” кире яҡҡа -- серек ситәнгә үрмәләп, Миңлеғатаның үҙенең өйөнә ҡунған...
“Әтәс”тең кем салғыйы аҫтынан сыҡҡанлығы билдәһеҙ ҡалғанлыҡтан, фажиғәғә тарыған ғаиләне колхоз арғы остағы буш йортҡа керетте, иғәнәле илдән урын-ҡаралты, мал-тыуары ла йыйылды. Әммә Миңлеғатаның эсе – ҡабарынҡы, теше ҡыҫыҡ килеш ҡалды, сөнки йүкә телефон уға, имеш, Ғәбделсафа әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙе:
-- Их, ут күршем елле ине, елһеҙ төндә еңе буйынан ут сығып ҡына араланы!..
Миңлеғатаға бөтәһен дә Ғәбделсафа үтәнән-үтә күрә, уның нимә уйлағанын да белә, аҫтыртын этлектәр эшләтеп, унан көлә һымаҡ тойолдо. Хәҙер инде ут күрше булмаһалар ҙа, утлы һулышы сикәләрен көйҙөрҙө. Етте, ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тигән хәтәр ҡарар алға һөрөлдө.
Ҡыр эштәре тамамланып, районда гөрләтеп уҙғарыласаҡ баҫыу батырҙары парадына барырға йәнә лә шул Ғәбделсафа тәғәйенләнгәс, иртәгә парад тигән төндә Ғәбделсафа ла, Миңлеғата ла йоҡламаны. Парад ҡарарға бараһы башҡа кешеләр, автобустарға тейәлеп, кистән үк китеп бөткәйне. Ғәбделсафа колхоздың еңеү флагы тағылған К-700 тракторын бәйге юртағы һымаҡ итеп көйләне, ә Миңлеғата, төнө менән ҡаса-боҫа ауыл осона сығып, ошо таңда Ғәбделсафа тракторы юлланасаҡ таҡта күпер аҫтына төштө, урта билендәге ике ағас бағананы төптән ҡыялатып бысты: бына ҡайҙа буласаҡ уға, Ғәбделсафаға, ысын серек йомортҡа!.. Ҡайтҡас, йөрәге ҡағып, серем итә алмай ятты. Күҙҙәрен йомһа, күпер уға шартларға торған бик ҙур серек йомортҡалай төҫмөрләнде...
К-700 тракторы таң тишегендә урамдан гөрөлдәп уҙғас (Ғәбделсафа хәйерһеҙҙең, парадҡа һуңламаҫ өсөн ҡабаланып, тракторҙы урау юллы күперҙән түгел, ә тура кисеүҙән йүнәлткәнен Миңлеғата белмәне), йөрәгенең тырнауын, талағының ҡабарыуын, эсендә ут ҡайнауын һәм өшөткөс ҡурҡыуын баҫа алмай, тутыҡ мылтығын аҫып, “һунарға барам” тигән булып олаҡты.
-- Әгәр мине таптырһалар – кисә үк айыу аңдырға сығып киттем! – тип киҫәтте ҡатынын. “Этлекле йән этлек ҡылған еренә барып тотолор” тигән мәҡәл тура килмәһен өсөн, серек йомортҡалай шартларға тейешле күперҙән кире яҡҡа – тау араһына артылды. Күҙ алдары ҡараңғылана, башы әйләнә ине. Бер заман ир күҙен асып ебәрһә, үҙенең шомло Енлеҡая түбәһенә үрмәләүен шәйләне – юғарынан бына-бына күпер күренәсәк ине. Ләкин аңы томаланған Миңлеғата ҡалҡынып баға алманы: Ғәбделсафаның ҡурҡыныс К-700 тракторы, дәһшәтле Дәжжалдай үкереп, текә ҡая башына уны баҫтырып менеп килә имеш... Миңлеғата, ҡото осоп, артына ҡайырылғайны, тубылғыға тотонған ҡулдары ысҡынып, ҡая аҫтына тәгәрәне...
Иҫһеҙ-ҡоҫһоҙ илереп ятҡан Миңлеғатаны көтөүсе тейәп алып ҡайтты. Күҙен аҡайтып аса ла башын ҡалҡытып ҡарай, теле көрмәлеп, бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Әбей-һәбей араһында: “Енлеҡаяла Миңлеғатаны ен һуҡҡан”, -- тигән имеш-мимеш тә таралғас, ирҙе тиҙерәк район больницаһына илтергә йыйындылар. Бахырҙың бер туған ҡустыһы, шофер, ауыр йөк машинаһын тоҡандырҙы – башҡа машиналар китеп бөткәне. Ҡузлаһына бесән түшәп, сирлене ятҡырҙылар, баш осона ҡатыны, туғандары ултырҙы. Әлеге бысылған бағаналы таҡта күпергә етеп барғанда ғына Миңлеғата ҡапыл аңына килде, ҡайҙа ятҡанлығын билдәләй алмай, зәңгәр күккә ҡаҙалып үҫкән ағас баштарына текләне. Шул саҡ уның күҙҙәренә күпер башындағы олоно һыныҡ йыуан ҡарағай салынды ла Миңлеғата, барлыҡ йән көсөн һалырға тырышып:
-- Кү-ү-пер! Туҡтағыҙ! Се-рек йо-морт-ҡа... – тип илереп ҡысҡырҙы. Ләкин ирҙең тауышы шундай зәғиф ине – хатта эргәһендә башын тотоп ултырған ҡатыны ла аңламаны. Машина иһә дөбөр-шатор күпергә барып керҙе, урта биленә тиңәлде. Шул мәлдә, бик дәү серек йомортҡа ҡабығы шартлағандай хәтәр ауаз сығарып, таҡта күпер шатор-шотор умырылды...
1980.
Достарыңызбен бөлісу: |